Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
8 Август 2019, 18:20

Тос һәүкәш

Һуҡмаҡ яйлап соҡорға төшә башланы. Ғәлим, үҙе белгәнсә аяғы менән ҡапшап, юлды дауам итте. Кинәт уның баш осонан ҙур өкө ялпылдап осоп үтеп китте. Малай саҡ ултыра төшмәне. Ләкин урманды яҡшы белгән малайға эргәһендә тере йән барлығын күреү күңелле булып китте. Шул саҡ алға осоп киткән өкө яғында сәйер бала тауышы сыға башланы. Ғәлим тиҙ генә пугачын сығарып, сыйырға шырпы әҙерләп, ҡуйынына тыҡты.

Ғарифулла ЯПАРОВ

ҺАҒЫНДЫРА, УЙЛАНДЫРА ҮТКӘНДӘР

(Бала саҡ хәтиәләренән)

Ауылда мал врачы булмау ҡайһы бер ғаиләгә ысын ҡайғы килтерә ине. Кесебей ауылында йәшәгән ветфельдшер тик үгеҙ һәм тәкә бесә генә белә, дарыу һәм уколдың ни икәнен ул ғүмерҙә лә күрмәгәндер. Ә спирт был мал табибының ауыҙынан ары китә алмай ине.

Ғәлимдең әсәһе почта ташыр өсөн Инйәр совхозынан Малинка исемле бейәне егә ине. Был бейә шундай аҡыллы, Кесебейгә юлды үҙе таба, бер туҡтамай яй ғына юрта. Ҡайтырға булһа инде, өйгә тиклем юлды һә тигәнсе үтә. Был йөк атын Ғәлимдең өйөндә бик яраталар ине. Ауыл бригадиры, был почта аты, тип санаға һалырға бесән бирмәһә, ат өсөн көнлөк бесән Ғәлимдәрҙең һарай башынан төшә.
Малинка ишек алдында булһа, бала-саға, әсәләренән йәшерә-йәшерә, өйҙән икмәк киҫәктәре сығарып ашата. Шуға күрә лә был ат балаларҙы үҙ күреп, уларға үҙен һыйпатырға рәхсәт итә. Был йөк бейәһе бер нисә йылдан күп балалы ғаиләнең бер мөһим ағзаһына әйләнде. Ул утын да килтерә, бесән ташый, почта илтә. Ә үҫеп килгән бер-бер артлы өс малай был ат менән донъя йөгөн тарта.
Ҡышҡы кистәрҙең береһендә әсәләре:
– Һыйыр ауыр быҙаулай, ни врач юҡ! – тип бик ауыр һулап һарайҙан инде.
Малайҙар әсәләренең сәбәләнеп йөрөгәнен күрмәй, күптән инде йоҡлап киткәндәр. Ғәлим иртән торғас өйҙә ниҙер булғанын асыҡ тойҙо, сөнки әсәһе илауҙан ҡыҙарып бөткән күҙҙәрен йәшереп-йәшереп ала ине.
– Һыйырыбыҙ үлеп ҡуйҙы, балаҡайҙар! Хәҙер уны нисек итеп урманға алып барып ерләргә инде! – тип сәбәләнде әсә.
Ғәлим тиҙ генә кейенде лә әсәһенә:
– Мин Малинканы егеп алып ҡайтам. Ә Нур мәктәпкә бармаһын, һыйырҙы икәүләп урманға илтеп күмәрбеҙ! – тине һәм тиҙҙән ат һарайынан санаға Малинканы егеп ҡайтты. Аталары атлай алмағас, ул малайҙарға ат егергә лә ярҙам итә алмай ине. Шуға күрә лә малайҙарға ҡарап:
– Санаға һыйырҙы һала алмаһағыҙ, мөгөҙөнән элмәкләп арҡан менән мисәүләгеҙ ҙә сана артына тағығыҙ! – тип өйрәтте.
Аҡыллы бейә ике бәләкәй малайҙың һәр ишараһын аңлап, лапаҫта тыныс ҡына боролоп, сана артын һыйыр ятҡан ергә теүәл еткерҙе лә тынып ҡалды. Нур һыйырҙың мөгөҙөн күтәреп торҙо, Ғәлим, арҡанды мисәүләп, санаға ныҡлап бәйләне лә Малинкаға ҡараны. Дилбегә лә ҡағылмаған бейә, көскә-көскә һөйрәп, һыйыр кәүҙәһен урамға сығарҙы ла тыныс ҡына ике малайҙың, көрәктәр алып, санаға ултырыуын көттө, шунан яйлап ауылдың мал зыяраты яғына үҙе белеп юл алды. Аҡыллы хайуан, яланға етеп, буш ергә туҡталды ла малайҙарға ҡарап алды.
Һыйыр мәйетен сананан ысҡындырғас, бейәне, һис бер бәйләмәй генә, алып килгән бесәнгә ҡуштылар.
– Нур, әйҙә һыйырҙың эргәһенән генә ҡаҙабыҙ, әгәр ситтә ҡаҙһаҡ, һөйрәтеп булмаясаҡ. Ана бит Малинка ҡарҙан саҡ һөйрәп килде. Ҡара әле, үлгән һыйыр яман ауыр була икән, хатта аттың да көсө етмәй! Атлаған саҡта артына сыбыҡ тейһә, һыйыр тайҙан шәберәк саба! – тип ҡуйҙы Ғәлим ҡустыһына.
– Һөтө күп булды, малҡайҙың, шуға ла ауыр ул, – тип ағаһын йөпләне ҡустыһы. Һыйыр кәүҙәһе һыйырлыҡ тәрән соҡор ҡаҙып, һыйырҙы шунда ипләп төшөргәс, малайҙар, мал ҡәбере өҫтөнә ҙур ғына балсыҡ уба ла яһап ҡуйып, ауылға ҡайтып киттеләр.
Кире юлды яҡшы белгән Малинка өйгә тиклем йылдам ғына юртты ла ҡапҡа төбөнә үҙ урынына килеп туҡтап ҡалды.
Оло ирҙәр эшләй торған ифрат ауыр эште атҡарып ҡайтҡан малайҙар, ҡулдарын йыуып, эшлекле ҡиәфәттә өҫтәл артына ултырҙылар ҙа шым ҡалдылар. Әсәләре уларға һөтһөҙ генә сәй яһағанын күреп, малайҙар бер-береһенә ҡараналыр ҙа һүҙһеҙ булдылар. Сәй эсеп, тышҡа сыҡҡас, улар буш ҡалған мал һарайын һөтһөҙ сәйле өҫтәлгә оҡшатып ҡуйҙылар ҙа һәүетемсә үҙҙәренең эштәренә тотондолар.

Мәңгелеккә юл

Ғәлим быйыл ҡыш почта атын мәктәптән һуң “конный двор” тип йөрөтөлгән Әйтмәмбәт фермаһындағы ат һарайынан барып ала ине. Инде һигеҙенсе синыфҡа йөрөгән малай Малинканың башына ауыр ҡамытты үҙе кейҙерә, ҡамыт бауын, ботинка табанын терәп, үҙе тартып бәйләй.
Ғәлимдең быйыл таныш юлдашы бар. Ул бик ҡыҙыҡ та, шулай уҡ үтә аҡыллы ла кеше Ирныҡшы ауылы сиркәүенән Кесебей ауылына Алла хеҙмәтенә йөрөүсе поп Аристов ине.
Аҙнаһына ике мәртәбә урыҫ ауылына гәзит-журнал илткән Ғәлим, шулай уҡ аҙнаһына ике тапҡыр хеҙмәткә йөрөгән попты йә алып бара, йә алып ҡайта.
Был Алла хеҙмәтсеһенең исемен бер кем дә белмәй. Уны тик поп Аристов тип кенә йөрөтәләр. Әгәр ул Әйтмәмбәт ауылы аша атлап бара икән, бөтә бала-саға өйгә кереп ҡаса, хатта һәр саҡ лауылдаған эттәр лапаҫҡа йәшенәләр. Был олпат кәүҙәле кеше, ҡара оҙон тунын ялпылдатып, ауылды бер тиҙлектә ҡабаланмай ғына үтә лә ауыл ситендә үҙенең бәләкәс ярҙамсыһын көтә. Оло кешегә атлап йөрөү ауыр икәне күренеп тора. Поп ат санаһына лып итеп ултыра ла малайға һүҙ ҡуша:
– Здоров, сынок! Вот повезло! Спасибо тебе, вижу ты не против! – ти ҙә тундың төпкө ҡуйын кеҫәһенән сиректәй ҙур оҙонса самогон шешәһен сығара ла теше менән ”бүлк” итеп кукуруз тығынды тартып ала.
Ғәлим белеп бөткән: бабай шешәнән һәр саҡ биш мәртәбә “ғолҡ” итеп уртлай ҙа хәбәр башлай.
Уның оҙон юлға тәғәйенләнгән фәлсәфәһенең беренсе өлөшө ерҙә бөтә тере һәм тере булмағандарҙың Аллаға буйһоноуы, кешенең йәне тәндән айырылып күккә күтәрелеүҙе үлем тип аталыуын аңлатыуҙан тора ине. Икенсе өлөшөндә, күктә тик бер Алла бар, ерҙәге меңәрләгән милләтле халыҡ тик уныҡы, тип иҫбатлай. Алланы бүлешә башлаһалар, һуғыш ғәләмәте сыға. Әгәр бөтә халыҡ бер генә Аллаға ышана башлаһа, ерҙә тыныслыҡ урынлаша.
Һуңынан поп күктә бөтәһе бер тигеҙ, тик кем күп гонаһлы, шуның йәһәннәмгә эләгеүе, кем дә кем был донъяла кешеләрҙе яҡлай һәм һаҡлай, уның ожмахҡа кереүе тураһында тәфсирләй. Тик ерҙә йәшәгәндәр быны белмәй. Күктәге ғәҙел юл – мәңгелек юл, ти поп бабай. Кеше тик үлгәс кенә быны белә.
Поп бабай үҙенең ошолай, аҙнаһына ике мәртәбә йөрөп, йыл буйына йәйәү йөҙләп саҡрым үтеүен, фәҡәт әле ерҙә яңылышып, гонаһ ҡылыусыларға ярҙам итеп йөрөүенә бәйләй һәм үҙенә ожмахтан урын әҙерләүен йәшермәйсә әйтә.
– Смотри, сынок! Кто сейчас, кроме меня, в буран, едет в деревню, чтоб как положено справить покойника на тот свет! Никого! Значит я делаю исключительно важное дело для мертвого и для живых! Значит, я заслуживаю рая! – тип, кире кеҫәгә кереп китә лә теге шешәне ғолҡолдатып ала.
Поп бабай, теге донъялағы хәлдәрҙе тасуирлап һөйләй-һөйләй, Кесебай ауылы башында төшөп ҡала ла, киң ҡара тунын ялпылдатып, алға атлай.
Ғәлим үҙе лә гәзит-журналдары менән ауылдағы һәр кемгә бик тә кәрәк эш эшләй икәнен аңлай. Шуға ла бәләкәй бала, башын ғорур күтәреп, ауыл араһында почта өләшә, әле кескенә малай башына ожмахтағы урын тураһында уй килеп тә әйләнмәй.
…Ауыл уртаһында ҙур өй алды кеше менән тулы. Бында бөгөн олоғайып үлгән кешене һуңғы юлға оҙаталар. Ярты ауыл булып һуҙылған кеше ағымының алдында ҙур тәре тотҡан мөһабәт кәүҙәле уҫал ҡарашлы поп Аристов атлай. Урам ситендә баҫып ҡалған почтальон малайға ул, йылы ғына йылмайып, башын һелкеп үтте. Быны күргән ауыл халҡы, йәш почтальонды тағы ла яҡын итеп, кеме яурындан ҡаҡҡылап, кемдер иҫәнлек ҡушып үтеп киттеләр. Күрәһең, берҙәм ауыл халҡы почтаның ауылға ваҡытында килеп торған өсөн уға рәхмәтле.
Быйыл март айы ныҡ буранлы килде. Поп Аристов нисә аҙна инде юлда күренмәй. Бөгөн бәләкәй почтальон, Айыръяланды үткән саҡта, трактор тапап яһаған юл янында ҡара тун киҫәге күреп, һиҫкәнеп китте, ләкин атын туҡтатып тормай, Кесебейгә китеп барҙы.
Кесебей ауылынан Ғәлимгә ҡаршы, ауыр ат санаһына көрәктәр һалып, биш-алты кеше килгәне күренде. Уларға ситкә төшөп юл биргән почтальон, оло ирҙәрҙең уға йәлләберәк ҡарап киткәненә аптырабыраҡ ҡалды ла, ауылға етеп гәзиттәрен таратып бөтә һалып, кире ҡайтырға сыҡты. Айыръяланға кире килгәндә, ирҙәр башы тракторға тапалып иҙелгән Аристовтың кәүҙәһен ат санаһына ипләп һалалар ине.
Тирә-яҡта яҙ етеүен дәлилләп, күңелле ҡошсоҡтар сырылдаша. Шул саҡ Ғәлим поп Аристовтың ожмах баҡсаһы тураһында һөйләгәнен иҫенә төшөрөп күккә баҡты ла унда, ҡайҙалыр йыраҡта, ап-аҡ күлдәккә кейенгән поп бабайҙың теге донъянан үтә лә риза булып йылмайған ҙур ҡара-көрән һаҡаллы йөҙөн күрҙе.
Диндарҙар өсөн ауыр совет осоронда кешеләргә бик кәрәк хеҙмәт үтәр өсөн оҙайлы юлға сыҡҡан поп бабайҙың буранлы көндә ҡар өҫтөндә ятып үлгәнен Ғәлим ауыр кисерҙе. Ул, Кесебейгә почта алып барған һайын, поп Аристов бабайҙың үле кәүҙәһе трактор гусеницаһы аҫтына ҡалған ерҙә гел кешенең халыҡ һәм Алла алдындағы бурысы тураһындағы фәлсәфәне иҫкә төшөрҙө. Поп Аристовтың, бөтә ерҙәге халыҡ өсөн Алла берәү, тиеүен әле бәләкәс кенә бала аңлап етә алмай ине.
Ярты быуат үткәс, Ғәлим телевизорҙан йә радионан күренекле дин әһелдәренән ошо турала ишетһә, уның күҙ алдына гел поп Аристов бабай баҫа.

Енле соҡор

Ғәлимдең тау араһындағы урыҫ ауылы Кесебейгә почта ташыуына икенсе йыл булып китте. Күберәге йәйәү йөрөргә тура килгәс, уға урманлы тау битендәге ун саҡрымлыҡ һуҡмаҡтың һәр боролошо таныш. Ул хатта ниндәй имән ағасы артынан уҫаҡ, ә ҡайһы ҡайын артында саған ағастары үҫә икәнен белә. Үткән аҙнала был юлда кемдең нисәнсе размерлы итеге еүеш балсыҡҡа эҙ ҡалдырғанын иҫләй ул. Үткәндә туҡталып еләк ашаған урында нисә яңы еләк ҡыҙарып бешеүен дә белә.
Урман юлы ике соҡор аша үтә. Ғәйнулла утарын уҙғас урынлашҡаны һөҙәк, тәрән түгел. Икенсеһе, Айыръяланды урталай бүлгән йылғасыҡтыҡы, бигерәк тәрән. Соҡорға төшөүен тиҙ төшәһең, ә менеү өсөн бер сәғәт кәрәк. Соҡор уртаһынан һалҡын йылға аға, тирә-яғын шомло урман ҡаплаған. Һауа һәр ваҡыт еүеш булғас, таштар лайлалы, тайғаҡ, ағастар мүк менән ҡапланған. Соҡор ярында үҫкән имәндәр шыр ботаҡлы, ерҙән тамырҙары сығып тора. Улары шайтандың кәкре бармаҡтарын хәтерләтеп ыржайышып торалар. Был ботаҡтар һәм тамырҙар һәр үткенсене эләктереп ҡалырға теләп, уның әйберҙәренә йәбешәләр, йырталар.
Ғәлим Кесебейгә почтаны һуңыраҡ алып сыҡһа, ҡайтҡанда был ерҙәрҙе нисек үтерен самалап китә. Соҡор төбөндә көндөҙөн дә ҡараңғы, ә кистәрен бөтөнләй бер ни күренмәй. Төндә был соҡорҙо фонарһыҙ үтеп булмай, юҡһа, йә йығылып имгәнәһең, йә аҙашаһың.
Үткән йыл, ҡар яуыр алдынан, Кесебейҙән ҡайтышлай, соҡор төбөндә һөрөнөп йығылып, кеҫә фонары ватылғас, Ғәлим, ҡайтыу яғына үрләйем тип, бөтөнләй Асы тауы башына килеп менгән ине. Биш минутлыҡ ярҙы ул ҡараңғыла ике сәғәт үрмәләне. Тау башына менеп еткәс кенә, ауыл эттәре өргән тауыштан, ҡайҙалығын самаланы. Етмешенсе йылдарға тиклем Әйтмәмбәттә электр уты булманы. Ауыл халҡы, кәрәсин лампаларын һүндереп, иртүк йоҡоға тала. Юлда һуңға ҡалһаң, ауылды шул эттәр өрөүе буйынса ғына самалап була ине.
Аҙау урта мәктәбендә Әйтмәмбәт, Оҙондар, Ҡарағай, Ҡыҙғы, Тирәкле, Ҡолмас һәм башҡа ауыл балалары кем интернатта ятып, кем йөрөп уҡыйҙар. Әйтмәмбәттәр күп булғас, 10 саҡрым ерҙе көн дә атлап йөрөйҙәр. Ә Ғәлим, етмәһә, аҙнаһына ике көн гәзит-журналдар алып ҡайта ла тағы ла ун саҡрымлыҡ Кесебейгә юлға сыға. Бөгөн дә төштән һуң ауыр ғына йөгө менән юлға сыҡты. “Сельская жизнь” гәзите килһә, “Сельская новь” журналы ла өҫтәлһә, Ғәлимдең йөгө икеләтә арта. Кесебей ауылының 95 өйө бөтәһе лә ошо гәзитте һәм журналды алдыра.
…Октябрь айы быйыл ямғырлы, көн дә тиерлек ямғыр яуа. Кисен бөтә ауыл малайҙары клубта бильярд төртә йә домино һуға. Кино аҙнаға бер генә, шәмбе көнө генә килтерелә. “Избач” Зәйнетдин ағай клубтағы етеле ике кәрәсин лампаһын теүәл сәғәт етелә яндыра. Тәҙрәнән күренгән һүрән генә яҡтыға ун минут эсендә бала-саға йыйылып та өлгөрә:
– Малайҙар, кисә мин кисен Кесебай ауылынан турыға һуҡмаҡтан Айыръялан соҡоро аша ҡайтҡанда ен осраттым! – тине Зәйнетдин ағай. – Үәт, әҙәм шомлоғо, сыйылдап бала кеүек илай! Үҙе эргәлә, үҙе күренмәй. Етмәһә, баш осонда ялпылдап ҙур ҡош оса, ә тегеһе ер тырнап илай. Хас бәләкәй бала! Тәрән соҡорҙо бер генә һикерҙем, малайҙар.
Ғәлимдең тиҫтерҙәре, унлап малай, ауыҙҙарын асып, клуб мөдиренә баҡҡан. Ҡырҡтан уҙған ир алдашмайҙыр бит?! Ул һунарсы ла, балыҡсы ла түгел шапыртырға. Үҙе уҡыған кеше лә, “избач” булып эшләй.
Бер сәғәттән малайҙар Зәйнетдин ағалары һөйләгән мажараны оноттолар ҙа инде.
Иртәгәһен Ғәлим Аҙауҙан, ҙур почтальон сумкаһын тултырып, гәзит-журналдар алып ҡайтты. Әмәлгә ҡалғандай, әлеге “Сельская жизнь” һәм “Сельская новь” килгән. Әсәһе, был ауыр йөктө урталай бүлеп, Кесебейҙекен кире сумкаға һалып, һәр бер гәзиткә һәм журналға өй хужалары исемен яҙып ҡуйҙы.
Ғәлим төшкө ашты ашап алды ла, ҙур резина итек, болон курткаһын кейҙе, почтальон сумкаһын аҫып, һарай аша артҡы юлдан сығырға булды. Лапаҫтан йәнһеҙ юлдаштарын – биш йомро батареялы герман кеҫә фонарын һәм оҙон велосипед күрегенең эске ҡорос көпшәһенән эшләнгән ике яһаулы “пугач”ын алып сыҡты. Зәйнетдин ағайҙың кисәге һүҙҙәренән Кесебейгә буш ҡул менән ахмаҡ ҡына сыға бит!
Ғәлим яҡты күҙҙә Кесебей ауылына бер мажараһыҙ килеп етте лә, гәзиттәрен тиҙ генә таратып бөтөп, ҡайтырға сыҡты. Ике йөҙ гектарҙай майҙандағы Кесебей яланы осона килеп еткәндә ҡараңғы төштө. Малай, нисек кенә шәп атламаһын, йүгермәһен, ҙур размерлы ирҙәр итеге уның аяҡтарын бәйләгәндәй ине.
Урманға кергәс, Айыръялан соҡорона табан бер саҡрым атларға кәрәк. Әлегә һирәк кенә һибәләгән ямғыр юлды үтә бысратмаған. Ағас араларынан ҡороған япраҡ түшәлгән һуҡмаҡ асыҡ күренә. Ана алда ҡараңғы соҡор шәйләнә. Ғәлим фонарын ҡапшап ҡараны ла әлегә ҡабыҙмаҫҡа булды.
Һуҡмаҡ яйлап соҡорға төшә башланы. Ғәлим, үҙе белгәнсә аяғы менән ҡапшап, юлды дауам итте. Кинәт уның баш осонан ҙур өкө ялпылдап осоп үтеп китте. Малай саҡ ултыра төшмәне. Ләкин урманды яҡшы белгән малайға эргәһендә тере йән барлығын күреү күңелле булып китте. Шул саҡ алға осоп киткән өкө яғында сәйер бала тауышы сыға башланы. Ғәлим тиҙ генә пугачын сығарып, сыйырға шырпы әҙерләп, ҡуйынына тыҡты. Почтальон малай, ни булһа ла, юлын дауам итергә булды, сөнки өйҙә әҙерләнмәгән дәрестәре көтә.
Ҡыҙғаныс сайылдау тағы ҡабатланды. Был йәнлек тауышы икәне асыҡ ине, тик уның нимәнеке икәнен кескенә малай айыра алмай. Тауыш һуҡмаҡтан йыраҡ түгел, һулда сыға. Малай, ни булһа ла була, тип пугачын ҡуйынына ҡыҫҡан килеш алға атланы. Шул саҡ тауыш дүрт-биш аҙым алда ишетелде лә тынды. Ғәлим: “Тәүҙә атырғамы, әллә фонарҙы яндырырғамы икән?” – тип уйлап алды. Ғәйфулла ағаһы менән инде нисә мәртәбә урманда ҡунған малай һыҙма мылтыҡ яһауының ҡәҙерен белә. Әгәр пугачты бер атһаң, уны кире яһау өсөн ярты сәғәт ваҡыт кәрәк. Малай шымып ҡалды. Алда берәү япраҡтарҙы тырнап, ер соҡой кеүек. Шул саҡ теге ҙур өкө, тағы ялпылдап баш осонан осоп үтеп, ергә лып итеп әллә ултырҙы, әллә кемгәлер йөнлө ҙур тырнаҡлы аяҡтары менән һуҡты, гөп-гөп итеп ҡанаттары ергә бәрелде. Теге сәйер хайуан йән өшөткөс тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә тағы ла ер тырнарға кереште.
Ғәлим инде, күп уйламай, фонарын тоҡандырҙы. Һуҡмаҡтан әллә ни йыраҡ булмаған арала, кескенә сәтләүек ағастары аҫтына боҫҡан ҡуян алғы аяҡтары менән тырмашып алға китергә итә, тик хәрәкәтһеҙ ҡалған артҡы ике аяҡ һөйрәлеп, ҡуянға сабырға ҡамасаулай. Шул саҡ ағас башында күҙәтеп ултырған ҙур ҡош, тәрилкәләй күҙҙәрен баҙлатып, яралы ҡуянға ташланды. Мәхлүк шунда уҡ арҡаһына ятты ла сайылдап алғы аяҡтары менән үҙенә уҡталған өкөгә һуҡҡылай башланы. Бала тауышы сығарған оло ҡуян, ахырыһы, һунарсы мылтығынан ҡотолоп ҡала алған, тик ошо һупайлы уны инде нисә көн йонсотоп талай, тик үлтерә алмай, көсө етмәй. Алыш бер көн генә бармағандыр: ҡуяндың арт һаны тырналып бөткән, ағара башлаған осаһы ҡыҙыл ҡанға батҡан.
Ғәлим фонарын һүндерҙе лә, ике яһаулы оҙон көпшәле пугачын буш ағас башына төҙәп, алғы яһауын атып ебәрҙе. Был гөрһөлдәү шаңдау булып соҡор эсендә оҙаҡ йөрөнө лә ҡайтауаз булып ҡабатланып юҡ булды. Малай фонарь уты аҫтында ҡуйы ҡаҙаяҡ аҫтына шыуышып барған ҡуянды ҡарап торҙо. Фонарын почтальон сумкаһына һалды ла, тәрән соҡорҙо тиҙ генә үтеп, Ғәйнулла утарына тиклем йүгерҙе. Ауылының кәрәсин лампалары баҙлаған өйҙәрен күргәс, танау эсенән күңелле генә моң көйләп, алға атланы. Бәләкәй малай, үҙен ҙур асыш яһаған эҙәрмән итеп тойоп, артта ҡалған ҡараңғы “енле соҡорға” хәйләкәр генә йылмайып ҡарап ҡуйҙы.

Суртан башы

Ғәлим менән Нур яҙ менән мурҙа һалырға әҙерләнделәр. Стәрлелә уҡып йөрөгән Ғәйфулла ағаларының өс-дүрт йыл элек быуған быуаһын яңыртып һалһаң, бынамын тигән буласаҡ! Был ике малай мурҙаларҙың һәм быуаларҙың ниндәйе кәрәк, шуны оҫта итеп һалып ҡуйырға оло ағаларынан өйрәнгән инеләр. Ғәйфулла, Ғәлимдән биш йәшкә оло булһа ла, уны гел яҙын быуа быуырға, мурҙа ишергә йөрөттө. Ә Нур, үҙ сиратында, был эште Ғәлимдән үҙләштерҙе.
Күл ҙур булмаһа ла, балығы ифрат күп. Яҙын улар, үрҙәге күлдәргә күтәрелеп, ыуылдырыҡ сәсәләр ҙә, кире ҡайталар. Ә ауыл халҡы, йырындарҙы быуып, быуа эшләй, ҙур-ҙур мурҙалар һала. Хатта ҡайһы бер ағайҙар мурҙаларын, шуҡ бала-саға күтәрә алмаһын тип, бигерәк ҙур итәләр, хатта ҡайһы берҙәре Ғәлим һыйырлыҡ була.
Ағаларының быуаһы бер осон текә генә ярға терәгән, ә икенсе осо таллыҡҡа барып етә. Мурҙаны быуаның иң тәрән урынына һалдылар. Малайҙар бында йыш ҡына, ҡыуыш ҡороп, мурҙа һаҡлап яталар.
Быуа буйы бигерәк йәмле. Тирә-яҡ муйыллыҡ, таллыҡ. Ап-аҡ сәскәгә күмелгән муйылдар хуш еҫ бөркәләр. Илаҡ талдар һыуға тап та топ итеп күҙ йәштәрен ҡоялар. Яр буйы иңкеш тауышына күмелгән. Иртәле-кисле тәлмәрйендәр, бар тирә-яҡты яңғыратып, туй үткәрәләр, бер туҡтауһыҙ кәкүк саҡыра. Яр башында ҡыуыш ҡороп, усаҡ яғып, яй ғына һөйләшеп ултырған ике малай үҙҙәрен ожмахтағылай хис итәләр.
Һыу яйлап ҡайта башлағас, балыҡ, үрләүҙән туҡтап, кире әйләнә. Ғәлим менән Нур, быны күреп, мурҙаны кирегә табан бороп һалдылар. Беренсе көндә үк балыҡ бик мул тотолдо, шуға күрә икенсе көндө малайҙар аталарынан, үҙҙәре мәктәптә саҡта, мурҙаны барып ҡарауын үтенделәр.
Икенсе көндө, малайҙар мәктәптән ҡайтыуға, әсәһе аталары алып ҡайтҡан ике суртандың береһен таҙартып бешерергә һалған ине.
Күп тә үтмәй, балыҡ һурпаһы бешеп сыҡты. Әсәй кеше бөтәһенә лә балыҡты мул итеп бүлеп һалды ла һарыҡ башындай суртан башын үҙе ашарға булып:
– Малайҙар, суртан башының түбәһендә урыҫ тәреһе бар. Шуға күрә уның яңаҡ тирәһен генә ашарға кәрәк. Бик тәмле була ул, – тине лә, ҙур балыҡ башын ботарлап, ҙур ғына итле киҫәкте ҡабып сәйнәй башланы.
– Инәй! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Нур. – Һинең ҡулыңда тәлмәрйен бото бит!
Бер аҙға тынлыҡ урынлашты ла, бәләкәй өй гөр итеп ҡалды. Балыҡтың итле урындарын балаларына таратып биргән әсә, ысынлап та, суртан башы тәреле тип алдап, тәлмәрйен ботон кимерә башлаған ине.
Күпме йылдар үтһә лә, ошо хәлде онотмай, әсәләре менән бергә күмәкләп сәй эскән һирәк мәлдәрҙә гел хәтерҙәренә төшөрөп алалар. Герой-әсәгә почтальондың аҙ ғына эш хаҡы менән үҙ ғаиләһен ашатырға ла, кейендерергә лә ниндәй аҡыл-зиһен кәрәк булғанын олоғайып бөткән балалары хәҙер инде аңлай. Уларҙың гөрләшеп көлөшөүҙәре ошо әсәгә дан йыры булып яңғырағандай.
Читайте нас: