Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бер көнлөк сәхифә
10 Декабрь 2018, 18:06

Башҡалар ҡалаҡ күтәргәнсе, беҙ ашап өлгөрөргә тейеш...

– Кеше өсөн иң мөһиме – һаулыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ҡәҙерен баһалап бөтмәйбеҙ, организмыбыҙҙы тыңлай белмәйбеҙ. Ғәҙәттә, кешеләр йөрәк нисек һыҙлауын аңлап етмәй. Күкрәк артындағы ауыртыуҙы йыш ҡына үҙәк көйөү менән бутап, иғтибар итмәйҙәр. Ә ул сир үҙ аллы ғына үтмәй. Әгәр кеше ҡапыл үҙен насар тоя башлай икән, тәү сиратта тиҙ ярҙам саҡыртырға кәрәк. Инфаркт хәлендәгеләргә аспирин дарыуын эсерергә, ә нитроглицерин таблеткаһын тел аҫтына һалырға кәрәк. Тәүге ярҙам күрһәтеү – үпкәне яһалма эшләтеү һәм йөрәккә массаж яһай белеү – һәр кемдең бурысы. Һуңғы йылдарҙа оло ағай-апайҙар ғына түгел, йәштәр ҙә дауахана тупһаһын йыш тапай башланы. Быға тәү сиратта стрестар, алкоголь, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәр һәм аҙ хәрәкәтле йәшәү рәүеше сәбәпсе. Һау булырға теләһәгеҙ, спортты яратырға һәм сәләмәт тормош алып барырға кәңәш итер инем. Аҙыҡҡа ла үтә талапсан булырға, күберәк йәшелсә-емеш, майһыҙ ризыҡтар, ҡыҙыл ит ҡулланырға кәрәк.

Дауахана һүҙен ишетеү менән күптәрҙең күҙ алдына ярҙамға можтаж сирлеләр, дарыу еҫе һеңгән һауа, бөтмәҫ процедуралар, укол-системалар килеп баҫа. Табиптарға ҡарата ҡараш та күп осраҡта ыңғайҙан түгел: пациенттарға кәрәкле кимәлдә иғтибар бүлмәй, күпселек ҡағыҙ эше менән мәшғүл тиеүселәр ҙә бар. Мин дә шундайҙар рәтендә инем. Күптән түгел мөнәсәбәтем үҙгәрҙе. Быға беҙҙең сираттағы геройыбыҙ – 18-се ҡала дауаханаһында кардиолог булып эшләүсе Динара Рәил ҡыҙы НУТФУЛЛИНА сәбәпсе булды. Икебеҙгә бер уртаҡ көн кисереп, тирә-йүнгә табип күҙлегенән ҡарағандан һуң, был донъя миңә бөтөнләй икенсе яғынан асылды.

7.30. Динара Рәил ҡыҙы менән 18-се дауахананың алдында осрашырға һөйләшкәйнек. Килешелгән ваҡытҡа килеп еттем. Геройым күренмәгәс, телефон һандарын йыйырға керештем. Теге оста яғымлы ғына тауыш ишетелде. Динара эш урынында булып сыҡты. Ҡайҙа үтергә кәрәклеген һорашҡас, алға атланым. Битемә килеп бәрелгән көҙгө ел тулҡынланыуымды тағы ла көсәйтеп ебәргәндәй булды. Ни тиһәң дә, бөгөн минең өсөн ғәҙәти көн түгел. Кеше ағымына ҡушылып, инеү яғына ыңғайланым.

7.35. Ишек төбөндә өҫ кейемен һалып, “һунар итеге” кейеп алғандан һуң лифтҡа үттем. Кардиология бүлеге 7-се ҡатта урынлашҡан булып сыҡты. Тәғәйен урында Динара мине йылмайып ҡаршы алды. Әле генә килеп тороуы, кейемен алыштырып та өлгөрмәгән. Мине ординатор бүлмәһенә оҙатты ла: “Эш көнө башланғансы, халатымды ғына үтекләп алайым”, – тип, күрше ишеккә инеп юғалды.

Минең артымса ординаторҙар бүлмәһенә ҡулдарына ҡағыҙҙар өйөмө тотҡан йәш ҡыҙҙар йыйыла башланы. Улар үҙ-ара төнгө сменала кемдәрҙе ҡабул итеүҙәре тураһында һүҙ йөрөтәләр.

7.50. Ҡыҙҙарҙың “Һаумыһығыҙ” тип өндәшеүҙәренә башымды күтәреп ҡараһам, бүлмәгә Динара килеп инде. Тәненә һылашып торған аҡ халаты былай ҙа һомғол буйын тағы ла һомғоллатып ебәргән, үтә килешеп тора үҙенә. Һаулыҡ һорашып, өҫтәл артында ятҡан ҡағыҙҙарын алды ла, сығыу яғына юлланды.

– Ғәҙәттә, сәғәт 8.00 оперативка була. Әммә әле генә тиҙ ярҙам менән ике кеше алып килеүҙәре тураһында хәбәр иттеләр. Мин пациенттарҙы ҡабул итеү буйынса яуаплымын. Шунда ашығырға кәрәк, – тип лифт төймәһенә баҫа һалды.

1-се ҡатҡа төшөп, консультация-диагностика кабинетына үттек. Был бүлмәлә ике табип ултыра. Динара таныштырып сыҡты: береһе – терапевт, икенсеһе невролог булып эшләй икән. Улар тиҙ ярҙам менән килгән пациенттарҙы ҡарап, тейешле анализдар алып, дауаханаға һалыу-һалмауҙы хәл итәләр. Һәр береһе үҙенең йүнәлеше буйынса кәрәкле дауалау курсын тәғәйенләй.

7.55. Динара коллегаһы Майя Низамованан сменаны ҡабул итте лә, тәүге пациентты үҙенә саҡырҙы. Оло йәштәге ҡатындан оҙаҡ ҡына сире, нисек ауырып китеүе, дауаланыуы тураһында һорашты. Ошо уҡ бүлмәлә ЭКГ яһап, кардиограмма менән танышып сыҡҡас, ханымға коридорҙа көтөп торорға ҡушты. Үҙе ҡағыҙҙар тултырырға кереште.

– Пациентты 10 минут эсендә ҡарап, дауалау курсын базаға индереп, документтарын бүлеккә оҙатырға тейешмен. Юғиһә киләһе сирлеләрҙе ҡабул итеү тотҡарланыуы мөмкин. Көн дауамында кеше өҙөлмәй. Өфө поликлиникаларынан да, яҡын-тирә райондарҙан да гипертония, ишемия ауырыуҙарына зарланған пациенттарҙы алып киләләр.

Беҙҙең эштә етеҙлек кәрәк, шунһыҙ өлгөрөп булмай. Башҡалар ҡалаҡтарын күтәргәнсе, һин ашап та ҡуяһың, тип көләләр минән таныштарым. Профессия шауҡымы тормошобоҙға ла ҡағылған инде, – ти Динара ҡағыҙҙарын барлап.

8.10. Тәүге пациенттың эштәрен теүәлләп бөтөүгә икенсе ҡатын Динара эргәһенән урын алды. Уның менән дә шул уҡ процедуралар үткәреп, шәфҡәт туташына палатаға тиклем оҙатып ҡуйырға ҡушылды.

8.30. Ниҙер иҫенә төшөргәндәй, Динара өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙ өйөмөн аҡтарырға тотондо. Баҡтиһәң, бөгөн уға мотлаҡ эшмәкәрлеге тураһында тулы мәғлүмәт тапшырырға кәрәк икән. Ун биш минут самаһы шуның менән мәшғүл булды. Әлеге ҡағыҙҙарҙан уның аҙнаһына кәмендә 110 кешегә ярҙам итеүе тураһында белдем. Көнөнә 22 кеше ҡабул итә, шуларҙың 12-һе палатала ятҡан сирлеләр һәм 10-ы яңы килгән пациенттар. Был һандарға дауахананың бөтә бүлектәре буйынса үткәрелгән консультациялар иҫәпкә инмәй. Операция алдынан кәрәкле кардиологик тикшеренеүҙәр үткәреү, табип ризалығы биреү кәрәкһә лә, сирлеләрҙең хәле мөшкөлләнһә лә, Динараға мөрәжәғәт итеүҙәре асыҡланды. Динараның ҡултамға ҡуйғанын көтөп кенә торғандай, бер егет әлеге ҡағыҙҙарҙы алып сығып та китте.

8.45. Ҡабул итеү бүлмәһенә аяғына өйсөк (шина) һалынған бер ҡатынды каталкала алып инделәр. Имгәнгән, күрәһең. Йөрәген тикшергәндән һуң, Динара уны травматология бүлегенә оҙатырға ҡарар итте.

9.20. Ҡабул итеү бүлмәһе ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ҡайнай: шәфҡәт туташтары пациенттарҙы, бер-бер артлы каталкаға ултыртып, йә рентген төшөрөргә, йә анализ алырға йөрөтә. Оҙата килгәндәр табиптарҙан яҡындарының хәлдәрен һорашырға, кәңәштәр алырға тип инеп-сыға. Йыйыштырыусылар тапланып киткән иҙәнде һөртә һала. Табиптар пациент менән компьютер араһында йүгерә.

Ошо мәхшәр артынан күҙәтеп ултырған арала Динараға телефон аша бер пациенттың кардиограммаһын уҡып, операцияға ризалыҡ бирергә кәрәклеге хаҡында хәбәр иттеләр.

9.25. Стетоскобын муйынына элеп алғас, хирургия бүлегенә күтәрелдек. Динара ауырыу тарихын ҡараштырып алғас, палатаға үттек. Бүлмәлә өлкән йәштәге ағайҙар урынлашҡан: кемдер уҡый, кемдер система алып ята, кемдер кейем-һалымдарын йыйыштыра. Ишектә беҙҙе күреү менән туҡтап ҡалдылар. Үҙҙәренең фамилияһын ишетмәгәс, ҡабаттан үҙ “эштәренә” ҡайттылар. Ҡыҙыҡһындырған ағайҙы коридорҙан да тапмағас, палатаға кире индек. Беҙҙе, сығып китте, тип шаярттылар булһа кәрәк. Дауаханала ла төшөнкөлөккә бирелмәйҙәр икән. Ә Бикиров ағай ҡолаҡҡа ҡаты булып сыҡты. Кардиограммаһы яҡшы, йөрәк сире менән яфаланмай икән.

9.43. Сәйгә туҡтап алырға булдыҡ.

– Пациенттар күп килһә, сәй эсергә бөтөнләй ваҡытыбыҙ ҡалмай. Ҡайһы саҡта сәғәт 3-кә тиклем бер йотом һыу уртларға ла форсат теймәй, – ти Динара өҫтәлгә тәм-том ҡуйып. Уңайҙан файҙаланып, һорауымды бирә һалдым.

– Динара, табип булыу теләге һиндә нисек яралды?

– IV-се кластарҙа уҡығанда, ҡапыл өләсәйем ауырып китте. Әсәйем менән уны тәрбиәләй торғайныҡ. Уколды ла үҙебеҙ һалабыҙ. Ул ике йыл түшәктә ятты. Уның артынса олатайым да сырхап китте. Шул саҡта миндә кешеләргә ярҙам итеү теләге тыуҙы.

Статистика буйынса, йөрәк сирлерәк йышыраҡ үлемгә дусар булыу сәбәпле, тап ошо йүнәлештең бөтә нескәлектәренә төшөнөргә теләнем. Бөгөнгө көндә үҙемде бүтән һөнәрҙәр менән йәнәшә ҡуйып ҡарайым да, табип ҡына минең булмышыма тап килә, тигән һығымта яһайым. Кескәй генә булһам да, эске тойомлауымды дөрөҫ һиҙгәнмен, – ти Динара. – Уҡыуы ауыр булманы, атай-әсәйемә рәхмәт, түләүле төркөмгә эләкһәм дә, теләгемә ҡаршы төшмәнеләр. Дауалау факультетында белем алдым. 2009 йылда, диплом алғас, дөйөм терапия йүнәлеше буйынса ошо дауаханаға интернатура үтергә йүнәлтмә бирҙеләр. Бында мине, йәш белгесте, тәүге көндән үҙаллылыҡҡа өйрәттеләр. Бер нисә палатаға беркеттеләр. Ай самаһы дауалап йөрөнөм. Кардиология бүлеге табиптары уҡыуға киткәс, мине шунда күсерҙеләр. Бында мин яҡшы тәжрибә тупланым. Сөнки табиптың төп бурысы – кешене иғтибарлы тыңлап, кардиограммаға нигеҙләнеп, дөрөҫ диагноз, дауалау курсы билдәләү. Пациенттар менән аралашырға ла өйрәндем.

Интернатураны тамамлағас, бүлек етәксеһе Ольга Николаевна мине эшкә саҡырҙы. Әммә дауаханала ҡалыр өсөн өҫтәмә белем алыу талап ителә ине. Шуға ла кардиология үҙәгенә уҡырға инергә булдым. Көндөҙ – дәрестә, төнгөлөккә эшкә сыға инем. Бына хәҙер 8 йыл ошо дауаханала эшләйем.

Һөйләшеүҙе телефон тауышы өҙҙө. Ҡабул итеү бүлмәһенә саҡырталар. Динара менән иркенләп һөйләшеп ултырыу бәхете теймәне – табип кешенең ваҡыты тар шул.

10.08. Тиҙ генә беренсе ҡатҡа төшә һалдыҡ. Инвалид коляскаһында ике ҡатынды алып килгәндәр булып сыҡты. Динара һәр береһенең йөрәк, ҡан баҫымын, рентген рәсемен тикшереп алды. Коллегалары менән үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, береһен кардиологияға һалырға, икенсеһен хирургияға өҫтәмә тикшеренеү үтергә ебәрергә булдылар.

10.38 Шәкәр диабеты диагнозы менән килтерелгән ауыр хәлдәге ағайҙы табиптар тиҙ арала дауаханаға урынлаштырыу хәстәрен күрәләр.

10.55. Әлеге пациенттың документтарын тултырып бөтөр-бөтмәҫтән, ҡабул итеү бүлмәһенә каталкала 50 йәштәр самаһындағы сал сәсле ағайҙы алып инделәр. Хәле еңелдән түгел: тын алыуы ауыр, аяҡтары-биттәре шешенеп бөткән. Үҙе ҡан баҫымы түбәнәйеүенә, йоҡлай алмауына зарлана. Кардиограмма, рентген төшөргән арала Динара уның диагнозын базанан эҙләй. Баҡтиһәң, ул ике аҙна элек кенә икенсе дауахананан сыҡҡан. Улының һөйләүе буйынса, хәле насар түгел, кәйефе лә күтәренке булған. Әле иһә уны дауаханаға әҙерләнеләр, хатта реаниматологка ла хәбәр итеүҙе хуп күрҙеләр.

– Был ағайҙың хәле үтә ауыр, йөрәк хәлһеҙлеге юғары кимәлгә еткән, – ти Динара сирлене палатаға оҙатҡас, – бөгөн бар, иртәгә юҡ, тиһәң дә була. Ундайҙар йыш килә. Беҙҙең ҡулда ғүмерҙәренең һуңғы минуттарын үткәреүселәр ҙә байтаҡ.

– Эйе, шуныһы аяныслы, ҡайһы бер дауалап булмай торған ауырыу менән сирләгән кешеләр әжәлде үҙ карауатында көтөүҙе хуп күрә. Шул мәлдә балаларының яндарында булыуҙарын теләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына ундайҙарҙың, дауахана тупһаһын тапап, һуңғы теләктәре бойомға ашмай ҡала, – тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы терапевт Елена Геннадьевна.

Динара аҙаҡ пациенттың улын саҡыртып, атаһының хәлен ипле генә аңлатты, иғтибарлыраҡ булырға, яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа кәңәш итте.

11.25. Неврология бүлегенә 80 йәшлек әбейҙе һалдылар. Оҙата килгән улы уның ҡапыл хәле насарайыуы, иртән мөйөштән-мөйөшкә йөрөп аңлайышһыҙ һүҙ ҡабатлауы тураһында бәйән итте. Тынғыһыҙ әбейгә дарыу ҡаҙап, ЭКГ, рентген яһанылар.

11.41. Тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре тағы ла ике оло йәштәге ҡатынды алып килде. Икеһенең дә кардиограммалары һәм ҡан баҫымы насар булып сыҡты, Динара уларҙы үҙенең бүлегенә урынлаштырҙы.

12.05. Ҡабул итеү бүлмәһе һаман тынырға уйламай. Берәү инә, берәү сыға. Табиптар ике ағайҙы, һаулыҡтарына ҡурҡыныс янамауына инанғас, өйҙәренә оҙатырға булды.

13.10. Динара 10 минуттан бер оло йәштәге инәйҙе эйәртеп инде.

– Был инәй Бөрйән районынан килгән. Яҡташтарыма мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышам, – тип тейешле процедуралар үткәреп, уны палатаға һалырға әҙерләне.

13.20. “Йәмғеһе әле 15-ләп кеше ҡабул ителде, шуларҙың бишәүһен үҙемдең бүлеккә һалдым. Тағы ла 2 палатаны етәкләйем. Хәҙер беҙгә пациенттарҙың хәлен белешеп сығырға кәрәк. Ғәҙәттә, был эште төшкә тиклем тамамлай торғайным, бөгөнгө кеүек кеше ағымы булһа, һуңғараҡ та ҡалына”, – тине лә, кеҫә телефоны аша беренсе йыл ординатура үткән Катя исемле ҡыҙҙы саҡырып алды. Обход ваҡытында ул ауырыуҙарҙың ҡан баҫымдарын үлсәп, Динараның күрһәтмәләрен үтәп йөрөй икән.

13.30. 7-се ҡатҡа күтәрелдек. Палатала 50 йәштәр тирәһендәге ағайҙар ята. Пациенттар көткән, ахыры, йәнләнеп киттеләр. Динара һәр береһе янына килеп хәл-торошон һораша, Катя алып килгән ҡағыҙҙар буйынса дауалау курсының дөрөҫ үтәлешен тикшерә.

– Һеҙҙең йәшегеҙҙә йөрәкте кәм тигәндә йылына бер тапҡыр Кардиоүҙәктә тикшертеп торорға кәрәк. Сөнки холестериндың ҡан тамырҙары тармаҡланған урында тотҡарланыуы ихтимал. Яйлап әлеге холестеринға башҡалары йәбешеп, тромб барлыҡҡа килтерә. Бындай хәл 50 йәштәр тирәһендә йышыраҡ күҙәтелә. Ул өҙөлөп, ҡан тамырын ҡаплаһа, йөрәккә инфаркт була. Шуға табиптар биргән күрһәтмәләрҙе теүәл үтәргә тырышығыҙ. Йөрәк сире ул һалҡын тейеү түгел, дарыуҙарҙы даими рәүештә ҡабул итергә кәрәк, – тип аңлата Динара пациенттарына.

14.00. Артабан 633-сө палатаға юлландыҡ. Динара һәр ҡайһыһының ауырыу тарихына күҙ һалып сыҡты. Катя һылыу ҡан баҫымын тикшереп йөрөй. Бер ағай үлсәтмәй ҡарыша. Баҡтиһәң, ул “аҡ халат синдромы” менән дә яфалана икән. Ҡатыны үлсәһә – 130/80, табиптар ҡулында ул 220/140-ҡа тиклем күтәрелеп китә. “Ҡатыным ғына килһен, һә тигәнсе ҡан баҫымым көйләнеп китә ул”, – тип шаярта.

Пациенттарҙың хәлдәре көйләнеп бара, Динара дүртәүһен дауахананан сығарыуға әҙерләй.

14.30. “Төшкө мәл үтеп тә киткән икән, әйҙә тиҙ генә ҡапҡылап алайыҡ”, – тип ординаторҙар бүлмәһенә генә ыңғайлағайныҡ, беҙҙе йәнә ҡабул итеү бүлмәһенә саҡыртып алдылар. Беренсе ҡатҡа төшөүебеҙгә 4 кеше каталкала ята, бынан тыш коридорҙа тағы ла 3 кеше сиратта тора. Араларында йөрәк сиренә зарланып килгән апай-ағайҙар ҙа, неврология менән сирләгән йәш кенә егеттәр ҙә бар ине. Ашау ҡайғыһы онотолдо, Динара йәнә эшкә сумды.

15.43. Пациенттарҙы ҡабул итеп, тейешле дауалау курсы тәғәйенләгәндән һуң, Динара сираттағыһын алмашҡа килгән кардиолог ағайға тапшырҙы. Эш көнө 16.00 тамамлана, ә уға базаға мәғлүмәттәрҙе индереп өлгөрөргә кәрәк.

– Ҡағыҙ эше байтаҡ дауаханала. Уның урынына күберәк сирлеләр менән аралашыу мөмкинлеге булһын ине. Медосмотрҙар, консультациялар кеүек профилактик саралар үткәреп тороу сиратты ла кәметер, табиптар менән пациенттар араһындағы аңлашылмаусанлыҡ та тыуҙырмаҫ ине. Бының өсөн табиптарҙың күберәк булыуы мөһим”, – тине ул эшен йомғаҡлап.

16.10. Ҡайтып китер алдынан Динара яҡташының хәлен белеп сығырға булды. Оло йәштәге ханымға тамыҙғыс ҡуйғандар ине. Динара, инәйҙең хәлен һораша-һораша, дарыулы шешәне күтәреп ҡараны, көйләгесен ҡыҫыбыраҡ ҡуйып: “Дарыу кәмеп килә, хәҙер шәфҡәт туташын иҫкәртермен”, – тип һаубуллашып сығып китте.

16.15. Смена тамам. Бер аҙ тын алып, сәй эсеп алайыҡ тип ординаторҙар бүлмәһенә юлландыҡ. Өҫтәлдә беҙҙе тәмле бәлештәр көтә ине. Иртәнге һөйләшеүҙе дауам итергә теләп, Динараға һорауҙар яуҙыра башланым.

– Кеше өсөн иң мөһиме – һаулыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ҡәҙерен баһалап бөтмәйбеҙ, организмыбыҙҙы тыңлай белмәйбеҙ. Ғәҙәттә, кешеләр йөрәк нисек һыҙлауын аңлап етмәй. Күкрәк артындағы ауыртыуҙы йыш ҡына үҙәк көйөү менән бутап, иғтибар итмәйҙәр. Ә ул сир үҙ аллы ғына үтмәй. Әгәр кеше ҡапыл үҙен насар тоя башлай икән, тәү сиратта тиҙ ярҙам саҡыртырға кәрәк. Инфаркт хәлендәгеләргә аспирин дарыуын эсерергә, ә нитроглицерин таблеткаһын тел аҫтына һалырға кәрәк. Тәүге ярҙам күрһәтеү – үпкәне яһалма эшләтеү һәм йөрәккә массаж яһай белеү – һәр кемдең бурысы.

Һуңғы йылдарҙа оло ағай-апайҙар ғына түгел, йәштәр ҙә дауахана тупһаһын йыш тапай башланы. Быға тәү сиратта стрестар, алкоголь, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәр һәм аҙ хәрәкәтле йәшәү рәүеше сәбәпсе. Һау булырға теләһәгеҙ, спортты яратырға һәм сәләмәт тормош алып барырға кәңәш итер инем. Аҙыҡҡа ла үтә талапсан булырға, күберәк йәшелсә-емеш, майһыҙ ризыҡтар, ҡыҙыл ит ҡулланырға кәрәк.

16.30. “Хәҙер беҙҙе иптәшем килеп ала, шуға тиклем бына ошоларҙы ғына әҙерләп ҡуяйым”, – тип диванда ҡойолған борсаҡ ише теҙелеп киткән медицина карталары, кардиограмма, рентгендар араһынан кәрәклеләрен генә һайлап, өҫтәленә һалды. Ул шул ҡағыҙҙар менән мәшғүл, ә минең ҡарашым тәҙрәгә төбәлде.

Тышта ыжғырып ел уйнай, ямғыр тамсылары бер-бер артлы тәҙрәгә бәрелә. Тышта һалҡын һәм шыҡһыҙ, ә күңелдә ниндәйҙер йылылыҡ. Бөгөн мин күпме кешенең һүнеп барған өмөтөн ҡабат ҡабындырыуға, киләсәккә ышаныс уятыуға шаһит булдым. Ә табип үҙ ғүмерендә күпме кешегә ярҙам ҡулы һуҙа?! Иҫәбе-һаны юҡ. Уларға асыуланыу ҙа урынһыҙ. Көнөнә күпме кешенең зарын оҙон-оҙаҡ тыңлап, йәлләп ултыра алмай ул. Бәлки, тап ошо мәлдә кемдеңдер яҙмышы хәл ителәлер.

16.53. Уйҙарымды телефон шылтырауы бүлде. Геройымдың иптәше килеп тә еткән. Мин фәлсәфәгә бирелеп ултырғансы Динара документтарын принтерҙан сығарып, ҡултамғаларын ҡуйып, бөтәһен бер өйөмгә йыйып ҡуйған ине.

17.05. Кейенгән арала Динаранан тормош иптәше тураһында белешергә булдым.

– Ильзур Ҡыйғы районы егете. Беҙҙе интернет таныштырҙы. Бер егет минең фотоларға йөрәк ҡуя ла ҡуя. Башта иғтибар итмәнем. Шулай ҙа сәхифәһенә инеп ҡараһам, фотола янғын һүндереүсе кейемендә мөләйем генә егет тора. Йәй көнө отпускыға ауылға ҡайтып киткәс, яҙыша башланыҡ. Башҡа егеттәрҙән айырмалы рәүештә, ипле, тыйнаҡ ҡына һөйләшә. Ошо сифаты мине тәүге аралашыуҙан уҡ әсир итте. Өфөгә килгәс, ул мине вокзалдан ҡаршы алды. Тәүге күрешеүҙән үк бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ.

Хоҙай шулай бер бөтөндөң ике яртыһы итеп яралтҡандыр, сөнки беренсе көндән үк донъяға ҡараштарыбыҙ, йәшәү принциптарыбыҙ, хатта холоҡтарыбыҙ ҙа оҡшаш булыуын тойҙоҡ. Һөнәрҙәребеҙ ҙә ауаздаш – икебеҙ ҙә кеше ғүмере өсөн көрәшәбеҙ.

Ысынлап та, тышта беҙҙе һөйкөмлө егет ихлас ҡаршы алды. Бер-беребеҙ менән таныштырғас, машинаға ултырышып, ҡуҙғалып киттек. Ярты сәғәттән Затон биҫтәһендә урынлашҡан күркәм генә йорт янына килеп туҡтаныҡ.

Йәштәр күптән түгел генә фатир һатып алған. Уға үҙ көстәре менән заманса ремонт эшләп, зауыҡ менән йыһазландырғандар. Бөгөнгө ямғырлы көндән һуң күркәм фатирға инеү менән тәнгә лә, йәнгә лә рәхәт булып китте. Динара өҫ кейемдәрен алыштырып алды ла, йәһәт кенә табын ҡороп ебәрҙе. Эштә иркенләп йылы аш ашап алыу форсаты теймәгәйне, кискә тиклем асыҡтырып та киткән.

18.10. Бөгөн беҙҙе тағы ла бер ҙур эш көтә. Шуға ла өҫтәл артынан йәһәтерәк тороуҙы хуп күрҙек. Һауыт-һабаларҙы йыйыштырып алдыҡ та, эшкә тотондок. Ильзур беҙгә ҡамасауламаҫ өсөн күрше бүлмәгә сығып китте.

– Иртәгә коллегамдың ҡыҙының тыуған көнө, шул мәжлескә торт бешереп биреүемде һорағайны. Бөгөн ошо заказды өлгөртөргә ине, - тине Динара өҫтәлгә кәрәк-яраҡтар һалып. – Башта мин капкейк бешерергә өйрәндем. Уның нескәлектәренә төшөнөр өсөн махсус курсҡа ла йөрөп алдым. Магазиндан алынған торттарҙы өнәп етмәү сәбәпле, аҙаҡ был тәмлекәскә тотондом. Үҙебеҙ өсөн генә бешереп, оҫтарып алғас, таныштарым миңә мөрәжәғәт итә башланы. Татлы ризыҡты өҫтәлгә еткергәнсе байтаҡ мәшәҡәтләнергә тура килә, әлбиттә. Әммә һөҙөмтәһе һәм таныштарымдың маҡтаулы һүҙҙәрен ишетеү унан да татлыраҡ минең өсөн.

Ғәҙәттә, миңә бер торт әҙерләр өсөн кәм тигәндә 4 сәғәт ваҡыт талап ителә. Ҡайһы бер хужабикәләр беренсе көндә ҡамыр менән булышһа, биҙәү эшен икенсе көнгә ҡалдыра. Мин иһә иртәгегә ҡалдырырға яратмайым, һуң булһа ла, башланған эшемде теүәлләп ҡуям. Сөнки иртән мине пациенттарым көтә.

18.30 Бисмилла әйтеп, эшкә тотондоҡ. Динара туҫтаҡҡа 6 йомортҡаның ағын һарыһынан айырып, уға бер семтем тоҙ өҫтәп, миксер менән күпергәнсе туҡыны. Әлеге массаға 90 грамм шәкәр һалып, ҡуйырғансы болғатты.

Артабан йомортҡаның һарыһына ла шунса күләмдә шәкәр ҡушып әйләндереп алғандан һуң, уны беренсе массаға яйлап ҡына ҡойоп, берләштерҙе. Һуңында ҡамыр йомшартҡыс, ванилин менән 230 грамм он өҫтәп, ҡалаҡ менән сит-ситенән уртаға табан йөрөтөп, ипләп кенә болғатып сыҡты. Ҡамырҙы формаға ҡойҙо ла, 180 градусҡа тиклем ҡыҙған мейескә оҙатты. 35 минуттан аш бүлмәһендә татлы еҫ таралды.

20.05. Динара алһыуланып бешкән бисквитты бер аҙ һыуытҡандан һуң, моҡсайға һалып һыуытҡысҡа ҡуйҙы. Бының сере шунан ғибәрәт – бисквит бер аҙ һыуланып торасаҡ.

20.45. Шул арала икәүләп крем эшләргә тотондоҡ.

– Бөгөнгө тортҡа мин крем-чиз, ябай тел менән әйткәндә, сырлы-ҡаймаҡлы крем яһарға ҡарар иттем. Уның өсөн беҙгә 300 грамм эремсек сыры (Альметте, Буко, Хохланд фирмаһы булһа, тағы ла яҡшыраҡ), 33–38%-лы 150 грамм ҡуйыртылған һөт, 100 грамм шәкәр пудраһы талап ителә, – тип ингредиенттарҙы әҙерләй башланы. – Башта 100 грамм сыр менән ҡуйыртылған һөттө бергә ҡушып, миксер менән уртаса тиҙлектә болғағандан һуң, ҡалған сыр менән шәкәр пудраһын да өҫтәп, шыма бер массаға килтергәнсе туҡыйбыҙ.

Динара һөйләп тә, эшләп тә өлгөрә. Нескә ҡулдары уйнап тора, оҫтарып бөткән. “Һә” тигәнсе кремыбыҙ ҙа әҙер булды.

21.15. Инде бөгөнгө эшебеҙҙең иң яуаплы һәм иң татлы өлөшөнә лә килеп еттек. Беҙҙе тортты йыйыу һәм биҙәү бурысы көтә. Динара һыуытҡыстан бисквитты алып, уны ипләп кенә корждарға бүлеп сыҡты ла, араларына крем яғып, өйҙө. Өҫтөн тигеҙләп сыҡҡандан һуң, 10 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйҙы.

Биҙәү эшен ҙур кинәнес менән күҙәтәм. Был ысын ижади процесс. Бында фантазияның, маһирлыҡтың һәм зауыҡтың да гармониялы берләшеүе мөһим. Динара башта быу өҫтөндә шоколадты иретеп, торт ситенә ағыҙҙы ла, емеш-еләк, шоколад кеүек тәмлекәстәрҙе матурлап теҙә башланы. Хужабикәнең оҫта ҡулы аҫтында ябай ғына бисквитыбыҙ бай композициялы ҙур бер шедеврға әүерелеп бара. Бар күңелеңде, йөрәк йылыңды һалып әҙерләгән аҙыҡҡа ни етә?!

Тортыбыҙҙың өҫтөнә һуңғы еләктәрҙе теҙгән Динараға ҡарап, күптән борсоған һорауымды бирәм:

– Әгәр хоббиҙарың ярҙамында мул килем ала башлаһаң, табип һөнәре буйынса эшләр инеңме?

– Эйе, байтаҡ йәштәр өйҙәрендә торт бешерә, визаж йә маникюр менән шөғөлләнә. Мин дә һуңғыһына өйрәндем, тырнаҡтарҙы үҙенсәлекле итеп биҙәү күңелемә яҡын. Көн һайын тиерлек тәжрибә арта, ҡул етеҙләнә, заказ да күбәйә. Икенсе яҡтан, килемле лә. Шулай ҙа дауахананы ҡалдыра алмаҫмын ул. Һөнәрем менән тулыһынса ҡәнәғәтмен. Һыҙланыуҙарына түҙә алмай, күҙҙәрендә ҡурҡыу сатҡылары күренгән сирлеләрҙең дауаланғандан һуң рәхәтләнеп китап уҡығанын күреп, ауырлыҡтар онотола. Эшләгән эшеңдең кемгәлер файҙа килтереүе, пациенттарҙан рәхмәт ишетеү икеләтә ҡыуаныслы, – тигән яуап алдым. Ошондай һүҙҙәрҙе ишетеү миңә лә ҡыуаныслы ине. Рухи байлыҡ, изгелек матди байлыҡтан ҡиммәтерәк шул.

22.00. Ниһайәт, бөгөнгә билдәләнгән эштәребеҙ тамам. Иртәгә Динараны тәүлек ярымлыҡ оҙон эш көнө көтә. Ял итергә лә кәрәк тип, һаубуллашып ҡайтыу яғына ыңғайланым. Алъяпҡыс бәйләгән Динара мине оҙата сыҡты. Уға ҡарап:

Ҡатын кеше генә –

Асылмаҫ сер,

Тылсым булып ҡалыр асылында,

– тигән Мостай Кәримдең шиғыр юлдары хәтергә төштө. Иртән генә мине ябай ҡыҙ ҡаршы алғайны, дауахана ул – эшлекле ханымға, ә өйҙә уңған хужабикәгә әүерелде. Әле асылаһы яҡтары ла күптер уның. Ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше лә уны алда көтә.

Филүзә ӘХМӘТОВА.


Читайте нас: