Көндәлек тормошта беҙ «сәғәт нисә?» һорауына «21:30» тип яуап бирер инек. Дөрөҫмө икән ул? Әллә «ваҡыт» төшөнсәһе бөтөнләй икенсене аңлатамы?.. Мәҫәлән, һеҙ «минең ваҡытым юҡ», «ваҡыт булһа», «ваҡыт етмәне» тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәһегеҙме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин был һүҙҙәрҙе йыш ишетәм. Ҡайһы берҙә үҙем дә уларҙы ҡулланам. Әммә был насар күренеш. Ни өсөн тип һораһағыҙ, мин шулай яуап бирәм: ваҡыт һәр кешелә бер, ләкин уны кем нисек үткәрә - ул икенсе һорау.
Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: һеҙгә алтмыш йәш. Ғүмер үтеп, йәшлек дәрте һүнеп бара һәм һеҙ үткәнде хәтерләп ултыраһығыҙ. «Мин бөтәһен дә дөрөҫ эшләнем, бөтә мөмкинлектәр менән ҡулландым. Үҙемдең тормошом менән ҡәнәғәтмен» тигән уйҙар киләме башығыҙға шул мәлдә? Килһә, яҡшы, әлбиттә. Ләкин күпселек осраҡта кеше тормошон файҙалы үткәрмәй, ваҡытын ҡәҙерләмәй. Уҡыуҙан йәки эштән ҡайтҡас, телевизор ҡарай, телефонда, компьютерҙа уйнай. Рухын байытыуға, кешеләргә ярҙам итеүгә аҙ урын бирә. Был ҡыҙғаныс.
Уйлап ҡарағыҙ: уртаса йәшәү оҙонлоғон етмеш йәш тип алһаҡ, был егерме биш мең биш йөҙ илле сәғәт тигәнде аңлата. Ғүмерҙең ҡырҡ процентын беҙ йоҡлайбыҙ. Йәшәр өсөн алтмыш процент ҡына ҡала. Көндөң ун биш сәғәтен беҙ мөһим эштәргә бағышлай алабыҙ. Уларҙы йөҙ процентҡа башҡарыр өсөн үҙеңә көн һайын «бөгөн мин нимә булдыра, ойоштора алырмын?» тигән һорауҙы бирергә кәрәк. Тулы тормош менән йәшәү, замандан артта ҡалмау, үҙ потенциалыңды максималь рәүештә асыу – йәштәрҙең бурысы. Ошо мәл менән йәшәү – «сәғәт нисә?» һорауына яуап булып тора. Бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ һәм был донъяла оҡшаған шөғөлөгөҙ менән эш итегеҙ!