Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
3 Декабрь 2018, 17:23

"ҠАЙТЫУ" хикәйәһе (№12, 2010)

Һеҙҙең һағынғанығыҙ бармы? Бала саҡта. Минең бар. Үлеп, өҙөлөп, һарыға һабышып… Шул һағышты, инде ҡырҡ йыллап ваҡыт үтһә лә, һаман да бала сағымдағы иң ауыр, михнәтле бер кисереш итеп иҫләйем. Ул һағыш, ялан аяҡ моңһоҙ сағымдың берҙән-бер ҡара табы. Ғүмерем буйына, Аллаға шөкөр, бер ваҡытта ла шул саҡтағы кеүек ҡайғырманым, бер кемде һәм бер ерҙе лә шул ваҡыттағы һымаҡ һағынманым, телһеҙ ҡалып, ашауҙан яҙып һарғайманым. Ул мәлдәрҙә ниҙәр кисереп, күңелемдә ниндәй тойғолар, башымда ниндәй уйҙар ҡайнағанын үҙем генә беләм. Ул кисерештәрҙе бөгөн элекке тәрәнлеге менән кисерә алмайым, әлбиттә, әммә нисек ҡыйын булғанлығын яҡшы хәтерләйем: хас та бер ҡаты ауырыу кеүек. Күңелдән алып ташлап та, ҡайҙалыр ҡасып ҡотолоп та булмай торған йән ауырыуы…

Һеҙҙең һағынғанығыҙ бармы? Бала саҡта. Минең бар. Үлеп, өҙөлөп, һарыға һабышып… Шул һағышты, инде ҡырҡ йыллап ваҡыт үтһә лә, һаман да бала сағымдағы иң ауыр, михнәтле бер кисереш итеп иҫләйем. Ул һағыш, ялан аяҡ моңһоҙ сағымдың берҙән-бер ҡара табы. Ғүмерем буйына, Аллаға шөкөр, бер ваҡытта ла шул саҡтағы кеүек ҡайғырманым, бер кемде һәм бер ерҙе лә шул ваҡыттағы һымаҡ һағынманым, телһеҙ ҡалып, ашауҙан яҙып һарғайманым. Ул мәлдәрҙә ниҙәр кисереп, күңелемдә ниндәй тойғолар, башымда ниндәй уйҙар ҡайнағанын үҙем генә беләм. Ул кисерештәрҙе бөгөн элекке тәрәнлеге менән кисерә алмайым, әлбиттә, әммә нисек ҡыйын булғанлығын яҡшы хәтерләйем: хас та бер ҡаты ауырыу кеүек. Күңелдән алып ташлап та, ҡайҙалыр ҡасып ҡотолоп та булмай торған йән ауырыуы… Алты йәшлек кенә баланың йөрәген мәңгегә яралап, хәтирәләренә утлы ҡуҙ менән юйылмаҫ билге һалып ебәргән һағыныу ине ул. Тыуған яҡты, тыуған ауылды, тыуған йортто, атай-әсәйҙе, туғандарыңды һағыныу… Ә уның тарихы былай булды.

…Мәғрур Ирәндек тауҙарының итәге – йәйелеп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ яландарҙың иң күркәм, иң яҡты, иң матур бер мөйөшөндә Муллаҡай ауылы урынлашҡан. Ул саҡта ожмах минең өсөн ике кәкре урамдан һәм бер бәләкәй тыҡрыҡтан тора ине. Донъям шул хәтлем камил, тулы, түңәрәк. Атай менән әсәй таңдан тороп эшкә китһә лә, беҙ, мин һәм ике бәләкәс һеңлем, иркә-наҙҙан мәхрүм түгелбеҙ. Өләсәйебеҙ, ҡояш ҡалҡа башлау менән, алмаш-тилмәш арҡабыҙҙан тапап һөйә, аяҡ-ҡулды һамаҡлап ыуалап-һуҙғылап уята башлай. Беребеҙҙән-беребеҙҙең башы ялбырыраҡ, беребеҙҙән-беребеҙ бәләкәйерәк өс ҡыҙ бала иренешеп кенә тороп тышҡа сығабыҙ һәм ысыҡ йыуып төшөргән ҡаҙ үләне буйлап сирҡана-сирҡана ялан аяҡ аласыҡ мөйөшөнә барып, иҫнәй-иҫнәй, еҙ ҡомғандан бер-беребеҙгә һыу ҡойошоп, бит-ҡулды йыуабыҙ. Унан, бер-бер артлы теҙелешеп барып, аласыҡ һикәлтәһенә ултырабыҙ. Эстән тәмле булып май икмәк еҫе сыҡһа ла, инергә ҡыймайбыҙ. Сөнки, өләсәйебеҙ ялбыр баш менән аш өйөнә яҡын юллатмай. Сабыр ғына өләсәйҙең бушағанын көтәбеҙ. Бына ул, тимер сеүәтәгә һыу, сатнаған сынаяҡ аҫтына ирегән һары май һалып сығара ла, ҡулына эре тешле ағас тараҡ тотоп, үҙе һикәлтәнең өҫкө баҫҡысына менеп ҡунаҡлай. Япма итәкле күлдәген өҫкә тарта биреп, өләсәй, башта өс йәшлек бәләкәс һеңлебеҙҙе, тубығы араһына ҡыҫтыра ла, тараҡты әленән-әле һыуға тығып алып, сәсен аралап шымарта башлай. Был беҙҙең өсөн ауыр ыҙа. Әммә бынан ҡасып булмай. Ялбыр килеш аш өйөнә лә индермәйҙәр, уйнарға ла сығармайҙар.

Һеңлемде сыйылдата-сыйылдата сәсен шымартып тарағас, өләсәй бармаҡтарын һары майға манып алып ике усын ыуалай ҙа, сәсте урталай яра һәм ике ҡолаҡ төбөнән услап тотоп шытырлатып үрә башлай. Турғайҙай ғына ҡыҙҙың яурындарына балаларға хас булмағанса ҡалын толомдар юл ала ла, бил тәңгәлендә ҡыҙыл сепрәктәр менән ҡушылып, нәҙек булып төйнәлеп барып туҡтай. Өләсәй бармаҡтарын майға тағы бер ҡат тейҙереп, һеңлебеҙҙе үҙенә ҡаратып ҡуйып, «Бисмилла» әйтеп ике баш бармағы менән өсәр ҡабат ҡаштарын һыпыра, усындағыһы менән «сепейләй» биреп торған тумпаҡ сикәләрен, беләктәрен, ус һыртын һылай. Был эштәр бөткәс, бәләкәсте һулыған йомшаҡ түшенә ҡыҫып, һыңҡылдатҡансы һөйә лә, арҡаһынан этәреп эскә ыңғайлатып ебәрә. «Ялбыр баш»тан тиҙ арала «тәтәй ҡыҙға» әйләнгән ҡыҙсыҡ, кәзә бәрәсе шикелле тыптырлап йүгереп китә. Шул уҡ тәртип менән өләсәй ҡулынан тағы ла бер һеңлем, унан мин үтәм. Минең сәсемде үргәндә өләсәй, ғәҙәтенсә, һуҡранып алырға ла онотмай:

– Ошо сәсеңде ысҡындырмай ятһаң ней буған, кейәнке, һыу төшкәндә лә һыуҙама, мына бит, йылға ҡыйын һөҙөп апҡайтҡанһың әпәт. Ҡара, ялбыр баш, беттәп китһәң, сәсеңде һарыҡ ҡырҡҡыһы менән тунап утыртам.

«Ялбыр баш»тың бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға көн дә ҡабатланған был һүҙҙәр. Өләсәһенән ҡыҫып һөйөлгәс, һеңлеләре артынан эскә йомола.

Май икмәккә йылы ҡаймаҡты ағыҙа-ағыҙа һылап, ялай-ялай ашағас, сынаяҡ аҫтарына ҡойолған сәйҙәребеҙҙе шөпөрләтәбеҙ ҙә, бәләкәсебеҙҙе ике яҡтан етәкләп, урамға сығабыҙ. Башта Нәзиләләргә ҡысҡырабыҙ, улар һеңлеһе менән сығып ҡушылғас, Әлмираға, Гөләндәмгә, Сәлимә менән ҡустыһына һөрәнләй-һөрәнләй Һаҡмар буйына ыңғайлайбыҙ. Ауыл буйлап үтеп, йылға ярының ваҡ ҡырсынташ түшәлгән һөҙәк урынына килеп еткәнсе, беҙ – ыбыр-сыбыр, ике тиҫтәләгән баш булып китәбеҙ. Ҡайнар ҡояш аҫтында тәҡәтһеҙ ҡыҙып өлгөргән ҡомда һәр кем үҙенә оҙонса итеп ятыр «урын» әҙерләй ҙә, сирҡаныс алырға төшәбеҙ. Унан һуң китә һыу инеү, кем уҙарҙан сумыу-йөҙөү. Йөҙә үк белмәһәк тә, ҡулдар менән ярға йә үтә күренеп ятҡан ҡырсынташлы һыу төбөнә таянып, буйтым йөҙөп йөрөүсене һүрәтләйбеҙ инде. Ошонда уҡ ҡасышмаҡ, баҫтырыш, кем матурыраҡ таш таба, өй төҙөү кеүек әллә нисә төрлө уйындар уйнала. Кемебеҙҙеңдер ҡустыһы йә һеңлеһе илаһа, күмәкләп әүрәтәбеҙ, кемдең нимәһе бар, шуны бүлешеп ашайбыҙ, бик булмаһа йүгерешеп ҡайтып сәй эсеп киләбеҙ ҙә, өйрәк көтөүе кеүек тағы ла һыуға төшөп, һай урындарҙың боламығын болғатабыҙ, сығып ҡыҙынабыҙ ҙа, тағы төшәбеҙ. Шулайтып йөрөп көндөң кискә ауышҡанын да һиҙмәй ҡалабыҙ. Эңергә инде ирендәребеҙ күм-күк булып күгәреп, өшөүҙән дерелдәшеп, күлдәктәребеҙ ала-сола бысранып, бит-ҡулдарыбыҙ ялтырап янып, һыу һурған тәндәребеҙ арып-талып өйҙәргә юлланабыҙ. Атай-әсәйҙәр ҡайтһа ҡайтып өлгөрә, ҡайтмаһа – юҡ, беҙ унан-бынан ҡапҡылап, өләсәй һуҡрана-һуҡрана мал ҡаршылаған арала, ҡайһыбыҙ ҡайһы ерҙә тәгәрәшеп, әүен баҙарына китеп бөтәбеҙ. Ярты төн ауышҡас, әсәй беҙҙе урындарыбыҙға урынлаштырған ваҡытта, һеңлеләрем йоҡо аралаш сыйылдашып ҡаты үрелгән сәстәрен систерә. Мин дә күпмелер ваҡыт йоҡлап уянғас, толомдарымды һүтеп ятам, шул ваҡыт сәс төптәремдең, күҙ ҡойроҡтарымдың ауырттырып тартылып тороуҙары ебәреп, рәхәтләнеп ҡалам.

Көндәребеҙ шулай бер төрлө үткән кеүек булһа ла, беҙгә күңелһеҙ булмай. Хатта ҡай саҡ, ҡайтып ашарға ла ваҡытыбыҙ етмәй. Шулай ҙа, көндәлек тормошҡа икенсе, ят төҫ биреп, беҙгә ҡайһы ваҡыт ҡунаҡтар ҙа килеп төшкөләй. Бер көн дә шулай булды. Магнит ҡалаһынан атайымдың ағаһы Айбулат апам менән Надя инәйем килде. Уларға ҡыҙҙары Оксана менән улдары Кәрим дә эйәргән. Ике кәрзин эре алмалар, имгес әтәстәр алып килгәндәр. Эс ауыртҡансы алма кимерҙек, һурып-һурып әтәстәрҙе имдек тә, күмәкләшеп тағы ла һыу инергә киттек.

Ҡунаҡ килгәс киске сәйҙе ихатала, сиҙәм өҫтөнә киң ашъяулыҡ йәйеп ебәреп эсерҙе өләсәй. Ныҡ йоҡобоҙ килһә лә, ололарҙың күңелле гөрләшеүенә ҡушылып беҙ ҙә геүләнек, мине бигерәк тә Надя инәйемдең «Гөлирәне ҡалаға ҡунаҡҡа алып ҡайтабыҙ, ҡала күреп ҡайтһын» тигән һүҙҙәре ҡуҙғытты. Ашҡынып атайым йә әсәйемдең ризалығын көттөм. «Ярай» тиһәләр генә ярар ине… Ебәрһәләр ине…» Сабырһыҙланыуымды һиҙгәндәй атайым мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып: «Барам тиһә – барһын әйҙә, илағансы йөрөп ҡайтһын», – тине. Әсәйем дә минең яҡҡа яратып ҡарап: «Һағынһа алып киләһегеҙ инде, бесән мәлендә үҙебеҙ йөрөй алмабыҙ», – тип өҫтәне. Шулай итеп, минең ҡалаға китеүем хәл ителде. Алтын япмалы, көмөш көймәле сихри ҡала хаҡында хыялланып, бишбармаҡ һыуынғанды көтөп салҡан ята торғас, шунда йоҡлап та киткәнмен…

Атайым төшкә ҡарайыраҡ ҡайтып, ат менән беҙҙе дүрт-биш саҡрымдай алыҫлыҡта ятҡан Баймаҡ юлына алып сыҡты. Юлда бер аҙ саң йотоп торғас, «проходящий» автобусҡа ултырып Баймаҡҡа килеп төштөк. Был ауылымдан тәүге тапҡыр ситкә сығыуым ине, шунлыҡтан Баймаҡ кеүек ҡаланы ла тәүгә күреүем.

Баймаҡ вокзалында бер килке ҡыҙыҡ итеп кейенешкән халыҡты күҙәтеп, автобус килеүен көттөк (Магнитҡа, ул саҡта, Баймаҡ, Сибай ҡалалары аша йөрөлә ине). Сибайҙан иһә кискә ҡарай ғына Магнит поезына ултырҙыҡ. Мин бөтөн был яңылыҡтан шаңҡып, аңра бәрәс шикелле эйәреп кенә йөрөй алам, әле был, әле теге ерҙә тороп ҡалғанымда Оксана апай килеп етәкләп алып китә. «Ну, Гуля, ты даешь», – тип көлә үҙе. Поезда ла вагон ҡайһы яҡҡа ҡыйшайһа шул яҡҡа ауып-ҡолап аптырандым. Тегеләргә һаман да көлкө, ә мин йәнемде ус эсендә генә йомоп барам.

Мең төҫлө уттар менән балҡыған Магнит ҡалаһына ҡараңғы төшә башлауға килеп еттек. Оксананың ҡулына йәбешкән килеш алан-йолан тирә-яҡты ҡарайым, туҡтауһыҙ үтеп торған машиналар араһынан юлдан үтмәй ҡарышам, бейек ҡатлы йорттарҙың осон күрәйем тип, ҡолай яҙғансы башымды артҡа саңҡайтам, тротуар асфальтына ҡуша ҡойолған ялтыр таштарҙы соҡоп ҡарағым килә. Фатирға килеп еткәс, йорттоң өҫкә күтәрелгән баҫҡыстары ла, кескәй ҡыҫынҡы бүлмәләр ҙә, ванна, балкондар ҙа миңә шундай ҡыҙыҡ тойолдо. Әле был, әле икенсе ерҙе ҡат-ҡат йөрөп ҡараным, крандарын бер асып, бер ябып торҙом. Ә инде Надя инәй ваннаға һыу тултырып биргәс, бигерәк ирмәк булды, башымды һыу аҫтына тығып боғорлата-боғорлата «һыу төштөм», унан душта ҡойондорҙолар. Һуң ғына юл ғауғаларынан тынысланып, ауылдан алып килгән күстәнәстәр менән сәй эстек тә (әйткәндәй, бында сәйҙе усаҡта түгел, ә плитә өҫтөндә ҡайнаталар, уттарының төтөнө сыҡмай), йоҡларға яттыҡ. Мине Оксана апай эргәһенә һалдылар. Шулай, ҡалалағы тәүге көнөм иҫ киткес мауыҡтырғыс үтте.

Алты йыллыҡ оҙайлы ғүмерем эсендә тәүге тапҡыр мине бер кем дә уятманы. Был минең өсөн ғәжәп бер яңылыҡ ине. Башта ни булғанын аңламай яттым, унан баштан «Өләс ҡайҙа?» тигән уй үтте лә һикереп тороп тирә-яҡты байҡап алғас, «Магнит…» – тип тынысландым. Оксана карауатында мышнап йоҡлай, төрткөләп ҡарағайным – уянырға иҫәбе юҡ. Тороп икенсе бүлмәгә сыҡтым, унда Кәрим хырлай икән, Айбулат апа менән Надя инәй юҡтар – эшкә киткәндәрҙер. Йыуынырға ваннаға индем дә, бер килке һыу ағыҙып уйнаным. Унан аш бүлмәһендә ураландым, өҫтәлдә нимә күренә шуны алып ҡаптым, кире теге бүлмәгә киттем. «Уян… Уян!» – тип Оксананы тартҡыланым, теге күҙҙәрен асып аптырап ҡараны ла: «Че так рано встала? Ложись спать, айда сюда»,– тип шыбырланы. Мин, әлбиттә, уның әйткәндәрен аңламайым – русса белмәйем бит. Шулай ҙа: «Тор! – тинем ныҡышып, – сәй эсәйек». Оксана ҡаштарын емереп: «Иди! Иди – ят», – тине лә, әйләнеп йомарланып ятты һәм күп тә үтмәй тәмле итеп мышнай ҙа башланы. Ҡабаттан Кәрим ағайҙың бүлмәһенә юлландым. «Тор!» – тип уны тартҡыланым, юрғанын әле бер, әле икенсе яҡтан астым. Ул да уянып миңә аптырап ҡараны, мин һаман да ныҡышҡас: «Брысь, малявка, блин… что за ребенок…» – тип мығырлап, юрғанын башынан аша япты ла, ситтәрен ҡымтып уҡ ҡуйҙы.

Ике бүлмәнән дә ҡыуылғас, балконға сыҡтым һәм шунда ятҡан тасты түңкәреп баҫып, үткән-һүткән кешеләрҙе күҙәтә башланым. Төрлө кәүҙәле, төрлө йәштәге һәм кейемдәге кешеләрҙе өҫтән күҙәтеп тороу ҡыҙыҡ ине. Быларҙың кейемдәре лә, ҡыланыштары ла ауылдағы кеүек түгел. Шулай арығансы балкон рәшәткәһе аша башымды һәлендереп торғас, киренән өйгә индем, ҡабаттан һыу менән уйнаным, өҫтәлдән икмәк алып ашаным…

Оксана ҡояш төшлөккә күтәрелгәс, ә Кәрим ағай бөтөнләй көн ҡыҙҙырыуға күскәс кенә, йоҡоларын туйҙырып, бүлмәләренән сыҡты. Оксана башта яйлап йөрөп йыуынды, ҙур ҡыҙҙарға хас булғанса оҙаҡ ҡына көҙгө алдында ҡыялды, бесәй балаһы шикелле булып үҙенә тексәйеп ултырған минең арҡамдан һөйөп үҙенсә нимәләрҙер һөйләп алды. Унан, «Әйҙә», тип иҙәп кухняға алып китте, сәй шыжлатты, мин иртәнсәктән бирле ҡалайтып асырға белмәй эргәһендә ураланған һыуытҡыстан (ауылда берәүҙә лә ундай юҡ) колбаса, варенье, ҡаймаҡ һәм башҡа аҙыҡтар сығарып теҙҙе. Бик асыҡҡайным. Был ваҡытта ауылда өләсәй беҙгә төшкө ашты ашата ла бит. Ихлас итеп ашап алдым.

Оксана апай өй йыйыштырыу менән мәшғүл. Ә мин сабыр булырға тырышып, уның мәшәҡәттәрен тамамлауын, тышҡа сығырға йыйыныуын көтәм. Ә ул һаман һуҙыла, әле көҙгө алдында туҡтап, әле «йырлағыс»ына пластинка һайлап һалыуға бүленеп, яйлап тик йөрөй. Етмәһә Кәрим уны тыңламай, икәүләшеп ҡысҡырышып ирешеп алалар. Мин ишек төбөндәге ултырғыста, уларға ялбарыулы ҡарашымды алмаш-тилмәш күсереп, ултыра бирәм.

Тышҡа сығыр алдынан да Оксана апай мине әйләндереп өҫ-башымды ҡараны ла, килештермәне, ахыры, өләсәйем алмаш кейемдәремде төйнәп ебәргән яулыҡты тағатып әле бер, әле икенсе күлдәгемде тотҡолап, кәүҙәмә текәп ҡараны һәм танауын сирып кире төйөнсөккә тыҡты. «Өләс тегеп биргән күлдәктәремде оҡшатманы, ә бит иң матурҙарын, сәскәлеләрен генә алғайным…» Мине тағы ла бер ҡат әйләндереп-тулғандырып ҡарағандан һуң, Оксана апай шифоньерҙан бер күлдәк килтереп сығарҙы. «Вот это подойдет, это мое платье, я ее одевала когда была маленькая», – тип, иркә хәбәрҙәр һөйләй-һөйләй, өҫтөмдө алыштырҙы. Күлдәкте кейгәс, аптырап киттем: «А-а, был күлдәк бәләкәс һеңлемдеке кеүек кенә лә һаң! Бәләкәс бит! Апайым күрмәйме икән ни?!» Берсә тубыҡтан күпкә өҫтә торған итәгемә, берсә апайыма ҡарайым, уның шатлыҡлы йөҙөн күргәс, итәгемде тартҡылап иларға етешәм. Оксана «хорошо» ла «хорошо» тип устарымды итәктәрҙән ысҡындырырға тырышыуға, быуам йырылып та китә. Мин бер аҙ буҙлап алғандан һуң, апай ҙа күнә, «ну ладно, давай свои», тип сәскәле күлдәктәремдең береһен үтекләп кейҙерә лә, сәсемде ат ҡойроғо итеп соңҡама бантиклап бәйләп ҡуя. Сәсемә лә ризаһыҙмын, былай итеп йөрөгәнем юҡ, шулай ҙа өндәшмәйем, тағы бер ҡат илап тороп булмай бит инде, ә уларса һөйләшә алмайым.

Урамға сыҡҡас, апай мине бер нисә бала уйнап йөрөгән ергә алып килде. Тегеләр бәләкәй генә майҙансыҡ эсендә ҡом соҡоп ултыра, берәүҙәре әүһәләктә эйә. Минең кеүегерәк ҡыҙҙары аяҡтарын торнаныҡы ише итеп баяғы кеүек ҡыҫҡа ғына күлдәк кейгәндәр. Бәләкәсәйгәндәрен һаман кейгәс, быларҙың өләсәләре кейем тегеп бирмәйҙер, күрәһең…

«Йылғалары ҡайһы яҡта икән?..» Мине иң борсоғаны шул. Оксана иһә эргәләге бер эскәмйәгә ултырҙы ла, сумкаһынан китабын сығарып шуға төбәлде. Һаман уның янында уралам, иғтибарын үҙемә йүнәлтергә итәм. Теге башын күтәрә: «Чего не играешь? Иди, вон, с девочками играй. Иди, иди…» Мин: «Әйҙә йылғаға», – ти, ул: «Чего тебе еще? Пить хочешь что ли? В туалет?» – тим, «Йылғаға-а», – тип һуҙам, ҡулынан тартҡылайым. Беҙ аңлаша алманыҡ. Оксана инде асыулана башлағас, мин дә ситкә китеп, бер аҙ балаларҙы күҙәттем. «Эҫе көндә кеше ағас бәшмәк аҫтында уйнаймы икән? Нишләп йылғаға бармайҙарҙыр… Ауылда… ауылда һеңлемдәрҙе кем йылғаға әпкитте икән? Гөләндәмме, әллә Нәзиләме?» Миңә ҡыйын булып китә. Ирекһеҙҙән күҙҙәремә йәш тула. Ипләп кенә бер ағас төбөнә барып сүгәләйем дә, урыҫ ҡыҙҙарының ҡыялғанын ҡарап ултырам.

Надя инәй менән Айбулат апа эштән һуң ҡайтты, ингәс тә мине арҡамдан тупылдатып яраттылар ҙа, өй мәшәҡәттәренә сумдылар. Мин, яйын табып Айбулат апам эргәһенә килеп, шыбырлап ҡына: «Ә ҡайҙа һеҙҙә Һаҡмар?» – тип һораным. Апам башта аптырап ҡалды, унан шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Уның көлөүенә башҡалар йыйылды. Ул тегеләргә лә минең һүҙҙәремде еткерҙе. Бергәләп көлөштөләр. «Уның нимәһе көлкө инде?!» Көлөшөп туйғас, апам шаҡ ҡатырғыс һүҙҙәр әйтте: «Ҡыҙым, бында Һаҡмар юҡ ул, беҙҙә Һаҡмар аҡмай. Икенсе йылға бар, тик ул алыҫ һәм бысраҡ, өй алдында ғына уйнап тор, йәме». Башымда йөҙ төрлө һорауҙар ҡайнаны: «Нисек инде Һаҡмар юҡ?! Нишләп юҡ?! Ә ҡайҙа булған?! Атыу ҡалала балалар ҡайҙа уйнай? Йәй көнө ҡайҙа һыу инә, ҡышын ҡайҙа шыуа? Йылғалары булмағас, улар нисек үлмәйҙәр икән… уйнамайса?» Бөтөнләй кәйефем төшөп йоҡларға яттым.

Икенсе көндө теге икәүҙе уятып маташманым – файҙаһыҙ икәнлеген аңлағайным (йоҡолары туймайынса уларҙы бер кем дә, бер нәмә лә торғоҙа алмаясаҡ). Тағы ла кран, балкон, кухня араларында йөрөп нисек тә ваҡыт үткәрергә тырыштым. Әлеге түңкәрелгән тас өҫтөнә баҫып ҡала торбаларынан, бейек йорттарынан да өҫкәрәк – алыҫ офоҡҡа ҡарап зарыҡтым, тауышһыҙ ғына илап та алдым.

Үҙ ваҡытында уянып, мәшәҡәттәрен тамамлағас, Оксана апай бөгөн мине икмәк-һөт алырға эйәртеп алып китте. Шау-шыулы, этеш-төртөшлө аҙыҡ-түлек магазинында, йәшелсә баҙарында ҡыҙыҡ булды, әммә һаҫыҡ еҫтәр, тауыш, асфальтынан эҫе бөркөлөп ятҡан ҡала урамдары мине тамам хәлһеҙ итте. Аяҡ быуындарым йомшарҙы, шыбыр тиргә баттым, күңелем болғанды. Аҙаҡҡа табан бер нигә иғтибар итерлек хәлем ҡалмайынса, апайҙың итәгенән тарттым. Ул, хәлемде самалап, эскәмйәгә ултыртҡайны, аҡтарып ҡоҫоп та ебәрҙем. Оксана ҡурҡыуға төштө, ҡулъяулыҡ менән ауыҙ-морономдо һөрткөләне, квас алып эсерергә итте – эсә алманым. Өйгә саҡ өҫтөрәп алып ҡайтып һалды. Көндөң ҡалғанын мин ятып үткәрҙем.

Өсөнсө көнөмдөң яртыһын Оксаналарҙың торғанын, ҡалған яртыһын кис еткәнен көтөп уҙғарҙым. Хәҙер мине, ауырып ҡуйыуымдан ҡурҡып, тышҡа ла сығармайҙар ине. Урамды бары балкондан ғына күҙәтә алам. Шулай итеп, шөкәтһеҙ ҙур ҡаланың бәләкәс бер тотҡонона әйләндем.

Эсемдең ҡайһылыр бер ерендә, төптә, тәрәндә ниндәйҙер һулҡылдап торған ауыртыу барлыҡҡа килде. «Ҡайһы ереңдә?» тиһәләр, төбәп кенә бер еремде лә күрһәтә алмаҫ инем. Әммә ул ауыртыу бер минутҡа ла тынмай, онотолмай. Йоҡлағанда бөтөр әле тигән өмөт менән ятам да, шул уҡ ауырыу менән килеп уянам. Быныһына өҫтәп илаҡҡа әйләнеп алдым. Ауыл, атайым-әсәйем, өләсәй, һеңлеләрем йәки ауылға бәйле нимәне генә иҫләһәм дә күҙҙәремдән субырлап йәштәрем ҡойола ла китә. Мин хәҙер күп уйлайым, сөнки аҙ һөйләшәм. Дөрөҫөн әйткәндә, көндәр буйына һөйләшмәй йөрөгәнем дә була. Быны берәү ҙә аңғармай. Оксана менән Кәрим башҡортса аңламай, мин русса һөйләшә белмәйем. Улар өндәшкәнде төшөнһәм төшөнәм, төшөнмәһәм юҡ, башымды йә һелкәм, йә сайҡайым ғына. Көндәр буйына балконда йә апайҙың бүлмәһендәге карауатта ауылда ҡалған бәхетле тормош, әхирәт ҡыҙҙарым, уйындарыбыҙ хаҡында уйланып ултырам. Хатта ваҡытында теңкәмә тейеп йөрөгән һеңлеләрем, бер туҡтауһыҙ үсекләшкән арғы урам ҡыҙҙары, йыш ҡына һуғышырға тура килгән ҡылый Самат менән ҡара морон Әптерәй, урамынан сар-сор килеп үткәндә сығып әрләп ҡалырға яратҡан Сәмсиә әбей, үҙебеҙҙең этебеҙ, һыйырҙарыбыҙ, себештәребеҙҙе лә иҫләйем. Ул саҡта әле бының һағыныу икәнлеген белмәйем, әммә тоям. Балаларға хас сабырһыҙлыҡ, сараһыҙлыҡ, асырғаныу менән өҙгөләнеп тоям ул һағышты. Был тойғо мине хәлһеҙ, көсһөҙ, илаҡ итә.

Бишенсеме-алтынсымы көн, тегеләрҙең уянғанын көтөп балконда торғанда, аҫтан үтеп барыусыларҙың һөйләшеүе ҡолағыма салынды. Ҡолағыма салынды, сөнки улар ҡысҡырып тороп башҡортса һөйләшә ине. Бар хәлемсә муйынымды һуҙып башымды аҫҡа һәлендерҙем. Беҙҙең балкон төбөндә өләсәйемә оҡшаған бер әбей менән йәш бер апай, сумка-төйөнсөктәрен ҡуйып, хәл алып тора. Әбей ҡыҙға әйтә:

– Ана шул ситтәге кассыға бар ҙа Мулдаҡайға төшкөгә тип һора билитты, эргәләге басуҙа лафкыһына инеп сығып өлгөрһәк булды.

Ҡыҙ:

– Ярар, ҡәйнәм, тик һиңә мынауылары ауырыраҡ булыр инде, – ти.

Әбей: «Йә, ярар, яйлап барып етерем әле, һин бар шәберәк атлап бара һал, билит ҡалмай ҡуйыр», – ти ҙә, йәше ике төйөнсөктө тотоп, йүгерә-атлап китеп тә бара. «Муллаҡай» һүҙен ишетеп йөрәкһегән мин, үҙем дә аңғармаҫтан ҡысҡырып ебәрәм:

– Өләсәй, һин Муллаҡайға ҡайтаңмы?!

Әбей тертләп китә лә, ҡайҡайып өҫкә ҡарай, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып мине күрергә итә:

– Аһ-аһ, ни нәмә тей шу?..

Баяғынан да әсерәк итеп һөрәнләйем:

– Һин Муллаҡайға ҡайтаңмы?!

Әбей мине күҙ ҡарашы менән таба алмай, шулай ҙа яуаплай:

– Ҡайтам тигәйнем шу, билит буһа…

Йөрәгем атылып сыға яҙа, осоп китерҙәй булып талпынам:

– Өләсәй, мин дә Муллаҡайға ҡайтам, мине лә алып ҡайт!

– Аһ-аһ, ҡайтҡың кигәс – ҡайт һуң… билит буһа ней…

Мин инде әбейҙең яуабын тыңлап тормайым. Мөғжизә менән элекке терегөмөш шикелле теремек, етеҙ ҡыҙға әйләнәм һәм уҡтай осоп бүлмәгә инәм дә, ҡойондай өйөрөлөп йөрөп төйөнсөгөмә әйберҙәремде йыйып тултырам. Унан өйҙәгеләргә әйтеп тороуҙы кәрәк тә тапмайынса (уларҙы уята ла алмаҫ инем инде), ашығып ишекте асып сығам, баҫҡыстан аҫҡа осам һәм әлеге әбейҙе тағы ла тертелдәтеп, алдына килеп тә баҫам. Әбей ҡаш өҫтөнән ҡулын алып та өлгөрмәгән икән, шул килеш миңә текәлә:

– Аһ-аһ, һин тәнәй ҙә һа…

– Мин дә Муллаҡайға ҡайтам!

– Ҡайтырың да у, балам, әсәң ҡайҙа әле?

– Әсәйем Муллаҡайҙа.

– Мында кемгә килдең һуң?

– Инәй менән апаға… улар өйҙә юҡ… Мин ҡайтам!

Әбей аптырауға ҡала:

– У-уй, балам, ҡалай була һуң бы…

Сигенергә уйым юҡ, әбейҙең дә кире уйлап ҡуйыуынан ҡурҡып, итәгенә сат йәбешәм:

– Өләсә-әй! Мин ҡайта-ам!

Әбей бөтөнләй юғалып ҡала:

– Ә-әй, ҡолонсаҡҡайым, ҡалайтайыҡ икән…

Был һүҙҙәрҙән һуңғы түҙемлегем шартлап, буҫығып илап әбейҙең итәгенә ҡапланам:

– Ҡа-а-айтҡым к-к-и-илә… Му-му… М-мул-ла-ла-ҡа-ай-ға ҡай -ҡай-ҡайта-ам…

Эштең бындай боролошо әбейҙе бөтөнләй албырғата, ул ҡатҡыл устары менән бер аҙ арҡамдан тапап торғас:

– Ҡуй, балам, улай ныҡ илама, өҙлөгөрһөң, әйҙә ҡайтайыҡ һуң, – тине лә, – билит буһа ней… – тип өҫтәп ҡуйҙы.

Мин һаман да тыныслана алмай һулҡылдап, бер ҡулыма төйөнсөгөмдө тотоп, икенсе усымдан һаман да әбейҙең итәген ысҡындырмайынса, уның менән йәнәш атланым.

Вокзалдағы теге ҡыҙ бер миңә, бер әбейгә аптырап ҡараны:

– Быныһы кем, ҡәйнәм?

– Мулдаҡайға ҡайтам тей вит, илай килеп, ҡалайтам инде – эйәрттем…

– Аҙашып ҡалған микән?..

– Әллә инде, кем белә… – әбей (бәхеткә ҡаршы) төпсөп һөйләп торманы, – ҡайтам, тип йәбешкән баланы һелкеп ташлап китеп бумай ҙаһа.

– Кемдәрҙең балаһы икән ауылдан?

– Аһ-аһ, аныһын һорамағанмынсы, – әбей миңә боролдо, – ата-әпсәң кемдәр?

«Әсәйем Гөлмәрйәм, атайым Сынтимер», – тип яуаплайым. Әбей ҙә, апай ҙа уйға ҡала. Ахыр әбей:

– Шыпа белмәйем, балам, ауыл һур бит хәҙер, йәштәрҙе белеп буламы… – тип ҡуйҙы ла апайға, – һин дә белмәйһеңдер инде, килен? – тип өндәште. Тегеһе яурындарын ғына йыйырҙы:

– Әллә… Килгәнемә бер ай, кемде беләһең инде…

Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин дә был әбей менән апайҙы белмәй инем. Әммә әлеге мәлдә ул мөһим түгел. Миңә нисек тә быларға эйәреп ҡайтырға кәрәк. Бөтөн мөһим, кәрәкле, ҡыҙыҡлы нәмәләр ауылда ғына, унда – Муллаҡайҙа! «Муллаҡай! Муллаҡай!» тип тибә йөрәгем дә.

Автобусҡа инеп, әбейҙең алдына йомарланып ултырғас та йоҡоға талғанмын, кемдеңдер беләгемдән һаҡ ҡына һелкеткәненә уянып киттем. Теге апай икән:

– Тор, килеп еттек ауылға, – ти.

Һиҫкәнеп тороп, әбейҙең алдынан шыуып төштөм дә, ашығып тышҡа сыға һалдым. Сыҡһам… «Был Муллаҡай түгел!» Тауышымдан автобустың тәҙрә быялалары зыңлап китте. Ойоған аяҡтарында әүшән-төүшән итеп әбей артымдан сыҡты:

– Мулдаҡай булмай атыу нимә?

Ҡотом осоп бышылдауға күсәм:

– Ҡайҙа беҙҙең урам? Ҡайҙа өй?!

– Өйөңдө лә белмәйеңме әтеүгәс һин? Мына бәйнәт, – әбей автобустан төшөүселәргә ҡысҡырып өндәште, – мынау бала кемдеке икән, йәмәғәт, кем таный?

Мине берәү ҙә танымай булып сыҡты. Ҡатын-ҡыҙ яныма йыйылып, ҡараштырып-һораштырып алғас, был ауыл балаһы булмауым асыҡланды. Әбей көйәләнде-көйәләнде лә: «Ҡалайтаң, баланы урамда таштап бумай инде», – тип, етәкләп алып ҡайтып китте. Шаңҡыуымдан һиңмай хәленә инеп, етәктәге бәрәстәй эйәреп киттем.

Әбейҙәрҙең өйө ҙур ғына, улы, килене (теге апай килене икән) менән генә торалар. Бәпестәре юҡ. Был бик сәйер тойолдо. Сөнки беҙҙең ауылда, мин барған өйҙәрҙең бөтәһендә лә бәпес йәки бәләкәй балалар бар. Был сәйер хәл тынғы бирмәне һәм апайҙан сәй эскәндә: «Ништәп бәпес һатып алмайығыҙ, малай йәки ҡыҙыҡай?» – тип һораным. Апай ҡып-ҡыҙыл булды, ағай ҙа ипләп кенә көлөп ситкә боролдо. Улар өсөн әбей яуап бирҙе:

– Алырҙар, балам, алырҙар, ҡыҙын да, малайын да. Еңгәңдең үҙен дә яңы ғына алдыҡ бит әле, ул бака үҙе бәпес.

«Бәпес» «еңгәмә» тура ҡарап бик белдекле итеп кәңәш бирәм:

– Ҡыҙыҡай бәпес һатып ал, малайҙарға аҡса күп кәрәк тей әсәйем, ишшу улар ямаҡ була, һуғыша. Әсәйем өсәү ҡыҙыҡай бәпес һатып алған: мин, Гөлсибәр, Гөлдәриә…

Тауышым нәҙегәйеп барып өҙөлә, тамағыма төйөр, күҙҙәремә йәштәр тығыла. Былар күмәкләп мине йыуатырға керешә, һөйәләр, кәнфит бирәләр, һыйлайҙар.

Кискә, ағай кеше ҡайҙалыр йөрөп ҡайта ла, хәбәр һала:

– Әсәй, Сәриә, Мулдаҡай ауылы бер Архангелдә генә түгел, башҡа райондарҙа ла бар икән. Был бала ҡайһыһынан булыр?

Унан яныма килеп сүгәләй:

– Бәләкәс, һин ниндәй райондан?

Мин «әллә» тигәнде белдереп яурындарымды һикертәм.

– Эргәгеҙҙәге икенсе ауылдарҙың исемен беләһеңме?

Тағы ла яурынымды һикертәм.

– Яҡындағы берәй ҡала исемен ишеткәнең булманымы?

Тағы ла шул уҡ «яуап» ағайҙың тикшеренеүҙәрен мөйөшкә алып барып төкөтә. Хәбәр алыу туҡтатыла. Барыһы ла аптыраҡта.

Икенсе көн ағай булған кеше ҡайҙалыр ҡырға ҡуна ятыуға эшкә китте һәм мине һорауҙар менән борсоусы булманы. Һағыныуҙан тамам һарғайҙым, шиңдем, һөйләшеүҙән, ашауҙан ҡалдым. Әбей менән апай әпәүләп-сүпәүләп берәй кәсә һөт кенә эсерә ала ине. Ул бахырҙар мине етәкләп бәләкәс ҡыҙҙары булған туғандарына, йылға-күл буйҙарына, хатта апай бер көн киноға ла алып барып ҡараны, тик былар миңә йән өрмәне. Шулай дүрт көн йәшәгәндән һуң ағай эштән ҡайтты һәм былар кәңәшләшеп алып, мине кире Магнитҡа алып барырға булдылар. Юлға ағай менән сыҡтыҡ. Теге әбей күстәнәскә төйөнсөгөмә бер табикмәк, бер ус кәнфит, бер баш ҡорот һалып ебәрҙе. Магнитҡа юл алыҫ ҡына икән, килгәндә ҡалай оҙаҡ йоҡлап килгәнмен. Ағай юлда ла ипләп кенә ауылым, ата-әсәм, ғаиләм хаҡында һораштыра. Тик һөйләгәндәрем уға бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәй булһа кәрәк. Иң аҙаҡтан ул, туҡтауһыҙ «Муллаҡай, Муллаҡай» тип ҡабатлауымдан, ауылдарҙың уларҙыҡы Мулдаҡай, минеке Муллаҡай булыуын ғына асыҡлай алды.

Магнит ҡалаһында беҙ арығансы вокзал тирәһендәге урамдарҙы ҡыҙырҙыҡ, әммә, мин Айбулат апаларҙың йортон таный алманым. Бик аптыранған ағайға мине вокзалдың милиция бүлегенә индереп тапшырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ул милицияға аңлатып, һөйләп, хушлашып сығып киткәс, тырпай мыйыҡлы, ҙу-ур зәңгәр күҙле милиция бабай мине ҡаршыһындағы өҫтәлгә күтәреп ултыртты ла: «Ну, малышка, давай знакомиться. Меня зовут дядя Сережа, а тебя?» – тине. Өҫтәл башында, төйөнсөгөмдө тотҡан килеш, ташҡурсаҡ булып тик ултырам. Ни тием инде, нимәлер әйтә йәки һөйләй беләйем был урыҫ кешеһенә. Милиционер: «М-м-да…», – тип елкәһен ҡашып торғас: «На, пока пожуй вот это, я тебе щас башкира найду» тип миңә төҫлө ҡағыҙға уралған кәнфит тотторҙо ла, сығып китте.

Һағыҙ кеүек йәбешкәк кәнфитте тештәремдән бармаҡтарым менән соҡой-соҡой сәйнәп, шул ыңғайҙа аяҡтарымды болғап, ярты стенаны биләп торған ҙур ҡорғанһыҙ тәҙрәләрҙән урамдағы кешеләрҙе күҙәтеп ултыра торғас, кинәт кенә бер таныш һынды аңғарып ҡалдым. Был кеше былтыр беҙҙең өйҙә мейес сығарғайны. Ул икенсе ауылдыҡы, шуға бәләкәс өйҙә йәшәп эшләне. Өләсәй уны: «Эй, ошо баланың ҡулы алтын, һолҡо ипте инде, ҡыҙҙар кеүек, әллә ништәп кәләшһеҙ һаман мына», – тип ураған һайын йә маҡтап, йә яратып ҡына орошоп йөрөгәйне. Ысынлап та, йыуаш, тыйнаҡ ҡына ағай ял иткән арала уларға балсыҡтан айыу, ҡуян һындары әүәләп бирҙе, баҙнатһыҙ ғына ҡағылып һөйөп тә ебәргән була ине.

Мейессе ағайҙы күреп-танып ҡалған ыңғайы, албырғауҙан яңылыш кәнфитемде йотоп ебәрҙем. Унан бөкө ише урынымдан ысҡындым. Милиция бүлмәһенең ишеге улай-былай һелтәнеп кенә тороп ҡалды. Мейессе (мин уның исемен белмәй инем) рюкзак аҫып алған, ҡулында билеты, автобусҡа инеүселәрҙең сиратында ҡойроҡҡа баҫҡан. Мин йүгереп килдем дә уның янына торҙом. Унан теге һаман аңғармағас, ҡулына ҡағылдым һәм:

– Мейес ағай, һин ҡайҙа бараң? – тинем.

Ағай һиҫкәнеп китте, унан бик сәйерһенеп миңә эйелә биреп ҡараны ла танып ҡалды:

– А-а, Сынтимер ағайҙың ҡыҙы түгелме һуң һин?

– Сынтимер ағайҙыҡы.

– Ҡасан килдегеҙ? Кем менәнһең?

– Мин бөрөҙөм, миңә Муллаҡайға ҡайтырға кәрәк, мине апҡайт, – аҙаҡҡы һүҙҙәремде көс-хәл менән әйтеп өлгөрҙөм, танауымдан да, күҙҙәремдән дә субырлап йәш ағып та китте.

Мейессе ағай бер килкегә һүҙһеҙ булып миңә текәлде, ул арала сират автобус ауыҙына етеп килә ине. Ағай минең һүҙҙәремә ышанмай берәй танышын эҙләгәндәй алан-йолан ҡаранды, үҙе һыңар ҡулы менән башымды ыуалап һөйләнде:

– Тәк-тәк, ҡәрендәш, тә-әк-тәк… Хәҙер берәй нәмә уйлап табабыҙ, хәҙер, хәҙер…

Тик ағай бер нәмә лә уйлап табып өлгөрмәне, ҡыҙыл иренле, аҡ сәсле уҫал кондуктор инәй ҡаты ғына итеп: «Гражданин с ребенком, вы едете или нет?»– тигәнгә: «Да-да!»- тип яуапланы ла, мине һыңар ҡулына күтәреп алып автобусҡа ыңғайланы.

Автобусҡа инеп урынлашҡас, мейессе ағай танауымды, ауыҙымды ҙур ҡулъяулығы менән һөртә лә һораша:

– Кем менән килгәйнең ҡалаға?

Мин һыңҡылдай-һыңҡылдай ихлас ҡына яуаплайым:

– Айбу-булат апа менән Надя и-инәй әпкилде.

– Улар ҡайҙа һуң? Нисек вокзалға килдең?

– Мин Му-Муллаҡайға киткәйнем, бер инәй менән… Ул Муллаҡай бу-булмаған… юҡ, Муллаҡай булған ул, тү-түкә икенсе, ямаҡ Муллаҡай буған… Ундағы ағай мине бында ә-әпкигәйне, милисийә киткәйне, мин дә киттем.

Мейессе ағайым минең һөйләгәндәремдән берәй нәмә аңлағандырмы-юҡмы инде, һәр хәлдә хайран ҡалып башын сайҡап ултырҙы.

Ул саҡта мин был мейессе ағайҙың ҡайҙа юлланыуын да, автобустың ҡайҙа барыуын да һораманым, әлбиттә. Хәлемде һөйләп бирҙем дә, ағайҙың түшенә терәлеп, ғәҙәттәгесә, тынысланып йоҡлап та киттем.

Йоҡом туйып уянып китһәм, һаман да юлдабыҙ икән. Минең, ниһайәт, ҡайҙа барыуыбыҙҙы һорарға баш етә:

– Ҡайҙа барабыҙ?

– Тиҙҙән Баймаҡҡа етәбеҙ.

– Нишәп Муллаҡайға ҡайтмайбыҙ?

– Муллаҡайға автобус бармай бит. Башта Баймаҡҡа, унан күҙ күрер.

– Күрмәһен, мин Баймаҡҡа бармайым, ҡайтам… ҡайтҡым килә…

Ағай минең ҡабаттан балауыҙ һыға башлауымдан ҡурҡып, йәһәт кенә төҙәтергә ашыға:

– Баймаҡтан Муллаҡай яғына икенсе автобус була, ҡәрендәш, шуға ултырырбыҙ.

– Эһе.

Баймаҡ вокзалында төшкәс, ағай мине бер скамейка мөйөшөнә ултырта ла ла, йүгереп йөрөп кемдәрҙелер эҙләй, әле бер, әле икенсе кешеләрҙән нимәлер һораша. Шулай йөрөп вокзалдың эсенә инеп китә һәм, күпмелер ваҡыттан һуң, бер һалдатты эйәртеп килеп сыға. Минең янға килә былар. Мейессе ағайымдың ауыҙы ҡолағына еткән:

– Бына, ҡәрендәш, һалдат ағайың Муллаҡайға бара, һин дә уның менән барырһың, йәме, – ти.

– Ә һин нишәп бармайың? – тим мин ныҡышып.

– Һуң мин, ҡәрендәш, икенсе яҡта йәшәйем бит, был ағай апара һине.

Мин ҡояшҡа ҡаршы һыңар күҙемде ҡыҫып, башымды өҫкә шаҡарып һынсыл ҡарашымды һалдатҡа төбәйем.

– Һаумы, – тигән була миңә һалдат, – бына миңә лә юлдаш булды.

Ул арала мейессе ағай һалдатҡа ҡул биреп хушлашып, минең башымдан ыуалап, ҡабаланып китеп тә бара. Беҙ һалдат менән йәнәш ултырып автобус көтәбеҙ. Минең ике күҙем һалдатта. Беренсенән, Муллаҡайға барам тиһә лә, мин уны танымайым, икенсенән, хәрби кейемдәге, үҙенән тәмле еҫ (хушбуй тигәнде белеү ҡайҙа?) бөркөлөп торған ағай миңә бик матур булып күренә. Шуға ла унан күҙемде ала алмайым. Һалдат көлә:

– Танырға итәһеңме? – ти.

Башымды сайҡайым.

– Тишкәнсе ҡараһаң да танымаҫһың шул, мин һеҙҙең ауылдыҡы түгел, – ти.

Ҡотом осоп күҙҙәрем түңәрәкләнә, ҡысҡырып ебәрәм:

– Әтеү нишәп Муллаҡайға барам тип алданың?!

Һалдат тағы көлә:

– Алдаманым, барам. Ҡунаҡҡа.

Ышанмайынса күҙҙәремде ҡыҫа төшәм:

– Кемдәргә ҡунаҡҡа бараң?

Һалдат миңә эйелә төшөп йылмайып шыбырлай:

– Әлфиә тигән бер апайға. Беләһеңме уны?

Бер аҙ ғына уйланып алам да, шулай уҡ шыбырлап яуаплайым:

– Беләм. Атыу һин Нәзиләләргә бараң инде, Әлфиә апай Нәзиләнең апаһы бит.

– Шулайҙыр, – тип килешә һалдат ағай.

Шундай матур ағайҙың Нәзиләләргә барыуы минең эсемде көтөрләтә, уны үҙебеҙгә алып ҡайтҡым килә лә, аптырамай ғына:

– Әйҙә беҙгә бар, – тим.

Һалдат тағы көлә:

– Мине бит ҡыҙым көтә, – ти.

Был яуапҡа аптырап китәм:

– Һин уға атаймы әллә? – тим.

Көтөлмәгән һорауға ауыҙы йырылып ултырған һалдат сәсәп үк китте:

– Ю-уҡ.

– Улайғас, нишәп «ҡыҙым» тейең һуң? Атайҙарҙың ғына ҡыҙы була бит.

– Ну-у, нисек әйтергә… «еҙнәй» тиһәң дә була.

– Еҙнәйҙең ошо-олай мыйығы булырға тейеш, – мин ынтылып һалдаттың танау аҫтына бармағым менән һыҙып ебәрәм. Теге нимә тип яуап бирергә, нисек аңлатырға белмәй яуапһыҙ ҡала. Һаман да тексәйеп ултыра биргәс, ниһайәт, төшөнәм. Нисек белмәй ултырғанмын?! Бындай матур ағай башҡа кем булһын! Тантаналы иғлан итәм:

– Ә мин беләм!

– Нимәне?

– Әлфиә апай менән һин – кейәү-кәләш! Хи-хи-хи!

– Только быны ауылда берәүгә лә әйтмә, йәме.

– Йә, – мин был ағай менән уртаҡ серем булыуға ҡәнәғәт.

Бәләкәс кенә йомро һары автобусҡа ҡыҫылышып инеп, һалдат менән икебеҙ бер мөйөшкә тығылып торҙоҡ. Миңә аҫта иркенерәк, ағайҙың һыңар ботон ҡосаҡлап, бәүелә-бәүелә саң йотоп киләм. Шулай ҙа бик ризамын – ҡайтам бит.

Туҡталышта төшөп ҡалып йәйәү атлап киттек. Һалдаттың ҡулында бер сумаҙан ғына, минең төйөнсөгөмдө лә алды. Бара биргәс ул мине күтәрергә итә: «Арырһың бит», – ти, мин күтәртмәйем, тыптырлап уның йәнәшенән юрғалайым. Нисек арыйым, ти, инде?! Аяҡтарым ергә теймәй, ҡоштай талпынып, сутылдап һайрап киләм. Ағай менән һөйләшәбеҙ, ул нимәнәндер ҡыҙыҡ табып көлә. Әйткәндәй, ул бигерәк көләкәс ағай булып сыҡты, мине һөйләндерә лә көлә, һөйләндерә лә көлә. Ә мин әленән-әле алға йүгерә биреп уға ҡайырылып ҡарайым: матур ағай бит.

Бына – Муллаҡай! «Минең иң һәйбәт, иң һәйбәт Муллаҡайым!»

Ауылдың осона килеп ингәс үк, һалдаттан айырылам да, өйөбөҙгә ҡарай сабам. Шул шәплек менән ҡапҡаны дарһылдата төкөп урамға килеп инәм. Табаҡ тотоп аласыҡтан өйгә китеп барған өләсәйемдең ҡулынан һауыты төшөп китә. Һауыттағы бешкән тауыҡ сиҙәм буйлап тәгәрәй, уны ул арала Аҡбай килеп эләктерә лә солан аҫтына ҡаса. Өләсәй быларҙың береһен дә күрмәй, ике ҡулын күтәргән килеш миңә төбәлгән. Ул арала йүгереп килеп уның итәгенә ҡапланам:

– Өлә-әс!

– Балам! Бәпкәм! Алланың ҡөҙрәте! Алланың ҡөҙрәте…

Мин өләсәйҙең итәгенә һеңеп, ул эйелеп ҡосҡан килеш бер килке торабыҙ. Унан өләсәй мине етәкләй ҙә өйгә алып инә. Унда әсәй түшәктә ята, янында атай, һеңлеләрем, Надя инәй, Айбулат апам моңайышып ултыра икән. Мине күргәс барыһы ла «Аһ!» итте. Бер секунд тынлыҡтан һуң мин әсәйемә, башҡалар миңә ташланды.

…Бер-ике сәғәттән, эңер төшөп килеүгә ҡарамаҫтан, Һаҡмар ятыуының боламығын болғатып, һыу эсендә ята инем инде. Ян-яғымда һеңлеләрем, әхирәттәрем, ауыл балалары сыр-сыу килә, ярҙа өләсәйем ем тоҡтарын ямап ултыра, ал ҡояш ауыл өҫтөн, тетелгән аҡ йөн ише һибелгән болоттарҙы ҡыҙыл төҫкә мансып, офоҡ ситенә тәгәрәй. Донъям камил, донъям түңәрәк…
Читайте нас: