Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
24 Ғинуар 2019, 18:44

Кулак ҡалдығы

Һаҙлыҡ тәрәнәйә барҙы. Бына Лотфулла ҡапыл муйынынан һыуға батты, һаҫыҡ шыйыҡлыҡ уны үҙенә һура башланы. Лотфулла тонсоға, ҡысҡырырға итә, әммә ни ғәжәп: тауышы сыҡмай ҙа ҡуя. Көсәнә торғас, ниһайәт, яр һалды:

Лотфулла ҡасып бара. Йәнтәслимгә сабыуына ҡарамаҫтан, ниңәлер аҙымдары бер ҙә ырамай, урынынан һуҙылған кеүек тә түгел. Аяҡтарын көс-хәл менән алмаштыра, тыны ҡурылып хәле бөтә. Бына ул ҡоймалар менән уратып алынған ниндәйҙер йорттарҙы артта ҡалдырып, ҡыуаҡлыҡтар, ара-тирә ҙур ағастар үҫкән асыҡ урын буйлап йүгерә. Ҡайһы тирә булғандыр, Лотфулла таныманы. Елдереүен белде.

Яман ҡурҡыу тойғоһо уны һаман алға ҡыуа. Шул ҡурҡыныс тойғонан ҡасып бара ул. Әммә, нисек кенә унан ҡотолорға теләмәһен, шәүләһе ҡалдырмай уны, артынан эйәреп, эҙенән килә.

Бына аяҡ аҫтында һыу лыштырҙай башланы. Лотфулла үҙенең һаҙлы урынға барып инеүен самаланы. Шунда ла ҡурҡыуҙан ҡотолоу тойғоһо көслө ине әле унда: йән көсөнә һаман алға ынтылды. Ҡайырылып ҡарап, артынан килеүсенең ҡайһы тирәләрәк икәнлеген белеү зарурлығы ла башына инеп сыҡманы.

Ҡыуалаусының кемлеген йәки кем булырға тейешлеген самалай Лотфулла: Хәлфетдин ул. Әллә ҡасандан йыйылып килгән үсен ҡайтарырға ашҡына.

Һаҙлыҡ тәрәнәйә барҙы. Бына Лотфулла ҡапыл муйынынан һыуға батты, һаҫыҡ шыйыҡлыҡ уны үҙенә һура башланы. Лотфулла тонсоға, ҡысҡырырға итә, әммә ни ғәжәп: тауышы сыҡмай ҙа ҡуя. Көсәнә торғас, ниһайәт, яр һалды:

– А-а, ярҙам итегеҙ! Батам!

Үҙ тауышына уянып китте. Карауатында йән-тиргә төшөп һаташып ята, имеш. Ҡарсығы ла тауыш бирҙе:

– Ҡарт. Һаташаһың бит. Уң яғыңа әйләнеп ят.

Әммә йоҡоһо ҡасҡайны инде. Лотфулла бер аҙ иҫәнгерәп ятты ла, күҙенә йоҡо инмәҫен белгәс, ялан аяҡлап ҡына алпан-толпан сығыр яҡҡа атланы. Ишек алдына баҫып көҙгө саф һауаны туйғансы һуларға ине иҫәбе. Юл ыңғайында сөйҙә эленеп торған иҫке бишмәтен дә эләктерҙе. Тәмәкеһе менән шырпыһы шунда булырға тейеш. Итеген кейҙе. Ихата төбөнә үтеберәк йыуан түмәргә ултырырға уйлағайны ла, ҡурҡыу тойғоһо уға ишек алдын яҡтыртҡан лампочканан ары атларға форсат бирмәне. Киң болдорға ултырып, Лотфулла яйлап ҡына тәмәкеһен тоҡандырҙы.

– Ҡара һин аны. Хатта төшкә кереп яфалай, – тип үҙ алдына һөйләнде ул. Етмеште ҡыуған Лотфулланың тәмле йоҡоһон бүлгән нәмә юҡ-бар түгел ине шул. Ярты быуат самаһы элек булған ваҡиғаның бер шаһиты, яңыраҡ үҙе менән осрашып, күңелһеҙ иҫтәлектәрҙе яңыртып ебәргәйне.

...Стәрле баҙарына йыш йөрөмәһә лә, нужаһы төшһә, Лотфулла барғылай. Был юлы ла ҡарсығы менән икеһенә йылы быйма, кейем кәрәк булып киткәс, бер һарығын һуйҙы ла, күршеһенең машинаһына тейәп, ҡала баҙарына йүнәлде. Көҙгө һалҡын көн. Ары-бире күктән ялҡау ғына булып ҡар күҙе төшкөләй. Аяҡ аҫты ныҡлы туңып өлгөрмәгән, бысраҡ. Кешеләрҙең дә күбеһе ҡышҡы кейемдә.

Лотфулла һуғымын тиҙ генә һатып ебәрергә ниәтләгәйне лә, килеп сыҡманы. Килеп һорашалар ҙа, хаҡын белгәс, “ҡиммәт бит”, тип ары атлайҙар. “Беҙгә булһа, донъя шулай тиҫкәреләнә лә китә торған”, тип һуҡрана-һуҡрана, Лотфулла тауарының хаҡын бер аҙ төшөрөргә мәжбүр булды. Шунан ғына уның сауҙаһы асылды, ҡала халҡы тин өсөн дә өҙөшөргә әҙер бит ул.

Ни ғиллә менәндер, бер саҡ үҙенең алдынан ғына сәйер ҡараш ташлап үтеп киткән оло йәштәге ябыҡ ҡына кешене шәйләне. Үҙенән ниндәйҙер һалҡынлыҡ бөркөлә төҫлө. Теге әҙәм туҡталып торманы, һынамсыл, шул уҡ ваҡытта ауыр ҙа ҡарашын ит һатыусынан алмай ғына ары уҙҙы. “Йөҙө таныш та кеүек. Кем булыр был?” Хәтер һандығын аҡтарһа ла, Лотфулла уны иҫенә төшөрә алманы. Бер аҙҙан теге ябыҡ әҙәм тағы әйләнеп килде лә, Лотфуллаға терәлеп тиерлек туҡтаны:

– Һинме, түгелме икән тим. – Ауыр ҡарашын Лотфуллаға төбәп, уның кәүҙәһен энә күҙәүенән үткәргәндәй, ентекләп ҡарап сыҡты. – Илле йылға яҡын ваҡыт үтеп китте бит. Таныуы ла ауыр.

– Хәлфетдин? – Лотфулла ҡарлыҡҡан тауышын үҙе таныманы. – Һин, һин...

– Үлмәнеңме ни, тимәксеһеңме? Юҡ. – Хәлфетдин көсәнеп көлдө. – Ржев котелында тере ҡалғас, йәшәйбеҙ әле.

Лотфулла тәмәке сығарып ҡапты. Хәлфетдингә лә тәҡдим иткәйне, тегеһе ҡырҡа баш тартты:

– Аллам һаҡлаһын! Fүмерҙә ауыҙға алғаным булманы.

Һүҙ ялғанманы. Һәр кем үҙ хәстәрен кисерҙе. Лотфулла баҙарға бөгөн килеүенә үкенеп бөтә алманы: “Хәйерһеҙ, нимә тип бөгөн килдем икән, теге аҙнаға ҡалдырырға булған”. Хәлфетдиндең башында иһә икенсе төрлөрәк уйҙар ҡуйырҙы: “Ҡатыраҡ бәрелдем, шикелле. Хәҙер инде... үткән эшкә салауат... барыбер кире ҡайтарып булмай”.

Тынлыҡты Хәлфетдин боҙҙо:

– Ә мин һине ошондайыраҡ итеп күҙ алдына килерә инем дә. Беҙ бер сама йәштә булһаҡ та, ана ниндәй таҙа, имән кеүекһең. Һуғышта булдым тиһәң, моғайын, ышанмайҙарҙыр ҙа әле. Беҙҙең кеүек передовойҙа ятһаң, атакаға йүгертһәләр, һин дә минең кеүек һаулыҡҡа туймаған ҡарт сирләшкәгә әйләнгән булыр инең.

– Ҡара әле, Хәлфетдин. Әллә һин мине ҡурҡытмаҡ булаһың инде? – Лотфулла үҙен ҡулға алырға өлгөргәйне. – Ней тип әллә ҡасан булған нәмәне ҡуҙғатып йөрөйһөң? Ул саҡта мин кем инем дә, һин кем инең? Уахыты ниндәй ине? – Һуңғы һүҙҙәрҙе Лотфулла тауышын күтәрә биреберәк әйтте.

– Кем икәнлегемде мин ул саҡта ла яҡшы белдем. Тик, бөтә власть һиңә ҡаршы булғас, бер ни ҙә эшләп булмай ине. – Хәлфетдиндең тауышы бер аҙ йомшарҙы. – Тик һин ул заманға һылтанма. Ул саҡта ла кешеләр араһында эттәр әҙ булманы.

– Ҡыҙыҡ. – Лотфулла үҙенең хәле ныҡлығын белеп, һөжүмде көсәйтте. – Һин үҙеңде кешеләргә, мине эттәргә индерәһеңме? Беләһеңме, андай аскарблинье өсөн мин һине ҡайҙа ебәрә алам!?

Улар ҡысҡырып бәхәсләшеп китте, һәр ҡайһыһы үҙ тауышын өҫкә сығарырға ынтылды. Тауышланышыуҙарына тирә-яҡтағылар ҡолаҡ һала башланы. Яҡында йөрөгән милиционер ҙа килеп етте. Уң ҡулын бүркенә тейҙереп алды ла, кемлеген белдереп, Лотфуллаға һораулы ҡараш ташланы:

– В чем дело, гражданин? Чего не поделили?

– Иты бывший салдат штрафбата, – тине Лотфулла һул ҡулы менән Хәлфетдингә күрһәтеп. – Пришул разбираться. Как будты яго я в тюрьму пасадил.

Милиционер Хәлфетдингә боролдо:

– Он правду говорит?

Хәлфетдин шым ғына башын һелкте. Милиционер әҙәпле кеше булып сыҡты. “Һеҙ икегеҙ ҙә оло кешеләр, үҙегеҙ аңлашығыҙ. Тик бында тауышланып, кеше көлдөрмәгеҙ”, тине лә китеп барҙы.

– Ярай, Лотфулла. Һинең белән иҫке хәтирәләрҙе барларға килмәнем мин мында. Тик шуны ҡолағыңа ныҡ итеп киртеп ҡуй: һине, үлгәс, ата-олатайҙар һөйәге ятҡан изге урынға һалмаһындар. Анда һинең кеүектәр өсөн урын юҡ. Һинең кеүек ғазраилдарҙың емтеге – сүплек баҙында.

Хәлфетдин, һүҙ тамам тигәнде белдереп, китеп барҙы. Үҙенең баҙарға килеүе, һөйләшеүҙең ошолай килеп сығыуы өсөн ул да бик үкенде. “Бәлки, йөрөмәҫкә кәрәк булғандыр. Әллә ни йомошо ла юҡ ине. Аҙ булдымы ни был донъяла Лотфулла кеүек үҙебеҙҙең һалдаттарға арттан атып ятҡан бәндәләр?” Был уйҙы шунда уҡ икенсеһе алмаштырҙы: “Улар ҙа бойороҡ үтәне бит. Лотфулла булмаһа, башҡалары табылыр ине”. Тәүге уй тағы ҡаршы төштө: “Лотфулла кеүектәрһеҙ, донъя ла йәмлерәк, ғәҙелерәк булмаҫ инеме ни?”

...30-сы йылдар башы. Совет Рәсәйендә большевиктарҙың кулактарҙы синыф булараҡ юҡ итеү, крәҫтиәндәрҙе колхозға ҡыуалап индереү өсөн бар көс һәм хәйләһен эшкә ҡушҡан мәл. Ике-өс йыл элек кенә әҙәм рәтле донъя көтә башлаған Хөснөтдин – Хәлфетдиндең атаһы ла кулактар исемлегенә индерелде. Fаилә ағзалары көсәйә барған эске хәүеф менән афәт килерен көттө. Хөснөтдин НЭП башланған мәлдә бер атлы, бер һыйырлы ябай ауыл крәҫтиәне ине. Властар юл ҡуйғас, ул бар көсөн һәм һәләтен донъяһын ишәйтеүгә екте. Үҙе лә йоҡламаны, балаларына ла уйнарға форсат тейҙермәне. Шулай тырыша торғас, йылҡы малын дүрт башҡа, һыйырҙарын бишкә еткерҙеләр. Иген баҫыуҙары ла ныҡ ҡына киңәйҙе. Егерме туғыҙынсы йылдың йәйендә Хөснөтдин алты мөйөшлө, ауылдың иң бай кешеһе Әфтәхтекенән һис тә ҡалышмаған йортто бөтөрөп инде. Тик таҡта ҡойма урынына әлегә ситән менән хушланырға тура килде.

– Мына, балалар, әҙәмсә йәшәй башлар көн дә бар икән. Теге уахытларҙы минең гел эш ҡушып тороуыма рәнйеһәгеҙ, аның ҡарауы хәҙер ҡурсаҡ кеүек өйҙә йәшәйһегеҙ, – тип тамам күңеле булып һөйләнгәйне. – Ана шулай ул донъя, этләнмәйсә тороп көтөп булмай ул аны.

Үҫмер Хәлфетдин ул саҡтарҙа атаһының һөйөнөсөн аңлап та еткермәй ине. Хатта бер аҙ кәйефе лә ҡырылды, сөнки элек үҙе менән уйнаған тиҫтерҙәре хәҙер Хәлфетдиндән ситләште.

Ҡот осоп, йән өшөп көткән көн 1930 йылдың ҡышында килде. Ҡораллы кешеләр Хөснөтдинде ғаиләһе менән урамға сығарҙылар ҙа санаға ултырырға ҡуштылар. Кескәйҙәр илашты. Әсәһе ихата тултырып теге ҡораллы кешеләрҙе ҡарғаны. Атаһы ғына бер ни ҙә өндәшмәне, һүҙһеҙ генә сананан урын алды. Хатта ҡатынын да тыйҙы:

– Әсәһе! Аларға ҡысҡырып ни файҙа? Күрәһең бит, алар ҙа кеше көнлө кешеләр.

Ауылдан киткәс күргән нужаны һөйләп тә килештерерлек түгел. Әҙәм балаһына ҡарата шундай дәрәжәләге йыртҡыслыҡты Беренсе донъя һуғышы окоптарында аунап, артабан граждандар һуғышында ла булырға өлгөргән Хөснөтдин тәүләп күрә ине. Әммә ул тешен ҡыҫып түҙҙе, балаларын да шуға өндәне. Хәйер, балаларын тип, ете йәндән, һөргөндөң һуңғы урыны булған Иркутск яҡтарына килеп тәгәрәгәндә, дүрт кеше генә ҡалғайны: атаһы, Хәлфетдин, Шәмсетдин ағаһы һәм Fилметдин ҡустыһы. Әсәһе, ике һеңлеһе, юлда һалҡын тейеп, ауырып үлде. Ҡәберҙәре икһеҙ-сикһеҙ Себер тарафтарында тороп ҡалды. Хәҙер уларҙың ҡайҙа икәнлеген дә асыҡлап булмай торғандыр.

Черемхово ҡалаһындағы шахтаға эшкә килгәс тә, атаһы бар ҡайғы-һағышын эш менән баҫты, хатта хеҙмәт алдынғыһы булып китте. Малайҙары ла атаһына эйәрергә мәжбүр, башҡаса мөмкин дә түгел ине. Ләкин шахталағы ауыр эш инде олоғайып барған Хөснөтдиндең һаулығын ныҡ ҡына ҡаҡшатҡайны. Ул үпкәһе шешеп, бер ай самаһы ауырып йөрөнө лә түшәккә йығылды. Үлер алдынан малайҙарын янына саҡырып алды.

– Улҡайҙарым. Күреп тораһығыҙ, минең дә ата-олатайҙарым янына китер уахытым һуғырға күп ҡалманы. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ғүмерем буйы тырышып эшләнем. Барығыҙҙы ла яҡшы донъяла йәшәтергә тырыштым. Килеп сыҡманы. Күрәһең, яҙмышым шулдыр. Донъялар ҡалай үҙгәреп китте бит. Нишләйһең, илгә үс тотоп булмай. Һеҙгә уасыятым шул: бер ҡасан да эштән ялҡауланмағыҙ, баш тартмағыҙ. Кешенең бәхете хеҙмәттә ул. Ә ялҡау кешегә бәхет бер ҡасан да тәтемәй.

Икенсе теләгем шул: әгәр булдыра алһағыҙ, теләһәгеҙ тим инде, тыуған яҡтарға ҡайтығыҙ. Түрәләр ҡаршы килмәҫ, мин аныһын һөйләшеп ҡуйҙым. Тағы ла бер теләгем бар: үс алыу юлына баҫмағыҙ, анан бер файҙа ла сыҡмаҫ. Әйттем бит: илгә үс тотоп булмай ул. Үҙегеҙ генә ҡаза-фәлән күрерһегеҙ. Яҡшы йәшәргә теләһәгеҙ, камсамулға, партияға керегеҙ. Бөгөн шунһыҙ булмай.

Аталарын һалҡын ер ҡуйынына биргәс, туғандар араһында шундай ҡыҫҡа ғына һөйләшеү булып алды.

– Атайҙың уасыятына нисек ҡарайһығыҙ, ҡустылар? – Шәмсетдин ҡаршыһында ултырған туғандарына берәм-берәм күҙ йүгертеп сыҡты.

– Мин ауылға ҡайтырға булдым. – Хәлфетдин был уйҙы алдан уҡ төйнәп ҡуйғайны. – Атайым дөрөҫ әйтте, сит яҡтарҙа йөрөү туйҙырҙы ла.

– Мин атайымдың, илдән үс алып булмай, тигәненә ҡаршы. – Fилметдиндең күҙҙәрендә асыу осҡондары баҙлап китте. – Ошо интеккәндәребеҙҙең хаҡын барыбер ҡайтарасаҡмын.

Ләкин ун ете йәше лә тулмаған үҫмер үҙен алда ни көткәнен белмәгән икән. Ошо һөйләшеүҙән һуң бер ай ҙа үтмәне, уны шахта баҫып үлтерҙе. Серек штректарҙың һынып, кешеләрҙе баҫыуы шахтала йыш була торған хәл ине шул.

Шәмсетдин әлегә был яҡтарҙа ҡаласағын әйтте. Уның үҙ иҫәп-хисабы бар: өйләнергә лә йыйына ине, буғай. Байтаҡ ваҡыт бер татар ҡыҙына ғишыҡ тотоп йөрөүе ҡустыларына ла билдәле ине. Хәлфетдинде тыуған яҡтарға аҡсаны күмәкләп йыйып оҙаттылар.

Ун тәүлектән ашыу ваҡытты юлда уҙғарып, май урталарында Хәлфетдин үрге Шәкәргә ҡайтып төштө. Ауыл улар киткән мәлдән һуң әллә ни үҙгәрмәгән дә. Шул уҡ иҫке һалам башлы, емерек ситәнле өйҙәр, ситән буйҙарында ятҡан кәзәләр, урамда әләм-һәләм кейенеп уйнап йөрөгән бала-саға. Соҡор-саҡырҙарға кисә яуған ямғыр һыуҙары мул итеп йыйылып ята. Ҡаршы тап булған ауылдаштары менән баш ҡағып иҫәнләшә-иҫәнләшә, Хәлфетдин тыуған йортона яҡынлашты.

Урамда кеше бик күренмәй, сәсеүҙәләр икән. Ҡайтҡан юлында шуға иғтибар итте: һөрөнтө ерҙәр күбәйгән, хатта ғүмер баҡый һабан күрмәгән кәртә артына саҡлы һөрөп ташлағандар. Уйлана-уйлана Хәлфетдин тыуған өйөнә лә килеп етте. Бына ул барлыҡ ғаиләләре менән бөтә көс-кәрҙе биреп һалған йорт. Күпме тир, йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәрҙе йотҡан ул. Урам яҡҡа ҡараған өс тәрҙәлә бер ниндәй ҙә ҡорғандар күҙгә салынмай. Атаһы ҡәҙерләп ултыртҡан тирәктәрҙе кәзәләр кимереп бөтөргән, ситән ауып ята. Ишек төбөнә ҡаҙаҡланған фанераға иғтибар итте Хәлфетдин: хәҙер бында колхоз идараһы менән ауыл советы урынлашҡан икән.

Тетрәнеү ҡатыш тәрән тойғолар кисереп, Хәлфетдин ары уҙҙы. Ауыл осондараҡ атаһының бер туған ҡустыһы Йәмғетдин йәшәргә тейеш. Оло йәштә инде ул, моғайын, колхоз эшенә йөрөмәйҙер. Ысынлап та ҡарт юлсыны урам яҡтағы оло ташта арҡаһын ҡояшҡа ҡыҙҙырып ултырған килеш ҡаршы алды. Өҫтөндә иҫке сәкмән, башында – таҡыя. Көн йылы булыуға ҡарамаҫтан, аяғына йылы тула ойоҡ, галош кейгән. Бирешкән Йәмғетдин, ултырһа ла, арҡаһының көмрәйгән булыуы күҙгә ташлана. Йыйырсыҡтар баҫҡан йөҙөн салланған һаҡал-мыйыҡ биҙәй. Ҡырлас йоҡа танауының осона ҡором буялған, ахырыһы, ҡарайып тора. Хәлфетдин килеп етеп сәләм биргәс кенә ҡарт өтөлә-ҡырыла урынынан ҡалҡынды.

– Бәй-бәй, Хәлфетдин туғаным, һинме ни? Танымай ҙа торам. Ни хәлдә генә ҡайтып еттең? – тип мосолмандарса ике ҡулын биреп күреште Йәмғетдин. Уның бураҙналар йырғылап бөткән ҡарт йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сыҡты. Хатта тешһеҙ ауыҙында бер-ике бөртөк һары тештәре лә күренеп ҡалды.

– Яҡшы. – Хәлфетдин башҡа ни әйтергә лә белмәне.

– Ярар, ярар, – тине ҡарт, урынынан ҡуҙғалып. – Әйҙә, өйгә керәйек. Мында тороп ни. Юлдан арып-асығып ҡайтҡанһыңдыр. Ризыҡланып алайыҡ.

Хужа кеше үҙе алдан төштө.

Ағаһының өйөн яҡшы хәтерләй Хәлфетдин. Әллә ҡасан килтереп һалған яҫы таш һаман да тупһа төбөндә ята. Шул уҡ иҫке, ярыҡтары аша себен осоп үтерлек шығырлап асылған ишек. Ер иҙән, бәләкәй генә тәҙрәләр. Стеналарҙа ла әллә ни күренмәй, иҫке кейем-һалымдан тыш. Мөйөштә, һикелә, ятыу ҡаралтыһы өйөлгән. Хәйер, бер яңылыҡ бар икән: радио һөйләй. Быныһы инде совет власы бүләге. Йәмғетдиндең ҡарсығы Шәмсеҡәмәр һикелә ойобораҡ ултыра ине, Хәлфетдинде күргәс, өтәләнеп тороп күреште. Хәл-әхүәл һорашҡанда хатта күҙ йәше лә сығарып алды:

– Эй, Хоҙайым! Нейә шундай нужа күрһәтәһеңдер инде бәндәләреңә?

Йәһәтләп йөрөп хужабикә самауыр ҡуйҙы, сепрәк ашъяулыҡҡа арыш икмәге телеп һалды, әрселмәгән картуф, һыйыр майы ла өҫтәне. Шәкәр-фәлән күренмәне. Тыуған ауыл шишмәһе һыуы булғанғамы, әллә ялан үләндәре ҡушылғанғамы, сәй Хәлфетдингә бик тәмле тойолдо.

Тамағын бер ни тиклем туйҙырғас, Хәлфетдин, рәхмәт әйтеп, ситкәрәк шылды. Хәбәр донъяуи хәлдәргә төшөп китте. Уны Йәмғетдин ҡарт башлап ебәрҙе.

– Ҡунаҡҡа ғынамы, әллә бөтөнләйгәме, Хәлфетдин? – Хужа “амин” тотоп, битен һыпырғас, һораулы ҡарашын ҡунағына төбәне. Уның оҙон хәбәр тыңларға йыйынғаны күренеп тора ине.

– Бөтөнләйгә ҡайттым, абзый, – тине Хәлфетдин, ҡарт менән ҡарсыҡҡа алмаш-тилмәш ҡарап. – Атай донъя ҡуйҙы. Аныһын һеҙгә хәбәр итеп торманыҡ инде. Әсәйем менән ике һеңлем юлда уҡ үлеп ҡалғайнылар. Үлер алдынан атайым бында ҡайтырға уасыят итеп әйтте. Шәмсетдин абзыйым белән Fилметдин туғаным әлегә анда ҡалдылар.

Хөснөтдиндең үлеме Йәмғетдин өсөн көтөлмәгән хәбәр ине, шуға күрә ентекләп һорашты, күҙенән йәштәр ҙә сыҡты.

Ҡарттарҙың бар һорауҙарына ла яуап биреп бөтөргәс, Хәлфетдин үҙен борсоған мәсьәләгә күсте:

– Ҡайтыуын ҡайттым да, тик мына ҡайҙа торормон икән тим.

– Үҙебеҙҙә торорһоң. – Йәмғетдин шунда уҡ ихласлығын белдерҙе. – Күңел һыйһа, башҡаһы һыя инде ул. Тик силсәүиткә барып, әйтеп кил. Хәҙер тәртип ҡаты бит.

Быныһын Хәлфетдин уйлағайны инде. Ауыл советында кемдәр эшләгәнен белеште лә, барып әйләнергә булды. Яңы власть уларҙың өйөндә бит. Бер ыңғай тыуған нигеҙен дә күреп сығыр.

Ауыл советы рәйесе булып шул уҡ Сабит Алтынбаев эшләй икән. Йорттоң эске яғы тупһа аша үткән Хәлфетдинде тетрәтте. Ул ҡола ялан кеүек буш ине. Уң яҡ ситтә Алтынбаев өҫтәл биләп ултыра, һул яҡта тағы ла кемдер. Ауыл советы рәйесе етди төҫ менән алдында ятҡан ҡағыҙҙарға текәлгән. Ул ишек асылыуға башын күтәреп ҡараны ла, Хәлфетдинде күргәс, эшенән айырылып, ултырғыс тәҡдим итте. Бер ҙә үҙгәрмәгәйне Сабит: ас яңаҡтар, ҡыҫҡа ғына алдырылған сәс, ҡылыстай ҡырлы танау. Өҫтөндәге һоро гимнастеркаһы ныҡ ҡына туҙған, ямау һалған урындары ла күренә. Һул яҡ стена буйында ултырған икенсе кешене лә таныны Хәлфетдин: ауыл советы сәркәтибе Лотфулла. Тик уның фамилияһын ғына иҫенә төшөрә алманы.

– Нихәл, Хәлфетдин туған? Иҫән йөрөп, һау ҡайттыңмы? – Рәйес яғымлы күренергә тырышты. Әйтерһең, теге ваҡытта Хөснөтдин ғаиләһен кулакка сығарып, ул түгел, икенсе кеше ҡыуҙырған. – Ҡунаҡҡамы?

– Юҡ, Сабит абзый. Бөтөнләйгә ҡайттым. – Хәлфетдин тураһын әйтте лә һалды. Уның был яуабы Лотфулланың да ҡолаҡтарын ҡарпайтты. Сәркәтип, урынынан тороп, Хәлфетдингә яҡынланы. Ҡулын кеҫәһенә тығып тыңларға әҙерләнде.

– Алай. – Мәжитов бындай яуап көтмәгәйне. Бер аҙ албырғап ҡалды, әммә оҙаҡҡа түгел. Был бүлмәлә власть икәнлеген тиҙ генә иҫенә төшөрҙө. “Алда синфи дошман тора, ә һин уның менән кәнфитләнәһең”, тип эстән генә үҙен һүкте.

–Иҫеңә төшөрәйем, туған, алай булғас. Беҙ бит һеҙҙе совет власына дошман булған өсөн ауылдан һөрҙөк. Кире ҡайтауыллау юҡ. Мында һиңә урын булмаҫ. – Алтынбаев урынынан тороп, тегеләй-былай йөрөндө. – Һиңә Себергә кире китергә тура килер.

– Нисек, кире? Мин шахта белән иҫәп-хисапты өҙөп ҡайттым. Патшистый. Минең яңы власть алдында бер гөнаһым да юҡ. – Хәлфетдин кеҫәһенән ҡағыҙҙар сығарып, Алтынбаев алдына һалды. – Мына справкаларым да бар.

Рәйес ҡағыҙҙарҙың һәр береһенә, энә күҙәүенән үткәргәндәй, оҙаҡ итеп текләп торҙо. Уҡынымы икән? Моғайын, күп нәмәләрҙе аңламағандыр. Урыҫсаһы таҡы-тоҡо ғына бит. Шулай ҙа үҙ һүҙенән ҡайтырға теләмәне. Юҡ, был малайға ирек ҡуйырға ярамай. Элеккеләр өсөн хаслашыр, үсләшер. Китә бирһен.

– Эйе, справкаң яҡшы яҙылған, – тип хәйләләште Алтынбаев. – Ләкин калхузда һиңә эш юҡ, туған. Һин былай ит: Стәрлелә завут һалалар, әле анда эшселәр бик күп кәрәк. Аҡсаһын да түләйҙәр. Һин бит донъя күргән кеше, мындағы труттинға эшләп йөрөмәҫһең инде. – Алтынбаев хәбәрен йылмайып, яҡын кешеһенә кәңәш биргәндәй тамамланы.

Был тәҡдим Хәлфетдинде уйландырҙы. Ысынлап та, ҡалала яҡшыраҡ булмаҫмы? Яҡын бит, ҡайтып йөрөр. Уның яҙмышы шулай көтмәгәндә хәл ителде лә ҡуйҙы. Завод төҙөлөшөнә кисәге эшсене шунда уҡ ҡабул иттеләр. Дирекция өсөн ул әҙер эшселәр синыфы вәкиле бит. Ә ҡалала ундайҙарҙың баҙары юғары: тәртипте яҡшы беләләр. Йәшәр урыны ла табылды.

Лотфулла – ауылдың иң фәҡир кешеләренән Кәшфулла улы. Олатаһы Носратулла башҡорттоң аҫаба ерҙәрен һуңғы межелеуҙа ҡупҡан болала әүҙем ҡатнашҡаны, “батшаға тел тейҙергәне” өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡандан һуң, ғаиләһе тамам бөлөп, ерһеҙ ҡалғайны. Носратулла тәүҙә тамаҡ хаҡына ауыл байҙарына бил бөктө, артабан зимагорлыҡта йөрөп, ауыр нужа сигеп, фәҡирлектә донъя ҡуйҙы. Балалары ла уның яҙмышын ҡабатланы. Кәшфулла тыумыштан, күҙе ҡылый булыу арҡаһында, Герман һуғышына алынманы. Ә бына Граждандар һуғышынан ситтә тороп ҡала алманы, ҡыҙылдарҙа обозда йөрөнө. Кәшфулланың уртансы улы Лотфулла ни мөғжизә менәндер синфи яҡтан бик аңлы булып сыҡты, йәш кенә көйө яңы властың ауылда төп терәгенә әйләнде. Комсомолға инде, колхоз төҙөүҙә әүҙем ҡатнашты. Ауылға беренсе булып бәреп ингән Ҡыҙыл отряд командирының буденовкаһындағы ҡыҙыл йондоҙ, әйткән һүҙҙәре үҫмерҙең ҡолағына ярып инеп, күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалды.

– Беҙ һеҙгә яңы тормош килтерҙек. – Тотош күндән кейенгән командир, тыштан көйәҙ булыу менән бергә, телгә лә бик оҫта ине. – Бынан һуң илдә байҙар, ярлылар булмаясаҡ. Беҙ иҙеүселәр синыфын һепереп түгәсәкбеҙ. Байҙарға аяу булырға тейеш түгел. Беҙгә синфи уяулыҡ кәрәк.

Мәҙрәсәлә ике ҡыш ҡына һабаҡ алыуға ҡарамаҫтан, Лотфулла бик отҡор малай ине. Тиҙ арала хәреф танып алды, ҡулына килеп эләккән һәр китапты уҡыны. Хатта Карл Маркстың ни мөғжизә менәндер район үҙәгенә килеп юлыҡҡан “Капитал” китабын алып ҡайтып уҡып маташҡайны, әммә бер ни ҙә төшөнә алманы.

Егеттең зирәклеген, ҡушҡан бер йомошто еренә еткереп үтәгәнен күреп, уны власть тирәһенә үрләтергә тырыштылар. Милли кадр. Синфи яҡтан да өлгөргән. Тәүҙә Лотфулла комсомолдар башлығы булды, аҙағыраҡ – ауыл советы секретары.

Хәлфетдин Лотфулланан бер-ике йәшкә олораҡ булыуға ҡарамаҫтан, улар бергә уйнап үҫте. Дуҫ-иптәшлек ептәре, Хөснөтдиндәр хәлләнә башлағас ҡына өҙөлдө. Теге ваҡыт ауыл советына килеп ингән Хәлфетдинде танығас, Лотфулла бер сама аптырап ултырҙы. Сөнки Хәлфетдиндең тере ҡалыуына ышанмағайны. Уның уйынса, алыҫ Себергә һөрөлгән синфи дошман шунда үлеп ҡалырға тейеш. Ләкин Хәлфетдин, ни мөғжизә менәндер, яҙмыш һынауҙарын үтә алған. Яраҡлашҡан. Тик ул әле лә дошман булыуҙан туҡтамаған. Шул тиклем яфаларға дусар иткән власты Хәлфетдиндең ғәфү итеренә ышанмай Лотфулла, синфи уяулыҡ ҡушмай. Дошман бер ҡасан да дуҫҡа әүерелә алмай.

Эйе, синфи уяулыҡтың файҙаһын ғүмерендә күп татыясаҡ әле ул. Армиянан йөрөп ҡайтҡас, уны Алтынбаев урынына ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләйәсәктәр, хөкүмәт заданиеларын теүәл үтәгәне өсөн күп маҡтау һүҙҙәре ишетәсәк. Һуғыш башланғас та фронтҡа көҙгә табан ғына алынасаҡ. Унда ла...

Күпме ваҡыт уҙһа ла, Лотфулла ул көндәрҙе яҡшы хәтерләй. Район үҙәгенә саҡырылғас, төркөмдә бер тиҫтә самаһы ғына кеше һәм барыһы ла йә партия хеҙмәткәрҙәре, йә теге йәки был кимәлдәге етәкселәр булып сыҡты. Өфөнән уларҙы бер вагонға ултыртып, көнбайышҡа оҙаттылар. Был ваҡытта Калинин өлкәһенең Ржев ҡалаһы тирәһендә бик оҙайлы һуғыштар бара ине. Уларҙы йылы һәм ҡоро блиндажға урынлаштырҙылар. Иртән гимнастерка яғаһында ике шпалы булған сиртһәң, атылып ҡаны сығырҙай ҡыҙыл йөҙлө, ҡалын кәүҙәле, мыйыҡлы командир түбәндәгеләрҙе һөйләне:

– Иптәштәр! Үҙегеҙгә мәғлүм, фронтта хәлдәр бик ауыр. Дошман, оло юғалтыуҙар кисереүгә ҡарамаҫтан, һаман Мәскәүгә ынтыла. Беҙҙең яҡтан да юғалтыуҙар күп. Айырыуса тере көс йәһәтенән. Шуға күрә Баш хәрби командование фронтҡа иректән мәхрүм ителгән төрмә контингентын да ебәрергә ҡарар итте. Кисә беҙҙең алда бер штраф батальоны позиция биләне. Унда яңы ғына төрмәнән сығарылған уголовниктар, йәки сәйәси яҡтан ышанысһыҙ бәндәләр. Әлбиттә, улар һөжүмгә бөтәһе бер кешеләй ябырылмаҫ. – Командир бер аҙ тын торҙо. Сафтарға күҙ йүгертеп сыҡты. – Хикмәт унда ла түгел, беҙ уларҙың сигенеүенә юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Өс тәүлектән һуң батальон һөжүмгә күсергә тейеш. Һеҙҙең яңы бурыстарҙы беҙ өҫтәмә рәүештә аңлатырбыҙ.

Лотфулла хеҙмәт итәсәк взводҡа штраф батальонының һөжүме уңышлы булыуын тәьмин итеү бурысы ҡуйылды. Взвод алғы позициянан ярты саҡрым самаһы тылда урынлашҡайны. Взводты пулеметтар менән ҡоралландырҙылар, бурысты аңлаттылар. Ҡалын кәүҙәле командир һүҙен былай тип тамамланы:

– Һеҙҙән теүәл хәрби уяулыҡ талап ителә. Сигенеүселәргә, паника тыуҙырыусыларға пулемет утын файҙалана алаһығыҙ. Сталин иптәштең “Ни шагу назад!” тигән бойороғон үтәү – беҙҙең төп бурыс.

Хәлфетдин, завод төҙөлөшөндә ике ай самаһы эшләгәндән һуң, тыуған ауылына ҡайтып әйләнергә булды. Уның уйынса, йәй уртаһы етте, хәҙер халыҡ бесәнгә төшкән булырға тейеш. Йәмғетдин ағаһы ла, Шәмсеҡәмәр еңгәһе лә оло кешеләр, һыйырҙары, ваҡ малдары бар. Уларға бесән әҙерләү ҡыйындыр, ҡайтып ярҙам итергә кәрәк, тип уйланы. Юл ыңғай күрҙе: ысынлап та ауыл халҡы Оло туғайға бесәнгә төшкән, унда-һанда кемдәрҙеңдер салғы һелтәгәне күренә.

Ҡарт менән ҡарсыҡ Хәлфетдинде үҙ улдары кеүек шатланып ҡаршы алды. Ситтә йөрөгән балаларынан, ишетеүенсә, бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ икән. Хатта ҡайтып хәл дә белешмәйҙәр, ти. Айырыуса еңгәһе һөйөндө:

– Кемде ҡушып бесән саптырырға белмәй тора инек. Ҡәйнеш, ҡайтып, бик яҡшы иткәнһең.

Йәмғетдин ағаһының иһә үҙ хәстәре:

– Һин, туғанҡай, күптән салғы тотҡаның юҡтыр. Онотоп бөткәнһеңдер әле. Саба алырһыңмы икән? – тип борсолоуын белдерҙе.

– Берҙә онотманым, абзый. – Хәлфетдин үпкәләгән кеүек итте. – Бәләкәйҙән сабырға өйрәндем бит. Бер белгән нәмә онотолмай ул.

Иртәгеһен ул ҡояш менән бергә тороп, кистән Йәмғетдин ағаһы сүкеп ҡуйған салғыны алды ла туғайға йүнәлде. Көн кисәгеләй ҡоро, эҫе булырға оҡшаған. Тимәк, төшкә тиклем ең һыҙғанып эшләргә була. Хәлфетдиндең кәйефе яҡшы. Ләкин ауыл осонда уға Лотфулла тап булып, бөтә хыял-ниәттәрен селпәрәмә килтерҙе.

– Бесәнгә китеп барышмы? – тине ул, сәләм дә бирмәй, йәшел күҙҙәрен ҡыҫа төшөп. – Тик Сабит абзый әйткәнде онотма: ағай-энеңә юҡ-бар һөйләп йөрөмә!

– Ниндәй “юҡ-бар”? – Хәлфетдин ниҙер һиҙенеп, ҡапыл туҡтаны. – Нимәгә төрттөрәһең? – Лотфулланың көтөлмәгән мөнәсәбәте уны ярһыта биреп ҡуйҙы.

– Нимә икәнен үҙең белергә тейеш! – Лотфулла үҙен эре тотто. – Кулак ҡотҡоһон. Һин онотһаң да, беҙ онотманыҡ әле. Шуға күрә телеңде тыйыбыраҡ тор, тип әйтәм.

– Ҡайтып атайыңа аҡыл өйрәт, йәме! – Хәлфетдин тоҡанды ла китте. – Күпме мыҫҡыл итергә була!? Кулак ҡалдығы, имеш. Атайым берәйһен, мына һине, яллап эшләттеме? Һеҙҙеңсә әйткәндә, иҙҙеме? Беҙ барыһын да үҙ көсөбөҙ белән булдырҙыҡ. Һеҙ урам ҡыҙырып, мейес башында йоҡо һимертеп ятҡанда беҙҙе ат урынына егеп эшләтте атайым. Нәмә, Лотфый, ауыҙ йыраһың? Һин Күндерәктә йәй буйы һыу ингәндә, беҙҙең ҡулдан йә балта, йә көрәк, йә салғы, һәнәк төшмәне.

– Һинең атайыңды кулакка мин сығарғанмы ни? – Лотфулла үҙенекен тылҡыны, – Ни тип әтәсләнәһең? Алай шәп булғас, ана, район түрәләренә барып әйт!

– Әйтеп ни файҙа? – Хәлфетдин китергә йыйынды. – Аларға ғәйепте кемгәлер япһарырға кәрәк ине. Таптылар. Иң егәрле, иң бөтмөр кешеләрҙе ауылдан ҡыуып бөттөгөҙ. Хәҙер, ана, йыйын ата ялҡау белән эшегеҙ ҙә бармай. Калхузығыҙ этеп-төртөп ... – Хәлфетдин әйтеп бөтөрмәне. Артығын ысҡындырыуҙан һаҡланды.

– Но-но! Әйттем бит, телеңде тый, тип! – Лотфулла бармағын юғары сөйҙө. – Үкенергә тура килмәгәйе.

Хәлфетдин яуап бирмәне, үҙ юлынан китте. Төшкә тиклем кирелеп тороп бесән сапты. Ысыҡта үлән йомшаҡ ине әле. Туғай һауаһына ләззәтләнеп бер туҡтамай эшләне лә эшләне ул. Бакуйҙар рәте артҡан һайын күңеле лә үҫте. Төшкә ашарға алып килгән Йәмғетдиндең сабылған бесәнде күреп иҫе китте:

– Үәт, Хәлфетдин, ен кеүек эшләп ташлағанһың бит! Мин ике көндә лә был тиклем саба алмаҫ инем. Үәт маладис! – Ҡарт ашамлыҡ тултырған төйөнсөктө бер ҡуйы тал төбөндә сисә башланы. – Кил, туғаным, тамаҡ ялғап, ял итеп ал. Еңгәң тауыҡ һуйып, һурпа бешерҙе. Әйҙә, эш ҡасмаҫ.

Шул саҡ Йәмғетдиндең күҙенә сабынлыҡтың ауыл яҡ башында яҡшы аттар егелгән затлы арбанан төшөп торған ярым хәрби кейемле ике ир салынды. Туп-тура улар яғына киләләр. Ҡарт, ниндәйҙер хәүеф буласағын һиҙенеп, күҙҙәрен сылт-сылт йомғоланы. Хәлфетдин иһә иғтибар итмәгәнгә һалышып, ашауын белде. Асыҡҡайны ул. Иртәнге ике сынаяҡ сәй менән генә йыраҡ китеп булмай шул.

Тегеләр район милицияһынан икән. Улар янына килеп туҡтанылар. Береһе, өлкәнерәге:

– Хәлфетдин Вахитов син буласыңмы? – тип Хәлфетдингә ҡараны.

– Эйе, мин. – Хәлфетдин ҡаушауын белдермәҫкә тырышып, ашауын дауам итте. Тик кәйефе боҙолғайны инде. Лотфулла менән һөйләшкәндең эҙемтәһе икәнлеген аңлай башлағайны ул. Тимәк, һатҡан. Ҡыҙыҡ, нимә тип әйтте икән? – Ни йомош, абзыйлар?

– Йомыш? – Һүҙгә икенсеһе, ерән мыйыҡлыһы ла ҡушылды. Уның уҫал кеше икәнлеге йөҙөнә үк сыҡҡайны. – Йомыш йомышлап йөрергә без сиңа урам малаемы ни? Әйдә, жыен, син антисоветский пропаганда өчен кулга алынасың. Сиңа өч минут вакыт, тиз бул!

– Ниндәй антисауитски брапаганды ул? – Һүҙгә Йәмғетдин дә ҡушылды. – Аның мында ҡайтҡанына икенсе көн генә. Бер ҡайҙа ла барманы, бер кем белән дә осрашманы. – Ҡарт әле бер, әле икенсе милиционерға ҡараны. – Һеҙ яңылышмайһығыҙмы, туғаннар? – тине ул, йомшағыраҡ булырға тырышып.

– Абзый, син кысылма. Нинди пропаганда икәнен ул үзе белә. – Ерән мыйыҡ Хәлфетдингә яҡынайҙы. – Әйт абыеңа, бүген иртән сельсовет секретаренә ничек итеп совет власын сүктең?

– Ә-ә. Лотфулланың этлеге икән, абзый. Иртән аның белән бер аҙ әйткеләшеп алғайныҡ шул. Ҡайтҡанды яратмай һөйләнә ине. – Быларҙы Хәлфетдин ағаһына әйтте. – Йәл, абзый, ихлас ярҙам итергә теләгәйнем, килеп сыҡманы. Хәҙер мине көтмәгеҙ инде.

Хәлфетдинде милиционерҙар ике яҡлап, йәнәһе, ҡасып китмәһен, арбалары янына алып китте. Бындай ғәҙелһеҙлекте күреп йөрәге әрнегән Йәмғетдин ҡарттың күҙенән йәштәр бәреп сыҡты. Тәүҙә ирендәре дерелдәне, яурындары ҡалтыранды, унан ҡарт балалар кеүек ҡысҡырып, үкһеп илап ебәрҙе. Оло йәштәге кешенең был ҡылығында баш-баштаҡлыҡҡа нәфрәт тә, көсһөҙлөгөнә ғәрләнеү, әрнеү ҙә бар ине. Милиционерҙар уға иғтибар ҙа итмәне. Тик Хәлфетдин генә, ҡайырылып:

– Илама, абзый. Күҙ йәшенә ҡалған көн юҡ бит әле. Былар аны аңлай беләме? – тине.

Арба күҙҙән юғалғансы Йәмғетдин унан күҙен алманы. “Берәй хата килеп сыҡҡандыр ҙа, Хәлфетдинде, бәлки, төшөрөп ҡалдырырҙар”, тип өмөтләнде. Ләкин ул яңылышты.

Бер аҙнанан Хәлфетдин Вахитовтың өҫтөнән мәхкәмә булып, уны, совет власын хурлаған өсөн тип, биш йылға иркенән мәхрүм иттеләр. Егет Пермь өлкәһендәге бер холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына оҙатылды. Атаһының кәңәшен тотоп, ул яҙмышына буйһондо. Бар хәсрәт-ҡайғыларын эш менән баҫырға тырышты. Нормаларҙы үтәне, хатта арттырып үтәне. Дөрөҫ, бер саҡ уголовниктар араһынан кемдер килеп, төрмә хакимиәтенә ярамһаҡланған өсөн үс аласаҡтарын белдергәс, Хәлфетдин тыныс ҡына былай тине:

– Һинең, туған, Себерҙәге Черемхово шахталары тураһында ишеткәнең бармы? Белмәһәң, иптәштәреңдән белеш. Ана шул тамуҡтан тере ҡайтҡан кеше мин. Ҡурҡа торған күлдәгем туҙған инде.

Урман йығып, көндәргә көндәр ялғана торҙо. Ике-өс йыл ғүмер шулай үтеп тә китте. Көнбайыш тарафтарында хәлдәрҙең ҡырҡыулашыуы, Гитлер Германияһының Европа дәүләттәрен бер-бер артлы яулап алыуы, СССР сигенә яҡынлашыуы хаҡында төрмәлә лә һөйләй башланылар. Һуғыштың ҡотолғоһоҙлоғона күптәр шикләнмәй ине. СССР менән Гитлер Германияһы араһындағы бер-береңә һөжүм итмәү тураһындағы ике яҡлы солохҡа ышаныс көндән-көн кәмене. Һуғыш хәрәкәттәре башланыу хаҡындағы хәбәрҙе Пермь лагерҙарындағыларға шул көндө үк ишеттерҙеләр. Уны һәр кем үҙенсә ҡабул итте.

– Советтарға каюк! – тине ғүмер буйы яңы власты күрә алмаған уголовниктар. Ләкин ундайҙар күп түгел ине.

– Дошман көслө. Уны техника менән килә тип һөйләйҙәр. Беҙҙекеләр ҡаршы тора алырмы икән? – тип хәүефләнде икенселәр.

– Гитлер Советтар Союзын теҙләндерә алмаясаҡ. Рәсәйҙе еңеү мөмкин түгел. – Был “политическийҙар” фекере. Ундайҙар ҙа урман йығыусылар араһында күп булманы.

Һуғышты битараф ҡабул итеүселәр ҙә юҡ түгел ине. Совет власы тарафынан ялған ғәйеп тағылып, хөкөм ителгәндәрҙән тора ине был төркөм. Улар өсөн кем еңһә лә барыбер. Арала, дошман еңә ҡалһа, иреккә сығырға өмөтләнеүселәр ҙә юҡ түгел. Хәлфетдин дә ошолайыраҡ уйлай. Атаһының яңы власть тарафынан эҙәрлекләнеп ҡаты яфаларға дусар ителгәне, үҙҙәренең ҡара тир түгеп тергеҙгән донъяларынан мәхрүм ителгәндәре өсөн, билдәле, Хәлфетдин властарҙы ғәйепләне. Хатта Көнбайыштан килгән яу ошо гөнаһтар өсөн яза кеүек тә ҡабул ителә ине. Һәр хәлдә Хәлфетдин дошманға үс менән янған ҡайһы берәүҙәр фекерен уртаҡлашыр өсөн үҙенә бер ниндәй ҙә нигеҙ тапманы.

Төрмә тотҡондарына эш бермә-бер артты. Урман һуғышыусы ил өсөн тағы ла күберәк кәрәк булып сыҡты. Шул уҡ ваҡытта гитлерсыларҙың көслө ташҡын булып Советтар иле эсенә көндән-көн нығыраҡ үтеп инеүе тураһында хәбәрҙәр ҙә йышайҙы.

– Немецтың самолеты ла, танкылары ла бихисап. Хатта пехотаһы ла йәйәү түгел, мотоциклдарҙа елдерә, ти. Большевиктар армияһы ҡаса. Пленға батальоны, полктары менән төшәләр икән. Сталин, “Бер аҙым да сигенмәҫкә!” тигән бойороҡ биргән. Буйһонмағандарҙы урынында тотоп аталар икән, кеүек хәбәрҙәр йөрөнө.

Йәй ҙә аҙағына яҡынлашты. Бер заман лагерҙа, “һуғышҡа беҙҙе лә аласаҡтар икән, һуғышырға һалдат етмәй икән”, тигән имеш-мимеш таралды. Күптәрҙе был һағайтты, сөнки уларҙың тыныс лагерь тормошон минут һайын үлем һағалаған окопҡа алмаштырғыһы килмәй ине. Хәбәр дөрөҫ булып сыҡты. Бер көн хөкөм ителгәндәрҙе лагерь майҙанына теҙҙеләр. Ҡайҙандыр килгән бер хәрби телмәр тотто:

– Хөкөм ителеүселәр! Һеҙҙең бында совет закондарын боҙған өсөн ебәрелеүегеҙ бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Әммә бөгөн ул турала хәбәр һата торған ваҡыт түгел. Дошман ил эсенә үтеп инеп бара. Беҙҙең бурыс – уны туҡтатыу!

Ошо урында оратор ҙур пауза яһаны. Был уның төп һүҙен, бында килеүенең маҡсатын килештереберәк, көслөрәк һәм йоғонтолораҡ әйтеү өсөн һайлаған маневры ине. Артабан Көнбайышҡа табан ҡыуалау. - Тыуған ил һеҙгә үҙ ғәйебегеҙҙе ҡан менән йыуыу мөмкинлеге бирә. Кем дә кем һуғышҡа үҙ ирке менән барырға теләй – ике аҙым алға!

Сафтар һелкенмәне лә. Киреһенсә, ризаһыҙлыҡ тауыштары ишетелде:

– Беҙҙең тыуған илебеҙ юҡ. Уны беҙҙән тартып алдылар.

– Һаҡлар мөлкәтем үҙе менән. Үҙегеҙ һуғышығыҙ!

– Ә-ә, Гитлер томшоғоғоҙҙо емерҙеме ни?!

Быларҙы ишетеп торған хәрбиҙең яңаҡтары тартышып китте, ирендәре дерелдәне.

– Һуңғы һүҙҙе кем әйтте? Йөрәге үҙендә булһа, сыҡһын!

– Мин әйттем. – Саф алдына оло йәштәге ҡаҡса ғына буйлы бер әҙәм сыҡты. Ирендәрендә мыҫҡыллы йылмайыу сағыла. Таныны Хәлфетдин: ул “Штырь” ҡушаматлы, бар ғүмерен тиерлек төрмәлә уҙғарып, күпте күргән уголовник Орел мужигы Тимофей Кудашкин ине. – Ни эшләтерһең, начальник?

– Һинеме, лагерь туҙаны? Һине мин тараҡан урынына һытам. – Командир тиҙ генә кобураһын ысҡындырып, наганын алды ла Кудашкинға төҙәп атып та ебәрҙе. Күкрәгенә тейгән пулянан теге шунда уҡ йөҙө менән туҙанлы ергә ҡапланды.

Сафтағылар ҡырмыҫҡа иләүеләй хәрәкәткә килде. Икенсе пуляны хәрби командир һауаға ебәрҙе.

– Молчать! Хәрби ваҡыт законы буйынса мин һеҙҙең барығыҙҙы ла аттыра алам. Дошман һүҙен һөйләгән өсөн. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, кем дә кем Тыуған ил алдындағы ғәйебен ҡаны менән йыуырға риза – ике аҙым алға!

Биш-алты кеше ҡыйыуһыҙ ғына саф алдына сыҡты.

– Ошо ғынамы ни? – Командир төрмә начальнигына ҡараны. – Исемлекте уҡығыҙ!

Был юлы саф алдына сығыуҙан бер кем дә ҡотолоп ҡала алманы.

Хөкөм ителеүселәрҙе лагерҙан алып сығып киттеләр. Кисен улар поезға ултырып Көнбайыш тарафтарына китеп бара ине инде. Арлы-бирле винтовканан атырға, окоп ҡаҙырға өйрәткәндән һуң, хәрби кейем өләштеләр ҙә фронтҡа ҡыуҙылар. Шуны самаланы Хәлфетдин: уларҙың иҫән ҡалыуын бер кем дә хәстәрләмәй. Киреһенсә, үлемгә ҡыуалар кеүек.

Уларҙы Калинин фронтының Ржев ҡалаһы янына алып килделәр. Ике көндән һуң штраф батальоны һөжүмгә күсергә тейеш ине. Комбат, ә ул 58-се статья* буйынса хөкөм ителгән элекке бригада комиссары Музыченко, батальонды взводтарға, отделениеларға бүлеп, командирҙар тәғәйенләне. Улар барыһы ла кисәге хөкөм ителгәндәр араһынан ине.

... 1 сентябрь көнө быҫҡаҡлап ямғыр яуыу менән башланып китте. Таң атыр атмаҫтан һөжүмгә әҙерләнә башларға бойороҡ бирелде. Һалдаттар винтовкаларын, патрондарын барланы. Штыктарын һынап ҡараны. Ни өсөндөр граната бирмәнеләр.

– Приготовиться к атаке! – тип ҡысҡырҙы взводный. Отделение командирҙары бойороҡто үҙенекеләргә еткерҙе. Окоптар эсендә ҡуҙғалыш башланды.

– За Родину! Вперед, братцы! – Взводный винтовкаһын тотоп окоптан күтәрелде лә алға йүгерҙе. Уның артынан башҡалар ҙа теләр-теләмәҫ кенә ҡуҙғалды. Ике-өс минут самаһы шулай барҙылар. “Ура!” тауыштары һүрән генә ине.

Бына бер саҡ дошман артиллерияһы телгә килде. Тирә-яҡта бер-бер артлы ярылған снарядтар гөрһөлдәүенә яралыларҙың үҙәк өҙгөс тауыштары ҡушылды. Күптәр шунда уҡ ергә ятты. Атака тонсоҡто. Кемдәрҙер хатта винтовкаларын ташлап, артҡа йүгерә башланы. Һуңғыларға Хәлфетдин дә ҡушылды, сөнки дошман окобына етерлек түгеллеген самалап алғайны ул.

Әммә, ни ғәләмәт менәндер, уларҙы үҙҙәре яғынан көслө пулемет уты ҡаршыланы. Тағы ла бер нисә кеше ергә ҡоланы.

– Братцы! Это заградотряд!** С наших позиций стреляют, – тип кемдер асыҡлыҡ индерҙе. Был ғәскәр тураһында Хәлфетдиндең ишеткәне бар, бына хәҙер үҙенә лә кисерергә тура килде. Ни эшләргә? Немецҡа ҡаршы барыуҙан мәғәнә юҡ, снаряд теткеләп ташлаясаҡ. “Ә нишләп әле ул үлемгә ҡаршы барырға тейеш? Үҙенә ни тиклем яфалар килтергән власты яҡлап! Ни хаҡы бар уның мине үлемгә ҡыуырға? Үҙен һаҡлап ҡалыу өсөнмө? Минең өсөн немец ни, әлеге власть ни. Икеһе лә үлемемде теләй. Юҡ, лутсы мин бер дошманымды булһа ла дөмөктөрөп үләм!” Хәлфетдин ҡәтғи ҡарарға килеп, үҙ позицияларына табан шыуышты. Ҡапыл тоҡанған үс алыу тойғоһо көсәйә барҙы: тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡалар ҙа уның артынан эйәрҙе. Башҡаса пулемет тауышы ишетелмәне. Заградотрядсыларҙың һөйләшкәне ишетелеп тора.

– Ты кого жалеешь? – Командир, ахырыһы, асыулы тауыш менән кемделер һүгә. – Эти же преступные элементы. Уголовники! Другой раз я тебя самого отправлю на передовую. Понял?

Икенсе тауыш ҡыйыуһыҙ ғына ниҙер мығырҙай. Аҡлана, күрәһең. Әммә уның ни әйткәнен Хәлфетдин ишетмәй.

Шыуыша торғас, ул окопҡа килеп етте. Траншеяға һикереп төшкәс, ундағы пулеметсы менән күҙмә-күҙ осрашты. Пулеметсының йөҙө таныш кеүек тойолдо. Тик хәрби формала тәүге тапҡыр күреү генә бер аҙ албырғатты.

– Лотфулла? – Хәлфетдиндең күҙҙәре ҙур булып асылды. – Һин ни эшләп мында? Нишләп үҙеңдекеләргә атаһың!? – тип өҙөк-өҙөк һорауҙар бирҙе ул. Ауылдашы иһә өшдәшмәне, күҙҙәрен шарҙай асып уға текәлде. Әммә яуап урынына Хәлфетдиндең башына арттан наган төйҙәһе менән һуҡтылар. Ул, аңын юғалтып, окоп төбөнә ауҙы.

Иҫенә килгәндә, һалҡын блиндажда ята ине. Кемлеген асыҡларға өлгөргәндәр ахырыһы. Шуғалырмы, расходҡа сығарманылар. Махсус бүлеккә саҡырып һорау алғандан һуң, “тыуған ил алдындағы ғәйебен ҡаны менән йыуыр” өсөн, яңынан штраф ротаһына оҙатылды. Бындай хәлдәр фронтта бик һирәк була, ләкин осраштырғылай. Бәлки, яҙмыш уның ошоғаса күргән яфалары, түҙемлеге өсөн йәлләгәндер.

Тәүге һөжүмгә барғанда уҡ Хәлфетдин үлем көҫәне, әммә яраланманы ла. Күрәһең, урыҫтың “батырҙан пуля ҡурҡа” тигәне хаҡтыр. Күпме тапҡыр уға ярһып һөжүмгә барырға тура килде, ләкин барыһынан да рәт һалдаты Вахитов имен-аман сыҡты. Бер тапҡыр снаряд ярсығынан аяғы, икенсегә ҡулы яраланыу уның өсөн иҫәп түгел ине. Ләкин бының менән генә һынау бөтмәгәйне әле. Бер ҡаты алышта уларҙың төркөмө ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ҡамауға эләкте. Иҫен юғалтҡан Хәлфетдин дошманға әсир төштө. Себергә барғандағы тормошто хәтерләткән тамуҡ ине был. Ҡасырға маташты, тотолдо, туҡмалды. Тағы ҡасырға итте, тағы ла тоттолар. Сит ерҙәрҙә, телде лә белмәгәс, ҡасып ҡайҙа ғына бара алаһың?!

Уны концлагерға оҙаттылар. Күргән нужалар, йәберләүҙәр!.. Шулай ҙа тағы тере ҡалды. Һуғыш тамамланып килә ине инде. Фашист ҡоллоғонан уларҙы американдар ҡотҡарҙы. “Һеҙҙе большевиктар Себергә һөрәсәк”, - тип үҙҙәренә саҡырҙылар, Ләкин Хәлфетдин ниңәлер ышанманы. Советтар яғына сығарыуҙарын һораны. Уның ихтыяры ҡабул булды. Ләкин үҙ илендә уны азатлыҡ түгел, ысынлап та американдар әйткән лагерь көткән икән. Дошманға үҙ теләгегеҙ менән әсир төшкәнһегеҙ, тип уларҙы Колымаға һөрҙөләр. Тағы ла шахта тормошо. Тик йәш, шәп саҡтар уҙғайны, һаулыҡ та ныҡ ҡына ҡаҡшағайны. Хәлфетдин был тамуҡтан тәнендә саҡ торған йәнен усына тигәндәй тотоп сыҡты. Был яҡтарҙа үлеп ятҡыһы килмәне.

Атаһының васыятын тотоп, тағы ла тыуған яҡтарына ҡайтырға ниәт итте. Стәрлегә барып әҙерләүҙәр контораһына эшкә инде. Үҙе кеүек етем ҡатынға йортҡа керҙе. Ләкин был юлы тыуған ауылына ҡайтырға бер ҙә теләге булманы. Хатта пенсияға сыҡҡас та, сөнки элекке иҫтәлектәр бик әсе ине шул.

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 50 йыллығы айҡанлы сыҡҡан район гәзите уның ҡулына осраҡлы ғына килеп эләкте. Ҡараһа, “Ветерандар йәштәр менән осрашты” тигән мәҡәлә иғтибарын йәлеп итте. Унда Лотфулла Ҡоланбаевтың да исеме әйтеп кителгән. “Иҫән ҡалған икән, башкиҫәр”, – Хәлфетдиндең башына килгән тәүге уй шул булды. Ни өсөндөр Лотфулланы күргеһе, битенә төкөргөһө килде. Бының өсөн генә, билдәле, ауылға юлланып булмай ине.

Яҙмыш уларҙы шулай көтөлмәгәнсә осраштырҙы. Бер урамда уйнап үҫкән, һуңынан кемдәрҙеңдер сәйәсәт ҡорбанына әүерелеп, синфи дошман булып киткән бер милләт балалары ни өсөн ошолай яҙмышҡа дусар ителеүҙәрен аңлап еткермәне.

Был осрашыуҙан һуң Лотфулла ныҡ ҡына үҙгәрҙе. Ауырыуға әйләнде. Ҡан баҫымы йыш күтәрелде, хатта ерле-юҡҡа ла хәле бөтә башланы. Табиптар тикшереп ҡараһа ла, бер ни ҙә таба алманы. Ҡарт күҙгә күренеп һулыны.

Ярты йылдан Лотфулла тамам түшәккә ятты. Аҙна самаһы бер иҫенә килеп, берсә аңын юғалтып ята торғас, яҡты донъянан мәңгегә китте. Уны ерләшергә район үҙәгенән вәкил дә ебәргәйнеләр. Ҡәберҙе зыяратта ҡаҙынылар. Ни ғәжәп: мәйетте алып килгәндә, зыярат ауыҙы алдында уның юлын ауыл халҡына таныш булмаған оло йәштәге бик ябыҡ кеше бүлде.

– Ауылдаштар! Лотфулланың әруахтар араһында ятырға хаҡы юҡ. Мында беҙҙең атай-олатайҙар ята. Үткән һуғышта Лотфулла заградотрядта булып, беҙҙең кеүектәргә арттан тороп пулеметтан атып ятты. Һеҙ, бәлки, мине танымайһығыҙҙыр ҙа. Хөснөтдин Вахитовтың уртансы улы Хәлфетдин мин. Беҙҙең ғаиләне 30-сы йылда кулакка сығарып, Себер һөргәйнеләр. Күбебеҙ шунда башын һалды, – тине.

Лотфулланың оло улы Хәтмулла күҙен аҡайтып Хәлфетдин янына килде.

– Һин нимә һөйләйһең? Һиңә кем ышанһын! Кит хәҙер үк юлдан! – тине ул ҡартты тупаҫ этәреп. – Кулак ҡалдығы. Ҡыҫылып йөрөмә мында.

Ләкин Хәлфетдиндең юл бирергә уйында ла юҡ ине.

– Ауылдаштар, һеҙ хата эшләйһегеҙ. Был кеше ... – ул һүҙен тамамлап өлгөрмәне. Хәтмулла ҡапыл ике ҡулы менән күкрәгенән этеп ебәргәнгә зыяраттың таш ҡоймаһына башы менән килеп бәрелде лә, арҡаһы менән ергә ҡоланы. Бер килке аптырап ҡалған кешеләр уның янына яҡын юларға баҙнат итмәй торҙо. Иҫтәренә килеп күтәреп ҡарағанда, ҡарттың йәне әруахтар янына киткәйне инде.

Лотфулланы зыяратҡа ерләнеләр. Ә Хәлфетдин өсөн ҡәбер зыяраттан бик ситтә, ҡасандыр ҡыҙыл отряд тарафынан атылған Әфтәх бай ҡәбере янында ҡаҙылды. Яңы ҡәбергә хатта исемен яҙып та торманылар. Ҡаҙыҡ ҡына ҡуйҙылар.

Йылдар үтте. Илгә “үҙгәртеп ҡороу”, “баҙар иҡтисады”, “демократия” тигән төшөнсәләр килде. Кемдәрҙер элекке байҙарҙы, муллаларҙы маҡтарға тотондо. Ауылда элекке ғөрөф-ғәҙәттәр тергеҙелеп, дини йолаларҙы башҡарырға ла мулла ла табылды. Әммә зыяраттан ситтә күмелгән ике ҡәбер – Әфтәх бай менән Хәлфетдиндекенә яҡын юлаусы табылманы.

Мәхмүт Хужин.

Читайте нас: