Күпер аҫтында (тәүге тарих)
“Күпер аҫтында” тип һөйләһәләр ҙә, күпер аҫтын күҙ алдына килтерергә кәрәкмәй, һүҙ күперҙән түбәндә ағып ятҡан һыу хаҡында. Элек-электән ауыл халҡы тап бына шунда һәр кем танырлыҡ итеп ағас ҡаҙап, шуға киндер бәйләп, батырып ҡуя торған булған. Ебетергә ҡуйылған киндер көлтәләре өҫтөнә кемдер, беләк оҙонлоғондай ҙа булмаҫ, яңы тыуған сабый бала ташлап киткән.
Быҙауҙарын аръяҡтағы болонға ҡыуып ҡайтып килгәндә Фәтих ҡарт шишмәгә төшөп битен-ҡулын йыуып ала. Боҙҙай һалҡын һыу менән танһығын да ҡандырғас, арығандары бөтөп, бөтә ағзалары еңеләйеп ҡалғандай була, үҙен йәшәреп киткәндәй тоя. Көндөң шулай матур башланыуына кәйефе күтәрелгән ҡарт, ҡоро ҡағыҙ кеүек ҡыштырлап торған ҡулын кәзәкейе аҫтынан тубығына хәтлем төшөп торған күлдәгенә һөртә лә, өҫкә алып менгән текә һуҡмаҡ буйлап оло юлға сыға.
Йылға ярына еткәс, бер аҙ хәл йыйып, сихәтләнеп, ян-яғына күҙ һала. Алдында йәйелеп ятҡан йылға өҫтө аҙ ғына шаҙраланып тора, ямғыр һыуынан быуа тулышып киткән, баҫма өҫтөндә лә һыу сайҡала. Әммә уға оҙаҡ ләззәтләнергә тура килмәй, сөнки ҡарғаларҙың аяуһыҙ ҡарҡылдашҡаны ишетелә, етмәһә, өҫтә ҡоҙғон ҡысҡыра.
Ҡарт тауыш килгән яҡҡа борола һәм күпер аҫтында ҡара болоттай ҡайнашҡан ҡара ҡарғаларҙы аңғара, киндер көлтәләре өҫтөндә лә нимәлер күренгәндәй.
— Нимә бар унда? — тип, аҙымын тиҙләтә. Ярҙан түбән төшкәс, көлтә өҫтөндәге нәмәне шәйләй, әммә ҡылау баҫҡан күҙҙәре был әйберҙең нимә икәнен төҫмөрләмәй.
— Һош! Һош! Ҡәһәр һуҡҡырҙар, нимә таптығыҙ бында? Һош!
Ҡарғалар береһен-береһе уҙҙырып ҡарҡылдай, ҡанаттарын ҡағып, ситкә һикерә, әммә табышын ташлап киткеһе килмәй, ҡамасаулаған ҡартты уралап, ҡанаттарын йән көсөнә һелтәп, һауаны ярып осалар ғына. Ҡарт ергә ултырып аяғындағы сабатаһын, ойоҡбаштарын сисә лә һыуға керә. Яҡын килгәс, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай тора. Йыртҡыс ҡоштарҙан һаҡланырға маташҡандай, мәрйендәй ап-аҡ тырнаҡлы йоҙроҡтарын йомарлап, башын ҡаплаған килеш бөгәрләнеп ҡатып ҡалған йән эйәһе була ул. Ҡарт таяғы менән һелтәнеп, ҡарғаларҙы ян-яҡҡа ҡыуа башлай. Табыш тәмен һиҙгән йыртҡыс ҡоштар, таяҡтан ҡурҡып осоп китер урынға, киреһенсә, ҡарттың баш осонда ғына уралана. Таяғын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, табылдығын ярға алып сыға. Бәләкәс кәүҙә боҙ кеүек һалҡын һәм бик ауыр тойола.
— Тонсоҡторғандар, тапҡандар ҙа һыуға һалғандар, ер йотҡорҙар. Йәшәйем тип тыуған сабыйҙы тонсоҡторғандар. Шул тиклем йәнһеҙ кешеләр булыр икән ер йөҙөндә. Әҙәм аҡтыҡтары.
Ҡарт күптән сабаталарын кейһә лә, урынынан тиҙ генә ҡуҙғалып китә алмай ултыра. Ниһайәт, уйламағанда тапҡан ауыр йөгөн сабыуына һала ла, бер ҡулы менән һаҡ ҡына күтәреп тотоп, ҡайтыу яҡҡа атлай.
— Терпе балаһы таптыңмы әллә? Ейәндәреңә алып ҡайтаңмы?
Ҡарт ҡайырып тотҡан күлдәк итәген ҡыҫыбыраҡ тота ла, күршеһен аптырашта ҡалдырып, шәберәк үтеп китергә ашыға. Үҙенең йортон уҙып, мәсет ҡарты Зәйнетдиндең тәҙрәһен сиртә. Уға энәһенән-ебенә тиклем һөйләп бирә.
Зәйнетдин ҡарт ниндәйҙер эш менән мәшғүл улына өндәшә:
— Бар, Төхвәтулла ҡартты алып кил.
Төхвәтулла килгәс, Фәтих ҡарт башынан үткәндәрҙе тағы бер ҡат һөйләп сыға:
— Барғанда бер нәмә лә аңғарманым, әллә үҙем шәйләмәнем, әллә ул саҡта ысынлап та бер нәмә лә булмағанмы, кем генә белә инде. Ә бына ҡайтып килгәндә… Ҡарғалар ҡар ҙа ҡар...
Улар икеһе ике яҡтан ултырып, тыныс ҡына хәбәрләште. Зәйнетдин ҡарт, өйҙән килеп сығып уларҙың хәбәренә эләккән ҡарсығына:
— Йыуындырып, төрөп бир, — ти.
Ғәлимә ҡарсыҡ башта аптырап ҡалһа ла, үҙен тиҙ ҡулға ала, үҙ-үҙе менән һөйләшә-һөйләшә эшкә керешә. Ҡарты әйткәнсә, мәйетте йыуа, тотонолған булһа ла, таҙа сепрәккә төрә.
Шәрәф ҡарт килеп еткәс, Фәтих арттырмай-кәметмәй, нисек бар, шулай барыһын да ҡабаттан һөйләп сыға:
— Аяғымды систем дә һыуға керҙем. Ҡараһа-а-ам...
Көн оҙоно мәсеттә намаҙ уҡып ултырмаған, һәр ауыл кешеһенә хас тормош көткән, күп аҡыл һатҡан кеүек тойолһа ла, ысынында бик аҙ һөйләгән, сит кешеләргә генә түгел, таныштарына ла ышанып бармаған, әллә ни эш тә ҡырмаған, әммә тик тә ултырмаған ҡарттар бер аҙға тын ҡала. Ғәҙәттәгесә, һүҙҙе Зәйнетдин ҡарт башлай:
— Эйе, эйе, Аллам һаҡлаһын, үрәтниктәр килеп етер, ғәйеп эҙләр...
— Беҙҙекеләр булмаҫ, ситтән килтереп һалғандарҙыр,—ти Төхвәтулла. Шәрәф ҡарт бер һүҙ ҙә өндәшмәй.
— Шулайҙыр, беҙҙекеләр түгелдер.
— Беҙҙән шулай көлмәк булалар.
— Хәҙер ауыл тулыр, старостаға ишетелер. Күпер урамының ғына эше, тиерҙәр.
— Раҫ әйтәһең! — Ниһайәт, Шәрәф ҡарт та үҙенең һүҙен әйтеп ҡуя
— Әҙәм балаһы бит, ясин сығайыҡ та, — тип Төхвәтулла күҙҙәрен һыпырып, усын күтәрә.
Ҡарттар, уҡып бөткәс, һаҡалдарын һыйпап, ҡулдарын түбән төшөрә.
Һөйләшелгәнсә эшләйҙәр. Зәйнетдиндең малайы атын егеп, урамға сыға, Фәтих ҡарт ултырғас, ҡуҙғалалар. Соҡорҙарҙа арба һелкенеп киткәндә, төшөп ҡалмаһын тип, егет көрәкте тотоштороп килә. Фәтих ҡарт итәгендә ятҡан төйөнсөгөн әйбер менән ҡаплағас, халыҡ уны-быны абайламай. Кеше ниндәй йомош менән йөрөмәҫ?!
Улар әле генә ҡарт килгән юл менән күпер аша сыҡты ла, боролмала күҙҙән дә юғалды.
Әллә ни ҙур ҙа, тәрән итеп тә ҡаҙманылар, ҡәбер ауыҙын ғына асып, йәшәргә насип булып тыумаған, анаһы ҡуйынына алмаған сабыйҙы ер ҡуйынына тыҡтылар.
Кейәүемде ғәфү итәм (икенсе тарих)
Ауылда боронғолар, берәйһенең тыуыуы, үлеме хаҡында асыҡлыҡ индерергә кәрәкһә, “был ураҡтан һуң” йәки “тәүге ҡар төшкәс” тигән.
Бесән ваҡытында Камалетдиндың кейәүе Сабиръян ҡатынын үлтергән.
Биш балаһының иң кесеһе әсәһен бөтөнләй белмәй, олораҡтары яҡшы иҫләй, иң оло улы атаһына хөкөм сығарған ауыл йыйынын да хәтерендә тота.
— Һин ҡатыныңа һәнәк менән сәнстеңме?
Халыҡ араһында Сабиръяндың ҡәйнәһенең үкереп илағаны ишетелеп ҡала:
— Үлтерҙе, күҙемдең нуры, берҙән-бер баламды үлтерҙе!
Мәсет ҡарттары, йыйынға тиклем Камалетдинды яндарына саҡырып алып, бына шуларҙы асыҡлай.
Сабиръян күршеһе менән бесән өйә. Ике ат егеп барғас, ҡараңғы төшөүгә саҡ эштәрен тамамлайҙар.
— Хәҙер өҫтәл әҙерләйем, — ти йүгереп йөрөп кәбән тирәһен тырмалаған ҡатыны.
Өҫтә торған Сабиръянға күршеһе:
— Тороп тор, хәҙер һине төшөрөргә арҡан алып киләм, — ти ҙә юҡ була.
Хужа һәнәген аҫҡа һелтәп ебәреүе була, “ай!” тип йән йыртып ҡысҡырған тауыш ишетелә. Сабиръян ырғытҡан һәнәк кәбән төбөндәге бесәнде эскә төртөп йөрөгән ҡатынына барып ҡаҙала…
Ҡарсыҡ-ҡорсоҡ йыйылып өшкөрөп тә ҡарай, яраһынан йәне сыҡмаһын тип, яндырып тире киҫәге лә ябалар, һәнәк осо әллә ни тәрәнгә кермәһә лә, бер-ике көн ятҡандан һуң, ҡатын үлеп китә.
Көн оҙоно мәсеттә намаҙ уҡып ултырмаған, һәр ауыл кешеһенә хас донъя көткән, күп аҡыл һатҡан кеүек тойолһа ла, ысынында үлсәп кенә һөйләгән, сит кешеләргә бик ышанып бармаған, улай ғына тиһең, таныш булғандарына ла һынап ҡына ҡараған, әллә ни эш ҡырмаған, әммә тик тә ултырмаған ҡарттар Камалетдинға былай ти. Ғәҙәттәгесә, һүҙҙе Зәйнетдин ҡарт башлай:
— Ҡыҙыңды инде кире ҡайтара алмаҫһың…
— Балалар хәйерселәп сығып китһендәрме ни? — һүҙгә Төхвәтулла ҡарт ҡушыла.
—Раҫ әйтәһең!— Ниһайәт, Шәрәф ҡарт та үҙенең һүҙен әйтеп ҡуя.
Аҙаҡ Камалетдин, халыҡ алдына сығып, былай тигән:
— Мин кейәүемде ғәфү итәм, сөнки ҡараңғыла ул ҡатынын күрмәгән, күрһә, бер ҡасан да уның өҫтөнә һәнәк төшөрөп ебәрмәҫ ине.
Волость канцелярияһына китәһе ҡағыҙға, Сабиръяндың ҡатыны Шәһиҙә һыуға батып үлде, тип теркәп ҡуялар.
Килмешәктәр (өсөнсө тарих)
Үткән быуаттың башында, ялан яҡтарындағы ҡоролоҡтан, уның артынан килгән аслыҡтан ҡасып, беҙҙең яҡтарға бик күп халыҡ күсенеп килгән. Ни тиһәң дә, урманда малға ла, кешеләргә лә йәшәрлек шарттар булған.
Ҡайһы берҙәре, ҡайын туҙы менән башын ҡаплаған ҡул арбаһына бәләкәс балаларын ултыртып, юҡ-бар әйберен шунда тултырып, тәртәнәгә бәйләп ҡуйылған күрәһен күргән ҡоромло сәйгүндең ян-яҡҡа бәрелеп шалтырауы аҫтында улар алға атлаған.
Ҡайһы берҙәре, арыҡ атын егеп, арба өҫтөнә әйберҙәрен өйөп, яланғас аяҡтарын һәлендертеп бала-сағаһын тейәп, юлға сыҡҡан. Артҡа бәйләнгән һыйыр, башын сайҡап мөңрәп, юл ситендә үҫеп ултырған үләндәрҙе эләктереп алырға тырышҡан.
Килмешәктәрҙе ауылға индерергәме, юҡмы? Ауыл халҡы кәңәш ҡорған. Староста халыҡты йыйған, ә үҙе ҡарар ҡабул итмәгән, сөнки ул бик аҡыллы кеше булған, тиле-миле кешеләргә етди вазифаны ышанып тапшырмағандар. Ниндәй кешеләр икәнен кем белә, эсен ярып ҡарарға улар алма түгел бит, шуға:
— Йәмәғәт, нимә уйлайһығыҙ? — тип һораған.
Барыһы ла баштарын мәсет ҡарттарына табан бороп:
— Ҡарттар ни әйтер? — тигән.
Көн оҙоно мәсеттә намаҙ ҙа уҡып ултырмаған, һәр ауыл кешеһенә хас донъя көткән, күп аҡыл һатҡан кеүек тойолһа ла, ысынында иһә йышыраҡ тынын да сығармаған, сит кешеләргә генә түгел, таныш булғандарына ла бик ышанып бармаған, әллә ни эш тә ҡырмаған, әммә тик тә ултырмаған ҡарттар бер аҙға тын ҡала. Ғәҙәттәгесә, Зәйнетдин ҡарт һүҙ башлай:
— Ниндәй һөнәрең бар? — ти ул килгәндәргә.
— Мис сығара беләм, — тигән берәүһе.
— Кейем тегәм, — ти икән икенсеһе.
— Быйма баҫам, — булған өсөнсөһөнөң яуабы.
— Беҙҙең быйма баҫыусыбыҙ бар, һин Тәкәгә кит, уларҙа юҡ,—тигән Төхвәтулла, ә ҡыҫылмай ғына ултырған Шәрәф ҡарт:
— Раҫ әйтәһең! — тип ҡуйған.
— Тегенсене һәм мейес сығарыусыны яҙға хәтлем ҡалдырып торайыҡ. Һин Миңкамал мәрхүмәнең өйөнә кер, ә һин — Сәхипъямалға. Ҡарсыҡты рәнйетһәгеҙ, вон далой!
— Раҫ әйтәһең! — Шәрәф ҡарт та үҙенең һүҙен әйтеп ҡуйған.
Әгәр килгән кеше булдыҡлы икән, һалымын да ваҡытында түләп торһа, халыҡҡа ла яраһа, уны ҡалдырғандар. Билдәле булыуынса, халыҡҡа ярауы ауыр, шуға күбеһенең артабанғы яҙмышы былай хәл ителгән:
— Иртәгә эҙең дә булмаһын — һыйырыңды һуйып ашайбыҙ.
Әгәр әйткәнде тыңламай торһа, йылға буйында килмешәктең һыйырын һуйып, бер нисә ҡаҙан аҫып, бешереп ашағандар.
Киреләнгән бисараны, аяҡ-ҡулын бәйләп, арбаһына ырғытҡандар, ҡатынын, бала-сағаһын тейәп, сыбыртҡы менән атына һыҙырып, ҡыуып ебәргәндәр.
Ярай ҙа шулай иткәндәр, уҫал булмаһалар, урамы-урамы менән килмешәктәрҙе йыйған, сит арбаға ултырып, уларҙың йырын йырлаған Оло Әкәтәй халҡы шикелле, үҙ телдәрен дә онотҡан булырҙар ине.
Революция ла беҙҙең яҡта башланған, тиҙәр. Яманйылға ауылы халҡы, аҡсаға алданып ер бирә торғас, хатта мал көтөр болондары ла ҡалмаған, шунан халыҡ һәнәк-балта менән ҡоралланған да килмешәктәрҙе ҡыуырға сыҡҡан.
Беҙҙең мәсет ҡарттары шикелле, ер һатыу—ил һатыу, тип тылҡып торған кешеләре булһа, әлбиттә, ундай хәлдә ҡалмаҫтар ине.
Мин был хаҡта әле һүҙ сыҡҡанға ғына әйтәм, бәлки, улай булмағандыр ҙа.
Донъяның аҫтын өҫкә килтергән быуат башланғас, ”контрреволюцион пропаганда” тип, аръяҡҡа китергә өлгөрмәй ҡалған ҡарттарҙы ҡулға алалар. Был хәл 1928 йылда ҡырпаҡ ҡар төшкәс була. Форма кейгән яңы власть кешеләре мәсет ҡарттары артынан ҡараңғы төндә киләләр. Зәйнетдин ҡартты йортонан алып сығып барғанда, ҡарсығы:
— Ҡайҙа алып китәһегеҙ ҡартымды? — тигәс, фуражкаһындағы йондоҙо ай яҡтыһында ялт-йолт килгән берәүһе:
— Баланда ашатырға: «крупинка за крупинкой, бегают с дубинкой». Ашағаның бармы? Теләһәң, һине лә алып китәбеҙ.
Ниндәй аҡыллы булһалар ҙа, был хәлде аңларға һәм бер-береһенә аңлатырға мәсет ҡарттарының үҙҙәренең дә башы етмәй.
Бер ярма артынан икенсеһе суҡмар тотоп ҡыуалаған аштың тәмен татып ҡарарға тура киләме ҡарттарға, юҡмы – был хаҡта, ниндәй зиһенле кеше булһа ла, хатта Рәхимъян бабай ҙа белмәй.