Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
25 Февраль 2019, 15:53

Һуҡыр һөйөү

Ҡартлас тоноҡ күҙҙәре менән ҡаршыһында баҫып торған ҡарсыҡҡа тағы бер аҙ текләп тора бирҙе лә: - Кем тиһең исемеңде? – тип ҡабатлап һораны. - Әллә ҡолаҡҡа ҡатыраҡһың инде. Сәлимә мин. Һинең Сәлимәң. #Шоңҡаржурналы Дауамы:

Ҡартлас тоноҡ күҙҙәре менән ҡаршыһында баҫып торған ҡарсыҡҡа тағы бер аҙ текләп тора бирҙе лә:

- Кем тиһең исемеңде? – тип ҡабатлап һораны.
- Әллә ҡолаҡҡа ҡатыраҡһың инде. Сәлимә мин. Һинең Сәлимәң.
Тегеһе ҡоро ғына тауыш менән:
- Минең Сәлимәм ун биш йыл инде ҡара гүрҙә ята, - тип йорт яғына ыңғайланы.
- Һа, ятмай торһон әле. Әллә мине танымайһыңмы, Сәғитйән?
Ҡарт йәнә һүрән ҡарашы мегән әбейҙе баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе.
Йоҡа кәүҙәле, теремек, хәрәкәтсән ҡарсыҡ, йөҙөндәге йыйырсыҡтарҙы тигеҙләргә теләгәндәй, битен ҡулы менән һыпырҙы. Йәш саҡта бик сибәр булғанлығы бер ҡарауҙа уҡ күҙгә ташлана ине уның.
- Гүр эйәһе Сәлимәмдең тыныслығын боҙоп йөрөмә, - тип уҫал итеп ҡабатланы ҡарт. - Күҙемдән юғал, убырлы ҡарсыҡ!
Әбекәй бер мәлгә ҡаушап ҡалды. Әле лә матурлығын юғалтмаған ҡара күҙҙәрен селт-селт йомғоланы, ирендәре ҡалтыраны, тауышы зәғиф кенә булып сыҡты:
- Был мин, Сәғитйән, һинең Сәлимәң…
Ҡарт сибек кәүҙәһенә хас булмаған ауыр аҙымдар менән өйгә инеп китте лә шартлатып ишекте япты. Тегеһе уға табан ҡулын һуҙғандай итте.
- Сәғитйән… Был бит мин…
Уның һуңғы һүҙҙәрен ҡарт ишеткәндерме, юҡтырмы - ҡалтыранған ҡулдарын ҡаушырып, тәҙрәгә яҡыныраҡ килде. Ҙур булмаған сумаҙан тотҡан әбей артына боролоп ҡараны. Был ҡараш Сәғитйән ҡартты йәшлегенә ҡайтарҙы.
…Әрменән ҡайтып, яңы эш башлаған мәле. Киске уйынға күберәк йәш-елкенсәк сыға, ә ул инде “ҡарт”тар иҫәбендә. Шуға ҡарамаҫтан, иптәш егете Урал ҡыҙҙар эргәһендә урала, ә Сәғитйән ҡырҙан ғына күҙәтә.
Ҡырыҫ тәбиғәтле, аҙ һөйләшеүсән, уртаса буйлы егет ҡыҙҙар янында үҙен нисек тоторға белмәй ҡаушап ҡалыуҙан ҡурҡып, әле берәү менән дә танышҡаны юҡ. Ә ун биш, ун һигеҙ йәшлек сибәркәйҙәр уғата үткер, ҡыйыуҙар, шыш-быш һөйләшеп, уның яғына ҡарап көлөшәләр. Ана, бер яндырай ҡараһы, уға табан бер-ике аҙым атланы ла, барып Уралды ҡосаҡланы.
- Урал, йөрәгемә урал.
- Һырыл, яҡыныраҡ һырыл, - тип егет тә шаяртып ҡыҙҙы үҙенә ҡыҫты.
Ауылдың сибәре тип иҫәпләнгән Тәнзилә менән ят бер ҡыҙ ҙа төркөмгә ҡушылды. Егет әлеге сибәркәйгә бер генә күҙ һирпеп ҡараны ла ҡарашын айыра алманы ла ҡуйҙы.
Ҡыҙ үтә йәш һәм иҫ киткес сибәр ине. Ҡуйы ҡара сәстәре тулҡын булып иңдәренә таралған, ҡарлуғас ҡанатылай һыҙылып киткән ҡаштары аҫтында ҙур ҡара күҙҙәре аңлата алмаҫлыҡ сихри көскә эйә булып, үҙенә арбай. Мәрйендәрҙәй теҙелеп киткән ваҡ, тигеҙ аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайыуы Сәғитйәндең бөтөнләй һушын алды. Был кистә ул башҡа бер ҡыҙҙы ла күрмәне. Урал әлеге сибәркәй тураһында мәғлүмәттәр йыйып, дуҫының ҡолағына шыбырланы:
- Сәлимә исемле. Тәнзиләгә сыбыҡ осо туған. Ун алты йәшлек кенә.
Ошо көндән егетте ялмап алған һөйөү ялҡыны уны ашауҙан да, йоҡонан да яҙҙырҙы. Тик ҡыҙ ғына уға әйләнеп тә ҡараманы. Ҡыйыу, ут сәсеп торған егеттәр тирәһендә бөтөрөлдө. Хәҙер инде Сәғитйән ҡыҙҙы бер генә күрер өсөн киске уйындарҙан ҡалманы. Бер нисә мәртәбә уға Тәнзилә аша кескәй генә хат та тапшырып ҡараны, тик яуап булманы. Иптәше уның артыҡ бөтөрөнгәнен күреп, иҫе лә китмәй генә:
- Юҡҡа янма. Тыштан ялтырҙарҙың эстәре буш ҡыуыҡ була ул. Үҙеңә тиңде ҡара, - тип фәлсәфә һатты.
Әммә Сәғитйән йөрәгендә хистәр ҡойоно ҡуҙыны. Ул Сәлимәнең күләгәһе булып йөрөргә лә әҙер. Ҡыҙҙың шоморт ҡара күҙҙәренең сихыры, ташып аҡҡан даръя һымаҡ үҙенә тартып, төпһөҙ упҡынға әйҙәне. Сәғитйән был сихырҙан ысҡына алманы.
Сәлимә ҡайтып киткәс, егет уны эҙләп ауылдарына килде, ҡапҡа төптәрен ҡарауылланы. Ләкин ҡыҙ сыҡманы. Ул инде үҙенең матурлығының баһаһын белә, ниндәйҙер бер өнһөҙ, тынһыҙ хөрәсән егеттең хистәренә яуап бирергә уйламай ҙа. Хатта бер мәртәбә үҙе өсөн тилмереп йөрөгән егеттәр, Сәғитйәнде ҡара ҡанға туҙҙырып туҡмап ҡайтарҙы, тик ҡыҙҙан һүрелтә алманы. Аяҡҡа баҫҡас, егет йәнә һөйгәненең ҡапҡа төбөндә пәйҙә булды.
Тиҙҙән Сәлимәнең ауылында Сәғитйәнгә “телһеҙ ухажер” тигән ҡушамат таҡтылар. Көҙҙөң өшәндергес ямғырҙарын да, ҡыш һыуығын да һиҙмәне ул, ялы тура килгән һайын ҡыҙҙың ауылына ашыҡты. Үҙен ялмап алған тойғоларҙың осҡоно Сәлимәгә лә ҡағылыр, уның йөрәген эретер кеүек тойолдо.
…Яҙҙың тәүге айы ғына ине әле. Әсе ел електәргә үтеп инеп, тын алыуҙы ауырлаштыра. Бындай саҡта кеше өйөнән сыҡмауҙы хуп күрә, хатта ауыл эттәре лә шикле ҡарасҡыға ялҡау ғына бер өрөп ҡуйыуҙан ары үтмәй.
Сәлимә китаптарын йыйҙы ла, иренеп кенә тәҙрәнән тышҡа күҙ һалды. Ҡапҡа төбөндә һикергеләп торған егетте күргәс, иҫе-аҡылы китте. Арҡаһына йоҡа куртка ғына һалды ла, ишектән сығып ҡысҡырҙы:
- Сәғитйән! Ин әйҙә.
Ҡаршылашып маташҡан егетте етәкләп тигәндәй өйгә алып инде.
- Туңып ҡалырға уйлайһыңмы әллә?
Сәлимә ғаиләлә төпсөк бала. Унан байтаҡҡа оло ике апаһы кейәүгә сығып, бала-сағалы ине инде. Апаларынан ҡала ағаһын, Ғәлиҙе, туғыҙ йәшлек сағында ауылдың ҡара үгеҙе һөҙөп үлтерҙе. Иртәгеһенә үк ул үгеҙҙе атаһы салып ташланы, тик бына ағаһын ғына терелтә алманылар. Берҙән-бер улының фажиғәле үлеме ата кешелә мәңге уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырҙы. Ул был ҡайғынан ярты үлек йән булып үҙ эсенә йомолдо. Малайынан ҡала үҫеп килеүсе ҡыҙын тәрбиәләүҙә ата ҡатнашлыҡ күрһәтмәне. Уның мәктәп тормошо менән дә, эске донъяһы менән дә бер ҡасан да ҡыҙыҡһынманы. Сәлимә атаһы өсөн өйҙәрен йәмләгән матур, йәнһеҙ ҡурсаҡ булып ҡына иҫәпләнде. Шуға ла ҡыҙ бәйһеҙләнде, үҙен һәр саҡ иркен тотто.
Әле лә Сәғитйәндең яҡ-яғына ҡараныуына тыныс ҡына:
- Өйҙә бер кем дә юҡ, атайым менән әсәйем бәпес йыуырға китте, - тине.
Дер-дер ҡалтыранған егеткә атаһының быймаһын ырғытты ла тупаҫ ҡына:
- Кей, - тип өндәште.
Шкафтан йөн свитер алып бирҙе, эҫе сәй яһаны. Тәненә йылы йүгереүҙән Сәғитйәндең биттәре ҡыҙарҙы. Сәлимә уның ҡаршыһына баҫты ла үткер ҡарашын егеткә төбәне.
- Шунан, нимә әйтерһең?
Хыялында ниндәй һүҙҙәр менән һөйөүен аңлатырға уйлап йөрөгән егет ҡыҙҙың туп-тура ҡарашынан бөтөнләй юғалып ҡалды.
- Ней…. Мин… Кейәүгә сыҡһаң тигәйнем…
- Һа. Сыҡмай торһон әле. Аҡылың зәғиф булмаһа, мин әле мәктәптә уҡыйым.
- Мин көтөрмөн.. күпме кәрәк…
- Улайһа көт. Башҡаса бында килеп йөрөмә.
- Сәлимә, ысынлап?
- Эйе.
Сәғитйән бүтәнсә ауылда күренмәне. Шаулап-гөрләп тағы ла йәй етте. Тымыҡ, йылы бер кистә Тәнзилә уны урамға саҡырып сығарҙы. Егеттең ҡыуанысының сиге булманы. Ул ҡыҙҙы күтәреп үк алды. Унан, үҙенең ҡыланышынан ғәфү үтенгән төҫлө, Тәнзиләнең битенән үпте лә Сәлимәне етәкләп тау яғына йүгерҙе.
Һөҙәк тауҙың битләүендә ҡайынлыҡ бар. Аулаҡ ҡалырға теләгәндәр һәр ваҡыт ошонда килә. Бындағы еләктәр ҙә һәр саҡ эре, һутлы була. Бер аҙ бирерәк, ваҡланып ташланған осло таштарға етмәҫ элек, яңғыҙ ҡайын үҫә. Егет ҡыҙҙы ошо ҡайын янына алып килде. Йүгереүҙән хәлдәре бөтөп, тындары йышайып, улар ҡайынға һөйәлде лә шымып ҡалды. Һүҙһеҙ торорға күнекмәгән ҡыҙ егеткә ҡараны.
- Йә, ниңә өндәшмәйһең?
- Мин һине күтәреп кенә йөрөтөрмөн.
- Һе.
Сәлимә үҙе башлап уның муйынына һырылды.
Сәғитйәндең атаһы Ғиҙҙәт ағай улының мөхәббәтен хупламаны.
- Күҙ-башы тураһында бер нимә лә әйтмәйем, кәртинкә кеүек, - тине ул. - Ә бына холоҡ-фиғеле хаҡында имеш-мимеш хәбәрҙәр йөрөй.
Егет, әлбиттә, бер кемдең дә һүҙен ишетергә теләмәне.
Көҙгө бысраҡтар башланыу менән осрашыуҙар туҡталды. Ата-әсәһенең ризаһыҙлыҡ белдереп Сәлимә тураһында бысраҡ хәбәрҙәр еткереүенә Сәғитйән битараф ҡалды. Уның Сәлимәһе хыянат итә буламы һуң? Егеттең ҡосағында нисек ҡайнар бышылданы:
- Мин һинеке. Һинеке генә. Һинең Сәлимәң.
Шулай бәхет нурына ҡойоноп ҡына йәшәгәндә көтөлмәгән яңылыҡ уның бөтә хыялдарының көлөн күккә осорҙо.
Яңы йыл кисәһендә Сәлимә ҡаланан килгән бер егеткә эйәреп сығып китте. Яңылыҡ ауылда тиҙ таралды. Егет ҡара көйҙө. Былай ҙа ябыҡ кәүҙәһе тағы ла нығыраҡ сибекләнде. Ауылдаштарының мыҫҡыллы ҡарашын күрмәҫ өсөн, эштән һуң өйҙән сыҡмаҫ булды. Күңелдәге ярһыуын ниндәй ҙә булһа шөғөл менән баҫырға теләп, ул ағастан йышып, юнып, семәрләп кәштәләр, өҫтәл, ултырғыстар эшләүгә әүрәп китте. Ҡулы оҫтарып алғас, Сәғитйәнгә “заказ”дар ҙа өҫтәлде. Шулай дүрт-биш ай ваҡыт үтте. Бер көн уның янына Урал иптәше килде. Өҫтәлгә араҡы ултыртты. Ике рюмкаға һалды ла береһен уның ҡаршыһына этәрҙе.
- Эс, дуҫ.
Сәғитйән бер ҡасан да ауыҙына тәмәке лә, араҡы ла алманы. Ни тиклем генә ауыл егеттәре уны өгөтләп тә, асыуланып та, мыҫҡыллап та ҡарамаһындар, ул үҙ һүҙендә торҙо.
- Юҡ, - тип баш сайҡауҙан ары үтмәне.
Егет Уралдың тиктомалға ғына араҡы ултыртмауын аңланы. Үҙенә ҡағыласаҡ хәүефте ҡыуырға теләгәндәй, рюмканы этәрҙе лә, һораулы ҡарашын дуҫына төбәне. Урал уның ҡылығын белгәнгә, ҡыҫтап маташманы, үҙе төп күтәреп эсте лә, еңе менән ауыҙын һөрттө. Бер нисә минут иҙәнгә текләп өндәшмәй ултырҙы.
- Сәлимә ҡайтҡан, - тине ул. - Егете ташлаған.
Унан Сәғитйәндең күҙҙәрендә тоҡанып киткән осҡондарҙы һүндерергә теләгәндәй:
- Өмөтләнмә. Ҡорһаҡлы ҡайтҡан, - тип өҫтәне.
Егет уға ҡаршы ләм-мим бер нәмә лә өндәшмәне.
Айға яҡын ваҡыт үткәс, Сәғитйәнде Сәлимәләрҙең ауылында күрҙеләр. Ул кешеләрҙең туҡталып ҡыҙыҡһынған ҡараш менән оҙатыуҙарына иғтибар итмәй, туп-тура ҡыҙҙың өйөнә боролдо. Уның килеүенә бер кем дә ҡыуанманы. Ҡыҙҙың атаһы баш һелкте лә төпкө яҡҡа кереп китте. Әсәһе ҡашығаяҡ менән булышты. Сәлимә, мейескә һөйәлгән килеш, ҡуҙғалмайынса ултыра бирҙе. Йөҙөндә үкенеү ҙә, оялыу ҙа юҡ, киреһенсә тәкәббер ғорурлыҡмы, әллә үҙһүҙлелекме сағылып ҡала ине. Сәғитйән күптән инде хәл ителгән мәсьәләләй, тауышына ҡыйыулыҡ өҫтәргә тырышты:
- Мин риза өйләнергә, - тине. Сәлимә уға мыҫҡыллы ҡарап, эсенә ҡулын ҡуйҙы.
- Ауырлы көйөмәме?
- Баланың ғәйебе юҡ. Рәнйетмәм.
Сәлимәнең әсәһе уға өтәләнеп ултырғыс килтерҙе. Атаһы улар яғына сыҡманы.
Туй фәлән үткәрмәнеләр. Яҙылышҡан саҡтарында ла егет яғынан Урал, ҡыҙ яғынан Тәнзилә һәм әсәһе генә булды. Егеттең ата-әсәһе ҡаршы булғанға күрә, ул Сәлимәне ике йыл инде буш торған өләсәһенең өйөнә алып ҡайтты. Алды-ялды белмәй өйҙө, йорт-ҡураларын нығытты, ишек алдарын, ҡоймаларын рәтләне. Ҡыҙ ҙа эшкә сымыры ғына булып сыҡты. Өйҙәрен ялт итеп таҙартып ҡуя, аш-һыуҙы ла тәмле генә итеп бешерә. Матур ғына йәшәп киттеләр былай, төртмә һүҙҙәр ҙә һүрәнләнә төштө, ауылдаштарының тәүҙә улар тураһында тәмләп һөйләгән хәбәрҙәре лә яйлап тоҙһоҙланды.
Сәғитйән тыуасаҡ балаға семәрләп бәләкәй карауат яһаны, балалар кейемдәре алғыланы. Октябрь айының һуңғы көндәрендә ир бала донъяға килде. Сәғитйән уны үҙ балаһы кеүек ҡабул итте. Айнур тип исем ҡушты. Эштән һуң йүгереп ҡайтты, баланың яңы һөнәр арттырыуына ҡыуанды, уның бәләкәй генә йылы тәнен үҙенә ҡыҫып, атайҙарға хас бәхет кисерҙе. Сәлимәнең ата-әсәһе лә ейәндәрен күрергә килде. Ата ҡаҙ кеүек баланы ҡурсалаған кейәүҙәренә бер аҙ ғәжәпләнеп ҡаранылар, шулай ҙа тормоштарынан ҡәнәғәт булып ҡайтып киттеләр.
Тик Сәлимәнең генә балаға ҡарата мөнәсәбәте сәйер булды. Сабыйын бер ҡасан да ҡулына алып яратманы. Бала имеҙеүҙе лә Хоҙай тарафынан үҙенә ебәрелгән яза кеүек күрҙе. Илап-ярһыған сабый янына ла барырға ашыҡманы. Сәғитйән түҙмәй, Айнурҙы әүрәткән сағында ла һалҡын, томһа ҡалды.
Ә үҙе баланан һуң сәскә атҡан гөл һымаҡ тағы ла нығыраҡ һылыуланды. Түштәре, янбаштары түңәрәкләнде. Күҙҙәрендә ирҙәрҙе ылыҡтыра торған һибелеүсе сатҡылар тоҡанды.
Иң тәүҙә ауыл ҡатындары унда булған үҙгәрештәрҙе шәйләне. Нисек тә ирҙәрен Сәлимәнән йырағыраҡ тоторға тырыштылар. Хәйер, Сәлимә уларҙың ирҙәренә ҡараманы ла. Ә бына ҡырҙан килеүсене иғтибарһыҙ ҡалдырманы.
Айнурға алты ай тулыу менән әсә балаһын имсәктән айырҙы. Сәғитйән әрләп тә, өгөтләп тә ҡараны, ярҙамы теймәне. Тилмереп, ҡулдарын һонған балаға ҡарата Сәлимәлә әсә наҙы уянмауын ул аңлай алманы. Үҙе ни тиклем сабыйға нығыраҡ эҫенгән һайын, әсәһе шул тиклем унан ситләште. Әле йәше тулмаған улына ҡул күтәргеләй башланы. Тәүҙәрәк Сәғитйән эштән ҡайтыу менән үҙенә ынтылған бала тураһында, көнө буйы һағынып тора, шуғалыр, тигән уйҙа булды, әммә ләкин Айнурҙың нимә ҡаптырһаң да һоғаланып йотоуын, эҫе аштың һыуынғанын көтә алмай илауын күреп, уның ас булыуын аңланы.
- Сәлимә, үҙ балаңа шундай ҡаты бәғерле булма, ас йәшәтмә, - тигән һүҙенә ҡатын:
- Һе, әллә, ашатҡайнымсы, - тип яуапланы.
Сәлимәнең һалҡынлығы ла, ҡылған яҙыҡ эштәре лә Сәғитйәнде һыуыта алманы, уның һөйөүен кәметмәне.
Үҙҙәренән ике өй аша йәшәгән Ҡәмәр апайҙың ҡәйнеше ҡунаҡҡа килеүен, үҙен күргәне булмаһа ла ишетеп белә ине Сәғитйән. Ялға етәрәк Сәлимә юҡҡа сыҡты. Бала илаған тауышты ир ҡапҡаға етмәҫ борон уҡ ишетте, йүгереп өйгә инде лә, шыҡһыҙ күренеште күреп, туҡтап ҡалды.
Шкафтың ишеге яртылаш асыҡ, ә иҫке генә диванда өйөлөп сепрәктәр ташланған, урындыҡ ситендә аяҡ кейемдәре аунап ята. Айнурҙың эргәһенә ултыртылған тәрилкәнең яҡ-яғына бутҡа йәбешеп, ҡатып ҡалған. Ул тиҙерәк улын күтәреп алды ла, өшөгән тәнен мамыҡ шәлгә ураны.
Иртәгеһенә ата балаһын кейендереп, әсәләренә табан атланы. Сәлимә менән йәшәй башлағандан алып, уларҙың битәрләүҙәрен ишетмәҫ өсөн, Сәғитйән бында һирәк ҡунаҡ. Ата-әсәһе ярҙамға саҡырған саҡта ғына килә ине.
Уның оло ағаһы күптән инде ауыл тормошон ерһенмәй, ҡалаға сығып китеп, шунда береккән. Тыуып-үҫкән йортона һирәкләтеп ҡайтһа ла, бер-ике көндән артыҡ тормай, үҙе ғаилә ҡорорға ла йыйынмаусы берәҙәк бер әҙәм ине. Сәғитйән уртансы бала булып, унан ҡала ҡустыһы хәҙерге ваҡытта армияла хеҙмәт итә һәм ата-әсәһен шатландырып, хаттар яҙа. Ошо хаттарҙы уҡып Ғиззәт ағай:
- Ике малайҙан да рәт булманы. Бәлки, төпсөгөм ҡайтып ҡыуандырыр, - тигән өмөт менән йәшәй.
Сәғитйәндең бала күтәреп ҡайтыуына әсәһе: “Әйттем бит”, тигән ҡараш менән баш сайҡаны ла, өндәшмәне. Яңылыҡты улар, әлбиттә, ишеткәйне.
Атаһының:
- Бала һинеке түгел, үҙ аталарына алып барып бир, - тигән һүҙенә ҡаршы Сәғитйән киҫкен тауыш менән:
- Айнурҙы бер кемгә лә бирмәйем, - тине.
Әсә улын тәү күргәндәй, һынап ҡараны ла, Ғиззәт ағайҙың ҡаршы әйтергә тип асылған ауыҙын йоморға мәжбүр итте:
- Ҡалһын, - тине ул. – Ҡарарбыҙ.
Шулай итеп, Айнур көтмәгәндә ҡарт инәһе һәм ҡарт атаһы ҡарамағына күсте. Шофер булып эшләгәнгә күрә, бик һуңлап ҡайтҡан саҡтарында ла Сәғитйән бер ҡасан да улын ата-әсәһендә ҡуна ҡалдырманы, йоҡлаған Айнурҙы күтәреп өйҙәренә алып ҡайтты. Сәлимә хаҡында хәбәр-хәтер ишетелмәне. Кеше күҙенән ҡасып тигәндәй, бер кисте уның ата-әсәһе ейәндәрен алып ҡайтырға була, кейәүҙәренең өйөнә килде, тик Сәғитйән Айнурҙы бирмәне. Бер көндө Ҡәмәр апай юлында осрап:
- Туғаным, миңә үпкә һаҡлама. Сибәр ҡатын сәскәләге бал һымаҡ, үҙенә тарта, ылыҡтара. Ирҙәргә нимә, шул балға йәбешергә генә ҡала. – тине әсенеп.
Ул Сәғитйәнде сикһеҙ яҡын күрә, йәлләй, уның эшкә әрһеҙлеген хөрмәт итә һәм Сәлимәнең ҡәйнеше менән сығып китеүендә үҙен ғәйепле тоя ине.
Ҡыш үтә һыуыҡ килмәне, әммә ҡар күп булды. Ихаталағы ҡарҙы ҡайҙа итергә белмәнеләр. Һәр кемдең ишек алдында өңөлөп лабиринт кеүек киткән юлдар, өйҙән һарайға, утяҡҡысҡа, мунсаға һәм урам ҡапҡаһына һуҙылды. Йомшаҡ мамыҡтан ҡарт инәһе бәйләп биргән ойоҡбаштар кейгән Айнур Ғиззәт ағайҙың йыуанысына әйләнде. Ул күрше-тирәнең:
- Нишләй, үҙ ейәнең балаңдан да ҡәҙерлеме? – тигән төртмә һүҙҙәргә:
- Хоҙайҙан оялығыҙ. Бала әсәһе өсөн яуап бирмәй, - тип ҡырт киҫте.
Март айының аҡман-тоҡманы аҙнаға яҡын һуҙылды. Күҙ асҡыһыҙ буранға, күңелдәргә шом һалып, бүре олоуы ла ҡушылды. Сәғитйән, юлдан яҙлыҡмаҫҡа тырышып, кабина тәҙрәһенән көсөргәнеп тышҡа ҡараны. Алда ниндәйҙер аҡ йомарлам тәгәрәгән кеүек. Ана, ул машинанан төшкән яҡтылыҡты шәйләп, юлдан ситкә тайпылды ла, ҡулын күтәрҙе. Сәғитйән туҡтаны ла кабина ишеген асып:
- Йәһәтерәк булығыҙ, - тип ҡысҡырҙы. Кабинаға инеүсе кеше өҫ-башын ҡаға-ҡаға:
- Ҡайһылай туҙына. Һе, - тип ҡуйҙы.
Сәлимә! Сәғитйән нимә әйтергә лә белмәй телһеҙ ҡалды. Ҡатын уға табан йөҙөн борҙо ла аҡҡа буялған керпектәрен түбән төшөрҙө.
- Ул мин уйлағанса булмай сыҡты. Ваҡсыл, һаран, - тине ул. – Ғәфү ит мине.
Сәғитйән ни ҡылырға белмәй рулгә йәбеште. Сәлимә Айнур тураһында бер нәмә лә һорашманы. Ҡалған юлды һүҙһеҙ үттеләр.
Икенсе көнөндә Ғиззәт ағай:
- Аҙғын ҡатынды өйгә индереп, һин беҙгә лә тап төшөрәһең, аңлайһыңмы шуны, юҡмы, мәмәй ауыҙ, - тип туҙынды.
Әммә Сәлимә менән үткәргән төн Сәғитйәндең бөтә ғазаптарын, әрнеүҙәрен, ярһыуҙарын юйғайны инде. Ошо иҫерткес бер төн өсөн ул ҡатының барлыҡ яҙыҡтарын, яңылышлыҡтарын, хатта үҙенең хурлығын да оноторға риза.
Айнур, әлбиттә, әсәһен хәтерләмәй ҙә ине, шуға ла уға ятһынып ҡараны, Сәлимәнең сөсөкәйләнеп:
- Улым, ҡайһылай ҙур үҫкәнһең. Кил миңә, - тейеүенә йүгереп атаһының алдына менеп ултырҙы. Иртәнсәк йоҡонан уянғас та атаһын таптырып иланы. Ахырҙа әсә баланы ҡартинәләренә алып барырға мәжбүр булды.
Ауылда хәбәр генә тыуһын, ул гөр килде. Сәлимәнең урамға сыҡҡанын ҡарауыллап ҡына торҙолар ҙа:
- Битһеҙ, оятһыҙ, зимагур, - кеүек һүҙҙәр яуҙырҙылар. Сәғитйәнде иһә берәүҙәр йәлләне, берәүҙәр – бигерәк тә ир-ат - мыҫҡыллап көлдө:
- Ҡатынын да тота белмәгән ул ниндәй ир ул? Ебегән!
Сәлимә тәүҙә өндәшмәйенсәрәк ҡараны ла, аҙаҡ үҙе лә сәнскеле һүҙҙәрен ысҡындырҙы. Бер һүҙгә биш яуап табып, ауыҙҙарын япты.
Тормош дауам итте. Сәлимәнең генә ҡылығы үҙгәрмәне. Ул ауылға килгән яңғыҙаҡ ирҙәргә ау үрҙе, тоҙаҡ ҡорҙо. Әле береһе, әле икенсеһе менән сығып китеп, йә бер аҙнанан, йә бер айҙан, йә булмаһа бер йылдан Сәғитйәндең тупһаһына кире ҡайтты. Ауылдаштары ла был күренешкә тамам өйрәнеп бөттө, бер-береһенә ғәмһеҙ генә:
- Теге “сәйәхәтсе Сәлимә” тағы бәхет эҙләп сығып киткән, - тип көлөштөләр.
Тәнзилә һылыуын оялтырға тырышып, әрләп тә ҡараны.
- Мин ғәйеплеме ни? – тип кенә ҡуйҙы тегеһе. Матурлығым ғәйепле. Ирҙәр үҙҙәре дегәнәк кеүек йәбешә бит.
- Һин үҙеңдең аҙғынлығыңды матурлыҡҡа япһарма. Үҙен тота белгән ҡатындарҙы ирҙәр уратып үтә.
Тик Сәғитйәндең генә Сәлимә нисә ҡайтһа ла ҡабат ҡабул итеүенә аҡылдары етмәне.
- Һөйөүең “һуҡыр” һинең, - тине бер көндө уға атаһы рәнйеү-үпкәле тауыш менән. Үҙең дә бәхетле түгелһең, Айнурың да етем, Сәлимәң дә ғүмере буйы яттар менән бәхет эҙләй.
- …
- Ана Бибисараның Ғилминурын алып бирәйек. Аҡыллы, ипле ҡатын. Уның малайы ла Айнурға тиңдәш, тиҙ өйрәнерҙәр.
Ғилминур тигәндәре йыуанайып барған урта йәштәрҙәге ҡатын, бынан бер нисә йыл элек иренең ҡапыл вафат булыуы сәбәпле, малайы менән яңғыҙ йәшәй ине.
- Мин тол түгелмен дә инде, ҡатын өҫтөнә ҡатын алып ултырмам инде.
Сәғитйәндең шым ғына әйткән яуабы атаһын оторо ҡыҙҙырҙы.
- Аҡылыңа кил. Ғүмер буйы “сәйәхәтсе” Сәлимәңдең ҡайтыуын көтөп йәшәйһеңме, һәтәү. Урамға сығырға оят бит, кеше һүҙе йөҙ йырта.
Сәғитйән тормошона башҡа ҡатын-ҡыҙҙы юлатманы. Бәлки шуғалыр ҙа, Сәлимә үҙен иркен тотто, ҡасан ҡайтһа ла уның ҡабул итәсәген аңлап шашынды.
Ә Айнурҙың ҙурайған һайын әсәһенә ҡарата үпкәһе артты. Сәлимәнең бер “сәйәхәт”тән ҡайтҡанында ул инде үҫмер йәшендәге малай ине.
- Шәпме, улым, - тип үҙенә табан атлаған ҡатынға нәфрәт тулы ҡарашын төбәне лә:
- Яҡын килмә, - тине. Тауышы ҡаты яңғыраны. Бер ҡасан да әсә наҙын татымаған бала Сәлимәне улар йортона ваҡытлыса килеүсе ҡунаҡ кеүек кенә ҡабул итә ине. Иптәштәренең әсәләре менән булған мөнәсәбәтен күреп, ул сикһеҙ көнләшә.
- Ни өсөн минең әсәйем улар кеүек түгел икән? – тигән һорау борсой Айнурҙы. Тиҫтерҙәре араһында ул бер ҡасан да:
- Ә бына минең әсәйем, - тип башлаған хәбәрҙе әйтә алманы. Хатта әсәй һүҙенән дә ул ун йәше тулмаҫ элек үк баш тартты. Атаһының да әсәһе ҡайтҡан араларҙа табыныуға барып еткән мөнәсәбәтен өнәмәне. Ә үҙе өндәшмәҫ атаһын сикһеҙ яратты. Үҫә төшкән һайын уға ҡарата ихтирамы артты, мөмкин тиклем уға ярҙам итергә тырышты. Сәғитйән янында Айнур тыңлаусан, аҡыллы малай булды, ә урамға сығыу менән, төртмә телдәрҙән үҙен яҡлап, ҡырыҫ, сәнскелегә әйләнде.
Армиянан йөрөп ҡайтҡас, ул ҡалаға эшкә урынлашты, ғаилә ҡорҙо. Атаһын да үҙ янына алырға теләгәйне лә, Сәғитйән ризалашманы. Бер ҡайтҡанында улы уға:
- Тағы ла сығып китһә, Сәлимәне бүтән индермә, атай, - тип бойорҙо. Ә тегеһенең ике-өс йыллап сәйәхәттәренән туҡталып торған, баҫылғандай күренгән сағы ине.
Айнур, әйтерһең дә, күрәҙәлек ҡылды, һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡты. Сәлимәнең баҫылыуы тағы бер йылға етте. Ғүмере буйы бер ҡайҙа ла эшләмәгән, илле бере тулған Сәлимә был юлы үҙенән байтаҡҡа йәш ир менән сығып китте. Сәғитйәндең:
- Әгәр ҙә сығып китәһең икән, бүтәнсә был йортҡа аяғыңды баҫмайһың! Мин һине үҙ тормошомдан мәңгегә һыҙып ташлайым, - тиеүенә:
- Һе. Мин үҙем дә ҡайтырға ла тормайым әле, - тип яуапланы. Сәлимәнең ауылдан һуңғы мәртәбә сығып китеүе өсөнсө июнь көнөнә тура килде.
… Иртәгеһен бөтә ауылды шаҡ ҡатырып, һөҙәк тауға менеп, яңғыҙ ҡайын төбөндә Сәғитйән ҡәбер ҡаҙҙы. Ауылдаштары: “Бисараның аҡылы зәғифләнгән, күрәһең”, - тигән ҡарарға килде.
- Сәғитйән, әллә үлергә йыйындыңмы, - тип шаяртып һораусыларға ул:
- Сәлимәне ерләйем, - тип тыныс ҡына яуап бирҙе.
Ауыл халҡы тағы ла аптырауға төшөп, юҡ-бар һылтау табып, өйөнә лә кереп сыҡтылар, тик Сәлимәнең төйнәлгән кейем-һалымдарынан башҡа бер ни ҙә күрмәнеләр. Ҡатынының бөтә әйберҙәрен дә бәләкәй арбаға тейәп, ул ҡайынға табан йүнәлде. Төйөнсөктәрен ҡәбергә төшөргәндән һуң, ҡырғараҡ китеп үлән өҫтөнә ултырҙы ла, ҡараштарын ергә төбәне.
Нимә уйлағандыр Сәғитйән шул мәлдә - үткән ғүмерен барланымы, Сәлимәгә булған “һуҡыр һөйөү”енә үкендеме, бер кем белмәне, сөнки ул бер ҡасан да тойғоларын кешегә сығарманы. Сәлимәнең йүгәнһеҙлеге арҡаһында йүнләп ауылдаштары менән аралашманы, бар йыуанысы – улы Айнур ғына булды.
Сәғитйән ауыр ғына ҡуҙғалды ла көрһөнөп ҡуйҙы, унан көрәккә йәбеште. Сәлимәнең әйберҙәре өҫтөнә тупраҡ яуымы яуҙы. Оҙаҡламай ҡәбер өҫтөндә буяу менән яҙылған таҡта барлыҡҡа килде. Сәлимәнең үлгән көнө итеп дүртенсе июнь көнө яҙылғайны. Бынан һуң Сәғитйән йылына бер тапҡыр, дүртенсе июнь көндө, ҡайын төбөнә килеп ҡәберҙе сүп-сарҙан таҙартты, буяуын яңыртты.
Ауылдаштары уның был сәйер ҡылығына ла өйрәнеп бөттө, етмәһә Сәлимә лә зым-зыя юҡ булды. Бына хәҙер шул ваҡиғаға ун биш йыл үткәс:
- Һинең Сәлимәң, - тигән һүҙ кәмһетеү булып ҡолағында яңғыраны. Сәлимә ҡасан да булһа ысынлап уныҡы булдымы икән? Юҡтыр. Матурлыҡ һынау өсөн генә бирелә тиҙәр. Ни өсөн тәбиғәте менән йәберһетелгән кешеләр изге күңелле, уйсан була? Аҡылы, тыйнаҡлығы менән айырылып тора? Улар был тормоштоң ҡәҙерен белә, баһалай ала, йәшәү серенең айышын аңлай кеүек. Сәлимә был һынауҙы үтә алманы.
Быуаттарҙан килә был һорау:
Нимә һуң ул ерҙә матурлыҡ?
Ниндәй көскә эйә, табынып,
Үҙ-үҙеңде уға һатырлыҡ?
Әбей ҡарт янына тағы бер-ике мәртәбә килеп ҡараны, тик ул ҡарсыҡты өйөнә яҡын юлатманы. Күп тә үтмәҫтән, яңы яуып үткән ҡырпаҡ ҡарҙа, үҫмер малайҙар, ҡайын янындағы ҡәберлектә әбейҙең мәйетен тапты. Ул кемдәндер ғәфү үтенгән төҫлө, устарын бер-береһенә ҡушып күкрәгенә ҡыҫҡан килеш ҡатып ҡалғайны.
Рәхимә ХӨСӘЙЕНОВА.
Төмән өлкәһе,
Пойково ҡасабаһы.
-
Бары тик матур булыуҙы ғына маҡсат итеп ҡуйған ҡатын-ҡыҙҙан да бәхетһеҙе юҡ.
(Б. Фонтеналь)
Читайте нас: