Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
8 Май 2019, 21:13

Үгәй әсәйҙәр

Тәүҙә Хоҙайға, ниңә әсәйемде иртә алып киттең, тип үпкәләһәм, аҙаҡ үгәй әсәй өсөн рәхмәттәр уҡыным – ул беҙҙе үҙ балалары кеүек яратты, яҡын күрҙе, себештәре өсөн өлтөрәп торған тауыҡ кеүек һәр ауырлыҡтан араларға тырышты, яралы күңелебеҙҙе яҡшылығы, изгелеге менән яманы. Беҙҙе, аҡыллыларым, матурҙарым, шәптәрем, тип маҡтауҙан бушаманы, хата аҙымдар өсөн шелтәләмәй, йомшаҡ ҡына итеп тура юлға төшөрөп ебәрә белде, атайға ошаҡ йөрөтмәне. Төрлө саҡта ла кисерә, ғәфү итә ине ул.

Аят ашынан һуң барыһы ла таралышһа ла, бер йәш ҡатын ҡайтырға ашыҡмай, сәйгә әүрәп ултырып ҡалды. Миңә был өйҙә хужалар ғына таныш, шуға ятһынып, ишек яғына боролғайным, әлеге Венера исемле йәш ҡатын ҡыҫтап-ҡыҫтап, кире өҫтәл артына ҡайырҙы:


– Алыҫ ерҙән килгәнһегеҙ, исмаһам, бер аҙ һөйләшеп ултырайыҡ.
– Әллә һөйләй торған һүҙегеҙ бармы? – тип йылмайҙым.
– Булмай әллә, – тип хужабикә, Алһыу апай, һөтлө ҡуйы сәйҙе алдыма килтереп ҡуйҙы. – Беҙ үткәндә Венера менән һөйләшә торғас, үгәй әсәйҙәр тураһында яҙҙырырға булып киттек бит әле ул.
Венераһы төрлө тәм-томдо алдыма шылдырҙы:
– Эйе, берәүҙәр фәһем, берәүҙәр ғибрәт алыр, тигәндәй... Бар нәмәнән дә ауыҙ итегеҙ, семтеп булһа ла ҡабығыҙ – аҙыҡ рәнйемәһен... Алһыу апай минән байтаҡҡа өлкән, төрлө ерҙә эшләйбеҙ, уйламағанда ғына юлда танышып, һөйләшеп киттек тә, икебеҙҙең дә үгәй әсәй ҡулында үҫкәнебеҙҙе асыҡланыҡ.
– Тик Венераларҙың үгәй әсәйе әкиәттәрҙә һүрәтләнгән “настоящний” үгәй әсәй булған, ә беҙҙеке – мәрхәмәтле кеше ине, ауыр тупрағы еңел булһын.
Инде өсөбөҙ ҙә тынысланып ултырышҡас, хужабикә һүҙ башланы:
– Тәүҙә мин һөйләйем әле. Бөгөн әсәйем, атайым өсөн генә түгел, үгәй әсәйем рухына ла аят уҡыттым. Үгәй булһа ла, әйткәнемсә, бик яҡшы кеше булды...
Хужабикә нимәгәлер ауыр уфтанды ла, эй, булғаны булған инде, тигәндәй ҡулын һелтәп, һүҙен дауам итте:
– Минең үҙ әсәйем бишенсеһен бәпәйләгәндә мәрхүмә булып ҡуйҙы (аҙаҡ белеүемсә, бәпәй арты менән килгән, операция яһарға өлгөрмәгәндәр). Ул саҡта миңә, ғаиләләге баш балаға, ун бер йәш ине. Атайым оҙаҡ та тормай икенсе ауылдан үгәй әсәй алып ҡайтты. Эй, ҡайғырыуҙарым шунда! Бер яҡтан атайымды шул апайҙан эт булып ҡыҙғанам, икенсе яҡтан әсәйемдең урыны һыуынып та бөтмәгән, ә атайым икенсене алып та ҡайтты, тип рәнйейем. Быға үҙемдең аҡылым да етмәҫ ине, көтөү ҡаршыларға сыҡҡанда күрше әбей-һәбейҙәрҙең һүҙе йөрәгемә таш булып ята. Етмәһә, беҙҙең үҙ әсәйебеҙ һылыуҙарҙың һылыуы ине, ә атай кереткәне – шыр шаҙра! Һәр балаға үҙ әсәһе иң матуры булып күренә, ә беҙҙең әсәй ысын ысындан сибәр, күңелсәк ине. Сыңғырлатып көлөп ебәреүҙәре һаман ҡолаҡ төбөндә. Ә был апай шып-шым, көлмәй, нисектер ҡурҡып ҡына йылмая. Тәү күреүҙән яратманым, тиҙерәк унан ҡотолорға кәрәк, тигән маҡсат ҡуйҙым алдыма. Быны үҙемә башҡарырға кәрәклеген аңлайым, сөнки ике ҡустыма ышаныс аҙ, уларҙың ашарҙарына булһа, шул еткән, донъялары түңәрәк, ә иң бәләкәс һеңлемдең саҡ теле асыла башлаған мәл. Төрлө пландар ҡороп йоҡларға яттым. Төндә минең яндағы һеңлем илап уянды, апай халаты менән елберләп йүгереп килеп, уны алайым тигәнсе, мин күҙҙәрҙе асып, теймә һеңлемә, тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ул, бер ни өндәшмәй, шым ғына кире атай бүлмәһенә инеп китте. Һеңлемде үҙем йыуатып, әүрәтеп йоҡлаттым. Икенсе көндө хап-хоп сәй эстем дә, бәпкә көтөргә сығып киттем. Һине төшкө ашҡа саҡырҙылар, тип ҡустыларым мине алыштырырға килде. Ҡайтып инһәм, апай һеңлемде тубығына ултыртып алған да, һәтес-һәтес һәтес тә, бигерәк йәтеш бәпес тә, тип һикертә, теге диуанаһы шуға ҡыуанып көлә. Һатлыҡ йән, тип һеңлемде алдынан елтерәтеп төшөрҙөм дә, үҙем менән бәпкә көтөргә алып киттем. Юл буйына бисураны әрләнем. Ә уға барыбер, теләһә нәмәгә әүрәп тик килә. Бер аҙҙан, ашамағас, эстә бүреләр тауыш бирҙе, аҙаҡ ысынтылап олорға тотондолар. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, шуның шикелле мин дә сикәнә-сикәнә бәпкәләр өсөн ебетелгән икмәкте ҡабып ҡараным. Асыҡтырһа ла, тамаҡҡа барманы иҫке икмәк. Апайға оторо асыуланып (уның арҡаһында ас ултырам бит), бер ҡустымды, ҡатыҡ менән әпәй алып кил, тип бойороп ҡайтарып ебәрҙем. Байтаҡ көттөрөп, бер заман ҙур сетка менән килде. Апай май һыланған икмәк телемдәрен, ҡалаҡты таҫтамалға төрөп, банкаларҙа шәкәрле сәй менән туҡмаслы аш һалып ебәргән. Нишләп әйткәнде тыңламайһың, кем һинән аш һораны, ҡатыҡ килтер, тигәйнем бит, тип ҡустыма екереп-екереп, тамаҡ ялғап алдым. Артып ҡалған ашты һеңлемә ашаттым, икмәкте ҡустыларға бүлеп бирҙем.
Ашы тәмле булһа ла, кис өҫтәл артына уның менән бергә ултырманым. Икенсе көндө лә турһайып шарт-шорт баҫып йөрөнөм, өҫтәлгә яҡын барманым. Ике көн шулай еңмешләнеп, ҡаты-ҡото менән тамаҡ ялғаным. Улай ғына түгел әле ул, этлегемә баш була алмай, апай күрмәгәндә йә ашҡа ҡутарғансы тоҙ һалам, йә йыуынты тулы биҙрәне тәртешкә менән төртөп йығылтам, йә һыйыр һауып ултырғанында һәүкәште кинәт өркөтәм... Атайға ошаҡлар, тип көтәм, әммә апай өндәшмәй. Тоҙло аштың артыҡ тоҙон бөтөрөр өсөн марляға уралған дөгө ярмаһын тиҙ генә ҡоштабаҡҡа тыға һала; бысраҡ иҙәнде таҙартып, шәп кенә йыуып ҡуя; мине әрләр урынға, тик кенә тор инде, алабарман, тип һыйырҙы һөйөп тынысландыра... Шулай ҙа өсөнсө көн тигәндә сабырлығы һынды. Бәпкә көткән ергә ебетелгән икмәк, һыу тотоп килде лә, яныма ултырҙы. Мин үләнгә түшәлгән куртка өҫтөндә китап уҡып ята инем, ситкәрәк шылдым. “Әйҙә аңлашайыҡ, нишләп һин мине күрә алмайһың, ни яуызлығым тейҙе һиңә, мин бит һеҙҙе яратырға килдем”, – тип иланы ла ебәрҙе. Аптыраным, шулай ҙа уҡығанға һалышып, өндәшмәй ятам. “Мин әсәйегеҙҙе һис бер ҡасан алыштыра алмам, ул бит әсәйегеҙ, иң ҡәҙерле, иң ғәзиз кешегеҙ, – тип һулҡылдай ул. – Атайығыҙ һоратып килгәс, баш тартырға ла уйлағайным, тик һеҙҙе йәлләп килдем. Әллә мине кейәүгә сыға алмағанға килгән тип уйлайһыңмы?! Бәләкәсһегеҙ, һеҙгә ҡарау кәрәк. Тик һеҙҙең өсөн генә килдем, былай булһа, ике аяғымдың береһен баҫмаҫ инем өйөгөҙгә! Әммә ҡайт тиһең икән, бөгөндән ҡайтып китермен”. “Ҡайт, һин беҙгә кәрәкмәйһең”, – тип бурһылданым. Ул илай-илай тороп, өй яғына китте. Ипләп кенә боролоп артынан ҡараным. Беҙҙең әсәй буйсан, кәүҙәгә елле ине, ә был йолҡош турғай кеүек бәләкәс, ябыҡ ҡына. Әсәйем сәсен таратһа – болот кеүек арҡаһына ятты, ә бының сәсе йоп-йоҡа, өс бөртөк. Аяғы ла кәкре генә, калуштарҙа тайыш-тойош ҡына атлап китеп бара. Йәл булып китте ул миңә. Әле уйлап ҡуям да, “аһ” итәм – баҡтиһәң, беҙгә килгәндә уға ни бары егерме ете генә йәш булған! Нисек дүрт балалы иргә ҡурҡмай килгән тиһең! Юҡ, атайым һәйбәт кеше ине, әсәйемде лә, үгәй әсәйҙе лә ҡаҡманы-һуҡманы, эсергә әүәҫлеге булманы, эсһә лә, ята ла йоҡлай торғайны. Нисек дүрт баланы ҡарарға ҡурҡмаған икән, тим.
Хужабикәнең теманан бер аҙ ситкә китеүен самалап, әллә үгәй әсәй ҡайтмай, һеҙҙә тороп ҡалдымы, тип һорай һалам.
– Ҡайт, тип торғас, ҡайтмай торғаны буламы, – ти Алһыу апай. – Күп тә үтмәне, ҡустым йүгереп килде, апай ҡайтырға әйберҙәрен төйнәй, ти. Ауылда, бер килен ҡәйнәһенең матур тауарҙарын биленә урап-урап, әсәһенә урлап ташып бөткән, тип һөйләйҙәр, шуға ла беҙҙең әйберҙәрҙе алып ҡайтып китмәһен тип (әйтерһең дә, урларлыҡ нәмәбеҙ бар!), бәпкәләрҙе ҡустыға тапшырҙым да, өйгә саптым. Үҙем, ниһайәт, сит кеше өйөбөҙҙө бушата, тип ҡыуанам, үҙем бер аҙ атайҙан шөрләйем. Ниңә ҡайтарҙығыҙ, тип асыуланһа?! Тарһылдап өйгә килеп ингәс, апайҙың артынан бер тотам ҡалмай, ҡәйнә ише һәр хәрәкәтен күҙәтеп йөрөнөм. Эстән тантана иттем. Әммә ул күңелһеҙ генә хушлашып сығып киткәс, ҡыуаныр урынға кинәт эсем бошто. Ҡыйын булып торҙо... Былай ҙа буш өй тағы ла бушыраҡ, ҡотһоҙораҡ күренде.
Кис атайҙы ҡапҡа төбөндә ҡаршыланым. Тегең ҡайтты, тинем. Йөҙө ҡарайып, ашап та тормай, матайына ултырып сығып китте. Апайҙың артынан. Әммә ул кире килмәне, нимә тигәндер, уныһы миңә ҡараңғы. Күңелһеҙ ине миңә. Атайҙың ҡайтҡанын көтәүелләп, насар йоҡланым. Етмәһә, һауылмаған һыйыр төнө буйы баҡырҙы. Иртән атай уны үҙе һауғас, мине уятып, ауыл осонда йәшәгән һөт йыйыусыға һөттө тапшырырға ебәрҙе. Күрше әбей инеп, төшкөлөккә вермишель бешерҙе (тәмһеҙ ине, шуға иҫтә ҡалған). Кис атай мине этләндерә-этләндерә һыйыр һауырға өйрәтте. Киске һөттө лә алып барып тапшырҙым. Иртә менән үлтереп йоҡо килә, атай уятмаһа ярар ине, тип йоҡо аралаш теләп ятам, тик уятты – һыйыр һауырға. Ярай ҙа үҙе малды көтөүгә ҡыуа, ул бурысты ла миңә йөкмәһә, күтәртеп ятыр инем, биллаһи, тип енләнәм эстән генә. Йоҡо туймағас, бәпкә көткәндә иҙерәп йоҡлап киткәнмен, улары әллә ҡайҙа олаҡҡан. Саҡҡа ҡаҙҙарҙы эҙләп таптым. Бер нисә бәпкә зым-зыя юғалғайны, атайға әйтеп торманым. Хәйер, унда бәпкә ҡайғыһы юҡ ине, балтаһы һыуға төшкәндәй йөрөнө. Теге ике малай көнө буйы уйындан бушамай, арлы-бирле йомошҡа ғына ярайҙар, шуға һеңлемде ҡарау, бөксәнләп һыу ташыу, иҙән, һауыт-һаба, кер йыуыу ҙа минең елкәлә. Күрше әбей көнөнә берҙе ашарға бешерә, икмәкте магазиндан алабыҙ – тормош яйланған һымаҡ... Бер көн көтөү ҡаршылағанда иптәш ҡыҙҙарҙың береһе менән ерле-юҡтан эләгешеп киттек тә, ул мине еңә алмай, ә һинең атайыңа бер бисә лә сыҙамай, тип ысҡындырҙы. Нисек инде сыҙамай, тип аптырап ҡалдым. Йә үләләр, йә ҡасалар, ти. Себенде лә рәнйетмәгән атайымды яҡлап, йоҙроҡ менән ташландым иптәшемә. Өлкәндәр беҙҙе саҡ айырып алды. Һыйыр ҡайғыһы китте, үкереп илап ҡайттым. Күлдәктең еңе йыртылыуына, беләктең күгәреүенә түгел, атайымды йәлләп иланым шунда.
Кисен атайыма, ниңә уны ҡайтарҙың, барып ал, миңә һыйыр һауыуы, көн дә һөт ташыуы, балаларҙы ҡарауы еңел тип беләһеңме әллә, тип ижау менән һалҡын һыуҙы эсә-эсә илауланым – шундай эсем яна ине! Йыуаш атайым, алып ҡайтыр ҙа инем, кире ҡайтмайым, тине шул, ти. Ә һин алып ҡайт, тип ныҡышам, ауыр биҙрәләр күтәрттереп, мине бөкөс итмәксеһеңме, тим. Ныҡ көйҙөм шунда, хатта температурам күтәрелеп, сәсрәп ауырып киттем. Иртән мине атайым мотоциклда дауаханаға алып барҙы. Ангина диагнозы менән һалып ҡуйҙылар. Бер көн үткәнсе, кем бәпкәләрҙе көтөр, кем һыйырҙы һауыр, кем һеңлемде ҡарар инде, тип сәсем ағара яҙҙы. Ә икенсе көнөнә шәфҡәт туташы минән һөйөнсө алды: “Аҫҡа төш, унда һиңә атайың менән әсәйең килгән”. “Әсәйең” тигән һүҙҙән йөрәгем “терт” итеп ҡалды, башымдан мең уй үтте. Әллә әсәйемдең үлеме төш кенә булдымы икән, тип ниңәлер ҡобарам осоп аҫҡы ҡатҡа төшһәм, унда ғәйепле йылмайышып атайым менән шаҙра апай тора. Кәкре аяҡтарын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәй тапанған апай йыуасалар, ҡайнатма, тағы әллә күпме тәм-том килтергән. Атайымдан һуң уңайһыҙланып ҡына мине яурынымдан ҡосаҡлағандай итте. Тәүҙә ситһенеп, ситкә тартылһам да, өсөнсө килеүендә, үҙем уны ҡосаҡлап алдым. Шунда ул миңә серен систе: “Минең эсемдә бәпес бар! Тик был турала әлегә бер кем дә белмәй торһон, йәме! Серҙе һин беләһең дә, мин беләм! Килештекме?!” Килешмәй торғаным бармы инде! Тамағымдан төкөрөк тә үтмәгәндәй ине, ә шунда хатта ла еңел тын алдым.
Дауахананан йортҡа ҡыуанып ҡайттым. Шаҙра апай менән бергә өйөбөҙгә киренән йәм, йылылыҡ ингәйне. Тәүҙә мин уға гел дә “апай”, тип өндәштем, аҙаҡ бәләкәстәр ыңғайына әсәй тип тә ысҡындырғыланым. Ләкин ауыҙ тултырып бер ҡасан «әсәй» тигәнем булманы, шулай тиһәм, үҙ әсәйем рәнйер кеүек тойолдо. Әсәйем вафат булғанда, мин өлкән инем бит, иҫ кергәйне, шуға уны хәтерҙә тоторға бурыслымын кеүек тойолдо. Ҡай саҡ йөҙө хәтерҙән юйылған кеүек булып китһә, йәһәт кенә фотоальбомдан әсәйемдең һүрәттәрен ҡарай һалам, битенән һыйпайым, үбәм. Тәүҙә Хоҙайға, ниңә әсәйемде иртә алып киттең, тип үпкәләһәм, аҙаҡ үгәй әсәй өсөн рәхмәттәр уҡыным – ул беҙҙе үҙ балалары кеүек яратты, яҡын күрҙе, себештәре өсөн өлтөрәп торған тауыҡ кеүек һәр ауырлыҡтан араларға тырышты, яралы күңелебеҙҙе яҡшылығы, изгелеге менән яманы. Беҙҙе, аҡыллыларым, матурҙарым, шәптәрем, тип маҡтауҙан бушаманы, хата аҙымдар өсөн шелтәләмәй, йомшаҡ ҡына итеп тура юлға төшөрөп ебәрә белде, атайға ошаҡ йөрөтмәне. Төрлө саҡта ла кисерә, ғәфү итә ине ул. Шундай ике изге әсәй булған тормошома рәхмәтлемен. Ә бына Венераларға ундай бәхет эләкмәгән, үгәй әсә күрмәгәндәрен күрһәткән... Хәйер, үҙе һөйләһен. Ҡана, сәйегеҙҙе эҫетеп ебәрәйем, етешеп ултырығыҙ...
– Миңә етте, рәхмәт, – тип Венера усы менән сынаяғын ҡапланы, – бая тәмле ашты йыуҙырмайым, тип сәй ҙә эсмәм тигәйнем, яһағасһың, баш тартып торманым...
Ул миңә табан боролоп, йәтешләп ултырҙы:
– Хәбәрем оҙон, арытырмын инде, – тип көлдө. – Беҙ әсәйҙән ике ҡыҙ, бер ир бала тороп ҡалдыҡ. Мин туғыҙынсыны бөткәйнем, һеңлем алтынсы синыфты, ҡустыбыҙ – өсөнсөнө. Әсәйҙең вафатынан бер йыл үттеме-юҡмы, атай йәш ҡатын алды. Йәш тип, ирҙән айырылған ҡатын инде, балаһын әсәһенә ҡалдырып беҙгә килгәйне. Үгәй әсәй йортобоҙға төшһә лә, һыйыр һауыу, икмәк баҫыу кеүек яуаплы эштәрҙе минән алырға ашыҡманы. Беренсе көндән илтифатһыҙ ҡыланды: беҙҙең күҙ алдында атайҙың тубыҡтарына ултырып иркәләнә, шиҡанлап уны ҡосаҡлай, үбә, кис етһә йоҡо бүлмәһендә шырҡ-шырҡ көлөшөп, шағыр-шоғор киләләр. Биллаһи, улар өсөн миңә оят инде! Атай алдында шулай ихахай ҙа михахай, ә ул өйҙән сығып китһә, диванға һуйлайып ята ла телевизор ҡарай, эш эшләшәйем, ярҙам итәйем, тимәй. Бөтөнләй нығынып алғайны, тел-тешен дә күрһәтә башланы: беҙ уның өсөн – “аңра һарыҡтар”, “ҡаҙалғырҙар”, “суҡынғырҙар” һ.б. Таң һарыһы менән уятып эшкә егә. Үҙебеҙҙең баҡсаны утатыуҙан тыш, колхоздың сөгөлдөр баҫыуынан ер алған, имеш тә, ғаиләгә өҫтәмә аҡса кәрәк. Үҙе эйелеп бер сүп үләнен йолҡһасы! Беҙ, балалар, ҡояшта ҡара янып, ҡулға сепрәк-сапраҡ урап бәйләп, билсәнгә ҡаршы һуғыштыҡ. Бынан тыш еләк йыйып һатабыҙ, дарыу үләндәрен әҙерләп тапшырабыҙ, ҡош-ҡорт ҡарайбыҙ, өйҙәге башҡа ваҡ-төйәк эштәрҙе эшләйбеҙ. Ни ҡәҙәрем тырышһаҡ та, үгәй әсәй барыбер яҡты йөҙөн күрһәтмәй, төн еткәнсе әрләй. Хатта, эшләгән эшегеҙ күренмәй, ә йыпырырға тиһәң, һеҙҙе ҡуш, һеҙгә ашарға ла еткереп булмай, тип һөйләнергә тотондо. Телевизор ҡарау, китап уҡыу, иптәштәр менән уйнау беҙҙең өсөн бөттө. Уның уҫаллығынан биҙрәп, әхирәттәр, дуҫтар өйөбөҙгә юлды һыуытты. Юха йылан беҙҙе өтөп-ҡырып алып барһа ла, атай алдында бөтөнләй икенсе сүрәткә инә лә ҡуя – унан да яҡшыраҡ кеше юҡ тиерһең, йылмайыуынан ҡарҙар ирерлек! Бер көн уңайын тура килтереп, йәберләүҙәренә түҙә алмаған һеңлем атайға, “ул беҙҙе әбижәт итә” тигәйне, атайҙың керпеге лә һелкенмәне, буҡырҙама, тип кенә ҡуйҙы. Ир кешенең шул тиклем дә бисә, тип күҙе тона икән! Хәйер, әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер...
Көҙ етте. Документтарымды йәй үк һөнәрселек училищеһына алып барып тапшырғайным, уҡыуҙар октябрҙә башлана, тинеләр, шуға сентябрҙә картуф алыу, баҡсаны таҙартыу менән мәшғүл булдым. Һеңлем менән ҡустым да мәктәптән ҡайтҡас, хәлдәренән килгәнсе ярҙамлаша, ә үгәй әсәй, бысраҡта ҡаҙынһам, тырнаҡтарым әрәм була, тип атайҙы һылап-һыйпауҙан бушамай. Бер көн иртән соланда һөт айыртып торһам, һеңлем, апай, икмәк ҡайҙа, тип килеп сыҡты. Өҫтәлдә ине, тим. Ул, унда юҡ, ти. Өйгә инеп икмәй эҙләйем – ысынлап та, икмәк бер ҡайҙа ла күренмәй. Кистән ярты ҡалас икмәк ҡалғанын ап-асыҡ иҫләйем, әммә юҡ бит! Һеңлем менән ҡустым, бахырҡайҙарым, ҡоро сәй һемереп, мәктәпкә йүгерҙе. Сепаратты йыуып өйгә индереп барһам, үгәй әсәнең аш бүлмәһендә ҡыштырлағанын ишетеп ҡалдым. Ҡараһам, иҫке газ плитәһенең духовкаһынан икмәк һалынған тоҡсайҙы сығарып тора – атай менән икәүләп сәй эсер өсөн икмәкте йәшереп ҡуйған! Бындайҙы уҡ көтмәгәйнем, оятһыҙҙар, һеҙ оятһыҙҙар, тип күҙ йәше аша ҡысҡырҙым: “Балалар мәктәпкә ас китте, туймаҫ тамағығыҙға баш була алмай, инде балаларҙың өлөшөнә инәһегеҙме, битһеҙҙәр?!” Атай мине яҡлар урынға, бисәһен яҡлашып, мине төрткөсләп урамға сығарып ебәрҙе: “Маңҡаң кибеп бөтмәгән, нимә өлкәндәргә баҡыраһың?!” Ошоға тиклем уларҙың карауатын йыйыштырғанда урын кәрәк-яраҡтары араһынан йә кәнфит ҡағыҙҙарын, йә печенье валсыҡтарын ҡағып төшөргәнем булғайны (беҙҙән йәшереп, икәү ашайҙар). Әммә атайымдың шул тиклем дә йәш ҡатынға иҫе китер, тип һис тә уйламағайным. Үҙем дә арҡыры: атайым артынан кире өйгә енләнеп килеп индем дә, тиҙ-тиҙ бер нисә әйберемде сумка эсенә ташлап, әсәйҙән ҡалған кошелекты кеҫәгә тыҡтым да (унда аҙ ғына булһа ла аҡса бар), мин бешергән икмәк тамағығыҙға торһон, тип ишекте шартлатып ябып сығып киттем. Юлда бер машинаны туҡтатып, алыҫ ҡына ауылда йәшәгән өләсәйҙәргә юлландым. Ҡайҙа машинала, ҡайҙа йәйәү, тигәндәй, төштән һуң саҡҡа барып еттем. Ни тиһәң дә, яҡын кешем бит ул, шуға яҡлау көтөп, хәлде түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Ләкин өләсәйем, атаңа ла үҙ тормошон ҡорор кәрәк, нимә бала башың менән улар араһына ҡыҫылып йөрөйһөң, тип минең үҙемде битәрләне лә ташланы. Ҡыҙыулығым хаттин ашҡайны, сәй эсеп ултырған ерҙән һикереп тороп, сумкамды ҡулыма эләктерҙем дә, эх-х, һин, өләсәй, тип ишеккә омтолдом. Өләсәйем мине туҡтатманы... Беренсе осраған машинаға ултырып, Өфөлә йәшәгән Лена әхирәтемә барырға булдым. Ленаның әсәһе беҙҙең ауылдыҡы, шуға ла уны йыл һайын бер-ике айға йәйгелеккә ауылға ебәрәләр. Бәләкәй саҡтан дуҫлашып, мөмкинлек булғанда телефон аша хәбәрләшеп, хат алышып торҙоҡ. Ул мине һәр саҡ үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы, ләкин ошоғаса Өфөгә барыу уйы башыма ла инеп сыҡмағайны. Әммә тормош – ормош бит...
Баш ҡалаға имен-һау ғына барып еттем. Шофер ағай, изге кеше, минән бер тин дә юл хаҡы алманы, һонған аҡсамды кире усыма йомдорҙо, баш ҡалала тормош ҡиммәт, үҙеңә кәрәгер, тип йылмайҙы. Уға рәхмәттәр уҡый-уҡый, тәүге осраған таксофондан әхирәтемә шылтыраттым. Лена, мин Өфөлә, тигәйнем, эй, ҡыуанды, сыр-сыу килде, ҡайҙа тороуымды белеште. Шунда ғына тор, хәҙер киләм, тип тыҡып-тыҡып, трубканы һалды. Ярты сәғәт самаһы көткәс, яныма килеп етте, ҡосаҡлап, мине өйрөлтөп алды, суп та суп битемдән үпте. Уның шатлығын күреп, мине лә яҡын күргән кеше булыр икән, тип, күҙҙәремдән йәштәр бәреп сыҡты...
Фатирҙарына килеп ингәйнек, хайран ҡалдым, үәт бай йәшәйҙәр ине улар! Үҙемдең бахырлығымды, фәҡирлегемде шунда бигерәк асыҡ күрҙем, ялтырап торған донъяларында кейемем дә, үҙем дә бысраҡ кеүек инем. Бигерәк тә ярылып бөткән, шуға ла оторо бысраҡ күренгән ҡулдарым өсөн оят булды... Душ төшкәс, Лена миңә халат бирҙе, сәй эсергә ултыртты. Өҫтәлдәрендә нимә генә юҡ! Ике-өс төрлө колбаса, сыр, джем, шоколад кәнфиттәр, кекстар... Үҙебеҙҙең өҫтәлдә икмәк тә, шәкәр генә бит (үгәй әсәй ҡаймаҡты гел һатыуға сығара), шуға ла һеңлем менән ҡустымды йәлләнем. Мин тәмләп ашанып ултырам, ә улар, бәлки астыр ҙа әле, тигән уй мейемде яндырып үтте...
Леналарҙа бер аҙна йәшәнем. Атаһы менән әсәһе таңдан тороп эшкә китә лә, һуң ғына ҡайталар, әхирәтем электән шулай көнө буйы бер үҙе, үҙенә үҙе хужа икән. Мин килгәс, ул ауырыйым, тип белешмә алды ла, институтҡа уҡырға йөрөмәне. Артыҡ теләгем булмаһа ла, минемагазиндарға, кинотеатрға, кафеларға һөйрәне. Шаталаҡ ҡыҙ иптәштәре менән таныштырып бөттө, үҙе кеймәгән матур кейемдәрен бүләк итте, кәйефемде ихлас күтәрергә тырышты. Етеш йәшәгән ғаиләлә яңғыҙ бала бер аҙ иркәрәк үҫһә лә, күңеле ҡортло түгел ине уның, булмышы менән саф ямғыр кеүек булды минең өсөн.
Бер аҙна тигәндә, Ленаның әсәһе, бигерәк оҙаҡ ҡунаҡ булып киттең түгелме, ҡасан ҡайтырға уйлайһың, тип һораны. Уңайһыҙланып, өйгә йыйына башланым. Ләкин Лена, унда ҡайтып нимә эшләйһең, әйҙә бында уҡырға ин, фатир, эш тә белешәйек, тип ҡотортто. Эш хаҡы алғанға тиклем аҡса ла биреп торам, тигәс, ризалаштым. Бәхетем барҙыр инде, Леналарға яҡын ғына бер йортта фатир таптыҡ. Хужалар ике бүлмәле фатирҙарын ике кешегә ҡуртымға бирә ине, шуға хаҡы мин күтәрерлек. Лена бер ай өсөн фатир хужаһына аҡса түләп, миңә өйҙәренән кәрәк-яраҡты килтереште лә, ҡайтып китте. Ә мин ят ерҙә беренсе тапҡыр йоҡларға ҡалдым. Иртән тороп аш бүлмәһенә инһәм, унда ике ир-егет сәй эсеп ултыра. Әзербайжандан килгән егеттәр икән, бүлмәләрҙең олоһонда улар йәшәй, имеш. Һаулыҡ һорашып, миңә һүҙ ҡушҡайнылар, ҡырын-мырын ғына ҡарап, мин теләһә кемдәр менән һөйләшмәйем, тип ҡырт киҫтем. Улар һуҡыр себен кеүек инеп барманы, мәйелеңдә, тип бер аҙҙан аш бүлмәһен бушаттылар. Мин көнө буйы эш, уҡыу йорттарын белешеп йөрөнөм. Кис ҡайтһам, улар тауыҡ боттарын ҡурып, йәшелсә-емеш менән тамаҡ туйҙыра. Әйҙә беҙҙең менән табынға, тип саҡырғайнылар, мин ас түгел, тип киҫкен генә яуаплап, үҙ бүлмәмә үттем. Бер нисә минуттан егеттәрҙең өлкәнерәге ишегемә туҡылдатты. Ҡыҙыҡай, һиңә үтенесебеҙ бар, ас әле, тигәс, асҡайным, әйҙә, былай килешәйек: һин беҙгә ашарға бешер, иҙән, һауыт-һабаны йыу, ә беҙ һинең урынға фатир өсөн аҡса түләйбеҙ һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәбеҙ, ти. Мин һеҙгә хеҙмәтсе булыр өсөн Өфөгә килмәнем, тип баш тартым. Тик ике-өс көндән аҡсам бөттө, асыға башланым. Ни эш табып булмай, бөтә ерҙә лә прописка, диплом һорайҙар... Бер кис иҙән йыуып йөрөгәнемдә, егеттәрҙең олоһо, беҙҙең бүлмәне лә йыу инде, ҡәрендәш, тип йомшаҡ ҡына өндәште. Ә миңә, эш эшләп үҫкән кешегә, моңмо ни тотош фатирҙы йыуып сығарыу?! Ҡырталашып торманым, бүлмәләрен йыуҙым да бирҙем. Һауыт-һабаны ла үҙем йыуырмын, тинем. Улар ҡыуанды, рәхмәт әйтеп, өҫтәл артынан торҙо. Егеттәрҙең артынан ишек ябылыу менән, мин уларҙан тороп ҡалған лаваштың бер ситен һындырып ҡаптым, ит турағыс аша үткәрелгән шәкәрле лимонды ҡалаҡлап йоттом. Эй, үҙемә оят, кеше ҡалдығын ҡасып-боҫоп тигәндәй ашап торам бит инде! Әммә аслыҡ үҙенекен итә... Шул уҡ кисте Лена килде лә, минең ай-вайыма ҡарамай, дискотекаға алып китте. Шунда тәүге һәм һуңғы тапҡыр араҡынан ауыҙ иттем. Ас йөрөгән кешегә ике-өс рюмка етте, лаяҡыл иҫерҙем. Нисек фатирға ҡайтҡанымды ла иҫләмәйем. Иртән баш ауырта, йөрәк болғана, һыу эсергә, тип тәнтерәкләп аш бүлмәһенә сыҡтым. Азерҙарҙың кесерәге, ну һин бөгөн төндә беҙгә концерт күрһәттең, тип ауыҙ йырғайны, өлкәне уны тыйҙы. Баҡтиһәң, мин уларҙың ишеген дөмбәҫләгәнмен, илап бөтә тормошомдо һөйләргә маташҡанмын, үгәй әсәйҙе ҡәһәрләгәнмен, коридорға ҡоҫоп бөткәнмен. Әйтеүе лә ерәнгес, ҡоҫҡолоғомдо шул егеттәр йыуған. Өлкәне миңә лимонлы сәй бирҙе лә, ҡаршыма ултырып, өгөт-нәсихәт уҡыны. Һин йәшһең, әле яңы тормош башлап тораһың, ә мин олораҡ, донъя күргән кешемен, шуға ла һүҙемә ҡолаҡ һал, тине: “Эскелек – һаҙлыҡ кеүек, ул бер йотһа, ҡотола алмаҫһың. Етмәһә, ярҙам итер яҡын кешеләрең дә юҡ. Тик һин үҙең генә үҙеңә ярҙам итә алаһың. Тормош дилбегәһен үҙ ҡулыңда тот, йәбешеп ят тормошҡа! Бәхетле булғың килһә – бул!” Үҙеңдән башҡа бер кемгә лә ышанма, тип тыҡыған ошо хәстәрлекле ағай (минән ни бары һигеҙ йәшкә өлкән!) мине йәшелсә базаһына эшкә алдырҙы, кассирҙар курсына уҡырға индерҙе. Ҡара халыҡтан гел дә шөрләй торғайным, улар араһында ла бик кешелекле, изге бәндәләр бар икән. Һәр хәлдә ошо ағайға ғүмерем буйы рәхмәтлемен, ул миңә тормош һабаҡтарын күп өйрәтте. Һәм иң мөһиме, улар миңә тырнаҡ осо менән дә теймәне, башҡаларҙан да тейҙертмәне! Әгәр ҙә берәйһе, шул азерҙар менән йоҡлап та йөрөгәндер был ҡыҙыҡай, тип уйлаһа, ул үҙенә гонаһ аласаҡ – Хоҙай алдында намыҫым тап-таҙа!
Ҡыйын булһа ла, әйтәйем – мине өйҙән эҙләүсе лә, юғалтыусы ла юҡ ине. Эҙләрҙәр, тип көтһәм дә, бер кемгә лә кәрәгем булманы. Беренсе эш хаҡы алыуыма өйгә ҡайтып, туғандарымдың хәлен белешеп килергә ниәтләнем. Һуң ғына ҡайтып етеп, ихата эсенә килеп инһәм, һеңлем иңрәй-иңрәй һыйыр һауып ултыра. Мине күрҙе лә, ҡаршыма йүгерҙе, ҡосаҡлап, үкһеп илап ебәрҙе: “Апайым ҡайтты! Беҙ һине шундай ныҡ көттөк! Башҡа китмә инде, апайым!” “Бына иҫән-һау ҡайттым бит, ҡуй, илама”, – тим. Ә ул, апай, мин шундай ныҡ ыҙалайым, белһәң ине, бына ҡара, тип йәшле күҙҙәрен мөлдөрәтеп, ҡулдарын күрһәтте. Бәләкәскенәмдең усҡынаһын күрҙем дә, тетрәндем: йыуаса бешергәнендә яңылыш тотҡаһына төртөлөп, табаны түңкәргән, үгәй әсәйҙән туҡмалмаҫ өсөн шуны тотайым тигәнендә ҡайнар май устарына түгелгән. Шул өрөлөп бешкән усҡыналарын күреп тә, ҡәбәхәт бисә һеңлемдән көн дә иртәле-кисле һыйыр һауҙырған! Йүгереп инеп, үгәй әсәнең сәстәрен йолҡорҙай булдым. Әлбиттә, нимә уйлағанымды атайға ла, үгәйгә лә бөтә әйттем, иреш-талаш оҙаҡҡа һуҙылды. Мине өйҙән ҡыуһалар ҙа, китмәнем, ҡунырға ҡалдым (төнгә ҡаршы ҡайҙа барайым инде?!). Һеңлемде дауаханаға алып барып, боҙолған сей яра ҡулдарын бәйләттем. Уны үҙем менән бергә Өфөгә алып китәйем, тигәйнем, атай ҡаршы сыҡты. Һеңлемде йәлләгәнгә түгел, етемлек аҡсаһы өсөн ебәрмәне. Тағы ла һеңлемде эш менән йонсотһаң, һине килеп һуям, тип үгәйҙе ҡурҡыттым. Уны бер йылдан ғына үҙ яныма ала алдым. Мин эшләнем, ул уҡыны. Ул училищены бөтөрөү менән икәүләп Себер тарафтарына юл алдыҡ. Шунда икебеҙ ҙә кейәүгә сыҡтыҡ, ҡустыбыҙҙы ла яныбыҙға тарттыҡ. Аҙаҡ, миңә климат килешмәгәс, ғаиләм менән кире тыуған яҡҡа ҡайттым. Һеңлем, ҡустым шунда төпләнеп ҡалды.
Бына шулай, аллаға шөкөр, хәҙер бер кемдән дә кәм-хур булмай, гөрләтеп донъя көтәбеҙ, теге әзербайжан ағайы өйрәткәнсә, тормошҡа йәбешеп ятабыҙ.
– Ә атайығыҙ менән аралашаһығыҙмы? – тын да алмай тиерлек тыңлап ултырған ерҙән телгә киләм.
– Онотҡанда бер ҡайтып киләбеҙ, араларыбыҙҙа артыҡ йылылыҡ юҡ. Беҙҙе, үҙ ғәзиз балаларын, ят ҡатын ҡосағына алыштырғас, ҡайҙан булһын инде ул беҙҙә йылылыҡ?! Һаман шул эт бисәһе менән йәшәп ята әле ул. Нимә тип күрәлер шул ҡәбәхәтте...
– Сихырлағандыр атайығыҙҙы, – тип тауыш бирҙе Алһыу апай ҙа. – Башҡаса нисек аңлатаһың?! Сихыр көслө бит.
– Эй, Алсыу апай, эш сихырҙа ғынамы икән? – Венераның ҡаштары йыйырылды. – Кешемен тигән кешелә тамсы ғына булһа ла үҙ балаһына ҡарата изге хистәр булырға тейеш тә һуң. Ә беҙҙең атайҙа ул булдымы икән? Юҡтыр...
– Сатай-ботай булһа ла, барыбер, атай, – Алһыу апай ҡыҙыҡ ҡына итеп әйтеп ҡуйҙы ла, сәйнүкте шылтыратты. – Ай, аллам, сәй бөтөнләй һыуынған, яңынан ҡуйып киләйем. Хәҙер тәмләп тороп сәй эсәбеҙ, ҡыҙҙар. Бошонмайыҡ әле, үткәне үткән, бөгөнгөһө ҡәҙерле. Йылыға йылан да эйәләй, тигән һымаҡ, яҡшы кешеләргә гел дә яҡшы кешеләр йылыша. Үҙебеҙ һәйбәт булайыҡ, эйе бит?!
– Тап шулай, – тип йөпләне уны Венера. – Ҡулды ғына йыуып киләйем дә, юғиһә әллә нимәгә ҡулым бысраған һымаҡ тойола, әллә теге бисәне күп һөйләгәнгә.
Улар көлөшә-көлөшә залдан сығып киткәс, арттарынса мин дә өҫтәл артынан ҡалҡындым, ишеткәндәрҙе тиҙерәк ҡағыҙға теркәргә ашыҡтым...
Читайте нас: