Олоғайыу ғәләмәтеме был, әллә икенсе берәй сәбәпме – белмәйем, ялпаҡ тау армытының яҫы түбәһендәге хужалыҡтары муйындағы мунсаҡтай оҙон бер урамға теҙелгән ауылым һуңғы йылдарҙа ни өсөндөр үҙенә саҡырып, ылыҡтырып тик тора. Кендегем киҫелгән, тәүге ялан аяҡ тәпәй эҙҙәрем һуҡмаҡтарына һалынған йәнтөйәгем бит ул. Тыумасаларҙы иҫәпкә алмағанда, Иҫәнгилделә ҡан ҡәрҙәштәрем, яҡындарым ҡалмаған тиерлек, шуға сулала* берәй эш табып, йә һылтауын тап килтереп юл төшөрөп, онотҡанда бер ҡайтҡылап урайым. Үҙенә йәлеп иткәндәре лә шул йәннәткә тиң хозур тәбиғәт тә йылға аръяғындағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан иҫке зыярат инде. Алыҫта шырпы ҡабы ҙурлыҡта күренгән аҡ өйҙәрҙе, әүәле үтә лә күркәм күренеп хәҙер харабаға ҡалған ҡаралтыларҙы йәнемә һеңдерерҙәй булып йотлоғоп күҙәтеп, әсәйемдең ҡәберенә барып башымды эйеп биниһая ваҡыт онотолам да әйләнә-тирәлә һерәйгән башҡа таштарға уйылған, күңелемә яҡын яҙыуҙарҙы уҡып теүәлләгәндән аҙаҡ юл ҡырына ҡайырған еңел машинама ултырып кире юлланам. Бала саҡта зыяраттан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа инем, эргәһенән гелән алан-йолан ҡаранып йүгермәләп тиҙерәк үтеп китеү яйын ҡарайым. Бигерәк тә эңер мәлдәрендә. Ә хәҙер билдәһеҙ шомдан һипһенеүҙең эҙе лә юҡ, сөнки унда элек аралашып көн иткәндәрҙең күбеһе – ҡарт-ҡоролар, тиҫтерҙәрем, фанилыҡтағы тормоштоң тәмен, йәмен тойоп, татып өлгөрмәгән минән йәшерәктәр күскән, ерләнгән. Исемдәрҙе шыбырлаһам, күҙ алдыма танһыҡ йөҙҙәр килеп баҫа, уларҙың таныш тауыштарын яңынан ишеткәндәй булам. Баҡыйлыҡҡа күскәндәр мәңгелеккә хәтеремә уйылһа, тереләрен һәр саҡ күрергә теләп ынтылып, һағынып йәшәйем. Уйым менән һәр саҡ уларҙың янындамын. Береһен дә айырырға, ҡыйырһытырға теләмәй Иҫәнгилде халҡын бер һүҙ менән атап йөрөтәм – үҙебеҙҙекеләр. Тимәк, яҡташтар, ҡорҙаштар, табындаштар, фекерҙәштәр, үҙ кешеләр. Йәшәйештә гонаһһыҙҙар юҡ, ананан ала ла, ҡола ла тыуа тиҙәр бит, ни хәл итәһең, ауылдаштарым араһында ла әҙәмсә көн итмәгәндәр юҡ түгел, бар, мәгәр иҫәнгилделәрҙең яҡты йөҙлө, эшһөйәр, асыҡ күңеллеләре барыбер күберәк. Һәр хәлдә үҙ мәлендә шундайҙар менән йәшәнем, эшләнем, аралаштым.
Көнитмеш кире яҡҡа үҙгәреп китте һуңғы йылдарҙа, нисегерәк үҙгәрҙе бит әле! Изгелек менән яуызлыҡты, иман менән гонаһты айырып торған сиктәр емерелде, аламалыҡ, ҡанһыҙлыҡ, выжданһыҙлыҡ бермә-бер артты. Әүәле лә хаслыҡтар булманы түгел, булды, тик беҙ йәшәгән заманалар икенсерәк ине шул, ҡыйырһытыуҙарҙы ла ҡайһы саҡ кәрәк, тейеш, тип ҡабул иттек. Хәйер, һәр осорҙоң асылын, эстәлеген шул осорҙа йәшәгән кешеләр билдәләй ҙә баһа!
Аҡ менән ҡара тиһәм, әллә нишләп быялаланған күҙҙәрен күккә ҡаратып салҡан ятҡан кәзә, шул үле малдың һөт һарҡҡан имсәктәрен төрткөләгән аҡ, ҡара кәзә бәрәстәре иҫкә килә лә төшә. Әле һөйләйәсәк хикәйәмде “Аҡ һәм ҡара” тип атауым тикмәгә түгел, һәр нәмәнең баһаһын, ҡиммәтен, юғарылығын бары сағыштырыу аша ғына аңларға, тоҫмалларға, төшөнөргә мөмкин, яман-яҡшылыҡтың барлығын тойорға, үлем әҙәм балаһына йәшәүҙең тик бер тапҡыр ғына бирелгәнлеген раҫларға, шыҡһыҙ ҡараңғы төн сыуаҡ көндө ҡәҙерләргә, ҡара аҡтың аҡлығын, паклығын самаларға өйрәтә.
Хикәйәләге ауылдаштарымдың күбеһенең ат-затын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙым, бәғзе берәүҙәренә, онотолғандарына, яңы исем таҡтым. Ни сәбәптән уларҙы оноттоң әле, тип төпсөһәләр, яуабым әҙер – күңелемдә әшәкелек йөрөтөргә теләмәгәнгә.
Беҙ ауыл уртаһындағы мунсалай ғына бәләкәй өйҙә өсәү йәшәйбеҙ. Әсәйем, мин, һеңлем Зөлфирә. Әсәйем элекке йыл ҡышҡы селләлә күрше Михайловка утарынан ҡайтып килешләй буранда аҙашып һалҡын алдырғандан бирле сәләмәтлеккә шыпа ла туя алмай. Үпкәһе шешкәнгә ул йыш сирләй, ауыл осонда урынлашҡан участка дауаханаһында яҙлы-көҙлө ятып, дауаланып сыға. Духтыр Мирсал ағай кәзә һөтө менән сихәтләнеп ҡараһаңсы, тип кәңәш иткәс, үткән йыл туҡал һыйырға иш итеп һөт кәзәһен һатып алдыҡ. Кәзәнең маллығы, тиһәләр ҙә, уңдыҡ малҡайҙан! Килеү менән тиҙ арала беҙгә эйәләште лә китте, шунан күп тә тормай игеҙ бәрәсләне. Ә һөтө һуң, үҙе ҡуйы, үҙе татлы, әсәйемә генә түгел, беҙгә лә етә, хатта артып та ҡала әле. Йәй көндәре иртә таң менән ауылдың ваҡ малын башлап эйәртеп көтөүгә юллана, кискеһен эҙләтеп яфаламай ындым ғына ҡайтып инә. Ҡоралайҙай кәүҙәһен килешле тотоп, текә баҫып атлап башын юғары сөйөп йөрөгәнлектән, уны Ҡупшыҡай тип атаныҡ. Ҡупшыҡайға өндәшеүем була, юрғалап килә һалып етә, былтыҡ күҙҙәрен тултырып мөлдөрәп ҡарап, икмәк ҡатыһы там иткәндәй усымды еҫкәргә тотона. Бигерәк аҡыллы шул, бына-бына әҙәм телендә һөйләшеп ебәрер һымаҡ. Теге бәрәстәр ҙурайғас, уларҙы тоҡомға һатып алдылар. Нимәгә өйөрө менән кәзә аҫрарға, беҙгә берәүһе лә еткән. Берәү, әммә берәгәйлеһе.
Әсәйем дауаханаға инеп ҡараусыһыҙ ҡалһаҡ, өй тирәһенә, беҙгә ҡаршы йәшәгән, сыбыҡ осо туған Сәғиҙә апай күҙ-ҡолаҡ, аҙна һайын үҙҙәренең мунсаһын яғып төшөрә, керебеҙҙе йыуа, ашарыбыҙға хәстәрләй. Йорт мәшәҡәттәре, кәртә-ҡура тирәһен ҡарау минең өҫтә.
Тилбер холоҡло күршебеҙ кискә ҡарай ҡабаланып килеп инде лә ыңғайы бер хәбәрен һөйләй-һөйләй өйҙөң буйынан-буйына һалынған урындыҡҡа һаҡты. Ауыр кәүҙәгә сыҙамаған таҡталар ауыр сыйнап ҡуйҙы. Сәғиҙә төҫкә-башҡа әсәйемдең киреһе, сәләмәтлеге тышҡа бәреп торған, солоҡ умартаһылай төптән йыуан, ныҡ, көслө кәүҙәле, ҡабарынҡы беләкле, бит остары алһыуланған яҫы яңаҡлы, йәмшек танаулы, ташбыҡ күҙле, сибәрлеге урта саманан уҙмаған ҡатын. Өҫтәүенә эре-төрө, ваҡланмай, тупаҫыраҡ мөғәмәлә итеүе, аяҡтарын ян-яҡҡа ташлаңҡырап йәйрәтә баҫып атлап йөрөүе уны ир затына ла оҡшатып ҡуя. Мәгәр беҙ уны үтә лә яҡын күрәбеҙ. Апайыбыҙ кеше араһында ҡайһы саҡ ҡаты ҡыланып төрпөрәк өндәшһә лә, аулаҡ мәлдәрҙә туғанлыҡ хистәрен белдерә, беҙҙең менән һин дә мин, һәүетемсә аралаша.
– Нисек ятыш, Солтан бәпесем? – Сәғиҙә был юлы ла йылы өндәште.
– Арыу әле. Зөлфирәнең дәрестәрен әҙерләшеп уйнарға сығарҙым да, үҙем малға бесән һалырға йыйынам.
– Үҫкәнем, ышаныслы донъя тотҡам! – Иҙән һепереп мәшәҡәтләнгән минең арыҡ арҡамды яҫы ус тупылдатып һөйҙө. – Бирешмә, йәме? Апайым тағы бер-ике аҙна ятыр әле, киткәнендә ныҡ йүтәлләй ине.
Әсәйемдең тиҙ арала ҡайтмауы хаҡында ишеткәс, күңелһеҙләнеп киттем. Кәйефемде һиҙеп алған Сәғиҙә һөйләшеү барышын үҙгәртте:
– Малығыҙҙың бесәне етәме? Әле байҡап индем, әүеҫлек башыңдағының рәте күренмәй, бер-ике ырғытмалы ғына.
– Ҡыйыҡ эсенә тығып алғаны аҙна-ун көнгә етерлек.
– Схут йыйып көтөүҙе киләһе йомала сығарырға хәл иткәндәр. Быйыл да һыйырҙарҙы Һаҡау Мырҙағәле ала икән, ваҡ мал тағы сиратлауға ҡала инде, сират ҡара көҙҙә Шомбай Әхмәткә килеп төртөлгәйне, хәтерем яңылышмаһа. – Һуҡ һәм баш бармаҡтар йәйенке ауыҙ ситтәрен һыпырҙы. Мөһим йомошон ҡушырҙан алда Сәғиҙә апай гел ошо хәрәкәтен яһай. – Өйҙә һаҡлыҡҡа бесәндең булыуы хәйерле: гел ошолай сыуаҡ тормаҫ, рашҡылап та алыр, йәнә үткән йылғы ҡыуарған үләнде мөрхәтһенмәй ер еҫкәп аслы-туҡлы ҡайтҡан малды әүрәтергә көйөшлөк тә кәрәк... Мин шуға һеҙҙең яҡҡа боролдом әле, иртәгә ышкулға бармаҫһың!
– Уҡытыусы апай математиканан яҙма эш эшләйбеҙ, ти ине, уҡыу аҙағы бит, ул фәндән өслө сыҡһа ударник булып булмай.
– Һин алдынғы бумаған өсөн генә ер емерелмәҫ, сүтәшкә Фәрхәнәнең оңҡот, таҙ Сәйфуллаһы ише һәр класта ике йыл ултырып ҡалмайһың бит, шуныһы ла еткән! Ә миңә барырға кәрәк. – Уйымдың ҡәтғилеген нығытып уҡ ҡуйҙым. – Әбизәтелне!
– Эшем эйәһе, бүлдермә, һөйләп бөткәнде көт!
– Иртәгә ауыл активистары өй беренсә кәзә һуя сығалар.
– Ниңә, ниңә! – Сәғиҙә үсекләгәндәй ҡабатланы. Уның башҡалар менән аралашҡандағы ҡырыҫ, ҡайһылыр кимәлдә тупаҫ мөғәмәләһе, һере холҡо яңынан ҡалҡып сыҡты. – Мәскәүҙәге Хрущев урыҫтарҙың сусҡаларын, мосолмандарҙың кәзәләрен бөтөрөргә әмер биргән, ти, үәт! Барыһын ялҡаулыҡта ғәйепләгән ил башлығы, халҡын ҡайғыртмай, ваҡ-төйәк эштәр менән булыша икән, хәйерлегә түгел, мин ҡара аҡылым менән шулайыраҡ уйлайым. Улай тиһәң, юғарыла кәзә хаҡында ғына уйлап ултырмайҙарҙыр ҙа инде! – Сәғиҙә мөһим фекер туплағандағылай ҡалын, бүлтәйеңкерәп күренгән ирененең ситен тешләне, һирәк, яҫы ҡаштарын йыйырҙы. – Һәр сөскөргәнгә йәрхәмбикалланан һалдырған сөрәкә баш түрәләр береһе икенсеһен уҙҙырырға тырышып хужаларына ярарға маташыуылыр был эштең төбөндә. Зиннәт силсәүитте генә алып ҡарайыҡ әле. Кем һуң ул?Әүәлге склад ҡомағы, кладаущик, әрпеш кенә, ҡулынан ҡул ярыһы эш килмәгән, белеме дүрт кластан уҙмаған бер ир йораты инде шунда. Депутаттар араһында башҡа эшләрлек кеше тапмай, әлепте таяҡ тип белмәгән шул әҙәмде персиҙәтел итеп һайлап ҡуйғандар бит, ғибрәт. Мәжлестә лә ҡатынының хрумка тартыуына ҡушылып йырлап, таҡмағына бейеп ултыра, ти, бит ул, тере көйөк! Ир булғас – ир урынында буһын, бисәһенең һүҙен тыңламаһын, һөйләмәһен. Бына еҙнәйең минән буйға ике башҡа ҡайтыш, мәгәр ғаилә дилбегәһе уның ҡулында: ен холоҡло мине баш эйҙерә, балалар ҙа уның һүҙенән сыҡмай. – Оҙон һүҙгә төшөп киткән Сәғиҙә ҡабаттан әңгәмә юҫығына ҡайтты. – Кәзәне бөтөрәм, тип силсәүит Зиннәт йыйылыш йыйып көллөһөн өгөтләп тә мәшәҡәтләнде үткәндә. Халыҡ шыпа ыңғайламай, ҡымғырламай бит. Нишләп ошонан күҙ терәгән малыңа тиктомалдан бысаҡ һалмаҡ?! Шуға тотонғандарҙыр үҙҙәре.
– Бик мәслихәт. Кисектермәй бар ҙа күҙле бүкән Зиннәткә: “Әсәйем сирләй, уға кәзә ағын эсергә ҡушҡандар”, – тиң. Ана, беҙҙең дә кәртә тулы кәзә, кисә еҙнәңде саҡыртып, бөтәһен дә бер юлы һуйып аша, тип сығарғандар. Һуғым һуйғандағы һымағыраҡ килеп сыға ла, яҙ сығып ул хилафлыҡҡа нисек бармаҡ? Йәнә көндәр йылыға ултырып рәшә терелгәндә итте ҡайҙа һаҡлайһың? Һыуытҡыс тигән нәмә ауылда мәктәп директоры Ғүмәрҙә генә бит. Күк үләнгә баҫҡас тауҙай итеп ит һуйып йә баҙарҙа һата алмай, йә өйҙә аш итә алмай аптыран инде. Ыстырам, шул хаҡта уйлап ҡараһаларсы! Һин дә эһе мәлендә бар силсәүиткә штубы, хужаһыҙ йөрөгән малға йоғона күрмәһендәр... Шуны әйтергә тип килдем.
– Йортта һин хужа, ти миңә әсәйем.
– Еүеш танауыңды һөрт, хәсрәт ҡапсығы, аңды-тоңдо абайлап өйрән башта, йортоғоҙға апайым баш, ә ул бер нәмә күрмәй-белмәй балниста ята.
Иртәгеһен Зөлфирәне мәктәпкә оҙаттым да ауыл уртаһындағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан ауыл Советына ҡарай атланым. Ян-тирәһендәге өйҙәр һалам башлы, ә бының транса ҡыйығында беренселек, мөһимлек билдәһе – ҡыҙыл байраҡ елберҙәй. Тулҡынланыуҙан ауыҙым кипкән, хәҙерҙән үк тубыҡтар ҡалтырай. Ошоғаса силсәүиткә барыу түгел, мәктәп директорының бүлмәһенә ингәнем юҡ әле, хужалар, түрәләр менән дә аралаша белмәйем. Әйтәсәк һүҙҙәремде юл ыңғайы ятлап, хәтеремә теҙҙем, ихтимал биреләсәк һорауҙарҙы күҙаллап ике-өс яуабын да әҙерләнем. Мине бер генә нәмә тынысландырғандай итә: исполком башлығы – класташым Гәрәйҙең атаһы. Уларҙың өйөндә булғаным да бар, бер ҙә уҫал кешегә оҡшамаған Зиннәт ағай. Бүлексә складтарына хужа булараҡ, көҙ етһә уны гелән ырҙын табағы мөдире итеп тәғәйенләй торғайнылар. Беҙ, малайҙар, иген тауҙарының араһында баҫтырышып йәшенмәк уйнарға яратабыҙ. Зиннәт артыҡлап асыуланмай, орошмай ғына: “Тотоп алһам ыштанығыҙҙы һалдырып ярыр инем, шилмалар”, – ти ҙә ҡуя ине. Түрәлек үҙгәртә бит ул кешене, кем белә, бәлки, ул да элекке фиғелдә түгелдер. Үткәндә, әсәйем өйҙә саҡта, ойотмос алырға ингән Зәбиха инәй һөйләп ултырҙы: “Китсе, китсе, шу ҡәҙәре лә үҙгәрер икән әҙәм балаһы, яңы персиҙәтел кәттә ҡыланып сабатаһын түргә элгән, ти, бит!”
Ауыл Советына йомоштары менән килеүселәр бер мин генә түгел икән: стена ҡырлатып теҙелгән ултырғыстарҙың иң түренә Мөхәмәтғәлим ҡарт, уның бер яғына мәктәп йыйыштырыусыһы Яһил Фәрхәнә апай һаҡҡан, икенсеһенә – Шатун ҡушаматлы, ялҡау, илгиҙәр Рәхмүшйән. Совет йорто ҡалын таҡталар менән өс өлөшкә бүленгән. Ингән яҡтағы асыҡ ишектән ҡушарлап ҡуйылған, ҡағыҙҙарға күмелгән өҫтәлдәр артында ауыл Советы секретары Юныс, бухгалтер Дауыт ағайҙар урын алған. Уларҙың инеп-сығыусыларҙа ғәмдәре юҡ, үҙ шөғөлдәре менән мәшғүлдәр. Рәйестең ишеге бер нисә урындағы йыртығында мамығы һалынып күренгән ҡара дермантин менән көпләнгән, юғары өлөшөнә исем-шәриф, фамилия яҙылған быялалы таҡта киҫәге беркетелгән. Ҡырҡыу тәмәке еҫе һеңгәнгәлер, бирге яҡ үтә лә тынсыу.
Һикһәнен тултырған Мөхәмәтғәлим оло башлы, көҙрөй елкәле, көйәнтә яурынлы, эре һөйәкле кеше. Яҫы биттәрен ҡаплаған, ҡупшы итеп киҫтерелгән, остары саллана төшкән һаҡал-мыйығы йөҙөнә абруй, олпатлыҡ өҫтәй. Һемәләй кәүҙәһе замана елдәренә артыҡлап бирешмәһә лә, йылдар үҙенекен ала шул, Мөхәмәтғәлимдең дә ҡарыуы ҡайтҡанлығы, арығанлығы нурҙары ҡайтышланған төҫһөҙ күҙҙәрендә төҫмөрләнә. Ул уйлағанын тура ярып, ҡыйыу һөйләшә торған кеше.
Әле лә инеүемде шәйләгәс ҡулындағы йышылып бөткән имән таяғын иҙәнгә хәтәр туҡылдатты:
– Шәрифйәндең малайына ни ҡалған бында?
– Кәзәбеҙҙе һуйырға киләсәктәр, тине Сәғиҙә апайым. Беҙҙекенә теймәһендәр, еленләгән, тип әйтергә килдем. – Ҡыйыуһыҙ яуапланым.
– Һе, еленләгән, имеш, бер һеҙҙекен генә тунайҙар тиһеңме әллә, сәпләк?! – Һонтор буйлы Рәхмүшйән аттыҡылай эре һары тештәрен ыржайтты.
– Балала эшең булмаһын! – Мөхәмәтғәлим тегене уҫал бүлдерҙе лә бер аҙ йомшара төшөп әйтте. – Шатундың эргәһенә ултыр, дүртенсе булырһың. – Шунан дауам итеп алып китте. – Был Хрущ тамам нәһерҙе ҡоротто түгелме, ә, ағай-эне?
– Дөрөҫ эшләй, дилбегә ҡулда саҡта уйыңдағын ҡылып ҡалыу фарыз! – Рәхмүшйән элә һалып алды. – Беҙҙең түрә лә бит, – ялбыр башын артҡа ташлап осло эйәген ишек яғына йүнәлтте, – әүәле складынан иген, ит сәлдереп көн күрә ине, хәҙер ярма һатҡан малсыларҙы эҙәрлекләп кинәнә. Тормош тигәнең бер былай, бер тегеләй шу.
– Әйткәндәй, Шатун, һин нишләп килдең әле бында? – Мөхәмәтғәлим һорай ҡуйҙы.
– Колоп йыйыштырыусыһы Маһинурҙан эҙләттереп хужа саҡыртты, ә кәк же! – Тегеһе эренән ярҙы.
– Ауылда кәрәгең бер тин булғанлыҡтан ситтә тинтерәйһең, ҡайҙа етте шунда тамаҡ туйҙыраһың түгелме? Һуйыусылар төркөмөнә яҙғандарҙыр үҙеңде, шунан башҡа нимәгә эшкинәһең!
Күпте күргән, талымһыҙ Рәхмүшйән был кәмһетеүгә тамсы ла үпкәләмәне, шикелле, йөҙө үҙгәрешһеҙ ҡалды. Ултырыусылар берауыҡ шымтайыштылар.
– Хрущты әйтәм, төптө сүтәшкә булып сыҡты, улай уҡ күрмәксе түгел инем. – Мөхәмәтғәлим бүленгән әңгәмәһен терелтте. – Һе, тотош илгә кукуруз сәсеп байымаҡсы, тот ҡапсығыңды! Һуғыш осоронда халыҡты үлемдән нимә ҡотҡарҙы? Арыш! Ҡара әпәкәй! Ә был Хрущ размол, төрлө ашлыҡтан болғанған икмәк ашатып эсте күптерә. Зиннәткә шуға килдем әле, әбейем сырхап ята, бер-ике күмәслек он бирмәҫме икән, инәйегеҙҙең ашҡаҙаны теге аҙыҡты эшкәртергә эшкинмәй. Һатыусы Нәзирә фронтовиктарға ғына үлсәп ебәрелгән он, һин хеҙмәт армияһында йөрөгәнһең, тип эсте бошора. Буденныйҙың һыбайлыһы әле мин, шул тиҡый Нәзирәнең ата-әсәһе сәңгелдәктә һыҡраларына батып ятҡанда ошо колхозды ойошторҙо Мөхәмәтғәлим олатайығыҙ! Фәрхәнә ҡыҙым, ә һин ни артынан йөрөйһөң?
– Минең йомош башҡасараҡ олатай! – Фәрхәнә үҙ хәсрәтен һуҙҙы. – Мынау Ҡара Мәүлетйән аптыратты ла баһа, теңкәне ҡоротто, тәҡәтемде ҡалдырманы. Йыл һайын сабынлығымдың уның биләмәһенә сикләш аҡланына сытырман йәбешеп талаша, талашып ҡына ҡалмай, минән алда өлгөрһә сабып та ташлай. Быйыл яҙ башынан нығытып ҡуймаҡсымын, йә шул ус аяһылай ерҙең минеке икәнлеген раҫлаған мисәтле ҡағыҙ тотторһондар, йә Ҡара Ҡараз һәрмәүестәрен һуҙып маташһа, башын салғы менән өҙә сабам.
– Һин уға исем тағырға ла өлгөрҙөңмө ни әле? Ни тиһәң дә түрә йораты.
– Асыуым килгәндән әйтәм. Һуңынан, эш үткәс, ябырылмаһындар, алдан иҫкәртә килдем. – Ике ҡуллап бот сапты. – Эй, яҙа ғына белмәйем, ҡороғор, бала саҡта мыҫҡалдай ҙа уҡыу эләкмәне, хәҙер килеп ҡулым белһә ялыуҙы урыҫсалап теҙеп Хрущевтың үҙенә олғаштырыр инем, билләһи.
– Хәтәр икән йомошоң, һейгәкләп йөрөйһөң әләйгәс, – тип һуҙҙы Мөхәмәтғәлим.
Бер ҙә генә лә сыпраңлап, теге, оздой Нәзирә ише юҡ-барға зарланғаным юҡ, ағай, көн итәм тиһәң бөтәһен алдан ҡайғыртырға кәрәк, ирһеҙ көн итеүе еңелдән түгел, донъя тигәнең аҙым һайын күтән һурпаһын эсерә.
– Тәҡдирҙән уҙмыш юҡ, тормош – ормош шу, бала илай-илай фанилыҡҡа килеп, ғүмер баҡый ыҙалай-йонсой яҙмышын ҡыуалай ҙа, ейер ризығы ҡалмаһа баҡыйлыҡҡа күсә, шул сағында әҙәм балаһына һин таптырған сәхрә-аҡлан кәрәкмәй, ике ҡолас ер ҙә етә.
– Үлмәйем дә ҡалмайым тип тырышыла инде, мал аҫрайым, тиһәң, бесәне лә кәрәк, Ҡара Мәүлет, ушутчик буғас, йылдың-йылы сабынлығын кәсилкә менән һыҙырып һала, ә мин ҡайын төптәрен кәкре салғы менән соҡойом.
– Батыр үлеме бисәнән, тигәндәй, капут Мәүлетйәнгә! – Рәхмүшйән шыйылдап көлөп ебәрҙе. – Үҙе үлмәҫ элек әйтеп ҡуяйым әле, йыйған донъяһын, ете балаһын, Турһыҡ Хәкимәһен миңә мираҫ итеп ҡалдырһын: әҙер донъя, үрсемле бисә, тигәндәй.
Кабинеттан арғы оста йәшәгән Фәрхениса килеп сыҡҡайны, арт яҡтан рәйестең: “Кем бар унда, инегеҙ!” – тигән бойороғо ишетелде.
Мөхәмәтғәлим ҡарт таяғын туҡылдата-туҡылдата эскә юрғаланы, бер аҙҙан ус аяһылай ҡағыҙ киҫәген елпелдәтеп ҡәнәғәт төҫ менән кире боролдо:
– Тамаҡ туйҙырам, тип йөрө инде, рөхсәт юллап, ахырызамандыр, билләһи!
Кабинетҡа ингән Фәрхәнә оҙаҡҡа юғалды, эстә өҫтәл дөпөлдәгән, ултырғыстар дөбөр-шатыр шылған тауыштар ишетелде, уларға күкле-йәшелле нәғрә ауаздар ҡушылды.
– Зиннәтте әйтәм, был дуҫтарса барған әңгәмәнән аҙаҡ Имсе Ғәбиҙәнән ҡот ҡойҙортмаһа мандый алмаҫ. – Рәхмүшйән йәнә иләмһеҙ хихылданы.
Фәрхәнә кабинеттан сыҡҡанда сәстәре ялбыраған, уң яҡ йөҙөн тапма йый-ырғайны. Ул күҙен өҙлөкһөҙ ҡыҫып тирә-яғын байҡағас, тамаҡ төбө менән сәрелдәне:
– Аҡлан минеке! – Шунан ышаныслы итеп өҫтәне. – Ызнамы шулай! – Мәүлетйән менән Зиннәттең өҫтөнән Мәскәүгә, Хрущевтың үҙенә, директор Ғүмәрҙән ялыу яҙҙыртмаһаммы – ҡушаматым Яһил булмаһын!
Фәрхәнә артынан ҡаты ябылған ишек кире ҡаҡлыҡты, түбә таҡтаһы ярығынан тупраҡ ҡойолдо.
Рәхмүшйән бармаҡтарының яртыһы өҙөлөп тупысланған һулаҡай ҡулын пинжәк кеҫәһенә тығып бойондороҡһоҙ төҫтә рәйес янына инеп китте. Кире сыҡҡанында йөҙөнә ҡәнәғәт, шул уҡ ваҡытта уҫал йылмайыу йәбешкәйне.
Сират миңә етте. Берәре килә ҡалһа уны тотҡарлыҡһыҙ үткәрергә йыйынып ишек яғына өңөлөп ҡарап алдым. Нисек тә ваҡытты һуҙыу теләге килеп сыҡмай, үҙемә инергә ҡала. Аяғым аҫтындағы иҙәнде лә тоймай ишек тотҡаһын тарттым.
Кабинет бәләкәй булһа ла зауыҡ менән йыһазландырылғайны: «Т» хәрефен хәтерләткән өҫтәлгә ҡыҙыл ситса ябылған, стена ҡырлатып ултырғыстар теҙелгән, һулаҡай яҡта китап кәштәһе, унда ҡалын-ҡалын китаптар. Ҡаршы яҡ стеналағы ике тәҙрә уртаһына Хрущевтың портреты беркетелгән. Рәйес һүрәттәге ил башлығына оҡшатырға тырышып ҡайҡайыбыраҡ ултыра. Зиннәттең эшкә һанамауы шул тиклем булдымы, мине шәйләп алыу менән, шөғөл тапҡандай, эргәһендәге телефон тотҡаһын әйләндерергә кереште:
– Але, коммутатор? Райкумды тоташтырығыҙ! Был прийумныймы? Беренсе кәрәк ине… Важный шу, үтә лә важный... Рәхмәт... Алексей Тихонович, һаумыһығыҙ, был Иҫәнгилденән Аҙнағолов… – Тын ултырҙы. Теге оста оло түрә тәфсирләп оҙон-оҙаҡ нотоҡ уҡыны, шикелле. Зиннәт яҫы һирәк ҡаштарын йыйырып, йәйенке ауыҙын остайтып әйтелгәндәрҙе диҡҡәт менән тыңлап бөткәндән һуң ҡуш-йоҙроҡтай башын һелкә-һелкә урыҫсаны вата-емерә тәкрарларға тотондо. – Эйе, эйе… Әбизәтелне, һеҙ тигәнсә булыр, кисә кис кенә “Ленин юл”ында идара ултырышы булды, шунда уңдырышлы ерҙәргә кукуруз сәсергә, арыш-бойҙай баҫыуҙарын ҡырҡа кәметергә ҡарар сығарылды. Улары ла вис навспашкаға сәселәсәк. Никита Сергеевичтың аҡыллы, төптән уйланылған ҡарарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Кәзәләрме? Иртәгә ауыл буйлап сығабыҙ, каманды төҙөлгән, лишны үҙем етәкселек итәм. Шау-шыумы? Булмаҫ, участковыйҙы үҙебеҙ менән эйәртәбеҙ. Ошо кампанияны тамамлағас та уның үтәлеше хаҡында, рөхсәт итһәгеҙ, тура үҙегеҙгә шылтыратырмын… Был заданийы менән икенсе секретарь Әндрәй Трафимыч шөғөлләнәме? Аңланым, ызнашит туранан-тура уның менән эшләргә. Һау булып тороғоҙ, Алексей Тихонович!
Зиннәттең сөсө йөҙө трубканы ҡуйғас кинәт уҫалланды, ул ултырғысҡа ышанысһыҙ артын терәгән миңә тамаҡ төбө менән екерҙе:
– Һин дә йөрөйһөң ваҡытһыҙ ҡаңғыртып! – Ыңғайы бер таҡта стенаға йоҙроҡлап тондорҙо. – Юныс, сыҡ әле бы яҡҡа, срушны йомош бар!
Юныс инде лә, артынан ишекте тартып япҡас, йоҡа кәүҙәһен стенаға терәне, иғтибар менән тыңларға йыйыныуын белдереп баҡыр күҙҙәрен ҡыҫа төштө.
– Әйтергә лә онотҡанмын, кисә кис райундан шылтыраттылар, ошо арала сиссиә йыйып бөджөттөң үтәлеү барышын тикшерергә ҡушалар.
– Ҡушҡастар ни үткәрербеҙ сессиәне. – Юныс сығырға йыйынды ла һораулы ҡайырылды. – Сессиә тигәне аңлашыла, ул дипутаттар йыйылышы, ә бына бөджөт тигәненә төшөнөп етмәйем...
Көтөлмәгән һорауҙан Зиннәт бер аҙға аңшайыңҡырап ҡалды ла, үҙен ҡулға алып өлгөрөп, ышаныслы итеп әйтте. – Юҡ-бар һорауҙарың менән башты бутама әле, ул бөджөт тигән нәмәне мин беләм дә саҡ-саҡ ҡына бухгалтер Дауыт һиҙемләп ҡала, унан һораш, белеш! – Ишек ябылғас, Зиннәт ҡайтанан миңә ҡарап күҙҙәрен аҡшайтты. – Ни артынан сабыулайһың, маңҡа?!
– Беҙҙең кәзәгә теймәгеҙ…
– Ни… әсәйем өйҙә юҡ, ул балниста. Шуға беҙҙең кәзәгә теймәй тороғоҙ …
– Һеҙҙеке әллә алланың ҡашҡа тәкәһеме?
– Ул еленләгән. Әсәйемә кәзә һөтө дауа өсөн кәрәк, враштар шулай ҡушҡан…
– Әсәйеңә балнистан сыҡҡас ауырыу таратып урам буйлап йөрөмәҫкә ҡушһындар, шылтыратып әйтермен глаунай враш Мирсалға. Берәү сихутын кәзә һөтө менән дауаларға йыйына, үпкәһен төкөрөп бөткәндән аҙаҡ ул ҡабаттан үҫмәҫ, моғайын. Бар сыҡ, йөрөмә, былай ҙа баш зыңҡый… – Зиннәт ҡыҫҡа бармаҡтары менән һирәк сәстәрен араланы.
– Кәзәбеҙгә теймәгеҙ! Ул бөгөн-иртән бәрәсләй, тине Сәғиҙә апайым! – Ырғып торҙом да, үҙем өсөн мөһим яңылыҡты алдымда битараф ҡиәфәттә ултырған түрәнең аңына һеңдерергә теләгәндәй, үрһәләнеп ҡулдарымды болғаным.
– Нимә!?! – Рәйес көтөлмәгән ҡаршылыҡтан баҙағандай итте лә баяғы хәленә ҡайтып теш араһынан һыҡты. – Һин, малай, нисәнсе класта уҡыйһың әле, Гәрәй менән бергә түгелме? Сәбәпһеҙгә дәрес ҡалдырыуыңды хәҙер үк директорығыҙға еткерермен, сараһын күрер. Бар, сыҡ, тушныһын әйткәндә, һәр берегеҙҙең һүҙен тыңлап, яйын яйлап эштән ҡыуылаһым юҡ!
Мәктәпкә барғас рөхсәт һорап индем дә урыныма ултырып шымтайҙым, эргәмдәге Нәсимә телен сығарып күрһәтеү менән генә сикләнде, арт яҡтағы Йәүҙәт ҡәләм осо менән арҡама төрттө. Ҡалғандар килеп инеүемде артыҡлап иғтибарға алманы. Мине директорға саҡыртып йөҙәтмәнеләр, класс етәксеһе лә һуңлап йөрөүем менән ҡыҙыҡһынманы. Уҡыуға килгәндә, дәрестәрҙе тарҡау тыңланым, ҡатнашманым, һораһалар – ыҡ-мыҡ иттем, йә турһайып бөтөнләй өндәшмәнем, хатта яратҡан тарих фәненән «ике»ле сәпәнеләр. Башымда һулҡып ҡаршылыҡлы уйҙар буталды: “Нишләп ҙур ағайҙар шул тиклем ваҡ эш менән мәшғүлдәр икән?.. Зиннәт, район түрәһе, сығырҙарынан сығалар бит. Иртәгә бынан район үҙәгенә шылтыратырҙар, ундағылар – баш ҡалаға, баш ҡала – Мәскәүгә… Бер зыянһыҙ кәзәне ҡырғансы, беҙҙең емерелергә торған мәктәпте ремонтлаһаларсы, йә ауылыбыҙға ҡырсынташ юл һалдырһындар… Иҫке клубтың да мейесенең торбаһы ауғас, килеп тороп һыуыҡ…Үткәндә клубта эленеп торған ил башлығының һүрәтенең ауыҙын бысаҡ менән телеп, кемеһелер размол ондан бешерелгән икмәк ҡатыһын тығып киткән… Баҫырҙылар был эште, иртәгеһен өр-яңы портрет сәхнә түрен биҙәй ине инде. Участковый Яманғол ғына шул тирәлә темеҫкенеп йөрөнө лә рәт сығара алманы…Тимәк, халыҡ риза түгел. Мөхәмәтғәлим ҡарт ни, йәшермәй, туранан яра…”
Дәрестәр бөткәс шаулашып тышҡа атылған класташтарҙан артҡа ҡалыңҡырап сыҡтым. Бер кемде күрге, бер кем менән һөйләшке килмәй. Ҡарашым зал стенаһына эленгән, аҙна һайын сыға килгән “Терпе” гәзитенә төштө. Унда минең кәзә етәкләп китеп барған һүрәтемде төшөрөп аҫтына хурлыҡлы таҡмаҡ та яҙғайнылар:
“Ҡайһылай тиҙ! Минең ғәйепле түгеллегемде белә тороп бындағылар Зиннәттең алдында ярамһаҡланалар… Шылтыратып, сара күрелде, тип рапорт та биргәндәрҙер әле…”
Урамға сығыуыма мине көтөп торған малайҙар һаһылдаша башланы, урталағы Гәрәй маймылдай ҡылана, эсен тотоп бөгөлә, бармағы менән минең яҡҡа төртә:
– Кәзә! Кәзә! Ха-ха-ха!..
Йоҙроҡтарымды төйөп Гәрәйгә ташландым.
Ҡайтып киләм, уң яҡ күҙ төбө күгәреп сыҡҡан, сикәм һыҙырылған, күлдәгемдең өҫкө һәҙәптәре өҙөлгән. “Иртәгә сираттан тыш «Терпе» сығарасаҡтары көн кеүек асыҡ, унда Гәрәйҙе түгел, тағы мине төшөрәсәктәр…»
Өйөбөҙгә етәрәк ҡаршы йүгереп килгән Зөлфирә күренде. “Әллә берәй хәл килеп сыҡтымы тағы?..” Аҙымдарымды ҡыҙыулаттым.
– Ағай, һөйөнсө! Һөйөнсө!..
– Һөйөнсөһөнә уң ҡолағың үҙеңә! – Тынысланып йылмайып ебәрҙем.
– Эй, ағай, берәй нәмә вәғәҙәлә, – Зөлфирә өмөт итеп тә тәтемәгәс, ирендәрен турһайтты, – һөйөнсө, тинем дә баһа...
– Ярай, бер кинолыҡ аҡса бирермен, йә, әйтә һал!
– Кәзәбеҙ бәрәсләгән, ишшү игеҙ!
– Шулаймы?! Улайһа ике киноға барырһың!
– Ура! Рәхмәт ағай! – Зөлфирә йәнәшәмдән төшөп, тәтелдәп һүҙгә күсте. – Дәрестән ҡайтһам, кәзә ирәйеп ҡояшта ҡыҙынып ята, эргәһендә ике бәрәс йөрөй – береһе ап-аҡ, икенсеһе ҡап ҡара! Матурҡайҙар…
– Ҡара сәле, шулаймы?! – Ҡыуанып көлдөм дә күлдәгемдең шалбайған яғаһын төҙәттем.
Тик әле генә минең бит-йөҙөмә иғтибар иткән Зөлфирә аптырап китте:
– Эй, пүстәк, Зиннәттәрҙең һөҙгәк үгеҙе менән алыштым, урамға һыймай йөрөй ине, яҡшы булды...
– Шул. Инде кемгә йоғонорға белер, ҡойроғон борҙом ғына.
Ысынлап та, ихата йәмләнгәйне. Һеңлем менән кисә генә ишек алдын һепергәйнек, наҙлы нурҙарға ынтылып аяҡ аҫтында ҡаҙ үләне морон төрткән, баҡсалағы муйыл ҡыуағының бөрөләре шартларға етешеп бүрткән, иркендә тибенеп тауыҡтар кинәнә, ҡайһылары кетәктә ҡытҡылдай, ҡоймала, өйҙәге яңылыҡты бар ауылға ишеттерергә теләгәндәй, тамаҡ ярып әтәс ҡысҡыра. Алыҫта Һаҡмар шауы ишетелә, һыуы ярҙарына ҡайтҡансы ул шулай бер шашынып ярһып ала. Ҡайһылай матур был тормош тигәнең, әгәр әсәйебеҙ дауахананан ҡайтһа, донъябыҙ түп-түңәрәк буласаҡ.
Әллә ҡайҙан Аҡбай ҡыуана-һикерә йүгереп килеп етте лә алдан төшөп кәртә яғына ҡарай юрғаланы – үҙенсә һөйөнсөләүе ине уның да.
Кәзә ялан кәртә уртаһына ятҡан да күҙҙәрен йомоп керт-керт көйшәй, яҡынлаусыларҙы һиҙһә лә ҡымшанманы, башын текә тотоп ғорур ҡарашын атты, ҡарағыҙ, йәнәһе, һоҡланығыҙ минең бәрәстәремә!
“Ҡотолдоң былай булғас. Бәрәстәрең донъяға килгәс салырға ҡулдары бармаҫ…” Кәзәләргә ҡарап шулай уйланым. Үҙ фекеремә инаныуым тамам тынысландырҙы. Нишләп иртәгә ауыл буйлап кәзәләрҙе һуйырға сығалар ул, тип төпсөнөүсе Зөлфирәгә лә теләр-теләмәҫ кенә яуапланым.
– Күпте белһәң, тиҙ ҡартайырһың!
– Юғарынан шулай ҡушҡандар.
Ирмәк һорауға көлөп ебәрҙем:
– Бар, уйна, миңә тарихтан ҡабатларға кәрәк.
– Бөтәһен дә һуялармы? – Төпкөр Зөлфирә ҡуйырҙан-ҡуймай.
– Уларын ҡалдыралар, ти. Шул тиклем ҡанһыҙ түгел дә кеше. – Уйымдағының ысынбарлыҡҡа тап килеренә ышанып әйттем.
– Үҙең тотошон, тинең дә.
– Йөҙәтмә, тинем бит. Бар, йүгереп кенә барып Сәғиҙә апайға һөйөнсөлә. Ул да ике киноға инерлек аҡса бирһә, сала байый ҙа китәһең. Бар!
Тулы яуап ала алмауына ҡылтайып торған Зөлфирә үтә лә шәп тәҡдимдән йылмайып ебәрҙе, йән-фарманға урам яҡҡа йүгерҙе. Ҡайырылып ҡысҡырҙы:
– Апай һөйөнсөнө һиңә лә бирһә, уныһын ҡалайтайым?
– Үәт шәп була! Ул саҡта кибеттән һура торған ике «әтәс» тә алыр инем… Ағай, кискеһен кәзә бәрәстәрен өйгә индерһәк улар менән уйнармын, йәме?
Иртәнге китек күңелем түңәрәкләнде, кәйефем күтәрелде, ирәйеп ялан кәртә яғына тағы ла бер тапҡыр күҙ һирпкәс, өй яғына ҡарай атланым.
Иртәгеһен бер ни уйламай мәктәпкә киттем, дәрестәрҙе иғтибар менән тыңланым, ҡатнашып ултырҙым. «Кәзә!.. Кәзә!..» тип үсекләүселәрҙән кәйеф китеңкерәһә лә, асыуымды йөҙөмә сығарманым. Мәктәптән ҡайтышлай миңә кәзә һуйыусылар осраны: алдан күн плащының төймәләрен ысҡындырған Зиннәттең йоҡа кәүҙәһе ярпылдай, артынан участковый Яманғол эйәргән. Уның фамилияһын исем итеп йөрөтә лә ҡуялар. Былай артыҡ ҡырағаһыҙ, тип һөйләйҙәр, әммә тырпайған мыйығы, секерәйеп ҡараған сәгер күҙҙәре, биленә таҡҡан алтатары бигерәк уҫал итеп күрһәтә уны. Йәнә аҙ һүҙле Яманғол, табышын эҙләгән тоҡом этеләй, гелән темеҫкенеп, нимәлер эҙләп үткәрә ваҡытын. Участковыйҙы йыш ҡына ырҙын табағында, баҫыуҙа, мәжлес барған йорт тирәһендә, хатта мәктәптә күрергә мөмкин. Енәйәтселәр, тәртип боҙоусылар мәктәп эсендә йөрөмәҫе билдәле, шулай булһа ла, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тигән әйтемгә ҡарап эш итәлер, моғайын. Уҡытыусылар ҙа тыңлауһыҙ уҡыусыны уның исемен әйтеп ҡурҡыталар. Шөрләйҙәр унан, һипһенәләр. Кемдең генә район үҙәге Яланайырҙа төрмәлә ултырып ҡайтҡыһы килһен. Әле лә кәзә һуйыусыларҙы ҡурсып йөрөүелер Яманғолдоң. Арттан ауылдың эскеселәре – аҡыш күҙле Хәмит, аҫҡаҡ Мәжит, йәнә энә йотҡан эт ише кәкрәйгән Рәхмүшйән-зимагор эйәргән.
Зимагор минең тапҡырға еткәс мәғәнәле итеп күҙ ҡыҫты, һинең кисәге үтенесеңде ҡәнәғәтләндерҙек, тип әйтергә теләне, шикелле. Мин дә, аңланым, тип йылмайып баш ҡаҡтым. Тимәк, бәлә беҙҙе аяны, ситләтеп үтте. Төркөм ҡояшлы көндә ерҙән йүгергән бәләкәй болот күләгәһеләй ары китте.
Ишек алдына боролдом да аптырауҙан ҡатып ҡалдым: кисәге урында кәзә дүрт тояғын юғарыға күтәреп салҡан ята. “Булмаҫ!” Портфелемде күтәрмәгә ташланым да шул яҡҡа ҡарай йүгерҙем: кәзә йәйелгән ҡан күләүегенең уртаһында йөҙә, йылымыс боҫ өҫтөндә безелдәшеп яңы терелгән рәшә себендәре оса. Быялаланып ҡатҡан күҙҙәр донъяға аптырап та, рәнйеп тә ҡарайҙар төҫлө. Иртәнге һалынған бесән яртылаш ашалған, ярты биҙрә тоҙло һыу бүҫкәрә төшкән, уның өҫтөндә йәшел бесән онтаҡтары йөҙә… Ә игеҙәктәр ҡайҙа? Уларҙы бит иртәнсәк юрамал инәләренә ҡушып киткәйнем. Өтәләнеп кәртә эсенә индем, шунан ишек алдын ҡараштырҙым. Зым-зыя юҡҡа сыҡҡайны бәрәстәр. Әллә эт-ҡош алдымы? Улай тиһәң, малды аҡыллы Аҡбай һаҡлай, сит-ятты яҡын да ебәрмәй.
Ҡойроғон бот араһына ҡыҫып эт өңөнән сыҡты.
– Бәрәстәрҙе күрмәнеңме, Аҡбай?
Эт рыя ғына ҡойроғон болғаны, аҡыллы күҙҙәре менән миңә төбәлде, йөнтәҫ томшоғо еүешләнгән, әллә илай инде…
Уңғансы булмай Зөлфирә ҡайтып инде.
– Кәзәне һуйғандар, бәрәстәрен таба алманым. – Башымды түбән эйҙем.
Зөлфирә йөҙөн боҙоп иларға етеште, һүҙҙәре тамаҡ төбөнән һығылып сыҡты:
– Мин бая дәрестән ҡайтып, исмаһам, бәрәстәрен булһа ла ҡалдырһындар, тип уларҙы урындыҡ аҫтына йәшереп киткәйнем…
Ялан кәртәгә сығарылған ас бәрәстәр инәләренең һалҡын еленен төрткөләргә тотондо. Ҡабарып тулышҡан имсәктәрҙән ҡуйы һөт атылып сыҡты ла етемәктәр менән ойоған ҡан өҫтөнә сәсрәне…
Хрущев үлгәс ҡәберенә бюст ҡуйғандар, ундағы һындың яртыһы – ҡара, яртыһы аҡтан эшләнгән, имеш, тип тә һөйләнеләр аҙаҡ. Шул дәүерҙең эстәлеген тотоп ала белгән талантлы һәм зирәк скульптор яһағандыр бюсты, бәлки, элекке ил башлығы уның да яҙмышына ошо ике төҫтө һылағандыр…