Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
6 Сентябрь 2019, 14:21

Балаңды баҡырға алдатһаң... (Хикәйә)

Миңзәлә Сирғәлинаның фәһемле хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. Яңы йыл алдынан ҡалаға барырға булып киттем әле. Өлкән улым саҡыра-саҡыра ялҡып та бөттө, байрам уңайынан ейән-ейәнсәрҙәремде лә күреп ҡайтырмын, каникулдары бит. Әбейем үлгәне бирле бүлмәмә бикләнеп ятыу үҙемде лә ялҡытты. Хоҙай күрер көнөңдө, ейер ризығыңды биргәс ҡалайтаһың, әбейһеҙ ҙә йәшәйһең икән. Ярай әле яңғыҙ түгелмен, кинйә улым, киленем, ике бәләкәсебеҙ бар. Һуғымлыҡ тайҙың бер ботон турап ике ҡулға бүлеп сумкаға аҫып сыҡтым әле юлға.


Яңы йыл алдынан ҡалаға барырға булып киттем әле. Өлкән улым саҡыра-саҡыра ялҡып та бөттө, байрам уңайынан ейән-ейәнсәрҙәремде лә күреп ҡайтырмын, каникулдары бит. Әбейем үлгәне бирле бүлмәмә бикләнеп ятыу үҙемде лә ялҡытты. Хоҙай күрер көнөңдө, ейер ризығыңды биргәс ҡалайтаһың, әбейһеҙ ҙә йәшәйһең икән. Ярай әле яңғыҙ түгелмен, кинйә улым, киленем, ике бәләкәсебеҙ бар. Һуғымлыҡ тайҙың бер ботон турап ике ҡулға бүлеп сумкаға аҫып сыҡтым әле юлға. Машина яллап торманым. Әҙ булһа ла донъя күрәйем тип, боронғоса вокзалға төштөм. Расписаниела үҙгәрештәр булып бөткән икән. Төшкө автобус өскә күскән. Ике сәғәттән ашыу ваҡыт бар. Ярай, вокзал йылы, халыҡ һәр ваҡыттағыса ҡымйып тора. Ингән-сыҡҡандарҙы ҡарап булһа ла ваҡыт уҙғарырмын әле! Эсәк шикелле оҙон билетты таҫлап ҡына кеҫәгә тығып, паспортты төпкәрәк йәшергәс, тынысыраҡ урын эҙләп күҙ йүгертәм. Бер яҡ ситтә эскәмйәлә бер оло ҡарт ултыра. Боронғо сетка сумкаға ниҙер тултырып ҡулына тотҡан, шунда ғына урын буш. Мин яҡынлауға боролоп ҡарап баш һелкеп таныштарса һаулыҡ һорашып ҡуйҙы ҡартым.
– Әйҙә, ултырығыҙ! Һауғынамы?!
— Һаумыһығыҙ.
Ҡолаҡҡа бер аҙ ҡатыраҡ, ахыры, ултырҙашым, кәпәсен бер аҙ ҡалҡыта биреп минең яҡҡа ҡолағын аса биреп ҡуйҙы. Ҡолаҡ төптәрендә етек аҡ сәстәре йәмһеҙ тырпайып тора.
— Ҡалаға юл алдыңмы ҡустым? Щи эсергә?
Һуңғы һүҙҙәренә аптырай биреп ҡарағанға, тешһеҙ ауыҙҙарын йәйелдереп көлөп үк ебәрҙе юлдашым.
— Үпкәләп ҡуйма берүк, беҙҙә ҡалаға юл алғандарға шаяртып шулай тиҙәр.
– Танһыҡҡа щи ҙә батыр ауыл кешеһенә, ә былай үҙем ашарлыҡ ҡына алдым ул, – тигән булдым сумкаларыма ишаралап.
Һыңар ҡулынан төшөрмәй тотҡан сетка сумкаһын һаҡ ҡына иҙәнгә ҡуйып, ярым боролоп уҡ ултырҙы үҙемә ҡартым. Ваҡыт иҫәбен тиҙләтергә ул да, ахыры, хәбәрҙәшкә зар.
— Афтыуысты әйтәм, һуңыраҡ ҡуҙғала икән хәҙер. Элегерәк төшкә яҡын китә торғайны мин барыр яҡҡа, хәҙер тик өсөнсө яртыла ғына ҡуҙғала, баҡһаң. Мына ултырам шуға көтөк-өтөк булып.
Ҡартым ихлас әңгәмәсе булып сыҡты, әллә аралашыуға һыуһағанмы? Минең баш һелкеп кенә тыңлап, һүҙ ҡыҫтырмауыма ла ҡарамай хәбәрен теҙҙе генә:
— Юлдашҡа китеп барам, улыма. Байрам тип балаларға күстәнәс алған булдым шунда.
Тауышымды күтәрә биреп, ҡолағына яҡынлап:
— Балаларың нисәү, ағай? Үҙең ҡайҙа тораң һуң? – тип һорап ҡуйҙым.
“Әллә таныйһыңмы?” тигәндәй текләп ҡарап ҡуйғас:
— Шул бер улым инде, тәүге хатындан. Икенсеһенән булманы. Ней, ҡара әле, ҡустым, таныған һымаҡмын да... нисә йәште ҡыуаһың әле?
— Мин ней 38-ҙең көҙөндә тыуғанмын, 80-де тултырҙым.
Гүйә элекке танышын осраттымы ни ҡартым, сирыш йөҙөн яҡтыртып:
— Һуң, мин дә 38 бит! Йәй, йәй тыуғанмын. Ҡорҙаштар булабыҙ бит былай булғас! Дә-ә, ҡартайып кителде, һикһәнде лә тултырылды, – ҡартым көрһөнөп ҡуйҙы.
— Нишләп моңайырға, пенсиә килеп тора, ауырып һыҙланмаһаң, әйҙә, йәшә лә йәшә! – тигән булдым күңелен күтәрмәләргә теләп.
— Йәшәйең инде, ҡайҙа бараһың... тик бына әбейҙән ҡалынды. Әбейҙән ҡалған бабай бәхетһеҙ була, ти торғайны бер танышым, ысынлап та, шулай икән. Ней бала-сағам юҡ ҡайғы баҫып ултырырҙай...
— Һуң, әле генә улыма барам тинең дә? – әллә хыялыйыраҡмы был ҡарт, тип уйлап та өлгөрмәнем:
— Үҙем көтөп үҫтерешмәгән бала минеке һаналамы икән һуң? Өс йәшендә генә айырҙым бит әсәһен. Эх... Алйот булғанмын!
Йоҙроҡҡа төйнәлгән ҡул тубыҡтарын бер ике ҡат ҡаты ғына төйөп ҡуйҙы, әйтерһең дә, тик уның ғәйебе. Тыңлайһыңмы, тигәндәй ҡараш тағы ла миңә төбәлде.
– Йәшлек ҡалайтһаң да үтә икән, ҡартлыҡта яңғыҙ булыу, ай-һай, ауыр. Ярты йыл булды икенсегә алған әбейем үлгәнгә, яңғыҙлыҡ яңғыҙ айға ғына килешһен. Етмәһә...
Һүҙен әйтеп бөтөрмәҫтән туҡтап ҡалған ҡорҙашымдың хәсрәтен аңлай ҙа башланым. Яңғыҙлыҡтың, яртыңдың үлемен кисереү хисе үҙемә лә сит түгел дә, сабыр ғына тыңларға булып киттем. Ә ул теҙҙе лә теҙҙе...
— Калхузда ғөмөр буйы бригадир булдым. Бик һуң өйләндем, тәүге ҡатынымды утыҙ икелә алдым. Йыл үтеүгә тупылдатып ул табып та бирҙе. Әллә нишләп балаға һалҡын булдым, тубығыма алып һөйгәнемде, бишек бәүетешеп йоҡлатҡанымды иҫләмәйем. Эш тә баҫҡандыр инде. Көн-төн план тип сабылды. Бригадир бит ул мәлдә авторитет һөнәр ине, вәт, ҡырын-мырын ҡыйҡандаған ҡатын-ҡыҙға ҡарай баштаным. Өйгә һылтау табып ҡайтыуҙы һирәгәйтәм, йә ҡайтҡан хәлдә лә төнгөлөккә сығып китәм, сәбәбен табып. Ышанды тәүлә ҡатын, аҙаҡ тауыш күтәреп маташты. Йоҙроҡ та сос булды, “тамыҙа” инем, эш, йәнәһе лә, план, имеш. Өйҙә ҡунғанда төнөн бала илаһа, сәңгелдәктән алып быраҡтырғаным, хатта бер ендәнгәндә ҡар өҫтөнә сығарып һелтәгәнем иҫтә... Ҡатыным сабыр булған икән, хәҙер уйлайым да иҫем китә – түҙгән. Тәпәй баҫып, теле асылып атлай башлағас, мин төнгөлөккә сығырға ишеккә барһам, артымдан килеп балағыма йәбешер ине. Аңшайы-ып күҙемә ҡараған баламды кеҫәмдән баҡыр биш тинлеккә әүрәтеп сығып тайыр инем, икенсе ҡатынға. Ишек төбөндә биш тинлеккә әүрәгән сабый ярай ҙа, ә бына ҡатын ниҙәр уйлап төн уҙғарҙы икән?..
Баламдың өс йәше тулыр-тулмаҫ, ташлап сығып киттем донъямды, йәш ҡатын ҡуйынына. Бер ауылда, бер урамда йәшәүҙе күтәрә алмай, ҡатын үҙ ауылына ҡайтып китте. Оноттом, хатта иҫкә лә алманым. Ә бит ваҡытында яратып өйләнгәйнем. Тик һылыу йәш ҡатыныма бала һөйөү бәхете яҙманы, йөрөмәгән ер, тикшерелмәгән ек ҡайҙа, файҙаһыҙ ғына. Бала рәнйеүе төшкәндер тием, хәҙер уйлап. Тәүге ҡатын менән икәүләп һалған өй буш ултырҙы, йәш ҡатын күсенергә риза булманы. Йәшәнек шулай. Эш тә барҙы, аш та тигәндәй, дан күптән баштан ашҡан, алдынғы калхуз бригадиры бит инде! Ара-тирә эш хаҡынан алимент түләнде, барып күреү, хәл белешеүҙе белмәнем. Донъя һәр саҡ бер төрлө бармай икән, пинсийәгә сығып ҡына тороуыма ҡатыным үлде. Аҫтыртын йылан кеүек булған, аҙаҡ белдем, йәшәгән өйөбөҙҙө ҡустыһының улына яҙҙырып, миңә остоҡ ҡына хат ҡалдырып йығылып китте. Унда хатта мине балам һәм ҡатынымдан сихыр ярҙамында һыуындырыуы, өйөмә боҙом һалғанға ла күсенергә риза булмауы хаҡында әйтелгән ине. Мин урамда ҡалдым, бар ғүмер йыйышҡан мөлкәт һыпырылып ҡалды шунда. Нисек ҡара төндә сығып киткәнмен үҙ өйөмдән, шулай бер ҡат кейемдә ҡайтып индем ҡышҡы кистә һалҡын мөйөшөмә. Бар ғүмерем ялағай йыланға һылашып үткәненә үкенеп үкһенем. Иҫке өйөм эсендә улымдың ятып ҡалған фотоларын ҡарап, ҡайғынан иланым. Ҡап-ҡара тумалаҡ малайымдың бала сағын һағынып үҙемде ҡайыҙланым. Әҙәм ҡайын түгел, дөрләп янырға, ҡыйыулығымды йыйып, тәүге ҡатын йәшәгән ауылға барҙым. Таптым йортон. Индем. Танымай торҙо бер аҙ. Икенсегә кейәүгә сығып, ире үлгәнен белә инем, бергә йәшәргә теләүемде әйттем. Ипле ҡатын ипле инде, сәйен яһап эсереп, ҡасандыр үҙем түләгән алимент квитанцияларын һөйрәп сығарҙы. Бер ус ҡағыҙ. Ике өс айға бер егерме ике, егерме биш һум ни бары. Теләһәң, түләгән аҡсаларыңды кире ҡайтарам, тик улымдың тормошона ҡыҫылаһы булма, тип киҫәтте. Әрләмәне, һүҙемде бороп сығарып ебәрҙе. Улым әрмелә ине ул мәл. Әле ул, әле был яңғыҙ әбей тупһаһын тапаным, йә балалары ҡыуҙы, йә әбейҙәр үҙҙәре иш итмәнеләр. Өҫ-башымды, тамаҡ яғын хәстәрләүе ауыр, өй ризығы һағындыра. Аҡса булыу менәнме ни? Көңгөр-ҡаңғыр һөйләшер кешең булмағас. Байрам-фәлән етһә, ҡорҙаштарың ейән-ейәнсәрҙәргә тип бүләк һайлай, ә минең кемем бар? Калхузда эшләгәндә, яңы йыл етһә, ҡыш бабай булып балаларҙы ҡыуандырыр инем кәнфит таратып, ә үҙемдең бер бөртөк балама ҡыш бабай күстәнәсе лә тотторғаным булмаған! Вәт, атай, исмаһам! Улым әрменән ҡайтҡан, өй һалған, ғаиләле булған, ә мин белмәгәнмен дә! Кисәге биш тин баҡырға әүрәгән баланы күрәм тип барҙыммы икән әллә теге юлы?
Үҙемдең йәш сағым сағылышын күреп телһеҙ ҡалдым, гүйә улым алдында, оҙон мыҡты кәүҙәһе янында баҡыр биш тинлеккә әүрәгән малайҙай ҡарап торам аңшайып. Таныны балағынам! Атай, һаумы, тиеүе генә лә ни тора! Хатта ебеп киттем! Тышҡа сыҡҡас, әллә бергә йәшәргә рөхсәт бирһә, тип һораным, килен балаң тарһынды, тине. Ҡалайтаң, ҡайттым тағын шыҡһыҙ өйөмә. Ҡырҙа ейәнем, ейәнсәрем барын белеп, бәләкәсен күреп ҡыуанған булдым. Бына әле, яңы йыл алдынан, моғайын, ҡайталарҙыр каникулға, барып сығам әле. Бәлки, килен бала кире уйлар, бүләккә тип алтын алҡа алдым үҙенә. Көтөргә риза булһалар, өйөмдө үҙҙәренә яҙҙырыр инем...
Ҡорҙашым, һөйләүенән туҡтап, сәғәт эҙләгәндәй стенаны боролоп ҡарап ҡуйҙы ла:
— Хәсрәтемде һөйләп ултырып афтыуыстан ятып ҡалмайым, ҡорҙаш, һиңә нисәгә?
— Миңә өскә генә ул. Әле өсөнсө ун минут.
– Ә-ә-ә, улай булһа ярай, ҡалай ваҡыт үтеп ҡалды әле!? Миңә өсөнсө яртыға бит...
Юлдашҡа йыйынған ҡорҙашым иҙәндәге сетка сумкаһын ҡулына тотоп, сығырға ла әҙерләнә башланы. Һорамай түҙмәнем:
— Һуң, ҡорҙаш, һорайым әле?! Хәҙер бит закун сыҡты, әлиминт түләгәсең, улың һине көтөргә тейеш бит!
Аптыраулы ҡараш тағы ярты-йорто ишетеүен ишаралай ине.
— Көтһәләр, риза булып көтһөндәр, көтмәйем тиһәләр көсләшмәйем, ҡарттар йортона булһа ла барырмын инде, ҡарыуым бөтөнләй бөтә башлаһа...
Тауыш көсәйткес аша автобус туҡталышҡа килеүен иғлан иттеләр. Урынынан ауыр күтәрелеп, башын бороп ҡына хушлашып китте яңы танышым. Һәр аҙымы уйға, ауыр уйҙарға, икеләнеүҙәргә сырмалған кеүек тойолдо. Кем икәнен дә, ҡайһы колхоз бригадиры булыуын да белмәй ҡалдым. Минең кем, ҡайҙан булыуым да ҡыҙыҡһындырманы, ахыры. Эсендәге бар әрнеүен түгеп, әллә әҙерәк еңеләйҙеме был ҡарт, әммә мине арыуыҡ уйға һалып китте. Миңә лә сығырға ваҡыт. Ҡолағымда “әбейҙән ҡалған бабай бәхетһеҙ” тигәне тик тора. Юҡ, әбейең менән бергә тәрбиәләгән балаларың барҙа, айырылыу ауыр булһа ла, йәшәү дауам итә. Уйҙарымды бүлеп телефоным шылтыраны. Улым икән.
– Алло, атай, һаумы?! Ултырҙыңмы әле автобусҡа?
— Һауғынамы, улым! Хә-ә-әҙер ултырам, хәҙер!
– Эштән яңы сыҡтым, атай, вокзалға сығып ҡаршы алам, йәме! Китеп барма маршрутка эҙләп.
– Ярай, ярай, балам...
Ғәҙәттәгесә һөйләшһәм дә, күҙҙәремдән йәшем сығып, тауышым ҡалтыраны. “Бәхетлемен, аллаға шөкөр...”
Читайте нас: