Тормош тәме
Ғүмер ҡәҙере
Ун һигеҙ йәштән Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашҡан, күрһәткән батырлыҡтары өсөн Дан ордены, бихисап миҙалдар менән наградланған, инде хәҙер гүр эйәһе атайым Минһажетдин Нурулла улы Яруллиндың (Ҡыйғы районы Иҙрис ауылы аҡһаҡалы) яҡты иҫтәлегенә.
Йыл ярым элек баҡыйлыҡҡа күскән атайым төшөмә инде. Йәнгә еңел, күңелгә рәхәт булып уяндым йоҡомдан. Бик һағынғанмындыр инде үҙен, күрәһең. Ғүмеренең һуңғы көндәрендә янымда булғас, гүрҙәргә лә ҡосағымда килеш үткәс, уның һыны һәр саҡ күҙ алдымда. Ана шуға, бәлки, юғалтыу, юҡһыныу хисе көслөлөр.
Атайым тормошто яратты. Уның тәмен тойоп, йәшәп туя алманы. Һуңғы көндәренә тиклем: “Хоҙай тағы берәй йыл ғүмер бирһә, мишәйт итмәҫ ине,” – тиер ине. Баҡыйлыҡҡа күскәнендә лә, күҙҙәрен ҙур итеп асып, оҙаҡ итеп тирә – яҡты байҡаны. Фани донъяны туйғансы күреп ҡалайым, тигәндер инде, мәрхүмкәйем…
Бөгөн, бөйөк Еңеү көнөн билдәләгән, хәтерләгән мәлдәрҙә, әйтеүемсә, атайым төшөмә керҙе, минең күҙ алдыма ул һөйләгән, үҙе уның ғазаптарын кисергән ғәрәсәтле һуғыш йылдары баҫты.
1942 йыл. Һуғыш яланы. Ерҙең аҫтын-өҫкә килтереп, бер туҡтауһыҙ снарядтар ярыла. “Йәнеңде ала-а-ам!” – тип үкереп, баш өҫтөнән осҡан фауст-бомбалар йөрәкте яра.Ер менән күк араһына тынҡысланып дары еҫе менән төтөн тулған. Һалдаттар окоптарҙа ултыра, Минһажетдин да шулар араһында.
– Тыуған ил өсөн! Сталин өсөн! Алға-а-а!!! – командирҙың тамаҡ йыртып аҡырған тауышы һауаны телә. Хәрбиҙәр, бойроҡҡа буйһоноп, уҡтай атылып, окоптарҙан күтәрелә. Күтәрелеүҙәре була… тау башынан ут сәскән фашист пулеметтары, салғы менән үлән ҡыямы ни, ергә түшәй ҙә һала тегеләрҙе. Кемдәрҙер һуңғы тапҡыр – әсәһен, кемдәрҙер һөйгәндәрен телгә алып, ергә һығылып төшә. Уларҙың аяныс та, имәнес тә ауаздары, һуғыш ҡәһәрлеген фашлап, һуңғы тапҡыр тирә-яҡҡа яңғырай.
Ер өҫтө мәйеттәр менән түшәлгән. Атлап, алға уҙырлыҡ та форсат юҡ. Ерәнгес ҡан еҫе танауҙы яра. Ә мәхшәрҙең туҡтарға уйында ла юҡ. Унан бер кем дә, иҫән-аман сығыуҙы бер нисек тә башына һыйҙыра алмай.
Хәҙер шуларҙы уйлаһаң, йөрәк шартларҙай була. Ә ул ваҡытта һәр һалдат, мәйеттәргә ышыҡланып,туҡтамай, утҡа ҡаршы ут яуҙырҙы. Донъяны һуңғы тапҡыр яңғыратҡансы, Ғазраил килеп йәндәрен йолҡҡансы ҡоралдарын ҡулдан төшөрмәне улар.
– Атакаға!!! Алға!!! – үҙәккә үткес тауыш, тәндәрҙе зымбырҙатып, баш өҫтөндә йәнә яңғырай. Йәнә ғәскәр атакаға күтәрелә. Күҙ асҡыһыҙ ҡурғаш ямғыры аша алға ынтылырлыҡ һис әмәл юҡ.
– У-у-у-ф-ф-ф! Алла-а-а!.. – Тау башынан үлем сәскән дошман пулеметының утлы төкөрөгө Минһажетдиндың ҡулбашын сәрпәкләне. Атака тағы кире ҡағылды. Иҫән ҡалған яугирҙәр артҡа – окоптарына – шылышты.
– Бәхетең бар икән, егет, – окопташының был һүҙҙәренән яраланған Минһажетдин һиҫкәнеп китте:
– Ниңә улай тип әйтәһең?
– Үлемдән ҡотолдоң. Хәҙер һине санчасҡа ебәрерҙәр, ә беҙ… – һалдат йәшле күҙҙәрен ситкә борҙо.
“Бәхетең бар икән”. Санчасҡа барып еткәнсе был һүҙҙәр Минһаждың мейеһен сүкене. Сәрпәкләнгән ҡулбашының һыҙлауын да, юлда барғанда немец снайперы пуляһы яртыһын тиерлек умырып алған үксәһенең ауыртыуын да һиҙмәне ул. “Мин бәхетле, мин тере ҡалдым да ул, ә һеҙ?.. Һуң Хоҙай Тәғәлә был донъяға бөтә кешеләрҙе лә бәхетле итер өсөн яралтмағанмы ни?! Аһ, һин,ҡәһәрле вә мәрхәмәтһеҙ Һуғыш!..”
Ярты йыл буйына госпиталдәрҙә дауаланғас, яраларым тулыһынса уңалғансы ауылыма ҡайтарҙылар.1945 йыл – яңынан утлы өйөрмә эсендә. Беренсе Беларусь фронты сафында Польша, Болгария, Венгрияны азат итеп, Германияға аяҡ баҫтыҡ. Һәр ерҙә, һәр халыҡ шатланышып, сәскәләр менән ҡаршы алды беҙҙе – донъяны фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарыусыларҙы. Хәҙер бәғзе берәүҙәр, телдәре ҡороғоро, беҙҙе баҫҡынсылар тип мәсхәрәләргә лә тартынмай. Һуғыштың ни икәнен белмәгән, фашизм ҡоллоғон күрмәгән бәдбәхет кенә шулай тип әйтә алалыр ул. Һуғышта ятып ҡалғандар был хәшәрәт һүҙҙәрҙе ишетмәй әлбиттә. Беҙгә, төрлө михнәттәр күреп, шул ут эсенән иҫән сыҡҡандарға, быны ишетеү ни тиклем әрнеткес, рәнйешле икәнен нисек аңламай икән был туң йөрәктәр. Ярай әле ундайҙар донъяны баҫмаған. Донъя шул ғәмһеҙҙәр ҡулына ҡалһа, һис шикһеҙ яңы ғәрәсәт ҡубырын көт тә тор.
Юҡ, Дунайҙың ҡып-ҡыҙыл ҡан булып аҡҡанын, Одер ярҙарын гүр иткән егеттәрҙе күргән, шулар тураһында ишеткәндең бындай һүҙҙәр һөйләргә теле әйләнмәҫ!
Одер йылғаһын кисеү һаман күҙ алдымда. Йөҙмә күперҙән тик ауыр техника ғына сыға. Ә һалдат, бахыр, уны кәмәләрҙә, үҙҙәре әтмәләгән һалдарҙа йөҙөп сығырға тырыша…
Ҡапыл, һауа ярып үкереп, немец самолеттары килеп сыға ла, йылға кисеүселәр өҫтөнә бомбалар ҡоя башлай. Әйтерһең, дауыллы ғәрәсәт ҡупты. Йылға өҫтөндә хасил булған буй еткеһеҙ тулҡындар, кәмә-һалдарҙы тапсыҡ урынына уйната-уйната ла, йә оҙон телдәре менән ялмап йота, йә булмаһа, түңкәреп бәрә. Ҡолаҡты ярып аттар кешнәй. Ауыр-ауыр орудиелар тартҡан ул мәхлүктәр, бомба шартлаған һайын өркөп,йөрәк өҙгөс тауыштар сығарып, күперҙән ситкә ырғый. Йән эйәһе булғас улар ҙа йәл.
Самолеттар тауышы бер аҙға тынып тора. Ара-тирә снарядтар ғына ярыла. Ғәскәрҙең, утлы ҡойондо үтеп, иҫән ҡалғандары тиҙерәк ярға ынтыла. Кәмә йәки һал моронон ҡоро ергә төртөү менән эркелешеп ярға аяҡ баҫалар һәм… энә төртөрлөк тә урын ҡалдырмай, немец теҙеп киткән миналарға баҫып… күккә олғашалар. Яр буйы мәйет менән тулған. Ә яугирҙар, яңы тулҡын булып, һаман ярҙы ялмай. Үҙ үлеме менән башҡаларҙы һаҡлап ҡалған мәйеттәр аша алға ынтыла…
Күпме йәндәр ҡыйылды Одерҙы кискәндә – һөйләп тә яҙып та килештерерлек түгел. Уның ярында аяҡ баҫырлыҡ та урын ҡалмағас, мәйеттәрҙе штабелдәргә теҙеп һалдылар. Бынан да аяныслы хәлдең булыуы мөмкин микән?! Ах, ҡәһәрле вә михнәтле был һуғышты, Тәңрем, башҡаларға күрһәтмә!
Маҡсатҡа ирешелде, Одер форсировкаланды. Һирәк-һаяҡ автомат тыҡылдағанын, ара-тирә гаубицалар гөрһөлдәүен иҫәпкә алмағанда, сағыштырмаса тынлыҡ урынлашҡан бер мәлде, аҙыҡ-түлек йөкмәп, йүгерекләгән рота старшинаһы һис күҙ алдымдан китмәй. Тегеләй саба , былай саба, үҙ һалдаттарын эҙләй:
– Егеттәр, ашарға килтерҙем – һеҙ ҡайҙа, ашығыҙ һыуына, килегеҙ!
Тотош ротанан берәйһе тауыш бирһәсе уға… старшина һаман эҙләй уларҙы, ә күҙҙәренән мөлдөрәп йәштәр аға.
– Егеттәр, ашарға килтерҙем, килегеҙ… – Штабелдәргә өйөлгән мәйеттәргә ашың ни ҙә хәҙер башың ни…
Дрезден округы. 1945 йыл. Еңеү яҙы. Милиондарса ҡорбандар, йылғалар булып аҡҡан ҡан һәм күҙ йәштәре аша тыуған Бөйөк Еңеү көнө! Әйтерһең, бындай ҙа мәғрур көндәрҙе тәбиғәт тә беҙҙең менән уртаҡлаша. Алмағастар, сейәйәләр – һәммәһе ап-аҡ сәскәгә сумған, бөтә тирә-яҡ йәшеллеккә сорналған. Шуларға ҡараһаң, һуғыш тигән нәмә бөтөнләй булмаған кеүек.
Юҡ шул, һуғыш афәттарынан ҡатҡан күңел һис яҙылырлыҡ түгел. Әммә тәбиғәт үҙенекен итә – кеше кеше булып ҡала. Яҙҙың йомарт нурҙарынан ҡатҡан күңелдәр ҙә ирей, ғәйре хистәр терелә, йәшәү дәрте уяна.
Мөһабәт имән кеүек ныҡ, шәмдәй төҙ кәүҙәле, ҡойоп ҡуйғандай матур бер старшина дәрәжәһендәге совет һалдаты, ҡашыҡҡа һалып йоторҙай сибәр бер немкаға ғашиҡ була. Форсаты сығыу менән егет был гүзәл зат янына ашҡына. Ә тегеһе минуттарҙы сәғәттәргә ялғап, өҙөлөп көтә егетте. Осрашһалар, серләшеп һүҙҙәре бөтмәй уларҙың. Юҡ, немецса ла, урыҫса ла түгел, мөхәббәт телендә һөйләшә былар – үҙҙәре түгел, күҙҙәре, йөрәктәре серләшә уларҙың. Ә бындай тел донъялағы барса йән эйәһенә лә аңлашыла торғандыр…
Ошолай хистәр шауҡымынан иләҫләнеп йөрөгән егет бер көн ҡыҙ янына килһә, уның өйөндә хәрби кейемдәге немец офицерын тап итә. Ултыра был әҙәм аҡтығы, ирәйеп, сирҡанып, мыҫҡыллы ҡарашын старшинаға төбәп. Күҙҙәрендә “нур” тигән нәмәнең әҫәре лә юҡ. Етмәһә, ризаһыҙлыҡ белдергәндәй, ниҙер мыңғырҙай. Әйтһә лә, әйтмәһә лә: “Һин урыҫ, сусҡа!” – тигән һүҙҙәрҙе уҡырға була ине уның ибәтәйһеҙ һауалы ҡарашынан.
– Ах, һин, ҡәбәхәт!!! – Фашист пуляһынан ауған яуҙаштары, зар илаған тол ҡатындар, етем балалар, яндырылған ауылдар, емерелгән ҡалалар старшинаның күҙ алдына килде. Түҙмәне, иңбашындағы автоматын ҡулына алып, магазинында булған бөтә патрондарын фашист этенә һиптерҙе…
Эйе, белә ине ул хәрби бойроҡто. Гитлер армияһы капитуляцияланғандан һуң, совет һалдатына, үс алам тип, урындағы халыҡҡа, йәғни немецтарға, тырнаҡ осо менән дә тейергә ярамағанлығы хаҡында. Бының өсөн трибунал янағанын да белә ине. Ләкин… түҙә алманы фашист этенең мыҫҡылына. Дөрөҫөрәге, булдыра алманы – намыҫына хыянат итә алманы…
– Теҙелергә!!!
Еңеү шатлығынан айнып та бөтмәгән хәрбиҙәр шаярыша-шярыша сафҡа теҙелә.
– Равняйсь… Смирно!!!
Сафтарҙа тынлыҡ урынлашты. Йонсоу йөҙлө дивизия командиры ҡулына хәрби Трибунал ҡарарын тотҡан. Комдивтың борсолоуы йөҙөнә генә сыҡмаған, уның ҡулдары ла ҡалтырай, күҙҙәре лә йәш менән томаланған. Ауыҙ асып һүҙ әйтергә тамағына тығылған төйөр ебәрмәй. Шуны көс-хәл менән йотҡандан һуң ғына уҙаман ҡарарҙы сафтағыларға еткерҙе:
– Старшина фәлән-фәләновты атырға! – тине лә, комдив башын ситкә борҙо. Күҙҙәренән атылып сыҡҡан йәштәрен сафтағыларҙан йәшерҙе.
Ә ул – немкаға ғашиҡ ошо старшина, саф алдында тора. Әйтерһең Еңеү парадына йыйынған. Ҡояшҡа уңып ағарған гимнастеркаһы тап-таҙа итеп йыуылып, үтекләнгән, итектәре ялтыратып кремланған. Күкрәк тултырып, миҙалдар ғына түгел, ордендар таҡҡан. Һоҡланып туймаҫлыҡ ир арыҫланы! Трибунал ҡарары уҡылғас, ул ғорур ҡиәфәт менән алдан ҡаҙып ҡуйылған соҡор эргәһенә килде лә, ҡарашын күккә төбәне. Көн иҫ киткес аяҙ, матур ине… Тотош взвод мылтыҡтарын уға төбәне.
– Пли!!! – аяныс команда һауаны телде.
Старшинаның күкрәгенән ҡандар сәсрәне. Гүйә был ҡан сафтағыларҙың йөҙөнә сәселде – бөтә кеше ҡулдары менән йөҙөн ҡапланы. Сафтар буйлап йөрәк өҙгөс иңрәү үтте. Старшина, ҡырҡылған имәнме ни, ер һелкетеп, арҡаһына ауҙы. Һуңғы тапҡыр күккә баҡты. Ә ул шундай ғәләмәт матур, илаһи ине…
Үтһә аҙна-ун көн үткәндер. Дивизияға әлеге трибунал ҡорбаны булған старшинаға Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе тураһында илдең Юғары Советы ҡарары килеп төштө. Шулай итеп, ике йылға яҡын хужаһын эҙләгән награда еңеү яҙында уны бөтөнләйгә юғалтты…
Йә, әйтегеҙ инде, Тыуған иле өсөн йәнен аямай, кешелек донъяһын фашизм тамуғынан ҡотҡарам тип, йөҙҙәрсә тапҡыр үлемдең күҙенә ҡарап атакаға барған ошо Ил улы баҫҡынсымы?!.
Атайым күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Әммә ярһыманы ла, һулҡылдаманы ла. Хатта терегөмөш кеүек тәгәрәгән тамсыларҙы ҡулдары менән һөртөп тә булашманы. Улар, атайымдың битендә ап-аҡ ике бураҙна ҡалдырып, үҙҙәренән-үҙе ҡороно. Атайым тынысланды. Һәр саҡ эсен ҡырып йөрөгән вәхшәтле һуғыш хәтирәләрен миңә – улына – еткергәс, күңеле лә бушап ҡалғандай булғандыр, күрәһең. Юғиһә, ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ бит. Ҡасандыр, бер туғандар кеүек, иңгә-иң терәшеп, ғәрәсәтле һуғыш юлдарын үткән милләттәр бөгөн бер-береһенә ҡаршы ҡорал күтәрә. Бөтә Ер шары буйлап та тыныс түгел – әле бында, әле тегендә һуғыш уттары тоҡанып ҡына тора. Һуғыштың аяныслығын үҙ елкәһендә татымаған, уның тураһында ишетмәгән, тыныс тормош тәмен һанға һуҡмаған хаин бәндәләр ҡуптаралыр ундай янъялдарҙы. Ә минең һөйләгәндәрҙе тыңлаған улым улай итмәҫ. Минең хәсрәтле хәтирәләремде үҙ балдарына еткерер. Ейәндәрем бүләләремә һөйләр. Ана шулай кешелек һуғыштың афәтлығын быуындан быуынға күскән һайын тәрәнерәк аңлар, һәм уның ҡабыныуына юл ҡуймаҫ. Бына шундай бер ҡарағанда, бер ҡатлыраҡ, ә төптәнерәк уйлаһаң, тәрән мәғәнәгә эйә уйҙар кисергәндер ул ваҡытта атайым. Йәнекәйе бушанғас, уға еңелерәк булып киткәдер. Ул һәлмәк кенә урынынан торҙо ла, тәҙрәгә табан йүнәлде. Уның ҡорғанын күтәреп, тышҡа күҙ ташланы. Ә унда һаман ябалаҡлап яй ғына ҡар яуа. Бөтә донъяны аҡлаған, әйтерһең, кешеләрҙең дә күңелен пакларға теләй ине ул.
Ғималетдин Яруллин.