Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
3 Май 2019, 15:51

Ул мөхәббәт булған икән

Ҡапыл тораташ кеүек ҡаттым: миңә бала сағымдағы әхирәтем Ленка ҡарап тора һәм ғәйепле йылмая ине. Партия мәктәбе замандарынан уҡ үҙемде ҡулға ала белһәм дә, оҙаҡ ваҡыт бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙом. Бөтәһенә лә төшөндөм. Ҡалғанын миңә Ленка ошонда уҡ – йортҡа саҡырып өлгөрмәҫ элек үк һөйләне. Оҙон-оҙаҡ һәм ашығыс итеп һөйләне.

Салауат ВӘХИТОВ
– Һәм ул мөхәббәт булған икән, әммә мин уны танымағанмын. Ҡайҙан белһен, ти, инде, – һуғыштан һуң тыуған 14 йәшлек ҡыҙыҡай, – уның шундай тойғо икәнен.
* * *
Тәгәрмәстәр туҡылдай. “Мәскәү–Өфө” поезының купеһында киләм, оҙайлы командировканан һуң өйгә ҡайтып барам. Вагонда уҡ тыуған яҡ йылыһын тойҙом. Пик сәғәтендәге ығы-зығы Мәскәү урамдарындағы кеүек тығылышы булмаған, метрополитендың ялҡытҡыс гөрһөлдәүе яфаламаған, түҙеп торғоһоҙ үткел елдәре иҫмәгән үҙемдең йәмле ҡаламды һағынғайным һәм яҡын кешеләрем менән тиҙ арала осрашыуыма ҡыуана инем.
Күршеләрем совет осорондағыса сәсен полубоксҡа киҫтергән, йыйнаҡ ҡара мыйыҡлы ябыҡ ҡына теремек бабай һәм саманан тыш киң, түңәрәгерәк йөҙлө, әллә хиппиҙыҡы, әллә индеецтар ырыуы юлбашсыһы кеүек оҙон сәсле Өфө педвузының аспиранты булды. Поезға ултырыу мәшәҡәттәре тамамланып, йола буйынса вагонда сәй эсеү өсөн яйлап ҡына ашамлыҡтарҙы ала башлау менән, ишек шаҡынылар һәм проводницабыҙ, етди генә купены байҡағандан һуң, берәйһе әбейгә аҫтан урын бирмәҫме икән, тип ҡыҙыҡһынды. “Берәйһе” тигәне, әлбиттә, мин булып сыҡтым, сөнки аспирант былай ҙа өҫкө полкала ята ине, ҡарт бабайҙы яфалау ҙа килешмәҫ тинем дә, ризалаштым. Уйлап ҡараһаң, өҫтә хатта уңайлыраҡ та, ойоп китһәң дә һине берәү ҙә борсомаясаҡ, ә йоҡлағанда поезда ваҡыт тиҙерәк үтә.
– Рәхим итегеҙ, – тинем мин әйберҙәремде бер ни тиклем өҫкәрәк ташлап, аҙаҡ үҙем дә шунда үрмәләнем.
– Рәхмәт, улым, – тип ризалығын белдерҙе әбей. Мин яуап итеп йылмайҙым.
– Ә һин ниңә унда менеп киттең әле? – тип һораны ҡара мыйыҡлы ҡарт, һәм мут ҡына күҙ ҡыҫып, саквояжынан һаҡлыҡ менән сығарған шешәһенә ымлап күрһәтте.
– Осрашыу хөрмәтенә һәм танышыу өсөн берҙе күтәрергә тейешбеҙ. – Түңәрәк йөҙлө аспирант ҡәнәғәт йылмайып ебәрҙе:
– Ниңә шул тиклем итеп закуска һалалар икән, тигән булам тағы.
– Юҡ, егеттәр, беҙ инәкәй менән сәй генә күтәрербеҙ. Йәштәрсә, – тинем мин һәм әбейгә һораулы ҡараш ташланым.
“Егеттәр” күңелдәре ҡырылыуын йәшерә алманы, ә әбекәй хуплап былай тине:
– Рәхмәт һиңә, ейәнкәйем, үҙебеҙгә ҡайнаған һыу алып кил әле.
– Ну, әбей, мин күҙ алдында йәшәрәм. Әле генә “улым” инем, ә хәҙер “ейәнем”ә әүерелдем, былай барһа, бүләләргә барып етербеҙ әле.
– Барып етербеҙ, – тип көлөп ебәрҙе ул, – йәшем оло минең.
Полканан һикереп төштөм дә, көрөшкә алып, сәй артынан киттем, ә килгәс ҡарт менән аспиранттың бер аҙ “танышып” алыуына һәм, ундай хәлдәрҙә күҙәтелә торған аныҡ ҡына бер нәмә хаҡында ла булмаған әңгәмә ҡороуҙарына иғтибар иттем.
– Күҙ алдына килтерәһегеҙме, бөтә илде бөркөт позаһына ултыртырға мәжбүр иттеләр, – тип ҡыҙҙы ҡарт, имән бармағын өҫкә сөйөп һәм һелкетеп. – Бөркөт позаһында! Күҙ алдына килтерәһегеҙме?!
Араҡы эсеүҙән ҡыҙарған һәм тағы ла нығыраҡ ҡыҙыл тирелеләрҙең юлбашсыһына оҡшап киткән аспирант, аңлаған рәүештә хихылданы, әбей әңгәмәгә ҡушылмайынса өндәшмәй генә пакетында соҡондо.
– Аңламаным, – тип ҡыҫылдым мин ҡайнаған һыуҙы стаканға ҡойоп. – Кем ул бөркөт позаһында ултыра?
– Ул бәҙрәфтәр хаҡында һүҙ йөрөтә, – тип аңлатты “юлбашсы”. Ҡарт минең яҡҡа боролдо:
– Бына һин миңә әйт әле, ҡарт кеше нисек итеп анау хәтлем һелкенеп барғанда поезда үҙенең йомошон йомошлаһын, ул бит унитазға аяҡтары менән баҫып, терәү эҙләп башын борғолаһа бер ҡайҙа ла тотоноп ҡала алмаясаҡ. Һәм Ватаныбыҙҙың гербындағы ике башлы бөркөт кеүек күренә лә, әммә уның ҡарауы тыуған иле өсөн был осраҡта бер ниндәй ҙә ғорурлыҡ тойғоһо кисермәй. Ә сортирҙан килгән еҫте юл буйына еҫкәп барырға тейешһең…
Билет алғанда кассиршаның көтмәгәндә һорағанын иҫкә төшөрҙөм.
– Уртала тик өҫкө урындар ғына. Һеҙгә шулай барамы?
– Ә поездың уртаһында барыу хәүефһеҙерәкме ни? – тип аптыраным мин.
– Һеҙ аңламанығыҙ. Моғайын, бәҙрәф эргәһендә барырға теләмәйһеҙҙер бит?
– Юҡ, теләмәйем, – тинем мин ишектәрҙең бер туҡтауһыҙ шарт-шорт ябылыуын күҙ алдына килтереп, һәм плацкарт урынына купе һораным.
Ул арала беҙҙең йәш юлбашсыбыҙ шешәләгене стакандарға ҡойҙо ла, йола буйынса “Бар булайыҡ” тип тәҡдим итеп, сәкәштерергә үрелде. Мин компания өсөн сәй менән сәкәштерҙем.
– Ә бына беҙҙең кафедра мөдире эсеп алһа, бәҙрәфкә барып тормай, раковинаға ғына еппәрә лә ҡуя, – ҡулын һәм һауыт-һаба йыуған урында, – тине аспирант. – Ерәнгес түгелме ни?
– Ерәнгес, әлбиттә, – тип ҡеүәтләне ҡарт. – Сөнки беҙҙә мәҙәнилек юҡ! Мин, мәҫәлән, ҡунаҡтар килгәнен яратмайым. Улар мотлаҡ рәүештә унитаздың ситенә еппәрәсәк. Хатта тейешле урынына йомошларға тырышһалар ҙа.
– Бына һеҙ, – тип мөрәжәғәт итте миңә ҡарт, – нисек уйлайһығыҙ, беҙҙең илдә халыҡ ҡасанға тиклем унитаздан ситкә һейәсәк?
Уның тауышында көлөү һиҙелде, әммә мин етди ҡалдым:
– Белмәйем, мин бит күптән писсуарға йөрөргә ғәҙәтләндем.
Өндәшеүсе булманы. Бер ни тиклем ваҡыт өнһөҙ генә эстеләр. Кем – араҡы, кем – сәй. Әҙәплелек йөҙөнән һәм мәжбүри рәүештә юлдаштарҙың әңгәмәһен ҡеүәтләп барырға яратмайым. Ғәҙәттә, һөйләүселәрҙе тыңлайым йәки уйҙарыма биреләм. Шуға күрә, ҙур булмаған компаниябыҙ күҙ алдында тарҡалды. Сираттағы дозаны һелтәгәс, купебыҙҙың ярым иҫерек өлөшө тәмәке тартыға сыҡты. Беҙ әбей менән яйлап ҡына сәй эсеүҙе дауам иттек. Һәм әлегә тиклем өндәшмәгән юлдашым телгә килде.
– Германияла бәҙрәфтәр бик таҙа. Шул тиклем таҙа, хатта ҡайҙа баҫырға белмәйһең. Бысратырға ҡурҡыта. Йомошоң менән хет ишек алдына сығып кит. Әммә унда ла шундай уҡ тәртип, иҫең китер.
– Ә һеҙ Германиялағы хәлдәрҙе ҡайҙан беләһегеҙ, әбей?
– Ә мин шунан ҡайтып киләм.
– Балаларығыҙҙа ҡунаҡта булдығыҙмы? – тинем мин төшөнгәндәй итеп.
– Юҡ, үҙемдең мөхәббәтемде эҙләнем.
– Германияла мөхәббәт?
– Эйе. Хәҙер беләм инде, ул мөхәббәт булған, тик мин уны танымағанмын. Ҡайҙан ғына белһен, ти, инде һуғыштан һуң тыуған 14 йәшлек ҡыҙыҡай, уның шундай тойғо икәнен.
* * *
Тәгәрмәстәр туҡылданы. Уларҙың талғын тауышы оҙатыуында тәҙрә артында еткән көҙҙөң һүрәттәре алышынды, әйтерһең, уҙған ғүмер биттәре асып ҡарала ине…
– Их, иҫәр булғанмын да инде бигерәк! Бигерәк иҫәр!
Хәтирәләрен өр-яңынан кисереп, әбей уйға ҡалды.
– Һуғыштан һуң беҙҙә Черниковкала әсирлеккә алынған немецтарҙың лагеры барлыҡҡа килде. Улар ниндәйҙер объекттар, шул иҫәптән йорттар һалды. Әсирҙәр йәшәгән барактар сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратып алынған, һәм беҙҙең, яҡын-тирәләге бер нисә ауыл уҡыусыһының, мәктәпкә йәйәү йөрөгән юлдың ҡап уртаһында урынлашҡайны.
Немецтарҙы, әлбиттә, яратманылар: һәр ғаиләлә яуҙа һәләк булғандар һәм хәбәрһеҙ юғалғандар бар ине. Ҡапыл ауыҙын асып барған “фриц”ты күреп ҡалырға тура килһә, уға малайҙар ҙа, шулай уҡ ҡыҙҙар ҙа алдан әҙерләп ҡуйылған таштарҙы елгәрә. Шул рәүешле үс алырға тырыша инек. Мәктәптә лә иң яратмаған дәресебеҙ немец теле булды. “Немка” – уҡытыусыны күрә алманыҡ. Һәм телде асыҡтан-асыҡ өйрәнмәнек. Директорҙың тәрбиәүи әңгәмәләренән дә фәтүә сыҡманы. Ул уҡытыусының түҙемлегенә әлегә тиклем иҫем китә.
Бер мәл һиҙҙермәй генә барактар янына килеп, ҡарт һәм йәш немецты күрҙек. Тәмәке тарта һәм шым ғына беҙ күрә алмаған телдә һөйләшә ине улар. Бер мәлде йәшенгән ерҙән килеп сығып, тегеләргә таш ырғытырға тотондоҡ. Малайҙар рогатканан атты. Ҡарты һөрәнләй-һөрәнләй ҡасты, ә йәше, ни сәбәптәндер янтайманы ла, яйлап ҡына беҙгә табан атланы. Әхирәтем һәм күршем Ленка ҡото осоп сыйылдап ҡаса башланы. Бөтәһе лә шулай итте. Үҙем ҡурҡышымдан ҡатып ҡалып, хатта урынымдан да ҡуҙғала алмай торам. Сөнки теге кеше күҙҙәремә ҡараған да, туп-тура миңә табан килә, етмәһә, балаларса һипкелле етди йөҙө һуғышта юғалған өлкән ағайымды хәтерләтте. Уныҡы һымаҡ уҡ ерән төҫтәге, ҡып-ҡыҫҡа сәстәр, әммә мәҙәк итеп төрлө яҡҡа тырпайып торалар. Атлауы ла оҡшаған. Бына хәҙер ул минең янға килеп етәсәк, шаяртып үрелгән сәсемдән тартасаҡ һәм: “Әһә, эләктеңме?! Нишләп баҙарҙа тешләштең әле?” – тип әйтәсәк. Үҙе ифрат ылыҡтырғыс, барыһын да йылмайтырлыҡ итеп ҡәнәғәт көлөп ебәрәсәк.
Немец уратылған ҡойма янында туҡтаны һәм минең менән һөйләшә башланы. Уның телмәренә ҡолаҡ һалырға тырыштым. Әммә, әлбиттә, бер нәмә лә аңламаным. Үҙемдең ғәжәпләнеүемде генә хәтерләйем, сөнки был дәрестә һәм һирәк булһа ла беҙҙең клубҡа алып килеп күрһәтелә торған һуғыш тураһындағы фильмдарҙағы тупаҫ һәм тамаҡ төбө менән һөйләшкән тел түгел ине, – телмәре йыр кеүек, ғәҙәти булмағанса матур яңғырай. Тауышында, әйтерһең, әлегәсә ғүмеремдә лә күрмәгән диңгеҙҙең тымыҡ ҡына шаулауын ишеттем.
Таң ҡалып тороуым үтте. Һәм шул саҡ муҡсанан әсәйем әҙерләгән иртәнге ризыҡ һалынған төргәкте алып, ҡойма аша ташланым да, йүгереп киттем. Көнө буйына һипкелле немец башымдан сыҡманы, төндә лә йоҡламаным тиерлек, уның хаҡында ғына уйланым һәм тымыҡ тауышын хәтерләнем.
Ә иртән әхирәттәремде, йоҡлап ҡалғанмын, тип алданым да, мәктәпкә бер ни тиклем һуңғараҡ барҙым, сөнки эстән генә яңы танышымды осратырмын, тип өмөт иттем. Ғәжәп, әммә ул шул уҡ урында тора ине һәм мине күреү менән ҡул болғаны. Йәнә иртәнге ризыҡлы төргәгемде ырғыттым да, ҡасып киттем. Минең ҡойма янында туҡтап торорға баҙнатсылығым, уның кәртәләп алынған биләмәнең тыш яғында уралырға ҡыйыулығы еткәнсе, бер ай тирәһе ваҡыт үтте. Немец егетенең һөйләгәнен аңлап бөтмәнем. Ул минән кем булыуым менән ҡыҙыҡһына, исемемде һорай ине, ахырыһы. Йөрәгем ярһып-ярһып типкәнен һәм баш бармағынан һуҙылған оҙонса йөйлө ҡулынан һыпырғым килгәнен генә хәтерләйем. Һиҙҙермәй генә уның күҙҙәренә ҡарайым һәм ниңәлер уларҙың ниндәй төҫтә икәнлеген аңлай алмайым, ә ул әйләнгән арала башында ағайымдыҡы кеүек үк ике түбә булғанлығын күрәм. Хайнц икәнен яҡшы аңлаһам да, эстән генә үҙен ағайымдай күреп, Женя тип йөрөтәм. Ул йыш ҡына исемен атай, был да үҙенекен әйтер, тип өмөт иткәндер инде, әммә мин өндәшмәйем. Их, бигерәк иҫәр булғанмын да инде!
Мәктәп тормошомда мөһим үҙгәрештәр башланды. Өлгәшеүсәнлегем һиҙелеп үҫте. Элек тә алдынғылар рәтендә инем, әммә хәҙер бөтөнләй уҡыуға мөкиббән киттем. Бығаса ауырлыҡ менән бирелгән математика ла аңлайышлы һәм ябай булып китте, әйтерһең, мөхәббәт йыры һүҙҙәре. Әлбиттә, әҙәбиәт һәм немец теле бөтәһенән дә нығыраҡ оҡшай ине. Уны өйрәнеп, Хайнц менән һөйләшә аласағымды аңлайым. Хайнц ныҡышһа ла, кемлегемде белдереүҙән ҡурҡып, әхирәтемдең исемен шыбырланым. Иҫләүемсә, ул бала кеүек ҡыуанды.
Ә әхирәтем Ленка йомоҡҡа, өндәшмәҫкә әйләнеүем өсөн үпкәһен белдерҙе. Беҙ яҡын йәшәнек һәм бер ҙә айырылмаҫ инек. Әсәйҙәребеҙ ҙә үҙ-ара дуҫ. Улар Ленканың миңә оҡшарға тырышыуын билдәләй ине: кейенеүе лә, сәс үреүе лә минекесә, тиҙәр. Әхирәтем серҙе сисергә тырышып, артымдан ҡалманы. Бер саҡ ул әсиргә төйөнсөктән иртәнге ризыҡты биреүемде ситтән ҡарап торған һәм был ҡылығым хаҡында мәктәптә лә, ауылда ла билдәле булды. Дуҫтарым мине хыянатсы, тип атаны, яйлап аралашыуҙан туҡтаны. Быға иғтибар итмәҫкә тырыштым, әммә тиҙ арала кәмһетеүҙәр, эҙәрлекләүҙәр башланды. Бер мәл өйгә ҡайтып килгәндә ҡала малайҙары артымдан ҡыуа төштө. Улар мине тәрән күләүеккә ҡыуалап индерҙе һәм батҡаҡта тәгәрәтте. Лена быларҙың барыһын да күрҙе, әммә, мине йәлләһә лә, ярҙам итергә ҡыйманы.
Атай-әсәйем дә күршеләрҙең хупламауын, ҡырын ҡарашын тойҙо. Хаслыҡ уйлауҙарына түҙмәйенсә, әсәйем тауыш күтәрергә баҙнат итте. Хужалыҡ эштәренән бушаманы, шуға ла өндәшмәҫ ине ул. Бер көндө алғы яҡҡа килеп инде лә, көтмәгәндә, ҡәтғи һәм ярһыу рәүештә һин ғаиләне оятҡа ҡалдырҙың, бөтә ҡайғыларыбыҙ, ғазаптарыбыҙ немецтарҙан, тип ҡысҡыра башланы. Мин немец теленән күнекмәләр эшләп ултыра инем. Бер ҡасан да уны бындай хәлдә күргәнем булмағас, ҡот осоуҙан ҡатып ҡалып, уның асыулы йөҙөнә ҡарағанмын, һәм һуғам, тип киҙәнгән мәлендә генә ҡысҡырып ебәрҙем.
“Әсәй! Ул бит хас Женя кеүек! Һин аңламайһың, ул бына хас Женя инде!” Әсәйем үкереп илап ебәрҙе һәм ултырғысҡа шыуып төштө. Мин дә илайым, уны ҡосаҡлайым, башынан һыйпайым һәм: “Әсәй, ғәфү ит. Ҡабат улай итмәм”, – тип шыбырлайым.
Оҙаҡ ваҡыт немецтарҙың лагерында булманым. Мәктәпкә йөрөүҙән дә туҡтаным. Күп тә үтмәҫтән атайым, тимер юл оҫтаханаларына эшкә урынлашып, беҙҙе Өфөгә күсерҙе. Китер алдынан мин йәнә Хайнцты күрергә теләнем. Осрашыуға бер ниндәй өмөт юҡ ине, сөнки элек иртән күрешә торғайныҡ, был юлы кискеһен юлландым. Әммә ул мине көткән. Хайнцҡа күсенеүебеҙ хаҡында хәбәр иттем, моғайын, аңлағандыр, күңелһеҙләнеп китте. Ул да үҙенең йыр төҫлө һөйләшендә яғымлы итеп яуап бирҙе, ә хушлашҡанда минең яҡҡа ҙур булмаған төйөнсөк ырғытты. Өйҙә уны асып ҡараным. Эсендә йылан һынындағы алтын төйрәмес ята ине, йыландың үҙенә әхирәтемдең исеме уйып яҙылған.
Их, иҫәр булғанмын да инде мин! Иҫәр шул. Әлбиттә, был бүләкте өйҙә күрһәтә алмай инем. Бөтәһен дә барып әхирәтемә һөйләнем һәм үтенесемде белдереп, бүләккә төйрәмес ҡалдырҙым: “Зинһар өсөн, ҡабат һин уға бер нәмә лә ташлама инде!”
* * *
Вагонды бәүелтеп, тәгәрмәстәр туҡылдай һәм беҙҙе тыуған яҡҡа табан илтә. Ә әбей ҡайҙандыр совет осорондағы ҡырылып бөткән конвертын сығарҙы ла, уны һаҡлыҡ менән генә һыпырып, һөйләүен дауам итте.
– Хайнц менән ҡабат күрешә алманыҡ. Бер нисә аҙнанан һуң лагерын тарҡатҡандар, ә әсирҙәрҙе яңы урынға күсергәндәр. Бары тик ун биш йылдан һуң, Хрущев осоронда, мөмкинлектәр тыуғас ҡына, фамилияһын да белмәһәм дә, үҙемдең Хайнцты эҙләй башланым. Ул ваҡытҡа “немец теле” белгесе булараҡ институт тамамлағайным, мәктәптә тейешле мөҙҙәтемде эшләнем, һәм көтмәгәндә, партия хеҙмәткәрҙәренә телде уҡытыу буйынса тәҡдим алдым. Уҡыусыларым араһында ап-аруҡ абруйлы кешеләр бар ине, улар архивтарҙан справка юлларға ярҙам итте лә. Бишенсе лагерҙа урынлашҡан әсирҙәр исемлегендә бер нисә Хайнц табылды, әммә тик береһе генә йәше буйынса минекенә тап килә ине. Һис ниндәй өмөтһөҙ тиерлек яҡын күргән кешемдең яҙмышы хаҡында белешеүҙәрен һорап, немец илселегенә хат яҙҙым, һәм бер нисә айҙан уның атаһының телефонын һәм адресын алғас, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы.
Шылтыратып, тап килтерә алдым. Хәтерләүемсә, бик тулҡынланып, өҙөк-өҙөк үҙемдең кемлегемде аңлатырға тырыштым. Хайнцтың атаһы ла ҡыуаныуын белдерҙе, улы уға минең хаҡта һөйләгән булған. Ул яҡын кешеһенә әсирлектә иҫән ҡалырға ярҙам иткәнем өсөн бик оҙаҡ рәхмәттәрен еткерҙе, ә аҙаҡ адрес бирҙе. Хайнц өйләнгән һәм ҡатыны, ике балаһы менән Балтик диңгеҙе ярындағы ҙур булмаған университет ҡалаһында йәшәй булып сыҡты.
Мин уға хат яҙҙым. Яуап алмаһам да, оҙаҡ ваҡыт осрашыу хаҡындағы йәшерен хыял менән йәшәнем. Уның хаҡта уйларға ғәҙәтләнеп киткәйнем, хатта көн һайын үҙе менән һөйләшәм икән, тип күҙ алдына килтерәм. Уға тормошомдо һөйләйем, шатлыҡтарым һәм хәүефтәремде асып һалам. Аҡылдан шашҡан кеше һымаҡ. Ә ваҡыты-ваҡыты менән ағайымды үлтергән һәм һөйгәнемде тартып алған алыҫ илгә хаттар яҙам. Йыш ҡына ағайымды таба алмауым, ә ете-ят кеше өсөн йән ғазаптары кисереүем өсөн үҙемде әрләйем.
Ғүмер уҙҙы. Иргә лә барманым, үҙ балаларым да юҡ. Пенсия алдынан йәнә мәктәпкә эшкә сыҡтым, балалар йортондағыларҙы уҡыттым һәм бер теремек малайҙы уллыҡҡа алдым. Женя исемле. Хәҙер ҙур инде, хәрби һөнәр үҙләштерә, Сахалинда хеҙмәт итә.
Һәм бына яңыраҡ бөтөнләй көтмәгән хат алдым. Ул рус телендә яҙылғайны. Хайнцтың балалары һәм ҡатыны уның бер йыл элек мәрхүм булыуы хаҡында хәбәр иткәйне, шулай уҡ ҡунаҡҡа һәм ҡәберенә зыярат ҡылырға саҡырғайны. Тоттом да, иҫәр һымаҡ, Германияға сығып киттем. Был сәфәрҙең мине ни тиклем тетрәндеререн күҙ алдына килтерә алһам икән! Ғүмер буйы хыял иткән кешемдең нисек йәшәүе хаҡында һорашҡым килгәйне шул.
Берлинда мине Хайнцтың улы ҡаршы алды, ҡырҡ йәшлек зәңгәр күҙле ир, русса бер аҙ акцент менән һөйләшә. Көмөш төҫтәге “Опел”дә өс сәғәт тирәһе Грайфсвальдҡа, ә аҙаҡ ҡала ситендәге йортҡа юлландыҡ, уның тупһаһында мине тулы кәүҙәле тәрбиәле немка ҡаршы алды.
– Һаумы, Валя!
Ҡапыл тораташ кеүек ҡаттым: миңә бала сағымдағы әхирәтем Ленка ҡарап тора һәм ғәйепле йылмая ине. Партия мәктәбе замандарынан уҡ үҙемде ҡулға ала белһәм дә, оҙаҡ ваҡыт бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙом. Бөтәһенә лә төшөндөм. Ҡалғанын миңә Ленка ошонда уҡ – йортҡа саҡырып өлгөрмәҫ элек үк һөйләне. Оҙон-оҙаҡ һәм ашығыс итеп һөйләне.
– Алтмыш етенсе йылда Хайнц Өфөгә кире килде. Өҙөлөп ғашиҡ булған һәм оҙаҡ йылдар хыял итеп йөрөткән ҡыҙҙы табыу өмөтө менән килгән ул. Ленка исемле ҡатынды эҙләгәс һәм унда йылан һынындағы алтын төйрәгес булыуы ихтималлығын әйткәс, уға мине күрһәткәндәр. Һине ҡайҙан эҙләргә лә, тиҙ арала нимә эшләргә лә белмәнем, хәлде аңлата ла алманым, ул русса бик үк һәйбәт белмәй ине. Йәшлегендәге ҡыҙ мин булыуыма шикләнгәндер, тип уйлайым, әммә бөтәһе лә тура килеп тора бит. Хайнц өйләнеүе, тик ҡатынының йәшләй үлеүе, ике балаһы барлығы хаҡында һөйләне. Оҙаҡ уйлап тормай, ул үҙе менән Германияға китергә тәҡдим итте. Ә мин нимә юғалтам? Тиҙҙән ҡырҡ тула, ғаилә лә, балалар ҙа юҡ. Шуға ризалаштым да. Һинең хаттарың килә башлағансы, иҫәр кеүек, яңы тормошома бик ҡыуана инем. Хаттарыңды йәшерҙем, Өфөләге әхирәтемдән тинем. Уларҙы күрһәтеүҙән һәм хәлде аңлатыуҙан ниндәй фәтүә бар һуң? Нимәнелер үҙгәртеү ҙә һуң ине инде. Хайнц миңә бик яҡшы мөнәсәбәттә булды, балалары ла үҙемә ылығып үҫтеләр. Хатта рус телен өйрәнделәр. Ә мин немецсә һөйләшә алманым.
Ғәфү ит мине, Валя, шул тиклем насар килеп сығыр, тип уйламағайным. Хәҙер бәләкәй генә ялғандың ҙур үкенестәргә илтә алыуын аңлайым. Ғүмерем сит илдә, сит йортта, сит балалар янында үткән. Инде кире ҡайтырға бик шатланып риза булыр инем дә бит, тик барыр ерем генә юҡ. – Ул илап ебәрҙе, минең йөрәгем үҙем өсөн түгел, ә элекке әхирәтем өсөн һыҙланыуҙан әрнене.
– Йәнең тыныс булһын, Ленка. Хоҙай бөтәһен дә ғәфү итә.
− Миңә һинең кисереүең генә кәрәк, тыныс үлер өсөн. Бер ниндәй ҙә Алла юҡ ул, Валя. Йән дә юҡ. Өҙөлгән япраҡтарҙың йәне бар тиһеңме ни? Булған хәлдә лә, бәлки, ағаста ғыналыр. Беҙ бит планетаны кимереүсе ҡорттар ғына. Ә ҡорттоң йәне урынында – тере саҡта ғына була торған хәтер генә. Шуның өсөн дә кисереү йәшәгәндә кәрәк, ҡалған ғүмерҙе тыныс үткәрер өсөн.
– Хоҙай юҡ икән, кем тарафынан бирелгән һуң ғүмер? Һин мине йортҡа саҡырмайһыңы?
Беҙ йомшаҡ мебелле һәм стенаһы бик бай итеп гобелен менән нағышланған иркен холға индек. Бына ошонда ул йәшәгән, бәлки, ошонда хәүефләнеп осрашыу мөмкинлеге хаҡында уйланып, мине иҫкә алғандыр. Бәлки, ошонда үҙенең яҡындарына алыҫ Рәсәйҙә үҙе менән булған тарихты һөйләгәндер. Сәйер, әммә хәҙер ул миңә яҡын һәм көтөп алынған булып тойолманы. Фотолар менән альбом алып килделәр. Уларҙан бөтөнләй таныш түгел аҡһыл үтә күренмәле күҙле кеше ҡарай ине. Ул йылмая. Тормошонда нимәгәлер ирешкән кеше йылмайыуы менән йылмая. Миңә ят һәм барып етә алмаҫлыҡ донъянан йылмая.
Аҙаҡ беҙ бергәләп йүкәләр ултыртылған киң аллеялы, яҡшы ҡаралған ҡала зыяратына барҙыҡ. Ҡәберлектәрҙә шәмдәр яна, ә Хайнцтыҡында ҡыҫҡа яҙыулы плитә генә: Heinrich Valter (1926 – 2008).
Шунда, зыяраттағы ҡәбер янында, миңә үҙем дә һәм сәйер әхирәтем дә иҫ китмәле йәл булып китте. Әлбиттә, уны ғәфү иттем мин. Беҙ ҡосаҡлаштыҡ һәм бик оҙаҡ бергә иланыҡ. Хайнцың улдары беҙҙе күреп өнһөҙ ҡалды, улар аталарын йәлләп түгел, ә шәхси тормош килеп сыҡмауҙан илағанды белмәй ине.
Лена хаттарымды кире бирҙе. Һәм шул саҡ яңғыҙым ғына ҡалғым килде. Мин ғүмерҙә лә күрмәгән диңгеҙгә киттем, оҙаҡ яр буйында йөрөнөм, үҙемдең хат юлдарын уҡыным, уйҙарға бирелдем, ә тулҡын шаулауы алыҫ һуғыштан һуңғы бала сағымдағы яҡын кешенең йырлы тауышын хәтерләтте.
* * *
Тәгәрмәстәр сәғәт уҡтары төҫлө туҡылдай. Беҙ өнһөҙ барҙыҡ. Күршеләребеҙ килгәндә хикәйә тамамланғайны һәм сәй ҙә эсеп бөтөлгәйне.
– Бәҙрәф менән нисек әле унда? – тип ҡыҙыҡһындым мин.
– Асмағандар әле, – тип һуҡранды ҡарт һәм ғәйепле рәүештә: – Тамбурҙа бер аҙ нитергә тура килде инде, – тине.
– Шунан нимә? Өлгөрмәнеңме әле? – тип һораны түңәрәк йөҙлө ҡыҙыл тирелеләрҙең юлбашсыһы башланмаған араҡы шешәһен асып.
– Миңә саҡ ҡына һалығыҙ әле, – тип һораны әбей көтмәгәндә.
Юлдаштар ғәжәпләнеп, бер-береһенә ҡарашып алды. Мин дә өнһөҙ генә стаканымды уларҙыҡы янына этеп ҡуйҙым.

Лариса АБДУЛЛИНА тәржемәһе.
Читайте нас: