Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
15 Апрель 2019, 23:09

Төпкөлдә

...Уяныуыма, беҙ төндә йолҡоп кергән кәбән тишеге ап-аҡ булып, яҡтырып тора ине. Ғәзинур юҡ, ҡасан сығып киткәндер... Янымдағы Камал иҫ белмәй мышнап йоҡлай. Мүкәйләп тышҡа сыҡҡайным, тирә-яҡта балҡып ятҡан донъянан күҙҙәрем ҡамашып, башым әйләнеп китте. Төн уҙғансы балтырға тиклем ҡар яуып һалған, имеш. Ел тынған, ярайһы уҡ һалҡын, ауыҙ-морондан сыҡҡан тын томан булып һауаға бөркөлә. Шул саҡ яҡында ғына һуҙып-һуҙып әтәс ҡысҡырҙы. Бынағыйыш, бынауы урманда ниндәй әтәс ти ул? Ғәзинур шаяра, ахыры...

Хикәйә

Йүгерек һыулы һай ғына инеште кистереп сыҡҡас, машинамды арғы ярҙағы таш нигеҙле бейек йорт алдына туҡтаттым. Трансалы рәшәткә буйындағы эскәмйәлә ултырған Сәлмән ағай, күптән көткән ҡунағын күргәндәй балҡып, минең менән ҡул ҡушлап күреште.
– Иҫәнме, Мансур ҡустым! Вәт, Хоҙайҙың рәхмәте! Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр бит. Ни ҡылырға белмәйенсә аптырап ултырғанымда килеп, ифрат йәтеш иттең дәһә! Әйҙә, ҡустым, түрҙән уҙ, машинаңды ла урамға индер, юғиһә үткенсе мал-тыуар һыпырылып, әрәм итер.
Сәлмән ағайҙың сикә-эйәгендәге шырт һаҡал-мыйығын ағартып мул "ҡырау" ҡунған. Йылдан ашыу күрмәгәнгәме, буйға ла бирешеп, йөҙгә лә ҡартайып киткән һымаҡ. Башынан һалмаған иҫке һоро кәпәсе ситенән көлһыуланған сәстәре тырпая, ә ҡаҡса йөҙө, гүйә, ҡыртышын ҡорт-ҡуңыҙ йырмаслаған ҡоро ағас. Тик дымлы, йәшкәҙәк күҙҙәре генә әүәлгесә яғымлы, һынсыл ҡарайҙар. Алтмыш бишен аша баҫҡан сағы шул.
– Тик торғанда билһеҙ ҡалдым, – тип, хужа ҡапҡа биген ысҡындырҙы ла, рәшәткә осона элде. – Көс етмәҫлек ауыр эш тә булманысы һуңғы арала... Аяҙ көнгә ышанып, бер-ике тапҡыр урамға кейенмәйенсә сыҡҡайным, шунда ел һуҡҡан, ахыры, билемде. Хәҙер килеп аптырата шул касафат, бер ни эшләргә бирмәй...
Сәлмән ағайҙың, күрәләтә бөксәнләмәһә лә, боҙға төшкән башмаҡтай йәпһеҙ йөрөш-торошон бер ҡарауҙан уҡ сырамытҡайным инде. Ул, баш өҫтөндә көҙгө алдаҡсы ҡояш ялтырауға ҡарамайынса, йылы сәкмәненең төймәләрен ҡаптырып элгән, ҡалын күрмә салбар кейеп алған, кәмәләй дәү ҡаталы аяҡтарында һарыҡ йөнөнән бәйләнгән йылы, ҡара ойоҡбаштар.
Ҡара көҙ етеп, урман-ҡырҙарҙың төҫһөҙләнгән, яланғасланған сағы. Әрәмә-шырлыҡтар үтә күренмәле. Йорт алдындағы баҡсала шәрәләнеп ҡалған балан ағасы ҡыҙыл алҡалай тәлгәштәрен ҡояшта йылтырата. Иркен ихатаны баҫҡан сирәм генә, көҙгө ҡырауға бирешмәйсә, затлы балаҫтай һаман ҡабарып, йәшәреп ята. Шул сирәмде ярып солан күтәрмәһенән башланған таҡыр ғына ике һуҡмаҡ үтә. һуҡмаҡтарҙың береһе урам ҡапҡаһына йүнәлһә, икенсеһе аҙбар артындағы йәшелсә баҡсаһына илтә. Бураулы аҙбар башы бесән менән тулы. Арыраҡ, тауға терәлгән картуф баҡсаһында, йәнәш ҡойолған ике кәбән күренә. Тимәк, мал аҙығы йәһәтенән ҡыш уртаһына хәтлем хужаның күңеле тыныс. Түбәлек аҫтында шәкәрҙәй аҡ ҡайындарҙан бысып ярылған мул утынлыҡ. Шунда уҡ күрепле арба тора, ҡарайып бөткән имән бағаналарҙағы ағас ырғаҡтарға аттың ҡамыт-ҡайышы, эйәр-эпсәне эленгән. Аласыҡ ишегендә аҫылмалы дәү йоҙаҡ. Хужалар, көҙгө һыуыҡтан ҡасып, өйгә яға башлағандар, ахыры.
Өй ишеге асылып, солан күтәрмәһендә Нәғимә еңгә күренде.
– Әстәғи, ҡапылдан танымайынса, кем тип торамсы?! Ҡәйнешем килгән, имеш! Кисә генә иҫкә алып, был яҡтарға юлды ла онотҡандыр, ахыры, тип, әсем бошҡайны... Яңғыҙың ғына килеүеңме? Ниңә Зилә киленде лә алып килмәнең? Килен килһә, һөйләшеп танһығым ҡаныр ине, исмаһам, юғиһә был ташландыҡ ауылда һөйләшер-серләшер кеше лә ҡалманы бит...
– Киленең дә был яҡҡа уҡтала биреп ҡуйғайны ла, тик ялыбыҙ тура килмәне, – тип, Нәғимә еңгәнең күмәстәй йылы устарын ҡыҫып иҫәнләштем. Еңгәнең елкәһенә ҡайырып бәйләнгән аллы-гөллө яулығы ситенән салланған сәс шәлкеме күренә, йомро битендә ваҡ ҡына тир тамсылары емелдәй, эҫе мейес янында аш-һыу хәстәрләүелер. Минең һүҙҙәремдән уның йылы ҡарашында бошонҡолоҡ сағылды, әйтерһең дә, әбейҙәр сыуағында кинәт кенә күктә болот шәйләнде. Олоғайған еңгәмдең һын-килбәте йоморайып, буйы ла бөтөнләй тәбәнәйгән, ул, бейек күтәрмәлә тороуына ҡарамаҫтан, күмерҙәй ҡара күҙҙәре менән миңә аҫтан өҫкә төбәлеп тора.
– Шулайҙыр... Ҡала ерендәге сәғәтле эште нисек ташлап китәһең. Әйҙә, ҡәйнеш, түрҙән уҙ. Маҡтап ҡына йөрөйһөң, сәйем ҡайнаған, табала балыҡ бешә...
- Ғәзинур улыбыҙ ҙа яныбыҙҙа, – тип һүҙгә ҡушылды Сәлмән ағай. – Кисә, дәрт итеп, сыраҡҡа төшкәйне. Яуындан һуң һыу шәп, буйыраҡ, ти, шулай ҙа һалдау менән өс шамбы, унлаған бәрҙе төртөп алған.
Аҙбар мөйөшө артынан яртылаш күренеп ултырған йәшел "Нива"ны ихатаға кергәс үк шәйләгәйнем. Ғәзинур менән тиңдәштәр беҙ. Йәш саҡта ҡалала бергә уҡыныҡ, хатта, йәшлек иҫәрлеге менән, шундағы бер бумала башҡа талашып, сәпәләшеп тә алғайныҡ бер саҡ. Малайлыҡтан инде. Барыбер беребеҙгә лә тәтемәне...
Солан күтәрмәһенә сүкәйеп, аяҡ кейемен сисеп торғанда, арҡама гөпөлдәтә килтереп һуҡмаһындармы! Туңҡайып төшә яҙҙым. Ул да булманы, айыу ҡуллы Ғәзинур яғамдан тартып торғоҙҙо ла, билемдән ҡосаҡлап, күтәреп үк алды.
– Сәләм, Мансур дуҫ! һо-һо, бына кемдә ул ҡорһаҡ! Килгәнеңде шәйләмәнемсе, әллә һауанан осоп төшкәнһең инде?!
Минең алдымда бағаналай йыуан аяҡтарын кирә баҫып, ҡайҡанлап торған әзмәүерҙәй ирҙе хәҙерҙән үк һабанға егеп ер һөрөргә булыр ине. Ғәзинур малай сағынан уҡ кәүҙәгә тос, йомош-йүнгә тилбер, сос булды. Ул атлап барһа, табандары аҫтында ер уйылып ҡалғандай, ә инде тирмән ташылай йомарланып йүгерә башлаһа, тирә-йүн дерелдәп ята. Ғәзинурҙың ауыҙ ситләп төшкән мыйыҡ остары эйәгендәге түңәрәк кенә ҡара һаҡалына тоташҡан, улар, ҡуйы ҡара ҡаштары менән бер рәттән, дуҫыма ғәжәйеп күркәм ҡиәфәт бирә. һынсыл күҙҙәрендә һаман да шаян балаларса мутлыҡ яна.
Һуңғы тапҡыр күргәнемдә Ғәзинур, ҡара янып, эшендә ултыра ине. Бошоноуынан итсән йөҙө иҫке баҡырсалай булып тутланып, йәмшәйгәйне, ҡараштары тәртәкәй шәмдәй һөрөмлө, әүәлге күбәләй кәүҙәһе лә шиңеп, тәбәнәкләнеп ҡалғандай. Әҫтәмдән прокурорға ялыу яҙғандар, ҡыуалармы эшемдән, ҡалдыралармы, йәки рәшәткә артына тығалармы тип көтәм, ти. Йәш сағынан уҡ ҡала милицияһында участковый булып эшләне ул. Эш күрһәтәм, тигән уй менән алабарманланып, яңлышҡанмын, беҙҙең эштә законды урынынан ҡуҙғатҡансы, алдан уны ҡырҡ тапҡыр боҙорға тура килә, пенсияға тиклем ярты йыллыҡ ҡына хеҙмәтем ҡалған, әллә насип итәм шул хаҡлы ялды, әллә юҡ, тип көйәләнә ине. Күренеүенсә, шул бәлә-ҡазаһынан иҫән-һау ғына ҡотолған. Ана бит, эсендә ут дөрләгән оло мейестәй ян-яғына йылы бөркөп, бәһлеүәндәй кәүҙәһе менән тубығынан ергә батырҙай булып, ауыҙ йырып тора.
Был яҡтарға йылдан ашыу йөрөгәнем булманы. Шуғалырмы, үҙем дә һиҙмәҫтән, күҙҙәрем хәтерҙә ҡалғандар менән бөгөнгө күренештәр араһында айырмалыҡтар эҙләй. Барсаһы ла элеккесә һымаҡ, тик аҙбар-ҡурала, йорт-кәртәлә яңы юнған балта-бысҡы эҙҙәре күп. Аласыҡ ҡыйығы яңыртылған, баҡса рәшәткәләре ялтырашып торалар, аҙбар янында сайырҙары ағып торған һары бүрәнәләр өйөмө, солан күтәрмәһенә лә йышынҡы таҡталар ҡағылған. Ғәзинурҙың ҡулынан инде барыһы ла, билдәле...
Төшкө аш артында бер-беребеҙҙең хәл-әхүәлде белешеп гәпләшәбеҙ. Ике бүлмәле иркен йорттағы йыһаздар ауылса ғына булһа ла бөхтә, ябай. Тәҙрәләрҙә сигеүле аҡ ҡорғандар. Түрбаштағы ҡарҙай аҡ ҙур мейестә ут дөрләй, йомшаҡ мейес йылыһы менән бергә өй эсенә тамшандырғыс тәмле аш еҫтәре таралған. Төпкө бүлмәнең иҙәненә яландай киң, ялбыр айыу тиреһе йәйелгән, ялтыр арҡалы бейек карауаттарҙа болоттай дәү яҫтыҡтар. Ҡулдан яһалған боронғо аш өҫтәлендә ҡуҙлы еҙ самауыр йырлай, табала һары майҙа бешеп күҙҙәре ағарған балыҡтар, ҙур табаҡта һуғанлы һөҙлөккә мансылған өйөм-өйөм ит менән картуф...
Миңә, ҡаланың ҡалаҡ осона ғына эләгерлек наҡыҫ ҡабымлыҡтарына күнеккән әҙәмгә, өҫтәл тулы был ауыл һыйҙары иҫ киткес мул, ашап туйғыһыҙ тәмле тойола.
– Ҡалала был хәтлем ит-майҙы беҙ ай буйына ашайбыҙ, – тип, итле табаҡ янына күстәнәсемде сығарып ҡуйҙым.
– Ҡала ашынан бындағы шишмә һыуы ла туҡлыҡлыраҡ, – йөҙө яҡтырып киткән Сәлмән ағай, өлгөрөп ҡалайым, тигәндәй, көрәктәй ҡулдары менән йәһәт кенә һонолоп, шешәнең башын бороп та ташланы. – Мин ҡалаға барһам, ике көн дә түҙмәйем, айыу башы ашарҙай булып асығып ҡайтам... Әбекәй, ҡара әле, һин бирмәһәң дә, Хоҙай насип иткәс, барыбер алдыма уҡ килеп ултырҙы бит, – тип, беҙгә ҡарап шуҡ ҡына күҙ ҡыҫты.
Нәғимә еңгә кәштәнән алып өҫтәлгә ҡырлы эстәкәндәр теҙҙе.
– Бирмәнем шул... Етмешкә етеп барғаныңда үҙеңдән икеләтә кесерәк булған алкаш Камал менән эсеп йөрөргә ни оятың еткәндер? Етмәһә, бөгөн дә, таң менән, башым ҡыҫа, тип хәмер теләнселәйсе, ҡарт ишәк?
– Эсеп йөрөй, тип шаштырмаһаң да булыр ине, әбей, ҡәйнешеңде аптыратып? Йомош менән барғайным Камалға, үҙең беләһең дәһә... Урамына барып керһәм, япа-яңғыҙы араҡы һемереп ултыра. Алдында түтәлдән йолҡоп алған кишерҙән башҡа ашҡаҙанды йылытырлыҡ бер йүнле ҡабымлыҡ та юҡ... Ҡыҫтағас, аштан оло булмайым, тип, ике генә эстәкән йомдорғайным шул. Әллә ниндәй һаҫыҡ, әшәке эсемлек булды, тон буйына күңелем уйнап, уҡшытып сыҡты.
– Камал әле ләж булып, башын да күтәрә алмайынса, ауырып ята, – тип һүҙгә ҡушылды Ғәзинур. – Ул, баҡһаң, кисә үткенселәргә ҡорт балы һатҡан, имеш. Тегеләр уның эскесе икәнен белепме, балға өлөшләтә хәмер менән түләгәндәр. Билдәле, улар ундай кәсепкә йүнле эсемлек йөрөтмәй, эс-ҡарынды тишерлек һелтәләй шыйыҡса биреп киткәндәрҙер... Иллә-мәгәр, үҙем рәхәткә сыҡтым хәҙер,– тине ул ап-аҡ тигеҙ тештәрен миңә балҡытып. – Хаҡлы ялда мин, дуҫҡайым! Ҡотолдом, ниһайәт, эт эшенән! Ҡырҡ бишем тулғандың иртәгәһенә үк ғариза яҙҙым да, айыуҙан ҡасҡан төлкөләй һыпырттым шул биҙа-маҙалы тынғыһыҙ хеҙмәттән. Унан ҡыш буйына бот сәнсеп диванда аунаным... Ҡалала бүтән эш табырға ла була, әлбиттә, теләге, һаулығы булған әҙәм пенсияла ла тик ятмай. Тик миндә ниңәлер быға дәртем дә, дарманым да уянманы, – Ғәзинур, тәҙрәгә төбәлеп, бер мәл генә шымып ултырҙы. – Ялҡҡанмын шул кешеләрҙән, ҡала ығы-зығыһынан, эштәге ыҙа-маҙанан тамам биҙгәнмен, күргем дә, ишеткем дә килмәй... Шуға ла, быйылғы яҙ башынан алып тыуған ауылымда, атай-әсәйем янында ятам бына. Умарталарҙы егермегә еткерҙем, ҡолон һатып алдым, ат, һыйыр, башмаҡтар бар, һарыҡтар тиҫтәнән ашыу, атай-әсәйемдең йорт-ҡаралтыһын да йүнәтеп яңырттым. Хатта тәмәке тартыуҙы ташлап, эскене лә ҡыҫтым, малай! Хөрриәт, ҡыҫҡаһы! Үҙем баш – үҙем түш, ғүмер буйы мейемде сереткән кеше бәләһен хәҙер бар тип тә белмәйем!
– Аллаға шөкөр, йәй бик ыңғай, матур килде быйыл, – ти Нәғимә еңгә сынаяҡҡа самауырҙан сәй яһап. – Сабындар мул булды, йүкә шаулап сәскә атты, уттай эҫе көндә айырған ҡорттарҙы һоҫоп, яңы умарталар ябып, бал һурҙырып мәж килдек... Алған балды яйлап һатһаң, бына һиңә эш хаҡына тиң аҡса...
– Ҡорттарҙы баҙға һалырға торғанда ғына арҡама һыуыҡ тейеп һемәйтте, – тип зарланды хужа биленә ураған йылы шәлгә ымлап. – Умарта ташыу түгел, аяҡ аҫтында ятҡан сүпте күтәрергә лә рәтем юҡ... Ғәзинур улым елле лә, тик яңғыҙ кешенең эшеме ни, умарта ташып ҡорт һалыу?
– Кисә Камал менән һөйләшеп килешкәйнем дә, ә бөгөн ул алкаш, башын да күтәрә алмайынса, саҡ ята, – тине Ғәзинур аптыраған ҡиәфәттә елкәһен тырнап. – Көн боҙолоп китеп, ҡорттарҙы күрәләтә өшөтәбеҙме ни? Шуға ла бөгөн үк берәй яйын табып, был мәшәҡәтте хәл итеү фарыз...
Хужаларҙың ҡунаҡ алдында әҙәп һаҡлап ҡына уратып– суратып йөрөткән һүҙҙәренең айышын төптө ауһар ғына һиҙмәҫ. Көтмәгәндә килеп төшһәм дә, бик йәтеш тура килеүемә үҙем дә эстән генә ҡыуанып ултыра инем инде. Ауылдағы көндәлек эш– мәшәҡәттәрҙе тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, ә бөгөнгөләй ҡыҫтау саҡта, арбаныңватылған тәгәрмәсенә алмаш табылғандай^ тап-таман булыуың үҙе бер һауап түгелме ни?
Ярҙамға әҙерлегемде белдергәс, Сәлмән ағайҙың күңеле оторо ирәйеп, йөҙө яҡтырып китте.
– Иллә еңел аяҡлы кешеһең, ҡустым, – тине ул балаларса ҡыуанып. – Өсөнсө йыл килгәнеңдә лә, тап әлегеләй хәлгә тарып эшкинмәгән сағымда, ике кәбәнемде ҡойоп киткәйнең бит, иҫеңдәме? Был ҡәһәрле сырхау, – ул билендәге шәлде ҡыҫтабыраҡ тартып бәйләне, – йәйме, ҡышмы тип тормай шул, уйламағанда килтереп бәрә лә, аяҡ-ҡулһыҙ итә... Әбекәй, – тип, Сәлмән ағай Нәғимә еңгәгә ишараланы. – һин, былай бугас, аш– һыуыңды ҡайғырт, эш һуңында өҫтәлдә әсеһе лә, сөсөһө лә булһын! Ҡорттарҙы баҙға һалыу йылына бер генә, значит – байрам бөгөн!
– Әйтмәһәң дә беләм, – тине еңгәм өҫтәлдәге һыйҙарҙы минең алдыма яҡынайтып. – Тик, юҡҡа өмөтләнеп, күҙҙәреңде майландырма, һиңә барыбер тәтемәй. Алкаш Камал менән кисә эскәнең дә еткән! Эшкинеп йөрөһәң тағы бер хәл. Былай ҙа танауың ҡыҙарған инде, урландыҡ эсемлегең барҙыр, моғайын... Аша, ҡәйнеш, етешеп ултыр, оҙон юлда асыҡҡанһыңдыр! Рәхмәт яуғыры, беҙ бисараларҙы иҫеңә алып, алыҫтан килеп еткәнһең бит, юлы юлмы был яҡта?
Еңгә шулай бабайын орошоп маташһа ла, уның мөләйем күҙҙәрендә уҫаллыҡ салынманы.
– Ҡуйсәле, әбекәй, әрләшмә, ҡорт һалыу хан заманынан бирле оло байрам булған даһа...
Сәлмән ағай менән Нәғимә еңгә – тау-таш, урман араһында ултырған ошо ауылда тыуып, шунан сыҡмайынса ғүмер уҙғарған кешеләр. Бынан утыҙ-ҡырҡ йыл ғына элегерәк ауылда алтмыштан ашыу йорт булып, бындағы халыҡ ҡырмыҫҡа иләүеләй мыжғып тора ине. Өй һайын тиерлек бишәр-етешәр бала үҫте, һигеҙ йыллыҡ мәктәп гөрләп торҙо, ауыл халҡы урманға бәйләнешле төрлө эштә аҡса табыр, мал тотор, кәсеп итер ине. Ул заманалар ҡайҙа хәҙер... Бөгөн килеп ауылда торбаһынан төтөн сыҡҡан ни бары дүрт йорт бар. Әүәлге урам-тыҡрыҡтарҙы, өй нигеҙҙәрен бейек кесерткән, киндер үләне баҫҡан, үлән араһынан тегендә-бында эс бошорғос ташландыҡ харабалар ҡалҡып ултыра, ҡасандыр тауҙай йөк машиналары үтеп йөрөгән күперҙәр емерелеп, кәлтәнсек ағас баҫмаларға, ә саң борхоп ятҡан киң юлдар табан терәрлек кенә тар һуҡмаҡҡа ҡалған.
– Әүәле бесәнгә төшөр саҡ етһә, силсәүиткә йыйылышып, сабынлыҡтарҙы бүлешер инек, – ти Сәлмән ағай күңелһеҙ генә көлөмһөрәп. – Беҙҙәге урман, тау-таш араһында салғы һелтәрлек туғай-яландар наҡыҫ булғас, шулар өсөн ирешеп-талашып, күрше-күлән, туған-тыумасалар менән аралар боҙолошоп бөтөр ине хатта... Ул саҡта халыҡ малды күп тотто. Ә хәҙер, ана, тәгәрәп киткәнсе сапһаң да бөтөрлөк түгел! Бесән сапҡан кеше булмағас, күпме туғайҙар сүпләнеп, ағасҡа ҡалып та бөттө инде...
– Мал, тиһең әле, – тип һүҙгә ҡушылды Нәғимә еңгә зарланып. – Әйтәм дәһә, һөйләшеп күңел бушатырлыҡ бисәләр ҙә бөткән инде был ауылда. Йәмиғә әбей ҡартайған, алйыу, һүҙ йөрөтөүенең дә һис рәте юҡ, әйләнә лә бер үк хәбәрен яңынан башлап һөйләй, бахыр. Камалдың әсәһен һөйләүем... Сырхай әле ул, тороп китерме-юҡмы инде... Рауилдың ҡатыны, Ғәлиә, бигерәк йәш булғас, уның менән дә уй-һүҙебеҙ берекмәй. Ифрат әсем боша шуға. Билдәле бит, ҡатын-ҡыҙҙың тел сарлап, ғәйбәте сыҡмаһа, ни күңеле... Шуға ла, бөтөнләй телдән ҡалмайым әле, тип, һыйырым, һарыҡтарым, бейәм менән һөйләшәм хәҙер – еңгә усы менән ауыҙын баҫып ҡына көлөп ҡуйҙы. – Ҡолаҡтарын ҡарпайтып тыңлайҙар мине, тик ҡайтарып һөйләшергә телдәре генә юҡ, бахырҙарҙың... Нишләйһең, бүтәндәр ыңғайына ваҡытында ситкә күсергә дәрт итмәнек шул, ултырып ҡалдыҡ ошо ҡараңғы ауылда. Хәҙер инде ҡартайҙыҡ, бынан арҡанлап алып китергә булһалар ҙа, риза түгелбеҙ. Ошонда йәшәп, ошонда үлергә яҙғандыр инде...
Заманалар ҡырҡа ғына үҙгәрҙе шул. Халыҡ хәҙер ҡалаларға һыйына. Унда эш, аҡса... Ата-бабаларҙың нигеҙен ҡоротоп ситкә күсеүҙең сәбәптәре, бер ҡарауға, һәр кемдеке үҙенсә һымаҡ тойолһа ла, асылында иһә, улар, кешеләрҙең алабарман холоҡло ваҡыт толпары егелгән замана арбаһынан төшөп ҡалмайынса, шуға сат йәбешеп барырға теләүенән ғибәрәт инде. Ауылдан сығып, ситтә уҡып йөрөгән бала-саға ла ҡала яҡтыһына тиҙ үк күнегеп, ата-әсәһе янына ҡайтып киткән арала итәк-балағына йәбешкән ауыл батҡағына ҡарап, танауын сира башлай. Урман­тауҙар араһына йәшенгән, зыяраттарына тиҫтәләрсә быуындар ерләнгән ауылдарҙың бер килеп юҡҡа сығыуы тик бөгөн генә түгел, әлбиттә. Уларҙың заңлы-моңло атамалары әлеге көндәрҙә лә ҡайһы бер сал сәсле бабайҙарҙың, сабыр йөҙлө әбейҙәрҙең паспорттарында күренеп ҡала. Хоҙайбирҙе, Ҡарағай, Шырышҡы, Әтәлән, Норош, Лапышты, Айыс, һөйөндөк, Ямашты... Шунда тыуғандар бөгөн дә урман баҫып ергә һеңгән ауылдарының тупраҡ йылыһын табандарында һаман тояларҙыр әле. Эйе, йәшәйеш, тормош ҡанундарына кем ҡаршы тора ала һуң... Нисек кенә булмаһын, халҡы китеп, нигеҙ таштары ғына сурайып ҡалған ауылдарҙы юлда тап иткәндә йөрәкте әйтеп аңлатмаҫлыҡ һағыш, моң баҫа, гүйә, ситкә сығып киткән балаларын һаман көтөп ултырған яңғыҙ ҡарсыҡты күрәһең...
– Шулай, – тине Сәлмән ағай өҫтәл артында урынлашҡан ауыр тынлыҡҡа сик ҡуйып. – Ҡартайыбыраҡ кителде шул, һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ ғүмеркәйҙәрҙең уҙғанын... Бынауындай матур, етеш тормошта ең һыҙғанып эшләп, рәхәтләнеп йәшәргә ине лә, тик дәрт-дарман һайығайған. Белмәйем, ниңә хәҙерге тормошто ауырға һанайҙарҙыр? Аллаға шөкөрсө... Боронғо ыҙа-ғазапты белмәйҙәр шул. Халыҡ аҙған, йәштәр ҙә еңел-елпегә өмөт итә, үҙ ҡулың менән ҡайырып эшләүҙең тирен дә, тәмен дә татымай үҫкәс ни... Ауыл тормошон үҙһенмәйҙәр, ауыл эшенән ытырғаналар. Ана, күр, – тип, Сәлмән ағай ҡулдары менән тирә-яҡҡа иҙәне. – Ҡасан ғына шаулап-гөрләп торған ауылдан бер ни ҡалмаған. Үлеп китһәк, ҡәбер ҡаҙырға ла кеше тапмаҫтар...
Ғәзинур сынаяғын түңкәрҙе лә, устары менән битен һыпырып, төшкө ашты тамамлауын белдерҙе.
– Ярай, атай-әсәй, онотҡанда бер килгән ҡунаҡ алдында эс бошорғос хәбәр һөйләмәйексе. Янығыҙҙа мин бар хәҙер, ҡустым менән һеңлеләрем дә бер-бер артлы ҡайтып-китәләр, тиҫтәләгән ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ ҙә, олатай-өләсәй тип, өҙөлөп торалар, Аллаға шөкөр! Шунан, Мансур дуҫ, – тип ул миңә боролдо, – тотонайыҡмы инде эшкә?
...Ошо тәңгәлдә көмөрө арҡалы бейек тау теҙмәләре, бер-береһен ситкә ҡыҫтап, ауыл ҡуйырлыҡ асыҡ арауыҡ хасил иткән. Туғай-әрәмәләр араһынан борғоланып аҡҡан йылға үрендә ҡырлас ҡаяташ ҡалҡып тора. Түбәндә, ҡояш байышында, йылғаға ҡаршы ҡарурманлы текә тау баҫҡан. Ауылға төшкән яланғырт тау итәктәрендә берәм-берәм генә үҫеп ултырған йүкә, ҡайын, ҡарағай ағастары барған һайын йышая, ҡуйыра барып, әлеге мәлдә көҙ ҡараһына ҡалған урманға тоташалар. Унда ҡайындарҙың ап-аҡ олондары, шәрәләнгән йүкә, уҫаҡ, имәндәр араһынан май шәмеләй яҡтырып күренә. Салт аяҙ, һалҡын көн күҙ күреме еткән тирә-йүнде, гүйә, йоҡа ғына зәңгәр пәрҙәгә сорнап, йоҡоға сумырған, һауала ағас осондағы яңғыҙ япраҡты һелкетерлек тә ипкен юҡ...
Сәлмән ағайҙың донъяһы ауылдың ҡап уртаһында, инеш ярындағы түмәләстә тора. Бынан, арғы ярҙағы бейек кесерткән баштары аша, үрге остағы Ғәлимйән ҡарт йортоноң өсмөйөшлө ҡыйығы ҡарайып күренә. Бирерәк Йәмиғә әбейҙең иҫке өйө. Шул өй артындағы картуф баҡсаһында һары кәбән тора, баҡса кәртәһенең әлеге инешкә сыҡҡан артҡы буйы ниңәлер һүтелеп, асыҡ ҡалдырылған. Түбәнге оста, йылға буйында, һарыһы сыҡҡансы йышылған бүрәнәләре, аҡ тимерле ҡыйыҡтары менән Рауилдың өр-яңы донъяһы ялтырап ултыра.
– Маладис егет Рауил, – ти эш алдынан кәрәк-яраҡты йүнләп йөрөгән Ғәзинур. – Иллә эшкә шәп, егәрле. Тик торған көнө юҡ уның. Бейәләр тота, һарыҡтары эркелеп йөрөй, тракторы, йөк машинаһы бар, урмандан тағы әллә күпме ағас алырға йөрөй! Ҡаланан кешеләр килтереп, ял иттерә... Инеш буйында быуа ҡаҙып, балыҡ ебәрергә йыйына... Китмәйем бер ҡайҙа ла, ситтә мин кемгә кәрәк, үҙ еремдә нисек тә йәшәрмен әле, ти, – тип һөйләнде ул келәттән алып сыҡҡан сеймәлсек арҡанды тағатҡан арала. – Минең башта ла шуға оҡшаш уйҙар тыуып тора әле. Тик берәй эшкә тотонһаң, бүрәнә күтәрешерлек тә кеше ҡалмаған шул ауылда, шуныһы бәлә... Атайым олоғайған, уға ауыр эштән һаҡланыу фарыз. Рауилдың үҙ эше башынан ашҡан... Ә Камалға, ҡыл ҡыбырҙатһа ла, эсерергә кәрәк, ана бит, кисә килешеп-һөйләшелгән эшкә лә килә алмай, ауырып ята...
– Килдем-килдем, Ғәзинур ағай...
Аҙбар мөйөшөнә һөйкәлеп торған әҙәми заттың ҡиәфәт– һыны күңелдәрҙә ытырғаныу ҡатыш йәлләү тойғоһо уятып, үҙен күргән һәр кемде лә ғибрәт әйттереп, тәүбәгә килтерерлек аяныс ине. Камалдың ауыҙ-моронон тәртипһеҙ һаҡал баҫҡан, күҙ төптәрен, танауын күк алып, йөҙөнә үлек төҫө кергән, маңлай тиреһе һыҙырылған, бәйенән бушатылған арҡан Һымаҡ хәлһеҙ аҫылынып торған һул ҡулы бер туҡтауһыҙ тартыша, бармаҡтары дерелдәй, уҡшытҡыс һаҫыҡ тынынан хатта осоп барған турғай һушын юйып, ергә ҡолар һымаҡ. Эрешкеле күҙҙәрендә йән юҡ, унда төпһөҙ тамуҡ ҡараңғыһы ҡатып ҡалған, ул, ауыҙ ситенән аҡҡан шайығын ҡул һырты менән һөртөп, бер туҡтауһыҙ тамшана, гүйә ғазаптарына түҙә алмайынса, был әшәке тәндән ҡасырға ынтылып алҡымына килеп терәлгән ғәзиз йәнен сығармайынса тотоп ҡалырға тырыша ине.
Алдыбыҙҙағы был ғибрәтле күренештән мин генә түгел, Ғәзинур ҙа бер мәлгә аҙап ҡалды, шикелле.
– Шул рәүешле хәлдә кемгә хәжәтең бар һинең? – тип ер ярырҙай итеп екерҙе ул һуңынан, ҡулындағы арҡан менән Камалға киҙәнеп.
Теге бахыр тамам быуынһыҙланып ергә сүгәләп үк төштө.
– Ғәзинур ағай... зинһар, бер эстәкән генә? Шундуҡ төҙәләм мин, эшкинәм... – тип ғырылданы ул йәбешкәкләнеп күгәргән ирендәре менән.
Көйөнөүенән, торған урынында әйләнеп үк китте Ғәзинур.
– Мансур, күрсәле бынауы ыстырамды! Йәнем сығып килә тимәй, һаман эске һорайсы?!
– Ғәзинур ағай, ҡотҡар... зинһар, ҡарап тороп үлтермә... йөрәгем туҡтап бара бит... бер эстәкән генә...
– Ух-х, Камал, һуғып ҡына үлтерерлек мәхлүк булһаң, бер минут та ҡарап тормаҫ инем!
Ғәзинур йән асыуы менән ҡулындағы арҡанды ергә бәрҙе лә ҡыҙыу баҫып өйгә инеп китте һәм бер аҙҙан, ҡулына тимер көрөшкә тотоп, кире сыҡты. Аҙбар мөйөшөнә тотоноп аяғына баҫҡан Камалдың күҙҙәрендә өмөт сатҡылары тоҡанды.
– Ғәзинур ағай... изгелегеңде мәңге онотмам... – уның елдәге ҡоро япраҡай дер килеп ҡалтыраған ҡулдарында ҡайҙандыр бысраҡ һауыт пәйҙә булды. – Икегә бүләйек... юғиһә, бер юлы кире сығып, әрәм булыр...
...Ғәзинур умарталарҙы бер нисә төркөмгә бүлеп йорт алдына, бәрәңге баҡсаһына һәм мунса артына урынлаштырған. Шуға ла, умартаны йорт баҙына төшөргәнсе, йөкмәнеп байтаҡ ҡына ара үтергә тура килә. Алдан йөрөгән Сәлмән ағай, умарта битенә һырыған ҡорттарҙы туҙғытып, кейәһен бикләй, ҡапҡасын нығыта, беҙҙең аяҡтарға эләгерҙәй үлән-ҡыйҙы юлдан ала. Беҙ Ғәзинур менән умартаны күтәреп йортҡа индерәбеҙ ҙә, арҡанлап тәрән баҙға төшөрәбеҙ һәм, артынса үҙебеҙ төшөп, алдан яйланған урынға кәрәгенсә урынлаштырабыҙ. Умарталарҙан татлы бал еҫе аңҡый, эсендә күстәр геүләй, бөтөрөнөп йөрөгән Нәғимә еңгә теленә килгән хәбәрен кемгәлер һөйләп, еүеш сепрәк менән умарталарҙы һөрткөләп, таҙартып өлгөртөргә тырыша.
– Әднәке, ҡорттар һаман да шулай үрсеһә, бында урын етмәйәсәк, – ти Ғәзинур күҙҙәре менән иркен баҙҙы байҡап. Баҙҙың бирге мөйөшөндә мул картуф өйөмө, шунда уҡ сөгөлдөр, кишер, һуған тоҡтары тора, йомро кәбеҫтә баштары һарғайып яталар. – Былары һыйып бөтһә лә бик шәп булыр әле... Алдағы йылда, алла бирһә, ҡышҡа ҡорт һалыр өсөн айырым келәт ҡуйырға йыйынам!
Бер аҙҙан күҙҙәре асылып йөҙө алһыуланған Камал, манма һыуға батып, тирләй-быхылдай булһа ла, беҙгә ярҙамға керешеп китте.
– Үткенселәргә бал һатҡайным кисә, – ти ул, хәлһеҙлектән тыны быуылып, сираттағы умартаны илткәндә. – Мәгәрес, тип, хәмер биргәйнеләр... Ыуҙай насар нәмә булып сыҡты, шуны эсеп, үлмәй саҡ ҡалдым бөгөн. Тағы шулай эсһәмме...
Ғәзинур ҡаш аҫтынан уға уҫал ҡараш атып, сертләтеп төкөрөп ҡуйҙы.
– Тумыртҡа тәүбәһе...
***
..."Урман һыйырын" текә "маңлайҙары" менән бер-береһенә төкәлешеп тиерлек торған тауҙарҙың көн төшмәҫ ҡараңғы ҡыҫығында барып таптыҡ. Ергә һылашып төҫөн юйған ҡоро япраҡтар өҫтөндә аҡтарылып күренеп ятҡан тояҡ эҙҙәрен юллап күпме саҡрым үткәнбеҙҙер. Имгәк булһа ла януар януар инде, кәрһеҙ йорт малы түгел. Нисек тә йәшәргә тырышып, әҙәм юлы кермәгән, йыртҡыс күҙе күрмәгән аулаҡ урын эҙләп байтаҡ ҡына ер уҙған булып сыҡты.
– Был бахыр барыбер мандымаҫ ине, – тине лә Ғәзинур кемдеңдер алдында аҡланғандай итеп, усаҡ яҡтыһында айҙай ялтыраған хәнйәре менән януарҙың алғы тояғындағы ҡайын ороһолай ҙур шешеген киҫеп ебәрҙе. Шешек эсенән ҡан ҡатыш һары эрен, эркелеп, ергә аҡты, танауға үләкһә һаҫығы бәрелде.
– Йәйҙән бирле ыҙалаған, буғай, – тине Камал бысағының осо менән яра эсендәге бихисап аҡ ҡарышлауыҡтарға төртөп. – Күрәһегеҙме, себен сысып яраһын сереткән...
Йорт малы булһа, хужаһының ҡулы менән һыланып-һыйпалып, дауаланып-яйланып күптән йүнәлер ине был мәхлүк. Тик урман януарына бер кемдән дә аяу юҡ шул. Быға ҡәҙәрем әҙәм ҡулына ла, йыртҡыс тырнағына ла тарымайынса иҫән ҡалырға насип иткән аттай дәү хайуан сысҡан күҙеләй генә йәрәхәтенә ултырған себен-серәкәйҙән әрәм булған шулай.
– Ҡайҙа килеп кергәнебеҙҙе һис тә аңламайымсы? – Ғәзинур ҡанлы хәнйәрен тирегә һөртөп, төн ҡараңғыһы аҫылынған киске һауаға күтәрелеп ҡараны. – Камал, һин был ерҙе беләһеңме?
Ниһайәт, "һатып алған" сиренән ҡотолоп, тейендәй теремекләнгән Камал турайып баҫты. Әйләнә-тирәләге текә тау биттәрендә өҫкә ауырҙай булып ултырған мәғрур шыршыларҙың остары ҡара күктә юғалған, бығаса ҡояштан йәшенеп ятҡан күләгәләрҙең тәрән уйһыулыҡтан сығып, күктән төшкән төн пәрҙәһе менән тоташа башлаған сағы ине. Көн яҡтттыһы үтеп, кискә табан ҡапыл ғына болотлаған һауанан ҡар еҫе килә, тау баштарында урман шаулай, һалҡын ел уйһыулыҡтағы ышыҡты ара-тирә һиҫкәндереп, үрле-ҡырлы йүгерекләп ала
– Бының эҙенә Ҡалтай туғайында төшкәйнек бит әле?
Ләүкеп янған усаҡ яҡтыһында Камалдың һаҡал-мыйығы күләгәләнеп төн ҡараңғыһына яғыла, ә һарғайып күренгән бит-танауы ҡарасҡылай килбәтһеҙ кәүҙәһенән айырылып, һауала осоп йөрөгән һымаҡ.
– Шунда, – тип яуапланы Ғәзинур эшенән айырылмай ғына.
– Унан һуң һандыҡташты, Ҡорояланды, Бәҙәүҙе, Ҡасҡыны үттек...
– Ҡасҡыны үтмәнек!
– Үттек! Туралай үтмәнек, ҡырлап ҡына үттек!
– Үтмәнек Ҡасҡыны! Бәҙәүҙән һуң уңға тарттыҡ, ә Ҡасҡы һулда ҡалды.
– Бәҙәүҙән түгел, Ҡасҡынан уңға тарттыҡ!
Ғәзинур, эшенән туҡтап, ҡаштары аҫтынан ғына Камалға таҫырайҙы.
– Һин нимә, мейеңде эстеңме әллә?! Ҡасҡы ҡайҙа ята ла, Бәҙәү ҡайҙа? Бәҙәүҙән уңға ҡайырылып, тау үҙәгенә төшкәс, Ҡыйышҡы шишмәһе аша үттек, иҫеңдәме?
- Әстәғи, Ҡыйышҡы тисе?! – тип, сыйнап көлөп ебәрҙе Камал. – Тамам әйләнсек булғанһың даһа, Ғәзинур ағай! Ҡыйышҡы түгел, ә Ҡасҡы буйындағы Ҡоройылға шишмәһе булды бит ул!?
Минең тыуған ауылым бынан илле саҡрым самаһы ҡырҙа тора. Шуға ла иптәштәремдең теленән сыҡҡан был атамалар миңә бер ни һөйләмәй. Беҙҙә лә исем-атамаһыҙ төбәк юҡ. Ауыл халҡы әйләнә-тирәне шуларҙан белә бит. Күптәренең тәүге һүҙ– әйтелештәре боҙолоп, асылдары онотолоп бөтһә лә...
Аҡһай-туҡһай, эҙен урата-сырмата киткән януарҙы юллап, әллә күпме һыу, тау, урманды үттек бөгөн. Күҙҙәребеҙ гелән ерҙә булғас, аҙашып, юл-юҫыҡтан яҙыуыбыҙ ҙа ғәжәп түгел, әлбиттә. Бөтәһе лә әлеге лә баяғы Камалдан сыҡты инде. Умарталарҙы баҙға урынлаштырып бөткәс, ҡабаттан табынға ултырышҡайныҡ. Нәғимә еңгәнең тилберлеген хәҙерге замандағы унлаған киленгә бүлеп бирерлек бит, әллә ни арала өр-яңынан өлгөрткән аш– һыйынан өҫтәл таҡталары эйелеп торғандай. Беҙҙең ыңғайға ҡайнар һурпа ашап, зәм-зәм йотоп, тамам шәбәйгән Камалдың да күңеле иреп китте. Ҡырҡҡа етеп тә ғаилә ҡора алмайынса, ҡартлыҡтан кәрһеҙләнгән әсәһе янында тәрбиә-ҡарауһыҙ йәшәгән берәҙәккә күп кәрәкме ни? Биттәре алһыуланып теле асылған Камал, кисә, урманда йөрөгәнендә, имгәк януар тап итеүен әйтеп һалды шунда.
– Өс тояғында ырғанлап, саҡ йөрөй, – тине лә ул, ниңәлер тауышын баҫып, төлкө күҙҙәре менән Ғәзинурға төбәлде. – Иллә елле үҙе, ат дәүмәле! Бынан йыраҡ та түгел, күт төбөндәге Сатра башында ғына...
Шундуҡ ҡолағы ҡарпайған Ғәзинурҙың йөҙөнә сысҡан аулаған бесәй ҡиәфәте сыҡты.
– Алдашмайһыңмы?
– Икмәк алды! Мылтығым янымда булманы, юғиһә терәп тиерлек?! Эре яһауҙарым бөткәс, өйҙә ҡалдырғайным шул...
– Улайһа, йәһәтерәк булайыҡ! – ултырғысын дөбөр-шатыр күсереп урынынан да ҡуҙғалды шунда Ғәзинур. – Көн ҡыҫҡа, кис етеп, ҡараңғы төшһә, тот унда ҡойроғон!
– Атаҡ-атаҡ! – самауырҙан баҡырсаға һыу алып ултырған Нәғимә еңгә кәйефһеҙләнеп китте. – Ҡуйсәле, Ғәзинур, кис етеп килгәндә аш-һыуҙан оло булып, урман күҙләмәһәң дә булыр ине?! Ҡунаҡ күңелен уйлар инең?
Һый-сафанан ирәйеп, йомро йөҙө табикмәктәй булған Сәлмән ағай ҙа, тыңлауһыҙ телен көрмәлдереп, ҡатынына ҡушылды.
– Туҡтағыҙ, малайҙар!? Ярамай улай! Күренгән бер ҡыр мәхлүген ҡырырға ғына тораһығыҙ! Ҡомһоҙҙар! – тип екеренде ул, тауышы ҡарлығып. – Урман-ҡырҙа бер ни ҡалмаған, шешҡолаҡ ҡуянды ла тап итермен тимә! Йәнлекһеҙ урмандың ни йәме?! Тамағы туймаҫ мәскәй һымаҡ, осраған бер кейеккә һеләгәйегеҙ аға! Ана, өйҙә иттән күп нәмә юҡ, хет ғарҡ булғансы ашағыҙ! Ултыр, Ғәзинур, йөрөмә, был кәсебеңә һис тә ризалығым юҡ!
– Бәй?! – Ғәзинур көтөлмәгән был ҡаршылыҡтан бер аҙға аҙап, урынына кире ҡайтты. – Януар имгәк, саҡ ҡуҙғалып йөрөй, ти ҙәһә Камал? Ул мәхлүк барыбер күпкә бармаҫ, әҙәмгә булмаһа ла, йыртҡыс емлегенә ҡалыр бит?!
– Ҡалһын! – тип ҡарышты иҫерек Сәлмән ағай мөһабәт һында һуҡ бармағын түшәмгә төбәп. – Урмандағы кейек-ҡошҡа ла ем кәрәк! Аллаға шөкөр, осраҡлы урман ашына көнөбөҙ ҡалмаған әле, тәғәм-тамаҡтан өҫтәлебеҙ йығылып бара! – Ул, ҡулдарын ихлас йәйеп, алдағы мул табынға ымланы. – Ашағыҙ, уландар, әсегеҙ, Хоҙай биргән аштан оло булмағыҙ! Теймәгеҙ берүк януарға, үҙ көнө бөткәнсе йәшәһен, урман биҙәге бит ул!
– Иҫерҙе атайың, – тине Нәғимә еңгә бабайына көйөнөслө ҡараш атып. – Эй, Хоҙайым, кисерә күр ҡолоңдо... Олоғайып бөткәс, шул ҡәҙәре эсеп, донъяны йәмһеҙләп ултырмаһа ла булыр ине бит инде, тәүбә-тәүбә! Ҡунаҡ алдында ла йәпһеҙ...
Ғәзинур Камал менән миңә кинәйәле генә ҡарап күҙ ҡыҫты ла, атаһының яурынынан ҡосаҡланы.
– Ярай, атай, аңланым һине. Атай, ҡана, тағы бер генә йот та, ятып тор, ял ит, юғиһә йонсоп киткәнһең...
– Иҫерҙем шул, уландар... Хәмерҙән түгел, ҡыуанысымдан... Тормош матур, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ!
Һый-шараптан ауырайып күҙҙәре йомола башлаған хужаны төпкө бүлмәгә индереп түшәккә һалғас, табындан сығырға ҡуҙғалыша башлаған мәлдә, ауыр шығырҙап өй ишеге асылды ла, таяҡланған Йәмиға әбей күренде.
– Иҫән-Һау ғына тораһығыҙмы, күршеләрем?
Әбекәйҙең башында ал сәскәле затлы суҡлы шәл, өҫтөндә йәшел төҫтәге йылы һырма, зәңгәр бәбәйле оҙон күлдәк, аяҡтарында ҡулдан бәйләнгән ап-аҡ ойоҡбаштар. Ул, бейек тупһаны һаҡ ҡына аша атлап эскә үткәс, артындағы ишекте япты ла, көтмәһәгеҙ ҙә килдем бит әле, тигәндәй, шуҡ ҡиәфәттә, төпкә батҡан дымлы күҙҙәре менән өйҙәгеләргә алмаш-тилмәш ҡарап бер аҙ ғына тынып ҡалды. Шунда ғына Камал, ҡапыл ғына иҫенә килгәндәй шөбһәләнеп урынынан торҙо ла, йәһәт кенә ҡуҙғалып, әсәһен тотоп алды.
– Ай, әсәйем, нишләп йөрөүең был?! Йығылып ятырһың даһа!
Көтөлмәгән хәлдән бер мәлгә генә аптырап ҡалған Нәғимә еңгә, өтәләнеп барып әбейҙе ҡулынан алды ла, түрҙәге түшәккә илтеп ултыртты.
– Хоҙайҙың рәхмәте, Йәмиға әбейем аяғына баҫҡан даһа?! – тине ул самауыр яңырта башлап. – Хәбәргә әүрәп, тәҙрәгә лә ҡарамайымсы, нисек итеп бынауы текә ярға менә алдың һуң? Хәҙер самауыр яңыртам, әбейем, саҡ ҡына сабыр ит...
Ҡарсыҡ үҙе килеп ҡубарған ҡыуаныслы ығы-зығынан ғәйәт ҡәнәғәт төҫтә, һарғайып кипкән үлән ҡыяғылай ябыҡ йөҙөн һырыштырып, кеткелдәп кенә көлөп алды.
– Аллаға шөкөр, бөгәсә, иртә таңдан алып, елдәй еңел тоямсы үҙемде! Аяҡ-ҡулдарым, һөйәк-тарамыштарым ҡаҙ ҡаурыйылай! Шуға матур итеп кейенеп алдым да, урамда йөрөп әйләнергә булдым, һи-һи... һауығып, аяҡҡа баҫыуым шулдыр, тим, собханалла! Мансур улым килгән икән дәһә, – тип, зәңгәрләнеп торған ҡан тамырҙары юлаҡлаған ябыҡ ҡулдарын һоноп, минең менән күреште. – Бик мәслихәт, туғандарыңды онотмай килеп йөрөүең оло сауап булһын үҙеңә!
– Үҙең ни хәлдә, Йәмиға инәй?
Әбей маңлайына төшкән ҡылғандай аҡ сәс шәлкемен кәкре бармаҡтары менән яулығы аҫтына һыпырҙы ла, көҙгө һыуҙай асыҡ күҙҙәре менән миңә ҡаршы баҡты.
– Рәхмәт, улым! Үҙ аяғым менән йөрөп ятам әле, Аллаға шөкөр! Байтаҡ ҡына сырхап яттым бит мин. Бөгәсә, бына, хәл кергәндәй булғас, ауыл буйлап йөрөп килдем. Ғәлимйән ҡарт менән һөйләшеп ултырҙым, ул да, бахыр, күҙҙәрен ауыл юлынан алмай, өйө алдындағы эскәмйәлә көн уҙғара. Күптән килгәндәре юҡ, тип, балаларына һуҡрана... Рауилдың матур донъяһына, яр башынан ғына ҡарап, һоҡланып торҙом... Хатта зыяратҡа етеп, кәртә аша ғына булһа ла бабайым менән һөйләшеп алдым, – әбей тешһеҙ ауыҙын усы менән баҫып көлөп алды. – Эшеңде бөтөп, ҡасан яныма килеп ятаһың, ти, һи-һи... Әлхәмдүлилла, бөтәһе лә шунда, хоҙай баҡсаһында...
– Уф, аллаҡайым, эшкә, һүҙгә мауығып, күрмәй ҡалғанмын бит, – тип көйөндө Нәғимә еңгә, күҙе йәшкәҙәп. – Өҙлөгөп кенә ҡуймаһа ярай ҙа...
***
...Эйелгән һайын тутыҡ ҡапҡа сығанағылай тартышҡан билем иҫемә төшкәс, һунар улъяһы өҫтөндә бер-береһе менән асыуһыҙ ғына һаман әрепләшкән иптәштәремә йомошомдо әйттем.
– Бурһыҡ майымы? – тине Ғәзинур эшенән айырылмай ғына. – Ул нәмә етерлек беҙҙә, хет биҙрәләп ал! Айыуҙыҡы ла бар, кәрәк булһа... Тик ятмайбыҙ беҙ бында. Бынауы алкаш үҙенең эскеселеге менән йөҙәтмәһә, бергәләшеп тағы әллә ниҙәр эшләргә булыр ине...
– Әсәм шул, – тип ыңғайланы Камал үҙ алдына һөйләнгәндәй итеп. – Аҙ ғына айыҡ йөрөһәм, әсем ҡортлағандай тоям үҙемде, донъям ҡарая башлай.
– Шуға һиңә бисә лә килмәй...
– Кем килер, тиһең, бынауы тау тишегеләй ҡараңғы ауылға? Хәҙерге заман бисәләренә юллы-муллы, йылы һыулы тормош кәрәк...
– Әсәйең, Йәмиға инәй, ҡартайған, саҡ атлап йөрөй. Яңғыҙ ҡалһаң, нисек йәшәрһең?
– Аптырамайымсы?! Илап ултырған урындыҡ тулы балаларым юҡ, яңғыҙ башымды нисек тә ҡарармын әле. Ситтә кемгә хәжәтем бар минең? Эше булһа, торлағы юҡ, тапҡаныңа хатта тамағың да туймай. Беләм инде, йөрөгәнем булды... Бәйле эт һымаҡ, хужа ҡулына ҡарап, ҡойроҡ болғап тораһым юҡ. Ә бында, ҡайһылай булһа ла, үҙ йортом, малым, ҡортом...
– Тиңдәштәреңдең ҡайһылары олатай булған инде...
– Бәхеткә яҙмағанды Хоҙайҙан талашып та алып булмай...
...Ҡыҫыҡ тау арауығын үтеп сыҡҡыһыҙ ҡуйы ерек, тал әрәмәлеге баҫҡан. Үҙәк буйынан аҡҡан инеш, ярҙарын йыуып, тегендә-бында тәрән генә семәкәйҙәр уйған.
Эш аҙағында януар түшкәһен тураҡлап үҙебеҙ менән алып килгән бер нисә тоҡҡа тултырҙыҡ та, эргәләге тәрән семәкәйгә төшөрөп, таштар менән баҫтырҙыҡ.
– Бик йәтеш булды, – тине Камал ыңғай тамамланған эшкә кинәнеп. – Мөгәрәпкә һалғандай иттек. Ҡыш буйы ятһа ла, бер ни булмаҫ!
– Иртәгә үк, юл ҡоро саҡта, машина менән килеп алыу фарыз, – ти Ғәзинур. – Юғиһә, көн яуынға китеп ҡарға олғашһа, көрт кисеп йөрөү ҡыҙыҡ булмаҫ. Яңылышмаһам, был шишмә Шарлыҡ йылғаһының башы. Тимәк, бынауы һыртта боронғо арба юлы булырға тейеш, – ул ҡулын һоноп ҡоромдай тон ҡараһы аша ҡайҙалыр юғарыға ымланы.
– Шарлыҡ, тисе?! – Камал, һаран ғына көлөп, оҙон бысағын һыуҙа сылатты ла, бил ҡайышына тағылған ҡынына һалды. – Ғәзинур ағай, һин сәпсим алйыу икәнһең дәһә? һине бынан кире урманға яңғыҙыңды ебәреү ярамаҫтыр, юғиһә, кәртә артында уҡ аҙашып, әрәм булырһың. Ҡоройылға башында торабыҙ беҙ!
Сыбыҡ осона ҡаҙалған ит киҫәген усаҡта ҡыҙҙырып ултырған Ғәзинур, яңы күргәндәй итеп, Камалға таҫырайҙы.
– Алйот булдыңмы әллә? Ҡоройылғанан һуң, Шарлыҡҡа тоҫмаллап, әллә күпме ер үттек тәһә!?
– Әллә күпме, имеш, ха-ха! Һинең өсөн әллә күпме булһа ла, минең һәр аҙымым иҫәпле, хатта төн ҡараңғыһында ҡайҙа аяҡ терәгәнемде һиҙеп, белеп барам мин. Белгең килһә, беҙ Ҡоройылғаны ике тапҡыр кисеп үттек, ә өсөнсөһөндә, Бәҙәү һыртын урап, кире ошонда килеп сыҡтыҡ!
Ике иптәш араһында тағы ҡыҙыу бәхәс ҡупты. Улар, усаҡ яҡтыһында, ҡомло ергә төрткөләп, һыҙыҡтар һыҙып, һәр ҡайһыһы үҙ һүҙен өҫкә сығарырға ныҡышып, зыу килделәр. Миңә, был яҡтарҙы белмәгән кешегә, барыбер булһа ла, иптәштәремдең осо-ҡырыйы күренмәгән бәхәсенән күңелемдә шик уянды. Әллә, юлдан тайпылып, ысынлап та аҙаштыҡ инде? Әммә был хәл мине һис тә борсоманы. Бәләкәй балалар түгелбеҙ бит, төн уҙып яҡтырғас, юл-юҫыҡты табырбыҙ әле...
Тик арабыҙҙа көҙгө оҙон төндө урманда уҙғарырға теләүсе кеше табылманы. Ҡараңғы төшөүгә ҡарамаҫтан, төн уртаһы ла етмәгәйне шул әле. Көнгә ышанып, өҫ-башыбыҙға ла йоҡа ғына кейгәнбеҙ, эш бөтөп тиребеҙ ҡатыу менән арҡа-ҡуйынға һалҡын ел үтә башланы, хатта дөрләп янган усаҡ та ҡотҡармай, алдыңды утҡа ҡуйһаң, артыңа һыуыҡ тейә.
Ҡайтырға булдыҡ. Камал алдан төшөп алды.
– Ошонан тураға Бәҙәү һыртына сығабыҙ ҙа, шунан Әсе башына төшәбеҙ. Ә унан ауыл күренеп ята тиерлек.
Камалдың был һүҙҙәренән Ғәзинур миңә боролоп ауыҙын ҡыйшайтты ла, шаҡ ҡатҡан ҡиәфәттә һуҡ бармағын сикәһенә терәп, тегеләй-былай борғолап алды.
– Шарлыҡ башынан Бәҙәүгә, тисе? Вәт, иҫәүән...
...Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғыла, һәрмәнеп тигәндәй, абына-һөрөнә ҡайҙалыр китеп барабыҙ. Тәүҙә, ҡулға эләккән селеккә тотоноп, ахылдай-быхылдай үрмәләп, текә тау һыртына менеп еттек. Бында көслө ел шаулай ине. Ел тауышына ҡарағанда, тирә-йүндә ҡайын, шыршы, ҡарағайҙан торған бейек ҡарурман. Мәңге йәшел ҡарағай менән шыршы ағастарының шауы ауыр, тоноҡ, ә ҡайын менән уҫаҡтарҙың яланғас ботаҡтары әсе итеп елдә һыҙғырышалар. Ерҙә лә, күктә лә күҙ эләгерлек тә сатҡы юҡ. Ҡайһы саҡта, аңғармаҫтан, алдымда барған Ғәзинурҙың арҡаһына барып төртөләм. Ҡаршы осраған ағастарҙың, ҡыуаҡтарҙың сыбыҡтары ҡулдарға, биткә һуғыла. Барған килеш, алмашлап, ара-тирә генә шырпы һыҙабыҙ. Тоҡанып шундуҡ елгә һүнгән ут сатҡыһы яҡтыға сарсаған күҙҙәргә нур бирһә лә, уларға бер ни күрһәтергә өлгөрмәйенсә, тик тома һуҡырға ҡалмағаныбыҙҙы ғына белдерә. Уның ҡарауы, аяҡтар сосайҙы. Улар, ни ғиллә менәндер, барыр юлды алдан күргәндәй, уғата һаҡ һәм йомшаҡ баҫалар, түңгәк-түмәрҙәрҙе, соҡор-саҡырҙарҙы нисектер тойоп, табан терәрлек кенә яйлы урын табырға булдыралар.
– Көндөҙ, ҡабаланып, яҡтыртҡысты алырға ла онотҡанмын, – тип толлана алда барған Ғәзинур. – Камал, шымтайма, йырлап йә, һис булмаһа, һөйләнеп бар, бөтөнләй күрмәйем һине...
Шул килеш арыу ғына китеп барғанда, арҡыры ятҡан ағасҡа абындым да, ботай-сатай килеп, ниндәйҙер соҡорға ҡолап төштөм. Хатта яурынымдағы мылтығым ысҡынып, ҡайҙалыр осто. Улай ҙа аяҡ-ҡулым, йөҙ-күҙем бер нәмәгә лә төртөлмәй-һуғылмай ғына һау ҡалдылар. Баш-күҙ алғандай булғас, һәрмәнеп эҙләп мылтығымды таптым да, соҡорҙан сыҡтым. Ҡайҙан килеп, ҡайҙа китеремде белмәйенсә, ҡоромдай ҡараңғылыҡ эсендә байтаҡ ҡына алйып торҙом. Тамаҡ ярып ҡат-ҡат һөрән һалам. Ләкин, баш өҫтөндә шаулаған ғәрәсәтле ел тауышымды йыртыҡ сепрәктәй ситкә осороп, шундуҡ юҡ итә... Шул мәлдә ҡайһылыр бер тарафта, тон пәрҙәһен тишеп, энәләй генә ут балҡып һүнде, уның артынса кемдеңдер һөрәнләүе ишетелде. Шатлығымдан һаҡлыҡты онотоп шул яҡҡа уҡталғайным, бөтә кәүҙәм менән ниндәйҙер ағасҡа барып бәрелмәмме! Башым шаҡ итеп ҡалды, күҙҙәремдән сәсрәгән осҡондарҙан, гүйә, тирә-йүн яҡтырып китте...
...Усаҡтарынан яҙған тәүтормош кешеләре тап шундай мәлдә беренсе тапҡыр һүгенергә өйрәнгәндер...
Эт тә йөрөмәҫ ҡараңғыла бәрелә-һуғыла сәғәт ярымдан ашыу китеп барабыҙ инде. Камал беҙҙе бөтөнләй юлһыҙ ерҙән алып китте, буғай. Ниндәйҙер эреле-ваҡлы үрҙәргә, ҡалҡыулыҡтарға бер туҡтауһыҙ менәбеҙ ҙә төшәбеҙ, йырындар буйлап атлайбыҙ, йә уңға, йә һулға боролабыҙ... Яланғырт итәге менән ауылға терәлеп торған тауҙың һырты урманлы-туғайлы бихисап түбәләрҙән, тәрән йырындарҙан, ҡыҫыҡ үҙәктәрҙән торғанын көндөҙ үк белгәйнем инде. Йырын, үҙәк, уйһыулыҡ һайын эреле-ваҡлы шишмә, инеш ағып ята... Бындағы юл-юҫыҡты белмәгән әҙәм, ҡараңғы төндә генә түгел, салт аяҙ көндә лә, башы әйләнеп, урмандан сыға алмай хыялый булыр...
Алда барған Камал, туҡтап, тәмәке ҡабыҙҙы. Елдә баҙлаған тәмәке уты Камалдың танауы осона һары тап булып яғыла.
– Беҙ ҡайҙа? – тип һораны Ғәзинур.
– Бәҙәү һыртында!
– Һым-м... – Ғәзинурҙың тауышында ғәжәпләнеү ҡатыш шикләнеү ауаздары салынды. – Ай-Һай, дуҫҡайым, башың буталманымы икән? Минеңсә, беҙ Сатра башына килеп сыҡтыҡ?!
– Һы?! Ҡоройылға башынан тураға Сатраға сығып булғанды быға ҡәҙәре белмәй инем әле?! Ғәзинур ағай, һин был яҡтарҙы сәпсим белмәйһең, сәпсим алйыу имешһең дәһә?!
Камалдың һүҙҙәрендә иптәшенә ҡарата мыҫҡыллы ғына шаяртыу билдәләре ишетелде. Был, әлбиттә, Ғәзинурҙың зитына теймәй ҡалманы.
– Уның ҡарауы, Сатраға Шарлыҡтан тураға сығырға була! – тип гөрөлдәне ул тауышын күтәреп. – Беҙ бая Ҡоройылғала түгел, Шарлыҡ башында ултырҙыҡ!
– Ҡуйсәле, Ғәзинур ағай, бәхәсләшмә минең менән! – тип ризаһыҙ ғына яуапланы ла Камал тәмәкеһен төн ҡараһына сиртеп осорҙо. – һин ҡайһы саҡта атайыңдың донъяһында ла, ҡайҙан инеп ҡайҙан сығырға белмәйенсә, аҙашып йөрөйһөң дәһә?! Ә мин был тарафтарҙы көн һайын тиерлек тапайым!
Миңә ҡалһа, беҙ әлеге мәлдә мәңге көн яҡтыһы төшмәгән мәмерйә эсендә йөрөйбөҙ, тиһәләр ҙә, һис шикһеҙ, ышаныр инем.
Ары киттек. Барған юлыбыҙ түбәнгә һарҡҡандай итә. Кинәт кенә ишелеп ямғыр яуа башланы. Тирә-яҡта геүләп торған көслө ел өшәндергес ямғырҙың һалҡын тамсыларын услап-услап биткә, күҙҙәргә бәрә, муйын буйлатып иҙеүгә ағыҙа, итек ҡуныстарына тула...
– Һин йүләргә эйәреп йөрөгән мин иҫәр! – алда барған Ғәзинурҙың Камал менән һүҙләшкәне ел менән ямғыр шауы аша гына ҡолағыма салына. – Берәй шыршы төбөнә усаҡ яғып, төндө шунда ғына уҙғарһаҡ, беҙҙән дә аҡыллыраҡ кеше булмаҫ ине!
Шып туҡтаған ҡайһылыр иптәшемдең арҡаһына барып төртөлдөм шунда.
– Ниңә туҡтаның, Камал? Беҙ ҡайҙа? – Ғәзинурҙың тауышында асыу ишетелә.
– Ҡалдыҡ яланында булырға тейешбеҙ, минеңсә, – Камал килгән юлдан шикләнә башланы, шикелле. – Тик бер ҙә оҡшамағансы?
Әйтерһең дә, бынауы күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғыла ниҙер нимәгәлер оҡшарға тейеш?!
– Әйттем дәһә, Шарлыҡ башынан киләбеҙ тип! – Ғәзинур тантана итә ине. – Ух мин һине, Камал! Оло һүҙен тыңламаған, оролған да бәрелгән, ти! Күпме йөрөйһөң ошо урмандарҙы ҡыҙырып, ә Шарлыҡ менән Ҡоройылғаны айыра алмайһың, тьфү!
Ғәзинур Камалдың баяғы мыҫҡылын үҙенә кире ҡайтарып күрәләтә үс ала ине.
– Шарлыҡ тиһең инде,– бер мәлгә шымып торған Камал тамам аҙап китте, ахыры. – Улайһа, беҙ әле Сатра туғайына сыҡҡанбыҙ. Ә Сатра туғайында минең кәбәнем тора...
– Әйҙә һуң, эҙләп табайыҡ та кәбәнеңде, кереп ятайыҡ?! Туңабыҙ ҙаһа хәҙер бынауы боҙло ямғырҙа...
Ямғыр һыуы тиҙ үк сәкмәнем аша һарҡып, арҡамды һыулай башланы. Күҙ асҡыһыҙ итеп саба яуа бит әле... Әллә ҡары ла бар инде аралаш? Килә торғас тағы ла ниндәйҙер һыу аша үттек. Бер аҙ барғас, ҡапыл ғына туҡтап ҡалған Ғәзинурға барып төртөлдөм тағы.
– Кәбән! – шул саҡ алда, Камалдың шат тауышына ҡушылып, ҡоро бесән ҡыштырҙауы ишетелде.
– Ары бармайыҡ, ҡунайыҡ ошонда! – тине Ғәзинур – Ауылға тиклем байтаҡ әле, бынауы эт йөрөмәҫ төндә ямғыр аҫтына ҡалып, әллә ниндәй сиргә тарыуың бар...
Шырпыланып торған ҡаты бесәнде йәһәт кенә йолҡҡолап, кәбән эсенә кереп ултырҙыҡ. Аңҡып торған ҡоро бесән еҫе йәйге ҡояш аҫтында теҙелешеп ятҡан бакуйҙарҙы, уттай эҫе көндә бесән йыйған саҡтарҙы иҫкә төшөрҙө... Бер уйлаһаң, әкиәт донъяһында йәшәйбеҙ бит. Ҡыҫҡа ғына йыл эсендә нисә миҙгел бер-бер артлы алмашынып өлгөрә! Хәтфәләй үлән-болонло йылы йәй етһә, ҡыштың өй ҡыйығына хәтлем күпереп яткан тәрән көрттәрен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын була. Ә әлегеләй ҡара көҙҙә башҡаса бер ҡасан да яҙ килмәҫ һымаҡ тойола...
– Теге кәбәнең бит әле? – тине ҡыҫтау кәбән эсендә ҡыштыр-ҡыштыр килеп ятыр урын яйлаған Ғәзинур, ниңәлер көлөмһөрәп.
– Ярай, һөйләмә инде...
– Һөйләйемсе, ҡыҙыҡ таһа... Уҙған йәйҙә күрше ауылдағы бер яңғыҙ ҡатынҡайҙы Камалға димләп, таныштырғайныҡ. Әҙәмсә тормошланып йәшәп китмәҫтәрме, тип инде... Һәүетемсә генә йөрөп, бесән эшләй былар. Бер кис әсәйем, Камал урмандан яңғыҙы ғына ҡайттысы, иптәше юҡ, тип шөбһәләнгәс, килдем быларға. Билдәле, был әҙәм өйөндә лаяҡыл иҫерек ята, теле көрмәлеп, ике һүҙҙе лә бергә бәйләп әйтә алмай. Йәмиға әбей, иртәнсәк Сатрала кәбән ҡойорға киткәйнеләр, тигәс, киттем шунда теге ҡатынҡайҙы эҙләп. Килһәм, ни күрәм: меҫкен ҡатынҡай күт һыйырлыҡ ҡына итеп осланған кәбәндең турғай ҡунырлыҡ ҡына итеп ҡалдырылған үҙәк осона сытырым йәбешеп, илап ултыра! Кәбәне лә кәбән ишеме, ҡарағай һымаҡ ғәләмәт бейек итеп ҡойған, осона аша ташлаған дилбегәмдең буйы ла етмәне хатта. Бынауы дүрәк, әллә нимәгә үсегеп, кәбәнен ослаған да, теге ҡатынҡайҙы кәбән башынан төшөрөп алмайынса, ташлап ҡайтып киткән!
Ғәзинурҙың һөйләгәне күҙ алдыма килгәс, көлмәй түҙә алманым. Ғәзинур, мәрәкәләп, йоҙроғо менән Камалдың арҡаһына төрткөләне.
– Әйт әле, Камал, ниңә ыҙғыштығыҙ? Нимә, һине үҙенә яҡын ебәрмәй инеме әллә? Ҡарап тороуға, буй-һынға ла, төҫ-башҡа нисауа ғына ҡатынҡай ине!
– Түгел дә, – тип мығырҙаны арҡаһын ҡуйып ятҡан Камал. – һөйләмәһәм дә билдәле инде... Күп әсәһең, донъяң да иҫкергән, ти, минең менән йәшәгең килһә, йортҡа индерәм, тик үҙем был тау тишегендә йәшәргә ҡалмайым, ти... Йәшәмәҫ булғас, ниңә белә-тора ташландыҡ ауылға килдең һуң, тиһәм, өйҙә тик ултырып ялҡҡайным, ти... Әләйһә, мәйтәм, бар, бер аҙ кәбән башында ултырып тор, юғарынан донъя матур күренә ул...
Көлөшөп туйғас, Ғәзинур ҡабатлап күршеһенә бәйләнергә кереште.
– Үткәндә ҡалала йөрөгәнеңдә үҙеңде сихырлап һемәйтергә маташҡан теге сиған бисәһен нисек итеп төп башына ултыртҡаныңды ла һөйлә әле, Камал?
– Ҡуйсәле, Ғәзинур ағай, теймә әле теңкәмә? Әллә ниңә кәйефем юҡ, эсем боша. Әсәйемдең хәле хөртәйгәйне, ә мин бында ятам. Янында бер кеше лә юҡтыр инде...
– Бәй, шәбәйгән дәһә әсәйең?! Көндөҙ генә итәк елберҙәтеп йылмая-көлә ауыл буйлап йөрөй ине ләһә?
– Йөрөй ҙә ул...
***
...Уяныуыма, беҙ төндә йолҡоп кергән кәбән тишеге ап-аҡ булып, яҡтырып тора ине. Ғәзинур юҡ, ҡасан сығып киткәндер... Янымдағы Камал иҫ белмәй мышнап йоҡлай. Мүкәйләп тышҡа сыҡҡайным, тирә-яҡта балҡып ятҡан донъянан күҙҙәрем ҡамашып, башым әйләнеп китте. Төн уҙғансы балтырға тиклем ҡар яуып һалған, имеш. Ел тынған, ярайһы уҡ һалҡын, ауыҙ-морондан сыҡҡан тын томан булып һауаға бөркөлә.
Шул саҡ яҡында ғына һуҙып-һуҙып әтәс ҡысҡырҙы. Бынағыйыш, бынауы урманда ниндәй әтәс ти ул? Ғәзинур шаяра, ахыры...
Күҙҙәрем яҡтыға күнегеп, ян-яғыма иғтибарлап ҡараһам, ниндәйҙер һүтек кәртәле баҡсала торғанымды шәйләнем. Ә ҡырҙараҡ, йырын аръяғында, тимер ҡыйыҡлы, кәртә-ҡуралы йорт ултыра, унан арыраҡ, йылға буйында, тағы бер йорт һарғайып күренә... Кәбәндән йөҙ аҙымдай ғына арыраҡ мал аҙбары тора, дүрт яҡлы йорт ҡыйығындағы мөрйәнән һауаға ап-аҡ төтөн бөркөлә...
Шунда артымда кемдер һаҡ ҡына тамаҡ ҡырҙы. Әйләнеп ҡараһам... Сәлмән ағай!
– Шунан, Мансур ҡустым, кәбән төбөндә йоҡо тәмле булдымы?
Башына ҡышҡы бүрек, өҫтөнә бөҙрә яғалы ҡыҫҡа тун, аяғына ҡара калушлы быйма кейгән. Сәлмән ағай янында тағы бер ир тора. Уныһы ҡулдарына бысҡы, көрәк тотоп алған. Бәй, Рауил даһа!
Тик шунда ғына әлегә тиклем зиһенемде ҡаплап торған томан пәрҙәһе йыртылып киткәндәй булды ла, шаҡ ҡатҡыс ғәжәп тә, көлөп туймаҫлыҡ мәрәкә лә тойолған ысынбарлыҡ мейемә бәреп керҙе. Әстәғи, өйгә ҡайтып еттек тигәндә, дөм-ҡараңғы төндә башыбыҙ буталып, Камалдың аҙбар артындағы баҡсаһында торған кәбәненә кереп ятҡанбыҙ ҙаһа!?
Алдымдағы хәл-күренеште нисек ҡабул итергә белмәй аптырап торғанымдан, ни әйтергә белмәгәс:
– Бик рәхәт, тыныс, хет көн һайын кереп ят, – тигән булдым.
Рауил көрәктәй устары менән ҡуш ҡуллап минең менән күреште лә, йөҙөнә бәреп сығырға торған көлкөһөн йәшереп, ситкә боролдо.
– Йоҡлаймы? – тип һораны Сәлмән ағай кәбәнгә ымлап. Уның ҡарашы ниңәлер нурһыҙ, һүрән, кисәге табындан һуң сырхап йөрөүеме...
– Йоҡлай. Алдан төшөп юл күрһәтеп килгәйне, йонсоғандыр. Ғәзинур ҡайҙа?
– Ай, әттәгенәһе, нисек кенә уятырға ла, нисек кенә итеп әйтергә инде үҙенә, – Сәлмән ағай сикһеҙ зарланып урынында тапанды. – Йәмиға әбей үлеп киткән төндә... Камалдың әсәһе... Ғәзинур телефонға китте...

Раят ВӘЛИЕВ

Межгорье ҡалаһы