Уҡыу, ятаҡ, уҡыу, ятаҡ, уҡыу, ятаҡ... Ятаҡ... Уҡыу... Көн һайын, һәр ваҡыт, сикһеҙ. Бер тәгәрмәстә өйрөләһең. Башы ла, аҙағы ла юҡ. Зифа эңер яҡтыһы төшкән ятаҡ бүлмәһендә мәғәнәһеҙ ҡараш менән түбәгә текләп ята бирҙе. Бер сәғәт, ике сәғәт... Таң һыҙыла башланы. Ҡыҙ, ҡапыл урынынан тороп, ҡулына ултырғыс алды һәм балконға сыҡты. Уның йөҙө тыныс, һоро күҙҙәрендә лә бер ни уҡып булмай. Әйтерһең, Зифа балконға ун дүртенсе ҡаттан аҫҡа һикерергә түгел, ә таң һауаһын һуларға сыҡты. Уның хәрәкәттәрендә артыҡ бер нәмә лә юҡ, улар туҡтауһыҙ, талғын: сыҡты, ултырғысты ҡуйҙы һәм менеп тә баҫты. Ләкин артабан ҡатып ҡалды. Аҫҡа ҡараны, әммә бер нәмә лә тойманы. Ул күптән бер ни һиҙмәй. Йылмаймай ҙа, иламай ҙа. Бер ни юғалтмай, бер ни тапмай. Яратмай, яратылмай. Хыялдар, маҡсаттар ҙа юҡ. Иң күңелһеҙе – уға барыбер. Тик былай йәшәге килмәй. Йәшәү ҙә түгел инде, ә бар булыу. Ғүмерендәге һуңғы аҙымын эшләргә алға ынтылды... һәм Зифала һуңғы айҙа тәүге тапҡыр хис барлыҡҡа килде. Ул ҡурҡты. Ғүмерендәге иң ҙур гонаһ ҡылыуға ул нисек барып етте? Нисек уның шулай йәшләй тормоштан күңеле ҡайтты? Зифаның бейеклектән башы әйләнеп китте. Көскә ултырғыстан төшөп бүлмәһенә инде.
– Ҡурҡаҡ! Ҡурҡаҡ! – күҙҙәренән йәш килеп сыҡты, – нисек һин артабан йәшәмәксеһең! Ҡурҡаҡ! Әй, Аллам, ни өсөн миңә шундай ҡыйынлыҡтар ебәрәһең? Миңә бит күп кәрәкмәй! Ябай кеше бәхете кәрәк! Дуҫым булһын, мөхәббәт булһын... – үҙ-үҙен тыя алмай ул ҡысҡырып илап ебәрҙе. Күптән илағаны юҡ ине Зифаның. Күҙ йәштәре менән ҡуша күңелендә ятҡан бар ауырлыҡ юҡҡа сыҡҡан һымаҡ булды уға. Күҙҙәре шешеп, ҡыҙарып бөткәнсе иланы. Нимәгә илағанын да онотто, уның инде хәҙер бары әллә нисә йыл буйы йыйылған ауыр йөктө сығарғыһы килде.
Зифаның уйҙарын бүлмәнең ишеге асылып китеүе бүлде. Ишектән ике ҙур сумка тотҡан ҡара сәсле, ҡара ҡашлы һәм янып торған күҙле ҡыҙ килеп инде.
– Һаумы, мин һинең яңы күршең, – тине ул сумкаларны иҙәнгә ултыртып. – О-о-о, һин бында аҫтағы күршеләрҙе батырырға уйлағайныңмы? – тип дауам итте Зифаның ҡыҙарған күҙҙәрен күреп. Унан тиҙ генә ишеге асыҡ торған балконға ҡараш ташлап, – үҙеңә ҡул һалмаҡсы инеңме әллә?
Аптырап ҡалған Зифаның яуабын көтмәй буш карауатҡа барып ултырып һүҙен дауам итте:
– Минең үлемемде теләйһеңме? – тине Зифа.
– Яңғыҙым иркенләп йәшәүгә ҡаршы түгелмен, – тип йылмайҙы ят ҡыҙ. – Шаяртам, өйрәнә тор, минең шаяртыуҙарҙы һиңә тыңларға ла тыңларға. Шулай ҙа, ниңә ырғыманың?
– Нимәнән? Бейеклектәнме? Үлмәҫмен типме? – тыңлап бөтмәй бүлдерҙе. – Тик гонаһтан тимә, зинһар!
– Юҡ, һинең йәшәгең килә, шуға ырғымағанһың. Оптимистар ғына гонаһ тип һөйләй, сөнки улар үлгәндән һуң яҡшы тормошҡа ышана. Ә үлер булһаң, һине бер ни туҡтатмаҫ ине.
– Тимәк, һинеңсә, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу гонаһ түгел?
– Ә ниңә йәшәргә, тормоштан йәм тапмаһаң? Бәхетһеҙһең икән, ниңә үҙеңде ыҙалатырға? Әгәр мәғәнә булмаһа? Тик мин аңламайым: тормошта нисек мәғәнә юғалтырға була? Донъя бит шундай ҡыҙыҡ! Үҫмерҙәрҙе әйтмәйем, улар – иң алйот кешеләр. Ҡайғырып, ыҙалап йәшәргә генә яраталар, баштан үтте инде. Үлемгә хәтәр ҡараш йәмғиәттә: һуғышта үлтереү, енәйәт өсөн судта кешене үлтерһәләр – изге эш. Был бит кешенең ғүмерен унан һорамай өҙөү тигәнде аңлата. Ә кеше үҙ тормошона үҙе хужа булып, үҙ бәхете өсөн ҡул һалһа – гонаһ.
– Туғандарыңды, яҡындарыды уйларға кәрәк бит!
– Ә һин нимә уларҙы уйламаның?
– Минең бер кемем дә юҡ, – тине Зифа тыныс ғәйепле тауыш менән.
– Тормоштан үҙ теләге менән киткән кешенең ғүмерендә яҡындары ҙур роль уйнаһа, ул шулай эшләр инеме? Кәрәк икән, улар өсөн булһа ла йәшәр ине. Белмәйем, әгәр минең туғаным үҙ теләге менән донъянан китһә, минең турала уйламаны тип үҙемде йәлләп ултырмаҫ инем. Тимәк, мин уны бәхетле итә алмағанмын! Тимәк, ҡайҙалыр аңлап етмәгәнмен йә булмаһа рәнйеткәнмен.
Зифа яңы күршеһенең уның әлеге ҡылығын әллә ниндәй ауырыу тип күрмәгәненә нисектер ҡыуанып киткәндәй булды. Шуға ла әңгәмәне дауам итте:
– Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу – көсһөҙлөк түгелме? Һиңә ебәрелгән ауырлыҡты еңә алмағанһың килеп сыға бит.
– Үҙ бәхетең, тыныслығың өсөн көрәшеү көсһөҙлөкмө? Бер ни үҙгәртергә тырышмау, түҙеп йәшәү, бер көн барыһы ла үҙгәрер тип тик ултырыу – бына нимә көсһөҙлөк! Ете ҡыҙҙы иҫләйек. Халыҡта улырҙың образдары ниндәй? Улар халыҡ өсөн көслө, намыҫлы, таҙа, саф! “Намыҫ һаҡлап күлгә батҡан, ғәйеп итер ере юҡ” – шулай йырлана, шикелле, йырҙа. Уйлап ҡараһаң, ете ҡыҙ – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының көслөлөгөн күрһәтә кеүек. Әммә бер кем уларҙы гонаһлы йәндәр, тамуҡта янасаҡтар тип әйтмәй. Сөнки улар тыуған ауырлыҡтарға риза булмаған, уларҙың ҡол тормошонда, мөхәббәтһеҙ, бәхетһеҙ тормошта йәшәгеләре килмәгән. Был донъяла, тимәк, нимәлер гонаһтан (әгәр ул булһа) бейегерәк, өҫтөнөрәк.
Зифаға был яуап оҡшаны. Ул хатта йылмайып ҡуйҙы.
Зифа иртәнге хәлдән һуң уҡыуға барманы. Әлиә менән һөйләшеп күңелен бушатҡас, ул бер ни белмәй иҙрәп йоҡланы. Зифа уянғанда сәғәт киске дүрт ине. Әлиә әле уҡыуҙа. Зифаны ниндәйҙер тынғыһыҙ тойғо биләй башланы, әйтерһең, ул ниндәйҙер оятһыҙ эш эшләгән. Был уйҙарҙы ҡыуыр өсөн ул тороп бүлмәне рәтләп, яңы күршеһе ҡайтырына тамаҡ бешереп ҡуйырға булды. Ләкин уйҙар уны ҡалдырырға ашыҡманы. Балкон яғына күҙ ташлаған һайын, ул уны саҡырғандай тойолдо, әйтерһең, унда эшләнеп бөтөлмәгән эше бар. Был уйҙар уның тынын ҡыҫты, бүлмәлә тынсыу, эҫе тойолдо, ә былай ҙа бәләкәй бүлмәнең стеналары уға яҡыная башланы. Саф һауа һуларға тәҙрәне асырға теләгәйне лә, ҡурҡты: балкон тартып алыр һымаҡ. Хәлһеҙләнеп, карауатына барып ултырҙы. Үҙенең иртәнге ҡыланышын аңынан үткәрергә маташты. Әлиә килеп ингәс, Зифаға яңы күршеһе менән яңы өмөт килеп ингәндәй булды. Ул үҙенең ҡасандыр бәхетле буласағына бер нисә минутҡа ышанғайны хатта. Хәҙер ул тойғо үтте. Ниңә ул улай уйланы? Бәлки, барыһы ла күҙенә генә салынғандыр? Ҡурҡыу, Әлиә, уның йыуатырлыҡ һүҙҙәре... Китсе, ниндәй уйҙар башына инә, аҡылдан яҙмағандыр бит?.. Зифа үҙен йыуатырға тотондо. Башында бары тик “барыһы яҡшы буласаҡ, хәҙер Әлиә ҡайта, барыһы яҡшы буласаҡ” тигән уйҙар өҙөк-өҙөк булып әйләнде. Ә Әлиә юҡ та юҡ. Ә ни өсөн Зифа уны көтә? Кем ул уға Әлиә? Ул үҙен шундай яңғыҙ итеп тойҙо. Әйтерһең, ул ошо бүлмәлә бер үҙе мәңгегә бикләнгән... Инде бүлмә лә ҡыҫмай, бары ниндәйҙер шомло тынлыҡ урынлашты. Стенаның теге яғында тормош ҡайнай, ел иҫә, кешеләр шаулаша, ә был бүлмәлә бар нәмә туҡтаны: ваҡыт та аҡмай, тормош та... Балкондың асыҡ ишеге аша еңелсә ел иҫеп ебәрҙе. Зифаның күңелендә ниҙер ҡабынды. Йәнә аҫҡа тәгәрәгеһе килде. Тороп баҫты. Балкон уны үҙенә табан тарта башланы, ул хатта нисек сығып аҫҡа ҡарап торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Һин тағы нимә уйланың? – тигән тауыш Зифаны уйҙарынан арындырҙы.
– Әлиә?.. – уҫал ҡарап торған Әлиәне күргәс, Зифаға рәхәт булып китте. Әйтерһең, тәрән бер соҡорға батып барғанда ҡул һуҙып һөйрәп алдылар.
– Тә-әк, былай бармай. Мин һине бер ергә алып барам, – тип, Әлиә Зифаны һөйрәп тигәндәй бүлмәнән алып сығып китте.
Юл буйына һөйләшмәнеләр. Зифа төштә йөрөгәндәй саҡ атлап, Әлиәнең артынан тыныс ҡына эйәрҙе. Уларҙың шулай етәкләшеп ашығып китеп барыуҙарына кешеләрҙең әйләнеп ҡарауҙары ла ҡыҙҙарҙы туҡтатманы. Бары ҙур аҡ сиркәүгә яҡынлашҡас, Зифа һиҫкәнеп китте.
– Беҙ ҡайҙа килдек? – тип туҡталып ҡалды. Сиркәү ҡапҡаһы аша үтергә ҡыйманы.
– Атла-атла, етмәнек әле, – Әлиә уны һөйрәтеп тигәндәй әлеге аҡ сиркәүҙең ишек алдына индерҙе.
Уңға боролоп сиркәүҙе урап үткәс, тимер ҡапҡа аша уның артында урынлашҡан зыяратҡа инделәр. Ҡаланың боронғо зыяраттарының береһе был. Инде япраҡтарын ҡойоп бөткән бейек-бейек ағастар араһында тәртипһеҙ ҡәберҙәр сәселгән. Ҡайһы бер ҡәбер таштары мүкләнеп, һорғайып ергә ауған, ҡайһыларында яҙыуҙары ла күренмәй. Ниндәйҙер ҡәберҙәрҙә матур фәрештәләр таш булып ҡатҡан. Зифа туҡтарға маташҡайны, ләкин Әлиә уны бар көсөнә тигәндәй һөйрәп алға табан атланы. Зыяраттың иң ситенә еткәс, Әлиә туҡтап, Зифаға боролдо.
– Йә, ҡара тирә-яғыңа! Ҡара! Нимә күҙеңде ергә төбәйһең? Әллә ҡурҡаңмы? Һин ошонда ашыға инең бит! Ҡара! – Әлиә Зифаның яурынынан тотоп һелкетте. Зифа тиҙ генә тирә-яғына күҙ йүгертеп сыҡты ла ҡарашын төшөрҙө. Ҡәберташтар шомландырҙы уны.
– Нимә, оҡшамаймы? Балконға сыҡҡанда быны бер ҙә уйламай инең...
Тынлыҡ солғап алды. Зифа аҫҡа ҡараған килеш тора бирҙе. Әлиә һүҙен дауам итте:
– Ни өсөн үҙеңә ҡул һалырға булғаныңды белмәйем дә, белергә лә теләмәйем. Суицидты гонаһ тип һанамайым. Беләһеңме, нимә гонаһ? Гонаһ, әгәр ул ысынлап булһа – ошо ҡыҙыҡлы тормоштан баш тартыу. Дини тәғлимәттәрҙең бер хатаһы бар: үлемдән һуң тормош бар тиеүҙәрен күҙ уңында тотам. Ожмахҡа йә тамуҡҡа эләгеү, яңынан тыуыу... Әгәр кешеләр ғүмерҙең бер тапҡыр ғына бирелгәнен ысынлап аңлаһа, 70–80 йыл тормоштарының ҡәҙерен белеп үткәрерҙәр ине. Үлгәс, белмәйем, экваторҙы йәйәүләп үткән саҡта йә йыһанға осҡанда, бик булмаһа, диңгеҙ төбөн күҙәткәндә тының етмәй үлергә кәрәк, ә ятаҡтан ырғып түгел.
Йәнә тынлыҡ. Әлиәнең һүҙҙәре күңел ҡылын тартһа ла, Зифа ҡыбырламай тора бирҙе. Әлиә тирә-йүнгә ҡараш ташлап алды.
– Нутрикула тигән медуза – ерҙәге берҙән-бер үлемһеҙ тере организм. Һин шуны белә инеңме?
– Ә ҡалғандарҙы, һис шикһеҙ, ғазраил көтә. Шуны белмәйенсә үлер инең бына. Теләһәң, беҙ ғүмер буйы үләбеҙ. Ғүмер ул – яйлап, әкренләп үлеү. Үлем – ул беҙҙең киләсәк. Ниңә мотлаҡ буласаҡ нәмәне ҡабаландырырға? Мөхәббәт, дуҫлыҡ, бәхет үҙебеҙҙән тора, шуларҙы тормошҡа ашырһаҡ, яҡшыраҡ була түгелме? Уйлан, Зифа.
Әлиә әйләнеп зыяраттан сығып китте. Зифа урынында тороп ҡалды. Үҙендә көс табып, тирә-яҡҡа ҡараш ташланы.
Ҡыҙыҡ: ярлыһы ла, байы ла, аҡыллыһы ла, алйото ла ошо зыяратта ята. Кемдер һуңғы әйберен һатып эскәндер, кемдер дингә ышанғандыр – бөтәһен дә тик бер нәмә көтә. Ҡасандыр Зифа ла шулар араһында буласаҡ. Мотлаҡ буласаҡ. Ысынлап та, хәҙер үләһеңме, әллә мәле еткәсме – ниндәй айырма бар һуң? Ысынлап та, ниңә ҡабаланырға? Ниңә теләгәнсә йәшәп ҡалмаҫҡа?
Зифа бәхетле минуттар килер тип көтөп-көтөп арығас, матур тормош алда әле тип өмөттәр менән генә йәшәне. Ләкин ул ваҡыт килмәне, ә киреһенсә, үтте генә, юҡ үтмәне, ә елде, сапты. Иртәге көн, бәлки, бөтөнләй етмәҫ. Тимәк, бөгөнгөнө, хәҙерҙе бәхетле итеп, йөрәгең ҡушҡанса йәшәргә нимә ҡамасаулай?..
Әлиә ике дуҫ ҡыҙы менән сәй эсеп ултырғанда, Зифа ҡайтып инде. Зифа уларға артыҡ иғтибар итмәй өҫ кейемен сисә башланы.
– Хәлдәр нисек? – тип һорай һалды Әлиә ҡыҙҙың өндәшмәгәнен күреп.
– Яҡшы! – тип йылмайҙы Зифа.
– Таныш бул, был Гөлирә, ә был Рәсимә. Минең дуҫтарым, – Зифаның йөҙөндәге йылмайыуҙы ҡапыл аптырау алмаштырҙы. Һуңынан кире йылмайыу ҡайтты:
– Ха-ха, Әлиә, бик ҡыҙыҡ, – тине лә урынына барып ултырҙы.
– Ә был Зифа, – Әлиә күршеһенең ҡылығынан һуң тыуған тынлыҡты боҙҙо.
– Әлиә, теләһә нәмә һөйләгәнсе, мине тыңла! Минең әйтер һүҙем бар.
Ҡыҙҙар уңайһыҙ хәлдән ҡотолор өсөн, хушлашып, сығыу яғын ҡараны. Әлиәне, әлбиттә, Зифаның ят ҡыҙҙар менән шулай һалҡын һөйләшеүе аптыратты. Уйлап ҡараһаң, иртәнсәк кенә үҙенә ҡул һалырға маташҡан кешенән нимә көтөргә? Унда кеше менән танышыу ҡайғыһы тиһеңме? Әллә нимәләр уйҙарҙыр әле. Иң мөһиме, йәшәргә теләге тыуһын, ә танышырға ваҡыт табылыр. Ана ҡайһылай йылмайып ҡайтып инде ул!
Ҡыҙҙарҙың сығып китеүе булды, Зифа шунда уҡ хәбәр һөйләй башланы:
– Эх, Әлиә, хәҙер барыһын да һөйләйем! Мин ғашиҡ булдым, шикелле! – тип Зифа серле йылмайып һөйләй ҙә башланы.
– Тәк-тәк, кемгә? Һөйләй һал! – Әлиә, ҡыҙыҡһыныуын йәшермәй, уға иғтибар менән ҡарап яҡынлап ултырҙы.
– Һин ҡайтып киткәс, мин оҙаҡ ҡына уйланып торҙом. Уйҙар туҡтағас, тирә-яҡҡа ҡараһам, ҡараңғы төшә башлаған. Ҡурҡыштан шәп-шәп атлап сығыуға киттем. Китеп барһам арттан: “Әй, ҡыҙыҡай!” – ти берәү. Йөрәк табанға төштө. Артҡа ҡарарға ҡурҡтым, шәберәк атларға тырыштым. “Яңғыҙымды ҡалдырмағыҙ, ҡурҡам!” – ти тауыш. Нимә булһа ла булыр тинем дә, әйләндем. Ә унда-а-а! Матур ғына егет йылмайым килә. Оҙон, киң яурынлы, һылыу, ул йылмайыуы, кейеме... Уф-ф. Һоҡланып торҙом да, нимә әйтергә белмәй, ҡатып ҡалдым. Ә ул: “Нимә, шул тиклем ҡурҡыттыммы һеҙҙе?” – ти. “Юҡ, матурлығыңа һоҡланып ҡаттым”, – тигән булдым, ә ысынында шуның өсөн һүҙһеҙ ҡалдым. Ул да аптырап ҡалманы. “О, һин мине тере саҡта күрһәң ине”, – ти. Иҫке көлөмәс. Шулай ҙа рәхәтләнеп көлөп алдым.
– Шунан, ул унда нимә эшләп йөрөй? Нимә һөйләй? Исеме кем? – Әлиә түҙмәй бер юлы күршеһенән бөтә нәмәне ишеткеһе килде. Ә Зифа уның нервыһында уйнағандай яйлап, бер йотом сәй эсеп алды, шунан ғына дауам итте:
– Исеме Вилдан. Ул зыяратты тыныс, уйланып алырға уңай урын ти, шуға унда йыш йөрөй икән. Мин дә шулай тинем. Ятаҡҡа тиклем оҙатып килде, – тип теҙҙе Зифа.
– Телефоныңды алдымы? Дуҫтарға өҫтәнеме?
– Алыу ғына түгел, иртәгә кис йөрөп килергә саҡырҙы. – Зифаның бәхете эсенә һыйманы, урынында саҡ түҙеп ултырҙы. Әлиә лә уның өсөн ысын күңелдән ҡыуанды. Шулай ҙа шаяртыуһыҙ булдыра алманы:
– Һин ендәргә ышанмайһың бит.
– Булһын. Вампир менән кеше араһындағы мөхәббәт тураһында фильм бар, кеше менән ен тураһында булыр. – Зифа шаяртып яуапланы. – Нисек һиңә аңлатырға икән хисемде? Мин уны бер сәғәт беләм, күргем килеп тик тора, эстә хәтәр генә, бер туҡтауһыҙ йылмайғым килә. Әйтерһең, мин хәҙер нимәгә тотонһам да эшләй алам, ә бөтә ҡайғылар алыҫ-алыҫта ҡалғандай. Нисек йоҡлап китермен инде?
– Тимәк, үлеү отменяется?
– Эйе! Мин уйландым. Ҙур рәхмәт һиңә!
– Дөрөҫ, үлгәнсе йәшә шул!
Зифа ғашиҡ. Был донъяға, был ҡалаға, тормошҡа ғашиҡ һәм ул ғашиҡ... Вилданға. Уларҙың осраша башлауына бер ай ҙа юҡ әле. Ләкин ошо арала улар бер-береһенә шул тиклем эҫенде. Көн дә күрешеп торалар. Күрешкәндә һөйләшеп, көлөшөп туя алмайҙар. Һүҙҙәр бөтһә, тынлыҡта мөхәббәт тулы ҡараштар менән аралашалар. Һөйгән кешең менән хатта тынлыҡта ултырыу үҙе бер ләззәт. Бына бөгөн дә Зифа менән Вилдан, ғәҙәттәгесә, ҡала ҡыҙырып йөрөрҙәр. Уларға күңелле, сөнки бергә саҡта бар ҡайғылары онотолғандай була. Оҙаҡ ваҡыт ҡала урамдарын тапап йөрөгәс, паркка барып ултырып алырға булдылар. Зифа менән Вилдан бер-береһенә мөхәббәт тулы ҡараштарын төбәп тынып ҡалды. Зифа үҙ бәхетенә үҙе ышанып бөтә алмай: нисек уны, тыныс, оялсан ҡыҙҙы Вилдандай егет оҡшата алды икән? Вилдан бит шундай шаян, аҡыллы, эшлекле, ипле егет. Үҙе шундай иғтибарлы: Зифаны өрмәгән ергә ултыртмай, уның өсөн һәр саҡ борсола, берәй нәмә булдымы, янына килеп етергә әҙер тора. Ошо уйҙарға батып ултырғанда ҡапыл Зифаның битенән йылмайыу юғалды:
– Беләһеңме, нимә уйлап ҡуйҙым? Мөхәббәт ул – эгоизм, – тине Зифа, был һүҙҙәренә хатта үҙе аптырап.
– Ни өсөн? – тип Вилдан ҡыҙыҡһынды.
– Беҙ кешегә ғашиҡ булабыҙ һәм уның менән бергә булыуҙы теләйбеҙ. Ә әгәр яратҡан кешебеҙ икенсене яратһа, беҙ бер ваҡытта ла бәхетле булмайбыҙ, сөнки ул беҙҙеке түгел. Яратҡан кеше хыянат итһә, уға шулай яҡшыраҡ тип уйламайбыҙ бит, ә үҙебеҙҙе йәлләп ыҙалайбыҙ...
– Ниндәй генә мөхәббәт булмаһын – аҡсаға, үҙеңә, эшеңә – ул кешене йәшәтә. Ә иң таҙа мөхәббәт – ул кешене яратыу. Сөнки үҙ йөрәгеңдә, донъяңда бөтөнләй ят кешегә урын табыу – кешене кеше итә, – тине Вилдан янында ултырған Зифаһына йылмайып ҡарап.
Тынлыҡ. Мөхәббәт эгоизм булһынмы, йәки, киреһенсә, кешене кеше итеп, йәшәргә көс бирһенме – ул ошо минутта, һис шикһеҙ, ике йөрәкте бәйләй ине. Ләкин ул мәңгелекме? Билдәһеҙ: бәлки, бер көнгә, бәлки, ғүмергә, бәлки, бер мәлгә. Юғалтыуҙан ҡурҡыу мөхәббәтте тағы ҡәҙерлерәк итә генә...
– Кешеләр ни өсөн өйләнә? Туй яһайҙар? Был бит бары ҡағыҙ ғына. Бер-береһен яратҡан кешеләргә хистәрен иҫбатларға ҡағыҙ кәрәкме икән? Исмаһам, тойғолар күпмегә еткәнен үлсәп бирһәләр, күпкә файҙалыраҡ булыр ине, бергә үткән һәр минуттың ҡәҙерен беләр ине кешеләр...
Зифаның бөгөнгө уйҙары береһенән-береһе ҡыҙығыраҡ. Вилдан аптырауын йәшермәне:
– Белмәйем. Дөрөҫөрәге, ышанмайым. Барыһы әкиәттәге кеүек: тәүҙә тормошомда Әлиә барлыҡҡа килде, шунан һуң һине осраттым. Икегеҙҙе лә ысын күңелдән яратып өлгөрҙөм. Улай буламы? Ышанмайым...
– Мөхәббәткә ышанырға түгел, уны тойорға кәрәк, – тип Вилдан Зифаны бүлдерҙе. – Бына һин тап ошо секундта нимә тояһың?
– Йәшәгем килә! Бер нәмәгә ҡарамай, иғтибар итмәй, бар күҙәнәктәрем менән йәшәгем килә! – тип Зифа йылмайҙы.
– Тимәк, барыһы ысын, тойғоларыңа ышан, йөрәгең менән йәшә! Тик хистәрең һине Зифа итә.
Зифа һөйөү тулы күҙҙәре менән Вилданға баҡты. Һәм ҡапыл уның ҡарашы һүнгәндәй тойолдо, йөҙөнә борсолоу сыҡты.
– Беләһеңме, Вилдан, мин иң нығы нимәнән ҡурҡам?
– Нимәнән? – тип йылмайҙы Вилдан.
– Хәҙерге бәхетемде юғалтыуҙан...
– Һин юғалтмаясаҡһың, – Вилдан, Зифаны тынысландырырға теләп, ҡыҙҙың ҡулдарын тотоп, наҙлы итеп ҡараны.
– Әгәр юғалтһам, мин бит йәшәй алмаясаҡмын, – тине Зифа ҡараштарын аҫҡа төбәп.
– Нимә һөйләйһең һин, Зифа! – Вилдан борсола башланы.
– Юҡ, Вилдан, тыңла әле. Минең өсөн нисек мөһим икәнеңде һин белергә тейеш. Балалар йортонда мин бәхеттең нимә икәнен дә белмәнем. Күрә алмау һәм ҡайғы – ундағы хистәр бына ошо... Яратыуға урын юҡ унда. Бөтмәҫ мыҫҡыллауҙарға яуап бирергә хәлем ҡалмағас, бөтөнләй үҙемә ябылғайным. Бер йылдан ашыу бөтөнләй һөйләшмәнем, тиһәң дә була. Тик бында тәүҙә Әлиә осраны, аҙаҡ инде һинең менән аралаша башланым. Балалар йортонда саҡта, уҡырға ингәс, барыһы ла үҙгәрер тип хыяллана инем. Минең иң ҙур хыялым ысын дуҫ һәм мөхәббәт табыу ине. Башҡа балалар машина, ҙур өй тураһында хыял йөрөттө, ә мин ошо йылы хистәр тураһында уйлайым. Теләгем тормошҡа ашты: хәҙер наҙлар кешем дә, терәк булыр әхирәтем дә бар. Иң ҡурҡҡаным – һеҙҙе юғалтыу.
– Зифа, мин һине бер ваҡытта ла ташламам, – тип йылмайҙы Вилдан. – Ишетәһеңме, ташламам! Онот ул үткән көндәреңде. Хәҙер һин икенсе Зифа! Һин бәхетле Зифа!
Зифа ауыр йөктән азат булғандай күкрәк тултырып тын алды. Шуға ҡарамаҫтан, күҙҙәре моңһоу ине. Быны һиҙгән Вилдан:
– Һине тағы ла нимәлер борсой, шикелле? Бик тынысһыҙ күренәһең, – тине. Зифа ҡыпыл әйтергә ҡыймай уйланып күҙҙәрен алыҫ бер нөктәгә терәне. Вилдан уға, йә, мин тыңлайым тигәнде белдереп, иғтибар менән текләне. Зифа:
– Әлиә... ул мине борсой, – тине тыныс ҡына тауыш менән. Ләкин Вилдандың һораулы ҡарашын күреп. – Барыһын да аҙаҡ аңлатырмын, яраймы? Әйҙә хәҙер әҙерәк йөрөп киләйек, – тип һүҙҙе икенсегә борҙо.
Вилдан Зифаны аңларға тырышып:
– Ярай, улайһа, рөхсәт итегеҙ, – тип йылмайҙы һәм Зифа ҡаршыһына баҫып ҡулын һуҙҙы. Зифаға ла күңелле булып китте. Ул бәхетле!
Әлиә дуҫ ҡыҙҙары Рәсимә һәм Гөлирә менән ятаҡ бүлмәһен көлкөгә тултырып, кәрт уйнап ултырғанында Зифа уҡыуҙан ҡайтып инде. Уны күргәс тә, ҡыҙҙарҙың cыңлап торған көлөүҙәре туҡтаны. Улар бер-береһенә ҡараш ташланылар ҙа ҡулдарындағы кәрттәрен бер урынға әкрен генә һалдылар һәм, артабан нимә булыр тигәндәй, Әлиәгә текләп ҡуйҙылар. Әлиә, хәлде үҙ ҡулына алып, тынлыҡты боҙҙо. Тауышын күңелле итергә тырышып:
– О, сәләм, Зифа! Беҙ һине былай иртә көтмәгәйнек, – тигән булды. Зифа асҡан ишеген ябып та бөтмәй ҡаш аҫтынан яман итеп ҡарап:
– Тағы ла килделәрме? – тине лә кире боролоп сығыр китте. Быны күреп, Әлиә тиҙ генә урынынан һикереп торҙо һәм:
– Китмә, Зифа. Ҡыҙҙар үҙҙәренә ҡайта, – тине йылмайырға тырышып. Зифа тағы бер уҫал ҡараш ташланы ла, өҫ кейемен сисеп түргә үтте. Шул арала ҡыҙҙар, һуңғараҡ килербеҙ тип, Әлиә менән хушлашып бүлмәнән сығып киттеләр.
Зифаның Рәсимә менән Гөлирәне үҙһенмәүен Әлиә аңлай алмай. Улар бик алсаҡтар: Рәсимә гел дә ҡыҙыҡлы хәлгә тарый, ә Гөлирә һәр ҡыйыш нәмәнән көлөргә әҙер. Етмәһә, Зифа күпме шулай итеп ҡырын ҡараһа ла, яратмағанын хатта йәшерергә тырышмаһа ла – был ҡыҙҙар бер ваҡытта ла уға яуап ҡайтармайҙар йә сәнскеле һүҙ әйтмәйҙәр. Ә Зифа инде уларҙың килеүен күрһә, бигерәк килештереп ебәрә, әйтерһең, йән дошмандары: үгеҙ күҙҙәре менән текләй ҙә бүлмәнең ишеген шарт ябып сығып киткән була. Шуға ҡыҙҙар тәүҙә йыш киләләр ине, хәҙер Зифа булмағанда ғына инергә тырышалар.
Хәҙер инде Әлиәнең дә, Зифаның да кәйефе ҡырылды. Йоҡларға ятҡанса улар бөтөнләй һөйләшмәне. Һәр кем үҙ мөйөшөндә үҙ эше менән шөғөлләнде: Әлиә телефонында соҡоноп ултырҙы, ә Зифа сәй эсеп алғандан һуң яратҡан фантастик китаптарының береһен уҡыштырып сыҡты. Ҡараңғы төшкәс тә ятыу яғын ҡараны ул. Йыуынып, урын һалып йоҡларға әҙер булғас, әле лә телефонында соҡоноп ултырған Әлиәгә ҡоро ғына итеп:
– Свет кәрәкмәһә, һүндер, – тине лә ятты. Әлиә уға артыҡ иғтибар итмәй, “эйе” тигәндәй баш ҡаҡты ла, телефонынан күҙен ала алмай ултыра бирҙе. Уны был “эшенән” ишеккә туҡылдатыу ғына айырҙы. Әлиә һикереп тороп ишекте асты. Унда Рәсимә менән Гөлирә хихылдашып торалар. Уларҙы күргәс, Әлиәгә лә күңелле булып китте. Рәсимә ишек аша ынтылып ҡына ҡараны ла:
– Зифа ятты ламы ни? – тип бышылданы.
– Эйе, – тине ярым асыҡ ишек аша Әлиә. Улар шулай бышылдашып, йәнәһе, Зифаға ҡамасауламайбыҙ тип, көлөшөп, шырҡылдаша башланы. Зифа шаулашыуҙы ишетеп күҙҙәрен асты. Ул сығырынан-сығып тороп ултырҙы һәм һөҙөп алырҙай күҙҙәре менән Әлиәгә ҡараны ла ҡысҡыра башланы:
– Һин минән көләңме әллә? Бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел! Етәрҙер, Әлиә! Күрмәһәң, мин йоҡларға маташам!
Ҡыҙҙар шымып ҡалды. Әлиә уны өндәшмәй генә тыңланы һәм ҡыҙҙарына ғәйепле йылмайып:
– Ярай, ҡыҙҙар, иртәгә күрешербеҙ. Иртәгә төшкәрәк миңә инерһегеҙ, исмаһам, бер ял көнөн бергәләп, яйлап ултырып сәй эсеп алырбыҙ.
– Ярай, тыныс йоҡо, – тип ҡыҙҙар хушлаштылар. Әлиә ишекте япҡас ҡына Зифа унан ауыр ҡарашын алып икенсе яҡҡа әйләнеп ятты.
– Светыңды һүндер, – тип мыңғырланы әле лә үсеккән тауыш менән. Әлиә ул әйткәнсе эшләп урынына барып ятты. Ул оҙаҡ йоҡлай алмай, Зифаның “сығыштарын” уйлап ятты. Тәүҙә танышҡандарынан Зифа бик үҙгәрҙе: тәүҙә улар хатта төндәр йоҡламай хәбәр һатып ята торғайны, туҡтауһыҙ шаярып көлөшәләр ине. Хәҙер, Гөлирә һәм Рәсимә менән ни тиклем йышыраҡ аралаша, шул тиклем Зифанан алыҫлаша барҙы, ул бөтөнләй үҙгәрҙе, үҙенә ябылды. Ҡыҙҙар һирәгерәк инә башлағас, элеккесә шаян, күңелле булып киткәйне лә ул, бына бөгөн иртәрәк ҡайтып тағы ҡыҙҙар менән осрашты. Бәлки, ул ҡыҙғаналыр Әлиәне? Бушҡа. Артабан былай ярамай, нисек булһа ла ҡыҙҙарҙы дуҫлаштырырға кәрәк...
Зифа уянғанында төш ине инде. Әлиә күптән тороп сәй эсеп ултыра. Ул урынынан торорға ашыҡманы, телефонын ҡулға алып шуның менән булышырға тотондо. Бүлмәләге тынлыҡты боҙоп Рәсимә менән Гөлирә килеп инде. Әлиә шунда уҡ Зифаға ҡараш ташланы. Ул иғтибар итмәне.
– Сәләм, ҡыҙҙар, үтегеҙ, хәҙер сәй яһайым, – тине ул йылмайып, – Зифа һин беҙҙең менән эсәһеңме?
Зифа, ҡаңғырттың тигән һымаҡ ҡараш ташлап, ауыр тын алды ла, эргәһендәге шкафта ятҡан ҡолаҡсынын алып музыка тыңларға кереште.
– Һиңә уның шулай ҡыланыуы ялҡытманымы, Әлиә? – тип һораны Рәсимә өҫтәл янындағы ултырғысҡа барып ултырып.
– Ялҡытты ла ул, тик ҡалай итәйем? – бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаған Әлиә төшөнкөлөккә бирелә башлағайны. Ул Зифаны ысын күңелдән яратып өлгөрҙө, Рәсимә һәм Гөлирә лә уға яҡындар.
– Һуң берәй нәмә тип әйт, ҡарыш.
– Йәлләйем мин уны. Минән башҡа уның бер дуҫы ла юҡ, – тине ирендәрен ҡыҫып, саҡ беленерлек кенә йылмайып. – Мине лә юғалтырға ҡурҡҡанға ғына үҙен шулай тота. Имеш, һеҙ беҙҙең дуҫлыҡҡа ҡамасаулайһығыҙ. Тиҙҙән һеҙҙең менән дә дуҫлашыр ул, бәлки, нисек һөйләшеп китергә белмәй, үҙен күрһәтер өсөн генә шулай ҡыланалыр, – тип һөйләнә-һөйләнә сәй яһай башланы Әлиә.
– Бәлки, бәлки... Үҙең ҡара, һин уны яҡшыраҡ беләң инде, һәр хәлдә, беҙ арағыҙға ҡыҫылмабыҙ, – тине Гөлирә. – Ҡуй, әйҙә икенсе нәмә тураһында һөйләшәйек.
Өс ҡыҙ бер ни булмағандай көлөшә-көлөшә, төрлө ваҡиғаларҙы иҫләп рәхәтләнеп сәй эсеүҙәрен белде. Тик Әлиәне инде бер нисә минут уларҙан күҙен алмай текләп ятҡан Зифа борсой башланы. Шуға ла йөҙөнән йылмайыу алмай:
– Ҡыҙҙар, Зифа ҡарап тик ятасы, – тине Зифаға уның турала һүҙ барғанын белгертмәҫкә тырышып, – бәлки, беҙҙең менән һөйләшкеһе киләлер. Һөйләшеп ҡарайым әле, – тип телефонын алды һәм Зифа янына барҙы. Зифа бер ҡолаҡсынын алып, нимә, тигәндәй, башын ҡыбырлатты. Әлиә тауышын йомшағыраҡ итеп:
– Зифа, беҙҙе фотоға ғына төшөр әле, – тигән булды. Зифа ҡаштарын төйөп ҡараны ла:
– Көләһеңме әллә! – тип тағы ла яманыраҡ ҡараш менән Әлиәнең һәр хәрәкәтен күҙәтә башланы. Әлиә әҙерәк үсегеңкерәп:
– Ярай, үҙебеҙ ҙә төшә алабыҙ. Ҡыҙҙар, йылмайығыҙ, – тип торған урынынан алғы камераға бер-икене фотоға төшкән кеше булды. – Һуңынан һеҙгә ташлармын, – тип телефонын урынына һалды һәм өҫтәл артына барып ултырҙы. Ҡыҙҙарҙы Зифаның уларҙан ҡарашын алмай күҙәтеп ултырыуы уңайһыҙландырҙы. Улар нимә һөйләшергә белмәй, бер-береһенә текләшеп, өнһөҙ генә сәй һемерҙе. Оҙаҡ күҙәтеп ултырған Зифа ниндәйҙер түҙемһеҙлек, ҡабаланыу менән урынынан торҙо һәм Әлиәнең артына килеп баҫты ла өҫтәлдә ултырған бер сынаяҡтағы сәйҙе һуҙылып алды. Әлиә тертләп уға әйләнеп ҡарауы булды, Зифа сынаяҡтағы сәйен Әлиәнең битенә һирпеп ебәрҙе. Быны бөтөнләй көтмәгән Әлиә йыш-йыш ҡына тын алып, аптыраулы ҡарашын Зифаға төбәп ҡатты. Зифаның йөҙө бөтөнләй үҙгәреп китте: уның ҡарашында күрә алмау, нәфрәт ярылып ята ине.
– Етәр, Әлиә! – тине ул теш араһынан, – етәр! Мин арыным һинең ҡыланыуыңдан! Ҡыҙыҡ түгел! – Зифа инде тауышын күтәрә башланы. – Етәр!
– Һин нимә, Зифа?– Әлиә һаман нимә эшләргә белмәй ҡатып тора бирҙе.
– Мин нимә?! – мыҫҡыллы көлөү аша ҡабат һораны Зифа. – Бына һин нимә? Һин үҙ-үҙең менән һөйләшәң! Бына нимә!
Әлиә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Зифа, Зифа, кем һине улай шаяртырға өйрәтте? Тапҡан нимә тип көлөргә: үҙ-үҙең менән һөйләшәһең, имеш! – Ләкин Зифаның өтөп алырҙай ҡарашы Әлиәне көлөүенән туҡтатты. Ул шунда уҡ ҡыҙҙарына боролоп ҡараны. Ә унда ике буш ултырғыс һәм ике тулы сынаяҡ сәй. Ҡыҙҙар юҡ. Бары буш урындар. Ошо күренеш Әлиәне бала сағына ҡайтарҙы. Барыһы ла ҡасан башланды һуң әле? Ҡасан ул Рәсимә һәм Гөлирә менән танышты? Хәтерендә, уға дүрт-биш йәш. Һалҡын өйҙә ул яңғыҙы, әсәһе менән атаһы уны тыштан бикләп ҡайҙалыр киткән. Ул быға өйрәнеп тә бөткән, улар өйҙә һирәк булалар, үҙҙәре гел иҫеректәр. Тышта инде эңер төштө, тик өйҙә ут янмай, ә әсәйҙәре һаман юҡ та юҡ. Әлиәгә ҡурҡыныс. Ул үҙен йыуатырға кереште: хәҙер әсәйҙәр ҡайта, унда ҡурҡыныс булмай, тәмлекәй ҙә алып ҡайтырҙар, шунан күмәкләп сәй эсербеҙ. Ләкин улар ҡайтманы, ә өйҙә бөтөнләй ҡап-ҡараңғы булып китте. Әлиә өҫтәл аҫтына инеп, тубыҡтарын ҡосаҡлап әкрен генә иларға кереште. Шул саҡ ул кемдәрҙеңдер көлгән тауышын ишетте. Шулай ул ҡыҙҙар менән танышты. Ул саҡта уларҙың ҡайҙан, нисек килеп сыҡҡанын уйлап та ҡарамағайны, Әлиәгә ҡурҡыныс һәм күңелһеҙ түгел ине. Был хәтирәләрәгә ул бер ваҡытта ла ҡайтҡаны юҡ ине. Ә Зифа, яраһына тоҙ һибеп, барыһын иҫләтте... Уның бар донъяһы емерелгәндәй тойолдо. Ваҡыт, әйтерһең, туҡтаны. Әлиә ҡайҙандыр бейектән ҡаты ергә ҡолап төшкәндәй булды, бар тәне ауыртыуҙан бәләкәсәйеп ҡалды. Шулай ҙа ул үҙен ҡулға ала алды:
– Зифа, Зифа! Мин беләм! Барыһын да беләм! Ләкин мин үҙ-үҙем менән түгел, ә Рәсимә һәм Гөлирә менән һөйләшәм! – тине.
– Һинең өсөн! Улар минең иң яҡын әхирәттәрем. Бала саҡтан улар минең янда булдылар. Ауыр саҡта улар мине яҡлап, терәк булып килделәр...
– Улай дөрөҫ түгел! Әлиә, улай йәшәргә ярамай! – Зифа аҡылдан яҙған әхирәтенә ҡысҡырып ебәрҙе.
Әлиәгә уның бер өлөшөн тартып алған кеүек тойолдо. Ә уны донъя менән бәйләгән ептәр, уны бөтә кешеләр кеүек иткән арҡандар бер секундта өҙөлдө. Ул үҙен бер быяла һауытта торған һымаҡ тойҙо. Быяланың теге яғында тормош ҡайнай, ә ул күҙәтә генә. Уны бер кем күрмәй, ә ул барыһын күрә, ишетә, тоя, ләкин ул донъяға ҡушыла алмай. Уның әлеге тормош ағымына ҡушылырға хоҡуғы юҡ кеүек тойолдо. Быяла ҡамасаулай. Әлиә уны ҡасандыр ярғайны, дөрөҫөрәге, Рәсимә менән Гөлирә ярырға ярҙам иткәйне, тик хәҙер ул кире ҡалҡып сыҡты. Ә кире ҡалҡып сығарған кешене күрә алманы. Хоҡуғы бармы уның Әлиәне донъянан айырырға?
– Дөрөҫ түгел? Ни өсөн? Һин уларҙы күрмәгәнгәме? Ә Алланы һинең күргәнең бармы? Юҡ! Миңә улар йәшәргә көс бирә! Шулай булғас, ни өсөн мин уларҙан баш тартырға тейеш? – Әлиәнең тамағына төйөр килеп тығылды.
– Сөнки һин кешеләр араһында йәшәйһең! Улар нимә тиерҙәр?!
– Төкөрҙөм мин ул кешеләргә! Уларҙың барыһы ла һуҡыр. Һин был донъяла бер кемгә кәрәкмәйһең, һинең комплекстарың, ҡайғың, ҡырын эштәрең, бәхетең – бер кемде ҡайғыртмай! Һин үҙең өсөн йәшәргә тейешһең!
Зифа һүҙҙәр тапманы. Бәлки, Әлиә хаҡлылыр. Бәлки, беҙҙең бөтә бәлә шундалыр: беҙ күберәк кешеләр өсөн йәшәйбеҙ? Күберәк яттар тураһында уйлайбыҙ: нимә тиерҙәр? Нимә уйларҙар? Нисек күҙҙәренә ҡарайым?.. Ә нисек уйламаҫҡа? Кеше йәмғиәттә йәшәй, йәмғиәттән тыш ул кеше лә булмаҫ ине. Хәйер, кем һинең ҡырын эштәреңде, гонаһтарыңды һанай? Ошоға тиклем миллиардлаған кеше тыуған, йәшәгән, үлгән. Уларҙың ғүмерҙәре бер кемде борсомай, бер кем иҫләмәй. Улар тыныс ҡына ер ҡуйынында сереп ята. Кемдер үкенеп, кемдер бар хыялдарын тормошҡа ашырып, бер үкенесһеҙ яталыр. Һәр кемдең үҙ бәхете, үҙ ләззәте. Шулай булғас, Әлиәнең үҙе төҙөгән бәхетенә хоҡуғы юҡмы ни?..
Зифаның уйҙары тамам буталды. Нимәгә ышанырға? Ҡайҙа дөрөҫлөк? Зифа тик бер нәмә белә: уға ҡурҡыныс һәм бөтә нәмә шундай ҙур хата кеүек тойола.
Бер нисә минут тынлыҡтан һуң, Зифа эргәһендә ултырған Әлиәгә үтенесле ҡараш ташлап һүҙ башланы:
– Әлиә, миңә ҡурҡыныс! Зинһар, әйҙә, больницаға барайыҡ! Миңә ҡурҡыныс, зинһар, – үҙе лә һиҙмәҫтән илап ебәрҙе, – һин ауырыу, Әлиә...
Әлиә бер ни өндәшмәне. Бары өнһөҙ илаған Зифаға ҡарап ултыра бирҙе. Шунан ҡапыл тороп йыйына башланы.
– Әйҙә, киттек! Улай теләгәсең, киттең. Тик бел, һин мине бәхетемдән яҙҙырасаҡһың. Киттек, шәберәк! – тип Әлиә бүлмәнән йүгереп сығып китте.
Зифа ла шунда уҡ Әлиәнең документтарын һалып алды һәм артынан ҡыуып етергә маташып сығып китте. Ләкин Әлиәне ҡыуып етә алманы. Ул бер нисә метр алдан күҙенә аҡ-ҡара күренмәй йүгерә ине. Зифа ҡапыл үҙен ҙур хата яһаған һымаҡ тойҙо. Бәлки, Әлиә хаҡлылыр? Бәлки, шул “ҡыҙҙар” уға ысынлап йәшәргә ярҙам итәлер. Кәрәкме уларҙы Әлиәнән тартып алырға?..
– Әлиә, туҡта! Ипләп, машиналар! – тип әйтеп тә өлгөрмәне, Әлиә шәп тиҙлектә килгән ниндәйҙер машина аҫтында ҡалды. Зифаның башы әйләнеп китте. Ул йә ҡысҡыра, йә ҡыбырлай алмай ҡатып ҡалды. Ҡапыл бар донъя ҡараңғыланды һәм Зифа иҫен юғалтты. Шулай күпме ятҡандыр, ләкин күҙен асҡанда Зифа баяғы машина эргәһендә үҙе ята ине. Нисек унда барып эләкте ул? Зифаны бер ир кеше, күрәһең, машинаның хужаһы, күтәреп маташа ине:
Зифа бер нисә секундтан ғына нимә булғанын иҫләй алды. Башын ҡалҡытып күҙҙәре менән Әлиәне эҙләп маташты. Ләкин таба алманы:
– Ә ҡайҙа Әлиәм? Уны тиҙ ярҙам алып киттеме? – тине ул кешегә, аяҡтарына көс хәлгә баҫып.
– Ниндәй Әлиә тағы?! Һин нимә, юлға ҡарамай машина аҫтына ырғыйһың? Йәшәп туйҙыңмы әллә?! Һеҙгә тиҙ ярҙам саҡыртырғамы? – тип һөйләнде ҡото осҡан водитель.
– Һуң, Әлиәсе... Ҡайҙа? Нишләп мин бында ятам? Әлиә ҡайҙа? – Зифа тирә-яғына ҡаранып эҙләнеүен дауам итте. Аптыраған ир:
– Ниндәй Әлиә? Һеҙ яңғыҙ инегеҙ! Тәк, мин тиҙ ярҙам саҡырам, – тип телефонын кәҫәһенән сығарҙы. Зифаның йөрәге нығыраҡ тибә башлағандай булды. Шулай ҙа аптырауын күрһәтергә тырышмай:
– Юҡ, рәхмәт, барыһы ла яҡшы, – тигән булды һәм юл ситенә барып ултырҙы. Тәк, туҡта, нимә булды әле? Әлиә ҡайҙа? Ул бит машина аҫтында ҡалды, ә иҫенә килгәндә уның урынында Зифа булып сыҡты. Нисек? Ни өсөн баяғы ир, яңғыҙың инең, ти? Әлиә күҙенә күренмәгәндер бит... Туҡта, рюкзагында Әлиәнең документтары булырға тейеш. Зифа рюкзагын асып ҡараны. Унда тик үҙенең генә документтары ята ине. Зифаға һауа етмәгәндәй, тағы ла башы әйләнеп китте.
– Тимәк, мин үҙем ауырыйым? – тип бышылданы.
Был уй уның йөрәгенә бысаҡ булып ҡаҙалды. Мөмкин түгел! Улайһа Әлиә ҡайҙан барлыҡҡа килде? Зифаның иң ауыр минутында ҡайҙандыр килеп сыҡты, тәрән соҡорға ҡолап барғанында ул ҡапыл һөйрәп алды... Ә Әлиәнең күҙенә күренгән ҡыҙҙарысы? Әлиәнең бала сағы? Был турала ҡайҙан белә ул? Был бит Зифаның бала сағы ине. Тик ул төндә уға бер кем килмәне. Ә Әлиәгә килделәр. Уларға нимә кәрәк ине? Зифа хәҙер генә аңлап ҡалды: уның зәғиф мейеһе Зифаны ысынбарлыҡҡа ҡайтарырға тырышҡан. Ә Зифа һуңға тиклем көрәшеп, ауырыуын Әлиәгә күсергән: Әлиәгә ярҙам кәрәк, ул уйлап сығарған кешеләр менән һөйләшә, ул ауырыу, ә Зифа түгел. Хатта ауырыуының сәбәбен үҙенсә күсергән...
– Юҡ, булмаҫ! Юҡты уйлайым, – тип Зифа үҙен тынысландырҙы. – Әлиә бүлмәлә. Ә быларҙың барыһы төш кенә...
Зифа һикереп тороп ятаҡҡа табан йүгерҙе. Бүлмәһенең ишегенә еткәс туҡтап ҡалды. Күкрәк тултырып берҙе һауа һуланы ла:
– Мин ауырыу түгел, Әлиә бүлмәлә, Әлиә бар, – тип ҡабатлап ишекте асты. Бүлмәгә ингәс уның аяҡтары ҡалтырап, тәне ауырайып киткәндәй булды: Әлиәнең шкафтары буш, карауатында ҡоро бер матрас ҡына ята ине. Зифа һуңғы көсөн йыйып урынына барып ултырҙы:
– Ауырымайым мин. Мин яңғыҙ түгел, – тип күҙ йәштәре аша ҡысҡырып ебәрҙе. Унан тиҙ генә телефонын алып Вилдандың номерын эҙләй башланы. Ләкин тапманы. Был һуңғы тамсы булып сыҡты. Тимәк, Вилдан да бары тик Зифаның фантазияһы... Донъяны яҡтыртып торған һуңғы шәм һүнде. Ҡараңғылыҡ солғаны. Ауыр, һыуыҡ, яңғырап торған сикһеҙ ҡараңғылыҡ.
– Әлиә! Вилдан! Ҡалдырмағыҙ мине... бәхетемдән яҙҙырмағыҙ, зинһар... – тип бышылданы Зифа һәм иҫен юғалтты.
Зифа аңына килеп күҙен асты. Эргәһендә Вилдан ултыра ине. Ҡаршы карауаттан Әлиә йылмайып уға ҡараны. Зифаның күңелендә йылылыҡ барлыҡҡа килде. Тимәк, ҡәҙерлеләре янында. Шәмдәр кире тоҡанды. Донъя яҡтырҙы. Ләкин ул шунда уҡ һүнде.
– Былай дөрөҫ түгел, – тип кенә әйтә алды Зифа.
– Кем әйтте? – тип Вилдан Зифаның ҡулын тотто. – Нимә ул дөрөҫ бәхет? Бәхет бит һинең күңелеңдә. Нимә тояһың хәҙер, ошо минутта, Зифа?
Зифаның йөрәгенә йылылыҡ йүгерҙе. Бына тағы ҡаршыһында яратҡан кешеләре, таныш тауыштар, ҡәҙерле йөҙҙәр. Уның битендә йылмайыу барлыҡҡа килде.
– Йәшәгем килә. Минең йәшәгем килә!