Һеҙҙең берәй ваҡыт бөтә нәмәгә ҡәнәғәт ҡатынды күргәнегеҙ бармы? Юҡтыр шул! Ундайҙар булмай тип тә уйлайһығыҙҙыр әле? Бар ул Ер йөҙөндә ундай ҡатын! Бәхете булғас, минең йәнкиҫәгем уны көн дә күрә! Минең үҙемә лә ҡайһы саҡ ундай бәхет эләгә... көҙгөгә күҙ һалһам. Әллә кем тураһында һүҙ барғанды шәйләмәй ҡалдығыҙмы? Кәнишне минең турала!
Бер ялға ҡайтҡанда, ҡәйнәмдең күңелен күрмәксе булып, таң менән һыйырын һауҙым да көтөү ҡыуырға сыҡтым. Һыйырҙарын оҙатҡас та ҡайтырға ашыҡмаған күршеләр, йыйылышып алып, геү килеп гәп һата. “Женсовет”тан ҡалып булмай бит инде, мин дә барып баҫтым яндарына.
– Әйгенәм, үрге ос Әҡлимәгә породистай һыйыр ҡайтарғандар, 30 литр һөт бирә икән!
– Вәт бит, ә! Малайы бизнесмен булғас, 60 меңде сүп урынына ла күрмәгән!
– Һөткә туйынғандар инде атыу!
– Их, бәхетең булып, шундай бай малайың булһын ине у-у-ул!
– Һинеке лә хәйерсе түгел инде!
– Минекенең тапҡаны ҡатынынан артмай шу-у-ул...
– Эй ошоно, киленеңде хурлауҙан бушамайһың!
– Килен суҡынып китһен, унан ни шерсть, ни молока! Ә бына һөтлө һыйыр мишәйт итмәҫ ине!
– Әй, булмаҫ инде ундай шәп һыйыр күреп...
– Китегеҙ инде, ҡыҙҙар! – тим тыныс ҡына. – Тапҡанһығыҙ ҡыҙығыр нәмә! Әле биш литрҙы көскә һауып көтөүгә өлгөртәбеҙ, 30 булһа нимә ҡылыр инек?! Ҡул талдырып, ыҙалап тәүҙә һау, шунан көн дә иртәле-кисле ҡаймағын айырт, унан май яҙ... Ярай инде, тәүҙә бөтә нәҫел-нәсәбең кинәнеп ауыл күстәнәсен ашар, унан һуң да артып ҡалһа нимә эшләйһең, баҙар сабаһыңмы? Ошо кәрәкме һеҙгә? Шуға ҡыҙығаһығыҙмы? Үҙ башығыҙға артыҡ эш!
– Эй, ошо Рәсимәнең килене башлы ла инде! Ысынлап та, нимәгә кәрәк ул беҙгә породистай һәүкәш, үҙебеҙҙең “кәзә”ләребеҙ ҙә еткерә, – тип тынысланып ихатаға инеп китте күршеләр.
Икенсе бер ваҡыт һеңлем һөйләй:
– Апай, Илүзәләрҙә шундай шәп люстра күрҙем, пультҡа баҫҡылайһың да, төрлө төҫкә инеп яна башлай, вентиляторы ла тоҡана, яҡтыраҡ нур һибә, - ти.
– Кит, һылыу, юҡҡа ҡыҙыҡма! Беҙҙең ишеһенә төҫ түгел ул. Пультын бала-сағаң һә тигәнсе юғалтыр ҙа, ҡараңғыла ыҙа сигерһең! Әнә, телевизор пультын юғалтып, өсәр көн буйы эҙләп, бөтәһен әрләп хәл бөткәс, ваннанан табып алабыҙ. Шул үҙебеҙҙең ҡабыҙғыслы лампочкалар иҫән булһын!.. – тип теҙеп киткәйнем, һылыуыма тиҙ генә килешеүҙән башҡа әмәл ҡалманы. Һуңынан кейәү рәхмәт уҡыны:
– Әлдә, апай, һин бар әле минең ҡатынды тынысландырырға, юҡһа шул люстраны таптырып башымды ҡаңғыртып бөткәйне, - ти.
Шулай рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп кенә торам ул мин, Аллаға шөкөр. Бер ваҡыт коллегаларым аҙна буйы рәхмәткә күмде. Кәнишне, яңылыш аҙымдан туҡтата белгәс ни. Ә эш былайыраҡ килеп сыҡты: бер бик текә танышыбыҙ үҙенең бына тигән “быҙау”ын ташлап, бер елғыуар “ЧП”-ға (шәхси эшҡыуар) аҙаланып китте. Имеш, 25 йыл йәшәп, ире уға ғүмере буйы хыялланған шәшке тун алып бирә алмаған, ә был бүләк иткән. И-и-и, алйоттар бар бит донъяла! Аҡылы булаған кеше “быҙау”ын “шәшке”гә алыштырамы инде?! Быҙау үгеҙгә әйләнә, ә шәшке... – тфү! Бына шул шәшке тунын кейеп урамға сыҡҡас тап булғандар ҙа инде уға коллегаларым. Үҙе маҡтанмаһа, бәлки, иҫкә лә алмаҫтар ине... Эй, килгәндәр эшкә, күҙҙәренән осҡон сәселә, тик шуны ғына һөйләйҙәр, бахыр ирҙәре үҙҙәренең кем икәнен ярай ишетмәй...
– Туҡтағыҙ әле, - мин әйтәм, - нимәгә шул тиклем сәпсейһегеҙ? Һәр берегеҙҙә бына тигән мутон тун! Беҙҙең ҡыштың ата һыуығына шул ғына төҫ! Шәшке тун кейеп көн дә эшкә йүгереп буламы ла, “час пик”та автобусҡа инеп буламы? Төшкәндә шәшкеһен шәшкегә айырып бирерҙәр. Ә ҡышын кис эштән ҡайтҡанда? Үҙеңде һаҡлайһыңмы, туныңдымы?! Ә йәйен? Хәҙер нимә, барлы-юҡлы отпускнойығыҙҙы түләп, йәй буйы тун һаҡлатаһығыҙмы ни?
– Һуң, ундай ҡиммәт нәмәне махсус ерҙә һаҡлайҙар бит, - тим.
– Шәшкеһе булһа, шифоньеры ла ярап торор ине әле, - ти бер аҡыллыһы.
– Бөтә урамдың көйә күбәләге йыйылып байрам яһаһын тиһәң, ярай инде! - тим.
– Эйе шул, юҡ менән баш ҡаңғыртмайыҡ, быға тиклем йәшәгәнбеҙ унһыҙ, бынан һуң да торорбоҙ, - тип ҡыҙып китте аралағы иң өлкәне.
– Үәт-үәт, ҡыҙҙар, юҡ менән баш ватмағыҙ! Сүп бит ул, үҙе не практичный, беҙгә бер йылға ла сыҙамаясаҡ, ә хаҡы! Кейгән ана шул буш ҡыуыҡтар кейһен! Беҙ үҙебеҙ любой кейемде биҙәрлек! - тип һүҙҙе ослап ҡуйҙым.
Инде был ваҡиғаны онотоп та бөткәйнек, бер ваҡыт теге танышты осраттым: шәмкә сөйө төшкән, ҡиәфәте – ужас, өҫтөндә иҫке пальтоһы. Баҡтиһәң, теге шәп тунын йәй көнө һаҡлай алмаған, көйә ашап бөткән. Теге елғыуарына шул оҡшамаған: “Бер эш рәте белмәйһең, әйберҙең ҡәҙерен ебәрәһең, шәшке тиклем шәшкене лә һаҡлай алмағанһың, юҡҡа сыҡҡан бездельник! - тип бик ҡаты әрләп ҡыуып сығарған. Үҙенең “быҙау”ына ҡайтам тиһә, тегеһе лә бик шәп “үгеҙ” ҡиәфәтенә ингән: Себерҙә эшләй, иномаркала елдерә, бик аҡыллы сибәркәйгә өйләнеп, бына тигән донъя көтөп ята, ти. Бына ошо хәлдәрҙән һуң, ваҡытында эҙгә керткән өсөн рәхмәт уҡыны инде коллегаларым.
Минең бындай шәп психолог икәнде дуҫ-иштәр ҙә белеп алды. Бер көндө әхирәтемдең ире шылтырата:
– Тиҙ үк килеп ет, атыу – хана! – ти.
– Нимә булды, ниндәй Хәнә? – тим.
– Килгәс күрерһең, йүгер, - ти был. Ҡырҡ эшемде ҡырҡ яҡҡа ташлап, сығып киттем инде, дуҫ өсөн ни ҡылмаҫһың?! Сәсрәп барып инһәм, былар пыр туҙып аҡырыша. Икеһе лә шул тиклем ҡыҙғандар, шырпы ҡабыҙһаң, гөлт итеп тоҡанырға тора. Мин ни, три в одном, йәғни йәндәренә ашығыс ярҙам, янғын һүндереүсе, ғаиләне һаҡлап алып ҡалыусы психолог – тут как тут!
– Һи, бигерәк ваҡытлы йөрөйөм икән, сәйегеҙ генә түгел, үҙегеҙ ҙә ҡайнап сыҡҡанһығыҙ! - тигән булам.
– Ҡайнарһың бында! - ти әхирәт.- Үтте ғүмеркәйем ошо мәүеш менән иҫке-моҫҡо араһында!
– Сеү, ҡыҙма! - мин әйтәм. - Әнә, Сабираның ире, мәүеш булмағас, әпәй шүрлегенә менеп төшкән, икенсе аҙна хастаханала ята! Ниндәй иҫке-моҫҡо һөйләйһең ул?
– Һуң, ҡара әле, өйҙә бер генә йүнле йыһаз да юҡ бит! Ошо өҫтәлде болғай-болғай сығарып ырғытҡым килә!
– Әхирәткәйем, юҡҡа сәпсемә! Бындай шәп өҫтәл хәҙер кешелә юҡ әле ул!
– Юҡ кәнишне! Бөтәһе лә кухонный уголок алып бөттө!
– Һуң һинең биш балаң уголокка һыя тиме ни!? Рәхәтләнеп иркенләп ошо өҫтәл артына ултырып ашауға ни етә! Тегегә бит өс тәрилкә ҡуйһаң, сынаяҡҡа урын ҡалмай, ә һинең бәлеш табаң ул өҫтәлдән ике тапҡарға ҙурыраҡ, - тим, ипләп кенә иренә күҙ ҡыҫып. Теге лә аңлап алды:
– Вәт! Мин дә шулай тим бит инде. Әллә ҡасан алған булыр инем уголокты, берҙән, ултырғысына һыймайбыҙ, икенсенән, минең алтын ҡуллы бисәкәйем бешеренеп теҙеп ҡуйһа, һыйҙан ҙур өҫтәл дә һығылып тора, саҡ һыйҙырабыҙ, - тип телгә килде.
– Ҡара әле, уныһын уйламағанмын шул. Әхирәткә килешергә тура килде. Инде иркенләп теге ҙур өҫтәл артына сәй эсергә ултырғайныҡ, шығырлап йоҡо бүлмәһенең ишеге асылып китте. Дуҫҡайым, бик мөһим нәмәне иҫенә төшөргән ҡиәфәттә, шап итеп сәйгүнен өҫтәлгә ҡуйҙы ла, секундына йөҙ һүҙ менән “пулемет”тан һиптерә лә башланы:
– Әнә, йоҡо бүлмәһенә күҙ һал! Әҙәм ғәйберәте бит: өләсәйеңдән ҡалған комод, атайың яһап биргән карауат, бохай заманында көс-хәл менән аҡса йыйып алған шифоньер... Кешеләр әллә ҡасан спальный гарнитур алып бөттө!
Мин тиҙерәк һүҙ ҡыҫтырып өлгөрөргә тырышам:
– Әй, әхирәткәйем, һинең йоҡо бүлмәңдә целое состояние! Комодың – антиквариат! Ундай шәп нәмә аукционда беләһеңме күпме тора! Карауатың – оҫта яһаған эксклюзив! Шифоньерыңа тағы 100 йыл торһа ла бер ни булмаясаҡ, сәүиттең шәп сағында эшләнгән! Гарнитур тигәндәрен беҙ ҙә алғайныҡ. Уның тышы ғына ялтырай, эсе ҡалтырай бит. Комод сразы емерелде, шифоньерҙың көҙгөһө ҡуйғанда уҡ селпәрәмә килде, ә тахтаһы... ҡартайып, бәлтерәп бөткән кешеләргә бик тыныс ҡына йоҡларға иҫәпләнгән, бик һикергеләй алмайһың! Бына шуға һеҙҙең мөхәббәт емештәрегеҙ бишәү, ә беҙҙеке – үҙең беләһең!.. Тәк ышту, дуҫҡайым, һин түгел, мин сәпсергә тейеш! Һинең ирең – алтын! Практичный, экономный! Ә минеке ошондай байлыҡты сығарып атты! Әхирәтемдең йәнкиҫәгенең ауыҙы йырылды, һуңынан рәхмәт әйтеп, мине маҡтап тәҡәте ҡороно. Шулай итеп, ғаилә имен ҡалды, дуҫҡайым иренә ҡарап ғорурланып йөрөй башланы.
Ә мин, бик мөһим нәмә ҡыйратҡан ҡиәфәттә өйөмә ҡайтып, ап-аҡ тире менән тышланған кухонный угологыма ултырып сәй эстем дә, спальный гарнитурымдың аэродром тиклем тахтаһына һуҙылып ятып уйға сумдым: “Эх, был донъяла йәшәүҙәре бигерәк рәхәт! Булғанына шөкөр итә белһәң, кешегә ҡарап көнсөллөк утында янмаһаң... Фәлсәфәүи уйҙарымды машина тауышы бүлде. Өр-яңы иномаркаһында йәнекәйем ҡайтып туҡтаған икән. Ауыҙы ҡолағына еткән, эше бешкәндер инде.
Бәхетле нигеҙең, татыу ғаиләң, сәләмәт балаларың, етеш тормошоң, яратҡан эшең, ныҡлы донъяң булһа, бөтә нәмәгә ҡәнәғәт булып йәшәү әллә ни ауыр ҙа түгел инде...