Шоңҡар
+17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
20 Декабрь 2019, 23:55

КЕШЕ БАЛАҺЫ. ХИКӘЙӘ

Кеше балаһын ҡарап ғүмерем үтте. Ниңә генә тыума булһа ла бала тапманым икән? Хәҙер шул тиклем үкенәм! Иҫәр!..

Кеше балаһын ҡарап ғүмерем үтте. Ниңә генә тыума булһа ла бала тапманым икән? Хәҙер шул тиклем үкенәм! Иҫәр! Үҙеңдеке үҙеңдеке булыр ине. Ә былар ике ятып бер иҫенә лә алмай. Хәҙер кәрәгем бөттө шул!
Был һүҙҙе ҡапыл ғына аяҡтан яҙған Сания әбейем бына нисәнсе тапҡыр ҡабатлай. Унан йәнә һораша башлай.
– Рауза нимә ти, киләм тиме шул?
Әбейем мөлдөрәп беҙҙең күҙгә ҡарай. Беҙ уны нисек алдарға ла белмәйбеҙ. Күңел өшөй. Хәҙер нисәнсе көн уны көтә, һорай. Әжәле яҡынлашҡанын һиҙгәнгә, күрәһең, бәлки, әйтәһе һүҙе барҙыр.
– Киләм тигәйне лә, ни өсөндөр һаман килә алмайсы, – тигән булабыҙ. – Ваҡыты юҡтыр.
– Кит, Хоҙай бәндәһе! Мынау торған ерҙән килеп китһә нимә була? Шәп сағым юҡ шул. Элек ҡулымда бар саҡта Силәбе һынлы Силәбенән юрттырып килә лә етә торғайны. Ботлап-ботлап ит ташығанда Сания кәрәк булды. “Әбей, әлдә һин бар әле”, – тип арҡамдан һөйөп-һөйөп ҡайтып китә ине. Әле Өфөлә һеңлеһендә ята ти ҙәһә. Шунан бынауында ғына килеп китһә, аяғы өҙөлөр инеме? Унан йәнә:
– Йәүҙәт ағайығыҙға минең бындалыҡты әйттегеҙме? – тип һорай. – Уныһы ҡасан килер икән? Тағы ла шылтырат әле, килһен. Исмаһам, иҫән сағымда йөҙөн бер күреп ҡалайым. Хәҙер ней байтаҡтан күренгәне юҡ таһа.
Йәүҙәт ағайға ла әбейҙең хәлен аңлатып бер нисә тапҡыр шылтыраттыҡ инде. Ул да киләм тип өҙөп кенә әйтмәһә лә, әбейҙең өмөтөн өҙмәйбеҙ. Һеңлем менән үҙ-ара, был тиклем туң йөрәк кеше булыр икән, тип һөйләшеп алабыҙ.
– Килә, килә, әле ял бирмәйерәк торалар ти.
– Тиҙерәк килһә ярай ҙа ул. Мин уны ете йәштән ҡарап үҫтерҙем.
Рауза тигәне бер туған һеңлеһенең ҡыҙы булһа, ә Йәүҙәт – ҡустыһының тәүге ҡатынының улы. Ул ете айлыҡ саҡта уҡ әсәһе үлгән. Ир кеше имсәк баланы нисек ҡарай алһын инде. Тәүҙә сабыйҙы өләсәһе тәрбиәләй, ул да вафат булғас, әбейем ала.
Сания әбей – атайымдың иң өлкән апаһы. Араларынан атайым менән икеһе генә ауылда ҡалған. Бүтәндәре башҡа өлкәләргә таралып бөткән. Шулай ҙа йылына бер-ике тапҡыр ауылға ҡайтып, хәл белешеп, ярҙамлашып китәләр ине. Тик ғүмерҙәре ҡыҫҡа булды, кеме алтмышҡа, ҡайһылары етмешкә лә етмәне. Уларҙан һуң атайым да баҡыйлыҡҡа күсте. Әбейем янына башлыса беҙ ҡайтып йөрөнөк. Бүтән туғандарының балалары ауылға йә бөтөнләй килмәне, ҡайһылары онотҡанда бер тигәндәй иҫәнлектәрен белдереп китә торғайны. Хәйер, башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәгәндәренә төпкөлдәге ҡарсыҡ бөтөнләй ят кеүек тә күренгәндер.
Беҙ ҡайтҡан көндәрҙә әбейем дең ҡыуанысының сиге юҡ.
– Атай-инәйегеҙ үлгәс, ауылды ташлап ҡуйырһығыҙ, мине оно торһоғоҙ тип ҡурҡҡайным. Рәхмәт инде, – тип белгән доғаларын уҡып ала.
Беҙҙең өсөн кеше алдында шапырыныбыраҡ та ебәрә торғайны. Күрше-фәлән инһә, йәһәтләп кенә сәйен ҡуя һала. Йәнәһе, күрһендәр, балам булмаһа ла, кешенән кәм йәшәмәйем, туғандарымдың балалары онотмай тигән һыны инде.
– Әйҙә, күстәнәс менән сәй эсәйек, Сәлимем алып ҡайтҡан.
Унан беҙҙең хаҡта һөйләй башлай.
– Гөлсәсәгем фәлән-фәлән ерҙә эшләй, тағы үрләткәндәр, Айнурым яңы машина алған, Зиләм шәп фатирға күскән...

* * *

Әбейемә бына-бына 86 йәш тулырға тора. Шулай ҙа ауылда үҙ йүнен үҙе күреп йәшәй ине. Бер нисә көн элек урамда йығылып ятҡан.
– Ҡапыл быуыным тотмаҫ булды ла ҡуйҙысы, көрткә һөрлөгөп барып төштөм. Хәҙер бит кеше урыҫ кеүек булып бөттө, ҡапҡаһын шарт бикләй ҙә өйөнән сыҡмай. Берәй йән әҫәре күренһәсе! Шулай торалмай ятам, күрше Миңләхмәт ҡарап тик торасы. Торорға ярҙам итеш инде, тим, юҡ, тыңлашмай. “Ана Абдулла килеп торғоҙһон”, – ти. Йә, миңә етәге кешенең шулай тип тороуы бит әле. Шул Абдуллаларға барып йөрөүемде яратманы бит. Ярай, уны ла кәкре ағасҡа бәйләп ҡуймағандар. Әлдә ике малай килеп сыҡты, үрге ос Тәғзимәнең улдары булды шикелле. Рәхмәт инде, шулар өйөмә керетеп китмәһә, урамда туңып ятыр инем. Ҡайтһағыҙ, шул балаларға рәхмәт әйтегеҙ, сервантымда бәйләгән бейәләйем бар, алып бирерһегеҙ, йәме. Теге ваҡыт ерле иҫемдән сыҡҡан даһа, ҡартайһаң, шулай инде ул.
Әбейем ике-өс көн элек үҙен Өфөгә алып килгәндә аяғын һөйрәтеп булһа ла атлай ине. Кисә ҡапыл ғына йөрөй алмаҫ булды ла ҡуйҙы шул. Бығаса ер һелкетә баҫып йөрөгән, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә үҫтергән кеше ҡапыл ошо көнгә ҡалыуына хатта үҙенең ышанғыһы килмәй. Уны ошо хәлдә күреү беҙгә лә ҡыйын.
– Кит, бер аҙна элек кенә һин дә мин булған әҙәм кеше күҙенә тилмереп ултырһын әле. Ултырғыс бирегеҙ әле, – тип ултырғыс һорап алып атлап та ҡараны, юҡ шул. Иҙәнгә лып итеп барҙы ла төштө лә:
– Ай-ай-ай, – тип үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырып ебәрҙе.
Былай ҙа кәүҙәгә ауыр әбейемде ике яҡтан диванға көскә мендереп ултырттыҡ. Бер аҙ аяғын ыуғылап ултырғас, йәнә һөйләй башлай, мөлдөрәп беҙҙең күҙгә баға.
– Ҡабаттан атлай алмаҫмынмы икән ни?
Беҙ:
– Атларһың, атларһың, – тигән булабыҙ.
– Әйҙә, атлатып ҡарағыҙсы, былай ултырһам, аяҡтарым ҡатып ҡалыр ҙаһа.
Һеңлем менән йәнә икебеҙ ике яҡтан уны ҡултыҡлап торғоҙмаҡсы булабыҙ ҙа, ул һис кенә аяғына баҫа алмай шул, беҙгә тотонған килеш һалына ла төшә.
– Эй, Алла, – тип ауыр уфтана. – Аяҡтан ҡалыуым ошо микән ней.
– Улай тимә әле, әбей. Атларһың, атларһың, бына беҙ әйтте тиерһең. Ауылға үҙ аяҡтарың менән йүгереп ҡайтырһың.
– Белмәйем, ғазраил килеүе ошолор.
Элек үлемде күрше ауылға ҡунаҡҡа йыйынған кеүек еңел генә һөйләһә, был юлы ул үтә ҡыҙғаныс хәлдә ине. Беҙ ауылға ҡайтҡан һайын:
– Йәшәнем инде, йәшәнем, күптән үлергә ваҡыт, – тип сервантының ишеген асып беҙҙе саҡыра. Унан сепрәк-сапраҡ аҫтын аҡтарып, йыйған әйберҙәрен күрһәтә башлай. – Үлһәм, хәйерлегем, аҡсам ошо ерҙә. Ҡәбер ҡаҙғандарға шул тиклем таратығыҙ, йыуғандарға быны бирһендәр. Йыуырға Хәлиҙә, Миңлегөл апайың, тағы шулар инһен, – тип бер нисә кешене атай. – Ана теге Бәҙәр бар бит әле, шул инеп ҡуймаһын. Шул бисәгә мәңге бәхиллегем юҡ. Мине ғүмер буйы ҡыутомшоҡ тип йөҙөмдән алды.
– Ул ҡыутомшоҡ тигәне нимә була һуң?
– Йәнәһе, минең балам юҡ, имеш, бала тапмағанмын. Элек бит магазинда аҙыҡ булманы. Бер шулай сиратта торабыҙ. Тәмле шикалат килгәйне. Шул нәмә бөтә халыҡ алдында, һинең шикалат ашар өсөн бала-сағаң бармы ни, тип көлгән булды. Хәстрүш, йүнле балалары булһа, бер хәл. Анау өлкәне эсеп үлде, ҡыҙы мирҙә гүләнйелә йөрөй. Өс балаһы – өс ирҙән. Хәтифәһе ай һайын бер ир эйәртеп алып ҡайта...
Әбейем ауыр уфтанып, күҙ йәш тәрен һөртөп ала. Был күренеш беҙгә лә ауыр тәьҫир итә. Әбе йем дең күҙенә тура ҡарамаҫҡа тыры шабыҙ. Уны үҙебеҙсә йыуата быҙ. Һеңлем ниндәйҙер дарыуын килтереп һона.
– Файҙаһы ныҡ ҙур ти. Ашаһаң, Аллаһ бирһә, йүгереп ҡайтып китерһең әле.
Үҙебеҙсә, хәлен еңеләйтер өсөн әллә ниндәй миҫалдар килтерәбеҙ. Һеңлем берәүҙең оҙаҡ ҡына түшәктә ятҡандан һуң йүгереп киткәнен хәтергә ала.
– Дарыу ашап ҡына әжәлде еңһәң ине ул, – ти әбейем, беҙгә ҡарап.
– Еңерһең!
Унан йәнә телгә килә.
– Үлһәм, әбизәтелне памятник эшләтегеҙ! Инәйегеҙҙеке кеүек бейек булһын. – Был һүҙҙәрҙе ул хәҙер бер нисә йыл ҡабатлай. Сәмсел, кешенән кәм булып ғәҙәтләнмәгән әбейемдең, күрәһең, килендекенән ҡайтышыраҡ булмаһын, тип әйтергә теләүелер инде.
– Эй, ике-өс йыл ғүмерем булһа, һеҙгә ярҙам итермен тип уйлап тора инем, булманы инде. – Әбейемдең күҙенән йәштәр тәгәрәй.

Үҙе менән бергә бесәйен дә алып килгәйне. Уныһы тәүҙә ят урында ситһенһә лә, хәҙер әбейемдең алдынан китә белмәй. Ул да хужаһының хәле мөшкөллөгөн һиҙә кеүек. Элекке кеүек шаярып та, иркәләнеп тә бармай.
– Мин китеп барһам, һиңә лә ҡыйын булыр инде. – Әбейем бесәйен яратып ала. Унан беҙгә йәнә өндәшә:
– Бесәйемде матур ҡарағыҙ, сығарып ебәрмәгеҙ берүк, үҙ көнө бөткәнсе йөрөһөн. Әлдә генә Аҡбеләгем былтыр үлеп ҡалды. Мин китеп барһам, кеше ҡулына ҡалып, тилмереп йөрөр тип ҡурҡҡайным. Уныһына күңелем тыныс.
Әбейем һеңлемә:
– Ҡыҙым, ҡағыҙ, ыручка алып, эргәмә килеп ултыр әле, яҙ, – ти. “Мин оҙаҡҡа бармам. Моғайын, йома көндә китәрмен. Мин үлде тип донъяны ташлап ҡуймағыҙ, кеше көлдөрөп. Баҙ тулы бәрәңге. Апрелдең ун биштәрендә ҡайтып, сығарып, таҙартып, шыттырырға һалығыҙ. Шытҡан бәрәңге көслө була, матур сыға. Күрше Миңләхмәт бер биҙрәмде, ағас санамды алып торғайны. Бирһен. Элек гелән минең өйҙө малайыма алам тип ҡаҡылдай ҙа йөрөй ине. Өйҙө берүк уға һатып ҡуймағыҙ. Улар бысраҡ йәшәй, йортомдо һаҫытып бөтөрҙәр. Өйҙө, кәрәк икән, Айвазға һатырһығыҙ. Ул алам тигән һымаҡ ине. Минең баҡсам матур, йыл
һайын тиреҫ түгә инем. Тимер мейесте кеше алып китмәһен. Хәлиҙәгә биш йөҙ һум аҡса бирәһе бар ине, утын өсөн, шуны түләп ҡуйырһығыҙ, бурыслы булып китмәйем. Бер әйберемде лә ташлап ҡуймағыҙ. Миңә һүрентем дә йәл…”

* * *
Әбейем ғаиләлә иң өлкән бала була. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк олатайымды яуға алалар. Ул саҡта әбейемә ун алты йәш булһа, кинйәләре, етенсеһе Фахразый ҡорһаҡта ҡала.
– Уйлап торам-торам да, шул тиклем аслыҡты күреп, ошо йәшкә етеүемә аптырайым, – тип һүҙен дауам итә әбейем. – Инәйем үлмәһә, ул тиклем этләнмәҫ инек. Бер ваҡыт күмәкләп иҙәндә йоҡлап ятабыҙ. Төндә ҡапыл нимәлер дөбөр-шатыр килгәнгә уянып киттек. Өҫкә әллә нимәләр ҡойолоп төштө. “Һуғыш беҙгә лә еткән” тигән уй үтте баштан. Торайыҡ тиһәк, торалмайбыҙ. Ауыҙға тупраҡ тулды. Ул ваҡытта әлеге һымаҡ ут бармы ни, яндыра һалып ҡарарға. Улай итеп, былай итеп, өҫкә төшкән таҡталарҙы шылдырып, көскә торҙом. Баҡһаң, матса һынып, түшәм ҡойолоп төшкән. Унан туғандарымды эҙләй башланым. Әммә инәйемдең тауышы сыҡмайсы, ни эшләп ята икән тормай, йоҡлайҙыр тип уйлайым.
– Инәй, тим, өнһөҙ генә тик ята. Унан “Ы-ы-ы” тигән тауыш сыҡты. – Әбейем йәнә күҙ йәштәрен һөртөп ала. Һеңлем менән минең дә ирекһеҙҙән күҙ йәштәре килеп сыға. – Өрлөктөң осо ғына инәйемдең башына төшкән... Шулай итеп, алты бала минең өҫтә торҙо ла ҡалды. – Унан әбейем бына нисәнсе тапҡыр инде инәһен ерләгәнен һөйләй:
– Ҡуй инде, балалар, беҙ күргәнде Хоҙай дошманыңа күрһәтмәһен. Бөтә эшкингән ир-ат һуғышта, хатта ҡәбер ҡаҙырға кеше юҡ. Ауылда бер аяҡһыҙ Солтан бабай бар ине. Ул өйрәтеп тора, мин Сәлиха менән ҡәбер ҡаҙам. Ташлы ер, ашау булмағас, хәл юҡ. Икебеҙ әсәйемде көскә ерләнек. Ҡара әле, шул тиклем аслыҡты күреп, ошо йәшкә етсе әле. Ай, эт күрмәгәнде күрҙек беҙ. Ни хәл тере ҡалғанбыҙ. Әле шуныһына аптырайым. Ашарға үлән ҡалмай торғайны бит. Кейергә кейем юҡ. Көскә-көскә яҙҙы көтөп алабыҙ. Баҫыуға көҙҙән ҡалған бәрәңге йыя сығабыҙ, унан көлсә бешерәбеҙ. Ашамаған үлән ҡалманы, ҡайһы ваҡыт көнө буйы тоҙло һыу эсәбеҙ. Ете йәштән колхозға әрҙәнә ҡырҡа торғайныҡ, бысҡыға көс етмәй. Әле генә ул утыҙға, ҡырҡҡа еткән ирҙәр өйҙә түбә таҡтаһына төкөрөп ята, ата-әсәһенең пенсияһын таптыра. Ней кәләш алырға эшкинмәйҙәр.
Туғандарымдың һәр береһенә эш бүлеп бирәм. Бер саҡ бер бабайҙарға бәрәңге сығарыштыҡ. Ярҙам итешкән өсөн әҙерәк бәрәңге биргәс, шуның ике биҙрәһен тоҡҡа һалып, йөкмәп, Стәрле баҙарына киттем. Аҡса булмағас, поезға индермәйҙәр. Нисек булһа ла барып етер өсөн вагондың аҫҡы күтәрмәһенә эләгеп, тотҡаға йәбешеп барҙым. Ә тоҡ аҫҡа һөйрәй. Хәл бөттө, ана ысҡынып ҡалам, бына тәгәрмәс араһына төшәм тигәндә, кемдер күреп ҡалып, вагонға индереп һалды. Үҙем сос инем, аңра булһам, туғандарым үлеп бөтөр ине. Кешеләр аслыҡтан ғаиләһе менән ҡырылды, урам буйлап хәйерселәп йөрөнө...
Ай, сәмсел ине шул Сания әбей. Һәр саҡ кешенән артыҡ булһын. Бәләкәй саҡта уның менән һыйыр көтөүе ҙур бәләгә әүерелә торғайны. Малдарҙы һыулауға алып барыр ваҡыт етә, ә әбей һаман ыңғайлатырға рөхсәт итмәй.
– Хыялый булдығыҙмы әллә, аҙыраҡ ашай бирһендәр. Кешенән оят та баһа!
Әммә һыйырҙарҙы алдап буламы?! Бер мәл бөтөнөһө ҡойроҡтарын болғай-болғай сабыша башламаһынмы! Бер һыйыр ҡалманы. Хәҙер баҫыуҙы тапап бөтөрәләр инде тип ах та ух йүгерешеп барһаҡ, улар һыулауҙа тора. Кистән йәнә көтөүҙе ҡайтармай бер була.
– Әбей, туғыҙ тулды бит инде, бүтәндәр ошо мәлдә алып ҡайта, – тибеҙ, ишетергә лә теләмәй.
– Оялмайһығыҙмы әллә! – тип кенә ҡуя. – Кеше һүҙенән ҡурҡығыҙ. Ашатмағандар тиерҙәр ҙәһә.
Аҙаҡ йәнә шул уҡ хәл ҡабатлана. Баҫыу ҡапҡаһы янына быҙауҙары күптән килеп мөңрәшеп тора. Тағы һыйырҙарыбыҙ ҡойроҡтарын сәнсеп болғай-болғай ауыл яғына сабыша. Сания әбей беҙгә асыулана.
– Йүгерегеҙ, эшкинмәгәндәр. Кеше алдында оятҡа ҡалдыраһығыҙ бит.
Ауылда әбейемде шаяртып, “прокурор”, “директор” тип йөрөтәләр. Дәүере тура килеп, уҡыу эләкһә, һис шикһеҙ, берәй етәксе булыр ине ул. Кешене тыңлата ла, эшләтә лә белеүенә иҫем китә. Хатта ирҙәр ҙә уның алдында тыңлаусанға әүерелә. Ҡайһы бер яңғыҙаҡ ҡатындар йомошо төшөп, берәйһен кәртә-ҡура тирәһен рәтләргә эшкә әйтһә, аҙаҡтан ҡайтарып ебәрә алмай яфалана. Ә Сания әбейҙең аҡсаһын биреп, ашатып-эсереп:
– Рәхмәт, туғаным, ҡайт инде, ғаиләң көтә торғандыр, – тип бер әйтеүе етә.
Теге әҙәм, араҡы-маҙарға өмөтләнеп, шул нәмәң юҡмы тип һораһа ла, ауыҙын тиҙ йомдора.
– Аҡсаһын бирҙем, етте, темеҫкенмә, – тиеп кенә ҡуя. Йыш ҡына уның хаҡында:
– Эшкинмәгән ирҙәреңдән мең артыҡ, – тип ебәрәләр.
Әбейемдең донъяһы ла һис кенә яңғыҙ ҡатындарҙыҡына оҡшамаған. Өйө әллә ни ҙур булмаһа ла, төҙөк, таҡта менән көпләнгән. Һәр ваҡыт яңыртып буяп тора. Салғыһын да, балтаһын да үҙе һаплай. Ғүмер буйы ирҙәр менән йәнәш урман хужалығында эшләне, тау артылып йөрөп бесән сапты.
Әбейем ҡайҙандыр тегеү эшенә оҫтарып ала. Баҡса эштәре бөтөү менән теген машинаһына ултыра. Уны юллап, хатта күрше-тирә ауылдарҙан киләләр ине.
– Минең ошо кәстүмгә эслек ҡуйып бир әле.
– Ҡыҙым күлмәклек алып ҡайтҡайны, һаман тектереп кейә алмайымсы.
– Күфәйкә алһам, алаптай булғансы, шуны ошо балаға яраҡлы итеп бирһәңсе.
– Ярай, ярай.
Әбейем бер эштән дә баш тартмай. Көнө буйы текелдеген сыға. Инәйем ҡайһы саҡ, был Сания шул тиклем аҡсаны ҡайҙа ҡуя икән, тип аптырай торғайны.
Яңғыҙына баҡса тултырып бәрәңге сәсер ҙә иртә яҙҙан ҡаҙып алғанға ҡәҙәр унан сыға белмәҫ ине. Күптәр бәрәңгеһен ат ярҙамында күмдерһә, әбейем был эште һәр саҡ тәпке менән башҡара. Шуға ла йылы насар килеп, ауылда башҡаларҙа уңышы булмағанда ла, уныҡы мул сыға торғайны. Ғәжәп: әбейем шул бәрәңгене һатмай, ә күрше-тирәгә таратып бөтә. Ҡарағаты, ҡурай еләге лә ишелеп уңа.
– Йыл һайын бер төрлө сортты сәсһәң, бәрәңге уңмай, төрләндереп тороғоҙ, -– тип башҡаларҙы ла өйрәтеп китә.
Күрше ауылда берәйһендә бүтән төрлө сорт барлығын белеп ҡалһа, шуны барып ала һала.
Үҙе егәрле булғас, ялҡауҙарҙы, һай, яратманы. Кемдең баҡ саһын сүп баҫып ултыра – барып шелтәләп китә.
– Ниңә таҙаламайһың, әҙәмдән оят таһа!
Ай, сәмсел ине шул әбейем, бигерәк сәмсел. Ғүмер буйы күпләп ҡош-ҡорт тотто, һыйырын да былтыр ғына өҙҙө. Йыл һайын:
– Башҡаса һыйыр аҫрап булмаҫ, быйыл өҙөрмөн, – тиһә лә, көҙ етһә, вәғәҙәһен онота. Был хаҡта үҙенә әйтһәң, һаман бер һүҙен тылҡый.
– Бер өйрәнелгәс, әллә нисек һымаҡ. Аяҡ-ҡулың бар килеш нисек инде һы йырһыҙ тормаҡ кәрәк? Ҡана, һөт бирегеҙ әле, тип кешеләргә теләнселәп йөрөйөммө? Һеҙ ҡайтһағыҙ ҙа, һөтө-ҡаймағы кәрәк, тигәндәй.
***
Йәүҙәт мыҡты кәүҙәле, тулҡынланып торған сәсле, бер күреүҙән ҡыҙҙарҙың күҙе төшөрҙәй егет булып үҫте. Мәктәптән һуң ул фермала эшләй башланы. Уның бүтәндәр кеүек ҡала тип ынтылып тормауына Сания әбей ҡыуанып бөтә алманы. Уңған шул улы, бер эштән дә сирҡанып тормай. Ҡулы ла оҫта ғына күренә. Кәртәләрҙе яңыртты, элекке ел ҡапҡаһы урынына матур итеп урыҫ ҡапҡаһы эшләп ҡуйҙы. Өйҙө таҡта менән көпләне. Килгән-киткән кешеләрҙең:
– Өйөгөҙҙө танырлыҡ түгел дәһә, яңылыш уҙғанмын да киткәнмен, аҙашып йөрөнөм, – тигәнерәк һүҙҙәренә Сания әбей ихлас кеткелдәп көлә. Улы өсөн ҡыуаныс, ғорурлыҡ тойғоһо уның йөҙөнә яҙыла. Ҡайһы бер әсе теллеләрҙең күңелдә көйөк булып йөрөгән “үҙең бала тапмағас” кеүек һүҙҙәре бер сама юйылғандай була.
Йәүҙәтте хеҙмәткә алғас, Сания әбей ғорурланып бөтә алманы. Армиянан ҡайтыр ваҡыты яҡынлашҡас, улына костюм, күлдәк, туфли алып ҡуйҙы. Уны килгән-киткән кеше күҙенә салынырлыҡ урынға ҡуйҙы. Һәр береһенә күрһәтмәй ҡалманы.
– Йәүҙәтемә тип әйберҙәр алып ҡуйҙым әле. Нисек булған?
– Харап матур!
Йәүҙәт армиянан ҡайтып, бер сама ял иткәс, Стәрлегә китте. Сания әбейҙең:
– Балаҡайым, өлкәнәйҙем бит инде, китмәһәң дә булыр ине, – тиеүенә:
– Ҡайтып ярҙамлашып йөрөрмөн, – тип йыуатты.
Тәүге йылдарҙа һирәк-мирәк күренгеләне ул. Әбей уның өсөн өҙөлөп торҙо.
– Ҡалала һеҙҙең һыйыр ҙа, бәрәңге лә юҡ, аҡса күп китә торған, – тип йыйынтыҡ пенсияһын да йәлләмәне. – Миңә бер үҙемә әллә нимә кәрәкмәй, һыйырым иҫән булһын.
Үҙе химия заводында эшләп, мул ғына эш хаҡы алһа ла, ҡуй, кәрәкмәй, тимәне, алды. Көҙөн мал һуйғас, ҡаҙын ҡаҙлай, итен итләй тигәндәй ебәрҙе әбей. Бер ҡайтҡанында йәнә мул ғына аҡса һондо.
– Өшөп йөрөмә, яҡшынан тун алып кей. Кемдең балаһы – шуның балаһы, тиһендәр.
Бесән, утын әҙерләшергә лә ҡайтманы Йәүҙәт. Сания әбей эстән генә үҙен, ярай, ваҡыты юҡтыр, тип
тынысландырҙы. Тора-бара Йәүҙәт ауыл яғын бөтөнләй онотто тиерлек, сәләм хаты ла килмәне. Стәрленән ҡайтҡандарҙан Сания әбей йыш ҡына:
– Минең Йәүҙәт күренмәнеме? – тип һорашыр булды.
Ҡайһылары күргән, икенселәр хатта бер ятаҡта йәшәй икән.
– Ҡайтам тимәйме?
– Киләһе ялға ҡайтам, ти ине.
Улар әллә әбейҙең күңелен һүрергә теләмәй, әллә ысынлап та шулай тип әйткән.
Был һүҙҙәрҙән һуң Сания әбей йәнә дәртләнеп китә. Бауырһаҡ ярата торған тип, күп итеп бешереп ҡуя. Тоҙға бығып, тәмләнә торһон тип, һимеҙ генә тауығын өтәҫләй һала. Килгән-киткән:
– Әбей, әллә ҡунаҡ йыйырға уйлай һыңмы? – тиһә, ул:
– Йәүҙәт ошо ялға ҡайтам тигән. Минең өсөн шул үҙе байрам инде, – ти, йөҙөнә ҡыуаныс билдәләре сығарып.
Әммә сәләм ебәргән Йәүҙәттең үҙе лә, хәбәре лә юҡ.
Әбейем бесән эшләшергә гелән беҙҙе йөрөттө. Ауыл халҡы ла ҡыҙыҡ ҡына. Беҙҙе күреп ҡалыу менән хәл-әхүәл һорашҡан була ла:
– Йәүҙәт ҡайтманымы ни? – тип төпсөнә.
Эсе тулы ут булһа ла, әбейем һыр бирмәй.
–Ҡала кешеһенең ваҡыты барҙыр шул, ял бирмәйҙәр, ти. Ярай, үҙем дә еткерермен әле. Аяҡ-ҡулым иҫән булһын.
Шулай ҙа ундай ваҡытта әбейемә бик ҡыйын була торғайны. Йөрөй-йөрөй ҙә һәнәген бәреп енләнә:
– Минән дә иҫәр кеше юҡтыр. Йә, шул кеше балаһын ҡарағансы тыуманан булһа ла тапһам ни булған. Аҡ һаҡаллы ҡарт булыр инем. – Унан тиҫтерҙәрен хәтеренә төшөрә. – Ана, Гөлниса ҡырҙан килгән кешеләрҙән ике бала тапты. Бер ере лә ҡойолоп ҡалманы. Икеһе лә бынамын тигән кеше булды. Яман арыу урында эшләйҙәр, ти. Хәҙер Гөлнисаның һәнәкте ҡулына алғаны ла юҡ. Улдары, килендәре килеп йәһәт кенә әҙерләй ҙә бирә. Минең унан ҡайһы ерем кәм? Ваҡытында гелән гәзиткә маҡтап яҙҙылар.
Апаруҡ ваҡыт үткәс, ҡайтты Йәүҙәт ағай. Кәләш күрһәтергә. Был ваҡытта Сания әбейҙең уға булған асыуы юйып ташлағандай онотолғайны. Ошоғаса үпкәләп йөрөгәне өсөн ояла, эсенән генә үҙен әрләй. Улын аҡлар өсөн ниндәй миҫалдар килтермәй: “Һантый, ҡалала йәшәй тигәс тә, уйнап йөрөйҙөр шул. Матур ғына эшләгәненә ҡыуанырға кәрәк. Эсеп, аҙып-туҙып йөрөмәй. Ана, ауылда ундайҙар аҙмы ни! Анау Фирғәттең малайы әллә нисә тапҡыр ҡаланан ҡыуылып ҡайтты. Күрше Әхмәттең улының да суҡышы батманы”.
Әбей шатлығынан ни ҡылырға белмәне. Өҫтәлен күстәнәстәр менән тултырып ташланы. Унан, бик хәжәте булмаһа ла, магазинға йүгерҙе. Юлда осрағандарға уның һүҙе бер булды:
– Йәүҙәтем кәләш апҡайтты. Бик аҡыллы балаға оҡшаған.
-–Ҡайһы яҡтан?
– Үҙебеҙҙең райондан, Һаралы ауылынан.
– Ҡайҙа эшләй?
– Тегенсеме ти шул...
– Үҙеңә оҡшаған икән. – Был һүҙҙе ишетеүгә Сания әбей тағы ла ҡыуана.
Йәүҙәт кәләш алыу, туй үткәреү хаҡында һөйләшергә ҡайтҡайны.
Ул саҡта ауыл магазиндарында әллә нимә булмаһа ла, туйҙы кинәнес менән ҙурлап үткәрҙе әбей. Йорто йыһаздан һығылып тормаһа ла, аҡсаға мул йәшәй ине. Пенсияһы килеп тора, кешегә теген тегә. Дөрөҫ, туй ҡыҙ ауылында үтте. Йәшник-йәшник араҡыһын да, емеш-еләген дә алдылар. Ҡустыһының ҡалалағы ҡыҙҙары ла ныҡ ярҙам итте.
Туйҙан һуң бер-ике тапҡыр ҡайтып әйләнде лә йәнә ғәйеп булды Йәүҙәт. Сания әбей тағы ял көндәрендә уны көтә башланы. Стәрленән берәйһе ҡайтһа, өйөнә үк барып улын һорашты. Хәҙер инде йыш ҡына:
– Улар еңгәнең ауылында төшөп ҡалдылар, – тигән хәбәр ишетелә башланы.
Икенсе берәү унда бесән сабып йөрөгәнен дә күргән. Бындай саҡта эстән генә һыҙҙы Сания әбей. “Кеше балаһы кеше балаһы инде” тигән уй мейеһен бырауланы. Әммә был хаҡта берәүгә ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәне. Кеше үсәүенән, көлөүенән ҡурҡты. Ана, ҡустыһының балалары әйләнгән һайын ауылға тып итеп ҡайта ла килә. Йәй буйы бесән эшләшәләр. Бер ҡараһаң, әлдә улар бар әле, тип ҡыуана әбей. Уны ла онотмайҙар, күстәнәсен дә, бүләген дә килтереп торалар. Башҡа туғандары бөтәһе лә ҡырҙа шул.
Ә инде ауылға ҡайтҡан кеше аша ҡыҙҙары тыуыуын ишеткәс, ҡаҙын, итен тотоп, кешенән бер сирек бал һатып алып, үҙе китте…
***
– Тыуманан булһа ла бала тапманым! Иҫәр! Мынау Рауза менән Йәүҙәт ни эшләп килеп сыҡмайҙар икән? – Әбейем йәнә өмөтлө күҙҙәре менән беҙгә ҡарай.
– Һеҙ әллә әйтмәнегеҙме?
– Әйттексе, әбей, әйттексе. Киләбеҙ, тиҙәр һымаҡ ине. Ваҡыттары юҡтыр. Килерҙәр, килерҙәр.
– Ҡуй инде, кешегә һин файҙалы саҡта ғына кәрәк инде. Мынау Раузаға шул тиклем ярҙам итеүем, етем булмаһын тип инде. Атаһы армияла үлеп ҡалды, аҙаҡ әсәһе икенсегә кейәүгә сыҡты, мәктәпкә төшкәнсе үҙем ҡараным. Итен итләй, аҡсаһын аҡсалай бирә торғайным. Ире лә эт аламаһы булды бит, шул алкашты ҡайҙан тапҡандыр, ғүмере буйы кинәндереп эшләмәне, Раузаның елкәһендә генә ятты.
Әбейемдең Рауза тип кенә йәшәүен беләбеҙ инде. Элек уға йыш посылка ебәрә торғайны, ағас ҡумтаға башалтай, бейәләй, күстәнәстәр тултыра. Һуғым һуйғас, ит, ҡаҙ ебәрә. Беҙ, бәләкәй булғас, аптырайбыҙ.
– Әбей, ҡалала бер нәмә лә юҡмы ни? – тип һорайбыҙ.
– Нисек булһын, уларҙың беҙҙең кеүек һыйырҙары ла, тауыҡтары ла, баҡсаһы ла юҡ. Дүрт мөйөшлө бер кумнытта йәшәйбеҙ, тиҙәр меҫкендәр.
***
Сания әбейҙең хәле көндән-көн мөшкөлләнде. Ахырҙа ул ауылға алып ҡайтыуҙарын үтенде.
– Ҡуй, бында ятмайым әле, өйөмдө ботарлап бөтөрҙәр, әйберҙәремде тәләфләрҙәр, – тине.
Ул телдән яҙғансы “Рауза, Йәүҙәт, кеше балаһы” тигән һүҙҙәрҙе ҡабат ланы, күҙендә йәш бөрсөктәре ялтыраны. Һуңынан да ҡулы менән нимәлер һелтәп аңлатырға, һорарға тырышты, тәҙрәнән ҡарарға ынтылды.
Бер нисә көндән әбей күҙҙәрен йомдо. Хушлашырға бөтә ауыл килде. Тик әле һаман араларында Рауза ла, Йәүҙәт тә юҡ ине.
-–Йәүҙәт күренмәйсе, – тип бышылданы кемдер.
– Хәбәр итмәнегеҙме әллә?
– Әйттек, әйттек.
– Кит, оятһыҙ икән! Бынау торған ерҙән шыуышып булһа ла ҡайтып етәрлек.
– Ошомо икән рәхмәте!
Сания әбейҙе ерләп, халыҡ таралыша башлағанда ғына Йәүҙәттең машинаһы күренде...
Читайте нас в