Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
26 Декабрь 2018, 16:35

Ике донъя араһында

Ҡот осҡос төш күреп уяндым бөгөн. Имеш, донъя бөткән! Юҡ, фани донъя түгел. Уныһы булһа, исмаһам, һиҙмәй ҙә, аңламай ҙа ҡалыр инек. Ә бында виртуаль донъя бөткән! Шыбыр тиргә батып уяндым да, уйға ҡалдым: ысынлап та бер көн килеп интернетһыҙ ҡалһа, кешелекте ни көтә?

Ҡот осҡос төш күреп уяндым бөгөн. Имеш, донъя бөткән! Юҡ, фани донъя түгел. Уныһы булһа, исмаһам, һиҙмәй ҙә, аңламай ҙа ҡалыр инек. Ә бында виртуаль донъя бөткән! Шыбыр тиргә батып уяндым да, уйға ҡалдым: ысынлап та бер көн килеп интернетһыҙ ҡалһа, кешелекте ни көтә?

Тәү сиратта – ҡурҡыу. Ғәзиз кешеләрең, туғандарың, яҡындарың һәм дуҫтарыңдан айырылыу тигән һүҙ бит был. Әлбиттә, телефон ҡала, әммә ул бит хәбәрләшеү сараһы. Ә интернет, дөрөҫөрәге, социаль селтәрҙәр һәм ватцап, беҙҙе, йыраҡта булһаҡ та, теге йәки был кеше менән “бергә йәшәргә” өйрәтте. Хәбәрҙәр таҫмаһынан беҙ уның яңылыҡтарын көнөндә белеп барабыҙ. Ҡайҙа барған, ни эшләгән, нимә бешергән, нисек ашаған... Туйҙарҙы, юбилейҙарҙы, бәпес тыуыуҙарын әйтеп тә тораһы түгел. Фоторепортажһыҙ, ундай сараларҙы үтмәгән тип иҫәпләһәң дә була. Хатта ауылда хәҙер яңылыҡтарҙы интернет аша ғына беләләр. “Фәлән кешенең ейәне тыугңған, ишеттеңме?” кеүегерәк хәбәрҙе элек урамдағы колонканан һыу алғанда һөйләйҙәр ине. Ә хәҙер һыуы ла ихатала, интернеты ла өйҙә... Юғары ос Ғәйшәнең көн һайын яңырған “аватарка”һына “лайыҡ” ҡуйыр өсөн “плюслы” күҙлеген кейеп, компьютер ҡаршыһында ултырырға түбән ос Ғәмиләнең ваҡыты ла етерлек... Һүҙ уңайынан, биш йылдар самаһы элек булғандыр, “Одноклассники”ҙа ауылдың төркөмөн булдырҙылар. “Көндәлек яңылыҡтар” тигән темаһы ла бар. Һәм унда бер генә яңылыҡ тора: иртәгә көтөү сираты кемдә?
Әлбиттә, интернет улар өсөн ғәйбәт һатыу урыны ғына түгел, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышҡан, донъя ҡыуам тип, ҡайтып урарға ваҡыт таба алмаған балалары менән аралашыу сараһы ла. Ейән-ейәнсәрҙәренең нисек үҫкәнен скайп аша күреп, “Бәйләнештә” ярҙамында фото-видеоларын ҡарап барыу насармы ни?!
Шуға күрә, әле ҡасан ғына интернетһыҙ рәхәтләнеп йәшәгән өлкән быуын кешеләре лә уның бөтөүен бик ауыр кисерер ине. ә ысынбарлыҡ менән виртуаль донъяла параллель рәүештә йәшәп үҫкән йәш быуынды әйтеп тораһы ла юҡ. Улар йәшәүҙең мәғәнәһен юғалтып, бушлыҡҡа сумасаҡ. Бер нисә йыл элек йәш быуындың интернетҡа бәйлелеген асыҡлаусы тәжрибә үткәргәндәр. 12 йәштән 18 йәшкә тиклемгеләргә 8 сәғәткә компьютер, телефон, телевизор, хатта радио ҡулланыуҙан баш тартып торорға ҡушҡандар. Уларға үҙ-үҙҙәре менән генә ҡалырға һәм нимә теләй, шуны эшләргә рөхсәт ителгән. Уйнай, йырлай, бейей, уҡый, саф һауала йөрөй һ.б. Уйлап ҡараһаң, ни ҡыйынлығы бар? Әммә бер гонаһһыҙ был тәжрибә шаҡ ҡатырғыс һөҙөмтә күрһәткән. 68 кешенең 3-һө генә аҙаҡҡаса тора алған. Күпселеге эс бошоу, ҡурҡыу хисе кисергән. Яртыһының күңеле болғанған, тирләгән, уҡшыған, башы ауыртҡан. 5-һе паникаға бирелгән, 3-һе үҙ-үҙенә ҡул һалыу тураһында уйлап алған.
Америкала бер төркөм ғалим “Әгәр интернет бөтһә?” тигән һорау менән кешеләргә мөрәжәғәт иткән. Һорау алыуҙа 4000 кеше (яртыһы ир-ат, яртыһы ҡатын-ҡыҙ) ҡатнашҡан. Араларында эштәре интернетҡа бәйлеләре лә, социаль селтәрҙәрҙә генә ултырыусылар ҙа булған. Шуларҙың 67 проценты АҠШ-та интернетты тыйһалар, башҡа илгә күсеп китергә әҙер булыуын белдергән. 14 проценты төшөнкөлөккә биреләсәген, 2 проценты йәшәү мәғәнәһе юғалтыу сәбәпле, үҙ-үҙенә ҡул һаласағын әйткән. Ул 2 процентҡа 78 кеше инә, шуларҙың 64-е ҡатын-ҡыҙ.
Эйе, интернет көндәлек тормошобоҙға ныҡ инеп ояланы. Үҙегеҙҙән генә сығып ҡарағыҙ: иртән йоҡонан тороуға ҡулығыҙ телефонға үрелмәйме лә тиҙ генә социаль селтәрҙәрҙе, вацапты, почтаны ҡарап сығыу ғәҙәте юҡмы ни? Уянып та өлгөрмәгән күҙҙәр өсөн ни ҡәҙәр зарарлы икәнен уйларға ла өлгөрмәй ҡалабыҙ шул...
Рунетҡа йыл һайын меңләгән ҡулланыусы өҫтәлә. Миллион байт мәғлүмәт, эҙләй торған системалар, википедия, социаль селтәрҙәр... Хәйер, уйнап, ғәйбәт һатып ултырыу – у эшһеҙ кешенең эше. ә күптәр өсөн интернет эш урыны, ситтән тороп уҡыу урыны. Скайп аша зачет бирәләр, имтихандар тапшырып, диплом алалар. Компьюьер аша үҙ бизнесын алып барған кешеләр күпме? Бер ҡаланан икенсеһенә барып, тейешле осрашыуҙар үткәреп, кәрәкле кешеләр менән һөйләшер өсөн күпме ваҡыт сарыф ителер ине. Ә интернет уларға был мәсьәләләрҙе өйҙән сыҡмай хәл итеү мөмкинлеген бирә.
Күпме банк опреациялары интернет ярҙамында башҡарылғанын уйлап ҡарағыҙ. Һәр банк эшҡыуарҙарға ғына түгел, беҙҙең ише “кредит ҡолдарына” ла шәхси кабинет асты. Кәрәк булған бөтөн түләүҙәрҙе лә бер ҡулыңды ғына хәрәкәтләндереп түләп бөтөргә мөмкин. Ҡайҙалыр барырға, сиратта торорға түгел. Бер көн килеп интернет бөтһә, барлыҡ финанс структуралары ҡабат элекке эшләү системаһына әйләнеп ҡайтырға мәжбүр буласаҡ. Уларҙың эштәре шаҡтай аҡрынаясаҡ.
Транспорт системаһы ла ярайһы ҡаза к-рәсәк. Шул уҡ хаос тимер юлдарында, аэропорт, автовокзалдарҙа күҙәтеләсәк. Бөтөн транспорт көрсөк кисерәсәк. Билет алырға “тере” сираттар теҙеләсәк. Һәм... йәнә автобус водителдәренә йәшерә-йәшерә документтар папкаһын биреп ебәрергә тырышыуҙар пәйҙә буласаҡ. Сөнки документтар йәки уларҙы күсермәһе ашығыс рәүештә кәрәк булырға мөмкин. Ә почта аша улар аҙнаға яҡын йөрөйәсәк. Әле иһә электрон почта ярҙамға килә.
Интернетһыҙ ҡалһаҡ, йыраҡ араларҙы яҡынайтып, үҙ-ара бәйләүсе берҙән-бер сара булып почта менән мобиль операторҙар ҡаласаҡ. Мобиль бәйләнеште, бәлки, тәьмин итерҙәр, ә бына почта хаттарға күмеләсәк.
Хаттар... Иҫегеҙҙәме, элек почта тартмаһын асыуға хат ятһа, нисек һөйөнә инек? Уны шунда уҡ тулҡынлана-тулҡынлана асаһың да, уҡырға керешәһең. Күпме хәбәр, күпме яңылыҡ! Көн һайын хат яҙып ултырып булмай бит. Ә интернет аша көн һайын ғына түгел, яңылыҡ булған һайын яҙышабыҙ, уртаҡлашабыҙ, бүлешәбеҙ. Шул тиклем йыш аралашабыҙ, ҡай ваҡыт осрашҡас, һөйләшер һүҙебеҙ булмай сыға...
Электрон китапханалар менән дә ҡулланырға оҫтарып киттек. Донъя әҙәбиәтенән ниндәй әҫәр уҡығыбыҙ килә, шуны алабыҙ ҙа уҡыйбыҙ. ә ысын, ҡағыҙ еҫе аңҡып торған китаптарға етәме һуң улар? Хәйер, был йәһәттән әлегә юҡҡа борсоламдыр. Беҙҙең илдә ҡағыҙ китапты 89 процент кеше уҡыһа, электрон китапты ни бары 28 процент ҡына. Тик был күренеш күпме дауам итер?
Магазиндарға ла йөрөп тормай, бөтөн кәрәгек интернеттан һайлаусылар күп хәҙер. Оҡшағанын ҡарайһың, һайлайһың, тейешле төймәгә баҫаһың һәм һиңә килтереп бирәләр. Ә магазиндарға йөрөп күпме ваҡыт әрәм үтә.
(Ваҡыт тигәндән, бер парадокс: интернет беҙгә ваҡытты экономияларға мөмкинлек бирә, әммә шул уҡ ваҡытта уның булыуы арҡаһында хужалыҡ буйынса бик күп эштәрҙе башҡарырға беҙҙең ваҡыт етмәй).
Фотолар алышыуҙың төп инструменты ла интернет. Көн һайын инстаграмға 40 миллион фото һалына. Баҫтырып алһа, һәр кем шәхси галереяһын асып, дуҫтарын саҡыра алыр ине. Күптәрҙең ғаилә альбомдары ла виртуаль донъяла ғына һаҡлана. Элеккесә, ҡулыңа алып, бергәләп ултырып ҡарау, хәтирәләр менән бүлешеү мөмкинлеге юҡ. Бәхәсһеҙ, интернет тормошобоҙҙо еңеләйтә, әммә уның арҡаһында бик күп ҡиммәттәребеҙ юғала шул. Гришковецтың “Ҡағыҙ менән хушлашыу” спектаклен ҡарағанығыҙ бармы? Әлеге теманы бик яҡшы асып һала ул.
Интернет бөгөн пираттар өсөн төп майҙан. Ул юғалһа, кино төшөрөүсе, йыр яҙҙырыусы, китап яҙыусылар еңел һулап ҡуялыр. Әммә, икенсе яҡтан, бөгөн теләгән һәр кеше китабын баҫтыра, йырын дискыла сығара алмай. Улар өсөн үҙҙәренең ижад емештәрен тәҡдим итер берҙән-бер урын – интернет. Телевидение ғына халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмаясаҡ. Кешеләр кинотеатрҙарға, концерттарға, китапханаларға йөрөй башларға мәжбүр буласаҡ. Яңылыҡтар менән танышыр өсөн йәнә баҫма матбуғатты уҡый башлаясаҡ. Беҙҙең тираждар артасаҡ! Реклама ла гәзит-журналдарға ҡайтасаҡ, тимәк, маркетинг та интернетһыҙ ҡалыуҙы кисереп, иҫән ҡаласаҡ. Ниһайәт, журналистарҙың хеҙмәт хаҡы артасаҡ.
Эйе, IT-сферала эшләүсе бихисап халыҡтың керемһеҙ ҡаласағын да әйтмәй, ситләтеп үтеп булмай. Интернеттың булмауы юғары эш хаҡы түләнгән һөнәрҙәрҙе үлтерер ине. Веб-уйлап табыусылар, программистар, фрилансерҙар, копирайтерҙар һәм ҡалған интернет-хеҙмәтселәр эшһеҙ ҡаласаҡ. Әлбиттә, айына 40–50 мең һумдан да кәм булмаған хеҙмәт хаҡы алып өйрәнгәс, тәүҙә уларға ҡыйыныраҡ булыр. Әммә эше виртуаль донъяға бәйле булмаған ысын тормош кешеләре 10–15 мең һумға йән аҫрай алғас, улар ҙа астан үлмәҫ тип ышанайыҡ. Мобиль бәйләнеш, телевидение, баҫма матбуғатта урын табырҙар.
Интернет менән бергә “заман үҙенсәлегенә” әйләнгән тағы бер күренеш юҡҡа сығыр. Ул да булса, симптомдарына ҡарап, үҙеңдәге сиргә диагноз ҡуйыу. Күп белһәң, тиҙ ҡартайырһың, тиҙәр. Ә был осраҡта “үләһең” тип үҙгәртһәң дә артыҡ булмаҫ. Сөнки күптәр табипҡа барғансы, интернеттан уҡып, үҙенә үҙе ҡуйған диагнозынан ҡурҡып, ярты үлеккә әйләнә.
Үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған теләһә ниндәй һорауға яуапты гаджеттарҙан алырға өйрәндек шул. Бөгөнгө студеттар китапханаға барып, махсус әҙәбиәт уҡып диплом яҙыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр инде ул... Уның ҡарауы, күпме мәғлүмәтте хәтерендә ҡалдыра алырҙар ине.
Ә иң мөһиме, интернет бөтһә, кешеләр халыҡ араһына сыға башлаясаҡ. Саф һауала ваҡыт уҙғарыу уларҙың сәләмәтлеген яҡшыртасаҡ. Сәйәхәттәр артасаҡ. Һәм ул сәйәхәттәрҙең төп маҡсаты күберәк фото төшөп, инстаграмм тултырыу булмаясаҡ. Ысын сәйәхәт буласаҡ ул.
Эйе, интернеттың юҡҡа сығыуы тәүге мәлдәрҙә хаос, паника тыуҙырасаҡ, психик тайпылыштар һәм үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙарға килтерәсәк. Көйләнгән бер тормош ағышын йәнә яйға һалып ебәреү өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк буласаҡ. Әммә тора-бара барыһы ла үҙ яйына һалыныр һәм бер-ике быуын үҫеп алышыныуға интернеттың ҡасандыр булғанын да оноторҙар ине. Әммә... ул бөтмәйәсәк. Google компанияһы етәксеһе Эрик Шмидт Бөтә донъя иҡтисад форумында уҙған дискуссияларҙың береһендә, интернет оҙаҡламай бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ, тип белдерһә лә, белгестәр уны юҡҡа сығарыу бик ауыр, тиҙәр. Ҡайҙалыр бер проводын киҫеп кенә бөтөн донъяны селтәрҙән өҙөү мөмкин түгел. Хатта ниндәйҙер бер секцияһын юҡ итһәң дә, ядер бомбаһы менән, мәҫәлән, бүтән секциялары эшмәкәрлеген дауам итәсәк.
Психология фәндәре кандидаты Елена Сысоева социаль селтәрҙәрҙең киләсәктә ниндәй буласағын тасуирлаусы фараздарҙы һанап сыҡҡан.
Иң типик фараздар:
*Социаль селтәрҙәр башҡа сервистар менән тығыҙ үрелеп бөтәсәк.
*Яһалма интеллект системаһы кешенең үҙ-үҙен тотошона ҡарап тейешле мәғлүмәт һайлаясак.
*Кешелек тормошо тиҙлеген арттырасаҡ һәм интернет быға булышлыҡ итәсәк.
*Һайлауҙар электронға әйләнәсәк, тел барьерҙары бөтә, кешеләрҙең эше интернетҡа күсәсәк.
*Һәр кешегә тыуыу менән илдең төп социаль селтәрендә анкета булдырыласак.
Дөрөе, айырым ресурстарҙы сикләүсе закондар, кәртәләр булырға тейеш. Шул уҡ порнография, пират контенттарына. Ә бына прогресты артҡа сигендереү мөмкин эш түгел. Әлбиттә, интернет һыу йәки икмәк кеүек йәшәү өсөн мөһим нәмә түгел. Әммә фәнни-техник прогресс беҙҙең тормошто артыҡ ныҡ үҙгәртте. Шуға күрә, 20 йыл элеккегә ҡайтыу ҙа бик ҡыйын буласаҡ. Ни ҡәҙәр генә интернетбәйлелек хаҡында гәпләшмәйек, беребеҙ ҙә унһыҙ йәшәргә әҙер һәм риза түгел. Бары тик интернет мөмкинлектәренән файҙаланғанда сама тураһында онотмаҫҡа кәрәк. Сөнки психологтар белмәй саң ҡаҡмай.
Виртуаль аралашыу яуаплылыҡтан азат итә. Кеше үҙен әллә ниндәй сибәр йәки көслө итеп күрһәтергә мөмкин. Шул рәүешле үҙенең комплекстарын йәшерә. Әммә “Сирен йәшергән – үлгән” тигән кеүек, ул комплекстар көсәйә генә. Бынан тыш, сәғәттәр буйы компьютер аша аралашып ултырғас, ысынбарлыҡта кеше менән һөйләшергә хәле ҡалмай. Шуға ла ысынбарлыҡта кеше кеше менән аралаша белмәй тиерлек. Донъяла интернетбәйлелек наркобәйлелектән ҡала икенсе урынға сыҡты. Оҙаҡламай интернетҡа бәйлелектән ҡотолорға ярҙам итеүсе махсус клиникалар барлыҡҡа килә башлауы ла ихтимал.
Ҡараңғылыҡтан һирпелгән яҡты бер нур булып өмөт ҡала әле. Кешелек һәр ваҡыт яңылыҡ эҙләй ул. Һәм ул “яңы” йыш ҡына “онотолған иҫке” булып сыға. Шуға ла киләсәктә тере аралашыу яңылыҡҡа әйләнер, модаға инер, тип ышанайыҡ. Бер нисә йылдан гаджеттарҙың күплеге ялҡытыр. Бөгөн иттән баш тартҡа вегетариандар кеүек, интернет, телефондарҙан махсус баш тартыусы айырым-айырым төркөмдәр барлыҡҡа килер.
Юғары остағы Ғәйшә түтәй ҙә бер ҡап сәйе менән балалары алып ҡайтҡан ярты кило перәниген ҡыҫтырып, түбән ос Ғәмиләгә хәл белергә төшөр. Ә уныһы, үҙ сиратында, ҡоймағын ҡойоп, ауылдашына сәй эсерер. Һәм улар бергә ултырып телләре талғансы яңылыҡтары менән бүлешер...

Айзирәк.

Читайте нас: