Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
17 Декабрь 2018, 19:31

Жданка

Был ваҡиға булғанда, мин бишенселә уҡый инем, шикелле. Һәр хәлдә, Жданканың ялан кәртәнән ярты кәүҙәһен сығарып яр һалып төшкөлөккә ашарға таптырып, мөңрәп торған сағында мин дә яман асығып мәктәптән ҡайтып инә торғайным. Жданка - беҙҙең һарайҙың батшабикәһе. Королевна. Ул һыйырҙы әсәйемдәр тана ғына сағында Мораҡта бер мәрйәнән һатып алып ҡайтҡайны. Шуға ла ҡушаматы русса. Хәйер, өләсәйем малға русса ҡушамат бирһәң, һөтлө була, ти торғайны. Жданкабыҙ һөтлө булдымы, юҡмы, уныһын иҫләмәйем, әммә әсәйем ул йылдарҙа күнәкләп һары май тоҙлай торғайны. Бәлки, ике һыйыр булғанғалыр.

Был ваҡиға булғанда, мин бишенселә уҡый инем, шикелле. Һәр хәлдә, Жданканың ялан кәртәнән ярты кәүҙәһен сығарып яр һалып төшкөлөккә ашарға таптырып, мөңрәп торған сағында мин дә яман асығып мәктәптән ҡайтып инә торғайным.


Жданка - беҙҙең һарайҙың батшабикәһе. Королевна. Ул һыйырҙы әсәйемдәр тана ғына сағында Мораҡта бер мәрйәнән һатып алып ҡайтҡайны. Шуға ла ҡушаматы русса. Хәйер, өләсәйем малға русса ҡушамат бирһәң, һөтлө була, ти торғайны. Жданкабыҙ һөтлө булдымы, юҡмы, уныһын иҫләмәйем, әммә әсәйем ул йылдарҙа күнәкләп һары май тоҙлай торғайны. Бәлки, ике һыйыр булғанғалыр.


Аҡбаш ҡушаматлы һыйырыбыҙ ҙа бар ине ул йылдарҙа. Ул Аҡбаштың матурлығы! Көлмәгеҙ, ысын, мин башҡаса беҙҙең Аҡбаш кеүек һылыу һыйыр күргәнем булманы. Ул ап-аҡ ойоҡ кейгән кеүек оҙон боттар, ергә тиклем тейеп, осо бөҙрәләнеп торған ҡупшы ҡойроҡ, ап-аҡ йөҙөндәге (ысын, башы тип яҙырға ҡул бармай) емелдәп торған ҡап-ҡара күҙҙәр, бөгөлөп торған оҙон керпектәр... Мөгөҙө тураһында әйтеп тә торорлоҡ түгел, идеал. Хас һүрәттәге һымаҡ өҫкә күтәрелеп, осо ғына бөгөлөп тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, нәзәкәтле “аристократка”. Ә Жданка, киреһенсә, әллә ҡайһылайтып аҫҡа ҡарап кәкрәйеп торған мөгөҙлө, төптән йыуан ҡыҫҡа ботло, тоҡос ҡына ҡойроҡло, ҙур ҡорһаҡлы, үгеҙ һымаҡ ҡалын елкәле, таһырайып торған ҙур күҙле бер һыйыр. Ә холоҡ тигәне хәтәр үҙенең. Бөтөн һарайҙы тота. Һарай ғынамы, ул мине лә үҙенә буйһондора. Ҡапҡанан ҡайтып инеүем була, күҙенең ағын әйләндереп бер ҡарай ҙа, туҡтамай баҡыра башлай. Ни тиклем асыҡһам да, тәүҙә малға һыу бирәм. Ул эш сәпсим генә лә анһат түгел. Ишек алдындағы ҡотоҡтан һыу ташып эсерәбеҙ. Жданкаға өлгөрт кенә! Бер-бер артлы алты күнәкте бушата. Эйе, һыуҙы иң беренсе Жданка эсә. Ул башын күнәккә тыҡҡанда хатта аңра һарыҡтар ҙа яҡын килергә ярамай икәнен белә. Эргәлә һыу тулы тағы бер күнәк ултырһа ла. Тәртип ҡаты шулай. Гөрпөлдәтеп алты күнәк һыуҙы бушатҡас, тояҡтары менән ҡарға бата-бата Жданка боролоп китә. Сабыр ғына көтөп торған Аҡбаш күнәктәргә яҡынлай. Бер быҙаулаған йәш һыйыр әллә ни уҫал түгел, шуға ул һыу эскән күнәккә кәзәләр ҙә башын тыға ала. Иң күбе өс күнәк бушата Аҡбаш. И-и-и, аҡыллы бит ул, хәлемде аңлап тора тип, оҙон муйынынан яратам да тағы ике күнәк һыу алып киләм. Кәзәләр икеһен дә яртыһына тиклем бушатҡас ҡына, ҡалған һыуҙы һарыҡтар шөрпөлдәтеп эсеп бөтөрөп ҡуя.
Мин өйгә инеп, сәй эсеп, кейем алмаштырып сығыуға, теге батшабикә тағы ялан кәртә ҡапҡаһынан ярты кәүҙәһен сығарып баҡырып тора. Ярай ишек алдына сыҡмай әле, ҡапҡаны ла аса белә ул былай. Теге эс яҡҡа кәкре мөгөҙөн ярыҡҡа тыға ла, "шалт!" иттереп элгесте ысҡындыра. Шунан китә һарыҡтар туҙып ишек алдына. Йә бөтә һарай малын арт яҡтағы кәбәнгә алып сығып китә. Ашатмай оҙаҡлаһаң, шулайтып этләшә белә Жданка.

Ашағанда ла тәртип булдырғайны. Бесәнде иң беренсе улаҡҡа ырғытаһың бит инде, ә кәзәләр шунда уҡ өҫтөнә һикереп менергә генә тора, иң тәмле хуш еҫле кипкән бесәнде эләктерергә. Жданка тегеләрҙе ҡарап тормай, уңлы-һуллы елгәрә генә. Кәзә - кәзә бит инде, хәйләкәр. Татлыһы бында эләкмәҫен белеп, һарыҡтарға ырғытҡан бесән өйөмөнөң өҫтөнә менә. Жданка бында ла килеп етә. Закон бөтә ерҙә лә бер үтәлергә тейеш! Әсәйем "Ошо Жданка малға бесән ашатмай, холоҡһоҙ!" тип әрләй инде әрләүен, әммә оло һыйырыбыҙ һарайҙа тәртипте ҡаты тотто. Артабан минең көндәлек эшем мал аҫтын таҙартыуға ғына ҡайтып ҡала. Һөрән һалып ҡысҡырып йырлай-йырлай уныһын да башҡарам да, бәрәстәремде яратып туйғас, кәритә һөйрәп тау шыуырға сығып китәм.

Беҙҙең яҡта кәзә аҫрайҙар бит инде. Кәзәләр электән бар ине ул беҙҙең. Тик дебете ныҡ ҡыллы ине, ә ундайҙан шәл үтмәй. Шул йылды өләсәйем үҙенең тоҡомло кәзә тәкәһен беҙгә биргәйне. Ҡалын йомшаҡ дебетле, елкәһенә етеп торған оҙон мөгөҙлө тәкүш һарайҙа Жданканың закондарына өйрәнә алмай бер булды. Оло һыйыр тегене ныҡ ҡурҡытып ташланы шикелле, гел айырым йөрөнө. Тәкүш булһа ла, һыйыр мөгөҙөнә ҡаршы кәзә мөгөҙө нимә генә инде. Бер көндө был яңғыҙаҡтың тамағы туймағандыр инде, һарайҙың бер мөйөшөндә бикле торған иген лары яғына ингән. Мөгөҙө менән асҡанмы ул, әллә мал аҫтын таҙартҡанда кәйгелдәп йөрөп мин асыҡ ҡалдырғанмынмы, ни булһа ла тәкүш артынан бойҙай янына Жданка ла барып ингән. Эштән ҡайтып ингән әсәйем ялан кәртә ҡапҡаһынан һыйыр мөңрәп ҡаршы алмауын күргәс тә һарай яғына йүнәлгән. Арт яҡтағы кәбәнгә сығып киткән, тип уйлаған ул. Әсәйем һарайға барып ингәндә, тәкүш инде ҡотҡарырлыҡ хәлдә булмаған. Ғарҡ булғансы ашаған кәзәне Жданка тағы һөҙөп тә ырғытҡан булған шикелле...

Ул төндө әсәйем менән атайым һарайҙан инмәне. Төнө буйы һыйырҙы йүгерттеләр, ҡорһағын ыуҙылар, тағы әллә нимәлер эшләттеләр. Ауыл ветврачы ла беҙҙән ҡайтманы. Тик Жданканы ҡотҡара алманылар.

Мин иртәнсәк һыуыҡ өйҙә уянып киткәндә әсәйем шулай тип ыуаланып ултыра ине. Эштән кейеп ҡайтҡандағы ҡыҙыл курткаһын сисеп тә өлгөрмәне, атайым ишекте генә асып ҡысҡырҙы:"Эй, сыҡ әле, Аҡбаш ауырый". Аҡбашты ла төшкә тиклем йүгерттеләр, тағы әллә нимә эшләнеләр, файҙаһыҙ...

Бер көн эсендә беҙ һөтһөҙ ҙә, дебетһеҙ ҙә ҡалдыҡ. Ул саҡтағы өйҙәге тынлыҡты, һыуыҡты аңлатып бирерлек түгел...

Юҡ, күршеләр ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Һөт индереп торҙолар. Хәйер, ҡыш өҫтөндә хәҙерге һымаҡ һөтлө сәй эсеү юҡ ине бит ул саҡта.

“Оҙаҡламай быҙаулай тинеләр”,- тип атайым совхоздан бер тана һатып алып ҡайтты. Бәләкәй генә, алаҡай ғына был мал кәртәгә инеү менән ашарға йәбеште, меҫкен. Үҙе килеп тороп өркәк, эргәһендә торғанда һыңар ҡулыңды күтәрһәң дә тертләп әллә ҡайҙа ҡаса ине. Совхоздың аш та, наҙ ҙа күрмәгән бер йолҡошо ине инде. Ана быҙаулай, бына быҙаулай тип көтә торғас, яҙ уртаһы етте. Безәүкәйҙе әсәйем Жданка, тигән булды. Тик Алаҡай ҙа, быҙауы Жданка ла элекке һыйырҙарыбыҙҙың күләгеһе хәтлем дә түгел ине. Ни төҫө, ни холҡо, ни һөтө булманы.

Жданка менән бергә беҙҙең һарайҙың мал ҡото ла китте. Ул ҡот оҙаҡ йылдарҙан һуң, төҫө менән дә, холҡо менән дә Жданкаға оҡшап торған, Аҡбаш ҡушаматлы һыйыр менән әйләнеп ҡайтты.
Читайте нас: