Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
25 Ғинуар 2016, 15:00

Китһәм дә мин, йырым ҡалыр... Повесть. Аҙағы.

... Уны был тиклем дә меҫкен хәлдә күрермен тип уйламағайным. Кем-кем, әммә Дамир ундай хәлгә төшөргә тейеш түгел ине. Ләкин үҙемде уның урынына ҡуйып ҡарау менән терт итеп ҡалдым. Уны аңлайым кеүек тә бит... барыбер дуҫымды ундай хәлдә күргем килмәй...

Тәмле итеп ашап алғандан һуң йән кереп киткәндәй булды. Ә
хәҙер тиҙ генә ҡойоноп сығырға ла Гөлдәр менән осрашырға йүгерергә кәрәк. Ул
Карл Маркс урамында яңы асылған кафела осрашырға тәҡдим иткәйне. Уның да, минең
дә бер тапҡыр ҙа булғаныбыҙ юҡ әле унда.Һуңлап ҡуймайым тип, шәп атлап барып, кафены үтеп киткәнмен. Ҙур бинаның
беренсе ҡатында бәләкәй магазиндар, кафелар теҙелешкән, ҡарап бармаһаң, тиҙ
генә күҙгә салынмай ҙа. Уның ҡарауы, кафе башҡаларынан боронғо стилдә биҙәлеүе
менән айырылып тора. Бәләкәй генә кабинкалар ҙа, асыҡ өҫтәлдәр ҙә бар. Күркәм
генә урын.

Гөлдәр килгәйне инде, туңдырма алырға ла өлгөргән. Өйҙә ашап ҡына
сыҡҡас, үҙемә һут алдым. Ниңәлер һүҙҙәр бәйләнмәне. Күберәген мин һөйләнем, ул
тыңлап, мажараларымдан көлөп кенә ултырҙы. Бөгөн Сураманды күреүемде әйткәс,
ҡапыл күҙҙәре йүгерә башлауын, ни эшләргә белмәй китеүен тойҙом.
– Һине оҡшатып йөрөй, тип күптән әйтәм бит, – тине ниһайәт. – Һәйбәт
егет, эләктереп ал һин уны.

– Шул ғына етмәй тора ине! – Әхирәтемә үпкәләгәндәй иттем. – Уның менән
уртаҡ бер нәмәбеҙ ҙә юҡ беҙҙең, һөйләшеп ҡараныҡ бит инде…

– Шулай ҙа, ныҡышып артыңдан йөрөһә, ни эшләрһең?

– Гөлдәр, әйҙә был теманы ябайыҡ. Минең әлеге ваҡытта егеттәр тураһында
бөтөнләй уйлағым килмәй! Дамир менән ауыҙ бешкән дә еткән.

– Тимәк, Сураман менән йөрөргә уйыңда юҡ?

– Юҡ, әлбиттә! Ул миңә бөтөнләй оҡшамай.
Әхирәтем еңел тын алды. Һынаулы ҡарашын ситкә күсерҙе.

– Миңә хәҙер китергә кәрәк, үпкәләмә, йәме. Башым да ныҡ ауырта, һуңғы
арала йоҡом да туймай. Иртәгә контроль эш, әҙерләнергә кәрәк. Минең хәлде
беләһең бит, стипендиянан тороп ҡалһам, эш – хана!

– Нисек инде? Шуның өсөн саҡырҙыңмы ни мине бында? Һөйләшеп тә
өлгөрмәнек бит?!

Гөлдәрҙең күҙҙәре ысынлап та һағышлы. Һуңғы арала, курстарға йөрөйөм
тип, әхирәтемде онотоп та киттем шул. Шылтыратышһаҡ та, мин генә һөйләйем,
сөнки бер көн эсендә әллә күпме ваҡиға булып өлгөрә, һәм улар эсемде тишеп
сығып килә, кем менән дә булһа уртаҡлашҡым килә. Ә Гөлдәрҙең көндәре бер
төрлөрәк уҙа: универ-өй-универ.

– Берәй нәмә булдымы әллә?

– Атайымды тағы дауаханаға һалдылар…

Гөлдәр менән беренсе кластан бер-беребеҙҙе беләбеҙ. Һуңғы йылдарҙа
айырыуса яҡынайып киттек. Бер универға, бер факультетҡа барырға хыялланғайныҡ,
килеп сыҡманы. Былтыр Яңы йылдан һуң атаһы инсульт кисереп, бер яҡ кәүҙәһен фалиж
һуҡты. Дауханала оҙаҡ ҡына ятты. Халыҡ ысулдары менән дә дауалап ҡаранылар,
өшкөргән әбейҙәргә лә йөрөттөләр, файҙаһы аҙ тейҙе. Хәҙер уны ҡарарға айырым
кеше кәрәк. Шул арҡала Гөлдәр БДИ-ға яҡшылап әҙерләнә алманы. Документтарын
педҡа бирҙе, билдәләре буйынса шунда ғына бюджетҡа үтә ине. Түләп уҡытырға,
билдәле, әсәһенең хәленән килмәне. Бына шулай ҡапыл ғына хыялдары селпәрәмә
килде, пландары үҙгәрҙе. Хәҙер ул юғары стипендияға уҡып, әсәһенә хәленән
килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Социаль стипендия ла һәйбәт кенә сыға, спорт
буйынса ла ниндәйҙер аҡсалата түләү бар шикелле. Ҡайһы берҙә үҙемде уның янында
уңайһыҙ тоям. Бына әле лә мин ҡыуанып-ҡыуанып хәбәр һөйләйем, ә ул был мәлдә
атаһын, әсәһен ҡайғыртып, үҙен йәлләп, эстән көйөп ултыра. Уның проблемалары
минекенән күпкә етдирәк шул. Бүтән юҡ-бар һөйләп башын ҡатырмайым, тип һүҙ
бирәм үҙемә. Ләкин белеп торам, биргән антым иртәгәгә тиклем генә етәсәк,
кисерештәремде эсемдә йәшереп тота алмаясаҡмын.

Гөлдәр ҡапыл урынынан ҡалҡынды. Кемделер күреп ҡалды. Ҡул болғаны. Мин
дә шул яҡҡа боролдом: унда ауыҙ йырып Сураман килә!

– Әйҙә бында!

– Ә-ә-ә, Айлина! Күптән танышҡым килә ине һинең менән. Бая минең менән
һөйләшеп тә торманың, ҡастың. Сәләм!

– Сәләм!

Уңайһыҙланып, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Ысынлап та осраҡлы килеп
индеме ул, әллә Гөлдәр ойошторғанмы был осрашыуҙы?

– Ҡарағыҙ әле, һеҙ һөйләшеп ултыра тороғоҙ, мин хәҙер бер ергә генә
йүгереп барып киләм. Тик бер ҡайҙа ла китмәгеҙ, йәме, мине көтөгөҙ!

Гөлдәрҙең тауышы ла, хәбәре лә яһалма. Осраҡлы ғына килеп ингән булһа,
икенсе төрлөрәк ҡаршылар, икенсе төрлө хәбәрҙәр һөйләр ине. Вәт, хәйләкәр, нимә
уйлап тапҡан! Киләһе бармы инде, оҙағыраҡ ултырһындар, тиҙер.

Сураман үҙен артыҡ иркен тота. Официантҡа ла һауалы ғына заказ бирҙе.
Һорап та тормай, миңә лә нимәләрҙер алды.

Һүҙ юҡта һүҙ булһын тигән кеүек, универҙарҙы, ундағы предметтарҙы,
уҡытыусыларҙы тикшереп, сағыштырып алдыҡ. Маҡтансыҡ та икән Сураман.

– Мин, кеше кеүек, имтихан тип йонсоп йөрөмәйем. Уҡытыусыға зачетка
эсенә генә меңлектәр тығып бирәм дә – вәссәләм! Йәшәһен атай ҡарт! – тине лә
йәмһеҙ тауыш менән көлөп алды.

– Мин улай итергә оялам… атайымдан оялам. Уҡыһын тип ул минең өсөн күпме
тырышлыҡ һалған, үҫеп еткәс тә бәләмде һалыуҙан туҡтамаһам, ул нисек була
инде?!.

Шулай тинем дә аҙаҡ уйға ҡалдым. Бала тәрбиәһен
төрлө кеше төрлөсә аңлай шул. Әйтәйек, ике бала тауҙан шыуа. Береһенең атаһы
бәләкәстең торғанын, тауға үҙенең менгәнен сабыр ғына көтөп ала, бик булмаһа,
ярҙам итә. Икенсеһе бала килеп төшөү менән күтәреп ала ла тауға мендереп тә
баҫтыра. Был бит аҙаҡ та шулай буласаҡ. Балаға өйрәтә башлаһаң, уның
дөрөҫ итеп эшләүен көтөп торһаң, күпме ваҡытың уҙа, нервың бөтә, ә былай анһат
бит, тиҙ генә уның өсөн эшләнең дә – вәссәләм! Бала ла ҡәнәғәт, һин дә. Аҙаҡ
бынан нимә килеп сығырын ишәк ҡайғыртҡан. Күрәһең, Сурамандың ғаиләһендәге
тәрбиә лә ошондайыраҡ принципҡа ҡоролғандыр. Шуны дөрөҫләгәндәй, Сураман:

– Ә миңә атай үҙе бирә! – тип ҡуйҙы. – Уҡырға йөрөмәһәм дә була, эш әҙер
инде минең өсөн, уныһын да атай алдан уҡ хәстәрләп ҡуйған…

Был маҡтансыҡ менән нимә һөйләшергә? Мин, мин, тип күкрәк һуғыуҙан
башҡаны белмәй. Уны йәлләп ҡуйҙым, аҡсаһы күп булһа ла, күңеле ни тиклем һай,
ярлы уның. Ҡыҙыҡ, тағы берәй ун йылдан ул ниндәй булыр икән? Миңә уның янында
түҙеп торғоһоҙ күңелһеҙ. Ҡәҙерле ваҡытымды әрәм итеп нимә эшләп ултырам һуң әле
бында?

– Ҡара әле, миңә китергә кәрәк, Гөлдәрҙе үҙең генә көт инде. Киләм,
тигәс, килер ул, – тип урынымдан ҡалҡындым. Ул да тора һалды.

– Килмәйәсәк ул! Бая паркта күргәс, һинең менән яҡынданыраҡ танышҡым,
һөйләшкем килде. Гөлдәргә, беҙҙе осраштыр әле, тип шылтыратһам, әйҙә, кафеға
кил, Айлина хәҙер шунда бара, тине. Мин ни осоп тигәндәй килеп тә еттем. Бына
нисек барыһы ла ыңғай ғына килеп сыҡты. Минең гел шулай ул, берәй нәмә теләһәм,
үҙенән-үҙе хәл ителә лә ҡуя!..

Тағы маҡтаныу! Кешенең кем икәнлеген кейгән кейеме генә билдәләмәй шул…

– Минең яйлап ултырырға ваҡытым юҡ, ғәфү ит! – инде мөмкин тиклем
ҡорораҡ әйтергә тырышам.

– Һин миңә бик оҡшайһың! Әйҙә, иртәгә ошо ваҡытта ошонда уҡ күрешәбеҙ?
Юҡ, ресторанға саҡырам мин һине!

– Юҡ-юҡ! Минең кем менәндер осрашып йөрөргә һис кенә лә теләгем дә,
ваҡытым да юҡ…

Сураманды минең яуап аптырашта ҡалдырҙы шикелле. Күрәһең, үҙ һүҙле был
егет уның ыңғайына ғына тороуҙарға өйрәнгән.

– Нисек? – тип күҙҙәрен аҡшайтты ул. – Һин миңә оҡшайһың, тип торам бит.

– Оҡшаған кешеләр күп булыр инде ул… Ярай, мин киттем, һау бул! – тинем
дә сығып китергә ашыҡтым.

– Айлина! Беҙ һинең менән тағы күрешербеҙ әле! – тип ҡысҡырып тороп
ҡалды Сураман. Ярай әле арттан эйәреп сыҡманы. Һағыҙаҡтан нисек ҡотолорға ла
белмәҫ инем. Ә Гөлдәргә иртәгә эләгәсәк минән!

Иртән
аңҡы-тиңке килеп торҙом. Һулҡылдап башым ауырта. Кисә ручка алыштырыу буйынса отчет яҙырға өлгөрмәүем иҫемә төшкәс, тағы ла
ҡыйыныраҡ булып китте. Универға тиҙерәк барырға ла паралар араһында, күңелһеҙ
лекциялар ваҡытында яҙып ҡуйырға кәрәк. Бөгөн шуның буйынса һөйләшеү була.

Аудиторияла мине сюрприз көтә ине. Һиңә төркөм
старостаһы бирергә ҡушты, тип бер егет эренән биш рауза сәскәһе килтереп тотторҙо.
Миңә бер кемдең дә иртә менән һәм кеше аша сәскәләр бүләк иткәне юҡ ине әле.

– Кем?

– Унда хат бар, шунда яҙылған, тинеләр.

Сәйер… Сураман түгелдер ҙә инде. Сәскәләр араһына ҡыҫтырылған хатты
тартып сығарҙым. “Айлина! Кисә минең арҡала ас та, гөлләмәһеҙ ҙә ҡалдың. Ғәфү
үтенеп, һиңә үҙеңә оҡшаған сәнскеле раузаларҙы бүләк итәм. Дамир”. Был һүҙҙәрҙе
уҡығанда тын алырға ла оноттом шикелле. Эсемдән йылы ғына, йомшаҡ ҡына бер
тулҡын уҙҙы. Аҫҡа ҡасандыр миңә арнап сығарған йыр һүҙҙәрен өҫтәп ҡуйған:

Һине уйлап кисен йоҡлап китәм,

Һине уйлап күҙем асам
һәр көн иртән.

Донъя сағыу, донъя
шундай матур икән

Был донъяла һин булғанға
ғына, иркәм…

Күҙ ҡырыйы менән генә үҙен эҙләйем. Күренмәй. Туҡта, ә ниңә кеше аша
бирҙе әле? Үҙе ояламы? Ҡурҡамы? Һәм ниңә бында ул йырҙы ҡыҫтырған?! Ана,
ауылындағы һөйгәненә яҙһын ул һүҙҙәрҙе! Эсемдәге ҡыуанысым йән көйөүгә әйләнә
барғанын тойҙом. Үҙемде сит кешенең сәскәләрен тотоп торған кеүек хис итә
башланым. Уныңса, мин уларҙы шатланып ҡабул итергә тейешмендер инде? Гөлләмәне
әле бер ҡулыма тоттом, әле икенсеһенә күсерҙем. Уларҙы ни эшләтергә белмәй
торғанда, өйкөлөшкән төркөмдәштәрем араһындағы ҡыҙға күҙем төштө. Бөгөн уның
тыуған көнө бит! Шәп-шәп атлап барҙым да бөтәһен дә үҙемә ҡаратып: “Барлыҡ
төркөмдәштәр исеменән тыуған көнөң менән ҡотлайым!” – тип әлеге гөлләмәне уға
һуҙҙым. Тап шул ваҡыт ишектә Дамир күренде, барыһын да асыҡ күрҙе, ишетте. Һиңә
шул кәрәк, тигән ҡиәфәттә һауалы ғына ҡарап, эргәһенән үтеп киттем. Ғәжәп, был
юлы бер һүҙ ҙә өндәшмәне лә, төртмәне-этмәне лә. Киреһенсә, ситкә янтайып, юл
биреп тороп ҡалды.

Лекция башланғас, Ватсапҡа хәбәр килеүен белдереп, телефон пипелдәне.
Гөлдәр ниҙер яҙа. “Сәләм! Шунан, кисә нисек булды?” “Үлтерәм мин һине,
белдеңме!” – тип яҙҙым да артынан йоҙроҡло смайл ебәрҙем. “Ысын, нисек булды?
Ныҡлап таныштығыҙмы?” “Һөйләмәйем, бына!” – тип тағы смайлик аша тел күрһәттем.
Гөлдәр улай төпсөнөп ҡараны, былай һораштырҙы, әммә минән артығын белә алманы. “Әйҙә
осрашайыҡ?”– тип яҙҙы ахырҙа. “Кисәге кеүекме?” “Ярай, инде… Кисен үҙең инеп
сыға алаһыңмы?” “Ярай”. Бөгөнгө көнөм дә тығыҙ булмаҡсы, ахырыһы.

Дәрестәр һәүетемсә үтеп бара. Хатта Дамир ҙа ҡамасауламаны. Ниңәлер
кәйефе юҡ уның бөгөн. Дәрестә лә яуап бирә алмай, ыҡ-мыҡ килеп торҙо. Уның
артынса мин яуап бирҙем һәм балдарымдың һанын арттырҙым. Үҙе кеүек, йәнен
көйҙөрөп алайым әле, тип уның яғына әйләнһәм, ҡайҙалыр ситкә ҡараған да ҡатып
ҡалған. Юрамал миңә ҡарамайҙыр, тип бик иҫем китмәне.

Семинар күңелле үтте. Һәр кем үҙенең ручка алыштырыу мажараһын һөйләп
ишеттерҙе. Барыһын да миңә бөтөнләй таныш булмаған егеттәрҙең сәскә бүләк итеүе
һоҡландырҙы. Төркөмдәштәремдән: “Асыҡ күңелле, кеше менән дөрөҫ аралаша, ете ят
әҙәмдәрҙең ышанысын яулай белә”, – тигән баһа алдым. Аҙаҡ инде һәр кемдең
хатаһын һәм уңыштарын тикшерҙек, етешһеҙлектәрен әйттек, нимәләр өҫтөндә
эшләргә йүнәлеш бирҙек.

Тәнәфес ваҡытында Баязит менән икәү буфетҡа йүнәлдек. Ниңәлер уның бүтән
бер кемгә лә өндәшеп торғоһо килмәне, мин дә ҡаршы булманым. Ғәҙәттә шау-гөр
килеп торған буфетта кеше әҙ, тыныс. Беҙ тәҙрә эргәһендәге өҫтәл артына барып
ултырҙыҡ. Баязит икебеҙгә лә ваҡ бәлеш менән һут алды. Үҙем өсөн үҙем түләйем,
тиһәм дә, егет кеше, ултыр, тип кенә ҡуйҙы. Мин бындай мөнәсәбәткә
өйрәнмәгәнмен, күңелгә рәхәт тә, уңайһыҙ ҙа. Ул нимә әйтһә лә, сихырланған
кеүек, ҡаршы килә алмайым.

Баязит мине аптыратыуҙан да, һоҡландырыуҙан да туҡтамай. Отчетында
ваҡ-төйәк һөйләп ултырһа ла, икәү генә ҡалғас, бөтөнләй икенсе нәмәләр асып
һалды. Минең кеүек шаҡы-шоҡоға алышмаған ул ручкаһын. Тәүге кешеһенән үк бер рәссамдың
күргәҙмәһенә саҡырыу алған. Сәнғәт яратҡан кешегә тәҡдим итеп, уны картинаға
алышҡан. Картинаны алған әҙәм сит ил кешеһе булып сыҡҡан һәм ул Баязитты үҙе
ойошторған конференцияла ҡатнашырға саҡырған. Егет ҡыуанып ризалашҡан һәм йәнә
бер саҡырыу алыуға өлгәшкән. Был саҡырыуҙы кемгәлер, нимәгәлер алышырға
йәлләгән дә үҙенең ручкаһы менән яңынан сығып киткән. Уны китапҡа, ниндәйҙер
сувенирға һәм театрға билетҡа алыштырған.

– Нисек һинең барыһы ла еңел генә килеп сыға ул?

– тип һорайым, көнләшеүемде йәшермәй.

– Әллә тағы… – тип бер аҙ уйланып ултырҙы. Унан ҡулымды үҙенең усына
алды ла күҙҙәремә баҡты. Уның ҡарашынан тәнем зымбырҙап китте, ялҡын ялмап
алғандай булды.

– Минең был турала бер ҙә уйланғаным юҡ, әммә, моғайын, һәр ваҡыт
юғарыраҡ, ҡиммәтерәк нәмәләргә ынтылырға кәрәктер. Әйтәйек, ручканы значокка
һин һәр ваҡыт алыша алаһың. Мин үҙем генә лә һиңә уларҙы бер ус итеп биреп
ебәрер инем. Ундай еңел юлды һин һәр ваҡыт запасҡа ҡалдыр. Иң тәүҙә буй
етмәҫтәй тойолған нәмәне башҡарып ҡара. Юғарыраҡ фекер йөрөт…

Алдымда йәш кенә бер аҡыл эйәһе ултырған кеүек.
Ошо ғына ғүмерендә күпме аҡыл туплап өлгөргән ул! Бер уйлаһаң,
төркөмөбөҙҙәгеләрҙән һис тә айырылмай. Күптәр уның тураһында бер нәмә лә
белмәй. Баязит быны теләмәй ҙә шикелле. Башҡа берәйһе булһа, бәлки, ҡупырайып,
танау сөйөп, Америкала уҡып ҡайтыуына, инглиз телен камил белеүенә маҡтанып
йөрөр ине. Мәҫәлән, Сураман. Дамирҙың был курстарға йөрөмәүенә беренсе тапҡыр
үкенеп ҡуйҙым. Ул да тырыш, ныҡыш егет бит, тик үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай. Бына кемдәр
менән аралашып, кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк уға! Юҡһа, идеялары
ла, маҡсаттары ла бар, нисек тормошҡа ашырырға ғына белмәй.

Минең Баязитты тыңлағандан-тыңлағым килә, әммә тәнәфес егерме минут
ҡына, “һә” тигәнсе үтеп тә китте. Күренеп тора, уның үҙенең дә оҙағыраҡ
һөйләшеп ултырғыһы килә.

– Ниңә һин Мәскәүгә йәки башҡа берәй ергә уҡырға китмәнең? – тип күптән
ҡыҙыҡһындырған һорауымды бирҙем. Баязит көлөмһөрәп ҡуйҙы.

– Күптәр бирә миңә был һорауҙы. Сит яҡтарҙа йөрөп ҡайтҡандан һуң ни
тиклем Тыуған илемде яратҡанымды аңланым. Минең бер ҡайҙа ла киткем килмәй.
Әлбиттә, белемемде камиллаштырырға, башҡа ерҙәге тормош менән яҡындан танышырға
ситкә сығып әйләнәсәкмен, әммә ул яҡтарҙа бөтөнләйгә ҡалырға уйымда ла юҡ. Мин
бында кәрәгерәк: илемә, халҡыма хеҙмәт итергә тейешмен!..

Илһамланып, тулҡынланып һөйләне Баязит быларҙы. Ғүмер буйы
ғәжәпләндереүҙән туҡтамаҫ, ахырыһы, был кеше мине. Бер яҡтан ҡарағанда, уның
әйткәндәре башҡа һыймаҫлыҡ. Барыһы ла еңел тормошҡа ынтылғанда, шул
мөмкинлектәре менән үҙен ҡорбан итәлер кеүек. Ә икенсе яҡтан, күңелендә шул
тиклем һөйөү йөрөтә алыуы – ҡаһарманлыҡ. Шундайҙар арҡаһында тел, милләт
һаҡланып килә түгелме һуң? Их, китергә кәрәк… Ярай, тим эстән генә, был
һөйләшеүҙе дауам итер мәл булыр әле. Тора башлағас, Баязит ҡапыл ҡулымдан
тотоп, кире ултыртты.

– Тороп тор саҡ ҡына. Мин һине юҡҡа саҡырманым бында. – Оһо, тип уйлайым
эстән генә, бик етди башланы был һүҙен. – Донъяға ҡарашың, уйҙарың, хыялдарың
менән дә, үҙең дә… (был тәңгәлдә әҙерәк туҡтап алды) бик оҡшайһың миңә.
Дуҫлығыбыҙ өҙөлмәҫ, тип уйлайым һәм, ҡаршы килмәһәң, уй-ниәттәреңде тормошҡа
ашырырға хәлемдән килгәнсә ярҙам итер инем. Конференцияға саҡырыуҙың береһен
һиңә бүләк итәм.

Үҙ ҡолаҡтарыма үҙем ышанмайым. Шаяртамы? Аңларға теләп, уға текәлдем.

– Мин ысынлап әйтәм, Айлина. Һине күҙ уңында тоттом да инде уны һораған
мәлдә. Ваҡыт әллә ни күп тә түгел, тема буйынса әҙерләнә башла. Бигерәк тә
инглиз телеңде нығыт.

Күҙемдән ике бөртөк шатлыҡ йәше атылып сыҡты. Был минең өсөн иң-иң ҙур
бүләк. Әлбиттә, әҙерләнәсәкмен! Түҙмәнем, уны ҡосаҡлап алдым. Рәхмәтемде
бүтәнсә нисек еткерергә белмәнем…

Яңы тема “Ғәфү итә белеү” булды. Беҙ был
тормошта һәр ваҡыт бүтән кешеләр менән аралашып йәшәйбеҙ: туғандар, дуҫтар,
класташтар, хеҙмәттәштәр, күршеләр, таныштар һәм таныш түгелдәр… Ҡайһы ваҡыт
шулай килеп сыға: ниндәйҙер берәй хәл, ҡайһы ваҡыт юҡ ҡына нәмә арҡаһында
кемгәлер асыуланаһың, уға йәнең көйөп йөрөй башлай. Был үпкә әкренләп һинең
нервыларыңды ашарға, йөрәгеңде кимерергә тотона. Ошо мәлдә килеп тыуған
аңлашылмаусанлыҡтың нимәнән башланыуының сәбәбенә төшөнөп, үҙеңде лә, ул кешене
лә йөрәгең менән ғәфү итһәң, күңелеңдә яңынан тыныслыҡ урынлаша. Беҙҙең тренер,
әлбиттә, төрлө миҫалдар ярҙамында бик матур һәм аныҡ итеп аңлатты. Уны тыңлап
ултыра торғас, тотош тәнемде ҡайнар бер ут ялмап алды, бар донъяны ҡосоп
яратҡым килде.

Өйгә эш – ауыр һүҙ әйтеп, уйламаҫтан ғына рәнйеткән, йә иһә юҡ ҡына нәмә
өсөн дә үпкә һаҡлап йөрөгән кешеңдән (дуҫың, ата-әсәйең, туғаның, күршең,
төркөмдәшең) күҙенә ҡарап ғәфү үтенеү. Быны ишеткәс, бөтәһе лә: “У-у-у-у”, –
тип ҡалды. Ысынлап та ауыр эш. Кешене үпкәләтеүе генә бер ни тормай…

Әсәйем иҫемә килеп төштө. Ул да гел: “Бер үк кешегә асыу һаҡлап, үпкәләп
йөрөмәгеҙ. Ғәфү итә һәм ғәфү үтенә белегеҙ. Шул мәлдә күңелегеҙ ҙә, йөҙөгөҙ ҙә
яҡты булыр”, – тиер ине. Бер ваҡыт шулай ҡыҙыҡ хәл дә булғайны. Күршеләр менән
татыу ғына йәшәп килдек тә бер көн улар менән ни эшләптер байрамдарҙы бергә
үткәрмәй, ҡунаҡҡа саҡырышмай башланыҡ. Әсәйҙәребеҙ бер-береһенә үҙҙәре бешергән
тәмлекәстәрҙе лә күстәнәс итеп индереүҙән туҡтаны. Уларҙың кәйефе беҙгә,
балаларға ла күсте, беҙ ҙә бер-беребеҙҙән ситләштек, бергә уйнамай башланыҡ.
Эстән генә барыбер барыһының да элеккесә булыуын теләйбеҙ. Бала кешенең
уйлағаны телендә бит: “Әсәй, – тим бер көн. – Һин беҙгә кешеләр тураһында насар
уйламаҫҡа, үсегеп йөрөмәҫкә өйрәтәһең, ә ниңә үҙең күрше апай менән
һөйләшмәйһең?” Шул ваҡыт әсәйемдең хатта йөҙө үҙгәреп китте. Нимә тиергә белмәй
ыҡ-мыҡ килде. Унан ауыҙ эсенән нимәләрҙер мығырҙаны ла, өлкәндәр эшенә ҡыҫылмағыҙ,
тип беҙҙе бүлмәбеҙгә индереп ебәрҙе. Әсәйемдең был ҡылығын һис аңламаным. Мин
бит унан ниңә күрше апай менән һөйләшмәүе тураһында ғына һорағайным… Кисен ул
беҙҙе янына саҡырып алды ла: “Ғәфү итегеҙ, ҡыҙҙарым, күрше апайың менән әллә
ниңә үпкәләшеп йөрөйбөҙ шул… – тине беҙҙе ҡосаҡлап. – Минең унан ғәфү үтенгем
килә. Әйҙәгеҙ, магазинға барып киләйек тә үҙҙәрен ҡунаҡҡа саҡырайыҡ”. Апайым
менән ҡыуаныстан үрле-ҡырлы һикерештек. Шунда уҡ кейендек тә сығып та киттек.
Күршеләребеҙ ҙә ярашыуҙы нимәнән башларға, нисек ғәфү үтенергә белмәй
йөрөгәндәр икән. Беҙ уларҙы ҡунаҡҡа саҡырғас, шатланып риза булдылар, бер аҙҙан
әллә күпме күстәнәс ҡосаҡлап килеп тә инделәр. Ул кис иң шатлыҡлы көнөм булып
хәтеремдә ҡалды.

Был эш тураһында ишеткәс, күңелемдән үҙем рәнйеп
йә миңә үпкәләп йөрөгән кешеләрҙе барларға тотондом. Әммә, ғәжәп, күпме генә
тырышһам да, күҙ алдыма Дамирҙан башҡа бер кем килмәйсе. Ю-у-у-уҡ… Әллә
кемдәрҙең алдына барып баш эйергә ризамын, тик уға түгел!.. Үпкә һаҡларға
ярамай, тип уны ғәфү итһәм, дуҫ ҡына булайыҡ, тиеүен ҡабул итергә
тейешменме ни? Дамир күптән минең өсөн дуҫ ҡына булыуҙан туҡтаны. Элек “мөхәббәт
өсмөйөшө” тигәндәренә гел аптырай торғайным, хәҙер белдем инде мөйөшөнөң
нисегерәк осло булғанын. Был лекцияны апайым менән еҙнәм тыңлаһа, яҡшы булыр
ине. Исмаһам юҡ-бар өсөн бер-береһенә үпкәләп, аҙналар буйына һөйләшмәй
йөрөмәҫтәр ине.

Дәрес бик
файҙалы, бай йөкмәткеле булһа ла, ниңәлер элекке кеүек шау-гөр килеп сыҡманыҡ. Киреһенсә,
һәр кем үҙ уйҙарына бикләнгәйне.

Мин килгәндә Гөлдәр ашарға бешерә ине. Әсәһе өйҙә юҡ, төнгө сменаға
киткәндер. Дауаханала эшләй ул. Гөлдәргә бөгөн генә яҡшылап иғтибар иттем.
Нисектер, һурылып, тағы ла нығыраҡ ябығып киткән. Миңә иң яҡын әхирәтемдең иң
ауыр мәлдәрендә янында булмағаным, ярҙам итмәгәнем өсөн ҡапыл оят булып китте.
Үҙемсә әллә ниндәй проблемалар хәл иткән булып йөрөйөм, ә дуҫлыҡ тураһында
бөтөнләй онотоп ташлағанмын. Етмәһә, бер ҡайҙа ла барғаның юҡ, өйҙән
сығышмайһың, китапҡа текәлеп ултырып йәшлегең дә бер мәғәнәһеҙ үтеп китер әле,
тип теңкәһенә тейәм. Бына кемдән ғәфү үтенергә кәрәк! Моғайын, тыштан
белдермәһә лә, эстән генә ул да миңә үпкәләй торғандыр. “Миңә уҡыу еңел генә
бирелмәгәнен белеп тораһың бит”, – тип йыш ҡына әйткәне лә бар, мин һәр
ваҡыттағыса быға иғтибар бирмәнем. Уныһы шулай: миңә теманы аңлап алыу өсөн күҙ
йүгертеп сығыу ҙа етә, ә Гөлдәргә әллә нисә тапҡыр уҡырға, ҡайһы ерҙәрен ятлап
алырға тура килә. Бына әле тап ғәфү үтенә торған ваҡыт! Кеше үпкәләгәнен йә
үпкәләткәнен үҙе лә аңғармай ҡала шул. Кисә лә Гөлдәр мине үпкәләтер өсөн уйлап
саҡырмаған бит Сураманды кафеға. Төркөмдәшенә яҡшылыҡ эшләргә теләгән. Миңә лә
уның менән танышыу оҡшар тигәндер инде. Был турала алдан да әйткеләгәне булды
бит.

– Гөлдәр, ғәфү ит мине, йәме, – тип, иҫкә төшкән нәмәләрҙе һанай-һанай,
барыһы өсөн дә ғәфү үтендем.

Өйгә бирелгән эште нисек кенә атҡарып сығырмын икән, тип ҡурҡҡайным,
бына бит, алыҫ китергә лә кәрәкмәне.

– Айлина, һин дә мине кисәге, ну… теге Сураман өсөн ғәфү ит, йәме.
Үҙенән-үҙе килде лә сыҡты. Әллә ҡасандан, таныштыр, тип йөрөй бит инде. Һиңә
әйтергә, рөхсәтеңде һорарға тейеш инем барыбер.

Үҙе һөйләй, үҙе уңайһыҙлана, ҡайҙа ҡарарға белмәй.

– Юҡ-бар өсөн нервыңды бөтөрмә! Кисә йәнем көйгәйне, бөгөн оноттом инде!

– Ә шулай ҙа нисек булды? Нимә һөйләштегеҙ?

– Мин һинең артыңса уҡ тигәндәй сығып киттем. – Уны аптыратыуым
тураһында һөйләп, әхирәтемде лә көлдөрөп алдым.

– Шул кәрәк уға! – тип янап ҡуйҙы аҙаҡтан. – Шулай ҙа сәменә ныҡ
тейгәнһең шикелле, кис буйына “Контакт”та һине һорашып, ҡаңғыртып сыҡты.

– Ул иғтибар үҙәгендә булып өйрәнгән, – тип көлөмһөрәнем.
– Ә кисә хәстрүш кенә бер ҡыҙ уның менән дуҫлашыу түгел, һөйләшергә лә
теләмәне…

– Һиңә ул бөтөнләй ҙә оҡшамаймы ни?

– Юҡ! Миңә проблемаларын үҙ аллы хәл итеп өйрәнгән кешеләр нығыраҡ яҡын.

– Курстарың нисек бара әле һинең? Йөрөйһөңмө һаман? – Гөлдәр һүҙҙе
икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрҙе.

– Эйе! Бик оҡшай! Әле шунан ҡайтып киләм. Белһәң икән мин аралашҡан
егеттең ниндәй шәп икәнен! – Минең күҙҙәрем осҡонланып китте, янып Баязит
тураһында һөйләй башланым. Уның хаҡында көнө буйы һөйләһәм дә, ялҡмаҫ инем.

– Туҡта-туҡта, ҡыҙыҡай! – тип бүлдерҙе мине Гөлдәр. – Һин ғашиҡ
булғанһың түгелме һуң?!

– Юҡ-юҡ! Мөхәббәттең “м” хәрефе лә юҡ бында. Беҙ бергә курстарға ғына
йөрөйбөҙ, һәйбәт аралашабыҙ. Һәм ул минең иң һоҡланған кешем.

Был ысынлап та шулай. Беҙ маҡсаттарыбыҙ, ынтылыштарыбыҙ, уйҙарыбыҙ бер
булған дуҫтар ғына.

– Ә бөгөн “Ғәфү итә белеү” тигән тема буйынса һөйләштек. Өйгә эш – иң
рәнйеп, үпкәләп йөрөгән йә үҙең берәйһен үпкәләткән кешеңдән ғәфү үтенеү. Ҡайһылайтып
ҡына үтәйем инде, тип ҡайғырғайным, бына һинән ғәфү үтенеп ултырам.

– Һин мине ҡыҫтырмай тор әле, әхирәт. Беҙ һинең менән көнөнә әллә нисә
үпкәләшеп, әллә нисә ғәфү үтенешә алабыҙ. Еңел ҡотолмаҡсы булдың атыу, – тип
бармаҡ янаны. – Һөйләүҙәреңдән сығып ҡарағанда, әлеге мәлдә һиңә Дамирҙы ғәфү
итергә кәрәк…

Тағы шул Дамир!

– О-о-о-й, Гөлдәр, зинһар, иҫемә төшөрмә әле шуны! Исемен ишетеү менән
һарыуым ҡайнай башлай.

– Вәт-вәт, яҡшыға түгел был! Тимәк, сәбәптәрен асыҡларға, аңлашырға һәм
бер-берегеҙҙе ғәфү итергә кәрәк. Кемдер башларға тейеш бит?

– Ниңә шунда уҡ мин?!

– Ә кем? Һиңә кәрәк бит…

Ниндәй кәйеф менән ингәнмен, шундай уйҙар менән сығып киттем. Моғайын,
Гөлдәр хаҡлылыр. Миңә Дамирҙы ғәфү итергә һәм күңелемдән бөтөнләй һыҙып
ташларға кәрәк. Шунһыҙ һаман уны уйлап, ғазапланып, үҙемде генә бөтөрәсәкмен.
Иртәгә шәмбе, шишәмбегә тиклем берәй яйын табырға ине.

Ишекте атайым асты. Һағындырғайны, ҡосаҡлап алдым. Кухнянан тәмле еҫ
килә. Ҡыҙы уңған булғас, ашарға шулай үҙе бешерә инде, тип көлөмһөрәнем. Оят
булып китте. Атайым ҡайтыуға кисә кистән берәй нәмә бешереп тә ҡуймағанмын.
Хәйер, өйҙә булғанда атайым һәр ваҡыт ашарға үҙе әҙерләй. Мине тәмле-татлы
менән һыйлау уға ниндәйҙер бер кинәнес бирә.

Атайым әсәйебеҙ беҙҙе ҡалдырып киткәндән һуң
ҡапыл ғына ҡартайҙы, сәстәре лә күҙгә күренеп ағарҙы, уйсанланып китте. Ул
хәҙер күберәген үткәндәр менән йәшәй кеүек тойола миңә. Колхоз-совхоз
ваҡыттарын, ундағы тормошто һағынып йыш иҫенә ала. “Дарыуҙар ҡиммәт, ҡайҙа
барһаң да, танышлыҡ кәрәк, ә элек барыһы ла бушҡа ине”, – тип әсәйемдең иртә
китеүенә лә хәҙерге заманды ғәйепләй. “Уның ҡарауы, элек медицина бигерәк артта
булған, – тип мин үҙ фекеремде яҡлайым. – Теште генә ал. Теш дауалау тигән нәмә
булманы, һура ла сығара торғайнылар, тип үҙең һөйләйһең. Ә хәҙер шундай итеп
ямап ҡуялар, күренмәй ҙә, беленмәй ҙә”. Бына әле лә, эше тураһында һорашҡас: “Эшләргә
кеше ҡалманы! Пацандарҙы алалар, улары бер нәмә лә белмәй. Ҡыл да ҡыбырлатмай,
бушҡа ғына аҡса алырға теләйҙәр”, – тип зарланды ла, ә элек… тип йәнә үткәндәргә
төшөп китте. Һәр заман үҙенсә инде. Мин иһә атайымдың йәшлеге үткән ваҡытты
аңламайым да, унда йәшәргә теләмәйем дә. Ошолай ике төрлө ҡараштан килеп
тыуалыр инде атайҙар һәм балалар проблемаһы.

Йоҡлар алдынан, ғәҙәттәгесә, “Контакт”ты астым. Яңылыҡтар менән
таныштым, дуҫтарыма инеп “хәлдәрен белеп” сыҡтым. Ғәжәп, Дамирҙан бер хәбәр юҡ.

Шәмбе Дамир универға килмәне… Ғәҙәттә, ул һуңғы параға булһа ла килеп
етә торғайны. “Контакт”-ты асып ҡарайым: бөгөн иртән инеп сыҡҡан. Үҙеләй булып
бейеп торған смайликты ебәрҙем дә: “Һинең “бишле”ләреңде алып бөтәм бит!” – тип
яҙып ҡуйҙым. Оҙаҡ ваҡыт Интернетҡа инмәне, аҙаҡ, ингән хәлдә лә, минең хәбәрҙе
уҡыманы. Кисен дә уҡымағайны әле. Был әҙерәк зитыма тейҙе. Мине һанламай
маташамы әллә? Ҡара һин уны! Күҙ алдында йөрөгәндә йәнгә тейә ине, әле иһә, бер
көн күрмәнем тип, һағындым инде әллә? Уның тураһында уйламаҫҡа тырышам.

Дәрестәрҙән сыҡҡас, апайымдарға киттем. Юҡһа, һуңғы арала
шылтыратышҡаныбыҙ юҡ.

Ишек алдында тәртип, таҙа. Балалар баҡсаһынан ҡайтып ҡына торалар. Өй
эсе шау-гөр килә, күңелле. Апайымдың йөҙө яҡтырып, күҙҙәренә нур ҡунған. Әллә
ысынлап та теге ваҡыттағы һөйләшеү ярҙам итте инде?

– Ныҡлап эш эҙләй башланым әле, – тине ул минең уйҙарымды һиҙгәндәй. –
Өйҙә ултырып ялҡтым, Ильясты ҡыҙғанып арыным. Кеше араһына сыҡҡым, үҙемде әҙәм
итеп тойғом килә!

– Күптән кәрәк ине, апай! Үҙең тыңламайһың бит. Һин өйҙә генә ултырыр
өсөн тыумағанһың. Маҡсаттарға ынтылып, алға ҡарап йәшәргә кәрәк.

– Кейәүгә сыҡҡанда ғаиләне мин бөтөнләй
икенселәй күҙ алдына килтергәйнем. – Моңһоу ғына йылмайып алды. – Ә бында тап
киреһе: иреңә ашарға бешереп өлгөрт кенә, балаң менән тышта йөрө, уға китап
уҡы, бергә һүрәт төшөр, уйна, йырла-бейе. Әйләнгән һайын керҙәрен йыу, өйҙө
рәтлә. Бер минут тыныслыҡ юҡ. Дуҫтарым да минең барлыҡты онотто, бер ҡайҙа ла
барғаным юҡ… Аҡылдан яҙырмын кеүек тойолоп китә ине ваҡыты-ваҡыты менән.
Баҡтиһәң, үҙеңде йәлләмәҫкә кәрәк икән! – тип рәхәтләнеп көлөп алды. – Һәм
үҙеңде улай ҡорбанға килтерергә ярамай. Кешегә ғүмер көндәрен илап, бушҡа
үткәрер өсөн бирелмәгән икән. Мин был донъяға бәхетле булыр
өсөн килгәнмен, һәм ғүмеремде лайыҡлы итеп йәшәргә тейешмен!

– Оһо! – тим мин уға ҡарап һоҡланып. – Күп нәмәне һәм бик тиҙ аңлағанһың
һин…

– Һин күп нәмәгә күҙемде астың. Иң мөһиме, ҡуҙғытып ебәрҙең. Һин сығып
киткәс, әлеге лә баяғы үҙемде йәлләп илап ята инем, Флүрә шылтыратты. “Әллә
ниңә ҡапыл иҫемә төшөп киттең дә һөйләшеп, хәлдәреңде белешеп алғым килде.
Күптән күрешкән дә юҡ”, – ти. Беҙ бер йылдарҙа уҡыныҡ, тик ул психология факультетында.
Минең кеүек, иртә кейәүгә сыҡты ла ситтән тороп уҡыуға күсте. Әйҙә, килеп сыҡ,
тип саҡырғас, тиҙ генә йыйындым да барып та еттем. Хоҙай юҡ, тип әйтеп ҡара
инде. Ул элек тә бер аҙ кәрт һалып, күрәҙәлек итә ине, был шөғөлөн әле лә
ташламаған. Һин уның донъяһын күрһәң! Бөтөн ере ялт итеп тора. Эшенә лә өлгөрә,
балаһына ла, өйөнә лә. Шунда: “Мин булдыра алмайыммы ни?!” – тигән сәм уянды.
Ниңә мин һәр ваҡыт кемдәндер көтөп ятырға тейеш? Хыялымда ҡорған донъям
селпәрәмә килгән икән, ысынбарлыҡта үс иткән өсөн уны тағы ла яҡшыраҡ итеп
төҙөргә кәрәк.

Апайыма ҡарап, тағы ла нығыраҡ һоҡланам. Бына, кешегә бәхетле булыр өсөн
күп тә кәрәкмәй. Күңелеңә ятҡан, үҙең яратҡан эште башҡарып, шуның емештәрен
күреп һөйөнөп ултырыу үҙе бер бәхет түгелме ни? Кеше кеше менән аралашып
йәшәргә тейеш. Үҙеңә бикләндеңме, һин үҫешеүҙән туҡтайһың. Кешенең ғүмер юлында
үҫешкә илткән һуҡмаҡтар асы-лып-асылып торалыр инде, шуларҙы күрә, тап һинеке
икәнен таный белергә генә кәрәк. Әгәр һинеке түгел икәнен аңлап ҡалһаң, шунда уҡ
кире боролорға!

– Их, һиңә лә Флүрәне тыңлар кәрәк ине. Шул тиклем күңелгә үтеп инерҙәй
нәмәләр һөйләй…

Шулай инде, тип уйлайым эстән генә, юҡҡа психологка уҡымаған бит ул.
Кешене, тимәк, үтәнән-үтә күрә белә.

– Мин ошоға тиклем бөтөнләй дөрөҫ йәшәмәгәнмен. Күңелемә күпме рәнйеү
йыйғанмын! Шулар бер көн килеп мине аҡылдан яҙҙырыр ине бит инде. Ниңә мин дә
көйөүҙең нимә икәнен белмәй, шаярып-көлөп кенә йәшәй алмайым икән, тип һинән
гел көнләшә торғайным. Хәҙер аңланым: мин үҙемдең мөмкинлектәремде үҙем быуғанмын,
уларға ҡалҡырға бирмәгәнмен.

– Берәй юдарын да өйрәттеме һуң?

– Өйрәтте. Бына тотош исемлек. Ошондағы кешеләрҙең барыһын да ғәфү
итергә кәрәк.

– Уй, – тип ҡурҡып киттем был исемлек теҙмәһен күргәс, – шулай күпме ни
улар?

– Күп. Беҙ бит кеше. Йәнебеҙ бар. Үпкәләү-рәнйеү һәр кемгә хас. Был
исемлектә һин дә, атай ҙа, әсәй ҙә бар. Барыһын да ғәфү итергә кәрәк. Быға
аҙналар, айҙар үтеүе мөмкин, иң мөһиме, туҡтап ҡалмаҫҡа.

Ғәжәп, апайым да шул турала һөйләй. Кисәге
лекцияның дауамын тыңлап ултырған кеүек, ни бары лектор ғына алышынған. Миңә
лә, моғайын, бер кеше менән генә сикләнмәҫкә, апайым кеүек исемлек төҙөп алырға
кәрәктер. Һәм ул исемлектең иң башында, әлбиттә, Дамир торасаҡ. Апайым
туҡтауһыҙ һөйләне лә һөйләне. Уның һуңғы көндәрҙә йыйылған хәбәрҙәре күңеленә
һыймай.

Ҡыҙыҡ, апайымдың да тап шул мәсьәлә менән баш ҡатырыуы осраҡлы
күренешме? Юл буйы шул турала уйланым. Автобуста кеше әҙ. Артҡараҡ барып
ултырҙым, бер кем ҡамасауламай, уйлан ғына. “Хрусталь” туҡталышына еткәс, үҙем
дә аңғармай ҡалдым, ҡапыл ғына төштөм дә ҡалдым. Яҡутов паркы эргәлә генә, күл
буйында йөрөп ҡайтырға ниәтләнем. Үҙемде шулай алдаштырған булам, ә ысынында
Дамирҙы күреү ине ниәтем. Сөнки Интернетҡа әле һаман инмәй. Тигенгә түгел был,
Дамирға һис тә оҡшамаған. Бер туҡталыш араны “һә” тигәнсе үттем. Аяҡтар
үҙенән-үҙе Дамир эшләгән кафе яғына тартты. Кискә парк йәштәр менән тулған.
Бигерәк тә парлылар, балалы йәш ғаиләләр күп йөрөй. Көн матур. Тәбиғәт ҡояшлы
көндәре менән иркәләп рәхәтләндерә. Мин үҙемә ялға ваҡыт ҡалдырмайым шикелле.
Ял көндәрендә пландарымды барлап алырға кәрәк. Ҡышҡыһын, ярай, ундай хәжәт юҡ
ине, әле иһә йәй етә, матур ваҡыттарҙы эш, проблемалар менән генә үткәрге
килмәй.

Кафеға шунда уҡ
инмәнем, бәлки, үҙе күреп ҡалыр тип, күл буйына төштөм. Малайҙар балыҡ тотоп
маташа. Уларға ирмәк. Иң вайымһыҙ, матур саҡтары. Бер килеүен-килгәс, тип күлде
урап сыҡтым. Юҡ, өндәшкән кеше булманы. Ахырҙа бар ҡыйыулығымды еңеп, эскә үттем. Әммә таныш
йөҙ күренмәй. Ҡайҙа икән? Ялымы әллә?

– Нимә алаһығыҙ, һайланығыҙмы? – тип һораны һатыусы ҡыҙыҡай.

– Һеҙҙә Дамир тигән егет эшләй ине, бөгөн күренмәй түгелме?

– Эштән китте ул.

– Китте? Ә нимәгә?

– Мин ҡайҙан беләйем, – тине ул кинәт кенә, минең төпсөнөп тороуымды
яратмайынса. Тимәк, хәҙер эшләмәй... Универҙа ла булмағас, моғайын, ҡайтып
киткәндер. Кисә бик күңелһеҙ генә күренә ине, бәлки, берәйһе ауырыйҙыр.

Йоҡларға ятҡас та Дамир күҙ алдынан китмәне. Нимәнән башланды һуң барыһы
ла?..

Уҡыуҙар башланып ҡына торған саҡ. Төркөмөбөҙҙөң яртыһы ҡаланыҡы, яртыһы
ауылдарҙан килгән. Һөнәребеҙ информатикаға бәйле булғас, билдәле, егеттәребеҙ
күп кенә. Беҙ, ҡаланыҡылар, үҙ өйөбөҙҙәге кеүек йөрөгән булабыҙ, ә ситтән
килгәндәр әҙерәк ҡыйыуһыҙ, оялсан. Бигерәк тә ҡыҙҙар. Бәлки, ул ваҡытта шулай
күрергә теләгәнмендер… Араларындағы бер егеттең үҙен эре тотоуы миңә тәүҙән үк
оҡшаманы. Башҡа ауылдыҡыларҙан айырылырға тейеш түгел ине ул, минеңсә. Уға
өтөп-өтөп ҡарап алғаным хәтерҙә. Минең ҡарашҡа иғтибар итмәй ҡалманы, әлбиттә,
һыр бирмәгән булды, эре ҡыланыуын дауам итте.

Беренсе аҙнала уҡ староста һайланыҡ. Был преподтарға
кәрәк ине. Бәлки, берәйһенең теләге барҙыр, тип куратор һорағас, мин һәм әлеге
Дамир тороп баҫтыҡ. Уның минең менән бер рәттән торорға маташыуына ғәрлегем
килде. Бында ауыл тип белә микән, тип уйланым эстән генә. Ни өсөн староста
булырға теләйһегеҙ, тигән һорау яңғырағас: “Беренсенән, мин ир затынан, илемде,
ғаиләмде яҡлау-һаҡлау ҡаныма һалынған, – тип бер тынала яуапланы Дамир. –
Икенсенән, әллә нисә йыл рәттән класс старостаһы булып килдем, өсөнсөнән,
баскетбол командаһының капитаны инем һәм республика буйынса беҙҙе еңгән кеше
булманы”. Үҙен тыныс, ҡыйыу тота. Мин дә староста булып килдем, беҙҙең дә
баскетбол командаһы республика буйынса беренселекте биргәне юҡ, һәм мин дә
команда капитаны. Уның ана шул “ир затынанмын” тигән һүҙе еңеп сыҡты. Куратор
шулай тип әйтте лә: “Эйе, ғаилә башында ир кеше торғанда элек-электән тыныс,
ышаныслы булған, әле лә шуға ҡолаҡ һалайыҡ, Дамирҙы староста итеп һайларға кем
риза?” Ярты төркөмдән әҙерәге ҡул күтәрҙе. Әммә куратор быны иҫәпкә алманы, бер
тауыштан һайланды, тине лә ҡуйҙы. “Ә Айлинаны уның урынбаҫары, уң ҡулы итеп
ҡуяйыҡ. Төрлө ваҡыт була, Дамир ауырып китергә, йә башҡа берәй сәбәптәр
арҡаһында килә алмаҫҡа мөмкин”. Был минең намыҫыма тейҙе.

– Ә уның ауылдан яңы айырылып сығыуын иҫәпкә алмайһығыҙмы ни? – тинем
мин шулай ҙа. – Ҡулды ла әҙселек күтәрҙе бит.

– Беҙ бөтәбеҙ ҙә ауылдан сыҡҡанбыҙ, – шул булды кураторҙың яуабы.

Мин шулай ҙа тынысланманым, препод ишетмәҫлек итеп: “Деревенщина!” –
тинем мыҫҡыллы тауыш менән.

Әһә, бына ҡайҙан килә уның тамыры. Тимәк, мин көнләшкәнмен. Староста
итеп һайланмауым күңелдә бер төйөн булып төйнәлгән. Айыҡ аҡыл менән уйлаһаң,
Дамирҙың бында бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ. Мин үҙемә үҙем проблема яһағанмын.
Урынбаҫарлыҡтан баш тартҡас, бер ҡыҙыҡайҙы һайлап ҡуйҙылар, ләкин ни өсөндөр
Дамир булмағанда курсташтарым һорауҙары менән уға түгел, ә миңә мөрәжәғәт итте
һәм шулай үҙенән-үҙе икенсе староста урынына йөрөп алдым да киттем.

Уҡыу икебеҙгә лә еңел бирелде. Дәрестәрҙә йә ул
яуап бирә, йә мин. Сәмләнеп, ярыша-ярыша уҡый башланыҡ. Октябрь башында
факультеттар араһында “Алло, таланттар эҙләйбеҙ!” ярышы уҙҙы. Беҙҙең төркөм
ихлас ҡатнашты. Дамир менән икебеҙҙең дәрт уларға ла күстеме, һәр береһе
хәленән килгәнсә ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе. Айырым-айырым бәйләнешһеҙ
номерҙар булмаһын тип, беҙ “Йәш йөрәктәр” исемле ҡыҫҡа ғына музыкаль спектакль
әҙерләнек. Һөйгән йәрҙәр роленә Дамир менән минән дә килешкән парҙы таба
алманылар. Нисектер, беҙ бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап торҙоҡ.
Шуға күрә сценарий төҙөү тамсы ла ауырлыҡ тыуҙырманы.
Киреһенсә, беҙ уны кинәнеп яҙҙыҡ. Был сәхнә өсөн генә уйланылған түгел, ә
һөйгәнеңә еткерергә теләгән йөрәктән сыҡҡан ихлас һүҙҙәр булғандыр. Шунда мин
Дамирҙың зирәк кенә түгел, ә иғтибарлы, ярҙамсыл да икәнен күрҙем. Беҙ һәр
ваҡыт бергә йөрөй башланыҡ. Дәрестәрҙә бергә ултырабыҙ, аңламаған темаларҙы
бер-беребеҙгә аңлатабыҙ, аҙаҡ репетицияға йүгерәбеҙ, шунан һуң Салауат
майҙанына сығабыҙ. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Әммә ул ваҡытта бер нәмәгә
иғтибар итмәгәнмен: күпме бергә йөрөнөк, шул дәүерҙә үбеү түгел, исмаһам бер
генә тапҡыр ҡосаҡлап та ҡарамаған. Беҙҙең яҡынлыҡ етәкләшеп йөрөүҙән уҙманы.
Миңә уның янында шул тиклем рәхәт ине, шуға ул турала уйларға башҡа ла инеп
сыҡмаған.

Концертта беренсе урынды алдыҡ. Беҙҙе алҡыштарға күмделәр. Төркөм
исеменән кураторыбыҙ матур гөлләмә бүләк итте. Ә беҙ беренселекте
яулаясағыбыҙға тамсы ла шикләнмәй инек, шуға күрә быны тыныс ҡабул иттек. Был
миҙгелдә минән дә бәхетле кеше булмағандыр ул.

Тышҡа сыҡҡас, ғәҙәттәгесә, ҡулдарымдан һаҡ ҡына тотоп алды.

– Еңеүебеҙҙе билдәләйбеҙме? – тип бөткөһөҙ наҙ менән күҙҙәремә тултырып
ҡараны.

– Әйҙә! – тинем мин шунда уҡ. – Тик минең тынсыу, шау-шыу кафеға барғым
килмәй.

Ул ҡапыл көлөп ҡуйҙы.

– Ғәжәп! Һинең шулай тип әйтереңде белдем бит! Шуға күрә алдан хәстәрләп
ҡуйҙым.

Шунда ғына мин уның арҡаһындағы рюкзагына иғтибар иттем. Гитараһын да
аҫып алған.

– Ә был нимәгә? Йөк итеп йөрөткәнсе, ҡалдыр, – тинем уны йәлләп.

– Ә был – сюрприз!

Беҙ “Трамплин”да төшөп ҡалдыҡ. Шундай ҙур, яҫы ташҡа алып килеп баҫтырҙы
ул мине. Ҡаршымда асылған тәбиғәт хозурлығына баҡтым да өнһөҙ ҡалдым. Ҡаланың
тар, таш урамдарынан һуң ситлектән иреккә ебәрелгән ҡоштай хис иттем үҙемде
урмандар, яландар өҫтөнән осоп үткем килде. Дамир әлеге таш өҫтөнә түшәк йәйҙе,
термос менән сәй, стакандар сығарып ултыртты, ике бәлеш һәм йөҙөм емеше, алма
һалды. Йәтешләп ултырғас, ҡулына гитараһын алды.

Һине уйлап кисен йоҡлап китәм,

Һине уйлап күҙем асам һәр көн иртән.

Донъя сағыу, донъя
шундай матур икән

Был донъяла һин булғанға
ғына, иркәм.

Теләһәм-теләмәһәм дә,
һин уйымда,

Йәшәүемдең мәғәнәһе һин –
шуны беләм.

Күренмәгән сихри һөйөү
ҡылы менән

Бәйләнгәндер, ахыры,
йәнем һинең менән…

– Был йыр һинең өсөн булды…

Ә мине әлеге йыр сихри моңона сорнап алған да, ысҡындырмай.

– Рәхмәт, – ирендәремде саҡ-саҡ ҡыбырлатып әйтә алдым. – Ҡосаҡла әле
мине...

Әммә Дамир, әйтерһең, мине ишетмәне, әкрен генә әлеге йырҙы яңынан
көйләргә кереште. Ә минең күңелем наҙ, һөйөү менән тулы, уларҙы Дамир менән
бүлешкем килә. Йырлап бөткәс, гитараһын үрелеп алдым да ситкә
һалдым, тубыҡланып килеп ҡаршыһына ултырҙым, ҡулдарын алып, сикәмә терәнем.

– Шул тиклем матур йыр... – тип бышылданым. –
Теләһәм-теләмәһәм дә, һин дә һәр саҡ минең уйымда… Дамир һаҡ ҡына ҡулдарын
сикәмдән алды, унан урынынан торҙо ла ҡая ситенә барып баҫты. Ҡулдарын йәйеп: “О-һо-һо-һо-о-о-ой!”
– тип күкрәк тултырып ҡысҡырып ебәрҙе. Яралы бер тауыш менән әсенеп,

әрнеп әйтелгән кеүек яңғыраны ул.

– Айлина, кил әле яныма, – тип саҡырып алды аптырап ултырған мине. –
Айлина, миңә һинең менән шул тиклем рәхәт!.. Һәм шул тиклем үк ҡыйын да…

– Аңламаным… нимәһе ҡыйын? – Мин һағайҙым.

– Айлина, мин һине осратырмын, башымды юйып ғашиҡ булырмын тип
уйламағайным…

– Ә был насармы ни?

– Әммә беҙ дуҫ ҡына булып ҡалырға тейешбеҙ!..

– Дуҫ?..

Уның һүҙҙәре минең мейемә барып етмәй әле, сөнки башымда яңы ғына
ишеткән көй:

Күренмәгән сихри һөйөү ҡылы менән

Бәйләнгәндер,
ахыры, йәнем һинең менән…

– Эйе, дуҫ ҡына булайыҡ. Яратырға, һине бәхетһеҙ итергә минең хаҡым
юҡ!..

– Нимә һөйләйһең һин?!. Мин һинең менән дуҫ ҡына була алмайым! Хәлдән
килмәҫлек нәмә ҡушма миңә!

– Һин бит минең турала күп нәмә белмәйһең…

– Белергә лә теләмәйем! Кәрәген былай ҙа күреп йөрөйөм.

Уның һәр һүҙе йөрәгемде телеп үтә. Ниңә һөйләй Дамир уларҙы миңә?

– Хаҡың булмағас, ниңә менән үҙеңде яраттырҙың? Улай йәлләгәс, ниңә
баштан уҡ әйтмәнең?

– Мин былай булыр тип уйламаным. Тәүҙә миңә ҡарата һиндә бер ниндәй ҙә
йылы хистәр юҡ ине бит…

– Ул
яйлап яралды… Уны һүндерергә һуң инде.

– Беҙ барыбер бергә була алмайбыҙ. Әле һуң түгел, үлтер ул хистәреңде.

– Сәбәбе?! – үҙем уҫал итеп уға ҡарайым.

Дамир, әйтергәме, әйтмәҫкәме, тигән кеүек, оҙаҡ уйланып торҙо. Ахырҙа:

– Ауылда минең йөрөгән ҡыҙым бар, мин уны таш-лай алмайым, – тине башын
эйеп.

– Ҡыҙың бар? Аңламайым, ул ваҡытта ниңә минең башымды әйләндерҙең? Миңә
арнап яҙған йырың нимә аңлата? Әллә миңә түгелме ул һүҙҙәрең?

– Әлбиттә, һиңә! Минең үҙемдең хистәрем дә ысын.

Әммә ауылдағын ташлай алмайым. Беҙ тиҙҙән
өйләнешәбеҙ… Беҙҙең… Беҙҙең балабыҙ була…

Был нимә булды? Аңламаным… Икенсе ҡыҙҙы яратыуын, өйләнешеүҙәрен,
балалары булырын әйтер өсөн алып килдеме мине бында?! Тәүҙә үҙен яраттырҙы,
унан минең хистәремдән шулай оятһыҙ рәүештә мыҫҡыл итте. Ниндәй ғәйептәрем
өсөн?! “Деревенщина” өсөн үс алыуы булдымы?

– Их, һин!.. – тинем дә, күҙ йәшемә быуылып, туҡталып ҡалдым. Уның
янында бер минут та тора алманым, туҡталышҡа ҡарай йүгерҙем. Ҡайтып еткәнсе
илай-илай бер һүҙҙе ҡабатлап ҡайттым: “Күрә алмайым!”

Бына шулай мөхәббәт һәм нәфрәт уты уртаһында ҡалдым. Тәүге мәлдәрҙә
хатта йәшәгем килмәне. Дамир менән бер төркөмдә уҡымаһаҡ, улай уҡ ҡыйын булмаҫ
ине. Етмәһә, утҡа май һипкәндәй: “Һеҙгә нимә булды? Арағыҙҙан ниндәй бесәй
үтте?” – тип төпсөнәләр.

Миңә нисек тә булһа биршемәҫкә, был ҡайғымды еңеп сығырға кәрәк ине. Бер
нисә көн төшөнкөлөккә бирелеп йөрөп алдым да былай ярамай икәнен аңланым. Ярай,
яуапһыҙ һөйөү менән яраттым да, ти, ярай, уның һөйгән ҡыҙы ла бар икән, ти,
бының менән донъя бөтмәй бит әле. Һәм бәхетһеҙ мөхәббәт кисереүселәрҙең мин
беренсеһе лә, һуңғыһы ла түгел. Үҙемде ҡулға алырға ла артабан йәшәргә! Шунан
һуң үҙемә ныҡлап тотондом. Дамирҙы тормошома ғына түгел, хатта уйыма ла
индермәҫ өсөн бер генә минут та буш ваҡыт ҡалдырмаҫҡа тырыштым.

Был һөйләшеүҙән һуң Дамир үҙгәрҙе. Тәүҙәрәк ул да минең менән күҙмә-күҙ
осрашыуҙан ҡасып йөрөнө. Үҙен һәр саҡ юғарыраҡ тоторға, һауалы күренергә
тырышты, эре ҡыланды. Минең менән яҡшылап һөйләшмәне лә, шулай уҡ күҙ уңынан да
ысҡындырманы. Аҙаҡ, үҙе тәҡдим иткәнсә, дуҫ ҡына булырға яй эҙләне,
әселе-сөсөлө төртмә һүҙҙәре менән шаяртып йәнгә тейҙе. Ә “өйләнәм” тиеүе ҡоро
һүҙ генә булды шикелле. Хатта йөрөгән ҡыҙы булғанына ла шикләндем.

Дүшәмбе
универға Дамирҙы күреү теләге менән тулҡынланып, ашҡынып килдем. Әммә ул бөгөн
дә юҡ ине. Нисектер, моңһоу булып китте. Бәлки, аҙағыраҡ килер, тип үҙемде
йыуатып, лекция тыңларға әҙерләндем. Дамир дәрес аҙағына ла, иртәгәһенә лә,
иртәнән һуңына ла күренмәне. Һыуға батҡандай юҡҡа сыҡты. Берәүһе “ауылына
ҡайтып киткән”, кемеһелер “ул дауаханала ята” тине. Минең көндәр һәр
ваҡыттағыса сабып үтте: лециялар, семинар, баскетбол, дәрестәргә әҙерләнеү.
Шулар араһында Дамир онотолоп торҙо. Һуңғы көндәрҙә апайым менән йыш күрештек.
Уны хәҙер танып та булмай: бигерәк эшлекле ханымға әйләнеп китте. Кистән үк һәр
көнөн планлаштырып ҡуйғанғамы, эше лә, ялы ла бергә бара, балаһына ла ваҡыты
етә – өйөн тәртиптә тоторға ла, ашарға бешерергә лә. Уға ҡарайым да күҙем ҡыҙа.
Ни генә тимә, иң тәүҙә теләк һәм ихтыяр көсө кәрәк шул. Теләгең көслө булһа,
уны атҡарып сығырлыҡ көс тә табаһың икән.

– Флүрә әхирәтемә рәхмәттәр уҡып бөтә алмайым. Үҙ-үҙемде аңлай алмай
ҡаңғырғанда уны миңә Хоҙай үҙе ебәрҙе, быны бөтә күңелем менән тоям.

Эйе, апайымдың был һүҙҙәре менән килешәм. Әҙ генә ҡыл ҡыбырлатып
ебәрһәң, уңышҡа юл үҙенән-үҙе асылып тора икән. Әйтерһең, һинең теләгеңде бөтә
йыһан ишетә, ниндәй мөмкинлек килеп сыға, шуларҙың барыһын да һинең ҡаршыңа
ебәрә.

Мине уның кешене ғәфү итеү процесы ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Дамирҙан, унан ғына
түгел, бар ғаләмдән ғәфү үтенгем килә.

– Бер яҡтан бик ябай, икенсе яҡтан ҡатмарлы, ярайһы ғына оҙаҡҡа һуҙылған
эш ул. – Апайым минең һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. – Исемлектәге бер кешене
алам да уның менән арабыҙҙа нимә булған, бөтә ваҡ-төйәгенә тиклем күҙҙән
үткәреп сығам. Белһәң икән, ҡайһы бер ҡылыҡтар өсөн шундай оят. Барыһын да
яңынан кисереп, йөрәк ауыртып йөрөгән мәлдәр ҙә булды. Үпкә-рәнйеүҙәр,
һиҙелмәһә лә, буйтым йыйылып киткән икән шул. Тулыһынса ғәфү итер өсөн бер көн
дә етергә, шулай уҡ бер аҙна ла етмәҫкә мөмкин. Күңелеңдә был кеше һиңә әйләнеп
йылмайғансы, һиндә уға ҡарата йылы бер тойғо уянғансы дауам итәһең…

Ышанғы ла килә, әкиәт тә кеүек. Шулай ҙа, тәүҙә көлкө тойолһа ла, аҙаҡ
һынап ҡарарға булдым. Һәм, ышанырғамы, юҡмы, бер аҙна тигәндә мин Дамирҙы
тулыһынса ғәфү иттем. Хәҙер миндә уға ҡарата бер генә асыу ҙа юҡ. Йәнем дә
көймәй. Хатта күңелде гел өйкәп торған урында бер бушлыҡ барлыҡҡа килгән кеүек.
Нәфрәт тә, мөхәббәт тә түгел… Ғәмһеҙлек. Вайымһыҙлыҡ. Моғайын, үҙен әллә нисә
көн күрмәгәнгәлер. Сәйер шулай ҙа барыһы ла.

Шишәмбе мин йөрөгән курстарҙың һуңғы дәресе һәм имтихандарға тулы
әҙерлек башлана. Бөгөн дүшәмбе, ә минең иртәгәһе көндө уйлап күңелем болоҡһой.
Ундағы тренерҙар ҙа, мауыҡтырғыс дәрестәр ҙә, төркөмдәге студенттар ҙа, бигерәк
тә Баязит үлеп һағындырасаҡ, уныһы көн кеүек асыҡ. Өйгә эш “юҡ” тип әйтергә
өйрәнеү булғайны. Ялдарҙа дуҫтарым менән ҡырға шөшлөк бешерергә сығып, һис
өлгөрмәнем. Бөгөн шуны үтәп, кисен отчет төҙөп ҡуйырға кәрәк. Кем нимә һораһа
ла, үтенһә лә, көнө буйы кешене үпкәләтмәҫлек итеп кире яуап бирергә тейешмен.
Ошоға тиклем һинән ниндәй генә ярҙам һораһалар ҙа, уға мотлаҡ ярҙам итергә
тейешһең, тип уйлай торғайным. Кеше хәленә инеү – иң изге сифат, минеңсә.
Баҡтиһәң, урыны-урыны менән “юҡ” тип әйтә белеү ҙә мөһим икән. Әле һынай
башламағанмын, шулай ҙа еңел булыр һәм мин был эште атҡарып сығырмын, тип
уйлайым.

Ишектән сыҡҡас та башланды минең мажараларым! Ҡаршы фатирҙағы әбекәй!
Их, миңә ҡаршы сығырын белә инем бит, ниңә әҙерәк кенә иртәрәк китмәнем инде?!
Ана, үҙенән алда сүп һалынған моҡсайы күренде.

– Әллә китеп өлгөрҙөңмө тип торам! Рәхмәт яуғыры, әлдә һин бар әле! Юл
ыңғайы ырғытып китерһең инде, балам?

Күҙҙәремә өмөт менән баҡҡан, кәлтерҙәп тигәндәй саҡ йөрөгән әбекәйгә
нисек, юҡ, үҙең сығарып ташла, тип әйтмәк кәрәк? Моҡсайға ҡулдарымды һуҙҙым да
кире алдым. Ярамай.

– Әбекәй, бөгөн минең ҡулдарым ауырта, бына, бер нәмә лә күтәрә алмайым,
нимә тотһам да, ҡулымдан төшә лә китә. Шуға үҙебеҙҙекен дә ҡалдырҙым…

Алдашып тороуым өсөн ҡыҙарып-бүртенеп сыҡтым. Шул мәл баҫҡыстан төшөп
килгән аяҡ тауыштары ишетеп, ҡыуанып киттем. Ҡабаланып бер ағай күренде.

– Ағай, әбекәйҙең моҡсайын сүп-сар һауытына ғына ырғытып китмәҫһегеҙме
икән? – тип уға мөрәжәғәт иттем. Ә ул шундай һөмһөҙ тауыш менән:

– Мин һеҙгә ишәк түгел! – тине лә нисек килгән, шулай төшөп тә китте,
беҙҙең яҡҡа ҡарап та торманы. Мин әбей алдында оялышымдан ер тишегенә инеп китә
яҙҙым. Сығарып ташлап ҡына китһәм, ҡулым төшөп ҡала инеме ни?! Йә алдашып
өлгөрҙөм…

– Әбей, – тинем аптырағас, нимә эшләргә белмәй тыпырсынған күршемә
ҡарап. – Ҡайғырма, хәҙер моҡсайыңды минең рюкзакка бәйләйбеҙ.

Шулай иттем дә. Минең алдашҡанды һиҙҙеме, юҡмы, ул турала уйлап торорға
ваҡыт юҡ. Әгәр ярҙам итеүҙән баш тартһам, көнө буйы үҙемә урын тапмаясаҡмын.
Автобуста кеше күп кенә. Миңә тигән бер генә буш урын ҡалған икән шулай ҙа,
барып ултырҙым. Икенсе туҡталышта бала күтәргән ҡатын килеп инде лә туп-тура
минең эргәмә килеп баҫты. Мин хәҙер “юҡ” тип әйтергә тейешмен. Янымда йәш егет
музыка тыңлап килә. Уға терһәгем менән төрттөм дә ҡатын яғына ымланым, урын
бир, йәнәһе.

– Үҙең тор! – тине лә, йоҡлағанға һалышып, күҙҙәрен йомдо. Йәнә “юҡ” тип
әйтә алманым. Былай барһа, өйгә эшемде үтәй алмаясаҡмын. “Юҡ” тип әйтер өсөн
йөрәгең ниндәй булырға тейеш икән һуң?

Ә
кемдәрҙеңдер килеп сыға бит. Бынан уңайһыҙланмайҙар
ҙа… Шулай тейеш кеүек. Ә миңә нимә ҡамасаулай? Бөттө! Бынан ары нимә генә
булмаһын, бөтә нәмәнән баш тартасаҡмын! Әҙерәк нахал булырға ла өйрәнергә
кәрәк.

Корпусҡа килеп ингәс тә вахтер ҡысҡырып
туҡтатты.

– Һин өсөнсө ҡатҡа бит әле, мә, бынау хаттарҙы кафедраға индереп сыҡ
әле.

Бар көсөмдө йыйып:

– Ваҡытым юҡ, – тинем дә йүгереп менеп киттем. Быныһында “юҡ” тип әйтә
алғаныма бер яҡтан һөйөнһәм, икенсе яҡтан алдашҡанымды бар ғаләм беләлер кеүек
тойҙом үҙемде.

Аудиторияға барып индем дә бер нисә секундҡа
ҡатып ҡалдым: бөгөн Дамир килгәйне! Уны күреү шатлығынанмы, йөрәгем лепелдәп
тибергә кереште. Бер күҙ һалыуҙа уҡ ябығып, йонсоп китеүенә иғтибар иттем.
Сәсен алдырған, һис килешмәй үҙенә. Ҡул болғарға уйланым да, минең яҡҡа
ҡарамағас, үҙемде тиҙ генә ҡулға алып, беренсе рәттәге буш урынға килеп
ултырҙым. Эргәһенә барғы, хәлдәрен һорашҡы килә, әммә нимәлер тота. Ғорурлыҡмы?
Әллә уның әселе-сөсөлө һүҙҙәренән шөрләйемме?.. Икеһе лә барҙыр. Әкренләп
күңелдәге бушлыҡ әйтеп аңлатҡыһыҙ йылы хистәр менән тула барыуын тойҙом.
Түҙмәнем, артыма боролоп ҡараным. Һаман миңә иғтибар итмәгән буламы? Юҡ, күрҙе!
Йылмайҙы. Мин дә яуап итеп йылмайҙым. Шуны ғына көткәндәй, парталар аша
һикереп, минең янға ялп итеп килеп тә ултырҙы.

– Һаумы, Айлина! Үҙеңде һағынып бөттөм бит инде! Һарғайып үлә яҙҙым! –
тине ул йөрәген тотоп, уйынлы-ысынлы. – Аһ! Һин әллә мине һағынманыңмы? Шул
арала онотоп та өлгөрҙөңмө? – Ҡурҡҡан ҡиәфәт яһап, күҙҙәрен түңәрәкләндереп
миңә баҡты. Минең ни әйтеремде көтә…

– Оноторһоң һине! – тигән булдым мин дә шаяртып.
Дамир моңһоу ғына йылмайҙы ла ситкә ҡараны.

Шулай ҙа нимә булған уға? Ябығыу, сәсен
алдырыуҙан тыш тағы нимә үҙгәргән? Элекке кеүек һауалы күренеү, кәмһетергә
теләү һис һиҙелмәй. Апайымдың әйткәндәре дөрөҫ булып сыҡтымы ни? “Әгәр ихлас
ғәфү итһәң, ул кешенең дә һиңә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрәсәк, әйтерһең, һеҙҙең
арала бер ниндәй ҙә үпкә кәртәһе тормаған…”

Ҡапыл ғына етди ҡиәфәт алды.

– Айлина, лекцияларыңды күсерергә биреп тор әле?

Нимә тиергә лә белмәй аптырап ҡалдым. Уйлап та тормай дәфтәрҙәремде
сығарып һалырға риза инем был мәлдә. Әммә Дамир минең турала ни уйлар? Әҙерәк
инәлтеп алырға булдым.

– Юҡ, бирмәйем. Дәрестәргә йөрөр кәрәк ине! – Бар хәлемсә ҡаты ғына
һөйләшергә тырыштым. – Мин уларҙы һинең өсөн яҙып ултырманым.

– Ы–ы–ы–ы... Шулай икән... – тип һуҙҙы ла урынынан ҡалҡынды. Бүтәнсә бер
һүҙ өндәшмәй, һалмаҡ аҙымдар менән урынына атланы. Ғәжәп...

Тиҙ генә телефондан “Контакт”ҡа инеп, апайыма хәбәр яҙам: “Апай, һинең
психологияң ысынлап та эшләй шикелле! Яңыраҡ ҡына күрә алмаҫ хәлгә еткән кешемә
ҡарата йөрәктә йылы тойғоларҙан башҡа бер ни юҡ”. “Ә һин ышанмағайныңмы ни?..” –
артында аптырауҙы белдергән смайлик. “Ышанмағайным...” – тип дөрөҫөн яҙам. “Мин
дә ышанмайыраҡ башлағайным, хәҙер иһә йыһан көсөнә хайранмын...”

Инглиз теле дәресе минең өсөн бер яза кеүек
булды. Әллә нисә кеше “икеле” алды. Минән һорап ҡуймаһа ярар ине, тип ҡурҡып
ултырам. Инглиз телен ярайһы ғына һупалайым ул былай, әле иһә, уйҙарым әллә
ҡайҙа йөҙгәнлектән, дәрес ҡайғыһы юҡ. Ана Дамирҙы торғоҙоп, ниҙер һораны.
Билдәле, яуап бирә алманы, уҡытыусы үҙенә “икеле” сәпәне. Боролоп, уға күҙ
һалам. Ғәйепле мәктәп балаһы кеүек, башын аҫҡа эйгән. Ҡапыл ғына минең яҡҡа
ҡараны. Ҡараштар осрашты. Нимә эшләргә белмәнем дә, уңайһыҙланыуымды йәшерер өсөн, тел
күрһәттем. Йәнәһе, һиңә шул кәрәк! Йылмайып ҡына ҡуйҙы ла, минең үсекләшеүемде
яуапһыҙ ҡалдырҙы.

Препод шиғыр уҡый. “I love you” тигән һүҙҙәре ҡолаҡҡа килеп етте.
Ҡулдарым үҙенән-үҙе уларҙы дәфтәргә сыймаҡлай. Күҙ алдыма әле – Дамир, әле Баязит
баҫа. Ошолай хисләнеп ултырған хыялый мин түгел, башҡа берәйһелер кеүек.
Гөлдәрҙең: “Үҙең дә һиҙмәй ҡалырһың әле”, – тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Юҡ, был
минең хистәр теҙгенен бер аҙға бушатып алыу ғына...

Ниһайәт, дәрес бөттө. Минән һораманылар. Ура! Ишек янында Дамир ҡыуып
етте.

– Айлина! Тороп тор әле. Туҡтаным.

– Һиңә бер үтенесем бар ине.

– Ниндәй?

– Миңә инглиз телен нығытырға ярҙам ит әле.

Мин һаман үҙ ҡолаҡтарыма һәм күҙҙәремә ышанып етә алмайым. Төш кенәлер
кеүек. Бына хәҙер уянып китермен дә Дамир алдымда: “Ха! Инглиз телен белә
берәү!” – тип мыҫҡыл итеп торор... Ул инглиз телен насар белеүе өсөн тәүге
көндәрҙән үк ғәрләнә. Кеше икенсегә яҡшы ғына итеп мөрәжәғәт итә, миңә лә
әҙәмсә яуап бирергә кәрәктер.

– Айлина, күптән һинең менән һөйләшергә, аңлашырға тип йыйынам, тик бер
ҙә килеп сыҡмай ҙа ҡуя... Ғәфү ит мине барыһы өсөн дә.

Тәүҙә нимә тип яуап бирергә белмәй аптырап ҡалдым. Әммә уның ихлас
һөйләп торғанын күргәс:

– Миндә һиңә ҡарата үпкә юҡ хәҙер, һин дә мине ғәфү ит, йәме, – тип күҙҙәренә
ҡараным. Аңлағанын белдереп Дамир баш һелкте. – Ә инглиз теле тураһында аҙаҡ
һөйләшербеҙ, әлегә ваҡытым юҡ.

Дамир менән шулай тыныс һөйләшә алыуым ғәжәп. Ғәфү итеү бына ниндәй ҙур
көскә эйә!

Көнөмдөң ҡалған ваҡыты томан эсендәге кеүек. Миңә мөрәжәғәт иткән
кешеләрҙең һорауҙарының мәғәнәһенә төшөнөп тормағанғамы, барыһына ла “юҡ” тип
яуапланым. Шуны аңланым: әбекәйҙең сүп-сарын юл ыңғайы ырғытып китергә йыбанған
ир, йә автобуста йоҡлағанға һалышып ултырған егет кеүек була алмайым. Ҡулыңдан
килә һәм ваҡытың бар икән, эшлә. Әммә кемдеңдер үтенесен кире йыҡмайым тип кенә
үҙ өҫтөңә йөк алыуҙан тыйылырға кәрәк. Ниңә генә ризалаштым инде, тип икегә
ярылырҙай булып өҙгөләнеүҙең һиңә бер файҙаһы ла юҡ.

Атайымды бөгөн эшкә саҡыртҡандар. Мин ҡайтҡанда төнгө сменаға китергә
йыйынып йөрөй ине.

– Аңламайым мин был етәкселәрҙе! – тип һуҡрана үҙе туҡтауһыҙ. –
Тейешенсә эшләп йөрөгән кешеләргә яҡшылап эшләргә бирмәйҙәр, ыбыр-сыбыр
йәштәрҙе алалар ҙа, улары бармаҡ ҡыбырлатырға ла теләмәй. Түбәгә төкөрөп ятып
ҡына аҡса алғыһы килә хәҙерге балаларҙың!

– Етәкселәрегеҙгә йәштәр менән эшләүе, әлбиттә,
еңел! Улар бер ни белмәй. Яңы килгән кешегә, ғәҙәттә, әҙерәк
тә түләйҙәр. Мин дә шулайтыр инем...

– Етмәһә, һин дә шуларҙы яҡлашып тораһың!

– Ә ниңә яҡлашмаҫҡа?! Дөрөҫө шул булғас. Һәр кем булдыра алғанынса
тырыша инде.

– Башың йәш шул әле, ҡыҙым! Тормошто яңы күрә генә башланың. Хәҙер бөтөн
нәмә алдаҡҡа ҡоролғанын аңлап етмәйһең. Кешенең хеҙмәтен дөрөҫ баһалау, уны
ихтирам итеү урынына алдау юлы менән эшләүҙе генә ҡайғыртҡан замана – ул
нормаль күренеш түгел.

– Аңламаным...

– Бына, мәҫәлән, беҙҙең эште алайыҡ. Һәр ойошмалағы кеүек үк, иң ябай
эшсенән алып конторҙа, йылыла көнө буйы сәй эсеп, биҙәнеп-төҙәнеп
ултырғандарына тиклем бар. Һәм ҡара инде: көндөҙ ҙә, төндә лә, ямғыр,
ҡар-буранда ла туҡтамай бил бөккәненең эш хаҡы конторҙағыларҙан икеләтә-өсләтә
әҙ. Шул хәтлем нимә ҡыйратып ултыра һуң улар? Ниңә ябай эшсенең хеҙмәтен
күрмәйҙәр? Ниңә уларҙың елкәһендә байырға тырышалар? Ғәҙеллек юҡ барыбер беҙҙә...

Атайымдың һүҙҙәре дөрөҫ. Беҙҙә, йәштәрҙә, шуларҙың барыһын да күреп
үҫкәнгә, бәләкәйҙән икенсе төрлө ҡараш һалына. Йәнәһе, ябай эшсе булыу насар,
улар иң түбән эш хаҡы ала, уларҙы алдайҙар, һанға һуҡмайҙар. Шунан һуң
йәштәрҙең мейеһендә, нисек тә булһа ябай эшкә бармаҫҡа, тигән уй тыуа. Ябай
эшсенең абруйын күтәреп, хеҙмәтен юғары баһалап ебәрһендәр ине әле! Бөтәһе лә
шунда ағылыр ине. Ә былай...

– Атай, – тим уның хәленә инергә тырышып. – Әле һинең ялың, берәүҙең дә
һине көсләп эшләтергә хаҡы юҡ.

– Нисек сыҡмайһың инде?! Уларҙы тыңламаҫҡа мин кем?!.

Бына бында “юҡ” тип әйтергә кәрәк ине, әлбиттә. Бәлки, шул мәлдә уның да
һүҙенә ҡолаҡ һала башларҙар ине. Ана бит, йәштәрҙең иҫе китеп тормай, үҙенә
тейеш ваҡытты ғына эшләй ҙә аҙаҡ ял итә, шәхси эштәре менән була. Атайыма был
турала аңлатып ҡараһам да, мине тыңларға теләмәне. Әлеге лә баяғы, башың йәш
әле, булды яуабы. Атайым бигерәк изге күңелле кеше. Ҡаршы бер һүҙ әйтмәҫ,
олоһона ла, кесеһенә лә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Күптәр шуның менән оҫта
файҙалана. Файҙаланалар ҙа, аҙаҡ күрмәй ҙә, белмәй ҙә йөрөйҙәр. Быға атайым иҫе
китмәгәнгә һалыша, әммә күңеле төшкәне күренеп тора. Бына атайым исмаһам “юҡ”
тип әйтә белмәй торған кеше, хәҙер өйрәнмәҫ тә инде. Үҙенең йомшаҡлығынан үҙе
ғазап сигә.

Бөгөн миңә Гөлдәр килә. Атаһы ауырығаны бирле
иркенләп бер ҡайҙа сығып йөрөгәне юҡ ине уның. Тәмле итеп ҡоймаҡ ҡойҙом,
ҡарарға ҡыҙыҡлы ғына фильм әҙерләп ҡуйҙым. Һиҙеп торам: уның эсен минең дәрестә
яҙған хәбәрем ҡытыҡлап тора. Телефон аша, йә “Контакт”та яҙышып ҡына мин уға
һөйләмәйәсәгемде лә белә. Исмаһам шулай өйөнән һөйрәп сығара
алыуыма шатмын. Тышта ла йөрөп инергә мөмкин. Юҡһа, үҙем дә саф һауала һирәк
булам.

Гөлдәр менән элек тә
бер-беребеҙҙә йоҡларға ҡала торғайныҡ. Ул мәлдә төнө буйы әкиәт һөйләшеп сыҡһаҡ,
әле иһә һүҙ күберәген егеттәр тирәһендә уралды. Төн ниндәйҙер тылсым көсөнә
эйә. Ғәҙәттә, иң шәп фекерҙәр төндә тыуа, яҡшы әйберҙәр төндә яҙыла. Әйтелгән
һүҙҙәр ҙә нисектер йөрәккә тиҙерәк барып етә. Элек Гөлдәр, һөйгән кешемә генә
кейәүгә сығасаҡмын, ти торғайны, ә мин, был турала ныҡлап уйланғаным булмағас,
нимә тип яуап бирергә

белмәй инем. Әле лә шул турала һүҙ сыҡҡас:

– Мөхәббәт юҡ ул! Уны беҙ үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ, – тип философияға
төшөп китте. – Кем менән һөйләшһәм дә, күп кенә күҙәтеп тә йөрөнөм, аҙағы бер
сценарий буйынса тамамлана: өйләнешкәс тә ғишыҡ-мишыҡ бөтә, ҡатын плитә төбөнә
баҫа, ир диванға, телевизор ҡаршыһына барып ауа...

– Улай уҡ түгел инде...

– Ғаилә эсендә иң мөһиме – бер-береңде аңлау, ихтирам итеү, ә һөйөү...
барыбер үтә.

– Һин, нимә, ғүмере үтеп барған кеше кеүек һөйләп тораһың?!.

Гөлдәр фәҡәт фатирлы, аҡсалы эштә эшләгән егеткә кейәүгә сығасағын
әйткәс, хатта тәнем зымбырҙап китте.

– Юҡлыҡтан ялҡтым! – тип зарланды ул. – Минең дә әҙәмсә йәшәгем килә.
Кешесә кейенгем, аҙна һайын булмаған хәлдә лә, айына бер тапҡыр
ресторан-кафеларға йөрөгөм килә. Фитнес клубтарға яҙылыр, иң яҡшы косметика
менән генә ҡулланыр инем...

– Нишләптер һинең бөгөн көйөң юҡ, был турала икенсе берәй ваҡыт
һөйләшербеҙ.

– Их, һинең кеүек моңһоҙ була белмәйем шул. Бер нәмәгә иҫең китмәй бит!
Минең дә һинең кеүек булғым килә...

– Улай икән, һиңә, иң яҡын әхирәтемә, кәңәш итеп әйтәм: бына ошолай
илап, зарланып ултырһаң, ғүмерең буйына бәхет күрмәйәсәкһең. Минең кеүек
тормошто нисек бар, шулай ҡабул итеп, һәр минутты файҙаланып, ҡәҙерен белеп
йәшәй башлаһаң, күр ҙә тор, юлың тик уңыштарҙан ғына торасаҡ, барыһы ла һин
теләгәнсә буласаҡ!..

Мин ҡыҙып уҡ киттем хатта. Ҡыҙмаҫлыҡмы һуң?! Әҙ генә проблема килеп
тыуһа, тотоналар ҡул һәлендерергә, килеп сыҡмай, тип илауларға. Әсәйемдең
өйрәтеүе мейемә ҡанун кеүек һеңеп ҡалған икән: “Эй, ярай, башҡалар ҙа шулай
йәшәй инде, уның да хәле шулай бит, тип, булғанына күнеп, күпселеккә эйәреп
йәшәмә, ә уңышҡа өлгәшкән, алға ынтылғандарға тиңләш. Һәр ваҡыт: “Ул
булдырғанды минең хәлемдән килмәйме ни?!” – тип сәмлән...” Шулай итергә
тырышам. Бәлки, маҡсаттарға ынтылып йәшәгәнгә күрә лә бошоноп ултырырға ваҡытым
юҡтыр, гел йылмайып-көлөп кенә йөрөйөм кеүек күренәлер. Гөлдәргә апайымды
миҫалға килтерҙем.

Ундағы үҙгәреште күрһә, иҫе-аҡылы китәсәк!..

– Беләһеңме, – тип әйтеп һалды ул бер заман. –
Миңә әллә ҡасандан Сураман оҡшай...

– Ә?!.

Бына һиңә мә! Әллә яңылыш ишетәмме?

– Тәк-тәк... был турала баштан башлап һөйлә әле!

– Ә ниңә?! Һиңә генә шәп егеттәргә күҙең төшөп,
һиңә генә улар менән йөрөргә тигәнме әллә? – әхирәтем үпкәләп турһайып алды,
күҙҙәренә хатта йәштәр төйөлдө.

Быға иғтибар итмәҫкә тырышам. Атаһы ауырығаны бирле үҙенә урын тапмай
ул. Тиҙ генә ҡыҙып бара, бөтә нәмәне күңеленә яҡын ала.

– Шулай тип берәй тапҡыр әйткәнем булдымы?! Мин
һүҙ артынан кеҫәгә керә торған кеше түгел,ниндәй осраҡта ла үҙемде рәнйетергә
юл ҡуймайым.

– Миңә ул электән оҡшай. Сураман һинең менән танышҡыһы килеүен әйткәс,
күңел тыныслығым юғалды, көнләшеп хәлем бөттө. Ул тап мин эҙләгән егет! Бай
ғына ғаиләнән...

Аңлашылды... Әхирәтемдең шулай иҫәпсел икәнен белмәгәйнем.

– Әммә бигерәк һауалы, уға ярауы ҡыйын. Бәлки, борсаҡ бешкән дә булыр
ине, минең хәлде үҙең беләһең...

– Беләм. Атайым ауырый, тип үҙеңә ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай икәнен дә
беләм. Ниңә һин үҙеңде йәлләтеүгә һалыштың да киттең? Унан, ҡасандан һин
иҫәпселгә әйләндең? Бәлки, минең менән дә дуҫ булыуыңдың йәшерен берәй сере
барҙыр?

Әхирәтем үпкәләй ҙә башланы.

– Ярай, бөттө-бөттө, ғәфү ит!.. – тип яурынынан ҡосаҡлап алдым. Ул миңә
эс-серен бушатырға килгән, ә мин бында үҙемдең
кирелегем менән кәйефен төшөрөп ултырам. Ситләтеп, йомшағыраҡ әйтһәм булған да
инде!

– Сураман миңә тамсы ла оҡшамай, быны үҙең дә белеп тораһың, шуға
көнләшеп, үҙеңде-үҙең ашап йөрөмә!

Был хәбәр Гөлдәрҙең күңелен күтәрҙе.

– Һәйбәт егет тә инде? – үҙе мөлдөрәп миңә ҡарай, йылы һүҙ көтөүе
инде...

– Беләһеңме, әгәр кешене яратаһың икән, иң шаҙра, иң йәмһеҙ, иң
һөйкөмһөҙ кеше лә һинең өсөн донъяла иң матуры. Һәйбәтлеге лә шулай булалыр
инде уның... Һөйөү – һуҡыр, етешһеҙлектәрен дә, күҙеңдәге пәрҙә асылмайынса,
күрмәйһең. Шуға күрә яратылғанда – яратыл, яратҡанда – ярат. Әммә ни тиклем
күҙҙәрең тиҙерәк асыла, шул тиклем һәйбәтерәк. Кейәүгә һуҡыр килеш сығыу
һәйбәткә алып бармай...

Был да әсәйемдең һүҙҙәре. Тиҙҙән китерен белгән кеүек, ул кәңәштәре,
аҡыллы һүҙҙәре менән мине оло тормошҡа әҙерләгән икән. Шуғалыр ҙа инде мин көн
дә уның яҡынлығын, таянысын тоям.

Күрә белә тороп Сураманды, һәйбәт егет, тип
маҡтап һөйләп ултыра алмай инем, шуға күрә һәр беребеҙ үҙ фекеребеҙҙә ҡалдыҡ.
Әхирәтем хәҙер бала-саға түгел, башы бар, уйлап эшләйҙер әле. Унан, Сураман миңә
оҡшамай тигәс тә, Гөлдәр ҙә уны яратмаҫҡа тейеш тигән һүҙ түгел бит әле. Мин
үҙемдең уйҙарымды әйттем, уларҙы ҡабул итәме, юҡмы, уныһы үҙенең эше. Уның
тормошона ҡыҫылырға хаҡым юҡ.

Бер ҡайҙа ла йөрөмәйем, тип тәүҙә ҡаршылашып маташһа ла, берәй көн төнгө
клубҡа сығырға күндерҙем. Йәштәр араһында күберәк булһын, улар менән аралашһын,
заман менән бергә атлаһын. Бәлки, үҙенең мөхәббәтен осратыр һәм Сураманды
онотор...

Универға ғүмерҙә булмағанса тулҡынланып килдем
бөгөн. Иртә менән торҙом, сәстәремде бөҙрәләттем, иң матур күлдәгемде һайлап
кейҙем, биҙәнеп алдым. Итәкле Айлинаға көҙгөнән ҡарағас, бер килке күҙ өйрәнә
алмай торҙо. Күлдәк, туфлиҙы һирәк кейәм мин. Байрамдарҙа, айырым осраҡтарҙа
ғына. Ғөмүмән, мин уңайлы кейем яғында. Ҡайһы берҙә көндәр буйы аяҡ өҫтө
йөрөргә тура килә. Шундай мәлдәрҙә йөрөп ҡара һин осло тағалы туфли, ҡыҫҡа итәк
кейеп, тура ғына баҫып. Ярты көнөм бушҡа уҙыр ине, моғайын, күп эшемде эшләп
өлгөрмәҫ инем. Аудиторияға барып ингәс, бөтәһе лә аптыраясаҡ әле. Уларҙың ҡарашын күҙ алдыма килтергәс, кире салбарымды кейеп алырға ла уйлағайным, тиҙ үк был ниәтемдән кире
ҡайттым. Башҡаларҙың миндә ни эше бар, нисек теләйем, шулай кейенәм. Улар ни
әйтер икән, тип ҡурҡып ултырып булмай ҙа баһа. Әсәйем дә мине был осраҡта
хуплар ине. “Һәр ваҡыт үҙең булып ҡал. Һин үҙеңә генә тәғәйен ғүмер юлын
үтәһең, шуға күрә уны үҙең нисек күрәһең, нисек теләйһең, шулай төҙө. Күмәкләп,
бигерәк тә сит кешеләрҙе ҡыҫтырып үрелгән тормош ул инде һинеке генә түгел һәм
ғүмер буйы ҡалғандарҙың һүҙенә, уларҙың йөпләүенә мохтаж
буласаҡһың”, – тиер ине ул. Бөгөн минең
күңелем йырлай, тимәк, мин тыштан да балҡып торорға тейеш.

Кешене аптыратырға йә иғтибарын йәлеп итергә теләһәң, прическаңды үҙгәрт
икән, бик булмаһа, яңы сағыу төҫтәге кейем алып кей. Аудиторияға килеп ингәс үк
күбеһенең ҡарашын йәлеп иттем. Хатта бер аҙға бүлмә тынып торғандай тойолдо.
Мин инде, һис ни булмағандай, уларҙы хатта күрмәгәндәй, урыныма барып ултырҙым.
Кемдәрҙер комплимент әйтте, тел шартлатыусылар ҙа булды. Ни булһа ла, яңы
Айлина үҙенекен эшләне, Дамирҙың да оҙаҡ итеп ҡарап ултырыуын бөтә күҙәнәктәрем
менән тойҙом. Бер аҙҙан ул яныма килеп ултырҙы.

– Һиңә күлдәк тә, туҙҙырылған сәс тә шул тиклем килешә! – тине ул
һоҡланыуын йәшермәйенсә.

– Рәхмәт, – тинем иҫем китмәгәнгә һалышып. – Бөгөн беҙҙең курстарҙың
һуңғы көнө, әҙерәк кафела ултырып алырға һөйләшкәйнек. Ундай ергә салбар кейеп
барып булмай бит инде...

– Ну, да...

– Һинең кисә инглиз телен нығытырға уйың бар ине
шикелле, иртәгәнән бушайым, һинең менән берәр сәғәт шөғөлләнә алам, – тигән
булам аҡыллы ғына ҡиәфәт менән. Унан, һүҙ шуның менән тамам, тигәнде белдереп: –
Дәрестәрҙән һуң ваҡытын һәм урынын һөйләшербеҙ. Әлегә өйгә эштәремде ҡарап
сығаһым бар, – тип күҙҙәренә бағам. Һиҙеп торам, уның кисәнән бирле минең менән
һөйләшкеһе килә, әммә һүҙҙе нимәнән башларға, нисек ялғап алып китергә белмәй
аҙаплана. Миндәге үҙгәреш уны әҙерәк ҡаушатты, ахырыһы. Бер ни булмағандай
һөйләшә алыуыма ул ғына түгел, үҙем ғәжәпләнәм. Ә мине ундағы үҙгәреш һаман
аптырата... Эйе, уның менән нимә булғанын аңлап бөтә алмайым.

Телефоныма кемдәндер хәбәр килде. Сурамандан. Ялҡытты ул егет мине! Теге
ваҡыт кафелағы осрашыуҙан һуң һағыҙаҡ кеүек йәбеште. Йөрөп килергә саҡырһынмы,
кино-театрға барырға тәҡдим итһенме, төн уртаһына саҡлы “Контакт”та яҙһынмы. Ә
минең бушҡа ваҡыт әрәм иткем килмәй. Яратмайым да, яратасаҡ эшем дә юҡ уны. “Ниңә
яуап бирмәйһең ул? Минең һине күргем килә... Үлеп һағындым... Ҡасан осрашабыҙ?”
“Яратмайым”, – тип асыҡ әйттем бит һуң, аңларға ла теләмәй. Һәм Гөлдәр шул
кешегә кейәүгә сығырға риза... Мин үҙемде көслө, түҙемле тип һанаһам, әхирәтем
миңә ҡарағанда күпкә батыр булып сыҡты. Донъя малын әкренләп тә йыйып була, ә
арала мөхәббәт, ихтирам булмаһа?.. Бәлки, Гөлдәр яратҡан кешеһен һуңғараҡ
осратыр, шул мәлдә ни эшләр?

Сураманды “ҡара исемлек”кә тығып ҡуйҙым. Ҡаңғыртмаһын. Унан башҡа ла проблемалар етерлек.

Бөгөн һуңғы дәрес. Уйлаһаң, моңһоу булып китә. Күпме яңы дуҫтар таптым
мин унда, ғәжәп кешеләр менән таныштым, аралаштым, кеше психологияһы буйынса
күп нәмә белдем, тормошта килеп тыуа торған хәл-ваҡиғаларға ла ниндәйҙер
кимәлдә әҙерлек үттек. Миңә генә түгел, барыһына ла моңһоу ине бөгөн. Хатта
тренер-уҡытыусыларыбыҙ ҙа: “Һеҙгә өйрәнеп кенә бөткәйнек, бына айырылышырға ла
ваҡыт етте. Гел шулай...” – ти уфтанып. Дәрес-хушлашыу кеүегерәк уҙҙы бөгөнгө
көн. Һәр береһе был семинарҙан алған тәьҫораттары менән бүлеште. Уртаҡ уйлы,
уртаҡ фекерле дуҫтарың булыу шәп шулай ҙа! Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап
торабыҙ, шуға күрә ысын күңелдән кәңәштәр биреүе лә ҡыйынлыҡ тыуҙырманы, үҙ
фекерҙәреңде белдереү ҙә берәйһен үпкәләткән булһасы! Беҙ Баязит менән
ултырҙыҡ. Минең илағым килгәнен күреп, төрлөсә күңелемде күтәрергә тырыша.

– Иҫәркәй! Бер нәмә лә мәңгелек түгел. Был дәрестәр ҙә. Бер нисә йылдан
һуң бында йөрөгән кешеләрҙең күбеһен яҡшылап иҫләмәйәсәкһең дә. Ә кемдәрелер,
киреһенсә, ғүмерлек дуҫыңа әүереләсәк. Мәҫәлән... мин... Бөтә нәмәне лә нисек
бар, шулай ҡабул ит...

– Бүтәндәрҙән алда һин үҙең оноторһоң әле мине! – тип үпкәләйем мин.

Баязиттың яуабы йылмайыу ғына булды. Ул дөрөҫтө
әйтә, күбеһе менән, моғайын, тора-бара аралар йырағайыр, ә бына
Баязит менән тиҙ генә юлдар айырылмаҫ, ахырыһы. Сентябрь айындағы конференцияны
ғына алһаң да, бер аҙналыҡ сәйәхәт тора алда.

Сығыуға мине сюрприз көтә ине: сәскәләр гөлләмәһе тотоп, тупһала Дамир
баҫып тора. Бына көтөлмәгәнлек! Күреп ҡалғас та ҡыйыуһыҙ аҙымдар менән миңә
табан атланы.

– Берәйһе алып ҡасмаһын тип, ҡаршы килдем, – ул йомшаҡ ҡына шаяртып
алды. – Зинһар, был юлы ҡабул ит ошо ябай ғына гөлләмәне. Һәм, зинһар, һинең
менән һөйләшәһе һүҙ бар ине, әҙ генә булһа ла ваҡыт бүл инде...

Сәскәләрен алдым да аптырап ҡалдым. Беҙ бит кафеға инергә, Салауат Юлаев
һәйкәле янына барырға һөйләшкәйнек. Етмәһә, барыһы ла:

– Беҙҙең менән бармайһыңмы ни?

– Айлина, әйҙә инде!..

– Бүтәнсә тағы ҡасан ошолай барыбыҙ бергә осраша алабыҙ әле?! – тип
өгөтләй башланылар.

– Ишетәһеңме? – тип йылмайып ҡараным Дамир-ға. – Беҙ һинең менән иртәгә
лә күрешә алабыҙ, ә улар менән – юҡ...

– Тимәк, һин бөгөн улар менән?

– Эйе, Дамир! Бөгөн беҙҙең һуңғы көн. Бергә үткәргән ваҡыттарҙы
оҙаҡҡараҡ һуҙғыбыҙ килә.

– Ә минең менән?

– Ә һинең менән бөтә ғүмер алда әле! – тип йылмайып ҡараным уға.

– Алда, тиһеңме?.. – тип һораны ышаныр-ышанмаҫ ҡына.

Бик сәйер был Дамир бөгөн. Иртәнән алып.

– Ҡобараң осоп йөрөйһөң, әллә армияға алып китәләрме үҙеңде? Сәсеңде лә
алдырғанһың...

– Алып китһендәр ине, әллә нисә тапҡыр барып ҡайтырға ла риза булыр
инем...

Иптәштәрем китергә ашыҡмай, мине көтәләр. Нисектер, семинарҙыҡылар менән
баштан уҡ шулай өймәкләшеп бергә йөрөргә күнеккәнбеҙ. Бигерәк тә Баязит
түҙемһеҙләнә.

– Дамир, рәхмәт сәскәңә, әммә мин төркөмдән айырылмайым. Был донъяла
ваҡыт былай ҙа бик аҙ...

– Ваҡыт аҙ, тиһеңме? – уны минең һүҙҙәр һиҫкәндереп ебәргәндәй булды. –
Ысынлап та аҙ шул...

“Наркотик менән булыша башламағандыр ул?” – тигән уй тыуҙы ниңәлер.
Иҫерек кеше кеүексе. Күҙҙәре лә икенсе, элекке кеүек йылтырап янып тормайҙар.

– Айлина, әйҙә атыу иртәгә күрешәйек?

– Иртәгә универҙа һөйләшербеҙ.

Артымдан күҙ ҡарашы менән оҙатып ҡалыуын тойҙом. Бик сәйер был... Бында
психология ғынамы икән? Әммә был турала баш ватырға әле ваҡыт юҡ.

Дуҫтарым менән беҙ Ағиҙел ярына тиклем төштөк.
Көн кисләне, ә барыбер йылы әле. Йәй эҫе килмәксе, буғай. Аҙна һайын булмаһа
ла, айына бер тапҡыр осрашып торорға тип килешеп айырылыштыҡ. Баязит мине
туҡталышҡа тиклем оҙата килде. Күберәген киләсәк тураһында
хыялландыҡ. Нимә генә уйлаһаҡ та, икебеҙҙеке лә бер тирәлә урала булып сыҡты.
Шуғалырмы һис тә айырылышырға теләк юҡ, хыял диңгеҙендә оҙағыраҡ йөҙгө килә.
Баязиттың янында үҙемде ышаныслы тойҙом, ул минең өсөн ел-дауылдан ышыҡлап
торған диуар кеүек. Ҡыҙыҡ, Дамир янында үҙемде улай уҡ ышаныслы тоймайым
түгелме? Киреһенсә, билдәһеҙлек, икеләнеү генә биләп ала күңелемде.

Сәскәләр ҡосаҡлап, ауыҙым йырылған килеш автобусҡа килеп инеүгә, барыһы
ла миңә текәлде. Хәйер, мине генә түгел, барыһын да шулай күҙҙән үткәреп индерәләр
икән. Аҙаҡ мин үҙем дә ишек асылған һайын килеп ингән кешеләрҙе күҙәтеүемде
һиҙеп ҡалдым. Һәр кем үҙенсә һығымта яһағас, мине оноттолар, автобус эсе умарта
кеүек геүләргә тотондо. Күбеһе йәштәр булғанғамы, бөтәһенең дә күңеле көр. Ә
минең һөйләшер кешем булмағас, иң алдағы буш урынға барып ултырҙым да бөгөнгө
ваҡиғаларҙы күҙҙән үткәрергә тотондом.

Иртә менән телефон
шылтырауы уятты. Бөгөн беҙҙең беренсе пара булмағас, әҙерәк йоҡларға ниәт бар ине, кисә ныҡ ҡына арылғайны ла. Башымды
саҡ яҫтыҡтан айырҙым. Гөлдәр икән.

– Алло! Нимә таң менән уятаһың?

– Һин йоҡлап ятаһыңмы ни? Дәрескә бармайһыңмы әллә?

– Барам, – тим иҫнәй-иҫнәй. – Икенсе параға. Ә ни булды?

– Мин аяғымды һындырҙым шикелле... Яҡында түгелһеңме икән тигәйнем.

– Нишләттең һуң? Һин әле ҡайҙа?

– Йәнәһе, уҡырға ҡабаланып китеп бара берәү. Бардюрға тағам эләкте лә,
ҡоламайым тип, яҙа баҫтым. Хәҙер аяғыма баҫа алмай ултырам. Өйҙән алыҫ китеп
өлгөрмәнем.

– Көт, хәҙер барып етәм.

Яҙа-йоҙа йыуынып, кейендем дә сығып йүгерҙем. Ярай әле Гөлдәрҙәр беҙҙән
алыҫ йәшәмәй. Шуға ла миңә шылтыратҡандыр инде.

– Хәйерсегә ел ҡаршы, бөгөн беҙҙең ике предметтан контрольныйҙы
тикшерәләр, хәҙер ҡалайтам инде? – тип иламһырап ҡаршыланы Гөл-дәр. – Кисә төнө
буйы әҙерләнеп, бөгөн дәртләнеп китеп бара инем бит...

– Бәлә аяҡ аҫтында шул...

Әхирәтемде бындай хәлдә ҡалдырып булмай, өйөндә ташлап китеү ҙә шәп
түгел.

– Әйҙә травмпунктҡа! – тим бер ни булмағандай күтәренке тауыш менән.
Унан көлөп өҫтәп ҡуйҙым: – Гипс һалып та ҡайтарһалар, беҙ имтихан биргәндә рәхәтләнеп
ял итәһең инде...

– Аллам һаҡлаһын, тиген! Ә һиңә уҡырға барырға кәрәкмәйме?

– Кәрәк тә ул... Ярай, өлгөрөрмөн әле.

Миңә тотоноп бер аҙ атлап барһа ла, автобусҡа ултыра алмаясағы көн кеүек
асыҡ. Ахырҙа такси саҡырттыҡ.

Травмпунктта кеше күп. Кемеһе аяғын
йәрәхәтләгән, кемеһе – ҡулын.

– Һин бар инде, дәресеңә кит, такси менән берәй
нисек ҡайтып етермен әле, – тип ҡараһа ла, ташлап китергә намыҫым етмәне. Бөгөн бер генә пара, уныһы ла еңел предмет.

Телефонға смс килде. “Айлина, һин ҡайҙа?” – тип яҙа Дамир. Беҙ бит уның
менән күрешеп, һөйләшергә тейеш инек. “Мин бөгөн килмәйем” – тигән яуап
ебәрҙем. “Нимә булды?” Смс аша аңлата ашлаһаң, оҙаҡҡа китә, унан, мин уға нимә
эшләп йөрөүем буйынса отчет бирергә тейеш түгелмен дә баһа! “Эшем бар”. “Эшең
ҡасан бөтә? Нисәлә һәм ҡайҙа осрашабыҙ?” “Иртәгә”. Улай ныҡышҡас, һөйләшә
торған һүҙе етдилер. Тик ниңәлер күрешмәҫкә сәбәптәре сығып ҡына тора. Быға бер
яҡтан һөйөндөм генә. Ғәфү итһәм дә, күңелдә асыу ҡалманы тиһәм дә, икәүҙән-икәү
ҡалыуҙан шөрләңкерәйем.

– Кем менән яҙышаһың? – Гөлдәргә ҡыҙыҡ булып китте, ахыры.

– Дамир яҙа. Ҡасан киләһең, тип һорай. Бөгөн беҙ уның менән осрашырға
тейеш инек.

– Мин дә һиңә, бар, тием бит, универыңа. Бая ни эшләргә белмәй аптырап,
һиңә шылтыратҡайным, хәҙер шуға үкенеп ултырам, минең арҡала дәрестәрең ҡала.

– Ҡыҙыҡҡынаһың, ошондай ҡиәфәттә китеп бармайым да инде дәрескә!

Сәсемде арттан резинка менән генә бәйләп ҡуйғанмын, өҫтөмдә лә спорт
костюмы. Ҡабаланып, ҡулыма нимә эләкте, шуны кейеп сығып йүгергәйнем.

– Дә-ә-ә, был кейемдәрең менән ысынлап та әҙәм араһына сыға алмайһың
шул...

Дамир шылтыратырға тотондо. Бик һөйләшкем килһә лә, телефонды алманым. “Айлина,
зинһар, бөгөн осрашайыҡ әле. Миңә һинең менән һөйләшергә кәрәк! Ҡасан һәм ҡайҙа
икәнен яҙмаһаң, бөгөн кисен өйөгөҙгә киләм...” Оҙаҡ ҡына уйлап ултырғандан һуң:
“Ярай. 19.00. Яҡутов паркы. Күл буйында”, – тип яҙып ебәрҙем. “ОК! Көтәм”.

Бер йыл уҡып өлгөрһәк тә, Дамир тураһында бик аҙ беләм. Бәлки,
ятаҡтыҡылар менән әллә ни аралашмағанғалыр. Улар үҙҙәре айырым бер донъя. Һәм
беҙгә, ҡаланыҡыларға, ҡарағанда күпкә татыуҙар. Бер-береһен яҡлашып, ярҙам
итеп, бер ғаилә балалары кеүек йәшәйҙәр. Уларға ҡарап хатта көнләшеп тә ҡуям.
Һәм улар нисектер эскерһеҙҙәр, хәйләһеҙҙәр, дәртлерәктәр. Атайымдың йыш иҫкә
алыуынан, ятаҡ тормошо менән яҡшы таныш мин. Үҙем дә ятаҡта тыуғанмын, өс йәшкә
тиклем шунда үҫкәнмен. Хәтеремдә генә бер нәмә лә тороп ҡалмаған.

Гөлдәрҙең бәхетенә, аяғының тарамыштары тартылған булып сыҡты. Был аяҡ
һыныуҙан бер ҙә кәм түгел, тигән уға травмотолог һәм ниндәйҙер “импортлы” гипс
һалған. Гөлдәрҙең кәйефе тамам бөтөп килеп сыҡты. Әйтерһең, бында мин ғәйепле,
тырт-мырт һөйләшә.

– Юҡҡа көйәһең, – тим уны йыуатырға тырышып. – Тарамыштары ғына өҙөлөүгә
ҡыуан! Һин бит ғүмерлеккә ғәриптәр коляскаһына ултырмағанһың, бер-ике аҙнанан
йүгереп йөрөйәсәкһең...

– Әйтеүе рәхәт инде ул! – тип үпкәләне Гөлдәр. – Үҙеңә гипс һалһалар,
нимә эшләр инең икән? Ҡыуанып ултырыр инеңме?

– Ҡыйын булыр ине, әлбиттә, әммә ни хәл итәһең? Булған – бөткән. Шуға,
илап ултырғансы, нисек бар, шулай ҡабул итер инем. Ултырып эшләй торған эштәрҙе
тамамларға, ныҡлап ҡына имтихандарға әҙерләнергә шәп та баһа. Имтихан биргән
көндө такси саҡырырға мөмкин...

– Таксиһы ла ҡиммәт бит әле уның, – тип уфтанды ул бер аҙ йомшара төшөп.

Миңә аяҡһыҙ ҡалған әхирәтем шул тиклем йәл, тик нисек кенә ярҙам итәйем
икән һуң? Шуны һиҙеп торғандай, Гөлдәр:

– Ҡара әле, Сурамандың машинаһы бар ҙа инде! Мине үҙе менән йөрөтмәҫме
икән, ә? – тип, батып барғанда һаламға тотоноп ҡыуанғандай, миңә ҡараны.

– Белмәйем... Төркөмдәшең бит, һөйләшеп ҡара һуң...

Мәңге йәшәрҙәй булып йөрөһәк тә, ауырыу һорап тормай, уйламаған ерҙә
йыға ла һала шул. Ул ваҡытта инде һиңә байлыҡ та, бүтәне лә кәрәкмәй, һаулыҡ
тураһында ғына ҡайғыртаһың.

– Ҡарале, Айлина, һөйләшеп ҡарайһыңмы әллә? Һине тыңлаясаҡ ул.

Бәлки, тыңлата ла алыр инем, әммә уның был ниәте күңелемә ятмай.
Үпкәләтеп ҡуйыуҙан ҡурҡып, бер килке һүҙҙәр таба алмай торҙом. Шулай ҙа тураһын
әйттем:

– Юҡ, Гөлдәр, мин һинең был үтенесеңде үтәй алмайым. Был һиңә кәрәк,
үҙең һөйләш.

Бөгөн көнөм әллә нисек башланды. Гөлдәр аяғын ауырттырҙы. Шул арҡала
дәрестәрҙе ҡалдырҙым, Дамир менән осраша алманым. Унан һуң төркөмдәштәрем
киноға саҡырып яҙҙы. Был юлы ла баш тартырға тура килде.

Күңелдә тәүге ваҡыттағы кеүек баш юғалтырлыҡ тойғо булмаһа ла, Дамир
менән күрешеү минуттарын тулҡынланып көтөп алдым. Ни тиһәң дә, мин уны ысын
күңелдән яратҡайным. Тәүге һөйөүем. Яуапһыҙ һәм онотолмаҫ мөхәббәтем. “Һөймәгәнгә
һөйкәлмә” тиҙәр. “Яратҡан ҡыҙым бар. Балабыҙ була...” – имеш. Тәүҙә хатта
ышанып та ҡуйғайным бит! Ә был ни бары үҙенән биҙҙерер өсөн генә әйтелгән
һүҙҙәр булған...

Әле шул тиклем нимәгә күргеһе килә икән?..

Тәүҙә күлдәктәремде сығарып һалдым. Ҡайһыһын кейеп ҡараһам да, бармай
кеүек. Итәк-кофталарымды ла килештермәнем. Берәй сәғәт кенә һайлағанмындыр,
ахырҙа салбарымды кейеп алдым. Шулай ғәҙәттәгесә булыр.

Ул мине күл буйында көтә ине инде. Күреп ҡалғас,
йылмайып ҡаршы килде. Нисектер тауыш-тынһыҙ ғына күрештек. Ҡултыҡлап
алды ла күл буйлап әкрен генә атлап киттек. Мин уның һүҙ башлауын көттөм, ә ул
ни тип әйтергә белмәй аҙапланды.

– Бөгөн мин бер йыр яҙҙым... – тине ул беҙ көн дә ошо турала һөйләшеп,
фекер алышып йөрөгәндәй.

– Һәйбәт булған. – Йылмаймай булдыра алманым.

– Ул йырымды һиңә арнаным. Бына тыңла, – тип шым ғына көйләй башланы:


Иң татлы һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был
донъяла бәхетле мин.

Был тормошҡа бәйләүсем һин, йәшәү көсөм,

Был һуңғы хат – йәнем йыры – һинең өсөн.

Ғүмер юлын берәү ҙә бит үлсәй алмай,

Был донъяла бер кем мәңгелеккә ҡалмай.

Китһәм дә мин, йырым
ҡалыр, һуңғы йырым,

Бар донъяны һыҡрандырыр
һөйөү ҡылы....


Өнһөҙ ҡалдым. Аһ, моңо ла, һүҙҙәре лә йөрәгемде уртаға телеп уҙғандай
булды!

– Дамир, ниндәй йыр был? – Түҙмәнем, һораным. – Ток үткәндәй, бөтә
тәнемде зымбырҙатты.

– Ҡурҡыттыммы әллә йырым менән? Ярай, иғтибар итмә, һиңә арнап яҙған
йырҙарым күп минең, икенсеһен тыңла:

Һаман һине уйлап кисен йоҡлап китәм,

Һине уйлап күҙем асам һәр көн иртән...

Ҡапыл күҙ алдыма тауҙағы яҫы таш, беҙҙең һуңғы һөйләшеү килеп баҫты. Был
йырҙы мин артабан тыныс ҡына тыңлай алманым. “Туҡта!” – тип ҡолаҡтарымды
баҫтым. Дамир шунда уҡ барыһын да аңланы, ғәфү ит, тип башын эйҙе.

– Айлина, мин һинән күптән ғәфү үтенергә йыйынам, тик... килеп сыҡмай ҙа
ҡуя...

Мин өндәшмәйем. Үҙем тын алырға ла ҡурҡып, артабан нимә тиерен көтәм.

– Мин һиңә ошоға тиклем ауыр һүҙҙәр әйткәнмен, рәнйеткәнмен икән,
уларҙың барыһы ла шаяртып ҡына...

– Шаяртыу алымдарың сәйер икән...

– Эйе, аңлайым, ҡаты, үҙәккә үтерлек итеп әйткән саҡтарым булды. Уларҙың
барыһы өсөн дә ныҡ үкенәм. Ғәфү ит мине, Айлина!

Ҡапыл туҡтап, күҙҙәремә тура ҡараны. Ә унда әллә күпме һағыш, әсенеү,
һөйөү, наҙ күрҙем мин. Эскерһеҙ, ихлас кеше генә шулай ҡарай алалыр. “Эйе” лә, “юҡ”
та тимәнем, ҡулдарымды ғына уның усынан тартып алдым да күлгә ҡарап баҫтым. Ни
эшләптер илағым килә, шуны һиҙҙереүҙән ҡурҡтым. Телемә әле генә көйләгән йыр
һүҙҙәре килде:

Иң татлы һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был
донъяла бәхетле мин...

– Зинһар, әйҙә үпкәләшмәйек! Бик мөһим был минең өсөн.

Бер ни өндәшмәй, юлымды дауам иттем. Дамир артымдан эйәрҙе. Күлде урап
сыҡтыҡ та икенсегә киттек. Һүҙ әкренләп уҡыу, имтихандар, төркөмдәштәргә күсте.
Миңә шулай еңелерәк ине. Үҙебеҙҙең мөнәсәбәттәргә ҡағылыу нисектер ауыр.

– Айлина, һин әйтмәнең, – тип ҡапыл ғына беләгемдән тотоп, үҙенә ҡаратып
баҫтырҙы Дамир. – Үпкәләшмәйбеҙме? Элекке кеүек үк дуҫбыҙмы?

– Уныһын белмәйем, бер төркөмдә уҡығас, көн дә күрешергә, аралашырға
тура килә инде, – тинем уға тура ҡарап.

– Һин минең менән һөйләшерһеңме? Минән ҡасмаҫһыңмы?

– Юҡ. Инглиз телен нығытаһыбыҙ бар бит әле. Быны
әйткәс, икеләнеп ҡалдым. Бәлки, ул уйынан күптән ҡайтҡандыр?
Шуға:

– Әгәр кире уйламаған булһаң? – тип өҫтәнем.

– Юҡ, юҡ! Мин иртәгәнән шөғөлләнергә риза. Һин генә янымда бул... – Унан
шым, баҙнатһыҙ ғына тауыш менән: – Мин һиңә һүҙ бирәм: тамсы ла ауыр һүҙ
әйтмәйәсәкмен һәм бармаҡ менән дә ҡағылмаясаҡмын! Бер ниндәй ғишыҡ-мишыҡ менән
башыңды ҡатырмаясаҡмын...

Уның был һүҙҙәренә ғәжәпләнеп ҡуйҙым, әммә бер ни ҙә өндәшмәнем. Өйөмә
тиклем оҙатып ҡуйырға иҫәбе бар ине, ризалашманым, туҡталышҡа ҡәҙәр килгәне лә
еткән.

Инглиз теленән дәрестәрҙән һуң ҡалып шөғөлләнергә булдыҡ. Етди генә
тотонһам да, Дамир өйҙә һүҙҙәрҙе ҡабатламайынса килә, күп ваҡыт мине бөтөнләй
тыңлап ултырмауы һәм шул арҡала бер нәмә лә аңламай ҡалыуы асыҡлана. Бер нисә
тапҡыр йылға буйына сығып, саф һауала шөғөлләндек, һөйләшеү дәресе тип паркта
йөрөнөк. Дамирға, әйтерһең, инглиз теле бөтөнләй кәрәкмәй. Әйткән һүҙендә
торҙо: мине хатта һынар өсөн булһа ла ҡосаҡлап та ҡараманы. Сәйер барыбер.
Әйләнгән һайын үҙе, беҙ дуҫ, тип ҡабатлай. Ә мин күңелдә элекке хистәрҙең
яңынан тоҡаныуын һиҙәм. “Минең дуҫ ҡына булғым килмәй!” – тип, ҡайһы берҙә
күкрәген төйгөсләгем килә. Үҙенең хистәре лә күптән дуҫ булыуҙан уҙғанын
йөрәгем менән тоям. Был турала Гөлдәр менән дә, апайым менән дә һөйләшеп
ҡараным, берәй йүнле кәңәш бирерҙәр йә аңлатырҙар тип көттөм. Икеһе лә килешеп
ҡуйғандай: “Ә һин был турала асыҡтан-асыҡ үҙенән һора”, – тип кәңәш итте. Эйе,
ниңә минең менән ныҡ итеп дуҫ ҡына булырға теләүен һорашырға, асыҡлыҡ индереп
ҡуйырға кәрәк. Их, әсәйем булһын ине янымда. Хәҙерге ваҡытта ул миңә шул тиклем
етмәй. Кәңәш тә бирмәһен, мине хатта тыңламаһын да, башымдан бер һыйпап яратыуы
ғына ла тынысландырыр, көс бирер ине. Ә атай... атай инде. Эске донъямды,
тойғоларымды барыбер ҙә әсәйем нығыраҡ аңлар ине. Әле, ана, атайым компьютерҙа
нимәлер ҡарап ултыра.

– Апайың “права”ға уҡырға йыйына. Автомәктәп эҙләш әле, ти. Һиңә лә
ҡамасауламаҫ ине, ә?

Апайым? “Права”ға? Бына һиңә яңылыҡ исмаһам! Был
турала миңә өндәшмәгәйне бит әле...

– Машина аламы ни? Әллә былай, ҡыҙыҡ өсөн генә уҡыймы?

– Алырға уйы бар. Әҙерәк ярҙам итеп ебәрергә тура килер инде.

– Уҡырмын, атай, тик әле түгел. Мин автобуста ла һәйбәт йөрөйөм.

– Ну, үҙең ҡара, әгәр теләгең булһа, икегеҙгә лә түләрмен, бер ваҡытта
уҡырһығыҙ.

Миңә, ысынлап та, әле “права” ҡайғыһы түгел. Унан, әйтеүем бар: уҡыйым
икән, артынса машина алам. Йә тәүҙә машина алам да шунда уҡ уҡырға барам. Хәҙер
иһә атайымдың аҡсаһын елгә осороу ғына буласаҡ. Йөрөмәгәс, онотоласаҡ, ә аҙаҡ,
рулгә ултырам тиһәм, барыһын да яңынан иҫкә төшөрөү өсөн түләүле курстар алырға
тура киләсәк. Ә бына апайым мине ғәжәпләндереүҙән туҡтамай. Маладис, башҡаса
нимә тиһең инде? Минең, киреһенсә, һуңғы арала эштәрем бик үк алға бармаған
кеүек. Күңелгә бер шом инеп оялап алды ла шул тыныслыҡ бирмәй. Көнөмдө
планлаштырыуҙан да туҡтаным, дуҫтарым менән күрешергә лә ваҡытым ҡалмай ҙа ҡуя,
ни өйҙә етешә алмайым. Йыйнаҡлыҡ юғалды. Үҙем менән нимә булғанын аңламайым.
Тарҡаулығыма үҙемә үҙемдең йәнем көйә. Мөхәббәт ҡанатландырып, дәртләндереп
ебәрергә тейеш ине лә баһа! Хәйер, беҙҙең мөнәсәбәтте мөхәббәт тип атап буламы
ни? Бөтә мәсьәлә лә тап ошонда түгелме икән? Дамир көнө буйы янымдан китмәй тип
әйтерлек. Дәрестәрҙә ауыр темаларҙы бер-беребеҙгә аңлатабыҙ, студенттар өсөн
йәшәп килгән программалар менән танышабыҙ, киләсәк, магистратураны ҡайҙа уҡыу
тураһында һөйләшәбеҙ, сит илдәрҙәге стажировкаларҙы эҙләйбеҙ. Дөрөҫөрәге, мин
һөйләйем, мин ҡыҙыҡһынам, эҙләйем, ул ярҙам ғына итә. Үҙе өсөн бакалаврҙы
бөткәс кенә ҡайғыртырға уйлай. Ваҡытты бергә күңелле итеп үткәрәбеҙ, әммә
ҡайтҡас, күңелде үлтергес һағыш биләп ала. Ултырып үкереп-үкереп илағым килә.
Шундай мәлдәрҙә Баязит иҫемә төшә. Уның менән һөйләшеү бөтөнләй икенсе төрлө
шул. Ул кешене ҡанатландыра белә. Ғөмүмән, һине үтәнән-үтә күреп тора. Үҙемә,
хыялдарыма, маҡсаттарыма хыянат итәм түгелме? Былай мин тиҙҙән әкренләп кенә
артҡа тәгәрәй башлаясаҡмын, шуны һиҙәм. Тормошом бер урында ҡатып ҡалғандай.
Хыял диңгеҙендә мәғәнәһеҙ йөҙөүҙән туҡтап, ергә төшөргә кәрәк.

Бөгөн
беҙҙең бер генә пара булырға тейеш ине, уныһын да икенсе көнгә күсергәндәр.
Рәхәт! Шуға күрә уянғас та оҙаҡ ҡына торғом килмәй яттым. Уй-фекерҙәремде яйға
һалып, пландарымды ҡараштырып алырға кәрәк. Блокнотымды алдым. Ғәҙәттә, мин
әҙ-әҙләп көн дә берәй эшемде эшләп барырға тырышам. Мәҫәлән, дүшәмбе китап
шкафын йүнәтеп, һөртөп алам, шишәмбегә һыуытҡыс яҙылған. Шәмбелә – һауыт-һаба
шкафы. Кесаҙна йыуыныу бүлмәһен һөртөп, тәртипкә килтереү... Шулай эшләгәндә өй
таҙа була. Ялдарҙы әҙәмсә үткәрергә ваҡыт ҡала. Һуңғы арала быларҙың бер
нәмәһен дә эшләгәнем юҡ. Аһ, Дамир, иңдәремә ҡанат ҡуйыр урынға булғанын да
һындыраһың да ҡуяһың. Былай ярамай, ысынлап та, арабыҙға асыҡлыҡ индерергә
кәрәк. “Бөгөн күл буйында күрешәбеҙме?” – тип яҙып ебәрҙем. Яуап шунда уҡ
килде: “Әйҙә! Тик кискәрәк, йәме”. Кискә икән, кискә, минең дә әле эштәрем бар.

Әммә эштәремде башларға ла өлгөрмәй ҡалдым, апайым килеп инде. Уның
күҙҙәренән нур һибелә, үҙ-үҙен тотошонан дәрт бөркөлөп тора. Уға ҡарап көнләшеп
ҡуйҙым. Ысынлап та, миңә лә йәһәтерәк элекке Айлинаға кире ҡайтырға кәрәк.

– Айлина, тиҙ генә сәй ҡуй, асыҡтым. Хәҙер вождениеға йүгерәм,
өлгөрмәйем атыу.

Алып килгән тәм-томон өҫтәл тултырып теҙеп тә ҡуйҙы.

– Шунан, апай, хәлдәр нисек? Нимәләр менән булаһың? Һуңғы арала
күренгәнең дә юҡ...

– Уй, шыпа ғына ла ваҡытым юҡ. Мин бит хәҙер тырнаҡтар менән шөғөлләнә
башланым. Дөрөҫөрәге, өйрәнеп йөрөйөм.

– Ә биш йыл буйы уҡып алған һөнәрең? Хәҙер һәр икенсе студент тырнаҡ
үҫтереү менән булыша, уның киләсәге бармы ни?!.

– Эй, кем хәҙер диплом буйынса эшләй?! Унан, тырнаҡтар ҙа сәнғәттең бер
төрө. Бына ҡара әле!

Апайым ҡулын миңә ҡарай һуҙҙы. Аһ! Тырнаҡтарындағы биҙәктәр һушты
алырлыҡ. Үлһәм дә, бындай матурлыҡты килтереп сығара алмаҫ инем.

– Бына шул-шул! Клиенттарым мотлаҡ буласаҡ! Һәм ярлы студентҡа түгел, ә
бай ҡатындарға ҡармаҡ һаласаҡмын. Матур ғына суммаға... Ике клиентым бар ҙа
инде минең.

– Ҡотлайы-ы-ы-м, апай! Уңыштар юлдаш булһын һиңә!

– Рәхмәт! – тип серле генә йылмайҙы ул. – Тиҙҙән апайыңдың үҙ салоны
булып китер әле. Унда инде тырнаҡ менән генә сикләнмәйәсәкмен. Рәссамдар
матурлыҡты икенсе төрлө күрә бит ул, һәләтем миңә мотлаҡ ярҙам итәсәк!

Был турала минең дә ишеткәнем дә, уйланғаным да бар. Кеше тыуғанда уҡ
Аллаһы Тәғәлә һәләт менән бүләкләй. Шуға һәр кем бына ошо һәләтте үҫтерергә
тейеш. Яратҡан эшең менән шөғөлләнгәндә генә һинең күңелең дә бөтөн, аҡсаң да
етерлек буласаҡ. Шул ваҡытта ғына һин эшкә байрамға йөрөгән кеүек теләп,
дәртләнеп йөрөйәсәкһең. Шунан да ҙур бәхет бармы ни? Күптәр бит үҙенә бирелгән
һәләтте һанламай, икенсе юлдан киткән булып, тормош юлында үҙ-үҙен юғалта.
Кемеһелер аҙаҡ урау-урау юлдар аша үҙен табырға тырыша, әммә күптәре аҙашып,
әрәм була. Бына бит, уйлап ҡараһаң, тырнаҡҡа һүрәт эшләп кенә кеше аптыратып
булмай кеүек. Әммә апайым үҙенең биҙәктәре менән торған урында мөғжизә
тыуҙырған.

Апайымдың энергияһы миңә лә күскәндәй булды. Ул
киткәс, блокнотымды алдым. Үҙ-үҙемде үҫтереү, камиллаштырыу буйынса ниндәй
эштәрем тора әле? Төркөмдәш бер егет интернет-магазин асырға хыяллана,
ул минән кәңәш, идеялар менән уртаҡлашыуымды һорағайны. Ярҙам итермен, тип
әйттем дә оноттом. Вәт миндә хәтер!..

Мин, ғөмүмән, биргән һүҙемдә торорға тырышам. Хәлемдән килмәҫтәй булһа,
шунда уҡ баш тартам. Теге ваҡыттағы курстарҙан һуң, бигерәк тә. Унан, һәр
минутым ҡәҙерле булғанғамы, һуңларға, кешене көттөрөп ҡуйырға яратмайым.
Һуңлағандарын да. Был

- кешене ихтирам итмәү билдәһе. Төркөмдәшем миңә өмөтләнгән булһа,
ҡайһылай уңайһыҙ килеп сыға...

Шылтыратып алырға ла ныҡлап ҡына тотонорға
кәрәк. Паркка китергә ваҡыт еткәнен, өй эштәре менән булышып йөрөп, һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әллә ни әҙерләнеп, кейенеп-яһанып
торманым. Юҡһа, һуңғы арала былай ҙа гел матур күренергә тырышам. Дамир килмәгәйне әле. Сәйер,
уның ошоға тиклем һуңлағаны юҡ ине, гел көтөп тора торғайны. “Контакт”та ла бер нәмә лә
яҙмаған... Йә, ярай, көндөң матурлығы менән ләззәтләнә торайым, һуңғы арала
Дамирҙан башҡа бер нәмә лә күрмәйем, юҡһа...

Күлде ике тапҡыр урап сығып, килмәҫ булғас, шылтыратып иҫкәртә алмай
инеме ни, тип үпкәләп, ҡайтыу яғына атлағанда ғына килеп етте Дамир. Кәйефе юҡ,
йөҙө борсоулы. Әммә мин быға әһәмиәт бирер хәлдә түгел инем, “Бөтөнләй килеп
тормаһаң да булыр ине!” – тип турһайып ҡаршыланым.

– Айлина, зинһар, ғәфү ит! Һуңлап ҡына сыҡҡайным, пробкаға эләктем.

– Ә телефон нимә өсөн?! Былай ваҡытта кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә, теләһә
нәмә яҙырға яратаһың...

– Был турала уйламағанмынсы нишләптер...

Минең менән һөйләшһә лә, уйҙары менән әллә ҡайҙа,
ҡарашын да туҡтауһыҙ йәшерә.

– Ә һинең минең турала уйлағаның бармы ни?! Мине бит һин уйынсыҡ урынына
күрәһең. Теләйһең икән, әҙәмсә һөйләшәһең, уйнап алғың килһә, төртмә һүҙҙәрең
менән кеше алдында кәмһетергә лә күп һорамайһың. Килһәң – киләһең, килмәһәң –
юҡ... – тип мин бер тында теҙеп алып киттем.

– Айлина, һин нимә! Был юлы ысынлап та... – тип аҡлана башланы.

– Улай булғас, әйт әле, мин һиңә кем? – тип яуап көтөп, уға текләнем.

– Ну... төркөмдәш... дуҫ... – тип ыҡ-мыҡ килде Дамир. – Иң яҡын дуҫ...

– Ана шул-шул, дуҫ ҡына! Ә мин һинең дуҫ ҡына булыуыңды теләмәйем! Был
юлы икенсе төрлө булыр тип уйлағайным, ә һин һаман да дуҫлыҡ тураһында
һөйләйһең. Хуш!

Күҙҙәремә килеп тығылған йәштәремде тыя алмайынса йүгерә-атлай ҡайтыу
яғына ыңғайланым.

– Айлина, тороп тор, – тип Дамир минең арттан эйәрҙе. – Туҡта! Хәҙер
барыһын да аңлатам... Һин дә миңә ябай дуҫ ҡына түгел... Һин... Мин...

Туҡтаған хәлдә лә, тыныс ҡына тыңлай алмаҫ инем
уны. Бөгөн һуңламаһа, матур итеп аңлашҡан булыр инек. Бер үк тырмаға икенсе
тапҡыр баҫҡаныма үҙемә йәнем көйҙө. Миңә хәҙер ҡайтырға, барыһын да тыныс ҡына баштан үткәреп
сығырға кәрәк. Автобусҡа инеп ултырғас, йөрәгемдең ярһыуы бер аҙ кәмегәндәй
итте. Зиһенем асыла төштө. Шунда ғына бала-саға кеүек ҡыланып ташлауымды аңлай
башланым. Йөҙөмә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Кит, оят! Дамир нимә уйланы икән? Икенсе
яҡтан, нисек булһа ла, барыһын да әйтеп ҡуйыуыма үкенмәйем. Был билдәһеҙлек
тағы күпме дауам итергә мөмкин?! Иңемдән ауыр бер йөк төшкәндәй тойҙом.
Телефоныма кемдәндер хәбәр килде. Бязит хәлдәремде һорап яҙа икән. “Миңә
ҡыйын...” – тип тураһын әйттем. “Нимә булды?” “Яратҡан кешем менән үпкәләштек”.
“Теге ваҡыт сәскәләр тотоп килгән егетме әллә?” “Эйе”. “Ә һин уны ысынлап
яратаһыңмы һуң? Уйлап ҡына яҙ”. “Белмәйем...” “Улай булғас, мин һиңә шуны
әйтәм: был һинең мауығыу ғына булырға мөмкин. Дуҫлыҡты мөхәббәт тип ҡабул итеп,
үҙен бәхетһеҙлеккә дусар итеүселәр аҙым һайын. Ашығып ҡарар ҡабул итмә.
Йөрәгеңде лә, аҡылыңды ла тыңла. Һин аҡыллы ҡыҙ. Тиҙҙән барыһын да үҙең дә
аңларһың...” Минең йәш кенә аҡыл эйәм, рәхмәт һиңә! Әллә нимә лә кәңәш итмәне,
йыуатманы ла, ә барыбер рәхәт булып китте, күңел күтәрелде.

Өйгә ҡайтҡым килмәне. Йөрәгем урынында түгел. Гөлдәргә барып, күңелемде
бушатып ҡайтырға булдым. Бер юлы хәлен дә белермен. Ул әле һаман гипста ултыра.
Рәхәтләнеп ултыра һәм был минуттарҙы, хәленән килһә, оҙаҡҡараҡ та һуҙыр ине!
Сөнки ул, тырыша торғас, Сураманды ҡаратып алғайны. Тик быға нисек өлгәшеүен
әйткеһе килмәне, мин дә төпсөшөп торманым.

Дамир менән һуңғы аралағы хәлдәрҙе һөйләгәс, ул да уның ҡылығын нисек
юрарға белмәне. Ахырҙа:

– Кит, әллә ниндәй ышанысһыҙ кеше булып сыҡты был Дамирың! – тип ҡуйҙы. –
Ышанма һин уға.

– Уның наҙ, һөйөү тулы ҡарашын күрһәң... Шул күҙҙәр ҙә алдашып ҡарай
аламы икән ни?!

– Бәлки, бөтөнләй наҙ ҙа, һөйөү ҙә юҡтыр ул күҙҙәрҙә? Һинең ни бары
хыялыңдағын ысын итеп күргең киләлер.

– Әллә хыяллана башланыммы икән?

– Шулайҙыр... Үҙең әйттең бит: һөйөү – һуҡыр. Мин тағы ла “һәм һаңғырау”
тип өҫтәр инем.

Әхирәтем менән нисек кенә юрап ҡараһаҡ та, төплө бер фекергә килә
алманыҡ. Дамирҙың ҡыланышы минең өсөн йомаҡ булып ҡалды. Ярай, Баязит әйткәнсә,
ваҡыт күрһәтер әле барыһын да. Башты ташҡа бәреү менән генә бер нәмә лә сығара
алмам, шуға артабан ни булырын сабыр ғына көтәйем.

Икенсе көнө Дамир уҡырға килмәне. Телефонын
һүндереп ҡуйғайны. Күпме генә ҡарауыллаһам да, “Контакт”ҡа ла инмәне. Минең күҙ
алдынан уның кисәге бошонҡо йөҙө, нимәлер аңлатырға маташыуы китмәне. Үҙемде
шул тиклем дә уңайһыҙ хәлдә һәм ғәйепле тойҙом. Ниңә улай ҡыландым инде? Бәлки,
кешенең ысынлап та берәй проблемаһы булғандыр. Юҡҡа ғына һуңламаған
бит инде. Ә мин, эгоист, уны тыңларға ла теләмәнем.

Теге ваҡыттағылай йәнә юҡҡа сыҡты. Мин ысынлап хафалаға ҡалдым. Ятаҡтағы
иптәштәре: “Әсәһе ауырып киткән, ҡайтып китте”, – тиһәләр ҙә, ышанғым килмәне.
Юҡ, нимәлер булған уға. Ашым – аш, йоҡом йоҡо түгел хәҙер. Ниңә, ниңә теге
ваҡыт тыңламаным уны? Үҙемде өҙгөләп ташларға әҙермен. Бер генә булһа ла хәбәр
ебәрһен ине. Бәлки, ул бөтөнләй тере түгелдер? Аллам һаҡлаһын! Был уй башыма
килгәс, ҡотом осто. Миңә хатта уның ғәфү үтенеүе, күпме ваҡытты бергә
үткәреүебеҙ төш кеүек кенә була башланы. Гөлдәр әйтмешләй, хыялымдағын
ысынбарлыҡ итеп хис кенә иттем, ахыры.

Һуңғы арала төркөмдәге егеттәрҙең миңә сәйер ҡарап алыуҙарына иғтибар
иттем. Дамирҙың дуҫтары улар. Белмәйбеҙ, тиһәләр ҙә, минән нимәлер
йәшереүҙәренә шигем ҡалманы. Дәрестәрҙән һуң тура улар янына килдем. Быны
көтмәгәйнеләр, хатта юғалып ҡалдылар.

– Егеттәр, дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, Дамир ҡайҙа? Уның менән нимә булды?

Әйтергәме-юҡмы тигәндәй, бер-береһенә ҡарашып алдылар. Ахырҙа береһе һүҙ
башланы:

– Ни... Дамир һиңә әйтергә ҡушмаһа ла, өндәшмәй ҡала алмайбыҙ. Ул бик
ҡаты ауырый, унда яман шеш таптылар. Әле дауаханала ята...

Нимә?! Бының булыуы мөмкин түгел! Ҡапыл күҙ алдарым ҡараңғыланды, ауыҙым
кипте, башым шаулай башланы. Әллә ҡасандан химия алып дауаланыу курстары үтә
икән. Башымды ниндәйҙер томан ҡаплап алды ла айыҡ аҡыл менән уйларға
ҡамасаулай. Бер аҙ шулай аңҡы-тиңке ултырғас, күҙ алдынан бер-бер артлы
Дамирҙың ҡылыҡтары үтә башланы. Бына “дуҫ булайыҡ”тың сере нимәлә! Тимәк, ситкә
лә ебәргеһе килмәй, бергә лә була алмай... Бына нимәгә сәйер тотҡан ул үҙен! Ә
мин, иҫәр, нимәләр генә уйлап бөтмәнем.

– Бер кемде лә янына индермәй, береһе менән дә һөйләшмәй. Үҙ-үҙенә
йомолдо ла ҡуйҙы. Берәй нәмә эшләргә кәрәк, Айлина! Бәлки, һине тыңлар? Һин
уның иң яҡын кешеһе...

Иң яҡын?.. Эйе шул... Аһ! Тиҙерәк янына юлланмай, иҫем китеп нимә ҡарап
ултырам һуң әле?!

Автобуста барам, үҙем төшөп янынан йүгерерҙәймен. Шул тиклем дә
ҡабаланмай, әкрен генә йыбырлар икән! Иҫемә ҡылт итеп һуңғы күрешкән көн килеп
төштө. Тимәк, дауаханаға ятыр алдынан була был. Их, мин, алйот! Иң-иң ауыр
мәлендә уға терәк булыр урынға ҡайһылай ямаҡай ҡыландым. Ә ул, моғайын, барыһын
да һөйләргә тип килгән булғандыр...

Ы-ы-ы-ы!.. Эсемдә, ауыртыуға сыҙамай, йөрәгем
олой. Түҙмәнем, йәштәремә ирек бирҙем, юҡһа хәҙер шартлайым. Ниңә, ниңә миңә
шундай һынауҙар ебәрә Аллаһы тәғәлә?

Кешеләр миңә аптырап ҡарай. Кемеһелер: “Ни булды?” – тип хәлемә лә инеп
маташты. Уларҙа минең эшем юҡ. Күптәре, моғайын, яҡыныңды юғалтыуҙың нимә
икәнен белмәйҙер ҙә әле. Һәм белмәһен дә. Автобустан төшкәс, туҡталыштағы
эскәмйәгә барып

ултырҙым. Илаған йөҙ менән барып инә алмайым бит
инде янына. Ингәс, нимә тиергә, үҙемде нисек тоторға? Дамирҙың ауырыуы ябай
түгел, шуға күрә һәр һүҙҙе алдан уйлап әйтергә тура киләсәк.

Бер аҙ тынысланғас, юл аша сығып, дауаханаға атланым. Исемдәр теҙмәһенән
эҙләп тапҡас, ул ятҡан бүлеккә киттем. Палата ишегенә килеп еткәс, туҡтап
ҡалдым. Ишек асыҡ, эстә тауыш-тын ишетелмәй. Йоҡлайҙармы икән? Һаҡ ҡына башымды
тығып эскә ҡараным. Бәләкәй генә бүлмәлә дүрт карауат. Икәүһе буш. Дамир тәҙрә
төбөндәгеһендә йөҙтүбән ята. Бер ҡулы иҙәнгә һәленеп төшкән. Күршеһе – оло ғына
йәштәге бер ир. Ул иһә күккә ҡараған да бер нөктәгә төбәлеп, уйҙар диңгеҙенә
сумған. Һаҡ ҡына ишек шаҡыным. Дамир ҡымшанманы ла, ә теге ир ялп итеп ҡарай
һалды. Мин Дамирға төртөп күрһәтәм, йәнәһе, уға килдем.

– Дамир! Һиңә ҡунаҡ килде...

Ул теләр-теләмәҫ кенә ҡалҡынды. Мине күреп ҡалғас, башын ҡулдары менән
ҡыҫты ла, карауатына ҡапланды.

– Һаумы...

– Кит, Айлина! Зинһар, сығып кит! Мин барыһын да тыйғайным, ҡайһы дурагы
һөйләне һиңә?!

Дамирҙы бындай ҡиәфәттә күреп, ҡурҡып киттем. Танырлыҡ та түгел: ҡоро
һөлдәгә ҡалған, оҙонса йөҙөндә түп-түңәрәк ҙур күҙҙәр ҙә танау ғына һерәйеп
тора һәм ике ҡолаҡ ҡарпайған. Бер миҙгелгә киноларҙа күргән сит планета кешеһе
кеүек тойолдо.

– Бер кем дә һөйләмәне, Дамир, үҙем килдем...

Хәлеңде белергә... – Һүҙҙәремде телем саҡ-саҡ
әйләндерә.

– Белдеңме?! Ә хәҙер кит! Юғал күҙемдән!
Баҫҡанмын
да аптырап ҡатҡанмын. Аяғымды ни алға, ни артҡа баҫа
алмайым. Фалиж һуҡҡан кеүек тик торам.

– Аңламайһыңмы әллә?! – Баяғынан да ҡатыраҡ, уҫалыраҡ ҡысҡырҙы Дамир.
Шунда ғына аңыма килгәндәй булдым. Йыуатырға маташыу урынһыҙ. Иң һәйбәте – уны
тыңларға, сығып китергә.

Уны был тиклем дә меҫкен хәлдә күрермен тип уйламағайным. Кем-кем, әммә
Дамир ундай хәлгә төшөргә тейеш түгел ине. Ләкин үҙемде уның урынына ҡуйып
ҡарау менән терт итеп ҡалдым. Уны аңлайым кеүек тә бит... барыбер дуҫымды ундай
хәлдә күргем килмәй. Миңә кем менән булһа ла һөйләшергә, кәңәшләшергә кәрәк.
Бындай кәйеф менән аҡылдан шашырға мөмкин. Һәм Ғазраилға ана-бына бирелергә
торған Дамирға ярҙам итер өсөн дә нимәлер эшләү зарур. Йәһәтерәк! Телефонымды
астым да кемгә шылтыратырға белмәй аптырап ҡалдым. Кем мине аңлар? Кем ярҙам
итә алыр? Гөлдәрме? Апайыммы? Баязит! Бына кем миңә әлеге мәлдә терәк буласаҡ.
Әммә, әйләнгән һайын үҙемдең проблемаларымды һөйләп, башын ҡатырыуы уңайһыҙ
кеүек... Уға шылтыратыуҙан көскә тыйылдым. Дим биҫтәһенә автобус
килеп туҡтағас, ултырҙым да киттем. Ҡобарам осҡан йөҙөмдө күреп, апайым ҡурҡып китте.
Шылтыратмай-нитмәй килеп инеүем дә борсоуға һалғандыр.

– Нимә булды? Һин минең ҡотомдо алма әле улай!..

– Ниңә улай тиһең? Килергә ярамаймы әллә? Әллә шулай ҡурҡынысмынмы? –
тип, тәүҙә бер нәмә лә булмағандай шаяртырға маташтым. Әммә килеп сыҡманы,
саҡ-саҡ ҡына торған күҙ йәштәрем үҙенән-үҙе һытылды. Апайымды ҡосаҡлаған килеш
күңелем бушағансы илап алғас ҡына нимәлер әйтерлек хәлгә килдем.

– Дамирҙа яман шеш тапҡандар, дауаханала ята...

– Мин һинең менән йә атайым менән бер-бер хәл булғанмы тип торам тағын, –
тип еңел һуланы апайым.

Ә
минең әле генә әйткән хәбәремде шулай тыныс
ҡабул итеүенә йәнем көйә.

– Апай, нимә эшләйем икән?

– Һин иҫ киткес мөғжизәләр ҡыла алмайһың инде...

Һүҙ менән күңелен күтәреп, йыуатып ҡына торорға
эшкинәһең... Күптән ауырыймы?

– Шулай шикелле. Ул минең менән һөйләшергә теләмәй. Бахыр ғына булып
ята.

– Йәл, әлбиттә. Бигерәк йәш бит әле. Яңы йәшәй башлаған. Эй, Хоҙайым,
ауырыу һинән-минән һорап килмәй шул. Туғандарыма, яҡындарыма Аллам һаулыҡ, оҙон
ғүмер бирһен!

Сәй эсеп алғас, мин дә әҙерәк тынысландым.

– Дамир шул тиклем меҫкен, йәлләткес, уға ҡарауы ҡыйын. Бер кем менән дә
һөйләшергә теләмәй. Ниңә улай итә икән?! – тим әсенеп.

– Ҡайғыны һәр кем үҙенсә үткәрә. Тиҙҙән үлерен белгәс, ни эшләһен инде
меҫкенкәйем?! – Апайым уны йәлләүҙән туҡтамай.

– Ниңә үлергә тейеш әле ул?! – Минең ул турала уйлағым да килмәй. – Яман
шеште еңгән кешеләр тураһында күп тапҡырҙар ишеткәнем бар! Дамир уларҙан кәмме
ни?!

– Һуң, Дамир үҙенә хөкөм сығарған, тиһең түгелме һуң? Йәшәргә өмөтө,
көсө ҡалһа, улай ятмаҫ ине...

– Ҡыҙыҡһың һин, апай! Ә мин һинән кәңәш һорап килгән булам!

Йәнем көйөп, урынымдан һикереп торҙом. Бында ваҡыт, һүҙ әрәм итеп ултырған
мин алйот!

– Туҡта! Ултыр! – тип апайым мине туҡтатты. – Ҡапыл ғына әйттең дә нимә
тиергә лә белмәйем мин...

Туғаным-дуҫым йә белгән кешем түгел. Йә һинең
һөйгәнең тип әйтеп булмай.

– Һөйгәнемме-түгелме, хәҙер ул мөһим түгел. Ул минең өсөн бик яҡын кеше.
Уны юғалтҡым килмәй.

“Дамир ауырыуы тураһында күптән белгән, – тип уйлайым эстән генә. –
Минең йөрәгемде яралағыһы килмәгән бит уның, шуның өсөн дә минән үҙенең һөйөүен
йәшергән, үҙен яратырға рөхсәт итмәгән. Дуҫ ҡына булырға тырышып-тырмашҡан. Их,
һин, Дамир! Минең өсөн ҡарар ҡабул итергә ни хаҡың бар ине!”

– Дамирыңа хәҙер бигерәк тә һүҙ ярҙамы,
яҡындарының янында булыуы кәрәк. Һөйләшмәй, тип кенә ҡул һелтәп
булмай бит. Һин юлдарын табырға, йәшәргә өмөт уятырға тейешһең!

– Рәхмәт, апай!.. – Миңә тап ошондай дәртләндереү һүҙҙәре етмәй тора
ине.

– Тағы, беләһеңме нимә, уның менән Флүрә һөйләшһә, бигерәк яҡшы булыр
ине. Психолог кеше ауыр уйҙарынан арынырға “һә” тигәнсе ярҙам итеп ебәрер ине.

– Бик шәп фекер әйттең!

Эштән ҡайтҡан еҙнәм дә беҙҙең һүҙҙәрҙе йөпләне. Апайымдарҙан ышаныс,
өмөт менән килеп сыҡтым. Барыһы ла яҡшы буласаҡ! Дамир йәшәйәсәк! Автобусҡа
ултырғас, Гөлдәргә шылтыраттым. Ул аптырауҙан шаҡ ҡатты. Мине ныҡ булырға,
бирешмәҫкә өндәне. Уның менән һөйләшкем килһә лә, автобустағы кешеләрҙе
аптыратмаҫ өсөн, телефонды һүндереп ҡуйырға тура килде.

Сәй артында атайым менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Мин әйткән хәбәрҙе
ауыр ҡабул итте ул. Был уның йөҙөндә һыҙланыу, әрнеү булып сағылды. Күрәһең,
үҙенең хәтирәләрен йөрәге аша үткәргәндер.

– Бер кем дә был донъяға мәңгелеккә килмәй, – тип башланы ул һүҙен. –
Һәм ҡасан теге донъяға китеп барырын да белмәй. Бөтә нәмә Хоҙай ҡулында.
Әлбиттә, ҡайғырма, тип әйтеү урынһыҙ. Йөрәге туң кеше лә бындай осраҡта тыныс
ҡала алмай. Дамирға ярҙам иткең килһә, иң тәүҙә, ҡыҙым, үҙеңде ҡулға ал. Ныҡ
һәм түҙемле бул. Йәлләмә. Сирен ғәҙәти ауырыу кеүек кенә ҡабул ит. Күҙ йәштәре
менән бер нәмәне лә ыңғай хәл итеп булмағанын онотма. Һиндәге ышанысты, көстө
тойһа, егетебеҙ тиҙерәк һауығасаҡ.

– Атай, ә һин ул һауығыр тип уйлайһыңмы?

– Әйттем бит, Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, ә мөхәббәт мөғжизәләр атҡарырға
һәләтле... Нимә генә булмаһын, иртәгәһе таңдың бәхетле атырына ышанырға кәрәк.
Йәш бит әле егет, организмы ныҡ, көрәшергә көсө бар...

Карауатыма ятҡас, ҡапыл ғына йоҡлап китә алманым. Ахырҙа компьютерҙы
астым, яман шеш тураһында мәҡәләләр уҡый башланым. Уҡыған һайын ҡурҡынысыраҡ, ә
Дамир нығыраҡ йәл. Шулай ҙа ундағы яҙмаларҙы уҡып, сирле менән үҙемде нисек
тоторға кәрәклеген аңланым.

Төнө
буйы Дамир, дауахана менән һаташып сыҡтым. Үҙем йоҡлайым кеүек, ә мейем уяу,
серем итеп алырға ла теләмәй. Үткәндәге инде онотолоп бөткән ваҡиғалар ҙа ҡылт
итеп иҫемә килә лә төшә. Унан тотона йөрәгем һыҡтарға. Йәнә шуныһына аптыраным:
йоҡлағанда ла йырлап була икән.


Иң татлы
һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был донъяла
бәхетле мин”.


Ә күҙ алдында – ошо йырҙы мөңрәгән һағышлы егет.

Дамир менән һөйләшмәйенсә ҡулыма бер эш тә бармаясаҡ, шуға ла иң тәүҙә дауаханаға юлланырға булдым. Әммә сыҡҡас та аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре мине Дамир йәшәгән ятаҡ яғына тартты. Төнө буйы йырлап
сыҡҡанғамы, уның гитараһын алғым килде.

Бүлмәләш егеттәр ишектә мине күргәс, күптән көткән ҡәҙерле кешеләрен
ҡаршы алғандай ябырылдылар.

– Айлина! Барҙыңмы?

– Дамирҙың хәлдәре нисек?..

Мин “бер нисек тә” тигәнде белдереп, яурын һикерттем дә кисәге осрашыуҙы
һөйләп бирҙем.

– Беҙҙе лә күрергә лә теләмәй... – тип үргәнде егеттәр. – Нисек ярҙам
итергә лә белмәйбеҙ.

– Мин хәҙер янына барам. Быныһында ҡыуып сығара алмаҫ. Артабан инде...
күмәкләп һауыҡтырырбыҙ, йәме? – тип уларға өмөт менән ҡарайым.

– Әлбиттә! – тине Дамирҙың дуҫтары бер тауыштан. Тиҙ генә бер пакет
күстәнәс тә йыйып ҡуйҙылар.

Минең килгәнде белһә лә, Дамир күрмәмеш булып ята бирҙе. “Кисәге кеүек
ҡысҡырмағас, ҡыумағас та яҡшы”, – тип һөйөндөм эстән генә. Ишек төбөндә торған
ултырғысты алып, янына килеп ултырҙым. Күршеһе ҡамасауларға теләмәне шикелле,
коридорға сығып китте.

Гитараны алдым да аккордтарҙы үҙем белгәнсә сиртеп, шым ғына уның йырын
йырлай башланым. Әлбиттә, минең моңом да юҡ, уйнауын да бөтөнләй дөрөҫ
уйнамайым, әммә минең өсөн был мөһим түгел. Һүҙ менән әйтә алмағанды, бәлки,
көй аша белдерер-мен. Ысынлап та, Дамир артабан ятып түҙмәне, тороп ултырҙы.
Шешенгән, ҡыҙарған йөҙөн ҡулдары менән ыуғылап алды, ҡарашын минән йәшерергә
тырышты. Уға бер генә күҙ һалып алдым да, әйтерһең, минең өсөн әлеге ваҡытта
гитарала уйнауҙан да мөһимерәк нәмә юҡ, тырышып-тырышып бармаҡтарымды күсерҙем,
аккордтар һайланым. Дамир шул ваҡыт ҡулдарыма һаҡ ҡына ҡағылды, гитараны алды
ла үҙе уйнай башланы. Минең күҙҙәремдән йәш тәгәрәне. Тыйырға теләйем, килеп
сыҡмай. Юл буйы үҙемде, иламайым, тип тыҡып килгән булғайным... Йыр тамам
булғас, башын яурыныма терәне лә ҡатып ҡалды. Ул үҙе лә шым ғына илай ине. Миңә
хәҙер нимә эшләргә? Йыуатырғамы? Күңелен күтәрерлек берәй һүҙ әйтергәме?
Ҡушылып илауҙан башҡаға көсһөҙ инем был ваҡытта. Ҡосаҡлашып ултырған килеш
туйғансы иланыҡ.

– Бына шулай хәлдәр... – тине байтаҡ һүҙһеҙ ултырғандан һуң меҫкен генә
тауыш менән. – Бик аҙ ғына йәшәргә ҡалды миңә...

Мин инде тынысланып, үҙемде ҡулға алырға өлгөргәйнем.

– Шуға ваҡытыңды бушҡа уҙғарып, ҡул һәлендереп ятаһыңмы бында? – Тауышым
шулай ҙа уҫал ғына яңғыраны, Дамир аптырап китте. – Мин һине йәлләргә килгән
тип уйлағайныңмы әллә? Табип, бер нәмә лә эшләп булмай, ошонда ғына ятып йән
бир, тип әйттеме? Мин һине танымайым, Дамир! Нисек шулай бөлгөнлөккә төшөп
ятмаҡ кәрәк?! Оят түгелме әҙерәк?

– Был ауырыуҙан тере ҡалғандар бик, бик һирәк,
Айлина...

– Шунан? Бәлки, һин шул һирәктәр араһындалыр?

– Бының булыуы мөмкин түгел. Ышанмайым...

– Меҫкенләнеп, үҙеңде йәлләтеп ултырыуыңды
туҡтат, Дамир, һиңә килешмәй.

– Ә нимә эшләйем? Тороп, ҡыуаныстан һикереп төшөп бейейемме? – Дамир
мыҫҡыллы йылмайҙы. Мин уны ишетмәҫкә, һүҙҙәрен иғтибарға алмаҫҡа тырыштым.

– Дауаланыу юлдарын эҙләйек.

– Бер-ике көн эсендә мин һиңә миллиондан ашыу аҡсаны ҡайҙан алайым?

Был сумманы ишеткәс, һыҙғырып уҡ ҡуйҙым. Ҡиммәт икәнен белһәм дә, был
тиклемдер тип уйламағайным.

– Беләһеңме, минең әсәйем дә күптән түгел ошо яман ауырыуҙың ҡорбаны
булды.

– Һинең әсәйең дә?.. – Дамир ғәжәпләнеп миңә ҡарай.

– Эйе. Әммә әсәйем һинең кеүек төшөнкөлөккә бирелеп ятманы. Дауаханала
ла ятты, кәрәгенсә химия ла алды, күрәҙәселәргә лә йөрөп ҡараны, әллә нисә
тапҡыр операцияһын да яһатты. Бирешмәне. Һин дә бирешмәҫкә тейешһең!

– Нисек? – Дамир инде өмөт менән миңә ҡарай.

– Уйлашайыҡ...

Ышаныс менән әйткән булам, ә үҙемдең башымда миллиондар әйләнә. Дамир
дөрөҫ әйтә, ул тиклем аҡсаны тота килеп кенә ҡайҙан алмаҡ кәрәк?

Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты. Артабан нимә әйтергә, үҙемде нисек
тоторға белмәй аҙапланғанда, Дамирҙың күршеһе килеп инде.

– Егетте торғоҙғанһың бит! – тип тел шартлатты ишектән үк. – Ингәне
бирле үлек кеүек ята юҡһа.

Дамир уңайһыҙланып башын эйҙе.

– Бар әле, сәй ҡуйып ебәр! Һылыу ҡыҙҙы буш ҡайтарып ебәрергә уйлайһыңмы
әллә?

Ағай, ай-вайына ҡарамай, Дамирға сәйнүк тоттороп сығарып ебәрҙе.

– Килеп шәп иткәнһең, һылыу. Уға хәҙер яҡындарының терәге кәрәк. Әсәһе
менән дә яҡшылап һөйләшмәй бит, суҡынмыш малай! Йәнәһе, проблемаһын үҙенсә хәл
иткән инде, йәнәһе, уға хәҙер бер кем дә кәрәкмәй. Әммә улай ярамай. Йәш бит
әле, ауырыуҙы еңергә өмөт бар. Ышанырға кәрәк. Ул түгел, мин йәшәйем тип
тырышып ятам...

– Рәхмәт! Һыуға батҡандай юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы бит. Ҡайҙа икәнен бер
кемгә лә әйтмәҫкә ҡушҡан.

Дамирҙың сәйе ҡайнап сыҡҡансы ағай үҙенең күстәнәстәре менән мул ғына
табын әҙерләп тә ҡуйҙы. Мин дә алып килгән нәмәләремде сығарып ҡуйҙым. Әлбиттә,
дауахана палатаһына килеп сәй эсеп ултырыу мәҙәк, әммә Дамирҙың әҙ генә булһа
ла күңелен күтәрер өсөн барыһын да эшләргә ризамын. Ағай үҙе беҙҙең менән
ултырманы, телевизор ҡарайым тип, яңынан коридорға сығып юғалды.

– Күршеңдән уңғанһың икән, – тип ымланым уның артынан.

– Эйе, – тип йылмайып ҡуйҙы Дамир. – Үҙенең балаһылай ҡурсалай.

Дамир икебеҙгә лә сәй яһап ултыртты. Тамағым ныҡ кипкәйне, эҫелегенә
ҡарамай, өрә-өрә “һә” тигәнсе эсеп тә ҡуйҙым.

– Ҡасан белдең?

– Теге ваҡыт дауаханала шуның өсөн ятып сыҡҡайным... Бына хәҙер икенсегә
химия алам. Алда тағы дүрт курс ҡалды.

– Ярҙам итәме былай?

– Иткән дә кеүек, әммә ышанмайым мин уның файҙаһы тейеренә... Нимә генә
тимә, миндә – яман шеш!.. Ә ул үлем менән генә тамамлана.

– Бына бында мин һинең менән һис килешмәйем! Һин әйткән үлемде еңеп
сыҡҡан әллә күпме кешене миҫалға килтерә алам. Хатта үлгән хәлдә лә, һинең
кеүек бахыр булып ятырға теләмәҫ инем, үҙ дәрәжәмде һаҡлап ҡалырға, артымдан
һоҡланып һөйләрлек һүҙҙәр ҡалдырырға тырышыр инем...

Дамир бер нөктәгә төбәлеп, уйға ҡалды.

– Операция яһатып ҡарарға мөмкин... – тип ышанысһыҙ ғына һүҙ башланы. –
Әммә уныһы бик ҡиммәт тора, тип әйттем инде. Әсәйемдәргә шул тиклем кредитты
бер кем дә бирмәйәсәк. Ярай ҙа шунан терелеп китһәм, ә операция ла ярҙам
итмәһә? Ҡасан түләп бөтөр улар шул тиклем сумманы? Минең яман шешкә
бирешеүсәнлек бала саҡтан уҡ бар. Ошоға тиклем ул ҡурҡыныс янамай килде.
Нисектер иғтибар ҙа итмәй башлағайным. Тегеһе янына яңы бер төйөн үҫеп сыҡҡас
та тәүҙә әллә ни әһәмиәт бирмәнем. Баҡтиһәң, яман шеш быныһының аҫтында
йәшеренеп кенә тамыр йәйгән...

Шунда уның ниңә гел киң кейемдә йөрөүе башыма барып етте. Ә мин,
зауыҡһыҙ, тип көлгән булдым... Их!.. Ысынын белмәйенсә, ауыҙ асырға ашығырға
ярамай икән. Тыштан бер төрлө күренһә лә, эстән бөтөнләй икенсе булып сыға. Мин
уның был сирен ҡәҙимге сир итеп ҡабул итергә тырышам. Дамирҙың күршеһе лә
йөпләне бит. Бирешмәҫкә генә кәрәк.

– Ниңә шулай килеп сыҡты икән, ә, Айлина? Мин йәшәмәҫлек кешеме ни?
Киләсәккә күпме маҡсаттарым, пландарым, идеяларым бар ине, улар тормошҡа
ашмайынса ҡалыр микән ни?! Күпме оло кешеләрҙең Аллаһы Тәғәләнән үлем һорап
интеккәнен беләм, ниңә уларҙы ишетмәй? Йә ниңә йәшәүҙән төңөлгән берәйһенең
ғүмерен алмай?!

Күкрәгенән әсенеп, эске бер ғазап менән көсәнеп сығара был һүҙҙәрҙе
Дамир. Ә минең күҙҙәргә яңынан йәш төйөлдө.

– Табип диагнозды әйткәс, аҡылдан шаша яҙҙым. “Һине
үлем язаһына тарттырҙылар” тигән һүҙ бит был. Тимәк, мин туйғансы һауа һулап
ҡалырға, “әсәй”, “яратам” тигән ҡөҙрәтле һүҙҙәрҙе етерлек әйтеп өлгөрөргә,
дуҫтарым, яҡындарым менән аралашырға, көлөргә, шаярырға, уйнарға-йырларға,
башлаған эштәремде тамамларға һәм донъялағы башҡа эштәрҙе башҡара һалырға
тейешмен. Шуларҙы уйлайым да күптәр зарланып һүккән донъяның ни тиклем матур, ҡәҙерле,
йәшәп туйғыһыҙ икәнен аңлайым. Йәшәйештән риза булмаған, бөтөн нәмәнән кер
эҙләгән кешеләргә: “Йәшәп ҡалығыҙ, ғүмер бер генә!” – тип әйткем килә...

Дамир бер нөктәгә төбәлгән дә һөйләй ҙә һөйләй. Мин уны тыңлай алмайым.
Күҙ йәштәрем тамағымды быуа. Әммә туҡтата ла алмайым, уға күңелен бушатырға
кәрәк.

– Дамир, барыһын да аңлап торғас, ниңә был карауатҡа йәбешеп ятаһың?! –
тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Һинең урының бында түгел! Тиҙҙән,
ана, имтихандар башлана, беренсе курсты тамамлайбыҙ. Унан каникулдар... Ебеп
ятма бында, тор!

– Рәхмәт, Айлина... Әлдә һин бар донъяла!..

– Үҙең дуҫ та дуҫ тигән булдың, белгең килһә, ысын дуҫтар улай
эшләмәй!.. Һин хәлеңде иң тәүҙә миңә һөйләргә тейеш инең!

– Бик асылғым килгәйне лә ул... тәүҙә көсөм
етмәне...
унан һин тыңларға теләмәнең...

Уның был һүҙҙәре сикәмә килтереп сәпәгәндәй булды.

– Иҫләтмә миңә уны! Шуның өсөн былай ҙа үҙемде күрә алмайым, шул көндө
уйланыммы, йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй.

– Үпкәләмәйем мин һиңә, Айлина. Рәхмәттән башҡа бер генә һүҙем дә юҡ.
Мөхәббәт ғазаптарының нимә икәнен татый алғанға ғына ла бәхетле мин. Мин бит
үҙем шулай хәл иттем.

Башымда йәнә Дамирҙың йыры урала:


“Иң татлы һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был донъяла бәхетле мин...”


Дамирҙан сыҡҡас, универға ашыҡтым. Бөгөн көн дә,
үс иткәндәй, ямғырлы, ел, һыуыҡ. Дамир менән минең күңел генә түгел, бөтә йыһан
илай төҫлө. Беренсе килеп туҡтаған автобусҡа инеп ултырҙым. Ғәҙәттәгесә,
,телефонды астым. Апайым нимәлер яҙған. “Айлина, сәләм! Төнө буйы йөрәк сәнсеп
сыҡты. Шул тиклем Дамирға ярҙам иткем килә. Бөгөн Флүрә менән һөйләштем, ул “Контакт”тан
табып, уның менән Интернет аша аралашырға уйлай. Тағы бер һөйөнөслө хәбәр:
минең хәҙер бай клиенттарым бар икәнен беләһең бит. Түҙмәнем, бөгөн береһенә
тырнағын йүнәткән арала күңелемде тынысландырыр өсөн генә һөйләп бирҙем. Реквизиттарын
әйтһәң, аҡса күсерер инем, тине! Мин үҙем дә бай апайҙарҙан алған аҡсаның
яртыһын карточкаһына һалып барыр инем. Шуға уның номерҙарын яҙ!” Был һүҙҙәрҙе
уҡығас, эсемә йылы йүгерҙе. Рәхмәт, апаҡайым! Дамир, моғайын, был турала
уйламайҙыр ҙа әле! Бөгөн кисен янына барғанда һөйөндөрөр кәрәк. “Ил төкөрһә,
күл йыйыла”. Минең Интернетҡа ингәнде күрептер, Баязит хәлдәрҙе һорашып яҙҙы.
Күптән уның менән һөйләшкем килеп йөрөгәнгәме, ҡыуанып киттем. “Барыһы ла ал да
гөл, тип алдай алмайым. Иҫләйһеңме, яратҡан кешем менән үпкәләштек, тигәйнем?
Ул яман шеш менән ауырый булып сыҡты, әле дауаханала ята. Нимә эшләргә лә,
нисек ярҙам итергә лә белмәйем...” Яуап көттөрмәне, шунда уҡ килеп тә етте: “Һин
ҡайҙа әле? Әйҙә осрашайыҡ”. Уның аңлауы, ярҙам итергә теләүе бик мөһим ине
минең өсөн. Ул янымда булғанда үҙемдә тауҙар аҡтарырлыҡ көс тоям. Бына әле лә,
уның менән яҙышып алғас, күңелем аңлайышһыҙ бер шатлыҡҡа сорналды. Шуғамы, күп
уйлап торманым, универға китеп барған ерҙән төштөм дә ҡалдым. Барыбер йүнләп
уҡып ултырмаясаҡмын. Мин торған туҡталышҡа үҙенең машинаһында “һә” тигәнсе
килеп етте Баязит, күрәһең, яҡында ғына йөрөгән.

– Әҙерәк йонсоп киткәнһең, әммә барыбер бирешмә, дуҫҡайым! – тип
дәртләндерергә тырышты, маңлайымдан үбеп алғас. – Ә хәҙер барыһын да ентекләп
һөйлә.

Был һыуыҡта эскәмйәлә туңып ултырып булмай, шуға яҡындағы кафеға индек.
Ямғырлы көндә эҫе сәй эсеп, тәҙрәнән генә ҡарап ултырыуға ни етә?! Миңә уны
бимазалауым өсөн уңайһыҙ. Кешенең үҙ мәшәҡәттәре лә башынан ашҡандыр, ул бит
уҡыуҙан тыш эшләп тә йөрөй, ә бында мин үҙемдең ҡайғым менән... Ғәфү үтенеп,
был турала әйтә башлағас, шунда уҡ мине бүлдерҙе:

– Һинең ҡайғың – минең ҡайғым, һөйлә.

Баязит шым ғына тыңланы. Уйланып ултырҙы. Тороп йөрөп алды. Яңынан
урынына ултырҙы. Мин ни әйтерен көтәм.

– Беләһеңме, хәҙер нимә эшләйбеҙ?

Юҡ, тигәнде белдереп башымды һелкәм, үҙем өмөт тулы күҙҙәремде унан
айырмайым.

– Интернеттың ни тиклем көслө мәғлүмәти ҡумта икәнен беләһең. Шуның аша
эш итеп ҡарайыҡ.

– Нисек?

– Иң тәүҙә дуҫың “Контакт”та үҙенә бит асһын. Ябай ғына итеп үҙе,
ауырыуы тураһында яҙһын һәм аҙағында банк реквизиттарын ҡуйһын. Ә беҙ уның ошо
битенә репост эшләп, дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ араһында таратабыҙ. Уйлап ҡына
эшләһәк, байтаҡ аҡса йыя алырға тейешбеҙ.

“Ниндәй аҡыллы ул...” Баязитҡа текәлеп алғанмын да күҙҙәремде айыра
алмайым. Үҙемә уңайһыҙ булып китте.

– Күмәкләп был эште мотлаҡ атҡарып сығасаҡбыҙ!

– Эйе! – тип ҡыуанып баш һелкәм.

– Ә мин үҙебеҙҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына барлыҡ студенттар исеменән
ярҙам һорап хат яҙам. Ҡылдарын ҡыбырлата алһам, шәп! Ыжламаһалар инде, исмаһам
аҙағынан үкенес ҡалмаҫ. “На войне все средства хороши” тигән кеүек, бәләкәй
генә мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырмау мөһим.

Бына бит, ысынлап илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға икән. Дамир йәшәүҙән
төңөлөп бөтһә лә, уның һауығырына күпме кеше ышана! Баязит минең менән Дамир
янына барырға ла әҙер ине, әммә килештермәнем.

Дамирға әсәләре килгән ине. Ишек янында ни үтергә,
ни сығып торорға белмәй аптырап ҡалдым. Мине күреп ҡалғас, дуҫым ҡыуанып китте.
Шунда уҡ янына саҡырҙы.

– Айлина, таныш бул, минең әсәйем менән
атайым...

Дамирҙы танырлыҡ түгел: күҙҙәренән нур ағыла, үҙен
тотошонан, ҡыланыштарынан дәрт урғыла. Минең дә күңел күтәрелеп китте. Дамир
инде бөтә нәмәгә әҙер ине, дауаланыуҙарының ярҙамы ғына тейһен дә һауығып,
элекке хәленә ҡайта алһын!..

Әсәләре күпмелер аҡса йыйғайны, улар шуның өсөн һөйөнә. Мин үҙемдең
уй-ниәттәремде һөйләп биргәс, күңелдәрендәге ышаныс нығынды ғына. Мин улар өсөн
батып барғанда тотонған һалам кеүегерәк инем шикелле. Беҙ оҙаҡ ҡына алдағы
көндәргә пландар ҡороп ултырҙыҡ.

Күңелдә үҙем дә аңламаған хистәр ҡайнай: ҡурҡыу, өмөт, йәлләү... Ә
мөхәббәт? Яратыу, унһыҙ бер көн тора алмау хисе бармы миндә? Һүҙ ҙә юҡ, Дамир
хәҙер минең тормошомдоң бер өлөшөнә – иң яҡын кешемә әйләнде. Әммә уны һөйөү
тип әйтеп буламы? Әлегә шуны аңланым: уҡыу йылы башынан беҙҙең арала һиҙҙермәй
генә күренмәҫ кәртәләр ҡоролоп өлгөргән. Уның “дуҫ булайыҡ” тиеүе әһәмиәтһеҙ
ҡалмағандыр. Йәнә: “Тәүҙә – уҡыу, унан һуң ғына егеттәр”, – тип алдыма алған
маҡсатым да үҙенекен иткәндер. Ул үҙенең проблемаларына бикләнгән, ә минең алда
– семинарҙар, курстар – яңы офоҡ асылды. Ысын һөйөү, минеңсә, барыбер ҙә икенсе
төрлөрәк, тулы ышанысҡа ҡоролған булырға тейеш, ә икенсең өсөн барыһын да хәл
итеп, бар яуаплылыҡты үҙ иңеңә алырға түгел. Һәр кем үҙе өсөн үҙе яуаплы был
донъяла. Ҡыҙыҡ, әгәр Дамир ауырымаһа, ҡайһылайыраҡ киткән булыр ине икән
яҙмышыбыҙ һуҡмаҡтары?.. Тормоштағы бер бәләкәй генә нәмә лә һинең ғүмер юлыңды
ҡырҡа үҙгәртеп ебәрергә һәләтле икән. Бер нәмәгә лә тулыһынса инанып йәшәргә
кәрәкмәй.

Ҡайтып, ашап алып, Интернетты асҡанда Дамир, минең кәңәште тыңлап, үҙенә
яңы бит асҡайны.
“Ҡәҙерле дуҫтар! – тип башлағайны ул. – Минең исемем Дамир.
Мин БДУ-ның I курс студенты һәм миңә ни бары 20 йәш. Яңыраҡ, һис
көтмәгәндә-уйламағанда, табип шаңҡытҡыс диагноз ҡуйҙы: яман шештең ҡатмарлы
формаһы (бының нимә икәнен бер кемгә лә аңлатып тороу кәрәкмәй)! Тормошом
ҡурҡыныс бер төшкә әйләнде. Ә минең йәшәгем килә!!! Бының өсөн барыһын да эшләп
ҡарарға булдым... Шеш инде умыртҡа һөйәгенә юл алған, ә был уның аҙа барыуын
аңлата.
Мин үҙем Сибай ҡалаһынан. Урта мәктәпте алтын миҙалға бөттөм. Аҡыллы
китаптар уҡыйым. Гитарала уйнайым, йырҙарҙың һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙем яҙам.
Йәйен велосипедта, ҡышын саңғыла йөрөргә яратам.
Ә
иң үҙ иткән шөғөлөм – компьютер, төрлө
программалар менән эш итеү. Шул информатика факультетына алып килде лә инде.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, бөтә нәмә менән дә ҡыҙыҡһынған, киләсәккә ҙур өмөттәр
бағлаған, тормошҡа ғашиҡ студентмын.
Элек тә үлем тураһында уйланғаным булды. Ул
ваҡытта нисектер ҡурҡыу тигән тойғо юҡ ине. Әле килеп аңланым: мин яңы йәшәй
башланым, миңә был донъянан китергә иртә әле. Алдымда күпме эшләнмәгән эштәрем
тора. Һөйгән ҡыҙыма ла “үлеп яратам” тип әйткем килә...
Һеҙгә мөрәжәғәт итеп яҙыуымдың сәбәбе шул. Дауаланыу, операция яһау өсөн
һәр кем хәленән килгәнсә аҡсалата ярҙам итһә, һауығырға ышаныс бермә-бер артыр
ине. Минең тағы ла әҙ генә булһа ла был тормошта йәшәп ҡалғым килә...”
Күҙемдән йәштәр тәгәрәй. Тыймайым. Тыйғым да килмәй. Һыҡтауҙан аҡырып
илауға күстем. Ә үҙемдең күҙ алдымдан Дамирҙы тәү күргән минуттан бөгөнгә
тиклемге миҙгел йыбырлап уҙа. Бөтә ваҡ-төйәгенә тиклем. Ҡыйын, ярһып типкән
йөрәк күкрәккә һыймай. Их, Дамир!!!
Бер аҙ тынысланғас, репост эшләп, иң тәүҙә үҙемдең төркөмдәштәремә
мөрәжәғәт иттем, был яҙманы үҙҙәренең дуҫтары араһында таратыуҙарын үтендем.
Шундай уҡ мөрәжәғәтте Гөлдәргә, апайыма, башҡа дуҫтарыма ебәрҙем. Сурамандың да
“Контакт”тағы битенә күсерҙем. Күп тә үтмәй, ул хәбәр ебәрҙе: “Ха! Миңә көнөң
төштөмө?! – тип ауыҙ ыржайтып смайлик ебәргән. – Гөлдәр әйткәйне инде, әммә мин
һинең үҙеңдең инәлеүеңде көттөм. Матур итеп һораһаң, атай ҡарт менән һөйләшеп
ҡарармын...” Асыуым тамағыма төйөр булып килеп тығылды. Оятһыҙ! Тәүҙә яуапһыҙ
ҡалдырырға уйланым, әммә бер аҙ шаңҡып ултырғас, түҙмәнем, үҙенә лә хәбәр
ебәрҙем: “Сураман, һаумы! Мин, беренсенән, һиңә инәлергә уйламайым, ярҙам
итергә теләгең булмаһа, мәйелең, был һәр кемдең үҙ намыҫында, һинән башҡа ла
ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр етерлек. Икенсенән, һиндә әҙ генә кешелек
сифаттары барҙыр, тип уйлайым. Ауыр хәлдә ҡалған һинең кеүек үк йәшәүгә хаҡы
булған иптәшкә ярҙам итеп маҡталыу үҙең тураһында насар фекер ҡалдырыуға
ҡарағанда күпкә һәйбәтерәк, минеңсә... Өсөнсөнән, ауырыу һинән дә, минән дә
һорап килмәй, бер көн үҙең йә яҡын берәй кеше менән ошондай уҡ хәл тыуырға
мөмкин... Хуш!” Яуап килмәне.

Уның ҡарауы, күп тә үтмәне, аҡсаны ҡайҙа, нисек күсереү буйынса
һорауҙар, Дамирҙың тиҙерәк йүнәлеүен теләгән хаттар яуа башланы. Күңелгә йылы
йүгерҙе, Сураман онотолдо. Дамир һис һүҙһеҙ йәшәргә тейеш!

Универға бөгөн бөтәһе лә иртә килде. Дамир тураһындағы хәбәр һәр береһен
шаңҡытҡайны. Көнө буйы һүҙ шул турала ғына барҙы. Дәрестәр бөтөүгә кем нисек ярҙам
итә, ҡайһы ваҡытта хәлен белешергә бара – билдәләп бөткәйнек инде. Дамирға
бошонорға, күңелһеҙләнергә ваҡыт ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Насар уйҙар биләргә тейеш
түгел уның башын. Алдында һауығырға өмөт кенә торһон.

Дамир мине йәшле күҙҙәре менән ҡаршыланы. Әммә
улар кисәге кеүек өмөтһөҙлөктән, төшөнкөлөктән һығылып сыҡмай, ә шатлыҡ төртөп
сығарған йәш бөртөктәре ине. Бер ни өндәшмәй, һаҡ ҡына ҡосағына алды.

– Рәхмәт, Айлина! Барыһына ла мең рәхмәт!


Иң татлы һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был донъяла бәхетле мин.


Уға мин дә ҡушылдым.


Был тормошҡа бәйләүсем һин, йәшәү көсөм,

Был һуңғы хат – йәнем йыры – һинең өсөн...


– Айлина, бына ҡара әле, ниндәй мөғжизә тыуҙырҙың һин!

Дамир ноутбугын асты. Уның иҫәбенә бер төн эсендә әллә нисә мең аҡса
күскәйне!

– Ҡотлайы-ы-ым, Дамир! Был бит ысынлап та мөғжизә! Хоҙай ебәргән бүләк!

Ҡыуаныстан үҙемде үҙем белештермәйенсә, уны ҡосаҡлап алдым.

– Һин ул – Хоҙай ебәргән бүләк! – Беҙ ҡосаҡлашҡан килеш ҡатып ҡалдыҡ.

– Дөрөҫөн әйтмәйенсә һине ғазаптарға һалғаным өсөн үкенәм. Бының өсөн
үҙеңдән нисегерәк ғәфү үтенергә лә белмәйем. Мин шулай дөрөҫ булыр тип
уйлағайным бит...

– Һауыҡ ҡына, миңә шунан башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй, – тип бышылданым,
уны нығыраҡ ҡосаҡлап.

– Мин берәйһенә һөйләү түгел, был турала уйларға ла ҡурҡтым. Үлеп
киткәнемде белмәй ҙә ҡалһындар, тип теләнем. Йәлләп, меҫкен итеп ҡарауҙарын
теләмәнем...

Апайым тауыҡ һурпаһы бешереп ебәргәйне, Дамир кинәнеп ашап ҡуйҙы. Һуңғы
көндәрҙә бөтөнләй тамағына аш бармаған, күрәһең.

– Рәхмәт, Айлина! Һин миңә йәшәү һурпаһы килтергәнһең, үҙемдә әллә күпме
көс-ҡеүәт тоям, – тип ихлас йылмайҙы.

– Ә операция ҡасан?

– Уны бында яһамайҙар, Мәскәүгә барырға тура килер. Хәҙер, аҡса булғас,
тиҙләттеләр. Иртәнән һуң юлға. Етмәгәнен әсәйемдәр үҙҙәре таба.

– Барыһы ла яҡшы буласаҡ, мин быға ышанам. Тағы ике көн бар бит әле,
иҫәбеңә күскән аҡса операцияға ла, башҡаһына ла етәсәк. Бүтәнсә булыуы ла
мөмкин түгел...

– Рәхмәт, был тормошҡа бәйләүсем минең, йәшәү көсөм!..

Һуңғы ике көн төштәге кеүек кенә үтеп китте. Дамирҙың эргәһенән кеше
өҙөлмәне, әсәһе лә гел янында булды. Мине йәнә Сурамандың хәбәре ныҡ
һөйөндөрҙө. Мин быны унан, дөрөҫөн әйткәндә, көтмәгәйнем. “Айлина, һинең
һүҙҙәрең йөрәгемә үтте. Дамирға ярҙам итәм, әлбиттә! Ә яҙғандарым... улар
тураһында онот, көнләшеүҙән генә яҙғайным. Атайға ундай етди мәсьәлә тураһында
тиҙ генә һөйләп аңлатыуы ҡыйын, шуға мин Мәскәүҙә йәшәгән апайыма шылтыраттым.
Барыһын да төшөндө, Дамирға операциянан һуң ярҙам итәсәк!..”

Дамир менән китер көнөндә генә икәүҙән-икәү ҡала алдыҡ.

– Их, әллә нимәләр әйткем килә һиңә, Айлина! Әммә улар бында, дауахана
бүлмәһендә әйтә торған һүҙҙәр түгел...

– Әлегә әйтмәй тор... – тип һаҡ ҡына ирендәрен баҫам. – Беҙҙең бар
ғүмеребеҙ алда әле. Һүҙҙәреңде матур көндәргә ҡалдырайыҡ...

– Бер һүҙемде әле әйтәм: мин һине тәү күргән көндән яраттым, яратам,
яҙған булһа, ғүмерем буйы яратасаҡмын!

Иң татлы һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был донъяла бәхетле мин...


Дамирҙы
бөтә төркөмөбөҙ менән оҙатырға барҙыҡ. Гөлдәр менән Сураман да килеп етте.

Дамир юл буйына ҡосағынан мине ысҡындырманы. Беләктәрендә
көс, дәрт тоям, күҙҙәрендә өмөт сатҡылары йымылдай. Тимәк, мин дә ышанырға,
быны уға тәнем, тыным менән белдерергә тейешмен. Ошо мәлдә беҙҙең йөрәктәребеҙ
генә һөйләште. Элек мин ул һүҙҙе матурлыҡ өсөн, хистәрҙе тәрәнәйтеп ебәрергә
була әйтәләрҙер тип уйлай торғайным, баҡһаң, йөрәктәр ысынлап та һүҙһеҙ ҙә
аңлаша ала икән. Күңелгә рәхәт тә, моңһоу ҙа. Хәҙер уның яҙмыша Аллаһы Тәғәлә
ҡулына тапшырылды, аҙағы нисек барып бөтөрөн бер кем дә белмәй. Дамирҙың сире
ябай ғына түгел икәнен белгәс, мин дә үҙемде барыһына әҙерләнем. Һынау мине
йәнә бер баҫҡысҡа күтәрҙе, сөнки беләм: ошо минуттан тормошомда ниндәйҙер яңы
этап башланасаҡ. Дамир менәнме, унһыҙмы, әммә ул икенсе төрлө буласаҡ. Әле мин
үҙемдә ниндәйҙер бер ҡөҙрәт тоям.

Хушлашыу минуттары төштәге кеүек кенә булды. Дамир һәр береһе менән
шатланып хушлашты, ә минең уға ҡарап илағым килде. “Барыһы ла һәйбәт булһын...”
– тип бышылданым эстән генә.

Бына мин уның ҡосағында. Был миҙгелдең башҡаса бер ҡасан да ҡабатланмауы
ла бар бит тип, уның йылыһын, еҫен үҙемә һеңдереп ҡалырға тырышам.

– Иҫән-һау ҡайт, ишетәһеңме?! – тип тыҡыйым үҙем уға. – Беҙҙең ғүмер
алда әле, шуны онотма...

– Ҡайтырмын!.. Ә әлегә китһәм дә мин, йырым
ҡала:


Иң татлы һәм иң ғазаплы һөйөүем һин,

Һин булғанға был донъяла бәхетле мин.

Был тормошҡа бәйләүсем һин, йәшәү көсөм,

Был һуңғы хат – йәнем йыры – һинең өсөн.

Ғүмер юлын берәү ҙә бит үлсәй алмай,

Был донъяла бер кем мәңгелеккә ҡалмай.

Китһәм дә мин йырым
ҡалыр, һуңғы йырым,

Бар донъяны һыҡрандырыр
һөйөү ҡылы...
Читайте нас: