Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
25 Ғинуар 2019, 14:55

Бәхет сере, йәки ике тамсы зәйтүн майы тураһында парса

«Әгәр ҙә нимәнелер бик ныҡ теләһә,бар Ғаләм һиңә уны тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк»

«Әгәр ҙә нимәнелер бик ныҡ теләһә,

бар Ғаләм һиңә уны тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк»

Пауло Коэльо


Бер сауҙагәр үҙенең улын аҡылы менән тирә-йүндә дан ҡаҙанған аҡһаҡалға бәхет серен һорарға ебәргән ти. Сүллек буйлап ҡырҡ төн ҡырҡ төн барған егет һәм тау түбәһендә күҙҙен яуын алып ултырған һарайҙы күреп ҡалған. Баяғы аҡһаҡал шунда йәшәгән дә инде.

Егет ҡартты уғата белемле, уҫал һәм яңғыҙлыҡ яратҡан кеше булараҡ күҙ алдына килтерә. Әммә һис көтөлмәгәндә күренешкә тап була: һарайҙа һәләмә кейемдәге суфыйҙар ары-бире йөрөй, үҙ тауарын һатырға теләгән сауҙагәрҙәр гәпләшә, кескәй генә оркестр ниндәйҙер көй уйнап маташа… Йорттоң иң ҙур бүлмәһендә өҫтәлдәр ултыртылған - ниндәй генә ашамлыҡтар юҡ унда! Затлы һый-хөрмәттән ауыҙ итергә теләүселәр ҙә бихисап бында - барыһы ла көләс йөҙлө һәм бәхетле. «Ошомо икән әллә бәхет тигәнең? Туҡ тормош, түбәләре күккә олғашҡан һарайҙа йәшәү…» Егет аҡһаҡалды эҙләргә тотона. Баҡһаң, аҡыл эйәһенә инергә теләүселәр хаттин күп икән! Уға үҙенең сиратын өс көн һәм өс төн көтөргә тура килә.

Ниһайәт, аҡһаҡал егетте ҡабул итә. Шулай ҙа уға бәхет серен асырға ваҡыты юҡлығына һылтанып, ике сәғәттән килергә әмер бирә. «Һиңә бер үтенесем бар, - ти ҡартлас һәм егеткә зәйтүн майы тамсылары тамыҙылған балҡалағын һона. - Үҙең менән ошо ҡалаҡты ал һәм май тамсыларын аслан түкмә». Егет, балғалаҡтан күҙен дә алмай һарай буйлап сәйәхәт ҡылырға сығып китә. Семәрле, алтын ялатылған һарай баҫҡыстарынан берсә менә, берсә төшә торғас, ике сәғәт уҙып та китә. Егет аҡһаҡал ҡаршыһына ҡабаттан килеп баҫа.

«Шунан, - тип мут йылмая уға бабай. - Минең аш бүлмәһендәге йөнтәҫ фарсы балаҫтары оҡшанымы һиңә? Ә баҡсамдағы сәйер биҙәкле сәскәләрем һәм ҡупшы емеш ағастары? Ә китапханалағы боронғо фолианттар һәм пергаменттар?» «Ғәфү ит мине, аҡһаҡал. Иғтибарымды балғалаҡтағы ике тамсы зәйтүн майы ғына биләне һәм һин һанап киткән гүзәллектәрҙе күреүҙән мәхрүм ҡалдым». «Улайһа бар, һарайымды яңынан урап кил, - тигән ҡартлас ҡоро ғына. - Кешенең ниндәй шарттарҙа һәм ҡайҙа йәшәүен белмәйенсә, уға нисек ышанырға мөмкин?». Егеткә ҡабаттан зиннәтле һарай буйлап сәйәхәт ҡылырға тура килә. Был юлы ул балғалағындағы тамсыларға иғтибар итмәйенсә һарайҙың матур-матур колонналарына, семәрле балкондарына, түшәмдә эленеп торған гәлсәр люстраларына, эре суҡышлы сыбар тутыйғоштарына һушы китеп һоҡланып йөрөй. Аҡһаҡалға әйләнеп ҡайтҡас, егет күргәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. «Ә ҡалағыңдағы… зәйтүн майы ҡайҙа һуң?» - тип һорай ҡартлас унан. Шунда ғына йәш кеше балғалаҡтағы май тамсыларының зым-зыя юҡ булыуын шәйләп ҡала. «Ошоға таянып, мин һиңә бер генә кәңәш бирә алам, - тип яуаплаған аҡыл эйәһе. - Бәхет сере тирә-йүндәге гүзәллектәрҙе күрә белеүҙән һәм… балғалаҡтағы ике тамсы зәйтүн майы тураһында бер ваҡытта ла иҫтән сығармауҙан ғибәрәт…»


Ваҡыт һынауын үткән

гөл орлоҡтары

Бөйөк батшаның өс улы булған. Кемеһе атаһының вариҫы, тәхет эйәһе булырға лайыҡлы һуң? Оҙаҡ уйлағас, атай кеше аҡыл эйәһенә мөрәжәғәт итергә йөрьәт итә: “Минең өс улым да аҡыллы, өсөһө лә тәхеткә дәғүә итә ала”. Меңйәшәр аҡһаҡал уға былай тип кәңәш бирә: “Ә һин уларға берәй гөл орлоғо биреп ҡара. Кемеһе шул орлоҡто билдәле бер ваҡыт арауығы эсендә яҡшыраҡ һаҡлай, шул һинең тәхетеңә ултырыр”.

Батша өйөнә ҡайта ла улдарын үҙе янына саҡыртып ала: “Улдарым, мин хажға йыйынам. Был сәфәр ике - өс йыл самаһы ваҡытты аласаҡ. Ваҡыт, асылда, һеҙҙең өсөн һынау ул. Кем дә кем мин һеҙгә тапшырып китәсәк гөл орлоҡтарын яҡшыраҡ һаҡлай, тәхет шуға эләгә”. Шулай ти ҙә, ҡарт батша хажға юллана.

Батшаның өлкән улы: “Мин уларҙы нисек һаҡларға кәрәк икәнгелен беләм инде”- тип эстән уйлай ҙа, ҡустыларына бер ни ҙә өндәшмәй генә орлоҡтарҙы ҡырҡ йоҙаҡлы тартмаға йәшереп ҡуя.

Уртансы улан былай тип фекер йөрөтә: “Мин уларҙы баҙарға алып барып һатам да, аҡсаһын атайым ҡайтҡас, яңы орлоҡтарҙы һатып алыу өсөн ҡулланам”.

Ә батшаның кинйә улы балсыҡ көршәктәр табып ала ла, уларҙың эсенә тупраҡ тултырып, гөл орлоҡтарын ултырта.

… Өс йыл уҙғас, атаһы алыҫ сәфәренән ҡайтып инеү менән өлкән ул, ҡырҡ йоҙаҡҡа бикләнгән орлоҡтарын тартманан сығара һала ла, атаһына һона. Ә улар, ваҡыт үтеү менән кибеп,бөршәйеп бөткән була. Ҡартлас улына бер генә һирпелеп ҡарай: “Ҡыу орлоҡтан бер ниндәй ҙә үҫмәй бит ул, улым…”. Икенсе улы, атаһын күреү менән, алдан әҙерләп ҡуйған аҡсаһын усына йомарлай ҙа кибеткә өр-яңы орлоҡтар һатып алырға йүгерә.

Ҡарт атай уртансы улының да орлоҡтары менән мөрхәтһенмәй. “Мин һиңә уларҙы бирмәнем бит…”. Башын баҫып, һағышланып ултырған ҡарт батша кинйә улы тураһында иҫенә төшөрә: “Бәй, ул бала бер ҡайҙа ла күренмәй бит…”. Аптыраған атай улын һарай буйлап эҙләргә тотона. “Атай, ул хәҙер күп ваҡытын һин сәфәргә киткәндән һуң төҙөгән оранжереяла уҙғара…” - тиҙәр уға тәхет хужаһы булыуҙан ваз кискән өлкән улдары.

Кесе улы төҙөгән оранжереяға ингән батша аһ итә: мең балҡышлы, аллы-гөллө сәскәләр хуш еҫенән баш әйләнеп китерлек, күҙ ҡамашырлыҡ… “Атай, - ти уға улы. - Мин һиңә ошо гөлдәрҙең орлоҡтарын ҡайтарасаҡмын”.

Улының аҡылына һөйөнгән ҡарт батша ҡаҡса ғына кәүҙәле кинйә улын ҡосаҡлап ала. “Һин - минең вариҫым! Һин - тәхеттең буласаҡ батшаһы…”. Ошо һүҙҙәрҙән һуң гөлдәргә ҡунған күбәләктәр, батшаның һушын килтереп, түбәлә зыр-зыр өйрөлөргә керешә…



Пауло Коэльоҙың
«Алхимик» романы тәржемәһе.

Читайте нас: