Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
12 Декабрь 2017, 11:21

Һунарсы яҙмалары

... Үҙем эстән генә үҙемдән көләм: «Һинең һунарсы исемен тағып йөрөүең! Епшек ҡар өҫтөндә ап-асыҡ ярылып ятҡан сатай-ботай эҙҙәрҙе лә айыра алмайһың»...

Ҡышты кем килтерә

Быйылғы ҡыш ғәҙәттәгенән күпкә һуңланы. Тышта инде аҡъюл башы, ә ҡар һаман яумай ҙа яумай. Күптән яланғасланып ҡалған ағастар, Ҡыш бабайҙарын һағынып, уның ҡасан иңбаштарына аҡ шәл ябырын көтә-көтә моңайышып торалар. Йәшеллектең үҙе түгел, эҙе лә ҡалмаған. Шул сәбәпле, көндәр ярайһы ғына матур тороуға ҡарамаҫтан, ҡырға ынтыла һалып бармаған мал-тыуар, маҙа китәреп, кәртә-ҡура тирәһендә урала. Уралмаҫ ине, бушап ҡалған туғайҙарҙа теленә эләгер үлән заты юҡ. Уның ҡарауы, иртә яҙҙан морон төртөргә тейешле үҫемлектәр: бәпембә, үгәй инә үләне, хатта аҡсәскә менән алмағас та, мәлһеҙ сыуаҡҡа алданып, сәскә атырға маташа. Маташа ғынамы, ана, күҙ ҡыҫҡандай йылмайышып ултыралар. Мөғжизәнең бындайы тәбиғәттә йөҙ йылға бер генә була, тиҙәр. Тимәк, беҙ шул мөғжизәне күреп ҡалыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ.

Шулай ҙа әлеге мөғжизә оҙаҡ дауам итмәй. Көндөҙҙәрен ярайһы ғына йылы торһа ла, төн етеү менән шаҡтай һыуытып ебәрә. Бер аҙҙан ваҡытты бутаған сәскәләрҙе һәләк итеп таңғы ҡырау төшә. Ул селт-аҡ кейеҙ ише һоро ер өҫтөн биҙәп ята. Быйыл йәй ҡаурый еткереп, ҡанат нығытҡан ҡош-ҡорт һаҡ ҡына ҡағылып серле аҡлыҡтың тәмен самалай. Ошоғаса бит йәймәнең ундайын күргәндәре юҡ. Тик наҙға һаран ҡояш аҙ ғына йылмайып ебәреүе була, серле йәймә күҙ алдында юҡҡа сыға ла ҡуя, тирә-йүн йәнә төҫһөҙләнеп ҡала. Оҙаҡламай, көндәрҙең матуры үтеп, ҡара һыуыҡтар башланыуға, бар донъя бөтөнләй йәмһеҙләнеп китә. Хәҙер инде һаран ҡояштың йылыһы бөтөнләй тойолмай. Салт аяҙ һауанан үҙе йылмайып тора, үҙе йылытмай.

Әлеге шыҡһыҙлыҡты бер аҙ ғына булһа ла биҙәп ебәрергә маташҡан һымаҡ, өйөбөҙ алдындағы баҡсаның бер мөйөшөндә ҡыҙара- бүртеп һылыу миләш тора. Икенсе остараҡ, күпереп, мәңге йәшел ҡарағай үҫә. Ул ағастарҙы үҙ ҡулдары менән мәрхүм атайым ултырытып ҡалдырған, шуның өсөн дә ҡәҙерлеләр.

Һалҡын иртәләрҙең береһендә ҡолағыма күмәк ҡыңғырау сыңы салынып ҡалғандай булды. Саф гәлсәр сың урам яғынан ишетелә ине: сыңҡ-сыңҡ... сыңҡ-сыңҡ... сыңҡ... Шул тиклем аһаңле яңғыраған моң – торғаны бер оркестр! Аптырай биреп баҡсаға үттем һәм... һушты алырлыҡ тамашаның шаһиты булдым: ҡупшы ҡарағайҙы бер төркөм ҡыҙылтүш турғайҙар һырып алған! Бына ҡайҙа ул шыршының иң матуры! Тере шыршыла – тере уйынсыҡтар! Хәйләһеҙ ҡошсоҡтар бер туҡтауһы үҙ-ара хәбәрләшә: сыңҡ-сыңҡ... фют-фют..

- Ай-һа-ай, яңы йылға тиклем әле күпме ваҡыт бар, ә һин шыршыңды биҙәп тә ҡуйғанһың, – тип йылмайҙы һыуға китеп барған еңгәй, – ҡалай йәмле, ә!

Күҙ алдыбыҙҙа, ысынлап та, ҡабатланмаҫ йәмле күренеш ине: бер ситтә сағыу ут булып суҡ тәлгәшле миләш яна, ҡаршыһындағы йәшел сатырға ғәжәп «тәсәйҙәр» эленгән. Улар араһында сөм-ҡыҙыл ғыналары, һандалы менән күгелйемдәре лә бар. Баҙлатып биҙәлгән шыршынан ҡай ере кәм, йә?! Бына ҡайҙа ул тере матурлыҡ, йәнле йәм! Еңгәй мең тапҡыр хаҡлы. Шулай ҙа бындай йәмде үҙ күҙҙәрең менән күреп ҡалыу кәрәктер. Йәмдең ундайын әйтеп тә, яҙып та килештереп булмай.

Ҡасандыр өләсәйемдең:

- Ҡантүш күренде, балам, ахыры, оҙаҡламай ҡар яуыр, – тип үҙенсә фараз ҡылып торғаны иҫкә төштө, – ҡышты бит беҙгә ҡантүш алып килә.

Һәм, ысынлап та, иртәгеһенә үк тиреҫтән ҡапыл әсе ел иҫте лә, күк йөҙөндә һөмһөҙ-ялбыр болоттар ҡайнашты һәм кискелеккә ҡар күҙе күренде. Таңға инде бар йыһан аҡҡа төрөнгән ине. Күҙ ҡамаштырып ятҡан өлпәрәм ҡар, шулай итеп, көтөп алған ҡыш килеүе хаҡында хәбәр итте. Тимәк, ҡышты кем алып килә? Кем булһын, әлбиттә, ҡантүштәр! Ышанмай ҡара шунан ололар ырымына.


Оҙон тороҡ
Эс бошорғос миҙгел – ҡара көҙ етте. Ҡышҡы йоҡоға әҙерләнеп бөткән тәбиғәттә ошо мәлгә генә хас йонсоу моңһоулыҡ менән һағыш сағыла. Ауыл кешеһенең именлеге билдәһе – ҡатып ҡалған кәбәндәргә ҡараш ташлайһың да: «Эйе, ҡасан ғына әле бында йәй ине», – тип уфтанып ҡуяһың.

Кисә генә гөрләп торған баҫыуҙар бушап ҡалды. Уларҙың инде уңышы йыйып алынған. Баҫыуҙар хәҙер ял итһәләр ҙә була. Ял итһәләр ҙә була, тиһәм дә, уларға әле һуңғы гектарҙарҙы туңға һөргән тракторҙар тынғы бирмәй. Ҡорос арғымаҡтарҙың иҙрәткес-тоноҡ тырылдағаны ул яҡтан да, был яҡтан да килә. Яҙ көндәрен ҡолаҡтарҙы иркәләгән ҡоштар тауышы ишетелмәй. Улары әллә ҡасан китер тарафтарына китеп бөткән.

Килке-килке, сирҡаныс һалҡынлығы менән өтөп алыр киҫкен елдәр иҫкеләп үтә. Шундай ваҡыттарҙа, өҙлөкһөҙ быҫҡаҡлаған илаҡ ямғырға ҡушылып, ҡар күҙе лә күренгеләп ҡала. Беренсе «аҡ себендәрҙе» күреп көҙ ҡаралығынан екһегән күңелдәрҙә сәйер-елкендергес тойғолар уяна: ҡар тиҙерәк яуһа ине лә, күҙ ҡамаштырыр сағыулығы менән ошо йәмһеҙлекте ҡаплап китһә ине...

Иртәнге смена алышыныуға тракторҙар янына ашыҡтым. Һабансыларҙың иҫтәренә агротехник талаптарҙы тағы бер тапҡыр төшөрөү менән бер ҡатарҙан төнгө эштәрҙе лә теүәлләп, сифатҡа күҙ һалыу кәрәк. Тәжрибәле тракторсыларҙың оҫталығына ышанһам да, эштәрен тикшереп торам. Шунһыҙ булмай.

Еүеш мәте йәбешкән итектәрҙе көскә һөйрәй- һөйрәй, һөрөлгән майҙандарҙы аршын таяғым менән үлсәп сыҡҡансы байтаҡ ваҡыт үтте. Шулай, таяҡ «күтәреп йөрөүе» уны үҙе күтәреп ҡарамаған кешегә генә еңел күренә. Ә белгәнгә ул эш ярайһы ғына ауыр ҙа, яуаплы ла. Яуаплы, сөнки был эштә кеше хеҙмәте баһалана. Һинең хатаң арҡаһында тракторсының түгелгән хәләл көсө менән ҡара тире бушҡа ғына булып ҡалыуы ихтимал. Шуның өсөн дә ашыҡ-бошоҡ ҡыланыу ярамай. Барлыҡ һандарҙы ла теүәлләп, түш кеҫәмдәге кенәгәгә теркәп ҡуйҙым. Күнел тынысланды. Хәҙер инде мин кискә тиклем азат.

Бойоғошоп торған һалам эҫкерттәре араһынан һыбай китеп барам. Егәрле «Күксәй»ем, ҡолаҡтарын ҡарпайта биргән дә, һағая төшкән. Нимәнәндер шикләнә һымаҡ. Уның ыңғайына үҙем дә ян-яғыма ҡарана ҡуйҙым. Ә, ашлығы сабылған ҡамыл төбөндә һонтор торна йөрөй икән. Башта уға ҙур иғтибар бирмәнем: торна – торна инде, ҡыр ҡошо, баҫыуҙа йөрөмәй ҡайҙа йөрөһөн. Шулай ҙа, тора биргәс, аңыма барып етте: бәй, торналар әллә ҡасан йылы яҡтарға китеп бөттө лә баһа! Атым да, баҡтиһәң, ошо ғәҙәти булмаған күренешкә ихлас ғәжәпләнеп барған икән. Ә мин уйламайым да бит әле.

Менгемдең башын, онотҡанда бер баҫып, ҡабаланыуҙың ни икәнлеген дә белмәй йөрөгән ҡош яғына борҙом. Ярайһы ғына яҡынлашҡас эйәрҙән төшөп атты иреккә ебәрҙем. Ә үҙем ни сәбәп менәндер яңғыҙы ҡалған торнаны тотмаҡсымын. Ҡайҙа ул! Шәп йүгерә, тәбиғәт балаһы. Йүгереүен йүгерә, әммә осоп китә алмай. Байтаҡ ваҡыт хитлана торғас эҫкерткә ҡамап эләктерҙем тегене. Был үтә ябыҡ, хәлһеҙ һәм ҡойто ғына торна балаһы ине. Сабыйҙың әле мамыҡ ише бәпкә йөндәре лә тулыһынса төшөп бөтмәгән.

Уның һауаға күтәрелә алмайса япа-яңғыҙы йөрөп ҡалыу сәбәбен тиҙ асыҡлай алдым: меҫкен ҡоштоң һыңар ҡанаты йәнселгән ине. Ҡанаты һынмаған да һымаҡ, шулай ҙа ни эшләптер йыйып ала алмай. Тырышып-тырмашып арҡаһына һалмаҡсы итә, ә уныһы һәленә лә төшә, һәленә лә төшә.

Мөсһөҙ генә булһа ла уҫал икән, беҙ ише осло, үткер суҡышы менән бер-икене семетеп алырға ла тартынманы. Семеткән урындан хатта һарҡып ҡан сыҡты. Ул, күрәһең, үҙенә яҡшылыҡ эшләргә теләгәнде аңламай. Ҡырағай бит, шунлыҡтан аңһыҙ. Ошолай йөрөһә, ҡаты һыуыҡтар башланыу менән һәләк буласағы башына ла инеп сыҡмай. Мин уны иреккә ебәрҙем: арба егеп килгәнсе йөрөп торһон.

Арба егеп килгәнсе, тиһәм дә төрлө сәбәптәр арҡаһында уныһы тиҙ арала килеп сыҡманы. Сөнки бысраҡта һыбай көйө күпкә ҡулайыраҡ та, тиҙерәк тә. Торна балаһын баҫыуға килгән һайын күрә йөрөйөм. Ул гелән генә сүпләнеп булаша. Нимә сүпләй, нимә менән тамаҡ туйҙыра: бер үҙенә генә билдәле. Яҙмыш тарафынан урынһыҙға ҡыйырһытылған яшыҡ торна ситтән ҡарап торғанда самаһыҙ һонтор булып күренә. Шул сәбәпле үҙенә «Оҙонтороҡ» ҡушаматы тағып ҡуйҙым. Әйтергә кәрәк, исеме есеменә тап килеп тора ине.

Бер аҙҙан «Оҙонтороҡ» ат менән миңә күнегә төштө. Инде ул элекке кеүек өркөп ҡаса һалып бармай. Ҡыҙғылт өлтөгөн тырпайта бирә лә, осҡор күҙҙәрен селт-селт иттереп ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап тора. Хәҙер ул беҙҙе көтөп ала кеүек. Һәр хәлдә миңә шулай тойола.

Көҙ – көҙ инде, көндәрҙең береһендә ҡапыл һыуытты ла, ойоҫҡотоп ҡар яуа башланы. Шул рәүешле ҡыш, һәр ваҡыттағыса, көтмәгәндә килде. Мин «Оҙонтороҡ»то алып ҡайтырға йыйындым. Юғиһә аслыҡтан, йәиһә өшөп, һәләк буласаҡ. Күңел етһә урын табыла – бер ҡышты нисек тә тауыҡтар менән үткәрер әле.

Торнаның ғәҙәттә сүпләнеп йөрөгән еренә барҙым. Был юлы ул күренмәне. Эҙе лә, үҙе лә юҡ, ғәжәп. Яҡын тирәне байҡап бөттөм, эҫкерт төптәрен, туҙғып ятҡан һалам араһын ҡараным. Таба алманым. Байғош һыуға батҡан таш ише ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Ауыр болоттар кинәт түбәнгәрәк төштө лә, былай ҙа ҡомһарылып торған көн ҡапыл оторо ҡараңғыланып киткәндәй, шыҡһыҙ баҫыу өҫтө бөтөнләй етемһерәп ҡалғандай тойолдо. Ул көндө өйөмә ниндәйҙер ҡәҙерле нәмәмде юғалтҡан төҫлө бошоноп ҡайттым. Торна балаһының фажиғәле асылын мин уны юғалтҡас ҡына тулы мәғәнәһендә аңланым.

Ә туңға һөрөүҙе ваҡытында тамамланыҡ.

Сәйер эҙҙәр
Мылтығымды яурынға элгән көйө япрағы әле ҡойолоп бөтөргә өлгөрмәгән урман буйлап киләм. Тирә-йүндә күҙ сағылдырғыс аҡлыҡ. Бының ише аҡлыҡ һәм паклыҡ тәүге ҡар яуғанда ғына була. Һулап туймаҫ саф һауанан тын юлдары иркенәйеп китә. Табан аҫтындағы әле бер кем тарафынан тейелмәгән ҡар баҫҡан һайын күңелле йыр менән яуап бирә: ғырт... ғырт... ғырт... Ағас ҡайрылары араһынан ҡорт сүпләп мәж килгән беснәктәр сипылдаша, биләмәһенә рөхсәтһеҙ килеп ингәнгә ризаһыҙлыҡ белдереп тумыртҡа асыулы сиҡылдай, тын урманды яңғыратып, ара-тирә шомло ҡоҙғон тауышы ишетелеп ҡуя.

Юлымды киҫеп үткән аңлайышһыҙ эҙҙәр сылбырын күреп туҡталып ҡалам: кем үткән был ерҙән? Йыбырлыҡ ҡына буталсыҡ эҙҙәрҙе тәү тапҡыр күрәм һымаҡмын. Тәү тапҡыр шул, ошоғаса ундайын һис осратҡаным булманы. Мин, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайса, ентекләберәк ҡарарға тотонам. Үҙем эстән генә үҙемдән көләм: «Һинең һунарсы исемен тағып йөрөүең! Епшек ҡар өҫтөндә ап-асыҡ ярылып ятҡан сатай-ботай эҙҙәрҙе лә айыра алмайһың». Хәйер, донъя бит, ундай ғынаһы булғылай инде ул. Йөҙ йыл йәшә, йөҙ йыл өйрән, тиҙәр бит. Еребеҙҙең асылмаған серҙәре әле әллә күпмелер.

Шулай ҙа әлеге билдәһеҙлек һунарсы намыҫыма барып тейҙе, мин таныш булмаған сылбырҙы юллап киттем. Ярайһы ғына оҙон тырнаҡтар ҡалдырған эҙҙәргә ҡарап тиҙ арала йүнәлеште билдәләнем. Серле кейек, темеҫкенеп, ағас төбөнән ағас төбөнә йөрөгән. Күрәһең, ниҙер эҙләгән – соҡсоноп ҡыу япраҡтарҙы ҡар өҫтөнә сығарып туҙҙырған. Яланғас ҡыуаҡлыҡ эсенә инеп сыҡҡан, селтер шишмә ҡырлап үткән, ҡырмыҫҡа иләүен сапсыштырып ҡараған.

Эҙ хужаһын мин күп тә бармаҫтан ҡыуып еттем. Ярайһы уҡ тәрән ҡарҙа, бата-сума тумыранлап, ауырлыҡ менән... кәкре аяҡ терпе китеп бара. Уның эҙҙәрен, ысынлап та, күргәнем юҡ бит. Етмәһә, ҡар өҫтөндә! Ҡайҙан танып- беләйем инде шунан? Үҙ асышыма хатта бер сама ҡыуанып ҡуйҙым.

Кемдер яҡынлашыуын һиҙеп алған терпе осло мороно менән тырнаҡлы тәпәйҙәрен үткер энәләре аҫтына йәшерә һалды ла, артабан ни булырын көтөп ята башланы. Әммә ул йәй мәлендәгеләй йомро йомғаҡ булып йомарланманы, ә энәләрен бер аҙ тырпайта бирҙе лә, ҡара-йылтыр күҙҙәрен миңә төбәгән килеш ҡатып ҡалды. «Йә, хәлеңдән килһә тейеп ҡара!», йәнәһе.

Был мәлдә уның барлыҡ ҡиәфәте һуғышырға әҙер икәнлеген күрһәтә ине. Ә мин һуғышырға йыйынмайым, миңә ҡыҙыҡ. Сыбыҡ осо менән һаҡ ҡына ҡағылдым. Бәләкәс кейек «фырт» итеп тертләп китте, хатта ҡаҡлыға биреп төштө. Терпе ныҡ асыулы ине. Үҙенә тейер-теймәҫкә ҡағылған йыртҡыстың томшоғон сәнсеп алыр өсөн шулай итә. Ул энәләрҙе бер татып ҡараған йыртҡыс икенсе юлы сәнскеле йомғаҡты ураңҡырап үтә. Бына мине лә ул, табыш көҫәп йөрөгән дошманына һанап, өркөтмәксе булды. Юҡ инде, терпе дуҫ, кеше һинән аҡыллыраҡ та, хәйләкәрерәк тә. Кеше һинең был ысулыңды бик яҡшы белә һәм яланғас ҡул ҡағыла һалып бармай. Башта, бер-аҙ тынысланғансы, таяҡ менән генә төртөп ҡарай.

Күпмелер ваҡыттан терпе, ысынлап та, тынысланды. Минең зыянһыҙ икәнлекте төшөнөп алдымы, инде ул таяҡ менән ҡағылыуға бөтөнләй иғтибар итмәй. Ҡырағай кейек күҙ алдында йыуашайҙы. Башта хәтәр тырпайышып киткән энәләре йығыла төштө. Хәҙер инде уны икеләнмәйсә ҡул менән һыйпарға ла була: сәнсешмәйәсәк.

Иркәләп һыйпай торғас бөтөнләй ирәйеп китте был: шырт энәләре лыпым ятты, үҙе һылыуланып киткәндәй булды. Арҡаһы уның кеп- келән генә, һалҡын. Терпе, һис шикләнмәйсә, башын да сығарҙы. Әллә берәй тәмле нәмә өмөт итәме, сөм-ҡара морононоң ос ҡынаһын ҡыймылдатып һауаны еҫкәштергән була.

Ярай, бар, энәлекәй, өң йүнәтеп, оя тибә башла, юғиһә ҡыш етте, ә һин һәптәнләп һаман йөрөп ятаһың, – тинем дә ары атланым. Ошо кескенә йән эйәһе менән осрашыуҙан күңелгә ниндәйҙер сихри еңеллек йүгерҙе, ә тирә-йүн тағы ла яҡтыраҡ булып китте.

...Февраль айы урталары. Көҙ көнө терпе менән осрашҡан тирәнән уҙып барам. Ышыҡ ағаслыҡ эсендәге ҡар тәрән һәм йомшаҡ. Асыҡ урындағы кеүек ул бер ваҡытта ла ҡатмай. Шуға күрә, саңғыларым ярайһы уҡ яҫы булһалар ҙа, батып ыҙалата.

Көрт аҫтынан һонтор ҡыу ҡурайҙар һерәйешеп торған аҡланға килеп сыҡтым. Аҡлан ситендәге йәш уҫаҡлыҡ араһында ваҡ ҡына эҙҙәр күренә. Улар миңә таныштар. Танышын-таныш, әммә бының булыуы мөмкинме? Ҡыш көнөндә терпе йөрөп ятһын әле! Тәүҙә үҙем дә шулайыраҡ уйлаған инем. Ләкин ҡаршымдағы күренеш ысынбарлыҡ ине: ҡар йырып терпе уҙған! Теге саҡтағы кеүек, ул ағастан ағасҡа һуғылып йөрөгән, урыны-урыны менән туҡталып ҡарҙы соҡошторған. Ниҙер эҙләгәнгә оҡшай. Яҡын- тирәлә төлкө эҙҙәре лә күренә. Хас та әкиәттәге кеүек: төлкө менән терпе бергә.

Шулай ҙа терпе, аяҡтарын талдырып, күп йөрөй алмаған, бер нисә ҡайын төбөнә төртөлгән дә, уҫаҡлыҡҡа кире әйләнеп килгән һәм шунда үҫкән гөлйемеш ҡыуаҡлығы эсенә инеп киткән. Мин – уның артынан: тамам шаңҡытты ла баһаң!

Ҡыуаҡлыҡтың ҡап уртаһында, өңөрәйеп, тәрән генә ҡар соҡоро күренә. Соҡорҙо ян-яҡлап кипкән япраҡтар аралаш ҡыу үлән туҙғып ята, туң тупраҡ киҫәктәре ҡарайыша. Ә соҡор төбөндә кем тиһегеҙ? Эйе-эйе, йомарланып ҡына... терпе үҙе ята. Тәүҙә, туңып һәләк булғандыр инде был, тип хафаға ҡалдым. Ҡарға тубыҡландым да, соҡор эсен тыңлап ултырҙым. Терпе, бына бер мөғжизә, хырылдап китеп... йоҡлай ине. Тағы, ышанырғамы-юҡмы, тип торҙом. Саңғы таяғы менән һаҡ ҡына төрткөләп ҡараным. Йәнлек ҡымшанманы ла. Сәнскәк йомғаҡты эйелеп ҡулыма алдым. Уянманы. Ул ихлас, ҡаты йоҡлай ине. Хатта уҫал тырпайышҡан энәләре лә шул көйө ҡалды.

Мин һибелеп ятҡан ҡоро ҡауланды йыйып терпене ентекләп шуға төрҙөм дә, һаҡлыҡ менән соҡор төбөнә һалдым, өҫтөнән шәкәр ише ярмалана башлаған ҡар менән күмдем. Туңып ҡуймаһын. Эшемде бөткәс йәнә ҡолаҡ һалам. Терпенең хырылдағаны ап-асыҡ ишетелә. Мин ишеткәнде төлкө нисек ишетмәһен инде.

Минеңсә, терпе үҙ вайымһыҙлығы арҡаһында саҡ һәләк булманы. Көҙ ни сәбәптәндер һуңға ҡалып, ҡышҡы өңөн арлы-бирле генә әтмәләгән дә, шунда инеп ятҡан. Нисек тә үтеп китер әле, тигәндер. Әммә үтмәгән шул. Ҡырағай тәбиғәт арамъялыҡты ғәфү итмәй. Көлтә ҡойроҡ ерән хәйләкәр терпене тиҙ шәйләгән. Шәйләгән дә, ҡалын ҡарҙы соҡоп өҫкә лә сығарған. Сығарыуын сығарған, ләкин, яуыз ниәтенә ирешеп, ашай алмаған. Тәмле ит менән һыйланырға энәләр ҡамасаулаған. Улар, баҡтиһәң, терпе йоҡлаған саҡта ла ятмайҙар икән, тырпай килеш ҡалалар. Быныһы ла минең өсөн үҙенә күрә яңы асыш.

Төлкө терпене бер килке йомғаҡ урынына тәгәрәтеп йөрөткән дә, ҡалдырып киткән. Ахыры, төңөлгән. Артабан мин шул тирәнән үткән-һүткән һайын гөлйемеш төбөнә күҙ һала йөрөнөм. Төлкө терпегә башҡаса ҡағылманы. Күрәһең, уның менән булышыуҙың файҙаһыҙ икәнлегенә төшөндө. Бәлки, мин ҡалдырған кеше эҙе менән кеше еҫенән шикләнеп яҡынлашырға баҙнат итмәгәндер.

АСЛЫҠ
Төлкөгә ҡапҡан һалыу өсөн ҡулай урындарҙы алдан ҡарап, билдәләп сығам. Шулай иткәндә күпкә еңелерәккә тура килә: һис юғында, ауыр ҡапҡандарҙы бушҡа йөкмәп йөрөмәйһең. Урманға бөгөнгө сәфәремдең дә маҡсаты ошо. Ҡайҙандыр һиҙә һалып алған Аҡтырнаҡ та эйәрҙе. Ҡайҙа эйәреп – алдан төштө! Ғәҙәттә, эҙҙәрҙе тапап бөтә, тип мин уны алып йөрөмәйем, был юлы ниңәлер ҡаршы килмәнем. Эт күңеле – бер һөйәк, рәхәтләнеп йөрөп ҡайтһын әйҙә. Лайка тоҡомло эттәргә хәрәкәт кәрәк. Хәрәкәтһеҙ торһалар, һунар ҡомарын юғалталар. Еңеллекте артығыраҡ теләнем, ахыры, ҡушкөбәгемде лә алып торманым. Белһәм икән аҙаҡ үкенеремде...

Ауылыбыҙҙан ике саҡрым самаһы арауыҡта ултыртылған матур ҡарағайлыҡ бар. Ана шунда етеүгә күптән түгел генә үтеп киткән бүре эҙенә тап булдыҡ. Яңғыҙ йыртҡыс, күкрәге менән йомшаҡ, тәрән ҡарҙы йырып, ҡайҙалыр төпкөлгә тартҡан. Бүре бының ише ҡараңғы шырлыҡтарҙы урап үтеүсән. Ул тирә-йүн яҡшы күренеп торған алаңғыр һырттарҙы үҙ итә. Унда хәүефһеҙерәк. Аҙым һайын әжәл һағалап торған аҡыллы йыртҡысты, күрәһең, тормош үҙе шулай өйрәткән.

Бүре эҙенә, бигерәк тә ошоноң кеүек ҡараңғы урындарҙа тап булғанда, өҫтәүенә, яурыныңда мылтығың юҡ саҡтарҙа, теләйһеңме-теләмәйһеңме, күңелде икеле-микеле уйҙар солғап алыусан. Уйламаҫҡа тырышып ҡарайһың, барыбер шомландыра. Был юлы ла әлеге тойғоларҙан ҡотолоп булманы. Февраль айы – бүренең иң ас мәле, ә миндә асмалы бәкенән башҡа ҡорал юҡ. Ошондай ваҡытта ҡоралдың кәрәклеһе өйҙә ҡалды. Яҡшы беләм: аслыҡ үҙәгенә үткән бүре йәнен аяп тормай – әжәлдән ҡурҡмай. Аҡылын юйған ас бүренең хатта ажғырып килгән трактор тәгәрмәсе аҫтына ташланған осраҡтары билдәле. Шулай булғас, уға яңғыҙ кешең нимә ул? Ярай әле янымда этем бар, тип үҙемде тынысландырған булам, барыбер япа-яңғыҙ һымаҡ түгел. Хафаланып мин уны эргәмә саҡырҙым: иҫ итмәҫтән йыртҡыс тешенә тәл булыуы бар.

Күренеп тора – алдағы төн буран көслө булған. Көпшәк ҡарҙы борхотоп өргән киҫкен ел таңға ҡарай ғына баҫылды. Урман йәнлеге әле эҙ сығарырға өлгөрмәгән. Тимәк, бүре яңыраҡ ҡына уҙған. Ҡапыл ғына һунарсы ҡомары уяныуҙан урманға ни өсөн сыҡҡанымды ла оноттом, буғай, эҙ буйлап киттем.

Саңғыларым ярайһы уҡ яҫы булһа ла, ултырып өлгөрмәгән өрпәк ҡарҙа ныҡ бата, барыу ауыр. Уның ҡарауы, ошондай ҡарҙа төлкөһө лә, бүреһе лә үҙҙәренең иҫке эҙҙәренә генә баҫып йөрөргә ярата. Былай еңелерәк, көс аҙыраҡ сарыф ителә. Еңелен-еңел дә ул, әммә иҫке эҙ аҫтында ҡапҡан ятыуы бар. Эйе, йышылған һунарсы кейектәрҙең ошо ғәҙәте менән оҫта файҙалана. Әле ҡапҡан менән һунар итеү өсөн уңайлы осор – яңы яуған өлпәрәм ҡар тәрән. Ҡапҡанды урын-еренә еткереп һала белеү генә кәрәк. Бары шул ғына. Шулай тиһәм дә, ҡапҡан һалыу – үҙе бер ғилем ул. Тик был турала икенсе юлы, хәҙергә беҙ бүре эҙәрлекләйбеҙ.

Аҡтырнаҡ ярылып ятҡан эҙ буйлап алдан төштө. Бүре еҫе килә! Ҡан дошманының ҡайҙалыр яҡында ғына икәнлеген һиҙеүҙән уның елкә йөндәре хәтәр тырпайышҡан, күҙҙәре ут булып яна. Үҙе ара-тирә сыйнаштырып ҡуя. Ҡулымда мылтыҡ булғанда, әлбиттә, уға был иркенлек эләкмәҫ ине. Эт арттан эйәреп кенә килер ине.

Бына бүре йәйәүле кеше анһат ҡына йырып сыға алмаҫлыҡ сәнскеле гөлйемеш ҡыуаҡтары араһына инеп киткән. Мин ҡыуаҡтарҙы урап үттем. Күп тә барманым, ҡарағайлыҡтың ситенә, асығыраҡ урынға килеп сыҡтым һәм... көтөлмәгән күренештән шып туҡтап ҡатып ҡалдым. Ваҡ уҫаҡлыҡ эсендә күкшел-һары төҫтәге кейек мөкиббән китеп ниҙер кимерә ине. Бүре бит! Ул әлегә бер ни һиҙмәй ҙә, күрмәй ҙә. Ара ун-ун биш аҙым. Их, мылтыҡ булғандамы! Ә эт ҡайҙа?!

Аҡтырнаҡ был мәлдә, ҡыуаҡтар араһынан сыҡҡан да, һөмһөҙлөккә ғәжәпләнгән һымаҡ, уяулығын бөтөнләй юғалтҡан бүрегә ҡарап тора. Минең тәнем зымбырлап китте, арҡам буйлап әллә һалҡын, әллә ҡайнар тулҡын үтте. Борсолоуым тиккә түгел: лайкалар улар – ҡурҡыу белмәҫ ауан эттәр. Бигерәк тә айыу, мышы кеүек януарға өйрәтелгәндәре. Әле эт, хужаһы алдында шәбәйеп, йыртҡысҡа ташланған хәлдә, өҫтөнлөк, һис шикһеҙ, бүре яғында. Ул күпкә көслөрәк тә, сосораҡ та. Ул – йыртҡыс, ул – ҡырағай кейек.

Этем, ниндәйҙер эскерһеҙлек менән миңә мәғәнәле ҡараш ташланы ла, һаҡ ҡына баҫып, әкрен-әкрен генә бүрегә бара башланы – һөжүмгә әҙерләнә, һантый! Мин инде артабан битараф ҡала алманым. Урман яңғыратып ҡысҡырған тауышҡа, ҡапылғара ни булып ятҡанлығын аңлап өлгөрмәгән кейек, ҡойроғон бот араһына ҡыҫтырып, яҡындағы һаҙға атылды. Ныҡышмал Аҡтырнаҡ, әлбиттә, уның артынан төштө. Бүрене, ахыры, үҙенән ҡурҡып ҡасты тип уйланы. Ә ҡасҡанды мотлаҡ ҡыуып тоторға кәрәк – эт ҡануны шулай. Теге икәүҙең артынан мин төштөм. Үҙем ҡысҡыра-ҡысҡыра барам, иҫенә килергә өлгөргән бүре әйләнеп эткә ырғымаһын, тип ҡурҡам. Шулай өсәүләшеп йән фарманға ҡыуышабыҙ ғына. Хәҙер хатта ҡарҙың тәрәнлеге лә, йомшаҡлығы ла беленмәй. Шул ҡәҙәре ҡыҙғанмын. Башымда бары бер генә уй: ҡапыл тертләгән йыртҡыс этемде тәләфләй күрмәһен. Ҡарҙа йөҙөп тиерлек барғанлыҡтан, бүре ыратып китә алмай, ә эткә күпкә еңелерәк – ул әҙер бураҙнанан саба. Уларҙың араһы күҙгә күренеп ҡыҫҡара төҫлө. Бәлки, миңә, этем тип хафаланған кешегә, шулай күренәлер генә. Юҡ, күренмәй, Аҡтырнаҡ бына-бына тегенең ҡойроғона баҫасаҡ! Мәгәр шулай икән, артабанғы хәлдәрҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.

Бәхетебеҙ бар икән, бер аҙҙан бүре, ҡырҡа боролоп, тәрән ҡарлы һаҙҙан сыҡты ла, кәбән тартҡан юлға төштө. Тәпәйе ҡатыға эләккәнен тойған һоро юлбаҫар артабан уҡ ише атылды. Бар, ҡыуып етеп ҡара уны хәҙер. Мин, бар көсөнә һыпыртҡан йыртҡысты күреп, һунар итеү дәүеремдә тәүге тапҡыр үкенес тойғоһо кисермәнем. Киреһенсә, оло бәләнән ҡотолғандай, иркен һуланым: этем һау ҡалды. Аҙаҡ аптырап ҡуйҙым: шул мәлдә нисектер үҙем тураһында уйламағанмын. Шулай ҙа, бер сама иҫемде йыйғас, анһатты ҡыуып, мылтығымды алмағанға үҙемде үҙем һуңғы һүҙҙәр менән битәрләнем. Әммә, ни фәтүә – эш үткән. Осраҡтың бындайы – кейектең юлыңа үҙе сығып торғаны – һунарсы ғүмерендә бер, уҙа барһа ике тапҡыр булалыр – ошоноһо үкенесле ине.

Бер аҙ тын алғандан һуң йыртҡысты тап иткән урынға ҡабат килдем – кимереп ятҡаны нимә икән? Уныһы әллә ҡасанғы, кибеп бөткән ҡыу һөйәк булып сыҡты. Мин шул ҡәҙәре ҡаты һөйәктә ҡалған теш эҙҙәренә хайран ҡалып та, һоҡланып та ҡарап торҙом. Ҡайһы аралалыр килеп еткән Аҡтырнаҡ һөйәкте еҫкәштерҙе лә, вайымһыҙ ҡиәфәттә артҡы тәпәйен күтәреп, үҙенсә «билдә» һалды. Эт телендә был ҡәҙерле табыш хәҙер уныҡы һанала. Йәнәһе, башҡаса бында яҡын юлайһы булма, бүре!

Ҡайтып барышлай өтөп барған үкенес тойғоһо мине һаман ташламаны. Нисек инде үкенмәйһең? Аслыҡтан аңрайған бүре менән минең ара, ана, күпме генә булған?! Ҡаҡ маңлайына төбәп ат та ал. Шулай, аслыҡ уйын эш түгел. Астан кәкерәймәҫ өсөн, мәле менән, ғүмереңде лә ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһыңдыр ул. Шуныһы үкенесле – бындай мәлдәр хатта беҙ, кешеләр араһында ла булғылай.

ДӘРТ
Шиңә барған ҡар өҫтөнә һылап затлы гәлсәр түшәлгән тиерһең! Күҙҙәрҙе ҡамаштырып ул әллә ҡайҙарҙан ялтырап ята. Уға һоҡланмайса ҡарау мөмкин түгел. Шул ҡәҙәре һушты алырҙай нимә һуң ул, тиерһегеҙ. Ул – көн үҙәгендә бер аҙ йылытып, төндәрен, киреһенсә, шаҡырайтҡансы туңдырыу һөҙөмтәһендә хасил булған йоҡа ғына боҙ шекәрәһе яҙғы ҡояш аҫтында нур сәсеп шулай уйнай. Мөғжизәнең бындайын тик февраль айы ахырында, марттың баштарында ғына күрергә була.

Боҙлауыҡ томанлы бейек тау ҡыраздарында айырата көслө, шунлыҡтан иҫ китмәле матур. Бында әле ҡайҙа ҡарама – боҙ, боҙ, боҙ... Ҡар аҫтынан һерәйешкән ҡурай остарында ла, ағас баштарында ла, аяҡ аҫтында ла ялтырауыҡ боҙ. Хатта, үҙҙәрен мәңгелектең вариҫы һанап, ҡатып ҡалған мәғрур ҡая таштар ҙа уның тотҡононда. Уларҙы ла быяла ише боҙ ҡаплап киткән. Быяла- боҙҙоң хасил булыуында томандың «ғәйебе» ҙур. Ул бар донъяны баҫа бара, бар нәмәгә ҡунып боҙ- ға әүерелә бара. Ҡыҫҡаһы, боҙ батшалығы бар донъяны ҡосоп алған да үҙ хакимлығын урынлаш- тырған! Ул хакимлыҡтан тереклекте бары йылы яҙ ғына ҡотҡара аласаҡ. Әйтергә кәрәк, ҡарап тормаға хайран китерлек боҙлауыҡтың зыяны ла ярайһы ғына. Айырыуса ошо осорҙа ул көндән-көн ҡалыная, һәлмәкләнә бара һәм сибегерәк ағастарҙы ергә еткергәнсе бөгөп ҡуя. Ә бер эйелгән ағас ҡабат тураймай.

Шатыр-шотор онталып ятҡан боҙ һунарсының да дуҫы түгел. Ул шыуған һайын саңғы табандарын «ашап» ҡына ҡалмай, ә һунарсы үлсәменән, ҡот осҡос тауыш сығанағы ла. Бар тынлыҡты боҙған тауышты әллә ҡайҙан уҡ ишетеп алған һаҡҡолаҡ йәнлектәр яҡын тирәнән көнэлгәре ҡасып бөтә. Хәйер, әлеге шау-шыуҙы ярайһы ғына алыҫ аранан ишетер өсөн әллә ни һаҡҡолаҡ булыу ҙа кәрәкмәй. Ҡыҫҡаһы, боҙлауыҡ ваҡытында һунарың – һунар түгел. Урманда бары ваҡыт уҙғарыр өсөн генә йөрөп ҡайтаһың. Уның ҡарауы, әкиәти боҙ батшалығы оҙаҡ ваҡыт күҙ алдыңдан китмәй. Уны тағы бер барып күрер өсөн ашҡынып тораһың.

Ә инде март урталары етеп, ҡарҙы ҡаплап ятҡан ҡуръяҡ ҡалынайып ҡата барған һайын, тояҡлы хайуандарға михнәт өҫтәлә. Михнәт кенәме – афәт! Йыртҡыстар, киреһенсә, рәхәтлеккә сыға. Бигерәк тә бүреләр ҡоторона ошо мәлдә. Уларға ысын-ысындан һыйлы осор башлана. Тығыҙ ҡуръяҡты ауырлыҡ менән йырып үткән ҡорбандарын йығыуы уларға бер ауырлыҡ та тыуҙырмай. Эйе, тап ошо осорҙа бүреләр оҙон ҡыш буйына ас йөрөгәндең хаҡын ҡайтара. Бөгөн дә, ана, бер нисә саҡрым ер үткәнсе генә ботарланған ике ҡоралай ҡалдыҡтарына тап булдым. Ә тап булмағандары күпме? Шулай, бүре заты ныҡ бәйһеҙләнде. Был нимә, әллә урман санитары шул рәүешле һунар биләмәләрен «ауырыу» кейектәрҙән таҙартамы? Былай барһа, тиҙҙән урманда йүнле кейек тә ҡалмаҫ. Уйлап ҡараһаң, хатта йән өшөп китә: һин урман буйлап китеп бараһын, ә тирә-йүндә бүре эҙенән башҡа эҙ күренмәй. Күҙ алдына килтерегеҙ әле...

Бөгөн көн шөйлә йылы торҙо. Төшкөлөктә хатта епшекләнгән ҡар өҫтө саңғы табандарына йәбешеп йонсотто. Әле әкрен-әкрен генә кис яҡынлаша, ағастарҙан төшкән күләгәләр оҙонайғандан-оҙоная бара. Йыбау ҡояштың былай ҙа һаран йылыһы һүрәнләнә. Бая ирей биреп ҡуйған ҡар йәнә ҡата башлай, йәнә туңа. Ана шул рәүешле боҙ шекәрәһе барлыҡҡа килә лә инде. Иртәгә ул тағы ҡалыная төшәсәк. Шул йәш шекәрәне вата-емерә ҡайтыу яғына ыңғайланым.

Ғәҙәттәгесә, сәғәт алмаған инем. Сәғәт барҙа ваҡыт ифрат шәп үтә һымаҡ, шунлыҡтан мин уны тағып йөрөргә яратмайым. Ваҡытты сама менән генә билдәләйем һәм яңылышмайым. Сама – саманан үтмәй, тиҙәр бит. Әле, алһыу офоҡҡа тәгәрәгән ҡояшҡа самалағанда, алты тирәһелер. Танһыҡ йылыға туйғансы наҙланып ҡалырғы ла өлгөрмәгән тәбиғәт, ирәүән көн ҡыҫҡалығына үкенес белдергәндәй, шымтайып ҡалған. Шул рәүешле һағайып ул сираттағы шыҡһыҙ төнгә әҙерләнә. Тирә-йүндә үҙе сәйер, үҙе көҙөклө тынлыҡ хөкөм һөрә.

Бер арала ҡолағыма ғәжәп таныш та, ифрат танһыҡ та тауыш салынып ҡалғандай. Көтөлмәгәнлектән хатта кинәт туҡталып ҡалдым. Барлыҡ иғтибарымды туплап ҡолаҡ һалам. Һил урман шомло тынлыҡ менән яуап бирә: ахыры, яңылыш ҡына ишеттем. Ҡуҙғалып китәм тигәндә... Ғәжәп, тауыш йәнә ҡабатланды. Был юлы яңылыш түгел, асыҡ ишеттем. Йөрәк елкендергес тоноҡ шыҡылдауҙы башҡа бер ауаз менән дә бутарлыҡ түгел. Ул үҙенә күрә берҙән-бер генә! Әлеге ауаз-йырҙы йылдың тик иртә яҙ миҙгелендә генә ишетергә мөмкин. Уныһында ла таң атып килгән, әле дөм-ҡараңғы мәлдә генә. Ул йырҙы бары йоҡоһона баш була алғандар ғына ишетә ала, ә ғәмһеҙ йоҡо сүлмәктәренә бәхеттең ундайы тәтемәй.

Үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмаған кеше һымаҡ, байтаҡ торҙом. Ҡапыл, бөтөнләй яҡында ғына... һуйыр йыры яңғыраны: «Тэ-ко... тэ-ко... тэ-ко...» Йә Хоҙай! Ысынлап та, һуйыр уйнай ҙа баһа! Февраль айында! Етмәһә, кис мәлендә! Бындайын мин һис көтмәгән дә, уйламаған да инем. Бәләкәй генә мөғжизәме был, әллә тәбиғәттең бер яңылышлығымы? Сихыр көсөнән ихтыярһыҙ ҡалған кешеләй, шаҡ ҡатып торам. Ә һуйыр, ҡәҙимгесә, йырын оҙайлы шығырлау менән осланы ла, тынып ҡалды. Хәҙер ул тыңлап ултыра: хәтәр-хәүеф янамаймы, йәнәһе. Мин тауыш-тын сығармайым, уның тағы «йырлай» башлағанын көтәм. Һәм һуйыр оҙаҡ көттөрмәй: тэ-ка... тэ-ко... Йырҙың ошо өлөшөндә айырата һаҡ булыу кәрәк. Сөнки «йырсы» барыһын да яҡшы ишетә, күреп тә ултыра. Шылт иткән тауыш та уны һағайып ҡалырға мәжбүр итә. Яңылыштан ғына өҫтөнә баҫҡан ҡыу ботаҡтың сыртылдап һыныуы ла барлыҡ тырышлығыңды күҙ асып йомған арала юҡҡа сығарыуы мөмкин. Ә инде сәйер генә фырылдап алғандан аҙаҡ тоноҡ шығырлауға күскән мәлендә – киреһенсә, тулы һаңғырауға әйләнә, күреү һәләте ҡырҡа түбәнәйә. Ата һуйыр ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа, гүйә, трансҡа бирелә лә, аңы томаланып, бөтә донъяһын онота. Һунарсыға ошо секундтарҙы ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Уға, үҙенең барлығын һиҙҙермәйсә генә, ҡабалан-ҡарһалан, ике-өс аҙым яһап өлгөрөргә кәрәк. Әммә ашығырға ярамай. Ашыҡтыңмы – эш харап. Ҡайсаҡ хатта һуйыр һунарсының тын алышын ишетә. Шуның өсөн кәрәк саҡта һулышты ла ала белеү һис ҡамасау итмәй.

Ошо өйрәтеүгә ябай ғына күренгән, әммә үтәүҙәре ифрат ҡатмарлы ҡағиҙәне иҫтән сығармай ғына тауыш килгән яҡҡа бара башланым. Әйтергә кәрәк, аяҡ аҫтыңда шағырлап ятҡан туң ҡар һунарсы тормошон икеләтә-өсләтә ҡатмарлаштырып ебәрә. «Тэ-ко... тэ-ко...» Мин баҫҡан урынымда ҡатып ҡалам.

«Фр-р-р-рхх... шығы-шығы... шығы-шығы...» – эренән ике-өс аҙым яһайым, тағы шып туҡтайым. Дүртенсе аҙымға ҡыймайым – өлгөрмәй ҡалыуым бар. Шулай итеп әкрен-әкрен генә, әммә ышаныслы рәүештә маҡсатыма яҡынлашам.

Өҙөк-йыртыҡ килә торғас мөһабәт ҡарағастар араһындағы түңәрәк аҡланға килеп сыҡтым. Аҡландың ҡап уртаһында дәү ҡарағас тора. Уның осона яҡыныраҡ ботаҡта, ҡанаттарын һәлендерә, ҡеүәтле муйынын һона биреп сал һаҡаллы һуйыр уйнай. Ҡойроғо үҙенең матур йәйелгән. Ул, гүйә, һағындырған яҙҙы ҡабаландырып, тыуып үҫкән Ирәндегенә дан йырлай. Әйтерһең дә, тышта йылы май айы тора! Һәр хәлдә миңә лә шулай тойола башлай. Уныһы ғына нимә, миндә кинәт ысын һунар ҡомары ҡалҡты: йөрәк тибешем йышайҙы, тамырҙарым буйлап ҡайнар ҡан йүгерҙе, тәнемде бөркөү эҫелек ялмап алды. Йырҙың икенсе быуыны башланыуға, үҙем дә һиҙмәҫтән (эйе-эйе, үҙ ихтыярымдан тыш!) «ТОЗ»- камды ҡулыма алам, шулай уҡ йыр ыңғайына бер ни һиҙмәгән һуйырҙы төҙәгескә «ултыртам». Бармаҡ – тәтелә. Ара яҡын, яҙа атырлыҡ түгел. Хәҙер инде дәү ҡош – һәр һунарсының хыялы – лып итеп ергә килеп төшһөн өсөн бәләкәй генә бер хәрәкәт тә етә. Һуп бармаҡ хәрәкәте. Ошо уйҙан бөтөнләй онотола барған һымаҡмын. Тимәк, ҡанға артығы менән адреналин һибелә. Мин һуҙам. Мылтығымды тоҫҡаған килеш һуйырҙы күҙәтәм. Күрәһең, уның йырын оҙағыраҡ ишетеп ҡалғым, ләззәтле минуттарҙы оҙаҡҡараҡ һуҙғым килә. Ваҡыт үтеү менән тулҡынланыу тигән һатлыҡ тойғо тышҡа бәреп сыға...

Беҙҙең замандарға миллион йылдар төп- көлөнән килеп еткән дәртле лә, серле лә, шул уҡ ваҡытта сәйерерәк тә йыр йәнгә илһам өҫтәй, кү- ңелдәрҙе күтәреп, булмышты ярһыта. Ҡарт һуйыр уйнауына ҡушылып хис-тойғолар урғыла ғына!..

Юҡ, күпме генә тырышһам да, тәтегә баҫа алманым. Выждан ҡушманымы, намыҫым тыйҙымы – әйтә алмайым. Бәлки, хуш күңелләнеп киткән йөрәгем ҡаршылашҡандыр. Ә иң дөрөҫөн әйткәндә – йәлләнем. Яҙҙы әйҙәп уйнаған дәртле ҡарт һуйырҙың йәнен мәленән алда ҡыйғым килмәне, шикелле. Үлем төкөрөргә әҙер мылтығымды әкрен генә кире төшөрөүгә ғәжәп еңеллек тойғоһо кисерҙем.

Йәлләйһең икән, һунарға йөрөмә, ти һунар ҡануны. Мин бөгөн ошо ҡанунды боҙҙом. Мин бешмәгән һунарсы! Ләкин... Бешмәгәнлегемдең икенсе яғы ла бар. Май айының күҙгә төртһәң күренмәҫ ҡараңғы төндәрендә, айыу апа өңөнән сығып аслыҡҡа түҙә алмайса ауға тотоноп темеҫкенгән хәүеф тулы осорҙа һунар итеү – бер, ә көпә-көндөҙ күҙ алдыңда илһамланып ултырған ғәмһеҙ ҡошҡа ышыҡ урындан мылтыҡ күтәреүе – бөтөнләй икенсе эш икән. Мин үҙемде ғәҙел булмаған уйын уйнаған кеүек тойҙом. Үҙемде үҙем еңә алманым. Шулай булмай һуң: мин уны күреп торам, ә ул – юҡ. Ошо буламы ғәҙеллек?! Төнөн бит икебеҙ бер хәлдә. Ҡараңғыла барыһын да һиҙгерлек, уяулыҡ, ҡайсағын хатта тойомлау менән тоҫмал хәл итә. Ә былай, ысынлап та, ғәҙел түгел. Юҡ, түгел...

Ҡарт һуйырҙың хәйләһеҙ уйынын өҙмәҫкә була, килгәндәге ысул менән кире киттем. Алыҫлаша барған һайын туҡталып тыңлап торам. Бер ни аңғармаған ҡош әле генә янаған үлем ҡурҡынысын һиҙмәне, элеккегә ҡарағанда ла дәртләнеберәк йырлауын белде. Мин күңелемдән генә уның менән хушлаштым. «Хуш, урман баһадиры! Әлегә... Хозур мәлдәр етеп, нәҫелеңде ҡалдырғандан һуң был тирәләргә йәнә килеп урармын әле. Ул сағында инде абай бул, ҡартлас! Донъяңды онотма! Шуға күрә әлегә хуш!»

ЙЫРТҠЫС
Ниндәй генә хәлдәргә ҡалып, ниндәй генә мажараларға осрамайһың һунарҙа. Ул хәлдәрҙең ысын-ысындан ғүмереңә хәүеф менән янағандары ла, ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйырға мәжбүр иткәндәре лә, уйға һалғандары ла етерлек. Ә инде күҙ йәштәре аша көлкө ҡатыштары үтә һирәк була, әммә булғылай. Ошо хәҡиҡәткә торған һайын нығыраҡ инана барам. Бына шуларҙың береһе. Ваҡиға үҙ башымдан үтмәһә лә, мине ул ярайһы ғына ныҡ тетрәндерҙе.

...Һәлмәк сайҡалған вагонда бәүелә-бәүелә Өфөләрҙән ҡайтып киләбеҙ. Купела аулаҡ, иркен – икәүбеҙ генә. Юлдашым оҙон кәүҙәле, йәшлек дәрте бәреп торған ҡаҡса егет. Һөйләшеп киттек. Үҙебеҙҙең урман яғы булып сыҡты. Исеме Солтан икән. Уйсаныраҡ тәбиғәтле Солтандың сикәһе менән маңлайындағы күптән түгел уңалған тәрән йәрәхәт бураҙналарына иғтибар иттем. Егет быны һиҙҙе, буғай, уңайһыҙланғандай:

- Нимә, ағай, матурмынмы? – тип көлөмһөрәне. Күренеп тора: йөҙөндә ғүмер ахырынаса ҡаласаҡ яра эҙҙәренә ул әле күнегеп өлгөрмәгән, шуға күрә уңайһыҙлыҡ тойғолары кисерә ине.

- Әллә ни матурлығы юҡ һымаҡ, – тинем, ҡапыл-ҡара башҡаса һүҙ таба алманым. – Ҡайҙа шул тиклем «биҙәнеләр» һуң?

Әлеге һорауым Солтанды еңелдән булмаған хәтирәләргә һалды кеүек: күпмелер ваҡыт өндәшмәй барҙы. Мин дә ҡабатлап һүҙ ҡушманым. Ахырҙа, ул түҙмәне, шикелле:

- Һөйлһәм дә ышанмаҫһығыҙ әле. Хатта көлөрһөгөҙ, – тип көрһөндө.

- Шул тиклем әҙәм ышанмаҫлыҡ хәлгә тарыныңмы ни? – мин өҙөлә яҙған һүҙҙе ялғарға ашыҡтым.

Егет тағы бер аҙ шәмле бағаналар йылтлап үткән ҡараңғы тәҙрәләргә текәлгән көйө төндө күҙәтеп барҙы. Ул икеләнә ине.

- Һунар яратам мин, ағай, – тине, ниһайәт, ҡалҡынып, – яманмы ул, яҡшымы, әммә шул иреккә ҡоршау булып ятҡан шөғөлһөҙ һис тора алмайым. Ял көндәре урман-ҡырҙарҙы гиҙергә әүәҫмен. Табыш апҡайтыуҙан былайыраҡ, тәбиғәтебеҙ менән яҡындан аралашыуҙан оло йәм табып, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Көтөп алған ялымда һунарға сыға алмай ҡалам икән, мин кеше түгел...

Һунар һүҙен ишетеү менән, әүәл ҡанһыҙ йыртҡыс күҙ алдыма килеп баҫты. Эйе, эйе, егет абайламай эт-ҡошҡа тарығандыр. Айыуҙыр әле. Беҙҙең яҡтарҙа күп бит ул.

Түҙемһеҙләнеп, ҡыҙыҡ (ҡыҙыҡ микән?!) хәлдең дауамын көттөм. Ләкин һүҙгә әллә ни йомартлыҡ күрһәтмәгән әңгәмәсем ҡабаланманы, икеле- микеле ултырыуын белде. Ул нимәнелер йәшерә һымаҡ, асылғыһы килмәй ине. Мин, йөҙөмә битараф ҡиәфәт сығарып, башымды артҡа ташланым да күҙҙәремде йомдом. Йәнәһе, һөйләнең-һөйләмәнең – минең өсөн барыбер Ошо яһалма хәҡиҡәт Солтанға тәьҫир итте, буғай, ул тамаҡ ҡырып ҡуйҙы ла, ихласлап һүҙгә кереште.

- Әле бер кемгә лә сискәнем юҡ ине был серҙе, һеҙгә тәүләп һөйләүем, – тине башта.

- Йә, йә, – мин уны күтәрмәләгән булдым.

- Һунарға сыҡҡан һайын гелән бер тарлауыҡ аша үтергә тура килә, – Солтандың инде икеләнеүенең эҙе лә ҡалманы. Уның үҙ шөғөлөнә мөкиббән киткән хас һунарсыларса күҙҙәрендә шаян осҡондар уйнап үтте. – Бер яҡтан – йылға, Һаҡмар йылғаһы, икенсе яҡтан – тау. Башҡаса юлы юҡ. Нисәнсе үтеүем булғандыр, Хоҙайға ғына мәғлүм, бер сәйер нәмәгә иғтибар иттем: шул урында этем ҡуянды күтәрә лә, күп ара ла ҡыумай, эҙҙе юғалта ла ҡуя. Шунан, ғәфү, хужам, мин ғәйепле, булдыра алманым, тигәндәй, һәленеп төшкән телен йыйып ала алмайса, ҡойроғон болғай-болғай ярамһаҡланып кире килә. Был юлы ла шулай ҡабатланды. Мин аптырай төштөм: Аҡтырнағым, ябай ғына булһа ла, улай-былай нәҫелле эттәреңә алыштырғыһыҙ. Эҙ яҙлыҡтырып бик һирәк йәнлек ҡотола унан.

Башҡа саҡта ҡуян ише тарамышҡа әллә ни иғтибар итмәйем. Ҡайсаҡ, ҡайтып барышлай ғына, һирәкләп атып алғылайым. Төрлөлөк өсөн генә. Әммә бында айырым осраҡ. Бер нисә тапҡыр рәттән минең этте албырғатып китә алған ниндәйерәк кейек икән был, тип, байтаҡ ҡына урау ара үтергә кәрәк булһа ла, арттарынан төштөм.

Яңы эҙҙәр ҡырпаҡ ҡарҙа ярылып ята, яҙлығып китеүең мөмкин түгел. Һырынты ҡалынлығы ҡаршылыҡмы ни, барыуы еңел дә, күңелле лә. Йөнтәҫ табандарының ипһеҙ яҫылығына самалағанда, йәшәгән ҡуян булырға тейеш. Йәшәгән, тимәк, күпте күргән. Ә ундайҙарҙы эләктереүе ауыр.

Бына кейек шырлыҡ аша сыҡҡан да, туранан- тура тартып асыҡ урынға, тауға ҡарап һыпыртҡан. Түбә һыртындағы һирәк, зәғиф ҡайынлыҡҡа йүнәлгән. Был миңә шунда уҡ сәйер күренде: йүнле ҡуян һаҙлыҡты ташлап китәме? Үргә торо булыуға ҡарамаҫтан, аҙымдарымды йышайтып, алға йомолдом. Мине инде һунар ҡомары солғап алған ине. Эргәһендә таяныс тойоп ҡанатланған этем йәнә тегенең артынан сапты. Хәҙер мин туҡталып көтөргә тейеш: эт ҡуянды ҡаршыма килтереп сығара. Тик, күпме торһам да, ләүкелдәп өргәне лә, ғәҙәттәгесә ҡыуаныслы ауаздары ла ишетелмәне.

Ғәжәпһенеп ары ҡуҙғалдым. Күп тә барманым, шәйләнем ҡылый күҙҙе. Ҡайҙа тиһеңме? Ағас башында! Ысын! Ауышыраҡ үҫкән ҡарт ҡайындың ерҙән ике-ике ярым метр бейеклектәге кәкреһенә менеп ҡунаҡлаған да, ирәйеп ултыра. Уңайлы ла, ҡурҡыныс та янамай. Әһә, мәйтәм, шуға ла башың етәме ни һинең, оҙон ҡолаҡ. Үәт, хәйләкәр, ә! Мутлаша белә икән! Табыш көҫәп ярһыған Аҡтырнаҡ, уны-быны аңғармай, ары үтеп киткән. Ҡуян ағас башында ултыра тип ниндәй эттең башына килһен!

Ҡушкөбәгемде тәтегә ултырттым да, ҡуянға тоҫҡаным, үҙем уйлайым: «Үҫеп ултырған ҡайын ботаҡтары араһынан ҡуян атып төшөрҙөм әле, тиһәм, кем ышаныр икән?» Шул ваҡыт башыма, үҙемсә, шәп фекер килде: хәйер, әллә ҡайҙан ялтлап ултырған аңра ҡуянды атып алыуы бер ваҡытта ла һуң булмаҫ, тереләй тотоп ҡарағанда... Ҡарар ителгән – эшләнгән. Саңғыларымды ысҡындырып, мылтығымды ағасҡа һөйәнем дә, яҡынлаша башланым. Үтә һаҡ ҡыланам. Ҡуян тигәс тә. Әммә ҡуяным ҡымшанмай ҙа. Күңелгә, әллә тере түгелме был, тигән шик йүгерҙе. Бөтөнләй яҡын килгәс шигем тарҡалды: кейек теп-тере, хатта серем итеп ултыра. Ҡуянды күҙҙәре асыҡ килеш йоҡлай, тигән булалар. Буш һүҙ! Күҙҙәрен йомоп йоҡлай был. Рәхәтлектең сигенә сыҡҡан. Йәнәшәһендә әжәле баҫып торғанын да һиҙмәй. Үҙ-үҙенә шул ҡәҙәре ышаналыр инде, йәнәһе, буй етмәҫлек бейеклеккә күтәрелгән берәү.

Оҙон-оҙаҡ уйлап тормаҫтан, ынтылып, тегенең шымтайған ҡолаҡтарынан эләктереп тә алдым. Шул саҡ бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды. Ҡапыл тупаҫ ҡағылыуҙан яман биленләп ҡото алынған йәшәмеш, елле ҡуян, борғалана-һырғалана, йәнтәслимгә тулай башланы. Туламайсы, йән һәр кемгә ҡәҙерле. Бер кемдең дә бушалағайымға ҡорбан булғыһы килмәй. Ошоно мәлендә генә уйлап еткермәгәнмен. Енләнгән йәнлекте миңә шул әҙере ебәрергә кәрәк булған да бит. Юҡ шул, ебәрмәнем. Тере ҡуян алып ҡайтам, йәнәһе. Ошоғаса зарарһыҙға, хатта меҫкенгә һанап, бахырға сығарып йөрөгән ҡуяным, нисектер әйләнә килеп, артҡы ҡуш тәпәйләп, үткер тырнаҡтары менән минең биткә һыҙырҙы. Ҡабатлап типкәне фуфайкама тура килде, юғиһә... Шунда уҡ күҙ алдарым ҡараңғыланды ла ҡуйҙы. Ике ҡуллап битемде ҡапланым. Күҙҙәрҙе асырға ҡурҡам, һытылып аҡҡандарҙыр, тип уйлайым. Сорлап ҡан бәргәнен тоям, саңғыларҙы ла, мылтыҡты ла табыр әмәл юҡ. Томана көйө ни. Иштем бит ишәк сумарын.

Бата-сума тәнтерәкләп, тоҫмал менән ауыл яғына ыңғайланым. Ләкин көсөм күпкә етмәне. Бер аҙҙан имгәкләп, унан инде шыуышып киттем. Ҡанһырауҙан хәл бөтөнләй мөшкөлләнде. Хыт ят та үл. Ысынлап та, әжәлем ошолор, күрәһең, тип үкенеп бөтә алмайым. Яҡты донъя менән бәхилләшә башланым. Бер ҡорсаңғы ҡылый арҡаһында ни хәлгә төштөм. Ояты ни тора!

Көпшәк ҡарҙы ярып бара торғас ҡатыға һуғылғанымды тойҙом. Был тапалған юл ине. Аръяғын хәтерләмәйем, һушымды юғалтҡанмын. Шулай ҙа көндәрем бөтмәгән икән, бәхетемдән, осраҡлы юлсылар табып алып ҡайтҡан. Хәстәхана палатаһында иҫемә килдем. Яраларымды теккәндәр, ҡан ебәргәндәр – береһен дә белмәйем.

- Йә, егет, ниндәйерәк мажараға тарының? – ти дауалаусы табип, – тик дөрөҫөн һөйлә, беҙгә милицияға отчёт бирәһе. Мин ҡапылғара юғалып ҡалдым. Ҡуян ҡалдырҙы ошо көнгә, тиһәм, эсен тырнап көләсәк. Ышанмаясаҡ! Күҙҙәренә тура ҡарарға ҡыймайса:

- Йыртҡысҡа тәл булдым, тип алдаштым, шатунға.

- Тимәк, шатун? – Теге көлөмһөрәй.

- Шулай...

- Нисек һуң битеңде генә?

- Берҙе сапсыны ла... әйләнеп ҡасты. Эттән ҡурҡты микән...

- Әләйһәң, ул бик мәрхәмәтле тайыштабан булған. – Табип һаман серле йылмая, һүҙҙәремә ышанмағаны күренеп тора, – шатун айыуҙан, ғәҙәттә, ҡотола алмайҙар...

Мин өндәшмәйем, сараһыҙҙан алдашыуыма оялам.

Өфөгә ебәрҙеләр, ике айҙан ашыу дауаландым. Йөҙөм әҙәм ҡарағыһыҙ йәмһеҙләнеп ҡалһа ла, күҙҙәрем иҫән булыуына шатмын. Шулай, аптырама ағай, ҡуяндың ҡуяны мәле менән көсөн, холҡон күрһәтергә һәләтле, үҙ-үҙен яҡлай белә икән. Ни ҡылмаҡ, ҡуяндың да оҙағыраҡ йәшәгеһе килә: һунарсы кешегә ошоно иҫәптән сығарырға ярамай.

- Ҡайтҡас теге «йыртҡысты» ни эшләтерһең икән? – тип ҡыҙыҡһындым, – атып алырһың инде.

- Юҡ, атмайым, – Солтан ҡырт киҫте. – Йәшәһен. Беҙҙең урманда кейектең ундайы, бәлки, берәү генәлер. Йәнен ҡыйырға ҡулым күтәрелмәҫ.

Магнит вокзалында йылы хушлаштыҡ. Солтан минең ҡайҙа йәшәүемде һорашты ла үҙ яғына китте, мин – үҙ яғыма. Әйтергә кәрәк, ишеткәндәрем мине аптырауға һалды. Оҙаҡ ҡына баш ватып йөрөнөм: хәлдең шундайы булыуы мөмкинме? Һунарсы менән балыҡсыға ышанһаң...

Ҡыш етеп, бер көн гәзит алғанда араһынан конверт килеп сыҡты. Эсендә фотоһүрәт. Тоноғораҡ башҡарылған һәүәҫкәр эшен тәүҙә аңламайыраҡ торҙом. Күҙлек кейеп иғтибар менән ҡараһам... Йыуан ғына ҡайын кәкереһендә, шымтайған ҡолаҡтарын арҡаһына һалып, селт аҡ ҡуян ултыра. Күҙҙәре асыҡмы, йомоҡмо, уныһын шәйләрлек түгел: сифат насар. Фото аҫтында: «Ышанып етмәгәйнегеҙ, шикелле, ағай», – тигән яҙыуы бар ине.

НИ СӘСҺӘҢ...
Ниязбай ағай, ауылдаштарын кәрәккәнгә лә, кәрәкмәгәнгә лә төп башына ултыртыу буйынса даны сыҡҡан мут әҙәм, олоно оло тип, кесене кесе тип тормайса, алдашыуын һаман ташламай. Үҙенсә ул әкәмәт яһамаҡсы була шәт, әммә әкәмәте һәр саҡ тиерлек яман алдыҡҡа әйләнә лә ҡуя. Ҡара һаҡалың ғүмер буйына артыңдан ҡалмаҫ, тигәндәре ошо булалыр инде. Икенсе мәргән әйтем: «Бөкөрөнө ҡәбер генә төҙәйтер», – ти. Шулай ҙа, ихласлап тотонғанда, төҙәймәҫ бөкөрөнө лә төҙәйтергә була икән...

Бер көн, кисләтеп кенә эштән ҡайтып барһам, ағайымды осраттым:

- Ҡустым, – тине ул иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡандан һуң, – ҡусты булғанға күрә генә һиңә әйтәм әле, – ул, миңә эйелә биреп, ярым бышылдауға күсте, – Ҡырмай буйынан яңғыҙ илек үтеп киткән...

- Үҙең күрҙеңме эҙҙәрен? – Минең ҡолаҡ ҡарп итеп ҡалды. Ярайһы ғына оҫта һунарсымын бит. Бер ҡатлылыҡ та баштан ашҡан.

- Бая ғына. Талға барғанда. Эҙҙәр эп-эсвижий.

Миндә кинәт кенә һунар ҡомары уянды. Уянмай һуң, ҡоралайға рөхсәт ҡағыҙым бар ине. Уны «яндырғы» ла килеп тормай. Бер ыңғай килһә-килә бит ул – иртәгә, етмәһә, ял көнө. Һай, Ниязбай ағай, һунарым уңһа ашҡа саҡырып алырмын, валлаһи! Кәрәкле әйберҙәремде кистән үк барланым, ҡушкөбәгемде майлап,

әҙерләп ҡуйҙым.

Мин ағайым өйрәткән урынға барып еткәндә яңы яҡтыра башлаған ине. Тегеләй үттем, былай барҙым, был тирәнән илек түгел, сысҡан да юрғалап уҙмаған. Шунда ғына ағайымдың насар ҡылығы иҫкә төштө. Ҡылт итеп. Ултыртҡан! Ыштанһыҙ малай ише ултыртҡан. Инде бүтәне бөтөп миңә тотонған икән. Белгән бит әле, хәсис, нимәгә һуҡтырырға. Үҙем дә инде, асыҡ ауыҙ. Аҙ ғына уйлап ҡараһам ни була? Ҡырмай башындағы шау ташта ниндәй тал үҫһен ти?! Әлеге шул бер ҡатлылыҡ инде.

Кеше күҙенә салыныуҙан оялып, кискә генә ҡайтып индем. Иртәнсәк, бер ни булмағандай, һыҙғыра-көйләп, мал тәрбиәләп йөрөгән булам. Ниязбай ҙа тышҡа сыҡҡан. Аҫтыртын ғына бер- беребеҙҙе күҙәтәбеҙ: бер кемдең дә алдан һыр биргеһе килмәй. Ниһайәт, теге түҙмәне:

- Шунан, ҡустыһы, һунар нисек? – тигән була, үҙенең күҙҙәрендә мутлыҡ осҡондары уйнап тора. Мин бер аҙ көттөрөп (йәнәһе, дәрәжә һаҡлайым) ырыя ғына яуап бирҙем:

- Таптым, әй, тегеләрҙе. Икәү булғандар икән, рәхмәт инде, ағый, һиңә.

- Шулай уҡмы ни?! – Алдар йән, ышанып етмәгән һымаҡ, йылмайып тора. Шулай ҙа икеләнә кеүек: хәҙер инде күҙҙәре бесәйҙеке кеүек янып китте. Мин уңай мәлдән файҙаланып ҡалырға тырышам:

- Ағый, – тием, – береһен көскә алып ҡайтып еткерҙем, икенсеһен, булмаһа, һин барып ал. Атың да бар, эҙҙәрҙе лә тәүләп үҙең шәйләгәнһең. Шуға күрә уртаҡ булһын.

Теге, ышандымы-юҡмы, бер аҙ текләп торҙо ла ҡайтып китте.

Әҙәми затта нәфсе тигән бер яман этәргесме, ҡотортҡосмо бар бит. Ана шул үҙенекен иткән, Ниязбай кискә генә, кеше аяғы һил булғас, атын егеп «өлөшөн» алырға киткән. Буштан төшкән һуғымдан кемдең баш тартҡыһы килһен?! Йырып сыҡҡыһыҙ тәрән көрттә бата-сума, атын ҡырҡ туғарып, ҡырҡ егеп, иллалла менән, таңға саҡ ҡайтып йығылған. Ике-өс көн ул кәртә-ҡураһы тирәһенә сығып күренмәне: «өлөшөн» ныҡ алғандыр.

- Алып ҡайта алдыңмы өлөшөңдө? – тип ҡыҙыҡһынған булам теге бер күҙгә салынып ҡалғанында.

- Ныу-у, ҡустым, – тип бошондо ағайым, – һин дә хәтәр шылдыра беләһең икән, ә.

- Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, ағый, – тип йылмайҙым мин, – ни сәсһәң...

Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ошо әкәмәттән һуң Ниязбай ағай алама ғәҙәтен ташланы ла ҡуйҙы. Белеп кенә ҡулланғанда, һәр ауырыуҙың үҙ дауаһы була шул.











Читайте нас: