Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
18 Июнь 2021, 17:21

Армияла хеҙмәт итеүҙең пенсияла нисек сағылыш табасағын аңлаттылар

.

Рәсәйҙең Пенсия фондында армияла ашығыс хеҙмәт итеүҙең пенсияла нисек сағылыш табасағын аңлаттылар

Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә ашығыс хеҙмәт осоро хеҙмәт стажы булып иҫәпләнә. «Армияла хеҙмәт иткән ваҡыт стажға иҫәпләнә, уның өсөн пенсия коэффициенттары бирелә: һәр йылға 1,8 пенсия коэффициенты», — тип хәбәр итте РИА Новости Рәсәй Пенсия фондының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.
Пенсия коэффициенттары кешегә рәсми рәүештә эшкә урынлашҡан ваҡытта иҫәпләнә, уларҙың һаны страховка взностары суммаһына һәм стажға бәйле.
Читайте нас: