Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
4 Июль 2018, 16:33

Алмашыныу. Фантастик хикәйә (№3, 2018)

Бәләкәй бала илаған тауышҡа ҡапыл йоҡоһонан уянып китте Сания. Башта был тауыш күршеләрҙән сығалыр тип уйлап, бер тына шым ғына ятты. Әммә тауыштың бер нисә аҙым йыраҡлыҡта ғына урынлашҡан балалар карауатынан сығыуын белгәс, аптырап китте.


– Ялҡытты инде былай фатирҙан фатираға күсенеп йөрөү. Ней йәшәргә мөйөш, ней ғаилә юҡ. – Сираттағыса йәшәр урын тапҡансы тип Рәлиәләрҙә ҡалдырып торған әйберҙәрен тышта көткән такси машинаһына ташый-ташый шулай һөйләнде Сания.

– Ярай, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты.

– Эй-й-й, һиңә рәхәт тә ул. Иртәгә ҡайҙа йоҡлармын тип ҡайғырмайһың, эшкә ашыҡмайһың, – тиеүенә Рәлиә йылмайып ҡына ҡуйҙы. Йәнәһе лә: “Декретта ултырғанда үҙеңде күрербеҙ әле…”

Бәләкәй бала илаған тауышҡа ҡапыл йоҡоһонан уянып китте Сания. Башта был тауыш күршеләрҙән сығалыр тип уйлап, бер тына шым ғына ятты. Әммә тауыштың бер нисә аҙым йыраҡлыҡта ғына урынлашҡан балалар карауатынан сығыуын белгәс, аптырап китте. Етмәһә, эргәһендә бер ир хырлап йоҡлап ятасы?! Янында ғына ултырған һөтлө шешәне теге балаға тотторғас, төш кенәлер тип уйлап, яңынан татлы йоҡоға талды.

Бер аҙҙан: “Әсәй, нишләп ятаһың ул, мәктәпкә һуңлайым да инде!” – тип ҡысҡырған тауыш тағы ла Санияның татлы йоҡоһон бүлде. “Бәй, нимә булды һуң был, Рәлиәләрҙең өйөндә ятам түгелме һуң? Кисә ҡуртымға фатир алып шунда күсендем дә инде”, – тип уйлана-уйлана йыуыныу бүлмәһендәге көҙгөләге сағылышын күреп саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Көҙгөнән уға Рәлиә ҡарай ине.

Ашыҡ-бошоҡ үрелгән сәскә ризаһыҙлыҡ белдергән Рәлиәнең ҡыҙы Рәмиләне уҡырға, ирен эшкә оҙатҡас, үҙенең бөгөнгө хәл-торошо хаҡында уйланырға саҡ ваҡыты ҡалды. Әммә оҙаҡ ҡайғырып ултырып булманы, Рәлиәнең йәш ярымлыҡ улы Раян йоҡоһонан торҙо. Был тиктормаҫ бәләкәс менән элек Рәлиә берәй сәғәткә генә ултырып торорға һораһа ла хәлдән тайҙыра ине, хәҙер нимә булып бөтөр?

Ғәҙәттәгесә, иртә уянған Рәлиә лә сәйер күренешкә тап булды бөгөн. Сит фатирҙа ятыуы етмәгән, ҡаршылағы кейем шкафының көҙгөһөнән Санияның шешмәкләнгән күҙҙәре менән әхирәтен күргәс, “аһ!” итте. Иҫенә килгәндәй булғас, шылтыратырға тотондо.

– Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде?

– Нимә эшләйбеҙ, нимә эшләйбеҙ, имеш! – Үҙенән дә нығыраҡ төшөнкөлөккә бирелгән Рәлиәгә асыуы килеп, былай ҙа сабырһыҙ Сания ҡыҙып уҡ китте. Күрәһең, шуҡ Раян нервыларында ярайһы ғына уйнап өлгөргән. – Мин һинең урынға донъя көтөп, балалар ҡарап торам, ә һин минең урынға эшкә йөрөйһөң. Аҙағыраҡ берәй нәмә уйларбыҙ әле.

– Туҡта, туҡта, Сания, кисә беҙҙән сыҡҡанда үҙеңде минең урында күргең килдеме?

– Эйе.

– Ә минең бер генә мәлгә һинең урында булғым килеп китте... Тимәк, Аллаһы Тәғәләнең: “Амин!” – тигән сағына тап килеп, теләктәребеҙ ҡабул булған инде...

Рәлиә – Санияға, Сания Рәлиәгә бер-береһенең вазифаларын ҡабат-ҡабат иҫтәренә төшөрөп, һаубуллаштылар.

Эшкә ярты сәғәткә алдан килеп, Санияның эштә кейә торған асыҡ иҙеүле кофтаһын шарфы менән муйын, түш тирәләрен ҡаплаған, теҙҙән юғары итәген тубыҡтарына еткерергә тырышып тегеләй-былай тартҡылап торған официанткаһына аптырап ҡарап ҡуйҙы Микоян. Ир-атты ымһындыра торған ҡайһы бер ерҙәрен күрһәтергә, үҙенә ылыҡтырырға тырышып, күҙ-башын уйнатып ҡына торған был ҡыҙға нимә булған? Эшкә алдан килеүен әйт әле, күп ваҡыт һуңлап, һуңынан мең сәбәп табып аҡланырға ярата торғайны бит.

Сания эшләгән кафела көн дә киске аш ашаған Ринат та был үҙгәрешкә иғтибар итте. Ауыҙына керә яҙып торған ҡыҙ, оялсан ғына ҡараш ташлап, итәғәтле генә һөйләшә, хатта танымаған кеше лә булып ҡыланасы.

Балалар ҡаралған, йыйыштырылған өйгә, һыйлы өҫтәлгә ҡайтып керергә күнеккән Рәлиәнең ире Илнурҙы ла кисен иртәнгегә ҡарағанда ла сәйерерәк күренеш ҡаршы алды. Ярай, ғүмер эсендә бер тапҡыр кәләше иртән йоҡлап ҡала яҙған, ти, көнө буйы нимә эшләгән һуң? Әҙергә генә өйрәнгән иргә көндөҙ үк Раян өсөн бешерелгән төйөрлө манный бутҡаһы менән тамаҡ ялғарға тура килде. Иртәгә кейәсәк күлдәген дә һөйләнә-һөйләнә үҙе үтекләп, ҡатынына үсегә-үсегә артын ҡуйып йоҡлап китте.

Сания менән Рәлиәнең, үҙҙәрен көн дә күреп белгәндәрҙе аптыратып, шулай ике-өс көн ваҡыт үтте.

Бер кисте Санияның осрашып йөрөгән егете Айнурҙы ла шиккә һалды Рәлиә. Үҙенә күңелһеҙ, яңғыҙ сағында ғына шылтыратып өйрәнгән егет ул көндө лә нимә эшләргә, кем менән күңел асырға, тип баш ватҡандан һуң, Санияның барлығын иҫенә төшөрөп, ҡыҙҙы дискотекаға саҡырҙы.

– Арыным да, йөрөргә теләгем дә юҡ, – тине Рәлиә вайымһыҙ ғына.

– Бәй, һиңә нимә булды ул? Алмаштырып ҡуйғандар кеүекһеңсе. Әллә...

Һөйләгәнен тыңлап та бөтмәй, телефонын һүндереп үк ҡуйҙы йәш ҡатын. Айнур кеүек ир-атты ене һөймәй уның. Санияның үҙен оҡшатып йөрөүен белә тороп, ҡыҙҙың бер ҡатлы булыуынан, эскерһеҙлегенән көлә, хистәре менән уйнай. Ә тегенеһе шуны аңламай, шикелле.

Бәпестәре өсөн үҙәге өҙөлөп, һағынып, ялдарын саҡ-саҡ көтөп алды Рәлиә. Фатирына барып кергәс, бер килке танымай торҙо. Мамай яуы үткән тиерһең, дүртеһенең кейемдәре ҡайҙа етте шунда боларып йөрөй, өйҙө саң баҫҡан, йыуылмаған һауыт-һаба менән аш-һыу бүлмәһе тулған...

Өйгә эштәрен алдан эшләп ҡуйырға күнеккән Рәмиләнең иншаһын төҙәтеп биреп, “Тәбиғәтте өйрәнеү”ҙән бирелгән һорауҙарға яуап эҙләп ултырғанда, ҡыҙы шыбырлап ҡына өйҙәге хәлдәр тураһында һөйләп алды.

– Беҙҙең әсәйгә әллә нимә булды? – тине ул.

– Ниңә улай тиһең? Нишләй һуң ул тиклем?

– Нимә эшләгәне бар, тип һораһаң, дөрөҫөрәк булыр, Сания апай. Үҙе өлгөрмәйем тип бәләһен һала, ә үҙе ҡыл да ҡыбырлатмай. Бешергән аштарын да ауыҙға алырлыҡ түгел. Атай ҙа асыулана башланы инде.

Бар нәмәнең ҡайҙа икәнлеген биш бармағылай белгән, үҙен хужаларса тойған, ни арала өймәләм итеп ҡоймаҡ ҡойған, үҙе ҡырҡҡан туҡмаслы аш бешереп өлгөргән, хәҙер, иртәгә ашарһығыҙ, тип, табала ит менән бәрәңге ҡурып йөрөгән Рәлиә менән янында юҡ-бар лыбырлап тырнаҡ буяп ултырған Санияға сәйерһенеп ҡарап: “Атаҡ, быларҙың икеһен алмаштырып ҡуйған кеүек тәһә”, – тип уйлап ҡуйҙы аҙаҡ Илнур ҙа.

Сәйҙән һуң аш-һыу бүлмәһендә ике әхирәт үҙҙәре генә ҡалғас, Рәлиә Айнур менән телефон аша һөйләшеүҙәрен әйтте.

– У-у-у, эштәр артабан да былай барһа, мине егетһеҙ ҡалдыраһың икән, – тине Сания төшөнкө генә.

– Онотҡанда бер тегендә-бында күңел асырға саҡырған кешене үҙеңдеке тип уйлайһыңмы, иҫәркәй?

– Барыһы ла һинең Илнурың һымаҡ булмай инде. Ул ярай артыңдан бер тотам да ҡалмай йөрөнө лә ул.

– Ир-егет яратһа шулай булырға тейештер ҙә инде. Һеҙҙең кафеға көн дә йөрөгән Ринатты насар кеше тип әйтмәҫ инем. Толковый ғына егет күренә.

– Кит, юҡты һөйләмә. Ул кем дә, мин ҡайҙа инде.

– Әлләсе, миңә һине оҡшатҡан кеүек тойола.

– Уф, нимә булды һуң беҙҙең менән? – тине Сания ҡапыл икенсе юҫыҡҡа төшөп китеп. – Тамам хәлдән тайҙым.

– Бәй, эшкә йөрөмәйһең, өйҙә генә ултыраһың. Һиңә тағы нимә етмәй? – Рәлиә әхирәтен юрамал эләкләп тә алды.

– Раяндың үҙенә өс кеше кәрәк, Рәмиләнән өйгә эштәрен эшләткәнсе күҙ сыға яҙа, Илнурыңды әйтеп тә тормайым. Оло бәпес. Алдарында өлтөрәп тороп йүнһеҙлеккә өйрәтеп бөткәнһең.

Балалары янынан киткеһе килмәһә лә, Санияның өшәнес һалҡынлыҡ, бушлыҡ бөркөп торған фатирына ҡайтып китте. Сығырға торғанда Раян алдынан төшмәй аптыратты. Кескәй генә ҡулдары менән муйындарын һығып ҡосаҡлай ҙа, күҙҙәренә ҡарап тик тора балаҡайы. Әллә әсәһе менән Сания апаһының алмашынып йөрөүҙәрен һиҙә инде?

Ниндәй ҙә булһа берәй сараһын күрергә кәрәк, артабан да былай йөрөп булмаҫ, тигән ҡарарға килде Рәлиә юлда ҡайтып барғанда. Үҙен борсоған һорауҙарын яҙып, Интернеттың да аҫтын-өҫкә килтереп эҙләне, күңел йыуатырҙай төплө генә яуаптар таба алманы. Бары тик бындай алмашыныу тарихына бәйле комедиялар ғына төшөрөлгән. Ә бит кеше тормошо менән йәшәү бер ҙә ҡыҙыҡ та, көлкөлө лә ваҡиға түгел. Кеше үҙ асылы, үҙ булмышы менән йәшәргә тейеш тә инде. Уның ҡарауы, теләгең ҡабул булһын өсөн уҡыла торған көслө доғаға юлыҡты, ошоно уҡып йөрө тип әхирәтенә лә ебәрҙе. Үҙе: “Иртәгә иртән үҙ өйөмдә уянырға яҙһын,” – тип теләй-теләй теге доғаны уҡып йоҡлап киткәйне лә, юҡ, һөҙөмтәһеҙ. Сания урынына тағы эшкә сығырға тура килде.

Ринат, ғәҙәттәгесә, бөгөн дә эштән һуң кафеға инде. Быға тиклем Сания тураһында “Аҡсалы, буйҙаҡ егеттәргә тоҙаҡ ҡорған, косметиканы йәлләмәй буянырға яратҡан шәп штукатурсы ҡыҙ” тип кенә ҡарай ине. Һуңғы ваҡытта әллә егеттең үҙенә нимәлер булды, әллә ҡыҙ үҙгәрҙе. Эш Санияла, шикелле, ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәте көндән-көн күҙгә күренеп үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Элекке кеүек буяҡҡа ла мансылып йөрөмәй, үҙен итәғәтле, тәртипле тота. “Биҙәнгән ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур” тигәндәре шул булалыр инде. Күңеленә көндән-көн нығыраҡ инеп оялай барған был муйыл күҙле ҡыҙҙы ялында осрашыуға саҡырырға ҡарар итте ул бөгөн.

Егеттең тәҡдименән баш тарта алманы, Рәлиә. Бары тик: “Их, аҙна аҙағына тиклем үҙ хәлебеҙгә кире ҡайтып, ысын Сания Ринаттың күңелен яулап ала алһын ине!” – тип теләне һәм үҙе лә һиҙмәҫтән эстән генә теге доғаны уҡый башланы: “Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбиййир-рахмәти фи хәжәти һәҙиһи литүкҙа ли фәшәффиғһү фийә”.

Был ваҡытта Рәлиә тормошо менән йәшәп арып-ялҡып бөткән Сания ла: “Һәр беребеҙ үҙ урыныбыҙға кире ҡайтһаҡ, элекке тормошобоҙ менән йәшәй башлаһаҡ ине”, – тип теләктәр теләп, әхирәтенең ебәргән доғаһына күҙ йөрөтөп сыҡты. Мыжыҡ Илнурҙы декретта ултырған кәләшкә хөрмәт менән ҡарарға, Рәмиләне өйҙә ярҙамлашырға өйрәтеп килә бит ул үҙенең яһиллығы, уҫал холҡо менән.

Әллә, ысынлап та, доғаның көсө тәьҫир итте, әллә үҙҙәренең ысын күңелдән теләгән теләктәре ҡабул булды – ике әхирәт иртәгәһенә таң атыуға һәр береһе үҙ асылына ҡайтып, ҡәҙимге тормоштары менән ҡабаттан йәшәй башлаған инеләр.

*****

Ә алмашынып тороу тарихын икәүҙән-икәү генә ҡалып серләшкәндә иҫтәренә төшөрөп көлөшөп алалар ҙа, икеһе лә тормоштарында булып алған был сәйер мәлгә күңелдәренән генә рәхмәт әйтеп ҡуялар. Шулай булмай ни, ваҡытында ике әхирәт бер-береһенә ярҙам итмәһә, Рәлиәнең ғаиләһендә әсәй, ҡатын абруйы һаҡланып ҡалыр инеме лә, Сания хыялындаға егет – Ринатты үҙенә ҡаратып, бөгөнгө көндә бәхетле ғаилә тормошонда йәшәп ята алыр инеме икән?



Читайте нас: