Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
10 Декабрь 2019, 22:45

Ҡара һарыҡ (Хикәйә)

Бүре төн уртаһы ауышҡас килде. Оҙон, яҫы ҡураның бер яғы ишелеп төшһә лә, һарыҡтарҙы һаман шунда бикләйҙәр ине. Ун бишләп һарыҡты хужалыҡтың кәрәк-ярағына тотонорға айырым япҡайнылар. Бүре емерек ҡыйыҡ башына еңел генә һикереп менде лә, шул тиклем малды ҡомһоҙ ҡараштары менән ҡармап сыҡҡас, әлеге араны һикереп төштө. Нишләптер шул һарыҡтар араһында йөрөгән Сабит йән көсөнә ҡысҡырырға иткәйне, ауыҙынан... баҡырыу ғәләмәте генә сыҡты. Бәй, дүрт аяғында тора лаһа ул.Дауамы:

Бүре төн уртаһы ауышҡас килде. Оҙон, яҫы ҡураның бер яғы ишелеп төшһә лә, һарыҡтарҙы һаман шунда бикләйҙәр ине. Ун бишләп һарыҡты хужалыҡтың кәрәк-ярағына тотонорға айырым япҡайнылар. Бүре емерек ҡыйыҡ башына еңел генә һикереп менде лә, шул тиклем малды ҡомһоҙ ҡараштары менән ҡармап сыҡҡас, әлеге араны һикереп төштө. Нишләптер шул һарыҡтар араһында йөрөгән Сабит йән көсөнә ҡысҡырырға иткәйне, ауыҙынан... баҡырыу ғәләмәте генә сыҡты. Бәй, дүрт аяғында тора лаһа ул. Үҙе лә һарыҡҡа әйләнгән бит! Эйе шул, ҡап-ҡара бәрән! Тәне ҡуйы йөн менән ҡапланған, ҡулдары, аяҡтары урынында тарбанлап торған саталы тояҡтар. Был ниндәй гонаһ шомлоғо һуң? Шул саҡ уның ҡараштары бер яҡ ситкә һырышып ҡалтыранып торған һарыҡтарға яҡынлашҡан бүренеке менән осрашты. Күҙҙәренә ҡан һауған йыртҡыстың ҡарашында аяу ҙа, миһырбанлыҡ та юҡ. Бындай уҫал ҡарашты ҡайҙалыр күргәйне бит ул. Тик ҡайҙа? Һуң, ҡарауылсы Хисам нимәһен ҡарап ята, йәнә шул тауыҡ тиҙәге ҡушылған сәмәйен эсеп тәгәрәгәнме? Их, ҡуралағы бар һарыҡтар бер булып баҡырһа ла берәйһе ишетеп килер ине, бәлки. Юҡ шул, һәр кем бүренән ҡарашын йәшереп, күренмәҫкә, бәләкәйерәк булырға тырыша, бәлә тап уны аяп үтеренә өмөт итә. Бары һы бер юлы дошманға ташланып та ҡурҡытып булыр ине. Ана бит, Сабиттың янындағы мөһабәт тәкәнең мөгөҙҙәре ниндәй! Юҡ шул, уныһы ла, ҡараштарын иҙәнгә төбәп, ҡалтыраныуын белә. Бына бүре ситтә торған бәрәндең муйынына тештәрен батырҙы. Ҡан китте, был тынлыҡта йыртҡыстың тештәре шаҡылдауы, әлегә тере мәхлүкте өҙгөсләүе генә ишетелә. Артабан икенсе, өсөнсө ҡорбанға сират етте. Хужаға күпме әйттем, шул ҡыйыҡты ремонтлайыҡ, ишелеп төшә бит, тип, тыңламаны, көтөүсе башың менән аҡыл өйрәтмә, үҙем беләм шул булды һүҙе. Сабиттың тора-бара зиһене тамам тарҡалды, ҡурҡышынан, әжәл яҡынлығын то йоу ҙан ул аңын юғалтыр сиккә етте. Нисек тә күренмәҫкә, боҫорға ине, йөрәккенәһе шартларҙай булып тибә, хәҙер бүре ишетә бит! Бына эргәләге таҙа тәкә лә өнһөҙ-тынһыҙ ғына донъя менән хушлашты. Хатта бүрегә эләктерергә уңайлыраҡ булһын өсөн муйынын һуҙыбыраҡ торҙо түгелме һуң әле? Бүренең һаҫыҡ тыны килеп бәрелгәс, Сабит бар көсөнә һөрән һалды...
— Тор, нишләп ятаң һаман һуҙылып, кеше ҡурҡытып ҡысҡыра ишшеү, Талха һыйырҙарын алып китте ләһә көтөүгә, – ҡатынының ризаһыҙ тауышына ҡапыл уянып киткән Сабит бер килке иҫен йыя алмай ятты. Уның һаман ҡуҙғалмауын шәйләп, Ғәмилә тамам ҡыҙҙы:
— Йә, көтөүҙе ҡыуып кил дә тәкәне сал, аш һалырға кәрәк тәһә, аҙаҡ нисек өлгөрәйем?!
— Тәкәне һуйырға? Нәмәгә һуяһың уны? – Сабит, ниһайәт, әле генә күргән ҡурҡыныс төшөнән арынып, тороп ултырҙы.
— Атаң башына! Алтмыш йәш тула түгелме һуң һиңә, ҡартлас! Балалар ҡайтып кереүе бар, күршеләр инер, уларҙы нимәң менән һыйларға итәһең, аш һалырлыҡ та ит юҡ бит!
— Тәкә йәл бит әле, – Сабит бошоноп китте, тороп ултырып, кейенә башланы.
— Йәл булғас, бар присиҙәтелгә, һора берәй һарыҡ, колхозға көтөү көтөп ҡартайҙым, берәй бәрәс арттырығыҙ әле, тиң. Ана, йүнле кешенең юбилейына атын да, бураһын да йәлләмәйҙәр...
Ғәмиләнең һүҙен тыңлап та бөтмәйенсә Сабит урамға сыҡты. Сентябрь уртаһы булһа ла, иртәләрен һалҡынса хәҙер. Урамда торған калушты эләктергәйне, һыуыҡҡа аяҡтары зәңкеп ҡуйҙы. Ул көтөүгә ашҡынып, өзөлдәп торған һыйыры менән башмағын урам ҡапҡаһын асып сығарҙы ла арттарынан эйәрҙе. Алтмыш йәш тула, ә?! Тыуған көнө бөтөнләй хәтерҙән сыҡҡан даһа. Ҙур етәкселәрҙең, күренекле шәхестәрҙең, әртис-фәләндәрҙең юбилейҙарын телевизорҙан ҡарап, гәзиттән уҡып ултырған саҡта, минеке нисек үтер икән, тип уйланғылап ала торғайны. Ана бит, килде лә етте, ҡатыны көндәгесә иҫәүәндән һалдырып, әрләп уятты, көндәгесә малдары артынан һөйрәлеп көтөүгә бара, йәнә өйөнә ҡайтыр, ҡатынының ҡәнәғәтһеҙ ҡарашы аҫтында ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән булыр, кискә Талха күршеһе, ҡатынының берәй әхирәте менән бергә аш ашап, ҡыҙмаса булғансы эсерҙәр ҙә иртәгә йәнә бер-береһенән һис ни менән айырылмаған күңелһеҙ көндәр дауам итер. Балалар әле генә күренмәҫ, улар һуңыраҡ, көҙгө һуғым һуйылғас, һағындыҡ, тип күмәкләп ҡайтып төшә торған. Хәйер, юбилей тип кенә ҡуҙғалмаһалар.
Алда Еҙем күренде. Көҙ һулышы һиҙелә барыбер. Һалҡынайта, төньяҡтан иҫкән ел йылға өҫтөндә тулҡындар йүгертә. Һыйыры менән башмағы ҡомһоҙланып һыу һемергәнен, унан таштарға аяҡтарын ауырттырмаҫ өсөн яй ғына атлап аръяҡтағы көтөүлеккә йүнәлгәнен тамаша ҡылып торҙо Сабит. Күңелендә ошо малдарға ҡарата ниндәйҙер көнләшеү тойғоһо ла уянғандай булды. Иртә менән ошо йылғаға, унан көтөүлеккә ынтылалар, кисен ҡайтырға ашығалар, көн дә бутап бирелгән ҡатнаш аҙыҡ, туралған сөгөлдөр, ә һыйырҙы шуларға өҫтәп быҙауы һәм тулы елендәрҙән бушаныу теләге әйҙәйҙер. Ә Сабиттың ҡайҙалыр ашығып барыр эше лә, һағынып ҡайтыр ере лә юҡ. Йәшерәк саҡта асығып, ниәтләгән бар эштәрҙең осона сығырға кәрәк, тип уянһа, хәҙер, ниңә уяндым икән, был ғүмерҙең бер мәғәнәһе юҡ, тип оҙаҡ ҡына бошоноп ята. Колхоз эшенән туҡтағаны бирле үҙенә толҡа таба алмай. Пенсия йәшенә етеп, әҙәмсә ял ит ине, тип күпме хыяллана торғайны. Артылды ла ул алтмышҡа, тик тормоштоң бер йәме ҡалманы. Көн дә таң һарыһынан тороп, йәйен ҡояшта ҡарайып, ямғырҙа күшегеп көтөүҙә йөрөгәндә, оҙон ҡыш буйы малсылар йортонда меңәр баш һарыҡҡа арпа бешергән, ат менән тәрән көрт ярып, һалам, бесән эҫкерттәрен ташыған мәлдәрҙе һағынырмын тип кем уйлаған?
Көтөүлектә уныҡынан башҡа йәнә өс-дүрт баш мал ғына күренә. Иртәсел күршеһе Талханыҡыларҙыр. Ҡатыны ғүмер буйы шуның менән сағыштырып ҡолаҡ итен сәйнәне. Талха көтөүен ҡыуған, баҡсаһын һөрҙөрөп ҡуйған, картуфын ҡаҙа башлаған, фәлән дә фәсмәтән... Бер-береһе менән ярышып ғүмерҙәре үтеп бара. Йәш саҡта Сабит “мах” бирмәй, күп эштәр ҙә күршеһен уҙғылай ине, хәҙер ыжламай. Талха ла әллә ҡайҙа китмәгән, унда ла шул бер һыйыр ҙа бер башмаҡ, ике-өс һарыҡ та унлап тауыҡ. Йорто ла Сабиттыҡы һымаҡ бәләкәй, баштағы шиферы ла уныҡы һымаҡ иҫкереп, йәшелләнеп бөткән. Көтөүсе күрше һенә өҫтәнерәк ҡарап, комбайнер әле мин, тип күкрәк ҡағыу менәнме ни, ул да шул уҡ колхозда эшләп ҡартайҙы, уның ише бер тинһеҙ хәйерсе.
Сабит үсәгәндәй мыҫҡыллы ғына йылмайҙы ла ҡараш тарын йылға ағышы үренә, шунан ауылға илткән оло юлға төбәне. Төбәне лә, ниндәйҙер үҙгәреш тойомлап, һиҫкәнеп ҡуйҙы. Бәй, колхоз исеме яҙылған таҡтаның бер яғы һалынып төшкәнсе. Кистән ҡаты ел уйнап алғайны шул. Сабит ашығып шул яҡҡа атланы. Бер аҙҙан аяғын ҙур ташҡа ныҡ итеп бәрҙе, әммә туҡталманы, үлтереп һыҙлаған баш бармағын эйелеп һыйпаштырҙы ла һылтыҡлап ары атланы. Бына ул ике хужалыҡ араһындағы сикте билдәләгән урын. Цементҡа ултыртылған ике йыуан торбаға өс-дүрт метр бейеклектә арҡырыға таҡта беркетелгәйне. Күҙҙәре алдамаған шул – уның бер яғы ергә һалыныңҡыраған, икенсе яғы ла ана төшәм, бына ҡубам, тип елгә һелкенә. Ахырҙа таҡтаның арғы, яҙыулы яғына сығып ҡараны. “Россия” колхозы” тигән алтаҡта яҙыуын башты ҡыйшайтып ҡына уҡып була хәҙер. Нишләргә һуң? Ҡартлас елкәһен тырнап алды. Ҡайтып баҫҡыс, ҡаҙаҡ, сүкеш, бәлки, бау килтереп таҡтаны торбаға нығытып ҡарарғамы? Улай тиһәң, торбаһы ла бәүелеп кенә тора, килеп төшөрһөң баҫҡыс, таҡта менән бергә шундай бейеклектән дөбөр-шатыр, тыуған көнөңә түгел, йыназаңа йыйылырҙар. Шулай ҙа ҡапыл ғына был урынды ташлап китә алманы Сабит, эҙләнеп йөрөй торғас, эргәләге ҡыуаҡлыҡтан ҙур ғына кипкән ағас табып, шуның менән этеп, таҡтаны урынына ҡуйырға маташты. Эшенең мәғәнәһеҙлеген уға тотонмаҫ элек аңлаһа ла, ахмалға төшкәс кенә туҡталды. Маңлайына бәреп сыҡҡан тирен һөртөп бер аҙ баҫып торғандан һуң сатанлай-сатанлай йортона йүнәлде. Бына бит, колхоз рәйесенә барырға сәбәп тә табылды. Бер юлы һарыҡ та һорар, алтмыш йәшенә етеп бер тапҡыр йомошҡа килгән кешене, моғайын, буш ҡул менән сығармаҫ.
Колхоз рәйесенең машинаһы контора бинаһы алдында ултыра, тимәк, әлегә бер ҡайҙа ла китергә өлгөрмәгән. Ҡабул итеү бүлмәһендә секретарь ҡыҙ ҙа күренмәй, ә хужа – үҙ кабинетында, телефондан һөйләшәме, тауышы бик асыҡ ишетелә.
— Бер һарыҡ өсөн бензин яндырып йөрөмәҫһең инде, икәүҙе килеп ал, беҙҙең дә йомош төшөр, – кем менәндер ихлас һөйләшә ине ул. – Шәхси предприятие ойоштороп йөрөгәнде беләһеңдер, һинең кеүек ағайҙарға барабыҙ инде күҙ терәп. Биш йыл буйы колхозды бушҡа тарттыммы ни, хаҡым бар. Кеше һүҙенән ҡурҡмайһыңмы, тиһеңме? Колхозниктарҙы әйтәһеңме, һуң, һарыҡ менән бер бит улар, ҡайҙа ҡыуһаң, шунда китә торған нимуй халыҡ. Телле-тешлеһенә әҙмәҙ өлөш сығараһың да бөттө-китте, үҙең белмәгән ни эш бар? Ана, сос егеттәр ниндәйен ҡеүәтле заводтарҙы, ул ғынамы, тотош илде ҡулға төшөрҙөләр. Береһенең дә выждан ғазабы кисергәнен күргән дә, ишеткән дә юҡ, киреһенсә, беҙгә йәшәргә өйрәтеп, телевизорҙан төшмәйҙәр. Халыҡ һүҙе сүп ул, брат… Яп ишекте, ишекте яп, тим, һиңә әйтмәйем, ярай, аҙаҡ һөйләшербеҙ.
Хужа телефон трубкаһын шарт иттереп урынына һалды ла асыулы ҡарашын ни инергә, ни сығырға белмәй асыҡ ишек янында тапаныусыға төбәне.
– Һай, әттәгенәһе, һинән егәрле кеше юҡ, Сабит ағай, таң тишегенән килеп хәбәр тыңлап йөрөргә лә ялҡауың килмәй, – ярһыуын тышҡа сығармаҫҡа тырышҡан етәксе көсәнеп йылмайҙы. Сабит өндәшмәне. Ишеткәндәре һушын алғайны, зиһене таралғайны уның. Ҡулындағы фуражкаһын бөтәрләп, ни тип һүҙ башларға белмәй тик торҙо.
– Йомошоң булһа, әйт, таба һорап килгән малай һымаҡ торма!
– Россия емерелеп төшкән бит, Камал Хаевич, ерҙә аунап ята, күтәреп ҡуйырға кәрәк! Cабит башына килгәнде әйтеп һалды. Хужа иһә аптырап, ҡалын ҡаштарын йыйырҙы.
Сабит колхоз исеме яҙылған таҡтаның ҡубып төшөүе, яңғыҙы ҡуйырға маташыуы хаҡында ашыға-тотлоға һөйләй башлағайны, Камал Хәевич уны тиҙ туҡтатты.
— Ул таҡтаны былай ҙа күптән алыштырып ҡуйырға кәрәк ине. Колхоз юҡ ул хәҙер, исеме лә бүтән, тора инде шунда күҙ көйөгө булып, юҡҡа маташҡанһың. Емерек Рәсәйҙе бер үҙең күтәрергә, ай-һай, көсөңдән килмәҫ ул.
Камал Хәевич, шәп әйттем, тигәндәй, үҙ һүҙенә үҙе башын сайҡап ҡуйҙы ла ҡарашын стенала торған сәғәткә борҙо. Ваҡыт юҡ, ана бара юлың, тип кенә әйтмәй, уҡыған кеше бит, артыңа тибеп сығарһа ла башта ғәфү үтенер был ипле әҙәм. — Берәй бәрән кәрәк ине, – тине Сабит уңайһыҙланып ҡына. Унан ҡабаланып өҫтәп ҡуйҙы. – Алтмыш йәш тулғайны ла.
Хужа өндәшмәне. Урынына йәтешләп ултырҙы ла уйсан ҡиәфәт менән алдындағы ҡағыҙға текәлде. Сабит иһә өмөт тулы ҡарашын уға төбәп, тәү күргәндәй күҙҙән үткәрҙе. Йәше яңы утыҙҙың өҫтөнә баҫһа ла, ҡалын кәүҙәле, ҡарсыға ҡарашлы уларҙың хужаһы. Биш йыл ғына эшләй тип һис әйтмәҫһең, хәйләкәрлек тә, әрһеҙлек тә етерлек үҙендә. Бик урлаша, тип халыҡ яратмаған була ла, нишләйһең, урлашмаған түрә бармы ни хәҙер? Тотош колхоз бер ҡорһағына һыйҙы, тип әсенәләр. Өфөлә генә түгел, Мәскәүҙә лә фатиры бар, имеш. Колхоз мөлкәте лә уның исемендә, бурыстар ғына уныҡы түгел, тиҙәр. Кеше һүҙе инде, ысынды һөйләйҙәрме, буштымы, белмәҫһең. Ни ҡылһа ла, үҙ иркендә, бер һарыҡ бирһә, яраған. Ҡырҡ йыл һарыҡ көткән, моғайын, буш сығармаҫ. Эш хаҡын һуңғы ун-ун биш йылда бөтөнләй күрмәне бит. Ошоға тиклем ал-ял күрмәй эшләне ләһә, отпуск, ял тигәнде белмәне, һарыҡтан туҡтауына ике айлап ҡына үткән.
– Һинең алда оят миңә, абзый. Сабит һиҫкәнеп китте.
– Ә?
– Хәйерсе булып йәшәйбеҙ бит, оят, тим! – Хужа усын усҡа шап итеп һуғып алды. – Һиңә бер түгел, ун һарыҡ етәкләтеп сығарыр инем дә, форсат юҡ. Хужалыҡ тың, ауыҙын асһа, үпкәһе күренеп тора. Минең хәлде лә аңла. Бында бер үҙем бишкә ярылыр ҙай булып уборканы нисек бөтөрөргә белмәйем, комбайн ремонтларға — запчасть, уны алырға аҡса юҡ, понимаешь. Соляркаһы ла ике көнлөк кенә ҡалған. Ошондай мәлдә һарыҡтан шашлыҡ эшләп ял итеү хаҡында ғына уйлаған кешене аңлай ҙа алмайым, ғәфү ит, Сабит ағай!
– Мин ҡырҡ йыл колхоз һарығын көттөм, алынмаған эш хаҡым да бар, – Сабиттың аяҡтары тотмай башланы. Бая ташҡа бәргән аяғының баш бармағы ла туҡтауһыҙ һыҙлай. Тик хужа тәҡдим итмәгәс, эргәләге ултырғысҡа терәлергә баҙнат итмәне.
– Колхоз юҡ, тим, исеме лә икенсе хәҙер, – Камал Хәевич, тыныс булырға тырышып, һүҙен дауам итте. – Ун миллион һум бурыс барлығын беләһеңме? Шәп эшләһәк, шул тиклем бирәсәк булмаҫ ине. Һарыҡ аҫрауҙың колхозға өс тинлек файҙаһы булманы. Ите осһоҙ, йөнөн тапшыра алмай хитланаһың. Юғалды, тигән булып көтөүселәр һатып эсә, анау ташҡын йылында әллә күпме бәрәс юғалған, тиҙәр бит. Шаярҙығыҙ шул абзый, шаярҙығыҙ. Ярай, Сабит ағай, бүтән йомошоң булмаһа, тотҡарламайым, кереп йөрө шулай…
Кабинет хужаһы, һүҙ бөттө, тигәндәй әйләнмәле ултырғысы менән тәҙрә яғына борола биреп кемгәлер телефондан шылтыратырға кереште.
Ә Сабиттың башына күҫәк менән тондорҙолармы ни! Ҡапыл йөрәге сәнсеп алды, ниндәйҙер ауыр йөк аҫтында ҡалғандай, тыны ҡыҫылды. “Лап” итеп яҡындағы ултырғысҡа ултырҙы, бер аҙҙан ғына һөйләшерлек хәл керҙе.
– Мине бурға сығарып ҡуйҙың инде, Камал энекәш, ишетмәгәнде ишеттерҙең, – тине ул ауыр һулап, теге телефондан һөйләшеп бөткәс.
– Причем бында һин? – хужа арттырып ебәргәнен аңланы, ахыры, яғымлы ҡыланырға тырышты. – Колхоз заманы үтте, тимәксе булам. – Шул колхозды бөтөрөргә ҡаныҡтығыҙ инде.
Камал Хәевичтың төҫө боҙолоп, теле көрмәлде.
– Ә һин нәмәгә шул тиклем колхозды яҡлайһың? Ҡырҡ йыл эшләнем, тиһең, сереп байыныңмы ни? Йыртыҡ ыштаныңдан башҡа нимәң бар?
– Беҙ илде ашаттыҡ, үҙебеҙҙе уйламаныҡ, – Сабит та ярһыны, йәнә ниҙер әйтергә уҡталғайны, Камал Хәевичтың уҫал ҡарашы ҡапыл бөтә ҡыйыулығын юйҙы. Ҡайҙа күргәйне һуң әле был йән өшөткөс ҡарашты?
– Ана шул-шул, ете ҡат тирең һыҙырылғансы эшләүҙән башҡа берәй хоҡуғың булдымы? Паспорт алыуыңа күпме генә ғүмер үтте? Крепостной крәҫтиән һинән яҡшыраҡ йәшәгән бит!
– Бушҡа йәшәгәнһең, тимәксеһең инде, һарыҡты биш мең башҡа еткереү ҙә кәрәкмәгән эш булған, йүнләп ял да итмәй, балаларҙың үҫкәнен дә күрмәй ҡырҡ йыл буйы тиктомалға ғүмер уҙғарғанмын, бер бәрән алырға ла хоҡуғым юҡ! – Сабиттың күҙҙәренә йәш бәреп сыҡты. Ул артабан был кабинетта ҡала алмай ине. Хужаның ҡыҙып-ҡыҙып нимәлер һөйләүен дә ишетмәне, аяҡтарын көскә һөйрәтеп кабинеттан, стенаға тотона-тотона барып, тышҡы ишектән сығып, шундағы эскәмйәгә терәлде. Хәл алып байтаҡ ултыр - ғас, көс-хәл менән урынынан торҙо. Тыңлауһыҙ аяҡтары уны ниңәлер өйө яғына түгел, һарыҡ фермаһы яғына алып китте. Әле генә ишеткән зәһәр һүҙҙәр башынан китмәне. “Шаярҙығыҙ”, имеш.
Ташҡын йылдағы хәлдәр көтмәгәндә, яңы ғына булғандай, уның күҙ алдынан үтте.
Йәйен дә Еҙем шулай ҡотороноп ташыр икән?! Аҙна-ун көн буйы ҡойма ямғырҙар туҡтаманы шул. Хатта һарыҡтар йөрөгән Күндерәк утрауына ла һыу сыға башланы. Утрау тиерлеге юҡ инде уның, тик ташҡын шәп яҙҙарҙа уны уратып аҡҡанға шулай тиҙәр. Һыу ниңәлер төндә күтәрелә бит. Күңеле ниҙер һиҙҙе Сабиттың, көтөүҙән арып ҡайтһа ла төн йөҙөндә әлеге шул мәхлүктәрҙе ҡарайым тип йәнә сығып китте.
– Һарыҡ, тип сәсрәп кенә ятырһың әле, бер һиңә кәрәкме ни улар? – тип туҙынған ҡатынының һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һалманы. Ярай әле ай яҡтыһы бар, ҡабаланып, фонарь ҙа алырға онотҡайны, кире боролоп торманы. Һарыҡтар бикләнгән Күндерәк утрауындағы ялан кәртәгә йүгерә-атлай барып еткәйне, иҫе китте. Кәртәгә һыу керә башлаған, һарыҡтар баҡырыша, ҡалҡыуыраҡ яҡта бер-береһенә һырышып торалар. Еҙем яғынан шаулап килгән тулҡындар улар ҙың араһына үтеп инә, биш йөҙләп һарыҡ күҙ алдында юҡҡа сыға хәҙер. Сабит йәһәт кенә ҡапҡаны асып, һарыҡтарҙы “оло ергә” ҡыуа башланы. Һарыҡтан да аңра мәхлүк юҡ, инде сығарҙым тигәндә, ҡото осҡан бер-ике иҫәре кире кәртә эсенә йомол һа, ҡалғандары ла уларҙың артынан борола. Мең бәлә менән кәртәнән сығарып, ҡапҡаны япҡайны, алға икенсе һынау баҫты: хәҙер нисек тә һыу баҫҡан йырҙа аша сығып, был үлемесле утрауҙан ҡотолоу фарыз. Һарыҡтарҙы күҙ алдында барлыҡҡа килеп шаулап аҡҡан йылғаға ҡыуып төшөрөү тамам хәлде алды. Ҡотороноп аҡҡан йылға уларҙы түбәнгә ағыҙа, йөҙөп сыҡҡандары береһен береһе тапап тигәндәй текә ярлауҙан менергә уҡтала. Бәрәстәр йәл, араларында аҙна-ун көнлөгө лә бар, был мәхшәрҙә һыуға батмаһа, тапалыу йә һөҙөлөу ҡурҡынысы һағалай. Көтөүҙе ферма янындағы ялан кәртәгә көс-хәлгә ҡыуып индереп бикләгәнсе, Сабит лысма һыу булып, ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмағайны.
Иртәгәһенә сәсрәп ауырыны ла китте. Тамағы шеште, туҡтауһыҙ йүткерә, берсә өшөй, берсә тәне янып бара. Дауаханаға алып барып һалғас, ике яҡлы пневмония, тинеләр. Айға яҡын дауаланғас ҡына йүнәлде. Шунда терелә алмаһа, яҡшыраҡ булыр ине икән. Батыр булып күҙен йомор ине, бөгөнгөләй бахыр хәлгә төшмәҫ ине бер ҙә.
“Шаярҙығыҙ!” Хужа кабинетынан туҡмап сығарһа ла, был тиклем ҡыйын булмаҫ ине. Тән яраһы нимә, күгәреп, ҡанһырап йөрөй ҙә бөтә. Йән яраһы ғына уңалмай. Йөрәккә бысаҡ менән ҡаҙағандай булды бит, хайуан! Үҙе лә һиҙмәҫтән һуңғы һүҙҙе ҡысҡырып әйтте.
Һарыҡ фермаһының ярым емерек кәртәһенә һөйәлеп ултырған Сабит, берәйһе тыңлап тормаймы тип ҡурҡынып, тирә-яғына ҡаранып ҡуйҙы. Юҡ. Тирә-яҡ һил, ауыл яғынан эттәр өргәне генә ишетелә. Ҡара әле, бөгөн төндә күргән ҡурҡыныс төштәге бүрелә тап ошо хужаның ҡарашы ине бит. Иҫең китерлек шул. “Шаярҙығыҙ”… Дауаханаға килгән зоотехник, алты бәрәс тулмай, тип торҙо, һиңә колхоз малын һаҡлап ҡалған өсөн орден бирергә кәрәк, тигән булды. Бирҙеләр… Тик уға түгел, колхоздың ул саҡтағы етәксеһенә. Зоотехникка — ял йортона путевка, Сабитҡа Почет грамотаһы эләкте. Бер нисә айҙан осраҡлы ғына идараға һуғылғайны, бухгалтер ҡатындарҙың йүгергеләп йөрөүенең шаһиты булды. “Үлгән һарыҡтар ға страховка аҡсаһы, һәйбәт премия”, тип һөйләнеүҙәрен яҙа-йоҙа ишетте. Алты бәрәслек кенә булмағандыр страховкалары, һарыҡтың яртыһы үлгән, тигән ҡағыҙ биргәндәрҙер әле. И-их, үтте ғүмер баш баҫып, һарыҡ кеүек күҙгә салынмаҫҡа, бер нәмә күрмәҫкә тырышып. Һарыҡтарҙы үлемдән ҡотҡарыу Сабиттың иң ҙур ғорурлығы, ауыр саҡта иҫләп йыуанғаны ине. Шул ғорурлыҡты ергә һалып тапаны был хужа ишараты. Был донъяға ниңә тыуған һуң ул, унан һуң нимә ҡала? Мәктәпте тамамлаған йылды фермаға эшкә барғайны, ғүмере һарыҡ араһында үтте лә ҡуйҙы. Дәртләнеп эшләгән йылдарҙы хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды шул. Гел маҡталып эшләне ләһә Сабит. Һәр йөҙ һарыҡтан кем иң күп бәрәс алған? Кем дәүләткә иң күп һарыҡ йөнө тапшырған? Уларҙың фермаһы! Район семинарҙары шаулап үтә, гәзиттә фотолары сыға, байрам һайын Маҡтау ҡағыҙҙарына күмәләр. Шул һарыҡтар тип балаларынан да ситләшкән икән ул. Алтынсыламы, етенселәме уҡыған сағында малайы, походҡа барайыҡ әле Киндерле мәмерйәһенә, тип күпме инәлде. Һарыҡтарҙың йөнөн ҡырҡҡан саҡта ниндәй поход ул, тип ҡырт киҫте лә ҡуйҙы. Ҡыҙының урта мәктәпте тамамлаған саҡтағы кисәһенә лә барманы. Һарыҡтар күпләп бәрәсләй бит, юҡ-бар менән булышып йөрөймө, йәнәһе. Балалары ла ситләште, аталарына ҡырыҫланды. Әсәләре лә килешкән инде. Балалар берәй эш боҙһа йәки ниндәйҙер ҡылыҡтары оҡшамаһа: “Көтөүсенән көтөүсе тыуа инде”, тип кенә орошор булды. “Ауылдан кәзә лә алмағыҙ!” тип тә туҡтауһыҙ тылҡып торҙо. Хәҙер, ана, береһе бер ҡайтып күренмәй. Өй тулы Маҡтау ҡағыҙҙары булыу менәнме ни, күңелде йылытмай шул улар, балаларыңдың бер йылы ҡарашын той ине ул.
Сабит ярым емерек һарыҡ фермалары биналарына күҙҙәре талғансы ҡарап торҙо ла әкренләп ҡайтыу яғына атланы. Һарыҡтар һанын биш меңгә еткергән саҡтар бар ине, әле йөҙләп баш ҡалғанмы юҡмы? Үләт төшкәндәй, йыл һайын яртылаш кәмей бара бит, ниңә аптырарға?
Ҡатыны юғалтҡандыр инде, колхоздан һарыҡ алып ҡайтам, тип китте лә батты, хәҙер ҡасан аш һалам да ҡасан бешә, тип өтәләнеп йөрөгән булалыр. Бирҙеләр, ти, һарыҡты, йә инде, ғәрлеге ни тора! Ғәмилә әйтмәһә, алтмышы тулғанын да хәтерләмәҫ ине. Башҡа иҫкә төшөрөүсе лә, ҡотлаусы ла юҡ бит. Ер йөҙөндә ете миллиард кеше йәшәү менәнме ни?! Яңғыҙлығын элек бер ҙә тоймаған икән. Эшкә әүрәп кенә йөрөгән, ахыры, көтөүҙән ҡалғайны, бар нәмәгә күңеле ҡайтты, эстә нәмәлер шартлап һынған төҫлө булды.
…Һарыҡтары етмәй икән уға, кешеләргә ҡарағанда уларҙы нығыраҡ аңлай кеүек. Мал көтөүҙең дә рәте була, эшләгән кеше генә белә уны. Һарыҡ тарҙың да төрлөһө бар, уҫалы ла, йыуашы ла, битарафы ла. Ғәҙәттә, көтөүҙә өсәр-бишәрләп бәләкәй төркөмдәргә бүленеп йөрөйҙәр. Һәр төркөмдөң үҙ атаманы була. Үҙ төркөмөнән береһен дә уҙҙырмай, ярты метрға булһа ла алдараҡ йөрөй. Ҡалғандары иһә үҙ хәленә күнеп, атаман ҡайҙа, шул яҡҡа йүнәлә. Көтөүҙе кәрәкле яҡҡа бороп ебәрер өсөн шул атамандарҙы ҡыуыу ҙа етә. Әлбиттә, ҡайһы саҡта артығы менән үҙ аллы, тотош көтөүҙе үҙе артынан эйәртерлек, баш бирмәҫ атамандар пәйҙә була. Ғәҙәттә, ундайҙарҙың ғүмере ҡыҫҡа, йәһәтерәк иткә оҙаталар, кешеләргә күндәм, йыуаш мәхлүктәр кәрәк.
Сабит колхоз исеме яҙылған билдә янына нисек килеп еткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Нишләптер аяҡтары үҙенән-үҙе ошо урынға әйҙәне. Ул оҙаҡ итеп ҡыйшайған яҙыуға текләп торҙо. Юҡ, таҡтаны нисек тә төҙәтеп ҡуйырға кәрәк, ул барыбер урынында торорға тейеш. Сабит көсәйә барған елдең һыҙғырыуын тыңлап, билдә алдында тапанды. Нисек кенә төҙәтергә? Баҫҡысһыҙ барыбер булмаҫ, моғайын. Ул, һаҡһыҙ ҡыланып, ауыртҡан аяғын йәнә торбаға бәрҙе. Һул ҡулы менән торбаға таянып, уңының бармаҡтары менән аяғын ыуа ғына башлағайны, ҡапыл иҫкән ел саҡ эләгеп торған “Россия” колхозы тип яҙылған таҡтаны йолҡоп алды. Таҡта осло яғы менән Сабиттың сикәһенә килтереп бәрҙе.
…Мәрхүмде ерләгән көндөң иртәгәһенә үк ул вафат булған урында “К. Х. Хаповтың шәхси предприятиеһы” тигән яҙыу барлыҡҡа килде. Тормош дауам итте. Бер көндө Ғәмилә көтөүҙән ҡайтҡан һарыҡтарын күреп, йәһәт кенә ҡапҡа асырға сыҡты. Араларында таныш булмаған ят ҡара бәрән дә күренә. Ҡатын йәһәт кенә тирә-яҡҡа күҙ һалды. Кеше-фәлән күренмәҫ борон индереп ябырға кәрәк, ит артыҡ булмай ул. Уң аяғына бер аҙ сатанлай икән, төҙәлер әле. Ҡатын һарыҡтарҙы керетеп, ҡапҡаны шартлатып бикләп ҡуйҙы. Үҙен арттан кемдеңдер күҙәтеп тороуын тойоп, боролдо ла бер аҙ ҡурҡынып ҡарап торғандан һуң сәрелдәп ҡысҡырып ебәрҙе. Бәрән уға яңыраҡ үлгән ире Сабиттың күҙҙәре, уның ҡарашы менән баға ине…
Читайте нас: