Телеүҙәк янындағы йортта йәшәп алырға тура килгәйне. Шул осорҙа Башҡортостан юлдаш каналының Яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова-Байбулатованы юлымда йыш осраттым: киске туғыҙҙарҙан һуң ғына эштән сығып барһынмы, ял көнө ҡыҙҙары менән мәктәпкә, төрлө түңәрәктәргә йүнәлһендәрме, кеше хеҙмәт көнө тамамлап ҡайтҡанда йүгерә-атлай эш урынына инеп китһенме…
Ишетеп белеүемсә, бәләкәйҙән үткер ҡыҙ булған. Әле лә тынғыһыҙ икән, тигән уй үтә уны күргән һайын. Ғөмүмән, яңылыҡтар хеҙмәте – оперативлыҡ талап иткән өлкә. Унда эшләүселәр иң элек ошо сифатҡа эйә булырға тейеш. Эш тип янып йөрөй ҙә ул, өйөндә лә шундай уҡ етеҙме икән?
“Һиңә бер көн эйәреп йөрөргә ине” тигән тәҡдим яһаным, “Сәхифә”не күҙ уңында тотоп. Инәлтеп торманы. Яҡынса көнөн билдәләп, хушлаштыҡ.
Осрашырҙан бер көн алда шылтыратып, иртәнге һигеҙенсе яртыла барып етеремде белгерттем.
7.30. Килеп ингәндә хужабикә аш бүлмәһендә бөтөрөлә ине. Оло ҡыҙҙары Алтынай үҙ мәшәҡәттәре менән була. Бәләкәстәре Айгүзәл йоҡонан уянып етмәгән әле.
– Иртәнсәк балаларға йылы аш ашатмаһам, өшөп сығып китерҙәр кеүек, йәлләйем, – тип һүҙ башлай Рәмзиә, һаулыҡ һорашҡас. – Өләсәйем дә беҙгә гел иртән йә ҡоймаҡ, йә май икмәк бешереп ашатып ебәрә торғайны. Шунан да һеңеп ҡалғандыр инде… – Өҫтәлгә ризыҡтарын теҙгән арала иренә өндәшә: – Айгүзәл иркәләнеп тик ята, шикелле. Уятып ебәр әле, Илдар. Унан сәй эсә торорһоң.
Сәй яһағас, залға йүнәлә. Алтынай кейенеп, сәс үрҙерергә көтөп ултыра. Уның сәсен үреп бөтөүгә, әсәһенең алдына Айгүзәл килеп ҡунаҡлай.
– Айгүзәл беҙҙең сос ул, теүәллек ярата, әйберҙәрен кистән әҙерләп, эргәһенә һалып ҡуя, шуға һуңыраҡ торһа ла өлгөрә. Сумкаһы ишек төбөндә көтөп ултыра, – тип йылмая әсә. Ҡыҙҙарына матур һүҙҙәр ҙә әйтеп өлгөрә.
Балалары тәғәмләнеп алғансы үҙе йыуыныу бүлмәһенә йүнәлә.
– Биҙәнеүгә күп ваҡыт бүлмәйем. Шул ҡотҡара. Ҡыҙҙар менән Илдар кейенеп сыға торғансы үҙем сәй эсеп алам. Мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла, түңәрәктәре лә эшебеҙгә яҡын, шуныһы һәйбәт.
Эш буйынса ҡайҙа барырыңды алдан белмәйһең, форумға ла, янғынға ла, ташҡынға ла, фермаға ла сығып китеүең ихтимал. Шуға гел уңайлы кейем кейергә тырышам.
8.00. Йылдам ғына кейенеп, ишекте бикләп, машинаға тейәләбеҙ. Юлыбыҙ – МВД-нан Телеүҙәк яғына. Һүҙ көнкүреш хаҡында бара.
– Командировканан тәүлектең ҡайһы мәлендә, нисә сәғәт ҡайтыуыңа ҡарамаҫтан, беренсенән, материалыңды эшләп, эфирға тапшырып ҡайтырға, икенсенән, иртә менән эштә булырға тейешһең. көн дә иртән “летучка”.
Эшебеҙ тынғыһыҙ булһа ла, бик үҙенсәлекле. Бер урында ғына ултырмайһың, төрлө кешеләр менән осрашаһың. Командировкаға сыҡмай торһам, ҡалала тонсоға башлаған кеүекмен. Ябай ауыл кешеләре менән аралашыу етмәй. Һәр һүҙе хазинаға тиң ололарҙан рухи аҙыҡ, көс-ҡеүәт алып, дәртләнеп ҡайтам.
Ҡыҙҙар тураһында һорашам.
– Үҙаллылар, шуныһы һәйбәт. Алтынайыбыҙ ижади кеше, йырға ла, һүрәт төшөрөүгә лә оҫта. Айгүзәлебеҙ яҡшы хужабикә. Аллаға шөкөр, ҡыҙҙар эшкинеп килә. Улар бәләкәй саҡта бер ҡайҙа сығып булманы. Быйыл үҙемә маҡсат ҡуйҙым да, театр премьераларына ла, концерттарға ла йөрөнөк, шиғриәт кисәләре лә ситтә ҡалманы. Саҡырыу ҡағыҙы биргәндәрен көтөп ултырмайбыҙ. Ғөмүмән, Илдар уға ҡаршы.
– Саҡырыу ҡағыҙы менән йөрөү ҡайһы бер халыҡтарҙа ғәрлек һанала икән. Ә беҙҙә – ҡыуаныс… Билет алып барһаң, күңел тынысыраҡ кеүек.
– Илдар үҙе хоккей, волейбол, футбол ҡарарға йөрөргә ярата, ҡыҙҙарҙы ла гел үҙе менән ала, өйрәтеп бөттө инде. Командалар өсөн бергәләп “ауырыйҙар”.
Бер аҙ бара биргәс, аталары өлкән ҡыҙына өндәшә:
– Алтынай, ете һигеҙең нисә була?
“Һынау алыу” байтаҡ дауам итте. Ваҡытты бушҡа уҙғармайҙар, дәрес алдынан мейене уятып ебәрергә бик яҡшы сара.
8.25. Алтынайҙы мәктәп ишеге алдында ҡалдырып, Айгүзәлде балалар ижади үҙәгенә алып киләбеҙ. Мәктәпкә әҙерлек үтәләр икән.
– Өлкәнебеҙ ҙә ошонда йөрөгәйне, мәктәптә уҡып китеүе еңел булды, – тип аңлата Рәмзиә ҡыҙын ҡалдырып сыҡҡас. – “Семицветик” (мәктәпкәсә әҙерлек), “Беби шлягер” (вокал дәрестәре), “Знайка” – уйын формаһында, “Горошина” (бейеү) тигән түңәрәктәргә йөрөйбөҙ. Алтынай әле лә ошонда шөғөлләнә, вокалға, хореография һәм степҡа йөрөй ул. Бөтәһенең дә бер урында һәм эшкә яҡын булыуы уңайлы.
Телеүҙәккә юлланабыҙ. Арғымаҡты туҡталҡаға ҡуйып, бинаға үтәбеҙ.
8.45. Стеналағы “Яңылыҡтар хеҙмәте” тигән ҙур яҙыу ҡаршы ала беҙҙе. Юлдаштарым иң тәүҙә ниндәйҙер ҡағыҙға күҙ йүгертеп сыға. Был көнгә кемдең ҡайҙа барыры яҙылған график икән: Илдар Байбулатов ҡала хакимиәтенә ташҡын буйынса ултырышҡа бара, Рәмзиә Кәримова – Аҡ йортҡа.
8.59. Блокноттар тотоп Башҡортостан юлдаш телевидениеһының телевидение студияһы директоры Азамат Әлмөхәмәтовтың бүлмәһенә ашығабыҙ. Иң тәүҙә координатор бөгөн буласаҡ ваҡиғаларҙы бәйән итә. Артабан алдағы көндәге эшкә бер кеше баһа бирә икән. Был юлы етешһеҙлектәр һәм яҡшы тапшырыуҙар хаҡында Яңылыҡтар хеҙмәте етәксеһе – Шамил Ишемйәров сығыш яһаны. Унан һәр береһе үҙенең яңы темаһын тәҡдим итә, уны нигеҙләй. Рәмзиә Кәримова тәүгеләрҙән булып темаһын әйтте лә, Хөкүмәт йортона барырға кәрәклекте аңғартып, сығып та йүгерҙек.
9.15. Ысын мәғәнәһендә йүгерәбеҙ. Йәһәт кенә кейемдәрҙе эләктереп, тышҡа атлығабыҙ. Беренсе ҡатта оператор-ҡораусылар һәм Яңылыҡтарҙың рус бүлегенән Альбина Хәйруллина көтөп ултыра.
Эш тураһында бер-ике ауыҙ һүҙ ҡатыуға, Аҡ йорт эргәһендә инек инде.
9.30. Матбуғат хеҙмәтенең баш белгесе Элина Хәбибуллина бөгөнгө кәңәшмә барышын “телевизор” аша ғына (уныһын да 5 минут ҡына) ҡараясағыбыҙҙы хәбәр итте – мәсьәлә бик сетереклелер, күрәһең. Ултырыш залына күтәреләбеҙ.
Алдан килеүебеҙҙең сәбәбен аңлата Рәмзиә:
– Операторҙарға аппараттарын ҡуйып, тауышты көйләргә кәрәк.
Бүтән журналистар менән аралашабыҙ. Коррупцияға ҡаршы саралар тураһындағы кәңәшмәнең атамаһын тәржемә итәбеҙ – бигерәк оҙон һәм ҡатмарлы.
10.00-10.05. Вәғәҙә – иман. Президенттың баш һүҙе тамамланыу менән экранды һүндереп тә ҡуйҙылар. Ниндәйҙер ризыҡҡа ымһынып, уны ашай алмай ҡайтып киткән кеүегерәк булды быныһы. Ә журналистар аптыраманы – өйрәнеп бөткәндәрҙер, ахыры. “Бындай осраҡтар һирәк була, ғәҙәттә, кәңәшмәләрҙә аҙағына тиклем булабыҙ, материалды тулыһынса асыу өсөн рус һәм башҡорт телдәрендә интервьюлар йыябыҙ”, – Рәмзиә ҡыҫҡаса аңлатма бирә.
Башҡортостан президентының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Артем Вәлиевҡа инеп, киләһе көндәрҙә көтөлгән саралар буйынса кәңәшләштеләр.
– Операторҙарҙы көтһәк оҙаҡ була, ҡайта торайыҡ. – Шулай килештеләр.
10.30. Егеттәрҙе ҡалдырып, телеүҙәк яғына юл тотабыҙ.
– Илдар выезда бит әле. Айгүзәлде 11-ҙә алырға кәрәк. – Водителдән беҙҙе балалар ижады үҙәге эргәһендә төшөрөп ҡалдырыуын һорайбыҙ. – Коллективыбыҙ ныҡ һәйбәт. Беҙҙә бит бер команда булып эшләй белеү талап ителә. Репортаж эшләйһең икән, ул һинең генә ҡаҙанышың түгел. Водителдең ваҡытында алып барып еткереүе фарыз, оператор сифатлы итеп төшөрөргә тейеш, техник тауыш өсөн яуаплы, монтажлағанда видеояҙмаларҙы режиссерҙың ҡарап биреүе, дикторҙың әҙер материалды тамашасыға бар тулылығында еткерә алыуы кәрәк. Ана шул берҙәмлек шәхси тормошҡа ла күсеп китә. Барыһы ла йәштәр булғанғамы, аңлап торалар. Үҙебеҙ өлгөрмәһәк, эргәлә йәшәгән хеҙмәттәштәребеҙгә балаларҙы эйәртеп ҡайтарып ебәргән ваҡыттар ҙа була.
10.45. Ингән ер бигерәк тығыҙ. Шунда уҡ тар ғына кейенеп-сисенеү урыны. Бер аҙ ваҡыт бар. Айгүзәл сыҡҡансы көнкүреш тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ.
– Балалар ижад йорттарына ҙурыраҡ биналар бирһендәр ине ул. Бәләкәстәр күберәк шөғөлләнә алыр ине. Мәктәп алдынан баланың зиһенен арттырыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү өсөн түңәрәктәргә йөрөтөү мотлаҡтыр, тип уйлайым. Буш ваҡыттарын файҙалы итеп үткәреү фарыз, бигерәк тә ҡалала үҫкәндәргә. Кеше араһында үҙен тоторға ла өйрәнә, – тип дауам итә әсә кеше. – Ауылда балаларҙы йәмғиәт тәрбиәләй бит, өләсәй-олатайҙар, әбей-бабайҙар, күрше-тирә ҙур йоғонто яһай.
Бәләкәй саҡта инәй-өләсәйҙәрҙең “юлыңда һәйбәт кешеләр осраһын”, “яҡшы урынға килен булып төш”, “һәйбәт кейәүгә сыҡ” тигән теләктәренә сәйерһенеп ҡарай торғайным, был йәштә ниндәй кейәү ти ул, йәнәһе. Хәҙер инде аңлайым: бөтә бәхет шунан тора икән.
– Ҡыҙҙарҙы тәрбиәләгәндә нимәгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Ғөмүмән, балалар губка һымаҡ бит, күргәнен, ишеткәнен һеңдерә бара. Мәҫәлән, аталары бер ваҡытта ла һүгенмәй, кешенән дә шуны уҡ талап итә. Өгөт-нәсихәт уҡымай, үҙ миҫалыбыҙҙа күрһәтергә тырышабыҙ. Уларға шәхес итеп ҡарайбыҙ. Сөнки икеһе ике төрлө холоҡло. Өлкәне йомшағыраҡ, бәләкәсе сая.
Шулай тип әйтеүгә, шат йылмайып, Айгүзәл күренде.
– Әхирәтемдең ҡыҙын да алабыҙ. Бер балалар баҡсаһына йөрөйҙәр, – тип аңлата әңгәмәсем. – Шулай алмашлап йөрөтәбеҙ.
Ҡыҙҙарҙы кейендереп, баҡсаға табан атлайбыҙ. Ике үҙәктең ҡап уртаһында икән. Баҫтырыша-йүгерешә барып та еттек.
11.30. “Яңылыҡтар хеҙмәте”ндә эш ҡайнай. Беҙ барыуға юлдашымды “сюрприз” көтөп торған: бөгөнгө Аҡ йортҡа сәфәрҙән, алдан күрһәтелгән коррупция осраҡтарын иҫкә төшөрөп, күләмле видеосюжет эшләргә кәрәк икән (!) “Нисек? Ҡайҙан? Нимә эшләйбеҙ?” булды тәүге һүҙҙәр. Баш эшкә егелде. “Архивтарҙы ҡарарға кәрәк. Анау яҙма ҡасан булды әле ул? Фәлән сюжет ниндәй көндә күрһәтелде?” Эҙләйбеҙ. Инде таптым тигәндә программалары “эленеп” ҡуйҙы.
– Былай булғас, 13.30 яңылыҡтарға өлгөртмәйбеҙ икән… Етмәһә, “Cinergу”һы (махсус программа) йәнде көйҙөрә… текст яҙа торор инем, – шулай һөйләнә журналист. Ҡамасаулауҙан ҡурҡып, шым ғына күҙәтәм.
Ул ары-бире иткәнсе, сығарылыш мөхәррире – БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең журналистар берлеге ағзаһы Гөлдәриә Йосопова янына үтәм. Рәмзиә Кәримова хаҡында мәғлүмәт алыу – ниәтем.
– Рәмзиә менән 13 йыл бергә эшләйбеҙ. Ул ысын мәғәнәһендә уңған кеше. Журналист булараҡ, шуны әйтер инем: ул текстарҙы тиҙ һәм матур яҙа, быға уның тел нескәлектәрен һәйбәт белеүе ярҙам итәлер. Күтәргән темаһын, геройҙарын ярата, берәйһен төшөрөп ҡайтһа, аҙаҡ та шул кешеләрҙең яҙмышы өсөн борсолоп йөрөй. Билдә өсөн генә эшләмәй, еренә еткереп башҡара, ниндәйҙер һөҙөмтәһе булыуын көтә. Һуңғы йылдарҙа рәсми пулда, йәғни президент эшмәкәрлеген яҡтырта. Унда иһә иртәнән ҡара төнгә хәтле, республиканың төрлө төбәктәренә йөрөп эшләү талап ителә. Ғаиләгә лә ваҡыт бүлергә кәрәк бит. Әммә ул бөтәһенә лә өлгөрә.
Шәхсиәтенә килгәндә, ул кешегә ярҙамсыл, алсаҡ. Һүҙ менән дә, аныҡ эштәр менән дә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Редакцияға килеп инһә, барыһының да кәйефе күтәрелеп китә. Һәйбәт хужабикә, бик ҡунаҡсыл. “Һигеҙ төрлө салат эшләмәһәм, ҡунаҡ саҡырмайым” ти ул шаяртып. Ул ысынлап та шулай.
Шул уҡ ваҡытта Рәмзиәне батыр ҙа тип әйтер инем. Мәҫәлән, әсәһе ауырып киткәс, уҡыусы ғына булыуына ҡарамаҫтан, Өфөгә килеп, хеҙмәт комиссиялары аша инвалидлыҡ юллап йөрөгән ҡыҙ ҙа бит әле ул. Ныҡ кәрәккәндә бик ҙур дәрәжәле кешеләргә шылтыратырға ла ҡурҡып тормай. Уның маҡсат ҡуя белеүенә һәм шуға ирешеүенә һоҡланам.
Рәмзиә янына киләм. Йәш коллегаларының береһе кәңәш һорап килгән. Ниндәйҙер видеояҙманы эҙләйҙәр, шикелле.
Компьютер һаман “кәҙеләнә”.
12.10. Кемдер төшкө ашҡа барып килергә тәҡдим яһай.
– Эйе шул, ас килеш башҡа йүнле фекер килмәҫ, – тип ризалаша Рәмзиә лә. – Беҙ килгәнсе берәй сараһы табылыр ул J.
Ысынлап та, ашап килеүебеҙгә, эске эштәр министрлығынан 3 видео ебәрергә тейештәр, тип хәбәр иттеләр. Быныһы – ҡотолоуҙың бер юлы. Геройымдың аптырау ҡатыш борсоулы йөҙөндә бер аҙ йылмайыу барлыҡҡа килде: сюжетының һөлдәһе тыуғандыр инде. Текст яҙырға тотондо. Бындай ваҡытта кешене һорау менән бимазалап ултырып булмай.
Геройым хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алыу ниәте тынғы бирмәй. Коллегаларын байҡайым. Күҙгә Алексей Агров салынды. Бер-ике кәлимә һүҙ әйтеүен һорап, уға мөрәжәғәт иттем.
– Рәмзиә башҡорт бүлегендә генә түгел, бөтә Яңылыҡтар хеҙмәтендә иң тәжрибәле журналистарҙың береһе, – тип ихлас һүҙ башланы егет. – Бик универсаль, иҫ киткес кеше тип әйтер инем уның тураһында. Мөһим тапшырыуҙар әҙерләгәндә, мәҫәлән, ике-өс кеше эшләй торғанды ул бер үҙе атҡара. Сәғәт алтыла съемканан ҡайтып, етенсе яртыға сюжет та әҙерләргә мөмкин. Эшенә бик яуаплы ҡарай. Рәмзиә менән командировкаларға сыҡҡанда урамда тороп ҡалмайһың, ас ҡайтмайһың, ҡайһы ғына районға барһа ла уны дуҫтары көтөп тора.
“Запускаемся” тигән тауыш ишетелә. Программа эшләп китте, тимәк. Архивтан элекке яҙмаларҙы барлап, ҡабат-ҡабат ҡарап, ҡайһы өлөшөн алырға икәнен самалай, буғай.
– Тәүҙә синхрондарҙы (интервьюларҙы) 30-ар секундлап ҡырҡаһың, унан тексыңды корректорҙан тикшертеп, барып уҡыйһың һәм синхрон араһына ҡуйып сығаһың. Шулай “балығы” йыйыла. Үҙеңдең уҡыған тексыңа 3-әр секундлап видео һалаһың, төшөрөлгән урындың атамаһын, яңылыҡтар тигән яҙыуҙарҙы ҡуяһың, аҙаҡ интервьюларҙың, текстың тауышын көйләйһең һәм сығарылыш мөхәрриренә ебәрәһең. Ул ҡарап сығып раҫлай ҙа, эфирға оҙата. Яңылыҡтар шулай секундлап ҡына йыйыла. Уйлап ҡараһаң, ике-өс минутлыҡ ҡына материал өсөн күпме кешенең хеҙмәте талап ителә.
Элек тауышты яҙҙырыр өсөн икенсе осҡа йүгерә инек. Хәҙер эшебеҙ бер аҙ еңеләйҙе. Былтыр яңы Ньюсрумға, йәғни бөтә уңайлыҡтары булған бүлмәгә күстек. Барыһы ла бер кабинетта. Яңы программа менән хәҙер һәр кем үҙе алдындағы компьютерҙа монтажлай ала, шулай ҙа режиссерҙарҙың ярҙамы кәрәк.
14.30. Видеояҙма һаман килеп етмәй. Тон бүлмәһенә барып тексын яҙҙырып килде. Эш өҫтәле – телефон – монтаж бүлмәһе. Өс араны бер нисә ҡабат урағас, ниһайәт, яҙмалар килде. Дәртләнеп, ҡомарланып эшкә тотондо хәбәрсе. Ул арала Илдар Байбулатов съемканан ҡайтып төштө. Рәмзиәнең монтаж бүлмәһенә киткән сағын файҙаланып, уға ла һорау биреп өлгөрҙөм.
– Ирле-ҡатынлыға бер ерҙә, бер кабинетта, хатта күрше өҫтәлдә эшләүе ҡыйын түгелме?
– Плюстары ла, минустары ла етерлек инде, әммә ыңғай яғы күберәк. Балалар ҙа төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнгәс, минең ваҡыт булмағанда ул ала, ул бушамаһа, мин йөрөтәм. Бергә киләбеҙ, бергә ҡайтабыҙ, тигәндәй. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, терәк булып эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ.
– Ә ғаиләлә Рәмзиә ниндәй ҡатын, әсәй?
– Беҙ өйләнешкәндә никахыбыҙҙы Нурмөхәмәт хәҙрәт уҡығайны. Шунда “ҡатыныңды маҡтама ла, атыңды маҡтама” тигәйне J. Үҙ эшенең оҫтаһы, яҡшы ҡатын, иғтибарлы әсәй. Шундай кәләшем булыуы менән бәхетлемен. Ул минең талаптарға тулыһынса яуап бирә.
16.00. Унда-бында йүгерә торғас, әҙер булып килә, шикелле.
Видеолағы интервьюларҙы башҡортсаға тәржемә иткәс, уларҙы уҡырға тип хеҙмәттәштәренә мөрәжәғәт итә:
– Илдар, Рәйлә, уҡыйһығыҙмы?
Быныһы ла булды. Сюжет әҙер. Сығарылыш мөхәррире раҫлағас, хатта мин дә еңел һулап ҡуйҙым, геройым ыңғайына көсөргәнеп ултырғанмын икән.
– Ғәҙәттә, материалдар 15-20 минут эсендә әҙер була, иң күбе ярты сәғәттә. Әгәр инде архив ҡулланып, ситтән видеояҙмалар алып, аналитик сюжет тыуҙырырға тура килһә, шулай этләнеп тә алабыҙ.
Артабан яңы мәғлүмәт эҙләп Интернет селтәрен байҡайбыҙ.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табып, уны тәржемә итә һалды.
16.45. Ҡыҙына шылтырата. Уға “Тамыр” студияһы эргәһенә килә торорға ҡушып, сығыу яғына йүнәләбеҙ.
– Илдар бушамайҙыр инде, йәйәү генә барайыҡмы икән?..
Шулай тип әйтеүе булды, ире ҡаршыбыҙға осраны.
– Әйҙәгеҙ, үҙем алып барып киләйем, аяғығыҙ һыуланыр, – ти хәстәрлекле атай, – килгәс, бер материалды эшләп бөтөргә ярҙам итерһең түлкәJ.
Сығыуын сыҡҡас, кире боролоп торманыҡ, бергәләп юлландыҡ.
– Алтынай быйыл, беҙ йәлләһәк тә, инәлеп-ялбарып фехтованиеға йөрөй башланы, ҡан тарталыр инде. Ҡайным да, атаһы ла спортсы бит. Илдар беҙ танышҡан мәлдәрҙә район һабантуйында көрәш буйынса беренсе урындар алып йөрөй ине.
Машинаға ултырғас, Алтынайҙың хәлдәрен һорашалар, баһалары менән ҡыҙыҡһыналар.
– Яҡшы. Мин бөгөн телевизор ҡарайым. Сөнки 2 биш һәм бер дүрт алдым.
– Дүрт алһам, телевизор ҡарамайым тип үҙең әйттең дә инде, – атаһы килешеүҙәре хаҡында иҫкә төшөрә.
– Ике бишле бер дүртте ҡаплай бит.
Алтынайҙы ҡалдырып, кире эшкә киләбеҙ. Етенсе яртыға Айгүзәлде шунда уҡ алып барырға кәрәк буласаҡ.
18.10. Башланған эштәрҙе ослап, балалар баҡсаһына йүнәләбеҙ.
– Киске туғыҙ-унһыҙ ҡайтмай торғайныҡ, март аҙағынан икеләге һәм киске эфирҙарҙы ҡыҫҡарттылар ҙа, хәҙер иртәрәк сығып китәбеҙ. Өйрәнеп бөтөп булмай әле һаман, эштән ҡасып ҡайтҡан кеүек тоям үҙемде.
18.30. Ҡыҙҙарҙы көткән арала ҡыҙыҡһындырған һорауҙарымды бирәм.
– Һине үткер, ҡыйыу, хатта батыр тинеләр. Тормош тәжрибәһе менән киләме ул, әллә тыумыштанмы, тәрбиәнәнме?
– Холоҡта булмаһа, тәрбиә менән генә биреп булмайҙыр ул. Үҙебеҙҙең ҡыҙҙарҙан сығып та шулай тип әйтә алам. Бәләкәсе миңә оҡшағандыр, тип уйлайым. Алтынай баҫалҡыраҡ. Бәләкәй саҡта ла ҡурҡып тормай инем. Мәҫәлән, бесәнгә барырға (йә бүтән эштәргә) ат кәрәк булһа, берәйһенә ағайым менән барабыҙ ҙа, ул тышта көтөп тора, мин инеп ектереп алып сығам. Беренсе курстан һуң, ағайым әрмелә саҡта, ҡышҡа етерлек бесәнде бер үҙем сабып, ташытып алдым.
Хәҙер уйлап ҡарайым да, аптырап ҡуям: студент саҡта тиҫтерҙәремде кейем-һалым, буянғыс-биҙәүестәр ҡыҙыҡһындырғанда мине ауылда өй һалдырыу, мунса яңыртыу, һарай эшләү кеүек ҙурыраҡ мәсьәләләр борсоған. Әсәйем ауырып киткәс, беҙҙе күберәк өләсәйем ҡарап үҫтерҙе. Тере сағында яңы өйҙә йәшәп ҡалһын тип уйлай торғайным. Шуға ла өләсәйем менән ағайым өй һалырға булғас, ағас юллап, таҡта ярҙыртып йөрөнөм.
Йәш саҡта һыбай ҙа, мотоциклда ла йөрөй инем, сая булғанмын инде. Хәҙер рулгә ултырырға ҡурҡам. Авариялар күп, минең ғәйеп менән берәй кеше зыян күрһә, ундай йөк менән нисек йәшәрмен, тип уйлайым да төңөләм.
Бәлки, ул үткерлек тә түгелдер, кеше менән һөйләшә, аңлата белеүҙер. Ярҙам ҡулы һуҙырҙай кеше булмағас, үҙеңә генә ышаныуҙан да килеп сыҡҡандыр инде. II курстан эшләй башланым, шулай ҙа ике факультет тамамланым. Ҡулыма ҡыҙыл диплом алып сыҡтым.
– Өләсәйем тәрбиәләне, тинең. Уның тәрбиәһен үҙеңдең ҡыҙҙарыңа ҡарата ҡулланаһыңмы?
– Ололарҙың һәр һүҙе китап кеүек бит. Улар кеүек тәрбиәләп буламы икән? Өлкәндәрҙе хөрмәт итеү, ир-атҡа ҡарата мөнәсәбәт, бәләкәйҙән үк ҡыҙҙарҙы буласаҡ килен итеп тәрбиәләү алымдары көслө. Ауылда эш менән, хеҙмәт аша өйрәтәләр бит. Беҙ көтөү көтөп, һыйыр һауып, гектарлап сөгөлдөр утап, бесән сабып, утын ҡырҡып үҫтек. Ҡалала был йәһәттән ҡыйыныраҡ, әлбиттә. Шулай ҙа, өйҙә эшләйем тип торғандарында, болғанһа-нитһә лә, ниәттәренән һүрелдермәү яҡшы.
Йәнә өләсәйемдең әрләгәнен дә, һуҡҡанын да хәтерләмәйем. Атайһыҙ үҫһәк тә, атай абруйын һала алған. “Ағайыңа ҡул күтәрмә, ир-атҡа күтәрелгән ҡул тамуҡта яна” тиер ине гел. Нимә эшләһәк тә, ағайыңдан һора, ти торғайны. Мин дә балалар алдында атайҙарының абруйын төшөрмәҫкә, уның һүҙе гел һуңғыһы булырға тейеш, аталарының һүҙен һанлап өйрәнһендәр тип тырышам.
Миңә тормошта йәшәүе ныҡ еңел, Аллаға шөкөр, шуның өсөн өләсәйемә рәхмәтлемен. Илдар иҫ киткес һоҡланғыс ғаиләлә тәрбиәләнгән. Ул иң ауыр йөктө үҙе тарта, балалар өсөн яуаплылығы көслө, ә мин дәртләндереп кенә торам. Илдар эшкә шәп, сос булһа ла, булмышы менән сабыр, тыныс, ипле, итәғәтле кеше. Хәҙер мин дә уның арбаһына ултырҙым, һәр аҙымымды уйлап баҫырға тырышам. Кеше йәшәй-йәшәй бер-береһенә оҡшай башлай, тиҙәр бит. Күҙем йәшелгә әйләнеп, буйға 30 сантиметрға үҫергә генә ҡалды, тип шаяртып та алам. Буй менән бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булды ул. Бала тапҡас, йоҡа ғына булып ҡалғайным. Буйым да бәләкәй, Илдарҙың биленән саҡ ҡына өҫтә. Бер Өфөнән ауылға ҡайтҡанда Асҡарҙа Илдар мине етәкләп торған. Шуны ауылдаштары күргән дә, алдан ҡайтып ҡәйнәмә, “Илдарҙы күрҙек, бер бала эйәртеп алған” тип сәләм әйтеп киткәндәр JJ.
19.20. Апайлы-һеңлеле сығып, ҡайтыу яғына ыңғайлайбыҙ. Түңәрәктәге дәрттәре һүнмәгән ҡыҙҙар өйҙәренә еткәнсе кем уҙарҙан йырлап, беҙҙең күңелде күрҙе.
Өйгә ингәс, кейемдәрен алмаштырып, әйттереүҙе көтмәйенсә, бер-бер артлы ҡулдарын йыуа һалып алдылар. Әсәләре, ҡайһы аралалыр кейем алмаштырып, кухняла эшен башлаған.
Айгүзәл тура аш бүлмәһенә үтте, әсәһенә ярҙамлашырға инде иҫәбе.
– Өйҙә булған саҡта күп ваҡыт кухняла үтә. Ҡыҙҙар менән төрлө салаттар эшләргә яратабыҙ. Өйрәнеп үҫһендәр, тием. Буласаҡ килендәр бит улар, – ти Рәмзиә эш араһында. – Йыш командировкаларға йөрөгәс, эштән һуң ҡайтҡас, көҙҙән үк ҡышҡа етерлек боросҡа фарш тултырып, кишер, сөгөлдөрҙө терка аша үткәреп ҡуябыҙ. Ашҡа һалманы бер юлы күпләп ҡырҡып, былауға итен алдан турап әҙерләйем. Ғаиләмде өй ашы менән генә һыйларға тырышам, һуттарҙы ла һирәк алам, сейә, ҡарағат туңдырып ҡуям да компот ҡайнатам, шуғалырмы, балаларға киҙеү тейеп бармай.
Рәмзиә тиҙ генә гөлдәренә һыу һибеп ала. Фикус, драцена, юккалары түбәгә тейеп, өйгә ҡышҡы баҡса төҫө биреп ултыра. Фикус – ғаилә гөлө, өйҙә тыныс, йылы мөхит булғанда ғына үҫә, тиҙәр. Алмағас һымаҡ йәйрәп ултырған киң япраҡлы гөл-ағастар – был ғаиләлә ысынлап та шундай шарттар булыуына ишара.
– Донъяһы бөтөн, матур ғаиләһе булған ҡатын нимә хаҡында хыяллана икән?
- Бәләкәй саҡтан уҡ тулы, бәхетле ғаиләлә мотлаҡ өс бала булырға тейеш, тип иҫәпләй инем. Шуға ла өсөнсө бәпес алып ҡайтыу хыялы йәшәй күңел төбөндә. Әммә барыһы ла Хоҙай ҡулында.
Беҙ йәшел сиҙәмдә аунап үҫкән ауыл балалары бит, ер тарта, баҡса үҫтерергә, ҡош-ҡорт тоторға тигән теләк тә юҡ түгел. Ҡала ситендәге өйөбөҙҙө төҙөп бөтөп, ҡәйнәмдәрҙе күсереп алып килге килә: балаларымдың өләсәй-олатаһы эргәләрендә үҫеүен теләйем дә бит… килмәйҙәр шул. Уларҙың үҙ донъяһы бөтөн, төҙөк. Әсәйем ағайымдар янында ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәй, Өфөгә килһә ике аҙнаға ла түҙмәй ҡайтып китә. Илдар менән күрше ауылданбыҙ. Йәйебеҙ ике яҡ араһында үтә. Ҡәҙерле кешеләребеҙҙең иҫән-һау, матур итеп йәшәүе үҙе бер бәхет. Яратҡан кешең янда булһын да, балалар ауырымаһын.
Өлгөр кешенең ашы ла тиҙ бешә. Ғаилә табын артына йыйыла. Көсөргәнешле көндән һуң тыныс ғаилә мөхите хөкөм һөрә.
Көндәлек тәьҫораттары менән бүлешкәс, артабан һәр кем үҙ эше менән мәшғүл.