Әллә яҙ шауҡымы, әллә йәш бала һөйөүҙе танһыҡ күреүме, әллә ваҡытлы матбуғаттың йыш ҡына патронат ғаилә, етем балалар тураһында яҙыуының йоғонтоһомо – Илгенә үҙе лә аңламай, тик бына аҙна-ун көн, үҙебеҙҙең малайҙар үҫте бит инде, тәрбиәгә берәй ҡыҙ бала алайыҡ, тип иренең теңкәһен ҡорота. Тәүҙә ире ишетмәмешкә һалышты. Унан, иллене ваҡланыҡ бит инде, нимә, ҡартайғанда тыртайған тип, әллә олоғайғас бәпес табырға булып киттеңме, тип шаяртып та ҡараны. Ҡатыны һаман өҙмәгәс тә ҡуймағас, ҡул ғына һелтәне.
Бына әле Илгенә шуларҙы уйлай-уйлай эшенән ҡайтып килә. Бөгөн тағы Сабиры менән ныҡлап һөйләшеп ҡарамаҡсы. Бер ваҡытта ла ҡатынының теләгенә ҡаршы килмәй тормош иптәше. Илгенә үҙе лә юҡ-бар таптырып, ирен игәп йөрөй торған ҡатындарҙан түгел. Ике тиҫтәнән артыҡ йыл бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, татыу ғүмер итәләр.
Уйға сумып, үҙҙәренең подъезын арыуыҡ үтеп киткән икән.
- Илгенә, ҡайҙа киттең? – тигән тауышҡа боролоп ҡараһа, йылмайып ире баҫып тора.
- Һинең алыҫтан уҡ ҡайтып килгәнеңде күреп, өйгә бергә инәйек, тип көтөп торһам, башыңды ла күтәреп ҡарамай үттең дә киттеңсе. Ҡысҡырһам да ишетмәйһең.
Илгенә һүрән генә йылмайҙы ла, кире боролдо.
- Мин һине аңлап етмәйем, нимәгә кәрәк һиңә йәш бала? – тип үҙе һүҙ башланы Сабир фатирға ингәс. Ҡатынының атлап йөрөшөнән, тын алышынан уҡ нимә уйлап йөрөгәнен һиҙеп тора ул. – Шул тиклем ҡыҙ бала һөйгөң киләме ни? Сабыр ит. Оҙаҡламай ике улың аллы-артлы өйләнеп, ейән-ейәнсәрле лә булырбыҙ. Кеше балаһын түгел, үҙ балаларыбыҙҙың балаларын һөйөрбөҙ, тимәксемен.
- Сабир, мин бер генә бала, тимәйем… Игеҙәк ҡыҙыҡайҙар алғым килә, – тине Илгенә иренең күҙҙәренә туп-тура ҡарап.
- Эйе, эйе!.. Мин эшләгән бүлектә бынан ун көн элек йәш кенә әсә игеҙәк ҡыҙҙарынан баш тартҡан.
- Әсәһенә кәрәкмәгән сабыйҙар һиңә нимәгә? – тип ҡаты ғына өндәште ул.
Ире ялт итеп ҡатынының күҙҙәренә ҡараны. Илгенә баш сайҡап ҡарап торҙо ла, уфтанып, аш бүлмәһенә үтте.
Сабир менән Илгенә йыш ҡына эштән бер үк ваҡытта ҡайта. Шуға күрә улдарының береһе институттан, икенсеһе мәктәптән ҡайтыуына икәүләшеп йөрөп киске аш-һыу яраштыра. Уйламаҫтан хәбәр һалып, ҡатынын үпкәләтеп ҡуйғас, Сабир аш бүлмәһенә инергә икеләнеберәк ҡалды. Илгенәнең күҙ йәштәрен күтәрә алмай ул. Ғәфү үтенергә кәрәк, тип ҡул һелтәне лә, аяғына тапочкаларын эләктереп, аш бүлмәһенә үтте.
- Ярай, кәләш ( ғәйебе булһа Сабир ҡатынына һәр ваҡыт шулай өндәшә, ә башҡа ваҡытта “әбей”ҙән генә һалдыра), ғәфү ит. Ниндәйерәк балалар һуң улар? Һау-сәләмәттәрме, тимәксемен. Медик булараҡ, моғайын күҙәтеп йөрөйһөңдөр.
- Һинән рөхсәт булмағас, эҫенеп ҡуйырмын, тип яҡын барғаным юҡ, – тип күҙ йәштәре аша йылмайҙы Илгенә.
- Икәүһен дә алмаҡсыһыңмы? – Сабир ҡатыны сығарып ҡуйған электр ит турағысын ҡора башланы.
- Уларҙы нисек айыраһың? Сабир, аңла мине! Мин ул балаларҙы алырға тейешмен. Йөрәгем шулай ҡуша. Бергә эшләгән ҡыҙҙар отпускынан сыҡҡан көндә үк сабыйҙар тураһында әйткәс, йөрәгем әллә нимә эшләне лә ҡуйҙы. Шул балаларға магнитҡа тартылғандай тартылам. Ышанаһыңмы, юҡмы, хатта күкрәгемә һөт төшкәндәй булды. Исем дә уйлап ҡуйғанмын. Филүзә һәм Дилүзә. Сабир… – тип Илгенә йәнә йәшле күҙҙәрен һөрттө.
Ҡатынының ниҙәр кисергәнен бик яҡшы аңлай Сабир. Бала табыу йортонда ташлап ҡалдырылған һәр сабый өсөн төндәр буйы илап сыҡҡанын да белә.
Илгенә етеҙ хәрәкәттәр менән билмән өсөн ҡамыр баҫа башланы. Ит турап торған Сабир ҡатынына һоҡланып ҡарап ҡуйҙы. Сибәр шул Илгенәһе. Бер ҙә генә уны ҡырҡты аша атлаған тимәҫһең. Ыҡсым ғына уртаса кәүҙәле ҡатынына нимә кейһә лә килешә. Хатта башына тартҡан анау иҫкерә төшкән зәңгәр яулығы ла илағандан һуң дымланған зәп-зәңгәр күҙҙәрен тағы ла серлерәк, һөйкөмлөрәк күрһәтә. Ҡатыны халатта ла, киске күлдәктә лә ҡыҙҙарға биргеһеҙ. Берсә – томбойоҡ кеүек бойоҡ, берсә – ҡолонсаҡтай шаян, бер ҡараһаң, тулған айҙай серле, еләҫ елдәй наҙлы ҡатыны сәстәренә күптән сал төшкән Сабирҙы үҙенең яңынан-яңы сифаттарын асып, йәнә малайҙарса ғашиҡ итә. Быларҙы аңламаған ваҡыттары булды Сабирҙың. Шул арҡала Илгенәһен хата аҙымға ла этәрҙе…
- Илгенә, улай ныҡлы ҡарарға килгәнһең икән, бөгөн малайҙар менән кәңәшләшәйек тә, документтарҙы теүәлләй башлайыҡ.
- Эйе, Сабир, рәхмәт, – тип тыйнаҡ ҡына йылмайҙы Илгенә. Үҙенең күҙҙәре янып китте.
Улдары ҡайтҡансы ҡанатланған Илгенәнең билмәне лә, сейә бәлеше лә өлгөрҙө. Беләгендә тағы әллә нимәләр эшләргә көс бар икәнен тойҙо ул.
Бик һуң ятһа ла, тиҙ генә йоҡлап китә алмай ыҙаланды. Хәтеренә әллә ҡасанғы онотолоп бөткән ваҡиғалар килеп төшә. Бала саҡтағы анау бесәй балаһына тиклем иҫләй тора бит әле.
Ул ваҡытта улар ауылда йәшәй ине. Илгенәгә ун ике йәштәр самаһы булғандыр. Әсәһе, өйҙә сысҡандар күбәйҙе, бесәй балаһы кәрәк тигәс, иптәш ҡыҙынан өс төҫтәге бесәй балаһы алып ҡайтты. Эй яратты ҡыҙыҡай яңы дуҫын, эй яратты. Бонито (французсанан “матур”, тип тәржемә ителгән һүҙҙе ҡайҙан ишеткәндер) тип исем ҡушты. Яңы һауылған һөт кенә эсерҙе, янында йоҡлатты. Шулай бер көн мәктәптә үткәрелгән “Оҙон сәс” бәйгеһенә йүгерә-йүгерә әҙерләнеп йөрөп, аяҡ араһында уйнап йөрөгән бесәй балаһының үҙе менән бергә сығырға ынтылғанын абайламай ҡуша ишеккә ҡыҫты ла ҡуйҙы. Бесәй балаһы шунда уҡ йән бирҙе. Тәгәрәп йөрөп иланы Илгенә.
Ошо хәлдән һуң бер нисә аҙна үткәс, Илгенәләрҙең ишек алдына кемдер бер түгел ике бесәй балаһы ташлап китте. Ҡыҙыҡай әсәһенең, берәүһен аҙаштыр, тиеүенә ҡолаҡ та һалманы, ҡарап үҫтерҙе. Бесәйҙәр ҙә бурыслы булып ҡалманы: Илгенәләрҙең генә түгел, күрше-тирәнең ихатаһындағы сысҡан-ҡомаҡ затын ҡырып бөтөрҙө…
Таңды саҡ аттырған Илгенә эшенә башҡа ваҡыттағынан иртәрәк ҡуҙғалды. Дауахана йәшәгән урынынан алыҫ түгел. Йәйәү атлаһаң – ярты сәғәтлек юл. Шуға күрә Илгенә саф һауа һулап, йәйәү йөрөүҙе хуп күрә.
Көн шундай матур. Йылы яҙ ҡояшы тәнде генә түгел, йәнде лә иркәләй. Күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ наҙ өҫтәй. Бар тәбиғәт менән бер бөтөнгә әүерелге, ә ваҡ-ваҡ ҡына тамсыларға әйләнге һәм яҙ һулышына ҡушылып бар ғәләмгә таралғы, ә унан һуң ләйсән ямғыры булып ергә яуғы килә. Ләкин Илгенә был матурлыҡты күреү, тойоу хәлендә түгел. Кисә кис бик оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, балаларҙы алырға, тигән ҡарарға килгәйнеләр. Шуға йөрәге елкенеп тик тора.
Илгенә бала табыу йортона ҙур ашҡыныу, шул уҡ ваҡытта бер аҙ ҡурҡыу, борсолоу менән барҙы. Ул сменаға килгәнсе кемдер берәү игеҙәктәрҙе алып китеп бармаһын йәки ауырып ҡуймаһындар, тип борсола ине.
Күңелен тынысландырыу өсөн иң тәүҙә барып сабыйҙарҙы тәҙрә аша ғына ҡараны. Икәүһе лә иҙерәп йоҡлап ята. Илгенә кескәйҙәрҙе күҙҙәре менән генә һөйөп бер аҙ торҙо ла, ышаныслы аҙымдар менән баш табип бүлмәһенә йүнәлде.
- Һаумыһығыҙ, Рида Әхмәтовна! Минең һеҙгә ҙур үтенесем бар… Дөрөҫөрәге, кәңәшләшәйем тип ингәйнем…– тип теҙҙе ул һүҙҙәрен өҙә-йолҡа.
- Үт әйҙә, Илгенә, үт. Һөйлә, ниндәй йомошоң бар? – тип һораны йылдар сәстәренә сал һалһа ла, һаман матурлығын юғалтмаған мөләйем ҡарашлы, оло йәштәрҙәге баш табип. Үҙенең яратҡан шәфҡәт туташының ҡаушап ҡалыуын нисәмә йылдар бергә эшләп, тәүгә күреүе.
- Мин… мин… – Илгенә ни тип әйтерен күңеленән ҡат-ҡат барлап инһә лә, ҡапыл-ҡара һүҙ башлай алмай юғалып ҡалды.
- Ултыр, Илгенә. Ниңә төҫөң ҡасҡан? Берәй күңелһеҙлек килеп сыҡтымы әллә?
- Юҡ, юҡ! Мин теге игеҙәктәр тураһында һорашайым, тип ингәйнем. Әсәләре кире килмәнеме? Ни өсөн балаларынан баш тартты икән? Ҡыҙҙарҙы балалыҡҡа алырға теләүселәр юҡмы әле? – тип һорау артынан һорау яуҙырҙы Илгенә.
Рида Әхмәтовнаның аптырауы йөҙөнә сыҡһа ла, һорауға ҡаршы һорау бирмәне.
- Ҡыҙҙар менән ҡыҙыҡһыныусылар бар. Үҙең дә беләһең – бала алыусыларҙың күпселеге йәш әсәнән тыуған сабыйҙарҙы өҫтөн күрә. Ни өсөн балаларҙан баш тартты, тиһеңме? Әле уларға бала мәшәҡәт кенә. Иренә лә, ҡатынына ла карьера яһарға кәрәк икән. Ниңә ваҡытында алдырмаған, тиерһең. Страховка был… Ул йәш ҡатын менән күп һөйләштем мин. Сөнки күңелендә икеләнеү барлығын тойҙом. Йыш илауын да беләм. Ире ныҡ торған, күрәһең.
Баш табип тулҡынланыуынан күҙлеген бер кейеп, бер һалды. Ауыр тынлыҡтан һуң йәнә һүҙен дауам итте:
- Күрше өлкәнән килде ул беҙгә. Үҙҙәрендә тапһа – барып алып ҡуйырмын, тип ҡурҡҡан, күрәһең. Кире уйлар булһа, ара алыҫлығы ғына кәртә булып тормай ул. Шул өмөт менән был сабыйҙарҙы әлегә берәүгә лә биргем килмәй. …Ә һин улар менән ниңә ҡыҙыҡһынаһың? – Рида Әхмәтовна һуңғы көндәрҙә борсолоуы йөҙөнә сығып бошоноп йөрөгән Илгенәгә текләп ҡараны.
- Рида Әхмәтовна, мин… мин…
Илгенә үҙенең тап шул һорау менән ингәнен әйтергә ҡыймай аптырап ҡалды.
- Йә, йә, Илгенә, йомошоңдо әйтә һал да, – тип ҡул сәғәтенә күҙ һалды баш табип.
- Рида Әхмәтовна, мин… беҙ шул сабыйҙарҙы уллыҡҡа алмаҡсы инек, – тип йомошон саҡ әйтә алды Илгенә. Үҙе, эстәге ҡалтырауын тышҡа сығармаҫҡа тырышып, көсләп йылмайҙы.
- Зинһар, Рида Әхмәтовна! – Ул баш табипҡа ялбарып ҡараны.
- Тура өйөбөҙгә ебәрерһегеҙ.
- Аңламайым мин һеҙҙе, – тип баш сайҡаны баш табип.
- Ә мин ул әсәне аңлайым, – тине Илгенә үҙ алдына һөйләнгәндәй күҙҙәрен бер нөктәгә төбәп.
Рида Әхмәтовна Илгенәгә бер аҙ аптырап ҡарап ултырҙы ла:
- Уйлашырбыҙ, Илгенә, уйлашырбыҙ, – тип урынынан ҡуҙғала башланы.
- Тағы бер генә һорау, Рида Әхмәтовна. Ул әсәнең исем-шәрифен һәм йәшен генә белгем килә.
- Һин мине аптыратаһың, Илгенә, – тип теләр-теләмәҫ кенә ҡағыҙҙарын аҡтарырға тотондо Рида Әхмәтовна. – Тә-әк, 1987 йылдың 20 мартында тыуған. Тимәк, 22 йәштә. Буйтым аҡты ҡаранан айырырлыҡ. Исемеме? Исеме – Илүзә. Илүзә Булатова. Булдымы? – тип күҙлек аша ҡараны уға баш табип. – Әллә ҡыҙ фамилияһы ла кәрәкме? Уныһын да яҙып алып ҡалдым. Беҙҙә бит көн һайын шалҡандай тап-таҙа, һау-сәләмәт игеҙәктәренән илай-илай баш тартмайҙар, – тип әсенеп һөйләй-һөйләй эҙләнеүен дауам итте ул. – Бына тора. Йәнтимерова Илүзә Морат ҡыҙы.
Ҡағыҙҙай ап-аҡ булған Илгенә ултырған урынынан һикереп торҙо.
- Илүзә Йәнтимерова Морат…
- Юҡ! Юҡ! Булмаҫ… булыуы мөмкин түгел… – тип өҫтәл аша ынтылып, баш табип ҡулындағы яҙыулы ҡағыҙҙы йолҡоп тигәндәй алды Илгенә.
- 1987 йылдың 20 мартында тыуған. Илүзә Морат ҡыҙы Булатова- Йәнтимерова, – тип ҡалтырана-ҡалтырана үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай уҡыны ул, һәм, ҡағыҙҙы йомарлап түшенә ҡыҫып, сайҡала-сайҡала сигенеп барып ултырғысҡа ултырҙы. – Балаҡайҙарым – бауыр иткәйҙәрем… – тип ишетелер- ишетелмәҫ кенә ҡыбырланы уның ирендәре.
- Илгенә, нимә булды? – тип һораны тамам аптырауға ҡалған баш табип.
Рида Әхмәтовнаның киҫкен тауышын ишетеп, айнып киткәндәй булған Илгенә үҙен ҡулға алырға тырышты.
- Башым әйләнеп китте. Бөгөн ниңәлер үҙемде насар тоям. Отгул бирегеҙ миңә.
Рида Әхмәтовна төҫө ҡасҡан Илгенәгә башын сайҡап ҡарап ултырҙы ла:
- Бәлки, укол ҡаҙарғалыр? – тип һораны
- Борсолмағыҙ, хәҙер үтә ул.
- Ярай, үҙең беләһең. Бөгөнгә ҡайт. Иртәгә һөйләшербеҙ.
Илгенә пальтоһының төймәләрен дә ҡаптырып тормай тышҡа йүгереп сыҡты. Муйынындағы ап-аҡ шарфының һыпырылып төшөп, дауахана тупһаһында ятып ҡалыуын да абайламаны. Сикәләрен өтөп барған күҙ йәштәренә быуыла-быуыла урам аша йүгерҙе. Машиналарҙың көслө сигнал тауыштарын да, шоферҙарҙың асыулы ҡысҡырыуҙарын да ишетмәне ул. Ҡаршыһына осраған кешеләргә бәрелә-һуғыла йүгереүендә булды. Башында тик бер генә һорау. Ни өсөн? Ни өсөн?..
Үҙенең матур икәнлеген бала сағынан уҡ белеп үҫте Илгенә. Һылыулыҡ һыу буйлатмай, тиһәләр ҙә, синыфташ ҡыҙҙары араһында үҙен бер башҡа юғары тойҙо. Үҙ баһаһын белгән ҡыҙ ул тип йән атҡан егеттәрҙе яҡын юлатманы һәм береһен дә өмөтләндермәне. Ә мөхәббәтен Илгенә медицина колледжында уҡып йөрөгәнендә осратты. Ҡаланың юғары уҡыу йорттарының береһенең хоҡуҡ факультетында белем алыусы Сабир буш ваҡытында үҙ машинаһы менән юлаусылар ҙа ташый ине. Бер нисә тапҡыр Илгенәгә лә автовокзалға тиклем уның менән барырға тура килде. Һүҙ артынан һүҙ сығып, танышып киттеләр. Үткер ҡала егетенә һылыу ҡыҙҙың йөрәген яулау бик үк ауыр булманы. Илгенәгә уртаса мыҡты кәүҙәле, ҡалын ҡара ҡаштары аҫтынан һәр ваҡыт көлөп торған һоро күҙле, алсаҡ тәбиғәтле егет бер күреүҙә үк оҡшағайны. Ҡыҙ һөйөү даръяһына ҡолас ташлап сумды. Хыял донъяһында үткәргән йоҡоһоҙ төндәр, күҙ йәштәре, икеләнеүҙәр һәм хаталаныуҙар… Барыһын да үҙ башынан үткәрҙе Илгенә.
Сабир менән йылдан артыҡ осрашып йөрөһәләр ҙә, ҡыҙға егет үҙенең хистәрен белдерергә ашыҡманы. Осрашҡан һайын һөйгәненән тик бер генә һүҙ көткән Илгенә күңел төшөнкөлөгөнә бирелә башланы. Егет ҡыҙҙың күңелендәге дауылды һиҙһә лә, күрмәмешкә һалышты. Былай ҙа утта янған Илгенәне ҡайһы саҡта бәләкәй ҡыҙыҡайҙы үртәгәндәй ҡылана, ҡосағына алып иркәләй, төпһөҙ зәңгәр күҙҙәренән, ҡарағусҡыл һутлы ирендәренән үбеп өмөт сатҡыһы уята ла, айҙар буйы килмәй ҙә, күренмәй ҙә. Бына ошолай икеләнгән ваҡытында Илгенәнең юлында Морат осраны. Тышҡы ҡиәфәте менән тау халҡына тартым сибәр, сая егет Илгенәгә осрашыуҙарының тәүге көнөндә үк күптән инде уны яратып йөрөүен әйтте. Ә Сабир һаман шулай ҡыҙ янына бер килде, бер юҡҡа сыҡты. Тамам өмөтһөҙлөккә бирелгән Илгенә Моратҡа ҡарата күңелендә әҙ генә булһа ла осҡон эҙләй башланы. Егеткә ҡарата ниндәйҙер йылылыҡ бар ине унда. Шуға күрә ҡыҙ, күп уйлап тормай, Моратҡа кейәүгә сығырға ризалығын бирҙе.
Бергә йәшәй башлауҙарының тәүге айҙарында уҡ хаталаныуын аңланы Илгенә. Ятһа ла, торһа ла уйында гел генә Сабир булды. Хатта төштәренә лә инеп эҙәрлекләй ине. Аңҡы-тиңке булып йөрөгән сағында Сабир йәнә уны эҙләп тапты. Диплом эшен яҙыу өсөн әҙәбиәттәр алып сығып килгән Илгенәгә китапхананың тупһаһында осраны егет. Күҙҙәрендә һағыш. Үкенеүе йөҙөндә ярылып ята.
- Нимә эшләнең һин, иҫәркәйем? – тип элеккесә ҡосағына алырға тырышты уны Сабир.
Көтөлмәгән осрашыуҙан юғалып ҡалған Илгенә ситкә тайпылды. Ләкин егет йылдам хәрәкәт менән уның ҡаршыһына сыҡты.
- Ниңә ашыҡтың, Илгенә? Кейәүгә сығыу һинең өсөн шул тиклем мөһим инеме ни? Мин бит тәүҙә икебеҙ ҙә уҡып бөтәйек, бер-ике йыл эшләп, матди яҡтан нығынып, шунан өйләнешербеҙ, тип уйлап йөрөй инем, – тип һораулы ҡарашын Илгенәгә төбәне.
- Ә үҙең миңә ул турала әйтеүҙе кәрәк тип тә тапманыңмы? – тине Илгенә хистәрен күҙҙәре һатмаһын өсөн ҡулындағы китаптарына төбәп. – Хатта мине һөйөү-һөймәүең дә билдәһеҙ ине…
- Иҫәркәйем, ниңә күҙҙәремдән уҡыманың? Һәр минут, һәр секунд һайын тик һине генә һөйөүем тураһында һөйләп торҙо бит улар. – Сабир һаҡ ҡына Илгенәнең эйәген күтәреп күҙҙәренә ҡараны һәм:
- Яратам мин һине, Илгенә. Мөмкин булһа, кисер! – тине ауыр уфтанып.
- Һуң икәнен аңлай тороп ниңә мине йәнә үртәйһең? – Йәш ҡатындың тамағына әсе төйөр килеп тығылды.
- Был юлы үртәмәйем… үҙем үртәләм.
- Минең ирем бар. Ул мине ярата. Минең өсөн йәнен бирергә лә әҙер… – тине Илгенә ситкә боролоп.
- Ә һин, һин яратаһыңмы уны? Күҙҙәрең бит бөтөнләй икенсене һөйләй. – Сабир бармаҡ остары менән генә Илгенәнең күҙ йәштәрен һөрттө.
- Белгең килһә… мин иремдән бала көтәм. Йоҡлап йөрөмәҫ кәрәк ине, күҙ белгесе, – тип Сабирҙың ҡулындағы китаптарын тартып алды ла, тупһанан йүгереп төшөп китте Илгенә.
Бала һүҙен ишеткәс, Сабир башҡаса үҙенең янына яҡынламаҫ та, тип уйлап яңылышты Илгенә. Егет Илгенәнең яңғыҙ сағын һағалап ҡына торҙо. Яратыуын, унһыҙ бер минут та йәшәй алмауын аңлатырға тырышты. Сабирҙың һөйөү һүҙҙәренә тамам ирене йәш ҡатын. Артабанғы тормошон Сабирһыҙ күҙ алдына ла килтермәй башланы. Ҡыҙының донъяға килеүе лә хәлде үҙгәртмәне. Араларының көндән-көн һыуына барыуына ут йотоп йөрөгән Морат:
- Илгенә, мин һине бик яратам. Тормошобоҙға йәм өҫтәп Илүзәбеҙ ҙә тыуҙы. Ләкин һинең йөрәгең беҙҙең менән түгел бит. Нимә булды һиңә? – тип һүҙҙе үҙе башланы.
Ире менән нисек һөйләшергә белмәй йөрөгән Илгенә хәлдең асылын баштан-аяҡ һөйләне лә бирҙе. Сабирҙы яратыуын да йәшермәне. Быларҙың барыһын да ауыр кисерҙе Морат. Ҡара янып ике-өс көн уйланып йөрөнө лә, ниндәйҙер бер фекергә килгәс, ҡатынына:
- Илгенә, мине иғтибар менән тыңла, һәм ике юлдың берәүһен һайла. Өсөнсөһө юҡ. Әгәр ғаиләне һаҡлап алып ҡалам тиһәң, уны онотаһың. Ышан, минең һөйөүем икебеҙгә лә етерлек. Ә инде уны һайлайһың икән, Илүзә минең менән ҡала. Мин ҡыҙымды бер кемгә лә бирмәйем. Һинең хатаң өсөн икеләтә түләй алмайым. Тағы бер шарт: бер китһәң, йөрәгемдең ҡапҡаһы һинең өсөн бөтөнләйгә бикләнә… Һиңә уйларға өс көн ваҡыт, – тине ҡаты ғына итеп.
Мөхәббәткә иҫергән Илгенә Сабирҙы һайланы. Күңеле ныҡ рәнйегән Морат ҡыҙын алып ҡайҙалыр бик алыҫҡа сығып китте. Бик һуңлап үҙ хатаһын аңлаған Илгенәгә өҙгөләнергә, ҡыҙын һағынып көнө-төнө иларға ғына тороп ҡалды. Мораттың уны бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәген аңлаһа ла, Илгенә уларҙы бик оҙаҡ эҙләне. Инде таптым, ниһайәт балаҡайымды күкрәгемә ҡыҫып ҡосаҡлайым, тигәндә Морат йәнә эҙҙәрен йәшерҙе. Ғазапланыуҙар, йоҡоһоҙ төндәр, күҙ йәштәре менән генә тороп ҡалды йәш ҡатын. Сабир тамам өмөтһөҙлөккә бирелгән ҡатынының ҡайғыһын еңәләйтеү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын эшләргә тырышһа ла, Илгенә күңел тыныслығы таба алманы…
Көн күптән инде кискә һарҡты. Ләкин Илгенә урынынан да ҡымшанманы. Бына инде нисә сәғәт ҡала ситендәге парктың иң төпкөлөндәге эскәмйәгә ултырған да, таш һын булып ҡатҡан. Тик яҙғы елгә ярылған ирендәре генә бер туҡтауһыҙ шыбырлай:
- Илүзәмдең ҡыҙҙары… Илүзәмдең ҡыҙҙары…
Илгенә өйөнә ҡара янып ҡайтып инде. Сабир ғүмерҙә лә эштән һуңлап ҡайтмаған ҡатынын борсолоп һораулы ҡараш менән ҡаршы алды. Илгенә бер һүҙ ҙә өндәшмәй йоҡо бүлмәһенә үтте. Аптырауы йөҙөнә сыҡҡан Сабир ҡатыны артынан эйәрҙе. Ошо ярты көн эсендә ҡатыны һурылып, олоғайып киткәндәй. Сабир һәр ваҡыт яратып баҡҡан зәңгәр күҙҙәрҙә ғазап ярылып ята. Илгенә ауыр итеп көрһөндө лә, иренә күтәрелеп ҡарамай ғына:
- Игеҙәк ҡыҙҙар… ейәнсәрҙәрем булып сыҡты… – тине бер нөктәгә төбәлеп.
- …Ә-ә? – Сабир баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Ишеткән хәбәре бер аптыратһа, әсә йөрәгенең ни тиклем һиҙгер булыуы хайран ҡалдырҙы. Ҡатыны нисәмә йылдар бала табыу йортонда эшләп, аяныслы яҙмышлы сабыйҙарҙы аҙ күрмәне. Әммә береһенә лә былай тартылмағайны бит. Ҡан тартмай тиген шунан.
Күңеленә үҙ йортондай яҡын булып киткән эш урынына бөгөн дә ашыға Илгенә. Яратҡан эшенә генә түгел, хәҙер ҡолонсаҡтары янына ла. Барыр, тәүҙә кескәйҙәренең инеп хәлен белеп сығыр. Ә унан… ә унан Рида Әхмәтовнаға барыһын да нисек бар, шулай һөйләп бирергә тура килер. Башҡаса йәшереү мөмкин түгел.
Рида Әхмәтовна Илгенәнең һөйләгәндәрен берсә уйланып, берсә урынынан тороп китеп тыңланы. Коллегаһы тынып ҡалғас та, бер талай өндәшмәй ултырҙы. Баш табиптың өнһөҙ ҡалыуы Илгенәне һағайтты. Ниндәй ҡарар сығарыр? Ыңғаймы, әллә киреме? Сабыйҙар янына Илгенәне яҡын да юлатмаясаҡ. Бергә эшләүҙәре бер бөгөн түгел. Хужаһының ҡылыҡ-фиғелен белеп бөткән инде Илгенә. Балаларын ташлап китеүселәргә унда тик бер ҡараш: әтрәғәләм, йәғни, йүнһеҙҙәр. Илгенәне лә шуларға тиңләүе бик ихтимал. Әллә дөрөҫөн асып һалырға кәрәкмәнеме икән? Икеле-микеле уйҙарға төшөп, хафаға ҡалған Илгенә баш табипҡа күҙ һирпеп алырға ла ҡыймай яуап көттө. Байтаҡтан һуң ғына Рида Әхмәтовна ниндәйҙер бер ҡарарға килеп:
- Эйе-е… – тине һуҙып ҡына. – Бала – бауыр ите бит ул… Ҡулымдан килгәнсе ярҙам итермен, – тип ҡоро ғына өҫтәп ҡуйҙы.
Баш табип бүлмәһенән сыҡҡан Илгенә тура сабыйҙар янына йүнәлде. Бәләкәстәрҙе ҡараусы шәфҡәт туташы уларҙы ашатып маташа. Илгенә лә үҙ мәшәҡәттәрен онотоп уға ярҙамлашырға тотондо. Шул тиклем дә йөрәккә яҡын булырҙар икән үҙҙәре. Илгенә күңелендә быны аңлатыр һүҙҙәрҙе таба алманы. Ул тойғо бар һүҙҙәрҙән дә өҫтөн ине. Игеҙәктәрҙең береһе аҡ йөҙлө – Илүзәһенә тартҡан, ә икенсеһе ҡараҡай. Кейәүгә оҡшағандыр. Бәлки… Моратҡалыр.
Илүзә бөтә буш ваҡытын сабыйҙар янында үткәрҙе. Сабир ҡатынының эштән даими һуңлап ҡайта башлауын бик үк өнәп еткермәһә лә, сабыр ғына күнде. Ниһайәт, барлыҡ документтар теүәлләнеп бөттө. Сабир үҙе йәнә бер тапҡыр барлыҡ ҡағыҙҙарҙы өтөрөнән нөктәһенә тиклем тикшереп сыҡты ла, ҡатынына һондо.
- Рәхмәт инде һиңә, Сабир. Һинһеҙ был ҡағыҙҙарҙың ос-башына сыға алмаҫ инем, – тине ҡояштай балҡыған Илгенә сабыйҙар өсөн әҙерләнгән бүлмәгә күҙ ташлап. – Йәһәтерәк алып ҡайтырға ине үҙҙәрен. Күрһәң ине һин уларҙы, Сабир! Икеһе лә шул тиклем теремек… һәм шул тиклем ғәзиз. Ярай, мин йүгерҙем. Документтарҙы алып барып тапшыра һалайым. Бөгөн миңә сменаға ла, – тип осоп тигәндәй сығып китте Илгенә.
Бала табыу йортоноң ишегенән инеү менән уны Рида Әхмәтовна үҙенә саҡырып алды. Һиҙгер ҡатын баш табиптың йөҙөндә борсолоу күреп хәүефләнеп ҡалды. Бәләкәстәре ауырып-маҙар китмәгәндер ҙә ул?! Рида Әхмәтовна Илгенәгә урын тәҡдим итте лә, өндәшмәй генә уның ҡулына бер папка тотторҙо. Баҙап ҡалған ҡатын ҡарашын бер коллегаһына, бер ҡулындағы папкаға күсерҙе. Уларҙың документтарын кире ҡайтаралар түгелме? Улай тиһәң, папкалары икенсе төҫтә ине. Ҡултамғалар ҙа таныш түгел. Албырғап ҡалған Илгенә яҙыуҙы уҡый алмай ыҙаланды. Күҙенә хәрефтәр түгел, бер тура һыҙыҡ ҡына күренә башланы. Ҡалтыранған ҡулы менән халат кәҫәһенән күҙлеген алып кейергә маташты. Уныһы ла асылмай бер булды. Илгенә һәр бер һүҙҙе ҡат-ҡат ҡайтып уҡыны, ләкин уҡығандары һис тә аңына барып етмәне. Ул үҙен өләсәһе һөйләгән ҡылдан нәҙек, ҡылыстан үткер күпер өҫтөндә кеүек хис итте. “Донъялыҡта уҡ икенсе тапҡыр тамуҡ утында янам түгелме”, тигән уй мейеһен телеп үтте уның. Ә тамағына төйөлгән әсе таныш төйөр ҙурайғандан-ҙурайҙы. Көс-хәл менән танышып сыҡҡан яҙыуы Илгенәнең ҡулынан төшөп китте.
- Ҡайҙа ул үҙе?! – тип шыбырланы уның ирендәре. – Ҡайҙа улар? – Быныһын Илгенә йөрәк әрнеүе менән ҡысҡырып әйтте. Коллегаһын ситтән генә ҡарап торған Рида Әхмәтовна хатта тертләп китте.
Оҙаҡ көттөрмәне яҙыу хужаһы. Бик тәкәббер ҡиәфәттә килеп инде һәм күҙен туп-тура Илгенәгә төбәне. Был ҡараш алдында Илгенә үҙен туҙан бөртөгө кеүек кенә итеп тойҙо. Еңелсә генә өрһә лә, юҡҡа сығасаҡ.
Рида Әхмәтовна уларҙың икәүһен генә ҡалдырып сығып китте.
- Һинең ул сабыйҙарға хаҡың юҡ, Илгенә! – Ирҙең тауышында тимер сыңы сыңланы. Шул уҡ ҡатылыҡ һәм ҡәтғилек. Шул уҡ үткер ҡараш. Йылдар Мораттың сәстәрен саллаған, олпатлыҡ өҫтәгән, ләкин холҡон үҙгәртә алмаған.
- Ә һинең, Морат, хаҡың бармы? – Үҙен ҡулға алып өлгөргән Илгенә бирешергә теләмәне. – Ниңә сабыйҙар бында, бала табыу йортонда һуң?
- Аңлатып тороуҙы урынһыҙ тип һынаһам да, әйтәйем, – тине Морат һаман күҙҙәрен Илгенән ала алмай. Уның ҡарашының иң төбөндә үҙенә ҡарата һаман һөйөү сатҡылары һаҡланғанын абайлап алды Илгенә. Ләкин улар Мораттың күңел яралары алдында тоноҡланып ҡала. – Сабыйҙар тыуғанда мин бик алыҫта экспедицияла инем. Ҡатыным был турала шылтыратып әйткәс тә ҡайтырға ашыҡтым. Беҙ бит күрше өлкәлә йәшәйбеҙ. Ейәнсәрҙәрем булһа ла, шуны раҫлаусы документтар кәрәк булғас, оҙаҡҡараҡ һуҙылып китте. Ә бөгөн беҙ игеҙәктәрҙе алып ҡайтырға килдек.
- Юҡ! Юҡ, Морат!.. Балаҡайҙарымды ҡалдыр миңә… Зинһар ҡалдыр! Бер тапҡыр баламдан мәхрүм итеүең дә етер. Быныһында миһырбанлы булсы! –Илгенә Мораттың алдына теҙләнер сиккә етте.
Морат Илгенәнең өҫтөнә ғәйеп тә өймәне, битәрләмәне лә. Тик башын ғына сайҡаны.
- Ҡалдыр… Исмаһам берәүһен ҡалдыр… – тип һаман өмөтөн өҙмәне Илгенә.
- Юҡ. Сабыйҙарҙы айырмайым.
- Илүзә… Ә ҡайҙа һуң Илүзәнең үҙе? Ниңә… – Мораттың уҫал ҡарашынан әйтә башлаған һүҙен әйтеп бөтмәй туҡтап ҡалды Илгенә.
- Сит илдә ул. Стажировка үтә. – Морат асыҡ тәҙрә аша күҙҙәрен алыҫтарға төбәне. – Минең ҡыҙым бәләкәстәре янына мотлаҡ ҡайтасаҡ! – тип ҙур ышаныс менән өҫтәп ҡуйҙы бер аҙға һуҙылған тынлыҡтан һуң.
Шул саҡ ишектән, ҡулына ике бер иш балалар комплектына уралған игеҙәктәрҙе күтәреп, шәфҡәт туташы менән бергә зауыҡ менән кейенгән урта йәштәрҙәге, мөләйем зәңгәр күҙле, аҡһыл йөҙлө, һылыу бер ҡатын килеп инде. Илгенә уларға табан уҡталып ҡуйҙы, ләкин урынынан ҡуҙғалыр көс тапманы. Ҡысҡырғыһы килде – тауышы сыҡманы. Үҙен буш бер ҡапсыҡтай тойҙо. Әйтерһең дә йөрәге төшөп ватылған да, мең-мең ярсыҡҡа әйләнеп юҡҡа сыҡҡан… Һуңғы тапҡыр ейәнсәрҙәрен ҡыҫып-ҡыҫып һөйгөһө, күҙҙәренән, кескәй генә биттәренән үпкеһе, танһыҡ сабый еҫен еҫкәгеһе килде. Тик аяҡ-ҡулдары ғына тыңламаны. Тышауланғандай хәрәкәтһеҙ ҡалды…