Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Бизмәнгә һалып
1 Сентябрь 2021, 12:00

1 сентябрь. Хикәйә. Минира Бикәнәсова.

Гөлйөҙөм апай бөгөн айырыуса тулҡынлана. Ошо көнгә тип әҙерләп ҡуйған костюмын кейеп алды, көҙгө алдына бер-нисә тапҡыр барып әйләнде. Шулай инде уҡытыусы- күҙ өҫтөндәге ҡаш кеүек ауылда, энә күҙәүенән үткәрергә өйрәнгән уны халыҡ. Йөҙ-ҡиәфәтең, һөйләгән һүҙең, ҡылыҡ-фиғелең һөнәреңә тап килергә тейеш, уларса.Гөлйөҙөм Сабировнаның быйыл пенсия йәшен тултырыр йылы, тап ҡыштың беренсе көнөндә етә был иҫтәлекле көн.-Эшләгеҙ әле быйылға, ҡыш өҫтөнән ташлап китмәҫһегеҙ инде мәктәпте,- тине директор.- Дәрестәрегеҙҙе элеккесә ҡалдырҙыҡ.-Кешеләр пенсияға сыҡҡас та эшләй! Һеҙ әле йәштәргә биргеһеҙ,- тип өҫтәне профсоюз ойошмаһы етәксеһе.-Һеҙҙең тәжрибә беҙгә бик кәрәк...

Минира Бикәнәсова
1 сентябрь ( хикәйә)

Гөлйөҙөм апай бөгөн айырыуса тулҡынлана. Ошо көнгә тип әҙерләп ҡуйған костюмын кейеп алды, көҙгө алдына бер-нисә тапҡыр барып әйләнде. Шулай инде уҡытыусы- күҙ өҫтөндәге ҡаш кеүек ауылда, энә күҙәүенән үткәрергә өйрәнгән уны халыҡ. Йөҙ-ҡиәфәтең, һөйләгән һүҙең, ҡылыҡ-фиғелең һөнәреңә тап килергә тейеш, уларса.
Гөлйөҙөм Сабировнаның быйыл пенсия йәшен тултырыр йылы, тап ҡыштың беренсе көнөндә етә был иҫтәлекле көн.
-Эшләгеҙ әле быйылға, ҡыш өҫтөнән ташлап китмәҫһегеҙ инде мәктәпте,- тине директор.- Дәрестәрегеҙҙе элеккесә ҡалдырҙыҡ.
-Кешеләр пенсияға сыҡҡас та эшләй! Һеҙ әле йәштәргә биргеһеҙ,- тип өҫтәне профсоюз ойошмаһы етәксеһе.
-Һеҙҙең тәжрибә беҙгә бик кәрәк...
Эйе, бөтә ғүмерен арнаны ул мәктәпкә, нисәмә быуын уҡыусыларға белем-тәрбиә бирҙе. Шөкөр, ауыл халҡы ихтирам итә, районда ла таныйҙар. Шулай булмайса, уҡытыусы бит мәктәп эсендә генә ултырмай! Семинарҙар, белемеңде камиллаштырыу буйынса лекциялар, олимпиадаларға йөрөү- район уҡытыусыларын берләштерә, дуҫлаштыра. Айырыуса уҡыусыларың еңеүселәр рәтендә булһа-абруйың бермә-бер арта.
Гөлйөҙөм Сабировнаның уҡыусыларына өйрәтер тағы бер һөнәре бар- ул өҙҙөрөп бейей! Мәктәптәге бөтә ҡыҙҙар унан бейеү серҙәренә төшөнә, концерттарҙа, төрлө сараларҙа матур итеп сығыш яһай. Һөнәрле уҡытыусы- алтынға тиң ул мәктәптә.
...Көҙгө аяҙ, сыуаҡ көн. Ағас япраҡтары алтынһыу-һары төҫкә ингән. Урамдан ҡулдарына сәскә бәйләмдәре тотоп байрамса кейенгән балалар атлай.
Гөлйөҙөм Сабир ҡыҙы һәр ваҡыттағыса мәктәпкә беренселәрҙән килде.
-Байрам менән!- тине йыйыштырыусы ҡыҙ.
-Һаумыһығыҙ!- тип сәләмләнеләр уҡыусылары.
Мәктәп ремонттан һуң ялт итеп тора, хатта буяу еҫе лә бөтмәгән. Ул үҙе уҡытҡан кабинетҡа инде. Бындағы бөхтәлек, зауыҡҡа ҡарап Гөлйөҙөм Сабировна ҡәнәғәт ҡалды. Күпме көс һалды ул класс бүлмәһенә. Аҡлап, буяу ғына етмәй, йыһаз, китаптар, яңыса уҡытыу ҡорамалдарына ла иғтибар итәргә кәрәк.Стенаға нимә элергә, ҡайһылай ҡуйһаң уҡыусыларға уңайлыраҡ булыр, ниндәй гөлдәр ултыртырға...Ғөмүмән, иртәнән-кискә тиклем эшләйһе урыныңдың бөтә яҡлап та уңайлы булыуы зарур. Быйыл яңы шкаф та алып ултыртты. Юҡһа, методик ҡулланмаларҙы ҡуяһы урын тарайҙы, тәжрибәле уҡытыусының улар нисәмә йылдар тупланған! Уҡыусыларҙың һәр береһенә айырым иғтибарын бүлеп, үҙаллы эштәрҙе лә уҡыу кимәленә ҡарап биреп, улар менән эшләү ысулдарын булдырған. Гәзит-журналдарҙың йыйынтығы ла байтаҡ урын биләгән, тәрбиә эштәрендә уларҙың баһаһы әйтеп бөткөһөҙ, ҡуллана белергә генә кәрәк.
Гөлйөҙөм Сабировна ошоларҙы уйлап йөрөгәндә бер бала ҡыйыуһыҙ ғына ишекте асты. Әәә, күршеһе Сәлимәнең ейәнсәре икән. Ул быйыл беренсе класҡа төштө.
-Гөлйөҙөм әбей, беҙгә ҡайһы кабинетҡа инергә икән?- тине ул.
Гөлйөҙөм Сабировна ҡапыл ни әйтергә белмәй баҙап ҡалды. Ғүмер буйы уҡыусыларының «апа» тип әйтеүенә күнеккән кешегә уңайһыҙ булып китте. Шулай ҙа тиҙ генә үҙ-үҙен ҡулға алып:
-Әйҙәле, буласаҡ класс бүлмәгеҙҙе күрһәтәйем,- тип ҡыҙҙы эйәртте.
«Әбей»һүҙе зитына тейһә лә, үҙе ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙе. «Бәй, ысынлап та, йәшем пенсияға еткән дәһә, нишләп әбей булмайым, тей. Аллаға шөкөр, балаларым үҫеп ғаилә ҡорҙо, ейәндәрем бар. Уҡыусыларым үҙҙәре атай-әсәй хәҙер!- тип уйланы күңеленән.
-Һәр нәмәнең- үҙ ваҡыты, тиҙәр. Лайыҡ менән китеү- үҙ баһаңды белеү ул. Йәшең еткән икән- ниңә йәм ебәрергә. Беҙҙең эштә бигерәк тә- уҡыусылар яңылыҡҡа, йәштәргә ылыға, беҙ, ҡарттарҙан, ялҡып бөткән. Ана бит, хатта үҙемә кем икәнемде лә белгерттеләр...» .
...Бына уҡыусылар тантаналы линейкаға теҙелде. Эйе, уҡыусылар рәте йылдан-йыл һирәгә бара. Йәштәр эш эҙләп ситкә китә, колхоз күптән юҡҡа сыҡты- ырҙын табаҡтары, ялан-ҡырҙар буп-буш хәҙер. Заман еле мәктәптәрҙе лә урап үтмәй...
Директор, саҡырылған ҡунаҡтар, ауыл хәкимиәте башлығы балаларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотланы, изге теләктәрен әйтте.
-Беҙҙең коллективҡа яңы уҡытыусы өҫтәлде,- тине мәктәп директоры. – Үҙебеҙҙең элекке уҡыусыбыҙ, институт тамамлап эшкә ҡайтты, рус теленән уҡытасаҡ. Дәрестәр һаны аҙ булһа ла, туған мәктәбендә хеҙмәт юлын башларға ризалашты.
Гөлйөҙөм Сабировна йәш, килешле буй-һынлы ҡыҙға һоҡланып ҡарап, үҙенең дә ҡасандыр тәүге тапҡыр эшкә килгәнен хәтеренә төшөрҙө.
Эй, ғүмер! Ҡайһылай һиҙелмәй генә үтеп киткән...
-Гөлйөҙөм Сабировна, һеҙҙең дә уҡыусыларға әйтәһе һүҙҙәрегеҙ барҙыр,- тине линейканы алып барыусы .
Гөлйөҙөм апай тәүәккәл аҙымдар менән уҡыусылар, уҡытыусылар алдына сығып баҫты. Уларҙы бөгөнгө тантана менән ҡотлағас:
- Йәш белгескә бөтә предмет сәғәттәрен тапшырып, кабинетымдағы уҡытыу кәрәк-ярағын, әсбаптарҙы бүләк итеп ҡалдырам. Уның яуаплы, эшһөйәр уҡытыусы булырына иманым камил,- тине.
Гөрләтеп ҡул сабыуҙар уҡытыусының барлыҡ хеҙмәтенә оло хөрмәт булып яңғыраны.
 
1 сентябрь. Хикәйә. Минира Бикәнәсова.
1 сентябрь. Хикәйә. Минира Бикәнәсова.
Автор:
Читайте нас: