Һәр эшҡыуарҙың үҙ юлы. Ул һикәлтәле, бормалы... Ни тиклем тормоштоң ыҙаһын сигеп, ауырлыҡтарҙан ҡайылып, түбәнерәк төшкән һайын, киләсәктәге осош та шул тиклем бейегерәк була. Бөгөнгө таныштырасаҡ геройым ҡыйыу аҙымдар менән, юлында осраған һәр кәртәне ышаныслы емереп, алға бара. 19 йәшендә үк беренсе бизнес проектын төҙөй ул, бөгөнгө эшенә инвесторҙарҙан 2 миллион һумға яҡын аҡса йәлеп иткән. Үҙе Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары ауылында тыуған, ябай уҡытыусы ғаиләһенән, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла белем алған. Һабаҡташым, эшҡыуар, стартапер Тамьян Ғәбитов бөйөк Гетеның “Уңыш – ул 1 процент талант һәм 99 процент хеҙмәт” тигән ҡанатлы һүҙҙәрен күптән тормош девизы итеп алған. Йәш егет фатирҙарҙы ҡуртымға биреү буйынса мобиль сервис булдырған. Нимәнән ғибәрәт һуң ул? Һәр кем, бер ниндәй шылтыратыуҙарһыҙ, интернеттан мобиль программа күсереп алып, теләгән ваҡытта, теләгән ерҙән торлаҡ таба ала. Һәм иң ҡыҙығы шул: фатирға телефондан түләп, ишеген махсус программа аша асып инә. Уңайлымы? Әлбиттә. Бына шундай замана эшҡыуарының тормошона бер көнөбөҙҙө бағышлап, уңыш рецебын табырға тырыштыҡ.
7:00. Тамьян менән осрашыу урынын билдәләп, бер аҙна алдан уҡ һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Ул иртәләрен шөғөлләнгән фитнес залы ятағымдан алыҫ түгел икән. Биш минут алдараҡ килеп еттем, ингән ерҙәге ҡәнәфиҙә көтөп ултырам. Тамьян ҡабаланып, шәп-шәп атлап килеп инде, күрешкәс, йәһәтләп эскә үттек. Баҡтиһәң, беренсе күнекмә бушлай икән. Спортсылар, тренерҙар өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған бында, хатта таҫтамалына тиклем үҙҙәре бирәләр. Тренер башҡорт егете булып сыҡты, Заһир Түләбаев – Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе. Бөгөн уларҙа – кроссфит, йәғни күнегеүҙәр комплексы, улар көс, һығылмалылыҡ, таһыллыҡ кеүек һыҙаттарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Тамьянға тәжрибәле спортсылар менән бергә шөғөлләнергә тура килде. Улар күтәргән гирҙе ул да күтәрҙе, турникта тартылды, бокс ҡапсығы туҡманы. Шулай ҙа бик ҡәнәғәт ине һабаҡташым: “Ныҡ шөғөлләнеп ташланым, шикелле, тренерым бигерәк талапсан, әммә спортһыҙ йәшәй алмайым, аҙна һайын дуҫтарым менән футбол, теннис уйнап алабыҙ, улар тәүлек буйына хәрәкәттә булырға, арымаҫҡа ярҙам итә”, – тине, тирен һөртөп.
9:05. Фитнес залынан сыҡтыҡ. Душта ҡойоноп, әҙерәк ял итеп алғансы, ике сәғәт һиҙелмәй үтеп киткән.
Тамьян эш асыр өсөн автомобилен һатҡан, ҡала буйлап ҡуртымға алынған машинала йөрөй: “Таксиға ҡарағанда уңайлыраҡ, иртәнсәк мобиль ҡушымта ярҙамында картанан яҡындағы автомобилде табып алаһың да, көнө буйы йөрөргә мөмкин. Минутына биш һум китә. Бына беҙҙең ойошманың идеяһы шуға оҡшаш, айырмаһы шунда, беҙ ҡулланыусыға фатир тәҡдим итәбеҙ”, – тип һөйләне юл ыңғайы Тамьян, эшмәкәрлегенең айышына төшөндөрөргә тырышып. Эшкә барырҙан алда өйгә ҡайтып килергә кәрәклеге асыҡланды. Кәләшенә магазиндан ниҙер кәрәк булды. Яҡындағы сауҙа комплексына инеп һуғылдыҡ та, еңел машинала елдерҙек.
9:55. Иртәнге сәйҙе эсеп бөткәс, Тамьян инвесторына шылтыратып осрашыу билдәләне. Беҙ йыйынып, эш урынына юлландыҡ. Форсаттан файҙаланып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарымды яуҙыра башланым:
– Бындай бизнес асырға идея ҡайҙан килде?
– Бер йыл элек булды был хәл.
Дуҫтарым менән, әлеге лә баяғы ҡуртымға машина алып, ҡала буйлап ҡайҙалыр китеп барабыҙ. Артур дуҫым, әлеге ваҡытта инженерым, фатир таба алмай ыҙалап йөрөй ине. Ул беҙгә үҙенең проблемаларын һөйләй, ә беҙ каршеринг, йәғни автомобилде ҡуртымға биреү бизнесы хаҡында һоҡланып әңгәмәләшәбеҙ: “Бына шәп система, бөтә донъя баҙарын яулай башланы, Өфөлә лә бөтәһе лә шуны файҙалана”, – тибеҙ. Артур фатир табыу мәсьәләһен һөйләүҙе ҡуймай бит. Шул ваҡыт башыма ҡапыл бер уй килде, шундай уҡ системаны күсемһеҙ милек өлкәһенә күсергәндә нисек була? Дуҫтарыма әйткәйнем, шәп идея тип, хупланылар ҡыуанышып, шунда уҡ программист класташым Ринатҡа шылтыраттыҡ. Шул төндә үк уның фатирына барып, компания асыу тураһында бергәләп һүҙ ҡуйыштыҡ”, – тип бизнесының асыу тарихын һөйләп ташланы Тамьян. Әңгәмәләшә килә яйлап офисҡа яҡынлаштыҡ.
10:35. Офис тигәнебеҙ Свердлов баҙары бинаһында урынлашҡан икән. Ҙур сауҙа комплексының дүртенсе ҡатына күтәрелдек. Бында теләгән һәр кем ҡуртымға үҙенә бүлмә алып, компьютеры менән килеп эшләй ала.
– Яҡшы офис тапҡансы, ошонда ултырабыҙ, әле эҙләү өҫтөндәбеҙ”, – тип асыҡлыҡ индерҙе Тамьян.
Яҡты, ҙур тәҙрәле бүлмәлә, өҫтәл артында ике йәш егет көтөп ултыра. Һабаҡташым улар менән таныштырҙы: “Өфөнән Рәшит – инвестор, Азамат – минең ярҙамсым”. Күрешкәс, Рәшит Тамьяндан эше хаҡында һорашты, үҙенең аҡсаһы тураһында борсоламы икән, тип уйлап ҡуйҙымJ.
10:45. Бер аҙ аралашҡас, Баҡалы урамындағы фатирҙы ҡарарға сыҡтыҡ. Ундағы йоҙаҡтарҙы ҡуйып бөтөргә тейештәр, шуны барып тикшерергә кәрәк. Дүртебеҙ бер автомобилгә ултырып тағы юлға сыҡтыҡ. Тамьян менән Рәшиттең һөйләшеүенән тиҙҙән Мәскәүҙә билдәле инвесторҙар менән осрашыуға барасаҡтары аңлашылды.
11:05. Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә урынлашҡан йортта беҙҙе команданың инженеры Артур ҡаршы алды. “Тамьян Самат улы” тип мөрәжәғәт иткәс, бер аҙ ҡыҙыҡ тойолдо. Күмәкләп 7-се ҡатҡа лифт менән күтәрелдек, йорт яңы төҙөлгән, фатирҙың да бындай яҡшы сифатлыһын күргәнем юҡ ине әле. Бүлмәләрҙе әйләнеп ҡарап сыҡтым, бар нәмә үҙ урынында, таҙа, заманса йыһазландырылған. Инженер мобиль ҡушымта ярҙамында асыла торған йоҙаҡты күрһәтә башланы. Тамьян: “Бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡһыҙ эшләйме?” – тип һорашты.
– Йоҙаҡтар йәшәүселәргә ҡамасауламаҫҡа тейеш, шуға йыраҡҡараҡ алып ҡуйырға кәрәк”, – тине хужаларса. Фатирҙың хужаһы Сәриә апай ҙа килгән, артабан һөйләшеү уның менән дауам итте, Тамьян башҡа фатирҙарҙың сифаты хаҡында һорашты. “Беҙҙең проект буйынса, йорттар яҡшы торошта, күркәм булырға тейеш”, – тине ул. Артурға артабан эш планы ҡалдырып, рәхмәт әйтеп сығыр яҡҡа ыңғайланыҡ.
– Беҙҙең проектыбыҙға минут һайын ниндәйҙер кәртәләр аша үтергә тура килә. Әлеге йоҙаҡты ла оҙаҡ эшләтә алмай ыҙаланыҡ. Уның ниндәйен генә һатып алып ҡараманыҡ, мобиль ҡушымтаны ла йөҙ тапҡыр үҙгәрттек. Йоҙаҡтың макетын эшләү өсөн юғары тәжрибәле программист булыуы шарт икәнен аңланым, әммә бының өсөн беҙгә ҙур аҡса кәрәк ине. Бер нисә көн шулай йөрөгәс, эште ташларға ла уй тыуа биреп ҡуйҙы. Шулай ҙа, Ринат менән бер көндө осрашҡанда, уйламаҫтан йоҙаҡ эргәһенә магнит киҫәге ҡуйҙым һәм шунда ул эшләп китте. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы... Баҡтиһәң, йоҙаҡ магнит ҡырында эшләй икән, – тип эшенән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты йәш эшҡыуар.
11:45. Алдан сыҡҡан фатир хужаһы беҙҙе тышта көтөп торған икән. Машинаһынан сығып, геройым менән баяғы әңгәмәне дауам итте.
– Бына минең ҡулланыусыларым һеҙҙең мобиль ҡушымталағы карта аша үҙенә яҡын булған фатирға барһа, минең өсөн был заказ биреүсене юғалтыу була бит.
– Мобиль ҡушымтала һеҙҙең шәхси диуарығыҙ буласаҡ, улар шунан инеп заказ эшләй аласаҡ. Борсолмағыҙ, һеҙгә ҡулланыусылар, киреһенсә, өҫтәлеп кенә торасаҡ, – тип Тамьян ышаныслы яуап бирҙе.
Һөйләшеү барышында Сәриә апайҙың Ишембайҙан икәнлеге билдәле булды, көн һайын Өфөгә килеп йөрөй, баҡһаң, был эштә балыҡ кеүек йөҙәм мин, тип маҡтанып та алды ул. Инвестор Рәшит тә Тамьяндың һүҙҙәрен хупланы, артабан да уңышлы хеҙмәттәшлек итергә һүҙ ҡуйышып таралыштылар.
11:53. Рәшит ағай менән хушлашып кире офисҡа ҡуҙғалдыҡ. Тамьяндың телефоны тауыш бирҙе. Әбйәлил йәштәре берлегенән шылтыратҡандар. Тамьян уларға флаг эшләргә финанс ярҙам күрһәтә икән. Шулай итмәй ни, ул ҡасандыр ошо берлектең рәйесе булған.
– Башҡа райондарҙың флагы булғанды, нишләп беҙҙеке булмаҫҡа тейеш, тип минең менән бәйләнешкә сыҡтылар. Ярҙам итмәйсә булмай, – тип аңлатты Тамьян.
Сәғәт һандары беренсегә ауышты. Тамьян төшкө аш яҡынлаша тип, үҙе йыш йөрөгән кафеға туҡталырға тәҡдим итте. Менделеев урамына боролдоҡ, шул саҡ текә генә “Мерседес” юлыбыҙҙы ҡыйып үтте. Тамьян артыҡ иғтибар бирмәне, тыныс ҡына хәрәкәт итеүен дауам итте. “Бындай осраҡта үҙемде тыныс тоторға ғәҙәт иткәнмен. Элек енләнеп китә торғайным. Мәскәүҙә йәш миллионер Аяз Шабутдиновтың курстарында уҡып, уның тренингтарын үткәндән һуң, үҙемде көйләй башланым. Мәҫәлән, был хәлдә мин үҙем ғәйепле, әйтәйек, мин “Мерседес”та йә “БМВ”ла китеп барһам, бындай проблема булмаҫ та ине. Был бит – ысынбарлыҡ”, – тип фекерҙәре менән бүлеште.
12:10. Кафеға килеп туҡтаныҡ. Ай-вайыбыҙға ҡуймай, ярҙамсыһы менән минең өсөн үҙе түләне Тамьян. Өҫтәл артында бизнесҡа килеү менән тормошоноң ҡырҡа үҙгәреүе хаҡында бәйән итте.
– Аҡса эшләү ул ихтыяждан да тора. Бизнес төҙөгәндә, йәшәргә етһә булды, тип эшләргә ярамай. Ҙур һандар килеп сығырлыҡ итеп эшләйем тиһәң, йәшәү шарттарың, кейенеүең, ашауың да юғары кимәлдә булырға тейеш. Һин Аллаһы Тәғәләнән нимә һорайһың, шуны бирә. Мин, мәҫәлән, үҙемә һәм ғаиләмә иғтибарҙы нығыраҡ бүлә башланым, йәшәү шарттары яҡшыраҡ булһын тип тырышам.
12:35. Бөгөн – йома. Мәсеткә барырға кәрәк. Тамьян ярҙамсыһына эш биреп, офисҡа бара торорға ҡушты. Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы сығарып биргәс, Телеүҙәк янындағы “Ғофран” мәсетенә юлландыҡ. Нисек намаҙға баҫыуы хаҡында һорашам.
– Намаҙҙы XI кластан уҡыйым, интернат йылдарында уҡ өйрәнеп алғайным. Ваҡытты дөрөҫ бүлергә, ниндәйҙер кимәлдә тәртипкә өйрәтте ул. Һәм әлеге ваҡытта минең өсөн донъя байлығы артыҡ әһәмиәткә эйә түгел.
13:00. Мәсет Ағиҙел янындағы тауҙа урынлашҡан. Салауат Юлаев һәйкәленә лә бынан бер нисә аҙым ғына.
– Яҡындағы мәсеткә барып килер инек, бында осрашаһы кешем бар, – тип аңлатты Тамьян. Танылған гитарасы, йырсы Тимур Ямалов менән бизнесы хаҡында видео төшөрәләр икән. Ул мәсеттә күренмәгәс, геройым уны офисҡа саҡырырға булды.
14:25. Хөтбә тыңлап, йома намаҙы уҡығансы, сәғәттән ашыу ваҡыт үтеп киткән. Мәсеткә инеп сыҡҡас, тәнгә лә, күңелгә лә еңеллек килде, эскә ниндәйҙер йылылыҡ йүгерҙе. Күптән килмәгәнемә үҙемде шелтәләп тә алдым, ир-егеттәр өсөн был фарыз ғәмәлдәрҙең береһе бит.
Юлда тағы ла һорауҙарымды бирә килдем:
– Һынылыш осороң ҡасан булды тип иҫәпләйһең?
– Ундай осорҙар күп булғандыр... Бәләкәй саҡта үҙемә ҡарата талапсан булырға тигән ҡарар ҡылғанымды иҫләйем. IV-V кластар тирәһе булғандыр, йырсы Фәнис Солтанғолов беҙҙең ауылға концерт менән килгәйне. Ә беҙҙең ғаилә ҙур, 5 бала үҫтек: ике апайым, ике игеҙәк ҡустым бар. Клубҡа барҙыҡ, әммә беҙҙең аҡса етмәне... Беребеҙ инә алмағас, кире ҡайтырға тура килде. Шул ваҡытта эстән үҙемә һығымта яһап ҡуйғайным.
14:45. Офис урынлашҡан йортҡа килеп еттек. Беренсе ҡатта баяғы флаг эшләтеүсе Әлфинә Килдейәрова исемле ҡыҙ көтөп тора. Ул Әбйәлил йәштәре берлегенең рәйес урынбаҫары булып сыҡты. Тамьянға флагты күрһәтергә килгән икән. Ҙур туҡыманы сығарып күрһәткәс, рухлы йәштәр өсөн ҡыуанып ҡуйҙым. Студент сағында Тамьян да район йәштәрен йыйып, форумдар, һабантуйҙар үткәргән, республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан. Хәйер, әле ул ҡатнашҡан сараларҙың кимәле ҙурыраҡ та. Үткән яҙ ул баяғы әйтеп үткән 27 йәшлек миллионер Аяз Шабутдиновтың “Концентрат”ында сығыш яһай, “Аҫылташ” республика йәштәре форумының спикеры була.
14:49. Офисҡа килеп индек. Азамат урынында ине, ниҙер яҙып ултыра. Тамьян менән өҫ кейемдәребеҙҙе сисеп ултырғыстарҙан урын алғас, һорай ҡуйҙым:
– Баяғы дуҫың һиңә атайыңдың исеме менән өндәште. Алдан шулайтып һүҙ ҡуйышҡайнығыҙмы?
– Беҙҙең бизнес проектыбыҙҙың донъя кимәленә сығырына өмөтөбөҙ ҙур. Киләсәктә хеҙмәткәрҙәребеҙ беҙгә рәсми рәүештә өндәшәсәк бит, шуға улар алдында бер-беребеҙгә нисек мөрәжәғәт итеребеҙҙе алдан һөйләшеп ҡуйҙыҡ.
Тамьян ярҙамсыһына эш ҡушты. Азамат эшкә яңы ғына килгән икән, эштең айышына төшөнөп бөтмәнем, тине. Уға командалағы һәр эшсенең бурыстарын яҙырға кәрәк булды. Ә Тамьян финанс моделе төҙөргә тотондо.
15:05. Тимур Ямалов килеп етте. Тамьян видеоны ниндәй итеп күрергә теләй, нисек булырға тейеш, шул хаҡта аңғартты. Эштең мөҙҙәте лә билдәләнде. Видеояҙма Мәскәүҙә компанияны презентациялауҙа кәрәк буласаҡ икән.
15:20. Тимур Ямалов менән килешкәс, Тамьян эшен дауам итте. Күп китаптар уҡыуы хаҡында һөйләне, айырыуса, эштән һуң сәғәттәр буйы ултыра икән. Әлеге ваҡытта Ричард Кохтың “Сила упрощения” тигән китабын уҡый.
– Донъялағы бөтә алдынғы ойошмалар ҙа кешеләрҙең тормошон ябайлаштырыу менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, “Макдональдс” кафелары бөтә донъяға таралған, шул уҡ “IKEA” швед компанияһы, – тип һәр ойошманың мажаралы тарихын да тәфсирләп һөйләне.
15:25. Азамат кире килеп инде, уның ниндәйҙер һорауҙары килеп сыҡҡан. Тамьян мәсьәләне хәл иткәс, үҙенең командаһы менән кискеһен уйнарға теннис өҫтәле бронләп ҡуйырға ҡушты ла, эшен дауам итте. Мин уның янында күҙәтеп ултырам, өҫтәлдә бер көнлөк план ята, ҡайһыларына билдә ҡуйылған, улары үтәлгәндер тип аңланым. Эшенә ҡамасаулағы килмәй, шулай ҙа ара-тирә булһа ла һорауҙар бирәм.
– Кәләшең бизнес эштәрендә ярҙам итәме?
– Әлбиттә, төрлө ваҡыттар булды, ҡайһы саҡ күңел төшөнкөлөгөнә лә биреләһең. Минең үҙемдең кәсебемде таба алмаған осорҙа ул миңә ныҡлы терәк булып торҙо. Шуға рәхмәтлемен. Тәүҙә үҙемде төҙөлөш өлкәһендә һынап ҡараным, төҙөлөш материалдары һаттым, йорттарға тимер рәшәткә ҡуйыу буйынса эш асып ебәргәйнем. Әлеге бизнеста башҡараһы эштәр байтаҡ, юридик яҡтан әҙерләргә кәрәк. Тағы ла ҙурыраҡ инвесторҙар табыу теләге лә юҡ түгел. Йыл аҙағына тиклем боҙ ҡуҙғалыр тип ышанабыҙ.
– Ә ойошмаға инвесторҙарҙы нисек йәлеп иттегеҙ?
– Идеяны тормошҡа ашыра башлағас, иң беренсе аҡса биреп тороусы беҙҙең уҡытыусыбыҙ булды. Беҙ, өс класташ, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатҡа барып, остазыбыҙҙан 70 мең аҡса һорап торҙоҡ. Ул көлөмһөрәп: “Егеттәр, мин, әлбиттә, бер нәмә лә аңламайым, әммә мин һеҙгә ышанам”, – тине. Ринат тигәнебеҙ уның иң яҡшы өлгәшкән уҡыусыларының береһе булды. Был аҡсаға мин Мәскәүҙә күсемһеҙ милек өлкәһе баҙарын өйрәнеп ҡайттым. Аҙаҡ ҙурыраҡ инвесторҙар табып, аҡса йәлеп иттек.
– Ә нисек шундай уңышҡа өлгәшеп булды һуң?
– Әлеге эште асырҙан алда ҙур компанияға инвестиция йәлеп итеү буйынса эшләп алғайным. Унда 4–5 миллион тураһында һүҙ бара торғайны, ошо тәжрибә лә ярҙам иткәндер. Әлеге ваҡытта компания директоры мине кире эшкә саҡыра, был шулай уҡ күп нәмә тураһында һөйләйҙер.
16:30. Тамьяндың эш көнө тамамланмай әле, ә миңә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китергә ваҡыт етте. Һабаҡташыма рәхмәт әйтеп, тағы күрешергә вәғәҙәләп офистан сыҡтым.
Бына шундай бер көнлөк сәхифә килеп сыҡты. Махсус белеме булмаған, бер ниндәй ҙә Оксфорд йә Кембридж университеттарын тамамламаған ябай ауыл егете тотҡан да, мин лайыҡлы итеп йәшәргә тейеш, тип үҙенә һүҙ биргән. Эш байлыҡта ла түгел, ә һүҙ рухи донъя, эске күңел торошо тураһында ла бара. Нисек кенә булмаһын, рухи яҡтан ярлы кеше, ҙур уңыштарға өлгәшә алмай, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып баҙап ҡала. Тик Тамьян ундайҙарҙан түгел. Киләсәктә тағы бейегерәк үрҙәргә менергә насип булһын, Алла бирһә, башҡорт Стив Джобсы тип әйтергә яҙһын уның тураһында!