Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
22 Ноябрь 2019, 13:30

Ҡаҙ ҡаны. Хикәйә.

Фәрит ағай менән мин ҡала яны электричкаһында таныштым. ...Ваҡ-төйәк йомош менән Өфөгә китеп барыуым. Иртәнге автобустан төшкәс, билет алдым да, перронға сыҡтым. Әле иртә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ бик күп кенә. Тәгәрмәсле арба этеп, ҡаймаҡ-һөт һатырға йөрөүсе ҡатын-ҡыҙ ғына ла егермеләп бар.


Ҡаҙ ҡаны

Хикәйә

Фәрит ағай менән мин ҡала яны электричкаһында таныштым.

...Ваҡ-төйәк йомош менән Өфөгә китеп барыуым. Иртәнге автобустан төшкәс, билет алдым да, перронға сыҡтым. Әле иртә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ бик күп кенә. Тәгәрмәсле арба этеп, ҡаймаҡ-һөт һатырға йөрөүсе ҡатын-ҡыҙ ғына ла егермеләп бар. Көн дә иртәнге электричка менән Өфөгә барып эшләп, киске менән ҡайтыусылар ҙа байтаҡ. Аҙна буйы ошо юлда йөрөгәс, улар инде бер-береһе менән таныш, ҡысҡырышып иҫәнләшәләр, көлөшәләр.

Көн һалҡынса. Үләндәрҙә иртәнге ысыҡ та кипмәгән, асфальттан ситкәрәк баҫһаң, аяҡ кейеменә ысыҡ яғыла. Ҡояш әле яҡындағы элеватор түбәһенән ҡыҙғылт нурҙары менән тирә-яҡҡа йәм биреп, саҡ-саҡ күтәрелеп килә.

Вокзал буйынса дежур ҡатындың электричка килеүе тураһында белдереүе булды, пассажирҙар әйберҙәрен, юлдаштарын барларға кереште, шул арала һыҙғырып, йәшел вагондарын тағып алған электропоезд беренсе юлға килеп тә туҡтаны. Кешеләр этешеп, ашыға-ашыға, ултырып барыр урын алырға тип, вагон ишегенән эскә йомолдо. Ә вагон яртылаш буш. Тиҙерәк ҡояш нурҙары төшкән яҡҡа ултырырға ашығам, сөнки иртәнге һалҡында бер аҙ өшөп тә киткәнмен .

Әйберҙәремде урынлаштырып, баш-күҙ алғас, тирә-яғыма күҙ һалдым. Ҡаршымда урта йәштәрҙәге ҡатын менән ир ултыра, ир кешенең ҡулында “Йәшлек” гәзитенең һуңғы номеры, уны беҙ кисә уҡығайныҡ инде. Ҡатын тәҙрәнән йүгереп үткән тәбиғәткә, өйҙәргә, электр бағаналарына ҡарап, тыныс ҡына уйҙарға батып килә.

Йәйҙең иң гүзәл мәлдәренең береһе. Ағастар, үләндәр ҡуйы йәшел төҫтә, күктә бер болот әҫәре лә юҡ. Ана, бер һайыҫҡан поезд менән ярышҡа сыҡҡандай, талпынып-талпынып алға ынтыла. Юҡ! Хәле етмәне, юл буйында үҫкән саған ботағына барып ҡунды ла ҡойроғон бер уңға, бер һулға борғолап, тирә-яғына шиҡырыҡлап хәбәр һалырға кереште. Ынтылып-ынтылып ҡараһам да уны башҡа күреп булманы, минең ҡошта ни эшем бар, тигәндәй, электропоезд алға елдереүен белде.

Ҙур ғына станцияға етәрәк, поезд тиҙлеген әкренәйтте. Бик матур, төҙөк ауылға оҡшаған, араларында төрлө-төрлө ҡиәфәттә тирә-яҡҡа эре генә бағыусы йорттар ҙа, ике яҡлы бәләкәй генә боронғо өйҙәр ҙә байтаҡ. Һәр хужа үҙ биләмәһен гүзәлерәк, мөрйәһен бейегерәк итергә тырышҡан. Ауыл осонда ҙур ғына быуа, ә яр буйы, һыу эсе тулы ап-аҡ ҡаҙҙар. Ана бер оло йәштәрҙәге ҡатын сепрәк йәйеп, ергә ултырып алған да, күҙлеген танау өҫтөнә атландырып, ниҙер бәйләй, ҡаҙҙарына ла тиҙ-тиҙ генә күҙ һалып ала.

- Ҡара әле, һыу буйы тулы ҡош-ҡорт, тас беҙҙең бала саҡтағы шикелле, - тип ҡатынына һүҙ ҡушты ир кеше.

- Был тирәлә әле лә ҡаҙҙарҙы күпләп аҫрайҙар икән шул, - тип яуапланы ҡатын тәҙрәнән үрелеп. - Былайтып, үҫеп бөткән бәпкәләрен ҡарауыллап ултырырлыҡ булғас, тирә-яҡтары тыныс түгелдер, тимер юлы ла бик яҡында, машиналар ҙа геүләп үтеп тора.

- Һеҙҙә әллә ҡаҙ тотмайҙармы? - тип һүҙ ҡуштым юлдаштарыма.

- Элегерәк өй һайын оя-оя ҡаҙ була торғайны, бындай инкубаторҙыҡы түгел, ҡаҙ үҙе баҫып сығарған бәпкәләр инде. Хәҙер ни ул тиклем күпләп аҫрамайҙар, ашарына ла күп кәрәк. Колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, ашатырына табыуы ла ауырлашты. Унан ҡаҙ бит – аяҡ ите. Артынан йүгерергә лә йүгерергә кәрәк. Аяғың тәпелдәһә, ауыҙың сәпелдәй инде. Апайыңдың аяҡтары һыҙлай, минең үҙемдең мәшәҡәттәр былай ҙа баштан ашҡан, шуға күрә беҙ өйрәк менән бройлер себештәре генә алабыҙ. Ишек алдынан сығып китмәйҙәр, ашайҙар ҙа яталар, - тип әңгәмәне ағай кеше эләктереп алды.

Был саҡ электропоезд, үҙ бурысын атҡарып, төшөрәһен төшөрөп, ултыраһы пассажирҙарын ултыртып алды ла тыҡ-тыҡ йырын йырлап, үҙ юлын дауам итте, ап-аҡ ҡаҙҙар ҙа, уларҙы көтөп ултырыусы әбей ҙә артта тороп ҡалды.

Һүҙҙән һүҙ сығып, танышып, белешеп алғас, ә юлда, ғәҙәттәгесә, әҙәм сит-ят кешегә лә үҙенең күңелендәген асып һалыусан, ҡайғы-шатлыҡтары менән уртаҡлашырға тартынмаусан булып китә, оҙон-яҫы һүҙ әлеге ҡаҙҙар юҫығына барып терәлде.

- Һеңлекәш, ҡаҙ ҡаны ебәрмәй, тигән беҙҙең халыҡ. Ошо ҡаҙ-фәлән күрһәм, гел тыуған ауылым, ауылдаштар, йәштәштәр иҫкә килә лә төшә. Был әйтемдең ысын булыуына инандым: инде етмешенсе тиҫтәне ҡыуып барған кешемен, балаларыма, балаларымдың балаларына ла был хаҡта еткерермен тигән антым бар, - тине лә Фәрит ағай бер аҙға ғына уйға ҡалды.

- Элегерәк ауылдарҙа бөтә ғаиләләр ҙә ишле була торғайны, ете, һигеҙ туғыҙ, хатта ун ике-ун өс балалы ғаиләләр күп ине. Хәҙер генә ул йәштәр ике бала таба, береһе – баш бала, икенсеһе – кинйә.

Шулай беҙҙең ауыл да, урамдар ҙа гөрләп торҙо. Йәштәр ауылдан китеп барманы, колхоз ярҙамында өй һалып, донья ҡороп, балалар үҫтереп гөр килеп йәшәне. Бөтәбеҙ ҙә бер самараҡ булдыҡ, йәй буйына ялан аяҡ йүгерә торғайныҡ, аяҡтар себешләп, ярылып бөтә... Ҡайҙа ул хәҙерге кеүек бер кешегә әллә-нисә аяҡ кейеме. Бер сандали алһалар, һаҡлап ҡына тотаһың.

Яҙ булһа, сандалиҙарҙы яр буйына теҙеп кенә ҡуябыҙ ҙа көн буйы бәпкә ҡарауыллап, һыу буйында уйнайбыҙ. Шуға күрә ҡаҙ көтөүҙең яуаплылығын, ауырлығын (ай ярым-ике ай буйы бәйле эт кеүек һыу буйынан бер ҡайҙа ла китергә ярамай) мин үҙ елкәмдә татып беләм.

Ағай кеше хәтирәләргә бирелеп, бер аҙға моңһоуланып, уйсанланып ҡалды.

...Бер йылды шулай ап-аҡ ҡына инә ҡаҙыбыҙ ун биш бәпкә баҫып сығарҙы, әсәйемдең ҡыуанысының, шатлығының иге-сиге юҡ. Ҡустым менән алмашлап көтөп тегеләрҙе үҫтереп еткерҙек, аҡ ҡауырый менән ҡапланһа бәпкәләр, төйлөгән дә, ҡоҙғон да ҡурҡыныс түгел, унан ата ҡаҙыбыҙ ҙа бик уҫал ине. Сит кешене түгел, әсәйемдең үҙен дә яҡын ебәрмәй, беҙгә лә йыландай телен сығарып, ыҫылдап ҡына тора.

Көҙгә инде улар таң менән ап-аҡ булып, йылға буйына теҙелешеп төшөп китәләр, ҡарап тороуы күңелле. Кисен эйәртенешеп ҡайтып инәләр ҙә ишек алдында яталар.

Шулай бер көндө былар кис ҡайтманы ла ҡуйҙы. Төрлөбөҙ төрлө яҡҡа сығып китеп, ҡараңғы төшкәнсе эҙләнек. Әсәйем илаулай, бөтәбеҙҙең дә күңел бошонҡо. Инде һуйыр ваҡытҡа ла күп ҡалмағайны, ҡайҙа китеп ғәйеп булғандар – бер кем белмәй, берәү ҙә ишетмәгән. Ике-өс көн өмөт өҙмәй, бәлки, ҡайтырҙар, бына-бына килеп сығырҙар, тип көттөк. Әсәйем түбән остағы Ғәйшә инәйгә барып, ноҡот та һалдырып ҡараны, ул да өмөтләндерерлек бер нәмә лә әйтмәгән.

- Ҡаҙҙарығыҙҙың юлы өйөгөҙгә төшмәй, табылмаҫтар, килен, тынысланығыҙ, үлем эше түгел, башығыҙ һау булһа, мал табылыр. Яҙмағандыр, яҙған булһа, теш һындырып булһа ла керә ул аҙыҡ.

Әсәйемде Ғәйшә инәй үҙенсә йыуатып сығарған.

Бер аҙнанан һуң да улар ишек алдына ҡайтып инмәгәс, әсәйемдең әрней-әрней: “Эт-фәлән тотһа, береһе булһа ла иҫән ҡалыр ине, ни ҡанаттары ҡойолған ер юҡ, аптыраған инде. Кеше алғандыр тиһәң, гонаһлы баш, урлаған бер гонаһлы, юғалтҡан мең гонаһлы, тиҙәр инде. Күңел әллә ҡайҙарға йүгерә, ҡулынан тотмағас, кемгә бәлә яға беләһең? Ҡаҙ ҡаны ебәрмәй инде ебәреүен, әҙәм ҡулы тейгән булһа, балаҡайҙарымды өлөшһөҙ ҡалдырҙы өмөтһөҙ бәндә”, - тип һамаҡлағаны әлегәсә күҙ алдымда тора.

Яңы танышым, шул ауыр мәлде яңынан кисереп, ауыр итеп уфтанып, тәҙрәнән ҡарап бара башланы. Әйтерһең, күҙ алдынан йүгереп уҙған урмандар, тауҙар артында уның бала сағы ҡул болғап тора.

Шунан миңә боролдо ла:

- Әсәйемдең ҡаҙҙары ҡабат үрсемәне, ситтән йомортҡа һатып алып ҡаҙ аҫтына һалып ҡараны, бер-ике йыл шулай маташа торғас: “Иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаһа һис уңмаҫ! Етте, башҡаса этләнмәйем, ҡаҙ ҡото китте”, - тип ҡул һелтәне.

Шулай ҙа был ваҡиға тамамланмаған икән, яңы йыл алдынан ғына осо барыбер сиселде.

Күршеләргә ҡаланан бик һөймәлекле ҡыҙыҡай килен булып төштө, беҙҙең ауыл ғәҙәте буйынса, атайым менән әсәйем туйҙы ашҡа алды. Шул аш ваҡытында бер туған ағайымдың кәләше, Гөлниса еңгәйем, таҡмаҡ әйтеп бейеп китә:

Туйға барһаң бар туйып,

Ата ҡаҙыңды һуйып.

Ышанмайһыңмы? Тыңла

Иғтибарыңды йыйып.

“Мискә ауыҙын ас!”тиеп,

Бөйөргә төртә бикәм.

Аҡсалыраҡ, кеҫәлерәк

Кеше булманы микән?

Был таҡмаҡты ишеткән әсәйем:

- Булһа, һуйырһың ата ҡаҙыңды! Ана ата-инәһе менән ун ете ҡаҙҙың еҫе-ҡоҫо юҡ бит әле, - тип әйтеп һала.

Һүҙ артынан һүҙ китеп, әсәйемдән ни булғанын һөйләтә ҡоҙағыйҙар. Донъя түңәрәк, тиҙәр халыҡта. Ысынлап та, беҙҙең ҡаҙҙар менән бәйле ваҡиға шаһиты булған улар.

...Төп ҡоҙағыйҙарҙың күршеләрендә генә ғаиләһе менән Фәнил тигән ир йәшәгән, ул йөк машинаһында водитель булып эшләгән. Көҙ көнө бер-нисә машинаны ул әҙәм эшләгән бүлектән беҙҙең совхозға иген ташырға ебәргәндәр. Токтан игенде келәткә ташығанда йылға аша сығып йөрөй машиналар. Кисеүҙә күреп ҡалып, күҙе ҡыҙа беҙҙең ҡаҙҙарға. Аҙаҡҡы рейс менән игенде келәткә бушатҡас, йылға аша сығып барғанда текә ярҙан мендермәй, ҡаҙҙарҙың берәм-берәм муйындарын бороп, кузовҡа ырғыта. Бригадирҙан һорап, төндә ҡалаға ҡайтып килергә рөхсәт ала, имеш, ауырлы ҡатынының хәлен белә. Шулай итеп, беҙҙең ҡаҙҙар ҡалаға “оса” ла инде. Ҡаҙҙы бер үҙе таҙартырға йөрьәт итмәй, ҡатынҡай күршеһен дә саҡыра. Тегенеһе муйындары боролоп ҡына йәндәре алынған ҡаҙҙарҙы күреп, ҡото оса. Ә Фәнил уларҙы, һатып алдым, тип алдай.

Утыҙ ике теш араһынан сыҡҡан һүҙ утыҙ ике ауылға етә, тиҙәр. Шулайтып, тарала был ҡаҙҙар тарихы. Ләкин милицияға барырға уйламай күршеләре, был ҡанһыҙлыҡты күргәндән һуң, үҙҙәре һәм балаларының яҙмышы өсөн ҡурҡалар. Кем белә ҡанһыҙ кешенең уйын? Әллә ниҙәр тыуҙырыр яһиллығы менән.

Ләкин Хоҙайҙың күҙе үткер. Уңыш йыуыу тамамланғас, Фәнил дуҫ-иштәрен саҡырып, тыуған көнөн уҙғара, күршеләренә лә өндәшә. Һарыҡ итенән ҡурҙаҡ, ҡаҙ итенән бешерелгән тәмле аш ашап, ярты төн уҙғас күршеләр ҡайтып, йоҡларға ята. Таң алдынан, йоҡоноң иң тәмле сағында, ишек ҡаҡҡан, ҡысҡырышҡан тауышҡа иләҫләнеп һикереп торалар: күршеләрҙең өйөн ут ялмаған!

Ә артабан ни булғанын хатта дошманыңа ла теләмәҫһең... Ут һүндереүсе машиналар килеп еткәнсе, өйҙөң ҡыйығы емерелеп төшә. Шулай итеп, ғаилә мәрхүм булып ҡала. Бөтә күрше-тирәләре ирҙең ҡулы тик тормағанын белә тороп, был хаҡта ҡысҡырып йөрөмәһә лә, ғаиләнең үлемендә Фәнилде генә ғәйепләй. Ҡаҙ ҡаны ебәрмәй шул.

Кем белә, бәлки, был осраҡлы ғына тап килеүҙер, тәфтишсе уттың һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөнән сыҡҡанын иҫбатлай. Ләкин, минең уйымса, тап гонаһ эшләү Фәнилдең һәм уның ғаилә ағзаларының ғүмерен ҡыя.

Фәрит ағай ҡатынына әйләнеп:

- Бир әле теге кәнфитте, эс бошҡанын баҫып алайым, тип өндәште. Уныһы тиҙ генә бәләкәй сумкаһынан алып, йылтыр моҡсайға һалынған кис-кис ирисын һуҙҙы.

Унан тағы миңә ҡарап:

- Йәмәғәт урынында тартырға ярамай тип сығарылған ҡарар бәкәлгә һуҡты бит, юлда хәҙер кәнфит һурып ҡына йөрөйөм, - тип йылмайҙы.

Ысынлап та, тәмәке тартырға тыз-быз йөрөүсе юҡ хәҙер, электричкаларҙың тамбуры, вагондары ла таҙа.

Фәрит ағай кәнфитен тәмләп ашап бөткәс, термостан эҫе сәй ҡойоп, тамағын сылатты ла, ҡатынына, миңә лә сәй тәҡдим итте, ләкин беҙҙең икебеҙҙең дә сәйләп ултырыу теләге булманы. Термосын өҫкө полкала торған сумкаһына тыҡҡас, Фәрит ағай тағы нимә тураһындалыр һөйләргә әҙерләнеп, миңә боролдо.

- Ошоға оҡшаш йәнә бер ваҡиғаның шаһиты булдым мин, һеңлекәш. Беҙ бер урамда биш егет дуҫ булып үҫтек. Бала саҡта бергә ҡаҙҙар көттөк, үҫә төшкәс бергә ҡыҙҙар артынан йүгерҙек.

Шулай, йәй көнө кис етһә, йәштәр ҡырға сығып, ут яғып, көлгә күмеп картуф өтөп ашайбыҙ, уйнап, гармун тартып йырлашып, бейешеп күңел асабыҙ.

Бер көндө егеттәр, ауыл йәштәренә ҡушылмай, айырым сығып, усаҡ яғып, һөйләшеп ултырырға кәңәш ҡорғандар. Мин дә барҙым, тик һуңларға тура килде, сөнки беҙҙең ауылда малды алмашлап, сират буйынса көтәләр. Мин көн буйы безләп йонсотҡан һыйырҙар, тана-торпо артынан сабып, хәлдән тайып ҡайтып ашарға ғына ултырғайным, ауыл осондағы уҫаллығы менән дан алған Гөлсинә килеп инде. Башмағы ҡайтмай ҡалған икән, ауылға ҡайтҡан саҡта әрәмәлеккә кереп киткәйне, баҫтырып та ҡыуып етә алмағас, ҡул һелтәп ҡайтып киткәйнем. Ашап алғас, күршенең атын менеп, эңер төшкәнсе эҙләп, саҡ алып ҡайттым тегене. Шуға күрә һөйләшелгән урынға һуңғараҡ ҡалып барҙым.

Барһам, усаҡ янында егеттәр көлөшә-көлөшә ит йыпырып ултыра. Тағандағы биҙрәнән быу күтәрелә, тирә-яҡҡа тәмле булып ҡаҙ ите еҫе таралған.

- Оһо-һо-һо! - тип ҡаршы алды мине иптәштәрем. - Маҡтап ҡына йөрөйһөң, эш бөтөп, ит бешеүгә генә килеп еттең.

- Ниндәй ит? Был ни эш?

Аптырап ҡалдым. Киске уйында былайтып ит ашағандарын күргән юҡ ине әле, картуфты көлгә күмеп тә, биҙрә ҡаплап та бешерәбеҙ. Ә бында – ҡаҙ.

- Ярай, күп һөйләнеп, аҡыл һатып торма, ана, һинең өлөшөң – биҙрәлә, ал да сәйнәй башла. Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен, - тип һүҙ ҡушты Фирғәт тигән иптәшем. - Оҙон көн буйы мал артынан сабып арығанһыңдыр!

- Юҡ! Тәүҙә аңлатығыҙ, ниндәй ҡаҙ ул, ҡайҙан алдығыҙ?

Егеттәргә һорау артынан һорау теҙәм.

Яуап бирмәйенсә ҡотолоп булмағанды аңлағас, улар миңә дөрөҫөн һөйләп бирергә булды. Йылға буйынан тотҡандар, кемдеке икәнен дә белмәйҙәр.

- Юҡ, егеттәр, ғәфү итегеҙ, мин кеше өлөшөнә ҡағылмайым. Ҡаҙ юғалтыуы ауыр икәнлеген үҙ иңебеҙҙә татыныҡ, әсәйем көнө-төнө бөтәбеҙгә лә: “Кеше әйберенә теймәгеҙ, ҡағылмағыҙ, рәнйеш алмағыҙ!” - тип ҡабатлап ҡына тора. Ҡаҙ ҡаны ебәрмәй ул, - тип тә өҫтәнем.

Минең һүҙҙе ишеткәс, егеттәр ергә ятып, күҙҙәренән йәш сыҡҡансы ихахайлап көлөргә кереште.

- Шуға ышанаһыңмы?

- Әкиәт!

- Әбейҙәр һүҙен һөйләп тораһың!

Мин ҡул ғына һелтәнем дә ҡайтып киттем. Бынан һуң улар тағы бер-нисә тапҡыр ҡаҙ тотоп ашағандарын маҡтанып һөйләнеләр, үҙҙәре мине ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләнеләр.

***

Фәрит ағай һөйләүенән туҡтап, бер аҙ уйланып, өндәшмәй ултырҙы. Ә мин сәғәткә ҡарайым, юлдаштарым поездан төшкәнсе, тиҙерәк был тарихтың осона сыҡҡым килә. Фәрит ағай һөйләп бөтөрә алмаҫ тип борсолам.

- Иптәштәремдең яҙмышы ҡыҙыҡһындырамы, һеңлекәш? Ышанаһыңмы, юҡмы, бер-ике йыл эсендә уларҙың яҙмышы боҙолдо ла ҡуйҙы.

Береһе шул уҡ йылды Дим станцияһына ҡунаҡҡа барғанында быуаға сумған да, сыҡмаған да ҡуйған. Водолаздар менән өс көн тигәндә саҡ табып алып ҡайтып, кешегә лә күрһәтмәйенсә ябыҡ табутҡа һалып ерләнеләр. Икенсеһе күршеләренә ярҙамға урманға барғанында өҫтөнә ағас төшөп, ғәрип булып ҡалды. Шунан эсеп-туҙып йөрөнө-йөрөнө лә, үҙенә ҡул һалып ҡуйҙы. Өсөнсөһө Стәрле ҡалаһына эшкә сығып киткәйне, шунда дөйөм ятаҡта бер егет менән бәйләнешеп китеп, теге егетте лә, араларына яҡларға тип кергән икенсе егетте лә бысаҡ менән сәнсеп үлтереп, ун ике йылға төрмәгә эләкте. Шунан ҡайтманы ул, төрмә зыяратына ерләгәндәр.

Дүртенсеһе һәйбәт кенә итеп ғаилә ҡороп, матур ғына йәшәп алып киткәйне. Өфөлә шофер булып эшләй башлағайны, аварияла һәләк булды. Бер ҡыҙы етем ҡалды.

Бына шундай яҙмыштарға дусар булды иптәштәрем. Бишәүҙән бер үҙем ҡалдым. Балаларыма, ейәндәремә васыят итеп ҡалдырырмын, ҡолаҡтарына киртеп ҡуйһындар. Рәнйеш алмаһындар, кеше малына теймәһендәр, хәләл ризыҡ ҡына ейһендәр.

Һөйләп бөттөм, тигәндәй, Фәрит ағай кәштәнән сумкаларын, сумаҙандарын алып, әйберҙәрен барлай башланы. Шул арала электричка һыҙғырып ҡына Дим станцияһына килеп туҡтаны.

- Әйҙә, атлай тор, ана кейәү ҡаршыларға килгән, көтөп тора, - тип ҡатынын ҡабаландырырға кереште. Миңә ҡарап:

- Ейәнебеҙ тыуған, тәүге ейәнебеҙ. Берәй аҙна ҡыҙыбыҙға ярҙам итеп торорбоҙ тибеҙ, - тип өҫтәне.

Электропоезд оҙаҡ ҡына торҙо. Фәрит ағай менән ҡатыны кейәүҙәренә эйәреп, аҫылмалы күпергә менеп, күҙҙән юғалдылар.

Мин һаман әле генә ишеткән ваҡиғалар өйөрмәһендә әйләнәм, әҙәм яҙмыштары хаҡында уйланам...

Минзәлә ХӘЛИЛОВА.

Читайте нас: