Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
29 Ноябрь 2019, 18:30

Еңмеш булһа ни... (Хикәйә)

Һуңғы йылдарҙа Интернетты үҙ итеп алды Мират. Мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡышҡы оҙон кистәрҙә төрлө сайттарҙа үҙенә кәрәкле мәғлүмәттәр таба. Тыуған яғы тарихын өйрәнеүҙе ялға сыҡҡас та ташламай, материалдар туплауҙы дауам итә. Популяр булған “Бәйләнештә”, “Класташтар” сайттарында ла теркәлеп, таныштарын эҙләштерә, хәбәрләшә, аралашырлыҡ, фекер алышырлыҡ төркөмдәр таба.

Һуңғы йылдарҙа Интернетты үҙ итеп алды Мират. Мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡышҡы оҙон кистәрҙә төрлө сайттарҙа үҙенә кәрәкле мәғлүмәттәр таба. Тыуған яғы тарихын өйрәнеүҙе ялға сыҡҡас та ташламай, материалдар туплауҙы дауам итә. Популяр булған “Бәйләнештә”, “Класташтар” сайттарында ла теркәлеп, таныштарын эҙләштерә, хәбәрләшә, аралашырлыҡ, фекер алышырлыҡ төркөмдәр таба.
Бер саҡ шулай, үҙе хеҙмәт иткән частың номеры менән “Класташтар” сайтында эҙләнеп ултырғанда частың төркөмөнә юлыҡты. Фотолар, видеояҙмалар ҙа ҡуйылған икән унда. Иң башта төркөмдә әүҙем ултырған тәүге командирына юлыҡты, уның аша тағы ла бер нисә офицер менән хәбәрләшә алды, үҙ ротаһының шул осорҙағы хеҙмәттәштәрен дә тапты.
Командир взводы ярҙамсыһы Храмов уны шунда уҡ иҫенә төшөрҙө. Подполковник дәрәжәһенә тиклем үрләгән, хәҙер ул хаҡлы ялда, отставкала блыуына ҡарамаҫтан, хәтере шәплегенә аптырарһың. СССР-ҙы һағынып иҫкә ала, уның тарҡалыуына ныҡ ҡайғыра. Ике Чечен һуғышында ла ҡатнашҡан икән. “СССР һаҡланһа, был ваҡиғалар ҙа булмаҫ ине, – ти. – Үҙгәртеп ҡороуҙар осоро бигерәк емергес булды часть өсөн. Һин хеҙмәт иткән саҡтар түгел хәҙер. Объекттың күп постарында ҡатын-ҡыҙҙар тора, элекке йәшеренлек тә алынды. Илебеҙҙәге берҙән-бер асыҡ һауалағы радиактив ҡалдыҡтар һаҡланған урынға әүерелде объект”.
Эх, ниндәй нәмәләр юҡҡа сыҡҡан тиң, ә! Заманында иң ныҡ һаҡлана торған ябыҡ ҡалаларҙың береһе ине. Ошо яңылыҡтар бошондорҙо Миратты... Ә бер көндө Храмовтың мин һинең нисек отпуск алғаныңды иҫкә төшөрҙөм әле, тигәне уны уйҙары менән ҡырҡ биш йылдан ашыу элек булып үткәндәргә алып китте...
Отпуск
Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск бирҙеләр Миратҡа. Бөгөн иртән ҡайтырға сыҡты, күңел дә көрәйҙе... Старшинаны һемәйтте ул шулай ҙа. Әбейҙәр сыуағы еткәндә ҡышҡы форма менән ҡайт, имеш. Һы, ун көнлөк отпуск үтер ҙә китер, башта бүрек, өҫтә шинель менән ҡайтып төшөүҙең ояты ни тора...
КПП-ны сыҡҡас, әҙерләп ҡуйған бауға эләктереп, тәҙрә аша казармалағы егеттәргә шинель менән бүреген сисеп бирҙе. Икенсе ҡаттан фуражкаһын ырғыттылар. Патрулгә эләкмәй генә имен-аман вокзалға килеп етте. Белеп ҡалһалар, кире борорҙар ине. Электричка менән аэропортҡа еткәнсе, тотолмаһам ярар ине, тип тулҡынланыуҙан йөрәге сыға яҙҙы. Самолетҡа ултырғас ҡына тынысланды. Тиҙҙән – Өфө... Күрше өлкәлә генә хеҙмәт иткәс, оҙаҡ осорға түгел. Солтанғол класташы яҡынға, Ишембайға эләккән. Хәрби топографлыҡҡа өйрәнә, аҙаҡ икенсе ергә ебәрәсәктәр. Ағаһы: “Беҙҙең Сутай ни, аҙбар артында ғына хеҙмәт итә ул”, тип һөйләй икән ауылда. Ә ул “аҙбар артынан” алыҫыраҡ шулай ҙа... Отпуск биреүҙәренә һаман аптырай Мират...
Әрме хеҙмәтенә Иҙелбашынан алынды ул. Ауылда уҡытыусы ишараты булып йөрөгән көнө. Уҡырға инә алмағас, үҙ ауылындағы мәктәп директоры: “Икенсе йылға тиклем уҡытырһың да йәйен инерһең, аптырама”, – тигәс ризалашты. Инйәрҙә урта мәктәпте тамамланы, унынсыға барғанда ғына ауылда туғыҙынсы синыф асылды. Ауыл малайҙары туғыҙынсы асылғас, әллә китмәйекме икән, тип ярты көн Ҡыҙыляр башында ауылға ҡарап ятҡайнылар. Атай-әсәй сыбыҡлап булһа ла ҡыуасаҡ бит инде, тип теләр-теләмәҫ кенә туңҡаңланылар. Сутай ғына атайым барыбер әрләмәй ул, ауылда уҡыһам, шатланыр ғына, тип тороп ҡалды. Бер аҙна уҡығас та, бер көн ял биреп, синыф етәксеһе Леонтий Георгиевич малайҙарҙы ҡайтарып ебәрҙе, алып килделәр тегене. Барыһы ла яҡшы уҡыны, атай икмәген бушҡа серетмәнеләр. Мираттың хатта ҡылыҡһырламаһына уҡытыусы һөнәрен һайларына өмөтләнәбеҙ, тип тә яҙғайнылар.
Бер параллелдә тарих, икенсеһендә физкультура дәрестәре бирҙе “директор ағай”, китапхана ла уның елкәһендә булды. Бер тапҡыр, дүртенсене бөткән йылдамы икән, атаһы: “Директор ат тырмаһын һорап торғайны, алып ҡайт”, – тип ат мендереп ебәрҙе. Барғас: “Директор ағай...” – ти ҙә ҡуя. Ул көлә-көлә бер нисә тапҡыр ҡабатлатты ла тырманы тағып ебәрҙе. Мират ҡына түгел, кескәй сағында бар уҡыусылар ҙа исеме шулаймы икән, тип уйлағандыр, моғайын.
Эше оҡшай ҙа башлағайны былай. Көҙөн хәрби комиссияға саҡырҙылар. Мираттың ни тиҙерәк хеҙмәт итеп ҡайтҡыһы килә, йәнәһе, әрменән һуң уҡырға инеүе еңелерәк конкурс юҡ. Тик ауыл уҡытыусыларын алмаҫҡа тигән закон бар икән, ҡәһәрең. Военкомға ебәреүҙәрен һорап, инәлеп тә ҡарағайны ла, ул: “Юҡ, ярамай, яҙға тиклем түҙ, ул саҡта һине диңгеҙ флотына ебәрәм”, – тигән була.
Уҡырға инеү тураһында уй әленән-әле башына ингеләп сыға, тик ҡайҙа барырға ныҡлап хәл иткәне юҡ. Авиация институтына ынтылып ҡарағайны ла, үтә алманы, конкурс ҙур ине. Шулай төрлө уйҙар менән йөрөп ятҡанда атаһының тыуған ауылындағы директор булып эшләгән энеһенән хәбәр килде. Министрлыҡта эшләгән һабаҡташы: “Бер юллама бар, берәй йүнле генә баланы әҙерлек курсына ебәр”, тигән. Атаһы ла риза булғас, Мират эштән сыға һалды ла Өфөгә мәғариф министрлығына һыпыртты. Юллама Ҡазанға булып сыҡты, архитекторҙар әҙерләй торған институтҡа. Ҡағыҙҙарын ҡаранылар ҙа юллама тотторҙолар. Ҡазанға осто... Өфөлә студент булып йөрөгән класташтары хәйерле юл теләп, оҙатып ҡалды.
Институтта документтарын тикшергәс, бер ханым: “Юк, сез безгә кирәкмисез!” – тине ирендәрен ослайтып. Ҡайһы ере оҡшамағандыр... Ҡала буйлап йөрөнө, Кремлде, Сөйөмбикә манараһын, Муса Йәлил һәйкәлен күрҙе, унан вокзалға барып, шул уҡ көндө поезд менән кире һыпыртты. Ауылға ҡайтыу оят, мейеһен ни эшләргә тигән уйҙар быраулай. Өфөгә килгәс, иптәштәр дәрестәренән бушағансы, тип ҡала урамдарын ҡыҙырып йөрөй ине, комсомол өлкә комитеты бинаһын күреп ҡалып, инде лә китте. Хәлен һөйләп бирҙе. Кабинетта ултырған бер башҡорт ағайы: “Ҡустым, татар булһаң, һис шикһеҙ, алырҙар ине, ташлама ҡаралған юллама үҙ йәштәрен күтәрмәләү өсөн булдырылған сара. Һин ҡайт та киләһе имтихандарға әҙерлән!” тине. Комсомол юлламаһы менән берәй төҙөлөшкә булһа ла ебәреүҙәрен үтенгәс, Иҙелбашына Медуновҡа, “Башҡорт БАМ”-ының комсомол штабы етәксеһенә ярҙамсы итеп оҙатырға ризалашты.
Белоретҡа килгәс, Медуновты табып, юлламаны күрһәтте. Штабта ыштан туҙҙырғансы тип, Мират мостопоезда монтажник булып китте. Эш оҡшаны, аҡсаһы ла һәйбәт. Юллама менән килгәс, “подъемный” ҙа түләйҙәр икән. Уныһы ҡулға төшкәс тә өйгә ебәрҙе. Ҡыш көнө военкоматтан бер анкета тултыртҡайнылар, әллә нәмәләр һорап бөткәндәр, үҙе, туған-тыумасалар тураһында бик ентекле яуап бирергә кәрәк икән. “Был анкетағыҙҙы Мәскәүгә тикшертергә ебәрәбеҙ, дөрөҫ итеп яҙ”, тигән була бер капитан. Эйе, кәрәк инем дә Мәскәү һынлы Мәскәүгә, тип ышанмаған булды Мират, тултырғас та был турала онотто. Яҙ етеүгә комиссияға саҡырҙылар. Теге диңгеҙ флотына ебәрәм тигән район военкомы юҡ шул. Уҡырға барам, тип район хәрби комиссариатынан иҫәптән төшкәйне. Бында килгәс, ҡалалағы һөнәрселек училищеһы ятағына урынлаштырҙылар, ҡала хәрби комиссариатында теркәнеләр. Медкомиссияла бөтә кабинеттарҙы үтеп бөткәс, һуңғы кабинетта ялан аяҡ еүеш сепрәккә баҫтырып, иҙәндән атларға ҡуштылар. Шунан бер аҡ халатлы ханым, иҙәндә ҡалған эҙгә ҡарап, военкомдың ҡолағына ниҙер шыбырланы. Тегеһе ҡулын ғына һелтәне, йәнәһе – бара! Май байрамынан һуң повестка тоттороп та ҡуйҙылар. Ауылға тиклем йөҙ илле саҡрымдан ашыу юл ята: тар кәлейәле поезда Инйәргә, унан ҡырҡ саҡрым йәйәү тәпәйләргә кәрәк. Башта поезд менән Магнитҡа барып, эштән сыҡты. Ҡулына байтаҡ аҡса тотторҙолар. Рәхмәт төшкөрө прораб нарядҡа разрядты күтәреп яҙҙы, өҫтәүенә әрмегә алыныусыға ике аҙналыҡ пособие ла түләнә икән. Йыуасалар, атай-әсәһенә бүләктәр алып, вокзалға кире килде. Тик поезд көтһә, Инйәрҙекенә өлгөрмәйәсәк. Ни ҡылырға белмәй вокзал алдында тапанып торғанын күргән бер ағай ун биш һумға Белоретҡа тиклем алыр барырға тәҡдим итте. Ҙур аҡса, шулай булһа ла, риза булды. Юл буйы һөйләшеп барҙылар, әрмегә алыуҙарын, ауылға ҡайтырға кәрәклеген аңлатты Мират. Инйәр поезы ҡасан киткәнен әйткәс, был машинаһын ҡыуа башланы. “Нурлы” станцияһына өлгөрмәнеләр, “Восьмой”ҙа Инйәр поезының ҡойроғон ғына күреп ҡалдылар. Шофер ҙа сәмләнеп китте, поезд артынан ҡыуа төштө. Ниһайәт, ”Йылға”ла ҡыуып етеп, поезға ултыртып, оҙатып ҡалды был.
Күп аҡса, йыуаса, бүләктәр менән ҡайтҡас, әсәһенең шатланыуы... Оҙатыуға күрше-күләнде саҡырҙылар. Иртәгәһенә Миратты тотош ауыл менән тиерлек оҙаттылар. Күрше Фәниә еңгә йола һаҡлап, бер күмәсте тешләтте лә: “Һинең ҡайтырыңды теләп ятһын, ҡәйнеш”, – тип ҡалғанын аласыҡ өрлөгөнә ҡыҫтырҙы.
Ауыл ерендә халыҡ һалдатҡа алынғандарҙы мылтыҡ атып, йырлап-бейеп оҙата. Армияға бармаған кешене ҡыҙҙар егеткә лә һанамай хатта. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы менән кистән үк хушлашҡайны, кеше белеп ҡуйыуынан ҡурҡты, быйыл ғына мәктәпте тамамлай...
Иртәгәһенә Белоретҡа барып төшһә, команданы иртән үк поезд менән ебәргән булғандар. Военкоматта дежур итеүсе: “Аэропортҡа бар, һин уларҙан алда барып етерһең әле”, тип билетҡа ҡағыҙ яҙып бирҙе. Өфөлә апаларында йоҡо туйҙырып, иртән йыйылма пунктына китте. Ысынлап та, уның командаһын тейәгән автобус саҡ вокзалдан килеп тора икән. Мират та улар менән бергә барып баҫты, перекличка эшләйҙәр, оҙата килгән офицер уны бар тип тә белмәй. Баҡтиһәң, поезға һуңлағас, документтарын военкоматта ҡалдырғандар, ә дежур офицер ул турала белмәгән. Йөрөй торғас, эт ҡайышына әйләнеп бөтөп бара бит инде хәҙер. Ҡайтырға ла китергә ине, юҡ, еңмешлеге ҡуҙғалды, кире аэропортҡа барып, үҙ аҡсаһына билет алып, яңынан Белоретҡа осто. Военкомға инеп, икенсе повестка алды ла ҡайтты. Кеше күҙенә бик күренмәҫкә тырыша –кире ҡайтып килеү оят бит. Иртәгәһен китергә тигән кисте атаһы: “Еңмешлегең бар, улым, ҡайтарғастар, быйыл уҡырға инһәң дә булыр ине, ана, Нурғәли ағайыңдан өлгө алыр инең. Мин үҙем уҡып бөтә алманым инде, ауыр заманға тура киленде, институттың өсөнсө курсын тамамлаған саҡта ташланым... Ярай, бәлки, дөрөҫ тә эшләйһеңдер, армиянан аҡылға ултырып ҡайтырһың. Мин, ана, һигеҙ йылға яҡын йөрөп ҡайттым, һуғыштан һуң тағы биш йыл хеҙмәт итергә тура килде. Погранғәскәрҙәр командующийының грамотаһын күрҙең бит, һирәктәргә эләгә ундай награда. Һин дә шулай йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермә. Еңмешлегеңде файҙаға ек!” – тине.
Таң атҡас, атаһының атына күрше малайҙы ултыртып, йә тағы ла кире ҡайтарып ҡуйырҙар, тип ҡурҡа-ҡурҡа бер кемгә лә әйтмәй генә ауылдан сығып китте... Йыйылма яланында: “Мират ағай, ҡайтҡас, фуражкаң минеке, йәме?” – тип оҙатып ҡалды күрше малайы...
“Сборный”ҙағы мажаралар ҙа етерлек булды, унда ла ауыҙ асып йөрөһәң, әйбереңдән, йә аҡсанан ҡолаҡ ҡағырыңды көт тә тор. Иҙелбашы малайҙары командаларға бүленгәнсе бергә булдылар, бирешмәнеләр. Ә һатып алыусылар ҡулына эләккәс, оҙаҡ көттөрмәйенсә көнсығышҡа алып та киттеләр. Н-скҡа еткәс, төнъяҡҡа ҡарай тағы байтаҡ электричка менән барҙылар. Бер станцияла төшөрөп ҡалдырҙылар.
Бына ҙур тиҙлектә ике машина килеп тә туҡтаны, ултырырға команда ла булды. Һатып алыусылар кабинала, Мираттар кузовта. Шунан китте ыҙғыш, бер-береһенең кейемдәрен йыртҡылау. Кем башлағандыр инде, билдәһеҙ. Йәнәһе, барыбер һәйбәтерәктәрен "бабайҙар" килеү менән һайлап алып бөтәсәктәр. Мираттың костюмы яңы ине, атаһын тыңламай, фырт кейенеп алғайны. Шул еңмешлеге инде. Костюмды почта менән һалырмын тигән булғайны ла, юҡ, һаҡлай алманы. Тәүҙә бер еңен, аҙаҡ икенсеһен аҡтарып сығарҙылар. Шунан үҙе башҡаларҙың кейемен йолҡҡосларға тотоноп китте. Ҡыҫҡаһы, частҡа нисек барып еткәндәрен дә һиҙмәнеләр, әммә машинанан төшкәндә береһен дә танырлыҡ түгел ине: салбар балаҡтары бот төбөнә тиклем һүтелгән, күлдәктең яғалары ғына тороп ҡалған, еңдәр өҙөлгән, төймәләр юҡ. Мираттың пинжәге арҡа буйынан йыртылған, кеҫәләре йолҡонған, арттан икегә бүленгән, яға ғына һерәйеп тора. Часть ҡапҡаһынан ингәс тә, машинанан төшөрөп, теҙҙеләр. Ҡулына “Дежурный по части” тигән яҙыулы сепрәк таҡҡан офицер ҡайҙан килгәндәрен белеште. Өфөнән икәнен ишеткәс: “Не верю, оттуда нормальные к нам попадают!” – тине лә тиҙерәк мунсаға алып китергә ҡушты. Унда йыуынып форма кейгәс, бер-береһен танымай ҙа торҙолар.
Шулай башланды Мираттың хәрби хеҙмәте. Тәүге көндәрҙә сыҙап булмаҫлыҡ тойолһа ла, йәш һалдат курсын барыбер еңеп сыҡты. Үзбәкстандан килгән урыҫ малайын – ике метрлыҡ бер ҡолғаны – ике ҡулынан, ике аяғынан күтәреп йүгереүҙәрҙе оноторлоҡ түгел. “Газы!” командаһына противогаз кейеп, саҡ ҡына бара: “Атығыҙ, башҡаса бара алмайым!” – тип сисеп, Әммә уны ишетеүсе юҡ, типкеләп йәнә противогазын кейҙерәләр ҙә күтәреп алып китәләр. Атырға ла өйрәнә алманы, ятырға ла тигән һымаҡ... Кис отбой булһа, икенсе ярустағы койкаһына һикерһә, ауҙара ла ҡуя. Кәүҙә оҙон булғас, стройҙа ла беренсе тора бит инде. Койкаһы ла отделение командирының өҫтөндә. Ну сержант уларҙың взводына уның өсөн күрмәгәнде күрһәтте генә. Барыбер бер нәмәгә лә эшкинмәне. Әле лә шунда сусҡа ҡарап йөрөй. Үҙе лә сусҡа һымаҡ һаҫыҡ, яҡын барырлыҡ түгел. Тәүҙәрәк ашханаға бөтәһе менән килә торғайны, аҙаҡ бөтәһенән һуң ғына ризыҡлана, бер юлы аш ҡалдыҡтарын да сусҡаларына алып китә. Нимә әйтәһең инде, аттың да алаһы ла, ҡолаһы ла була, ә был урыҫ... Шулай ҙа ҡайтһа, әллә кем булып йөрөмәҫ тимә!
Хәрби ант биреп, ысын һалдат булып киттеләр. Хеҙмәт ауыр, тәүге көндәрҙә үк ҡайҙа килеп эләккәндәрен аңлаттылар, бушҡа алдан анкета тултыртмағандар икән.
Бер тәүлек – объектта ҡарауыл хеҙмәте, икенсе тәүлек часть территорияһында дәрестәр менән үтә. Төштән һуң бер сәғәт серем иткәс, ҡарауылға китергә лә күп ҡалмай... Ике йыл шулай үтәсәк икән. Хатҡа нимә яҙырға ярай, нимә ярамай икәнлеген өйрәтәләр. Бында “дедовщина” тигән нәмә бик юҡ, сөнки һәр кемдең ҡулында хәрби ҡорал. Әммә яҡташлыҡ тигән нәмә бар. Урта Азиянан килгәндәр күп, улар бергә булырға тырыша. Чечендар бер-береһе өсөн үлергә әҙер, шундай татыу, дуҫ халыҡ.
Шамил тигәне менән ҡара-ҡаршы поста тора башланы Мират. Хеҙмәткәрҙәрҙе индереп бөтһәләр, төшкө аш мәле еткәнсе, унан беренсе смена тамамланғансы, өс часовойҙан икәү генә тороп ҡалалар. Ҡай саҡта Шамил Миратты чеченса бейергә өйрәтә башлай, эй, ихлас та инде, тик өйрәнсеге генә тайыш табан шул... Оҙаҡламай ҡайтыу ваҡыты ла етә инде, тәки бейергә өйрәтә алманы. Мират ротаға башҡорттарҙан бер үҙе генә эләкте. Ҡарауылда йоп һанлы роталарҙы таҡ һанлылары алмаштыра. Белореттан Ширяевты ғына ҡай саҡ күреп ҡала, ул башҡа ротаға эләкте. Башҡортса һөйләшкән берәү юҡ, Ямалетдинов Бәләбәй ҡалаһыныҡы, татарса бик һөйләшеп бармай. Икенсе ротала бер-ике татар бар ҙа ул, тик улар менән иркенләп аралашып булмай, ҡарауылдан бер-береһен алмаштырғанда ғына бер-ике ауыҙ һөйләшеп өлгөрәләр. Аҡтаныштан булғаны: “Эй, башкорт жырларын сагындым. Һәр иртә башкорт радиосы тавышына уяна идем”, ти торғайны баштараҡ.
Әрмән землячествоһы көслө генә. Бер саҡ ике саҡырылыш өлкән Геворкян нарядта саҡта Миратты бәҙрәфкә саҡырып алды ла писуарҙы таҙартырға ҡуша. Бында тәүге ярты йыл “сынок”, аҙаҡ “молодой”, унан – “котел”, шунан ғына “старик”ҡа әйләнәһең бит. “Үҙең саҡ “молодой”лыктан сыҡҡан көйө мине баҫырға уйлайһыңмы әле”, – тип морон төбөнә ҡундырып та алды Мират. Теге танауын тотоп, замкомвзвода Саркисянға ошаҡларға йүгерҙе. Бәҙрәфтә разборка башланы: тегенән һорашалар, уныһының теле телгә йоҡмай, төкөрөгөн сәсеп-сәсеп тытылдай ғына. Шунан Саркисян: “Сынок, ти откуда, с юга?” – тип һораны. Үҙен баҫымһаҡҡа әйләндермәһендәр өсөн сержантҡа ла бик уҫал яуап бирҙе Хисамов. “Тогда живи, сынок, толко руки ни распускай болше!” – тип сығып китте. Геворкяндың тетмәһен тетә генә, һүгенгән һүҙҙәре аңлашылып тора, әле һаман да ҡолаҡта яңғырай.
Шәп сержант булды, Саркисян! Яҙын дембелгә оҙаттылар үҙен. Башҡаса әллә ни бәйләнеүсе булманы. “Быға тиклем башҡорттар күп булған икән, шәп егеттәр ине”, – тип гел маҡтап һөйләүҙәре йыш итешетелә. Рәхмәт инде яҡташтарым, һеҙҙең яҡшы данығыҙ миңә лә ярҙам итә. Яңғыҙ булһам да, бирешмәҫкә тырышып йөрөгән башым.
Тағы бер ваҡиға ла иҫенә төштө Мираттың. Присяга ҡабул иткәс, сержант мәктәбенә яҙылды. Унда барып еткәс, тағы комиссия үткәрәләр икән, тағы ла шул аяғына иғтибар иттеләр. Ябай һалдатҡа ярай, ә сержант булыуға ҡамасаулай икән был ”айыу табанлыҡ”. “Айыу табан” тиһә, теге көләмәс иҫенә төшә Мираттың: “Икәүҙән артыҡ теше булмаһа, армияға алмағандарын ишетеп, айыу алғы тештәрен ҡоя һуҡтырта ла комиссияға килә. Ҡайтҡас: “Алдылармы?” – тип һорайҙар икән. “Нет, у меня плошкоштопие..." – тип яуаплаған, ти.
Штаб начальнигы тағы бер нисә малайҙы ла кире алып ҡайтты, уларҙың да “плошкоштопие”мы икән ни?..
Бүтәнсә ундай-бындайға тыпырсынманы. Буласағы һин көтмәгәндә лә үҙенән-үҙе килеп тора икән алдыңа. Хеҙмәт итеүгә апаруҡ ҡына өйрәнә башлауға бер саҡ писарь ефрейтор Эсанов саҡырып алды ла үҙенең артынан эйәрергә ҡушты. Каптеркаға алып инде, өҫтәл артына ултырырға ҡушты. Алдына ручка, ҡағыҙ һалды ла нимә әйткәнен яҙырға ҡушты. Эсанов – ҡаҙаҡ малайы, хеҙмәткә Ташкент пединститутын тамамлап килгән. Диктант яҙҙыра лаһа был! Яҙыуы матур тип маҡтана алмай, шулай ҙа Инйәрҙә рус теленән грамоталыҡ буйынса уҡытыусыһы Луиза Васильевна уны башҡаларға гел өлгө итеп ҡуя ине, сөнки һәр саҡ дүрттән кәмгә яҙмай торғайны, хаталары булһа, тик тыныш билдәләрендә генә була, уныһы һирәк. Бер бит самаһы яҙҙырғас, ефрейтор рота командирына инеп китте. Унан сыҡҡас: “Бөгөндән башлап писарлыҡҡа өйрәтә башлайым”, – ти. Тиҙ өйрәнде Мират был һөнәргә, аҙаҡҡа табан бөтә эште үҙенә генә ауҙарып ҡуя башланы Эсанов. Ул ни ҡушҡанды һә тигәнсе эшләп ҡуя, хатта киләһе айға сәйәси-тәрбиәүи эш, тактик дәрестәр, пландарын да сыймаҡлап ҡуя, командир өҫтәлмәләр генә индерә. Дембелгә приказ сыҡҡас, рәсми рәүештә рота писары булып китте. Әммә шулай булһа ла, ҡарауылға үҙен дә яҙа.
Поста тороуы оҡшай, бигерәк тә сменаға китер алдынан ҡарауыл начальнигы: “Приказываю выступить на охрану и оборону особо важного государственного объекта!” – тип приказ уҡығанда арҡа буйҙары зымбырлап китә хатта. Унан һуң объект ашханаһында тәмле ашаталар, хеҙмәткәрҙәр менән бергә йөрөйҙәр. Һалдат өсөн ашау беренсе урында ла инде. Частағы “Солдатская чайная”ға йыш барып булмай, өйҙән аҡса ебәреүҙәрен һорау ҙа оят. Ебәрәм тиһәләр ҙә, егерме саҡрымда ятҡан почта бүлексәһенә аҡса һалам, тип йәйәүләп бара алмайҙар ҙа инде. Юғиһә, бында аҙна һайын өйҙән посылка, аҡса алып ятҡандар ҙа бар... Ашханала бер талонға стакан тултырып ҡаймаҡ бирәләр, менюла кәтлит, бөйөрөк, салаттар... Ҡара бойҙайҙы ғына мотлаҡ көн һайын ашаталар, баш тартһаң, файҙалы, ашарға кәрәк, тиҙәр.
Хеҙмәткәрҙәрҙе постан үткәреү оҡшай. Тәүҙә үк пропускной постҡа ҡуйҙылар Миратты, беренсе тапҡырҙан уҡ имтихан бирҙе. Теләһә кем булһын, постҡа яҡынайыуы менән пропускыһының ҡайҙа ятҡанын белеп тораһың. Ул номерын әйтеп тә өлгөрмәй һин уны ячейканан тартып та сығараһың, тейешле ваҡыт тотоп торған булаһың да, унан честь биреп, үткәреп ебәрәһең. Пропускыһын йә йәшел, йә ҡыҙыл һыҙатлы яғын әйләндереп ҡуяһың – быныһы кеше объект эсендәме, сыҡҡанмы икәнен контролдә тотоу өсөн кәрәк. Сит кеше килеүен шунда уҡ белеп була. Уныһын оҙағыраҡ тикшерәһең, икеләнһәң, комендатураға хәбәр итәһең. Объект етәксеһе генералды ғына бөтә свитаһы менән честь биреп, үткәреп ебәрергә ҡушыла. Былар минең менән тиһә генә, әлбиттә. Бер саҡ хатта ике академикты үткәрҙе Мират, фамилиялары урта мәктәп китабындағы таныш фамилиялар булғас, аптырап китте хатта. Беренсе төркөм пропускылы, бик ҙур кеше икәндәре күренеп тора. Быларҙың артынан килгән бәләкәйерәк түрәнән кемдәр ул тип төпсөнгәс: “Шул академиктар”, – тип инеп китте. Ярамаған һорау биргәнгә көлөмһөрәне, ахырыһы... Көн һайын тиерлек күргәс, үҙ итеп һорағандыр инде. Шул күп белергә тырышыу ҡасафаты. Уға бөтәһенән күберәк кәрәк шул, холҡо шулай насар – төпсөнөргә, төбөнә тоҙ ҡойорға тырыша. Байтаҡ булды инде ул постан үткән ундай әҙәмдәр. Хеҙмәт иткән ере шулай ил өсөн бик мөһим, бушҡа һаҡламайҙар бит инде. Теге ваҡыт Америка шпионы Паулюсты ла уларҙың часы тирәһендә бәреп төшөргәндәр бит. Йәл, ҡайтҡас, былар тураһында һөйләргә генә ярамай...
Спорт ярыштары, марш-бросоктар йыш була. Уларҙы бигерәк тә Мират онота алмай. Бер тапҡыр тревога менән уятып, бер ҡаланың эргәһенә төшкән дошман десантын юҡ итергә тигән бурыс ҡуйҙылар. Егерме саҡрым самаһы йүгергәс, привал булды, ял итеп, ашап алғандан һуң беҙ килеп еткәнсе ҡаланың милицияһы дошман десантын юҡ иткән, икенсе төркөм часть янына төшкәндәр тигән хәбәр килде. Беҙҙе кирегә йүгерттеләр. Килеп етер саҡта хәл тамам бөткәйне, шунда әллә ҡайҙан оркестр уйнауы ишетелә башланы. Барыһы ла нисектер шул хәрби марш көйөнә яйлашып, аҙымдарын рәтләй алдылар. Килеп еткәс тә, берәр көрөшкә ҡайнар сәй эсерә һалдылар. Ул башланғысты часть командиры исеменән "Федосеевские переходы" тип башҡа частарға ла таратҡандарын ишетте Мират. Рота писарҙары сиратлап штабта ла дежур итәләр, шунда ҡайһы бер хәбәрҙәр ҡолағына салынып ҡала.
Ә бына бер саҡ хатта ике көн рәттән аҙна һайын тиерлек үткәрелә торған марш-бросокта ҡатнашырға тура килде уға. Һаман шул үҙ-үҙенә ныҡ ышаныусанлыҡтан, еңмешлектән инде, үҙе ғәйепле. “Шәмбе көнгә үҙеңде нарядҡа яҙма, күп яҙышаһың”, – тип рота командиры уны подразделениела ҡалдырҙы. Эшкә күрһәтмәләр алды, рота ҡарауылға киткәс, киске ашҡа тиклем байтаҡ эшләп алды. Киске аштан һуң йоп роталар менән кино ҡарап киләйем дә төнөн яҙып бөтөрмөн әле, тигән уй башына төштө бит. Уйлаған эш – бөткән эш. Икенсе рота менән клубҡа инеп тә ултырҙы. Ауылда саҡта уҡ оҡшатмаған бер фильм күрһәтелеүен абайлағас, ротаға ҡайтып, эшемде теүәлләйем әле, тип сығыуға табан йүнәлгәйне генә: ”Товарищ солдат, стойте!” – тип дежур офицер уның яғына ыңғайланы. Туҡтаһа ни була инде, юҡ, тотто ла йүгерҙе. Аҡыллы уй уйлағансы иҫәр эшен бөтөргән – шул булалыр инде. Теге: ”Стой, стрелять буду!” – тип ҡысҡыра башланы. Инде юғалды тигәндә, ҡаршыға таныш майор килде лә сыҡты. Тотолдо... “Мин бит һине атып үлтерә ала инем”, – тип ярһый икенсе рота командиры капитан Ғилметдинов... Ярты төнгә тиклем КПП-ны йыуҙырҙы был, иртән плацтағы ҡыйшайған плакаттарҙы турайтып ҡаҙаҡлатты. Аҙаҡ үҙенең ротаһы менән марш-бросокка ебәрҙе, рота ҡарауылдан ҡайтҡас, ротныйға өҫтәп яза бирергә ҡушып китте. Был хәл тураһында юғарыға өндәшеп торманы. Бер төн йоҡламаған Миратҡа иртәнгә әҙер булырға тейешле ҡағыҙҙарҙы ла теүәлләп бөтөргә тура килде, тағы ла төнө буйы ултырҙы, ә иртән үҙ ротаһы менән йәнә марш-бросок үтте. Ярай, шуның менән үтте әле, уныһына шөкөр. Шулай булды уның отпускыға тиклемге иң ҙур мажараһы...
Тағы ла ҡыҙыҡ хәлдәр булғыланы, әлбиттә. Берәүһе ныҡ иҫтә ҡалған. Ҡайтҡас, атаһына ла һөйләп көлдөрөр әле. Аяҡ кейемдәрен өҙгөс ул, бәләкәйҙән шулай булды, шул тайыш табанлыҡ касафатылыр... Армияға килгәс, ярты йыл да үтмәне – итеге туҙҙы. Старшинанан һораған ине лә, тегеһе: “Ниндәй итек һиңә, уның бит срогы бар, уйди с моих глаз!” – тип туҙынып китте. Мират: “Ладно, домой письмо напишу, посылкой пришлют!” – тип сығып китеүен оҡшатманы. Артынан атылып килеп, кире индерҙе лә: “Ты что-о-о, Советскую Армию позорить вздумал, да? Где это видано, чтоб в армию родители сапоги присылали...” – тип өҫтөнә өр-яңы итек ырғытты. Писарь булып алғас, бик дуҫлашып китте улар, һалдаттарын буштан-бушҡа әбижәйт итмәй старшина, бая ла бит тотолһа, уға эләгә ине, ярай әле үтеп китте. Үҙенә тәғәйен генә берәй һауыт йүкә балы алыр әле килгәндә, ҡыҙым ауырый, тип һөйләнә ине...
Саңғы ярыштарын ярата, частҡа ла саңғыла әҙерлеккә иғтибар көслө генә икән. Бигерәк тә “Гонка патрулей” ярышы оҡшай. Һәр ротанан бер команда ҡатнаша. Ротанан замполит Карамов үҙе, ул Өфөнөкө, унан һуң Мират, Бәләбәйҙән – Ямалетдинов, тағы ла Себерҙән – ефрейтор Пахомов менән сержант Чебурековтар. Автоматтарға тағы бер ҡайыш тағыла ла артҡа һалдат муҡсаһы һымаҡ артмаҡлана. Саңғыла ярышыу ғына түгел бит әле ул, автоматтан атып, шарға ла тейҙерергә кәрәк. Былай әлегә беренсе урынды биргәндәре юҡ. “200 км на лыжах” тигән знак та алдылар быйыл. Ҡыш буйына шунса саҡрым саңғыла үткән, тимәк. Саңғыла мәктәптә саҡта уҡ арыу ғына шыуа ине Мират. Ҡышын Инйәрҙән аҙна һайын саңғы менән ҡайта ине. Саңғы бирһендәр өсөн барыһы ла Элла Владимировна секцияһына яҙыла ине.
Август айында часта кросс үткәрҙеләр. Замполит Карамов ҡатнашырға өгөтләп, ризалатты бит тәки. Биш саҡрымға йүгерәсәктәр. Мәктәптә саҡта герой-пионер тураһында хикәйә уҡығайны Мират. Ундағы пионер малай ҡулланған ысулды файҙаланып ҡарарға булды...
Ҡатнашыусылар күп, старт бирелгәс тә, бер ике әйләнеште төп масса менән килде. Шунан тиҙлекте шәбәйтеп, алдағы берәүгә тағылып алды. Аяҡҡа аяҡ артынан ҡалмай байтаҡ барҙы ла икенсенең артынан ҡулайлашты. Ысынлап та, йүгереүе еңелерәк икән улай. Иғтибар итеүселәр күренә башланы. Тағы ла уҙып китеп, өсөнсө-дүртенсенең артынан эйәреп килә. Шулай итеп килә торғас, алдан килеүселәр ҙә биш алты ғына ҡалып бара түгелме һуң? Замполит Карамовтың: “Мират, давай, вперед!” – тип ҡысҡырған тауышы ишетелә. Юҡ, тик ашығырға ярамай, иртәрәк бит әле. Теге тыңҡыш Краев та: “Он нюхает – силы берет!” – тип бөтә стадионды яңғырата. Уның артынан трибунала хахылдап көлгән тауыштар ишетелә.
Ҡырғыҙстандан Ысыҡкүл буйынан килгән, унан ярты йыл ғына күберәк хеҙмәт иткән был бәндә нимәлер еҫкәп, иҫерек кеүек бер нәмәгә иғтибар итмәй сәғәттәр буйы ултырғанын белә лә инде. Командир ҙа һиҙә, ахыры, шуға һуңғы ваҡытта уны посҡа "Дункин пуп"ҡа яҙырға ҡуша. Был ҡылығы уның шулай үс алыу ғәләмәтелер инде.
“Шул шаҡшы мине мыҫҡыл итәме!”– ене ҡуҙалды Мираттың. Ҡапыл уҡ һымаҡ алға ынтылды, иртәрәк икәнен һиҙҙе, шулай ҙа елдерә генә... Һаман шул уҡ ысулды ҡуллана, тик инде бер аҙ ғына бара ла берәүҙең артынан, уҙып китеп, икенсене ҡыуып етә, уның артынан тағы аҙыраҡ бара ла тағы уҙып китә... Шулай бөтәһен уҙып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Мират. Инде алда ориентир ҙа юҡ, хәле лә бөтә башланы. “Айыу табандары” ла үлтереп һыҙлай башланы. Бына берәү кире уҙып китте, уның артынан тағылып бер аҙ бара алды әле ул, тик хәле бөткәндән бөтә бит, әй. Бына икенсеһе уҙҙы. Замполит Карамов: “Давай, Хисамов, давай, ноги повыше поднимай!” – тип эргәһенән йүгерә. Бына бер саҡ часть командиры Федосеевтың ҡалын тауышы ла ишетелә: “Давай, сынок, давай, не сдавайся!” “Батя”ның үҙ ауыҙынан сыҡты бит был һүҙҙәр, әйтерһең дә, атаһының тауышы: “Еңмеш бит һин, улым, бирешмә!” Нисек хәл ингәндер, үҙе лә белмәй, өсөнсө урынды барыбер тота алды. Финишҡа килеп тә етте, тәгәрәне лә...
Иң ғәжәбе кискеһен клубта булды. Кросста актив ҡатнашҡандарға грамоталар тапшырҙылар. Иң тәүҙә уның фамилияһын ҡысҡырғас, аптырап ҡалды Мират. Сәхнәгә сығып баҫҡас, подполковник Федосеев: “Бөгөн беҙ һоҡланғыс тамаша ҡылдыҡ, еңеүгә ынтылыш өлгөһө күрҙек. Һин ысын Салауат Юлаев тоҡомо, афарин!” – тип уға грамота тапшырҙы һәм бүләккә ун көнлөк ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск вәғәҙә итте. Беренсе, икенсе урын алғандарға отпуск юҡ, ә уға бар, аптыраҡ... Бөтәһе лә ҡул саба, урынына кире атлағанда Краев та ихласлап ауыҙын йырып ултырыуын күрә...
Урынына кеше әҙерләгәнсе сентябрь аҙағы ла етте. Нисауа, ун-ун биш көнгә түҙерҙәр әле, мөһим пландарҙы әллә ҡасан әҙерләп ҡуйған, нарядты ни “сынок” элеккеләренән күсереп яҙа алыр әле, моғайын. Отпускынан һуң ныҡлап өйрәтергә тотонор, былай теремек кенә күренә. Алмаш тураһында уйларға ваҡыт та еткән икән дә, яҙын бит үҙенең “дембеле”...
Шуларҙың барыһын да уйынан яңынан үткәреп килә торғас, ойоған. Стюардессаның посадка иғлан итеүенә уянып китте. Бына таныш аэропорт. Иртән Өфө – Күмертау поезы менән Ҡарлыманға, унан "попутка" менән Архангелгә, унан ни ауылға алтмыш саҡрым ғына тороп ҡала. Иртәгә кискә барыбер ҡайтып етәсәк!
Еңмешләнеп йәйге формала ҡайтып төшөүе ни менән бөтөрө әлегә уйына ла инеп сыҡмай Мираттың. Уның алдында төрлө кәртәләр буласаҡ әле, тик уларҙы урап үтмәҫ, холҡо ундай түгел. Уңыштары ла булыр, һис шикһеҙ. Еңмеш булһа ни, еңмештең дә төрлөһө була...

Ринат Шәйбәков.

Дауамын "Шоңҡар" журналының ноябрь һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: