Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
6 Август 2019, 22:43

Танһыҡ тойғо (Хикәйә)

Бына бер аҙна инде, Ул мине һәр көн иртәнсәк эшләгән еремә яҡын туҡталышҡа тиклем оҙата. Әммә был әлегә бәләкәй генә сер. #Шоңҡаржурналы Дауамы:

Мин подъездан сығыу менән уны абайлап ҡал дым. Ул, сәләмләп, эйәк ҡаҡты, һәм мин машинаһына ултырҙым. Беҙ ҡуҙғалдыҡ.
Бына бер аҙна инде, Ул мине һәр көн иртәнсәк эшләгән еремә яҡын туҡталышҡа тиклем оҙата. Әммә был әлегә бәләкәй генә сер.
Беҙ иртәнге сәғәт һигеҙҙә таныштыҡ. Ғәҙәти көн башланған саҡ, үҙем ултырасаҡ троллейбусты көтөп, туҡталышта торам. Шул мәлдә бер машина килеп туҡтаны ла руль артында ултырған егет миңә ҡул болғаны. Ҡапыл аптырап киттем, ә үҙе йылмая, шундай яғымлы итеп йылмая, миңә ул донъялағы иң матур егет кеүек күренде. Әлбиттә, таныш булмаған ят кеше машинаһына ултырырға ярамай, әммә уның йылмайыуы шул тиклем ихлас ине, бөтөн икеләнеүҙәрем һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты.
Бына хәҙер бер аҙна инде ул мине эшемә оҙата... Зиһенемде, хәҙер егетем бар, тигән шатлыҡлы тойғо биләп алды.
Ул һоро күҙле. Маңлайына бер шәлкем сәсе төшөп тора. Ә ҡулдары… Бер генә тапҡыр күҙ ташлауҙан уҡ уның көслө икәнлеген самалап була. Шулайтып уға ҡарап барған саҡта, уның да миңә иғтибар итеүен һиҙеп ҡалдым. Уңайһыҙланыуымды һиҙҙермәҫ өсөн, бәләкәй сумкамда ниҙер эҙләгән булып маташтым, йәһәт кенә кескәй генә көҙгөмә ҡарап алдым. Яңы ирен буяғысым төҫөмә шул тиклем килешә, әл дә оҙаҡ итеп һайлағанмын әле.
Машинала музыка уйнай. Ғәҙәтемсә, уның ритмына иғтибар иттем. Күңелле, дәртле ине көй.
Мин музыка тыңларға яратам. Айырыуса күңеллелә рен. Шунда уҡ илһамландырып ебәрә, кемгәлер яҡшылыҡ эшләге килә, тормош та ауыр түгел, еңел тойола башлай, йәнгә тынғылыҡ бирмәй, күңелде өйкәп торған хәлдәр онотола... Әлеге мәлдә икәүләшеп ошо ритмдағы көйҙө тыңлап бергә барыуыбыҙ был иртәне айырым бер кинәнесле итә, бөгөн, тап бөгөн ниндәй ҙер бер ҡыуаныс булыр һымаҡ.
Үҙем дә аңғармаҫтан тыңлап барған көй ыңғайына тубыҡтарымда бармаҡтарымды бейетә башлағанмын. Ул миңә ҡарап эйәк ҡаҡты ла йылмайҙы. Мин дә музыканың оҡшағанлығын аңлатып баш һелктем. Йылмайыуы уның асыҡ, йылы ине. Миңә Уның серле итеп йылмайыуы оҡшай. Йылмайыуҙың да төрлөһө була бит. Мыҫҡыллы, оялсан, уҫал. Минеңсә, бөтәһенә лә йылмайып ҡарау килешмәйҙер. Ә бына Уға ҡарап йылмайыу – күңел ялы. Үҙенең миңә оҡшағанлығын тойһон әйҙә. Мин көнө буйы бөтәһенә лә йылмайып ҡараған кешеләрҙе аңлап етмәйем. Мәҫәлән, һатыусыларҙы… Һин кемгәлер йылмаяһың икән, тимәк, уға ҡарата ниндәйҙер хистәрең уянған да шуны аңлатырға теләйһең. Ә һатыусыға бөтөнөһөнөң дә оҡшауы мөмкин түгел дә инде…
Машина туҡтаны. Мин Уға ҡараным. Ул ниҙер һораған кеүек булды. Мин бер ни ҙә әйтергә өлгөрмәнем, Ул машинанан сыҡты ла киоскыға табан китте. Бер аҙҙан туңдырма менән сигарет тотоп килә ине. Беҙ ҡуҙғалдыҡ. Тәүҙәрәк Ул етеҙ елә торғай ны, мин ҡурҡа инем. Әле инде тиҙлеген аҡрынайтты. Туңдырманы тыныс ҡына ашаһын, тип уйлағандыр.
Мин яйлап ҡына ашаным. Ул сәйер итеп ҡулдарын һелтәп ниҙер һөйләй башланы. Бына Ул ҡулын болғай, ҡайһы саҡта хатта рулде ысҡындырып ҡуя. Кеше ни эшләп һәр хәрәкәттең мөһимлеген, ниҙер аңлатҡанлығын аңламай икән, ә бит бер генә хәрәкәт менән кешене үҙеңә ылыҡтырып та йәки һыуындырып та була. Ул ниҙер аңлатырға тырыша ине. Мин Уның ирендәренә иғтибар итәм. Ул ниҙер һөйләй, тик ирен хәрәкәттәре бик тилбер, абайлап өлгөрөп тә булмай. Мин алға, юлға күҙ һалам.
Ул ипле генә итеп яурыныма ҡағылды. Миңә сигарет тәҡдим итә ине. Мин баш тарттым. Бер ваҡытта ла тәмәке тартмаясаҡмын, һау-сәләмәт балалар үҫтергем килә. Тәмәке төтөнөн бер тапҡыр ғына татып ҡараған кеше лә һау бала таба алмаясаҡ кеүек тоям.
Ул тәмәке тоҡандырҙы. Минең янымда бығаса бер ваҡытта ла тәмәке тартманы, тәмәке тарталыр тигән уй башыма ла килмәй ине. Күҙ ҡырыйы менән генә күҙәтәм. Бына Ул ҡулдарын болғауҙан туҡтаны. Әле генә ҡулдарын ҡыҙыу-ҡыҙыу хәбәр һөйләп барған кеше ни эшләп ҡапыл ғына тынып ҡалды, тип уй ланым. Һорағым килде. Оялдым. Мин бит Уны бик аҙ беләм. Беҙ бит бер генә тапҡыр ҙа йүнләп аралашманыҡ.
Итәгемә туңдырма тамды. Мин сумкамды асып ҡулъяулыҡ алмаҡсы булдым. Әммә Ул өлгөр булып сыҡты, ҡағыҙ майъяулыҡ бирҙе. Шул арала итәгемдәге туңдырма тамсыһы йәйелеп өлгөргәйне инде. Беҙ икебеҙ ҙә хахылдап көлдөк.
Мин үҙ туҡталышыма еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Һәр ваҡыттағыса машинанан теләкһеҙ генә сыҡтым. Ни эшләп был юл бер-ике тапҡырға оҙонораҡ түгел икән, тип уйланым. Уның менән алыҫҡа-алыҫҡа барыр ҙа барыр, бер ҙә ялҡмаҫ инем, музыка тыңлар, көлөшөр инек. Тик бына Уның йөҙө ни эшләптер сәйерерәк, ни уйлағанын аңларлыҡ түгел.
Бәлки Ул миңә ниҙер әйтергә теләгәндер, ә мин иғтибар итмәгәнмендер. Мин шулайыраҡ шул, уйланып китһәм, бер нәмәгәлә иғтибар итмәйем.
Машинанан сығыр алдынан мин Уға ҡараным да йылмайҙым. Ул да йылмайҙы, тик ҡарашы бик моңһоу ине. Ниҙер әйтергә теләне лә, яңағымдан ғына һыйпап алды. Моңһоулығы тәрәнәйҙе, күҙҙәрендә генә түгел, хатта маңлайын да ла сағылып үткәндәй булды.
Мин аҡрын ғына атлап үҙ юлым менән киттем. Үҙемде һаман бер үк уй борсой – ни эшләп Ул мине көн һайын эшкә тиклем алып килә икән? Көн һайын күргеһе киләме? Әллә, бәлки, мин Уға оҡшайымдыр? Уғамы? Минме? Мине көн һайын күргеһе киләме? Ғөмүмән, бер-береһенә оҡшаған кешеләр көн һайын күрешергә тейештер... Хатта уларҙың береһе сәйерерәк булһа ла…
Яратҡан кешең менән айырым булыу холоҡто үҙгәртәлер. Кеше тиҙ генә асыуланып барыусанға, көйәләнгә әйләнәлер. Был инде тыныс йәшәргә лә, эшләргә лә ҡамасаулайҙыр. Кешеләр бер-береһен тапһа, ҡайһылай һәйбәт. Ә өйләнешәләр икән – мәңгелеккә! Һәр ваҡыт бер-береңә ярҙам итәһең, бер ваҡытта ла асыуланышмайһың...
Уның һәр саҡ янымда булыуын бик-бик теләр инем…
Бына мин эшләгән мәктәп. Килеп етеүем булды, тотош класым уҡыусылары уратып алды. Һәр береһе хәрәкәттәр, ым-ишаралар менән яңылыҡтарын һөйләй, шатлығын уртаҡлаша… Улар артынан физкультура уҡытыусыһы йүгерә. Тиҙерәк, һуңлайбыҙ бит, тип ҡул болғай. Ә мин балаларҙың әле береһен, әле икенсеһен ҡосағыма алам… Мин бит уларҙы бик яратам, шуның өсөн ошонда – үҙем тамамлаған һаңғыра ҙар өсөн махсус мәктәптә эшкә ҡалдым да инде.

Гөлнур БУРАҠАЕВА.
Читайте нас: