Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
23 Февраль 2017, 00:16

Әүермән. Повесть.

Кәнтәй өс көсөк килтерҙе. Аңғармай ҙа ҡалды, икәүһен малайҙар сәлдерҙе. Өсөнсөһөн инәләре теше-тырнағы менән ҡурсаланы. Аяҡ тауыштары ишетелеү менән, бәләкәсен һыртынан тешләп, кибет болдороноң аҫтына йәшеренде.

Повесть

Кәнтәй өс көсөк килтерҙе. Аңғармай ҙа ҡалды, икәүһен малайҙар сәлдерҙе. Өсөнсөһөн инәләре теше-тырнағы менән ҡурсаланы. Аяҡ тауыштары ишетелеү менән, бәләкәсен һыртынан тешләп, кибет болдороноң аҫтына йәшеренде. Ямғырҙан йә һыуыҡтан ҡасып, эт көсөгө менән шул тирәгә һыйына, ыжғыр елдәрҙән балаһын яшыҡ кәүҙәһе менән ышыҡлай.
Аяҙ, йылымыс көндәрҙең береһендә кеше йөрөгән урамға сығырға йөрьәт итте кәнтәй. Халыҡ мыжғып тора. Оло юлдан, геү ҙә геү килеп, бер туҡтауһыҙ машиналар саба. Бындай ғәрәсәттән өрккән көсөк эләгә-тәгәрәй инәһе артынан йүрмәләй, тороп ҡалмаҫҡа тырыша.
— Ҡара, ҡара, ниндәй матур көсөк!
— Йомороҡай ғына үҙе!
— Әйҙә, алып ҡайтабыҙ!
— Әсәй барыбер рөхсәт итмәйәсәк, ул бит эт яратмай ҙа...
— Ә беҙ уны аҙаҡ баҙарға сығарып һатырбыҙ.
— Ярай һуң...
Көсөгөн күтәреп алған малай артынан кәнтәй эт тә ҡыуана-шатлана эйәрҙе: бына бит, бәләкәсенә лә, үҙенә лә эйә табылды! Хәҙер уны туйғансы ашатырҙар, нисәмә көн ас йәшәүҙән ҡоро һөйәк тә тирегә ҡалған тәненә көс ҡуныр, имсәктәренә һөт төшөр, шунан ул көсөгөн туйғансы имеҙер, уға бит үҫергә кәрәк...
Эттең хыялдарын ауыр ғына ботинкаларҙың ҡабырғаларына һыңҡылдата тибеүе бүлдерҙе:
— Һин ҡайҙа бараң, сволочь!
— Һин нимәгә беҙгә, а-ну, шыл бынан!
Тәүҙә кәнтәй, күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап, малайҙарға аңлатырға тырышты: көсөгө менән икеһен айырырға ярамай! Асығып, өшөп һәләк була бит бәләкәсе! Өсәүҙән бер үҙе тороп ҡалды, зинһар өсөн, айырмағыҙ беҙҙе!
Малайҙар этте миһырбанһыҙ рәүештә ҡаҡҡылай-типкеләй башлағас, тегеһе ырылдап уларға ташланды: бирмәйем, йәнәһе, баламды! Бирмәйем! Көсөк өсөн әрһеҙ алыш китте. Малайҙар эттән йәһәтерәк ҡотолоу өсөн йорт ишегенә ташланды, әммә көсөктө ҡулдан ысҡындырманылар. Кәнтәй берәүһенең салбар балағынан эләктереп, йырта тартып алды. Йорттан сығып килгән ир улының ялбырап төшкән йыртыҡ балағын, уға абалап өргән мәжлүм генә эт йоратын күреп, бар көсөнә уның эсенә төбәп типте, тик ауыр аяҡ эскә түгел, алғы тәпәйгә тейҙе, үҙәгенә үткән ауыртыуҙан кәнтәй сүгәләп барып төштө, шыңшый-шыңшый һынған ботон яларға кереште. Ул арала малайҙар подъезға инеп сумды. Көсөгө иҫенә төшөп, кәнтәй шыуышып ишеккә килде, сыйнай-сыйнай, һау тәпәйе менән тырнап, ярҙам көткәндәй, ботон тибеп һындырған әҙәмгә күҙҙәрен мөлдөрәтте.
— Һин шулаймы әле! Шыл бынан! — Ир эткә йәнә типте. Шулай типкеләй-типкеләй, инде атларлыҡ та хәле ҡалмаған кәнтәйҙе ары ҡыуҙы.
Аҙна буйы йорт ишегенә ҡарап ятты эт, һоро күҙҙәренән субырлап йәш аҡты. Үткән-сүткәндән шәфҡәт һорағандай, йән әсеһе менән бер-ике олоно ла, тамам миктәгән бисара көндәрҙән бер көн йән бирҙе.
Ә малайҙарҙың әсәһе, улдары өйҙә юҡта, әле йүнләп ашай ҙа белмәгән көсөктө сүп-сар йәшнигенә сығарып ырғытты.
Уның артынса ҡый түгергә сыҡҡан күрше ире, көсөктө сүп һауытынан сығарып, ситкәрәк быраҡтырҙы: әйҙә, мәхлүк, үҙ йүнеңде үҙең күр...
Йәнә бер ҡатын, эт балаһының әле үҙ аллы йәшәй алмаҫын күреп, уны фатирына алып ҡайтты һәм, аҙна-ун көн тотҡандан һуң, әлдән-әле бысранған иҙәнен һөртөүҙән ялҡып, көсөктө ҡабат урамға сығарып ебәрҙе.
Яҡты донъяға килгәне бирле эт типкеһендә көн күргән көсөк, артабан да әҙәм балаларының шәфҡәтенән битәр яуызлығын татый-татый, үҙенсә йәшәй башланы. Берәүһе уға әпәй киҫәге ырғытһа, бишәүһе ситкә тибеп осорҙо. Тора-бара көсөк уҫал һәм аяуһыҙ йыртҡысҡа әүерелде...

1990 йыл.
...Сабый илауы һауаны ярҙы. Йоҙроҡтай ғына йән эйәһенең йөрәк ҡыҫып сыҡҡан һыҡтау тауышы, таш стеналарға бәрелеп, кире ҡаҡлыҡты ла ярым асыҡ торған тәҙрә аша тышҡа, һалҡын декабрҙең йән өшөткәс ҡуйынына урғылды.
А-а-а! Урамдан үтеп барған ҡатын илау тауышы яңғыраған тәҙрәгә бер килке ҡарап торҙо ла, үҙ уйҙарына бирелеп, ары атланы. Баҡтаһы ҡойолған әргендек эт кенә, тәҙрә аша эскә һикерергә теләгәндәй бер-ике тапҡыр ырғандап алғандан һуң, оҙонса моронон күккә һоноп, тамаҡ төбөнән һыҙылған әсе тауыш менән олой башланы, һыҙланыу һәм рәнйеү ауаздары бергә ҡушылып, тетрәткес көй хасил итте: ул әллә был донъяға ауыр үпкә булып, әллә яҙмыш келәүенә ҡәһәр булып яңғыраны — бер кем һиҫкәнмәне. Ығы-зығылы мәшәҡәт тулы ҡала үҙенсә йәшәй бирҙе. Берәүҙә берәүҙең эше юҡ. Һәр кем үҙ шөғөлө менән мәшғүл: йүгерә, ҡабаланып-ярышып мал таба, берен-бере ҡыйнай, тыуа һәм үлә...
— Аһ, ер йотҡоро нәмәкәй! Ни тип аҡыраһың ул, ә?! Тауышың тауышмы!
Кисәге һыйланыуҙан шешенеп бөткән, сәстәре ялбыраған шөҡәмһеҙ бисә сабыйға екерҙе: “Анһат һиңә аҫтыңа кәкәй итеп, әҙергә-бәҙер шарылдап ятырға! Мин ҡалайтайым, ә?! Баш төҙәтергә бер тамсы ҡалдырмаған бит анауы оңҡоттар!”
Шулай һөйләнә-һөйләнә, бисәкәй ҡалтыранған ҡулдары менән өҫтәл аҫтында тәгәрәшкән шешә төптәрен ҡараштырҙы. Рәт сыҡмағас, ҡул һелтәп, йылдар буйына йыйылған керҙән ҡаҡашып, ҡара-һоро төҫкә ингән түшәк ғәләмәтенә барып ултырҙы. Бүлмәлә карауат та юҡ ине, уны бисәкәй былтыр уҡ бер ярты көмөшкәгә алмаштырҙы. Асығыуҙан да, еүеш, ҡатып бөткән йүргәктең бешкән боттарын әсеттереүенән дә һыны ҡатып илаған бала, ниҙер аңларға теләгәндәй бер аҙ ғына шымып торҙо ла, тағы ярһыбыраҡ аңҡылдарға кереште.
— Аһ, эт балаһы! Бәреп кенә дөмөктөрөр инем үҙеңде, әҙ-мәҙ аҡсаң килеп тормаһа! — Бисәкәй, өс айлыҡ ҡына сабыйын һелкетә тартып күтәреп, ағыулы имсәген тәнәйҙең ауыҙына ҡаптырҙы.
Көмөшкә менән һыра өҫтөнә тәмәкенән дә күскән зәһәр ыу, сабыйҙың кескенә ирендәре аша үтеп, мейеһенә таралды. Ләкин нарасыйға барыбер ине, тамағы туйһа булған, бөтә теләге әле ризыҡ ейеүгә генә йүнәлгән, донъя емерелеп, ерҙең аҫты өҫкә өйләнмәйме...

2013 йыл.
Ҡала өҫтөнә эңер түшәлә. Нәҙберек ҡояш нурҙары тамам һүрәнәйеп, офоҡ буйлап алһыу-ҡыҙыл ҡорған булып йәйелде. Бынан бер нисә минут элек кенә сағыу яҡтылыҡта балҡыған донъяны ҡараңғылыҡ еңгәндән-еңә бара. Бына шаңдаҡтың һуңғы сағылышын да әрһеҙ тән үҙенең ҡуйы, ауыр ҡанаттары менән япты.
Төнгө асфальт аяҡ тауыштары аҫтында туҡ-туҡ һелкенә һымаҡ. Кемдер йүгерә. Кәнде йоҡомһораған ҡалаға йыртҡыс һунарға сыҡты. Ҡала ерендә эйәһеҙ эт күп бит хәҙер. Ҡасандыр әҙәм балаһының үҙенә күрһәткән миһырбанһыҙлығына улар ҙа яуызлыҡ менән түләй: ауҡанда аңдып тороп, ә бәғзе мәл хатта асыҡтан-асыҡ, күҙ алдында ҡорбанына ташлана һәм үткер тештәрен уның боғаҙына батыра. Әлеге ҡорбандың эт яҙмышына бер генә ҡыҫылышы ла юҡ та инде, әммә бәғере ҡатып, аҙарынған йыртҡыс өсөн барса бәндәләр бер сүрәттә шул.
Әле бына әүермән йәнә ауға сыҡҡан. Күкрәген ярып барған нәфрәткә сыҙамай, тәүҙә урам буйлап сабып уҙҙы. Шунан һағыраҡ аҙымдар менән ҡала баҡсаһына яҡынайҙы. Күкрәп сәскә атҡан хуш еҫле күксиндәр араһынан һүрән генә яҡтыртылған һуҡмаҡҡа күҙ һалды. Төн йыртҡыстарҙың ғына түгел, ғашиҡтарҙың да мәле, шуға күрә ҡон көҫәгәндәр ҡорбанын ҡайҙа тап итерен яҡшы белә. Ана, тар һуҡмаҡта егет менән ҡыҙ күренде. Етәкләшеп киләләр. Ҡыҙ ҡулындағы сәскә гөлләмәһен еҫкәп-еҫкәп ала. Уны егете ошо баҡсала үҫкән гөлдәр араһынан йолҡҡандыр, ахыры. Шуға оҡшап тора. Ә ҡыҙҙың бында эше юҡ: ул бәхетле һәм шат, мөхәббәттең илаһи бейеклегендә йөҙә. Уның өсөн эргәһендәге һөйгәненән дә һәйбәтерәк, көслөрәк, аҡыллыраҡ кеше юҡ. Ярай, ҡарап ҡарарбыҙ, шулаймы икән. Әгәр ҡыйыу һәм тоғро икән егет, алыш бигүк еңелдән булмаҫ. Хәйер...
Йыртҡыс алға көтмәгәндә һикерҙе. Ҡурҡышынан ҡыҙ ҡысҡырып ебәрҙе. Әүермән ырғыған ыңғайға егетте бәреп йыҡты. Ҡыҙы уға ярҙамға ташланды, һөйгәнен торғоҙорға маташты. Ул арала үҙе тороп баҫҡан егеттең алҡымынан алған әүермән: “Хәҙер үк юғал бынан, мин һиңә ғүмер бүләк итәм!” — тип ыҫылданы. Ҡалайтырға ла белмәгән кешеләй, егет ҡыҙға боролоп ҡараны, бер аҙ икеләнгәндәй итте лә кинәт тороп йүгерҙе. Төнгө яҡтыртҡыс һүрәнлегендә табандары ғына ялтырап ҡалды.
Бындай ҡурҡаҡлыҡты көтмәгән ҡыҙыҡай, быуындары хәлһеҙләнеп, ергә сүгәләне. Нисек?! Нисек ташлап ҡасты уны берҙән-бере? Әле генә бит улар киләсәккә береһенән-береһе яҡтыраҡ хыялдар ҡора инеләр, наҙлы һөйөү тойғоһонан иҫереп, ер йөҙөндәге иң йылы һүҙҙәр менән алмашалар ине. Ҡыҙ күңелендә әлегә асыу ҙа, нәфрәт тә юҡ, бары тик сикһеҙ аптырау, башына һыймаған был хәлдән албырғап, юғалып ҡалыу сағыла ине уның бөтә ҡиәфәтендә.
Йыртҡыс, бәпкә яҫҡыған төйлөгәндәй, ҡыҙҙы әйләнеп сыҡты, унан йәмһеҙ итеп екерҙе:
— Тор!
Быуындан яҙған ҡыҙыҡай көс-хәл менән күтәрелеп ҡараны, битараф ҡына тороп баҫты. Оҙон керпектәрен һирпеп, йәнә йыртҡысҡа баҡты. Ҡыҙҙың ҡарашында ҡурҡыу әҫәре күрмәгән әүермән баҙай төштө. Был уның бишенсе ҡорбаны. Әммә тәү тапҡыр уға ҡурҡмай тура ҡарайҙар. Ҡағиҙә буйынса ул иларға, ҡысҡырырға, тартҡылашырға, ярлыҡау һорап ялбарырға тейеш ине. Ә ҡыҙ уға текәлгән дә ҡатҡан.
— Ә һин ышандыңмы уның һине яратыуына? Күрҙеңме, нисек тайҙы һине ҡалдырып? — Яуап көтмәй ине әүермән, әммә ҡыҙ телгә килде:
— Эйе, ышанғайным. Ул мине ярата ине бит! Мин дә... Ҡурҡты...
Бышылдап ҡына әйтте был һүҙҙәрҙе ҡыҙ, күҙ асып-йомған арала бөтәһенең дә селпәрәмә килеүенә һаман ышанып та етмәй ине, буғай.
— Рәхмәт әйтәйемме һиңә, ҡәһәр уҡыйыммы? Һин минең күҙҙәремде астың, ләкин уның ысын йөҙөн хәҙер белдем ни ҙә, белмәнем ни. Һиңә тап булмаһаҡ, бәлки, тормош үҙ яйы менән, көйлө генә китеп тик ултырыр ине... Йәшәгем дә килмәй хәҙер, ул да һатҡас, кемгә ышанырға? — Унан балаларса самимилыҡ менән һорап ҡуйҙы: — Берәүгә лә ышанмайынса йәшәп булмай ҙа инде, ибет? — Ҡыҙҙың сикәләре буйлап йәш тәгәрәне.
Ғүмерен аяп ялыныр урынға фәлсәфә һата. Йыртҡыс һуҡмаҡ ситендәге үләнгә ултырҙы. Ҡуйынындағы бысағын һәрмәне. Үҙе ипләп кенә ҡыҙҙың йүгереп ҡасып китерен көттө. Һәр кем йәнен аяп шулай эшләр ине. Ҡотола аламы, юҡмы — уныһы икенсе мәсьәлә. Ҡыҙыҡай өсөн иһә йәшәүҙең мәғәнәһе юғалды. Уны бөгөн, бына әле генә иң ғәзиз күргән кешеһе һатты. Һаман был хәл уның башына һыймай ине. “Мин һинһеҙ йәшәй алмайым, бергенәм, һинең өсөн үлергә лә әҙермен”, — тигән һүҙҙәре алдыҡ ҡына булдымы икән? Ә бит ул үҙе һөйгән егете өсөн бик-бик ҡурҡты баяғы. Йәнен алһалар ҙа, ҡыҙ уны ҡалдырып йүгермәҫ ине. Тәүҙә ул егеттең ҡотолоуына ҡыуанған да һымаҡ булғайны. Ә хәҙер йәнен әсе рәнйеү хисе өттө.
Әүермән ҡаш аҫтынан ҡыҙҙы күҙәтеүен белде. Ниҙер булды уға, ғәҙәттәгесә ҡанһыҙлыҡ менән ҡорбанына ташланыуҙан нимәлер тотоп ҡалды. Әгәр ҡорбаны тороп сапһа, тимәк, ул уйнай, ваҡыт һуҙа, берәйһенең килеп сығырына өмөт итә. Әммә йыртҡысҡа уны ҡыуып етеүе ике тин бер аҡса. Ул саҡта икеләнергә түгел, бөтәһе лә алдан уйланылғанса: йыртҡыс һәм ҡорбан уйыны. Тик ҡыҙ урынынан ҡуҙғалманы, йәлләтенә ҡарап тора бирҙе.
— Һине лә һаттылармы? — Ҡыҙҙың көтөлмәгән һорауынан әүермән һикереп торҙо.
— Ә һин уны ҡайҙан... белдең?
— Яҡын кешеһе хыянат иткән әҙәм балаһына бөтәһе лә барыбер. Аяҡ астыңда ер уйыла, йәшәгең килмәй, бөтә донъяға үсле нәфрәт менән ҡарайһың. Ә бит башҡалар ғәйепле түгел.
— Эйе, мине лә һаттылар. Иң-иң ғәзиз кешем. Ә һин... нимә миңә аҡыл өйрәтәһең? Тай бынан! Төнөн йөрөмә башҡаса. Икенсе юлы аямауым да бик ихтимал.
— Яҡты урамға ғына сыҡҡансы... Мине оҙатып ҡуймайһыңмы?
— Кит эргәмдән! Кит, тием һиңә! — Ҡурҡыныс итеп ҡысҡырҙы йыртҡыс, әйтерһең, уның йәнен йөҙ, мең өлөшкә өҙгөсләйҙәр, иҙәләр, бына-бына ул бөтә түҙемлеген юясаҡ һәм ҡуйынындағы оҙон бысағын йәнә тартып сығарасаҡ. — Кит бынан!
Ҡыҙыҡай шәп-шәп атлап китеп барҙы. Хәҙер, һөйгәненең үҙен ташлап ҡасыуынан шаңҡыу кәмей төшкәс, уға һәр кемдә була торған хис–ҡурҡыу әйләнеп ҡайтты. Бынан бер нисә минут элек кенә ғәрлегенән, хәсрәтенән хатта йәшәгеһе килмәгән ҡыҙ кинәт аңына килеп, үҙенә ниндәй оло хәүеф янағанын төшөндө. Артҡа боролоп ҡарарға ла, йүгерергә лә ҡурҡты. Арҡалары зымбырланы, түбә сәстәре үрә торҙо. “Эй, Хоҙайым, тағы бер йөҙ метрҙы үтергә генә көсөм етһә...” — Үҙ алдына шулай шыбырлаған ҡыҙҙың ауыҙы кипте, теле аңҡауына йәбешкәндәй булды.
...Йыртҡыс был мәл үләндә тәгәрәй-тәгәрәй олой ине: ысҡындырҙы, ысҡындырҙы! Ни булды бөгөн уға, нишләп бығаса ҡыланмағанды ҡыланды?! Ләкин ҡорбаны артынан тороп сапманы, үләнде йолҡҡослай, ҙур йоҙроҡтары менән ерҙе туҡмай башланы. Ҡан көҫәгән күңеле бына-бына уны тотош көлгә өйләндерәсәк, иҙеп юҡҡа сығарасаҡ, йыртҡыс күкрәк ситлегендә әлеге минутҡа тиклем кисермәгән һыҙланыу-әрнеү тойҙо. Ҡайҙалыр алыҫта, ҡараңғы күкте һыҙып, ниҙер яҡтырғандай булды ла ҡабат юҡҡа сыҡты, төпһөҙ ҡара упҡынға йотолдо.

1990 йыл.
...Рима йән асыуы менән үгәй улын этәреп ебәрҙе. Ике йәшлек кенә сабый, аяҡ аҫтында ятҡан ташҡа һөрлөгөп, йығылып барып төштө. Баланың ике тубығы ла ҡанап китте.
— Мәүеш! Былҡы! Ҡайҙан килдем ошонда, үгәй өҫтөнә! — Баҡсала соҡсоноп йөрөгән ире күреп ҡалмаҫ элек ул малайҙы йәһәт кенә эләктереп алды ла, юл ыңғайы боттарын бора семетеп, өйгә алып инде. Тубыҡтары әсетеүҙән һене ҡатҡан бала үкһеп илап ебәрҙе.
— Шым! Тым хәҙер үк! Арамъя күҙенән һейәр! — Бисә сабыйҙың башын төйҙө.
Быны күреп торған биш йәшлек Рузил әсәһенә ташланды:
— Һин нишләп һуғаһың бәпәйгә?! Уның әсәһе юҡ, ә һин!.. Миңә бит Камилдың атаһы һуҡмай!
— Бәпекәйем, тыныслан! — Улы өсөн ҡото осҡан Рима Рузилде ҡосаҡлап алды. — Мин һуҡмайым уға, өйрәтәм генә. Тыңлашмай бит.
Рузил әсәһенең ҡосағынан ысҡынып, Камилды әүрәтергә маташты.
— Кит уның эргәһенән, ана, ҡанын йоҡтораһың өҫтөңә! — Бисә улын ситкә тартҡысланы.
— Һин Баба-яга, белдеңме? Һин мачеха! Мин һине яратмайым! Бәләкәстәрҙе рәнйетергә ярамай, беҙгә тәрбиәсе апай әйтте!
— Һин шулаймы әле?! Телең бик оҙарһа, бына һиңә! Бына һиңә! — Бисә инде үҙ улын елтерәтергә кереште.
Был юлы Рузилға ла ныҡ ҡына эләкте. Ике малайҙың да яр һалып илаған тауышына тыштан Ғәййәр килеп инде.
— Ни булды? Нимә бүлешәһегеҙ?
— Бына бит, үҙ-ара сыр-сыу киләләр, тыйҙым әҙерәк. Атай кеше улының ҡанға туҙған тубыҡтарын аңғарып:
— Йығылдыңмы ни? Әйҙә, йод һөртәйек, — тип Камилды икенсе бүлмәгә әйҙәне.
— Алдынан алаһың, һин әпәүҙәгәс, миңә ышанмай, ылыҡмай. Әйткәнгә ыжлап та бирмәй, белекһеҙ! – тип ыҫылданы бисә, асыуын еңә алмайынса.
Йәне үртәлгән ир бисәһенә:
— Мин һине, балама әсәй булырһың, тип көткәйнем. Һин шоҡомһоҙ бер нәмә булып сыҡтың! — тип ҡысҡырҙы.
Һүҙ артынан һүҙ эйәреп, ирле-бисәле ыу-арама килделәр.
Ул арала илап арыған малайҙар, мөйөшкә һыйынып, әүен баҙарына юлланды. Сабыйҙар өсөн яҡшы ла, яман да юҡ ине был сәғәттәрҙә, улар үҙҙәренең яҡты төштәрен күрҙе, икһеҙ-сикһеҙ күктә ҡулдарын ҡанат итеп осоп йөрөнө, яңы донъялар асты. Рузил йоҡо аралаш үҙенең бер туған ҡустыһы итеп иҫәпләгән Камилды башынан һыйпап-һыйпап ала, ә тегеһе урыҡ-һурыҡ, көн оҙоно рәнйетелеүҙәрен иҫләпме, һыңҡылдап ҡуя, кескәй ҡулдары менән ағаһының муйынынан ҡосаҡлай...
Утыҙға тиклем кейәүгә сыҡмай ултырған Рима улын үткенсе бер бәндәнән тапҡайны, тегеһе фатир һәм ашап-эсеү хаҡына ҡарт ҡыҙҙың башын ҡаңғыртып йөрөнө лә, Риманың йөккә уҙыуын белеү менән ҡойроҡто һыртҡа һалды. Рузилына дүрт йәш тигәндә, ҡатыны йәшләй генә үлеп ҡалған Ғәййәр һоратты үҙен. Балаһы ла булғас, кескенә улын ҡаҡмаҫ, үҙ күрер тип өмөтләнгәйне лә ир, яңылышты. Әштер-өштөр килеп йәшәп ятыуҙарына йыл үтте, әммә һаждә бисә ошо ҡата башындай сабыйҙы үҙһенеп китә алманы. Ғәййәрҙең зитына тейгән нәмә лә ошо. Йә, ни зыяны бар инде ул баланың? Үҙ әсәһен хәтерләмәй ҙә бит, исмаһам, бисара. Башынан бер һыйпаһаң, маҙрап иркәләнергә генә тора. Мәне белмәгән бисәгә ни, үҙ туҡһаны туҡһан...

2013 йыл.
— Ни өсөн бәләкәй генә ҡалала бер маньякты тота алмайһығыҙ?! Мин һеҙҙән һорайым! Ниндәй эш ҡыйратаһығыҙ ул һеҙ, ә?! Сканворд сисәһегеҙме? Сәй эсәһегеҙме? — Полковник ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. — Һеҙгә ун көн ваҡыт. Ун көн! Юғарынан ҡушалар: ошо ун көн эсендә енәйәтсе рәшәткә артында булырға тейеш!
— Полковник әфәнде, һуң бит... Енәйәтсене улай билдәләнгән ваҡытта ғына тотоп булмай. Ғәйепһеҙ кеше эләкһә? — Тәфтишсе Бахтин ипле генә ҡаршы төштө.
— Беҙ ни көнө-төнө эҙләйбеҙ, шамбы кеүек юҡҡа сыға, — тип һүҙ ҡыҫтырҙы уның ярҙамсыһы.
— Беҙҙең эштә “ғәйепһеҙ” тигән төшөнсә юҡ! Мотлаҡ был енәйәтте яһамаған хәлдә лә! Беҙҙең күҙгә эләккән икән — тимәк, ғәйепле! — Хужаның был һүҙҙәре менән күптәр риза булмаһа ла, ҡабат берәү ҙә ҡаршы өндәшмәне. Оторо һөйләүҙең файҙаһыҙ икәнлеген белә ине полковниктың ҡул аҫтындағылар.
Енәйәтсе бер ниндәй эҙ ҡалдырмай. Аяҡ эҙҙәрен иҫәпкә алмағанда. Ҡоралы — бысаҡ. Аяҡ кейеменә ҡарағанда, оҙон кәүҙәле булырға тейеш, моғайын, ҡаҡсалыр. Ә былай ни шаһиттар юҡ, ни ҡорбандар иҫән ҡалмай. Йыртҡыс аяуһыҙ, ҡатын-ҡыҙҙың йәшенә лә, социаль хәленә лә ҡарамай. Ҡорбандарҙы бер төркөмгә тупларлыҡ айырым билдә лә юҡ.
Әүермәндең юлын йәһәтерәк быуырға кәрәк, юғиһә тағы әллә күпме ғаиләне ҡан илатасаҡ әле ул... Быны аңлай Бахтин. Әммә әләм-борхан эш итеү хәүефле, һис бер ғәйебе булмаған әҙәмдең язаға тарттырылыуын көт тә тор. Йөҙө ҡара бәндә шылмаяҡ, ҡул аҫтынан тиерлек шылып сыға.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың күпселеге капитан Бахтин яҡлы ине, ләкин ауыҙ асып өндәшмәнеләр. Кемде лә булһа тиҙерәк ҡулға төшөрөп, “ғәйебен танырға” мәжбүр итеп, эште яба һалырға ынтылыусылар ҙа юҡ түгел ине арала. Улар артыҡ борсолмай ғына күңелдәренән иреккә сыҡҡан енәйәтселәр араһынан һонтор буйлыларҙы барланы.
Урамдарҙа, ҡала баҡсаһында полиция хеҙмәтен көсәйттеләр. Ҡала бер килке тыныс ҡына йәшәгән кеүек булды, уныһы ла аҙна самаһы. Көпә-көндөҙ, кибеткә икмәк алырға сыҡҡан туғыҙ йәшлек ҡыҙ бала юғалды. Күҙ менән ҡаш араһында, көпә-көндөҙ! Ҡыҙҙың магазинға инеп киткәнен бер нисә шаһит аңғарған. Сыҡҡанын береһе-бер күрмәгән.
Полковниктың йәнә: “Икмәк серетәһегеҙ, бөтәгеҙҙе лә ҡыуам эштән!” — тип ҡысҡырыныуы йөрәккә таш булып ултырҙы. Ҡайғынан ҡара көйгән, аҡылдан яҙыр сиккә еткән әсәнең ерҙә тәгәрәп илауын күреп, Бахтин ҡәһәтләнде: мин барыбер эҙеңә төшәсәкмен, ҡанһыҙ!
Бәләкәс ҡыҙ юғалып, күп тә үтмәне, әүкәйҙәре менән эскәмйәлә “гәп” һатып ултырған алтмыш йәштәрҙәге ҡатын юҡҡа сыҡты. Серҙәштәренән һораһалар: “Ул ни бер ҡолға буйлы егет менән көлөшә-көлөшә һөйләште лә фатирына инеп китте”, — тиеүҙән уҙманы береһе лә.
Ҡолға буйлы егет... Бәләкәй генә булһа ла яңы мәғлүмәт асылды: енәйәтсе — йәш кеше. Уның быға тиклем хөкөмгә тарттырылмаған булыуы ла мөмкин. Тимәк, мәғлүмәттәр базаһында ла юҡтыр. Был хәлде ҡатмарлаштыра. Әгәр төнгө енәйәтсе менән көндөҙ кеше урлап йөрөүсе икеһе бер үк әҙәм булһа әле. Шуныһы, ишек алдында һәр үткән-сүткәндең энәһенән ебенә саҡлы тикшереп ултырыусы әбей-һәбей был юлы әлеге “ҡолға” хаҡында аныҡ ҡына бер ни әйтә алманы. Ир кеше йә арты менән торған, йә һын-һыпатында хәтерҙә ҡалдырырлыҡ билдә юҡ. Хәйер, уның оҙон буйлы булыуы эште бер аҙ еңелләштергән һымаҡ та ул, сөнки һонторҙар һирәк. Ниңәлер, Бахтин әлеге “ҡолға”ның үҙҙәре эҙләгән йыртҡыс икәнлегенә шикләнмәй ине.

1995 йыл.
Мәүүә бишенсе көн эсә. Былай ҙә әҙәм баш тыҡҡыһыҙ өйҙөң ылҡаһы ҡалмаған. Иҙән тулы буш шешә, сүп-сар. Тын алғыһыҙ һауа һулышты быуа. Һыңар тояғы һыныу сәбәпле, таяҡ менән яҙа-йоҙа терәтеп ҡуйылған өҫтәлдә ҡатҡан әпәкәй һыныҡтарынан башҡа тәғәм юҡ.
Биш йәшлек Морат мөйөшкә генә һыйынып ултырған да, яртылаш күгәрә башлаған икмәк һынығына мөсһөҙ тештәрен батырырға маташа. Һыуыҡтан күгәргән аяҡтарын шунда уҡ өйөлөп ятҡан иҫке-моҫҡо араһына тығып йылытмаҡсы була, ҡайҙа инде, нисәмә көн элек тәҙрәләре ярылған өйҙә, моғайын, тышҡа ҡарағанда ла өшәнесерәктер әле. Әсәһенән өҙлөкһөҙ туҡмалыуҙан да, аслы-туҡлы йәшәүҙән дә миңрәүләнеп бөткән малай күрер күҙгә күрмәлекһеҙ генә булһа ла, буйсан. Йәүкә йөрөй, имеш тә, уны ҡатын үгәй атаһынан тапҡан. Булһа булыр, әсәһе лә ныҡ эсте Мәүүәнең. Ҡайҙа эскелек — шунда шаҡшылыҡ. “Бер ваҡытта ла ауыҙыма иҫерткес эсемлек алмайым, әсәйем кеүек, һаҫытып тәмәке лә тартмайым” — бынан ун биш-егерме йылдар элек үҙ-үҙенә биргән антын Мәүүә хәтерләмәй ҙә хәҙер. Кисә һуңғы тиндәрен тотондо. Биреүен биргәс, ни өсөн шул балалар аҡсаһын мулыраҡ тамыҙмайҙар икән? Үҙенә генә түгел бит Мәүүәнең, анау мөйөшкә һырыҡҡан бәйнәтте лә аҫрарға кәрәк. Аскернә бит үҙе лә, белгәне ашау, әле лә икмәк кимерә, ҡороғоро.
— Тор, эт балаһы! Һаман туймайһыңмы?! Бар, хәйер һорарға сыҡ! Ҡолағың ишетһен, аслан да аҡсаһыҙ ҡайтма! Баш емерелеп килә... — Мәүүә һуҡрана-һуҡрана улын өйҙән ҡыуҙы.
Морат ҡурҡышынан ырғып тора һалды ла, өҫтөнә әләм-һәләм эләктереп, тышҡа атылды. Аҙ ғына тотҡарланһа ла, әсәһенең һуғып йығыуынан ҡурҡты малай.
Һыуыҡ көҙҙөң әсе еле Мораттың сибек кенә тәнен шундуҡ тимер ҡоршауына ҡыҫты. Теше-тешкә теймәй ҡалтыранған малай, дерелдәгән күм-күк усын һоноп, аҙыҡ-түлек кибетенең алдына килеп баҫты. Халыҡ инә тора, сыға тора, тик тилмереп баҫып торған балаға иғтибар итеүселәр һирәк. Унда ла кемдер ун тин, кемеһелер илле тин ырғыта. Үҙәгенә үткән һалҡындан да, эскенәһен һыҙып ауырттырған аслыҡ тойғоһонан да әлһерәгән сабыйҙың арыҡ ҡына сикәләре буйлап күҙ йәштәре аға. Ара-тирә өлкәндәрсә ауыр көрһөнөп, теләнселәп торған малайҙы ситтән икәү күҙәтә.
— Йә, оҙаҡ уйлама, — ти тәүгеһе. — Күрәһең бит, хәҙер аяҡ һуҙа һин хәл иткәнсе.
Икенсеһе малайға яҡынлай. Эргәһенә сүгәләп, Мораттың бәләкәс кенә устарына кәнфит һала. Бер мәлгә генә көҙгө әсе елдең яшыҡ йәнен ҡыйнауын да онотоп, сабый ҡарһалана-ҡарһалана түңәрәк тәмлекәстәрҙе сәйнәй.
— Исемең нисек?
— Молат.
— Һин хәҙер Молат түгел, Алик, белдеңме?
— Ялал...
— Минең менән бараһыңмы?
Был минутта Морат өсөн үҙен кәнфит менән һыйлаған ағайҙан да һәйбәтерәк кеше юҡ, уның менән малай Ҡаф тауҙары артына китергә лә риза, шуға ла ул, “эйе” тигәнде белдереп, баш ҡаға...
Тағы бер нисә сәғәттән ошо уҡ урында буйтым ҡыҙмаса булып алған бисә ҡаңғыра:
— Улым юғалды, күрмәнегеҙме? Бына ошонда ғына ҡалғайны...
— Аҙыраҡ эсергә кәрәк ине, — ти ҙә кемдер, алға йомола. Бәләһенән баш-аяҡ.
— Үҙеңде бел, шәп кеше! — Мәүүә тегенең артынан шарылдап әрләп ҡала...

2013 йыл.
Быҫҡаҡ ямғыр көнө буйы яуҙы. Аяҡ аҫты лысҡылдап, асфальт түшәлмәгән урындар әҙәм үткеһеҙ булып ҡойоланды. Урамда йән әҫәре күренмәй. Ҡалалағы иң арзан кибеттәрҙең береһендә һатыусы ҡайтырға йыйынғайны. Ямғырҙың ҡойоп яуа башлағанын күреп, бер аҙ көтөргә булды. Күкте ҡомһарған ҡара болоттар ҡаплаған, донъя тотош ҡараңғыланып ҡалған. Шулай ҙа ваҡыт иртә ине әле, киске алтынсы ғына. Бүтән көндәрҙә туғыҙһыҙ ҡайтып булмай, бөгөн ниңә ҡабаланырға, кеше юҡ, кибет эсен әҙ-мәҙ тәртипкә килтерергә кәрәк, тип уйлап алды һатыусы. Үҙенең өлкәнерәк йәшенә хас булмаған таһыллыҡ менән бушаған йәшниктәрҙе бер урынға өйөргә кереште. Килеп инеүсене ул тәүҙә аңғарманы ла. Нисек шым ғына асҡан тиһең ишекте! Инеүсенең оҙон шәүләһен абайлағас, “терт” итеп ҡалды. Йәһәт кенә башын күтәрҙе. Танығас, йылмайҙы: бынауы йонсоуҙа кем йөрөй, тиһәм, йәнәһе.
— Бәй, был һинме ни? Ҡалай ҡурҡыттың, удаһалай буй-һының менән нисек улай шипкерт тә белдермәй йөрөйһөң ул, ә?
Инеүсе өндәшмәне. Керпеген дә ҡаҡмай, һатыусыға текләп ҡарап тора бирҙе. Үҙенсә ул күңеленән ниҙер хәл итә кеүек күренде ҡатынға, шуға күрә:
— Ни эштәр бөтөрөп йөрөйһөң? — тигән булды, һүҙ юҡта һүҙ булһын тигәндәй. — Берәй йомошоң бар инеме?
Һорауына яуап булмағас, йәнә аптырай төштө ҡатын. Эскән, тиһәң, еҫе сыҡмай. Әллә был күрше малайы наркотик менән “шаяра” башлағанмы? Булыр, хәҙерге йәштәрҙә инабат бармы.
— Аҡса кәрәкме әллә? Күпме? – ти һалды ҡото алына башлаған һатыусы.
Ул егеттең алдына бөтә аҡсаһын сығарып һалырға әҙер ине, тик тиҙерәк ишекте теге яҡтан япһын. Бығаса гел әҙәпле, итәғәтле күренгән күршеһе әллә нисек сәйер ҙә, хөштөмһөҙ ҙә ине бөгөн. Ул арала егеттең ҡулында нимәлер ялтырап китте.
— Нишләйһең?! — Ҡатын йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡырҙы, аяғы менән сигнализация төймәһен эҙләне. Йыртҡыс алдан өлгөрҙө, бүре тиҙлегендә алға ынтылды ла, бысағын әсәһенең әхирәтенә ҡаҙаны.
...Кибет алдында халыҡ сыр-сыу килә. Был мәхшәрҙә ҡапылғара ни ҙә булһа аңлау мөмкин дә түгел. Бер генә ҡурҡыныс һүҙ мейегә уйыла: йәнә кемделер үлтергәндәр!
— Эй-й, ябай ҙа ине үҙе! Хатта үтескә лә биреп ебәрә торғайны.
— Кемгә генә зыяны тейҙе икән бахырҡайҙың?
— Пенсияһын ашап ҡына ятмай, әллә нишләп интегеп эшләп йөрөнө үҙе лә...
— Эй, аллам, йәшәүе ҡурҡыныс була башланы.
— Әйтмә лә. Кешене себен шайы ла күрмәйҙәр.
Ике күрше шулай һөйләнә-һөйләнә ары китте. Уларға ҡаршы оҙон буйлы, бер аҙ көмөрәйеберәк атлаған егет килә. Енәйәт яһалған урындан юлайҡан ғына уҙып барамы, әллә төҙәүелләп киләме — әйтеп булмай. Тик ҡарашы үтә сәйер, үҙен тотошо әҙәмсә түгел һымаҡ. Кибет тапҡырына еткәс, ҡапыл боролоп, кире йүгерә.
Был ҡатындарҙың иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмай, әлбиттә. Маньяк та һонтор кәүҙәле, тигән имеш-мимеш тә йөрөй. Күршеләр йәһәтләп кире борола.
— Үткәрегеҙ беҙҙе милиционерҙар эргәһенә!
— Милиционер түгел, полицай...
— Әдин сүрт түгелме... Ярай, үткәрегеҙ беҙҙе, әйтер һүҙебеҙ бар.
Йыйылыусылар икегә айырыла.
— Беҙ үлтереүсене күрҙек, — тигән хәбәр һала ҡатындар Бахтинға.

Еүеш ерҙә уйылып ҡалған эҙҙәрҙе тикшереү менән мәшғүл капитан уларҙы әллә аңламаны, илтифатһыҙ ғына: “Ярай, ярай”, — тиеү менән сикләнде.
Ҡатындарҙың береһе Бахтиндың яурынына ҡағылды:
— Иптәш полицай! Беҙ енәйәтсе менән күҙмә-күҙ осраштыҡ. Шунда ғына Бахтин эйелгән еренән тороп баҫты.
— Йә, һөйләгеҙ...
— Китеп бара инек. Ҡаршыға... — Ҡатындар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә асыштары менән бүлеште.
— Апайҙар, бер ни аңламайым, берәмләп... Йә, ҡиәфәте ниндәйерәк ине? Ни өсөн унан шикләнәһегеҙ? Бәлки, енәйәтсе түгелдер?..
— Оҙон! Ике метрға яҡын. Спорт кейемендә. Эйе. Күк төҫтәге.
— Енәйәтсе булмаһа, ниңә боролоп ҡасып китте? Ғәйепле кешеләй...
— Танауы көмөрө, йөҙө лә оҙонса.
— Үҙе ҡаҡса... шикелле. Көмөрәйеп атлай. Алға эйелеп.
Стена буйындағы ултырғыстарҙа яйлап урынлашҡас, шаһиттар Бахтинға ҡарап шымып ҡалды. Уларҙың урамдағы һүҙсәнлеге лә әллә ҡайҙа юғалды. Күрәһең, тиҫтәләрсә йылдар стеналарға ғына түгел, бындағы өҫтәл-ултырғыстарға, хатта тәҙрә быялаларына һеңеп ҡалған хәсрәт һәм ҡурҡыу хисе һәр сит кешенең психикаһына ауыр йоғонто яһайҙыр. Бахтин инде ул хәлгә күнегеп бөткән, әммә бәғзе мәлдәрҙә уға ла әлеге ҡараңғы тойғолар үҙенә генә хас бер еҫ менән аңҡый һәм яурындарға, йөрәккә йөк булып баҫа һымаҡ.
— Йә, апайҙар, яйлап, бер нәмәне лә төшөрөп ҡалдырмай, яңынан һөйләгеҙ инде, — тип өндәште, нисек тә вайымһыҙыраҡ, еңелерәк күренергә тырышып, капитан.
Ниһайәт, ҡатындарҙың өлкәнерәге телгә килде:
— Ҡанһыҙ! Күпме әҙәмдең башына етте! Атырға кәрәк мөртәтте! Кире йүгерҙе бит әле шунда уҡ, үҙенә йән ғәзиз!..
— Берҙән, апайҙар, уның енәйәтсеме, түгелме икәнлеген әлегә белмәйбеҙ. Икенсенән, беҙҙә үлем язаһы күптән бөтөрөлгән.
— Бөтөрмәҫкә ине! Шуға ла шашалар!
— Һеҙҙән, минән генә торһа, шулай эшләр инек. Күҙ алдына килтерегеҙ, хөкөм ителеүсене аттылар икән, ти. Ә бер аҙҙан уның ғәйепһеҙ булыуы асыҡлана...
— У-у-уф, шулай ҙа буламы ни?
— Аллам һаҡлаһын...
— Ситкә киттек. Һәр хәлдә мин һүҙ бирәм: енәйәтсе тотоласаҡ һәм ҡаты язаһын аласаҡ. — Капитан тәпәшерәк буйлы һорғолт сәсле йәш иргә күрһәтте. — Бына был егет беҙҙең фоторәссам була. Хәҙер үҙегеҙ тап иткән шикле әҙәмдең йөҙ-ҡиәфәтен уға ҡайтанан һөйләп бирегеҙ. Фоторобот эшләү өсөн...
Шаһиттар тағы бер ҡат кемуҙарҙан әлеге әҙәмде һүрәтләп бирҙе. Фоторәссам һорай ҡуйҙы:
— Ә битендә берәй айырым билдәһе юҡмы? Яра эҙе, миң, һипкелдәр, ҡуйы ҡаштар, ирендәр?
— Ауыҙы ҙур, эйе-эйе, ирендәре нәҙек, ҡымтылып тора.
— Ә ауыҙы нисегерәк төҙөлгән, тиемме... Ике яҡтан һәленеп төшкәнме, өҫкәрәк күтәрелгәнме?
— Юҡ, туп-тура. Тура һыҙылған һыҙыҡ һымаҡ.
Компьютерҙа фоторобот бына тигән килеп сыҡты. Бахтин да, фоторәссам да ҡатындарҙың күҙәтеүсәнлегенә иҫтәре китте. Ләкин Бахтиндың күңеленә икеләнеү хисе килде. Әгәр енәйәтсе ул булмаһа? Йыртҡыс бәндә бейек кәүҙәле — быға шиге юҡ капитандың. Аяҡ кейеменең эҙҙәре лә, аҙым оҙонлоғо ла шуға ишара. Ләкин йөҙ меңдән ашыу халыҡ йәшәгән ҡалала оҙон буйлылар, моғайын, аҙ түгелдер.
Тәфтишсе һатыусыһы үлтерелгән кибет тирәһендә йәшәүселәрҙән һораштырып сығырға булды.
— Бик көслө ямғыр ине, бер ни күрмәнек.
— Иртә ҡараңғы төшкәс, тәҙрәләрҙе ҡорғанлап ҡуйғайныҡ...
— Ул ҡойма ямғырҙа нимә аңғараһың...
Яуаптар яҡынса шул юҫыҡтараҡ булды. Әүермәнде тотоуҙа ярҙам иткән кешегә йөҙ мең һум аҡса вәғәҙә иттеләр. Шул көндө үк әлеге шаһит ике ҡатын килеп етте: беҙ күрҙек тә инде, тимәк, аҡса беҙгә тейеш, йәнәһе.
— Әлегә беҙ ул кешенең ысындан да енәйәтсеме-түгелме икәнлеген белмәйбеҙ, бөтәһе лә асыҡланғас, үҙебеҙ һеҙҙе эҙләп табырбыҙ, — тип, көскә тынысландырып оҙатты Бахтин ҡатындарҙы.
Шул уҡ кистә полиция бүлеге тупһаһында йәнә бер һын пәйҙә булды:
— Мин бөтәһен дә күрҙем, таныным...
— Кемде танынығыҙ?
— Енәйәтселәрҙе, әлбиттә. Улар икәү ине. Улы оҙон, плащ кейгән. Әсәһе...
— Әсә менән ул икәнлеген ҡайҙан беләһегеҙ?
— Таныным, тип торам бит. Эшҡыуар Зияфа ине ул. Аҡылға зәғиф улы менән.
— Нисә метрҙан, ҡайҙан ҡарап танының?
— Ямғыр булһа ла, магазинға сыҡҡайным. Икмәк алырға онотҡанмын да...
— Артабан?
— Артабан ни, тегеләр магазинға инеп киткәс, кире боролдом.

1990 йыл.
Бала табыу йортонда донъяға малай тыуҙы. Икенсе көнө бөтә әсәләргә лә сабыйҙарын имеҙергә таратып бирҙеләр, Зияфа эргәһенә килеүсе булманы.
— Ә минең... Минең улым ҡайҙа?! — Тәү тапҡыр әсә булған ҡатындың тауышы ҡалтыранды. — Ҡайҙа минең улым?!
— Һеҙҙе табип үҙенә саҡыра, йәһәт кенә инегеҙ, — тине лә шәфҡәт туташы сығып китеү яйын ҡараны.
Зияфа карауат эргәһендә торған ҡаталарын кейә алмай аҙапланды. Ни булған нарасыйына?! Ни өсөн саҡыралар уны?!
Табип уны яғымлы ғына ҡаршыланы, ултырғысҡа күрһәтте.
— Ултырығыҙ, беҙгә һөйләшергә кәрәк.
— Ҡайҙа минең балам?! Улым ҡайҙа?! — Сабырлығы бөткән, башына береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ уйҙар килгән Зияфа күҙ йәштәренә төйөлә-төйөлә ҡысҡырҙы.
— Бында ул, бында, тынысланығыҙ, зинһар. Тыңлағыҙ мине. Һеҙ балағыҙҙы бында ҡалдыра алаһығыҙ. Әле йәшһегеҙ, өлгөрөрһөгөҙ...
— Юҡ! Һеҙ ни һөйләйһегеҙ?! Ҡайҙа минең улым?! — Зияфа һикереп тороп, табипҡа ташланды:
— Бирегеҙ баламды!
Табип уны яурындарынан ипләп кенә ҡосаҡлап, кире ултыртты.
— Әгәр бик теләһәгеҙ, бирербеҙ улығыҙҙы. Тик мин әйтергә бурыслы. Улығыҙ дауна сирле булып тыуҙы. Аңлайһығыҙҙыр... Һеҙ уны ҡалдырып китә алаһығыҙ. Махсус йортта ундай балалар хаҡында айырым хәстәрлек күрәләр, тейешле тәрбиә бирәләр.
— Мин улымды күрергә теләйем! Бирегеҙ баламды!
— Яҡшы. Бүлмәгеҙгә ҡайтығыҙ, тынысланығыҙ. Хәҙер алып инерҙәр. Тик, ҡалдырыр булһағыҙ, имеҙмәгеҙ...
Табип әйтеп бөтөрмәне, Зияфа ярһып ҡысҡыра башланы:
— Һеҙҙең минең өсөн хәл итергә хаҡығыҙ юҡ! Улымды бирегеҙ миңә!
Биш минут та үтмәне, улын килтерҙеләр. Бәпесе өсөн хәүефләнеүҙән, сабыйын башҡаса күрмәү ихтималлығынан ҡот әҫәре ҡалмаған йәш ҡатын улын күкрәгенә ҡыҫты: “Ҡолонсағым, алтынҡайым минең...”
Әсә уның йөҙөндә бүтән кескәйҙәрҙән айырмалы бер ни күрмәне. Ирендәрен сәпелдәтеп, бер аҙ тамшанып ятты ла бәләкәс, рәхәтләнеп имә башланы.
— Эй, ғәзизкәйем минең, ниндәй генә булһаң да, һин минең ғәзиз бәпесем. Ҡурҡма, берәүгә лә, берәүгә лә бирмәм, йөрәккәйем...
Зияфаның һөйләнә-һөйләнә балаһын имеҙеүен бер аҙ сәйерһенеп күҙәткән башҡа әсәләр ҡабат үҙ шөғөлдәренә әйләнеп ҡайтты: кемдер сабыйын ҡайтанан йүнәтеп төрҙө, кемеһелер, әкерен генә көйләп, бәпәйен йоҡлатырға тырышты, кемдер имеҙеүен дауам итте.
Күкрәк һөтөн кинәнеп имеп ятҡан улына ҡарап, Зияфа ҡырҡ төрлө уйға сумды. Моғайын, табиптар яңылышалыр. Ире лә, ул үҙе лә айныҡ кешеләр, зат-зәүерендә ундай сирлеләр юҡ, сабыйҙары мөхәббәттә яралды. Ҡарамаҡҡа шап-шаҡтай, шалҡан кеүек малай. Әгәр яңылышмаһалар? Дауна сирлеләрҙең бер хромосомаһы артығыраҡ була, имеш, тип ишеткәне бар уның. Артығыраҡ булғас, уның бәпескенәһе нишләп кәмселекле булырға тейеш? Юҡ, ни генә булһа ла, улыҡайын бер ҡайҙа ла ҡалдырмаясаҡ. Ана бит, ниндәй һөймәлекле үҙе, супылдығы сығып имә. Бер аҙ туҡтап, ял итеп ала ла йәнә керешә. Ни йөрәгең етеп, үҙ ҡаныңдан, йәнеңдең бер киҫәгенән баш тартмаҡ кәрәк? Был мәлдә йәш ҡатынҡай ире хаҡында ла уйламай ине. Дөрөҫөрәге, Зияфа ни кисерә, нисек хәл итә — Фәтих тә шул уйҙа булырға тейеш кеүек ине уға. Сөнки ул бит әсә, әсә кеше күберәкте күрә, тоя. Әммә ире башҡасараҡ уйлай булып сыҡты. Киске имеҙеү тамамланып ҡына тора ине, бүлмә тупһаһында Фәтих пәйҙә булды. Ҡулында — күстәнәстәр, киң яурындарына аҡ халат һалған. Сәскәләре генә күренмәй.
— Хәлең нисек, һөйөклөм? — Ире сикәһенән үбеүгә бисара ҡатындың күҙҙәренән ҡайнар йәштәр атылып сыҡты. — Йә, йә, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Йәшбеҙ бит әле, шөкөр.
Иренә һыйынып, күңел кисерештәрен сисергә самалаған Зияфа ошо “йәшбеҙ әле” тигән һүҙҙәрҙән тертләп китте. Нимәне күҙ уңында тота яратҡан ире?
Улдарын әле алып китеп өлгөрмәгәндәр ине, әммә атай кеше сабыйына әйләнеп тә ҡараманы, ҡатынын йыуатыуын белде:
— Мин белештем, иртәгә һине сығаралар. Килеп алырмын, ә хәҙергә ял ит...
“Һеҙҙе” тимәне, “һине” тине.
— Нисек?! Мине генә сығаралармы? Ә улыбыҙ? Ғәзизебеҙ?!
— Табип һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк, һөйөклөм.
Зияфа сит-ят күҙҙәр алдында бәхәс ҡуптарып торманы. Ул инде хәл иткән: улын ҡалдырмаясаҡ. Моғайын, Фәтих аңлар. Бәғеркәйен ҡулына алыу менән йәне ирер, йәлләр.
Икенсе көндө ире сәскәләр, торт тотоп килде. Баланы йәтешләп төрөп, ҡулына тотторғастары, хатта йылмайғандай ҙа итте. Зияфаның йөрәгендә өмөт шәме ҡабынды: ҡыҙыулыҡ менән әйткәндер кисә, уйламайынса. Ул бит атай, яратып китер әле улын. Малай көттө бит ул, йыш ҡына кәләшенең эсенә усын ҡуя ла, сабыйҙың тибешкәнен тойоп, ҡыуанысынан нишләрен белмәй ине.
Өйгә ҡайттылар. Бүлмәләр йыйыштырылған, аш бешкән. Бөтәһе лә тәртиптә. Тимәк, барыһы ла һәйбәт буласаҡ.
— Зияфа, — тип ҡарашын йәшереп һүҙ башланы Фәтих өҫтәл артында. — Бәлки, ныҡлап уйлап ҡарарһың, ә? Мөхәббәтебеҙ хаҡына. Мин һине бик яратам. Ләкин ғүмерлек сирле, ауыр сирле баланы ҡарап йәшәй алмайым. Үҫә килә ни булырын тоҫмаллайһыңмы ?
— Һин “мөхәббәт хаҡы” тиһең, ә сабыйыбыҙ, шул мөхәббәт емеше булған ғәзиз сабыйыбыҙ хаҡы ҡайҙа? Уның бит бер гонаһы, бер ғәйебе лә юҡ! Ни өсөн беҙҙең ғәйеп өсөн, эйе, эйе, ул сирле булып донъяға килгән икән — тимәк, беҙ ғәйепле, ни өсөн бала ыҙа сигергә тейеш?!
— Миңә карьера эшләргә кәрәк, артабан үҫергә. Һин дә юғары белемең менән өйҙә генә ултыра алмаясаҡһың. Ә бала, айырыуса ауырыу бала көндәлек хәстәрлек, даими иғтибар талап итә...
— Фәтих, һин бит бала булырын белгәс, атҡа менгәндәй шатланғайның.
— Шатландым, әлбиттә. Мин уның ғәрип булырын белгәнме ни?! Ярай, аулаҡта яҡшылап уйла, мин әсәй янына күсәм. Кире уйлаһаң, шылтыратырһың.
— Юҡ, һин ундай бәғерһеҙ түгел инең бит! Бер үҙемә йәш сабый менән нисек ауыр буласағын...
— Аҡсала мохтажлыҡ кисермәҫһең. Эшеңде, йәшлегеңде, яҙмышыңды ошо аҡылға бер төрлө бала хаҡына ҡорбан итергә хәл иткәнһең икән... ихтыярың.
Ҡатындың һулышы ҡыҫылды:
— Һин үҙең аҡылға бер төрлө!..
Фәтих китте. Зияфа үҙен ҡулда тоторға, уның хаҡында уйламаҫҡа тырышты: һөтө яныуҙан ҡурҡты. Ахырҙа, ауылдан әсәһен күсереп алды. Фәтих ярҙамынан өҙмәне былай: аҡсалата ла, әйберләтә лә, тигәндәй. Зияфа ғына үҙен һәм улын һатҡан әҙәмгә тулыһынса бәйле булып ҡалырға теләмәне. Унан, һәр төрлө дарыу, күнекмәләр, табиптар өсөн аҡса күп кәрәк ине. Улы бер аҙ утыҡҡас, кредитҡа батып, алыпһатарлыҡҡа тотондо. Бәләкәй генә бер бүлмәне арендаға алып, унда көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән сауҙа итә башланы. Әле эшҡыуарлыҡтың киң таралып өлгөрмәгән сағы ине, шуға ла эше ыңғай ғына китте. Ваҡ-төйәк артынан Өфөгә лә, Силәбегә лә йөрөнө. Әсәһе эргәһендә ҡалған улын һағынып ҡайтыр булды, аҙ ғына буш ваҡытын да уға бағышланы, бассейнға, төрлө түңәрәктәргә алып йөрөнө, мөмкин тиклем улы менән сәләмәт тиҫтерҙәре араһындағы айырмалыҡтарҙы кәметергә тырышты. Ул арала Фәтих икенсегә өйләнде, балалары тыуҙы. Зияфа менән улын ярҙамынан мәхрүм итмәһә лә, Ғәзизде күреү өсөн элекке ғаиләһенә килеп тә сыҡманы. Ҡасандыр өҙөлөп һөйгән кешеһенең башҡа ҡатын менән йәшәп ятыуын күреүе ҡыйын ине Зияфаға. Һыр бирмәҫкә, хис-тойғоға буйһонмаҫҡа тырыша ла бит, күңел — йүгәнһеҙ ат, тотоп-тыйып булмай. Был ҡалала уға һәр нәмә мәхрүм яңғыҙлығын хәтерләтеп тора кеүек. Етмәһә, Фәтих менән йәш бисәһе, кескәйҙәрен этмә арбаға һалып, бәхетле йылмая-көлә гел ҡаршыһына сығалар. Әйтерһең, Зияфа йөрөгән урамдан башҡа урын юҡ. Ул арала һин дә мин генә күренгән әсәһе, ҡатындың былай ҙа етем күңелен үкһеҙләндереп, ҡапыл ғына йөрәк өйәнәгенән вафат булып ҡуйҙы. Зияфаға фатирын алмаштырып, икенсе бер бәләкәйерәк ҡалаға күсеүҙән башҡа сара ҡалманы.

2013 йыл.
Рәйфә, асылда, берәүҙе лә күрмәгән дә, танымаған да ине. Ҡолағына енәйәтсенең бейек кәүҙәле булыуы салы-сарпы ишетелеп ҡалғас, ул бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тотмаҡсы булды. Берҙән, әлеге эшҡыуар Зияфаға егерме мең һум бирәсәге бар. Самаһы — шул бурыстан, дөрөҫөрәге, үҙенә аҡсалата ярҙам күрһәткән ҡатындан ҡотолоу. Әтеү, йөрөй әллә кем булып. Иҫәр бала тапҡан, тимәҫһең. Инде итәғәтле булып ҡылана бөтәһенә, йәнәһе, ул ябай, үҙ кеше. Боралҡы ла икән әле үҙе, был ҡаланыҡы түгел. Унан, әсәле-уллы икәүһен ултыртып ҡуйһалар, Рәйфәнең эсен тишәме йөҙ мең?
— Әгәр суд була ҡалһа, әйткәндәрегеҙҙе дөрөҫләйһегеҙме?
— Дөрөҫләйем, кәнишнә. Дөрөҫләмәгән ҡайҙа! Йөрөмәһендәр әле күҙ көйөгө булып, әллә ҡайҙан килеп...
Бахтин Рәйфәнең һөйләгәндәрен ҡағыҙға теркәп, ҡул ҡуйҙыртты. Әммә полковникка керергә ашыҡманы. Шаһитта уны ниҙер бик һағайта ине. Ышандырырлыҡ итеп һөйләргә тырышһа ла, Рәйфәнең күҙҙәрендә ниндәйҙер ялғанлыҡ, яһалмалылыҡ тойолғандай ине тәфтишсегә. Бүтәндәр менән фекер алышмай ғына ул тәүҙә “енәйәтселәр” йәшәгән йортҡа барып килергә ҡарар итте. Әммә һуңланы. Уның күҙ алдында эшҡыуар Зияфа менән улын полиция машинаһына этеп-төртөп индереп, алып та киттеләр.
— Полковник әфәнде, мин эштең айышына төшөнмәнем, — тип киҫкен генә мөрәжәғәт итте етәксеһенә Бахтин. — Һеҙ әүермән буйынса эште икенсе берәүгә тапшырыуығыҙ тураһында әйтмәнегеҙ...
— Әйтмәнем, сөнки бына бында, — полковник усы менән өҫтәлгә һуҡты, — һинең өҫтән ялыу бар. Ни өсөн шаһит һөйләгәндәргә шик белдерҙегеҙ? Теркәмәнегеҙ?
— Теркәнем, бына ул.
— Ниңә мин был хаҡта яңы беләм?! Ҡыҫҡаһы, эште тулыһынса Хамовҡа тапшыр.
— Полковник әфәнде...
— Фарманды үтә!
Бүрәнә аша бүре күреп, кеҫәһенә күктән төшкән йөҙ меңде һалырға, бер юлы бурысынан да ҡотолорға хыялланған бисә, Бахтиндан сыҡҡас та полковникка инеп, тәфтишсенең илтифатһыҙлығына зарланып өлгөргәйне. Нимәһелер оҡшаманы Рәйфәгә Бахтиндың. Йыртҡыс һиҙемләүе менән ул капитандың үҙенә ышанмайыраҡ ҡарауын тойомланы һәм эште үҙ ағышына ҡалдырмаҫҡа булды... Сибәр, һомғол буйлы, бисә-сәсәгә саманан тыш иғтибарлы Хамов менән иһә Рәйфә тиҙ үк уртаҡ тел тапҡайны. Карьера баҫҡысынан үрләргә атлығып торған, кешенең ғәйепле-ғәйепһеҙлегендә артыҡ соҡсонорға яратмаған лейтенант Хамов был эште йәһәт кенә яба һалып, үҙен күрһәтеп ҡалырға ашыҡты. Зияфа менән улынан һорау алғанда, Бахтин хеҙмәттәшенән бүлмәлә ҡалыуҙы үтенде.
— Бәлки, һиңә берәй ярҙамым тейер, — тигән булды ул Хамовҡа.
Тегеһе ризалашмай булдыра алманы, Бахтин, ни тиһәң дә, унан юғарыраҡ чинда бит.
Ҡулдарын артҡа шаҡарып бығау кейҙерелгән ҡырҡ-ҡырҡ биш йәштәр тирәһендәге ҡатынды индерҙеләр. “Килештерәләр, — тип уйлап ҡуйҙы Бахтин. — Типһә тимер өҙөр ирҙәр сибек кенә ҡатынды бығаулап йөрөтә”. Хамов бығауҙы сисергә ҡушты. Ғәйепләнеүсе ҡулдарын ыуып торҙо ла:
— Улым менән мин нишләп бында? — тип һораны.
— Егерме бишенсе июль көндө киске биш менән алты араһында ҡайҙа булдығыҙ ?
— Әлләсе... Минең хәтерем улай уҡ шәп түгел, ваҡиғаны көнө-сәғәте менән һаҡламай. Бер айға яҡын ваҡыт үткән бит.
— Хәтерләү-хәтерләмәү һеҙҙең мәнфәғәттә!
— Моғайын, үҙемдең магазиндалыр, аҙнаһына өс мәртәбә тап шул мәлдә һатыусыларҙан аҡса ҡабул итәм.
— Тимәк, тәүҙә аҡса йыйғанһығыҙ, һуңынан улың менән икәүләп кеше үлтерергә юлланғанһығыҙ. Шулаймы?
— Нисек? Кеше үлтерергә?! Һеҙ ни һөйләйһегеҙ?!
Хамов ауыр йоҙроғо менән өҫтәлгә килтереп һуҡты, унда өйөлөп ятҡан папкалар сәселеп китте хатта.
— Бында һорауҙы мин генә бирәм. Нисек үлтерҙегеҙ, һөйлә! Ҡатын ағарынып китте, унан ҡапыл иҙәнгә теҙләнде:
— Зинһар, улымды бынан сығарығыҙ, ярамай балаҡайыма бында, аңлайһығыҙмы?! Иремә шылтыратырға рөхсәт итегеҙ, улымды килеп алһын!
— Ниңә улығыҙға бында ярамай ? Ә кеше үлтерергә яраймы ?
— ҡ, юҡ, беҙ үлтермәнек, берәүҙе лә. Ә улым сирле...
— Нисек сирләй? Психик ауырыумы?
— Эйе, тыумыштан. Тик ул аҡылһыҙ түгел, яҡшыны ямандан айыра. Иремә шылтыратырға рөхсәт итегеҙ. Телефонымды бирегеҙ.
Хеҙмәттәшенең ишетмәмешкә һалышыуын күргән Бахтин:
— Ҡулға алыныусының бер тапҡыр шылтыратырға хоҡуғы бар, - тип һүҙ ҡыҫтырҙы.
Хамов капитанға сәйер генә ҡарап ҡуйҙы ла:
— Шаһитты индерегеҙ, — тип бойорҙо ярҙамсыһына.
Рәйфә инде. Бахтиндың үҙенә керпек тә ҡаҡмай текәлеп ултырыуын күргәс, эйелеп, итәген төҙөткеләне, ҡарашын ситкә алырға ашыҡты. Ғәйепләнеүсе иһә уға төбәлгән дә ҡатҡан.
— Шаһит, һеҙҙең алда кем икәнлеген таныйһығыҙмы? Рәйфә йәнләнә төштө.
— Таныйым, таныйым... Мин уны егерме бишенсе июль көнө улы менән икеһен енәйәт яһалған урында күрҙем.
— Рәйфә, беҙ һинең менән электән таныш та инде, ни һөйләйһең?!
— Элек бер-ике күргәнем бар инде.
— Ғәйепләнеүсе, ҡамасауламағыҙ! — Хамов дорфа ғына өндәште.
Рәйфә ҡабат ҡарашын йәшермәһә лә, һөйләгәндә күҙҙәре әле былай, әле тегеләй йүгергеләне.
“Алдашыу билгеһе, — тип үҙенсә һығымта яһаны Бахтин. — Йөҙ мең һум шулай башын әйләндергәнме был ялған шаһиттың, әллә ғәйепләнеүселә берәй үсе бармы?”
Шулай уйларға ла өлгөрмәне, Зияфа ҡысҡырып ебәрҙе:
— Һин бит бурысыңды түләмәҫ өсөн ялғанды һөйләйһең! Ярай, түләмә, тик, зинһар, улай яла яҡма! Беләһең бит Ғәзиздең сирле икәнлеген, ниңә гонаһтан ҡурҡмайһың?!
Был бисәне Зияфа ҡасандыр кибетенә йыйыштырыусы итеп тә алғайны, әммә Рәйфә эшһөймәҫ бер нәмә булып сыҡты. Улай ғынамы, тауар ҙа юғалғылай башланы. Һатыусы булып эшләгән йәш кенә ҡыҙҙар илай-илай ҙа үҙ кеҫәһенән түләй. Бер нисәүһе эштән дә китте. Рәйфәнең эҙенә төшкәнсе байтаҡ ҡына ваҡыт үтте әле. Кемдең уғры икәнлеген белгәс, Зияфа йыйыштырыусыһын эштән ебәрҙе. Әммә Рәйфәнең матди хәле ауыр булыуын белгәнгә күрә, бер ҡайҙа ла хәбәр итмәне. Өҫтәүенә, унан алдараҡ ҡына Рәйфәгә егерме мең һум үтескә лә биреп өлгөргәйне. Бына бөгөн килеп... Шаһитты сығарып торҙолар.
Зияфаның улын индерҙеләр. Көн эсендә күҙгә күренеп үҙгәргән, сикәләре ослайып киткән. Ғәзизен ошо хәлдә күреп, әсәнең йәне ҡыйналды.
— Әсәйең иҫләмәй, бәлки, һин әйтерһең, 25 июлдә кис ҡырын, биш менән алты араһында, ҡайҙа булғанығыҙҙы?
Ғәзиз бер нисә секундҡа ғына уйланып торғандай итте лә теҙеп китте:
— Ул көнө ҡойоп ямғыр яуҙы. Тәүҙә быҫҡаҡлап ҡына, ә һеҙ әйткән ваҡытҡа күктең төбө тишелдеме ни! Ағай, әллә күк төбө ысынлап тишелдеме икән ул саҡта, ә? Әсәйем менән ҡала баҡсаһына барырға тейеш инек, ямғыр биҙрәләп ҡойғас, сыҡманыҡ та ҡуйҙыҡ. Өйҙә генә ултырҙыҡ. Мин компьютерҙа уйнаным, әсәйем... — Ғәзиз, күҙҙәрен йомоп, тамшанғандай итте. — Әсәйем бәлеш бешерҙе. Балан бәлеше. Балан бәлешен бигерәк яратам, ағай, ә һеҙгә ниндәй бәлеш оҡшай? — Еткән егеттең сабыйҙарса бер ҡатлылыҡ менән үҙенә өндәшеүе Бахтинды тетрәтте. Шул уҡ ваҡытта бынан ай самаһы элек булған ваҡиғаны кисә генә булған хәлдәй һис бер икеләнеүһеҙ бәйән итеүе ғәжәпләндерҙе. Хамовҡа иһә бөтә был хәл оҡшамай ине. Ғәйепләнеүсе үҫмерҙең бөтәһен дә яҡшы хәтерләүе лә, уның үҙенә түгел, Бахтинға яҡын күреп өндәшеүе лә. Уға йәһәтерәк эште ябырға, етәкселектең маҡтау һүҙҙәрен ишетергә кәрәк. Бәлки, үрләтеп тә ебәрерҙәр, кем белә.
— Һеҙ, Зияфа Килдина һәм Ғәзиз Килдин, кеше үлтереүҙә ғәйепләнәһегеҙ. Егерме бишенсе июлдә кисен Төҙөлөш урамындағы бишенсе һанлы магазин һатыусыһын үлтереүҙә! — Хамовтың һүҙҙәре тимергә сүкеш менән бәргән кеүек ҡаты һәм ҡәтғи яңғыраны.
— Юҡ, ағай, беҙ өйҙә бәлеш ашап ҡына ултырҙыҡ. Әсәйем ни, себен үлтерергә лә йәлләй бит ул. Минән хатта күгәүен дә үлтертмәй, ҡыуып сығар, ти. Ә күгәүенде ҡыуып сығарыу еңел түгел, сағыша ла инде ул, ибет, ағай? — Ғәзиз йәнә Бахтинға өндәште.
— Кем үлтерҙе һуң?
Хамовтың һорауына Ғәзиз һорау менән яуап ҡайтарҙы:
— Күгәүендеме?
— Ниндәй күгәүен?! Һин бында минең башты ҡаңғыртма, йәме!
— Нимәне һуң?
— Һатыусыны, тием, һатыусыны!
— Ә-ә-ә... Ағай, ул кеше лә инде, кешене ярамай үлтерергә.
— Ярамағанын мин дә беләм. Һинән һорайым: әсәйең үлтерҙеме, һинме?!
— Әсәйем дә түгел, мин дә түгел.
— Иң һәйбәте: ғәйебегеҙҙе таныу. Был һеҙҙең хәлде еңеләйтәсәк.
Ғәзиз әсәһенә боролоп ҡараны. Уның ялыныслы ҡарашын үҙенсә аңланымы, әллә иң яҡын кешеһенә хәүеф янауын тойоп, ҡошсоҡтай йәне тетрәнеме, ни ҙә булһа, ул алға, Хамовҡа ҡарай ынтылды. Тегеһе хатта артҡа янтайып китте.
— Әсәйемә теймәгеҙ! Ул ғәйепһеҙ! Мин, тиер инем... Кешене нисек үлтерәләр һуң? Башына сирткәнгә генә бирешмәй ҙә ул. Себен үлтергес шапылдатҡыс менән һуғырғамы икән? Әллә... — Улының хыялый кеүек үҙ алдына һөйләнә башлағанын күргән әсәнең йәне өҙөлгәндәй булды:
— Күрмәйһегеҙме?! Ул бит сирләй! Ул ни һөйләгәнен белмәй! Туҡтатығыҙ был кәмитегеҙҙе! — тип өҙгөләнеп ҡысҡырҙы ул.
Бахтинға бөтә был күренеш сәхнәлә барған аяныс трагикомедияны хәтерләтә ине. Ул үҙенең был эште алып барыуҙан ситләштерелеүен әсенеп уйлай, Хамовтың эште ниндәй маҡсатта тиҙерәк ябырға тырышыуын да аңлай, әммә ҡыҫтырыла, ниҙе лә булһа үҙгәртә алмай.
Күҙләштереүгә уның шаһиттары ла саҡырылғайны. Йәнә Рәйфәне һәм әлеге ике ҡатынды индерҙеләр. Рәйфә Ғәзизде лә “таныны”. Быға ҡаршы егет:
— Апай, алдашыу оят бит ул, ә һин алдашаһың, үҙең әсәйемә дуҫ булып йөрөйһөң, — тине.
— Ашыҡмағыҙ, иғтибарлы булығыҙ, — тине Бахтин. — Бәләкәй генә яңылышыуҙың да фажиғәгә килтереүен онотмағыҙ.
Ҡатындар икеләнде. Улар Зияфаны белмәй ине, ә бына теге көн юлдарына осраған егет ошо булдымы, әллә икенсеме? Буйға оҙон булыуы, танауы уны хәтерләткән дә һымаҡ, ләкин теге егет олораҡ ине, буғай, көмөрөрәк тә күренде. Быныһы иһә төп-төҙ, башын юғары тота, күҙгә тура ҡарай. Ҡарашы ла бөтөнләй икенсе. Өҫтәүенә, һул битендә бармаҡ уйымындай миңе лә бар. Ул миңде нишләп аңғарманы икән һуң улар?
Ниһайәт, шаһиттарҙың йәшерәге телгә килде:
— Беҙ күргән кеше олораҡ ине.
— Нисек олораҡ? Нисә йәштә? — Хамовҡа ҡатындарҙың икеләнеүе оҡшаманы. — Ныҡ оломо?
— Юҡ, ул да йәш кеше. Ләкин был бит бала ғына. Ә теге ҡатҡыл, йонсоуыраҡ та һымаҡ.
Һүҙгә өлкәнерәге ҡушылды:
— Тегенең миңе лә юҡ ине.
Бахтин еңелерәк тын алды. Әле Хамов оло тырышлыҡ менән “енәйәтсе” мөһөрө ҡуйырға ашыҡҡан әсә менән улдың үлтереүсе булыуына ул ышанмай ине. Күрәләтә ғәйепһеҙҙәрҙе хөкөм итеп ҡуйһалар...
— Һеҙ нимә, шул арала миңен дә күреп өлгөрөргә тейеш инегеҙме ни?! Ул бит ҡапыл боролоп ҡасҡан! — Хамов шаһиттарға баҫым яһай башланы. — Бер үк кешенең атлауы ла төрлөсә булыуы мөмкин!
— Әллә... Шул микән? — Шаһиттарҙың олорағы аптырауын белдерҙе.
— Юҡ, ул түгел! Был икенсе! — Йәшерәге һүҙендә ныҡ торҙо.

***

...Бахтин Зияфанан иренең телефон һанын алып, үҙе шылтыратты. Юрист белемле, элекке ҡатыны менән улына ярҙам итә алыр, бәлки, тип уйланы тәфтишсе. Моғайын, балаһы яҙмышына битараф ҡалмаҫ.
Килдин икенсе көндө үк килеп етте. Бахтин аша эштең асылына төшөнгәс тә, ғаиләһе менән осрашыуға рөхсәт алды. Зияфа менән күрешеүҙәре ҡәҙимгесә генә булһа ла, улын күргәс, Килдиндың йөрәге алҡымына тығылды: “Ошо баланан мин баш тарттым. Нисек үҙ ғәйебемде юйырға? Был мөмкин түгел. Гонаһты юйып буламы ни? Айырыуса, үҙ ҡаның, балаң алдындағы гонаһты... Карьера, тинем, әллә ни эш ҡыйрата алманым. Өйләнһәм дә, Зияфанан яҡшыраҡты тапманым. Хәҙер мин нисек тә уларҙы ҡотҡарырға тейеш”.
— Элекке ҡатынымды һәм улымды үҙем яҡларға теләйем, — тип белдерҙе ул полковникка инеп. — Әле уларҙың эшен алып барған Хамовҡа ышанмайым. Уға тиҙерәк енәйәтсене табып, эште йәһәтерәк ябырға кәрәк. Ни өсөн эште Бахтиндан алдығыҙ?
— Мин һеҙҙең алда отчет бирергә йыйынмайым. Кемгә ниндәй эш тапшырырға үҙем беләм, — тип дорфа ғына өндәште полковник.
Килдин бәхәсләшеп торманы, үҙ тикшереүен башланы.
Ул арала Хамов эште судҡа тапшырып та ҡуйҙы. Быға тиклем ҡылынған енәйәттәр ҙә Ғәзиз Килдин иҫәбенә “теркәлде”. Юғарыға урындағы полицияның һөҙөмтәле һәм “яҡшы” эше хаҡында рапорт бирелде.
Шаһиттарҙың өсөһө лә “енәйәтсене” таныны, Рәйфә иһә уларҙың икәү — әсәле-уллы булыуын тәҡрарларға онотманы, шуға күрә әлеге йөҙ меңдең кәм тигәндә яртыһына дәғүә итте. Хамов тәүҙәрәк икеләнгән ике ҡатынға: “Әгәр хәтерегеҙҙе яңыртып, бөтә шик-шөбһәгеҙҙе онотһағыҙ, йөҙ мең өсөгөҙгә тигеҙ бүленәсәк”, — тип вәғәҙәләне. Ошо һөйләшеүҙән һуң шаһиттар икеләнеүҙе “онотто”. Уйлап ҡараһаң, улар бары кемдеңдер енәйәт яһалған урынға барып етмәҫ элек кире боролоп йүгереүен генә күргән. Уныһы ла икенсе көндө. Әммә хөкөмдар бында төп дәлил итеп бисара Ғәзиздең үҙ ғәйебен таныуын алға һөрҙө...

1995–2000 йылдар.
Кескәй Морат “бурҙар мәктәбе”нә килеп эләкте. Нисек хәйер һорашырға, үҙеңде йәлләтер, кешене ышандырыр өсөн ҡайһылайыраҡ ҡыланырға, транспортта нисек итеп һиҙҙермәй генә сумкаға, кеҫәгә төшөргә, тотола ҡалһаң, нишләргә — бөтә был уғрылыҡ “фәнен” өйрәнеү өсөн уның кесе йәштә булыуы бик ҡулай ине. Тал сыбығы кеүек кенә ине әле ул, ҡайҙа бөкһәң дә бөгөлә. Тамағы туйған, әсәһенең өҙлөкһөҙ эсеүенән, үҙен ҡағып-һуғыуынан ҡотолоп, иркен тын алған малай “фән”де тиҙ үҙләштерҙе. Бандиттарҙың кеше талау сәхнәләрендә шундай килештереп уйнай ине Алик-Морат, ысын актер тип торорһоң. Тик бер генә мәртәбә унда үҙҙәре талаған ҡатынға ҡарата йәлләү кеүек хис тыуҙы.
Автобусҡа инеүселәр араһынан улар ҡорбанды алдан уҡ билдәләй. Ғәҙәттә, аҡсалы кеше бүтәндәрҙән айырылып тора. Кейеме менән түгел, әлбиттә. Бай, ҡупшы кейенгәндәр, киреһенсә, үҙҙәре менән ҙур аҡса алып йөрөмәй. Бында кешенең кәйефендә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә үҙгәреш күрә белергә кәрәк. Янында ҙурыраҡ төшөм йөрөтөүсе яңы йыл табынында шампан шарабы күтәргән әҙәмде хәтерләтә. Еңелсә ҡыҙмаса һымағыраҡ хәлдә була ул. Унан инде ҡорбандың йәшенә, енесенә ҡарап, репертуарҙағы спектаклде һайларға ғына ҡала.
Был юлы автобусҡа ултырыусы урта йәштәрҙәге ҡатын ине. Ябай тунда, башында — дебет шәл. Буш урын булмау сәбәпле, ул аулағыраҡ урынға барып баҫты. Өс юлбаҫар һиҙҙермәй генә, ҡәҙимге пассажирҙар сүрәтендә, уны уратты. Араларында бер ҡыҙ ҙа бар. Морат буласаҡ ҡорбан эргәһендә “эләгеп”, йығылып китте. Уй ҙа уй килеп, тора алмай ятҡан кеше булды. Берәү урынынан ҡуҙғалманы һәм “бәләгә ҡалған” малайға ярҙамға ашыҡманы. Әлеге ҡатын ғына Моратҡа ташланды:
— Балаҡай, ни булды? Берәй ерең ауырттымы?
Бер ҡатлы, шәфҡәтсел ҡатынҡай малайға аяғына баҫырға булышҡан арала ике бандит уның сумкаһынан ҙур ғына аҡса муҡсайын сәлдереп тә өлгөрҙө. Йығылған малайҙы йәлләп, тик бер миҙгелгә генә ҡулындағы әйберен онотоп киткәнен, ике әҙәмдең ул арала сумкаһын янбаштары менән ҡыҫып алыуын ҡапыл аңланы ла аңлауға, тик һуң ине инде. Табышты бурҙарҙың береһе һиҙҙермәй генә кәсептәш ҡыҙға тоттороп өлгөргәйне, ә тегеһе ул арала автобустан һикереп төшөп тә ҡалды. Аҡсалы муҡсай иһә уның менән бергә төшкән үҫмерҙең ҡулына күсте. Күҙ асып йомған арала булған был хәлде бер кем күреп тә, аңлап та өлгөрмәне. Төп талаусылар ҡымшанмай ҙа тып-тыныс ҡалдылар.
— Аҡсамды! Аҡсамды алдылар! — Ҡатын тәүҙә теге икәүгә барып йәбеште. — Бирегеҙ аҡсамды!
— Ханым, һеҙ нимә?! Иҫәрләнеп бараһығыҙмы әллә? Ниндәй аҡса таптыраһығыҙ беҙҙән? — Береһе йөҙөнә аптырау ҡатыш асыу сығарып өндәште.
— Тентегеҙ һуң, улай бәлә һалып ҡысҡырғансы, — тип тыныс ҡына өндәште икенсеһе.
Ысынлап та аҡылынан шашыр сиккә еткән бисара бурҙарҙың кеҫәләрен ҡапшай башланы. Әммә ҡулына үҙенең көшөлөгөнә оҡшаған әйбер һуғылманы. Ахырҙа, ҡатын пассажирҙарға, кондукторға, водителгә ялбарып ҡараны:
— Зинһар, ярҙам итегеҙ!
Уның аһ-зарына берәү ҡолаҡ һалманы. Меҫкен зыян күреүсе, ҡапыл ниҙер хәтерләп, ҡарашы менән үҙе иҙәндән торорға булышҡан малайҙы эҙләне, әммә унан елдәр иҫкәйне. “Теге бала юрый ҡолаған, ә мин, аңра, уға ярҙам итәм”, — тип әсенеп уйланы ҡатынҡай. Әлбиттә, милиция уға “ярҙам итә алманы”. Береһе хатта мыҫҡыллы йылмайып: «Ә ул тиклем аҡса бар инеме һуң һеҙҙә? Булһа, ҡайҙан килгән?” — тип кәмһетте, таланыусының өҫ-башын күҙҙән үткәреп.
Табыш, ысынлап та, ҙур ине. Мал-тыуарын, йортон һатып, ҡала ситендә бер бүлмәле булһа ла фатир алырға килеүсенең барлы-юҡлы монаяты күҙ асып йомған арала юҡҡа сыҡты. Ә бурҙар ул көндө “геү” килеп байрам итте. Мораттың алдына һәр төрлө тәмлекәстәр ҡуйылды. Ә малайҙың күҙ алдынан үҙенә ярҙамға ташланған апайҙың ҡарашы китмәне: шундай яғымлы, йәлләп ҡарай ине ул күҙҙәр. Тамағына ла аш барманы, өлкәндәрсә ауыр уйға батып, ултырҙы ла ултырҙы Морат. Күҙҙәренә ҡарамаҫҡа кәрәк булған, уны бит шулай өйрәтәләр: бер ҡасан да ҡорбандың күҙенә ҡарамаҫҡа. Хәйер һорашҡанда инде, киреһенсә, илағың килмәһә лә, йәшеңде һығып сығараһың, эргәңдән үтеүселәргә мөлдөрәп ҡарайһың. Улар һиндә сараһыҙҙың көнөнән урам сатына баҫыусы һәйбәт малайҙы күрергә тейеш. Көҙгө һалҡын быҫҡаҡ ямғырҙа ла, ҡышҡы сатлама һыуыҡта ла, өшәнес елдәре менән үҙәккә үткән мыжыҡ яҙҙа ла, эҫе ҡояш нурҙарын мейегә энәләй батырған йәйҙә лә теләнселәп тороуға ҡарағанда “театр уйнау”, хәүефле булһа ла, күңеллерәк, әлбиттә. Тик бына бөгөн...
Тәүге йылдары Морат әсәһен һағынды. Барыбер был донъяла иң яҡын кешеһе — ул, үҙ балаһын башҡа һыймаҫ хәсрәт-ғазапҡа дусар иткән әсәһе ине. Һәр хәлдә Морат шулай уйлай. Уға һигеҙ-туғыҙ йәштәр булғандыр, бер көндө ул хәйер һорашырға элек йәшәгән йортона яҡыныраҡ урынды һайланы. Үҙен даими күҙәтеү аҫтында тотоуҙарын белә ине ул, шулай ҙа, хис-тойғоһона баш була алмай, таныш подъезға йомолдо. Икенсе ҡатҡа күтәрелде. Ишек эстән элеүһеҙ. Малай һаҡ ҡына баҫып, эскә үтте. Уҡшытҡыс һаҫыҡ еҫ, алдағы билдәһеҙлек тә туҡтатманы уны. Әсәһенә усына йомарлаған йөҙлөктө генә тотторор ҙа кире боролор.
Өйҙә ытырғаныс күренеш. Иҙәндә бер нисә иҫерек аунай, сәсе-башы тумарҙай туҙғыған әсәһе стенаға һөйәлеп ултырған да йыр һуҙып маташа. Ҡапыл ул Моратты күреп ҡалды. Таныны.
— Аһ, эттән тыуған нәмәкәй! Ашап-эсергә ҡайттыңмы, оңҡот! Кисә сығып киткәйнең, бөгөн саҡ килә ята, бәлә! Ҡайҙа йөрөнөң һәптәндәп?!
Әсәһенең әсе сәрелдәүенән өркөп, малай тышҡа атлыҡты. Хатта ваҡыт иҫәбен дә юйған ине эскесе бисә. Өс-дүрт йыл элек сығып китеп ғәйеп булған улын кисә генә юғалған тип һандырай.
— Туҡта! Туҡта, тием, һиңә! — Мәүүә урынынан торорға ынтылып ҡараны ла, булдыра алмағас, кире лыпын ултырҙы.
Ишектән атылып килеп сыҡҡан Морат күҙәтеүсегә бәрелде. Тегеһе малайҙы елтерәтеп тотоп алды.
— Бында нишләп йөрөйһөң, Алик?! Ниңә эш урыныңды ташлап ҡастың ?!
— Мин ҡасманым. Унда минең әсәйем...
— Мине ошонда көт, китмә бер ҡайҙа ла! — Күҙәтеүсе Моратҡа ҡаты ғына бойорҙо ла фатирға инеп китте.
Мәүүә тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ишеккә ыңғайлай ине.
— Ҡайҙа теге мөртәт?! Мине, әсәһен, аҫрарға тейеш, ә ул ҡасып йөрөй. Алиментҡа бирәм эт балаһын!
Күҙәтеүсе иҙәндә аунашҡан иҫеректәрҙе төрткөсләп сығарып ебәрҙе.
— Туҡта, һин кем бында хужа булырға, ә?! — Бисә иргә ябырылды.
— Хәҙер ашарға ла, эсергә лә алып киләм.
— Эсергә бөтә лә ҡуя, күберәк ал. – Морат-Алик күҙәтеүсене көтөп тора ине.
— Дә-ә-ә... Тамам алйыған бит әсәйең. Күптән эсәме?
— Мин иҫ белгәне бирле. — Мораттың тамағына төйөр тығылды. — Мин уның хәлен белергә индем, ә ул... Ә ул... — Малай сикәләре буйлап тәгәрәгән күҙ йәштәрен усы менән һыпырҙы.
— Мине тыңла. Һинең бында килеп йөрөүеңде Хужаға ла, бер кемгә лә әйтмәйем, юғиһә һиңә бик насар булыуы ихтимал. Башҡаса әсәйең эргәһенә барма, ул барыбер һине яратмай. Берәй бәләгә ҡалырһың. Һине йәлләйем, — күҙәтеүсе малайҙың башынан һыйпап алды. — Аңланыңмы?
— Аң-аң-аңланым...
— Аңлаһаң, йүгер эш урыныңа!
Ә бер нисә айҙан сос әҙәм Мәүүә менән Мораттың фатирын үҙ исеменә күсереп, ҡатынды психик сирлеләр дауаханаһына оҙатты. Бер нигә лә бәйләнерлек түгел ине, ул бөтәһен дә закон буйынса, таҙа эшләне. Тәүҙә бикләп тотоп, ҡатынды айыҡтырып алды, ашатты-эсерҙе. Икәүләп өйҙө таҙалап, йүнәттеләр. Унан өйләнештеләр, фатирҙы ир үҙ исеменә хосусилаштырҙы, ай самаһы үткәс, Мәүүәне күҙенә йәшел шайтандар күренгәнсе эсерҙе лә дауаханаға шылтыратты. Фатирҙы һатҡан саҡта бәлиғ булмаған Мораттың исеме ишетелә биреп ҡуйҙы, әммә өс-дүрт йыл элек юғалған малайҙы күршеләр шаһитлығында “яҡты донъяла юҡ” тип танынылар. Шул ғына.

2013 йыл.
...Төнгө ҡала ауыр ботинкалар тауышынан дөп-дөп яңғырап тора кеүек. Әллә тотош ҡаланы оло хәүеф һәм ҡурҡыу хәлендә тотҡан йыртҡыстың үҙ йөрәге шулай ҡағамы? Ул бит үҙенә һунарға сыҡҡандарын белә, уға ла ҡурҡыу тойғоһо ят түгел. Ҡылған енәйәттәрен бүтән берәүгә япһарып ҡуйҙылар ҙа бит, тик был ғына уны хәҙер алдына ҡуйған юғары маҡсатынан кире күндерә буламы? Ҡатын-ҡыҙ был ергә гонаһ ҡылыр һәм ирҙәрҙе аҙҙырыр өсөн генә ебәрелгән, тимәк, уларҙың йәшәргә лә хаҡы юҡ. Айырыуса, уның әсәһенә оҡшағандарының ғәйебе оло. Ул енәйәт эшләмәй. Киреһенсә, ерҙе әшәке йән эйәләренән таҙартып, игелек ҡыла. Бөтә донъяла тик ирҙәр ҡалһа, йәшәүе ҡайһылай еңел булыр ине. Юҡҡа ғына боронғо ғәрәптәр донъяға килгән бер ҡыҙҙы ҡомға күмеп тормаған. Улар бисә халҡының асылын аңлай белгән. Уның кеүек.
Йыртҡыс һиҙгер һәм аяуһыҙ: ҡорбандарын иң аулаҡ урында ҡулға төшөрә. Ҡайҙандыр ҡунаҡтан ҡайтып килгән бисә менән дә шулай булды. Ул бисә йыртҡыстың үҙ әсәһенә шул тиклем оҡшаған ине.
— Һин ҡанһыҙ! Мин һине күралмайым! — Бысағын һелтәгән һайын йыртҡыс бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай. — Һин ғәйепле барыһына ла!
Иртәгәһенә ҡатындың йәнһеҙ кәүҙәһен дәрескә ашығыусы студенттар табып алды.
Әсәле-уллы Килдиндар был мәлдә язаға тарттырылғандар ине инде. Зияфа ете йылға хөкөм ителде, ә Ғәзизде иҫәрҙәр йортона ябып ҡуйҙылар.
— Полковник! Мин әүермән буйынса эште ҡайтанан ҡуҙғатырға рөхсәт биреүегеҙҙе үтенәм! Енәйәтсе һаман иректә, әле әллә күпме ҡорбандар булыр, ә ғәйепһеҙ кешеләр ҡаты язаға тарттырылды! — Бахтин бик ярһыған ине, түрә менән тейешле субординация һаҡлап торманы.
— Ғәйеплеләр үҙ язаһын алды, ә яңы енәйәт атҡарылған икән — тимәк, яңы енәйәтсене эҙләргә кәрәк! — Полковниктың тауышы ҡоро яңғыраны.
— Ә һеҙ беләһегеҙме, полковник әфәнде, ҡорбандар бер үк бысаҡтан һәләк булғанын?! Һәм яза эҙҙәре лә бер иш, берҙәй көс ҡулланылған, бер урынға ҡаҙалған...
Полковник өнһөҙ ҡалды. Быныһы инде эште яңынан ҡуҙғатыуға етди дәлил ине.
— Тәҡдимең, капитан!
— Миңә ҡайтарығыҙ был эште. Был юлы мин талап итәм!
Фәтих Килдин, Зияфаны ултыртып, ә улын “һары йортҡа” бикләп ҡуйғастары, тән йоҡоларын юғалтты. Элекке ғаиләһе алдында үҙен сикһеҙ ғәйепле тойоу өҫтөнә унда һуңлап, бик һуңлап атайлыҡ тойғоһо ҡабынғайны. Улын беренсе тапҡыр яҡындан күреү ирҙең күңелен төбө-тамырынан аҡтарып ташлағандай булды. Зияфа менән Ғәзиздә “енәйәтселәрҙе” таныған Рәйфәне эҙләп тапты. Апаруҡ ҡырын тейәп алған бисә яҙмышына, полицияның да үҙен алдауына зарланды.
— Һеҙ бит берәүҙе лә күрмәгәнһегеҙ ул кистә, ни өсөн алдаштығыҙ? — тип төпсөндө Фәтих.
— Күрмәгән ҡайҙа, күрҙем! Ул теге эшем эйәһе бисә менән улы ине! — тип ҡырталашты Рәйфә.
— Күрмәгәнһегеҙ. Һәм мин быны иҫбат итәм. Ул саҡта һеҙҙе хөкөмгә тарттырасаҡтар. Ә аҡсаға өмөт итмәгеҙ...
Тырышып эҙләй торғас, Фәтихкә шул мәғлүм булды: фажиғә көнө Рәйфә, ғөмүмән, ҡалала булмаған, төпкөл ауылдарҙың береһендә йәшәгән туғандарына киткән. Бына һиңә мә! Был бик тә ҡиммәтле дәлил ине. Килдин бөтә һөйләшеүҙәрҙе, асыҡланған һәр нәмәне теркәп, диктофонға яҙҙырып барҙы, Бахтинға еткерә торҙо. Ләкин берҙән-бер көн Фәтих Килдин үҙе юҡҡа сыҡты. Әйберҙәре ҡунаҡханала тороп ҡалған, үҙе иһә күҙ менән ҡаш араһында ғәйеп булды. Телефоны ла яуап бирмәй. Бахтин ни уйларға ла белмәне. Ғаиләһенең өй телефонын табып, шылтыратып ҡарағайны, сәрелдәк бисә тауышы:
— Ул ни ҡасандан бирле элекке бисәһендә ята, — тип яуап бирҙе.
Бахтин көнсөл ҡатынға ни ҙә булһа аңлатып маташманы, әгәр ҡайтып инһә, миңә хәбәр итһен, тиеү менән сикләнде.
Ул арала Бахтиндың машинаһының быялаларын көл итеп онтап киттеләр. “Ҡорос атын” яҡындағы оҫтаханаға алып барып ҡуйҙы ла, тәфтишсе эшкә автобуста китте. Ингәс тә ул артҡы рәттәрҙең береһендә ултырған егеткә иғтибар иткәйне. Һонтор буйлы икәнлеге күренеп тора, ҡырлас танаулы. Кеше күп булыу сәбәпле баҫып торған Бахтин һиҙҙермәй генә әлеге егетте күҙәтә башланы. Бына егет эргәһендә генә, терәлеп тиерлек баҫҡан йәш ҡатынға урын биргән кеше булып торҙо ла, шул ыңғайы уның сумкаһынан ниҙер алып өлгөрҙө, унан сығыр яҡҡа йүнәлде.
Уның артынса Бахтин да ишеккә ынтылды. Егет инде автобустан һикерҙем тигәндә, тегенең ҡулдарынан матҡып тотоп алды ла водителгә ишектәрҙе ябырға ҡушты. Автобуста ығы-зығы ҡупты.
— Сумкағыҙҙы ҡарағыҙ, — тине Бахтин ҡатынға.
— Уй! Аҡсам юҡ, талағандар! — Ҡатын сеңләп илап ебәрҙе.
— Аҡсағыҙҙы кире алырһығыҙ, әйҙәгеҙ, минең менән...
Бур Бахтиндан ысҡынырға маташып ҡараны, әммә кесе йәштән спорт менән шөғөлләнгән капитандың ҡыпһыуырҙай ҡулдары уға ҡойроҡто һыртҡа һалырға ирек бирмәне.
Полицияға килгәс, акт төҙөлдө, ҡатындың көшөлөгө ҡайтарып бирелде һәм кеҫә ҡарағын ябып та ҡуйҙылар.
— Яңылышлыҡ булды, эш хаҡы бирмәгәстәре, тәү тапҡыр урлаштым һәм тотолдом, — тип үҙен йәлләтергә тырышты ҡараҡ. — Башҡа бер ҡасан да улайтмам, зинһар, ебәрегеҙ мине!.. Балам, ҡатыным ас ултыра...
Бахтинға бурҙың кемлеген асыҡларға кәрәк ине, тегеһенең бер генә документы ла булмай сыҡты. Адресын да төрлөсә бутап маташты, ахырҙа, берәҙәк мин, урамда йәшәйем, тип ҡаңғыртты. Өҫ-башы берәҙәккә оҡшамағайны, кеҫә талауының да тәү тапҡыр түгеллеге күренеп тора. Нисек сос ҡыланды ул автобуста, берәү һиҙмәне. Бәлки, бүтән ваҡытта Бахтин да уға иғтибар итмәгән булыр ине, тик әлеге бик һирәк әҙәмдәрҙә осрай торған ике метрлыҡ һонтор кәүҙә... Башҡаларҙан буй-һыны менән ныҡ айырылып торған көйөнсә уғрылыҡ ҡылыуға баҙнат иткән икән, моғайын, ул үҙенең тотолмаҫына ышанған әҙәм. Ә бит, ысынлап та, һис кем һиҙмәне.
Уғры атаған исем-фамилияны йөрөткән кеше бер урында ла теркәлмәгән.
— Ысын исемең кем? — тине сираттағы һорау алыуҙа Бахтин. – Дөрөҫөн әйтмәһәң, үҙеңә үпкәлә. Сөнки һин урлашыуҙа ғына түгел, сериялы үлтереүҙә ғәйепләнәһең.
— Нин... ниндәй үлтереүҙә? — Бурҙың йөҙө үҙгәрҙе, теле тотлоҡто.
— Күпләп кеше үлтереүҙә, һинең намыҫыңда тиҫтәләгән ҡорбан.
— Юҡ, мин бер ҡасан бер кемде үлтермәнем! Һеҙҙең мине ғәйепләргә бер дәлилегеҙ ҙә юҡ!
— Бар. Өҫтәүенә, шаһиттар ҙа бар. Бына һинең улар күрһәтеүе буйынса яһалған фотороботың. — Бахтин компьютер экранына күрһәтте.
Ҡараҡ тамам бөршәйҙе.
— Һеҙ ниндәй шаһит тураһында әйтәһегеҙ? Улар нимә күргән?
— Мин уларҙы төштән һуң саҡырам. Ә хәҙер һин бөтәһен дә асыҡтан-асыҡ һөйләйһең. Хөкөм ҡарары сығарғанда был иҫәпкә алынасаҡ.
— Һеҙ миңә нахаҡ тағырға теләйһегеҙ. Эйе, мин — бур, кеҫә буры. Тик үлтереүсе түгел.
— Ярай. Әйт улайһа, 25 июль кис ҡайҙа булдың?
— Иптәш... Гражданин капитан, ул көнгә хәтһеҙ заман үткән бит, ҡайҙан хәтерләргә тейеш мин?!
— Хәтерләргә тейешһең. Хәтерләмәһәң, үҙең өсөн. Иҫеңә төшөрәм, ул кис көслө ямғыр яуҙы. Бик ҡыйын булһа ла, хәтереңде яңыртырға тура килер.
— Ә-ә-ә... Беләм мин ул хәтерләтеү ысулдарығыҙҙы. Ҡылмағанды ҡылдым тиерһең...
— Уйларға бер сәғәт, — Бахтин дежур полицейскийға боролдо.
— Алып сығығыҙ!
Камерала Алик-Морат тәрән уйға ҡалды. Быларға бөтәһен дә асып һалыр ине, башынан һыйпамаясаҡтар. Бурҙарҙың үҙ хөкөмө үҙ ҡулында. Ултыртһа, ултыртһындар, башҡаларҙың исемен дә, йәшәгән урынын да атарға ярамай. Ә кеше үлтереүҙә ғәйепләп, оҙайлы срокка ябып ҡуйһалар? Йәки ғүмерлеккә... Иң ҡулайы — өлөшләтә ялған һәм осмот дөрөҫлөк, тигән фекергә килде ул уйлана торғас. Һорау алыуға ҡабат саҡырғастары, икеләнеп-нитеп торманы:
— Бөтәһен дә һөйләйем, — тип белдерҙе. Бахтин һиҙҙермәй генә диктофон ҡабыҙҙы.
— Мин атайымды хәтерләмәйем. Булғанмы ул, юҡмы. Иҫ белә башлағанда әсәйем бик ныҡ эсә ине. Өйҙә бер ваҡытта ла үҙәк ялғарлыҡ та ризыҡ булманы. Өс-дүрт йәштән хәйер һораша башланым. Хәйергә төшкән аҡсаны ла әсәй тартып ала торғайны. Эсеренә бөтһә, мине урамға теләнселәргә ҡыуа. Хәйер, быларҙың һеҙгә ҡыҙығы юҡтыр. Ҡыҫҡаһы, бер көн мин өйҙән ҡастым. Йорт подвалдарында ҡунып йөрөнөм. Унда бик һыуыҡ түгел, һине ҡыйнаусы ла юҡ. Тора-бара урлаша башланым, сөнки, күрәһегеҙ, минең кәүҙә менән хәйергә өмөт итеүе еңел түгел. Бына шул.
Әлбиттә, Морат үҙенең аяҡһыҙ ғәрип сүрәтенә инеп теләнселәүен йәшерҙе. Ул саҡта уны оҙатып йөрөүсе ҡыҙҙы еңел табырҙар ине.
Ә Бахтин һиҙә: бик мөһим нәмәләрҙе йәшерә ҡараҡ, кескәй малайға бер үҙенә урамда иҫән ҡалыу һәм әле алда ултырған баһадир уҡ булмаһа ла ярайһы көслө, оҙон буйға етеү, ай-һай...
— Ә шайка?
— Ниндәй шайка?
— Һин бит яңғыҙ ғына урлашып йәшәмәгәнһең. Өҫтөң ҡараулы. Тимәк, подвалда көн күреүең дә бик икеле.
— Ә мин көнлөккә ялланып эшләп та алам. Йөк ташыусы, урам һепереүсе булып.
— Элек йәшәгән урының?
Был юлы Алик-Морат йәшереп торманы. Әммә ул әйткән адрес буйынса бөтөнләй икенсе кешеләр йәшәй булып сыҡты. Мораттың әсәһенә өйләнгән булып, фатирға хужа булып алған бәндә күптән уны һатып ебәргәйне инде. Күрше-тирәлә йәшәүсе олораҡтар, ысынлап та, бында ҡасандыр бәләкәс улы менән эскесе ҡатын йәшәүе, берҙән-бер көн малайҙың юҡҡа сығыуы хаҡында һөйләнеләр. Йәнә шул: теге яуынлы кистә егет ҡаланың бөтөнләй икенсе районында йәшелсә базаһында бил бөккән, имеш. Шаһиттары ла етерлек табылды. Асылда, шайкала кемгә лә булһа алиби булдырыр өсөн, ваҡыт-ваҡыт берәй урында күмәкләп эшләп алыу ғәҙәти күренеш ине. Моратҡа килгәндә, ул кистә ысындан да базала йәшелсә ташыны. Ул “хеҙмәттәштәре” менән инкассатор машинаһына һөжүм итеүсе төркөмгә алиби булдырҙы. Баҡтиһәң, үҙен дә ҡотҡарған, имеш.
Шулай ҙа Бахтин ҡулға алыныусыны ике шаһит ҡатын менән күҙләштерҙе. Вәғәҙә ителгән утыҙар мең һумды алыуҙан ваз кискән шаһиттар:
— Шул! Үҙе! Теге мәл яңылышҡанбыҙ, бына ошо кешене тап иттек енәйәттең икенсе көнөндә, — тип бер тауыштан белдерҙе.
— Ни өсөн боролоп кире йүгерҙегеҙ? — тип ҡапыл ғына һораны Мораттан Бахтин.
— Халыҡ тигенгә күп йыйылмағандыр, тип уйланым да... Етмәһә, полиция шунда уралана ине. Нимәгә миңә артыҡ күҙгә салыныу.
Ҡаланан бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа ҡушылып, Морат ваҡытлыса иреккә ебәрелде. Уның артынан күҙәтеү булдырылды. Теүәл бер аҙна тигәндә, полиция бурҙар төркөмөнөң эҙенә төшөп, күбеһен ҡулға алды. Бер нисәүһе генә ҡасып ҡотолдо. Шулай итеп, әүермәнде эҙләү дәүерендә кеше талаусы шайка хөкөм алдына баҫты. Үлтереүсене аулау эше йәнә көрсөккә килеп терәлде.

1990–1991 йылдар.
Камил, Ғәййәрҙең тәүге бисәһенән ҡалған улы, тамам ынйытты Риманы. Ире алдында яҡшатланып, һуңғы ваҡытта асыҡтан-асыҡ ҡул күтәрмәһә лә, абышҡаһы берәй ары юлланыу менән йоҙроҡтай ғына сабыйға көн күрһәтмәне яһил. Тегеһе ни, теле лә йүнләп асылмағас, балалығына ла барып, буҫығып илай-илай ҙа, атаһы әйләнеп ҡайтҡансы, рәнйеүен онота. Етмәһә, бисәкәй хәйләкәр ҙә булып сыҡты: ире ҡайтыр алдынан ғына малайҙы йә тәтәй, йә тәм-том менән әүрәтә. Балаһының: “Мына тәт-тәт, мәмәй, әннә билде”, — тип тәтелдәүенән Ғәййәр майҙай ирей ҙә китә, Риманың, ниһайәт, аҡылға килеүенә, улын үҙ итә башлауына ҡыуана. Бала өҫтөнә тағы ниндәй ҡатын тапмаҡ кәрәк? Берәү ҙә сит сабыйҙы яратырға тормай. Шулай үҙен йыуата ир. Өҫтәүенә, һуңғы осорҙа Ғәййәр ныҡ ҡына төшөргөләй ҙә башланы. Бығаса ла бигүк айныҡ түгел ине лә, әммә тора-бара эсмәгән көндәре һирәгәйгәндән-һирәгәйҙе. Йәшләй генә вафат булған тәүге ҡатыны алдында үҙен сикһеҙ ғәйепле тоя ине ул. Бик рәнйетте ул улының әсәһен, йәшләй яратып алғанын, ай, рәнйетте-е-е... Ауыҙ асып, ҡаршы өндәшмәҫ ине, бахырың. Үҙен ҡан ҡаҡшатҡан бәндәгә лә ҡаршылаша белмәне кәләше, әллә оҙаҡ йәшәмәҫен һиҙенде, хәшәрәт һүҙҙәр менән кәмһетһә лә, йоҙороҡ күтәрһә лә, башын баҫып, шым ғына илар-илар ҙа бөтөр ине. Күрше-күләнгә сығып, йәүкә һалып, зарланып та йөрөмәне, иренең асыҡтан-асыҡ бүтәндәр менән типтереүенә лә өндәшмәне. Шуға үкенә хәҙер Ғәййәр, ҡәҙерен белмәгән тәүге ҡатынының. Быныһы ла улай уҡ баш күтәреп, яр һалып бармай инде былай, әммә ирҙе ундағы ҡылансыҡлыҡ, яһалмалылыҡ һағайта. Һүҙен һүҙ итә лә белә, хас та юха йылан, уңыңа сыға, һулыңа, муйыныңа һарыла, йөҙ сүрәткә инә, барыбер үҙенекен итә. Үҙе артынан үҙе ҡорота белә инде.
«Ир балаһын ир һөймәй» тигәндәре әллә ни хаҡ түгел икән. Хәҙер Ғәййәр шундай фекерҙә. Римаһының улын һис ят күрмәне баштан уҡ, әллә үҙенең улы барлығын иҫтә тотопмо... Рузил тәү көндән тиерлек, атай, тип һырығып бара. Айыҡ мәлендә, әлбиттә. Ир иҫереп ҡайтһа, малайҙарҙың икеһе лә шып-шым мөйөшкә боҫа ла, ситтән генә аталарын ҡурҡып күҙәтә. Сөнки ҡырын тейәп алған Ғәййәрҙең холҡо эт ашағыһыҙ. Римаһы ла абышҡаһына ярарға тырышып, һарауһыҙ ҡылана. Утығып, донъяның әсеһен-сөсөһөн байтаҡ татып иргә сыҡҡан бисә нисек тә ҡуштан булырға, ошонда нығынырға ынтыла. Теге көндәге ыҙғыштан һуң Камил өсөн тауыш ҡупҡаны юҡ былай.
Рузил быйыл мәктәпкә барырға йыйына. Әсәһе, улын эйәртеп, баҙарға сыҡты, уҡыу кәрәк-яраҡтары алды. Малайға бигерәген дә буяу ҡәләмдәре оҡшаны. Камил ағаһының әйберҙәренә күҙе ҡыҙып ҡарап торҙо. Рима үгәй улына күңел өсөн булһа ла бер ни ҙә алмағайны.
— Әсәй, Камилға ла буяуҙар менән альбом алайыҡ, — тип инәлде Рузил. — Уның да рәсем төшөргөһө килә бит.
Рима улының мыжыуын ишетмәмешкә һалышты. Ҡолағы ярпайған Камил ҡурҡып ҡына үгәй әсәһенең ни әйтерен көттө. Бала аҡылы менән ул ҡатындың үҙенә икенсе төрлөрәк мөнәсәбәттә булыуын һиҙенә, тик ағаһы менән үҙе араһында ниндәй айырма барлығын аңлай алмай. Малайҙың бик тә рәсем яһағыһы килә, күрше малайҙарҙың өйөндәге төҫлө китаптарға, һәр төрлө уйынсыҡтарға ҡыҙығып ҡарай, әммә был хаҡта өндәшергә ҡурҡа. Хәйер, йүнләп һөйләшә белмәгән кескәй бала үҙенсә шулай уйлай, асылда, теле менән фекерен йә ниндәй ҙә булһа теләген бүтәндәргә барыбер еткерә алмаҫ ине. Еткерһә лә, Рима, үҙендә үгәй әсәнең бөтә кире һыҙаттарын туплаған бисәкәй, уға ҡолаҡ та һалмаҫ ине. Унан, үҙҙәре лә уҡырға яратмаған ир менән ҡатын балалары өсөн китап һатып алыуҙы бушҡа аҡса туҙҙырыу тип ҡабул итәләр.
— Һиңә буяу ҡәләмдәре нимәгә кәрәк?! — тип екерҙе Рима, Камилға аҡырайып ҡарап, тегеһе бер ни өндәшмәһә лә. — Тәүҙә уҡырға төш, күҙ көйөгө.
Үҙе эстән генә: “Уғаса дөмөкһәң, шәберәк булыр ине”, — тип мығырҙаны.
Рузил буяуҙарының бер нисәүһен ҡустыһына тотторҙо: мә, һин дә һүрәт төшөр... Римаға был хәл оҡшамаһа ла, ни ҙә булһа өндәшергә өлгөрмәне, ире ҡайтып инде.
— Бына, улдарыбыҙға фломастер алдым әле, — тип йылманланы йылан аяғы киҫкән бисә.
Өлкәндәр гел генә шулай алдашамы икән? Әсәһе ни өсөн атаһы алдында бер башҡа, ә ул өйҙә юҡта икенсе төрлө ҡылана? Рузил әсәһен бик ярата, әммә ғәзиз кешеһенең ҡылыҡтарын аңлай алмай яфалана.
Бер көндө ишек алдында сай-сой иткән тауышҡа сыҡһалар, ҡайҙандыр бәләкәй генә, йомроҡай ғына көсөк килеп ингән. Эйәһе аҙаштырып ҡалдырғанмы, әллә үҙе аҙашып килеп сыҡҡанмы – кем белә инде.
— Эй-й-й, бәпәй! — Камил йүгереп барып көсөктө күтәреп алды. Көсөк малайҙың ҡулдарын, битен яларға кереште. Үгәй улының ҡыуанысын күреп, асыуҙан ҡара янған бисә, ире алдында ташып барған нәфрәтен күрһәтмәҫ өсөн, уртын сәйнәй-сәйнәй кире инеп китте. Малайҙар шатлыҡтарынан көсөк тирәләй сәпәкәйләп һикерәндәргә керештеләр. Улар икеһе лә сикһеҙ бәхетле ине был мәлдә.
Ишек алдына үҙ белдеге менән килеп ингән эт-бесәйҙе ҡыуырға ярамай, ти торғайны Ғәййәрҙең әсәһе. Малайҙарға бер йыуаныс булыр, әйҙә, ҡалһын, тип уйланы ир.
Ә бисә күңелендә хәсислек яралды. Ул абышҡаһының сығып китеүен түҙемһеҙләнеп көттө. Һыуынған сәйен яҙа-йоҙа һемереп, тегеһе эшкә юлланыуы булды, Рима юҡ йомошто бар итеп, үҙ улын күрше урамдағы кибеткә ебәрҙе. Унан ҙур тасҡа тултырғансы һыу ҡойҙо ла Камилды саҡырҙы. Малай ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына атлап, тас эргәһенә килде. Ниндәйҙер ҡурҡыныс булырын һиҙгән кескәй йөрәге дарһылдап тибә башланы.
— Бына, ҡарап тор! Бер заман һиңә лә шул буласаҡ, ҡыутомшоҡ! — Рима, йыуан бармаҡтары менән көсөктөң елкәһенән батыра тотоп, томшоғон һыуға тыҡты. Меҫкен мәхлүк тыпырсынырға кереште, бисәнең ҙур, ибәтәйһеҙ ҡулдарынан йәнтәслим ысҡынырға маташты.
— Әннә-ә-! Бәпә-ә-әй! — Камил үҙәк өҙгөс тауыш менән илап ебәрҙе.
— Ҡара, ҡара, ана, нисек үлә!
Нимәгәлер әүрәп, йорттан алыҫлашырға өлгөрмәгән Рузил, тауышты ишетеп, кире йүгереп килде. Әсәһе ҡустыһын рәнйетәлер, тип уйлап боролғайны, ә Камил үкһей-үкһей ошонда уҡ баҫып тора. Рузилдең иң элек күҙенә салынғаны — әсәһенең оло ҡәнәғәтлек кисергән ялпаҡ йөҙө, бит алмаларына уҡ төшөп торған түңәрәк быялалы күҙлеге булды. Иҫ киткес бер кинәнес менән ул ниҙер эшләй ине. Яҡыныраҡ килде малай, үрелеп ҡараны. Тасҡа батырылған көсөк йәнә бер-ике тапҡыр тыпырсынды ла тынып ҡалды. Үҙен күкрәгенә ҡыҫып яратҡанында ла бындай шат, кинәнесле ҡиәфәтен хәтерләмәй малай әсәһенең. Бисә иһә эргәһендә генә иҫе-аҡылы китеп ҡарап торған үҙ улын абайламаны ла:
— Бына, күрҙеңме, ҡайһылай рәхәт йән алыу! Күрҙеңме?! Һин дә шулай дөмөгәсәкһең!
Үгәй улына екергән бисә шунда ғына үҙ улын аңғарҙы:
— Ә һин нишләйһең бында?! Мин һине магазинға ебәрҙем түгелме?!
Рузил ләм-мим өндәшмәне, шым ғына баҡса яғына ыңғайланы. Әсәһенең йөҙө, ҡарашы аптыратҡайны малайҙы. Йәнә лә күкрәгендә нимәлер өҙөлгән кеүек булды ете йәшлек малайҙың. Ул берсә көлдө, берсә иланы. Ҡараңғы төшкәнсе бөтәһенән йәшеренеп, бесәнлектә ятты.

2013 йыл.
Көндәрҙән бер көн Бахтиндың бүлмәһендә телефон шылтыраны.
— Миңә, маньякты һеҙ эҙләй, тинеләр...
— Тыңлайым.
— Тыныслыҡ урамындағы егерменсе йортҡа килһәгеҙ ине. Телефон аша бер нәмә лә әйтә алмайым.
Тауыштан ниндәйҙер хәүефле хәл булғанлығын тойҙо Бахтин. Ярҙамсыһы менән адрес буйынса юлландылар. Килһәләр, йорт хужаһының ҡобараһы осҡан, ҡатыны иһә илап шешенеп бөткән.
— Бик ҡурҡыныс табышҡа юлыҡтыҡ, — тине ир, тауышы ҡалтыранып. — Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, тәүҙә һөйләйем. Унан... Ҡыҫҡаһы, беҙ был йортто аҙна элек кенә һатып алдыҡ. Күрәһегеҙ, бик күркәм, иркен урында ултыра, аулаҡ. Ә хаҡы осһоҙ. Күптән инде тынысыраҡ урында йәшәргә, өй эргәһендә баҡса үҫтерергә хыяллана инек. Тәүҙәрәк бер ни һиҙмәнек. Ике-өс көн элек ауыр еҫтән тын алғыһыҙ була башланы. Ҡарамаған ер ҡалманы. Ә кисә... — Ир көрһөнөп ҡуйҙы. — Баҡса артындағы ҙур соҡорҙа... серей башлаған мәйеттәр өҫтөнә барып сыҡтыҡ. Өсәү... Береһе бала ғына. Ә ирҙе күптән түгел үлтергәндәрҙер, бик бирешмәгән.
Соҡорға яҡын барырлыҡ түгел ине. Бахтин, полицияға шылтыратып, махсус бригада ебәреүҙәрен һораны. Ир – ҡатыны менән улын ҡотҡарырға килгән Килдин булып сыҡты. Ҡалған икәүһе — көпә-көндөҙ юҡҡа сыҡҡан бәләкәс ҡыҙ менән алтмыш йәштәрҙәге ҡатын.
— Йортто һеҙгә кем һатты? — тип һоранылар, полиция бүлексәһенә килгәс, өй хужаһынан.
— Йәш ғаилә йәшәгән унда. Бик ашығыс һатырға кәрәк, яңы эштә көтәләр, шуға хаҡын төшөрәбеҙ, тинеләр. Шатланып риза булдыҡ, хәҙер айырым йорттар бик ҡиммәт тора бит.
— Ниндәйерәк кешеләр ине һуң? Ҡарап тороуға, тием...
— Ҡәҙимге инде, бер ниндәй шик төшөрлөк түгел.
Йорттоң элекке хужалары ҡаланан күсеп киткән, имеш. Йыраҡтағы төпкөл бер ауылға барып төпләнгәндәр. Өс көн эсендә уларҙы полицияға килтереп еткерҙеләр.
— Йә, һөйләгеҙ, — тине Бахтин, йәш ир менән ҡатынға ҡарап. — Енәйәт эҙен нисек йәшерергә булдығыҙ? Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тигәнде ишеткәнегеҙ юҡмы? — Тәфтишсе был икәүҙең үлтереүселәр булыуына ахырынаса ышанып етмәй, кем генә йәшәгән йорто эргәһенә эҙ йәшерһен, әммә барыбер тикшерергә кәрәк. Бәлки, үлтергәндәрҙер ҙә ситкә илтеп өлгөрмәгәндәрҙер. Ул саҡта башҡа ҡорбандарҙың ҡаны ла ошо икәүҙең ҡулында була түгелме? Килдин енәйәтсенең эҙенә төшкән, ә йыртҡыс быны һиҙеп ҡалған һәм уның үҙен һәләк иткән, тимәк. Тик шуныһы, әле алдында ултырған ир урта, хатта тәпәнәгерәк кәүҙәле. Бәлки, бөтә был енәйәт теҙмәһе бер нисә әҙәмдең эшелер? Һәр хәлдә әлеге баҡса артындағы соҡорҙағы ҡурҡыныс табыш яҡын-тирәлә йәшәүсегә күрһәтә. Ҡыҙ бала ла, ҡатын да ошо райондыҡы бит. Енәйәтсе ҡорбандарының кәүҙәһен әллә ҡайҙа ситкә алып китеп маташмаған. Фәтих Килдин да әүермән артынан үҙе бында килеп сыҡҡандыр.
— Беҙ ул йортто йыл ярым элек кенә бөтөрөп сыҡтыҡ, — тип капитандың уйҙарын бүлде шик аҫтына алынған йәш ир. — Хыял ҙур ине. Баҡса үҫтерәбеҙ, балыҡ үрсетәбеҙ, тип уйланыҡ. Теге соҡорҙо ла быуа быуырға ҡаҙый башлағайныҡ. Аҙаҡ ҡул теймәне, аҡса ла самалы, ә соҡор ята бирҙе. Бер көндө көрәк менән булһа ла быуаның майҙанын билдәләйем тип төштөм. Сыбыҡ-сабыҡ тултырылғанды күреп, тәүҙә аптыраным. Ипләберәк ҡараһам, унда... үҙегеҙ беләһегеҙ.
— Ә ни өсөн полицияға хәбәр итмәнегеҙ?
— Ҡурҡтыҡ. Полиция яҡшылап тикшереп торамы ни? Бына бит, әле лә...
— Ә һеҙ, бер ҡасан бер ни асыҡланмаҫ, тыныс ҡына йәшәп тик ятырбыҙ, тип уйланығыҙ инде.
— Ҡайҙа инде тыныс йәшәү! — Һүҙгә ҡатын ҡушылды. — Күҙ алдынан китмәй ул ҡурҡыныс күренеш.
— Бер ниндәй хәүеф-хәтәр, тауыш-фәлән ишетмәнегеҙме ни?
— Соҡор йорттан алыҫ та инде. Ишетелмәй бер ни ҙә. Кис телевизор ҡабыҙаһың, етмәһә, тәҙрәләр ҡатлы.
Бик оҫта һөйләйҙәр. Ҡурҡыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан, ләкин әйткәндәре дөрөҫкә лә оҡшап ҡуя. Ҡултамғаларын алып, ул-был асыҡланғансы ҡайтарып торорғамы, әллә икеһен дә һаҡ аҫтына алырғамы? Мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителде: йәш ҡатын йөклө булып сыҡты. Уны ауылға ҡайтарҙылар, ирен алып ҡалдылар.
Әлеге хәлдән һуң аҙна үттеме-юҡмы, ҡала баҡсаһында йәнә бер ҡорбан табылды. Бәхеткә күрә, ул тере булып сыҡты. Әүермәнде берәй нәмә өркөткәнме, әллә ҡатын үҙе нығыраҡ булып сыҡҡанмы, ҡалай ғына булмаһын, ул өсөнсө көндө ҡала дауаханаһында иҫенә килде. Күп ҡан юғалтыу сәбәпле, бик хәлһеҙ ине ул, шуға күрә табип тағы ике көн яралы эргәһенә индермәне. Ниһайәт, Бахтинға уның менән күҙмә-күҙ осрашырға насип булды. Теге көнө, баҡсала ҡорбанды тапҡанда, капитан уның йөҙөнә иғтибар итмәгән, ахыры, әле ҡапыл тертләне: кемде хәтерләтә һуң был ҡатын? Шундай таныш йөҙ... Уның күҙ алдынан әүермән ҡулынан һәләк булғандарҙың фотоһүрәттәре уҙҙы: бөтәһе лә бер төҫтәрәк, яҫы битле, нәҙегерәк тура танаулы, ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙарына тартым ҡиәфәтле. Килдинды иҫәпкә алмағанда, әлбиттә. Ғөмүмән, ул был ҡанлы сафҡа осраҡлы килеп эләккән кеше.
— Һеҙ күлмәктә тыуғанһығыҙ, йыртҡыс ҡулына эләгеп тә иҫән ҡалған берҙән-бер кеше, — тине Бахтин, тынлыҡты боҙоп.
— Юҡ, икенсе...
— Нисек икенсе?
— Миңә бысаҡ ҡаҙар алдынан ул үҙе шулай тине. Мин бик инәлдем, балаларым барлығын әйттем. Ә ул миңә: “Һеҙгә әсә булырға ярамай, шулай уҡ йәшәргә лә”, — тип ыҫылданы. Бер генә ҡыҙҙы үлтермәй иҫән ҡалдырыуын әйтте, ул һеҙгә лә, башҡаларға ла оҡшамаған ине, шуға ебәрҙем, ә һиңә ҡотолоу юҡ, тине.
— Һүрәтләй алаһығыҙмы енәйәтсене?
— Оҙон. Ябыҡ. Баҡсала бигүк яҡты түгел бит, бүтән билдәләрен әйтә алмайым. Ә-ә-ә... Тағы... Тауышы тамаҡ төбөнән ғыжылдабыраҡ сыға.
...Аҙна эсендә йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йәш ирҙе иреккә сығарҙылар. Сауҙагәр ҡатын менән улының эше ҡайтанан ҡаралып, Зияфа азат ителде. Әммә сире кинәт көсәйеп киткән улы Ғәзиз күпмелер ваҡытҡа “һары йортта” бикле ҡалды: уға махсус дауа талап ителә ине.
Бер юлы өс мәйет йәшерелгән соҡорға биш йөҙ метр самаһы алыҫлыҡтағы өйҙән һонтор, арыҡ кәүҙәле утыҙ йәштәр тирәһендәге ирҙең сығыуын Бахтин машинаһынан күҙәтеп ултырҙы. Уның эҙенә кисә төшкәйне ул. Йорт һалырға тип юллаған участкаһын рәсмиләштерергә ер комитетына ингәйне. Шунда күрҙе теге ирҙе. Һорғолт костюм-салбарҙа, галстук таҡҡан, килеүселәр менән бик итәғәтле һөйләшә. “Ҡустым, һинең йомошоңдо иң тәүҙә үтәрмен”, — тигәйне капитанға, бер аҙ сәйерерәк ҡарап. Бахтин нимәгәлер албырғап, боролоп ҡараһа, ер үлсәүсенән елдәр иҫкәйне. “Саҡырыу буйынса китте”, — тине шунда ултырған икенсе бер егет.
— Һеҙ миңә уның адресын бирмәҫһегеҙме икән? — тип һораны Бахтин. — Миңә бик ашығыс кәрәк бит әле.
— Улай ашыҡҡас, шул уҡ эште мин дә башҡара алам, — тине егет.
— Тәүҙә Дүсәев менән һөйләшкәс, уның алдында уңайһыҙ булыр бит әле, — тигәс, егет Дүсәевтың адресын бирҙе.
Һәм бына Бахтин уны күҙәтә. Ҡапҡанан сыҡҡас, Дүсәев тәмәке тоҡандырҙы һәм капитандың машинаһы яғына ҡарап тора башланы. Машина тәҙрәләре ҡарайтылған, эстәге кешене тыштан күреп булмай. Унан, Бахтиндың “Жигули”һы урам аша, бөтөнләй икенсе йорт ҡаршыһында тора бит. “Ҡанһыҙ бәндәлә йыртҡыс уяулығы була тигәндәре әллә ысынмы икән?” — тип уйлап өлгөрмәне капитан, Дүсәев туп-тура уға ҡарап атланы. Бахтин, пистолетын кобураһынан сығарып, ҡоралын ҡыҫып тотҡан уң ҡулын кеҫәһенә тыҡҡан кеше булды ла ҡабаланмай ғына машинаның ишеген асты.
— Бына был осрашыу! — тигән булды ул аптыраған кешеләй. — Миңә һеҙ кәрәк инегеҙ. Әллә ошо яҡта йәшәйһегеҙме?
— Камил, — тине ҡарлығыңҡыраған тауыш менән Дүсәев. — Ҡустым... Әйҙә, һәпәләк уйнамайыҡ. Һин миңә килгәнһең...
— Минең исемде беләһегеҙ, ә мин һеҙҙекен белмәйем дә, — Бахтин машинаһынан сыҡты.
— Һин дә беләһең минең исемде. Беҙ бит ағалы-ҡустылы. Әйҙә, килгәс, өйгә рәхим ит. Үҙең донъяға килгән өйгә...
— Туҡтағыҙ әле... Һеҙ миңә яҡшылап аңлатығыҙ. Беҙ нисек ағайлы-ҡустылы? — Минут эсендә Бахтиндың арҡаһы тирләп сыҡты, аяҡтарына ауыр таш таҡтылармы ни — атларлыҡ та хәле ҡалманы.
— Күп тапҡырҙар уҡталдым эшеңә инеп, яңынан танышып сығырға. Тик беҙ бит ғәҙеллек бизмәненең ике үлсәмендә. Тартындым. Әйҙә, әйҙә, минең нисек йәшәгәнде күр.
Бахтиндың Дүсәевҡа эйәрмәй сараһы ҡалманы. Ул әле ни уйларға ла белмәй ине. Йорт та, уның хужаһы ла капитанға таныш түгел. “Һин донъяға килгән өй”, — ти. Камил иһә үҙе тәрбиәләнгән балалар йортон ғына хәтерләй. Берәй хаслыҡ уйлап, юрый ҡыланамы Дүсәев, әллә, ысынлап та, Камил Бахтиндың йәшелгә буялған ошо йортҡа, алдан тупһанан менеп барған, инде ҡасандан бирле полиция тота алмаған һәм күпме ғәйепһеҙ ҡатын-ҡыҙҙың, Килдиндың ғүмерен ҡыйған, әммә үҙе һис тә йыртҡыс бәндәгә оҡшамаған Дүсәевҡа берәй бәйлелеге бармы? Юрый өйөнә индереп, бәлки, ул Бахтинды ла юҡ итмәкселер?
— Ҡустым, ҡурҡма минән, һиңә бер зыяным да теймәҫ, — тип артына боролоп ҡараны Дүсәев.
Капитан йәнә һиҫкәнде. Әллә уйын уҡый инде?
— Ҡурҡҡан кешенең һулышы, тын алышы үҙгәрә, атлауы ла, — тине Дүсәев.
Ҡараңғыраҡ, бөтә әйбер тәртиптә, йыйнаҡ булыуға ҡарамаҫтан, сәйер бер ҡотһоҙлоҡ, һалҡынлыҡ бәреп торған йортҡа инделәр. Танауға кимерйеү еҫ килеп бәрелде. “Хәйерселек, мохтажлыҡ еҫе, — тигән уй килде Бахтинға. — Бөтә нәмә бар, ә еҫ ҡара фәҡирлектә йәшәгән әҙәмдәрҙең өйөндәге кеүек. Юҡ, яңылышам, бында йән өшөткөс, күңелгә хәүеф һалыр шыҡһыҙлыҡ”.
Дүсәев төпкө бүлмәнең ишеген асты. Тәҙрә эргәһендәге тәгәрмәсле ултырғыста сал сәстәре туҙған ҡарсыҡ ултыра ине.
— Таныныңмы? — тип өндәште уға Дүсәев.
— Ка... Ка... Камил? Был һинме? Үҫкә-ә-ән... Олпатлана төшкән...
— Был әсәй йораты була, — тине Бахтинға Дүсәев. — Һинең менән минең әсәй.
— Әсәй?! Ул иҫәнме ни?! Миңә әсәйең дә, атайың да үлгән, тигәйнеләр.
— Ә-ә... Эйе... Яңылышам. Әсәй минеке. Ә һиңә — үгәй. Ул үгәй була белде-е-е.
Тәүҙә ҡарсыҡ һымаҡ күренһә лә, бигүк ҡарт түгел икән дә был ҡатын. Ҡараңғы бүлмәгә күҙе өйрәнгәс, инде Камилдың күңелендә бер ниндәй шик ҡалманы: Дүсәев — үлтереүсе. Маньяк. Йыртҡыс. Әсәй тигәне йөҙө менән уның ҡулынан һәләк булған ҡорбандарҙы хәтерләтә.
Камил эргәһендә баҫып торған Дүсәевҡа күтәрелеп ҡараны.
— Тимәк, был һин?! Ни өсөн?! Әйт, ни өсөн ҡылдың һин ул яуызлыҡтарҙы ?!
— Эйе, был мин. Мин уның, — Дүсәев әсәһенә ымланы, — үсен алдым. Йәшәү биргән әсәйемә ҡулым күтәрелмәне. Ниндәй генә булмаһын, ул бит мине тапҡан, баҡҡан. Һәр ҡорбаным өсөн мин уның алдында отчет бирҙем, уның һайын башындағы аҡ сәстәре күбәйҙе, йөҙөндәге сырышы тәрәнәйҙе.
— Ниңә?! — Камил, үҙе лә һиҙмәҫтән, әсенеп, асырғанып өндәште. — Ни өсөн ундай ҡанһыҙлыҡ?! Ғәзиз кешеңдән нисек улай үс алырға мөмкин?!
— Нисек, тиһеңме? Һин ысынлап бер ни хәтерләмәйһеңме? Хәйер, бөтөнләй бәләкәс инең шул. Үлтерергә мине ул өйрәтте. Эйе! Һинең яратҡан көсөгөңдө күҙ алдыңда һыуға батырғанда, мин уның йөҙөндәге ҡәнәғәтләнеү хисен күреп, тәүҙә ҡотом осто.
— Етте һиңә! — Ҡатын улына ҡысҡырҙы. — Етте! Кит төрмәңә, башың шунда сереһен!
— Эй-й, әсәй, миңә хәҙер баш сереүе ҡурҡыныс түгел, күңелем серегәндә ауыр ине. Тик һин уны һиҙмәнең. Атайҙы, Камилдың атаһын, иҫереп йоҡлап ятҡанында битенә яҫтыҡ һалып үлтергәс, икенсе көнө һин йырлап йөрөнөң.
— Күрҙеңме?! Һөйҙәмә бушты! — Рима йәнә ҡысҡырҙы.
— Мин бит алйот түгел инем әле ул саҡта. Карауат янында иҙәндә аунап ятҡан мендәрҙе күргәс тә аңланым. Ана, ул ғына аңламаны ла, белмәне лә. Үҙен балалар йортона алып киткәндәрендә лә иҫе китмәне. Тәүҙә мин бесәй үлтереп ҡараным. Аҙағынан үлгән бесәйҙең башынан һыйпай-һыйпай иланым. Һин эргәмә килдең дә, ултырма алъюҫыҡҡа буҙлап, тип, үле бесәйҙе сүплеккә ырғыттың. Ә үлем күреп кинәнес кисереү миңә һуңғараҡ килде. Һиңә оҡшаштарҙың йәнен ала башлағас...
— Камил! Балаҡай! Ҡулға ал, ултырт шуны төрмәгә! Мине фалиж һуҡты, урамды, кешеләрҙе күргәнем юҡ. Ул мине сығармай, ашатмай, ҡурҡыта...
— Юҡ, әсәкәйем, Камил мине төрмәгә алып китергә килмәне. Ул мине атып ҡына үлтерәсәк. Шулай бит, ҡустым?
— Мин һиңә хөкөмдар түгел. Бөтәһен дә суд хәл итә.
— Һин мине атырға тейешһең. Эх, мин бит һине иң яҡын ҡустым күреп яраттым. Атайың мине ситләтмәне. Һине гел йәлләй торғайным, ана, ул туҡмағанда. Ә бөгөн мине һин йәллә: ат, үлтер мине! Арыным мин, ҡустым! Йыртҡыс булып йәшәп арыным. Кешеләр араһында урын юҡ миңә, улар донъяһына юл бынан егерме йыл элек ябылды, — Дүсәев костюмын, галстугын һалып ырғытты, күлдәгенең иҙеүҙәрен ысҡындырҙы. – Ат, тиҙәр һиңә!
Камил кеҫә телефонынан полицияға бәйләнеш эҙләй башлаған арала, Дүсәев ишеккә ташланды. Капитан уның артынан ынтылды. Шул саҡ Дүсәев нимәгәлер эләгеп, йығылып барып төштө. Бахтиндың уның аяғына төҙәп атҡан пуляһы башын ярып үтте... “Ашығыс ярҙам” машинаһы килгәндә, Дүсәев йән биргәйне инде. Полиция ла килеп етте.
— Ул минең берҙән-бер баламды үлтерҙе! Үлтереүсе! Хәҙер мине кем ҡарар?! А-а-а... — Рима Дүсәева ултырғысынан иҙәнгә ауып төштө лә үкһеп иларға кереште.
...Әүермән юҡ ителде. Капитан Камил Бахтин уның хөкөмгә барып етмәй һәләк булыуына ҡыуанғандай ҙа була, шул уҡ ваҡытта нимәләлер үҙен ғәйепле һанай. Бәғзе мәл башына сәйер уй килә: Рузил Дүсәевтың юлында эләгеп йығылырлыҡ бер ни тапманы бит ул, бәлки, Камилдың уға атмаҫын белеп, юрый абынғандыр?..
Ҡалай ҙа, ҡала тынысланып ҡалды.
Читайте нас: