Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
16 Июль 2019, 21:43

Өй (Хикәйә)

– Бәй, утыҙ йыл бит инде өйгә, әсәй, яңыһын һалырға кәрәк. Улың Себерҙә ун йыл буйы юҡҡа эшләйме ни, кеҫә тулы аҡса, алда бер ай ял, башланмаған йәй. – Шулайын-шулай ҙа, өй һалыу уйын эш түгел бит, улым...

– Был өйгә сығыуға нисә йыл булды ул? — Диванға һуйлайып, түбә таҡталарын һанап ятҡан Зәйни ҡарашын бәйләмен тотоп ултырған әсәһенә йүнәлтте.
– Нисә йыл тип ни, һиңә бер йәш ине инде, атлай башлағайның. — Ғәйшә апай улына ғәжәпләнеп ҡараны. — Ниңә улайтып һорайһы иттең әле?
– Бәй, утыҙ йыл бит инде өйгә, әсәй, яңыһын һалырға кәрәк. Улың Себерҙә ун йыл буйы юҡҡа эшләйме ни, кеҫә тулы аҡса, алда бер ай ял, башланмаған йәй.
– Шулайын-шулай ҙа, өй һалыу уйын эш түгел бит, улым...
– Ни-нимәһе бар уның? — Тулҡынланыуҙан тотлоға башлаған Зәйни тороп ултырҙы ла бармаҡтарын берәмләп бөгә-бөгә һанарға кереште. — Өс көн ағас йығаһың да бер аҙна бурайһың. Кү-күтәргәндә өмә әйтәһең. Ана, эшһеҙҙәр ауыл тулы.
– Әллә тағы, өйөбөҙ торорлоҡ бит әле, улым...

***
– Йығылып китмәҫ өсөн кәртәгә һөйәлеп тәмәке тартҡан лесничий күҙҙәрен бәзерәйтеп биш минуттай ҡарап торғас ҡына таныны Зәйниҙе.
– Ә-ә, сибиряк, сәләм, ни йомош?
– Өйлөк ағас кәрәк ине, абзый, эште ниҙән башларға икән?
– Быйылға лимит юҡ, киләһе йылға ла обещать итмәйем, ағасты әҙ бүләләр, ҡустым.
– Бәй, нишләргә һуң?
– Һуң уйла, һин бит уҡыған кеше, беҙҙең кеүек иҫерек баш түгел. Ал әйҙә минекен, үҙемә тип шыңғырап торған ҡарағайҙан буратҡайным, ауылдашҡа йәл түгел. Алты йөҙгә генә бирәм!
– Абзый, был хаҡҡа бит өс-дүрт йорт төҙөп була.
– Төҙөп ҡара һуң, ҡулыңдан килһә өс-дүрт йортто, ә урманға рөхсәтһеҙ кереп ағас киҫһәң инде, үҙеңә үпкәлә.

***
– Ағас йорттоң ғүмере бигерәк ҡыҫҡа, өйҙөң аҫҡы бүрәнәләре серегән икән. — Ишекле-түрле йөрөгән Зәйни әсәһенә төбәлде. — Һалғас-һалғас капитальный булһын ул, әйҙә, кирбес йорт төҙөйөк.
– Өй һалыу уйын эш түгел бит, улым, күпме кирбесе, башҡаһы кәрәк.
– Нимәһе бар уның? — Зәйни ҡабынып китте. — Хәҙер элекке дефицит заманы үтте, кирбесен дә, цементын да килтереп кенә бирәләр, аҡса бар бит.
– Әллә тағы, өйөбөҙ торорлоҡ бит әле, улым...

***
– Тәк, тәк, ауылыңа тиклем йөҙ егерме саҡрым тиһең инде. – Кирбес заводының мастеры Зәйнигә ғәжәпләнеп ҡарап ҡуйҙы. – Ун машина кирбес алып барыу күпмегә төшәсәген күҙ алдына килтерәһеңме һуң? Ниңә ул йортто ҡалала ғына һалмайһың? Бетон блоктар, цемент ташыу ҙа һиңә алтын хаҡына төшәсәк бит.

***
– Ер кәрәк тиһең инде, ҡустым. Рәхим ит, йәштәргә бөтә юлдар ҙа асыҡ беҙҙә, — ҡала хакимиәтенең граждандарҙы ҡабул итеү бүлегендә Зәйниҙе ихлас ҡаршы алдылар. – Ҡайҙа эшләйһегеҙ?
– Себерҙә әлегә.
– Ә-ә, тимәк, урындағы бюджет ойошмаларында эшләүселәр кеүек льготаларығыҙ юҡ. Юҡһа беҙ һеҙҙе сиратҡа яҙып ҡуя алыр инек. Ике-өс йыл эсендә ул сират килеп тә етер ине, бәлки.
– Ә урынды һатып алып булмаймы һуң?
– Була, әлбиттә, беҙҙә барыһы ла мөмкин. – Алтын тирәсле күҙлек кейгән түңәрәк йөҙлө ир йылмайып ҡуйҙы. – Ер хәҙер аукцион аша һатыла. Гәзит уҡы, Интернеттан ҡарап бар – аукциондар булып тора. Кем күберәк аҡса түләй – ер шуныҡы.
– Шунан өй һала башларға буламы?
– Була, әлбиттә. Тик башта геодезистар, БТИ хеҙмәткәрҙәре барып ереңде үлсәргә, тейешле документтар тултырырға тейеш. Бөтә эштәрең бер нисә айҙа теүәлләнәсәк, унан документтарыңды тотоп теркәү хеҙмәтенә барырға кәрәк. Улар ҙа эште бер айҙан оҙаҡҡа һуҙмай. Бынан һуң ер һинеке һанала.
– Төҙөлөш башларға була инде.
– Була, тик йорт һалырға рөхсәтте архитекторҙар бирә. Юҡһа, йортоң законһыҙ һалынған тип баһаланасаҡ. Ә рөхсәт алыр өсөн иң башта йорттоң проекты кәрәк. Ә был проектты йөҙ меңгә эшләтеп була, тик ул аҙаҡтан санэпидстанция, янғын һүндереү хеҙмәте һәм башҡа инстанциялар менән килешелгән булырға тейеш. Был эштәрҙе бер-ике йылда атҡарып сығырға мөмкин. Әлбиттә, справкалар артынан байтаҡ йүгерергә тура киләсәк, өҫтәүенә, уларҙың ҡайһы берҙәре бер айға, хатта ун көнгә генә бирелә, шунан срогы сыға, йәғни бер нәмәгә лә ярамай. Аҡсаң да сығыр, сираттарҙа ла торорға тура килер – уның ҡарауы һуңынан өйлө булаһың бит. Тик шуныһын да оноторға ярамай, ер арендаға өс йылға ғына бирелә, өлгөрмәһәң, ергә хоҡуғың юғала ла, бар документтарҙы ла яңынан юлларға тура киләсәк. Онотоп торам, газ үткәргестәр төҙөү, юл һалыу, һыу үткәреү кеүек эштәрҙе ҡала үҙ өҫтөнә ала, коммуникациялар өсөн уҙа барһа 100-150 мең һум ғына түләргә тура киләсәк.
Эй, ҡустым, ҡайҙа киттең, мин һөйләп бөтмәнем бит әле, кәрәкле документтарҙың яртыһын да әйтмәнем. Эх, ниндәй замана етте, йәштәр боҙолдо, тыңларға ла түҙемлектәре етмәй.

***
– Ҡарәле, улым, өй һалайыҡ тип һөйләндең дә хәҙер өндәшмәйһең. Әллә кире уйланыңмы? — Ғәйшә апай бәйләмен ҡуйып әллә ҡасандан бирле тәҙрә аша тышҡа текәлеп торған улына һораулы ҡараш ташланы.
– Өй һалыу уйын эш түгел бит, әсәй, быныһы ла торорлоҡ бит әле.