Мин – беренсе курс студенты. Башҡаларҙан бер ерем менән дә айырылмайым, шул уҡ ваҡытта тормошҡа булған ҡарашым менән уларға оҡшамағанмын да. Барыһы кеүек үк дәрестәргә әҙерләнәм, кино-театрҙарға йөрөйөм, дуҫтарым менән кафеларҙа ултырырға яратам, ҡайһы берҙә беренсе дәрескә йоҡлап ҡалам да аҙаҡ уҡытыусылар артынан бурысымды ҡайтарып йөрөйөм. Башҡалар кеүек матурлыҡҡа, мөхәббәткә ынтылам, әммә, ысын һөйөүҙән баш юғалтып йөрөргә иртәрәк әле, тип һанайым. Хәйер, улай уҡ туң йөрәк тә түгел мин. Бар мине төн йоҡоларынан ҡалдырған, уттан алып һыуға һалған бер кеше. Мөхәббәтме ул әллә нәфрәтме, аңлап бөтә алмайым. Үҙем уны бер күрер өсөн генә лә йән атам, күрһәм, енем ҡуба. Дамир атлы егет ул. Беҙ уның менән бергә уҡыйбыҙ. Шуға күрә теләйемме, теләмәйемме, беҙгә көн дә осрашырға, осрашҡан һайын йөрәкте ниндәйҙер аңлашылмаған ҡайнар хистәр тулҡынына ташлап алырға тура килә. Аҙаҡ тулҡынланған был йөрәкте тынысландырып алыуы бик ауыр. Ошондай һынауҙарға бирешмәҫ өсөн, күргәҙмәләргә йөрөйөм, төрлө форумдарҙа ҡатнашам, семинарҙарға яҙылам, конференцияларға әҙерләнәм, докладтар менән сығыш яһайым. Шуғалырмы: “Кит, бигерәк боша белмәйһең, ҡайғының нимә икәнен дә белмәйһең!” – тигәнде йыш ишетергә тура килә. Ә мин ваҡ-төйәккә юрамал ваҡыт ҡалдырмайым, сөнки беләм, әҙ генә йомшаҡлыҡ күрһәттеңме, иң тәүҙә ялҡаулыҡ елкәгә менеп ултырасаҡ, төшөнкөлөк тә үҙенең ҡосағына ҡармап алырға көтөп кенә тора. Унан китә икеләнеү, эштәрҙе иртәгәгә ҡалдырыу... һин тауға менеп барған ерҙән туҡтап ҡалаһың да, әкренләп кенә аҫҡа төшә башлайһың. Аҙаҡ шул үргә яңынан менеүе, ай-һай, ҡыйын буласаҡ. Ә ҡайғыға килгәндә… Әлбиттә, йәшәлгән ғүмеремдә иң ҙур ҡайғыны инде кисереүемде – әсәйемде юғалтыуымды береһенә лә һөйләмәйәсәкмен, йәлләгәндәрен яратмайым. Йәнә, бик ныҡ эсем бошҡан, нимәгәлер көйгән, проблемаларым булған хәлдә лә, быны ситтәргә генә түгел, яҡындарыма ла һиҙҙермәҫкә тырышам. Ваҡытлы, үтеп китәсәк нәмәләр менән нимәгә кеше мәшәҡәтләп торорға? Был тормошҡа бер тапҡыр ғына йәшәргә килгәнбеҙ, бар рәхәтлеген татып, бөтә ергә өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Шуға күрә үҙемдә көс табып шаярам, көләм, дуҫтарым менән аралашам.
Мин бала саҡтан бик бошоп бармағанмын, үҙемә нимә оҡшай, шуны ғына эшләгәнмен. Әйтәйек, мәктәптә уҡығанда бөтә класташ ҡыҙҙарым бейеүгә яҙылды, мин бер үҙем шахмат секцияһына барҙым. Шахматты мин әле һаман яратам, тик ул ваҡытта, малайҙар ғына йөрөй тип, ташланым да ҡуйҙым. Ниңәлер ҡыҙҙар үҙ итмәне был спорт төрөн. Әсәйем бының өсөн әллә ни көймәне, миңә яңы шөғөл тапты: оҫта ҡулдар. Әсәкәйем-күҙ нурым! Яратыуы шул тиклем ныҡ ине шул. Әммә минең туҡыма, энә-еп тотоп түҙеп ултыраһым бармы инде?! Шул көндө үк атта йөрөү түңәрәгенә яҙылып ҡайттым. Әсәйем унда бармаҫҡа төрлөсә өгөтләп ҡараны, әммә мин барыбер үҙемдекен иттем, аттарҙы һайланым. Беҙ унда тәүҙә малҡайҙарға һыу эсерә, һәнәк менән ташып бесән һала, аҫтарын таҙарта инек, әсәйем шуны белгәс: “Бер нисә минут ат өҫтөндә һелкенәм тип, нисек тиҙәк йыйып йөрөмәк кәрәк?!” – тип иҫе-аҡылы китте. Ә ул хайуанҡайҙар минең әле булһа төшөмә инә. Ат, бесән, тиҙәк еҫе аңҡытып, тәьҫораттарым эсемә һыймай өйгә ҡайтып инеүҙәр бер миҙгел генә булып хәтерҙә тороп ҡалды.
Ауылға барғанда ике тапҡыр велосипедтан остом. Эйе, ҡоланым түгел, малайҙар менән уҙышып тауҙан төшөп барғанда ысын мәғәнәһендә остом. Ул “ҡаһарманлығым”дан тороп ҡалған эҙҙәр аяҡ-ҡулымды әле лә биҙәй. Ә был мәлдә дуҫ ҡыҙҙарым өй төҙөп, бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырышып, ҡурсаҡ уйнай ине…
Мине электән үк бөтә нәмә ҡыҙыҡһындырҙы. Иҫләйем, ауылда берәйһенә ҡунаҡҡа барһаҡ, һәммә лә өйгә йүнәлә, ә мин мотлаҡ һарайға инеп, мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто һанап сығам. Ағас ярыҡтарында ҡышҡылыҡҡа йоҡоға талған себендәрҙе эҙләп йөрөгәнем дә хәтеремдә. Ауылға, өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа ҡайтҡанда, ана ҡуян килеп сыға, бына килеп сыға тип, сәғәттәр буйына юлды күҙәтеп барғанмын. Туҡтауһыҙ һорау биргәнгә, атайым шундай хәйлә уйлап тапҡан. Ә ҡайһы ваҡыт һис көтмәгәндә килеп сыға торғайны бит берәй ҡуян!
Әлбиттә, бешеренергә иртә өйрәнергә тура килде. Быныһын инде тормош үҙе өйрәтте. Әсәйем йыш ауырый башлағас, ашарға әҙерләүҙе үҙ өҫтөмә алдым. Әле курсташ ҡыҙҙар менән һөйләшәбеҙ ҙә, баҡтиһәң, күбеһе ҡамыр ҙа ҡуя белмәй икән!.. Әсәйемдең был донъянан китеүе мине ҡапыл ғына ҙурайтты. Нисектер күп нәмәгә икенсе күҙлектән ҡарай башланым. Ғүмер буйы уйнап-көлөп, иркәләнеп кенә йәшәп булмай икәнен аңланым. Кешеләрҙең йәлләп, беҙгә меҫкен итеп ҡарауҙары мине көслө итте, ебемәҫкә, бирешмәҫкә, алға ҡарап йәшәргә кәрәклеген төшөндөрҙө. Шунан һуң ҡайғымды эсемә йоттом һәм хәҙер уны тышҡа сығармайым. Һәр көн атайымды, апайымды, яҡын кешеләремде юғалтыуҙан ҡурҡам.
Минең хәҙер ҙә үҙ көйөм, үҙ моңом. Тирә-яҡҡа ҡарарға, кемдеңдер артынан эйәрергә ваҡытым юҡ, ғүмеремде матур, иҫтә ҡалырлыҡ итеп йәшәгем килә. Башҡалар менән бер арбаға менеп ултырһам, улар һуҙған ғына йырға ҡушылһам, бөтәһе лә боролған яҡҡа әйләнеп, барыһы менән бергә аһ-уһ килһәм, ситкә ҡарарға бүтәндәрҙең ҡарашынан, ни әйтеренән ҡурҡһам, тормоштоң ҡыҙығы ҡалмаҫ төҫлө. Ә тормош шундай матур һәм һәр көнөм көтөлмәгәнлек менән тулы, барыһын да ҡабул итеп өлгөрөргә генә кәрәк.
Төрлө цитаталар уҡырға яратам. Иң оҡшағандарын шунда уҡ блокнотыма теркәй барам йә принтерҙан сығарып, өҫтәлем ҡаршыһындағы стенаға элеп ҡуям.
Бында ла әхирәттәремдән айырылам. Сөнки уларҙың күбеһенең стена, кәштәләрендә артистарҙың, үҙҙәренең, дуҫтарының фотоһүрәттәре урын алған. Ә мин һәр нәмәнән файҙа эҙләйем. “Йылмай…” “Әгәр ҙә ғәҙәттәреңде үҙгәртергә теләһәң, аралашыу даирәңде алыштыр”. Әсәйем үлгәндән һуң ысынлап та күптәр менән дуҫлыҡ өҙөлдө. Был, нисектер, үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты. Әле үҙем кеүек ныҡыштар, был донъяла үҙ урынын табырға, маҡсаттарына өлгәшергә теләгәндәр менән аралашырға тырышам. “Яҡшы кешенең яҡшылығы тар ерҙә, яман кешенең яманлығы тейер бар ерҙә”. “Берәүгә генә елкәңә менеп ултырырға яй ҡуй, хәҙер үк уның артынса сират теҙелер”. “Нимәгә ышанаһың – алдыңа шул килә”. “Уңыш үҙенең артынан уңышты эйәртә”. “Иң тәүҙә үҙеңә биргән һүҙҙе тот”.
Ярҙам итәлерме-юҡмы, әммә бындай аҡыллы һүҙҙәр күңел таҙалығының ни тиклем мөһим икәнлеген оноторға бирмәй.
Ишеккә меню яҙып элгәнмен. Һәр ваҡыт унда яҙылғанса ғына туҡланып булмай, әммә уны тоторға тырышам. Шкаф ишегендә – аҙналыҡ, айлыҡ пландар. Былар ҙа бик мөһим минең өсөн. Бөтөн нәмәне башта һаҡлау мөмкин түгел, ә яҙып ҡуйһаң, берҙән, һәр ваҡыт күҙ алдыңда, икенсенән, ул һиңә ҡанун кеүек – ташҡа баҫылған икән, тимәк, үтәлергә тейеш! Өҫтәл өҫтөндә, тап ҡаршымда – инглиз теленән ятлай торған һүҙҙәр.
Телефон шылтырауына терт итеп ҡалдым. Апайым икән.
– Бөгөн уҡымағаныңды беләм, тиҙ генә килеп ет әле!.. – тине ул бойорған тауыш менән. Һаулыҡ һорашып, хәл белешеү ҙә юҡ.
– Уҡымаһам да, бара торған урындарым бар ине…
– тим, минең дә мөһим эштәрем бар икәнен иҫенә төшөрөп.
– Һинең шул булыр инде! Апайыңды бар тип тә белмәйһең!.. – апаҡайым үпкәләй ҙә башланы. Күңеле тулышып ҡына ултырғандыр, сеңләп илап ебәрҙе.
Апаҡайым, апайғынам! Иң-иң яҡын һәм шул уҡ ваҡытта иң алыҫ кешем. Әсәйем үлгәндән һуң мин уға һыйынырға тырыштым, унан яҡлау, терәк эҙләнем. Әммә ул ваҡытта уның үҙенең проблемалары башынан ашҡайны, миңә һәр саҡ ваҡыты етмәй ҡалды. Имтихандарға әҙерләнергә кәрәк, балаһы бәләкәй, еҙнә менән дә әйтешеп-төртөшөп кенә торалар – һәр көн ниндәйҙер яңы һынау. Бындай мәлдәрҙә, киреһенсә, мин уға терәк булғанмындыр: һеңлемде ҡарау, өйөн йыйыштырыу, керен йыуыу, ашарға бешереү – был эштәрҙең барыһы ла минең өҫтә ине. Бер ата менән бер әсәнең балалары булһаҡ та, икебеҙ ике төрлө. Ул бигерәк нескә күңелле, юҡ ҡына нәмә өсөн дә һытылырға әҙер тора. Берәй нәмә ул көткәнсә килеп сыҡманымы, уның өсөн был стресс. Әсәйем менән улар айырыуса яҡын булды. Апайым һәр ваҡыт уға ҡайҙа йөрөй, кем менән танышҡан, нәмәләр күргән – барыһын да һөйләй, кәрәк ваҡытта кәңәштәр һорай ине. Шуғалыр, ҡәҙерле кешебеҙҙе юғалтҡандан һуң оҙайлы депрессияға бирелде. Әле һаман унан сығып бөтә алмай шикелле. Мин икенсерәк. Эсемдәген бик сығарып бармайым. Ҡатыраҡмын. Түҙемлемен. Үҙ һүҙле, ныҡышмын. Проблемаларымды иң тәүҙә үҙем хәл итеп ҡарайым, килеп сыҡмаһа ғына өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм. Бының өсөн әсәйемдәрҙән әллә күпме шелтә алғаным бар. “Ваҡытында әйтә алмай инеңме ни?” – тип һуҡранғандарында үҙ мәлендә кәңәшләшергә һүҙ бирәм, әммә тиҙҙән барыһы ла онотола.
Әле мин алдыма белем алыуҙы, үҙемде камиллаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйһам, апайым минең йәшемдә генә кейәүгә сыҡты. “Яратам, унһыҙ бер көн дә тора алмайым”, – тип бер ниндәй өгөттө лә ҡолағына элмәне, әсәй менән атайҙы күҙ йәштәре аша еңде. Ә хәҙер ҡырҡҡа өҙгөләнә. Юҡ, өҙгөләнеүҙән туҡтаны ла, төшөнкөлөккә бирелде. Апайымдар ҡала ситендә, Дим биҫтәһендә кеше фатирында тора. Кешегә түләгән аҡсалары йәл дә бит, ни эшләйһең, үҙ мөйөштәрен булдырырға әлегә хәлдәренән килмәй...
Ҡыңғырауға баҫам. Ишек асыусы юҡ. Өйҙә тауыш-тын ишетелмәй. Төймәгә нығыраҡ һәм оҙағыраҡ баҫып торам. Үҙгәреш һиҙелмәгәс, ишекте эскә ҡарай этәм. Бикләнмәгән икән. Килеп инеүгә тынсыу һауа тынды быуҙы. Ишек алдында итектәр, ботинкалар туҙып ята. Өҫ кейемдәре лә, ҡайһыһы элгестә муйынынан һәлберәп тора, ҡайһыһын элеп хитланып та тормағандар, башҡа һелтәп кенә ҡуйғандар.
– Их, апай, апай!.. – Йәһәт кенә ишек алдын тәртипкә килтереп ҡуйҙым. Аш бүлмәһендә лә шул уҡ хәл: өҫтәлдә ҡатҡан икмәк һыныҡтары, раковина тулы бысраҡ һауыт-һаба. Шәкәр, ҡайнатма һауыттары ла урынына алып ҡуйылмаған. Йоҡо бүлмәһендә урын-түшәк йыйылмаған. Асыҡ шкафтан йомарлап тығылған кейемдәр ишелеп төшөп килә. Ҡорғанды тартып асҡандар, әммә йүнәтеп ҡуйырға ҡулдары етмәгән. Былары ярай инде, иң мөһиме – телевизор иҙәндә селпәрәмә килеп ята.
– Тик нотацияңды уҡыма йәме!.. – тип, залдағы диванға нисек йөҙтүбән ҡолаған, шулай ята бирҙе.
– Еҙнәң сығып китте!.. Все, барыһы ла бөттө!.. Унһыҙ нисек йәшәйем мин хәҙер?!. – Апайымдың тауышы иламһырап сыҡты.
– Әкиәтеңде һөйләмә инде! Кисен һин дә мин ҡып итеп ҡайтып инерен үҙең дә яҡшы белеп тораһың!
– Юҡ, быныһында, ҡайтмайым, тине… Ы-ы-ы… Йәлләйем мин апаҡайымды. Бәләкәй кеше көслө була бит, уның йомшаҡ күңеллелегенән файҙаланып, гел илата инем. Минең өсөн уға атай-әсәйҙән дә эләккеләне. Шул мәлдә үҙен яҡлап берәй ҡаршы һүҙ өндәшһәсе! Илай ҙа ҡуя торғайны. Әле апайым бар бәхетһеҙлектә еҙнәне ғәйепләй, тегеһе – апайымды. Тыңлаһаң, икеһе лә хаҡ һымаҡ. Минең икеһен дә яманлағым килмәй, шулай ҙа үҙ туғанымдың ошондай йәшәү рәүеше алып барыуы менән һис риза түгелмен. Беткә үс итеп, тунды утҡа яғыу кеүек була бит был...
– Апай! – быныһында ярайһы ғына ҡаты өндәштем, йәлләүҙән туҡтарға ваҡыт. – Ҡасан үҙеңде ҡулға алаһың? Күпме дауам итер был хәлең?
– Еҙнәң шундай булғас, нимә эшләйем һу-у-уң? – Йәнә сеңләй.
– Мине һанға ла һуҡмай! Әйткәндәрем стенаға борсаҡ менән бәреү кеүек кенә. Етмәһә, һуңғы арала йыш эсә башланы, өйгә төн уртаһында ғына ҡайтып йығыла…
– Донъянан ваз кисеп ятыр өсөн ошо сәбәптәр етерлек тип уйлайһыңмы?
Ниһайәт, апайым ҡыбырлап ҡуйҙы, шыңшыуҙан туҡтаны. Бер аҙҙан әкрен генә ҡабырғаһына әйләнеп, күҙҙәрен түңәрәкләндереп миңә баҡты.
– Эйе, апай, һинең ошо хәлгә төшөүеңдең сәбәптәрен белгем килә…
– Һин дә мине ғәйепләйһеңме әллә?
Ошоға тиклем апайыма бер тапҡыр ҙа ҡаршы һүҙ әйткәнем юҡ ине. Йәлләнем, эстән генә бәхәсләштем, көсһөҙлөгө өсөн һүктем, әммә бер тапҡыр ҙа уйҙарымды тышҡа сығарманым. Әле килеп күңелдә йыйылып киткән һүҙҙәр үҙенән-үҙе тышҡа урғылды. Тураһын әйткән – туғанына ярамаған, тиһәләр ҙә, минән башҡа уның етешһеҙлектәрен кем күҙенә ҡарап әйтһен?..
– Хәҙер мин сәй ҡуям, ә һин тор, үҙеңде әҙәм рәүешенә килтер. Шунан һөйләрһең хәлдәреңде.
Уға ҡарамай ғына бүлмәнән сыҡтым. Танымайым мин апайымды. Үҙгәрҙе. Хыялы буйынса ул ер йөҙөндә иң бәхетле кеше булырға тейеш ине. Һөйгәне ҡулында ғына йөрөтәсәк, сәбәп булһа ла, булмаһа ла ,сәскәләр бүләк итәсәк, алтын-көмөшкә күмәсәк, “өф” итмәгән ергә ултыртмаясаҡ, тип күҙ алдына килтерҙе гел. Тормош йәнә үҙенең аяуһыҙ ҙа булыуын күрһәтте: ниңәлер ул көткәндең тап киреһе килеп сыҡты. Бирелеп хыялланғанға һәм шул хыялына артыҡ ныҡ ышанғанға шулай килеп сыҡтымы икән?
Кейенеп, йыуынып, сәстәрен тарап алғас, апайыма төҫ инеп китте. Һәр хәлдә, бар донъяға үсле кеше кеүек тойолмай. Ялт итеп тормаһа ла, йыйыштырылған кухняға килеп ингәс, йылмайып ҡуйҙы.
– Әйҙә, ултыр, апай, сәй яһаным.
Ашарға иҫ китерлек әллә нәмәләре юҡ, ярай, печенье ла бына тигән ризыҡ.
– Хәҙер һөйлә инде, ни булды?
Апайым сынаяғын ике ҡуллап ҡыҫып тотто ла, ҡапыл уйсанланып ҡалды. Мин дә ҡабаландырманым.
– Арыным мин барыһынан да, шул тиклем ялҡтым! Бөгөн дә, ана, ваҡытһыҙ ҡайтып инде лә юҡ-барға бәйләнә башланы, – тип бәйән итеүгә күсте, ҡарашын сынаяҡтан алмайынса. – Йәнәһе, ниңә һаман һауыт-һабаң йыуылмаған, өйөң йыйыштырылмаған, иҙәнең сүп-сар, ашарыңа бешмәгән, фәлән-фәсмәтән. Ваҡытында ҡайтһын ине, йыйыштырып та, ашарға бешереп тә өлгөрөр инем… Әйтә башлағайным, енләнеп сығып китте. – Унан бышылдап ҡына тигәндәй: “Бүтән ҡайтмайым”, – тине, – тип дауам итте. – Әллә һөйәркәһе бармы икән?
– Әлегә һөйәркәһе бармы-юҡмы, белмәйем, әммә, былай дауам итһә, мотлаҡ берәйһен табып сығып китәсәк!
– Һин, нимә? Аллам һаҡлаһын! – тип ҡалҡынып уҡ ҡуйҙы апайым.
– Шулай. Бер-берегеҙҙе бөтөнләй ишетмәйһегеҙ бит һеҙ! Берегеҙ компьютерҙан тора белмәй, икенсегеҙ сериалдар ҡарауҙан бушамай. Ул ниндәй тормош була һуң ул?
Апайымдың күҙҙәренә йәш төйөлдө, үпкәләүе йөҙөнә бәреп сыҡты. Ниҙер әйтергә уҡталды ла, һүҙҙәре телендә буталып ҡалды.
– Көнө буйы өйҙә ултырып нимә ҡыйратаһың һуң һин? Бала, тиһең, хәҙер ул көнө буйы балалар баҡсаһында. Иреңдең һәйбәт булыуын, эсмәүен-тартмауын, ситкә йөрөмәүен, ҡырын ҡарамауын, ваҡытында өйгә ҡайтыуын теләйһең, теләйһең генә түгел, талап итәһең! Ә үҙең? Өйөңдө таҙа тота алмайһың, ашарға бешереүеңдең дә рәте юҡ. Үҙеңде күптән ҡарамайһың! Өйҙә ултырғанда бара ул, тип үҙеңә ҡул һелтәргә ярамай бит.
–Һин… Һин… Йәшһең әле миңә аҡыл өйрәтеп ултырырға! Иргә сыҡ, бала тап иң тәүҙә!
– Апай, баланы ҡыҫтырма бында! Ҡайһы ваҡыт мин түгел, ә һин кесерәктер кеүек тойола башлай. Иҫлә, һин бит бәләкәй саҡта бәхетле ҡатын, билдәле рәссам булырға хыяллана инең! Ошомо һуң көҫәгән бәхетең?! Ҡулыңа буяу, бумала алырға теләгең юҡмы ни хәҙер?
– Етер, Айлина! – апайым да тауышын күтәрҙе. Алдындағы сынаяғын этеп, ҡалағын алып өҫтәлгә һелтәп үк ебәрҙе. – Өйрәтмәгеҙ миңә нисек йәшәргә! Еҙнәң етмәгән, хәҙер һин ҡалғайның миңә нотация уҡырға!
Тырт-мырт атлап тәҙрә янына барып баҫты. Әммә мине туҡтатып булмай ине инде, бер башлағас, нимә уйлайым, барыһын да әйтәсәкмен!
– Нотация уҡымайым мин һиңә, ни бары күҙҙәреңде асырға ғына теләйем. Көнө буйы сериалдар ҡарап, ундағы тормошҡа алданып, эргә-тирәңдә нимә булып ятҡанын да күрмәй башланың, юҡһа. Кинола күрһәтелгәндәр – әкиәт!
– Ундағы ваҡиғалар барыһы ла тормоштан алынған! Минең дә, ул артистар кеүек, бәхетле булырға хаҡым юҡмы ни?!
– Апай, бәхетле булырға теләһәң, бул! Бәхетеңде үҙең ҡор! Кинолағы мөхәббәткә алданып, хыял эсендә йөҙөп кенә нимәлер ҡыйратып булмай ул. Ергә төш, ысынбарлыҡ менән йәшә!
Апайым яңынан ултырғысҡа барып ултырҙы ла һығылып илап ебәрҙе.
– Бер кем дә аңламай мине! Бер кем дә яратмай!.. Хатта иң яҡын кешеләрем дә…
– Апай, беҙ һине барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Һиңә тик яҡшылыҡ ҡына теләйбеҙ. Әммә, әгәр үҙеңде үҙең яратмаһаң, ихтирам итмәһәң, башҡалар ҙа һиңә шулай яуап бирәсәк!
– Нимә эшләйем һуң?.. Дөрөҫөн әйткәндә, йәшәүҙең ҡыҙығы юҡ минең өсөн. Ярай әле сериалдар бар. Үҙем бәхетле булмағанға күрә, ундағы артистарҙың бәхетле тормошон күреп йыуанам…
– Ниндәй бәхетһеҙлек тураһында һөйләйһең һин? Яңы йәшәй генә башланың бит әле. Ниндәйҙер ҡаршылыҡтар килеп тыуған икән, уларҙы еңергә була. Барыһы ла ваҡытлыса ғына. Унан, Хоҙай һин ошолай йәшәһен өсөн һәләт биргәнме ни? Эшкә сыҡ! Үҙеңде эштә тап! Бына күрерһең, тәүге картинаңды яҙып бөткәндә иңеңдә бәхет ҡанаттары елпеүен тоясаҡһың. Барыһы ла һинең ҡулыңда. Аңлатырға тырышам, тик килеп сыҡмай шикелле. Һин шулай ит, былай эшлә, тип аҡыл өйрәтеү менән генә, әгәр кешенең үҙенең теләге юҡ икән, һөҙөмтәгә өлгәшеп булмайҙыр ул. Их, апайым йәшәйешенә исмаһам әҙерәк кенә икенсе күҙлектән баҡһасы!
Маҡсаттарымды дөрөҫ билдәләүемә йәнә лә берҙе инанам: Алла бирһә, белем алып, ныҡлы аяҡҡа баҫмайынса, егеттәр тип донъямды онотоп ебәрмәйәсәкмен! Әхирәтем Гөлдәргә был турала әйтһәм, яратҡан кешеңде осратһаң, кейәүгә сығып киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың әле, тип көлә. Һәр хәлдә, апайым кеүек иртә тәртәгә егелеп, бер ни күрмәй йәшәгем килмәй минең. Мәктәпте бөткәс тә тәртәгә егелеү элек кенә модала булған. Хәҙер йәштәр белем алырға, сит илдәргә сығып, донъя күрергә, үҙе өсөн йәшәп ҡалырға ынтыла.
– Аңламайһың һин мине… Мин бында нисек ғаиләмде һаҡлап алып ҡалырға белмәйем, ә һин!..
– Апай, яратҡан шөғөлөң менән булышһаң, ғаиләң тарҡалыр тип уйлайһыңмы ни? Мин ни бары үҙеңә иғтибар бүлә башлауыңды, был тормошта тиҙерәк үҙ урыныңды табыуыңды ғына теләйем. Һин бит әлеге мәлдә аҙашҡан һарыҡ кеүек. Улай һуғылаһың, былай бәреләһең, ҡайтырға юлды таба алмайһың, шунлыҡтан күңелең урынында түгел…
Минең уйымса, һәр кем был донъяға үҙ юлын үтер, үҙенә тәғәйен миссияны үтәп сығыр өсөн килә. Шул мәлдә генә кеше күңел тыныслығын табасаҡ. Апайым әле бер көн дә эшләп ҡарамаған. Яратҡан эштең тәмен белмәй. Уға әлеге мәлдә тап шул етмәй ҙә. Күңеле ярһый, ашҡына, тик нимә кәрәк икәнен яҡшылап аңлап бөтмәй. Әле һаман хыялый донъяһынан арына алмай. Еҙнәне, тирә-йүнендәге хәл-ваҡиғаларҙы үҙе теләгәнсә үҙгәртергә тырыша. Ә был стенаға ҡоро ҡомдо йәбештерергә маташыу менән бер, шул арала күпме ваҡыт бушҡа уҙа, күпме нервы бөтә.
Апайым уйға ҡалды. Уның картиналар яҙыу теләге ҙур икәнен беләм, тап өҫтөнә баҫтым шикелле.
– Мин әйткәндәр тураһында уйла, зинһар! Донъяға күрһәт үҙеңде!
Миңә китергә ваҡыт. Сәғәт бишкә универға барып етергә кәрәк. Апайымды бындай хәлендә ҡалдырып киткем килмәй ҙә бит, ни эшләйһең, минең дә үҙ эштәрем, мәшәҡәттәрем бар. Донъя алға тәгәрәй, ҡуласанан төшөп ҡалмаҫҡа кәрәк. Сибек кәүҙәһенән ҡосаҡлап хушлаштым. Сәсенән, кейеп алған халатынан хушбуй урынына тир еҫе аңҡый…
Бында тыуған уй-тойғоларҙы ошонда уҡ ҡалдырып сығырға тырыштым. Күңелгә индерҙеңме, аҙаҡ та баштан сыҡмай, йөрәкте әрнетеп торасаҡ.
Тышта йылы, йомшаҡ апрель һауаһы. Талғын ғына ел иҫә. Тәбиғәттең кешеләрҙә эше юҡ. Көнгә ҡарап ҡыуанабыҙмы беҙ, зарланабыҙмы, уға барыбер, кәрәк тип тапҡан мәлендә ямғырын яуҙыра, ҡояшлы көндәре менән рәхәтләндерә, теләһә, ел-дауыл ҡуптара.
Автобусты оҙаҡ көтөргә тура килмәне, универға һә тигәнсе килеп еттем. Уңышҡа өлгәшергә, лидерлыҡ һәләттәрен үҙләштерергә, сығыш яһарға өйрәнергә теләктәре булған республика студенттары өсөн бик шәп өс айлыҡ программа әҙерләгәндәр. Аҙнаһына өс тапҡыр семинарҙар, дәрестәр, мастер-кластар, төрлө тренингтар формаһында үтә был курс. Миңә бик оҡшай, теләп рәхәтләнеп йөрөйөм. Һәр көн үҙем өсөн ниндәйҙер яңы нәмә асам. Таныштарым, дуҫтарым да артты. Йәнә шуныһы яҡшы: бында үҙем кеүек урынында ултырып сыҙай алмаған, һәр ваҡыт яңылыҡ эҙләгән кешеләр йыйылған. Үтелгән темалар буйынса фекер алышыуҙар, ваҡыты менән бәхәсләшеп китеүҙәр, төрлө ситуацияларға ҡоролған мәсьәләләр сисеүҙәр мауыҡтырғыс. Алдымда яңы маҡсаттар ҙа барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, сит илгә барып ҡайтыу. Донъя күреп, сәйәхәт итер өсөн генә түгел, ә телде камиллаштырыу, белемде арттырыу маҡсатында. Магистратураны ла сит илдә уҡырға теләгем бар. Был турала яҡын кешеләремә лә әйтергә ҡурҡам әлегә. Һүҙ башланыңмы, шунда уҡ: “У-у-у-у, бик ҡиммәт бит ул… Ҡайҙан аҡса алмаҡсы булаһың?! Унда беҙҙең кеүек ябай кешеләр йөрөмәйҙер инде…” – тип, иң тәүҙә кире яғын күрәсәктәр. Хатта атайым да аңламай минең күңелемдә әллә ҡасандан йөрөткән ошо туралағы уйҙарымды. “Беҙҙең хәлдән килә торған эшме ни был!..” – тигәйне ул. Төшөнкөлөккә бирелеп ултырған кешеләрҙе аңламайым мин. Эшләп ҡарамағандар, ә инде үҙҙәренә “булмай” тигән мөһөр һуғып ҡуйғандар. Төрлө программалар бик күп хәҙер. Уларҙы күҙәтеп, хәлеңдән килерҙәйен ысҡындырмаҫҡа ғына кәрәк. Йәнә, алдыңа маҡсат ҡуйғанһың икән, тырышырға! “Йәне теләгән – йылан ите ашаған”. Һиңә бер кем дә бушҡа ғына килтереп тоттормаясаҡ. Гөлдәрҙе лә үҙем менән йөрөргә ҡыҙыҡтырып ҡарағайным да, имтихандарға әҙерләнергә кәрәк, тине лә ҡуйҙы. Миңә ҡалһа, “юғары уҡыу йорто” тип аталһа ла, унда алған белем менән генә сикләнергә ярамай. Шуға зачеткамды Гөлдәрҙеке кеүек тик “5”-ләр генә биҙәмәй минең. Ошо семинарҙа алғандарымдың төрлө танышлыҡтар булдырғанда, улар менән аралашҡанда, уйламаған хәл-ваҡиғалар килеп тыуғанда ярҙамы нығыраҡ тейәсәгенә ышанам. Һәм ул миңә юғарыраҡ кимәлгә күтәрелергә бер баҫҡыс булып торғанын да аңлайым.
Беҙҙең факультеттан мин бер үҙем йөрөйөм. Һәр хәлдә, таныш йөҙҙәрҙе осратманым. Ә бына Дамирҙың был программа тураһында ишетмәүенә һөйөнөп бөтә алмайым. Бигерәк тә, унда минең йөрөгәнемде белһә, һис шикһеҙ, йәнемә тейеп, күҙ көйөгө булып ултырыр өсөн генә лә ҡалдырмаҫ ине. Дамир – беҙҙең төркөмдөң старостаһы. Һәр ваҡыт беренсе булырға тырыша. Минең кеүек, ул ҡатнашмаған саралар бик һирәктер. Бөтә ергә өлгөрә. Уҡыуҙа ла шулай. Контроль эштәргә ярышып әҙерләнәбеҙ, автомат алыу буйынса уҙышабыҙ. Бигерәк тә һуңғы айҙарҙа шулай ярышташтарға әйләндек. Ә уҡыу йылы башында беҙ айырылмаҫ дуҫтар инек. Ҡасан, ҡайһы мәлдә икебеҙ ике ярҙан киттек, аңламай ҙа ҡалдым. Һәр хәлдә, ғәйепте мин үҙемдә күрмәйем.
Бөгөнгө семинарҙа килешеүҙәрҙең нисек төҙөлөүе, танышлыҡтарҙы ҡайһылайыраҡ булдырыу, эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыу тураһында һөйләштек. Беҙҙе өйрәткән тренер – йәш кенә егет. Уның аҡыллылығы маңлайына яҙылып ҡуйылған: күҙҙәре һынап ҡарай, тауышында әҙ генә лә икеләнеү юҡ, ҡыланыштары ышаныслы, ҡыйыу, ихтирамыңды шунда уҡ яулап ала. Бер мәл уға һоҡланып ҡарап ултырыуымды үҙем һиҙеп ҡалдым. Шунда уҡ күҙ алдыма: “Ә-ә-ә, мин һиңә нимә тигәйнем, ғашиҡ булдыңмы!” – тип хихылдаған Гөлдәр, унан бәхетһеҙлегенә зарланып илап ятҡан апайым килеп баҫты. Юҡ-юҡ, уҡып бөткәнсе ғишыҡ-мишыҡ тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел! Тыштан шулай тим, ә эстәге бер тауыш “Дамир менән генә ярашып, хәлдәр үҙгәреп китмәһә…” – тип өҫтәй.
Дәрестән барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт, шау-гөр килеп сыҡтыҡ, беребеҙҙе беребеҙ уҙҙырып тәьҫо-раттарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ. Ишек алдында өйкөлөшөп бер аҙ торғандан һуң, ғәҙәттәгесә, яҡындағы кафеға йүнәлдек. Асығыуҙан түгел, айырылышҡыбыҙ килмәгәндән. Унан сыҡҡас, яҙ һауаһын һуларға тип, Салауат Юлаев майҙанына
атланыҡ һәм берәм-һәрәм яйлап таралыштыҡ. Уларҙың барыһы ла йәш кенә студент ҡыҙҙар-егеттәр, ә үҙҙәре ниндәйҙер уңыштарға өлгәшеп тә өлгөргән инде. Шундайҙарға һоҡланам һәм уларға эйәрергә тырышам. Әсәйем дә күпселектең түгел, ә һирәктәр, ныҡыш, тырыштар артынан барырға өйрәтә торғайны. Был, нисектер, мейемә һеңеп ҡалған. “Ул башҡарып сыҡҡан икән, тимәк, минең дә хәлемдән киләсәк” тигән принципты тоторға тырышам. Аҙаҡ: “Ниңә эшләп ҡараманым икән?!” – тип үкенерлек булмаһын. Бигерәк тә миңә Баязит исемле егет менән һөйләшеп ултырыу оҡшай. Ул өсөнсө курста уҡый. Унынсы класты Америкала уҡығанын ишеткәс, ғәжәп хәл кеүек тойолдо. Был турала үҙе ябай ғына итеп һөйләне: “Мин бит инглиз телен үлеп яратам, – тип йылмайҙы ул. – Дәрестә генә алған белемем гел етмәй торғайны. Уҡытыусым “FLEX” тигән программа эшләп килгәнен, конкурстан үтә алһаң, Америкала бер йыл уҡып ҡайтыу мөмкинлеге бар икәнен әйткәс, уйлап та торманым, имтиханға әҙерләнгән кеүек уҡырға тотондом. Һәм, беләһеңме, еңеп сыҡтым!” Ул барыһын да шулай булырға тейеш ваҡиға кеүек ҡабул итә, ә мин һәр һүҙен мөғжизә кеүек йотлоғоп тыңлайым. Үҙ-үҙемә ышаныс шунан һуң тыуа башланы ла инде. Баязит та шулай ти: “Ышан, һәм барыһы ла һин тигәнсә булыр”. Былтыр йәй Һиндостан яҡтарына стажировка үтергә барып ҡайтҡан. Быныһы ер-һыу күрер өсөн генә булды, ти, барыбер һоҡландыра. Быйыл икенсе берәй илгә бармаҡсы. Минең күңелдәге икеле-микеле уйҙарҙы күреп: “Иң мөһиме, ҡурҡма, шикләнмә. Алға бер аҙым яһарға ғына кәрәк, унан Хоҙай һиңә үҙе ярҙам итә башлай ул...”
Автобусҡа инеп ултырғас, шул тиклем дә арығанымды тойҙом. Ниндәйҙер рәхәт кенә арыу ине ул. Гөлдәр өйгә эштәрен ятлап бөткәндер инде, ә миңә йоҡлар алдынан дәрестәремде ҡарап сығырға кәрәк. Үҙем дә һиҙмәҫтән ойоп бара инем, телефон шылтырауы йоҡоно осорҙо. Апайым икән.
– Алло! Айлина, минең мольберт ҡайҙа торғанын белмәйһеңме?
Ауыҙым ҡолағымаса йырылды. Һөйөнөслө хәбәр!
– Беләм. Атайым уны төпкә йыйып ҡуйҙы.
– Иртәгә инеп сығам, ҡайһы мәлдә өйҙә булаһың? Ҡайтып еткәнсе апайыма төшөнкөлөктән ҡотолорға
нисек ярҙам итергә пландар ҡорҙом.
Өй буш, ҡотһоҙ. Ҡапыл күңелһеҙ булып китте. Исмаһам, бесәйебеҙ ҙә юҡ. Хәҙер мырылдай-мырылдай ҡаршы килер ине, мин уны ашатыр, һөт йылытып ҡойор инем. Ғүмер буйы бер үҙҙәре йәшәгән кешеләрҙе йәлләйем. Ҡайһы ваҡыт көндәр буйы өйҙә ултырырға тура килә, бер кем менән дә һөйләшмәйенсә аҡылдан яҙырға булалыр ул. Минең, ярай, бер аҙна эшләһә лә, бер аҙна ял иткән атайым бар. Әле ул вахтала, шуға өйҙөң йәме юҡ.
Карауатҡа барып ятҡас, “Контакт”ты астым. Интернет онотолдо һуңғы арала. Кемдәрҙер дуҫлашырға саҡыра, хәбәр ҙә ебәргәндәр. Аһ, Дамирҙан булмай, кемдән генә булһын инде! Шатланып бейеп торған смайлик ебәргән дә информатиканан үҙенең автомат билдәһен фотоға төшөрөп ҡуйған. М-м-м… Ә миңә аҙаҡ зачет бирергә тура киләсәк. Дамир, дәрестәрҙә әүҙем ҡатнашып, әллә нисә автомат алып өлгөрҙө инде. Ә мин бынау семинарҙар менән етешә алмайым… Яуап итеп уға тел күрһәтеп смайлик ебәрҙем дә әүен баҙарына юлландым.
Уянғас та тәүге эшем яҫтыҡ аҫтынан телефонды һөйрәп сығарыу булды. Сәғәт 07.00. Будильник шылтырарға тағы ун биш минут ваҡыт бар әле. Бармаҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре “Контакт”ҡа баҫа. Бер яҡтан уйлаһаң, ваҡыт урлаусы ғына инде был сайт. Имтихандар мәле етһә, ғәҙәттә, битемде ябып ҡуям. Тәүҙә ниҙер етмәй торған кеүек булһа ла, аҙаҡ онотола, уның ҡарауы, ваҡыт күбәйә, күп нәмә эшләргә өлгөрәһең. Әле лә берәй аҙна булһа ла Интернетһыҙ йөрөп алғанда шәп булыр ине. Телефонды кире яҫтыҡ аҫтына тыҡтым да блокнотымды алдым, бөгөн эшләйәсәк мөһим эштәргә күҙ һалдым. Кисә семинарҙа бирелгән өйгә эште үтәргә кәрәк. Беҙгә ручкалар таратып бирҙеләр, беҙ уны биш әйбергә алыштырырға тейешбеҙ. Ҡыҙыҡ та, ҡатмарлы ла. Ул ручкаға кем нимә генә алышыр инде?! Был эште атҡарып сыға алмаһам, оят буласаҡ. Ярай, көн тыуып етмәгән, насар нәмә тураһында уйлап ятмайым әле. Йәнә лә мотлаҡ үтәй торған эштәр теҙмәһендә Гөлдәр менән осрашыу тора.
Ваҡыт тиҙ генә үтеп бара. Йәһәтерәк кейенеп-яһанып, ашай һалып, сығып китергә кәрәк. Ишектәге меню! Әлдә иҫкәртеп тораһың әле! Икмәккә май яғып ҡына ашап китер инем бит инде. Ә хәҙер бутҡа бешерергә тура килә. Геркулес биш-ун минут эсендә әҙер була, файҙалы ла. Ә иртәгә атайым ҡайта! Өйгә ҡот инеп ҡалыр, исмаһам.
Автобуста, иртәнге сәғәт булһа ла, кеше аҙ. Бөтәһе лә үҙ уйына сумған. Йоҡоһонан уянып бөтмәгәндәре лә барҙыр. Бөгөнгө өйгә эшем иҫкә килеп төштө. Ҡыҙыҡ, ручканы алыштырырға ошонда ултырғандарҙың кемеһенә мөрәжәғәт итеп булыр ине икән? Ҡаршымда утыҙ йәштәр тирәһендәге бер егет йоҡомһорай. Ул мине тыңлар урынға, юҡ-бар һорау менән ҡамасаулап килгәнем өсөн йә һуҡраныр, йә бөтөнләй ишетмәгәнгә һалышыр ине, моғайын. Бәлки, икенсе урынға күсеп үк ултырыр ине. Уң яғымда, тәҙрә янындағы апай тышҡа баҡҡан, бик ҡаты уйға сумған. Минең кеүек, бөгөн эшләйәсәк эштәрен барлай микән? Әллә шәхси тормошонда проблемалары бармы? Юҡ, уға ла өндәшеү файҙаһыҙ. Бүтәндәрҙә лә минең ҡайғым юҡ. Кемдер гәзит уҡып маташа, йәш бер егет күҙҙәрен йомоп ебәреп наушник аша музыка тыңлап ләззәтләнә. Бер һүҙ менән әйткәндә, таң менән, етмәһә, автобуста атҡарып сыға торған эш түгел.
Аудиторияға беренселәрҙән булып килеп индем. Уҡыу йылы башында дәрестәргә бөтәһе лә йөрөй торғайны. Әле иһә өйрәнеп алдылар, ахырыһы, күп урындар буш. Кемдер йоҡо һимертәлер, эшкә урынлашҡандар ҙа етерлек. Мин дә уҡып та, эшләп тә йөрөргә уйлағайным, атайымдың был турала ишеткеһе лә килмәй. “Һине генә уҡытырға хәлемдән килмәйме ни?! Ҡыҙын эшкә сығарып ебәргән, тип минән бот сабып көлөрҙәр. Уҡырға ингәнһең икән – уҡы! Аҙаҡ былай ҙа ғүмер буйы эшләргә тура килә”, – тип ҡыҙып алды ла китте. Атайым һәйбәт кеше минең. Йомшаҡ, изге күңелле. Ҡайһы берҙә хатта артыҡ яҡшы кеүек тойолоп китә, бигерәк тә, бер аҙна буш ятаһың барыбер, тип үҙ файҙаларына егә башлаһалар. Атайым йыш ҡына элекке замандарҙы һағынып иҫкә ала, бөгөнгө менән сағыштырырға ярата. Мине эшләтмәҫкә тырышыуы ла шунандыр. Элек студенттарҙың береһе лә был турала ҡайғыртмаған бит, ә минең уҡыу менән генә сикләнгем килмәй. Әүҙем, дәрте ташып торған йәштәр менән аралашҡан һайын был уйым тамырлана ғына. Әле миңә ун туғыҙ йәш. Диплом алғансы уҡып ҡына йөрөһәм, егерме дүрт тулып китә. Ул ваҡытта ҡайһы арала эшләргә, карьера яһарға өлгөрөрмөн дә ҡасан донъя ҡороп, балалар үҫтерермен? Әле минең уҡырға ла, шул уҡ мәлдә эшләп йөрөргә лә көс-дәртем артығы менән етә. Араһында театрҙарға ла, дуҫтарым менән аралашырға ла ваҡыт таба алам. Уҡыуҙан ҡайтып, бот күтәреп өйҙә ятыу иһә минең өсөн түгел.
Берәм-һәрәм төркөмдәштәрем инә башланы. Ҡыҙыҡ, бында бөтөнләй мәктәптәге кеүек түгел, ҡайһылары менән аралашыуыбыҙ “һаумы-һау бул”дан уҙғаны юҡ. 3–4 кешелек төркөмдәргә бүленеп бөткәнбеҙ ҙә күберәген шулай йөрөйбөҙ. Төрлө сараларға бай, ҡайнап торған мәктәп тормошонан һуң тыныс, һәүетемсә генә үткән көндәргә саҡ өйрәнеп киттем.
Ана Дамир килеп инде. Мин хәҙер унан йырағыраҡ йөрөргә тырышам. Әммә ситләшкән һайын ул мине нығыраҡ үсектергән кеүек. Бына әле лә, ирекһеҙҙән күҙ ҡараштарыбыҙ осрашҡас, баш ҡағып күрештем дә шунда уҡ телефоныма күҙҙе күсерҙем. Ә ул, урындар күп булһа ла, миңә уның аша бер нәмә лә күренмәйәсәген яҡшы белә тороп, алдымдағы парта артына килеп йәйелеп ултырҙы. Ҡаршыма шкаф килтереп ҡуйҙылармы ни?! Юрамал эшләмәне, тип әйтеп ҡара инде шунан! Нимәлер әйтергә уйлағайны, унан алда өлгөрҙөм:
– Эй, шкаф! Һиңә бүтән урын бөткәнме?
– Ә миңә бында оҡшай, – тине ул иҫе китмәй генә. – Теләгең булһа, үҙең күс, минең яныма ултырһаң, тағы ла яҡшыраҡ, – тип ауыҙ йырҙы эргәһенән урын күрһәтеп. Уның ана шулай әйләнгән һайын шаяртырға тырышыуы, бер нәмә лә булмағандай һөйләшеүе, бер туҡтауһыҙ күҙ алдында йөрөүе минең теңкәгә тейә.
– Шул ғына етмәгәйне! – тип ахырҙа икенсе урынға күсеп ултырҙым.
Ошо маймылды ла кеше яратыр икән, тип уфтанам үҙемде һәм ҡайҙалыр уны яратҡан тағы бер хыялый ҡыҙҙы күҙ алдына килтереп. Ҡыҙыҡ, алыҫта, ауылында ҡалған ҡыҙы менән нисегерәк тота икән үҙен? Уйҙарымдың төпкә китә башлауын һиҙгәс, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Күпме тапҡырҙар Дамирҙы башыма ла индереп ҡарамаҫҡа һүҙ бирәм, юҡ, килеп сыҡмай, хыялымда уның янында уралғанымды һиҙмәй ҙә ҡалам.
Уның яғына ҡарамаҫҡа тырышам, ә ул шуның һайын төрлөсә ҡыланып, минең иғтибарҙы йәлеп итеп маташа. Уф!.. Нимә эшләргә был Дамир менән? Нимәм менән яраманым? Ҡуй, иртә менән кәйефте төшөрмәҫ кәрәк, тынысланайым, үҙемде ҡулға алайым. Дамирҙы күрмәҫ өсөн иң алғы партаға барып ултырҙым.
Бөгөн дәрестәр ниңәлер оҙаҡ үтте. Дамир менән күрешкәндән һуң гел шулай була. Һағыш быуып ала ла, ебәрмәй ыҙалата. Шулай ҙа бирешмәйем, алда торған эштәремде иҫемә төшөргәс, әкренләп барыһы ла үҙ урынына ҡайтты. Эйе, бөгөн ручка алыштыраһым бар. Әлеге ваҡытта шул турала борсолорға кәрәк.
Һуңғы лекция тамамланғас, беренселәрҙән булып сығып киттем. Сығып барғанда Ильяс еҙнәм шылтыратты.
– Сәләм, балдыҙ! Апайың ҡайҙа икән, белмәйһеңме?
Ғәжәп! Уның бер кемгә лә әйтмәйенсә, яңғыҙы ғына ҡайҙалыр сығып йөрөгәнен хәтерләмәйем.
– Магазинға сыҡҡандыр, – тигән булам еҙнәмде йыуатып.
– Кисә әҙерәк әйтешеп алғайныҡ, әллә бер-бер хәл булдымы тип торам. Телефоны һүнек.
– Юҡтыр. Аламаға юрама. Ҡайтыр, – тим ышаныслы ғына итеп, апайымдың иртәнге көр тауышын иҫкә төшөрөп. Үҙем, бына еҙнәмдең дә ҡомалағы ҡыштырлап ҡуйҙы, тип көлөмһөрәйем. Юҡһа кәләшенең тик өйҙә генә ултырыуына күнегеп киткән. Бер ҡайҙа ла йөрөткөһө, бер кем менән дә аралаштырғыһы килмәй.
Апайым ысынлап та телефонын һүндереп ҡуйған шул. Ҡыҙыҡ, ҡайҙа йөрөй икән?..
Бирелгән эште үтәр өсөн Салауат Юлаев майҙанына барырға булдым. Ул, берҙән, күптәрҙең яратҡан урыны, икенсенән, яҡын, әллә ҡайҙа йөрөргә түгел. Кеше ысынлап та мыжғып тора. Әсәйҙәр менән бәпәйҙәргә рәхәт бында. Машина килеп сығыр, тип ҡурҡырға түгел, иркендә рәхәтләнеп йүгерә бала.
Эскәмйәлә балаһының уйнағанын күҙәтеп ултырған әсәйгә һөйләй генә башлағайным, ҡыҙы ҡолап китте, илай башланы. Әсәй кеше бәләкәсен йыуатып, минең турала онотто… Ярай, бүтән кешеләр ҙә бөтмәгән бит әле. Бына бер туй килде. Бәхетле кәләш менән кейәүҙе ҡотлап йәштәр шау-гөр килә. Бер килке уларға һоҡланып ҡарап торҙом. Мин дә шулай аҡ күлдәк кейермен микән берәй заман?..
Майҙанда һөйгән йәрҙәр күп. Уларға, нисектер, сәйер һорауым менән мөрәжәғәт итергә ҡыйманым. Йәш йөрәктәрҙә минең ҡайғыммы ни?! Әкрен генә, сөкөрләшеп һөйләшә-һөйләшә, оло йәштәге әбей-бабайҙар ҡултыҡлашып уҙа. Улар иһә мине иҫәргә һанар ине, моғайын. Сит ил кешеләре лә күренә. Ҡайҙандыр уҡыусылар экскурсияға килгән. Бер нисә кешегә өндәшеп ҡараным, улары йә тыңлап бөтмәне, йә алыштырырға бер нәмәһе лә булмайынса, ҡулдарын ғына ҡайырҙы. Үҙемде сит тәрилкәлә кеүек хис иттем. Урынды дөрөҫ һайламағанмын, ахырыһы. Тыныс урын булһа ла, тормош, нисектер, ҡайнап тора бында. Үҙемде Яҡутов паркында һынап ҡарарға булдым.
Паркка килеп ингәс, тирә-яҡты күҙәтә-күҙәтә тура күл буйына атланым. Иң уңайлы урын шундалыр. Ана, эскәмйәлә ҡырҡ биш-илле йәштәрҙәге яңғыҙ бер ир гәзит ҡараштырып ултыра. Ҡайҙалыр ашыҡҡанға оҡшамаған. Эстән генә бисмилламды әйттем дә, бар батырлығымды йыйып, уның эргәһенә килдем.
– Һаумыһығыҙ! – тип эргәһенә ултырып уҡ алдым. Ирекәй үҙенә өндәшәләрме, юҡмы тип тирә-яғынаҡарап алды ла, яңылыш ишетмәгәнен аңлағас, баш ҡаҡты. Мин уға һаман ҡарап ултыра инем әле. Һүҙҙе нимәнән башларға белмәй ҡаңғырғанда, үҙе ярҙамға килде:
– Берәй йомошоң бармы әллә?
Мин ҡыуанып китеп йомошомдо һөйләп бирҙем.
– Ҡыҙыҡ икән, – тип, кеҫәләрен ҡапшай ҙа башланы. – Үкенескә ҡаршы, артыҡ ҡыуандыра алмайым шул… Миндә лә ручка ғына… – тип ручка килтереп сығарҙы ла ғәйепле төҫ менән миңә һуҙҙы.
– Йәлләмәйенсә бирһәгеҙ, бик шат булыр инем! – Күҙҙәремде осҡонландырып, йылмайҙым уға ҡарап.
– Алығыҙ, алығыҙ! Миндә ундай байлыҡ күп ул. Ҡайҙа, нисәнсе курста уҡыуым тураһында һораша башлағас, йәһәт кенә яуап бирҙем дә тиҙерәк китеү яғын ҡараным. Юҡһа ул минең менән танышып, иркенләп хәбәр һатмаҡсы ине.
Иңдәремә ҡанат ҡуйып ебәрҙеме ни! Осоп-талпынып күл буйлап ары киттем. Ана, бер ҡыҙ туңдырма һатып тора. Ул, ручканы күргәс, шунда уҡ: “О-о-о, был бит бик ҡиммәт тора!” – тип тел шартлатты. Ҡиммәт тигәне күпме булалыр, әммә значокка алышып, ҡыҙҙы ҡыуандырып, ары атланым. Инде хәҙер осраған береһенә мөрәжәғәт иттем, алдағы уңайһыҙланыуым, ҡурҡыуым юҡҡа сыҡты. Барыһы ла ихлас тыңланы, ысын күңелдән ярҙам итергә теләне. Алыштырырға әйбере булмағандарына ла көймәнем, сөнки көн оҙон, кеше күп, парк ҙур… Бер егет хатта француз теле китабын бирергә әҙер ине, уныһын инде үҙем алманым. Бына паркты урап сыҡтым. Заданиены тулыһынса үтәнем, инде ҡайтырға ла ярай. Шул саҡ ҡаршыға килгән ике егет туҡтатты:
– Нимә таратаһың ул, һылыу, беҙгә лә бир әле. – Мине күҙәтеп торғандар, күрәһең.
– Бирәм, уның урынына икенсе берәй нәмә бирһәгеҙ… – тип һуңғы алыштырып алған яртылаш хушбуйҙы күрһәтеп, тегеләргә эшемдең асылын аңлатып бирҙем. Егеттәрҙең береһенә айырыуса оҡшаны был уйыным, мине хуплап, маҡтап алды ла, хәҙер, тип ҡайҙалыр йүгереп китеп барҙы. Биш минуттан гөлләмә тотоп килде. Мин бындайҙы көтмәгәйнем, нимә тиергә белмәй, ҡаушап ҡалдым. Баш тартып маташтым. Егеттәр өҙмәй ҙә ҡуймай сәскәмде ҡосаҡлатып ебәрҙе. Шулай итеп, мин ҡәнәғәт! Мин бәхетле! Ер аҡтарған кешеләй тойҙом үҙемде.
Өйҙә бер кемдең дә мине ашарға бешереп көтөп ултырмауын хәтерләп һәм ныҡ итеп асыҡҡанымды тойоп, йылға буйындағы кафеға инеп ашап сығырға булдым. Шатлыҡлы минуттарымды
– Айлиночка! – Үҙемдең исемде ишеткәс, шып туҡтаным. Тауыш ишетелгән яҡҡа боролдом.
– Мине эҙләп йөрөйһөңмө әллә?
У-у-у-у… Дамир бит был… Ҡапыл бер биҙрә һалҡын һыу килтереп ҡойҙолармы ни! Ҡайҙан килеп сыҡты ул? Бында нимә эшләп йөрөй? Ниңә туҡтауһыҙ эҙәрлекләй ул мине? Ана, сәйер йылмайып ҡараған да минән яуап көтә. Джинсы салбар, футболка кейгән, алъяпҡыс быуып алған. Аңалауым буйынса, ул был кафела эшләй.
– Һағынып киттеңме ни шулай? Яңы ғына айырылдыҡ бит…
Уның ҡолағына саҡлы кинәнеп ауыҙ йырыуына ҡарап минең йәнем көйҙө. Ниңә?! Барыһы ла шул тиклем һәйбәт бара ине бит…
– Һин генә етмәй инең! – Асыу менән әйттем дә, сәскәмде ҡосаҡлап, сығыу яғына шәпләнем.
Дамир артымдан ҡыуып етте.
– Айлиночка, тороп тор! – тип ҡулымдан тотоп алды.
– Мин һиңә ниндәй Айлиночка булайым, һәм етер минең менән булышырға! – Ҡулымды һыпыра тартып алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Ана, ҡайт та ауылдағы һөйгән ҡыҙың менән бул!
– Айлина, һин, нимә? Көнләштеңме әллә? Шуға минән ҡасаһыңмы? Мин бит шаяртып ҡына әйткәйнем… Юҡ минең бер ниндәй ҙә һөйгән ҡыҙым!
Дамир минең һүҙҙәремдән һуң ниңәлер тулҡынланып китте.
– Алдашма!.. Хәйер, һин кемделер яратаһыңмы, юҡмы, миңә хәҙер барыбер! Шуны ғына әйтә алам: мин һинең менән дуҫ була алмайым! Көсөм етмәй. Быны һиңә бер тапҡыр әйткәйнем инде. Ҡаңғыртма мине!
Шәп-шәп атлап китә башланым.
– Айлина, зинһар, китмә, әйҙә һөйләшәйек, аңлашайыҡ! Минең һиңә әйтә торған һүҙҙәрем бик күп. Зинһар… – Ғәжәп, был мәлдә бик етди ине ул. Хатта бер мәлгә меҫкен булып тойолоп китте.
– Теге ваҡытта барыһын да әйтеп бөттөң шикелле! Ебәр! Миңә ҡайтырға кәрәк! – Ниңәлер ҡапыл күңелгә шул тиклем ҡыйын булып китте, илағым килә башланы.
– Зинһар… – Үҙе мөлдөрәп күҙҙәремә ҡарай. – Күптән уңайлы мәлде тура килтерә алмай йөрөй инем…
– Минең өсөн уңайлы мәл түгел был! Әлеге ваҡытта һинең менән тамсы ла һөйләшкем килмәй!
– Кәйефеңде боҙҙоммо әллә? Мине хәҙер күргең дә килмәй, ахырыһы?.. – Дамирҙың да кәйефе төштө, тауышы ҡалтырап сыҡты. – Ғәфү ит… Мин бит улай килеп сығыр тип уйламағайным…
– Ә килтереп сығарҙың, рәхмәт! Мә, был һиңә! – тип гөлләмәмде уға тотторҙом да сығыу яғына йүгерҙем. Дамир бер ни өндәшмәй ҡарап тороп ҡалды.
Бер килһә килә бит ул, асыуымдан шартлар сиккә етеп сығып барғанда Гөлдәрҙең төркөмдәше Сураманды осраттым. Ул иптәштәре менән йөрөп ята ине. Уныһының да шул арала таный һалып барыуын әйт әле!
– О! Айлина бит был! Ни булды? – тип ҡулымдан эләктереп алды. Бер йылы һүҙ йәнде иретә, тиҙәр бит. Уның йомшаҡ тауышын ишеткәс, ҡосағына ташланып үкһеп илап ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалдым. Ярай әле бер үҙе түгел ине.
Беҙ уның менән ҡасандыр дискотекала танышҡайныҡ. Дөрөҫөрәге, курсташы менән Гөлдәр таныштырғайны. Аҙаҡ, Гөлдәрҙең әйтеүе буйынса, минең турала төпсөшөп бер булған. Әммә әхирәтемде уға нимәлер һөйләүҙән ҡәтғи тыйып ҡуйҙым. Сит кешеләрҙең минең менән артыҡ ҡыҙыҡһыныуҙарын яратмайым.
Өйгә бөгөнгө көн тәьҫораттарынан, нисектер, арып ҡайтып индем. Танауҙы ҡытыҡлап, коридорҙан уҡ тәмле еҫ ҡаршы алды. Атайым ҡайтҡанмы әллә?
– Атай? Һин өйҙәме ни?! – ҡыуанып кухняға атылдым. Апайым килгән икән. Тәмле итеп кәтлиттәр ҡура.
– Ҡалай оҙаҡланың бөгөн! Көтә-көтә көтөк булдым.
– Эштәрем буйынса йөрөнөм…
– Бигерәк эшем эйәһе инде үҙең! Ә ниңә улай йөҙөң һытыҡ?
Апайымды үҙгәртеп ҡуйғандармы ни! Һуңғы арала уның тик зарлы, китек йөҙ менән йөрөүенә өйрәнеп тә кителгән икән. Ул минең яуап биргәнде көтөп торманы:
– Бөгөн күргәҙмәгә барып ҡайттым! – тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша һалды. – Белһәң икән нисек оҡшағанын! Әле һаман айнып бөтә алмайым әле, рәсемдәр күҙ алдында тик тора.
Бына нисек! Күҙ теймәһен! Уның шатлығы миңә лә күскәндәй булды.
– Рәхмәт! – Апайым мине ҡосаҡлап алды, уның ҡыуанысы ысынлап та башынан ашҡайны. Ауыҙым үҙенән-үҙе йырылды. Һөйөнөслө хәбәрҙәр, ҡыуаныслы миҙгелдәр күберәк булып торһон ине шулай. Апайымдың тәтелдәп һүҙе бөтмәне. Ә минең күҙ алдына ҡапыл ғына Дамир килеп баҫты ла үҙ уйҙарыма сумдым, апайымдың ярты һүҙен ишеттем, яртыһын – юҡ. Ул быны һиҙмәне лә. Уға эсендәген бушатырға кәрәк ине.