Шоңҡар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
17 Май 2019, 21:25

Таш ҡала

Банкетта Абдулла ҡыҙы, уның эше тураһында күп яҡшы һүҙҙәр ишетте. Әлбиттә, ғорур ине ҡарт. Тик ниндәйҙер ят әрнеү күңеленә тынғы бирмәй аҙапланы: әгәр ҙә был икенсе тантана булһа, туй булһа… Ә Әйшә, уның Әйшәһе ошо тормошо менән ҡәнәғәт кеүек ине, буғай.

Шәүрә ШӘКҮРОВА

ТАШ ҠАЛА

Абдулла менән Фатиманың һигеҙ балаһы булды: өс ҡыҙ һәм биш ул. Нимә тип кенә әйтәһең инде, Аллаһы Тәғәлә был йәһәттән уларға бәхетте йәлләмәне. Барлыҡ балалары, берәүһенән башҡалары, башлы-күҙле булып, ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итеп ҡыуандырҙы. Тик кинйә ҡыҙҙары, зәңгәр күҙле Әйшә генә һаман да яңғыҙ.

Ниңә улай килеп сыҡты һуң, тип бошона Абдулла. Бәлки артыҡ күп уҡығанғаһәм артыҡ күп ғүмерен ҡалала уҙғарғанғалыр? Әле лә ул унда, институтта,эшләп йөрөй. Ҡыҙының бындай яҙмышына ҡарт бик тә көйөнә. Әгәр үҙеңдән һуң ҡеүәтле ҡәүем ҡалдырмайынса билдәһеҙлектә юғалаһың икән, тарихты өйрәнеүҙәнни мәғәнә?!

Күп егеттәрҙән баш тартты Әйшә. Хәҙер инде яусылар уларҙың йортон урап уҙа. Йылдар үтә тора, тыуып үҫкән ауылында уны яйлап онота ла башланылар, һирәк ҡайтҡан ҡыҙҙы ҡаланан килгән ҡунаҡ йәиһә ата-бабаларҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йола-ҡанундарҙы онотҡан сит кеше тип ҡабул иттеләр. Улар хаҡлы, тип уйлай атаһы, халыҡ яҙмышына һәр кем үҙ өлөшөн индерә бит, тимәк, ҡыҙым тамырҙарынан алыҫлашҡан, милләт алдындағы яуаплылығын онотҡан.

Абдулла ҡарт ҡыҙының китаптар менән мауығып, ҡапыл үҫеп китеүен һәм атай йортонан ситләшеүен һиҙмәй ҙә ҡалған. Беҙҙең ҡандан түгелме әллә, әсәлек бәхетен татырға теләмәйме икән ни, тигән уйҙар атай кешегә тынғы бирмәй. Ауылдың иң яҡшы егеттәре һоратып килде, барыһын да инҡар итте ләбаһа һылыу ҡыҙ. Эйе, уныһы ла бар, улар араһында Әйшәгә тиң кейәү булманы. Ә бына таш ҡалала кемде генә табыр икән ул? Унда бит өйҙәр таштан төҙөлгән, тимәк, күпмелер ваҡыт үткәс кешеләрҙең рухы, күңеле лә ташҡа әйләнә, тип хәүефләнә ҡарт. Юҡ, булмаҫ, таба алмаҫ ҡыҙым унда үҙ бәхетен, таба алмаҫ, яңғыҙ ҡала инде, типборсолдо ул.

Абдулла был ауыр уй-кисерештәрен береһенә лә һөйләмәне. Һөйөклө ҡыҙына ул ҡатынынан да, балаларынан да һәм, әлбиттә, башҡаларҙан даниндәй ҙә булһа ауыр һүҙ тейҙергәне, ғәйеп таҡтырғаныбулманы. Береһе лә Әйшәгә ҡаты ҡағылырға баҙнат итмәй ине, сөнки атаһының ҡырыҫ холоҡло икәнен беләләр, өлкән йәштәбулыуына ҡарамаҫтан, көсө етерлек әле. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, олпат кеше ул, сал сәстәре, ҡыҫҡа итеп ҡырҡылған ап-аҡ һаҡалы һәм тау һыртынҡаплаған ҡарҙы хәтерләткән ҡаштары ғына уның олоғайыуы хаҡында һөйләйине.

Ғөмүмән әйткәндә, Абдулла ҡыҙы менән ғорурлана: ул аҡыллы, белемле, китаптар яҙа, яңыраҡ ҡына фән кандидаты исеменә лайыҡ булды. Банкетҡа атай ҡарт нисә һарыҡ һуйғандыр. Хатта башҡа балаларының туйҙарын үткәргәндә ошо хәтлем бишбармаҡ, сәк-сәк, ҡымыҙ һәм башҡа башҡорт аштары әҙерләнмәгәйне. Абдулла йола буйынса бөтә ауыл халҡын һыйланы. Өфөнөң иң ҙур ресторанын да ауыл ризығы менән тултырҙы, барыбер улар һый-ниғмәтте йүнләп әҙерләй белмәй. Аҡсаһын йәлләмәне. Эх, диссертация яҡлау түгел, ә Әйшәнең туйы булһа ине лә бит

Банкетта Абдулла ҡыҙы, уның эше тураһындакүп яҡшы һүҙҙәр ишетте. Әлбиттә, ғорур ине ҡарт. Тик ниндәйҙер ят әрнеү күңеленә тынғы бирмәй аҙапланы: әгәр ҙә был икенсе тантана булһа, туй булһа… Ә Әйшә, уның Әйшәһе ошо тормошо менән ҡәнәғәт кеүек ине, буғай. Ят, таныш булмаған кешеләр нимәлер һөйләне, ҡотланы, ә ул йылмайып, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп ултырҙы. Ҡыҙының ғилми эшен күрҙе Абдулла: ғөмүмән әйткәндә, бик һәйбәт яҙылған, сөнки унда аңлашылмаған һүҙҙәр бихисап. Уларҙы ҡарт бер ҡасан да ҡатыны йәки күршеләре менән һөйләшкәндә ҡулланғаны юҡ. Бары ғалимдар ғына шулай һөйләшә. Әммә Абдулла ҡалын, ҡыҙыл тышлы был диссертацияны ҡулына алғанда, иң беренсе сиратта, ҡыҙының йоҡоһоҙ төндәрен, ошо эште атҡарыу өсөн уҡылған китаптар арҡаһында кейелгән күҙлеген, компьютер артында ултырыуҙан бөкөрәйә башлаған арҡаһын күрҙе. Һәм, иң мөһиме, ошо тигеҙ юлдар араһында, ошо йөҙ ҙә илле бит араһында, ҡыҙының кире ҡайтара алмаҫлыҡ йәшлек йылдары ята ине… Эх, әгәр ҙә Абдулла был таш ҡаланың ошо ҡыҫҡа ғына ҡыуаныслы мәл өсөн ҡыҙының иң матур сәскә булып атҡан осорон урлаясағын белһә, бер ҡасан да ебәрмәҫ ине Әйшәне унда. Әлеге байрам өсөн генә йәшлеген ҡорбан итергә юл ҡуймай, ауылда, ағас өйөндә бикләп тотор ине.

Әйшәнең был хаҡта нимә уйлауын белмәй Абдулла, ризамы ул ошондай яҙмышы менән, әллә ҡала тормошо уға ғүмерҙең ҡыҫҡа булыуы һәм бик тиҙ үтеүе хаҡында уйларға мөмкинлек бирмәйме? Ҡыҙын бик ныҡ ярата ул. Әйшә иң яҡын кешеһе. Шуға ла Абдулла уны яңылыш ҡына һүҙ менән дә рәнйетеп ҡуйыуҙан ҡурҡа. Ҡалаға ҡунаҡҡа килгәндә, уның нуры яйлап кәмей барған йөҙөн күреп, атайкешенең йөрәге өҙөлөр сиккә етә. Тормош уның Әйшәһенең эргәһенән үтеп барғандай тойола ҡартҡа. Абдулла нимә эшләргә, балаһының йәшлеген, сафлығын аяуһыҙ алып китеп барған был ваҡытты нисек туҡтатырға белмәй шул…

Азалия АЛТЫНБАЕВА тәржемәһе.