Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
7 Ғинуар 2020, 19:30

Туҡталыш

Билдәһеҙ, һаҡ ҡына баҫҡан аяҡ эҙҙәре туҡталыштың алғы яғына әйләнә башланы. Әхәткә үҙәгендә нимәлер өҙөлөп киткәндәй булды: бөтә тәненә ауыр тулҡын таралды. Кем унда, тип һорағыһы килде, ләкин тауыш урынына йәшелле-күкле ыңғырашыу ғына сыҡты. Ә аяҡ эҙҙәре һаман да яҡыная. Егеттең быуындары йомшарҙы, хәҙер-хәҙер үҙен тубыҡланып төшөрҙәй тойҙо…Нимә булырға мөмкин? Кеше түгел... Ә нимә? Ни ҡылырға?.. Меңәрләгән һорау бер юлы мейеһен телеп үтте. Ә инде икенсе секундтан яуап ҡаршыһына килеп баҫты. Төнгө яҡтылыҡта зәһәр ҡарашын уға төбәгән, артыҡ йөнтәҫ йыртҡыс һыны баҫып тора ине.Дауамы һылтанма буйынса:

Берҙән-бер улы Әхәт, уҡыуынан ялға ауылға ҡайтып төшкәс, Мәрйәмдең ҡыуанысының сиге булманы. Бисара ҡатын яңғыҙлыҡтан бер нисә аҙна эсендә ялҡып бөтә, бигерәк тә ҡыш миҙгеле булғас, ауырға тура килә шул уға. Әле бына шатлығынан йүгереп йөрөп бәлеш, сәк-сәк бешерҙе, төрлө тәм-том әҙерләне. Байрам көндәрендә генә табын түрен алған самауырын ҡуйып ебәрҙе. Шул ыңғайҙа улының хәлдәрен һорашты, уҡыу барышы тураһында белеште.
Самауыр ҡалҡып сыҡҡансы тип, һыйыр-кәзәләренә бесән һалып инергә тышҡа ынтылды. Әхәтемде борсомайым әле, тип уйланы әсә. Ҡабалан ғына йөрөп һәүкәштәрен, ир ҡулы етешмәгәнлеген күрһәтеп, бер яҡҡа ауа барған ҡураға индереп япҡас, кәбәндән йолҡоп йәшел бесән һалырға бесәнлеккә сыҡты.
Эңер төшә башлаған мәл. Көн һалҡынайта бара. Башына, муйынына ураған мамыҡ шәле боҫланып, дымланып китте Мәрйәмдең, һәм сикәһенә тейгән һайын семетеп-семетеп ала. Етмәһә, буран да сығырға тора, шикелле, тип фекер йөрөттө ҡатын, йолҡоп алған бесәнен, ҡапыл көсәйеп киткән ел туҙҙырып ташлағас…
Хәҙер улы йүгереп килеп сығыр төҫлө тойолдо әсәгә, әммә Әхәт сығып та күренмәне.
– Ярай, арып та киткәндер инде, етмәһә, юлда ҡайтыуы ла еңелдән түгел, – тип үҙен йыуата-йыуата өйөнә табан атлай ине мәрхәмәтле әсә, ә күңеле көслө ир затынан ярҙам өмөт итә һәм көтә ине.
Улын бер үҙе тәрбиәләп үҫтерергә тура килде Мәрйәмгә. Яҙмыш ҡушыуылыр инде, Әхәткә өс йәш тигәндә, тормош юлдашы, ныҡлы терәге, яратып кейәүгә сыҡҡан ире – Әхиәре – урман сығарғанда ағас баҫып, был донъяларҙан китеп тә барҙы. Ҡапылда бөтөнләй ҡурсалауһыҙ, япа-яңғыҙы тороп ҡалғандай тойолдо йәш ҡатынға. Әле генә яҡты, бәхетле булған тормошо бер көн эсендә ҡараңғыланып ҡалды. Киләһе йылдарға төҙөлгән пландар, маҡсаттар, хыялдар, иҙәнгә төшөп ярылған быяла һауыттай, селпәрәмә килде, юҡҡа
сыҡты. Шулай ҙа ваҡыт яраларҙы төҙәтә икән ул, Әхиәрһеҙ ҙә йәшәргә өйрәнде, бар киләсәген бөртөк улына, Әхәткә арнаны. Көндәрен улы менән бергә уйнап, шаярып, өҫтәл артында әллә ниндәй темаларға әңгәмәләр ҡороп үткәрҙе, ә төндәрен көндөҙгө мәшәҡәттәр тамамланып, тынлыҡ урынлашҡанда, бәхетле көндәрен иҫләп, вайымһыҙ, мышнай-мышнай йоҡлап киткән сабыйын ҡосаҡлап, илар булды. Улынан күҙ йәштәрен дә шулай йәшерә ине…
Мәрйәм уйҙарынан бүленде. Үҙенең ишек алдында туҡтап ҡалғанын аңлағас, йылмайып ебәрҙе. Ҡаршыһындағы йортҡа башын ҡалҡытып ҡараны, һоҡланып ҡуйҙы. Эйе, ошо йортто ла бит вафатынан бер йыл алда ғына Әхиәре ҡалҡытып ултыртҡайны. Ҡулдары ла алтынға бәрәбәр ине шул. Был йорт әле улына ла етә, ата нигеҙен ҡоротмаҫ тип ышана Мәрйәм.
Ҡатын күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, йорт ишеген асып эскә үтте…
Бер аҙҙан әсә менән ул сәй эсәләр ине.
– Әсәй! – тип һүҙгә килде Әхәт, көтөлмәгән тауыш менән, күпмелер шым ултырғандан һуң. – Миңә кире ҡалаға китергә кәрәк. Әсә өнһөҙ ҡалды, ни тип әйтергә лә белмәй, аптыранды. Егет һүҙен дауам итте. – Шулай кәрәк!.. Миңә бер аҙ аҡса ла кәрәк…
– Ни-ңә улай ҡабала-ан? – тип саҡ һорай алды баҙап ҡалған әсә.
– Шулай кәрәк тим бит, ниңә һиңә барыһын да белергә! – Әхәт ҡысҡырып әйтте был һүҙҙәрҙе, хатта әсә тертләне.
Ни кисерергә лә белмәне Мәрйәм. Ә ҡыйыу егет үҙенекен һөйләне. Әсәһенең уны көтөп ғазапланғанын да, ул ҡайтып төшкәс шул тиклем ҡыуанғанын да, ҡартайған көнөндә улының ныҡлы таяныс, ярҙам, бәхетле ҡартлыҡ күрһәтеүен өмөт итеп йәшәүен дә аңлай алманы. Әгәр шул ваҡытта Әхәт әсәһенең йөҙөнә иғтибарлап ҡараһа, яҡын кешеһен ниндәй хәлгә төшөрөүен күрер ине. Мәрйәмдең йөҙө ҡағыҙ битендәй булып ағарған, шуғалырмы, маңлайына тормош һалып өлгөргән һырҙар тағы ла тәрәнәйеп киткән кеүек. Күҙҙәре түбәнгә, билдәһеҙлеккә ҡарап ҡатып ҡалғандар. Бахыр ҡатын ҡапыл телгә килде:
– Әхәт, улым, нишләйһең һин…– ошо һүҙҙәрҙе бәғеренән йолҡоп тигәндәй сығарҙы, ләкин дауам итә алманы: алҡымына ниндәйҙер төйөр тығылған да, һөйләшергә генә түгел, тын алырға ла ҡамасаулай ине.
Ишекте шартлата ябып сығып киткән улына ҡулдарын ғына һуҙҙы, өн дә сығара алманы. Бары ишек ябылып, күпмелер ваҡыт үткәс кенә бүлмәлә ишетелер-ишетелмәҫ кенә:
– Хәйерле юл, улым. Имен-аман әйләнеп ҡайта ғына күр, – тигән һүҙҙәр яңғыраны.
* * * * * *
Ауылды сығып саҡрымдай юл үткәс, Әхәт аҙымдарын шәбәйтте. Автобусҡа һуңлап ҡуймағайы, сығыуын сыҡҡас. Етмәһә, буран ҡотора. Шуға күрә лә, күктә тулы ай йөҙөүгә ҡарамаҫтан, уның йөҙөн тоноҡлатып ҡарҙан дауыл хасил булған, нурҙары килеп етмәү сәбәпле, ҡараңғы.
– Эх, ошо беҙҙең яҡты… – асыулы мығырлап ҡуйҙы Әхәт үҙ алдына.
Бының менән әллә буранды, әллә ауылдың оло юлдан ситтә урынлашыуын әрләй ине, әллә яңғыҙлыҡтан ниндәй ҙә булһа тауыш булһын тип һөйләнеүе – үҙе лә аңламаны.
Ҡыш айҙарында автобус ауылға төшә алмай, ике саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ятҡан оло юлдан үтеп китә. Ялан яғында буранһыҙ көндәр бөтөнләй булмай тиерлек. Ҡышҡы кистәрҙә ауыл халҡы, берҙән, ошонан ҡурҡһа, икенсенән, оло юлға етәрәк ятҡан зыярат янынан үтергә шөрләй. Шуға күрә лә кисләтеп юлға сыҡмаҫҡа тырыша. Ә Әхәт үҙһүҙлегенә барып сыҡты ла китте.
Ҡапыл көсәйеңкерәп киткән буран, Әхәтте һиҫкәндереп, артҡа этәрҙе. Гүйә, туҡта, кире борол, ҡайҙа ашығаһың, ти ине.
Әхәт күк йөҙөнә баҡты. Буран өҫкә күтәреп әйләндергән ҡар өйөрмәһе араһынан яңғыҙ ай ғына күренеп ҡала. Эх, бейеккә күтәрелергә ине, тип уйланы егет. Эйе, ошо минутта үҙенең ғәрәсәтле даръяла бер үҙе булыуын, йөрәгенә йылылыҡ етмәүен тойҙо ул. Әле
генә, йылы ата нигеҙендә, берҙән-бер яҡын кешеһе, әсәһе янында ниндәй рәхәт ине. Тик ниңә генә әсәһе аңламай уны, һәр ваҡыт ҡаршы килә икән?!
Зыярат тапҡырына килеп етеү сәбәпле, уйҙарынан бүленде. Бар булмышын, ниндәйҙер сәйер тойғо ялмап алды, күңелен шом баҫты. Хәҙер Әхәт бурандың әсе һыҙғырыуын да ишетмәй кеүек, бары тик аяғы аҫтында шығыр-шығыр килгән ҡарҙың тауышын әллә ҡайҙан алыҫтан, йәһәннәмдән килгәндәй ишетә. Тын алышы ауыр сыға, йөрәге, күкрәк ситлеген тишеп сығырҙай булып, дарҫ-дарҫ тибә. Ни булды һуң әле уға? Ошо тирәнән әллә күпме ҡабат үтте түгелме ни? Атаһының да мәңгелек йорто ошо зыяратта. Киреһенсә, был урынға яҡынайыу менән ниндәйҙер йылылыҡ, ата һөйөүен тойғандай була торғайны. Атаһының йөҙөн яҡшылап иҫләмәһә лә, уны күтәреп өҫкә сөйөүен, эштән ҡайтып инеү менән ҡосаҡлап алыуын һаман да томан эсендәгеләй булһа ла хәтерләй бит ул. Ошо урынға етһә иҫенә төшөрә торғайны. Ә бөгөн был тойғолар ҡайҙалыр юғалып ҡалған.
Алда асфальт юл, уның аръяғында инде емерелеп, таҡталары һурылып бөткән туҡталыш күренде. Йөрәгенә әҙерәк булһа ла тыныслыҡ, йылылыҡ йүгерҙе.
Туҡталыш будкаһына еткәс, йылыныр урын эҙләгәндәй, эсенә инде. Буран да бер аҙ тыныслана төшкән һымаҡ. Тик туҡталыштың түбәһенән, айырылған таҡталары араһынан ел үтеп инә, үҙенең ошо яландың хужаһы булыуын иҫбатларға теләгәндәй, һыҙғырып-һыҙғырып ҡуя. Нисек кенә булмаһын, әҙ булһа ла ышыҡ, тип уйланы егет.
Ошо йәштәр нимә тапмайҙарҙыр инде. Килгән һайын, бер таҡтаны булһа ла йә айырып алып, йә һындыра тибеп китәләр. Әллә көстәрен ҡайҙа итергә белмәйҙәр, әллә донъяға, кешелеккә ҡарата үс, күрәлмаусанлыҡ хистәре йөрөтәләр – билдәһеҙ.
* * * * *
Ҡапыл туҡталыш артында нимәлер хәрәкәткә килгән ыңғайы ҡар өңөлөп төшөүенә егет тертләне. Тын алырға ла ҡурҡып ҡолаҡ һалды,
тауыш ҡабатланырға ашыҡманы. Ел ҡарҙы өңөп төшөргәндер, тип үҙен тынысландырырға тырышып ҡараны, әммә ҡуҙғыған йөрәге ат тулағандай тыпырсынды. Билдәһеҙлек ҡурҡыу тойғоһон бермә-бер арттырҙы.
– Ошо автобустың ҡасан килерен дә белеп булмай, – тине егет шыбырлап ҡына, йөрәкһеп. – Йә иптәшкә берәйһе сыҡмай…
…Тағы ла ҡар өңөлдө. Әхәт артҡараҡ, мөйөшкәрәк аяҡтарын әкренләп кенә күсерҙе.
Билдәһеҙ, һаҡ ҡына баҫҡан аяҡ эҙҙәре туҡталыштың алғы яғына әйләнә башланы. Әхәткә үҙәгендә нимәлер өҙөлөп киткәндәй булды: бөтә тәненә ауыр тулҡын таралды. Кем унда, тип һорағыһы килде, ләкин тауыш урынына йәшелле-күкле ыңғырашыу ғына сыҡты. Ә аяҡ эҙҙәре һаман да яҡыная. Егеттең быуындары йомшарҙы, хәҙер-хәҙер үҙен тубыҡланып төшөрҙәй тойҙо…
Нимә булырға мөмкин? Кеше түгел... Ә нимә? Ни ҡылырға?.. Меңәрләгән һорау бер юлы мейеһен телеп үтте. Ә инде икенсе секундтан яуап ҡаршыһына килеп баҫты. Төнгө яҡтылыҡта зәһәр ҡарашын уға төбәгән, артыҡ йөнтәҫ йыртҡыс һыны баҫып тора ине.
Бүр-е-е-е… Аңына бәреп ингән ысынбарлыҡтан ғүмерҙә лә татымаған хәүеф тойғо кисерҙе егет. Яурынына аҫып алған һәлмәк юл рюкзагы, ысҡынып, ергә тәгәрәне. Рюкзагы артынан әкрен генә үҙен дә ҡолап барғандай хис итте. Ҡоламаҫ өсөн тәнен ҡатырырға тырышты, юҡ, булманы, тубыҡланып төштө. Шул ыңғайҙа тертләгән йыртҡыс, тештәрен ыржайтып, алға ынтылып ҡуйҙы, әммә ниҙер уны туҡтатты. Былар барыһы ла егеткә сәйер көс өҫтәне. Бындай көс кешегә үлемдең үҙенең күҙенә ҡарағанда ғына бирелә торғандыр, моғайын.
– Йә, ҡәһәрле йыртҡыс, нимә кәрәк тағы? Ташлан, кемдән ҡурҡаһың! Ниңә ыҙалатаһың, йә!.. – һуңғы ижектәр яңғырап киткәндәй булды.
Бүре ҡаты итеп ырылданы, ләкин хәрәкәтһеҙ ҡала бирҙе. Бер ваҡытта ла уйына килмәне бит, үҙ ғүмерендә өнөндә түгел, төшөндә күрмәгән йән эйәһен ошонда килеп осратырмын тип. Бүре яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр, әммә йыртҡыс йәмғиәтен кем белеп бөтә ала…
– Әхә-әт!
Ни был, ҡайҙан килә әсәһенең тауышы? Әсә йөрәге Улын ҡыҙғанып йән атамы?
– Әхә-ә-ә-әт, балам… – тауыш ҡайҙандыр ҡабатлана.
– Әсәй! – Әхәт ауырлыҡ менән ошо һүҙҙе шыбырлай алды. Йыртҡыс киҫкен хәрәкәт менән артына әйләнеп баҫты. Әхәт әсәһен абайлап өлгөрҙө, януар өнһөҙ туҡталып ҡалған ҡатынға ҡарай атланы. Егет алға ынтылды, ләкин быуындары ҡатҡан, ебәрмәне: ул ҡолап барып төштө…
…Ҡарҙың һыуығы сикәләрен өтә. Төшөнән уянырға теләгәндәй, Әхәт ыңғыраша, ҡалҡынырға теләй. Күпме ята ул? Секундтар, минут, әллә сәғәт: ваҡыт арауығы билдәһеҙ. Ә әсәһе, бүре…
Юҡ, ҡалдырмай ул әсәһен йыртҡыс менән. Торорға кәрәк. Әхәт ҡалҡынды.
Бүре әкрен генә тиҙлектә әсәһенә яҡынлаша. Бына-бына миҙгелгә ярашһыҙ йоҡа ғына куртка кейгән сибек ҡатынға ташланасаҡ. Әсәһенең шәле шыуып төшөп, көслө ел ыңғайына тәгәрәне, оҙон толом сәстәре туҙып, байраҡ кеүек елберләне.
– Юҡ! – Әхәт үҙәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырҙы. Туҡталыштың айырылып торған бер таҡтаһын йолҡоп тигәндәй һурып алып, алға йомолдо.
Ике арала ҡалған бүре, урынында ике-өс тапҡыр әйләнгәндән һуң, ҡапыл ситкә ташланды һәм тау үренә сабып менеп китте. Ул аҡһай ине.
Әхәт әсәһен ҡосағына алды.
Шәп-шәп атлап, был ҡәһәрле урындан китеп ҡалайыҡ тигәндәй, әсә менән ул ауылға ҡарай өҫтөрәне. Ҡайҙалыр тауҙар араһындағы бүре олоуо бәғерҙәрҙе йырып үтте. Йыртҡыс олоуондағы яңғыҙлыҡ, ташландыҡ, аслыҡ тойғоларын Әхәт йөрәге менән кисерә ине. Эргәһендәге әллә нисек бәләкәсәйеп ҡалған әсәһенә ҡарап, ҡәҙерле кешеһенең яурындарынан тағы ла нығыраҡ ҡыҫты.
* * * * *
Әхәт, ҡала халҡының йәшәйешен күҙәтеп, тәҙрә алдында баҫып тора. Теге ҡәһәрле ваҡиғанан һуң ун йыллап ваҡыт уҙҙы, әммә ошо көнгәсә бер тапҡыр ҙа иҫенән сыҡҡаны юҡ. Шул көндән һуң әсәһе ҡаты ауырып йығылды. Күлдәксән тигәндәй улының артынан сығып йүгереү эҙһеҙ үтмәне: үпкәләренә һыуыҡ тейҙергән булған. Ҡалаға кире китәм тип еңмешләнгән егеткә тағы ла өс аҙнанан ашыуға ауылда ҡалырға тура килде. Төндәрән йоҡламай, әсәһенең иҫән ҡалыуын теләп, Хоҙай Тәғәләнән ярлыҡау һәм ярҙам һораны.
Әсәһе һауығып, өйгә ҡайтып ингәс, егет тәүге тапҡыр үҙенең бәхетле булыуын тойҙо, нисек хаталанғанын таныны. Ошо ваҡиғаның уның еңел аҡыл менән йәшәүенең һуңғы минуттары булыуын хәҙер яҡшы белә. Яҙмыш ҡосағына ташланған, яңғыҙ, аҡһаҡ, ас бүре йәшлегенең муйынын быуғайны бит.
Әхәт киҫкен хәрәкәт менән сәғәткә әйләнеп ҡараны, уныһы теп-теүәл биште күрһәтә. Аһ, иртәгә ял көнө бит. Ниңә ауылға, әсәһе янына ҡайтып килмәҫкә әле!? Етмәһә, әсәһенә һөйөнсөһө лә бар. Инде егерме һигеҙен тултырғас, тормош юлдашы булырҙай кешеһен тапты бит ул. Гөрләтеп туй яһап ебәрерҙәр. Унан әсәһен дә үҙҙәре янына, ҡалаға күсереп алыр, әгәр риза булһа. Әсәһен ҡәйнә, ейән-ейәнсәрҙәр өләсәһе итеп күрергә инде күптән хыяллана Әхәт.
* * * * *
Май айы булғас, автобус ауылға табан боролдо, ләкин Әхәт водителгә әйтеп төшөп ҡалды. Ҡулы менән һуҡҡылап салбар балаҡтарының туҙанын ҡағып алғас, артына әйләнеп бүре менән осрашҡан урынына оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо... Элекке таҡталары айырылып бөткән туҡталышты алып ташлап, матур итеп кирбестән яңыһын төҙөп ҡуйғандар.
Әхәт ауылға ҡарай атланы. Был ваҡытта әсәй кеше, йөрәге менән улының ҡайтып төшөрөн һиҙеп, ҡапҡа төбөнә ҡаршы сығып торғайны инде.
Читайте нас: