Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
7 Март 2019, 18:54

«Исемдәрең ҡайып яҙылған»

Көҙгө һалҡын көндә ир уртаһы Исмәғил яңғыҙы. Уға төпһөҙ уйҙар диңгеҙенә сумырға, сәғәттәр, хатта тәүлектәр буйына хәтирәләргә бирелергә, кемделер эстән генә әрләргә, тәнҡитләргә һис ни ҡамасауламай. Өҫтөнлөкмө был? Юҡ, әлбиттә.

Мәхмүт Хужин

Хикәйә

Ҡайындары ай-һай аҡ икән,
Һөйөү менән тулы саҡ икән,
Ҡайындарҙан яҡты нур тама…
Көйҙөң тәүге аккордтары яңғырау менән Исмәғилде һағыш солғап ала ла, сикһеҙ юҡһыныу тойғоһона күмеп, башҡа бер сәйер донъяға ташлай. Егерме йыл элек булып уҙған ваҡиғалар берәм-берәм күҙ алдынан үтә. Эйе, ғәжәп нәмә икән кеше хәтере! Бәғзе саҡта өс-дүрт көн элек үҙең менән ни булғанын онотаһың, шул уҡ ваҡытта ике тиҫтә йыл элгәре күргән-кисергәндәр һис тә күңелдән китмәй. Күрәһең, улары, ғүмерҙең иң ләззәтле минуттары, хәтерҙең асыҡ, иң еңел барып етә торған урындарында туплана торғандыр.
…Был бит бәхет төнө,
Эҙлә бәхетеңде,
Юҡ, йоҡлама, егет, йоҡлама.

Йыр күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртеүен дауам итә. Исмәғил үҙен ваҡыты-ваҡыты менән биләп алған ошо иләҫ-миләҫ тойғонан арынырға теләп, тәҙрә янына килеп, ҡарашын көҙгө урамға ташлай. Октябрь уртаһы. Һалҡын, өшәндергес көн. Ана бит меҫкен турғайҙар ҙа ышыҡ эҙләп, ҡаршылағы йорттоң ҡыйығы аҫтына инеп боҫҡан. Юғарыла ҡурғаштай ауыр болоттар, бер-береһен этә-төртә, башҡа тарафтарға ашыға. Эсте бошороп көҙгө быҫҡаҡ ямғыр һибәләй. Урыны-урыны менән күләүектәр йыйылған. Ара-тирә ҡул сатыры тотҡан кешеләр үтеп китә.
Егет яна ҡыҙға күҙ атып,
Һандуғастар ҡала оҙатып,
Йондоҙҙарҙан ынйы һибелә…
Исмәғил әле булһа хәтер даръяларын айҡай. Был йырҙағы һәр һүҙ йөрәгенә үтеп ингәндәй. «Күҙ атып…» Инде ҡырҡҡа яҡынлаған Исмәғилдең ундай саҡтары күптән үткән һымаҡ ине. Ҡайҙа инде ул йәшлек уҙҙы тигәндә ҡабаттан мөхәббәт утына ташланып, һаташып йөрөргә ашҡыныуҙар? Күрәһең, тормоштоң үҙ ҡанундары. Шағир әйтмешләй, тилертә һәм тилмертә торған мәлдәр. Хәйер, нимәнән ғибәрәт һуң мөхәббәт тигәндәре: өҙөлөп һөйөүме, юҡһыныумы, енси ынтылышмы? Әлеге төшөнсәләрҙе бер-береһенән айырып та булмай төҫлө. Кем генә уларҙы үлсәүгә һалып, дөйөмләштереүҙәр яһап ҡараған?
Табышалар парҙар,
Ҡауышалар йәрҙәр,
Юҡ, бәғерем, юҡ бит һин генә.
Көҙгө һалҡын көндә ир уртаһы Исмәғил яңғыҙы. Уға төпһөҙ уйҙар диңгеҙенә сумырға, сәғәттәр, хатта тәүлектәр буйына хәтирәләргә бирелергә, кемделер эстән генә әрләргә, тәнҡитләргә һис ни ҡамасауламай. Өҫтөнлөкмө был? Юҡ, әлбиттә. Яңғыҙлыҡтың оҙаҡҡа һуҙылмауы хәйерле, ә инде күңелеңдәге ошо хәл-торош даимиға әүерелә ҡалһа, һис яҡшылыҡ көтмә.
Янында ҡатыны, балалары булып та яңғыҙлыҡ тойғоһо кисерергә мөмкин икәнлегенә ғәжәпләнә Исмәғил. Эйе, әгәр ҙә һине аңларға теләмәһәләр йәки үҙең кемделер ҡабул итә алмаһаң – шул яҙмышҡа дусар һин. Исмәғил телевизорҙы ҡабыҙып, иғтибарын ҡыҙыҡлыраҡ тапшырыуға йүнәлтергә ҡарар итте. Ләкин бер каналда ла күңеленә хуш килерлек әйбер таба алманы. Аңҡы-тиңке йөрөгәндән һуң, ул өшөй башлағанын тойҙо һәм йылы джемперын кейеп диванға салҡан төшөп ятты. Ғәҙәттәгесә уйҙарға бирелде. Исмәғилгә хәҙер хәтер йомғағын тағатыуҙан башҡа сара ҡалманы.
…Йәйҙең йәмле бер көнөндә уға ауылда йәшәгән оло ағаһы Ишморат шылтыратты. Хәл-әхүәл белеште лә:
– Исмәғил, килен менән ике аҙнанан туйға ҡайтығыҙ, – тине. – Илгизәне кейәүгә бирәбеҙ.
– Илгизә кейәүгә сығырлыҡ йәшкә еттеләме ни? – тигән булды Исмәғил, һеңлеһенең былтыр ғына урта мәктәпте тамамлауын иҫенә төшөрөп. – Иртәрәк түгелме әле уға?
– Түгел. – Ағаһы ҡәтғи яуапланы. – Иҫәр саҡта тормошланып ҡалмаһаң, аҙаҡ һуң була ул.
Тәғәйенләнгән көндө Исмәғил ҡатыны Әлфиә менән ауылға ҡайтып та төштө. Ағаһы йәшәгән йорт алдында биш-алты сит ил автомобиле тора ине. «Бай кейәүгә сыға икән Илгизә» тигән уй үтте Исмәғилдең башынан. Уның был фекерен өйгә инеп барыһы менән дә күрешеп, ишек алдында тәмәке тартҡанда Ишморат та ҡеүәтләне:
– Кейәүҙең ағай-энеһе Себер яҡтарында нефть промыслаһында эшләй икән. Бай йәшәйҙәр, ти. Күреп тораһыңдыр инде, – тине ул ниндәйҙер эске ҡәнәғәтлек менән.
– Шулай инде, ағай, донъялар үҙгәреп китте бит. – Исмәғил үҙенсә һығымта яһап ҡуйҙы. Яйы сыҡҡанда ул юғары белемле инженер булып та нефть тармағында эшләгәндәрҙән бер нисә тапҡыр кәмерәк эш хаҡы алыуына ғәрләнеүе хаҡында фәлсәфәгә лә төшөп киткеләй. Әммә бөгөн ул хаҡта һүҙ ҡуҙғатыу урынһыҙ ине. Ишморат ағаһы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Ишле мал аҫрай, умарта тота, һарай кеүек өй бөтөрҙө, мунсаһы, келәте, аласығы, сит илдә эшләнгәне булмаһа ла, «Нива» машинаһы бар. Ишмораттың донъяһын артабан да ишәйтәсәге күренеп тора: ана бит ниндәй бай кешеләр менән туғанлаша.
Мәжлес ҡояш байыр-байымаҫтан башланып китте. Аяҡсы ролен үҙҙәренә алған икәү, Илгизәнең йәш еңгәһе менән кейәү яғынан йәш ҡоҙа кеше, ҡунаҡтарҙың ай-вайына ҡуймай, һәр рюмканы бөтөргәнсе эсерә торҙо. Күп тә үтмәне, өҫтәл артында ултырыусылар арыу ғына иҫереп, ике-өс кеше бер булып, үҙ-ара әңгәмә китте. Табын ҡорт күсенә оҡшап ҡалды.
– Рәсимә еңгә, йырла әле! – Барыһын да баҫып, Илгизәнең тауышы ишетелде. – Теге ҡайындар йырын.
Табын ҡапыл тынып ҡалды. Кем икән ул Рәсимәһе? Йүкәлеҡулда ундай йырсы юҡ шикелле, тигән уй йүгерҙе Исмәғилдең башына. Өс рюмка араҡынан һуң уның да мейеһе томанлана төшкәйне. Барыһының да ҡарашы һулға боролғас, ул да шул тарафҡа күҙ ташланы. Рәсимә тигәндәре тулы ғына кәүҙәле, оҙонса аҡ йөҙлө сөм ҡара сәсле һылыу ҡатын икән. Исмәғилгә ул ҡасандыр бик күптән күреп белгән кешене хәтерләтә биреп ҡуйҙы. Тик кемде? Күпме генә маңлайын йыйырһа ла, был һорауына яуап таба алманы ул. Ят ҡатындан күҙҙәрен айыра алманы ла ҡуйҙы, тегеһе лә уға ҡараш ташланы. Исмәғилде ниндәйҙер көслө тойғо биләне. Кисерештәренән оялып, ул башын аҫҡа эйҙе.
– Гармунығыҙ бармы һуң? – тине теге ҡатындың эргәһендә ултырған ир кеше. Күрәһең, ирелер. – Рәсимә гармунһыҙ йырламай ул.
– Нишләп булмаһын, бар. – Илгизәнең икенсе бер еңгәһе алғы яҡҡа сығып, тальян күтәреп инде. – Әйҙә, тарт ҡына. Күректәрен өҙөп ҡуйма түлке.
Рәсимә ултырған ерҙән йырлауға өйрәнмәгән ахырыһы, урынынан тороп, асыҡ урынға үтте. Ире лә аяғүрә баҫып тальянды яурынына элде лә көй башланы. Бик моңло, хатта һағышлы ла ине ул. Һәр хәлдә Исмәғилдең был йырҙы бер тапҡыр ҙа ишеткәне юҡ.
Ҡайындары ай-һай аҡ икән,
Һөйөү менән тулы саҡ икән…
Үҙәктәргә үтеп арбарлыҡ тауыш. Ошо сихри моң уның бар булмышын солғап алды. Ир йырсы ҡатынға шул тиклем онотолоп баҡты, хатта үҙенең табында ултырыуын да онотто шикелле. Ике сикәһе буйлап күҙ йәше тәгәрәп төшөүен дә һиҙмәне. Был минуттарҙа Исмәғил өсөн ошо йырсы ҡатындан башҡа һис кем юҡ ине. Ул хатта Әлфиәнең күҙҙәрен ҙур асып үҙенә төбәлеүен дә күрмәне. Йыр ағылды ла ағылды.
Бәхет төнө килеп етерме,
Беҙгә бәхет биреп китерме?
Ҡайындарҙан һора, ҡайындан…
Табында шылт иткән дә тауыш ишетелмәй. Барыһы ла донъяһын онотоп, мөкиббән бирелеп, йыр тыңлай. Рюмкалар ҙа сыңламай, тәрилкәләр ҙә сытырламай, хатта һулыш алыусы ла юҡ кеүек.
Күңелемдең күркен
Яулай алмаҫ бер кем.
Исемдәрең ҡайып яҙылған.
Йырҙың һуңғы куплетын Рәсимә өс тапҡыр ҡабатланы. Табын бер минуттай тын торғандан һуң геүләп ҡул сабырға керештеләр.
– Ай, афарин! Мең йәшә!
– Һандуғасың ары торһон.
– Йөрәкте урынынан ҡуҙғатты был йыр.
Исмәғил бер килке иҫен йыя алмай, һеңгәҙәп ултырҙы. Рәсимә урынына ултырғансы ҡарашы менән уны оҙатып барҙы. Ҡатын да бер нисә тапҡыр Исмәғилгә күҙ һирпте. Ниндәйҙер серлелек бар ине был ҡарашта. Ыңғай яуап ине буғай. Һәр хәлдә Исмәғил шулай ҡабул итте.
Ныҡ ҡына төшөрөп алыуына ҡарамаҫтан, төндә уны йоҡо алманы. Байтаҡ әйләнеп тулғанғандан һуң таң беленә башлағанда ғына әүен баҙарына юлланды … һәм төш күрҙе. Имеш, ул ниндәйҙер тау битенән тырышып-тырмашып өҫкә үрмәләй. Уны юғарыла теге йырсы ҡатын көтә. Бәлки, көтмәйҙер ҙә, ләкин Исмәғил уның шунда икәнлеген яҡшы белә. Бына тауға менеп етергә иҫәпле генә аҙымдар ҡалды. Исмәғил Рәсимәнең яулығы елберләгәнен дә күрә. Әммә һуңғы аҙымды күтәрелгәндә, аяғы тайып китте лә ир кеше түбәнгә тәгәрәне.
– А – а – а!
– Һаташаһың, ҡабырғаңа әйләнеп ят! – тине янында ятҡан Әлфиәһе.
Йоҡо ҡасҡайны инде. Ҡунаҡтарҙың да ҡайһы берҙәре, айырыуса баш төҙәтергә яратҡандары, тороп йөрөй башлағайны. Иртәнге сәйҙе эскәндән һуң ҡоҙалар ҡайтырға тип ҡуҙғалды:
– Юл йыраҡ. Бер тәүлеклек бит. Иртәрәк сығырға кәрәк, – тип һөйләнделәр.
Ҡапҡа алдында улар шаулашып хушлашты. Исмәғил бер нисә тапҡыр йәшеренеп кенә Рәсимәгә ҡараш ташланы. Бойоҡ күренде ҡатын. Машинаға инер алдынан ул да Исмәғил торған яҡҡа күҙ һалды. Һиҙгер кеше был ҡараштан күпте уҡый алыр ине. Исмәғил уның да үҙенә битараф түгеллеген аңланы.
Яйын табып, ул Илгизәнән ситләтеп кенә Рәсимә тураһында һорашты.
– Бигерәк моңло йырлай. Ул йыраҡ еңгәңме әллә яҡынымы?
Был һорауын Исмәғил һеңлеһенә ҡарамай ғына бирҙе.
– Еңгәм, Ришаттың ағаһының ҡатыны, – Илгизә битараф яуапланы. – Миңә лә еңгә була инде. Әллә оҡшап киттеме? – тип күтәрелеп ҡараны.
Исмәғил әйбер урлап тотолған кешеләй, ҡыҙарҙы.
– Эйе, – тине ул бар ҡыйыулығын туплап. – Бик һылыу ҡатын, бер ҙә күҙ төшмәҫлек түгел. Ҡайһы яҡта йәшәй улар?
– Сургутта. Еңгәм мәктәптә уҡыта. – Илгизә ҡапыл уйсанланды. – Исмәғил ағай, ул да һинең менән ҡыҙыҡһынды бит. Кемең була, ҡайҙа эшләй, тип белеште.
– Ысынлапмы? – Исмәғилдең йөҙө яҡтырып китте. – Һораштымы? Һин нимә тинең?
– Әйттем инде. – Илгизәнең йөҙөнә борсолоу күләгәһе ятты. – Эх ағай, ағай! Яҡшыға түгел был. Әлфиә еңгә белеп ҡалһа…
Әлфиә лә һиҙмәй ҡалмағайны. Исмәғилдең юл буйы өндәшмәй, уйға сумып ҡайтыуын ул үҙенсә юраны:
– Теге йырсы ҡатын йөрәгеңә инеп ояланы, ахыры, – тине ул, тәрән көрһөнөп. – Гонаһлы мөхәббәттең хаҡы бик ҡиммәт уның, Исмәғил. Яҙа баҫып ҡуйма, бер абынһаң, ҡабаттан аяҡҡа баҫа алмауың бар.
«Эх һиҙгер ҙә һуң был ҡатын-ҡыҙ йөрәге. Әллә ҡайҙан белеп торасы».
– Ну, бисәкәй, юҡҡа борсолаһың, – тигән булды үҙе. – Йыры бик тә матур булды. Уныһын йәшермәйем. – Ир һул ҡулы менән ҡатынының яурынына ҡағылып алды. – Беҙҙең башҡа тай типмәгән бит.
Әллә йыр йоғонтоһонда, әллә йырсы әсирлегендә Исмәғил байтаҡ йөрөнө. Күңеленә тынғы, ҡулына шөғөл таба алманы. Гүйә ниҙәндер мәхрүм иттеләр үҙен. Инһә лә, сыҡһа ла теге туй кисе уның иҫендә булды. Әгәр ҙә уны Сургут ҡалаһына командировкаға ебәрмәһәләр, был хәл күпме дауам итер ине икән?.
Рәсимәне мотлаҡ эҙләп табырға кәрәк тигән фекергә килде ул. Тик Сургут – ҙур ҡала. Ә ул Рәсимәнең фамилияһын да белмәй. Әллә Илгизәнән һорап ҡарарғамы? Юҡ, был уйынан Исмәғил шунда уҡ төңөлдө. Ярамай. Туҡта, Ишморат ағаһы, моғайын, беләлер. Командировкаға бара бит. Ҡоҙаларына уларҙан сәләм тапшырыр.
Ишморат уны-быны уйламаны. Бер нисә телефон номерын әйтте лә һалды. “Тәк, иренең исеме нисек һуң әле?” тип баш ватты Исмәғил. Уйлана торғас, көскә иҫенә төшөрҙө: Рәфғәт тип өндәшкәйнеләр шикелле.
Килеп урынлашҡас, ҡунаҡхана бүлмәһендә телефон була тороп та Исмәғил ике көн шылтырата алмай яфаланды. Трубканы алғас, икеләнеп, кире һала. Ире яуап бирһә, тигән уй һүрә уны. Ни уйлар? Ул бит ҡатынына минең текләп ҡарауымды күрҙе. Иртәгә ҡайтырға тигән кисте, ниһайәт, Исмәғил бар ҡыйыулығын туплап, телефон номерын йыйҙы. Бәхетенә трубканы ҡатын-ҡыҙ алды. Тауышынан таныны Исмәғил: Рәсимә бит. Тәүҙә ағаһынан сәләм тапшырған булды. Командировкаға килеүен хәбәр итте. Ихлас һөйләшә ине Рәсимә, күрәһең, өйҙә бер үҙе генә булғандыр.
– Рәсимә һылыу, теге саҡта мин йырығыҙға ғына түгел, үҙегеҙгә лә үлеп ғашиҡ булдым, – тип ярҙы ла һалды Исмәғил. – Һеҙҙең менән бер генә булһа ла күрешергә ине.
– Килегеҙ һуң, – тип ҡатын тыйнаҡ ҡына көлдө. – Хәҙер адресты әйтәм.
– Уңайһыҙ. Бәлки, берәй башҡа урында. – Исмәғил Рәсимәнең яңғыҙын тап итергә теләүен әйтте.
– Ярай, улай булғас, «Рассвет» магазины янына килегеҙ. Мин ун биш минуттан сығырмын.
Исмәғил оса-талпына әҙерләнергә кереште. Йыуынып, одеколон һипте. Бына ул теге магазин янында тора. Ҡыш был яҡтарҙа һалҡын икән, бер нисә минут эсендә бит-ҡолаҡтарҙы семтей ҙә башланы. Рәсимәне шунда уҡ таныны Исмәғил. Ул атламай, гүйә бейеп килә.
– Хәйерле кис! – тигән булды ул, ҡатынға бик яҡын килеп.
– Кис хәйерле!
Тышта ҡараңғы булыуға ҡарамаҫтан, иртә ине әле. Такси алып, ҡала ситендәге бер кафеға киттеләр. Исмәғил Рәсимәнән күҙен алманы.
– Ҡуй, шул тиклем текәлмә, – тине ҡатын йылмайып. – Йә күҙ тейҙерерһең.
– Минең күҙ теймәй ул.
Рәсимә Аҡтаныш районында тыуып үҫкән. Ире менән ауылдаштар икән. Бәләкәйҙән гармун уйнап йөрөп, тора-бара оҫта музыкантҡа әүерелгән. Рәсимә уға ҡушылып йырлаған. Шулай бер-береһенә өйрәнепме, эҫенепме киткәндәр. Ҡыҙ үҙе лә һиҙмәҫтән Рәфғәткә тормошҡа сыҡҡан да ҡуйған. Уларҙы ҡауыштырған тойғоноң һөйөү түгеллеген һуңынан ғына аңлаған үҙе. Ләкин ни эшләмәк кәрәк: ике ҡыҙ бала тыуып та өлгөргән. Рәфғәте ҡыҙҙарын ла, ҡатынын да өҙөлөп ярата. Тик яман көнләшә торған ғәҙәте бар икән.
Рәсимә урта мәктәптән һуң Алабуға ҡалаһында педагогия институтында белем алған. Рәфғәте шунда милиция мәктәбендә уҡып, әле Сургутта милиция бүлеге начальнигы булып эшләй икән. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҙур начальник.
– Оһо! – тине Исмәғил, быларҙы ишеткәс. – Мин дә армиянан һуң Алабуғаға милиция мәктәбенә барырға йөрөгәйнем. Тәүәккәлләргә булған икән шунда, исмаһам, осрашыр инек, – тине ул көрһөнөп.
Рәсимә тыйнаҡ ҡына йылмайҙы.
Бер саҡ оркестр уйнап ебәрҙе. Тәүҙә джаз яңғыраны, унан классикаға күстеләр. Исмәғил Рәсимәне бейергә саҡырҙы. Ҡатындың йылы тәненә ҡағылыу уға бөтмәҫ рәхәтлек-ләззәт бирҙе. Донъяһын онотто Исмәғил, теге туй кисендә кисергән тойғолар диңгеҙендә йөҙҙө. Бер нисә тапҡыр онотолоп китеп, Рәсимәне ҡыҫып ҡосаҡлап та алды. Ҡатын ҡаршылыҡ күрһәтмәне.
– Ҡайтышайыҡ инде, – тине бер мәл Рәсимә, сәғәтенә ҡарап. – Тәмле әйбер күп булмай.
Исмәғилдең ҡунаҡханаға саҡырыуын ул ҡәтғи кире ҡаҡты.
– Килешмәҫ. Ир ҡатыны бит әле мин. – Бер аҙ торғас өҫтәне: –Әле һиңә өйрәнеп бөтмәгәнмен.
Иртәгеһен Исмәғил ҡайтырға сыҡты. Тәьҫораттары баштан ашҡайны. Ирендәге үҙгәрештәрҙе Әлфиә лә һиҙҙе, әммә өндәшмәне. Был уларҙың араһына төшкән тәүге һәм эре күләгә булды. Ваҡыт үткән һайын ул ҙурая барҙы. Әлфиә тамам үҙенә бикләнде, ире менән һөйләшмәҫ булды. Исмәғил төрлөсә ҡатынының күңелен күтәрергә ынтылды, ләкин бер генә яуап ишетте:
– “Ҡайындары, ай-һай аҡ икән, һөйөү менән тулыр саҡ икән…” Эх Исмәғил, мин һине иҫкәрткәйнем бит. Тыңламаның. Хәҙер һуң инде.
Улар бер-береһенән тамам ситләште. Бергә йәшәп, үҙҙәрен ят тойоуҙы аңлап етмәһәләр ҙә, ике аралағы пәрҙәне алып ташларға ниҙер ҡамасауланы. Һуңыраҡ Исмәғил быға күнекте, ул да үҙ донъяһына бикләнде. Рәсимә менән улар һирәкләп булһа ла осрашты. Бер йәй хатта бергәләп ял йортона ла барҙылар. Рәфғәтҡә Ҡара диңгеҙ буйына путевка алып, ҡыҙҙары менән шунда киткәйне.
Улар араһында артабанғы тормошто нисек ҡороу тураһында һүҙ күп булды. Ләкин ғаиләне ташлап китергә ярамай. Быны Исмәғил дә, Рәсимә лә күҙ алдына килтерә алмай. Исмәғилдең дә етеп килгән ҡыҙы бар. Уны нисек итеп атайһыҙ ҡалдыраһың? Көтмәгәндә мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителде. Выждан ғазабы көслөрәк булып сыҡты. Әлфиәһе тураһында күберәк уйланған Исмәғил яйлап Рәсимә менән осрашыуҙан төңөлдө. Йәл ине уға ҡатыны. Бер-береһен яратышып өйләнештеләр бит. Насар йәшәмәнеләр. Кемгәлер ғашиҡ булдым тип, ғаиләңдән ваз кисәһеңме ни? Юҡ, ярамай. Тәүге ҡатын – Аллаһы Тәғәләнән, тиҙәр бит.
Шулай ярты йыл үтте. Ләкин Әлфиәнең күңелендәге боҙҙар иремәне. Ҡыҙҙары кейәүгә сығып, икенсе ҡалаға киткәс, күп тә тормай ире менән айырылышты. Һәм тотто ла ҡыҙы янына китеп барҙы. Исмәғилде онотто. Һирәк-һаяҡ телефон аша һөйләшәләр, тик тойғолар ғына юҡ, улар юҡҡа сыҡҡан.
Ҡайҙа икән хәҙер Рәсимә? Был һорауҙы үҙенә йыш бирә Исмәғил. Уны хәтерләйме икән? Ә бит Исмәғилдең уның алдында ла ғәйебе ҙур. Тәүҙә башын әйләндерҙе, унан – ҡасты. Илгизәнән ишетеп белеүенсә, Рәсимә уны бер нисә тапҡыр эҙләп ҡараған.
Ир кеше ҡапыл урынынан торҙо ла, плащын эләктереп, урамға сыҡты. Ямғыр тымғайны. Һауа шул тиклем саф, өйҙәге тынсыулыҡтан һуң башы әйләнеп киткәндәй итте. Урамда халыҡ һирәк. Арлы-бирле машиналар үткеләй. Бер аҙҙан Исмәғил баҙар яғына илткән урамға боролдо. Оло йәштәге сиған ҡатыны уның юлына арҡыры төштө:
– Мужик! Хочешь судьбу погадаю? – Ауыҙында алтын тештәре йылтырап китте.
– Давай. – Исмәғил кеҫәһенән 50 һум сығарып тегенең усына һалды.
Ҡатын иғтибар менән уның тәүҙә уң, һуңынан һул ҡулын өйрәнде. Шунан шомло тауыш менән:
– Яҙмышың тыныс түгел һинең, – тине. – Икенсе ҡатын менән тораһың. Өс балаң бар, ләкин бәхетең генә юҡ.
– Нисек икенсе ҡатын? Өс балам да юҡ минең! – Исмәғил ғәжәпләнде, хатта тауышы күтәрелеп китте.
– Ҡара әле, һин шулай үҙһүҙлеләнеп тормошоңдағы бер боролошто күрмәй үтеп киткәнһең. Шунда боролһаң, һине бәхетлерәк яҙмыш көтөр ине.
Ҡатын һүҙен әйтеп бөтөрмәй, ситкә атланы. «Ниндәй боролош? – Исмәғил көсөргәнеп, баш ватты. – Ниндәй боролошто күрмәй үтеп киткәнмен?”
– Эй! Туҡта, зинһар, туҡта! – ул сиған ҡатынын ҡыуып етергә теләп, артына боролдо, әммә тегеһе эҙһеҙ ғәйеп булғайны инде.