Күп балалар ашамай йөҙәтә. Беҙ ҙә был мәсьәлә менән күҙмә-күҙ ҡалғаныбыҙ бар. Бәләкәйерәк сағында китаптағы һүрәтте, йә берәй тәтәй күрһәтеп, шуның менән мауыҡҡан арала ҡаптырып ебәрәһең. Артынан ҡалаҡ тотоп йүгереп алыу ҙа ят күренеш түгел ине. Шунан оҙаҡ ҡына бер нәмә лә тәҡдим итмәй ҡарайһың. Тик… файҙаһыҙ.
Баланың тән ауырлығы нормала, үҙен тыныс тота икән, борсолоу урынһыҙ. Бары тик баланслы ашатыу булдырырға кәрәк. Көн һайын ярмалар, йәшелсә-емеш, ит, һөт аҙыҡтары менән туҡландырырға тырышыу мөһим. Ошоларҙы әҙләп кенә ашаһа ла еткән. Бала үҙенә күпме кәрәген белә ул. Сабыйҙың ят ризыҡтан баш тартыуы мөмкин. Уны ашамаһа ла, көн һайын өҫтәлгә ҡуйһаң, бүтән ғаилә ағзаларына ҡарап ярата башлауы бар. Иң мөһиме, өгөтләргә, инәлергә, уны ғәйепләргә ярамай. Беҙ ҡыҙыбыҙға аша тиһәк, ашамай, ярай, ашама ла ҡуй тиһәк – ашай. Туҡланыуҙы бер аҙ уйынға әйләндереп ебәрһәң дә отошло. Мәҫәлән, нисә ҡалаҡ ҡапҡанын һанай. Бутҡаһын емештәр менән биҙәһә лә ҡыҙыҡ. Ризыҡтың ниндәй хәрефкә башланғанлығын, ниндәй төҫтә икәнлеген, уның инглизсәһен әйтеп ебәрһә – икеләтә файҙа. Шулай ҙа түбәндәге әкиәт беҙгә нығыраҡ ярҙам итә. Тик уны төнгөлөккә һөйләмәйбеҙ. Йоҡоһо осоп, ашау теләге уяна. Был әкиәтте мәсьәләнән сығыуҙың бер юлы тип кенә ҡабул итегеҙ. Һәр кем үҙ балаһының ҡыҙыҡһыныуҙары, холҡона, йәшенә ярашлы итеп әкиәтте үҙгәртә, йәки икенсерәк итеп уйлап сығара ала. Геройҙы төлкө, ҡуян, тейен итергә лә мөмкин.
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Гөлнәзирә исемле бер ҡыҙ. Бик сибәр, аҡыллы булған, ти үҙе. Өс ҡурсағы, ҡәләмдәре, санаһы, конькиҙары бар икән. Шулар менән рәхәтләнеп уйнай ул. Иҫ киткес матур күлдәге, сандалиҙары ла булған. Был кейемдәре менән урамға сыҡһа, бөтәһе лә уны Һыуһылыу тип кенә йөрөткән. Әсәһе менән атаһы уны ныҡ яратҡан.
Тик бер заман ҡыҙыҡай ашамай башлаған. Әсәһе картуф бәлеше, аш бешереп алдына ҡуйһа кире этә, ти. Кәнфитте генә тәмләп имә, ти. Шуға күрә, ҡыҙҙың ике теше төшкән, сәсе оҙон булып үҫмәгән дә ҡуйған. Был ниндәй ҡурҡыныс ҡыҙ беҙҙе уйната, тип өс ҡурсағы ла ҡасҡан, ә ҡәләмдәре диван аҫтына йәшенгән. Саф һауаға сығайым тиһә, санаһы менән конькиҙарын да таба алмаған. Шулай, тышта ла, өйҙә лә уйнай алмаған Гөлнәзирә. Аптырағас, матур күлдәген кейеп күрше Әҙиләгә ҡунаҡҡа бармаҡ була. Бәй, күлдәге лә ярамай, сандалиҙары ла. Ҡыҙыҡай ашамағас ныҡ ябыҡҡан да, был кейемдәре ҙу-у-ур ти үҙенә. Гөлнәзирә кире бәләкәсәйә башлаған бит! Эштән ҡайтҡан атаһы: «Бәй, ҡыҙым, ҡустың һымаҡ бәпескә әйләнеп бараһың түгелме?” – тигән.
Гөлнәзирәгә һөт эсә торған шешә һатып алғандар. Бәпестәр ашамай, һөт кенә имә бит, эйеме? Бәпәйгә әйләнгәс, уға йәнһүрәт ҡаратмағандар, сумочкаһы, помадаһы ла булмаған. Һөт имә лә йоҡлай, имә лә йоҡлай, ти.
Бер заман бәпес Гөлнәзирәнең тиҙерәк ҙур үҫкеһе килә башлай. Атаһы һымаҡ! Был теләген әсәһенә әйткән. Әсәһе мин бешергән витаминлы ризыҡтарҙы ашаһаң – ҙурайырһың, тигән. “Ә нимәләрҙә витамин бар һуң? Тортта бармы?” – тип һораған ҡыҙыҡай. «Юҡ, ҡыҙым. Бәпестәрҙе үҫтерә торған витаминдар иттә, кәбеҫтәлә, кишерҙә, сөгөлдөрҙә, сырҙа, бутҡаларҙа, емештәрҙә бар. Ә татлы тәмлекәстәр теште һыҙлата”.
Гөлнәзирә кухняға йүгереп сыҡҡан да “бисмилла” әйтеп, ҡалаҡты уң ҡулы менән генә тотоп ҡыҙыл ашты (борщ) күп итеп ашай. Итен дә ҡалдырмай, ти хатта. Туйғас, өләсәһе кеүек “әлхәмдүлилләһ” тип ҡуя. Рәхмәт, ошондай ризыҡтар булғанға, эйеме? Ҡайһы бер балаларҙың бер бәләкә-әс кенә икмәге лә юҡ бит.
Бәй, ҡыҙыҡай көҙгөгә ҡараһа, сәсе оҙ-о-он булып үҫкән, ап-аҡ ҡына тештәре лә бар, ти. Ҡапыл ишек шаҡығандар. Барып асһа – өс ҡурсағы етәкләшеп ҡайтҡан. Һағындыҡ ошо матур апайыбыҙҙы, тип ҡосаҡлап алғандар. Ҡәләмдәре лә йүгерешеп килеп сыҡҡан. Күлдәге менән сандалиҙары ла тап-таман, ти үҙенә. Ҡыҙыҡай туйғансы уйнаған. Кис, атаһы ҡайтҡас, кишерле генә былау, сөгөлдөр салаты ашап алғандар ҙа тышҡа уйнарға сығып киткәндәр. Туйғансы сана шыуғандар, ә ял көнө катокка барырға һөйләшкәндәр, ти.
Гөлсинә Байғужина.
P.S: Ризыҡ исемдәрен, баланың ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап уйынсыҡтарҙы, шөғөлдәрҙе үҙгәртеп һөйләргә мөмкин.