Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
27 Апрель 2019, 18:01

ИСТИҒФАР (хикәйә)

Ярты аҙна типтереп йөрөгәндән һуң, өйгә ҡайтып индем. Кәләш шунда уҡ бишбармаҡ йылытырға ҡуйҙы… Тиҙҙән алдыма боҫрап торған аш килеп ултырҙы. Уны ҡалаҡ менән тегеләй-былай болғап ҡараным да, ҡәнәғәтһеҙлек менән: “Иҫкергән һалма ашап ултырырға Мин һиңә кем !? Тиҙ генә икенсе нәмә бешер, [оятһыҙ һүҙҙәр], юғиһә кәрәгеңде аласаҡһың!” – тип екерҙем. Йылытылған ризыҡ шунда уҡ кәстрүле менән эткә оҙатылды. Тәҙрә аша Аҡбайымдың бәхетенә ышана алмай ҡыуанып, аштың һыуынғанын көтөүен күҙәттем. Ҡойроғо ялп-йолп килә.

Ап-аҡ дала. Ҡар. Ер менән күк тоташҡан кеүек, ә баш осонда һары ҡояш түңәрәге. Тыныслыҡ. Тирә-яҡта бер нәмә лә юҡ һымаҡ. Һыуыҡ һауа үпкәләрҙе ҡытыҡлап тура мейегә күтәрелә төҫлө. Яйлап ҡына артыма әйләнеп ҡараным. Минең генә эҙҙәр. Алдымда – бушлыҡ. Юлым күпме дауам итерен белмәйем…


Билдән көрт йырып, бата-сума алға ынтылам. Ҡар кейемгә һырыла. Тын быуынан керпектәргә бәҫ ҡуна. Бармаҡ остарына ваҡ ҡына энәләр ҡаҙалғандай, күрәһең, туңа башлағандарҙыр. Аптырарғамы һуң: өҫтөмдә – ары-бире бет ҡабығы куртка, аяҡтарымда – ярым-ботинкалар. Ҡалала ярай ҙа, ә был – дала. Һыуыҡ, тик ни эшләйһең? Бүтән сара юҡ. Ҡыбырларға. Атларға. Юғиһә туңыр өсөн күп кәрәкмәй. Үлем хаҡында уйландыра башланы. Үткән ваҡиғалар бер-бер артлы күҙ уңынан уҙа…
Хыялый йәш сағым. Ниндәй генә алйотлоҡ ҡылынманы, ниндәй генә шатлыҡ кисерелмәне. Ҡайһыларын иҫкә төшөрөүе оят, бәғзеләрен аңлатып та булмай. Йәнәһе, кемгәлер нимәлер иҫбат итәм… Мәғәнәһеҙлек. Бары кәртәлә йөрөгән Аҡбайымдан да түбәнерәк икәнлегемде раҫлағанмын. Шуны аңламағанмын.
Тәүге мәртәбә ҡоҫҡансы эскәнемде иҫләйем. Араҡы тип тә әйтеп булмай. Спирт. Һыу ҡатыштырылған таҙа медицина спирты. Егеттәр алып килде. Бер-ике телем икмәктәре лә бар. Кемдер колбаса сығарып телде. Эстек. Өлкәндәргә оҡшатырға тырышып… Аҙаҡ, башым әйләнеп йондоҙҙар бейеүен күҙәтеп ятҡанымда, үкенеү тойғоһо уянды: әсәйемә биргән вәғәҙәне тотманым, алданым, хыянат иттем. Бер аҙҙан ағыуланған тәнем шайтан һыуынан баш тартырға көс тапты. Батҡаҡҡа ауа-түнә йылғаға барып етеп битемде йыуҙым, хәл ингән һымаҡ булып китте. Әммә оҙаҡҡа түгел: ҡайҙандыр төптән, гүйә күңел төбөнән боғаҙыма килеп терәлгән төйөн уҡшып сыға башланы. Уны бер нисек тә туҡтатып булмай ине, йәнем, иҫән ҡалырға тырышып, ҡабат-ҡабат шайтан һыуынан ҡотолорға маташты, буғай. Ғәрлегемдән үҙ-үҙемә енем ҡабарҙы. Бүтән бер ҡасан да аҡбашҡа әйләнеп та ҡарамаҫҡа ант иттем, әммә…
Һүҙемдә торманым. Эстем. Дуҫтар, таныштар менән, ятаҡтағы бүлмәләштәр менән… Шулай кәрәк икән тип уйлай торғайныҡ. Байрам өҫтәленең иң түрендә мотлаҡ “ярты” торорға тейеш, ниндәйҙер эш башҡарҙыңмы – һыра, байрам, ял көндәрендә – ҡатырағы. Башҡаларҙан яйыраҡ иҫереп, күберәк эсһәң – һин баһадир. Шундай ышаныу, юҡ, ысын күңелдән инаныу бар ине…
Үкенес. Әммә бөтә донъя аҡылдан шашҡанда миндә “аң” тигәнең ҡайҙан булһын?.. Икенсе көнөнә генә, бахмурҙан шешенгән йөҙҙө көҙгөлә күреп, үҙ-үҙемә ҡарата ерәнеү тойғоһо уяна. Ә бала саҡта тормоштоң былай боролош алырын уйлап та бирмәйһең! Тиҙерәк ҙурайырға хыялланаһың!.. Ниңә шулай ашҡынаһыңдыр… ҡартайырға? Эх, балалыҡ, ихлас бер ҡатлылыҡ.
Ҡалтырана-ҡалтырана атлауымды беләм. Йүгереп маташтым, әммә ас, һөйәктәренә тиклем туңған кешенең йүгереүе бер урында тапаныу кеүек кенә. Эс ауырта. Ә ҡар яланының иге-сиге юҡ. Һирәк-һаяҡ көрт өҫтөнә сысҡан кеүек хайуандар килеп сыға. Яҡыныраҡ барһаң, кире өңөнә инеп боҫа. Әммә шуларҙы тотоп ҡарарғамы икән… Нимәлер ашарға кәрәк. Көрт өҫтөнә ҡатҡан боҙға ҡулдар һыҙырыла. Ҡайһы бер урындары ҡанарға итә, әсетә. Шулай ҙа, астан үлмәҫлек кенә булһа ла ит бит инде. Был хәтлем дә тәмләп сей ит ашаясаҡмын тип бер ҡасан да уйламағайным, ә башта тағы әллә ҡасанғы хәтирәләр ҡалҡа.
Ярты аҙна типтереп йөрөгәндән һуң, өйгә ҡайтып индем. Кәләш шунда уҡ бишбармаҡ йылытырға ҡуйҙы… Тиҙҙән алдыма боҫрап торған аш килеп ултырҙы. Уны ҡалаҡ менән тегеләй-былай болғап ҡараным да, ҡәнәғәтһеҙлек менән: “Иҫкергән һалма ашап ултырырға Мин һиңә кем !? Тиҙ генә икенсе нәмә бешер, [оятһыҙ һүҙҙәр], юғиһә кәрәгеңде аласаҡһың!” – тип екерҙем. Йылытылған ризыҡ шунда уҡ кәстрүле менән эткә оҙатылды. Тәҙрә аша Аҡбайымдың бәхетенә ышана алмай ҡыуанып, аштың һыуынғанын көтөүен күҙәттем. Ҡойроғо ялп-йолп килә.
Уның бешеренеүенә таныш-тоноштоң иҫе китә торғайны. Бөтәһе лә: “Уңдың һин кәләшеңдән. Ҡәҙерен генә бел…” – тип көнләште. Тыштан ғына килешкән булһам да, эстән гел кәмселек эҙләнем. Таптым. Теге улай түгел, быныһы былай… Хәҙер шул бәлештәрҙең береһе генә булһасы!
Ҡорбандарымдың ите үтә әҙ, етмәһә, йөндәре теш араһына ҡыҫылып маҙалай. Уҡшыуымды еңеп, бармаҡтарҙы ялайым. Шулай ҙа эсәк-месәген ташланым. Үлергә йыйынмайым әле. Ҡоҫтороп ҡына ҡуймаһын. Теге йәнлектәрҙең тағы берәүһе күренде. Уны ла тотасаҡмын… Төлкө кеүек һунар итәм... Хәйлә менән. Ҡалтыранған тәнде ҡулға алып өң эргәһенә яҡыныраҡ килдем һәм бөтә кәүҙәм менән көрткә сумдым.
Тағы хәтирәләр шауҡымы...
Көҙ аҙағы. Һалҡын төшә башлаған. Ҡар ҡатыш яуған ямғыр маҙаға тейә. Ике дуҫым менән суртан ҡармаҡларға киттек. Йәнә ямғыр һибәләп үтте, үлән еүеш. Ярҙың ауышыраҡ урынына баҫып ҡармаҡты һелтәгәйнем, шыуып киттем. Һыуға барып төшкәс тә, башыма тәүге килгән уй: ҡармаҡты ташлап, йәһәтерәк ярға сығыу булды. Ләкин үҙәккә үтерлек һыуыҡҡа ҡарамай, ҡиммәтле углепластик спиннингымды йәлләнем. Тырыша торғас, ниһайәт, уны ярға ырғыттым. Әммә үҙем шунда уҡ бата башланым. Аяҡтар менән ишһәм дә, итектәр аҫҡа һөйрәй. Ағас тамырҙарына йәбешеп саҡ ҡалҡып сыҡтым. Ярға үрмәләргә хәл юҡ, ярай әле дуҫтар килеп етеп, һөйрәтеп мендерҙеләр, ҡоро кейемдәрен бирҙеләр. Шул ваҡыттағы өшөүем әле лә ҡабатланған төҫлө.
Ҡорбаным йылы ғына йөн йомғағы булып ҡулға эләкте лә сыйылдай-сыйылдай бармаҡтарҙы кимерә башланы. Тик улар бер нәмә лә һиҙмәй. Үлтерә яҙып һыҙлай ғына. Төшөп китте, нисектер баҫып өлгөрҙөм. Былай булғас, йәшәйбеҙ. Сөнки мин – тере! Үлем менән алышырға ҡурҡмайым...
Ни генә тиһәң дә, ҡалала ҡыш йылыраҡ. Ҡырҙағы кеүек шаҡырайтып туңдырмай. Кәрәк урынға йылы автобус йәки машина менән генә бараһың. Кейемең дә шул сәбәпле еңелерәк. Ә бында, шыжлап торған елле яланда, модалы ҡыҫҡартылған куртканың файҙаһы – бер тин. Әгәр тиҙ арала йылы урын тапмаһам, һис һүҙһеҙ, туңасаҡмын. Быны ғына аңларлыҡ башым бар. Шуға атлайым. Һис юғында, электр сымы бағаналарына йәки юлға барып юлыҡҡанда, берәй ауылға барып сығыр инем. ОБЖ дәрестәрендә уҡытыусыбыҙҙың “ҡырағай шарттарҙа тере ҡалыр өсөн иң тәүҙә – паника һәм истерикаға бирелмәү, икенсеһе – эшмәкәрлектән туҡтамау, иң һуңғыһы – өмөтөңдө өҙмәү” тигәне иҫтә. Саҡ ҡына үҙ-үҙеңә йомшаҡлыҡ күрһәттеңме – эштәр харап! Хас та тормоштағы кеүек! Тормош үҙе – экстремаль шарт. Хата яһауға әллә күпме мөмкинлектәр бар, ә уларҙы төҙәтеү өсөн ваҡыт сикле. Өлгөрә алмаһаң, үҙеңә үпкәлә.
Арыным. Һуңғы мәлдә уйҙар бутала башланы. Бәлки, ҡот осоу ҙа килеп еткәндер. Йылы самолет ҡорһағынан Хоҙай ҡушмаҫ ергә килеп эләккән кешенең аҡылдан шашыуы ла бик мөмкин бит...
Себерҙәге бәләкәй генә нефтселәр ҡаласығынан тыуған яғыма бер генә юл бар – аэропорт. Уны, моғайын, илебеҙҙәге иң билдәһеҙ авиакомпания хеҙмәтләндерәлер: самолеттары иҫке, хеҙмәткәрҙәре тупаҫ, “сервис” тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шул инде, үҙ халҡын эттәй ҙә күрмәгән дәүләттә ябай эшселәргә башҡаса ниндәй ҡараш булһын? Ошо тишектә ярты йыл буйы баш күтәрмәйенсә тир түктем. Хәҙер “аҡсаның оҙонон һуғып”, өйгә ҡайтып барам. Самолетыбыҙ ҡалтырана-дерелдәй буранлап торған бетонканан айырылды ла моронон күккә сөйҙө. Двигателдәр талғын ғына геүләй, арыған тәнде йоҡо баҫа. Ҡараңғы төндә болоттар аҫтында еләбеҙ. Өҫтә һирәк-һаяҡ йондоҙҙар күренеп ҡала, аҫта алты километр бушлыҡ.
Аңһыҙлыҡ. Буталып бөткән төштәр. Ниндәйҙер мейене быраулаусы тауыш. Стюардессаның йүгереп йөрөп бөтәһен дә уятыуы. Ҡайыштарҙы эләктерергә һәм алдарыбыҙҙағы креслоға төшөрөлгән һүрәттәге кеүек ултырыуыбыҙҙы талап итеүе. Аптырау ҡатыш шаңҡыулы минуттар. Гүйә, ниндәйҙер бөйөк бер хәл булырға тейеш. Көслө тетрәнеү…
Күҙҙәремде асҡанда баштүбән аҫылынып тора инем. Үҙәккә үтеп ел һыҙғыра. Самолетыбыҙҙың иҫән ҡалған өлөшөндә минән башҡа тағы ике кеше күренә. Береһе һыуынып өлгөргән, икенсеһе туҡтауһыҙ ҡысҡыра. Уның да оҙаҡҡа бармаҫын аңлайым, тик ярҙам итерҙәй әмәлем юҡ. Тағы һуштан яҙғанмын. Аҙаҡ туңып ҡалтыраныуҙан ғына иҫемә килдем. Эленеп торған урынымдан ысҡынып төштөм дә кемдеңдер курткаһын эләктерҙем. Мәйеттәрҙең свитерҙарын һалдырып алырға намыҫым етмәне. Йылы кейем, аҙыҡ тураһында хыялланырға ғына ҡала. Самолет ҡалдыҡтарын да табыуым икеле. Бындай елдә, төнөн… Вертолеттар осмай. Ә йәшәге килә.
Тормошомдағы иң сәйер һунарҙан һуң ҡулдарымды өрөп, ышҡып, һуҡҡыслап йылыттым да үҙ-үҙемде көслөрәк булып киткәнемә ышандырырға тырышып, йәнә алға ынтылдым. Хатта тамырҙар буйлап ысынлап та, йылы йүгергән һымаҡ тойола башланы. Гүйә арҡам буйлап, һалҡын ғына тамсылар ҡытыҡлап төшә, тир аға. Ә барыбер, туҡтап ҡалһам, шунда уҡ туңырмын да, бүтән бер ҡасан да кире терелмәм, мәңгелеккә ҡатып ҡалырмын төҫлө. Яҙмыш иронияһы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: мине ҡасандыр “туң йөрәк” тип атағайнылар.
Ҡатыным менән ун өс йыл бергә торғандан һуң… Юҡ, дөрөҫөрәге, ун өс йыл дауамында уның йәнен һурғанымдан һуң – түҙмәне. “Ҡырҙа” йөрөгән бер көнөмдә әйберҙәрен йыйған да, улыбыҙҙы алып сығып киткән. Бер айҙан судҡа саҡырҙылар, айырылыу процесы башланды. Илаш-талаш... Ҡыҫҡаһы, бөтә таныштарҙы ектем, бер тинһеҙ сығарып ебәрҙем. Әсәйемдең улым хаҡында уйларға өгөтләүенә лә ҡолаҡ һалманым. Йәнәһе, “башбаштаҡлыҡ”тарына үпкәләнем. Яңғырауыҡлы һүҙҙәр ташланым: “Һеҙһеҙ яҡшыраҡ буласаҡ!”, “Ярты йылдан байыйым!”, “Үкенерһегеҙ әле!” Иҫәүән. Кемде алдап маташҡанмындыр? Белмәйем.
Шул ваҡыттан алып ырыҫ китте. Хатта гел эштән ҡайтыуымды көтөп торған этем дә ауылдың икенсе осондағы берәүгә барып эйәләне. Өйҙөң эсе ҡотһоҙ, ҡараңғы булып ҡалды. Йәшәү теләге һүрелде. Ә элекке ҡатыным көндән-көн сәскә атты. Икенсе ауылға күсеп китһә лә уның ҡайҙа йәшәгәнен, нисек торғанын, ниндәй ҡыйынлыҡтар кисергәнен белә инем. Ғорурлығымды ғына еңә алманым. Еңһәм дә инде… Ул мине барыбер кире ҡабул итмәҫ ине! Бергә торғаныбыҙҙа яҡшылыҡ күрмәне, айырылғандан һуң да ярҙам булманы. Киреһенсә, этлек кенә ҡылдым, тәҡәтен ҡороттом.
Әсәйем ейәнен йәлләп иланы... Бер аҙҙан минең менән һөйләшмәй ҙә башланы. Рәнйене. Һуңғы килгәнендә артыҡ һүҙ әйтеп торманы, бары ишек төбөнән “туң йөрәк” тине лә боролоп сығып китте.
Көрт кисеп атлағанда берәү артҡа тартып килгән кеүек. Хәрәкәт итергә хәл юҡ, йығылып барам. Зиһендә арыу менән йәшәү теләге бер-береһен йыртҡыслай, ҡайһыһы еңер – бары ихтыярҙан торалыр. Иң мөһиме – йәшәргә тырышыу, ҡалғаны – ваҡ мәсьәлә…
Советтар союзы етмеш йыл тирәһе генә йәшәп ҡалһа ла, бихисап һуғыштарҙа ҡатнашып өлгөрҙө. Билдәлеләренән билдәһеҙҙәре күберәк. Алыҫ Афғанстанда ла һалдаттарыбыҙ “интернациональ бурыс” үтәне. Шул йәһәннәм тишегенең ҡыҙған ҡомдары араһында беҙҙең десантсылар ротаһы бейеклекте тотоп ята. Дуҫымдың эсен ярсыҡ аҡтарып сығарҙы. Уны хәүефһеҙ урынға алып барып һалдыҡ та, кире оборона позицияларына ашыҡтыҡ. Шул саҡ ул: “Китмә. Янымда бул. Санитарҙар килеп еткәнсе генә”, – тип ыңғырашты. Үҙе йыш-йыш тын ала, ҡалтыранған бармаҡтары менән эсәктәрен һәрмәп ҡарай. Йылмайырға тырышып: “Иң мөһиме – йәшәргә тырышыу, ҡалғаны – ваҡ мәсьәлә… Шулай бит?” – тигән була. Нимә әйтергә лә белмәнем.
Әле мин нимә эшләйем? Ысынлап та йәшәргә теләйемме? Әллә йәнә үҙ-үҙемде алдап маташаммы? Миңә ошонда уҡ туҡтарға һәм тыныс ҡына ятып туңырға нимә ҡамасаулай? Үлем бит барыбер ҡасан да булһа ҡыуып тотасаҡ! Уның хәҙер йәки һуңғараҡ етеүенән берәй нәмә үҙгәрерме? Донъям, тормошом, уй-фекерҙәрем яҡшырып китерме?.. Бер аҙна элек, бәлки, үҙгәрмәҫ тә ине, ә хәҙер икенсе хәл кеүек…
Ғүмеремдең көрсөккә килеп терәлгәнен ярты йыл элек аңланым. Нимәне булһа ла үҙгәртергә кәрәк ине: йә үҙемде, йә донъяны. Беренсеһен һайланым. Кеше минең кеүек йәшәргә тейеш түгел! Себергә быраулаусы ярҙамсыһы булып киттем. Ойошмала: “Тәүҙәрәк шулай “ҡара” эштә йөрөргә тура килер, аҙаҡ яйлап үрләрһең. Аҡсаһы ла артыр”, – тинеләр. Ә миңә ни, элекке тормошомдан ҡасырға ғына… Бер аҙна элек әсәйем шылтыратты:
– Һаумы, әсәй!
– Һаумы, улым! Хәлдәрең нисек?
– Яҡшы. Үҙеңдеке нисек? Берәй хәл булдымы әллә? Ниңә тауышың борсоулы?
– Улым… Кисә… улыңдың егерме биш йәше тулды бит…
– ...
Ҡапыл ҡыйын булып ките. Иҫләмәйем дә икән. Бөтөнләй онота башлағанмын. Шымып тороуҙан башҡа сара тапманым.
– …Машинала китеп барғанында ҡаршыһына КамАЗ килеп сыҡҡан. Әле реанимацияла ята. Ҡатмарлы операция кәрәк, ти. Беләм, ғорурлығыңды еңә алмаҫһың инде. Шулай ҙа, ул һинең балаң даһа! Бәлки, ярҙам итерһең?..
Ни әйтергә?.. Барыһы ла бер юлы ҡалҡып сыҡты: үкенеүҙәр, теләк, ҡурҡыу, йоҡоһоҙ уйланып үткәргән төндәр, хәтирәләр. Нимә был, яҙмыштың сираттағы яман шаярыуымы? Әллә, ниһайәт, яҡшы яҡҡа боролоуымы? Белмәйем.
– Әсәй, тиҙҙән эш хаҡы түләйҙәр. Ҡайтырмын…
Ҡояш күптән офоҡ аръяғында юғалды. Ҡараңғы төштө. Артабан барып булмай: хәл дә, теләк тә юҡ. Көрттөң тәрәнерәк урынын табып өң эшләнем дә шуның эсенә инеп ултырҙым. Нисек тә булһа ошо төндө уҙғарғанда, Аллаһ бойорһа, мотлаҡ берәй юлға барып сығырға тейешмен кеүек. Тәнемде яйлап ҡына арыу баҫа, күҙҙәр йомола. Эх, йоҡламаҫҡа ине лә…
Төнө буйы ҡар яуҙы һәм таң атҡас ҡыҙарып ҡояш ҡалҡты, тирә-яҡты нурға күмде. Ап-аҡ далала бер ниндәй эҙ юҡ. Һиллек. Был хозурлыҡты күргән кеше һоҡланмай булдыра алмаҫ ине.
P.S.
– Һаумы, улым!
– Һаумы.
– Ғәфү ит, килеп етмәнем.
– Һин шуның өсөн генә ғәфү үтенергә теләйһеңме?
– Юҡ! Бик күп нәмә өсөн, тик…
– Һм-м (көлөмһөрәп), ғорурлығың ҡамасаулаймы?
– …Өлгөрмәнем. Былай килеп сығыр тип уйламаным. Шул ғына...