Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
24 Ғинуар 2019, 14:59

Ҡайҙан тыуа әҙәм аҡтығы?

– Мин һинең ысын әсәйең түгел. Инде һиңә 18 тулды. Белергә тейешһең, – тигән һүҙҙәрҙе әйткән Илфирәнең күҙҙәренә аптыраулы ҡарашын төбәп, Марс шаңҡып ҡала.

Ҡайҙан тыуа әҙәм аҡтығы?

Битарафлыҡ менән алдаҡтан

Һеҙгә бәйән итәсәк йәш кешенең тормошо уйлап сығарылманы. Бары тик теге йәки был хәл-ваҡиғаға ҡарашым ғына үҙемдеке. Ул егеттең әлеге мәлдәге яҙмышы ла билдәһеҙ миңә. Күп йылдар буйы йөрәгемде өйкәп, башҡа бер кем менән дә ҡабатланмаһын ине бындай хәлдәр, тип теләп йөрөгән уйҙарымды ҡағыҙға теҙәм. Исемдәрҙе үҙгәртеп бирәм.

“Улым тыуҙы!”

Улдары тыуыу һөйөнөсөнән үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән Хәлим, күстәнәстәр тейәп, бөгөн дә бала табыу йортона ашыҡты. Сәлимәһе уны ашҡынып көтәлер. Кисә кис тәүгә улын ҡосағына алған бит ул. “Шалҡандай һау-сәләмәт сабый. Йылмайыуы тап һинеке, кәүҙәгә лә үҙеңә оҡшап һомғол булмаҡсы”, - тигәйне бит кәләше. Бына таныш тәҙрәләр.
– Сәлимә-ә-ү! Мин килдем! – тип һөрәнләне Хәлим. Моғайын, улымды имеҙгән сағылыр, йә керҙәрен йыуалыр, тип йыуатты үҙен, тәҙрәлә таныш йөҙ һаман күренмәгәс. Уның тауышына Сәлимәнең палаталаш күршеһе ҡараны ла, икенсе яҡтан инергә кәрәклеген ымлап, күҙҙән юғалды. Әллә бөгөн үк сығарырға булдылар микән? Әҙерләнеп тә килмәгән бит әле. Әллә… бер-бер хәл булдымы? Яман уйҙарҙы башынан тиҙерәк ҡыуырға теләп, әйтелгән яҡҡа ашыҡты. Дежур шәфҡәт туташының “реанимация” тигән һүҙҙәрен генә хәтерләй. Балаһын имен-аман табыуға бер аҙна үткәс, өҙлөгөп, температураһы кинәт күтәрелеп киткән ҡатынының йәне ҡыл өҫтөндә ине. Сабыйҙары иҫән-һау.
Хәлим көндәрҙең, аҙналарҙың иҫәбен юғалтты. Сәлимәне вертолет менән ашығыс рәүештә Өфөгә юлланылар. Баш ҡаланың иң көслө табиптары бар мөмкинлекте ҡулланып көрәште Сәлимәһенең терелеүе хаҡына. Хәлим үҙе дауахананан ҡайтып инмәне. Ниндәй дарыуҙы һораһалар, ҡаланың бер осонан икенсеһенә сапһа-сапты, әммә тапты. Һөйләшә алыр хәлгә килгәс, Сәлимәнең тәүге һорауы сабыйы тураһында булды. Хәлим улдарына үҙҙәре күптән хыялланған исемде ҡуштырғайны.
– Марс. Рәхмәт, мин теләгән исемде ҡушҡанһың. Әле ҡайҙа һуң? – тип борсолдо Сәлимә.
Өфөлә йәшәүсе ағаһы менән еңгәһенең әлегә Марсты тәрбиәләп тороуҙарын белгәс, күңеленә йылы йүгерҙе.
Хәлимдең әсәһе лә, Сәлимәнеке лә алыҫта, ауылда йәшәйҙәр. Ауыл ерендә яһалма һөт табыуы ҡыйын. Етмәһә, сабыйҙың ике ҡартатаһы ла ауырый, үҙҙәре тәрбиәгә мохтаж. Хәлим үҙе генә ҡарар ине лә улын, ҡатыны янынан китә алмай. Өҫтәүенә, Өфөлә торор урыны ла юҡ. Бөгөн бында, иртәгә тегендә ҡунып йөрөй. Күберәген дауаханала ҡала. Ә Сәлимәнең ағаһы Илдар менән еңгәһе Илфирәнең, биш йылдан артыҡ бергә йәшәһәләр ҙә, әлегә балалары юҡ. Илфирә һаман өмөтөн өҙмәй дауалана. Күңел бошоноуҙарын баҫырға сабый бик килешеп ҡалды, бәләкәсте ҡулдарынан төшөрмәйҙәр. Шуғалырмы, Сәлимә лә малайын килтереүҙәрен һорап йонсоманы. Хатта бер тапҡыр: “Әгәр ҙә минең менән берәй хәл була ҡалһа, Марсты үҙең тәрбиәләй алмаҫһың, ағайым менән еңгәйемә уллыҡҡа бир ҙә, үҙең ярҙам итеп торорһоң”, - тип әйтеп һалды. Ағаһын да, еңгәһен дә бик яҡын күрә ул. Өҫтәүенә, бер килгәнендә еңгәһе үҙе лә Марсты тәрбиәләүҙән ҡыйынһынмауын белдерҙе.
Шул ятыуынан тора алмаҫын һиҙгәндер Сәлимә. Яҙҙың сыуаҡ иртәһендә кескәй Марсты ла, Хәлимен дә яңғыҙ ҡалдырып, яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Иге-сиге булмаған ҡара ҡайғыларҙан бөгөлмәҫтәй тойолһа ла, Хәлим ныҡ ҡына ҡаҡшаны. Ҡара сәстәре бер аҙнала ағарып сыҡты, күҙҙәре төпкә батты, яурындары шиңеп ҡалды. Сәлимәһенең фотоһүрәтенә текләп, төндәрен йоҡоһоҙ үткәрҙе. Улар икеһе лә күптән түгел генә юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡасабаға эшкә ҡайтҡайнылар. Марстары тыуғансы бер әбейҙә фатирҙа торҙолар. Үҙ фатирҙары булһа ла, бәлки, Сәлимәһенең улын үҙе генә тәрбиәләр ине. Ни ҡылырға белмәй, тағы ла ҡайнағаһы менән еңгәһе янына килде.
Улар, йәш атайҙың ай-вайына ҡуймай, Марсты үҙҙәрендә ҡалдырырға өгөтләнеләр. “Һуңғараҡ, ҡайғың баҫыла төшкәс, ниндәй ҡарарға килеүеңде әйтерһең”, - тинеләр.
Шулай итеп, тыуып та өлгөрмәй әсәйһеҙ ҡалған Марс Өфөләге туғандарында йәшәй башланы. Хәлимгә улының сәләмәт үҫеүе ҡәҙерле ине. Үҙ күҙҙәре менән күрҙе – яратып тәрбиәләйҙәр. Бер нисә айҙан Илфирә менән Илдар Марсты уллыҡҡа алды. Хәлим хәленән килгәнсә ай һайын аҡсаһын ебәреп торҙо. Килеп улын күреп тә киткеләне. Эштән бушап, йышыраҡ килә алмауына үкенде.
Марсҡа өс йәш тулыуға, һирәгерәк килергә ҡуштылар атай кешегә. Сөнки сабый Илдар ағаһын атай тип белә. Белһә икән Хәлим шул мәлдә Илфирәнең башындағы уйҙарҙың ҡайһы яҡҡа боролоуын! Шул көндә үк Марсын кире үҙенә алыр ине.

Сираттағы бер һынау

Хоҙайҙың ҡушҡанынан тыш, хатта ағастағы япраҡ та өҙөлөп төшмәй, тиҙәр. Был юлы ла Хоҙай Тәғәлә оло һынау ебәрә йәштәргә. Әсәйһеҙ ҡалған малайҙы үҙ улдары итеп алған ғаиләлә тәүге бала донъяға килә. Быныһы – Илдар менән Илфирәнең нисәмә йыл буйы көтөп алған үҙ емеше. Етмәһә, ул да ир бала.
Өс йәшлек Марсты ла, үҙҙәренең сабыйын да берҙәй ҡарарға тырыша йәштәр. Тик көнө буйы эштән ҡайтып инмәгән ирҙән йортта файҙа юҡ. Илфирә бер үҙе ике сабый менән ҡалған көндәрендә арманһыҙ була. Өҫтәүенә, үҙҙәренең улдары үтә сибек, сирләшкә булып тыуа. Әйләнгән һайын ауырый. Дауахана, аптекалар... Бына шулай йәш ир менән ҡатын һынау алдына баҫа.
Ә Хәлим был мәлгә, ҡайғынан хыялыйға әйләнеп китмәҫ өсөн, туғандарының кәңәш-ярҙамы менән яңынан өйләнә. Бик аҡыллы, егәрле ҡыҙҙы кәләшлеккә ала. Уларҙың да бер улдары донъяға килә. Марстың барлығын йәш кәләшенә әйтә лә ул Хәлим, тик уллыҡҡа алайыҡ тип өндәшергә ҡыймай. Хатта Өфөгә барып уны күрергә лә ҡурҡып йөрөй әле. Ҡайынйеңгәһе, һуңғы барғанында, башҡа килеп йөрөмә, атаһы бар икәнен белмәһен, тип ишек аша ғына күстәнәстәрен алып, хатта фатирына ла индермәгәйне. Нимәнән ҡурҡҡандарын да төшөнә, шикелле, Хәлим. Бер аҙ үҫә төшкәс, малай атаһына ҡайтып китһә, хөкүмәт биргән пособиены ала алмай бит улар. Бер барғанында Илфирәнең ҡыҙарған күҙҙәрен күреп, йоҡоһо туймай ахырыһы, тип уйлағайны. Уның баҙарға һатыуға сығыуын һәм иренән йәшереп кенә эскеләүен ҡайҙан ғына белһен Хәлим?
Ике бала менән ҡаңғырған Илфирә менән Илдарҙы ауылдағы инвалид атаһы ла, хаҡлы ялдағы әсәһе лә йәлләйҙәр. Өҫтәүенә килендәренең йәшел йылан менән дуҫлашыуы борсолоуҙарын арттыра. Йыш ҡына Марсты ауылға алып ҡайталар. Бына шулай, әкренләп, малай тулыһынса тиерлек өләсәһе менән олатаһы тәрбиәһендә ҡала. Илдар, ҡатынының алама ғәҙәтен белеп, бик борсола. Донъяға килгән сабыйҙары ла, өгөт-нәсихәт тә уны шешә ҡолона әйләнә барыуынан туҡтата алмай. Сир аҙа. Көн дә тиерлек шул сәбәптән янъял ҡупҡан йортта сит бала түгел, хатта үҙ сабыйҙарына ла иғтибар етмәй китә. Айырылышыу сигенә еткән саҡтары йыш була. Бер нисә тапҡыр Илдар, әйҙә алдамайыҡ, атаһына барып дөрөҫөн әйтәйек, Марстың киләсәген уйлайыҡ, ауылда ауырыу ҡарт менән ҡарсыҡ янында нимә күреп үҫә ул, тип әйтеп тә ҡарай ҡатынына. Тик тапҡан-таянғанын араҡыға түгеп өйрәнгән Илфирә уны тыңларға ла теләмәй. “Һин ҡарайһыңмы ни ул баланы? Өләсәһе, олатаһы бар, йөрөһөн шунда. Буштан килгән аҡса эсеңде тишәме?”– тип екеренә. Әлбиттә, ауылда һөт-ҡаймағы ла табыла, етем бала килгәнен ишетеп, күрше-күлән дә тәғәм ташый. Ҡыҙҙарының төҫө күреп, бер ауыр һүҙ тейҙермәй тырышып тәрбиәләй улар Марсты.
“Ағай, тип кенә әйтегеҙ, улымды күрәйем әле?”- тип Хәлим бер нисә тапҡыр килеп китә. Өҫтөнә кейем-һалым, төрлө мәктәп кәрәк-ярағы алып бирә. Хатта шунда ла, килендәре асыуланыр тип, Хәлимгә дөрөҫөн әйтмәйҙәр. “Килен ауырып тора, шуға бер аҙнаға ғына килтереп ташланылар”,– тип йомшарталар килеп тыуған бәләне.
Әле килеп икенсе ҡатыны үкенә: “Әгәр шунда уҡ миңә дөрөҫөн еткерһәләр, Марсты үҙебеҙгә алыр инек. Мин һис тә ҡаршы булмаҫ инем. Хәлим бит барып ҡайтҡан һайын, Марс бик матур йөрөй, һәйбәт ҡарайҙар, тине”.
Йылдар үтә тора. Марс үҫмер йәшенә етә. Уллыҡҡа алған атаһы менән әсәһен айына бер-ике көн, улары ауылға май, ҡаймаҡ, бәрәңге тейәп китер өсөн ҡайтҡан мәлдәрендә генә яҙа-йоҙа күреп ҡала. Өләсәһе менән олатаһын ярата. Изге күңелле кешеләр була улар. Тик мәктәпкә барғас ҡына ауырлыҡтар башлана. Тиктормаҫ холоҡло, нимә теләй, шуны ҡылып үҫкән малайҙың уҡырға бер ҙә теләге булмай. Көнөн урамда үткәрә, ҡайҙа теләй, шунда бара, нимә теләй, шуны эшләй. Урам малайҙарына эйәреп тәмәке тартырға, һүгенергә өйрәнә, араҡы-шараптан да баш тартмай, өләсәһенә ҡаршы өндәшә, тыңлашмай башлай. Урлашырға ғәҙәтләнә. Бына шулай көскә урта мәктәпте тамамлай Марс.

Тәүге тапҡыр дөрөҫлөктө әйтеү

– Мин һинең ысын әсәйең түгел. Инде һиңә 18 тулды. Белергә тейешһең, – тигән һүҙҙәрҙе әйткән Илфирәнең күҙҙәренә аптыраулы ҡарашын төбәп, Марс шаңҡып ҡала. Нисек инде әсәһе түгел? 18 йыл буйы бер кем дә - өләсәһе лә, олатаһы ла, хатта күршеләре лә был турала ауыҙ асып һүҙ өндәшкәндәре булманы ла баһа?! Шунса йыл буйы әсәй булып йөрө лә, бер көн килеп барыһынан да ваз кис инде! Марстың һыймай был ысынбарлыҡ. Ә икенсе яҡлап уйлағанда, ауыҙынан бер ҡасан да һаҫыҡ араҡы еҫе китмәгән йыуан кәүҙәле, гел генә үҙен орошоп торған, килгәнендә “уҡыуың нисек?”тип һорай ҙа белмәгән әсәһен бик яратмай ҙа ине ул. Уның әсәһе матур ҙа, аҡыллы ла, һөйкөмлө лә булырға тейеш.
Бер аҙ иҫ йыйғас, Марс ысын әсәһе тураһында һорашты. Илфирә менән Илдар уны фотоһүрәттән бөҙрә сәстәрен яурынына һалған, ҙур ҡара күҙле, һөйкөмлө апай текләгән бер ҡәберлеккә килтерҙеләр. Оҙаҡ, бик оҙаҡ ҡарап торҙо ул ошо һүрәткә. Бала сағында ла күмәкләшеп килә торғайнылар бында. Барыһы ла йәшле күҙҙәрен Марсҡа төбәй ҙә, өнһөҙ генә ҡайтып китә инеләр…
Егет кеше ныҡ булырға тейеш. Марс бер тамсы күҙ йәшен күрһәтмәне был көндә. Шулай ҙа аҙаҡ, яңғыҙ ҡалғас, ошо ҡәберлек янына яңынан килде. Бик оҙаҡ ултырғандан һуң: “Әсәй!” – тип шыбырланы. Шул сағында фотоһүрәттәге һылыу ҡатындың сәстәре елберләп киткәндәй булды. “Әсәй, минең теге әсәйемә барғым килмәй. Күргем дә килмәй! Атайым да мине яҡлаша алмай. Ярҙам ит!”– тип бышылданы уның хәлһеҙ ирендәре. Әгәр әсәһе тере булһа, урам малайына әүерелмәҫ ине, моғайын. Бөгөн үк ер сигенә сығып китһә лә, олатаһы менән өләсәһенән башҡа бер кем дә уны хәтеренә төшөрмәҫ кеүек тойолдо уға. Улары ла бер аҙнанан, бәлки, оноторҙар, үҙҙәренең хәстәрҙәренә сумырҙар… Артындағы ботаҡ һынған тауышҡа уйға талған малай тертләп китте. Ҡайынға һөйәлеп уның атаһы тора ине. Әкрен генә атлап Марс янына килде, сәскәләр шәлкемен ҡәбер ташына һалды.
– Марс, әсәйең һине ҙур үҫтерергә, ҡәҙерләп тәрбиәләргә бик теләгәйне. Тик… сир көслөрәк булып сыҡты, – тине ул бер аҙҙан.
Марс өндәшмәне. Нимә тип әйтергә лә белмәй ине ул. “Минең ысын атаһы түгеллегемде белһә, ни ҡылыр? Ҡасан булһа ла был дөрөҫлөктө әйтергә кәрәк бит Марсҡа. Хәҙер үк тәүәккәлләргә лә ҡуйырғамы?”– тип өҙгөләнде Илдар, яурынына башын һалып ҡатып ҡалған улының арҡаһынан ҡағып.
– Атай, һеҙҙең күҙҙәрегеҙ оҡшаш булған икән. Ҡара, ана әсәйемдеке лә ҙур, түңәрәк ҡара күҙҙәр, - тине бер аҙ тынысланғандан һуң Марс.
– Туғандар оҡшаш була инде ул, – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Илдар.
– Нисек? Атай менән әсәй туған буламы?
– Марс, барыбер әйтерҙәр, барыбер белерһең – был ҡәберлектә һинең әсәйең, ә минең бер туған һеңлем ята, – тине Илдар Марстың яурынынан ҡосоп.
Бындай яңылыҡты ишеткәс, кинолағы кеүек, һин алдаҡсы, мин һине күрә алмайым, тигәнерәк һүҙҙәр менән шашынып битәрләй башларға тейеш һымаҡ Марс, шымып ҡалды. Уның башында был ике яңылыҡ бер нисек тә урын таба алмай аҙаплана. Нисек инде? Был оло донъяла бер генә лә яҡын кешеһе юҡмы ни?
–Теләһәң, атайыңа алып барырбыҙ…
– Атайыма?
– Атайың тере. Алыҫта йәшәй…
Марс аптырап ҡатып ҡалды. Уның ысын атаһы тере! Әлбиттә, әлбиттә уны бик күргеһе килә! Ҡасан ғына ысын атаһын күрер икән?! Иртәгеһенә салбар, күлдәктәрен дә үҙе йыуып алды. Егеттәр саҡырһа ла, тышҡа сыҡманы. Йорттағы бөтә эштәрҙе лә емертеп эшләп ташланы…

Атай, атайым бар минең!

Бына Марс Илдар менән поезда ысын атаһын күрергә китеп бара. Марсты матур итеп кейендерҙеләр. Ауылдан күстәнәстәр һалдылар. Ҡалала йәшәй икән атаһы. Илдар атаһы алдан уҡ киҫәтеп ҡуйҙы – әгәр ҙә уларҙы ҡабул итмәһәләр, бер көн торорға ла, ҡайтырға. Ҡала ерендә артыҡ кешене хәстәрләү еңел түгел. Үҙҙәренең башынан үткән.
Ирҙең үҙ хәстәре баштан ашҡан. Теге көндән һуң Марс Илфирәһен бөтөнләй яратмай, уның менән телләшә башланы. Икеһенең осрашыуы була, шунда уҡ китә талаш. Марс уны, ошо көнгә тиклем ни өсөн атайым тере икәнен әйтмәнегеҙ, ниңә мине ауылда ҡалдырҙығыҙ, тип битәрләй.
Илдар шулай ҡатыны менән Марс араһында татыулыҡ урынлаштыра алмай аҙаплана. Бәлки, Хәлим Марсты алып ҡалыр ҙа, белем биреп, артабан тәрбиәләр? Кем белә? Бына шундай уйҙар менән килгән ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршыланылар. Оло табын әҙерләгәндәр. Ата менән улдың осрашыу шатлығынан барыһы ла бер аҙ моңһоуланып, күҙ йәштәрен һөртөп алды. Марс был ағайҙың күп итеп күстәнәс, бүләктәр тейәп килгән саҡтарын иҫләүен әйтте. Бары тик уның үҙенең атаһы икәнен генә белмәгән. Белгән булһа, моғайын да, артынан бер тотам да ҡалмаған булыр ине.
Илдар Хәлим менән икәүҙән-икәү, балконға сығып һөйләште. Хәлим үҙенең хәлдәрен һөйләне. Ҡатыны Гүзәл егәрле, донъясыл икән. Бер улы, бер ҡыҙҙары бар. Икеһе лә мәктәптә уҡый. Әле каникулда ауылға киткәндәр. Был осрашыуҙы балаларһыҙ ғына ойоштороуҙы хуп күргән улар. Бер яҡтан дөрөҫ тә. Әле өлкәндәр хәл итеп бөтмәгән мәсьәләгә ниңә балаларҙы ҡыҫтырырға? Кәрәк тип тапһалар, аҙаҡтан үҙҙәре аралашырҙар.
Был хәлгә ниндәй баһа бирергә лә белмәне атай кеше. Илдарға рәхмәтле ине. Ни тиһәң дә, улының ысын атаһы барлығын йәшермәгән. Алып килде, таныштырҙы. Артабан… артабан ни ҡылырға? Ике балаһы менән ике бүлмәле фатирҙа йәшәйҙәр. Ҡатыны мәктәптә уҡытыусы, үҙе инженер. Икеһенең тапҡаны үҙҙәренә ашарға ла, бер аҙ кейенергә саҡ етә. Бына шул хәлдәге ғаиләгә тағы ла бер еткән егет өҫтәлергә тора. Марстың бер ҡат кейеме барҙыр барлыҡҡа. Артабан нисек? Белеме юҡ. Армиянан аҡ билет алған. Бер генә һөнәр ҙә белмәй. Ҡалала ҡара эш табыуы ҡыйын булмаҫ. Тик Марс уны эшләрме? Төҫ-ҡиәфәтенә ҡарағанда, эш күреп үҫкән егәрле егеткә оҡшамаған. Бик сибек һәм наҙлыҡай күренә.
– Ни эшләйбеҙ, һөйөклөм? – тип ҡатыны менән кәңәшләште.
– Әйҙә былай итәйек. Ашыҡмайыҡ. Бер аҙ хистәре һыуына төшһөн. Балалар ялдан ҡайтһын. Уларҙың фекерен дә тыңлайыҡ. Нимә тиерҙәр. Риза булһалар, бында килһен дә, берәй һөнәрселек училищеһына уҡырға индерербеҙ. Унда ашаталар, кейем бирәләр, астан үлмәҫлек һөнәрҙәргә өйрәтәләр. Дөйөм ятағынан да урын табылыр.
Гүзәл дөрөҫ әйтә. Шулай килештеләр ҙә. Аҙна-ун көндән Хәлим, такси яллап, Марс артынан ауылға юлланды.
Ҡәйнәһе йүгереп йөрөп сәй табыны хәстәрләне. Марстың да ҡыуанысының сиге юҡ. Ниһайәт, был күңелһеҙ йорттан китә. Яңы туғандары менән таныша. Олатаһы Марсҡа юл нәсихәттәре биргәнен Хәлим ишетеп торҙо.
– Ҡара уны, Марс, атайыңды тыңлап, тәртипле йөрө. Бындағы алама ғәҙәттәреңде ташла. Шулай итмәһәң, йәшәүе ауыр булыр. Бер кем дә һине үҙ итмәҫ...
Марс иғтибар менән тыңланы.
– Тырышырмын, олатай! – тине лә китергә ашыҡты. Олатаһының тағы ла берәй “һөнәре” тураһында һөйләп ҡуйыуынан ҡурҡты. Әгәр ҙә ысын атаһы Марстың уғрылыҡ, эскелек менән мауыға башлауын белһә, ташлап китер, тип ҡурҡа ине.
Марс өсөн тормош башланды. Уны татыу ғаиләлә үҙ итеп ҡабул иттеләр. Балалар ҙа тәүге көндән үк ихлас аралашып, үҙҙәренең шөғөлдәре менән таныштырҙы. Улдары ҡармаҡ, ҡыуалдар хәстәрләп, ҡала ситендәге күлгә балыҡҡа алып барҙы. Марстың ҡыуаҡ ситенә йәшенеп тәмәке тартыуын атаһына әйтмәне.
Һеңлеһе лә йылы һөйләште Марс менән. Әсәһе эшкә киткәндә, уның ойоҡбаштарын, эске күлдәген йыуып элде. Тәмле ҡоймаҡтар бешереп, сәй эсерҙе. Фотоальбомдар күрһәтеп, башҡа туғандары тураһында һөйләне. Марс уны иғтибар менән тыңланы. Нимә генә әйтһәләр ҙә: “Ярай!” тип кенә торҙо. Шулай бер аҙналай йәшәгәс, Хәлим һүҙ башланы:
– Улым, һин инде бәлиғ булғанһың. Үҙ йүнеңде үҙең күрерлек һөнәр алырға кәрәк. Бына беҙ ҙә шулай уҡыу йорттарына инеп, белем алып, эшләп ошо донъяны ҡорҙоҡ. Мин бер һөнәрселек училищеһы директоры менән һөйләштем. Иртәгә икәүләп барып килербеҙ. Уҡырға ярҙам итербеҙ.
– Ә ниндәй һөнәргә өйрәтәләр?
– Бөтә ерҙә лә кәрәге булған һөнәрҙәр – сварщик, ташсы, төҙөүсе… үҙең һайларһың. Бәлки, берәй хыялың барҙыр? Кем булырға теләйһең?
– Хыялым? Әлләсе, бер ҙә уйламағанмын. Олатайым уҡытыусы булған. Бәлки, миңә лә шунда барырғалыр?
Марстан быны һис көтмәгән атаһы ни әйтергә белмәне. Ҡайныһы серҙе асҡайны: аттестатында “өс” билдәләре һирәк булһа ла, ауылдағы уҡытыусылар, Марсты етем бала тип йәлләп, юғары билдәләр ҡуйғандар, ысынында ул бик һүлпән өлгәшкән. Шулай ҙа, кем белә. Теләгәс, тырышып ҡараһын әйҙә.

Уҡыһаң, кеше булырһың

Шулай итеп, Хәлим улын ҡалалағы педагогия колледжына урынлаштырҙы. Таныштары аша, әлбиттә. Колледжда ҡабул итеү имтихандары күптән тамамланғайны. Ҡатыны менән йөрөп, Марсты баштан-аяҡ кейендерҙеләр. Ҡыҙы менән улы мәктәпкә, ә Марс колледжға юлландыр 1 сентябрь көнө. Ауылдан ҡарайып, һурығып килгән Марс Гүзәл бешергән бәлештәрҙе ашап, тиҙ арала матурайып, күҙҙәре осҡонланып китте.
Бер аҙна уҡығас, Марс үҙе өйҙә юҡта ғына дәфтәрҙәренә күҙ һалды Хәлим: тышы матур итеп тултырылған, тик эстә бер һүҙ ҙә яҙылмаған... Марс үҙе, барыһы ла һәйбәт, тип яуаплай. Мәктәптә уға тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары егеттең бик күп дәрес ҡалдырыуын, уҡытыусыларҙың зарланыуын һөйләне. Баҡһаң, улы колледжға тип сығып китә лә, яңы дуҫтары менән урманда йөрөй икән. Хәлим Марсҡа ҡаты өндәшергә баҙнат итмәне.”Яратмай” тип уйлар, тип ҡурҡты. Кем белә, үсегеп, кире ҡайтыр ҙа китер. Аҙаҡ, атайым ҡыуҙы, тиер. Шулай ҙа әҙәпле генә итеп әйтеп ҡараны уға Хәлим. Марс башҡаса улай эшләмәҫкә һүҙ ҙә бирҙе. Тик бер-ике көнгә генә етте уның биргән һүҙе. Тәүге сиректе лә уҡый алманы был колледжда. Әммә шул арауыҡта төркөмдәштәре кеҫәһенән ике кеҫә телефоны, бер плеер урлап өлгөргәйне.
Хәлимдең башына тағы ла хәстәрҙәр өҫтәлде, улы менән ҡыҙына иғтибары кәмене. Марстың урлашыу ғәҙәтен инде йәшерә алманы ул. Гүзәл һуңғы осорҙа сумкаһынан көн һайын тиерлек юғалып торған ун һумлыҡтарҙың ҡайҙа булғанын төшөндө, буғай. Сөнки улы менән ҡыҙының ундай алама ғәҙәте юҡ. “Ярай, пирожный алып ашағыһы киләлер”, тип өндәшмәй үткәреп ебәрҙеләр. ”Аҡса кәрәк булһа, әйт, үҙебеҙ бирербеҙ”,– тинеләр. Марсҡа етә ҡала, көн дә тиерлек ун, ун биш һум һорай башлай.
Хәлим Марсты һөнәрселек училищеһына алып китте. Ике тапҡыр ашатабыҙ, айына бер тапҡыр өҫ кейеме бирәбеҙ, көнөнә өс сәғәт эшләтеп, дүрт сәғәт уҡытабыҙ, тинеләр. Хатта дөйөм ятаҡтан урын да вәғәҙә иттеләр. Уҡыу йортон тамамлағас, шунда уҡ заводта эшкә ҡалырға мөмкин икән. Бындай шарттар тураһында хыялланырға ғына мөмкин! Хәлим ҡыуанып китте. Исмаһам, бер һөнәр алып сығыр. Ә ҡалғанын артабан үҙе ҡарар. Ярай, дөйөм ятағы тороп торор. Әлегә үҙебеҙҙә йәшәр, тип уйланы. Марс ҡаршылашманы.
Бер аҙналай уҡығас, Марстың күңелле генә йөрөүенә иғтибар итте Хәлим. Эштән ҡайтыуына хәләле ризаһыҙлыҡ менән һүҙ башланы:
– Марстың яңы шөғөлөн беләһеңме? Бына, кеҫәһенән таптым,– тине лә өҫтәлгә бер ҡап презерватив һалды. – Уның башында уҡыу түгел, ана ниндәй хәстәрҙәр. Тиҙҙән үҙеңдең фамилияңды йөрөткән ун ике йәшлек улың да ағаһынан үрнәк ала башлаясаҡ!
– Ярай, һөйләшермен,– тине Хәлим. Һуңғы көндәрҙә ҡатыны менән үҙенең араһындағы мөнәсәбәттәрҙең һыуына башлауында Марстың ғәйебе бар икәнен һиҙә ул. Шуға ла нисек тә Гүзәленә лә, балаларына ла ярарға тырыша. Ә Марсы шуны аңламай, уҡыуға бар көсөн һалып тырышмай! Ярай әле был юлы дәфтәрҙәренә ниҙер яҙып бара. Тимәк, дәрескә йөрөй. Урманға барырға көндәр һалҡынайҙы. Тиҙҙән ҡар ятасаҡ бит. Бәлки, өйрәнеп, уҡып та китер. Шулай көн артынан көн үтте. Марсты күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышһалар ҙа, гел янында ла тороп булмай, күберәген үҙ алдына ҡала.
Бер көндө Хәлимде ниндәйҙер төҫлө гәзит тотҡан асыулы ҡатыны ҡаршы алды.
– Бына, ҡара, Марс минең аҡсамды урлаған да нимә һатып алып йөрөй!
“Спид-инфо” гәзитенең һәр битендә тиерлек шәрә ҡыҙҙар төшөрөлгәйне. Моғайын, был гәзитте улы менән икәүләп ҡарағандыр. Матрасының аҫтынан тағы ла ике гәзит килеп сыҡты. Ҡатынын тамам сығырынан-сығара Марс. Ул ғына етмәгән, бер көндө ҡатынының укол ҡаҙатып йөрөгән шприцтарын алып сығып киткән…
Бер айҙан дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәгән ике егет янына урынлаштырҙылар Марсты. Улары әрменән ҡайтҡан егеттәр икән. Яҡшы булды, әҙерәк тормош ҡанундарына төшөндөрөрҙәр, тип уйланы Хәлим. Тик Марстың уларға һыра, икмәк, һөт, тәмәке ташыусы йомошсо малайға әйләнеүен белмәне. Урлашыуын ҡуймаған Марсты дөйөм ятаҡта бер нисә тапҡыр тотоп туҡмап та ҡарайҙар. Файҙаһыҙ. Теге ике әзмәүерҙәй егет менән наркотик ҡулланыуын да дауам итә.
Әлбиттә, училище етәкселеге, оҙаҡҡа һуҙмай, өс егетте лә уҡыуҙан ҡыуа. Марс үҙенең яҙмышын үҙе хәл итә. Был йортта уны, бик теләһә лә, ҡалдыра алмай Хәлим. Өфөләге Илдар менән Илфирәгә лә хәлде аңлаталар. Улары: “Беҙгә килтерә күрмәгеҙ. Зинһар өсөн!”– тип үтенәләр. Ахырҙа, Хәлим улын әлеге лә баяғы инвалид олатаһы менән 70 йәшенә еткән ҡарт өләсәһенә алып китә. Ауылдан ҡасып, бер нисә тапҡыр килеп тә китә әле Марс атаһы янына. Тик, ҡатыны ныҡ тора: “Йә Марс, йә мин һәм балаларың!” Хәлим икенсеһен һайлай.

Бына ошо ваҡиғаға тиклем миңә Марстың яҙмышы билдәле ине. Артабан нимә булғанын аныҡ ҡына яҙа алмайым. Кемдәрҙер уны вокзалдарҙа аҡса һоранып, юл сумкаларынан әйбер урлап һатып көн күрә, тине. Кемдәрҙер, аңы теүәл булмағандарҙың дауаханаһында ята, тинеләр. Кемдер ауылдағы ҡарт өләсәһе менән йәшәй, ти. Олатаһы, Марс ҡайтып, күп тә тормай, вафат булғайны. Бөгөнгө көндә тереме, юҡмы егет, ҡайҙа йәшәй – миңә билдәһеҙ. Әгәр ҙә ваҡытында дөрөҫлөктө белеп, бәләкәйҙән үҙенең атаһы янында үҫһә, кем белә, бәлки, тәртипле, әҙәпле егет булып өлгөрөр ине. Бына шулай, кемгәлер аҡса, йәки йорт кәрәк булған өсөн генә һау-сәләмәт тыуған бер баланың яҙмышы тапалды. Аяныс хәл.
Ә, бәлки, Марс бөгөнгө көндә шул өләсәһенең йортонда матур ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәп яталыр? Шулай булһа, мин бик шатмын. Әҙәмгә тейешле язаны ла, ярлыҡауҙы ла бары тик Аллаһы Тәғәлә генә ғәҙел бирә ала. Кемделер ғәйепләргә, баһа бирергә минең дә хаҡым юҡ. Тик яҡшыға өмөтләнеп, ошондай ваҡиғалар алдында беребеҙ ҙә битараф булмаһаҡ ине.

Лилиә Һаҡмар.

Читайте нас: