Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
8 Август 2018, 16:32

Айғырбатҡан утары һеләүһене. Хикәйә (№ 4, 2014)

Бигерәк сибәр ҙә инде был Лилиә! Исеме лә тап килеп тора бит әле – күл уртаһында ойоп ултырған аҡ томбойоҡ – лилиә сәскәһе үҙе инде!


Бигерәк сибәр ҙә инде был Лилиә! Исеме лә тап килеп тора бит әле – күл уртаһында ойоп ултырған аҡ томбойоҡ – лилиә сәскәһе үҙе инде! Беҙҙең төньяҡ төбәктәрҙә лә һирәк осрай бындай өлгөргән ҡылған төҫлө күпереп торған ап-аҡ сәс. Толомдары бөгәренән түбән төшкән, үҙҙәре күтәргеһеҙ ауыр. Иң ғәжәбе – ап-аҡ йөҙөндәге тәрән зәңгәр күҙҙәр, уларҙан да ғәжәберәге – ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйылған ҡара ҡаштар. Әсәһенән Лилиәгә ошо ҡара ҡаштар ғына эләккән, күрәһең. Ә был күпереп торған ап-аҡ сәс – үҙенә күрә бер сер...

Илшат Лилиәгә тәүге тапҡыр ырҙын табағында иғтибар итте. Өфөгә барып, эштәре уңмағайны егеттең. Университетҡа үтә алманы – тәүге имтиханда уҡ “киҫелде”. Ҡалала ҡалып эш табырлыҡ заман түгел: ҡайҙа барып төртөлмәһен, кире бороп сығарҙылар. Был ауыл балаһы Өфөлә үҙен ят, таш джунглиҙарға килеп эләккән бәләкәй йәнлек кеүек тойҙо. Күрәһең, ҙур ҡалала ерегеп китер өсөн йә бында тыуып үҫергә, йә бик тә тешле, йылғыр булырға кәрәктер. Бер аҙна самаһы ары-бире һуғылды ла тимер юл вокзалына юл тотто.

Эйе, ауылға ҡайтырға кәрәк. Әлегә колхозда эшләп торор, ә артабан күҙ күрер. Артабан тигәне – армиянан һуң инде. Шуныһы ғына насар – Кавказдағы һуғышҡа эләгеп ҡуйыуың бар. Унда эштәр харап – Чечнянан уларҙың ауылына ғына нисә табут ҡайтты. Ә табуттар эсендә... Икәүһенең бөтөнләй башы юҡ, ә бер табут еп-еңел – эсендәге егеттең ярты кәүҙәһе лә юҡ, ҡалған өлөшө лә ҡап-ҡара күмер генә. Унан имен-аман ҡайтҡандарҙы ла халыҡ яратмай. Биттәренә төкөрәләр хатта. Ҡыҙҙар ундайҙарҙы урап ҡаса – әйтерһең, был һуғыштан ҡайтҡандарҙың маңлайына ниндәйҙер ҡара мөһөр һуғылған. Айырыуса ошо Лилиә уларҙы яратмай. “Күрмәйһегеҙме ни, ҡулдары терһәктән ҡан бит уларҙың!” – ти ҡыҙ. Сәйер ҡыҙ. Ә үҙе ниндәй тыныс, баҫалҡы күренә. Күл уртаһында ойоп ултырған аҡ томбойоҡ – лилиә...

Ауылға ҡайтҡас, Илшат артыҡ бошонманы һәм иртәгәһенә үк ырҙын табағына эшкә сыҡты. Лилиә бойоҡ күренде егеткә. Илшат Өфөлә йөрөгән саҡта ауылда ҙур фажиғә булған икән – быйыл йәй буйына һәр кис Лилиәләрҙең ҡапҡа төбөндә тапанған Арыҫланды һеләүһен быуған. Уның кәүҙәһен урман ситендәге ҡарт, ялбыр ҡарағай төбөндә тапҡандар. Лилиәләр ауылдан ситтә, айырым утарҙа йәшәй. Артабан икһеҙ-сикһеҙ һаҙлыҡлы урман башлана. Моғайын шул урмандан килгән һеләүһен һәр кис ауыл ситендә йөрөгән, йыш ҡына ҡарт ҡарағай төбөнә барып ултырып, тәмәке көйрәткән Арыҫланға күҙ һалғандыр инде... Ә нимә, әҙәм балаһы һеләүһен өсөн еп-еңел табыш ул – теше-тырнағы юҡ, көсө, йылғырлығы әллә ни түгел.

Арыҫландың муйынында бәләкәй теш эҙҙәре генә тапҡандар. Исеме ғәйрәтле булһа ла, бик яй ине шул. Шуныһы ла сәйер – егеттең бер тамсы ла ҡаны күренмәй. Ә үҙе еп-еңел, буп-буш булып ҡалған – әйтерһең, бөтә ҡанын һурып алғандар. Уның һыуынып, ҡатып ҡалған кәүҙәһен ҡарт һунарсы Мөхәммәт бабай еңел генә итеп ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып алып ҡайтып һалған. Арыҫланды ерләгәс, ауылдағы ир-ат, теге һеләүһенде эҙләп тә ҡараған, әммә бер ни күрмәгәндәр. Табып ҡара шундай һиҙгер, йылғыр нәмәне урман шырлығында. Утар халҡы, ниңәлер яуыз итеп кеткелдәп көлөп, уларға ҡарап ҡул һелтәп кенә ҡуйған.

Илшат тәүге көндө Лилиә менән бергә эшләне. Ғәҙәттә был эшкә йәштәр күмәкләп сыға, күңелле була торғайны. Был юлы башҡалар икенсе келәттә булашты, ә Илшат менән Лилиә көнө буйы иген таҙартҡыста эшләне, таҙартылған арышты тейәгес менән машиналарға тейәп, оҙатып торҙолар. Илшат төшөп ҡалғандарҙан түгел – туҡтауһыҙ шаян хәбәрҙәрен һөйләп, ҡыҙҙың күңелен асырға тырышты. Әммә файҙаһыҙ булды уның тырышыуҙары – Лилиә, ирендәрен ҡымтып, эшләне лә эшләне. Келәттең был осондағы тауҙай игендең оҙатылып бөткәнен күргәс, бригадир Сәләхетдин бабай хатта аптырап китте:

- Бә-ә-әй, бында эш бөткән да баһа! Ә мин уны бер аҙналыҡ тип йөрөй инем. Һин, Лилиә, был Илшатты ул хәтлем ҡыуалама, юғиһә, үҙеңде, исмаһам, оҙатып ҡуйырлыҡ та хәле ҡалмаҫ, хи-хи-хи... Ә һин, егет, һаҡ бул был утар бесәйе менән, хи-хи-хи... Иғтибар ит: ысын бесәй бит, хи-хи-хи...

Сәләхетдин ҡарт шулай кеткелдәп торҙо ла, Илшаттан бер юлы ике сигарет “атып” алып, береһен ҡолағы өҫтөнә ҡыҫтырып, икенсеһен бабайҙарса яман төтәтеп, һаубуллашып китеп барҙы.

Кискә табан ҡыҙ асыла төштө. Зәңгәр күҙҙәрендә ниндәйҙер осҡондар ҡабынды. Ҡайтыр ваҡыт етте. Йылы келәттән һуң тыштағы һалҡынсараҡ, дымлы һауала рәхәт, иркен. Ҡараңғы төшөп килә. Егет иңбашы менән ҡыҙға ҡағылып ала. Уныһы тертләп китә.

- Лилиә ... Лилиә, бөгөн һеҙҙең эргәгә барһам, сығырһыңмы? - Илшат кибеп киткән ирендәрен ҡыбырлатып, артабан бер һүҙ ҙә әйтә алманы.

Туҡтанылар. Ҡыҙҙың зәңгәр күҙҙәрендә баҙлап ут тоҡанғандай булды. Оҙон керпектәр тиҙ генә ошо утҡа күләгә булып төштө.

- Әлләсе, - тине ҡыҙ бышылдап ҡына. - Йә, кил. Урман ситенә, ҡарт ҡарағай янына ғына кил.. Ә ҡапҡа төбөнә килеп торма. Әсәйем егеттәрҙең шунда тәмәке тартып, көнбағыш ҡабығы төкөрөп ултырғанын яратмай. Кеше һүҙенән ҡурҡмаһаң, кил...

- Яманаты сыҡҡан шул ҡарт ҡарағай янынамы?

Яуап урынына – һалҡын, еүеш тынлыҡ. Лилиә шунда инеп юҡ булды.

* * *

Сәйер ҡыҙ был Лилиә. Серле. Иң тәүге сере – уның донъяға килеүе. Уларҙың йорто ауылдан ситтә. Айырым утар булып һаҙлыҡ ситендә үк ултыра. Утарҙың исеме лә сәйер – Айғырбатҡан. Йәнәһе, заманында Салауат батыр бындағы бер йәш һылыуҡайға ғашиҡ булып килеп сыҡҡан да, һаҙлыҡта айғырын батырып, утарға тиклем үтә алмаған. Бәлки, икенсе төрлөрәк тә булғандыр – дөрөҫөн генә берәү ҙә белмәй. Ә бындағы халыҡ яман телле – арттырып һөйләүе уларға бер ни тормай. Йәнәһе, был утар халҡына батыр ҡаны ла ҡушылған.

Ул утарҙан ауылға бер генә түңгәкле, соҡорло һуҡмаҡ үтә. Юлдың ике яғында ла һаҙлыҡ. Шунда ҡарағат, бөрлөгән ҡыуаҡтары емештәрен күтәрә алмай һал булып ята, әммә ауыл халҡы уны йыйырға йөрөмәй, шикләнә. Йәнәһе, уны ашаһаң, туҙбаш йыланға әйләнеп, һаҙлыҡта ҡаласаҡһың. Икенсенән, эре булһа ла, тәмһеҙ тиҙәр ул һаҙлыҡ еләген.

Бына шундай ерҙә донъяға килә Лилиә. Әммә уның атаһы оҙаҡламай донъя ҡуя, унан һуңғы үгәй атайҙары ла бер-бер артлы үлеп тора. Тирә-яҡтағы халыҡ аптырап, ғәжәпләнеп бөтә алмай был хәлгә. Тағы ла шуныһына иғтибар итәләр: мәрхүмдәр ерләгән саҡта еп-еңел була. Сәйер – кистән һап-һау ирҙәр бер-бер артлы иртән йоҡонан тормай ҙа ҡуя. Ауылдағы халыҡ ғәжәпләнә, шомлана, ә утарҙағы яуыздар кеткелдәп көлә. Төндәрен уларға ҡушылып бөтә һаҙлыҡ ухылдап көлә.

Лилиә теремек, сәләмәт булып үҫә. Тиҙ үк ҡул араһына ла керә. Ир-ат эшенә лә тилбер булып өйрәнә. Ун ике йәштә киң һелтәп бесән саба, кәбән башында тора. Ни етте егетең ары торһон! Мәктәптә берәй малай килеп бәйләнһә, күҙ асып йомған арала Лилиә уны ергә тәгәрәтә һәм быуып ала. Шуға күрә унан ситләшә башлайҙар. Саңғы ярышында, йүгереүҙә уға тиң булмай. Үрмәләп ағас башына менеп китеүҙә лә ул барлыҡ малайҙарҙы уҙып китә.

Үҫә төшкәс күпме уттай егеттәр был Лилиә тирәһендә өйөрөлмәне, бөтәһен дә өркөтөп ебәрҙе. Ҡараһа, ҙурайып киткән күҙҙәре менән зәһәр ҡарай ҙа ҡуя. Егеттәр, тетрәнеп, шым ҡала. Күпме төпсөнһәң дә, ни булғанын һөйләмәйҙәр. Лилиәне урап үтәләр. Һуңынан ул егеттәр кипкәндән-кибә, һарыға һабыша, ә ҡыҙ, бер ни булмағандай, тағы ла сибәрерәк, сағыуыраҡ булып китә. Әйтерһең, күҙ ҡарашы менән теге егеттәрҙең барлыҡ тормош көсөн һурып ала. Бәлки, ысынлап та шулайҙыр...

Уның күҙҙәре, ысынлап та, ғәжәп. Көн аяҙ саҡта ул күҙҙәр мөләйем, зәп-зәңгәр. Болотло көндәрҙә йә кисен ҡаралары шундай ҙурая – нәфис зәңгәрлекте ҡыҫырыҡлап, ҡара упҡынға әйләнәләр. Ниндәй егет ошо упҡынға башы менән сумырға баҙнат итһен? Сәйер, табылды ундай егет. Арыҫлан. Башы менән сумды шул ап-аҡ ҡыҙҙың зәңгәр күҙҙәрендәге ҡараңғы, төпһөҙ упҡынға.

Һунарсы Мөхәммәт ҡарт ҡына был күҙҙәрҙә бер бик тә таныш һыҙат шәйләп ҡалды. Ул саҡта Лилиә бәләкәй генә ине әле. Бер заман, шулай, утарға киткән тар ғына һуҡмаҡтан китеп барған саҡта баш осонда ҡыштырлаған тауыш ишетеп, күтәрелеп ҡараны. Шунда үҙенә төбәлгән ике йәшкелт-һары күҙҙе күреп туҡтап ҡалды. Был күҙҙәрҙең ҡаралары ла кешенке кеүек йомро түгел, ә өҫтән аҫҡа төшкән тар ғына ярыҡ һымаҡ ине. Кинәт шул ярыҡтар ҙурайып асылып китте, ҡарт һунарсы сигенә биреп ҡуйҙы. Күҙемә күренәме әллә, тип. Үҙенең күҙҙәрен ыуып алды. Өҫкә ҡараны. Унда ҡарағай ботағында ултырған балаларҙың береһе бәләкәй Лилиә ине. Тик уның күҙҙәре генә хәҙер зәһәрле һары түгел, ә аяҙ күктәй зәп-зәңгәр булып тора. Шунан һуң ҡарт бер аҙна самаһы хәлһеҙләнеп, сырхап торҙо.

Ошо хәл тураһында утар ирҙәренә һөйләгәс, улар бер-береһенә ҡарашып, оҙаҡ итеп кеткелдәп көлдөләр. Һуңынан был яуыздарҙың береһе:

- Әсәһе сихырсы Ләбибә, һеләүһенгә эйәреп, күрше Балағатай урманына тиклем йөрөгәс, ул ҡыҙ тағы ла кемгә оҡшарға тейеш һуң, хи-хи-хи....

Һуңғы ваҡыт Лилиәгә ҡарап-ҡарап тора ла шуларҙы иҫенә төшөрә ҡарт. Һуңынан үҙенең уйҙарынан үҙе оялып ҡуя. Кит, Хоҙай ҡушмағанды, тип шелтәләп ала үҙен.

* * *

Егет ҡайтып етеп, ашыҡ-бошоҡ ашап алды ла осрашыуға әҙерләнә башланы. Яратҡан джинсы салбарын һәм курткаһын кейҙе. Ул кейемдәренең ипле ултырғанын, хәрәкәт иткәндә һис кенә лә ҡамасауламағанын ярата. Етмәһә, был кейеме йылы ла. Ә кисен Лилиәләрҙең утарында, һаҙлыҡ ситендә һалҡын булырға тейеш.

Август аҙағы кисе тымыҡ, һил. Тулы ай тирә-яҡтағы ағастарҙы нурға ҡойондора. Хатта һаҙлыҡтағы ҡамыштар ҙа алтындай ялтырап тора. Япраҡтар әкрен генә ҡыштырлап ала ла тағы тыма. Хатта эттәр ҙә өрмәй. Шул тиклем тын - тәндә ҡан йүгергәне ишетелгәндәй. Тулы ай ҙа серле нурҙарын һирпеп, егеткә дәрт өҫтәй, тәненә еңеллек бирә, ҡанын тиҙләтә.

Бына Лилиәләрҙең өйө. Илшат әкрен генә һыҙғыра. Солан иҙәне таҡталары шундуҡ шығырлап ҡуя. Әһә, тимәк, Лилиә уны көтөп тора! Ишек яй ғына асыла, әммә берәү ҙә сыҡмай. Тупһала ниндәйҙер ҡара шәүлә генә күренеп ҡала. Ҡап-ҡара шәүлә, ә уртаһында баҙлап торған ике йәшел ут. Әй, бесәй ҙә баһа! Бесәй ҙә шулай иҙән шығырлатып баҫып йөрөр икән! “Әллә минең менән свиданиеға ҡара бесәйен сығарып ебәрҙеме был Лилиә?”- тип көлөмһөрәй егет. Бесәй утлы күҙҙәрен унан алмай. Илшаттың тәненә һалҡын йүгерә. Ул сигенеп ҡуя. Быныһы тағы ни хәл... Бесәй, яман мыраулап, уға ташланмаһынмы! Ҡара әле, яуыз, тырнаҡтары менән күҙҙе аҡтарырға самалай түгелме? Ни эшләп бәләкәй генә бесәй шул хәтлем көслө, йылғыр, ғәйрәтле? Бер нисек тә эләктереп, ергә ырғытып булмай быны! Туҡта, үҙенең күҙҙәренә бармаҡтарҙы батырһаң... Бесәй, тағы ла яманыраҡ мыраулап, ситкә һикерә һәм күҙҙән юғала. Оҙаҡламай һаҙлыҡ яғынан шарҡылдап көлгән тауыш ишетелә. Ҡатын-ҡыҙ түгелме? Лилиәнең тауышы бит был! Юҡ, булмаҫ, ҡолағына ғына ишетеләлер.

Егет тутыҡҡан тимер тәме килеп торған һаҙлыҡ һыуы менән йәрәхәтләнгән маңлайын, муйынын йыуып төшөрә. Тыныслана төшөп, ҡыҙҙың тәҙрәһенә ваҡ ҡына таштар ташлап ҡарай. Файҙаһыҙ.

* * *

Илшат бөгөн ырҙын табағына иртәрәк килеп етте. Лилиәне тиҙерәк күрергә теләне – әйтерһең, уныһы ла бында таң менән килеп етәсәк. Ҡара әле, ысынлап та, Лилиә лә бында. Кәйефе юҡ. Ни эшләптер ҡыҙҙың маңлайы менән күҙ төбө сыйылған.

- Бәй, Лилиә, маңлайыңа ни булды? Мин кисә һине көттөм... Һаҙлыҡта әллә һинең тауышың ишетелде инде? Шарҡылдап көлдөң...

- Ә мин кисә төнө буйына һаҙлыҡта һыйыр эҙләп йөрөнөм. Түңгәккә абынып йығылып, күрәнгә маңлайымды киҫеп бөттөм. Килеп торһам – усымда ҙур баҡа! Шуға шарҡылдап көлдөм. Ә һинең башыңа ни булды?

- Һеҙҙең ҡапҡа төбөндә тора инем. Анау үрге ос Әнәс килеп бәйләнде. Килде лә йәбеште тиктомалға!

- Әһә, мине бүлешеп һуғышҡанһығыҙ булып сыға инде, улайһа! Ҡалай ҡыҙыҡ! Әллә һеҙ Әнәс менән, ике тәкә һымаҡ, маңлайҙарығыҙ менән һөҙөштөгөҙме?

Лилиә саф зәңгәр күҙҙәре менән генә көлөп егеткә ҡарап тора, ә егет унан ҡарашын ала алмай. Ул арала бригадир Сәләхетдин ҡарт та килеп етте.

- Бөгөн эш күп буласаҡ, барлыҡ арышты тейәп ебәрергә кәрәк! ...Ә һеҙгә нимә булды? Ни эшләп маңлайҙарығыҙ сыйылып бөткән? Әһ-һә-ә, аңлашыла, йәштәр араһында була торған хәл. Мин дә бер заман, йәш саҡта... эйе. Тап ошо келәттә була инде, анау... юҡ, исемен әйтмәйем ... бер ҡыҙға ҡағылып ҡына алғайным, маңлайға иген көрәй торған ағас көрәге менән тондормаһынмы, хи-хи-хи... Һуғыштан һуң булды ул хәл. Фронтҡа киткән ир-аттан мин бер үҙем ҡайттым. Ҡайтһам, бә-әй, бында бер үҙемә утыҙлап ирһеҙ бисә һәм тиҫтәнән ашыу йәш ҡыҙ, хи-хи-хи... Ә бөгөн ауылда киреһенсә – утыҙлап йәш егеткә бер һатыусы бисә, хи-хи-хи... Йәш ҡыҙҙары үҫеп етеү менән ситкә китеп тора... Эйе, йәштәр араһында була торған хәл ул, әммә самаһын белергә кәрәк. Ни тиһәң дә, был келәттәге барлыҡ хәлдәр өсөн мин яуаплы бит әле. Ә шулай ҙа һин, улым, был утар бесәйе менән бик һаҡ бул, хе-хе-хе...

Машиналар өҙлөкһөҙ килеп кенә торҙо. Илшат тирләп сыҡты. Эш араһында ҡыҙға ҡарап алырға ла онотманы. Ә уныһы баштағы тиҙлек менән эшләй бирә. Ҡайҙан был Лилиәлә шул хәтлем көс? Кеше түгел, робот тиерһең. Исмаһам, маңлайына бер бөртөк тир ҡалҡып сыҡһасы! Юҡ, әҙәм затынан түгелдер был ҡыҙ!

Һуңғы машинаны тейәп бөтөү менән Илшат, хәлһеҙләнеп, иген өйөмөнә тәгәрәне. Лилиә ағас көрәген мөйөшкә илтеп ҡуйҙы, башындағы яулығын ысҡындырҙы һәм һығылмалы тәнен яҙылдырып, кинәт кенә кирелеп алды. Бесәй һымаҡ.

- Бәлки бөгөн сығырһың, Лилиә? Һыйырығыҙ ҡайтмаһа, һаҙлыҡтан икәү эҙләрбеҙ...

- Кил, - тине ҡыҙ. Башҡа һүҙ өҫтәмәне.

* * *

Егет төнгө юлға сыҡты. Алда ятҡан утар, ғәҙәттәгесә, өнһөҙ ине. Бөгөн ай күренмәй. Еүеш, һалҡын. Тынлыҡты егеткә эйәреп килгән, баш осонда өйөрөлгән ябалаҡ ҡына боҙа. Ҡош шөҡәтһеҙ тауыш сығарып ухылдай-ухылдай әйләнгеләне лә утар яғына осто.

Лилиәләрҙең йорто тып-тын булһа ла, егет эстә ниндәйҙер көсөргәнешлек һиҙҙе. Баш осонан тауыш-тынһыҙ ҡара шәүлә осоп үтте лә өй күләгәһенә инеп юғалды. Баяғы ябалаҡ булды, күрәһең. Кемдер ҡапҡаға килеп, шым ғына келәне шыуҙырҙы. Тик унан Лилиә түгел, әсәһе Ләбибә килеп сыҡты. Илшат ул ҡатынды уҙған аҙнала ғына баҫмала кер сайҡап торған сағында күреп ҡалғайны. Ауылдағы бисәләргә ул һис оҡшамаған. Урта йәштәрҙән уҙһа ла, һығылмалы, ап-аҡ тәнле был ҡатын ҡыҙынан саҡ ҡына өлкәнерәк күренә. Әйтерһең, ул Лилиәнең әсәһе түгел, апаһы ғына. Ауыл халҡы унан шөрләй һәм сихырсы тип иҫәпләй. Сихырсы булмаһа, олоғайыр, ҡартайыр ине. Шул шөғөлгә бирелгән бисәләрҙең барлыҡ һыҙаттары бар унда: аҙ һүҙле, өтөп барған үткер ҡарашлы, үксәләренә тейеп торған ҡалын сәсле, зифа буйлы, ифрат ҙур түшле, нәҙек билле, ап-аҡ тәнле ҡатын һаҙлыҡ араһында ирһеҙ генә йәшәгәс, ни эшләп сихырсы булмаһын, ти. Әлбиттә, сихырсы! Шуға күрә ауыл ирҙәре, уны юлда осратһалар, күҙҙәрен сытырлатып йомоп, икенсе яҡҡа әйләнеп китәләр. Әгәр шулай итмәһәң, ирҙәрҙең һөйләүенсә, башың уның яғына үҙенән-үҙе ҡайырылып, күҙҙәреңде ала алмайһың, аяҡтарың үҙҙәре уға табан атлай. Эйәрһәң – һәләк булаһың! Сихырсы һине һаҙлыҡҡа алып китә һәм бүрегә әйләндерә. Ауылдың үрге осонда йәшәгән бер ағайҙың һөйләүенсә, ул үҙ күҙҙәре менән Ләбибәне һаҙлыҡ уртаһындағы бер утрауҙа күргән. Үҙе яңғыратып көлә, ти. Яҡыныраҡ барһа, быға елкә йөнө ҡабарған, күҙҙәре янып торған ифрат ҙур бүре ырылдап тора икән! Ә ул бүренең күҙҙәре – хас яңыраҡ һаҙлыҡта юғалған урмансы егеттеке! Теге ағай һаҙлыҡ аша ауылға ҡарай тороп йүгергән. Шул хәтлем шәп йүгергән – табандары ғына һыуға тейеп барған! Ҡаҙҙың ҡанаттарын ҡаға-ҡаға һыу өҫтөнән йүгергәнен күргәнегеҙ барҙыр әле. Ана шулай...

Ай яҡтыһы ҡатындың ап-аҡ, бер йыйырсыҡһыҙ йөҙөн яҡтыртты.

- Егет, - тине ул йомшаҡ ҡына ҡулы менән Илшаттың маңлайындағы яраһын һыпырып, - һин йөрөмә беҙҙең утарға, бар ҡайт. Бер ҡасан да килмә.

Ҡапҡа шартлап ябылды. Ҡатын, еңел генә атлап, өйгә инеп китте. Егет хәлһеҙләнеп ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә барып ултырҙы. Сихырсының йомшаҡ, йылы ҡулы ҡағылған маңлайын ҡапшап ҡараны. Ундағы ҡутырлы яра бөтәшеп, йөйө лө ҡалмағайны. Егет, күңеле болғанып, өшөп ҡалтырана башланы. Тәмәке эҙләп, ҡулын кеҫәһенә тыҡҡайны йомшаҡ ҡына нәмәгә ҡағылды. Уныһы бәләкәй генә бесәй балаһы булып сыҡты. Ул да өшөгән, ҡалтырана. Ниңәлер еп-еүеш, әйтерһең, һаҙлыҡта йөрөгән. Егет уны ҡуйынына тыҡты. Оҙаҡламай бесәй балаһы йылынап, йомшаҡ ҡына итеп мырылдай башланы. Байтаҡ ваҡыт шулай ултырғандан һуң, егет йоҡлап киткән бесәй балаһын яй ғына ҡуйынынан сығарып, эскәмйәгә һалды ла ҡайтыр юлға сыҡты. Шул мәлдә болоттар араһынан ай килеп сыҡты һәм йоҡоға талған утарҙы яҡтылыҡҡа күмде. Егет теге йорт яғына әйләнеп ҡараны. Унда ниндәйҙер аҡ шәүлә ялп итеп күренеп ҡалды һәм өйгә инеп юғалды. Шапылдап ябылған ишек тауышы ғына ошо тәрән тынлыҡты боҙоп алды ла, утар яңынан тынып ҡалды. Теге ҡатын булды, күрәһең...

* * *


Был төндә Илшат керпек тә ҡаға алманы, көс-хәл менән иртәне еткерҙе. Ашамай-эсмәй, хатта кейемен дә алыштырмай, ырҙын табағына сапты.

- Илшат, Илшат! - Егет әйләнеп ҡарауға, үҙенә табан елдергән Лилиәне күрҙе. - Илшат, ғәфү ит мине! Бына бит, кисә лә осрашып булманы. Теге яман һыйырҙы эҙләп, һаҙлыҡта аҙашып бөттөм. Үҙең беләһең, унан теләһә нисек йөрөп булмай. Ай күтәрелгәнен көтөп, бер түңгәктә баҫып торҙом. Һыуға ҡолап төшөп, еүешләнеп бөттөм. Әйтерһең, һалҡын ямғырҙа күшеккән бесәй балаһы. Һине иҫкә төшөргәс, шундуҡ йылынып киттем.

Улар бөгөн дә элеваторға иген тейәнеләр. Ҡыҙ хәҙер эш араһында егеткә ҡарап, йылмайып алырға онотманы. Ана, ҡалай йылмая! Ә егет, ҡыҙға һиҙҙермәй генә ҡараш ташлап, уның буй-һынына һоҡланып бөтә алмай. Күңел күтәренке булғас, кис еткәне һиҙелмәне лә. Ҡайтырға сыҡҡас, ҡыҙ үҙе һүҙ башлап:

- Бөгөн иртәрәк кил, - тип бышылданы.

* * *

Иртәрәк икән – иртәрәк! Утар ситендәге ялбыр ҡарағай төбөндә егет ҡыҙҙы көтә. Иртәрәк тиһәң дә, ҡараңғы төшөп бөткән. Ана, был яҡҡа ул үҙе килә. Ай яңынан болоттар араһына йәшеренде – йәнәһе, мин һеҙгә, йәштәргә, ҡамасауламайым. Егет иңбашынан курткаһын алып, ҡыҙға япмаҡсы булды, ҡыҙ уның ҡулып кире этәрҙе. Куртка көҙгө япраҡтар ҡойолған, ҡарағай ылыҫы менән ҡапланған үлән өҫтөнә төшөп китте. Ҡыҙ йомшаҡ, эҫе тәне менән егеткә һыйынды, һығылмалы ҡулдар муйынына уралды, ҡайнар ирендәр егеттең ирендәрен көйҙөрҙө. Егет ҡулдарының ҡыҙҙың түштәренә тейеп китеүенән тертләп китте. Юҡ, был ҙур, ауыр түшле ҡыҙ... Лилиә түгел! Лилиә бөтөнләй бындай түгел! Был бисәнән ысҡынырлыҡ, айырылырлыҡ түгел... Кем был?..

Күпме ваҡыт үткәндер – уныһын егет иҫләмәне. Таң һыҙылып килә. Аңына килгән егет уны үҙенән айырырға, ысҡынырға маташты.

- Кем һин?.. Кем?

Егетең яурындарына кинәт үткер тырнаҡтар батып кергән кеүек була. Әммә ауыртыу һиҙелмәй. Ниндәйҙер рәхәт еңеллек кенә.Ул арҡаһы буйлап ниндәйҙер еүеш йылылыҡ йүгергәнен тоя. Ҡатындың ирендәре шул урынға ҡаҙала. Был ҡатын тештәрен тәненә батыра түгелме? Егет күҙен аса һәм йән көсөнә ҡысҡырып ебәрә. Был һары күҙҙәр кешенеке түгел бит!? Уны һеләүһен быуа ине. Көслө, йылғыр йәнлек тамам ҡоторған. Былай тыпырсынып ҡына уның тырнаҡтарынан ҡотолормон тимә. Һуғып, тибеп ҡарай – файҙаһыҙ, йыртҡыстың үҙ алымдары! Башҡа әмәле ҡалмағас, егет бармаҡтарын йыртҡыстың күҙҙәренә батыра. Һеләүһен үкереп ебәреп, ҡанға батҡан ҡорбанын ысҡындыра һәм өҫкә һикереп, ҡарт ҡарағайҙың ялбыр ботаҡтары араһында юғала... Шунан һары йомғаҡ йәшен тиҙлегендә күрше ағасҡа һикерә лә юҡҡа сыға. Бары тик ҡоро ботаҡ шартлап һынған тауыш ҡына ишетелеп ҡала.

Тынлыҡ. Ботаҡтар шығырлаған тауыш алыҫая бара. Оҙаҡламай тамам тынып ҡала. Егеттең йөрәге генә урманды яңғыратып дарҫлап тибә. Көҙгө һалҡын һауанан ҡан тәме килә, унан ниндәйҙер дәрт, көс һирпелеп тора. Ҡайҙалыр алыҫта ғәйрәтле үкереү һәм шаҡылдаған тауыш ишетелә – күрәһең, мышылар һөҙөшә. Хәлһеҙләнгән егет көс-хәл менән эйелеп, курткаһын алып кейә, туҙған өҫ-башын рәтләштерә һәм сайҡала-сайҡала ауылға табан атлай. Уның артынан илай-илай бәләкәй генә аҡ бесәй балаһы эйәрә. Ул еүешләнеп, бысранып бөткән – әйтерһең, һаҙлыҡта йөрөгән. Үҙе өшөүҙән бер туҡтауһыҙ ҡалтырана. Егет уны күтәреп ала һәм ҡуйынына тыға.

- Хи-хи-хи... Әйттек бит беҙ һиңә, беҙҙең утарға килеп йөрөмә тип! Шулай кәрәк һиңә, йүнһеҙ малай! Шәп булды үҙеңә, башҡа килмәҫһең! - утар яғынан шундай ауаздар яңғырағандай була.

Бәлки ҡолағына ғына ишетелгәндер Илшаттың... Ысынмы был, төшмө – барыһы ла буталды... Егет хәлһеҙлектән түңгәккә абынып йығылып китә, ҡуйынындағы бесәй балаһы һыуға барып төшә. Баш осонда әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан ябалаҡ әйләнгеләй башлай. Яуыз ҡош теге бесәй балаһын эләктереп алырға самалай, әммә егет бәләкәй йән эйәһен һыуҙан ала ла, һелккеләп, һыуын һыпырып төшөрөп, яңынан ҡуйынына тыға һәм ап-аҡ томанға инеп юғала.

- Хи-хи-хи... Егет, һин һаҡлап ҡына йөрөт инде ул зәңгәр күҙле аҡ бесәй балаһын...


* * *


Ҡапыл тертләп, Илшат күҙен асты. Төн, бүлмәлә бер үҙе. Тәҙрәнән ҡарап торған туп-тулы айҙың яҡты йөҙө уға шул хәтлем дә әрһеҙ, тыйнаҡһыҙ һымаҡ күренде – хәс тә анау түбәнге ос Нәфисә. Әсәһе әйтмешләй, “шундай сибәр, йоп-йомро, матур табаҡ битле – анау сибек кенә Лилиә түгел инде...”

Егеттең башы сатнап ауырта башланы, күҙ алды томаланды. Тулы ай ҡапыл түңәрәк йөҙлө Нәфисәгә әйләнде лә уға ҡарап шарҡылдап көлөп ебәрҙе, шунан уға яҡынлашты һәм, эйелеп, ҡосаҡлап алды, күкрәгенә ҡыҫты. Егет сәбәләнә, тибенә, һуға, тешләшә, әммә һис ысҡына алмай...

Манма тиргә батып, уянып килеп тора. Яңынан еүеш түшәгенә ауа. Нәфисә ҡапыл юғала. Ә быныһы нимә – өнмө, төшмө? Лилиә...

- Иртәрәк кил... Ҡарағай төбөнә, - тип бышылдай ҡыҙ.

Ана ул ялбыр, ҡарт ҡарағай. Ҡараңғы. Ниндәйҙер аҡ шәүлә. Лилиәлер, унан башҡа кем булһын. Ваҡ ҡына һалҡын ямғыр быҫҡаҡлай башлай, ай болоттар араһына йәшенә – йәнәһе, мин һеҙгә, йәштәргә, ҡамасауламайым. Ҡыҙ йомшаҡ, эҫе тәне менән егеткә һыйына. Һығылмалы ҡулдар муйынына урала, ҡайнар ирендәр уның иренен көйҙөрә. Улар икеһе лә ағас төбөнә ауа. Юҡ, был бит тулы түшле, йомро кәүҙәле ҡыҙ... был ҡатын Лилиә түгел! Лилиә бөтөнләй бындай түгел! Был бисәнән ысҡынырлыҡ түгел. Был ҡатын тештәрен батыра түгелме? Был һары күҙҙәр кешенеке түгел бит! Һеләүһен! Ул йәшен тиҙлегендә ағас башына һикерә...

Нимәлер шыҡылдаған тауышҡа егет йәнә уяна. Бер аҙ хәл кергән һымаҡ, башы ла ул хәтлем ауыртмай. Уға һыйынып ятҡан бесәй балаһы әллә ҡайҙа булған. Был төш булманы – бөтәһе лә өнөндә. Елкәһен, яурынын ҡапшап ҡарай – бына ул сей, ҡаны һарҡып торған яра, теш эҙҙәре.

Егет келәмдәге бердан мылтығына күҙ һала. Уға иғтибар ҙа итмәҫ ине, төш аралаш шуның затвор тауышын ишетеп ҡалғандай булды. Бәй, был ни хәл: затворы асыҡ бит! Әҙер яһауын кемдер алған. Ишек бикле, ә бына тәҙрә асыҡ. Сеү, туҡта! Тәҙрә пәрҙәһе ышығында ниндәйҙер шәүлә түгелме? Ул арала ай болот араһына инеп юғала, бүлмә ҡараңғылыҡҡа сума. Егеттең ҡулы мылтыҡ менән йәнәшә эленеп торған бәләкәй генә күн ҡумтаға үрелә – шунда ғына ике-өс патрон ятырға тейеш. Шым ғына мылтығын ала. Патрон һалып өлгөрмәй, ай яңынан күренә.

Теге шәүлә тигәне... Ҡыҙ ине ул. Нескә, һығылмалы кәүҙә, ап-аҡ тән, ҡабарып торған ҡуйы оҙон сәс. Егет был һынды меңәрләгән башҡалар араһында хатта төнөн дә таныр ине... Ул тоҫҡаған мылтығын өҫкәрәк йүнәлтеүе булды, ҡыҙ асыҡ тәҙрә уйымына сумды. Тауыш-тынһыҙ, хатта тәҙрә тупһаһына ла ҡағылмайса сығып осто. Ергә барып төшкән тауышы ла ишетелмәне. Ҡото алынған егет мылтығын төшөрөп, атып ебәрҙе. Тәҙрә эргәһенә килеп, тышҡа һонолдо. Бер кем юҡ. Бәләкәй баҡсалағы ҡарағат ҡыуағы төбөндә ниндәйҙер ап-аҡ, етеҙ хәрәкәт иткән аҡ тап күренеп ҡалды...

Таң һыҙыла. Илшат йоҡоһонан тамам айныны. Елкәһе һыҙлай. Унда ... бер яра түгел, өс, юҡ дүрт ваҡ ҡына эҙ. Тәрән теш эҙҙәре. Тимәк, теге төнгө хәл, бисә – ысын. Хәтерләй: уны һығылмалы, бик көслө, шыма, йылғыр тәнле ҡатын ҡосаҡлай, ә муйынына тештәр ҡаҙала! Кем булды ул?..

Юҡ, Айғырбатҡан утарына ул хәҙер аяҡ баҫмаясаҡ. Ҡалаға китергә кәрәк йәһәтерәк.

- Тор, йүнһеҙ малай! Ул ҡыҙҙы әҙәмсә алып ҡайтып таныштырып булмаймы?! Айғырбатҡандыҡы булһа ла, ҡыуып сығармаҫ инек! Ҡайҙа әле ул, тетмәһен тетәйем! Һиңә ышанып, Бәҙретдин бабайҙарыңа барып ҡайтайым тиһәм, әллә нимәләр булып бөткән бында! Таң менән ҡайтып етеп, һыйыр һауып, малды ҡыуырға тип сыҡһам, ауыл бисәләре хәбәр һөйләй: имеш, Илшатың кәләш алып ҡайтҡан! Мәйтәм, юҡты һөйләмәгеҙ, ул теге аҙнала ҡалаға китә, тим. Юҡ, күрҙек тиҙәр! Ә ... ҡайҙа ул ҡыҙ?

- Юҡ бында бер ниндәй ҙә ҡыҙ!

- Күргәндәр, килеп тәҙрәнән ҡарағандар! Кем килеп ҡараған, уныһын әйтмәйем. Әкәмәт... Имеш, малайың карауатта йоҡлап ята. Тәҙрә шар асыҡ, ә иҙәндә теге ҡыҙ бөгәрләнеп йоҡлай... һуңынан кем мылтыҡтан атты?

- Уныһы мин. Әллә ниндәй бисура күренде күҙемә.

- Ай-һай! Фатима юҡты һөйләмәҫ ул! Уның ҡыҙы үҙ күҙҙәре менән күргән... Әт-тә-тә... ысҡынды бит...

Сәлимә апай, телен тешләгәндәй, һүҙ әйтергә асылған ауыҙын ябырға ла онотто, күрәһең. Күҙҙәрен шарҙай итеп, таш һындай ҡатып ҡалды. Шунан битенә ҡапыл ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Бүртенеп китте.

Илшат та тороп баҫты.

- Тимәк, ул баҡа Нәфисә бында тәҙрә төбөндә мине күҙәтеп йөрөгәнме? Шул ғына етмәгәйне! Вәт баҡа, ә ?!

- Ниндәй баҡа булһын, бынамын тигән сибәр ҡыҙ! Йоп-йомро, матур, түп-түңәрәк йөҙлө... Ә ниңә һин уға аттың? Шунда тейҙереп ҡуйһаң? Ул меҫкен әле булһа һаман иҫенә килә алмай ултыра, ти. Ҡолаҡ төбөндә мылтыҡ ат әле... Теге аҙнала уҡ Өфөгә кит, Әсхәт ағайың көтә.

* * *

Аҙна үтеп тә китте. Ул арала тирә-яҡта әллә ниндәй хәлдәр булып бөттө. Теге Нәфисә иҫән-һау, үҙенә бер ни булмаған. Шайтаным булһынмы уға. Ә бына Айғырбатҡан ситендә бер егет һеләүһендән саҡ ысҡынып ҡотолған. Уҙған төн тағы ла сәйерерәк хәл булған. Төнгө өстә клубтан ҡайтып килгән әлеге шул шаталаҡ Нәфисәне ниндәйҙер ап-аҡ бесәй балаһы тырнаған. Ҡыҙыҡай көс-хәл менән ҡотолоп, ҡанға батып, өйөнә ҡайтып йығылған. Әсәһе үҙен кистәрен урамға ла сығармай. Хәйер, Нәфисәнең кеше күҙенә күренер ере ҡалмаған, тиҙәр: йоп-йомро матур бите тырналып бөткән. Ярай әле күҙҙәренә теймәгән. Имеш, ул аҡ бесәй балаһы Илшаттарҙың бесәнлегенә кереп ҡасҡан. Йәнә, урманда иҫерек тракторсыны һеләүһен быуып, ҡанын эсеп киткән. Ир-ат шуны ауларға сығырға әҙерләнә, имеш.

Ул хәбәр ауылдан-ауылға, телдән -телгә күсеп йөрөй торғас, үҫте, ҡабарҙы. Бесәй балаһы ла һеләүһенгә әйләнде. Ауыл апайҙарының һүҙенә ышанһаң, имеш, ул әлеге Айғырбатҡан утары сихырсы бисәләрҙең шашыныуы. Йәнәһе, йыл һайын йылы, айлы кистәрҙә бөтә йәш сихырсылар һаҙлыҡ төпкөлдәрендә йыйылып, шабаш үткәрә, бер ниндәй сама-сикһеҙ ҡоторона. Кем күргәндер уныһын.

Шулай йәнә бер нисә көн үтте, күктәге ай кәмеп, йәнә түңәрәкләнде. Әммә ул бер күренеп ҡала, әле ҡайҙалыр ашыҡҡан болоттар араһына инеп юғала. Килеп оҙаҡҡа баҫмаһа ла, быҫҡаҡлап киткән ямғырҙары йонсота. Бына, бөгөн әллә ике-өс тапҡыр һибәләп үтте инде.

Илшат урамда Нәфисәне осратты. Уныһы тыҡрыҡҡа инеп ҡасырға ынтылғайны, өлгөрмәне. Битендәге ҡутырлаған тырнаҡ эҙҙәренән ояла, ауыҙын устары менән ҡаплап, уҫал итеп ҡарап тора. Илшат иһә уға һис асыу тотмай. Нәфисә иһә һаман ҡырыҫлана.

- Нимә ҡатып ҡалдың, мине күгәнең юҡмы ни?

- Ә һин, әҙерәк ябыға төшкәс, сибәрләнеп киткәнһең... Әҙерәк кенә.

- Ундай комплименттарыңды, беләһеңме... - Нәфисә Илшатҡа аҡайып ҡараны ла ҡапыл әйләнеп китеп барҙы.

Кисен ҡыҙ клубҡа сыҡты. Илшат менән иҫәнләшеп тә торманы. Һуңынан ғына, эргәһенән үткәндә:

- Минең өсөн һин – ноль! Үс аласаҡмын үҙеңдән бик ҡаты итеп! - тип ысҡындырҙы.

Йәштәр иһә Нәфисәне күреп ҡалыу менән һырып алды. Барыһы ла уның тирәһендә өймәкләште, бер Илшат ҡына мөйөштәге иҫке “Рекорд” телевизоры алдында тороп ҡалды.

- Нәфисә, нимәләр булып бөттө һинең менән, һөйләп ебәр әле! - тип сәрелдәшә башланы ҡыҙ-ҡырҡын, егеттәре лә уларҙан һис ҡалышмай.

- Илшат бер ни һөйләмәй. Нәфисә, үҙең һөйләп ебәр әле!

- Нәфисә, һин бөтә хәбәрҙе белеп тораһың бит! Нимә, әллә Айғырбатҡан албаҫтыларынан берәйһе беҙҙең ауыл егеттәрен баҫа башлағанмы?

Нәфисә түҙмәй, сәрелдәп үк ебәрә:

- Мин һиңә ғәйбәтсе ауыл бисәһеме ни?

- Түгелме ни?

- Бар, ана Илшат менән Лилиәнең үҙҙәренән һора! Ҡара әле! Ниңә миңә бәйләнәһегеҙ, ә?! Һөйләмәйем!

- Әһә, тимәк, ул Айғырбатҡан Лилиәһенән көнләшәһең? Шулаймы?

- Нимә, нимә? Шул кәкрәйеп бөткән, ни бите, ни ...

Бөтәһе лә шарҡылдап көлә, Нәфисә ҡып-ҡыҙыл була, әммә бирешмәй.

- Йә, һөйлә инде, Нәфисә! Барыбер аҙаҡтан бөтәһе лә беленәсәк. Һинән, исмаһам, иң дөрөҫ хәбәр алырбыҙ. Юғиһә, һинең турала ана нимә һөйләйҙәр...

- Нимә һөйләйҙәр? Кемдән ишеттең? Әлфиәнәнме? Унда йүнле хәбәр булыр тиһеңме?

- Иң шәп хәбәр һиндә инде, Нәфисә. Йә, йөҙәтмә, сығарып һал хәбәреңде.

- Ярай, алай булғас. Бирегеҙ әле берәй ус көнбағыш. Бына шулай көнбағыш сиртмәһәм, хәбәрҙе тәмләп һөйләй белмәйем. Һөйләйем, шауламағыҙ. Хәл шулай. Айғырбатҡандарға ышанып булмай, әлбиттә, әммә беҙҙең Илшат...

- Нимә, нимә? Йә-йә-йә, һөйлә!

Нәфисә тамам бышылдауға күсә, Илшаттың клубтан шым ғына сығып китеүенә иғтибар ҙа итмәй.

- Ҡыҫҡаһы, бында бер ниндәй сыхыр-михыр, әүермән-фәлән юҡ. Бөтәһе лә буш һүҙ. Яп-ябай, ап-асыҡ бөтәһе лә!

- Кит, әй! Нимә һуң, улай булғас?

- Айғырбатҡан Хәлимәһенән ишеттем, ә уға Лилиәнең күршеһе Әҡлимә әйткән...

- Әҡлимә менән Хәлимә һүҙен үҙгәртеп һөйләмәҫ ул.

- Ҡайһы, ҡайһы – теге тимер тешле Әҡлимә менән бытбылдыҡ Хәлимәме? Уларҙың ауыҙында һүҙ тормай инде – хәс тә беҙҙең Нәфисә...

- Мыҫҡыл итһәң, бөтөнләй һөйләмәйем! Кит бар бынан!

- Юҡ, юҡ, мин былай ғына. Үҙемсә, һиңә ышанырға кәрәк, тимәксемен.

- Ярай, бүтән бүлдермә, һөйләп бөтәйем. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең Илшат... ундай ябай ғына түгел икән. Аҙғындың да аҙғыны! Дон Жуан! Нимә тапҡан тиһең ул Лилиәлә – ҡарарлыҡ ере юҡ бит инде, беләһегеҙ. Хәлимә әйтә, егет күҙ буяу өсөн генә Лилиә артынан саба икән, ә үҙе... м-м-м... нисек әйтергә лә белмәйем...

Клуб эсендә тәрән тынлыҡ урынлаша. Бөтәһе лә хатта тын алыуҙан да туҡтай. Был тынлыҡ оҙаҡ ҡына дауам итә. Халыҡ Нәфисә тирәһендә тығыҙыраҡ туплана, уныһы ишетелер-ишетелмәҫ кенә бышылдай хәҙер:

- Ш-ш-ш... Ҡыҫҡаһы, Лилиә артынан күҙ буяу өсөн генә саба, ә үҙе ... үҙе шуның әсәһе Ләбибә менән... шул Ләбибә менән булаша! Әҡлимә үҙ күҙҙәре менән күргән: Илшатыбыҙ ауыл осонда ағаслыҡта көтә, теге бисә шунда йөрөй, имеш. Ә ул Ләбибә әле теләһә ниндәй йәш ҡыҙҙарҙан уҙҙырып ебәрерлек: фигура тиһеңме, теге тиһеңме, быныһымы! Ә сәсе һуң – үксәһенә төшөп тора! Ҡырыҡ йәшкә етеп, бер йыйырсыҡ юҡ битендә! Ә ҡулы ниндәй шыма! Тиреһе ебәк кеүек! Хәҙер ул Илшатҡа ҡул һелтәргә лә мөмкин. Мин уны һис кенә лә йәлләмәйем... Әҙерәк кенә йәл, бына...

- Ҡуй, Нәфисә, юҡҡа илама! Һиңә торамы шул Лилиә, ә! Нимәһе бар уның?

- Ни сыҡмаһын, шул Айғырбатҡандарҙан сыға. Эскән һыуҙарына нимәлер етмәйме, әллә артыҡмы шунда... теге Дракула тураһындағы киноны ҡаранығыҙмы? Үәт, шуның һымағыраҡ.

- Бәлки, һаҙлыҡта йәшәгәнгә шулайҙыр улар?..

* * *

Алыҫ юлға сығырға булһа, Илшатты һис йоҡо алмай. Әле лә бына әйләнеп-тулғанып ята. Етмәһә, бынау тулы айы – әллә шуға мылтыҡтан тондораһы инде? Имеш, шундай түңәрәк айға атһаң, бөтә ҡара көс ҡаса тип һөйләйҙәр бит. Юҡҡа түгелдер.

Теге бесәй балаһын бесәнлеккә кереп китте тигәйнеләр, шикелле.

Егет тороп кейенде, мылтығын алып, тәҙрә алдына килеп баҫты. Шым ғына тәҙрәне асты. Аяҡҡа йомшаҡ кроссовкалар кейеп ебәрһәң, ҡулайыраҡ булыр – шаулап әсәһен уятып ҡуйыуы бар. Хәйер, йоҡлаймы икән ул?

Йышылмаған эре таҡталарҙан һуҡҡыланған, ҡарайып, мүкләнеп бөткән шифер түбәле ҙур бесәнлеккә менеп, шырпы һыҙып ҡаранып торҙо. Мөйөштә бесәй балаһы сыйылдаған һымаҡ тауыш ишетелде. Егеттең ҡулындағы шырпыһы бармаҡ остарын өтөп алды ла һүнде. Сәйер тауыш сеңләп илауға әйләнде. Быныһы нимә тағы?! Егет туҡталып ҡалды, мылтығын тоҫҡаны. Бер аҙҙан күҙе ҡараңғыға өйрәнде. Мөйөштә нимәлер ағарып күренә. Шәүлә алға шылышты. Ай яҡтыһына күсте. Лилиә бит был! Тубыҡтарын ҡосаҡлап, башын аҫҡа эйеп илап ултыра. Башын күтәрә төшөп, егеткә ҡарап алды ла мылтыҡ көбәгенә йәбеште. Көбәк осон үҙенә тартып, эйәге аҫтына терәне, йәнә һығылып илай башланы.

- Йәлләмә, ат! Йәшәгем килмәй минең! Ни хәл итәйем икән! Теге ваҡыт ниңә генә мине һаҙлыҡҡа ташлап китмәйенсә, ҡуйыныңа тығып алып ҡайттың? Ата алмаһаң, яңынан бесәй балаһына әйләнәм – тоҡҡа һалып һыуға ташла! Йәшәгем килмәй барыбер!

Егет мылтыҡты үҙенә тартып ҡараны, әммә ҡыҙ уны ысҡындырманы, нығыраҡ йәбеште. Егет затворҙы шартлатып асты, патрон тоноҡ ҡына ялтырап, бесән араһына осоп төштө.

- Нимә булды һиңә? Бесәй балаһы, һеләүһен – бөтәһе лә ысынмы? Ә һин – элекке ысын Лилиәме?

- Эйе...

Ҡыҙ аҡрынлап илауҙан туҡтаны, ҡулдарын егеткә һуҙҙы. Уныһы, мылтығын ситкә ташлап, бесәнгә ултырҙы.

- Ҡалай өшөгәнһең, кил, миңә һыйын... ә теге һеләүһен кем булды? Һин түгел инең бит?

- Юҡ, мин түгел. Әсәйем булды ул. Күрә алмайым үҙен. Әммә унһыҙ йәшәй ҙә алмайым. Ул мине әлегә шулай бесәй балаһына әйләндереп хитлай, ә кеше ҡаны тәмләһәм, һеләүһенгә әйләндерә башлаясаҡ.

- Ғәләмәт, ә мин ышанмай инем. Әле лә ышанып бөтмәйем. - Ҡыҙ бөтөнләй тынысланды шикелле. Егеткә һыйынып йылынды, яй ғына үҙ ҡайғыһын һөйләп китте. Ә уныһы бүлдермәй генә тыңлай.

- ... Иң яманы, әсәйем ҡан һурмай йәшәй алмай. Ул сир хәҙер миндә лә үҙен һиҙҙертә башланы. Үлтереп башым сатнай, эсем ауырта. Инде икенсе тапҡыр. Әсәйем мине бәләкәй генә бесәй балаһына әйләндереп ҡотҡарып ҡала. Ай тулған мәлдә өс көн дауам итә был хәл. Әсәйем бөтөнләй шаша ул көндәрҙә. Бер ай үткәс йәнә ҡабатлана. Шул көндәрҙә ҡояшҡа сығырға, яҡтыла күренергә лә ярамай – зәһәрле ҡан ҡайнай, яна һымаҡ. Әсәйем ҡайнаған ҡанын албаҫтыға әйләнеп, төндәрен меҫкен ирҙәрҙе һәләк итеп баҫа. Элек ундайҙарҙы тереләй утта яндырғандар, ергә күмгәндәр, һыуға батырғандар, әммә улар барыбер терелеп, үҙенең ҡанлы һунарына сыҡҡан. Бына бөгөн дә ай тулы, әсәйемде йоҡо алмай – ҡайҙалыр йөрөй, йәш ир-ат ҡаны эҙләй. Беҙҙең көстән-теләктән өҫтөнөрәк нәмә был. Нәҫелебеҙҙә бөтө ҡатын-ҡыҙҙар шундай ҡәһәрле албаҫты булған, күпме ир-егетте һәләк иткән улар. Хәйер, ниндәйҙер сир бит ул: әсәйем әйтә, беҙҙең ҡанда бер ҡатмарлы формулалы аҡһым етмәй, ти. Шул аҡһымды беҙ тере ҡан һурып алабыҙ һәм бер айға тынысланып ҡалабыҙ. Нәҫелебеҙҙә ҡыҙҙар үҫеп етеп, айлыҡтары тула башлаһа – бәлә! Күпмеһен үлтереп ҡарағандар, файҙаһыҙ – ер аҫтынан килеп сығабыҙ! Киләсәктә донъяны беҙ баҫып алһаҡ – ахырзаман буласаҡ ул. Беҙҙе ҡан тәмләгәнсе үлтерергә кәрәк, ә аҙаҡтан – һуң!

Ҡарғыш был. Беҙҙең нәҫел ҡатын-ҡыҙҙарына төшкән ҡарғыш. Бик боронғо замандарҙа бер өләсәйем иманын ҡара көскә һатҡан. Сибәр булған ул – әммә тағы ла сибәрерәк булырға теләгән – Иблес үҙен юлдан яҙҙырған. Әсәйем кисә шул тарихты һөйләне, - ҡыҙҙың тауышы ҡалтырана башлай, үҙе лә биҙгәк тотҡандай ҡалтырана. - Әсәйем беҙҙең нәҫелдәге иң хәтәр әүермән, барлыҡ өләсәйемдәрҙән дә уҙҙырып ебәргән. Өләсәйҙәрем гел аҙғын ир-атты һәләк итһә, әсәйем бер саҡ бик һәйбәт кешегә - минең атайыма юлыға. Уны ла ҡанын һурып һәләк иткән. Ҡорбан беҙҙең ҡосаҡта әүрәп китә, ҡанын рәхәтләнеп һуңғы тамсыһына тиклем бирә, сөнки ябай ҡатын-ҡыҙ түгел бит беҙ, ә тамырҙарыбыҙҙа – Иблес ҡаны ташып, ҡайнап тора! Ул ҡан ҡайһы берҙә ябай ҡатын-ҡыҙға ла эләгә һәм уларҙы йә аҙғынлыҡҡа этәрә, йә ҙур талант бирә. Ундайҙарҙы янып торған күҙҙәренән үк танып була – ҡайнап тулышҡан ҡандың көсө шулай күҙ ҡарашы аша тирә-яҡҡа һирпелә...

Бына шулай – өләсәйҙәрем, беҙҙең нәҫел ҡатын-ҡыҙҙары маҡтанырлыҡ булмағандар. Ә әсәйем яңылышҡан – мин шул хата емеше инде. Атайым аҡыллы, баҫалҡы, һалҡын ҡанлы булған. Ә беҙҙең ҡанға һалҡын ҡанды ҡушыу килешмәй. Минең кеше, ябай ҡатын, әсә булғым килә, ә ҡан һурыусы албаҫты, әүермән түгел! Шуның өсөн мине әсәйем бесәй балаһына әйләндереп язалай. “Үҙ хәлеңде аңлағас, тәүге тапҡыр кеше ҡаны тәмләгәс кенә ҡотҡарасаҡмын”, - ти. Ә минең һеләүһен дә, бесәй балаһы ла булғым килмәй. Мин үлеп барам. Әсәйем: “Дөмөк, әйҙә, ҡан эсергә теләмәһәң!” - ти.

Ҡыҙ яңынан үкһеп илай. Егет уны ҡосаҡлап алып, иркәләп йыуатырға тырыша. Ярар, ни булһа ла булыр – ул Лилиәне ташламаясаҡ. Ҡыҙ йылынып йоҡлап китә. Йоҡо аралаш һирәк кенә һулҡылдап та ала, ҡалтыранып ҡуя. Нисек тә ярҙам итергә кәрәк бит был ҡыҙға. Бәлки, табиптарға күрһәтергәлер?

Егетте лә йоҡо баҫа. Туҡта – нишләп был ҡыҙ бөтөнләй шымып ҡалды әле – тын алғаны ла һиҙелмәй? Йоҡлай, күрәһең. Егет уны ҡыҫыбыраҡ ҡосаҡлай, ай яҡтыһында ялтырап торған аҡ, бөҙрә сәстәрен һыйпай. Тыныс. Аҙбар мөйөшөндәге быҙауҙар ғына мышнай, тапана. Ҡыҙ ҡуҙғала, ҡулдары егеттең муйынын уратып ала. Хәҙер уның тыны, тәне ут кеүек. Өшөп, һалҡын ямғыр аҫтында йөрөп сирләп китмәгәйе. Ана, танауынан, ауыҙынан бөркөлгән эҫе тыны нисек егеттең сикәһен, муйынын өтә. Ҡыҙ әйләнгеләй, башын егеттең беләгенә һала. Уныһын да йоҡо баҫа. Икеһе лә тынып ҡала.

Егет ҡапыл һиҫкәнеп китә, башын күтәрә. Тороп ултырып беләген ҡапшап ҡарай, ыңғырашып ҡуя. Ҡулынан нимәлер тама.

- Әй, уян! Ни эшләйһең, Лилиә?

Ҡыҙ уяна ла башын ҡалҡыта:

- Уф, һин мине уяттыңмы? Ниндәй рәхәт! Йылынып, йоҡлап киткәнмен. Ҡара әле, миңә шундай рәхәт! Башым менән эс ауыртыуым бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Һин мине йылыттың, үҙ йылың менән ҡотҡарҙың! Бына бит ул нимә – кеше йылыһы! Мөғжизә, ысын мөғжизә!

 Булыр һиңә мөғжизә... Ә был нимә?!

 Ой, ой! Нимә булды һиңә?

 Һиңә нимә булды? Хәҙер күрһәтәм үҙеңә мөғжизәне... Хәҙер, торам да...


Һыҙылып килгән таң яҡтыһында Илшаттың беләгендәге бәләкәй генә йәрәхәттәре – дүрт ваҡ ҡына нөктә, шуларҙан һарҡып сыҡҡан ҡан ниндәйҙер ҡыҙғылт-көрән төҫтә күренә. Ҡыҙ, эйелеп, яраны ҡарай.

- Уф, һәләк булдым! Минең эш был! Уф, ҡәҙерлем, икебеҙ ҙә һәләк булдыҡ!

Ҡул һырты менән еүеш ауыҙын һыпырып ала...

- Ҡан бит был, һинең ҡаның! Ғәфү ит... Юҡ-юҡ! Ниндәй ҡәһәр! Нисек быны ғәфү итәһең – һәләк иттем бит үҙеңде!

Егет тороп баҫырға тырыша. Ниңә әле уның башы әйләнә? Ниндәйҙер хәлһеҙлек, ҡолап бара. Ике-өс аҙым яһай ҙа, артҡа китеп, бесән өҫтөнә барып төшә. Бәләкәй быҙауҙарҙың береһе килеп, уның битен еҫкәй, эре тир бөрсөктәре бәреп сыҡҡан маңлайын ялап ала. Егеттең төҫө ҡасҡан, йөҙө ап-аҡ. Ул ҡалтырана, тартыша башлай.

- Өшөйөм... Нимә... Нимә булды ҡапыл ғына?

- Һәләк иттем һине! Һәләк булдым, һәләк булдыҡ икебеҙ ҙә...

- Нимә булды беҙгә? Китмә, туҡта... Һин ҡайҙа китәһең?..

Егет торорға ынтыла, әммә ул хәҙер башын да тота алмай. Ләкин ул урман ситенә йүгергән ҡыҙҙы күрә әле. Бына ул абынып йығыла, ергә ҡапланып ята. Ҡысҡырып илаған тауышы ғына ишетелә. Тора. Йәнә йүгерә... Күҙҙән юғала, яңынан күренеп ҡала, юғала... Бына, ниндәйҙер һары, йылғыр тап йәшен тиҙлеге менән ситтәге ҡарт ҡарағайға һикерә, өҫкә үрмәләй, икенсе ағасҡа һикерә һәм бөтөнләй күҙҙән юғала.

Ботаҡтар шыртлаған тауыш ҡына ишетелеп ҡала ла оҙаҡламай уныһы ла тына...



Читайте нас: