Уҡытыусы – донъялағы иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Был юлды һайлаған кеше үҙен тулыһынса һөнәренә бағышларға бурыслы, юғиһә уҡыусыларында белем алыуға һөйөу уятыуы, ҡырланмаған таштан сәнғәт әҫәре яһауы икеле. Шулай уҡ бөтә кеше лә уҡытыусы була алмайҙыр, сөнки һөнәргә ҡарата эскерһеҙ ынтылыш та кәрәк.
Ә ниндәй ул бөгөнгө уҡытыусы? Йәш уҡытыусы? Ошо һорауға яуап алыу һәм, ғөмүмән, замана уҡытыусыһының тын алышын, йәшәйешен белеү теләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына алып килде. Иң йәш уҡытыусыны һайлап алып, уның бер эш көнөнә сәхифә ҡылдыҡ. Тарих уҡытыусыһы, БДУ магистранты Заһир Хәтип улы БАЙМЫРҘИН менән шәмбе көнөн уртаҡ иттек.
7.40. Бер көн алда һөйләшеп килешелгәнсә, Башҡорт дәүләт университетының 4-се дөйөм ятағы алдына килеп еттем. Геройым көттөрмәне, шат йылмайып килеп тә сыҡты. Хәл-әхүәл һорашҡас:
– Ғәҙәттә, эшкә йәйәү йөрөйөм (3 саҡрым тирәһе. – Авт.), ярты сәғәт самаһы ваҡытты ала. Әйҙәгеҙ, бөгөн автобуста барайыҡ, – тип тәҡдим итте Заһир Хәтип улы (мине тәпәйләтергә уңайһыҙланғандыр инде, көн дә боҙолоп тора ине).
Автобуста геройымдың нисек уҡытыусы булып китеүе хаҡында һорашам.
– Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияның физика-математика класын тамамланым. Тәүҙә Аграр университетының Сибай филиалына агроинженерия буйынса уҡырға ингәйнем, әммә был йүнәлеш күңелгә ятманы. Унда бер йыл уҡығас, имтихандарҙы яҡшы тапшырһам да, һөнәрҙе алмаштырырға ҡарар иттем: тарих факультетын һайланым. Уҡыу осоронда Кемеров өлкәһендә әрмелә хеҙмәт итеп ҡайттым.
2014 йылдар. Ҡырымды Рәсәйгә ҡушыу ваҡиғалары осоро. Быны күптәр аңлап етмәй ине. Ҡырымды электән беҙҙең, йәғни Рәсәй биләмәһендә булғанлығы тураһында аңлатыу эштәре алып барҙым. Рота алдына сығып хеҙмәттәштәргә донъя, Рәсәй яңылыҡтарын һөйләй торғайным. Әрменән һуң уҡыуымды дауам иттем һәм 2016 йылда университетты тамамлап, районға ҡайттым. Унда эш булмағас, Өфөгә килеп, магистратураға һынау тоттом һәм, юғары балл йыйып, Ватан тарихы факультетында уҡый башланым.
Хеҙмәт юлымды Шаҡша биҫтәһендәге 137-се мәктәптә башланым. Әлеге гимназияла иһә беренсе уҡыу йылын тамамлауға яҡынлашабыҙ.
– Атай-әсәйегеҙ уҡытыусы түгелме? Нәҫелдән киләме әллә уҡытыусылыҡ?
– Юҡ, атайым полицияла хеҙмәт итте, әсәйем оҙаҡ йылдар һөт заводында эшләне. Хәҙер икеһе лә гүр эйәләре инде.
– Мәктәптәрҙә ир уҡытыусылар етешмәй. Быны эш хаҡының түбән булыуына ла бәйләйҙәр. Һеҙ баҙнат иткәнһегеҙ әле...
– Үҙемдең ролемде патриотик тәрбиә биреүҙә күрәм. Тарих фәнен, ғөмүмән, ир-егеттәр уҡытырға һәм ул мотлаҡ армияла хеҙмәт иткән кеше булырға тейеш, тигән ҡараштамын. Уҡыусыларға армия тураһында ла һөйләп ебәрәм. Сөнки ғәскәр төҙөлөшө, ҡорал йыйыу кеүек әйберҙәр ир-аттарға яҡын. Мәҫәлән, тактика, диспозиция, теге йәки был ғәскәр ниндәй ҡоралдар ҡулланған, уларҙың айырмалары – ир-егеткә аңлайышлыраҡ. Үҙем иһә хәрби тематиканы бар нескәлегендә аңлатып бирә алам. Ә ҡатын-ҡыҙға былар ауырыраҡ биреләлер. Төрлө осор һуғыш алымдары, яуҙар тураһында һөйләгәндә үҙеңдең башыңдан үткәнде ҡушып һөйләһәң, балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары ла арта төшә.
8.10. Белем усағына килеп еттек. Класҡа үтәбеҙ. Беренсе йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, V синыфҡа класс етәксеһе итеп тәғәйенләп тә ҡуйғандар үҙен. Дәрестәр туғыҙҙа башланһа ла, ҡайһы бер балалар иртә үк килә. Уҡытыусы артынан класҡа йыйыла ла башланылар. Ғәҙәттә, ошо арауыҡта класы менән аралаша, өйгә бирелгән эштәрен тикшерә икән. Бөгөн иһә дәрес араһында бер нисә класта Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы тест үткәрергә кәрәк булып сыҡты. Шуларға әҙерлек менән мәшғүл булды уҡытыусы. Уның араһында малайҙарға ниндәй карта кәрәклеген әйтеп, табып ҡуйырға ҡушты.
9.00. Ҡыңғырау яңғырай. V кластар күмәк кенә, тарих кабинетына һыймайҙар. Дәрес үтәсәк кабинетҡа юлланабыҙ.
Үткән теманы ҡабатлау. Ҡалыплашҡан “Уҡытыусы һорай – балалар яуап бирә” йә теманы һөйләү менән генә сикләнмәйҙәр икән тарих дәресендә. “Тарихи дуэль” алымын бик ярата уҡыусылар. Ике уҡыусы алға сығып, алмашлап бер-береһенә өсөшәр һорау бирә. Яуап биреүсегә уйларға 30 секунд ваҡыт тәғәйен. Шулай бер нисә пар белемдә һынаша. Артабан теләгәндәр һөйләй йә бер уҡыусы алға сыға ла, бүтәндәр уға параграф буйынса минут ярым һорау яуҙыра. Берәү һорау биргәндә, бүтәндәр һорауҙарҙы баһалай: һорауҙы дөрөҫ бирәләрме-юҡмы. Шул рәүешле уҡыусылар, бер яҡтан, дөрөҫ һорау бирергә өйрәнә, теманы яҡшыраҡ хәтерҙә ҡалдыра, икенсенән, фекерләү ҡеүәһе үҫешә. Үтә оялсандар өсөн өй эшен яҙма рәүештә эшләү мөмкинлеген дә биргән уҡытыусы. Ундайҙар һирәк, ә дөйөм алғанда, балалар бик әүҙем эшләй.
9.25. Үткән темаға йомғаҡ яһағас, яңы темаға күсә. Аңлатҡанда, карта менән эшләгәндә, төрлө һорауҙар биреп, ҡыҙыҡлы факттар менән уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итә уҡытыусы. Иң мөһим терминдарҙы яҙып ҡуялар.
Дәрес аҙағында параграфты уҡып килергә, яңылыҡтар ҡарарға ҡушыла.
9.40. Беренсе дәрес тамам. (Шәмбе көнө дәрестәр 40-ар минут.) Заһир Хәтип улы тест үткәрергә тип икенсе класҡа ашыға. Сәғәт бергә тиклем тестарҙы үткәреп, тикшереп, һөҙөмтәләрен тейешле урынға ебәреп тә өлгөрөргә кәрәк. Бер “окно”һы ла юҡ, шуға күрә был эше тәнәфес ваҡытына ҡала.
9.45. – 10.25, 10.30 – 11.10. тағы ике 5-се класта шундай уҡ дәрестәр. Өҫтәп әҙерләнеп килгәндәр донъя, ил, республика яңылыҡтары менән бүлеште. Өсөнсө дәрестә “физкультминутка” эшләп алдылар.
11.10. – 11.20. Оҙон тәнәфес йәнә тестар менән үтте. Уның араһында үҙенең класынан кемдер справка килтерә, кемдеңдер һорауҙары йыйылып киткән – яуап бирмәйенсә лә булмай. Ул-был йомош менән коллегалары ла мөрәжәғәт итә.
11.20. Тарих кабинетына күсәбеҙ. VII класс. Бишенселәрҙәге кеүек үтә әүҙемлек һиҙелмәй. Әллә яҙ тәьҫир итә, әллә бүтән сәбәп (аҙна аҙағы, етмәһә, ул көндө мәктәптә “субботник” ине) – уҡыусыларҙың күбеһе дәрескә әҙер булмай сыҡты. Ике “дуэль”дә алыштылар, 3 уҡыусы ҡыҫҡаса һөйләүгә өҫтөнлөк бирҙе. 6-сы кластан башлап мөһим тарихи терминдар, тарихи даталар ятлатыу алымы ла бар йәш уҡытыусының. Үткән тема буйынса 5 термин ятларға ҡушылған. Шуларҙы әйтеп биргәс, уҡыусылар унан алдағы параграфтар буйынса тағы ике термин һорай. Тарихи даталар менән дә шулай уҡ. Уҡыусылар һорау бирә: яуап тотоусы йә ваҡиғаны, йә датаны әйтеп бирергә бурыслы. Ҡыҫҡаһы, бер дәрескә ятланың да оноттоң түгел, һәр ятлағаның хәтер һандығына ныҡлап, аңлы рәүештә теркәлергә тейеш.
“Ике”ләр ҙә сәпәлә, телефондар уҡытыусы өҫтәлендә урын ала: арттағы парталарҙы күрмәй тип уйлаһалар ҙа, уҡытыусының күҙе үткер шул. (Был замана ауырыуы дәрес ваҡытында ла үҙен һиҙҙертә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Атай-әсәйҙәр ҡыйбатлы гаджеттар алғанда балаһынан уның менән дәрестә уйнап ултырмауын талап итәме икән? Уҡытыусының күпме энергияһы китә шулар менән көрәшеп. Был дәрес ошо уйҙарға этәрҙе).
Кемдәр ятламаған, икенсе дәрескә терминдарҙы белеп килергә, яңы теманы ҡабатларға ҡушыла.
12.00. Ҡыңғырау шылтырағас, Заһир Хәтип улы тестар эшләтергә тағы бер класҡа йүгерҙе.
12.05. VI класс. Йәнә кабинет алыштырабыҙ. “Көнбайыш һәм көнсығыш араһында рус кенәзлектәре”. Дәрес бик ҡыҙыҡ, дәртле үтте. Яңы теманы ла яҡшы үҙләштерҙеләр. Уҡыусылар үҙҙәре лә байтаҡ һорау бирҙе. Даталарҙы ятларға, боронғо рус кенәздәренең һүрәттәрен эшләргә ҡушылды.
12.45. Тарих кабинетына күсәбеҙ.
12.50. VIII класта Башҡорт мәҙәниәте тарихы. Тәүҙә терминдар ятлайҙар. Үткән теманың (Степан Злобиндың “Салауат Юлаев” романы) ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләйҙәр.
“Тамыр” телеканалы аша таныш булған Рөстәм Төхбәтов “Мин – башҡорт” йырын да йырлап ишеттерҙе. Ҡалғандар ҡушылып ултырҙы.
Яңы тема. “Башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы”.
13.30. Бөгөнгә дәрестәр тамам. Әммә был, билдәле, уҡытыусының эш көнө тамамланды тигәнде аңлатмай әле.
5-се кластар араһында ярыш билдәләнгән. Уҡыусылар йыйылғансы Заһир Хәтип улы тестарға йомғаҡ яһап, һөҙөмтәләрен тәғәйен урынға ебәреп ҡуйҙы.
– Ай һайын брейнг-ринг формаһында ярыштар уҙғарам, – тип аңлатма бирә Заһир Хәтип улы. – Был, бер яҡтан, һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлауҙың, белем кимәлдәрен билдәләүҙең бер ысулы булһа, икенсенән, теманы нығытыу сараһы ла. Һәләтле балалар менән айырым эш алып барам. Уҡырға китаптар бирәм дә, тәнәфес ваҡытындамы, буш сағым килеп сыҡһа, шул китаптар буйынса һөйләшеп алабыҙ.
Тәүҙә ярыш шарттары аңлатыла. Командалар исемдәрен атай. “Тарихи дуэль” менән башлана: А-В, А-Б, Б-В параллелдәренән өс пар көс һынашты. Артабан һәр команданан алмашлап берешәр кеше сығып, параграфты әйтә (бер параграфҡа ике һорау) һәм ике команданың һорауҙарына яуап бирә. Барлығы ун һорау бирелә. Был һорауҙарға команданан алмашлап бер нисә кеше яуап бирергә мөмкин. Мәҫәлән, бер уҡыусы параграфты әйтә һәм ике һорауға яуап бирә, артабан икенсеһе сыға.
Иң аҙаҡта балдар һанала һәм еңеүсе команда билдәләнә. Был юлы “Б” класы алдынғы булды, икенсе урында – “В”-лар, өсөнсө – “А” класы.
15.15. Ярыш тамам. Уҡыусыларын оҙатҡас, ул-был ҡағыҙҙарын рәтләй. Уҡытыусыларҙың, ҡағыҙ эше күп, ҡасан уҡытып өлгөрөргә тейешбеҙҙер инде, тигәндәре ишетергә тура килә. Мөмкинлектән айҙаланып, шул юҫыҡта һорау бирәм.
– Ысынлап та, ҡағыҙ эше ныҡ ҡамасаулай. Уҡытыусының ижади ваҡытын ала. Һөҙөмтәлерәк эшләргә мөмкин булыр ине. Баяғы тестарҙы ғына алғанда ла, ике сәғәт эсендә мин тест үткәреп, тикшереп, отчетын ебәрергә, шул уҡ ваҡытта уҡытып та өлгөрөргә тейешмен. Ҡағыҙ эше күп булмаһа, уҡытыусылар күберәк белем бирә алырҙар ине, тип уйлайым.
15.25. Ҡайтыр юлға ыңғайлайбыҙ. Хәҙер инде йәйәүләп.
– Йәйәү йөрөгәндә йөрәк эшмәкәрлеге яҡшыра. Мускулдарға йөкләмә лә була. Шуға күберәк эшкә йәйәү йөрөргә тырышам. Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә матур, уйҙарыңдан арындыра, кешеләргә ҡарап барыуы ла күңелле: йылмайып барғандарҙы күрһәң, ирекһеҙҙән үҙең дә йылмаяһың, кәйеф күтәрелә.
Артабан һүҙебеҙ мәктәп, тәрбиә-тәртип хаҡында.
– Йәш уҡытыусыны һынап ҡараған, баш бирмәй маташҡан уҡыусылар ҙа юҡ түгелдер. Нисек ҡаршы алды һеҙҙе уҡыусылар?
– Студент ваҡытта вожатый булып эшләгәнгәме, балалар менән уртаҡ тел табыуы ауыр булманы. Уҡыусылар менән, ғөмүмән, Кеше-Кеше форматында аралашам, уҡытыусымын тип өҫтән ҡарамайым, кәмһетергә юл ҡуймайым. Һәр ҡайһыһының фекеренә ҡолаҡ һалам.
Ә дөйөм алғанда, балаларҙың тәртиптәре яҡшы, был йәһәттән мәктәп етәкселеге эште һәйбәт ойошторған. Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар, тигәндәй, тәрбиә тышҡы ҡиәфәттән башлана. Беҙҙең гимназия уҡыусылары, аллаға шөкөр, ҡиәфәттәре яғынан күркәмдәр, белем йәһәтенән дә тырыштар. Дисциплина һәйбәт булғас, уҡыу яғынан да көслө беҙҙең балалар. Башҡорттар үҙҙәре үк ипле халыҡ.
Хәҙерге балаларға гаджеттар менән мауығыуҙары ғына ҡамасаулай. Китап уҡыу, туп тибеү, тышта уйнауҙы күптәре яратмай, телефон-айфондарға ныҡ бәйлеләр. Мәғлүмәтте лә китаптан түгел, интернет киңлектәренән алалар.
Ваҡытында үҙем китаптарҙы күп уҡыным (район китапханаһында “Иң яҡшы уҡыусы” тип танылғайным ҡасандыр, фотом әле лә тора унда). Шуға балаларға китаптар исемлеге биреп, уҡыттырырға тырышам, аҙаҡ һорайым. Китаптар йөрөтөүҙәрен талап итәм.
– Тарих еңел предметтар иҫәбенән түгел. Бөгөнгө күҙәтеүемдән сығып ҡарарғанда, ауыр ҙа түгел һымаҡ. Балаларҙы фәнгә ылыҡтыра алғанһығыҙ, тимәк.
– Уҡытыу тәжрибәм күп түгел, әле үҫергә лә үҫергә әле. Шулай ҙа төрлө ысулдар ҡулланып, ҡыҙыҡһыныу уятырға, дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итергә тырышам, әлбиттә. Балаларҙың күҙҙәре янып тора икән – миңә шул етә. Күҙҙәрендә ут булмаһа – насар уҡытыуың аңлашыла. Эҙләнергә тура килә. Тарихты ауыр ҡабул иткән уҡыусылар ҙа бар, уларҙы ла аңлап ҡабул итәм. Бигерәк тә ҡыҙҙарға ауырыраҡ бирелә, шулай ҙа араларында тарих менән ныҡлап ҡыҙыҡһынғандары ла бар. Шуныһы ҡыуандыра. Олимпиадаға әҙерләнеүселәр көнөнә ике сәғәтен тарихҡа бүлергә тейеш тигән талап ҡуям.
– Ҡыҙҙар тигәндән, йәш уҡытыусыға юғары, хатта урта класс ҡыҙҙарының күҙ һалыу ихтималлығы ла бар. Бындай хәл менән осрашҡанығыҙ булманымы әле?
– Уҡытыусы менән уҡыусы араһында дистанция тотоу мөһим. Шәхси пландағы һорауҙарға яуап бирмәйем. Тәнәфестә лә тик уҡыуға ҡағылышлы һорауҙарҙы ғына ҡабул итәм.
– Кластың күбеһе дәрескә әҙер булмаһа, “икеле” сәпәп кенә ситуациянан сығып булмайҙыр ул?
– Өҫтәмә өйгә эш бирәм, күп итеп . Уларҙың да уҡыусыны ҡыҙыҡһындырырҙайҙарын һайлайым. Дәрестә тыңламай, телефон менән уйнап ултырғандарға айырым өй эше бирәм. Шул эшен башҡарып килгәс, нимә өсөн икәнен һорайым һәм хатаһын аңлаһа ғына оценкаһын төҙәтәм. Бала нимә өсөн “яза” алғанын аңларға тейеш: ни өсөн “ике” ҡуйылған, ни өсөн баҫтырып ҡуйҙым, ни өсөн айырым өй эше бирҙем.
– Класс етәксеһе булараҡ, ағай ролен дә алырға тура киләлер?..
– Ысынлап та, үҙемде ағай кеүек тә тойоп китәм ҡай саҡ. Баланың кешелек сифаттарын, күңел торошон, кем нимәгә һәләтле – барыһын күрә белеү фарыз. Дәрес ваҡытында ғына быларҙы күрмәҫкә лә мөмкинһең. Ҡайһы саҡта дөрөҫ йүнәлеш биреп ебәреү талап ителә. Ҡыҙҙарҙың малайҙарға ҡарағанда иртәрәк өлгөрә икәнен аңларға кәрәк, уларҙың мотлаҡ бейеү йә гимнастика кеүек шөғөлдәре булырға тейеш, тип уйлайым. Эстәрендә йыйылған хис-тойғоларын, эмоцияларын бейеү залында ҡалдырһалар, төрлө уйҙарға ваҡыттары ҡалмай. Егеттәр генә уйлап йөрөмәгеҙ, тип шаяртам.
Балаларҙы яҡшыраҡ белеү һәм дуҫлаштырыу маҡсатынан мөмкин тиклем дәрестән тыш саралар уҙғарабыҙ: ҡышын һырғалаҡта шыуабыҙ, экскурсияларға, музейҙарға йөрөйбөҙ, яҙын-көҙөн малайҙар менән футбол тибәбеҙ һ.б. Кемдең нисек өлгәшкәнен белеп торор өсөн бүтән уҡытыусылар менән аралашам.
Ҡыҙҙарға оҙон сәстәрен ҡырҡыуҙы тыям, ҡырҡтырһалар әрләйем. Боронғо башҡорт ҡыҙҙарының фотоларын күрһәтәм, уларҙың тыйнаҡ булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алам. Элек беҙҙең ҡыҙҙар яулыҡ ябынмаған. Ҡашмау кейгән, оҙон сәстәрен үреп, толомдарына сулпылар тағып йөрөгән. Оҙон сәсле ҡыҙҙарҙы хөрмәт итеүемдең бер сәбәбе: уларҙы бит тәрбиәләргә кәрәк, йәғни оҙон сәс йөрөткән ҡыҙҙар ялҡау булмай, минеңсә. Башҡорт ҡыҙҙары кәмендә оҙон сәсе менән айырылып торорға тейеш, тип уйлайым.
Мәктәп буйынса 23 февралгә арналған 5-8 кластар араһындағы маршта йөрөү конкурсында беҙҙең класс Гран-при яуланы. Күнекмәләр ваҡытында ҡыйын булһа ла, еңеүгә ныҡ ҡыуандылар. Еңеү тәмен тойҙолар. Иң мөһиме – дәртләндереп, сәмләндереп ебәреү, ышаныс уятыу. Хәҙер ыҙалаһағыҙ ҙа, аҙаҡ еңел була, тип өйрәтәм. Был уҡыуға ла ҡағыла. V-VI класта фәнгә ныҡлы нигеҙ һалынһа, артабан еңелерәк була.
– Уҡытыусы кешегә ауырырға ла ярамай бит әле...
– Ауырымаҫ өсөн сынығыу кәрәк. Әйткәнемсә, күберәк йәйәү йөрөргә тырышам. Алмаш (контраст) душ тәнде сыныҡтырыуҙың бер ысулы. Яҙлы-көҙлө витаминдар эсеү ҙә ярҙам итә.
15.55. Заһир Хәтип улы торған ятаҡҡа барып еттек. Ашарға йүнәтеп, тамаҡ ялғап алырға ла БДУ-ға, диплом етәксеһенә барып килергә кәрәк икән.
– Яңы йылға тиклем аҙнаһына өс көн уҡый инек, әле ике көн. Беренсе курста дәрестәр 17.45 башланып 21.15. тамамлана торғайны, быйыл сәғәт дүрттән һигеҙгә тиклем уҡыйбыҙ. Мәктәптән ҡайтам да, үҙем уҡырға йүгерәм, курс, фәнни-тикшеренеү эштәре, диплом яҙыу кискә-төнгә, ял көндәренә ҡала. Мәктәп эштәре лә өйгә ҡайта, – ашарға әҙер булғансы, ошолар мәғлүм булды.
16.20. Уҡытыусының төшкө ашы һуңланы бөгөн.
– Туҡланыуға иғтибар бүләһегеҙме? Ниндәй ашҡа өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Туҡмас ашын, былау, гуляш менән макарон яратам.
16.50. Ашҡаҙанды һыйлап, хәл йыйып алғас, уҡытыусы-студент папкаларын барлап, БДУ-ға юл тоттоҡ. Ара биш минутлыҡ.
– Аспирантураға ҡалырға уйламайһығыҙмы? – тип һорайым юл ыңғайы.
– Ҡалырға өгөтләйҙәр ул, әммә класс алғас, уларҙы ташлап китергә намыҫым ҡушмай. Класымды сығарғас, күҙ күрер.
– Дипломды ниндәй тема буйынса яҡлайһығыҙ, ғөмүмән, фән эше оҡшаймы?
– Диплом эшем “Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы” тип атала. 3 фәнни публикациям бар. Өйрәнеүе, асыш яһауы ҡыҙыҡ, әлбиттә. Һорауҙарға яуап алмайынса күңел тынысланмай.
Етәксеһе – тарих фәндәре докторы, профессор Ирек Ғайса улы Аҡманов кәңәштәрен еткерҙе, нимәгә иғтибар итергә икәнен билдәләне...
17.30. Уҡыу йортонан сығып, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына ашығабыҙ. Спектаклгә билет алынған. Ике туған һеңлеһен дә саҡырған. Ул үҙ юлы менән килә.
– Айына бер мәртәбә театрҙарға йөрөүҙе ғәҙәт итеп алдым. Яңы спектаклдәрҙе ҡарап барырға тырышам. Мәғлүмәт алыуҙың, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙең бер ысулы бит ул.
– Әүҙем тормош яҡлыһығыҙ инде...
– Эйе, тырышам. Ниндәй генә эштә эшләһәң дә, спорт менән шөғөлләнеү кәрәктер, үҙеңде тонуста тоторға ярҙам итә, көс-ҡеүәт өҫтәй. Аҙнаһына ике мәртәбә өҫтәл теннисына йөрөйөм. Ваҡыт булғанда, аҙнаһына берҙе булһа ла тренажер залында шөғөлләнәм. Футбол уйнарға яратам, әммә әле ваҡыт та тарыраҡ, бергә уйнаған иптәштәрҙең дә күбеһе Асҡарҙа.
Артабан һүҙебеҙ геройымдың бала саҡтағы хыялдары, үҙенең ниндәй уҡыусы булғаны тураһында дауам итә.
– Китап уҡырға яраттым. Әҙәбиәт, тарих буйынса ярыштар булһа, гел еңә торғайным. Олимпиадаларҙа һәр ваҡыт призер йә еңеүсе булдым. Мәктәптә уҡығанда берәй телевизион ярышта ҡатнашыу теләгем көслө булды, “Умницы и умники”ға әҙерләнгәйнем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барып булманы. Был хыялым, еңә алмаһаҡ та, бер ни тиклем студент булғас тормошҡа ашты. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ойошторған “Клио” интеллектуаль уйынында БДУ-ның Сибай филиалы командаһы капитаны булараҡ ҡатнашырға насип булды.
17.40. Ленин урамында урынлашҡан театрға йәйәүләп килеп еттек. Туғаны килеп өлгөрмәгән әле. Уны көтәбеҙ.
– Уҡытыусы һөнәре ҡәнәғәтлек килтерәме һуң?
– Яңы быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен. Ғөмүмән, тарих уҡытыусыларының бурысы: фальсификацияға (тарихты боҙоп күрһәтеүгә) юл ҡуймау, тарихты еренә еткереп уҡытыу һәм патриотик тәрбиә биреү. Бигерәк тә халҡыбыҙ яҙмышына, тарихына ҡағылышлы ваҡиғаларҙы, шәхестәрҙе белеп үҫергә тейештәр тип тырышабыҙ инде. Мәҫәлән, Салауат Юлаевтың, Муса Мортазиндың кем икәнен һораһалар, һәр башҡорт икеләнмәй яуап бирә алырға тейеш. Үткәнде белмәгән киләсәкте белмәйәсәк тигәнде һеңдерергә тырышам. Тарихи хаталар ҡабатланмаһын ине, тип теләйем.
Ошондай рухи нотала һөйләшеүҙе тамамлайбыҙ. Һеңлекәше килеп етте. Хәл-әхүәл һорашып алғас, инеү яғына йүнәләләр.
17.45. Һәйбәт ял итеүҙәрен теләп, мин дә ҡайтыу яғына ыңғайлайым.
Бер көн эсендә уҡытыусы эшен бар тулылығында асып бөтөп булмай, әлбиттә. Көн дауамында телефон аша атай-әсәйҙәр менән бәйләнеш тотоу, уларға мәктәп яңылыҡтарын еткереү, электрон дневник тултырыу... – шуның ише күҙгә күренмәгән эштәрен, уның араһында төрлө тикшереүҙәр, экскурсиялар, мәктәптәге бүтән сараларҙы күҙ уңында тотһаң, күпме көс түгелгәнен аңларға булалыр, моғайын.
Заһир Хәтип улы, тәжрибә етешмәй әле тиһә лә, һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел. Гимназияла беренсе уҡыу йылын ғына тамамлауға ҡарамаҫтан, ҡала кимәлендә үткән олимпиадаларҙа, республика ярыштарында уҡыусылары призлы урындар яулап өлгөргән дә инде.
Әйткәндәй, көн эсендә бер зарланыу һүҙе ишетмәнем уҡытыусынан. Дәрестәрҙән һуң арыуы йөҙөнә сыҡҡанда ла йылмайыуы һүрелмәне.