Кеше күңеле – ҡуйы урман. Ҡай саҡ бәғҙеләрҙең эске донъяһын китап һымаҡ асып һалып, рәхәтләнеп “уҡығы” килә, шулай бит? Юғиһә, ете төрлө йоҙаҡ, ете тыйыу аҫтында бикләнеп йәшәйбеҙ. “Бер көнлөк сәхифә” тип аталған өр-яңы рубрика кеше күңеленең байлығын, матурлығын, мөмкинлектәрен сағылдырырға тырышыр. Геройҙарбыҙ – сәхнә йондоҙо, эшҡыуар, әллә ябай һатыусымы – кем булыуҙарына ҡарамаҫтан, тәү сиратта үҙ эшенең оҫтаһы һәм донъяға үҙҙәренсә ҡараш менән йәшәүсе ҡыҙыҡлы шәхестәр.
Әлбиттә, бер көнлөк сәхифәләр генә әҙәм бөйөклөгөнә һәйкәл ҡуя алмаҫ. Хәйер, нимә ул бөйөклөк? Ысын бөйөклөк – йәшәүҙең тәмен тоя белеүҙә. Ә ундайҙар һәйкәлгә мохтаж түгел.
Шулай итеп, хәйерле сәғәттә һеҙҙең хөкөмгә тәүге сәхифә.
Күптән шундай ирҙе көтөп ҡалған
Сәхнә үҙе иркен һуланы.
Килгәс бил бирмәүсе бәһлеүәндең,
Бүре һуғыусының уланы.
(И.Кинйәбулатов)
Һаумыһығыҙ! Хөрмәтулла Ғаззалеевич килдеме? Һеҙҙе иҫкәртергә тейештәр ине. – “Шоңҡар”ҙың таныҡлығын сығарып күрһәтәм.
– Эйе, ул үҙендә. – Вахтер ағай икенсе ҡатҡа илтеүсе ишеккә ымлай.
Бына миңә кәрәкле 202-се кабинет. Һаҡ ҡына эскә инәм... Ҡабул итеү бүлмәһендә бер кем юҡ. Ике яҡта – ике ишек. Береһенең ишегендә яҙыу – ”Директорҙың беренсе урынбаҫары Хөрмәтулла Ғаззали улы
тәшев”. Икенсеһе бер аҙ асыҡ. Эстән тауыштар ҙа ишетелгән кеүек. Ҡыҙыҡһынып ҡарайым. Ә, бына ҡайҙа Хөрмәтула ағай! Мөләйем генә апай менән нимәлер һөйләшәләр. Ишектә яҙыу – “Директор урынбаҫары, баш бухгалтер”. М-м-м...
Мине күреп, Хөрмәтулла Ғаззалеевич урынынан ҡуҙғалды.
– Ә мин, һеҙгә, килешелгәнсә, көнө буйы эргәгеҙҙә йөрөргә.
Өҫ кейемен һалып, үҙ-ара яҡынданыраҡ танышҡансы, билдәле актер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы доценты, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында директорҙың беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы кешенең эш бүлмәһен күҙҙән үткәрәм. Китаптар, дипломдар, афишалар, сувенирҙар, статуэткалар, фотолар... Шунан ғына аңлайым шикелле ҡайҙа килеп эләккәнемде. Театр бит был, театр!
Төп яҡта тағы бер бүлмә күренә. Минең шунда йүнәлгәнде күреп, Хөрмәтулла ағай артымдан эйәрә:
– Бында банкеттар үткәрәбеҙ. Ну, уныһы һирәк. – Йылмая.
Бер-беребеҙгә бер аҙ күнегеп алғас, һорайым:
– Ә бөгөн ни эшләйсәкбеҙ?
– Бик тығыҙ ғына көн көтөлә. Берәй сәғәттән оперативкаға барырбыҙ. Әлегә почтаны тикшерәйек.
“Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Молодежная газета”, “Рампа”, “Тамаша”... Тағы әллә күпме гәзит-журналдар. Актерҙар матбуғатты күҙәтеп бара икән. Күңелле.
– Бына “Йәшлек”тәр кисәге милләттәр кросы хаҡында яҙған икән.
– Эйе, икенсе синыфта уҡыған улым менән 1800 метрға йүгерҙек. Әлбиттә, беренсе килеп булманы, шулай ҙа, артта ла тороп ҡалманыҡ. Бында беҙҙә контролер булып эшләгән Айзилә Мәхмүтованы маҡтағандар. Ул өсөнсө булып килгәйне. Был ҡыҙҙа бөтә ил күләмендәге ярыштарҙа ҡатнашырлыҡ потенциал бар тигәндәр хатта.
“Йәшлек”тәргә дәғүә юҡ. Беҙҙең театр тураһында ла йыш яҙалар. Ә бына “Башҡортостан”да киреһенсә, материалдар оҙаҡ сыға. Урын юҡ, тип һылтаналар.
Ишеккә туҡылдаталар. Урта йәштәрҙәге матур ғына бер апай инде лә, иҫәнләшеп, йомошон һөйләй ҙә башланы.
– Арыҫлан Әбүзәр менән килешкән, бөгөн кискә табан ул яңы пьесаһын тотоп киләсәк...
– Рәмилә Камил ҡыҙы Йәһүҙина була был апайың. Беҙҙең әҙәбиәт бүлеген етәкләй. Театрға килтерелгән бөтә пьесалар тәүҙә уның ҡулы аша үтә инде.
– Танышыуыбыҙға бик шатмын, Рәмилә апай!
– Бәлки, Хөрмәтулла Ғаззалеевич почтаны ҡарағансы, минең бүлмәгә лә күҙ һалып сығырһың?
Өсөнсө ҡатҡа күтәреләбеҙ. Рәмилә апайҙың эш урыны директор урынбаҫарыныҡынан күпкә бәләкәйерәк, әлбиттә. Әммә бында ла театр еҫе, театр рухы! Стенала афишалар, эш планы, картиналар, спектаклдә төшөрөлгән рәсемдәр, өҫтәлдә – төргәк-төргәк ҡағыҙҙар...
– Бына был ҡыҙҙы таныйһыңмы? – Рәмилә Камил ҡыҙы өҫтәле өҫтөндә генә тиерлек эленеп торған картинаға төртә. – Мин.
– Әхмәт Лотфуллиндың рәсеме бит был!
– Эйе, мине студент сағымда төшөргәйне. – Ихлас йылмайған Рәмилә ханыма һәм картиналағы милли кейемдәге һылыу ҡыҙға ҡарайым. Бәй, ысындан да, оҡшағандар... – Миндә төп нөсхәһе түгел, хәҙер ул картина әллә нисәмә хужа алыштырҙы инде.
Тағы ла әллә нәмәләр һөйләргә ниәтләй, ләкин телефон тауышы бүлдерә.
– Ғәфү ит, директор үҙенә саҡырта.
Оперативка башланғансы әллә күпме ваҡыт бар әле. Шул арала мин үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп ҡалырға ашығам.
– Хөрмәтулла Ғаззалеевич, һеҙ, актер булараҡ, әллә күпме сағыу ролдәр тыуҙырған кеше. Шуларҙың араһында күңелегеҙгә иң яҡыны, кинәнес менән башҡарғаны ҡайһыһы булыр?
– Һуңғы осорҙа башҡарған ролдәрҙән ҡырғыҙ режиссеры һәм драматургы Нурлан Абҡадыровтың “Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге” спектаклендәге Темуджин образын тыуҙырыу бик ҡыҙыҡ булды. Унда театр эсендәге театрҙы күрһәтергә кәрәк.
Традицион театрҙа партнерҙар үҙ-ара бер йә ике кеше һөйләшә һәм хәрәкәт тә (действие) бер йәки ике урында бара. Ә бында һәр береһенең үҙ тормошо туҡталмайынса, өҙөлмәйенсә китеп бара. Беҙ уйнаған труппа 800 йыл буйы быуындан-быуынға, атаһынан улына күсеп килгән бер үк – Сыңғыҙхандың һуңғы көндәренә арналған сюжетты уйнай. Спектакль эсендә спектакль ҡуябыҙ килеп сыға.
Нимәһе менән мауыҡтыра һуң был спектакль? Труппа бер генә маҡсат менән йәшәй – ижадты өҙмәҫкә, ата-бабаларға бирелгән антҡа хыянат итмәҫкә. Үҙ-ара низағтарҙан бер-береһен өҙгөләрҙәй булалар, аслыҡ, тамашасы нимә бирә, ниндәй икмәк ташлай, шулар менән генә туҡланалар, ләкин шуға ҡарамаҫтан, төп маҡсаттарын онотмайҙар. Хатта Ата менән Ул, Темуджин менән Сығатай араһында конфликт тыуып, Сығатай атаһын үлтергән хәлдә лә, Темуджин улына театрҙа уйнауҙы туҡтатмаҫҡа васыят итә.
Ғаилә-труппала 4 егет һәм бер генә ҡатын-ҡыҙ. Өс ул да ошо ҡатынға ғашиҡ һәм һөйөүҙәрен иҫбатларға тырыша. Темуджин да үҙ сиратында уны ярата һәм улдарына был һеҙҙең һеңлегеҙ тигән фекерҙе һеңдерергә маташа. Ысынында был ҡыҙ сабый сағынан уҡ әлеге Темуджин тарафынан урланған була. Маҡсаты ла уйынды туҡтатмаҫҡа, ҡыҙыҡайҙы Бортэ роле өсөн үҫтерергә.
Тормошта уларҙың исемдәре юҡ. Бер-береһен уйнаған ролдәре буйынса исемләйҙәр. Мин уйнаған Темуджин – ғаилә башлығы, труппаның хужаһы, ҡайҙа туҡтарға, ни эшләргә – барыһын да ул хәл итә.
Тап ошо спектакль менән Ҡазан ҡалаһында “Нәүруз” , Бешкәк ҡалаһында "Арт-Орда", Улан-Удэла “Лики Чингисхана” фестивалдәрендә сығыш яһап, ҙур баһаға өлгәштек. Ана тора Ҡазан бүләге, – Хөрмәтулла Ғаззали улы һөйләүенән туҡтап, тәҙрәләге һәм өҫтәлдәге ҙур маска һүрәтләнгән статуэткаларға ымлай. – Күтәреп ҡара әле.
– Эйе. Ниндәйҙер металдар ҡатнашмаһынан ҡойолған буғай. Береһен “Иң яҡшы спектакль” номинацияһы өсөн бирҙеләр, ә икенсеһе шәхсән үҙемдеке.
– “Иң яҡшы ир-егет роле” өсөн.
– Тап шулай. Хәйер, әйтергә кәрәк, ерлектәге сәхнә белгестәре Нурлан Абҡадыровтың был әҫәрен ҡабул итмәне. Йәнәһе лә башҡорт театрына хас булмаған алымдар һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәр.
Һүҙҙе бүлдереп, ишеккә туҡылдаталар.
– Әйҙүк. Эльмира Әмировна – беҙҙең әртистәрҙең башлығы, – тип таныштыра мине әңгәмәсем. – Шунан, беҙҙекеләр нисек йөрөп ҡайтты Мәләүездән? Ҡасан ҡайттылар?
– Кисә яҡшы ғына йөрөп ҡайттылар.
– Халыҡ... – Эльмира Әмировна туҡтауһыҙ уйнаған кеҫә телефонын һүндереп, бер аҙ уйлана. – 70 процент тирәһе булды, тинеләр.
– Улайһа, оперативканан һуң Кесе залда кемдәр Чеховтан буш, шулар Вәлидиҙе ҡабатлай алабыҙ бит, эйеме?
– Ярай, тексты иҫкә төшөрөрбөҙ. Башҡа яңылыҡтар юҡ былай.
– Ауырыған әртистәребеҙ бармы?
– Иртәгә Фидан Сафич булалмайым тине.
Эльмира Әмировна сығып киткәс, Хөрмәтулла ағай һүҙен йомғаҡлап ҡуйҙы:
– Темуджин бер ваҡытта ла сәхнәлә тик тормай, гел хәрәкәттә, гел үҙ өҫтөнлөгөн иҫбатлай, көрәшә. Шуның өсөн дә иң яратҡан ролемдер ул.
Кен Кизиҙың Айрат Абушахманов ҡуйған “Кәкүк ояһы өҫтөнән осҡанда”һынан Макмерфи ла ҡыҙыҡлы ғына. Фәрит Богдановтың беҙҙең театрҙа оҙаҡ ҡына барған “Төнгө ҡунаҡ” спектаклендә Таңсулпан Бабичева менән ике сәғәт буйы сәхнәнән сыҡмай уйнай инек. Ундағы образым эмоциональ булыуы менән оҡшай.
– Белеүемсә, һеҙ Сыңғыҙхан хаҡындағы фильмда ла ҡатнаштығыҙ. Бөйөк юлбашсы образын тыуҙырыуы ауыр булманымы?
– Фильмдың режиссеры Андрей Савич Борисов – Саха-Якутияның мәҙәниәт һәм рухи үҫеш министры. Улан-Удэлағы “Лики Чингисхана” фестивале хаҡында әйтеп үткәйнем бит, ул үҙенә күрә кастинг һымаҡ итеп тә ойошторолғайны. Андрей Борисов ошо фестивалдә ҡатнашыусы ҡайһы бер артистарға роль тәҡдим иткәйне. Мин дә Сыңғыҙҙың төп дошманы Тайан хан роленә шулай килеп эләктем. Борисов бик уйлап эш иткән актерҙарҙы һайлағанда – уларҙың барыһы ла үҙ театрҙарында бөйөк монголды уйнаған кешеләр. Тимәк, уларға Сыңғыҙҙың кемлеген, маҡсаттарын аңлатаһы түгел. Юғиһә, беҙ нимәнелер ҡуйыр алдынан, әҫәрҙәге осорҙо, һөйләште, көнкүреште китаптан йә интернеттан уҡып өйрәнеп, әҙерлек осоро үтәбеҙ бит.
Монголиянан, Якутиянан, Ҡытайҙан, Хакасиянан, Тыванан, Голливудтан да актерҙар саҡырылғайны. Һәм иң ҡыҙығы – һәр кем фильмда ролен үҙ телендә башҡарҙы. Йәмғеһе 11-12 тел...
– Туғыҙ тел тип уҡығайным мин.
– Эйе, дөрөҫ, туғыҙ тел яңғыраны. Нимәгә ун ике тием – Башҡортостанда барлығы ун ике театр бар бит, – тип йылмая Хөрмәтулла Ғаззалиевич. – Фильмда төшөүе еңел булды. Беренсенән, бер-беребеҙҙе беләбеҙ, бер үк фестивалдәрҙә осрашып торабыҙ. Икенсенән, үҙ телеңдә сығыш яһау көс бирҙе. Фильмда ҡатнашыу бер үк төрки тамырҙарҙы тойоу, ҡан-ҡәрҙәшлек хистәрен уятыуы менән дә файҙалы булды. Бөтә донъя Европа мәҙәниәтенә табынғанда ошондай фильмдар аша төрки мәҙәниәтен күрһәтеү бик мөһим.
– Бына шул. – Хөрмәтулла Ғаззалеевич сәғәткә күҙ ташлай. – Беҙгә оперативкаға барырға ла ваҡыт еткән.
– Ә ҡайҙа үтәсәк ул? Директор кабинетындамы?
– Юҡ, Кесе залда. Ғәҙәттә Оло залда уҙа торғайны, әммә унда әле Чеховтың “Туй” спектакле буйынса репетициялар бара, – ти көлөмһөрәп, минең балаларса ҡыҙыҡһыныуға.
Кесе залға китеп барышлай, олоһона ла һуғылдыҡ. Бында артистар юҡ ине инде, оперативкаға китеп өлгөргәндәр. Әммә сәхнәне ҡороусылар мәж килә. “Директорҙың беренсе урынбаҫары Үтәшев” йәһәт кенә уларҙың һәр береһенең эше менән ҡыҙыҡһынып, кәрәкле күрһәтмәләрен биреп сыҡты.
Оперативкаға килгәндә, халыҡ йыйылғайны инде. Шым ғына артҡараҡ үтеп урынлаштым. Хөрмәтулла ағай сәхнә уртаһына ҡуйылған өҫтәл артына, Рәис Абдрахман улы Исмәғилев янына барып ултырҙы.
– Иртәгә театрыбыҙ 91-се ижад миҙгелен асып ебәрәсәк. Тантана 18:00 сәғәткә тәғәйенләнгән. Президенттың килеүе көтөлә. Шуға барығыҙ ҙа әҙер тороғоҙ. Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, тәүге күрешеү күңелгә һеңеп ҡалыусан, –етәкселәрҙең ғәҙәти һүҙе менән асып ебәрҙеләр оперативканы. Көн тәртибендәге мәсьәләләрҙе ҡарағандан һуң, ә улар, министр алышыныу, миҙгел асыу, Ҡазанға гастроль, Ҡазандан Камал театрын ҡаршылау, вокал буйынса яңы белгес тәғәйенләү кеүегерәк хәстәрҙәрҙән ғибәрәт ине, оҙаҡ йылдар тамашасыларҙы төрлө спектаклдәрҙә ҡыуандырған, илатҡан, өмөтләндергән актер Хәмиҙулла Яруллинға Өфө ҡалаһы башлығы П. Качкаевтан Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.
Иң аҙаҡта бер актриса һүҙ алды. Баҡһаң, Фирҙәүес Ғиззәтуллина икән.
– Мин балалар реабилитацияһы үҙәгендә булдым. Беҙ 6 декабрь мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың конкурсын уҙғармаҡсыбыҙ. Ярҙам күрһәтһәгеҙ, бик яҡшы булыр ине.
Артистар ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуҙарын белдерҙе. Оперативканан һуң “Әхмәтзәки Вәлиди Туған” спектаклендә ҡатнашыусылар (кемдәр Чеховтан буш), ошонда репетицияға ҡалды.
Алғараҡ күсеп, артистарҙың йыйылғанын көтәм. Бына бер-бер артлы инә башланылар. Иң аҙаҡта:
– “Хыялый”ҙы ҡабатларға кәрәк әле ул, сәғәт ун икелә Мәләүезгә юлға, – тип һөйләнә-һөйләнә Илдар Ғүмәров күренде.
– Юлда ҡабатларһың “Хыялый”ыңды, – ти уға Хөрмәтулла Ғаззалеевич.
Кеше йыйылғанын көткәнсе, янымдағы матур бер апай менән танышам. Ә ул Вәлидиҙең тәүге тормош иптәше Нәфисәне уйнаусы Рәзифә Динмөхәмәтова булып сыҡты. Иҫләйем, эйе, бик яҡшы иҫләйем уның сәхнәлә сағын... Янып торған күҙҙәре менән барыһын әсир иткәнен.
Артистар етерлек йыйылманы. Репетицияны күсерҙеләр .
Кабинетҡа ҡайтышлай Илдар ағай менән һөйләшеп китәбеҙ.
– Хөрмәтулла менән театрға бер заманда килдек. Һикһән алтынсы йылда мин армиянан ҡайтып, кире театрға килгәндә, Хөрмәт актерҙар бүлеген тамамлап эш башлап тора ине. Хәйер, ул студент йылдарында уҡ төрлө ролдәрҙә уйнап киткәйне.
Хәтеремдә, иң тәүҙә Нәжиб ағай Асанбаевтың “Майҙан тотабыҙ”ында бер-беребеҙгә оппонент булған ике образды уйнағайныҡ. Хәҙер нисәмә йылдар бергә эшләйбеҙ, Аллаға шөкөр. Әлбиттә, ниндәйҙер уҡыу йортон тамамлау ғына һине әҙер артист итеп ҡуймай. Беҙҙең ана шул профессионал булып етешеүебеҙ, бер-беребеҙҙең күҙ алдында үтте. Артист булараҡ, һын кәүҙәһе мөһабәт булғас, геройҙарҙы күп уйнаны Хөрмәт. Тауышының тембры ла, тормошто тойомлауы ла геройҙарға тартым. Шуға ла һәр ваҡыт бөйөктәрҙе уйнап килде. Әммә кире образдар, комедия өлкәһе лә ситтә ҡалманы. Ҡайһы бер артистар комедия йәки драма сиктәрендә генә уйнай ала. Ә Хөрмәтулла бөтә яҡлап та оҫта. Ул киң масштаблы артист. Шәхестәрҙе тыуҙырыуы менән ҡиммәтле, әлеге Салауатты ғына алайыҡ. Йә булмаһа, “Вәлиди”ҙәге Ататөрк. Ә Ататөрк төрөктәр өсөн Аллаға тиң. Һәр төрөктөң өйөндә уның портреты бар, үҙем күрҙем. Төркиәлә Хөрмәтулланың Ататөркөн бик яратып ҡабул иттеләр. Масштаблы уйлаған кеше генә масштаблы геройҙы уйнай ала. Әгәр ҙә актерҙың фекер йөрөтөүе тарыраҡ, йәғни интеллектуаль кимәле түбәнерәк булһа, ул кеше, әлбиттә, ҙур геройҙарҙы тәрән итеп башҡара алмай.
Кабинетҡа килеүгә, тағы ла бер ханым – билдәле актриса Илһөйәр Ғәзетдинова көтә ине беҙҙе. Зинира Атнабаеваға тыуған ауылындағы музейҙа айырым бер бүлмә бүлгәндәр икән. Хөрмәтулла ағайҙың бурысы – актрисаның плакатына изге теләктәр яҙып ҡул ҡуйыу. “Хөрмәт менән Хөрмәтулла".
– Тамаҡ яғын ҡайғыртып киләйек, – ти миңә эше бөткәс.
Артистар өсөн генә махсуслаштырылған ашханаға төшәбеҙ. Дә-ә, театрҙың ашханаһы ла хатта сәнғәт үрнәге... Бер яҡ стена тотошлайы менән ҙур көҙгө, икенсе яҡта – ҙур шыйыҡ кристалл телевизор, өсөнсө яҡта – сәхнә күренештәрен яҡтыртҡан рәсемдәр.
– Әле ниндәй яңы спектакль әҙерләйһегеҙ? – Ашағанда һөйләшергә ярамай әлбиттә, тик минең өсөн түгел.
– Урыҫ классигы А. П. Чеховтың әҫәре буйынса “Туй” тигән спектакль ҡуясаҡбыҙ ошо көндәрҙә. Борис Ильич Цейтлин тигән режиссер Санкт-Петербургтан килеп эш башланы.
Ашап бөткәс, Оло сәхнә яғына китәбеҙ – “Туй”ға. Сәхнәлә репетицияның иң ҡыҙған мәле. Хөрмәтулла ағай режиссер менән һөйләшә, шул арала артистар менән дә шаярып өлгөрә. Ана, Арыҫлан Йәнбәковты күреп ҡалды. Улар әңгәмәләшкәнсе, мин ултырғыста бер үҙе репетицияны күҙәткән Алмас Әмиров менән танышам.
– Эйе, бына Ять ролендә һыу эсенән “өшөп” килеп сыҡтым, – тип йылмая шинелме, кителме кейеп алған Алмас ағай. – Цейтлин башта ысынлап минең баш аша ике биҙрә һыу ҡойорға уйлай ине әле. Саҡ-саҡ күндерҙем, сәсте генә һыулап, бына ошолай итһәм, күшеккәнгә оҡшайым тип. Тауыш юғалыр ине юғиһә.
– Режиссерығыҙ урыҫ, күреүемсә, башҡортса аңламай, ә үҙе башҡортса спектакль ҡуя. Нисек өйрәтә һуң ул һеҙгә ҡайһы тирәлә нисегерәк әйтергә кәрәклеген?
– Хәтәр кеше ул. Интонациянан ғына тотоп ала, әгәр яңылыш әйтһәң. Урыҫса текст менән сағыштыра ла, бөтә телдәрҙә лә ошо һөйләм ошолай әйтелергә тейеш, ти. Профессионал.
Бында эш бөткәс, кире кабинетҡа китәбеҙ. Беҙҙе юлда реклама бүлегенең хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Береһе, Үтәшев менән һөйләшкәне, аңлауымса, мөдир. Йәшерәге миңә ҡағыҙҙарын күрһәтә:
– Бына ошондай афишалар, рекламалар эшләйбеҙ.
– Театр драматургтарһыҙ йәшәй алмай. 2008 йылда “Аргументы и Факты” гәзитенә биргән интервьюғыҙҙа яҡшы драматургтар юҡлығына зарланғанһығыҙ...
– Драматургия йәһәтенән проблемалар бар инде ул. Шуға күрә үҙебеҙ менән эшләрлек йәш драматургтар эҙләйбеҙ. Әммә драматургия – ижадтың иң ауыр бер төрө, драматургмын тигән күптәрҙең пьесаһы ҡуйырлыҡ булмай сыға. Йәшерәктәрҙән Салауат Әбүзәрҙең пьесалары асыш булды беҙгә. Яҙғыһын сезонды уның “Хыялый”ының премьераһы менән япҡайныҡ. Бына бөгөн ул яңы пьесаһын тотоп килергә тейеш. Кискәрәк бергәләп уҡырбыҙ. Арыҫлан Йәнбәковтың диплом эше буласаҡ ул, әгәр ҙә беҙҙең талаптарға тап килһә. Арыҫлан менән әле генә ошо хаҡта һөйләшеп алғайныҡ.
Беҙҙә пьесалары ҡуйылғандар араһында иң йәше Салауат Әбүзәров. Ә Нәжиб Асанбаев, Флорид Бүләков, Наил Ғәйетбаевтар улар инде олораҡтар. Йәштәр кәрәк.
Драматургтарға ҡытлыҡ бар инде ул. Был Башҡортостанға ғына хас күренеш түгел.
– Быны нимә менән аңлатырһығыҙ? Кино, интернет бәләһеме?
– Сәбәп улай ябай ғына түгелдер. Бына заманында Н. Асанбаев, М. Кәрим, И. Абдуллин, Н. Нәжми улар бер плеяда булып килеп инәләр ҙә, бер-береһе менән ярышып әүҙем эшләйҙәр. Ул ваҡыттағы совет идеологияһы ла булышлыҡ иткәндер, сөнки идеалдар аныҡ ине. Советтар тарҡалғас, яңылары үҫеп өлгөрмәне, ә ололар ҡаушап, юғалып ҡалды. Улар элеккесә фекерләй. Бөгөнгө көн геройын таба алмайҙар. Нимә яҡшы, нимә насар? Ҡайһы персонажды герой итергә?
Конкурстар ҙа уҙғарып торабыҙ. Бына һуңғыһын мәҙәниәт министрлығы иғлан иткәйне. Ҡырҡлап әҫәр килде. Уларҙың яртыһын драма әҫәре тип әйтеп булмай ине. Драма әҫәрҙәре етешмәгәнлектән, сәсмә әҫәрҙән инсценировка эшләп, сәхнәгә сығарырға тура килә хатта ҡай саҡ. Улар араһында М. Кәримдең “Ауыл адвокаттары”, З. Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәренән яһалған “Серле көршәк” (Урал Ғәлиевтың әҫәрҙәре) кеүек әйберҙәре бар.
Миңә былтыр “ Алтын битлек” тә жюри ағзаһы булырға тура килгәйне. Бер ай дауамында Рәсәйҙең иң яҡшы һаналған театрҙарының спектаклдәрен баһаланыҡ. Бөтәһендә лә бер үк проблема.
– Бөгөнгө көн геройын нисегерәк күҙ алдына килтерәһегеҙ? Зәки Вәлиди һымаҡ шәхестәрме, әллә ябай кешеләр кәрәкме сәхнәлә?
– Әлбиттә, шәхестәр, ҡаһармандар хаҡында күп яҙалар. Беҙ ҡуябыҙ. Шанлы үткәндәргә халыҡтың инде ниндәйҙер ҡарашы бар, һәр хәлдә ниндәйерәк реакция буласағын тойоп була. Ә бөгөнгө көнгә баһа биреүе, уны анализлап ниндәйҙер геройҙы алға сығарыуы ауыр. Был бик һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет. Стәрлетамаҡта Жеребцов тигән бер егет ошо юҫыҡта әүҙем эш алып бара. Уның пьесалары республикала ғына түгел, хатта Мәскәүҙә лә уңыш менән ҡуйыла. Флорид ағай Бүләков та шулай уҡ бөтә Рәсәй кимәлендә билдәле. Бөгөнгө геройҙы сәхнәгә мендерәсәк кешене, шулай ҙа көтөргә генә ҡала.
– Һәр кешенең, шул иҫәптән ижад кешеһенең дә икмәк ашағыһы килә. Рухи байлыҡтан тыш, матди яҡтан артистарығыҙҙың хәле нисек?
– Беҙҙең театр, опера һәм балет театры, урыҫ театры эш хаҡы яғынан алдынғылыҡта. Башҡа театрҙарҙыҡы әлеге ваҡытта маҡтанырлыҡ түгел ул барыбер. Йәмғиәт әле булһа ижад кешеләренең эшен, Европа менән сағыштырғанда, түбән баһалай. Йәшерәк артистар актер һөнәренән тыш, ғаиләһен туйҙырыу өсөн, башҡа эш менән дә шөғөлләнергә мәжбүр. Был үҙ сиратында, ижадҡа зыян килтерә. Миңә лә ижад карьераһының тәүге осорҙарында урам һепереүсе, төнгө ҡарауылсы, сәхнә эшсеһе булып та эшләп алырға тура килде.
Ишек шаҡынылар. Бая сәхнәлә актерҙар менән ҡыҙыу эш алып барған Борис Ильич күренде.
– Инмәйенсә булдыра алманым!
– Һаумыһығыҙ! Мин һеҙҙең эшегеҙгә күҙ һалып сыҡтым. – Хөрмәтулла Ғаззалеевич беҙҙең бая сәхнә янында булып китеүебеҙҙе күҙ уңында тота.
– Ситтән ҡарауға бик матур! Беҙҙең йәштәрҙән, бик кинәнеп ҡарап торҙом, бер-икеһенең икенсе һулышын асып ебәргәнһегеҙ хатта! Рәхмәт!
– Үҙем дә кинәнеп торҙом. Йәштәр генә түгел, олораҡтар ҙа ихлас уйнаны бөгөн!
– Улар тәжрибәле бит инде.
– Ну, Хөрмәт Ғаззалеевич, беләһегеҙ бит, тәжрибәлерәк булған һайын насарыраҡ. Тәжрибә зыян ғына. Тәжрибә хаталарҙың улы булырға тейеш бит ул! – “Ҡыҙыҡ хәбәр һөйләй был бабай. Юҡҡа ғына ике тапҡыр “Алтын битлек”кә лайыҡ булмағандыр инде, күрәһең.” – Ә ололарҙа хата түгел, ә былай... Барыбер атҡаҙанған исемдәре бар, маҡталғандар... Тәнҡит ныҡлап бешмәгән уларҙы. Ярай, мин сығайым инде, күрешергә тип кенә ингәйнем.
Цейтлин нисек ҡапыл килеп инһә, шулай тиҙ генә сығып та китте.
– Бөгөнгө көн театрының тағы бер проблемаһы – буш залдар...
– Хәҙер ял итеү өсөн мөмкинлектәр күбәйҙе. Театрға халыҡтың бәләкәй генә проценты йөрөй. Ҡасан ҡарама, шул бер үк йөҙҙәр. Халыҡтың урыҫлашыуы ла үҙ ролен уйнамай ҡалмайҙыр. Элегерәк тағы ла матур бер йола була торғайны – район башлыҡтары үҙҙәренең алдынғы эшселәрен ял иттереү маҡсатынан, автобустар менән килтерә ине. Бөгөнгө ҡыйбатсылыҡта был мөмкин дә түгелдер инде, күрәһең. Дүртөйлө, Илеш райондары йылына бер килеп китә ул былай.
– Ә хәҙер – дәрескә! – Үтәшев, театрҙа эшләүенән тыш, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының доценты ла. Актер оҫталығы серҙәрен төшөндөрә.
Театрҙан сығабыҙ ҙа, Матросов паркы аша академия яғына атлайбыҙ.
– Көнө буйы бинала ултырып ғүмер үтә, – ти Хөрмәтулла ағай.
Ә тышта ысынлап та бик матур. Әбейҙәр сыуағы. Ҡояш көлә, аяҡ аҫтында алтын япраҡтар.
Бына килеп еттек. Кәрәкле аудитория. Хәйер, уны аудитория тип атарға ла тел әйләнмәй әле ул – парталар бөтөнләй юҡ тиерлек. Ҡайҙа ул йәнгә тейеп бөткән таҡта, уҡытыусы трибунаһы? Улар урынына ярты бүлмәне сәхнә биләп тора. “Уҡыуын уҡығас, бына ошондай шарттарҙа уҡырға кәрәк ул” тип уйлап ҡуям үҙем белем алған, үтә дөйөм һәм теоретик белем биргән вузды иҫкә төшөрөп.
Дәрес башланмағайны, шулай ҙа студенттар йыйылған тиерлек. Үтәшев үҙ эштәренән арынғансы, студенттар менән таныша торам. Беренсе курс. Бигерәк алсаҡ һәм ябай үҙҙәре. Ун башҡорт егете һәм алты башҡорт ҡыҙы. Төрлө райондарҙан ун беренсене генә бөтөп килгәндәр. Бер нисәүһе сәнғәт училищеһынан һуң. Йәштәш булғас, мине үҙҙәренә килгән яңы ҡыҙ тип ҡабул иттеләр тәүҙә.
Әле йүгереп йөрөп өйгә бирелгән эштәрен ҡабатлайҙар. Хөрмәтулла ағалары ҡаты ғына уҡытыусы, ахыры.
Ҡыңғырау... Барыһы ла йыйылды. Хөрмәтулла Ғаззалеевич та бында.
– Бөгөн дәрес ахырына тиклем өйгә бирелгән эштәрегеҙҙе тикшерәсәкбеҙ. Нимә бирелгәйне әле һеҙгә?
– Эйе, этюдтар. Әйҙә, башланыҡ, кем беренсе?
Студенттар тынып ҡалды. Береһенең дә беренсе булып сығырға баҙнаты етеңкерәмәне, шикелле. Шулай ҙа бер ҡыйыу егет табылды. Өнһөҙ-һүҙһеҙ генә йөрөп “һыу ташыны, мунса яҡты”. Этюдын күрһәтеп бөткәс, сәхнә уртаһындағы ултырғысҡа ултырҙы ла, үҙенә баһа көтә башланы.
– Йә, ни әйтерһегеҙ был этюд тураһында? – Хөрмәтулла Ғаззалеевичтың дәресе шуныһы менән ҡыҙыҡ та – ул ирекле фекер алышыуҙы тыймай. Бер-береһенең хаталарында өйрәнәләр, тимәк. Иптәшеңдә табып, йөҙөнә ҡарап әйткән хатаны нисек тә булһа ҡабатламаҫҡа тырышасаҡһың бит инде. “Кеше фекерен ҡабул итеп өйрәнегеҙ, эш дәүерендә үҙегеҙҙең адресығыҙға бик күп һүҙ ишетергә тура киләсәк бит”, – ти билдәле актер-уҡытыусы был хаҡта. Мин һоҡланып күҙәтеп ултырған этюдтың да әллә күпме кәмселеген таптылар. Ана, минең янда ултырған ҡыҙ: “Бының конфликты юҡ, тимәк, этюд тип атарға ла ярамай”, – тип егеттең эшен бөтөнләй юҡҡа сығарып ташланы. Һуңғы һүҙ уҡытыусыға. Ә Хөрмәтулла ағай оҙон-оҙаҡ һөйләмәй, әммә сәпкә төҙ тейә. Студенттарҙың иң таралған хаталары – уй-кисерештәрен хәрәкәттәре менән күрһәтә белмәүҙәрендә. Уҡытыусылары ҡыҙып китеп, төрлө мимика, хәрәкәтте үҙе күрһәтеп аңлата башлай.
Мауығып этюдтар ҡараған саҡта, ишек шаҡыйҙар. Бая академияға ингән саҡта юғарынан ҡунаҡтар көтәбеҙ, тиҙәр ине. Килеп тә еткәндәр булһа кәрәк. Вице-премьер Зөһрә Рәхмәтуллина һәм академияның ректоры Әминә Шафиҡова килеп инде. Үҙҙәренсә нимәнелер тикшереп сығып киттеләр. Бер нисә минут эсендә нимә аңларға өлгөргәндәрҙер инде?
Өс сәғәтлек дәрестең яртыһы һиҙелмәй генә үтеп тә китте. Тәнәфестә мин йәнә студенттар араһында. Бер ҡыҙыҡай сәхнә иҙәненә ятып тороп илай. Ҡурҡып киттем хатта.
– Нимә булған уға? – тип һорайым янымда торған береһенән. Уныһы бик иҫе лә китмәй яурынын һелкетә:
Яраталар был ҡыҙҙар-егеттәр Хөрмәтулла ағаларын. Минең “Шоңҡар”ҙан икәнде аңлап алғас, кемуҙарҙан уҡытыусылары тураһында һөйләй башланылар.
– Ул… ул шундай шәп кеше! Сәхнәлә нисек һуң, ҡарап туйғыһыҙ!
– Бик талапсан уҡытыусы булһа ла, дәрестәре ҡыҙыҡлы.
– Беҙ бер ваҡытта ла уның дәресен ҡалдырмайбыҙ!
Ҡыҫҡа ғына тәнәфес тамамланғас, ҡалған этюдтар ҡаралып, баһаланып бөттө.
– Һеҙ – ижадсы. Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, урамдамы, академия эсендәме, ҡалаламы, ауылдамы – күҙәтеүсән булырға тейешһегеҙ. Кем нисек атлай, кем нисек һөйләшә, күҙәтегеҙ, отоп алығыҙ. Ни тиклем багажығыҙ бай булһа, шул тиклем еңелгә тура киләсәк. Онотмағыҙ, һеҙ сәхнәлә тормошто күрһәтәсәк кешеләр, – тип йомғаҡлап кәңәштәрен биреп ҡуйҙы Үтәшев буласаҡ актерҙарға.
Театрға ҡайтып барғанда ла һүҙ улар тураһында барҙы.
– Был курсты махсус йыйҙыҡ үҙебеҙҙең театр өсөн. Шуға күрә, һәр береһе тураһында айырым ҡыҙыҡһынып торабыҙ, академия уҡытыусылары менән бер рәттән, беҙҙекеләр ҙә уҡыта – театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов, мәҫәлән.
Көҙгө матурлыҡты күҙәтеп бер килке шым барабыҙ. Хөрмәтулла ағай ниндәйҙер мөһим эшен онотҡан ҡиәфәт менән кеҫә телефонын сығарып, кемгәлер шылтырата.
– Сәләм, улым! Хәлдәрең нисек? Дәрестән ҡайттыңмы?
Театрға ҡайтыуға, беҙҙе “Әбүзәр килде!” тип ҡаршыланылар. Әлеге лә баяғы банкет үткәрә торған бүлмәгә инеп, йәһәт кенә тамаҡ ялғаныҡ та, яңы пьесаны тыңларға йыйылдыҡ. Авторҙан тыш, режиссер Арыҫлан Йәнбәков һәм әҙәбиәт бүлегенән көн башында уҡ танышҡан Рәмилә Камил ҡыҙы бар ине. Күңелгә ятты был традициялары – яңы пьеса яҙған кешенең үҙен саҡырталар, аҙағынан башына тиклем уҡыттыралар, ә һуңынан – фекерҙәр. Пьеса бармай икән, үҙенең алдында фекер алышҡас, авторға ла үпкәләйһе түгел.
– Оҡшамаһа, сүп-сар һауыты яҡын, – тип шаяртып алғандан һуң, “Контузия” тип аталған мелодрамаһын уҡып ишеттерҙе Салауат ағай. Пьеса ҡыҙыу нөктәлә контузия алып ҡайтҡан, шул баш ауырыуы арҡаһында ауылдаштары тарафынан ситләтелгән йәш егет тураһында. Армияға хәтлем үк яратып йөрөгән ҡыҙын атаһы уға бирергә риза түгел. Конфликт шундайыраҡ. Ахыры Голливуд киноларындағы шикелле – мөхәббәт еңә. Ҡыҙ менән егет ҡауыша. Тағы ла Хеппи-энд. “Икеһе лә үлһә, ҡыҙығыраҡ булыр ине”, тип уйлайым мин. Ялҡытҡан бер төрлөлөк. Театрҙыҡылар пьесаның аҙағы менән риза түгел, улар береһе генә үлһен, тиҙәр... “Юғиһә, халыҡҡа уйланырлыҡ урын ҡалмаған”, – ти Хөрмәтулла ағай ҙа.
Оҙаҡ ҡына фекер алышҡандан һуң:
– Пьеса булғас, “һин дә шулайһың” тип тамашасының битенә сәпәп торорлоҡ булһын, – тип һуңғы һүҙҙе йомғаҡлап әйтеп ҡуйҙы Арыҫлан ағай. – “Контузия” артабан эшкәртелергә тейеш.
Икәү ҡалғас та, пьеса тураһында уйлайбыҙ әле.
– Әгәр ҙә драматург тамашасыны ла ижадсы баҫҡысына күтәрә алһа, бына был ысын оҫталыҡ, – ти Хөрмәтулла Ғаззалеевич. Мин уның һүҙҙәрен бик үк аңлап етмәйем, әммә дөрөҫлөк бар кеүек.
Киске туғыҙ тулыуға ҡарай беҙ инде Телеүҙәк бинаһында инек. Үтәшев ҡатнашлығында бөгөн, киске сәғәт унда тура эфирҙа Гөлназ Ҡолһаринаның “Урынлы фекер” тапшырыуы булырға тейеш. Ишектән ингән ерҙә үк беҙҙе тапшырыуҙың мөхәррире Ләлә Вәхитова ҡаршы алды. Борма-борма коридорҙар буйлап (театрҙа уҡ уларҙан ялҡҡайным, ә бында тағы ла яманыраҡ!) гримеркаға килдек. Гөлназ Фәрит ҡыҙы күптән бында. Бик оҙаҡ ҡына итеп грим һалдылар икеһенә лә. Сыҙамай телеүҙәктә үҙ-үҙемә экскурсия ойоштормаҡсы булғайным да, беренсе коридорҙа уҡ кире боролдом. Валлаһи, аҙашасаҡмын.
Ниһайәт, гримеркала эш бөттө, тура эфир уҙасаҡ урынға киләбеҙ. М-м-м, яҡынса ошолайыраҡ итеп күҙ алдына килтергәйнем дә инде, тик приборҙар һәм камералар тағы ла күберәк икән... Тапшырыу БСТ-ның стандарт аҡлы-ҡаралы фонында бара.
– Бәлки, һин минең янда күҙәтерһең тапшырыуҙы? – ти миңә Ләлә апай.
Ризалашам, миңә редактор янында ҡыҙығыраҡ һымаҡ. Өҫкө ҡатҡа күтәреләбеҙ, бында әллә күпме приборҙар, компьютерҙар, экрандар... Ошонан тороп, аҫтағылар менән идара итәләр, тимәк. Гөлназ Фәритовна менән Хөрмәтулла Ғаззалеевичтың нимә тураһында һөйләшкәне ап-асыҡ ишетелеп тора. Икеһе лә иркен тоялар үҙҙәрен, көлөшәләр... Һәм...
– Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле тамашасылар! Бөгөнгө тапшырыуыбыҙҙың ҡунағы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев. Әңгәмәбеҙ тура эфирҙа бара, әгәр һорауҙарығыҙ булһа, рәхим итеп шылтыратығыҙ.
Шылтыратыусылар көттөрмәне. Кәрәкле һандарҙы әйтеү менән үк янымдағы телефон зыңғырлай ҙа башланы. Ләлә апай уларҙың бөтәһен үк булмаһа ла, ваҡыты-ваҡыты менән ҡайһыларын тура эфирға сығара. Минең һораулы ҡарашҡа:
– Теләк теләр өсөн генә лә шылтыратыусылар күп. Ә эфир ваҡыты былай ҙа ҡыҫҡа, – ти.
Тапшырыу оҙон булыр һымаҡ тойолһа ла, йәһәт кенә тамамланды.
Телеүҙәктән сығып, ҡайтып барышлай, Хөрмәтулла ағай кеҫә телефонын ҡарап йылмая:
– SMS-хәбәрҙәр күп килгән коллегаларымдан. Мине экрандан күреп, ҡыуанып теләктәрен еткергәндәр.
Беҙ айырылғанда сәғәт 22:30 ине.
Бына ошолай үтте театр донъяһында үҙ исемен балҡыта алған кешенең бер көнө. Ярты ғына тәүлек, ә күпме кисерештәр, тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һеҙҙең көндәрегеҙ ҙә шулай файҙалы үтәме?