Ҡала ситендә йәшәүҙәре сәбәпле, сираттағы “Сәхифә” геройы – шағирә, Өфө ҡала хакимиәте Мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте буйынса бүлек етәксеһе Зөлфиә Ханнанова менән күрешерҙән бер көн алда телефон аша эш урынында осрашырға һөйләшеп ҡуйғайныҡ.
8.55. Ҡала хакимиәтенең фойеһына уҙам. Шылтыратырға тип телефонымды алыуым булды, ихлас йылмайып, Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы үҙе лә күренде. Ашхананан бөккәндәр тотоп сығып килеүе.
– Беҙгә бөтөнләй һуңларға ярамай. Рәсми рәүештә хеҙмәт көнө сәғәт 9-ҙан башланһа ла, иртәрәк килеү хуплана ғына. Эш урыныңа өйрәнеп, көйләнеп, уйҙарыңды тәртипкә килтереп алғансы күпмелер ваҡыт сарыф ителә бит. Ғәҙәттә, иртән килгәс тә Интернет селтәре аша яңылыҡтар менән танышып сығам. Беҙгә һәр яңылыҡты белеп торорға, хәбәрҙар булырға кәрәк.
Бишенсе ҡатҡа ыңғайлайбыҙ. Күрешкәндә үк иғтибарҙы йәлеп иткән камзул кеүегерәк тегелешле, орнаменттар төшөрөлгән жакетына иғтибар итәм.
– Төрлөсә ҡабул итәләр, һоҡланып ҡарағандары бар, яратмағандары. Баймаҡҡа барғанда, мәҫәлән, беҙ ҙә шулай итеп тектереп кейәйек, ҡыҙҙар, тип ихлас ҡыуанғайнылар. Берҙән, үҙенсәлекле, икенсенән, боронғо биҙәктәрҙе, тамғаларҙы белеү һис тә зыян түгел.
Бүлмәгә ингәс, хеҙмәткәрҙәре менән таныштырып сыҡты Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы:
– Бүлектә биш кеше эшләйбеҙ. Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы Кәримова – баш белгес, мәғариф өлкәһен етәкләй, ағинәйебеҙ. Шулай уҡ баш белгес, беҙҙең бүлектә берҙән-бер фән кандидаты Зөлфиә Нуриман ҡыҙы Мофазалова телдәр сәйәсәтен, йәғни ҡала буйынса алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылышы, терминология буйынса эштәрҙе алып бара. Булат Илшат улы Зиннуров – әйҙәүсе белгес, эшкә яңыраҡ килеүенә ҡарамаҫтан, минең уң ҡулым, бик башлы, өмөтлө белгес. Ҡалала үҫһә лә, башҡортса ла, русса ла телмәре бай. Әйтеп китергә кәрәк, белгестәрҙе үҙебеҙ әҙерләп алабыҙ. Мәғариф идаралығы методик үҙәге егеттәре, башлыса студент саҡтарынан беҙҙә эшләп торалар ҙа, өйрәнеп, көсәйгәс, уларҙы үҙебеҙҙең бүлеккә бушаған ставкаға күсерәбеҙ. Шундайҙарҙың береһе – быйыл ғына БДПУ-ны тамамлаған Илдус Ҡаһарманов. Бик һәләтле егет, шиғырҙар яҙа, төрөк телен белә.
Элек беҙ гуманитар мәсьәләләр буйынса бүлек тип атала инек. Ҡасандыр ошо бүлектә ҡанат нығытҡан булдыҡлы егеттәр бөгөн: БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов, Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәте башлығы Динар Хәлилов, БР Президенты хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеше идаралығының начальник
урынбаҫары Ришат Сабитов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары ярҙамсыһы Валерий Байтуллин. Әле мин һеҙгә уларҙың бер нисәһен генә һанап үттем!
Хеҙмәткәрҙәр менән танышҡандан һуң, һәр береһе үҙ эшенә тотона.
– Бөгөн – йома, йомғаҡтар яһай торған көн. Беҙҙең гуманитар блокка мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралыҡтары, йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек, бәлиғ булмағандарҙың эше буйынса комиссия һәм хәстәрлек һәм ҡурсаулыҡ буйынса идаралыҡ ҡарай. Ошо ойошмаларҙың барыһының да аҙна дауамында башҡарған эштәре хаҡында мәғлүмәт туплап, Сынтимер Биктимер улына (хакимиәт башлығы урынбаҫары. – Авт.) отчет һәм шуларҙан сығып киләһе аҙнаға пландарҙы раҫлауға бирәбеҙ. Мәғлүм булыуынса, ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек бара, үҙебеҙҙең йүнәлеш буйынса ошо мәсьәләләрҙе лә етәкләйбеҙ.
Булат Илшат улы, бөгөн килгән хаттар һәм отчеттар менән шөғөлләнерһегеҙ.
Тағы ла һәр районда “Ҡорбан байрамы”на ниндәй саралар уҙғарыласағын һорап алырға кәрәк булыр.
Баш ҡалабыҙҙа уҙған байрамдарҙың иң тәүге документтарын (ҡарарҙарҙы) беҙҙең бүлек әҙерләй. Был эш менән күберәк Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы мәшғүл. Етәкселек тарафынан раҫланып Республика көнө буйынса ҡарар ҡабул ителде лә инде. Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы, ҡала структураларынан, райондарҙан килгән тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, дөйөм ҡала саралар планын төҙөй башларға кәрәк булыр.
Телефон шылтырай. Һөйләшеп алғандан һуң геройым бүлек хеҙмәткәрҙәренә көн дауамында үтәлергә тейешле бурыстарҙы билдәләүен дауам итте.
– Зөлфиә Нуримановна, БР дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн уҡытыусыларға, мәҙәниәт һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәренә БР Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы премияларын тапшырыу ваҡыты 9 октябргә билдәләнде, әҙерлек эштәрен әүҙемләштереү кәрәк: лауреаттар менән тығыҙ бәйләнештә булығыҙ, сценарийҙы ҡарап сығығыҙ. Бер нимәне лә күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ: папкалар, дипломдар, сәскәләр – барыһы ла һеҙҙең өҫтә.
– Илдус Фәнил улы, бөгөн Терминологик төркөмдөң ултырышынан һуң “Мир фирмаһы” сауҙа үҙәгендәге алтаҡталарҙы ҡарап ҡайтырһығыҙ. Фотоаппаратығыҙҙы алырға онотмағыҙ!
Зөлфиә Нуриман ҡыҙы яңы ҡарар проектын раҫлауын һорай. Компьютерҙы асып ҡарап сыҡҡас, электрон ҡултамғаһын ҡуйып, артабан оҙата. Компьютерҙа документтар теҙмәһенә күҙ һала.
– Документтар еренә еткерелгәс, директумға (йәғни электрон документ әйләнеше) урынлаштырыла. Әҙерләгән проектыңды күтәреп кабинеттан кабинетҡа йүгереп йөрөйһө түгел. Бик уңайлы.
09.40. Ниндәйҙер эш ҡағыҙҙарын барлап алғас, Хакимиәт башлығы урынбаҫары Сынтимер Биктимер улы Баязитовтың бүлмәһенә юлланабыҙ.
10.00. Бүлеккә кире ҡайтҡас, тағы бер ҡосаҡ документтарҙы уҡып, ҡайһыһына ҡул ҡуя, ҡайһыһын төҙәтергә бирә, ҡайһыһын урынбаҫарға ебәрә торған папкаға һала.
Ниндәйҙер ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эштәр идарасыһына шылтырата. Урынында юҡ, нисәлә булырын белешә.
– Электрон почтаға көн дә документтар килә, нисәүһе ябылмаған, ҡарайбыҙ ҙа, шуларға яуап әҙерләйбеҙ. Ваҡыты үтеп китмәүен тәьмин итәбеҙ.
Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы шылтыратыу ҡабул итә… Хеҙмәткәрҙәренең береһенә ниндәйҙер документ төшөп алырға ҡуша.
Хаттарҙы, өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙы барлай.
– Күп ҡырлы ул эшебеҙ. (Бүлектең эш йүнәлеше миңә аңлашылһын өсөн һәр хаттың йөкмәткеһенә ҡыҫҡаса туҡтала. – Авт.)
Был хат менән эш тамам. Булат, Диниә назараты идаралығының мөрәжәғәте буйынса хат ябылдымы әле ул? Ислам экстремизмға ҡаршы... Комитет ябырға тейеш, эйеме, беҙҙән китте... Әрмәндәрҙең ғибәҙәтханаһы… “Мегалағы” хаталы алтаҡталар буйынса… Быныһы Фәриҙә Ҡудашеваға ҡәбер ташы ҡуйыуға ҡағылышлы… Өфө урамдарының береһенең атамаһы менән килешмәү тураһында хат… Артабан... Ветеринария идаралығы Ҡорбан ғәйете буйынса…
Хаттарҙы ҡарап сыҡҡас, ҡайһыларына ентекләберәк туҡталып, кәңәшләшәләр.
– Бөгөн Башҡортостан үҙәк диниә назаратының йәштәр бүлеге тарафынан әҙерләнгән “Ислам экстремизмға ҡаршы” тигән сара була. Һаҡлыҡ өсөн ҡоролмалар һорағайнылар. Горзеленхоз менән һөйләшеп, ҡасан килеп алырға мөмкин икәнлеген асыҡланыҡ. Шылтыратып белешәйем әле, ул мәсьәлә хәл ителдеме икән?
Сараны ойошторған егеттәргә шылтырата.
Алдына матбуғат баҫмаларын килтереп һалалар: “Киске Өфө”, “Башҡортостан”, “Республика Башкортстан”, “Ҡыҙыл таң”, “Йәшлек”, “Вечерняя Уфа”, “Уфимские ведомости” гәзиттәре, “Ватандаш”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары. Уларға байҡау яһай.
– Республикала сыҡҡан барлыҡ матбуғат баҫмаларына ла яҙылырға тырышабыҙ. Эшебеҙҙә бик кәрәк улар.
10.30. Иртән башҡарыла торған мөһим эштәр үтәлде, ахыры, сәй эсеп алырға тәҡдим ителде.
– Самауыр ҡуйып, йома сәйе эсеп алмайыҡмы? Иртән үҙебеҙҙең ашхананан тәмле генә бөккәндәр ҙә һатып алғайным, – ҡаршы килеүсе булманы. Йәһәт кенә сәй урыны әҙерләнде. – Бергә шулай сәй эсеп алабыҙ. Үҙем Өфөнөң ситенән, Пугачев туҡталышынан киләм. Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы – Зубовонан, Зөлфиә Нуриман ҡыҙы – Дорогинонан. Барыһы ла йыраҡ йәшәгәс, килеп еткәнсе байтаҡ ваҡыт үтә. Сәй эсеп алабыҙ ҙа, рәхәтләнеп эшкә тотонабыҙ. Күп ваҡытыбыҙ ошонда уҙа бит. Балаларыбыҙ ҙа, туғандарыбыҙ ҙа уртаҡ кеүек булып бөтә. Яңы шиғыр яҙһам да иң беренсе ошонда уҡыйым.
– Эштә шиғыр яҙырға мөмкинлек теймәйҙер…
– Яҙышып ултырырға ваҡыт ҡалмай, әлбиттә. Әммә фекер төрлө мәлдә килә һәм уны шунда уҡ яҙып ҡуйырға кәрәк. Аҙаҡ, ваҡыт булғанда, уны шиғыр хәленә еткерәһең. Юғиһә ул юғала. Мин һәр ваҡыт кеше араһында, бер эшемдә лә айырым бүлмәм булманы. Киров районы хакимиәтендә лә күмәк ултырҙыҡ. Бәғзе берәүҙәр:”Һин бит түрә!” – тип төрттөрөргә ярата. Ҡара таңдан төнгә тиклем, хатта байрам көндәрендә лә алһыҙ-ялһыҙ эшләгәнде, башҡалар кеүек йәмәғәт транспортында йөрөгәнде күҙ алдына ла килтермәй инде улар. Ҡәҙимге кешеләр менән тығылышып киләбеҙ, шулай уҡ ҡайтабыҙ. Шөкөр. Минең яҡтан Аҡбирҙе, Шамонин ауылдарының газелдәре үтеп китә, ғәҙәттә, эшкә шулар менән йөрөйөм. Бер мәл ҡайтып барғанда:
Аҡбирҙенең Газелдәрен күрһәм
Ул бит минең ғәзиз баш ҡаламдың
Өйлө(!) башҡорттарын тейәгән, –
тигән шиғыр юлдары ла тыуғайны хатта.
Сәй табынынан һуң, эш дауам итә.
10.45. Зөлфиә Нуриман ҡыҙы менән терминология буйынса ҡайһы бер ҡағыҙҙарҙы ҡарап кәңәшләшкәс, йәнә эштәр идарасыһына шылтырата. Урынында. Унда барып, ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеп килде.
10.55. Терминология комиссияһына төшөргә ваҡыт етте. Бүлектән Зөлфиә Ханнанова, тағы ике белгес беренсе ҡатҡа йүнәләбеҙ. Төшөп еткәнсе һорауҙарымды бирергә ашығам.
– Зөлфиә Миңлебаевна, ҡатын-ҡыҙ етәксенең көнө нимәнән башлана икән?
– Минеке – намаҙҙан. Ғаиләгә, балаларыма, туғандарыма, хеҙмәттәштәремә, илгә, халҡыма именлек, һаулыҡ, ғүмер теләүҙән.
– Ә намаҙға баҫырға нимә сәбәпсе булды йәки кем йоғонто яһаны? Күптән уҡыйһығыҙмы? Намаҙҙың асылы нимәлә һеҙҙең өсөн?
– Биш йыл элек намаҙ уҡый башланым. Дини ғаиләлә үҫтем мин. Атайымдың атаһы көслө хәҙрәт булған. Инәйем яҡлап та намаҙлылар. Шуға күрә, ҡанымда барҙыр. Инәйем уҡытыусы булды. Атеизм буйынса
лекциялар ҙа уҡырға тура килгән уға. Әммә мин студентка булып киткәс, ошолай итеп өйрәткәне хәтерҙә ҡалған: “Юғары уҡыу йортонда атеизм тигән фән инер, имтиханда Аллаһ бармы тип һорауҙары бар, уҡытыусыларға Аллаһ юҡ тип яуап бирһәң дә, эстән генә Аллаһ бар тип ҡабатлап тор тип өйрәттеләр. Олоғайғас намаҙ уҡый башланы. Аҙаҡ, ауырып, түшәккә ятҡас, уны апайымдар менән алмаш-тилмәш тәрбиәләргә тура килде. Уның күҙ алдында намаҙға баҫтым, быны күреп, ҡәнәғәт булып яҡты донъя менән хушлашты. Өлкән апайым да дин юлында.
Диндең бер насарлығы ла юҡ. Ул кешене тәрбиәләй, сабыр булырға өндәй. Ныҡлыҡ килә, насар уйҙарҙан арынырға тырышаһың. Ғәфү итергә, нәфсеңде тыйырға өйрәнәһең. Нәфсе тигәндә ашау-эсеүҙе генә күҙ уңында тотмайым. Тәкәбберлек күрһәтеү ҙә уның бер сағылышы. Мәҫәлән, берәйһе һиңә насар һүҙ әйтте икән, уға ҡаршы өндәшһәң, ул тәкәбберлек һанала. Ә өндәшмәй ҡалһаң, сабырлыҡ күрһәтһәң, гонаһы – уға, сауабы һиңә яҙыла.
Динебеҙ тәртипкә өйрәтә, башҡа халыҡтарға агрессияны тыя. Итәғәтле булыуҙы талап итә. Кешеләргә вазифаһын, милләтен айырмай, тигеҙ ҡарарға ҡуша. Был һыҙаттар эшемдә бик ярҙам итә.
– Эштә намаҙ уҡыу мөмкинлеге юҡтыр?
– Йәй көндәре намаҙ ваҡыты сығып өлгөрмәй, ҡайтҡас уҡыйым, бүтән ваҡытта ҡаза ҡылып уҡыйһың инде. Эштә шарттар юҡ. Өйҙә лә намаҙлыҡҡа бәйләнеп кенә ултырып булмай, өлгөрә алған сағым була, өлгөрмәй киткән мәлдәр. Шулай ҙа, хәлемдән килгәнсе уҡырға тырышам.
Намаҙҙаһығыҙ, ниңә яулыҡта түгелһегеҙ, тигән һорауығыҙ ҙа тыуырға мөмкиндер. Кеше яулыҡ ябынмай икән, ул мосолман түгел тигәнде аңлатмай. Ул – мосолман, тик гонаһлы мосолман. Беҙҙең эштә дресс-код тигән әйбер бар. Ә урамда ҡаплаулыраҡ йөрөргә тырышам.
Яулыҡтың шул тиклем көсө ҙур бит ул: бөтә бысраҡлыҡтан, негативтан ҡаплаулы тояһың үҙеңде. Шулай ҙа иң тәүҙә күңел сафлығы, ихласлыҡ кәрәк. Ихласлыҡ үҙе – ярты дин.
Командировкала йөрөгәндә Ейәнсура районында һорау ҙа биргәйнеләр, яулыҡ ябынып йөрөһәм, бүтән халыҡты хәтерләтәм, башҡорттар улай кейенмәгән имеш.
Мин һеҙҙән яулығым менән генә айырылам, башҡа кейемдәрем (туника менән салбар) һеҙҙеке кеүек бит, тип яуапланым.
Һуңынан уйлайым. Ә улар кемгә оҡшатып кейенгән һуң, үҙҙәре әйтмешләй, башҡорттар бит элек улар кеүек кейенмәгән?! Шундай ҡыҙыҡ мәлдәр осрап тора. Яулыҡ ябынғандыҡы күренә, ә үҙҙәренең кейеменә иғтибар итмәйҙәр.
11.00. Граждандарҙы ҡабул итеү бүлмәһе. Дизайн һәм тышҡы реклама идаралығы белгестәре менән берлектә эшләйҙәр.
Ике кеше ҡабул иттеләр. Тағы ла дизайнер алып килгән заявкалар ҡарала.
– Ҡала хакимиәтенең “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса Комиссияһы янындағы Терминологик төркөмдөң ҡабул итеү көндәре: шишәмбе һәм йома, ун берҙән ун икегә хәтлем. Дизайн һәм тышыҡы реклама идаралығы белгестәре менән берлектә эшләйбеҙ. Улар хаталы алтаҡталарҙы, эш ваҡыттарын фотоға төшөрөп алып килә, – тип аңлатма бирә Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы. Дөрөҫ тәржемә кәрәк булһа, Тарих тел һәм әҙәбиәт институтына мөрәжәғәт итергә ҡушабыҙ, ҡайһы берҙә үҙебеҙ ҙә тәржемә итәбеҙ. БДПУ-ла Башҡорт теле хеҙмәте бар, “Башҡортостан”, “Киске Өфө” гәзиттәре редакциялары ла тәржемә итеп бирә. Иң һуңынан, беҙ ошо тәржемәләрҙең дөрөҫлөгөн раҫлап, ҡултамға ҡуйып ебәрәбеҙ.
12.00. Йәмғеһе 57 мөрәжәғәт ҡаралды.
12.05. Бүлмәгә күтәреләбеҙ. Беренсе ҡаттан бишенсегә менеп еткәнсе үҙ һорауҙарымды биреп ҡалырға тырышам. Был юлы хеҙмәт юлы менән ҡыҙыҡһынам.
– Хеҙмәт кенәгәм ун биш йәштә асылды, Рәми Ғарипов исемендәге беренсе гимназияла уҡып йөрөгәндә ярты ставкаға пионер вожатый итеп эшкә урынлаштырып ҡуйҙылар. БДУ-ны тамамлағас, Белорет районы мәктәптәрендә эшләнем. Һуңынан ике йыл “Шоңҡар” журналында эшләп алдым. Шул осорҙо әле булһа һағынып иҫкә алам.
Өҫтәлдә байтаҡ ҡағыҙҙар, документтар өйөлгән.
12.15. “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева инеп сыҡты. Гәзиттә Зөлфиә Ханнанованың мәҡәләһе сыҡҡан, шул арҡылы мәҡәлә геройының рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ингән. Китабы сығыу менән дә уртаҡлашты Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.
Уны оҙатҡас, эшенә үтә ҡамасауламаҫҡа тырышып, ижадҡа килеүе хаҡында һүҙ ҡуҙғатам.
– Бындай эш менән тулы ҡанлы ижад итеп булмай. Оҙаҡ ваҡыт ижадтан ситләшеп торам, башҡалар һымаҡ күп итеп яҙа алмайым. Әҙләп кенә.
Бәләкәйҙән яҙыу теләге булғандыр, биш йәшемдә дүрт юллыҡтар уйлап сығарып, үҙемсә шиғыр ижад иттем тип йөрөгәнмен. Үҫә төшкәс яҙғандарымды редакцияға ебәрәм, улар баҫылмай, кәйефем төшөп китә. Элек “Пионер” журналының һуңғы битендә сюжетлы һүрәттәр сыға торғайны, шуның буйынса хикәйә әтмәләп ҡарайым. Әммә улары ла килеп сыҡмай, йә композицияһы дөрөҫ түгел, йә бүтән берәй нәмә тигән яуап алам. Шунан етенсе синыфта беренсе мәртәбә мәҡәлә яҙҙым, шунда уҡ баҫылып сыҡты. Шулай итеп, мәҡәләләргә тотондом. Бер йыл үткәс, “Йәншишмә” (ул ваҡытта “Башҡортостан пионеры”) йәш хәбәрсе тип иғлан итте. Маҡтаулы исем ине ул. Туғыҙҙы бөткәс, интернатҡа килдем. Унда инде һағыныуҙан шиғыр яҙа башланым. Тәртип ҡаты. Бер бүлмәлә егерме өс ҡыҙ йәшәйһең. Урындарҙы тип-тигеҙ итеп йыйыштырып ҡуяһың. Ап-аҡ япма бирәләр, ул тап-таҙа килеш булырға тейеш. Мендәрҙәр тигеҙ. Берәйһенеке саҡ ҡына ҡыйыш торһа, карауат тимеренән туҙан сыҡһа, аҙна буйына бәҙрәфкә дежурға ҡуялар.
Ул осорҙа яҙған әйберҙәремде шиғыр тип тә әйтеп булмағандыр инде. Әммә шул ваҡытта күңелемә ҡанат ҡуйып, Гөлфиә апай Юнысова яҙғандарымды бер бит итеп туплап журналда баҫтырҙы. Уҡыусы килеш кенә “Башҡортостан ҡыҙы”нда сығыу ҙур мәртәбә ине.
Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов, Әхмәр Үтәбай – минең өсөн ҡәҙерле кешеләр. Сөнки беҙ уларҙың мәктәбе аша үттек. Мин беренсе курсҡа килгәндә улар дүртенсе-бишенсе курста инеләр, беҙҙе ҡурсалап ҡына йөрөттөләр. Улар мине яҙышырға өйрәтте. Бер дөйөм дәфтәр шиғырҙарым бар ине, һәр береһе танышып сыҡты. Ҡол Дәүләт аяп ҡына, кәйефте төшөрмәй генә теләктәрен еткерә. Рәйес Түләк ҡаты ғына итеп әйтеп ҡуя, Ғәбиҙулла Зарипов иң ҡаты тәнҡитсе ине. Уҡып килтергәс, яҙа алаһың, тик ошо һикһән шиғыр араһында ике юлы ғына шиғыр, тимәһенме:
Белеүегеҙсә, быйыл биш шағирә: Лариса Абдуллина, Тамара Искәндәриә, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлназ Ҡотоева йыйылып, ил, тел, мөхәббәт, ғаилә – төрлө мәсьәләләр күтәргән, биш бүлектән торған кисә үткәрҙек. Ошо саранан һуң бик моңһоу булды – был кисәлә әле атап үткән ир уҙамандар сәхнәгә сығып баҫып, үҙ шиғырҙарын яңғыратырға тейеш ине бит, тигән әрнеү күңелде солғап алды.
Аллаға шөкөр, Салауат Әбүзәр, Дамир Шәрәфетдинов, Азамат Юлдашбаев, Мөнир Ҡунафин кеүек һәләтле егеттәребеҙ бар.
13.00. Төшкө аш мәле. Тамаҡ ялғап килгәс, геройым гәзит уҡып алырға булды.
– Иртән гәзиттәргә күҙәтеү яһағанда ҙурыраҡ әйберҙәрҙе аҙаҡҡа ҡалдырам. Бая бер хикәйә күреп ҡалғайным, төшкө ялдан файҙаланып, шуны уҡығы килә. Документтар менән генә эшләргә тура килгәс, баш ял итһен өсөн, төшкө аштан һуң башлыса тышта йөрөп инергә ғәҙәтләнгәнбеҙ.
– Булат, һиңә бер хат һалам, ҡарап сығырһың әле.
Гөлзәминә Зөфәровна, быныһы һеҙгә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған сараларҙы яҙып, фотолар оҙатыуында ебәрергә кәрәк.
ШОС һәм БРИКС-ҡа ҡағылышлы, хат, Булат, һиңә. Таблица буйынса эшләргә, биргәйнем бит, иҫләйһеңме?
– Ҡасаныраҡ үҙегеҙҙә лидерлыҡ һәләтен тойҙоғоҙ?
– Бәләкәйҙәндер, моғайын. Атай-әсәйем хаҡлы ялда булғас, өйҙә артыҡ эш тә тәтемәгәндер, күрәһең, мәктәп йөкләмәләре менән күп шөғөлләнә торғайным. Гимназияла иһә һәр төбәктән алдынғы уҡыусылар йыйылған, шулар араһында һин үҙеңдең лидерлығыңды юғалтмаҫҡа тейешһең. Унда пионер вожатый, университетта комскомитет ағзаһы булдым.
Белореттан Өфөгә күсеп килгәс, баш ҡалабыҙҙың төрлө район хакимиәттәренә эшкә саҡырҙылар, барып ҡарайым да, оҡшамай тип баш тартам. Яҙмышым шул булғандыр инде барыбер. Киров районы хакимиәтендә мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлек начальнигы булып эшләп алып киттем. Иҫ кткес талапсан етәксе Земфира Тимерхан ҡыҙы Әбделмәнова ҡулы аҫтында ине ул ваҡытта бүлек, уның мәктәбен үтеүгә бик шатмын. Әйткәндәй, инде эштең айышына төшөнгәс, унан һуң килгән Альбина Наил ҡыҙы Баязитова менән эшләп китеүе бик еңел булды.
Шылтыратыу. Мәғариф идаралығынан.
Шулай итеп, бүлеккә барып ултырҙым, эштең айышына төшөнөп бөтә алмайым, минән күпкә тәжрибәлерәк белгестәр менән етәкселек итергә кәрәк. Ныҡ ауыр булды тәүҙә. Быларҙы дәүләт органдарында эш башлаған ҡыҙ һәм егеттәргә ярҙам булһын тип һөйләйем. Ғәрсел халыҡ бит беҙ. Иҫкәрмә эшләһәләр, үтә ныҡ ҡайғырабыҙ, йөрәккә яҡын алабыҙ. Булдыра алмайым, тип уйлай башлайбыҙ. Бүтән халыҡтарға иғтибар итеп йөрөйөм, уларҙы тәнҡитләһәләр, эстәрен бушатып үҙ-ара һөйләнеп алалар ҙа, үтә лә китә, икенсе ҡараһаң, һин дә мин эшләп тә ултыралар.
Ауыр булһа ла нисек тә ярты йыл түҙергә булдым. Минән алда был вазифаны биләгән егет шул сама эшләгән, иртәрәк китһәм бигерәк оят булыр тинем. Ярты йыл үткәс, бына бит булдыра алам, тағы ярты йыл китмәй торайым әле, исмаһам әлеге егеттән оҙағыраҡ эшләне тип әйтерҙәр тип сәмләндем. Ә килеүемә бер йыл тулды тигәндә мин коллективта үҙ кеше инем инде! Һуңынан һигеҙ йыл дауамында бик яратып башҡарҙым эшемде.
Баш ҡала хакимиәтенә күсеүемә өсөнсө йыл. Бында ла үҙ кешегә әүрелеүемә ҡыуанам. Эшеңә яуаплы ҡараһаң, сабырлыҡ күрһәтеү, бар эште лә өйрәнергә мөмкин. Башҡалар менән һәйбәт мөнәсәбәттә булһаң, һиңә лә һәйбәт мөнәсәбәт күрһәтәләр. Ҡайҙа эшләһәң дә кешелеклелек мөһим.
Шылтыратыу. Кемгәлер эш буйынса үҙенең кәңәштәрен еткерә.
ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек буйынса отчеттар “килеп ятты”. Уҡып, төҙәтергә бирә. Булат менән кәңәшләшәләр. Аңлатма бирә. Хатын дөрөҫләп яҙырға ҡуша.
– Башҡаларҙың проекттары әҙерме-юҡмы белеш әле, Илдус. Дүшәмбегә нимәләр әҙерләргә?
Шылтыратыуҙар менән “ҡағыҙ эше” аралаша.
– Документтар, ҡағыҙ эше күп. Киров районында күберәк халыҡ менән эшләп, саралар үткәреп йөрөгән кешегә бында күскәс аралашыу, яныу етмәй ине, тыныслыҡҡа өйрәнә алмай аҙапландым тәүҙә.
Тәү ҡарашҡа ваҡ, әммә шул тиклем мөһим эштәр менән шөғөлләнергә тура килә. Ҡайһы ваҡыт телефондан яуап ҡайтарып ҡына ла хәл бөтөп ҡайта, туҡтауһыҙ шылтыратыуҙар була.
17.45. Хеҙмәттәштәренә уңышлы ялдар теләп хушлашабыҙ ҙа автобус туҡталышына йүнәләбеҙ. Кәрәкле маршрутҡа ултырғас, һүҙебеҙ балалар, ғаилә ҡиммәттәре, тәрбиә юҫығында дауам итә.
– Ҡатын-ҡыҙға етәксе булып эшләүе ҡыйын ул: балаларыңа етерлек иғтибар бүлә алмайһың, һағынып көтөп торалар. Мәктәптәге ата-әсәләр йыйылышына ла күп осраҡта бара алмайым. Донъямды ҡарап, ихлас ижад итеп, өйҙә генә ултырыр инем дә ул… – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша әңгәмәсем. – Мине ниңәлер көслө кеше тиҙәр, иптәшем дә, балаларым да ошолай янып-көйөп эшләп йөрөүемде хуш күрә. Әгәр һинең өйҙә терәгең, ярҙамсыларың юҡ икән, етәксе булып эшләүе бик ауыр.
Балаларым хәҙер бер-береһен ҡарай, үҙ аллылар. Улыбыҙға 21 йәш, медицина университетында уҡып йөрөй, Өфө ҡалаһының 20-се мәктәпте тамамланы. Икенсе ҡыҙым Гүзәл 158-се гимназияла, X синыфта, Әминәбеҙ шунда уҡ II синыфта уҡый.
Балаларыбыҙҙы башҡорт мәктәбендә уҡытырға тырыштыҡ. Туған телде белеү – ҙур байлыҡ тип һанайым. Фатирҙа йәшәгәндә, өйгә яҡын тип, уртансы балабыҙҙы рус мәктәбенә йөрөтөп ҡарағайныҡ, башҡорт мәктәбенә етмәй: баланың донъяға ҡарашы үҙгәрә, бөтөнләй икенсе ҡиммәттәр барлыҡҡа килә.
Өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ. Бәләкәсебеҙҙең телмәре боҙолмаһын тип рус һүҙҙәрен “бөтөнләй аңламаған” бесәй балаһы алып ҡайттыҡ. Көнө буйы шуның менән мәж килгән Әминәбеҙҙең һүҙлек запасы һиҙелерлек байыны.
“Атайһыҙ ул көтмә, әсәйһеҙ ҡыҙ көтмә” тигән башҡорт мәҡәле тәрбиәүи йәһәттән тәрән мәғәнәле. Атаһы нимә генә эшләһә лә, ҡайҙа ғына барһа ла улыбыҙ Илгизде гел үҙе менән йөрөттө. Машина йөрөтөргә лә, бесән сабырға ла өйрәнде. Өй төҙөүгә ун йыл самаһы ваҡыт сарыф ителде. Ҡайным, иптәшем, улым өсәүләп төҙөнөләр. Беренсенән, улыбыҙ бөтә эштәрҙе белеп үҫте, икенсе яҡтан, теләһә ҡайҙа йөрөргә буш ваҡыты булманы.
Гүзәлебеҙ бәләкәйҙән һеңлеһен тәрбиәләште. Уң ҡулым ул минең. Һуңғы тапҡыр ҡасан иҙән йыуғанымды хәтерләмәйем дә хәҙер.
Тағы ла ғаиләлә мотлаҡ өсөнсө бала тәрбиәләнергә тейеш, тип һанайым. Улыбыҙ ҙа, ҡыҙыбыҙ ҙа булғас, ғаиләбеҙ тулы һымаҡ тойола ине. Өсөнсөһө тыуғас ҡына ысынлап түңәрәкләнә икән ул. Икеһенең дә иғтибары өсөнсө балаға тупланды. Яуаплылыҡ артты. Юҡҡа ғына өс бала – бер бала, тимәйҙәрҙер.
Улым атаһының юлынан китте. Тәүҙә миңә оҡшарға теләй ине, һинең кеүек эшләр өсөн ҡайҙа уҡырға кәрәк, ти торғайны. Холҡо менән лидер. Уҡып бөткәс атаһы менән олатаһы, бик кәрәкле һөнәр, бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырмаясаҡһың тип, медицина юлын һайларға күндерҙеләр. Атаһы менән дөйөм темалары күп хәҙер.
– Ҡәйнә-ҡайны мөнәсәбәттәренә килгәндә...
– Ҡайны-ҡәйнәмдәргә бар күңел йылылығымды биреп, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырышам. Беренсенән, улар минең иптәшемә ғүмер биргән, баҡҡан, үҫтергән кешеләр булһа, икенсенән, балаларым шундай мөнәсәбәтте күреп үҫһен тим.
Минең атай-әсәйем күптән гүр эйәләре (оло йәштә инеләр), шуға күрә ҡайным менән ҡәйнәмде үҙ атай-әсәйем кеүек күрәм.
– Ир – баш, ҡатын – муйын… килешәһегеҙме?
– Ғаиләбеҙҙә атайым баш булды, шулай тейештер ҙә. Дилбәгәне ҡатын-ҡыҙ тотҡан ғаиләләрҙе күрһәм, ҡабул итеүе ҡыйын. Ирҙәребеҙ көслөрәк булһын ине. Беҙҙең уларға таянып, арҡа терәп йәшәргә тейешбеҙ. Был юҫыҡта Айбулат һәр саҡ ир була белде. Минән күпкә көслөрәк, минән күпкә аҡыллыраҡ итеп ҡабул итәм уны. Медицина фәндәре кандидаты ул. Алтын ҡуллы хирург.
– Тормош биргән һабаҡтар?
– Ғүмер буйы һабаҡ алаһың. Тик уның ҡайһы берҙәрен йылдар үткәс кенә аңлайһың икән.
Бәләкәй саҡта ауылдағы инәйҙәргә (әбейҙәргә) ярҙам итәм дә, рәхмәт һүҙен ишетеп, шуға эй ҡыуанып ҡайта торғайным. Яңыраҡ Йылайыр районы Ҡәҙерша ауылы аҡһаҡалы Нуретдин олатайҙан ишетеп белеүемсә, рәхмәт һүҙе доғаға торошло һүҙ икән. Хәҙер уҡыусы балалар аҡса өсөн ярҙам итә. Ниндәй ҙур доғанан мәхрүм итә улар үҙҙәрен. Бер рәхмәт – мең бәләнән ҡотҡара тип, юҡҡа әйтелмәгән бит.
18.35. Салауат Юлаев майҙаны. Ойоштороусылар менән осрашабыҙ, аралашабыҙ. Барыһы ла ыңғай хәл ителгән.
– Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы, Салауат Юлаев майҙаны ниндәй уйҙарға этәрә һеҙҙе?
– Шиғыр менән генә яуаплар инем, мөмкин булһа.
Йәнем ҡубарыла һөйләһәләр
Тыуған илкәйемде бөлгән тип,
Кемдер уға бысраҡ өйгән тип,
Кемдер унан әсе көлгән тип.
Бер бөгөнмө беҙгә ҡаныҡҡандар,
Ошо ерҙең көлгә ҡалғанын?!
Көлгә ҡалғас ҡабат ҡалҡыр өсөн
Ниндәй ҡөҙрәт кәрәк, билдәһеҙ?!
Илкәйемә бысраҡ өйгән йәндәр,
Минең өсөн тере һөлдә һеҙ!
Тере һөлдә. Ҡурай моңон көткән
Ҡәберендә һуңғы башҡорттоң,
Ә бит һеҙҙе шундай яҡын күреп
Ҡабул иткән минең баш йортом.
Тыныс урын эҙләп һыйынғандар,
Йә әйтегеҙ әле, һеҙме шәп?
Аҫаба ла башҡорт ерҙәрендә
Минең халҡым түгел килмешәк!
Ҡыуанмағыҙ! Әле һеҙ белмәгән
Халҡым күңелендә серҙәр бар.
Урап та ғына ҡайтыр ерҙәр ҙә бар,
Ҡурай ҙа ғына тартыр ирҙәр бар!
22.45. Концерт тамам, хушлашабыҙ. Иптәше машина менән килеп ала.
Етәксе, ҡатын, әсә, шағирә Зөлфиә Ханнанова менән уҙған бер көнлөк сәхифә тамам.