Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
20 Август 2021, 10:45

Намыҫ төшөнсәһе мөһимерәк шул

 2012 йылдың декабрь айында Испанияла бик ҙур приздар фонды менән ярыштар үтә. Унда көслө атлеттар ҡатнаша. Ә иң тулҡынландырғыс, иң әһәмиәтле күренеш финиш мәлендә була. Кения еңел артлетсыһы Абель Мутаи 3000 метрға йүгереү буйынса ярышта ышаныслы рәүештә лидерлыҡҡа сыға, әммә финишҡа 10 метр ҡалғас, туҡтап ҡала...

Намыҫ төшөнсәһе мөһимерәк шул...

Хикмәт тә түгел был, ә тормоштан алынған ысын тарих...

2012 йылдың декабрь айында Испанияла бик ҙур приздар фонды менән ярыштар үтә. Унда көслө атлеттар ҡатнаша. Ә иң тулҡынландырғыс, иң әһәмиәтле күренеш финиш мәлендә була. Кения еңел артлетсыһы Абель Мутаи 3000 метрға йүгереү буйынса ярышта ышаныслы рәүештә лидерлыҡҡа сыға, әммә финишҡа 10 метр ҡалғас, туҡтап ҡала.

Финиш һыҙығын үткәнмен икән тип уйлап, яңылышҡан була спортсы. Ә тамашасы, үҙ сиратында, испан телендә уны, финишҡа етмәүе хаҡында иҫкәртеп, ҡул болғай. Финишҡа икенсе булып килгән испан милләтле Иван Фернандес  Кения спортсыһының хатаһы менән файҙаланып, тәүге урынға ла сыға алыр ине, әммә ул был аҙымға бармаған, киреһенсә, финиш һығығына ымлап күрһәтеп, Абелде арҡаһынан этә башлаған. Һуңынан Иван уның өсөн намыҫ һәм абруй һаҡлап ҡалыу алтын миҙал яулауға ҡарағанда мөһимерәк булыуы хаҡында белдергән.

Был, ысынлап та, егетлек күрһәткесе. Бына ошондай шәхестәр, һоҡланғыс ҡылыҡтар халыҡта ихтирам уята ла инде. Тормошта ниндәй генә хәлдәр булмаҫ, әммә намыҫыбыҙға хыянат итмәй йәшәй алһаҡ ине!

Намыҫ төшөнсәһе мөһимерәк шул
Намыҫ төшөнсәһе мөһимерәк шул
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас: