Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
25 Июнь 2021, 21:29

Иҫерек ир һәм уның һуҡыр улы (БУЛҒАН ХӘЛ)

"Иртә сәстәре уңған, ҡулдары үҙенә буйһонмай ҡалтыраусы ирҙең күҙҙәре йәшләнде. Бушҡа үтеп киткән көндәре, балаларына, хатынына бирмәй ҡалған наҙҙары, бар мөхәббәте йән көйөгө булып өҫкә ағылды.

Азаттың изге Рамаҙан айында ла өйгә һағалап ҡайтыуына бик борсола Айһылыу. Бына туҡтар, бына аҡылға ултырыр, балалар хаҡына булһа ла үҙгәрергә тейештер бит инде ул, тип өмөтләнеүҙәре юҡҡа, күрәһең.
Бергә йәшәй башлауҙарына 10-сы йыл бит инде. Азат ҡына шул уҡ. Ә бит йәшлектә ниндәй матур хыялдар менән яна ине улар: күп балалы ғаилә булдырырға, үҙҙәренә ҙур, иркен йорт һалып сығарға теләнеләр. Ялдарҙа машинаға ултырып тәбиғәткә сығасаҡтарын, сәйәхәткә йөрөйәсәктәрен уйлап хыялландылар. Уларҙың балалары, һис шикһеҙ, тырыш, тәртипле булып үҫәргә тейеш ине…
Араҡы менән дуҫлығы Айһылыуға өйләнгәнсе үк бар ине егеттең. Был йәш алйотлоғо ғыналыр, балалар тыуғас, аҡылға ултырыр тип уйланы ҡыҙ: "Мин уны мөхәббәтем менән үҙгәртәсәкмен. Аҡыллы бит, яҡшы күңелле бит уның Азаты".
Йылдар уҙа торҙо. Тупырҙашып торған 3 малай бүләк итә Айһылыу яҡты донъяға. Өсөнселәре Булаттың ғына, тыуғас лә иҫән-һау тиһәләр ҙә, тора-бара һуҡы икәне асыҡланды. Ары һуғылды, бире һуғылды Айһылыу бала ҡайғыһынан. Иң ҙур таянысы - иренән көттө. Ә Азат был хәсрәтте еңеләйтеүҙең юлын белә ине. Өйгә эсеп ҡайтыуҙары йышайҙы. Уны эшенән дә ҡыуҙылар. Тормош һынауында йығылмаҫҡа, балалар хаҡына йәшәргә көс табырға кәрәк ине Айһылыуға. Тапты ул уны. Ауыр саҡтарында, үҙен-үҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй ғазапланғанда ул йөрәк-серҙәрен Уға һөйләне, Аллаға таянды. Ислам дине ҡушҡанса йәшәй башланы. Белем алайым тип, мәҙрәсәгә уҡырға яҙылды, улдарын ла үҙе менән эйәртте.
Малай кеше атаһы үрнәгендә тәрбиәләнә, тейҙәр. Ә Айһылыу улдарының һис тә Азат эҙҙәренән китеүҙәрен теләмәй. Юҡ, юҡ, Алла һаҡлаһын! Тормоштарын үҙ ҡулдары менән емереүселәр булырға тейеш түгел, уның балалары! Аталары бирә алмаған тәрбиәне уларға дин аңлатыр, мәсеткә йөрөүсе ир-егеттәр өлгө күрһәтер. Яҡшы һүҙ менән малайҙар күңеленә иман нуры, изгелек, яуаплылыҡ кеүек хистәр керер, тип ышанды ул. Аллаға, дингә таянған кеше яңлышамы һуң? Малайҙарҙың барыһы да тырыш. Ә кескенәһе - Булатты айырым маҡтай уҡытыусыһы. Хәтере яҡшы, күңеле саф, тауышы матур уның. Коръән аяттарын шундай итеп уҡый, күңелдәр тула, күҙгә йәштәр килә...
Азат бөгөн тағы башы ауыртыуҙан уянды. Кәйеф юҡ, яшисе килмәй, депрессия. Нишләргә, был хәлде бөтөрөү өсөн ҡайҙан аҡса алырға? Шул саҡ Булат бүлмәһенән һулҡылдап илаған тауыш ишетелде. "Айһылыу, Айһылыу! - тип ҡысҡырҙы ир асыулы тауыш менән. "Һаңғрауландыңмы әллә? Малайың илай". Яуап биреүсе булманы. Айһылыу магазинға сығып киткән ине, оло малайҙар мәктәптә. Илау тауышы туҡтамағас, ишекте асмайса булдыра алманы Азат. Бүлмәгә уҙҙы. Булат иҙәнгә йығылған. Бер ни тиклем ситтәрәк торған таяғын таба алмай аҙаплана. Әллә шуның өсөн, әллә күңел асаһынан үкһеп илай бала. Азат шунда беренсе тапҡыр улына ҡайғы уртаҡлашыу, ярҙам итеү теләге менән ҡараны. Атай йөрәге балаһына ярҙам итеү теләге менән тулды. Йугереп килеп, күҙ йәштәрен һөрттө ул Булаттың, торорға ярҙам итте, таяғын бирҙе. "Нимә булды, улым, нишләргә теләй инең? - тип һораны. "Мәҙрәсәгә уҡырға һуңлайым. Әсәй ҡайтып өлгөрмәй, ағайҙар бөгөн уҡыуҙа. Их, үҙемдән генә булмай шул", - тине Булат күҙ йәше аша. "Бер ҙә борсолма, улым, хәҙер мин һине оҙата барырмын», - тине Азат улын нисек тә булһа йыуатырға теләп.
Атаһынан бындай һүҙҙәр көтмәгән малай аптырағандан нишләргә белмәй тыныс ҡына торҙо. Улар йыйынып, икәүләп мәсеткә киттеләр. Азат юл буйына уйланып барҙы. "Карале, бөгөнгәсә нисек күрмәгән? Уның улы өсөн был уҡыу ни тиклем мөһим икән бит. Һуҡыр күҙҙәрендә йәш тамсылары ла кибеп өлгөрмәгән, хәҙер ул атаһы менән барыуҙан ҡәнәғәт ҡалып ауыҙ йыра. Мәсеткә уң аяҡтан "Бисмилла" әйтеп керергә икәнлеген аңлата. "Атай, унда шул тиклем рәхәт, һиңә оҡшаясаҡ!"- тигән була.
Азат бала саҡта мәсеткә инеү тураһында хыяллана ине. Шунда өҫтә, ниндәйҙер бер серле көс һине көтөп торалыр, һинең менән һөйләшер кеүек тойола ине уға. Мулла аҙан әйткәндәге моңло тауыш, уға аңлашылмай торған һүҙҙәр - күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек бирә, тынысландыра ине. Әй, был бала саҡ сафлығы! Әй, ул саҡтарҙың бер борсоуһыҙ ваҡыттары! Ҡайҙарға китеп юғалдығыҙ һеҙ икән хәҙер?
Улар килеп еткәндә намаҙ ваҡыты яҡынлаша ине. Мәсеткә ирҙәр йыйылды. Улар барыһы да яғымлы итеп иҫәнләштеләр, Булат менән яҡын туғандары кеүек хәлдәрен һораштылар, үҙҙәре менән ияртеп намаҙ уҡыу бүлмәһенә алып кереп киттеләр. Азат уларҙы ишек ҡатындағы эскәмйәлә көтөп торорға уйланы, ул урындыҡҡа ултырғас, аҙан әйтә башланылар.
"Туҡта, ниндәй таныш был тауыш? Күңелдәргә үтеп кереүсе яғымлы тауыш, тауыш менән, моңло тауыш. Уның улы, уның Булаты әйтә түгелме һуң аҙанды? Уның һуҡыр улы, уның ҡаны, уның төпсөгө кешеләрҙе намаҙға саҡыра түгелме һуң?"Иртә сәстәре уңған, ҡулдары үҙенә буйһонмай ҡалтыраусы ирҙең күҙҙәре йәшләнде. Бушҡа үтеп киткән көндәре, балаларына, хатынына бирмәй ҡалған наҙҙары, бар мөхәббәте йән көйөгө булып өҫкә ағылды. Йөрәгенә генә һыймайса бар ҡиәфәтен үҙгәртте. "Йә Аллам, был моңһоҙ йоҡомдан уятҡан өсөн рәхмәт һиңә! Ғәфү ит мине, ғәфү ит!"- тип ҡабатланы ул. Намаҙ уҡып сығып килеүсе Булатын ҡулдарына күтәреп алып, ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлайһы килде уның. Кешеләр алдында ҡыйынһынды. Улының ҡулдарын ике усы менән ҡыҫып тотто ла: "Рәхмәт лым! Рәхмәт һиңә! Минең нисә йылдар күрмәй йәшәгән күҙҙәремде астың һин бөгөн!"- тип шыбырланы, ябыҡ улының ҡулдарынан үпте.
Йәнәшәһендәге кешеләрҙе лә, Булаттың бите буйлап ағыусы йәштәрен дә күрерлек хәлдә түгел ине бөгөн Азат. Әйтерһең дә бар донъяла улар өсәү генә: ул, Булат һәм ул бөгөн генә тапҡҡан Раббыһы.
Читайте нас: