Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
21 Февраль 2019, 14:46

Ләйсән (повесть). Аҙағы

Рәмилдең нисәмә йылдар бейегәне юҡ. Студент йылдарында вальс әйләнергә бик ярата ине. Әле лә онотмаған икән. Тик иркенләп баҫырға бүлмәнең бәләкәйлеге ҡамасаулай. Ләйсәндең яҡшы бейегәнен Рәмил шунда уҡ һиҙҙе. Вальс тамамланғас, тағы әкрен көй башланды. Был юлы бейеүгә рәссам саҡырҙы. Ул ике ҡулы менән ҡатындың биленән тотто, ә Ләйсән ҡулдарын уның яурындарына һалды. Бейегән һайын ара яҡыная барҙы. Ошо яҡынлыҡтан Рәмил ток һуҡҡандай ҡалтырап ҡуйҙы, маңлайынан тир бәреп сыҡты.

– Ләйсән, был бокалды теләһәң, теләмәһәң дә һинең хөрмәткә күтәрәм. Мине
дәртләндереп ебәрә алырлыҡ һүҙҙәрең өсөн рәхмәт. Саҡырыуымды ла кире ҡаҡманың.
Һине күргәс, күңелемә рәхәт булып китте.
– Картиналар яратам шул, шуға саҡырыуыңды кире ҡаға алманым, – тигән булды
Ләйсән. Ә ысынында иһә яңғыҙлыҡтан ҡасып, атаһыныҡына оҡшаған күҙҙәрҙе күрер
өсөн килде ул. Күңеленең ҡайһылыр өлөшө Рәмилгә тартыла, тик ни өсөн – шуны
ғына аңлата алмаҫ.
– Ләйсән, гел минең турала һөйләшәбеҙ, үҙең турала ла һөйләп китһәң ине?
– Мин эшләмәйем, өйҙәмен, ирем эшҡыуар, балаларыбыҙ әлегә юҡ.
– Иптәшегеҙ минең янға килгәнеңде белһә, яҡшы булмаҫ бит.
– Әле ул өйҙә юҡ, Мәскәүгә командировкаға китте.
– Мәскәүгә? Ҡасан?
– Ун көндән артыҡ була инде, – тине Ләйсән рәссамдың был һорауына
ғәжәпләнеп. Рәмил Сания тураһында уйлап ҡуйҙы. Уның да бит Мәскәүгә киткәненә
шул сама. Осраҡлы тура килеүме был? Әллә бергә киттеләрме? Рәмил уйға сумды.
Уның ҡапыл төҫө үҙгәреүен күреп, Ләйсән:
– Нимә булды? – тип һораны.
– Юҡ-юҡ, былай ғына. – Уйын Ләйсәнгә әйтмәй торорға булды. – Эшҡыуар
булғас, һәйбәт инде, бына мин аҡса эшләй алмағас, ҡатыным яратманы.
– Уның ҡарауы, һин бынамын тигән картиналар яҙаһың.
– Картина менән генә йыраҡ китеп булмай шул. Улар бөгөн аҡса килтермәй –
ҡатынымдың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар.
– Эшҡыуарҙар менән генә лә донъя бармай, һинең кеүек таланттар ҙа кәрәк,
киләсәк быуынды кемдәр өлгөһөндә тәрбиәләйбеҙ улайһа?
– Бөгөн йәшәр өсөн аҡса кәрәк. – Рәмил был һөйләшеүҙән ситләшергә теләп,
һүҙҙе икенсегә борҙо. – Һин, Ләйсән, музыка яратаһыңмы?
Ҡатындың яуап биргәнен дә көтмәйенсә, музыка ҡуйып
ебәрҙе. Еңелсә генә ағылған вальс ритмындағы моң уларҙың икеһен дә бер тынға
уйҙар диңгеҙендә йөҙҙөрҙө. Рәмил – Сания, Ләйсән Ирек тураһында уйлап ҡуйҙы.
Бер бүлмәле фатирҙа икеһе генә булһалар ҙа, уйҙары менән күмәк инеләр. Музыка
ағыла ла ағыла, өнһөҙ ултырыуҙың оҙаҡҡа һуҙылыуы икеһе өсөн дә уңайһыҙ ине.
Ләйсән бар батырлығын йыйып:
– Күптән бейегән юҡ, дамский вальс! – тип, рәссамды бейергә саҡырҙы. Рәмил
үҙенең көрәктәй усына Ләйсәндең бәләкәй генә ҡулын алды, икенсе ҡулын уның
биленә һалды. Уңайһыҙланыпмы, тәндәренә ят ҡулдар ҡағылғанғамы, икеһенең дә
тәне буйлап эҫе ҡан йүгерҙе, теҙ быуындары ҡалтырап китте.
Рәмилдең нисәмә йылдар бейегәне юҡ. Студент йылдарында
вальс әйләнергә бик ярата ине. Әле лә онотмаған икән. Тик иркенләп баҫырға
бүлмәнең бәләкәйлеге ҡамасаулай. Ләйсәндең яҡшы бейегәнен Рәмил шунда уҡ һиҙҙе.
Вальс тамамланғас, тағы әкрен көй башланды. Был юлы бейеүгә рәссам саҡырҙы. Ул
ике ҡулы менән ҡатындың биленән тотто, ә Ләйсән ҡулдарын уның яурындарына
һалды. Бейегән һайын ара яҡыная барҙы. Ошо яҡынлыҡтан Рәмил ток һуҡҡандай ҡалтырап
ҡуйҙы, маңлайынан тир бәреп сыҡты. Ләйсән уның уңайһыҙланыуын һиҙһә лә, артҡа
сигенмәне. Киреһенсә, башын Рәмилдең яурынына һалып, уға нығыраҡ һыйынды,
ҡулдары менән ҡосаҡланы. Шул саҡ Ләйсәндең күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. Ни өсөн?
Иректе һағыныуҙанмы? Атаһын йәки рәссам ағаһын иҫенә төшөрҙөмө? Аныҡ ҡына үҙе
лә әйтә алмаҫ ине. Бәлки, күптән шулай бейегәне булмағандыр? Әммә күҙ йәштәре
ағыуын белде. Көй туҡтаһа ла, Ләйсән ирҙән бер аҙға айырылмай торҙо.
– Асыуланма инде, Рәмил, күҙ йәштәремде тыя алманым, атайым иҫемә төштө, –
тине.
– Зыяны юҡ. – Күҙҙәрен һөрткән Ләйсәнде Рәмил ҡосаҡлап өҫтәл янына алып
килде. Буш бокалдарға тултырып шарап һалды ла береһен Ләйсәнгә һуҙҙы. – Күптән
бейегән юҡ ине, ошо матур минуттар өсөн күтәрәйек. Һуңғы йылдарҙа күңелемә
тыныслыҡ табып, шатланғаным юҡ ине. Һиңә барыһы өсөн дә рәхмәт.
– Һинең өсөн мин дә шат. – Улар бокалдарҙы бушатты.
Рәмил тағы музыка ҡуйып ебәрҙе лә Ләйсәнде бейергә
саҡырҙы. Был юлы улар тартынып торманы, бер-береһенә һыйынды. Рәмил үҙенең тиҙ
арала Ләйсәнде яҡын күреүенә, үҙ кешеһе итеп ҡабул итеүенә ғәжәпләнеп тә ҡуйҙы.
Ул ҡатын-ҡыҙҙар менән тиҙ генә таныша ла, һөйләшә лә алмай интегә торғайны.
Буласаҡ ҡатыны Сания менән аралашыу ҙа ҡыҙҙың әрһеҙерәк булыуынан башланды.
Һуңғы курста уҡып йөрөгән Рәмил уҡытыусыһының ҡушыуы буйынса Ағиҙел яры буйынан
ҡала күренешен төшөрөргә тейеш ине. Бирелеп кенә эшләп торғанда:
– Нисек матур эшләйһегеҙ, оҡшатҡанһығыҙ! – тигән мөләйем генә тауышлы ҡыҙ
өндәшеүенә Рәмил боролоп ҡараны.
– Тырышам инде, – тине лә эшләүен дауам итте.
– Пейзажды матур эшләйһегеҙ ҙә ул, ә бына минең кеүек ҡыҙҙарҙың портретын
эшләй алаһығыҙмы һуң? – Ҡыҙ китергә ашыҡмай ине. Был әрһеҙ ҡыҙға Рәмил яуапһыҙ
ҡала алманы. Уға ҡарап алды ла:
– Һеҙҙең кеүек һылыуҙарҙы, әлбиттә, эшләй алам, – тине.
– Улайһа, мин риза. – Ҡыҙ әллә шаяртты, әллә ысынлап әйтте.
– Ҡасан осрашабыҙ һуң? – тигән булды Рәмил үҙенсә шаяртып.
– Ә ҡасан саҡыраһығыҙ?
Ошо шаярыу ҡатыш һөйләшеүҙән башланды ла инде уларҙың
танышлығы. Рәмил Санияның портретын ҡәләм, акварель, майлы буяу менән дә
төшөрҙө. Был эштәр уларҙың икеһенә лә оҡшаны. Шулай егет менән ҡыҙ булып
аралаша башланылар. Бер көн шулай бер-береһенә наҙланып ултырғанда Рәмил:
– Сания, әйҙә яртылаш кейемһеҙ рәсемеңде эшләйем, – тине Рәмил, хистәренән
айырыла алмай.
– Мин риза, тик бер шартым бар.
– Әйт шартыңды, үтәйем.
– Шул шартымды үтәһәң, яртылаш түгел, бөтөнләй кейемһеҙ килеш төшөрә
алаһың.
– Һуҙма инде, әйт.
– Миңә өйләнһәң генә.
Рәмил Санияға күптән тәҡдим яһағыһы килһә лә, әйтә
алмай интекте, ҡыйыулығы етмәне. Ни өсөндөр Сания кире ҡағыр төҫлө тойҙо. Был
һүҙ ҡыҙ ауыҙынан сыҡҡанға аптырап китһә лә, эстән генә шатланды. Рәмил Санияны
ҡосаҡлап үпте лә:
– Әлбиттә, мин риза, бөгөндән риза, – тип ҡабатланы.
Рәмил диплом алып, рәссамдар ойошмаһында эшләй
башлағас, көҙөн өйләнешеп ҡуйҙылар. Ул саҡта уларҙан да бәхетле пар юҡ кеүек
ине. Ике йыл бик татыу йәшәнеләр, бер-береһе өсөн өҙөлөп торҙолар. Балалары булмауы, етмәһә, донъяның аҫты
өҫкә килгән осорға тура килеүе уларҙың тормошон ҡатмарландыра төштө.
Никахтарының ныҡлығын һынау осоро башланды. Үҙгәртеп ҡороу, унан капитализмға
күсеү тыныс ҡына йәшәп ятҡан халыҡ өсөн көтөлмәгән хәл булды. Магазиндарҙағы
бушлыҡ, ризыҡтың талонға ҡалыуы һәр ғаиләгә ҙур һынау ине. Был осорҙо һәр кем
үҙенсә үткәрҙе.
Рәмил менән Санияға ла ауыр ине. Яртышар йыл буйы
хеҙмәт хаҡы ала алмайынса, аҡсаһыҙ интеккән ваҡыт. Ярай әле, бәхеттәренә күрә,
фатир алып ҡала алдылар. Рәмил эшләгән ойошмаға Мәскәүҙәге күренекле рәссамға
үткәрелгән күргәҙмә өсөн яңы фатир бүлделәр. Фатирҙы йәш ғаиләгә – Рәмилдәргә
бирергә ҡарар сығарҙылар. Рәссамдарҙың абруйы төшөп, уларға заказдар булмай
башланы. Партияның бөтөрөлөүе лә күптәрҙе эшһеҙ ҡалдырҙы, сөнки рәссамдар,
нигеҙҙә, уның заказдарын үтәй ине. Рәмил дә аҡса эшләй алмай башлағас, Сания
йәшәү рәүешенән ризаһыҙлыҡ белдерә башланы, картина өҫтөндә эшләгән Рәмилде
әрләне. Ҡайһы берҙәрҙең замана ағышына тиҙ генә яраҡлашып, алып-һатыу менән
шөғөлләнә башлауы уның йөрәген яндырҙы. Рәмилгә лә шул ысулды тәҡдим итеп
ҡараны, әммә ире был эшкә яҡын да килмәне. Шунан башланды ла инде көн дә
тиерлек ыҙғыш. Ҡатыны рәссамды йүнһеҙлектә, ҡулынан эш килмәгәнлектә ғәйепләне.
Рәмил, минән ундай эш сыҡмай, тип ҡараһа ла, Сания уны ишетергә лә теләмәне.
Беҙ, кешеләр, ниңә шундайбыҙ икән? Тыныслыҡта,
татыулыҡта йәшәүебеҙҙе емереп, буй етмәҫ хыялға ынтылабыҙ. Башҡа кеше кеүек
була алмағаны өсөн үҙебеҙҙең яратҡан кешеләребеҙҙе кәмһетә башлайбыҙ. Был
донъяла һәр кемдең үҙ урыны, уны бер нисек тә үҙгәртә алмайһың. Әгәр үҙгәртәһең
икән, нимә менәндер бәхилләшергә тейеш булаһың. Беҙ күп ваҡыт тыныс
тормошобоҙҙо юҡҡа сығарып, ҡатмарлы юлдарҙы һайларға тырышабыҙ. Быуаттар буйына
ата-бабаларыбыҙҙан күсә килгән иман нурын өс көнлөк байлыҡҡа алмаштырып, күңел
сафлығын, тыныслығын юғалтабыҙ.
Сания ла шундайҙарҙан булды. Уның күңелен байлыҡҡа
ынтылыу биләп алған ине. Шул теләге арҡаһында хатта ире менән араны боҙорға ла
ҡурҡманы. Һәм теләгенә иреште лә. Тик шуныһы ғына билдәһеҙ: байлыҡ менән бәхет
таба алырмы?
Рәмил өйләнгәнсе лә, өйләнгәс тә башҡа ҡатын-ҡыҙ менән
мауыҡҡаны булманы. Көн дә төрлө ҡатын менән
йөрөгән ирҙәргә аптырай. Күңел ҡушыуы буйынса бармайынса, аҙғынлыҡты баҫыр өсөн
генә йөрөп буламы икән, тигән һорау бирә үҙенә. Ләйсән менән нимә була һуң?
Ниңә уға тартыла? Уны иң яҡын кешеһе итеп ҡабул итә. Был осрашыу хатта Санияға
булған хис-тойғоно ла кәметә башланы. Ана, нисек Ләйсәнде ҡосағына алып бейеп
йөрөй. Быны нисек аңларға? Санияны күңеленән алып ташлау ошо буламы? Рәмил был
турала уйламаҫҡа булды, нисек бар, шулай барһын. Уның бөгөн бер нәмәне лә үҙгәрткеһе килмәй. Ләйсәнде ҡосағына нығыраҡ ҡыҫты. Быға тиклем
яңғыҙы үткәргән ҡараңғы көндәрен онотоп, бары әлеге миҙгел эсендә, күңеле
ниндәйҙер рәхәтлектә, тәне еңеллектә йөҙҙө. Ләйсәндең ҡолағына ниҙер бышылдап
алды. Ҡайнар ирендәрен уның муйынына тейҙереп, үпкән кеүек хәрәкәт эшләп алды.
Ләйсән эштең тәрәнгә китеп барыуын белһә лә, бер нәмә лә эшләмәне. Ул да ниндәйҙер ләззәт эсендә йөҙә ине. Рәмилдең иркәләүен
көттө. Уның уйҙарын белгәндәй, ир ҡатындың муйын, ҡолаҡ тирәләрен үбергә
кереште. Ләйсән бынан һуң бөтөнләй онотолдо. Уның мейеһе башҡа хәбәрҙе ҡабул
итмәй, бары хистәр даръяһына сумғайны. Рәмил, туҡтамайынса, битен, ирендәрен
шашынып үбеүгә күсте. Шул саҡ унда еңеү хисе уянды, үҙ-үҙенә ышаныс артты, тағы
ҡыйыуланып китте...
Хистәр донъяһынан оҙаҡ ҡына сыға алмай ятты улар.
Бер-береһенең күҙҙәренә ҡарарға баҙнат итмәнеләр. Рәмил тороп кейенде лә,
кухняға сығып, бокалдарға шарап һалып алып килде, береһен Ләйсәнгә һуҙҙы. Үҙе
һүҙ ҡушмай ғына эсеп ҡуйҙы.
Ләйсән үҙе менән нимә булғанын аңламаған кешеләй ята
бирҙе. Уның әле бер нәмә тураһында ла уйлағыһы килмәй. Ләкин теләһә лә,
теләмәһә лә, уйҙары әле генә булған хәлде иҫенә төшөрә. Әммә бының өсөн үкенмәй. Рәмилдең фатирына килеп, шарап эскәс, нимәлер
булырға тейеш икәнен һиҙенә ине инде ул. Тик шуныһы: был аҙымдар насарғамы, яҡшығамы? Шул турала уйланырға мәжбүр итеп, күңел үҙенсә
һөҙөмтә яһай. Ләйсәндең башында күп һорауҙар ҡайнай. Иремә хыянат итеп, дөрөҫ эшләнемме? Ул белеп ҡалһа, нимә тиер? Нимә була был
– яҙмышмы, яңылышмы? Рәмил нимә уйлай икән? Бай ҡатын менән йоҡлағаны өсөн
һөйөнәме, көләме, ғорурланамы? Ә бит хыянат итермен тигән уй Ләйсәндең башына
ингәне лә булманы. Кешенең тормош
ағышында көтөлмәгән эштәр башҡарыуы ла, ваҡыты менән үҙ аҡылына ҡаршы килеүе лә мөмкин икән.
10
Фатирына ҡайтҡас, Ләйсән оҙаҡ ҡына көҙгөгә ҡарарға
теләмәне. Үҙенең йөҙөн күргеһе, көҙгөләге иренә хыянат иткән ҡатын менән
осрашҡыһы килмәне. Нисек шулай килеп сыҡты әле? Ни өсөн? Ошо һорауҙарға яуап
эҙләне. Иректең айҙар буйы яҡын килмәүе, асыҡтан-асыҡ һөйләшмәүе, араларҙың
әкрен генә йыраҡлаша барыуы уны ошо юлға этәргәндер. Иренең башҡа ҡатын менән
йөрөүенә шиге юҡ. Үс алыуы ошо булдымы? Ләйсәнде был сәбәптәр генә
ҡәнәғәтләндермәне. Ул тағы күңелен йыуатырлыҡ сәбәптәр эҙләне. Рәмилдең
ябайлығы, рухи байлыҡты өҫтөн күреүе, картиналарының матурлығы, уға ярҙам итеү
теләге, йәшәргә көс бирҙең, тигән һүҙҙәре, бәлки, Ләйсәнде йәлеп иткәндер. Ул
Рәмилде оҡшата ла башланы. Әле бигерәк тә һағынып китте. Ҡасандыр матди яҡтан
бай булырға теләгән Ләйсән бөгөн рухи байлыҡҡа тартылыуына үҙе лә ғәжәпләнә.
Йәшәгән һайын ҡараштары, уйҙары үҙгәрҙеме икән ни? Тормош үҙ ҡалыбына һаламы?
Тура барған юлдан яҙҙырамы? Быға кем ғәйепле?
Үҙен ғәйепле тойһа ла, уйҙарында гел Рәмил генә булды.
Бар ирҙәр ҙә бер төрлө, тигән һүҙҙең дөрөҫлөккә тап килмәүенә, уйҙырма икәненә
ышанды. Рәмилдең уға мөнәсәбәте бөтөнләй башҡаса. Нисек кенә булмаһын, Рәмил
менән бергә булған минуттар уның күңелендә яҡты, йылы миҙгел булып ҡалды. Уны
күргеһе килеп, күңеле уға тартылды. Был тойғо шул тиклем көслө ине, үҙен көскә
тыйып торҙо.
Иректең ҡайтыр ваҡыты ла яҡынлашып килә. Уның күҙенә
нисек күренер? Йәшерә алырмы? Ире уға бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәне,
башҡаларҙан көнләшмәне. Хыянат итергә сәбәп бирмәне. Бер тапҡыр ғына ла, һин
аҙғын, тип әйтһә, Ләйсәнгә, бәлки, уның күҙенә ҡарауы еңелерәк булыр ине. Үҙен
аҡларҙай бер һүҙ ҙә, сәбәп тә тапманы.
11
Ләйсән ҡайтып киткәс, Рәмил байтаҡ һушына килә алмай
ғазапланды. Был хәлгә шатланырға ла, борсолорға ла белмәне. Бай ҡатындың
Рәмилгә булған хис-тойғолары ысынмы икән әллә? Шулай булмаһа, яңғыҙ ир янына
килер инеме? Тимәк, нимәлер бар. Ә үҙе Ләйсәнгә ниндәй ҡарашта һуң? Уның
тойғоларына яуап бирә алмаһа, нимә эшләр? Күңеле Ләйсәнгә тартылһа ла, Санияға
булған һөйөү бер фекергә килергә ҡамасаулай. Әле генә ҡатынына хыянат итте
түгелме? Хәҙер уның күҙҙәренә нисек ҡарар? Ошоға саҡлы ул бит тоғро ир булды.
Рәмил тормошон үҙе теләгәнсә генә алып бара алмай. Өйләнгәс, Санияһы менән
тыныс ҡына йәшәп ятыр төҫлө ине, барып сыҡманы. Өй йәме – балалары булманы, ә
һуңынан айырылышып уҡ ҡуйҙылар. Барыһы ла селпәрәмә килде. Рәмил – тормошона
киҫкен үҙгәрештәр индермәйенсә генә йәшәргә яратыусы кеше. Ләкин яҙмыш уға
тыныс йәшәргә ирек бирмәй. Шуғалырмы, ир был
үҙгәрештәрҙе ауыр кисерҙе, яңы юл таба алмай ғазапланды. Тыныслана башланы
тигәндә, Ләйсәнде осратты. Эш былай ҙурға китер тип һис уйламағайны, тағы ла
киҫкен боролош яһаны түгелме? Ҡайҙа алып барыр ул? Санияны түгел, һуңғы
көндәрҙә Ләйсән тураһында йышыраҡ уйлауы ла уның күңеленә тыныслыҡ бирмәй.
Ләйсәнде күрергә теләү ваҡытлыса ғынамы? Барыһын да аңлар өсөн Ләйсәнгә
шылтыратырға булды.
Ләйсән оҙаҡ көттөрмәне. Ишектән күренеү менән Рәмил
ҡатынды ҡосаҡлап, үбеп алды.
– Бына, Рәмил, һин саҡырҙың – мин килдем. Был нимә була инде? Ә бит мин
һинең саҡырыуыңды көн һайын көттөм, – тип бышылданы Ләйсән.
– Мин дә һине башымдан сығара алмай ғазапланам.
– Миңә, ире булған ҡатынға, былай йөрөү килешмәгәнен яҡшы аңлайым, тик бер
нәмә лә эшләй алмайым.
– Ләйсән, ғәфү ит, һинең тормошоңдо бутаным. Әлегә тиклем бер ҙә былай
булғаны юҡ ине. Тик һине онота алмаһам, ни эшләрмен?
– Бәлки, мин һине был юлға этәргәнмендер? Беренсе күргәндә һине ҡыҙғандым,
һуңынан, һинең турала күберәк белгән һайын йөрәгем түренә нығыраҡ инеп
урынлаштың. Ниңә шулай килеп сыҡты, уныһын үҙем дә белмәйем.
Рәмил Ләйсәнде күкрәгенә ҡыҫты. Күпмелер ваҡыт һүҙһеҙ
генә бер-береһенең йөрәк тибешен тыңлап торҙолар, дөрләп торған ялҡын эсендә
яныуҙарын аңланылар. Рәмил теге көндә уйнаған талғын көйҙө ҡуйып ебәрҙе лә
Ләйсәнде бейергә саҡырҙы. Был музыка, әйтерһең дә, уларҙың йөрәктәрен бәйләүсе
моң булып тора. Бейегән һайын бер-береһенә нығыраҡ һыйындылар. Рәмилдең үбеүенә
ҡатын ҡаршы килмәне, киреһенсә, үҙе лә ирҙең ҡайнар ирендәренә ынтылды.
Тартыныуҙары бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Уларҙың ҡайнар хистәр даръяһы тағы ла
дәртлерәк ташты...
12
Сания Мәскәүҙең һәр йортон, урамын, хатта кешеләрен,
балаларҙай һоҡланып, шатланып күҙәтте. Уға барыһы ла ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс ине.
Ошо йәшенә етеп тә, баш ҡаланы тәүгә күреүе. Ярай бәхетенә Ирек осраны.
Ҡиммәтле ҡунаҡханала, ресторанда саҡта, бер үк күҙ тейә күрмәһен, тип төкөрөнөп
ҡуйҙы хатта. Санияның ихлас шатланыуын күреү Иректең күңеленә ниндәйҙер
ҡәнәғәтлек бирҙе. Ҡатынға ҡарап үҙе лә шатланды.
Үҙеңдең нисек йәшәүеңде сағыштырып ҡына белеп була
икән. Йәшәйешеңдән риза булһаң да, яҡшырағын күреп, ҡараштар үҙгәрә. Шул саҡ
ниңә мин улай йәшәмәйем икән, тигән уй килә, күңел төбөнә ризаһыҙлыҡ инеп
урынлаша. Кемдер үҙ ғүмерен бер урында ғына йәшәп үткәрә, шунан йәшәү йәме
таба. Ә ҡайһы берҙәр әллә күпме эҙләнә, һайлана, бер урындан икенсе урынға
күсә, барыбер тыныслыҡ таба алмай.
Сания бер урында, бер төрлө генә йәшәүҙән ҡәнәғәтлек
таба торған кеше түгел. Мәскәүгә килгәс, ул быны нығыраҡ аңланы. Бығаса бындай
затлы йәшәйеште күрмәһә лә, гел байлыҡҡа, хәллерәк тормошҡа ынтылды. Рәмил
менән матур ғүмер итеү шуға ла барып сыҡманы. Иректе күреү менән, бына ниндәй
ир кәрәк миңә, тип һөйөндө. Уны бығаса осратмағанына яҙмышына үпкәләне,
Ләйсәндән көнләште. Бер машина ла ала алмаған Рәмил менән йәшәгән ғүмерен
ҡыҙғанды. Бөгөн иһә уның менән айырылышҡанына һөйөнөп бөтә алманы. Рәмилгә
ҡарағанда үҙен өҫтөнөрәк, заман ағышы менән йәшәүсе итеп тойҙо.
Сания менән мауығып, Ирек бөтөнләй тиерлек Ләйсәнде
онота яҙҙы. Бына бер нисә көн инде ҡатынына шылтыратҡаны юҡ. Быға тиклем, ҡайҙа
барһа ла, гел шылтыратып хәлен белешә ине. Ҡайтырға ла ике генә көн ҡалған.
Йоҡлап ятҡан Санияны уятмаҫҡа теләп, әкрен генә торҙо ла Өфөгә, фатирына
шылтыратты. Трубканы алыусы булманы. Иректең башына төрлө уйҙар килде.
Аптырағас, йорттарының вахтерына шылтыратты. Тегеһе Ләйсәндең ярты сәғәт элек
сығып барыуы тураһында хәбәр итте. Кисен тағы шылтыратып ҡарармын, тип Сания
янына атланы. Ирек бармаҡтарын ҡатындың битенә тейҙереп йөрөтә башланы. Сания
себен ҡыуған кеүек хәрәкәттәр яһаны. Ирек тағы ҡабатланы, көлгөһө килһә лә, саҡ
тыйылды. Сания түҙмәне, күҙҙәрен асты. Янында йылмайып торған Иректе күргәс:
– Һинме ни ул? – тип ҡосаҡлап алды.
– Әйҙә, тор, Третьяков музейына барабыҙ. Иртәгә ҡайтырға сығабыҙ,
өлгөрөргә кәрәк, – тип Ирек Санияның танау осона төртөп алды ла битенән үпте.
Ҡатын бер аҙ иркәләнеп ятҡыһы килһә лә, музей һүҙен
ишеткәс, һикереп торҙо. Рәмил менән йәшәгәндә рус рәссамдарының картиналары
тураһында күп кенә ишеткәне лә, репродукцияларын күргәне лә бар ине. Ә ҡайһы
берҙәрен, мәҫәлән, Левитандың “Алтын көҙ”өн, Репиндың “Волгалағы бурлактар”ын,
Саврасовтың “Ҡара ҡарғалар ҡайтты” рәсемдәрен уҡығанда дәреслектән күреп белә
ине. Ә бөгөн уға ошо картиналарҙың рәссам эшләгәнен – төп нөсхәһен күреү бәхете тейәсәк.
Музейҙағы картиналарҙы күргәс, Санияның күҙҙәре дүрт
булды. Бына, исмаһам, картиналар! Улар янынан оҙаҡ китә алмай торҙо. Ҡайһы
берҙәренең иҫ китмәле ҙур булыуҙары уны аптыратты. Ивановтың “Христостың халыҡ
араһына килеүе”н күргәс, бөтөнләй ғәжәпләнде. Музейға килеүселәрҙең күбеһе
Боровиковскийҙың “Лапухина”һы янына йыйылған. Был сибәр ҡыҙҙың йәш кенә көйө вафат
булыуын белгәс, уны ҡыҙғанып ҡуйҙылар. Ирек Санияның ҡолағына:
– Һин дә уға оҡшап сибәрһең, – тине.
– Ҡайҙа инде Лапухинаға оҡшарға, – тип Сания иркәләнеп Иректең күкрәгенә
башын терәне. Был һүҙҙәрҙе Иректән ишетеүе рәхәт ине.
Сания үҙенең төҫкә-башҡа сибәр икәнен белә. Тәүҙә
мәктәптә, һуңынан ҡалала уҡығанда егеттәрҙең күҙҙәре йыш төшә ине. Шуға ла
уларҙың һөйөү һүҙҙәренә иҫе китмәне. Ә ҡайһы берҙәрен, ҡаты бәрелеп, үпкәләтеп
ҡуйған саҡтары ла булды. Әхәт исемлеһен рәнйетеүе әле лә хәтерендә. Егет үҙенең
һөйөүен белдерергә теләне. Сания, ғәрләнеп, нисек оялмайынса мине үҙең менән
тиңләп, хистәреңде аңлатып маташаһың, тип йөҙөнә бәреп әйтте. Был һүҙҙе
көтмәгән Әхәт, ер тишеге булһа, инеп китер ине. Ҡасып ҡына илап та алды. Сания
йылдар үткәс кенә үҙенең ҙур хата эшләүен аңланы, Әхәтте рәнйеткәне өсөн
үкенде, хатта курсташтары менән осрашыуға ла барманы, сөнки уның күҙенә ҡарарға
оялды.
Сания ла, Ирек тә музейҙан рухи аҙыҡ алып сыҡтылар.
Уларға нисектер еңел булып китте. Үткән быуат рәссамдарының эштәре уларҙы
сәнғәт өлкәһенә икенсе күҙлектән ҡарарға этәргес бирҙе. Быға тиклем Өфөлә бер
нисә рәссамдың ярҙам һорап Иреккә
мөрәжәғәт иткәне булды, тик эшҡыуар уларҙы кире бороп сығарғайны. Башҡа улай
эшләмәҫкә, тигән ҡарарға килде. Рәссамдарҙың халыҡ өсөн эшләүе, халыҡҡа хеҙмәт
итеүен аңланы. Третьяковтың картиналарын Мәскәү халҡына бүләк итеүе лә күңелен
йомшартты.
Сания иһә Рәмилдең күңелен аңлағандай булды. Ваҡытында
картиналар яҙғаны өсөн кәмһеткәненә бер аҙ
үкенеү тойғоһо кисерҙе. Үҙ һөнәренә ғашиҡ кешене әрләп буламы инде? Кем белә,
бәлки, Рәмилдең картиналарын да музейҙарға ҡуйырҙар.
13
Ирек, иртәгә ҡайтам, тип шылтыратҡас, Ләйсән үҙенә
урын тапманы. Рәмил менән осрашыуын йәшерә алмаҫ кеүек. Быға тиклем Иректе
алдағаны юҡ ине, үҙе менән нимә булғанын һөйләп барҙы. Ә быны һөйләргә ярамай. Ләйсән төнө буйы йоҡлай алмай ғазапланды.
Серем итеп алған арала ла һаташып бөттө. Ирек уның күҙенә ҡарау менән барыһын
да аңлар кеүек. Рәмил дә уның уйынан йыраҡ китә алмай. Бергә үткәргән ваҡыт
иҫенә килә лә төшә. Рәссамға артыҡ ныҡ тартылыуы борсоуға һала башланы. Нимәгә
алып барып еткерер? Бындай башланғыстың йүнле тамамланмағанын ул яҡшы белә.
Ләйсәндең ҡапыл Рәмилде күргеһе килеп китте. Кем белә,
бәлки, Ирек ҡайтҡас, осраша алмаҫтар. Ул саҡта нимә эшләр? Ошо уйҙарҙан йөрәге
дөпөлдәп тибә башланы. Юҡ, юҡ, был мөмкин түгел. Уйланып ята торғас, таң
атҡайны ине инде. Ләйсән тиҙ генә йыуынды ла йоҡоһон баҫыр өсөн кофе ҡайнатып
эсте. Сәғәт ун берҙе саҡ көтөп алды ла, кейенеп, урамға сыҡты. Таксиҙан Рәмил
йәшәгән йорт түгел, супермаркет янында төшөп ҡалды.
Рәмил Ләйсәнде күреүгә бик шат ине. Ҡатын, аҡланғандай
итеп:
– Бөгөн кисен ирем ҡайта. Башҡа әллә осрашып була, әллә юҡ, шуға килдем
әле, – тине Рәмилде ҡосаҡлап.
– Ниңә улай тиһең?
– Был осрашыуҙар оҙаҡ була алмаҫ инде.
– Мин... мин...
– Минең ирем бар. Былай ҙа ғәфү итә алмаҫлыҡ эш ҡылдым. Хәҙер ике ут
араһында янам. Булғаны булған, был осрашыуға сик ҡуйырға кәрәк булыр.
– Һин иҫемдән бер минутҡа ла сыҡмайһың. Мин дә күп уйланам.
– Рәмил, мин һине аҙ белһәм дә, яҡшы кеше икәнлегеңә шигем юҡ. Минең
был... бер үк насар уйлай күрмә. Бер төрлө тормош үҙәгемә бик үткәйне. Шул
ваҡытта һин осраның. Күҙҙәрең атайымды хәтерләтте. Мин һине ярата ла
башланым... – тип Ләйсән Рәмилде ҡосаҡлап илап ебәрҙе. – Шарабың бармы, бөгөн
эскем килә.
Рәмилдең Ләйсән килеүенә тип алынған шарабы бар ине.
Уны бокалдарға һалды, һындырғылап шоколад ҡуйҙы.
– Ләйсән, кил, заказың әҙер, – тип өҫтәл янына саҡырҙы. Бер-бер артлы ике
бокал бушаны. Шарап Ләйсәндең башына йүгерҙе. Рәмил иҫерә башлаған ҡатынға
ҡарап ҡуйғас, Ләйсән, уның ҡарашын тойоп:
– Мине эсергә ярата икән, тип уйлай күрмә, һинең яныңда ғына эстем, –
тине.
– Һин нимә, Ләйсән, мин һинең турала шулай уйлай аламмы һуң инде?
– Ни өсөн ҡатының менән айырылыштың? – Ләйсән көтмәгәндә шундай һорау бирҙе.
– Холоҡтар тура килмәне.
– Икенсе төрлө әйткәндә...
– Өйләнешкәс тә татыу, матур йәшәнек. Һуңынан бер-беребеҙҙе аңламай
башланыҡ.
– Һин аңламаҫлыҡ кешегә оҡшамағанһың.
– Тормош шундай икән ул... – Рәмил туҡтап ҡалды. Һөйләргәме, юҡмы, Ләйсән
дөрөҫ аңлармы? Әммә бер аҙҙан һүҙен дауам итте. – Дөрөҫөн әйткәндә, башта
балабыҙ булмауында мине ғәйепләне. Табиптарға күренгәс, уның бала таба алмауы
асыҡланды. Тынысланыр, тип уйлағайным, тик яңылышҡанмын. Бала ла юҡ, етмәһә,
хәйерсе кеүек йәшәбеҙ, тип мине битәрләй башланы. Уға байлыҡ кәрәк ине. Ә мин –
рәссам, нисек байый алам инде. Эшҡыуарлыҡҡа күңелем тартмай. Күңелемде
картиналар эшләп баҫа килдем. Бер мәл ҡатыным эштән һуңыраҡ ҡайта башланы.
Өҫтөндә ҡиммәтле кейем барлыҡҡа килде. Ул саҡта ла өндәшмәнем. Аҡсаһын
һораманым, кейенһен, тинем. Ә бер көн ул айырылышырға теләүен хәбәр итте. Мин
ҡаршы килә алманым.
– Беҙҙә сәнғәт кешеһе байый алмай шул. Уның баһаһы түбән. Ни өсөн шулайҙыр
инде.
– Ҡатыным рәссамлыҡ эшен ташларға ҡушты. Был тәҡдим миңә үлем менән бер
ине. Яратҡан эшеңде нисек ташлайһың инде?!
– Картиналарыңдан күргәҙмә асырға кәрәк. Баҙарҙа һатып әрәм итмә.
– Аҡса кәрәк шул.
– Минең ирем эшләгән ойошмаға ярҙам һорап хат яҙ.
– Әллә инде, һоранып йөрөргә...
– Ҡыйынһынма, хәҙер заманы шундай. Һин бит тамаҡ туйҙырыр өсөн түгел,
халыҡ өсөн. Өйҙә ятҡас, картиналарҙы кем күрһен.
– Уныһы шулай.
– Һөйләштек, бөгөндән эш башлайбыҙ, үҙебеҙгә маҡсат ҡуябыҙ. Ошо арала
һинең картиналарыңдан шәхси күргәҙмә асырға! Килештекме? Бир ҡулыңды.
Рәмил теләр-теләмәҫ кенә Ләйсәнгә ҡулын һуҙҙы.
– Был килешеүҙе билдәләп ҡуяйыҡ. – Рәмил Ләйсәнгә шарап тулы бокал
тотторҙо.
– Артҡа сигенмәҫкә, ҡаршылыҡтар булһа ла, бирешмәҫкә!
– Ләйсән, һеҙҙең балағыҙ бармы?
– Юҡ. Ирем рөхсәт итмәй, бер аҙ үҙебеҙ өсөн йәшәйек, ти. Етмәһә, балаға
уҙыуҙан һаҡланабыҙ. – Ләйсән был һүҙҙәрҙе әйтеп тә бөттө, йөҙө бер ағарҙы, бер
ҡыҙарҙы.
– Нимә булды?
– Их, Рәмил, ҙур хата эшләнем.
– Аңлатып һөйлә әле.
– Мин бит һаҡланманым, ә ауырға ҡалһам?
– Борсолма. Әлегә билдәле түгел бит, үҙеңде битәрләмә.
– Ғәфү итә алмаҫлыҡ хәл буласаҡ. Хата өҫтөнә хата.
– Әгәр ҡалһаң, мин һине күтәреп йөрөтәсәкмен. Һине ташламаясаҡмын. Быға
тиклем әйтмәгәйнем, шуны бел: мин яратам һине, Ләйсән, яратам. Ниндәй генә хәл
килеп тыуһа ла, һин миңә таяна алаһың.
– Уныһы шулай ҙа ул, Рәмил, әммә минең үҙ ғаиләм бар. Яҡшы һүҙеңә рәхмәт.
Улар диванда ҡосаҡлашып ултырған килеш һәр береһе үҙ
уйына батты.
14
Самолеттан төшкәс, Ирек Өфө аэропортынан өйөнә
шылтыратып, Ләйсәнгә ярты сәғәттән өйҙә буласағын белдерҙе. Сания менән бергә
икәндәрен белдермәҫ өсөн водителен саҡыртманы, шуға такси менән ҡайтырға
булдылар. Ҡатынды йорто янында ҡалдырҙы. Тегеһе фатирына алып инергә уйлағайны,
Ирек ҡаршы килде, башҡа ваҡытта, тип битенән үбеп һаубуллашты. Ҡатын-ҡыҙ еҫе
килеп тормаһын тип, хушбуйын һөртөп алды.
Ләйсән дә Рәмилгә барғанда кейгән кейемдәрен йыуып,
ванна инеп сыҡты. Ире алдында Рәмилдең исемен әйтеп ҡуйыуҙан ҡурҡып, ул
ҡайтҡансы Иректең исемен ҡабатлап йөрөнө.
Икеһе лә бер-береһен һағынғандай күрештеләр. Ирек,
арыған кеше булып, диванға килеп ултырҙы. Юлда йонсоп, ҡатынын һағынып ҡайтҡан
ир ролен башҡарҙы.
– Юл йөрөүҙәр ялҡытты, – тигән булды.
– Бар, йыуынып ал, ашарға әҙер, – тине Ләйсән Иректең күҙенә тура
ҡарамаҫҡа тырышып. Нимә эшләһә лә, ире һиҙеп ҡалыр кеүек ине – бындай
уңайһыҙлыҡты ул беренсе тапҡыр кисерә. Элек ул, йөрөмтәл ҡатындар үҙен нисек
тоя икән, тип уйлай торғайны, хәҙер иһә үҙе ошо хәлгә ҡалды. Шундай ҡатындарҙың
береһенең һүҙҙәре иҫенә төштө: “Башҡа ир менән йөрөйһөң икән, иреңә элеккегә
ҡарағанда ла иғтибарлыраҡ булырға тырыш. Уны һин генә яратыусы булып күрен. Шул
саҡта һине “һулға” йөрөй, тиһәләр ҙә, ирең ышанмаясаҡ, һине юғалтыуҙан ҡурҡып,
яныңа ашығып ҡайтасаҡ. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ был донъяла артист булырға тейеш.
Булдыра алмаһаң, үҙеңә үпкәлә”. Ул саҡта Ләйсән был һүҙҙәргә артыҡ иғтибар
итмәгәйне. Хәҙер иһә шул ҡатындың кәңәштәрен тоторға тура киләсәк. Рәмилде лә
йөрәгенән бөтөнләй алып ташлай алмай, ирен дә юғалтҡыһы килмәй...
Ашап алғас, Ирек ваннаға инеп китте. Йыуынырға
кәрәклектән түгел, Санияның ун биш көн буйы һеңгән еҫен бөтөрөргә теләне, сөнки
Ләйсәндең сит еҫте тиҙ тойғанын белә. Сания менән осрашмағанда әле, бер нисә
йыл элек шундай хәл булғайны. Эш буйынса аралашып йөрөгән бер ҡатын, тура
килгән һайын, уға бәйләнде. Егерме өсөнсө февраль көндө эш урынында кисә
ойошторҙолар. Бер аҙ ҡыҙмаса булып алғас, шул ҡатын Ирек янында борғоланды.
Ирҙең лифтҡа йүнәлгәнен белгәс, уның артынан ашыҡты. Улар лифтта икәүҙән-икәү
ҡалдылар. Ҡатын Иреккә һушына килергә лә ирек бирмәйенсә ҡосаҡлап үбә башланы,
лифтты туҡтатыу төймәһенә баҫты. Ир ҡаршылыҡ күрһәтергәме, юҡмы, тип юғалып
ҡалды, сөнки, хискә бирелеп, үҙендә ҡатындың иркәләүен туҡтатырлыҡ көс тапманы.
Әсир итеүсеһенең оҫталығы, әллә оятһыҙлығымы таң ҡалдырҙы, хатта оҡшап китте...
Аҙаҡ күрешкәндә лә, уның Ирек менән осрашырға һәр ваҡыт әҙер икәнлеген һиҙҙе.
Ир генә йырағыраҡ булырға тырышты, сөнки ул ҡатынды оҡшатмай ине. Минутлыҡ
рәхәтлек өсөн генә күңеленә ятмаған кеше менән осрашҡыһы килмәне. Йөрөгән
кешеңә ҡарата ниндәйҙер хис булғанда ғына күңелгә ял булалыр, тип уйланы. Был
ләззәтте тағы кисерергә теләне.
Санияны иһә тәү күреүҙә үк оҡшатты. Эштән арып
киткәндә, яңы хис-тойғо алғыһы килгәндә уның янына бара. Мәскәүҙә бергә йөрөп
ҡайтыу уларҙы тағы ла яҡынайтып ебәрҙе.
Ул саҡта лифтта осрашҡан ҡатындың хушбуй еҫен Ләйсән
шундуҡ һиҙеп ҡалды.
– Ниндәй ҡатын менән булдың? – тине ишектән яңы ингән Иреккә. Башта бер ни
аңламай торҙо – ҡайҙан белде икән? Аптырап, ҡып-ҡыҙыл булды. Ләйсәндең
һиҙгерлегенә ғәжәпләнде. Үҙен тиҙ генә ҡулға алып:
– Мин ирҙәр менән генә эшләмәйем, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар беҙҙә, – тигән
булды. Ләйсән был турала башҡаса һүҙ ҡуйыртманы.
15
Ләйсәндең Рәмилде гел күргеһе килеп торҙо. Ҡайҙа ғына
барһа ла, нимә генә эшләһә лә, күҙ алдына рәссам килеп баҫа. Рәмилдән алған
картиналарға оҙаҡ итеп ҡарап ултыра. Еҫкәп ҡарай, уларҙан рәссамдың еҫе
килгәндәй тойола. Башҡа ир өсөн янып йөрөрмөн, тип ғүмерҙә лә уйламағайны
Ләйсән. Үҙен аҙғынлыҡта ғәйепләр ине, Рәмил менән һөйләшеп ултырғандан да
күңеле була. Әллә мөхәббәтме? Ул саҡта иренә булған мөхәббәтте нисек аңлатырға?
Бер юлы ике кешене яратып буламы? Әллә ваҡытлыса ғына мауығыумы? Яңғыҙлыҡтан
ҡасып, буш күңелде тултырырға теләүме? Элек Иректең һуң ҡайтыуына асыуы килә
ине, әле, киреһенсә, һуңыраҡ ҡайтыуын теләй, сөнки ире өйҙә саҡта Рәмил
тураһында иркенләп уйлай алмағандай. Йәшерен һөйөү шул тиклем мауыҡтырғыс,
ылыҡтырғыс була икән. Ирек менән йөрөгәндә былай уҡ янып-көймәгән ине. Йәш
үткән һайын хистәр шулай көсәйәме икән? Шулай булмаһа, йәш ҡыҙҙай көнөн-төнөн
уйланып ғазапланмаҫ ине. Ни өсөн Рәмилгә тартылғанын да аңлай алманы, туйып
һикереү ошо буламы икән? Юғиһә, бер мохтажлыҡ күрмәй, май эсендә йөҙгән
бөйөрҙәй йәшәп ята түгелме?
Ләйсән менән Рәмилдең осрашыуҙарына өс айҙан артыҡ
ваҡыт үтеп китте. Был ваҡытта улар бер-береһенә эйәләшеп, бер-береһен нығыраҡ
белеп өлгөрҙө. Ирек Ләйсәндең Рәмил янына йөрөгәнен һиҙмәне, сөнки үҙе Сания
менән мауыҡты. Эштән һуң уның янына ашыҡты. Сания, Ирек ташлап ҡуймаһын тип,
уға оҡшарға тырышты, иң оҫта һөйәркә икәненә ышандырҙы. Шуға ла Иреккә уның
янында рәхәт ине, Санияның наҙлауҙары гел үҙенә тартты. Был ҡатын янында үҙен
ысын ир итеп тойҙо. Сания ла тура килгән һайын, һин ниндәй шәп ир, тип һалпы яғына һалам ҡыҫтырҙы. Ирек, Санияны үҙ ҡатынылай күреп, кәрәкмәгән,
ваҡытһыҙ тәҡдим яһаны.
– Эшеңде ташла, мин һине ҡарармын, – тине.
– Тәҡдимеңә рәхмәт, ләкин эшемде ташлай алмайым. Һин бит барыбер көндөҙ
эштә булаһың. Кис һәр ваҡыт һинең өсөн ишек асыҡ, – тине. Ирек был турала башҡа
һүҙ ҡуҙғатманы. Санияны ниңәлер өйҙә генә тотҡоһо килде, кеше араһында йөрөүен
теләмәне. Нимә был, көнләшеүме?
Ләйсән менән Иректең аралары көндән-көн йыраҡлашты.
Был хәлде икеһе лә һиҙһә лә, береһе лә араларҙы яҡынайтыуға аҙым эшләмәне. Өйҙә
бала тауышы сыҡһа, бәлки, икеһе лә өйгә тартылыр ине лә бит, ләкин...
Ләйсән ата-әсәһенең тормошон иҫкә төшөрҙө. Атаһының
аяҡтары өҙөлгәнсе улар бик матур йәшәне. Ире ғәрипләнгәс тә әсәһе төшөнкөлөккә
бирелмәне, уның эсә башлауы ғына күңелен ҡыра ине, ул саҡта ла бер ауыр һүҙ
әйтмәне. Балаларға атай булып ултыра бирһен, тип уйлағандыр. Ләйсән әсәһенең
йәш кенә көйө ирһеҙ ҡалыуын уйлап, уны ҡыҙғанып ҡуйҙы. Уның да бит
һөйөп-һөйөләһе килгәндер. Әсәһен һоратып килеүселәр күп булды. Барыһын да кире
борҙо. Бер бәхетең булмағас, юҡтыр инде, кеше ире ҡарағансы, балаларымды
тәрбиәләйем, тине.
Ҡатын-ҡыҙҙың әсә булыуы, бала тәрбиәләүе, сабыйы өсөн
йәнен бирергә әҙер булыуы уны күп ваҡыт ҙур хаталарҙан һаҡлап ҡала алалыр. Бала
– өй, тормош йәме икәнен Ләйсән дә яҡшы аңлай, ләкин был бәхетте ул татып
ҡарамаған әле. Бының өсөн ул ирен ғәйепләне, ул ғына кисектереп килә. Балаһы
булһа, бәлки, Рәмил менән дә осрашмаған булыр ине.
16
Рәмил Ирек эшләгән ойошмаға ярҙам итеүҙәрен һорап хат
яҙҙы. Хат яҙырға ла, барырға ла теләге юҡ ине, Ләйсән мәжбүр итте.
– Мөмкинлектән файҙалан, бәлки, киләсәккә нигеҙ һалыр көнөң бөгөндөр, –
тине ҡатын. Рәмил ауырлыҡ менән генә ризалашты. Уның аҡса һорауҙан бигерәк
Ләйсәндең ире менән осрашҡыһы килмәне.
Рәмил офисҡа барып ингәндә, Ирек Кәбир улы килмәгәйне
әле. Секретарь ҡыҙ бер аҙ көтөргә ҡушты. Ун-ун биш минуттан хужа килеп тә етте.
Рәмилде күреп:
– Һеҙ миңәме? – тип һораны.
– Эйе, – тип яуапланы Рәмил аяғүрә баҫып.
– Әйҙәгеҙ, – тип саҡырҙы хужа, Рәмилгә ишек асып. Бүлмәгә ингәс, урын
тәҡдим итте. – Тыңлайым һеҙҙе.
– Мин һеҙгә... бына хат менән килгәйнем, – тип хатты һуҙҙы. Ирек, хатты
уҡып сыҡҡас:
– Быға тиклем күргәҙмә ойошторғанығыҙ булдымы? – тип һораны.
– Юҡ. Тура килмәне. Мөмкинлек булмау ҡамасауланы, – тип яуапланы Рәмил,
тирләй башлаған маңлайын һөртөп.
– Картиналарығыҙ байтаҡмы?
– Күргәҙмәгә ҡуйырға етерлек.
– Беләһегеҙме нимә, – тине Ирек хатҡа ҡарап. – Рәмил Шәрифулла улы,
күргәҙмә залына барып һөйләшегеҙ, ҡасан һәм ниндәй сумма кәрәк икәнен белеп,
реквизиттарын миңә алып килерһегеҙ. Шунан уйлашырбыҙ.
– Рәхмәт һеҙгә.
– Рәхмәткә иртәрәк әле, башта эш эшләйек, – тип Ирек рәссамды оҙатып
ҡалды.
Рәмил өйөнә шатланып ашыҡты. Нисә йыл тынғы бирмәгән
хыялы тормошҡа ашырға тора түгелме? Ләйсән уны фатирында көтә ине. Ул:
– Йә, нисек? – тип ҡаршыланы. Рәмил барыһын да һөйләп бирҙе. Шунан икәүләп
картиналарҙы темаһына ҡарап айыра башланылар. Яҡшыларын бер яҡҡа, бик уңышлы
тип тапмағандарын икенсе яҡҡа ҡуя барҙылар. Ҡайһы бер картиналарҙың рамдары
булмауы Рәмилдең кәйефен төшөрҙө. Ләйсән уның уйға батҡанын күреп:
– Берәй проблема бармы әллә? – тип һораны.
– Бар шул. Бына был картиналарға рамдар кәрәк, юғиһә күргәҙмәгә
ҡуймаясаҡтар.
– Ҡайҙан алып була?
– Магазиндарҙа бар инде, тик аҡса юҡлығы...
– Рәмил, мин һиңә әйттем бит, аҡса яғына килгәндә, миңә әйт. Беҙгә хәҙер
туҡталып ҡалырға ярамай.
– Һин миңә бер нимә лә тейеш түгелһең.
– Биреп торам, аҙаҡ ҡайтарырһың. Тағы шуны бел: мин һинең компаньоның,
шулай булғас, һинең проблемаң – минеке лә.
Рәмил икенсе көндө күргәҙмә залына китте. Уны унда
йылы ҡаршы алдылар. Документ тултырыусы ҡыҙ Рәмил тураһында бар мәғлүмәтте алып
ҡалды. Нисә картинаһы барлығын һорағандан һуң, бер нисәүһен иртәгә килтереп
күрһәтегеҙ, хаҡы тураһында шунда һөйләшербеҙ, тине. Рәмил оҙаҡҡа һуҙырға
теләмәне, бөгөн үк алып киләсәген белдерҙе.
Комиссия картиналарын ҡарап сыҡҡас, күргәҙмә асырға
риза булдылар. Бер аҙна эсендә аҡса түләнергә йәки күсерелергә тейеш, тинеләр.
Реквизиттар, сумма яҙылған ҡағыҙҙы алып, Рәмил тура Ирек Кәбир улы янына
ашыҡты. Директор ҡағыҙҙарға күҙ һалып сыҡты ла баш бухгалтерҙы саҡыртып алды.
– Мария Ивановна, күрһәтелгән сумманы ошо көндәрҙә был ойошмаға күсерә
алабыҙмы? – тип һораны.
– Күсерә алабыҙ, мөмкинселек бар, – тине ҡатын.
– Улайһа, мәрхәмәтлек фонды аша күсерегеҙ, йәме, – тип Ирек ҡағыҙҙарҙы уға
һуҙҙы.
– Рәхмәт, Ирек Кәбир улы, күргәҙмәгә һеҙҙе һәм коллегаларығыҙҙы ла көтөп
ҡалам.
– Әлбиттә, барасаҡбыҙ, кемгә ярҙам иткәнебеҙҙе белергә тейешбеҙ бит, –
тине хужа кеше.
– Һеҙгә хәбәр итеү өсөн телефон һандарын бирмәҫһегеҙме?
Ирек эш, кеҫә телефондары һандарын яҙғас:
– Мин көтәсәкмен, – тине йылмая биреп.
– Ирек Кәбир улы, һеҙҙең ойошманы иғәнәсе итеп күрһәтә аламмы?
– Мөмкин.
– Рәхмәт, борсоғаным өсөн ғәфү итегеҙ, – тип, Рәмил һаубуллашып сығып
китте.
Рәмил сығып киткәс, Ирек, был рәссамдың эштәрен
күрмәнем бит әле, тип уйланып ҡуйҙы. Артыҡ төпсөнөп тормайынса ризалашты. Бына
нисә ай инде фатирында уның картинаһы эленеп торғанын ғына белмәй ине Ирек.
Рәмил машина яллап күргәҙмә залына бар эштәрен дә алып
барҙы. Кәрәктәре тейер, тип эскиздарын да ҡалдырманы. Һәм яңылышманы: ҡайһы
берҙәрен һайлап алып, элеп ҡуйҙылар.
Иртәгә күргәҙмә асыла тигән көндө Ирек килеп, Рәмилдең
эштәрен ҡарап китте. Рәссамға ярҙам иткәненә бер ҙә үкенмәне Ирек, киреһенсә,
һөйөндө генә. Кеҫә телефонынан телестудияға шылтыратты. Минең сәнғәткә ярҙам
итеүемде белһендәр, тип үҙен дә ҡайғыртып ҡуйҙы.
Кисен Сания янына килгәс, Ирек Рәмил исемле рәссамға
ярҙам итеүе тураһында һөйләне.
– Исемен Рәмил тинеңме? – тип һорап ҡуйҙы Сания.
– Эйе.
– Атаһының исеме нисек?
– Әллә Шакир, әллә Шәриф улы булды.
– Улайһа, минең элекке ирем инде.
– Уйламағайным.
– Күптән күргәҙмә асырға хыяллана ине. Һеҙҙе ҡайҙан белгән?
– Беҙҙе бөтә Башҡортостан белә. Әллә... Беҙҙең йөрөгәнде белеп килдеме
икән?
– Юҡ, Рәмил ундай кеше түгел.
– Эштәре бик матур, барып күрҙем. Күргәҙмә иртәгә асыла.
– Матур эшләгәнен беләм.
Сания был турала башҡа һорашманы. Рәмилдә уның эше юҡ.
Иректе ҡыҫып ҡосаҡлап, шашынып үбергә кереште...
17
Бер аҙ үҙгәреш һиҙгәс, Ләйсәндең башына, ауырға
ҡалдыммы икән әллә, тигән уй килде. Шикләнеүен асыҡлар өсөн табипҡа күренергә
китте. Ҡарағандан һуң, табип уға:
– Ҡотлайым, һеҙҙең балағыҙ буласаҡ! – тине шатланып.
– Ауырлы?!
– Әллә шат түгелһегеҙме? – тине табип Ләйсәнгә иғтибар менән ҡарап.
– Шат, әлбиттә, бик шат, тик нисектер көтөлмәгәйне.
– Бөгөндән башлап һеҙгә йыш килеп күренергә тура киләсәк. Беҙ һеҙҙе иҫәпкә
ҡуябыҙ, – тине табип нимәлер яҙып. – Саҡ ҡына үҙгәреш тойһағыҙ йәки эсегеҙ
ауыртып торһа, шундуҡ “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ.
Әсә буласағына һөйөнһә лә, Ләйсәндең күңеле тыныс
түгел. Баланың атаһы кем – Рәмилме, Ирекме? Әгәр Рәмил булһа, ул сағында ни
эшләргә? Ирек менән йәшәп, Рәмилдән бала табыу ғәҙел булмаясаҡ. “Бер эшләгән
хата икенсеһен тыуҙыра” тигәндәре ошо булалыр, күрәһең. Рәмил менән осраша
башлағансы ауырға ҡалғанлығы тойолманы бит һуң. Иреккә әлегә әйтмәй торорға
булды. Аборт яһатырға ярамаған ваҡытҡа тиклем етһен әле, тип уйланы. Элегерәк
быны бер үҙе генә хәл итә алмаҫ та ине, Рәмил менән аралаша башлағас, Ләйсәндә
ниндәйҙер ҡыйыулыҡ артты. Гел генә Ирек ҡушҡанса булмаһын, үҙемә лә яуаплылыҡ
алырға ваҡыт, тип уйланы. Әсә буласағын Рәмилгә лә әйтмәй торорға булды. Уның
был яңылыҡты нисек ҡабул итерен белмәй әле.
Апрелдә Рәмилдең тәүге шәхси күргәҙмәһе асылды. Алдан
халыҡҡа хәбәр иткәнгәме, кеше байтаҡ ҡына булды. Ирек Кәбир улы ла бер нисә
хеҙмәткәре менән килгәйне. Телевидение хәбәрсеһе Рәмилгә бер нисә һорау менән
мөрәжәғәт итте. Рәссам һүҙ уңайында был күргәҙмәне ойоштороуҙа ярҙам иткән
ойошмаға рәхмәтен белдерҙе. Корреспондент бында килеүсе рәссамдарҙан, бер нисә
кешенән күргәҙмә тураһында фекерҙәрен әйтеүен һораны. Барыһы ла быға тиклем
таныш булмаған рәссамдың картиналарының матурлығына һоҡланыуын белдерҙе.
Рәмил картиналарының һатылыуы тураһында ла хәбәр итте.
Комиссия ярҙамында һәр картинаға хаҡ ҡуйып сыҡҡайнылар. Күргәҙмәнең асылыу
көнөндә үк бер нисә картина аҫтында “һатылды” тигән яҙыу барлыҡҡа килде. Ирек
Кәбир улы ла офисына ике картина һатып алырға булды.
Ләйсән генә был көндө килә алманы. Иректең шунда
буласағын белеп барманы. Быға тиклем бер күргәҙмәгә лә йөрөмәгән Ләйсән
тураһында әллә нимә уйлар. Телевизорҙа барған яңылыҡтарҙан ғына күреп белде.
– Миңә әйтмәй генә рәссамдарға ярҙам итеп йөрөйһөң икән, – тигән булды
Ләйсән, Рәмилдең күргәҙмәһе тураһында Иректең фекерен белергә теләп.
– Яҡшы рәссам булғас, ярҙам итергә булдым. Эштәре оҡшаны, – тине Ирек.
– Миңә лә барып ҡарарға кәрәк әле. – Ләйсән күргәҙмәгә барырға сәбәп
булғанына һөйөндө. Икенсе көндө үк шунда юлланды.
Был картиналарҙы күп тапҡыр күргәне булһа ла, беренсе
күргәндәй итеп ҡараны. Ҙур залда улар икенсе төрлө күренә ине. Ләйсән Рәмил
янына килеп:
– Эштәрегеҙ һәйбәт, мин бик шат, ҡотлайым, – тине. Рәмил янында кеше бар
ине. Картина ҡарап йөрөгән Ләйсән янына Рәмил үҙе килде.
– Рәхмәт, Ләйсән, һинең тырышлығың арҡаһында ғына инде былар барыһы ла.
Һин дәртләндереп ебәрмәһәң, эштәрем бәләкәй бүлмәлә, туҙан эсендә ята бирерҙәр
ине. – Ләйсән янына килә биреп, шым ғына өндәште. – Мин хәҙер өйгә ҡайтам,
килерһең, көтәм.
Ләйсән, ризалыҡ белдереп, баш ҡаҡты.
Ҡатын Рәмилде оҙаҡ көттөрмәне. Ишектән инеү менән
бер-береһенең ҡосағына уҡталдылар. Һағыныуҙарының сиге юҡ ине. Рәмил Ләйсәнде өҫтәл
янына саҡырҙы, шарап асты.
– Беҙҙең уңышты йыуһаҡ та була, – тине Рәмил бокалдарҙы тултырып.
– Үҙең эс, мин эсмәйем.
– Әллә ҡыуанмайһыңмы?
– Ҡыуанам, бар күңелем менән, ләкин ярамай.
– Ауырыйһыңмы әллә?
– Юҡ...
– Сәбәбен белә аламмы?
– Алаһың. Мин бала көтәм.
– Бына шатлыҡ!
– Ҡурҡып торам әле.
– Нимәнән?
– Баланың атаһы кем икән? Ошо һорау тынғылыҡ бирмәй.
– Әллә шикләнәһең?
– Шулай шул. Һинеке булһа, бөттө баш.
– Минеке булһамы, мин һине күтәреп кенә йөрөтәсәкмен. – Рәмилдең йөҙөнә
нур йүгерҙе. Их, шулай булһа ине, тип эстән генә теләп ҡуйҙы.
– Ирем бар өҫтөнән шулай булһа, яҡшы түгел.
– Ярай, борсолма әле.
– Көндәрҙе тағы бер һанап сығаһы бар.
Рәмил Ләйсәндең йөккә уҙғанын белгәс, ныҡ шатланды.
Уныҡы был бала, уныҡы!
18
Иректең кәйефе яҡшы сағын тура килтереп, Ләйсән үҙенең
йөклө икәнен әйтергә булды.
– Ирек, беләһеңме, беҙҙең өйҙә үҙгәреш бар.
Ирек тирә-яҡҡа ҡарап алды ла:
– Ниндәй үҙгәреш? – тип һораны.
– Мин бала көтәм.
– Нимә?! – Иректең төҫө ҡасты, ирендәре ҡалтыранды. – Нимә тинең?! Ҡабатла
әле!
Ләйсән уның йөҙөн күреп, ҡурҡып китте. Бер аҙ һүҙ ҙә
әйтә алмай торҙо.
– Мин ауырға ҡалғанмын, – тине әкрен генә.
– Нисек? – Иректең башы әйләнеп китте. – Һин бит һаҡланырға тейеш инең...
– Табип ҡушҡас, һаҡланманым, сирләп китеүең бар, тигәйне, – тип аҡлана
башланы Ләйсән.
Ирек ултырған еренән тороп, тегеләй-былай йөрөй
башланы. Үҙ-үҙенә нимәлер һөйләнде. Йоҙроғон төйнәп ҡатынына табан атланы, кире
сигенде. Ләйсән ҡурҡышынан ап-аҡ булды.
– Кемдән?! – тип ҡысҡырҙы ире.
– Нисек кемдән? Һинән инде... – тине Ләйсән, артҡа сигенеп.
– Әйт! Юғиһә...
– Ирек, нимә эшләүең?
– Ә һин нимә эшләнең?! Мин уның атаһы була алмайым.
– Нисек? – Ләйсән бер нимә лә аңламаны.
– Мин армияла... Табиптар балаң булмаясаҡ, тинеләр...
– Ә ниңә миңә әйтмәнең һуң? – Ләйсән битен ҡаплап, илап ебәрҙе. Иректең
был хаҡта нисә йылдар буйына йәшереп килеүенә ғәрләнде. Яратһа, әйтер ине.
Яратмаған инде, яратмаған. Алданып үткән йылдарын ҡыҙғанып иланы. Ирек атай
була алмағас, тимәк, бала – Рәмилдеке! Иреккә нисек аңлатыр? Ул кисерә алырмы?
Бер аҙҙан икеһе лә тыныслана төштө.
– Мин кемдән ауырлы икәнеңде һорамайым, баланы табаһың, – тип һүҙ башланы
Ирек. – Ләкин ул кеше менән башҡа осрашмайһың. Ошо шартҡа риза булһаң, бергә
йәшәйбеҙ.
Ләйсән бер нәмә лә әйтә алманы.
Ирек шулай тиҙ генә кисерҙеме? Һынап ҡарауымы? Берәй ниәте бармы икән?
– Белгәс, ниңә әйтмәнең һуң? – тине Ләйсән. – Мин һиңә ышанмайым. Табипҡа
күренеп ҡара. Нимәнән ҡурҡтың?
– Һине юғалтҡым килмәне, ташларһың кеүек тойолдо...
– Ә хәҙер икебеҙгә лә еңел тип уйлайһыңмы? Барыһына ла һин ғәйепле, һин!
Өйҙә яңғыҙым мин нимә эшләргә тейеш инем? Һин бит фатирға төшкән кеше кеүек
йәшәнең. Һуңғы ваҡытта мин һине күргәнем дә юҡ! – Ләйсән үкһеп-үкһеп иланы.
Уның бер ваҡытта ла был тиклем илағаны юҡ ине. Ни өсөн йәшәй һуң ул? Иректең байлығын
һаҡлар өсөнмө? Ахмаҡ мин, ахмаҡ, тип үҙен әрләне. Әлдә Рәмил осраны әле. Уның
менән танышмаһа, ҡасанға тиклем ошолай йәшәр ине икән? Был тормошта иң мөһиме
байлыҡ түгеллегенә төшөндө. Бер-береңде аңларҙай, һинең өсөн утҡа-һыуға инергә
әҙер кешең булыуы кәрәк. Нисә йылдар балаһы булмаясағын йәшереп йөрөгән Иреккә
хәҙер ышана аламы ул? Ярай йөккә уҙғанмын, әсәй булыу бәхетен мәңге татый алмаҫ
инем бит, тип эсен һыйпап ҡуйҙы. Шул саҡ Ләйсәндең күңелендә ниндәйҙер ышаныс,
ҡыйыулыҡ уянды. Ни өсөн илап ултыра әле ул? Бына бит минең шатлығым, ҡатын-ҡыҙ
өсөн шунан да татлыраҡ нимә бар? Ирек үкенһен, уның ошо көнгә тиклем йәшереп
килеүе шундай хәлгә ҡалдырҙы уларҙы. Ләйсәндә Иреккә ҡарата битарафлыҡ уянды.
Ирен юғалтһа ла, үкенмәйәсәген аңланы. Йөрәгенең бер өлөшө боҙға әйләнгәндәй
булды.
Ирек Ләйсәндең, мин ауырлы, тигән һүҙҙәрен ишеткәс,
саҡ һушын юғалтманы. Шул секунд эсендә башынан әллә ниндәй уйҙар үтте. Ҡыҙып
китеүҙән үҙен көскә тыйып ҡалды. Ләйсәнде икенсе ир менән йөрөүен күҙ алдына ла
килтерә алманы. Шулай булһа, нимәлер ҙә һиҙер ине бит. Һауыҡтыммы әллә, тигән
уй ҙа килде. Күпме йылдар алдашып йөрөү ирҙәрсә түгел икәнен дә яҡшы аңлай
Ирек. Ҡатыны кисерә алырмы? Уға булған ышанысын юғалтмаҫмы? Ул тағы ла табипҡа
күренергә ҡарар итте. Анализды белгәс кенә, төплө фекер йөрөтөп булыр, тип
уйланы. Атай була алмағанына Иректең дә йөрәге янып йөрөнө. Әммә был турала
ҡатынына әйтергә көс тапманы. Бала яратҡыһы бик килһә лә, был мәсьәләлә тормош
уға ҡырыҫ булды, ҙур һынау ҡуйҙы. Шуға ла ул бар ваҡытын эшенә, байлыҡ йыйыуға
бағышланы. Бала юҡлығын байлыҡҡа алмаштырып ҡараны. Ҡиммәтле ял йорттарына
йөрөп, проблемаһын оноторға тырышты. Ләкин күңеле төбөндәге әрнеү, һыҙланыу
китмәне. Ләйсәнгә генә һиҙҙермәне. Уны йәлләп тә ҡуя ине. Иртәме, һуңмы –
барыһы ла беленәсәк. Өйләнешкәс тә әйткән булһа, бәлки, бөгөнгө
аңлашылмаусанлыҡ килеп тә сыҡмаҫ ине.
Бөгөн Ирек менән Ләйсән беренсе тапҡыр айырым йоҡларға
ятты. Икеһе лә йоҡлай алмай ғазапланды. Бынан һуң нисек йәшәргә, тигән уй
уларға тынғы бирмәне. Бер-береһенә булған һөйөү ептәре тартылып өҙөлөр сиккә
еткәйне.
19
Ирек табипҡа күренеп ҡараһа ла, һөҙөмтә ҡыуандырырлыҡ
түгел ине. Ләйсән көткән бала башҡаныҡы икәненә шик юҡ. Нимә эшләргә?
Айырылышырғамы? Барыһына ла күҙ йомоп йәшәргәме? Икенсе ҡатын алһа ла, балаһы
булмаясаҡ. Уңайы сыҡҡан һайын ҡатынын рәнйетмәҫме? Кеше балаһын үҙ итә алырмы?
Ҡайһы берәүҙәрҙең сит бала алып тәрбиәләүҙәрен дә белә ул. Ни тиһәң дә, был
Ләйсәндең балаһы буласаҡ. Ләйсән менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә булды. Теге иргә
китерме, Ирек менән ҡалырмы?
Ләйсәнгә артыҡ ҡаты бәрелеүҙән Иректең Сания менән
хыянат итеүе һаҡланы. Үҙенең дә тоғро булмауы еңеллек бирҙе. Сания менән артыҡ
мауығып, ҡатынын онота башлағайны ул. Бер нисә тапҡыр ҡунырға ла ҡайтмай ҡалды.
Был мауығыуының аҙағы насар тамамланыуын һиҙһә лә, туҡталырға көс тапманы.
Санияның оҫта һөйәркә икәнлеге оҡшай ине. Күңеленең ҡайһылыр өлөшө уға
тартылды, йөрәгенә нығыраҡ урынлаша барҙы.
Ләйсән менән һөйләшеү бер ниндәй асыш килтермәне.
Ҡатыны бер нисек тә яуап ҡайтара алманы. Рәмилде күреп һөйләшмәйенсә, бер
ҡарарға килә алмай ине Ләйсән. Рәссам ҡабул итмәйенсә, атай булыуҙан баш
тартһа, бәлки, Иректең шартына ла килешер. Бындай ҡатмарлы хәлдә ҡалғаны юҡ ине
әле уның, ни хәл итергә лә белмәй ғазапланды.
Икенсе көндө Ләйсән Иректең эшкә киткәнен генә көттө
лә, тиҙ генә кейенеп-яһанып Рәмилгә китте. Рәссам ҡатынды шатланып ҡаршы алды.
– Бик ваҡытлыса килдең, һине генә уйлап ултыра инем, – тип Рәмил уға
сисенергә ярҙам итте. – Нимә булды? Ниңә бойоҡһоң?
– Барыһы ла селпәрәмә килде. – Ләйсән илап ебәрҙе.
– Йә инде, йә, тыныслан, нимә булды?
– Ауырлы икәнемде Иреккә әйттем...
– Уның ни насарлығы бар? Һөйөнгән генәлер.
– Ул атай була алмай.
– Аңлашылды. Атаһын таптырамы?
– Таптырмай. Килешкәндәй булды. Баланы табаһың, бергә йәшәйбеҙ, ти.
– Ә һин нимә тинең?
– Мин һине күрмәйенсә бер нәмә лә әйтә
алманым. Бала һинеке. – Рәмилдең йөҙөнә шатлыҡ сыҡты. Ләйсәнде күтәреп алып
әйләндерә башланы.
– Рәхмәт, Ләйсән, рәхмәт. Һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәкмен! Мин ниндәй
бәхетле! – Рәмил ҡапыл туҡтаны ла, башын аҫҡа эйә бирҙе. – Һин бай Иректе
ташлап, миңә киләһеңме һуң инде, мин ахмаҡ, нимә һөйләп торам.
– Туҡта, һөйләшәйек әле. Мин Ирек менән йәшәгән хәлдә лә, үҙемде бәхетле
тоя алмаясаҡмын, сөнки бер-беребеҙгә ҡараш элеккесә булмаясаҡ.
– Мөмкин булһа, мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәҫ инем. Картиналарымды һатып,
байтаҡ ҡына аҡса эшләнем, тағы ла заказдар бар. Асҡа үлмәҫ инек. Ирең менән
ҡайтып һөйләш, баланың атаһы саҡыра, тиң.
– Рәмил, миңә булған хистәреңдә икеләнмәйһеңме һуң? Бала өсөн генә бергә
булһаҡ, һуңынан үкенмәҫһеңме? Шулай уҡ Ирек менән йәшәп, һинең балаңды үҫтереү
дөрөҫ булырмы? Мин һине яратам, шуға һиңә килеп, фекереңде белергә булдым.
– Ләйсән, әгәр яратмаһам, алдап йөрөтә алыр инемме ни? Ҡатыным менән
айырылышҡандан бирле бер кемгә лә ҡарағаным булманы. Минең дә атай булып,
ғаиләм менән бергә йәшәгем килә. Фатирымдың бәләкәй булыуы ғына күңелде ҡыра,
һин бит иркендә йәшәп өйрәнгәнһең. Ташлама, Ләйсән, зинһар, һин генә минең
киләсәгем.
– Рәмил, миңә саҡ ҡына ваҡыт бир әле, йәме, бер аҙ һушыма киләйем. Барыһын
да һуңыраҡ әйтермен.
20
Ләйсән Ирек менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә теләһә лә,
барып сыҡманы. Ирек был юлы бер йүнле һүҙ әйтмәне. Санияның эшкәртеүе буйынса
Ләйсәнде аҙғынлыҡта ғәйепләне.
– Һин нимә, хәҙер кеше балаһы ҡарап ятмаҡсы булаһыңмы инде? Ирек, мин һине
ғорур кеше, тип уйлай инем, – тине Сания.
– Нисек кенә булһа ла, ул – минең ҡатыным, беренсе яратҡаным, – тип
яҡлашты Ирек.
– Хыянатын да кисерә алаһыңмы? Уны башҡа ир менән күҙ алдына килтереп ҡара
әле. – Сания иң ауыртҡан еренә тейергә тырышты, намыҫында уйнаны.
– Мин дә бит һинең яныңа йөрөйөм.
– Ә бына мин ир башынан көлөп йөрөгөм килмәгәс, айырылдым. Бергә йәшәп тә
алдап йөрөтөү – иң насары.
– Сания, йөрәгемә ут һалма әле. – Ирек башын түбән эйҙе, Сания уның һайын
ағыуын сәсте, ошо мәл менән файҙаланып ҡалырға тырышты. Ҡатыны менән
айырылыштырып, Иректе үҙенеке генә итергә бигерәк уңайлы ваҡыт бит! Бындай
мөмкинлектең башҡаса булмауы ла бар.
Ләйсән менән һөйләшкәндә Иректең ҡолағында Санияның
һүҙҙәре яңғыраны. Шуғамы, ҡатынына ҡаты бәрелде. Был һөйләшеүҙән Ләйсән Ирек
менән бергә була алмаясаҡтарын аңланы.
– Беҙ башҡа бергә йәшәй алмаясаҡбыҙ, шикелле. Хата һиндә лә, миндә лә бар.
Үткәнде кире ҡайтарып булмай. Миңә йәшәргә фатир алып бирһәң, башҡа бер нәмә лә һорамайым, – тине ҡатын. Ирек бер һүҙ өндәшмәне.
Уларҙың аралары көндән-көн һыуынды. Ирек күберәк
Санияла ҡунып ҡала башланы. Бергә йәшәүҙең ҡыҙығы ла, мәғәнәһе лә ҡалманы.
Ләйсән шуны аңланы: ни тиклем бай, хәлле булһаң да, өйҙөң йәме – бала булмаһа,
береһе лә күҙгә күренмәй. Ҡарынындағы бала уға көс-дәрт, ҡыуаныс бирә. Йәшәүҙең
бөтә мәғәнәһе бала икән! Рәмил менән яңы тормош башлап ҡарарға кәрәк, тигән
фекергә килде. Ләйсән әле оло түгел, саҡ беренсе балаға ауырлы. Бәлки,
артабанғы тормошо тыныс, шатлыҡлы булыр.
21
Бер йыл эсендә Рәмил республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә танылыу алды. Телевидение аша йыш ҡына уның тураһында һөйләп,
картиналарын күрһәттеләр. Уға заказ биреүселәр, картиналарын һатып алыусылар
бермә-бер артты. Заказсылар булған һайын картиналарына хаҡтары ла күтәрелде. Бында
Рәмил үҙе бер ни эшләй алманы, баҙар шул юлға этәрҙе. Даны киткәс, ҡала
хакимиәте уға оҫтахана бирҙе. Ваҡыты менән дәүләт заказын да үтәне.
Ирек менән Ләйсән бергә йәшәй алманылар,
айырылыштылар. Ирек Ләйсәнгә ике бүлмәле фатир һатып алып бирҙе. Унда ҡатын бер
үҙе йәшәй башланы. Һуңынан уның янына Рәмил күсенеп килде. Уларҙың малайҙары
тыуҙы. Улдарына шатланып, Ләйсән менән Рәмил матур ғына йәшәй башланы. Был бала
уларҙың икеһе өсөн дә бик ҡәҙерле булып, әйтеп аңлатҡыһыҙ бәхет килтерҙе.
Бөгөн дә Рәмил көндөҙ үҙенең оҫтаханаһында заказ үтәү
менән мәшғүл булды. Һөйөнөп эшләне. Яратҡан ҡатыны ул бүләк иткәс, рәссам тағы
ла дәртләнеберәк ижад итә, тормоштан йәм табып йәшәй башланы. Ләйсән менән
осраштырғаны өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыны. Бер аҙ эшләгәс, сәғәтенә
ҡарап алды ла, тиҙ генә халатын сисеп, тунын кейеп, урамға сыҡты. Оҫтаханаһы
янында торған “Жигули”йын ҡабыҙып, өйөнә ашыҡты.
– Һуңламаныммы? – тине ишектән инеү менән.
– Юҡ, – тине Ләйсән, баланы кейендереп. Улдары Римде табипҡа күрһәтергә,
прививка эшләтергә алып барырға тейеш инеләр. Малайҙы кейендереп бөткәс, Ләйсән
уны Рәмилгә тотторҙо ла:
– Сыға тороғоҙ, мин дә хәҙер тиҙ генә кейенәм, – тине.
Рәмил ҡатыны менән улын артҡа ултыртты. Барғанда
көҙгөнән уларға ҡарап-ҡарап алды.
Поликлиникаға килеп еткәс, Рәмил тиҙ генә сығып, артҡы
ишекте асты, улын ҡулына алды. Ләйсәнгә сығырға ярҙам итте. Бер-береһенә
һыйынып, улдарына ҡарап һөйөнөп торҙолар. Шул саҡ улар янына сит ил машинаһы
килеп туҡтаны. Уға иғтибар итеүсе лә булманы. Рәмил, Ләйсәндең битенән үбеп:
– Һин – минең бәхетем, – тине. Шунан көлөшә-көлөшә атлап киттеләр.
Машинанан сыҡҡан Ирек менән Сания уларҙы күреп,
һүҙҙәрен ишетеп торҙо. Бер-береһенә һыйынышып атлап барған бәхетле парҙы
ҡараштары менән оҙатып ҡалдылар. Ирек алға табан бер аҙым атлап, Ләйсәнгә
өндәшергә иткәйне, Сания уны туҡтатты. Ирҙең уға асыуы килде. Ҡулын һелтәне лә
машинаға ҡулы менән таянған килеш уйға батты. Башы әйләнеп киткәндәй булды,
йөрәген нимәлер ҡыҫты. Йығылып китеүҙән ҡурҡып, машинаһына ике ҡуллап тотондо.
Күңеле төбөндә нимәлер өҙөлгәндәй тойолдо. Ләйсән менән йәшәгән ғүмерен күҙ
алдынан үткәрҙе. Улар бәхетле ине бит! Их, тип башын машинаға терәне Ирек.
22
Санияға бер аҙ ҡыйын булып торҙо ла, онотто. Ирек кенә
был осрашыуҙы онота алманы, күҙе алдында тик торҙо, төн йоҡолары ҡасты. Янында
ятҡан Санияға быны һиҙҙермәҫкә тырышты. Атай булыу бәхетенән мәхрүм икәнлегенә
йөрәге янды. Ләйсән бөгөн уның янында булыр ине. Рәмил түгел, ул үҙе шатланып
балаһын һөйөр ине. Ҡалдырыр балаң булмағас, был йыйған байлыҡтың кемгә кәрәге
бар? Йәшәүҙең маҡсаты нимәлә һуң? Санияның иркәләүҙәре лә тынысландыра алманы
Иректе.
Бынан һуң эштән ҡайтышлай гел генә ресторанға инеп,
эскеләй башланы Ирек. Күңелендәге һағышты араҡы менән баҫмаҡсы булды.
Ул көндө лә Сания янына ҡайтырға ашыҡманы. Ресторанға
инде. Иректең иҫерә башлауын күреп, официант егет уның янына килде лә:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙгә ял итергә кәрәктер, – тине.
– Өйрәтмә миңә, тағы килтер! Нимә, аҡса кәрәкме? – Ирек кеҫәһенән аҡса
сығарып, егеткә ырғытты...
Ул көскә ресторандан сығып, машинаһына ултырҙы. Өйөнә
ҡайтҡыһы килмәне Иректең. Ләйсәнде күреү теләге көслө ине. Бар күңеле менән уға
тартылды. Ләйсән, Ләйсән, тип һөйләнә-һөйләнә ҡуҙғалып китте...
– Иҫән, үҙе иҫән, – тигән тауышҡа аңына килгәндәй булды Ирек. Ҡуҙғалырға итте,
ләкин көслө ауыртыуҙан яңынан һушын юғалтты. Аңына икенсе көндә генә килде.
– Мин ҡайҙа? – тип һораны күҙҙәрен асҡас.
– Һеҙ дауаханала, Ирек Кәбир улы, – тине янында торған табип.
– Нимә булды?
– Аварияға осрағанһығыҙ. – Табип булған хәлде һөйләп бирҙе.
Дауахананан Иректе өс айҙан һуң ғына сығарҙылар. Уның
умыртҡа бағанаһы зарарланғас, аяҡтары хәрәкәтһеҙ. Сания табип янына инеп:
– Роберт Әхмәт улы, ирем йөрөй аласаҡмы? – тип һораны.
– Әйтеүе ауыр, минең практикала бындай имгәнеү менән аяҡҡа баҫҡандары юҡ
әле. Мин һеҙгә дөрөҫөн әйтергә тейешмен, – тине.
– Киләсәктә лә өмөт юҡмы ни?
– Өмөттө өҙөргә ярамай, барыһы ла Алла ҡулында.
Табип менән һөйләшеү Санияны тынысландырманы,
киреһенсә, аяҙ көндө йәшен атҡандай тойолдо. Әгәр аяҡҡа баҫмаһа, ғәрип ир
ҡарарға тейеш буламы? Аҡса эшләй алмаған ир уға кәрәкме? Ҡатындың башында төрлө
уйҙар ҡайнаны. Иректең байлығын үҙләштереү өсөн уға ЗАГС-ҡа инергә кәрәк.
Юғиһә, ташлап китһә, Сания бер тин дә ала алмаясаҡ. Иреккә ҡарата ҡарашы
үҙгәрһә лә, һиҙҙермәҫкә, мөләйем булырға тырышты. Нисек кенә булһа ла
уй-ниәттәрен тормошҡа ашырырға кәрәк. Уңайын тура килтереп, ЗАГС-ҡа инеү
тураһында Иреккә әйтте. Ир бер һүҙ ҙә әйтмәне. Уның өндәшмәүе Санияның асыуын
ғына килтерҙе. Табиптар Иректе ҡарау өсөн көндәр алырға тәҡдим итһә лә, ҡатын
эшкә йөрөнө. Ирек көнө буйы Санияны көтөп ултырҙы. Һуңғы көндәрҙә ҡатындың
һуңлап ҡайта башлауын ул ауыр кисерҙе. Йомошон үтәр өсөн Сания кәрәк ине. Шуға
күрә һуңғы ваҡытта аҙыраҡ ашай башланы. Түҙер әмәле ҡалмағас:
– Сания, һин эштә йөрөйһөң, аңлайым һине, мине ҡарарға берәйһен яллаһаҡ,
яҡшы булыр ине, – тине Ирек.
– Яллармын, тик минең менән ЗАГС-ҡа инәһең. – Ирек Саниянан бындай һүҙҙе
көтмәгәйне. Башҡаса өндәшмәне. Ҡасан ғына әле уның өсөн өлтөрәп торған Санияның
кинәт үҙгәреүен бер нисек тә аңлай алманы. Ғәрип булғас, кәрәгем ҡалманымы икән
ни, тип аптыраны.
Ләйсән Иректең аварияға осрағанын радионан ишетеп
белде. Был турала Рәмилгә әйтте. Барып хәлен белеп килергә рөхсәт һораны. Рәмил
ҡаршы килмәне.
– Бар, әлбиттә, барырға кәрәк, уға ауыр бит, – тигәс, Ләйсәнгә рәхәт булып
китте, Рәмилдең аҡыллы, кешелекле икәненә тағы бер ҡат инанды.
Ләйсәнде күргәс, Иректең күҙенә йәш тығылды. Үҙенең
ярҙамға мохтаж булып, бер ни эшләй алмай ятыуына уңайһыҙланғандай итте.
– Рәхмәт, Ләйсән, килеп хәлемде белгәнгә, – тине.
– Яйлап аяҡҡа баҫырһың, иң мөһиме – төшөнкөлөккә бирелмә, физик күнегеүҙәр
эшлә, һин бик көслө кеше! – тип Ләйсән уны дәртләндереп ҡуйҙы. Санияның уға
ҡарата мөнәсәбәтен белгеһе килһә лә, һораманы, Иректең күҙҙәре барыһын да әйтеп
тора ине.
Ләйсән ҡайтҡас, Рәмилгә барыһын да һөйләп бирҙе. Ул
риза булһа, Иректе Мәскәү табиптарына күрһәтеп ҡарағанда, ни булыр икән, тине.
– Ярҙам итеп ҡарарға кәрәк, ул бит миңә ваҡытында ярҙам итте, уның
арҡаһында күренекле булып киттем. Етмәһә, ҡатынын да тартып алдым.
– Тартып алманың, үҙем килдем, – тине Ләйсән.
– Нисек булһа ла, мин уның алдында бурыслымын, ярҙам итергә кәрәк.
– Мин һинең шулай тип әйтереңә шикләнмәгәйнем дә, – тип
ҡатыны Рәмилде ҡосаҡлап үбеп алды.
Иректе Рәмил менән Ләйсән Мәскәүгә алып барып, иң яҡшы
табиптарға күрһәтте. Анализдарын алып, төрлөсә тикшереп ҡарағас, бүлек мөдире,
профессор Ләйсән менән Рәмилде саҡырып:
– Әлегә үҙгәреш булыу-булмауын әйтә алмайым. Умыртҡаһы ныҡ зыян күргән.
Үҙегеҙҙең табиптарығыҙ ҡулдарынан килгәнен эшләп ҡараған, хәҙер бары мөғжизәгә
генә ышанырға ҡала. Аяҡҡа баҫа алмаҫ, тип әйтә алмайым, кем белә, кем белә...
Янында яҡын кешеһе булырға тейеш. Иң яҡшы дарыу – күңел тыныслығы, – тине.
Ә Иреккә иһә, профессор барыһы ла үҙеңдән тора, физик
күнегеүҙәр эшләп, өмөт өҙмәҫкә ҡушты тине, тип әйттеләр. Был осраҡта Иректең
һауығыуға булған өмөтөн өҙөргә ярамай ине. Мәскәүҙә ҡалдырыуҙың да файҙаһы юҡ.
Иректең ошо хәлгә ҡалыуы Ләйсән өсөн ҡыйын ине, сөнки үҙен ғәйепле итеп тойҙо.
Бар уйлағанын да Рәмилгә әйтә алмай. Ярҙам иткеһе килә, тик нисек? Мәскәүҙән
ҡайтҡанда шул турала уйланы.
Уларҙың ҡасан ҡайтыуҙары билдәле түгел ине, был турала
Санияға хәбәр итеп торманылар. Алдан әйтергә булған да бит, бер нисә көн эсендә
Сания үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыр тип кем уйлаған. Фатирға инһәләр, бер ир менән
эсеп, күңел асып ултыра ине ҡатын. Барыһы ла был күренештән шаҡ ҡатты. Бер кем
дә һүҙ башлай алмай торҙо. Санияның төҙәтә алмаҫлыҡ насар юлға баҫыуы Рәмил
өсөн икеләтә ауыр булды. Элекке ҡатыны өсөн уңайһыҙланды, үҙен ҡайҙа ҡуйырға ла
белмәне. Сания менән ултырған ир Иректең бергә эшләгән иптәше ине. Ул
уңайһыҙланып, аҡлана башланы:
– Ирек Кәбир улы, хәлегеҙҙе белергә тип килгәйнем, өҫтәлде ташлап сығып
китә алманым, – тине, айныҡ күренергә тырышып. Уға яуап биреүсе булманы.
– Сания, әйберҙәреңде ал да сығып кит, – тине Ирек асыуын көскә тыйып.
– Ирек, йәнем, нимә эшләүең был, үҙеңде кем ҡарар? – тине Сания был
көтөлмәгән һүҙгә нимә тип яуап бирергә лә белмәйенсә.
– Уныһы һинең эш түгел.
– Миңә бер нәмә лә бирмәй ҡыуып сығараһыңмы ни?
Ләйсән менән Рәмил был күренешкә шаһит булыуҙарынан
уңайһыҙланып, нимә эшләргә лә белмәй торҙо. Сания, илай-илай әйберҙәрен
сумаҙанға тултырҙы ла, Ирек ҡаршыһына килеп:
– Йүнле булһаң, бисәң ташламаҫ ине. Минең ирҙең башын нисек әйләндерҙе
бит, кәнтәй. Ә һин, ғәрип, кемгә кәрәкһең, бер үҙең үләсәкһең!
– Етте һиңә, нимә һөйләгәнеңде белмәй башланың. Сығып кит, тип әйтелдеме һиңә – бар. –
Рәмил Санияны елтерәтеп тиерлек ишек аша сығарып ебәрҙе. – Башҡа аяғыңды ла баҫма! – тине ишекте ябып. Теге ир күптән сығып тайғайны
инде.
Сания сығып киткәс, ауыр тынлыҡ урынлашты. Уны боҙоп:
– Ләйсән, Рәмил, рәхмәт инде һеҙгә, – тине Ирек.
– Нисектер уңайһыҙ килеп сыҡты, – тине Рәмил, Сания өсөн ғәфү үтенергә
теләгәндәй.
– Әле белеүем һәйбәт булды әле, юғиһә ЗАГС-ҡа инәйек, тип йөрөй ине.
– Ирек Кәбир улы, беҙ һеҙгә ҡараусы-тәрбиәсе табырбыҙ, борсолмағыҙ, һеҙҙе
ташламабыҙ. Шулай бит, Ләйсән? – тине Рәмил.
“Эйе” тигәнде белдереп, Ләйсән баш ҡаҡты.
Улар Иректе түшәккә ятҡырҙылар.
– Иртәгә килеп китермен, – тине Ләйсән.
Үҙҙәренә ҡайтып еткәс, шылтыратып Иректең хәлен
белделәр, күңелен күтәрергә тырыштылар. Улар Ирек үҙе менән бер-бер хәл ҡылып
ҡуймаһын, тип борсолдо.
Гәзиткә иғлан биреп, Иректе ҡарарға тәрбиәсе таптылар.
Ә уға тиклем күршеләге әбей ярҙам итте. Ләйсән дә көн дә тиерлек хәлен белде.
Бер килгәнендә улы Римде лә алып килде. Ирек бик шатланды, бала менән һөйләште,
көлдө, шаярҙы. Күңеле төбөндә, кем белә, бәлки, был минең улымдыр,
тигән уй ҙа тыуҙы хатта. Римде үҙенә оҡшатты. Улар ҡайтып киткәс, бер аҙ
уйланып ултырғандан һуң, нотариусҡа шылтыратты, кеше ебәреүҙәрен һораны.
Ирек бар булған мөлкәтен Римгә яҙҙырҙы. Быға Рәмил
менән Ләйсәндең уға күрһәткән яҡшы мөнәсәбәте этәргес булды. Быға тиклем бер
китапта ла, кинола ла айырылған ҡатын менән яңы тормош иптәше элекке иренә ярҙам
иткәнен уҡығаны ла, күргәне лә булманы. Әлдә ваҡытында Рәмилгә ярҙам иткәнмен,
тип тағы бер тапҡыр һөйөнөп ҡуйҙы.
Читайте нас: