Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
3 Июль 2019, 13:40

Балам, ғәфү ит (хикәйә)

Нурания ни тиклем тырышып ҡараһа ла, башҡа ваҡыттағы кеүек рухланып, дәресте үҙе өсөн дә, балалар өсөн дә ижади бер эшкә әйләндереп ебәрә алманы. Уҡыусылары уның йомшаҡлығын тиҙ һиҙҙе: иғтибарҙары төрлө яҡҡа китте, шырҡ-шырҡ көлә, шаяра башланылар. Һәр нәмәгә ололарса етди ҡараған Әлмира ғына уның хәлен аңлай һымаҡ, уҡытыусыһына ярҙам итергә тырыша, класташтарына асыуланып ҡарай.

Нурания ни тиклем тырышып ҡараһа ла, башҡа ваҡыттағы кеүек рухланып, дәресте үҙе өсөн дә, балалар өсөн дә ижади бер эшкә әйләндереп ебәрә алманы. Уҡыусылары уның йомшаҡлығын тиҙ һиҙҙе: иғтибарҙары төрлө яҡҡа китте, шырҡ-шырҡ көлә, шаяра башланылар. Һәр нәмәгә ололарса етди ҡараған Әлмира ғына уның хәлен аңлай һымаҡ, уҡытыусыһына ярҙам итергә тырыша, класташтарына асыуланып ҡарай. Бындай саҡта үҙ аллы эш биреү хәйерле тип, методик ҡулланманан оҙон ғына күнегеү табып, шуны атҡарып сығырға ҡушты ла, билдәләрҙең журналға ҡуйыласағын аңлатты ҡатын кеше. Үҙе тәҙрә янына барып баҫты. Класс бүлмәһе икенсе ҡатта урынлашҡан, бынан уларҙың йорто ус төбөндәге кеүек күренеп тора.

Кисә эштән ярайһы ғына төшөрөп ҡайтҡан ире Рәсим, гаражға китергә ашыҡмай, урам буйлап ары-бире йөрөүен белә. Шешәләштәр эҙләүелер, күрәһең. Магазин күтәрмәһендә оҙаҡ ҡына баҫып торҙо. Ана, бесән-һалам ташыр өсөн ҡулайлаштырылған арба таҡҡан “Беларусь” Рәсим янында туҡтаны. Арбалағы ике ир ҡулынан тартып, уны өҫкә мендереште, трактор ҡуҙғалып китте. Тимәк, йәнә эсерлек сәбәп сыҡты. Нурания тешен ҡыҫты ла: “Их, бөгөн тағы ла рәтле йоҡо күрмәм инде, донъяның ҡото китер, ашағаның – аш булмаҫ, – тип ярһып уйланы. – Уҡытыусы башың менән шулай мыҫҡыл ителеп йәшә, имеш”.

Ниһайәт, дәрестәр тамамланды. Уҡытыусы ҡайтырға ашыҡманы, ғәҙәттәгесә, дәфтәр тикшерергә кереште. Эш уны күңелһеҙ уйҙарҙан арындырғандай итте. Ҡайһы уҡыусылары өсөн көйөнөп, бәғзеләренә һөйөнөп, икенсе дәрестә нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген тоҫмалланы. Алдағы көн өсөн план төҙөнө. Ике сәғәте шулай үтеп тә китте.

Нурания өйөнә ашыҡты. Ире иҫереп ҡайтып маҙаһыҙламаҫ борон тамаҡ туйҙырырға кәрәк тип, бутҡа бешереп алды. Тауыҡ-ҡаҙҙары ашарға һорай, һыуын да ташып ҡуяһы бар. Ул үҙенең йәшәү рәүешен һалдат тормошона оҡшат: өлгөрөргә, эшләп бөтөрөргә... Юғиһә донъя түңкәрелер сиккә етәсәк. Бына ул бер-бер артлы үҫеп килгән улдары Айҙар менән Айратты баҡсанан алырға китте. Көҙгө ҡыҫҡа көн кискә ауыша, төньяҡтан әсе ел сыҡҡан. Ҡороған япраҡтар ҡыштыр-ҡыштыр килеп йән-яҡҡа һибелә. Ҡатын күңеле лә болотло көн кеүек. Балалар әсәләренә ҡарап шым булырға, шаярмаҫҡа, һөйләшмәҫкә кәрәк икәнен төшөнә. “Меҫкенкәйҙәрем, улар ҙа аңлап бөткән,” – әсә шулай өҙгөләнә. Күңелһеҙ генә ихатаға ҡайтып инделәр.

– Әсәй, ҡара әле, – Айҙары аптыраулы тауыш менән әйтеп ҡуйҙы. Рәсим түмәр өҫтөндә ултыра ине. Алдында ике шешә ҡуҡырайған. Ир кеше шул тиклем ҡәнәғәт, әйтерһең, ниндәйҙер хазинаға юлыҡҡан. Балалар шым ғына өйгә йомолдо. Ҡатын ҡалтор-ҡолтор ире янына килеп баҫты һәм уның лаяҡыл иҫерек икәнлеген күрҙе. Эсендә ҡайнаған нәфрәтте нисек баҫырға белмәгән Нурания шешәләрҙең береһен эләктереп, солан мөйөшөндә ятҡан ташҡа быраҡтырҙы. Тегеһе аңына килеп, икенсеһен усына алырға өлгөрҙө. Уның ҡоторонған күҙҙәрен күргән ҡатын өйгә инеп бикләнергә ашыҡты. Ире уға төбәп һелтәгән шешә ишек яңағына бәрелеп онтаҡланды.

– Эй, Илаһым, балаҡайҙарым хаҡына ғына иҫән ҡалдым, шикелле. – Нурания ҡамырға әйләнгән аяҡтары менән һөйрәлеп барып диванда ҡоттары осоп ултырған балалары янына ҡапланды.

Көнө буйы ашамай эскән иҫеректең дә хәле мөшкөл, ажғырып килеп инһә лә, һөрөнөп иҙәнгә һуҙылды, лығырлап ята торғас, хырлап йоҡлап китте. Ул арала малайҙары тынлыҡты боҙҙо:

– Әсәй, асыҡтым.

– Әсәй, мәмәй бешкәнме? – тип тәтелдәргә кереште.

Нурания үҙен ҡулға алырға тырышты:

– Хәҙер, хәҙер, бәләкәстәрем, – тип күпереп кенә бешкән бутҡаға аҡ май төшөрөп, балаларының тамағын туйҙырҙы. Ул арала көтөү ҡайтты. Ҡатын йәнә үҙенең бөткөһөҙ өй мәшәҡәттәренә сумды. Малайҙар ҙа башҡа ваҡыттағыса шау-гөр килеп уйнаманы, үҙҙәренең тәтәй китаптарын ғына ҡарап ултырҙы. Мәле еткәс, Нурания шым ғына йөрөп сабыйҙарын йоҡларға һалды, улары бышылдап ҡына һөйләште, ҡарышмай ғына ятты. Ҡатын иҙәндә аунаған ирен дә иҫке әйбер менән япты, баш аҫтына аламараҡ мендәрен ҡыҫтырҙы. Өшөп уяныр, һалҡын алдырыр тип хафаланды. Үҙе ни тиклем арыһа ла, йоҡлап китә алманы. Сабыйҙары янында ултыра бирҙе.

Рәсимде ҡайһылай яратып кейәүгә сыҡҡайны. Уҡыуын тамамлаған йыл ине. Райондан ауылдарына ҡайтам тип юлда торғанда бер йөк машинаһы ултыртып алды. Шофер – унан саҡ ҡына олораҡ, йәм-йәшел күҙле сибәр егет. Һөйләшеп киттеләр. Ҡыҙҙың ауылы арыраҡ икәне асыҡланғас, Рәсим (егеттең исеме шулай ине) артыҡ уйлап та тормай йәш уҡытыусыны тейешле ергә илтеп ҡуйҙы. Шунан һуң йәштәр тура килгән һайын осраша торҙо, аралары яҡынайҙы. Ярты йылдан туй яһанылар. Икеһенең дә эше яуаплы, ғишыҡ уйнарға ваҡыттары юҡ ине. Башта татыу йәшәнеләр. Көнө буйы эштә йөрөп, кисен һағынышып осрашалар. Тәүҙә бәләкәс кенә иҫке йорт һатып алғайнылар. Һуңынан яңыһын төҙөргә хәл ителде. Йәш ҡатын бер-бер артлы ике ул тыпылдатты. Ир йорт һалыуҙы тиҙәләтте. Ҡыш буйы алыҫ урманға барып ағас йығыу, уны ауылға тарттырып алып ҡайтыу, яҙ көнө бура буратыу икеһенең дә быуынын алды. Бөтә эш эске менән бәйле, заманы шул. Рәсим дә төшөргөләне. Йәш ҡатындың ир көйләргә ваҡыты юҡ. Бар иғтибары ике бәләкәс балала. Атай кеше сабыйҙарҙы бергәләп бағыу, хәләленә ярҙам итеү хаҡында уйлап та бирмәне. Киреһенсә, иғтибар булмағас, үҙен артыҡ тойҙо. Ә Нурания барыһына ла нисек өлгөрһөн ти? Элекке ише донъялары ла гөлт итеп тормай. Йәшәп ятҡан бәләкәй генә өйҙәре бала күлдәк-ыштаны, йүргәк менән тулған. Ҡатын да иренә асыуланып йөрөй: бала ҡарашаһы, йорт эштәрендә ярҙам итәһе урынға ҡойроғон һыртҡа һалырға ғына тора. Ризаһыҙлыҡ артҡандан-артты. Барлыҡ мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеп, килешә алмайҙар, йәшлектәренә барып бер-береһенә буй бирмәй маташалар. Ниһайәт, интегә-интегә булһа ла, ҙур ғына өй һалып инделәр. Йоҡо, ҡунаҡ, балалар өсөн айырым бүлмәләре булған дан йорт килеп сыҡты – барыһы ла Нурания хыялланғанса ине. Тапҡан-таянғандары төҙөлөшкә китеп торғас, өҫ-баштары таушалып бөттө. Ике байрам бергә килмәй шул. Инде лә йорт эштәре тамам булып, инде тыныслап йәшәй башланым тигәндә, хәлдәр яман яҡҡа боролоп китһенсе әле. Аңлашып булмағас, булмай инде. Аралары йырағая бара төҫлө. Бына бөгөн Нурания үпкәләп һөйләшмәй йөрөй. Ире лә ишек алдындағы шешә валсыҡтарын күреп шымып ҡалған.

…Нурания йыл да үтә торған медицина тикшереүенә һуңға ҡалды. Шуға ла район үҙәгенә барып, табиптарға күренеп сыҡмаҡ булды. Бәхетенә күрә, ире был арала айыҡ йөрөй, йорт тирәһендә лә ярҙам итә. Ҡатын кисләтеп кенә ҡайтырға сыҡты. Автобусҡа һуңлағайны инде. Юл сатына килеп етеүе булды, ниндәйҙер еңел машина туҡтап ишеген асты. Гараж мөдире Мөҙәрис икән. Оҙон буйлы, мөһабәт кәүҙәле, сәләмәт сырайлы, сибәр ир. Ҡатын-ҡыҙ алдында алсаҡ, ҡыйыу. Нуранияға быға тиклем уның менән осрашырға тура килгәне юҡ, шулай ҙа иркен генә аралашып киттеләр. Ир кеше хәл-әхүәл белеште, Нуранияға боролоп ҡарап комплименттар әйтергә лә өлгөрҙө. Уныһын-быныһын һөйләшеп килә торғас, ауыл да яҡынайҙы. Мөҙәрис машинаһын кинәт кенә юл ситенә туҡтатты ла, күҙҙәрен тултырып туп-тура ҡатынға ҡараны.

– Ҡара әле, Нурания, һөйөп кенә туймаҫлыҡ сибәр ҡатынһың, һине күргән һайын һоҡланам.

Нурания ҡыҙарҙы, йөрәге дөпөлдәп типте. Ә ир кеше ары сурытты:

– Эскесе иреңә әрәм генә булып йәшәгәнеңде күреп-ишетеп йөрөйөм. Яратышып торор саҡта ғүмерең заяға үтә бит. Бер генә йәшәйбеҙ. Һиҙмәй ҙә ҡалырһың, гөл кеүек саҡтарың үтер ҙә китер. Ниңә гел шулай өтөлөп-ҡырылып йөрөргә инде? Тормоштоң ләззәтен, тәмен татып ҡалырға ла кәрәк. – Нурания Мөҙәристең уратмай-нитмәй генә һөйләүенә аптырап ултыра. Уның әйткәндәре хаҡ булып тойола. – Йә, ниңә өндәшмәйһең? – Ҡараштар осрашты. Ир кеше ҡатынды ҡосаҡларға итте.

– Юҡ, юҡ, – ул көсһөҙ генә ҡулдарын Мөҙәристең күкрәгенә терәне.

– Ярар, уйла. Мин ашыҡтырмайым. – Мөҙәрис Нуранияны автобус туҡталышында ҡалдырып китеп барҙы.

Был хәлдән һуң йәш ҡатын бер нисә көн иҫәңгерәгән ҡиәфәттә йөрөнө. Мөҙәристең ҡарашы күҙ алдынан китмәй йөҙәтте. Ҡайһы ваҡыт онотолоп китеп тик уның хаҡында ғына уйлай башлай ҙа, бүтәндәр өндәшһә тертләп ҡуя. Был халәтенә аптырай, үҙенә ябырылған хисте ҡыуаларға теләй.

Яңы йыл яҡынлашып килгәндә Рәсим йәнә ысҡынды. Нурания уның был ҡылығына һис кенә өйрәнеп, битараф ҡабул итә алманы. Их, эскесе ир ҡатынына бер кем дә ярҙам ҡулы һуҙа, хәлен еңеләйтә алмай шул. Ул йә көслө ихтыярлы булып үҙ юлын дауам итә, йә ауырыуға һабыша. Иренең шешәләшенә әйләнеүе лә ихтимал. Нуранияны хатта әсәһе лә аңламай бит. Үҙе ике балаһын яңғыҙ үҫтергәс, ҡыҙының кейәүенән айырылыуын теләмәй. Әллә ниҙә бер һағынып барып сыҡҡанда ла: “Йә, бик оҙаҡлап китмә, кейәү көтәлер”, – тип кенә тора.

Ҡатын уйсан ҡиәфәттә мәктәп ихатаһынан сыҡты ла тыҡрыҡтан төшөп китте. Эшенең өйөнә яҡын булыуы яҡшы, юғиһә күрше ауылдан йөрөп эшләүселәр ҙә бар бит. Ярты юлда уны таныш машина ҡыуып етте. Ҡатын ситкә тайпылыу менән ишек асылды, унан Мөҙәристең сибәр йөҙө күренде:

– Ултыр, – тауышы шаҡтай бойороулы ла, шул уҡ ваҡытта яғымлы ла.

Нурания уйлап та тормаҫтан ризалашты ла ҡуйҙы. Бер кем күрмәне, белмәне, тигәндәй. Машина ауыл осона сығып, баҫыу юлынан тауға күтәрелә башланы. Ҡатын яңы иҫенә килгәндәй:

– Ҡайҙа алып киттең? – тип һорап ҡуйҙы.

– Бөтөрөнөп кенә ҡайтып бараһың бит, ҡышҡы тәбиғәтте күреп, күңелеңде күтәр, әйҙә.

– Мин әле төшкөгә тамаҡ әҙерләмәгәнмен, үҙем дә иртәнән бирле тәғәм ҡапмаған.

– Юҡҡа борсолаһың. Тамаҡ ялғап алырға ла мөмкинселек бар. Һәр ваҡыт үҙем менән. Ярты ғүмер юлда үтә бит, барған ереңдә һый әҙерләп көтөп тормайҙар. Шулай булғас, үҙ яйыңды ҡарайһың инде, – тип һөйләнә-һөйләнә көрөшкәгә ҡайнар сәй ҡойҙо, колбаса менән сыр ҡатлап һалынған икмәк киҫәге тотторҙо.

– Компания өсөн, – Мөҙәрис үҙе лә термос ҡапҡасына сәй ҡойоп эсә башланы.

Ана, ҡар ҡаплаған баҫыу йәйрәп ята, тирә-яҡ тып-тын, ә улар хуш еҫ борҡотоп, тәмләп сәй эсә. Нуранияның күңеле күтәрелде, эргәләге ир күптәнге яҡын кешеһе кеүек булып китте.

– Ҡара әле, ҡоралайҙар! – Нурания ғәжәпләнеп тәҙрәгә баҡты. Улар өсәү ине. Юл аша атылып килеп сыҡтылар ҙа, бер аҙ бара биреп туҡтап ҡалдылар. Гүйә, ҡарағыҙ, һоҡланығыҙ беҙгә, тиҙәр төҫлө. Ҡоралайҙар ғорур баштарын күтәреп байтаҡ ҡына ҡарап тора биргәс, һалмаҡ ҡына юртып китеп барҙылар.

– Бесән кәбәненә юлланды улар, – Мөҙәрис тә йылмайып ҡуйҙы. – Беләһеңме, һин дә шул гүзәлкәйҙәрҙең береһе кеүек бит. Өркәк һәм һылыуһың, – үҙе ҡатын кешенең күңеле иләҫләнеүен оҫта файҙаланып, уны ҡосағына алды.

Нурания һуңғы ваҡытта елкенеүле лә, аптыраулы ла, ҡыуаныслы ла халәттә йөрөнө. Барыһына ла өлгөрҙө, күңеле лә көр булды. Эскән ирен күрмәне лә, уны уйламаны ла. Теге һөймәлекле, сибәр ҙә ирҙең иғтибары уның күңелен үҫтерҙе. Тик Мөҙәристе барыбер аңлап бөтә алмай ул. Бергә булғанда ал да гөл, иғтибарлы, наҙлы. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Ихлас, эскерһеҙ кеүек. Ә инде урамда осраһа, күрмәмеш тә белмәмеш. Саҡ ҡына, ишара менән генә булһа ла иҫәнләшһә, йылмайһа ни була? Оҙаҡ ҡына ваҡыт үтә. Тауыш-тын тойолмай. Ҡатын төңөлөп бөтә, әммә һаман көтә, өмөт итә, һағышҡа бата. Инде оноттом тигәндә Мөҙәрис яңынан пәйҙә була, һин дә мин һөйләшә. Нурания тағы ла ҡанатлана, үпкәһен онота. Аҙна тирәһе ҡанатланып-талпынып йөрөй. Аръяғы йәнә көтөү, йәнә һағыш...

Ваҡыт уҙа бирҙе, яҙ үтеп, йәй ҙә яҡынлашты. Башланғыс кластар уҡыуҙан туҡтаны. Мәктәптә балалар лагеры асылды. Нурания һаман йәйге отпускыһын ала алмай әле. Уҡыусылары менән тәбиғәткә сыға, уйындар ойоштора. Йәмле көндәр бушҡа ғына үтә һымаҡ тойола уға. Бер мәлде Мөҙәрис йәнә осрашырға саҡырҙы. Ғәрсел ҡатын “инде саҡырһа, сыҡмайым” тип анттар биреп йөрөгәген шунда уҡ онотто. Бәрелә-һуғыла йыйынды: биҙәнеп алды, йәйге ҡупшы күлдәген, яңы босоножкаларын кейҙе. Матур күренгеһе килде. Мөҙәрис уны һөйләшкән урында көтә ине инде. Ирҙең уға баһалап, һоҡланып ҡарауы, яғымлы йылмайыуы ҡатынды осондороп, шатландырып ебәрҙе.

Ауылдан шаҡтай алыҫ китеп, әллә нисә баҫыу аша үтеп, игенлектәге бер өйкөм ағаслыҡ эсендә туҡтанылар. Йәм-йәшел һутлы ыуыҙ үлән, зәп-зәңгәр күгәрсен күҙҙәре, аҡ елбәгәйҙәр Нуранияны бигерәк шатландырҙы. Урыны ла дан ине шул. Йәшел диңгеҙ эсендәге йәшел утрау. Һәр япрағы, үлән бөртөктәренә тиклем яҡты ҡояшҡа, матур көнгә шатланып көлгәндә әҙәм балаһы нисек битараф ҡала алһын инде! Ҡатын аяҡ кейемдәрен сисеп йомшаҡ үләндән йүгерҙе, һәр сәскәне һөйөп иркәләгеһе килде, салҡан ятып төпһөҙ зәңгәрлеккә баҡты. Мөҙәрис уны һоҡланып күҙәткән булды, ҡатынды ситлектән иреккә ебәрелгән йәнлеккә оҡшатып көлдө, үҙе тик тормай табын әҙерләне.

– Ханым-солтаным, табын әҙер, – тип ҡылансыҡланып бөгөлөп-һығылып алды. Уртала ҡуҡрайып ултырған араҡы шешәһен күргән Нурания саҡ ҡына күңелһеҙләнде лә:

– Мин араҡы эсмәйем бит, һаман шуны белмәйһеңме ни? – тип әйтмәй булдыра алманы.

– Бер ҙә йотҡаның юҡмы ни? Аҙ булһа ла кәрәк инде. Ул саҡта иреңдең эсеүенә шул тиклем йәнең көймәҫ, юҡтан трагедия яһап йөрөмәҫ инең.

Ҡатын сытырайып ҡына бер-ике йотто, тәмһеҙ шыйыҡса эс-бауырын яндырып ебәрҙе. Ҡалғаны ул тиклем үк ауыр тойолманы. Ул күҙгә күренеп күңелләнде, бер аҙҙан һуң Мөҙәристе ҡосаҡлап уҡ алды. Ике рюмка ир кешегә нимә генә инде? Һыңар күҙенә лә сыҡманы. Ул Нуранияны ҡыйыу иркәләне. Ҡатын кеше элекке кеүек унан тартынып этәрмәне, киреһенсә, үҙе үк йомолоп барҙы, көлдө. Мөҙәрискә шул ғына кәрәк тә, ул харап иркен ҡыланды. Элек бер сәғәт үтһә, Нурания ҡайтырға ашыға ине. Әле көн кискә ауышты, күләгәләр оҙайҙы, һыуытып та ебәрҙе. Һөйәркәһе тамам иҙрәп төштө. Йәнә бер уртлам хәмер йотто ла ҡырын ятып йоҡланы ла китте.

– Нурания, кис етте бит, ҡайтайыҡ. – Ҡатын ҡымшанманы ла, сабый бала кеүек таралып төшөп йоҡлай. Мөҙәрис уны күтәреп ултыртмаҡ булғайны, ҡурҡып китте. Ҡатындың тәне ҡамырға әйләнгән. Эсмәй эселгән араҡы уны шулай иҙрәткәнме, әллә берәй хәл булғанмы? Ир хафаға ҡалды. Әгәр уны машинаға һалып алып ҡайтһаң, өйөнә күтәреп индерергә кәрәк. Был эште күрше-күләнгә күрһәтмәй атҡарыу мөмкин түгел. Ҡояш байыр саҡта барыһы ла ҡапҡа төбөндә малын ҡаршылай. Бала-саға ла урамда. Үҙенең дә ғаиләһе: көнсөл, яһил ҡатыны, ике балаһы бар. Тыныс ҡына йәшәгәндә нисек итеп донъяңдың аҫтын-өҫкә килтермәк кәрәк. Ят урын түгел, уянғас ҡайтыр. “Уйнашсы башта уттан ҡыҙыу, тора-бара тиҙәктән һаҫыҡ” тигән һымаҡ, аҙғын ир һөйәркәһен ташлап китеп тә барҙы. Нурания тәүге һөйәркәһе түгел, байтаҡ шаярҙы. Былай ҙа оҙаҡҡа китте. Ныҡ эйәләштермәҫкә кәрәк. Булыры – булды, буяуы уңды инде… Уйнашсы ир шулай уйланы.


Нурания ҡалтыранып, өшөп уянды. Күҙен асҡас ҡайҙа икәнен аңламай аҙапланды. Ҡайһылай һалҡын. Үҙенең ҡабаланып Мөҙәрис менән осрашыуға әҙерләнеүе, игенлек эсендәге матур утрауға килеүҙәре иҫенә төштө. Янында бер кем юҡ, һөйгәне уны шул хәлдә ташлап киткәнме? Ул тороп ултырҙы. Таң атҡан, иртәнге дүрт икән. Ҡатын бер генә ҡат ебәк күлдәктә, ялан аяҡ килеш үлән өҫтөндә төн үткәреүенә аптыраны, ыңғыраша-ыңғыраша көскә тороп баҫты. Бығаса ауыҙына ла алмаған араҡы уны шулай иҙеп һалғанын, һөйөүенә ышанған кеше ташлап ҡасҡанын аңлау үтә ғазаплы ине. “Әллә был яман төшмө? Юҡ, төш түгел.” Ул икеһе ике яҡта аунап ятҡан босоножкиҙарын ҡулына алды. Тәне һыҙлауға, башы ауыртыуға ҡарамаҫтан, атлап китте, йүгерергә лә маташты. Хәле мөшкөл булһа ла хәрәкәт итә алыуына, берәй ере имгәнмәүенә шатланғандай итте. Тора-бара йылына башланы, иртәнге ысыҡта аяҡтары янамы-туңамы, аңламаҫһың. “Йә, Хоҙай, кемгә ышанып йөрөгәнмен. Шулай ҙа хыянат итеп була, күрәһең. Айҙар менән Айрат ни эшләне икән? Ахмаҡ, алйот! Шуға ышандым, йөрәгемде астым, бирелдем. Ҡалай ихлас һымаҡ ине үҙе. Мыҫҡыл итер өсөн, маҡсатына ирешер өсөн генә йөрөгән”. Шундай уйҙар ҡат-ҡат мейеһен быраулай.

Ул өҙгөләнә-йолҡҡолана ҡайтып еткәндә ауыл йоҡонан уянмағайны әле. Тыҡрыҡтан ғына килеп кәртә аша бәрәңге баҡсаһына үтте, шунан бесәнлегенә менде. Ҡояш төшмәй торған төпкөлдә иҫерек иренән ҡасып ял итә торған мөйөшө бар уның. Геүләгән саҡтарында ла һиҙҙермәй генә шунда боҫа. Бесәнгә күмелеп ҡуйған юрғаны ла урынында. Әле килеп бик яҡшы булды, шуға уранып серемгә китте. Йоҡо аралаш иренең һыйыр һауып көтөүгә ҡыуғанын, малайҙарҙы сырылдата-сырылдата баҡсаға ашыҡтырыуын ишетеп ятты. Тиҙҙән үҙе лә өҫ-башын рәтләп, һалҡын сәй эсеп мәктәпкә йүгерҙе. Тейешле сәғәттәрҙе көс-хәл менән үткәреп, ҡайтып инеүенә ире өйҙә ине. Рәсимдең йөҙөндә ҡурҡыу ҡатыш асыуланыу сағыла. Нурания Мөҙәрискә булған бар нәфрәтен, асыуын иренә төшөрҙө лә ҡуйҙы:

– Йә, нисек? – тип үҙе башлап һөжүмгә күсте ул. – Мин шулай бер нәмә аңлатмай юҡҡа сыҡһам, яҡшымы һиңә? Күҙең маңлайыңа мендеме? Ә үҙең нисәмә йыл инде мине интектерәһең, әйтмәй-нитмәй ғәйеп булып, лаяҡыл ҡайтып инәһең, ҡайтҡас тынғы бирмәй, йоҡо күрһәтмәй янъял ҡуптараһың… Бынан ары ла шулай итәсәкмен. Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы…

Нурания шулай тауыш күтәрә, әрләшә алыуына аптырай. Әммә туҡтарға уйламай, хатта ниндәйҙер бер эске тантана кисерә. Ә Рәсим аптырап, юғалып ҡалған. Ҡатынының бындай сағын тәүгә күреүе.

– Шул хаҡта уйланым-уйланым да әсәйемә сығып киттем, – ҡатын баҫымды кәметмәне. – Ҡайтмам да тигәйнем әле…

– Ә балалар?

– Балаларға мин генә яуаплымы ни?

– Йә, етте, башҡаса бындай хәл ҡабатланмаһын, ишетәһеңме?! – Рәсим ҡаты булырға тырышты, шулай ҙа тауышы ышанысһыҙ яңғыраны.

– Ә-ә-ә! Шулаймы? Һиңә ни ҡыланһаң да ярай, яманлыҡ-яуызлыҡтарыңды эскән һайын ҡабатлайһың. Миңә ярамай. Ярты көн өйҙә булмағайным, йәне сыға яҙған. Мин дә бынан кире һинең кеүек йәшәй башлайым. Араҡы эсәм, теләһәм, өйгә ҡайтмайым, төкөрәйем донъяһына. Шунан күрерһең ни килеп сыҡҡанын.

– Етте, тим! Һуғып осорғанды көтәһеңме әллә?

– Йә, һуҡ әйҙә, мин дә яуапһыҙ ҡалмам. Лаяҡыл иҫерек сағыңда үсемде алырмын.

“Алдына сығырлыҡ түгел дә баһа, алмаштырып ҡуйғандар тиерһең. Мин эскән саҡта уға ла ауырҙыр”, – тип уйланды Рәсим һәм:

– Йә, етер, мин малайҙарҙы алырға киттем, һин ашарға әҙерлә, – тип ыҙғышты туҡтатыу юлын эҙләне.

– Шул балалар хаҡына ғына инде, һинең өсөн түгел…


…Көнө ғәжәйеп матур ине. Артыҡ ҡыҙҙырмай ҙа. Еләҫ кенә ел йомшаҡ һыйпап үтә. Бындай кистәрҙә ололар ҡапҡа төбөнә сыға. Балалар уйнап туя алмай. Йәшел һуған, йәш укроп һибелгән һөтлө ашты яратып ашап күңелдәре көрәйгән ике малай йәнә урамға ашыҡты. Йәшелле-зәңгәрле туп ситкә тәгәрәй. Айҙар уның артынан сабып, тотоп ала ла ағаһына ырғыта. Айрат ҙурыраҡ булғас таһыллыраҡ шул, тупты тиҙ үк эләктереп ала ла ҡустыһына һелтәй. Бәләкәс уны тота алмай тағы йүгерергә керешә.

Шул мәлде тыҡрыҡтан велосипедҡа атланған Илгиз атылып килеп сыҡты. Әллә туҡтай алманы, әллә күрмәй ҡалды – үҙенә ҡаршы йүгереп килгән Айҙарға барып бәрелде. Икеһе ике яҡҡа осто. Илгиз шунда уҡ һикереп торҙо ла тәгәмәсе зыр әйләнгән өр-яңы велосипедын тикшерергә тотондо. Айрат тауыш-тынһыҙ ятҡан ҡустыһы янына осоп тигәндәй килеп етте. Айҙар нисек йығылған, шулай ята: иламай ҙа, ҡымшанмай ҙа, күҙҙәре йомоҡ.

– Айҙарға әллә нимә булды. Әллә үлде инде, – Айрат ҡысҡырып илай-илай әсәһенә йүгерҙе.

– Нимә һөйләйһең һин? Улай шаяртырға ярамай.

– Шаяртмайым, дөрөҫөн әйтәм.

Ҡашығаяҡ йыуып йөрөгән Нурания алъяпҡысына ҡулын һөртә-һөртә улы эргәһенә ашыҡты. Айҙарҙың ерҙә хәрәкәтһеҙ ятыуын күргәс, йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы. Ҡатын йүгереп барып улын күтәреп алды ла олоһона:

– Тиҙ бул, атайыңа әйт, сыҡһын, – тип ҡысҡырҙы.

Рәсим һушһыҙ баланы, көл төҫөнә ингән ҡатынын күреп гаражға йүгерҙе. Улар район больницаһына юл тотто.

Нурания баланың арт сүмесендә яра барлығын машинала ғына күрҙе. Әллә ни ҡанамай-ҡанауын. Әммә ҙур оро ҡалҡҡан. Үлән араһында ҙур ғына йомро таш ятҡан, күрәһең. Ваҡыт һуң булыуға ҡарамаҫтан, табиптар тиҙ үк йыйылды: балалар табибы, невролог, хирург, тағы ла әллә кемдәр килде.

– Бөгөн күҙен асмаһа, Өфөнән белгес саҡырырбыҙ, – тип ҡарар иттеләр.

– Иҫенә килерме, төҙәлерме? – тип өҙгөләнде әсә. – Ҡасан күҙен асыр?

– Уныһын бер кем дә әйтә алмай…

Нурания өнһөҙ ҡалып, туҡтауһыҙ иланы: “Үҙем генә ғәйепле, үҙем. Гонаһым баламдың башына төштө. Күҙкәйҙәреңде ас, бәләкәсем. Бынан ары бары һинең өсөн йәшәрмен. Ғәфү ит, йөрәккәйем!”

Тәскирә Даянова.

Читайте нас в