Шоңҡар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
1 Февраль 2020, 00:09

Ожмах утрауы

Ҡарлы ауылына олигарх килеп төштө. Бығаса тере миллиардерҙы түгел,миллионерҙы ла күрмәгән халыҡ “аһ” итте. Ҡарлыларҙың фермер Ғиззәттән дәбайыраҡ кеше менән аралашҡаны юҡ ине әлегә. Ә уның, әйтеүе генә анһат – унике һыйыры, дүрт аты, егерме баш умартаһы бар. Ә был олигарх тигәндәре әлләнисәмә завод, пароход, ресторан хужаһылыр. Ундайҙар бит саңғы шыуғыһы килһә– Швейцарияға, һыу ингеһе килһә – Төркиәгә, кейем алырға Париж менән Миланға йөрөй.

Ҡарлы ауылына олигарх килеп төштө. Бығаса тере миллиардерҙы түгел, миллионерҙы ла күрмәгән халыҡ “аһ” итте. Ҡарлыларҙың фермер Ғиззәттән дә байыраҡ кеше менән аралашҡаны юҡ ине әлегә. Ә уның, әйтеүе генә анһат – ун ике һыйыры, дүрт аты, егерме баш умартаһы бар. Ә был олигарх тигәндәре әллә нисәмә завод, пароход, ресторан хужаһылыр. Ундайҙар бит саңғы шыуғыһы килһә – Швейцарияға, һыу ингеһе килһә – Төркиәгә, кейем алырға Париж менән Миланға йөрөй. Район үҙәгенән – илле, яҡындағы ауылдан егерме саҡрымда, урман араһында ятҡан ике йөҙләп кенә йорттан торған ауылдарына нишләп килергә иткән икән һуң миллиардер? Олигарх тураһында күберәк белергә теләп, уны беренсе булып күргән мәңге һалмыш Тәлғәттән ҡат-ҡат һорау алдылар.

– Машинаһы сөм-ҡара джип, үҙе мискәләй йыуан, – тип бишенсеме, унынсымы тапҡыр ҡабатлай ғүмерендә тәүге тапҡыр шул тиклем халыҡты ауыҙына ҡаратҡан Тәлғәт. Юғиһә, бығаса шешәләштәренән башҡа уны тыңлаған әҙәм юҡ ине, унда ла, хәҙер самогон табам, тиһә генә әле.
– Силсәүит Хәйернас һымаҡ һимеҙме?
– Хәйернас уның янында бүстәк ул, – Тәлғәт тирә-яҡҡа ҡаранып нимәлер эҙләй башланы. – Анау фермер Ғиззәттең өйө эргәһендәге мунса һымаҡ.
Кемдер башын сайҡап ҡуйҙы, кемдер телен шартлатты. Ғиззәттең өйө ауылда иң ҙуры бит. Ниндәй ғифрит килгән һуң уларҙың ауылына, уй-ниәттәре нисек?

***

Олигарх был мәлдә ауыл хакимиәте башлығының өйөндә сәй эсеп ултыра ине.
– Әйҙә, йүкә балынан ауыҙ итегеҙ, еләк ҡайнатмаһын ҡапҡылап ултырығыҙ, хәҙер ҡатындың ашы өлгөрөр! Кәләш егәрле ул минең, ҡайһы берҙә үҙемә лә оҡшап китә, ха-ха-ха!
Йөҙөнән йылмайыу китмәгән Хәйернас Батталович көтөлмәгән ҡунағын ихлас һыйланы. Кем икәнен эт белә уның! Фольклор йыйырға килгән журналист Джон Бармин тип таныштыра бит әле. Ә үҙе теге кинолағы Шурикка бер ҙә оҡшамаған. Күргәне бар Хәйернас Батталовичтың журналистарҙы. Бушҡа сәй эсерһәң, күстәнәскә ике-өс кило ит бирһәң, атҡа менгән сабыйҙай ҡыуаналар, гәзиттәрендә күккә күтәреп маҡтайҙар, шунан йөрөйһөң кеше күҙенә күренергә оялып. Яҡты йөҙ күрһәтмәһәң, шул тиклем яманлап яҙалар әйкәйем, тағы йөрөйһөң ғәрләнеп: урамдан үткәндә әбейҙәр бот сабып, малай-шалай бармаҡ төртөп күрһәтеп ҡала. Ә бының ҡулындағы сәғәте ауыл хакимиәтенең биш йыллыҡ бюджеты хәтлем, машинаһын әйтерлек тә түгел, уның янында район хакимиәте башлығының “тимер ат”ы ла “Мерседес” янындағы “Москвич” кеүек. Мәңге һалмыш Тәлғәт әйтмешләй, олигарх түгел, әлбиттә, әммә ябай әҙәм тип тә әйтмәҫһең.
– Ауылда иң ҙур кеше кем, Хәйернас Батталович?
Өндәшмәй генә сәй һемергән ҡунағының һорауы хужаны бер талай телһеҙ ҡалдырҙы. Ҡара һин уны, хакимиәт башлығының йортона килеп, иң ҙур кешене һорап ултыра, оят ҡайҙа ла, әҙәп ҡайҙа?
– Беҙҙә ҙур кешеләр юҡ, бөтәһе лә бәләкәй генә булып тыуа, – тип шаяртырға маташты ул. – Ә иң ҙуры мин, – тип аҙаҡтан өҫтәп ҡуйҙы, ҡунағына үпкәсел ҡараш ташлап.
– Билдәле шәхестәрҙе әйтәм инде, ҙур етәкселәр, ғалимдар, мәҫәлән.
– Ә-ә, йүнле кеше юҡ шул, йырсылар ғына тыуа беҙҙә, Фәһим Ғәлиев тигән филармония һандуғасын беләһегеҙҙер?
– Беләм, – ҡунаҡ хужаға текәлде. – Мине мәҙәк хәлдәр, ҡушаматтарҙың барлыҡҡа килеү тарихы ҡыҙыҡһындыра. Ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләй алған кешеләр, шундай геройҙар менән осрашырға ине.
– Тәк, тәк, – хужа уйға ҡалды. – Кем менән һөйләшергә икән һуң?
– Ниңә оҙаҡ уйлап торорға, ауыл буйлап подряд сығабыҙ ҙа китәбеҙ, бер йүне килеп сығыр әле…
– Подрядтан башлайыҡ әтеү, – башлыҡ ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Унан ҡунағының аптырап ҡалыуын күреп, көлөп ҡуйҙы. – Ҡушаматы шундай Фәнистең. Ул йәш саҡта бер ҡыҙ менән йөрөгән дә, өйләнер булғас, ошо ҡыҙға түгел, ә уның бер туған һеңлеһенә тәҡдим яһаған. Гөрләтеп туй үткәреп бер аҙ йәшәгәс, кейәү кәләше менән ҡайны йортона мунсаға килгән. Рәхәтләнеп мунса инеп, күңел булғансы һыйланып йоҡларға ятҡандар былар. Кейәү төндә тороп тышҡа сыҡҡан. Кире ингәс, яңылышып китепме, яңылышмайынсамы, үҙенең йәш кәләше эргәһенә түгел, ә уның апаһы, элекке мөхәббәте янына барып ятҡан. Йоҡоһонан уянып, был хәлде күҙәтеп ятҡан ҡайны ҡарсығын төрткөләй икән:
– Әбей, тор, кейәү подряд китте!
Ошо хәлдән һуң Фәнис подрядчик ҡушаматлы булып китте. Ха-ха-ха. Ҡыҙыҡ бит, ә?
Күҙ йәштәре сыҡҡансы көлгән Хәйернас Батталович хуплауҙы көтөп ҡунағына ҡараны. Тик тегеһе йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарыу менән генә сикләнде. Ниндәй әҙәм был, бер ҙә кеше ҡиәфәтле түгел, тип бошоноп ҡуйҙы башлыҡ. Ауылды күрһәтергә лә ҡотолорға кәрәк бынан.

***

– Лимузин тоҡомо бармай беҙҙең яҡҡа, беҙҙә бит һалҡын, унан бигерәк аҙыҡ еткереп булмай уға, бестужевҡа етмәй барыбер, ышанмаһаң, ана капитандан һора, ул да зоотехник, – аяғын кирә баҫып юл сатында торған лейтенант эргәһендә торған иптәшенә ҡыҙып-ҡыҙып һаман үҙенекен һөйләне.
– Һуң, бер лимузиндың хаҡы ун бестужев тоҡомлоноҡо һымаҡ бит, файҙаһы булмаһа, һатып алмаҫтар ине, мин дә ветеринар, әҙерәк баш эшләй, – тип ныҡышты уныһы ла.
Бәхәскә ГАИ автомашинаһынан сығып килгән капитан сик ҡуйҙы.
– Аҡылығыҙ бармы һеҙҙең, юҡмы? – тип ороша башланы ул быларға алмаш-тилмәш асыулы ҡарап. – Берәйһе ситтән ҡарап торһа бот сабып көләсәк бит, гаишниктар “ниндәй һыйыр шәберәк” тип бәхәсләшһен әле, әҙәм мәсхәрәһе! Шәп булғас, дуйте ауыл хужалығына, эшләгеҙ зоотехник булып! Май өҫтөндәге бөйөр кеүек йәшәрһегеҙ.
Тынлыҡ урынлашты. Аграр университетта биш йыл буйы мал-тыуарҙы энәһенән ебенә тиклем өйрәнгән элекке студенттар, хәҙер икенсе йыл кешеләр менән эшләгән лейтенанттар, ауыл хужалығы тураһында ишетеү менән телдән ҡалды. Уларҙың бер ҙә зоотехник булып, бөйөрҙәге майҙай йәшәргә теләктәре юҡ ине, буғай.
– Ауыл хужалығында эшләргә кәрәк бит, – тип һонторо ғына уфтанып ҡуйҙы.
– Бирермен мин һеҙгә эшләргә кәрәкте, – тип тамам ҡыҙып китте капитан. – Мине шеф көн һайын саҡыртып һүгә, протоколдарығыҙ әҙ, план тулмай, эт һуғарып тик йөрөйһөгөҙ, ти. Иҫеректәрҙе әҙ тотаһығыҙ, наркомандарҙы ҡасан эләктерәһегеҙ, тип күҙҙе лә астырмай.
– Беҙҙә наркомандар юҡ та инде, халыҡ та бик эсмәй хәҙер асыуҙы килтереп, – тип аҡланып маташты тәпәш кәүҙәле лейтенант.
– Табығыҙ! Уйлағыҙ! – тип ярһыны капитан. – Баш һеҙгә ни өсөн бирелгән? Берәй машинаның багажнигын тикшергәндә табылырға мөмкинме бер илле грамм гашиш һалынған төргәк? Бик тә мөмкин.
– Былай кеҫәлә бер-ике төргәк әҙер генә йөрөй ҙә ул, – тип ҡуйҙы һонтор. – Шунан ниҙер иҫенә төшөп ҡысҡырып ебәрҙе. – Ҡарлы яғына арыу ғына джип китте бит, шуны һелкетһәк инде, ә?!
– Ҡайһы берҙә башың эшләп ҡуя бит һинең, ул тиклем үк өмөтһөҙ түгелһең, – тип ҡуйҙы капитан, ҡәнәғәтлек менән. – Тик башта белешәйек, депутат-фәлән, ҙур бизнесмен йә бандит булып ҡуймаһын, үҙебеҙҙең арт һабаҡты уҡытыр. Унан ҡармаҡҡа эләктерербеҙ, әтеү төш етеп килә, ә беҙ берәй шешә һыра алырлыҡ та аҡса эшләмәнек. Төргәктәреңде аҡсағамы, арыу протоколғамы алыштырырға кәрәк. Давай, ауылға табан ҡуҙғалдыҡ, һәүерек өйөрлө!

***

– Дауахана асабыҙ ошонда, Алла бирһә! – Хәйернас Батталович ауыл уртаһындағы күркәм генә бинаға күрһәтте. – Эске эштәрен тамамлайһы, ҡорамалдар ташыйһы ғына ҡалды. Был бина элек колхоз идараһы ине, хужалыҡ банкрот хәҙер. Элекке миллионер колхоздың муйындан бурыстары ғына ҡалды. Уның ҡарауы, колхоз рәйесе Өфөлә малайы менән ҡыҙына берәр фатир алып ҡалды. Ҡыйбат шул хәҙер фатирҙар.
– Ә председателегеҙ әле ҡайҙа ултыра, нисә йыл бирҙеләр?
– Ҡайҙа ултыра тип ни, бик юғарыла ултыра, район башлығы ул хәҙер! – Сит кеше алдында артығыраҡ хәбәр ысҡындырғанын тойған Хәйернас Батталович һүҙҙе икенсегә борорға ашыҡты. – Мәктәпте, участка инспекторы өсөн бүлмәне, балалар баҡсаһын, ауыл хакимиәтен дә ошонда күсерергә итәбеҙ.
– Бәй, нисек була инде ул, күмәк бала көнө буйы белем алған ерҙә әбей-һәбей коридор тултырып табипҡа сират көтә, бер бүлмәһендә участковый хулиганды аҡылға ултырта, икенсеһендә һин талашҡан ир менән ҡатынды яраштырырға маташаһың, бутҡа була бит! – бығаса бар нәмәгә битараф йөрөгән Джондың аптырауы йөҙөнә сыҡты.
– Бутҡа түгел, оптималләштереү тип атала был, – Хәйернас Батталович һуҡ бармағын өҫкә сөйҙө. – Иң ҙур етәкселәр үҙҙәре ҡуша бит шулай эшләргә, һин уларҙы аҡылһыҙ кешеләр тип уйлайһыңмы әллә?
– Юҡ-юҡ! – Джон хафаланып тирә-яғына ҡарап алды. – Киреһенсә, уларҙың аҡылына һоҡланыуҙан йыш ҡына йоҡлай алмай ятам әле.
– Шулай уҡмы ни? – Хәйернас Батталовичтың эсенә йылы йүгерҙе. Таш һындай был әҙәм дә ҡурҡа белә икән. – Мәктәп директоры менән дә талашабыҙ әле, уҡыусыларға бүлмәләр етмәй тигән була. Мәйтәм, һин беренсе синыф менән икенсене, өсөнсө менән дүртенсене бергә ултырт. Беренселәр хәреф өйрәнә, бер юлы икенселәрҙең программаһын да яртылаш үҙләштерә. Ә икенселәр беренселә үткәндәрен ҡабатлап, нығытып ултыра. Шәп бит! Математика менән физиканы, физкультура менән хеҙмәт дәресен дә бергә уҙғарып була. Уҡытыусыға ла, бүлмәгә лә экономия! Директор шуны ла аңламай, наҙан!
– Да-а, алйотораҡ әҙәм шул! – тип башын сайҡап, әңгәмәсеһенә хайран ҡалып ҡарап ҡуйҙы Джон. – Ә больницала эшләргә табиптар бармы һуң?
– Терапевт менән гинеколог ҡына бар. Ана, икәүләшеп сүп түгеп йөрөйҙәр, – тип көлдө башлыҡ, носилка күтәреп китеп барған ике әҙәмгә ымлап.
– Бәй, былар бер ҙә табипҡа оҡшамаған бит.
Олигарх йонсоу ҡиәфәтле, ҡул көсө менән көн күргәндәре күҙгә ташланып торған ирҙәргә ҡарап аптырап ҡуйҙы.
– Табиптар, – тип һаман ныҡышты башлыҡ. – Анау оҙоно Шәүкәт – терапевт. Баймырҙа ҡарт өйҙәренә барып керһә, ҡатыны бер яҡта, малайы икенсе яҡта илашып ултыралар, ти. “Ни булды?” – тип һорағас, Шәүкәттең иҫе лә китмәй:
– Давлениелары күтәрелеп киткән, төшөрҙөм әле, – ти икән. Ә Фәрит ҡатынын ваҡытында больницаға алып китергә транспорт тапмаған да, бәпесте үҙенә ҡабул итергә тура килгән. Иртәгәһенән уны “Гинеколог” тип йөрөтә башланылар.
– Ә урыҫтар бармы ауылда? – Джон ҡапыл боролоп Хәйернас Батталовичҡа текәлде.
– Быуа быуырлыҡ улар беҙҙә. – Ҡунағының теше һыҙлаған сырай менән йөрөп ятыуына йәне көйгән башлыҡ ҡулын һелтәп ҡуйҙы. Джон тиҙ генә кеҫәһенән телефонға оҡшаған нәмә килтереп сығарып башлыҡтың ауыҙына терәне:
– Исем-фамилиялары кем?
– Савельевтар барыһы ла: Федор, Анфиса, Кирьян, – тип һонолған диктофонға юрамал ҡысҡырҙы Хәйернас Батталович.
– Тәк, тәк, ҡыҙыҡ, улар бында ҡайҙан килеп сыҡҡан?
– Ауылда элек йыш ҡунаҡҡа йөрөшәләр ине. Әллә ни һый ҙа юҡ, ит менән бәрәңге лә, күңелләнеп ултырырға әсетелгән бал. Беҙҙең олатайҙар ҡымыҙ эскән дә ул, тик Совет власы осоронда йылҡы аҫрарға ярамағас, балға күскәндәр…
– Урыҫтарҙың килеп сығыуында балдың ниндәй ҡыҫылышы бар һуң?
– Бар шул. Бал эсеп ҡыҙып алғас, бер йәш ҡоҙаның ҡаршыһында ултырған ҡоҙасаһына мөхәббәте дөрләп китә. Тын алырға, йәғни перекурға сыҡҡан арала шул йәш ҡоҙасаға һөйөүен белдерергә була был. Беҙҙең яҡта соландың бер яғын бүлеп, кәбәркә яһайҙар, аҙыҡ-түлек келәте була инде. Шул кәбәркәгә саҡырып индереп кенә өлгөрә ҡоҙасаны. Кәләшен юғалтҡан ир иһә, күҙ алдында тоҡанып килгән мөхәббәттең кәбәркәгә күсеүен күреп ҡалып, эргәләренә килеп керә лә ҡулындағы бәкене ҡан дошманына әүерелгән ҡоҙаһының осаһына ҡаҙай. Ҡан китә, тауыш сыға. Мөхәббәт ҡорбанын мотоциклға ултыртып, юҡ, баҫтырып, ултыра алмай бит инде, егерме саҡрымдағы участка дауаханаһына оҙаталар. Унан ул Федор Савельев булып ҡайта, сәнскән ир – Кирьянға, ҡатыны Анфисаға әүерелә. “Вечный зов” фильмының бик популяр сағы ине шул.
– Тфү, тапҡанһың урыҫтарҙы! – Джон шарҡылдап көлгән башлыҡҡа асыу менән ҡараны. – Ә ысын урыҫ бармы һуң ауылда?
– Нишләп булмаһын, бар... – Хәйернас Батталовичтың кеҫәһендәге телефон “Әпипә” көйөн уйнай башланы, ул кинәт поста торған һалдат ҡиәфәтендә үрә ҡатып, трубканы ҡолағына терәне. – Хәйерле көн, Ҡазый Яфаевич!

***

– Бөтәһе лә под контролем, шеф, әлегә кешеһе табылманы, но ошо ауылдан икәнлеге билдәле. Егеттәр кәрәк була ҡалһа шылтыратырмын. Аңлашылды, эшләрбеҙ, шеф!
Джон трубкаһын кеҫәһенә һалды ла һаман ҡыҙарына-бүртенә телефондан һөйләшкән Хәйернас Батталовичҡа яҡыныраҡ килде.
– Инвестор тип ни, Ҡазый Яфаевич, эҙләйбеҙ инде, иртән торһаҡ та шул уй, кис ятһаҡ та кәләште ҡосаҡлайбыҙ, инвесторҙы уйлайбыҙ, тигәндәй. Юҡ, көлмәйем, Ҡазый Яфаевич, дөрөҫө шул, Ҡазый Яфаевич. Әле нишләйһең тип ни… – ҡаймаҡ урлап тотолған бесәйҙәй меҫкенләнеп ҡалған Хәйернас Батталович күҙҙәрен сылт-сылт йомоп бер аҙ торҙо ла ҡаршыһындағы Джонға төбәлеп йәнләнеп китте. – Бына как раз бер инвестор килгәйне, уның менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Аңлашылды, Ҡазый Яфаевич! Эшләрбеҙ, Ҡазый Яфаевич!
– Болтун! Алдаҡсы! Ялағай! – тип эстән генә башлыҡты әрләп алды Джон. Әммә теле бөтөнләй икенсене әйтте.
– Ул Ҡазыйың кем булды һуң?
– Район башлығы бит. – Маңлайына бәреп сыҡҡан бөрсөк-бөрсөк тирен һөртөп маташҡан Хәйернас Батталовичҡа әкренләп элекке ҡиәфәте ҡайтты.
– Ну, бешә, әй, күҙҙе лә астырмай. Илдә инновация, модернизация бара, һеҙ генә йоҡлап ятаһығыҙ, тип әрләй. Һуң, улар талап иткәнсә мәктәпте электр менән йылытыуҙан утын яғыуға күсерҙек бит инде. Экономия-фәлән юҡ, әммә ул йәһәттән ҡолаҡ тыныс хәҙер, бәйләнмәйҙәр. Мәктәптең тракторы ла бар, хәҙер шуны һатып ат алырға итәбеҙ. Әйтеп ҡараһындар шунан беҙҙә модернизация бармай тип. Әле инвестор таптыра хужа. Тәбиғәт матур, ожмах утрауында йәшәйһегеҙ, туризмды үҫтерегеҙ, тип йәнде алып бара. Шуға өнөн тығыр өсөн һине инвестор тип әйттем дә ҡуйҙым. Үҙе һуң, ошонда нисәмә йыл йәшәп нимә ҡараған? Ә ауыл хакимиәте бюджеты таҡыр: район үҙәгенә кәңәшмәгә барып ҡайтырға аҡса табып булмай ҡайһы саҡта. Берәй миллион доллар аҡса булһамы…
– Урыҫтар бар тигәйнең ауылда, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Джон башлыҡты үҙен ҡыҙыҡһындырған темаға яҡынайтыу ниәтенән.
– Бар шул, – башлыҡтың кәйефе күтәрелеп китте. – Сабит өс йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас кеше танымай икән.
– О, Сабит ҡайтҡан, – тип күрешергә килгән кешегә: “Что-то я тебя не помню” тип яуаплай. Был үҙенең ағай тейешле кешеһе Әхмәргә осраған.
– О, ҡусты ҡайтҡан, – тип ҡыуанған ағаһы ла “что-то я тебя не помню” тигән яуапты ишеткән. Ҡыҙыу ҡанлы Әхмәр күп уйлап тормаған, туған телен онотҡан һалдатты тәгәрәтә һуҡҡан да ҡуйған.
Тәкмәсләп барып төшкән Сабит “Әхмәр, я тебя помню” ти икән. Аҡылға ултырған шунан.
– Быныһы ла ҡушамат булдымы ни? – әңгәмәсеһенең ауыҙына керерҙәй булып тыңлаған Джондың кәйефе ҡырылды. – Ярты ауылды урап сыҡтыҡ, һаман фәтүә юҡ, йүнле бер мәҙәк ишетеп булмай.
– Бәй, ҡушамат инде. Шул уҡ Сабит армиянан ҡайтҡас…
– Тороп тор әле. – Джондың тамам түҙемлеге юғалды, ул тос йоҙроғон башлыҡтың битенә терәне. – Йә һин хәҙер үк натуральный урыҫты табаһың, йә арт һабағыңды уҡытам!

***

Ҡазый Яфаевич киң, яҡты кабинетынан сығып, ял бүлмәһендәге диванға һуйлайып ултырҙы. Арытҡан, шайтан алғыры. Район хакимиәте башлығы вазифаһында ике йыл ғына эшләй әле. Мәшәҡәт күп, эш етерлек, бөтөн районды тиҙ арала алға сығарам, халҡын бәхетле итәм, тигән хыялын тормошҡа ашырырға йыраҡ әле. Түрә кеше бөтә әҙәм балаһын бәхетле итә алмай барыбер ҙә. Туғандарын, яҡындарын ҡарап өлгөрһә лә ярай. Был йәһәттән күңеле тыныс Ҡазый Яфаевичтың. Балаларына баш ҡалала фатир алып бирҙе, бригадир булып та эшләй алмаған ҡустыһын иң ҙур хужалыҡтың директоры итеп ҡуйҙы, бөтә ағай-энеһен урынлаштырып бөттө. Бер йыл эсендә өс ҡатлы елле коттедж төҙөткәйне, шуны район дауаханаһына арыу хаҡҡа осорҙо. Быйыл дауахана шул йортто бушлай ҡатынына бирҙе. Хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй бит, лайыҡлы түгел, тип кем әйтә ала! Донъялар үҙгәреп, урындан ҡолаҡ ҡағырға тура килһә инде, ул коттеджды икенсегә һатып китергә кәрәк буласаҡ. Документтар күптән тәртиптә. Бер ниндәй эт тә, юрист та энә осондай ҙа хилафлыҡ таба алмаясаҡ.
Халыҡ хеҙмәтсеһенең көсөргәнешле уйҙарын кабинетындағы телефон шылтырауы бүлде.
– Ял итергә лә тынғы бирмәҫтәр, – тип сырайын һытып урынынан ҡуҙғалды ул. Трубканы алмайынса ла ярамай. Үҙе булып ҡуйһа, бөттө баш, ҡалыр муйын һерәйеп. Халыҡ тарафынан һайланған саҡта халыҡҡа ярарға кәрәк ине, хәҙер хәл икенсе, кем тәғәйенләп ҡуйған, шуға ғына хеҙмәт итәһең. Телефондан ишетелгән иҫ киткес яңылыҡ уны берсә ҡыуандырҙы, берсә көйөндөрҙө, берсә ҡалтыратты.
– Ысынлапмы, буш һүҙ түгелме, Хәйернас үҙеме? Үәт, шайтан, бына һиңә мә!
Трубканы шап иттереп алып ҡуйғас, район башлығы бер талай һүҙһеҙ ултырҙы. Диванға терәлеп ятып торҙо, шунан ҡапыл ҡалҡынып кабинеты буйлап әйләнсек быҙауҙай йөрөй башланы. Ниһайәт, ҡәтғи бер ҡарарға килеп, секретарь ҡыҙға шылтыратты:
– Мине йәһәт кенә Хәйернас Батталович менән тоташтыр! Водитель әҙер торһон, юлға сығабыҙ!

***

Һөйләшә-көлөшә хәбәр һатҡан ике әзмәүерҙәй ирҙең бер-береһенең яғаһына йәбешеүен, мышнай-мышнай көрмәкләшә башлауын күреп, төҙөүселәр “аһ” итте.
– Тап урыҫты, юғиһә!.. – тип көсәнеп ҡысҡыра Джон.
– Ебәр, бандит! Журналист, имеш, берәү, вон ауылдан! – тип ярһый башлыҡ.
Хәйернас Баттал улының кеҫәһендәге телефоны йәнә “Әпипә”не башланы. Бик ваҡытлы яңғыраны был көй, сөнки көрәшселәр тамам хәлдән тайғайны.
Башлыҡ телефонды көттөрөп кенә алды, уның “Алло” тип әйтерлек тә хәле ҡалмағайны. Кем шылтыратҡанын күргәс кенә ул ашығып трубканы ҡолағына терәне:
– Эйе, Ҡазый Яфаевич! Ни эш бөтөрәһең тип ни, шул инвестор менән айҡашабыҙ инде. Беҙҙең төбәккә аҡса һалырға өгөтләйбеҙ. – Башлыҡ уҫал итеп Джонға ҡарап ҡуйҙы.
– Хәйернас Батталович, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙы пенсияға оҙатабыҙ бит, быны яҡшы беләһең, – район башлығының тауышы бик яғымлы сыға ине. – Урынына һине тәҡдим итергә уй бар, шуға нисек ҡарайһың?
Хәйернас сайҡалып китеп эргәләге кәртәгә һөйәлде.
– Алло, алло, ниңә өндәшмәйһең, ишетелмәйме әллә?
– Бик көтөлмәгәнсә булды бит әле, Ҡазый Яфаевич, уйларға кәрәк.
– Уйлап та торма – булдыраһың. Мин дә һиңә йыйынам әле, шунда һөйләшербеҙ, бер юлы миллиондарыңды ла йыуырбыҙ.
– Ә, ниндәй миллиондар?
Әммә Ҡазый Яфаевич трубканы һалғайны инде. Хәйернас, ауыр һулап, тирә-яғына ҡаранды ла, ултырыр урын тапмағас, үләнгә сүгәләне.
– Был ҡаза аптырата, – тип үҙ алдына һөйләнде ул. – Ярты сәғәт элек кенә эттән алып эткә һалып һүкте, әле килеп зам итеп саҡыра, миллиондарыңды йыуайыҡ, ти.
– Миллиондар, тинеме? – Ҡолағы ҡарп итеп ҡалған Джон усы менән шап иттереп маңлайына һуҡты. – Һин лотерея билеты алғайныңмы?
– Ҡасан?
– Ҡасан алһаң да ошо аҙнала уйнарға тейеш ине.
– Үткән дүшәмбе районға барғанда өс билет алғайным шул. – Хәйернас шунан ни булған тигәндәй Джонға төбәлде.
– Ай, аңра, нисек башлыҡ булып эшләйһең һин?! – Джон туҙынып китте. – Лотерея билетына ҡайһы саҡта аҡса отоп була, шуны белеп ҡуй. Әле билеттар ҡайҙа?
– Малайҙарға бүләк иттем. – Хәйернас әкренләп иҫенә килде, буғай, Джонға боролдо. – Ә һинең ни эшең бар мин алған билеттарҙа?
– Бар шул. – Джон кеҫәһенән ниндәйҙер документ сығарып Хәйернастың битенә тейҙерә яҙып болғаны ла, ҡабаттан кеҫәһенә тыҡты.
– Ҙур аҡса отҡан кеше менән төрлө хәлдәр була, һәр береһе килеп һорана башлай, бандиттар килеп сығыуы бар, минең бурыс һине шуларҙан, хата аҙымдан ҡурсыу…
– Әлегә тиклем бер генә бандитты күрәм – алдымда тора. – Хәйернас тәнтерәкләп урынынан торҙо. – Нисә мең оттом һуң?
– Бер миллион доллар!
– Ә-ә-ә, нимә тинең, уйнап һөйләһәң дә уйлап һөйлә! – Хәйернас сайҡалып ҡуйҙы.
Джондың шаярырға иҫәбе юҡ ине.
– Әйҙә өйөңә, хәҙер үк билетты табып тикшереп ҡарайыҡ! – тине ул ҡырт киҫеп. Былай ҙа байтаҡ хаталарға юл ҡуйҙы. Лотерея уйынын ойоштороусы компания етәкселеге тарафынан ебәрелгән махсус вәкилдең быға хоҡуғы юҡ. Ошо йәһәннәм төпкөлөндә ятҡан ауыл кешеһенең төп призды отасағын кем уйлаһын. Тап шуға ла шул миллионерҙы табыу, уны тейешенсә “эшкәртеү” бурысы ҡуйылған уға. Лотерея хужаһы табылды, тик бына үҙе кеҫәһендәге әйберен әллә ҡайҙан эҙләгән Хужа Насретдин кеүек хәлгә тарыны. Көнө буйы юҡ-бар әкиәтен һөйләп баш ҡатырған Хәйернастың билет алыусы икәнен нисек элегерәк төшөнмәгәндер. Хәҙер нишләргә? Ярты ауыл уны күргәс, билетты хужаһы менән бергә ҡулға төшөрөү варианты барып сыҡмай. Ярай, бынау Хәйернасы табылғас та насар түгел. Район үҙәгендәге киоск һатыусыһы һуңғы өс һаны ете булған билетты эргәһендәге иптәшенә туҡтауһыҙ көләмәс һөйләгән урта йәштәрҙәге ир кешенең алыуын хәтерендә ҡалдырған. Иптәше “урыҫ”, ”ҙур кеше” тип өндәшкән ирҙең Ҡарлы ауылынан икәнлеген дә ишеткән һатыусы.
– Һинең дә урыҫ тигән ҡушаматың бармы ни? – тип һораны Джон һуңғы шикте таратмаҡ булып .– Хәйернас Батталович, һинән һорайым бит!
– Атайҙан ҡалған мираҫ ул, – күктән төшкән бәхеткә һаман ышанмай иләҫ-миләҫ торған башлыҡ көлөмһөрәп ҡуйҙы. – Атайҙы йәш сағында балта оҫталары күршеләге урыҫ ауылына һөйләшергә алып киткән. Урыҫтар һөйләй, атай ара-тирә: да ну, бер аҙҙан, ну да, тип ҡуя икән. Шулай итеп, урыҫтар быны аңлай тип, алдашмай, һөйләшелгән хаҡты биреп ҡайтарған. Хәҙер ул ҡушамат онотолоп бара, олораҡтар, силсәүит тип, йәштәр исем, атай исеме менән өндәшә. Ҡарале, – Хәйернас Джондың яурынына ҡулын һалып, ялыныслы ҡарашын уға төбәне. – Шаяртаһыңдыр ул һин, ә!
– Бәлки, шаяртамдыр ҙа, – тине Джон дорфа ғына. – Билетты күрмәйенсә гарантия биреп булмай – әйҙә өйөңә!

***

Миллионер булырға кем хыялланмай?! Хәйернас та көнөнә кәм тигәндә дүрт-биш тапҡыр ошо турала уйлана ине. Район үҙәгендәге бөтмәҫ кәңәшмәләр ваҡытында ла, тирләп-бешеп мунсала сабынғанда ла, ҡатыны менән һүҙгә килешкән мәлдәрҙә лә, байыһаң ине, тигән татлы хыял уның булмышын биләп алғылай. Иҫәпләп ултырғаны бар Хәйернастың: уға әллә ни күп тә кәрәкмәй, үҙ донъяһы бына тигән, ике малайына Өфөнән берәр фатир алып бирһә, үҙенә берәй “Тойота” алып ебәрһә, етер ҙә кеүек. Ҡатын мебель-фәләнде яңыртайыҡ, кейергә кейем юҡ, тиер. Ярай, уныһын да өҫтәйек. Быларҙың барыһы бергә биш миллион һум тирәһе була түгелме? Ә был Джон миллион доллар, ти. Беҙҙеңсә утыҙ миллион һум самаһы була түгелме һуң? Ҡалған аҡсаны ҡайҙа ҡуйыр икән? Яңы “Беларусь” алып ебәрһә инде? Бер юлы һабанын, сапҡысын да алһаң, ер һөрөп, бесән сабып, әллә күпме аҡса эшләп була бит. Аҡса тигәндәй, миллиондары булғас, ер һөрөп биш йөҙ һум аҡса өсөн саң йотһонмо ни! Тфү, алйот! Хәйернас асыуынан төкөрөнөп ҡуйҙы. Уның бит хәҙер тотош ауылды ыһ та итмәй һатып алырға көсөнән килә, иң байы тип ҡуҡырайып йөрөгән фермер Ғиззәтте йомошсо малай урынына йүгертә ала бит. Ғиззәт кем! Ул тиклем аҡса менән Ҡазый Яфаевичты шәхси водитель итеп алырға була. Үәт булыр ине тамаша! Ҡазыйҙы рәхәтләнеп йүгертер ине. Ҡазый, ос яртыға, бер аяғың бында, икенсеһе тегендә булһын, Ҡазый, ҡыҙҙар килтер, накрой поляну! Үәт, тормош, үәт, ожмах, исмаһам!
Өйөнә яҡынлашҡан һайын Хәйернастың хыял ҡанаттары үҫә барҙы.
– Билетың ышаныслы урында ятамы, бала-саға алып юғалтып ҡуймаһын, – тине шәп атлауҙан манма тиргә батҡан, әммә Хәйернастан бер тотам ҡалмаған Джон.
– Билеттар бит өсәү, – тине аһылдап төшкән Хәйернас, ҡапыл тәрән уйға ҡалды ла тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. – Өсәү бит улар.
Һәр береһе берәр центнерҙан артығыраҡ тартҡан ике таҙа ир, ҡабалана-ҡарһалана Хәйернастың йортона инеп китте. Уларҙы тиҫтәләгән кешенең иғтибарлы ҡарашы оҙатып ҡалыуын һиҙмәнеләр ҙә.

***

– Бынау селләлә лә һыуыҡ тейер икән, – тип һөйләнә-һөйләнә өйөнә кергән Хәбилә әбей быуылып йүткерә башланы. Ниңәлер бөтә тәне ҡалтырай, өшөй. Кисә мөгәрәпкә төшөп, уны рәткә килтереп, таҙартып маташҡайны шул. Оло кешегә күп кәрәкме ни? Ул юрғанына төрөнөп карауатына ятты.
Хәбилә әбей яңғыҙы ғына йәшәй. Илле йыллап бергә ғүмер иткән Сабирының вафатына ла хәҙер ун йыл үтте. Хоҙай бала-саға бирмәне уларға. Бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем колхозда эшләп, һарай тулы мал аҫырап үтте ғүмеркәйҙәре. Донъя ҡыуҙылар, Сабиры бигерәк өтөк булды, кеше менән ярышып донъя көттө, ҡыш урамында бер көрәк ҡар ятманы, йәй картуф баҡсаһында бер бөртөк сүп күренмәне, алтмышҡа артылғанда ла йүгерә-атлап йөрөр ине. Етеш йәшәнеләр, йыйған әҙме-күпме аҡсаларын кассаға һала барҙылар. Сабирҙың бер туған ҡустыһы Баттал менән сағыштырырлыҡ түгел инде. Ул иһә осон-осҡа саҡ ялғап йәшәне, алты балаһы бар ине, уларҙы ашатырлыҡ ризыҡ табып торһаң да дан. Ағаһы ҡустыһына өҫтәнерәк ҡарап:
– Бер көтөү бала аҫрағансы, тауыҡ аҫраһын ине, хет күкәй ашар ине, – ти торғайны. Батталға ла был хәбәр барып етте. Ныҡ үпкәләне ул ағаһына. Байтаҡ ваҡыт аралашмай ҙа йөрөнөләр. Һәр бала донъяға үҙ ризығы менән тыуа. Батталдың балалары ла үҫте. Оло ҡыҙы кейәүгә сыҡҡанда ағаһын туй мәжлесенә лә саҡырманы. Ағаһы кеше аша был хәлгә ризаһыҙлығын белдергәс, ҡустыһы ла кеше аша былай тип хәбәр еткерә:
– Тауығын кейәүгә бирһен!
Ә бына ҡартайғас, йәнә татыулаштылар. Саҡ ҡына эсеп алһалар, ике шымтай кешенең телдәре асылып китә. Сабит нисек һуғышта йөрөгәнен, Баттал тракторын һөйләй – береһен-бере ишетмәй. Эй, ул ҡыҙыҡтарҙы хәҙер хәтерләп ултыраһы ғына ҡалды. Ярай әле Батталдың кинйәһе Хәйернас ауылда төпләнде, йә үҙе, йә килен менән балалары кергеләп йөрөй, бөтә йомош уларға төшә.
Хәбилә әбейгә һалҡынса булып китте. Ул, урынынан көс-хәл менән тороп, мейескә ут яға башланы. Ай, ҡороғоро, күптән яҡмағас, тоҡандырып ебәрергә сыраһы ла ҡалмаған икән. Ул берәй ҡағыҙ киҫәге эҙләп шкаф тирәһен ҡарай башланы. Күҙҙең рәте ҡалмағас, бер-нисә йыл район гәзите лә алдырмай шул. Хәбилә әбей ҡағыҙҙар һалынған ниндәйҙер төргәкте килтереп сығарҙы ла берәмләп ҡарай башланы. Бына электр, ер өсөн түләргә квитанциялар, уларҙы әрәм итеп булмай ҙа инде. Ҡапыл әбейҙең күҙе ялтырауыҡ ҡағыҙға төштө. Нимә һуң әле ул? Бәй, лотерея билеты бит, тыуған көнөнә Хәйернас биреп киткәйне. Эңер төшкәс, өйҙә яңғыҙы моңһоуланып ултыра ине, Хәйернас килеп керҙе.
– Ниңә күңелһеҙ генә ултыраһың? – тип һораны ла, тыуған көнө икәнен белгәс, кеҫәһенән өс лотерея билетын алып береһен уға тотторҙо. – Мә, Хәбилә инәй, берәй миллион отоп рәхәтен күр, – тине.
Ниндәй миллион, ти ул. Дәүләтте отоп буламы ни? Ана, ҡарты менән ғүмер буйы йыйған утыҙ мең һумлап аҡсалары Ельцин заманында янып көлгә ҡалды, бына ул, исмаһам, байлыҡ ине. Ә был ни бары бер ҡағыҙ киҫәге. Бөгөнгөһө ҡиммәт. Хәбилә ҡарсыҡҡа әлеге мәлдә миллиондан да былайыраҡ өйөнөң йылы тороуы кәрәк.
Ҡарсыҡ лотерея билетын алып оҙаҡ ҡына уйланып торҙо. Унан, тышта ҡупҡан ғауғаға һиҫкәнеп урынынан торҙо ла мейес яғына атланы.

***

– Юлдарының бер генә лә рәте юҡ, – тип һөйләнде Ҡазый Яфаевич машинала бер туҡтауһыҙ һелкенеп килә торғас, унан водителенең ауыҙ йырыуын шәйләп, ошо юлдарҙың торошо өсөн тап ул – район хакимиәте башлығы яуаплы булыуын хәтеренә төшөрҙө.
– Һин, давай, ауыҙ йырма, шәберәк барып етергә кәрәк. – Ҡазый Яфаевичтың тиҙерәк Ҡарлыға барып етеп, Хәйернас менән осрашҡыһы килә ине. Үәт, эт бәхетле кеше, миллион доллар аҡса отҡан бит. Ул байғош үҙенең ысын миллионер икәнен ныҡлап тоймаҫ борон һөйләшеп алырға кәрәк. Ә ниңә Ҡарлы ауылы янындағы Мағаш тауында туристик үҙәк төҙөмәҫкә?! Швейцария тауҙарынан бер ҙә ҡайтыш түгел ул. Эргәлә шундай матур тәбиғәт, саф һыулы Еҙем йылғаһы. Торғаны бер ожмах утрауы. Ожмах утрауы, тигәндәй, туризм үҙәгенә бынамын тигән исеме лә булды. Район башлығы үҙенең табышына ҡыуанып ҡуйҙы. Был Хәйернастың аҡсаларын һис тә ситкә ебәрергә ярамай, бергәләп берәй уртаҡ эш башларҙар ҙа, белер аҙаҡтан Ҡазый нимә эшләргә! Ул күктән төшкән байлыҡҡа Ҡазый әфәнде лайыҡлыраҡ!
Хәйернас Баттал улының йортона яҡынлашҡас, ундағы халыҡтың күплеген күреп, Ҡазый Яфаевичтың иҫе китте. Белгәне бирле айныҡ сағын күрмәгән Тәлғәттән алып гаишниктарға тиклем өй алдында буталана. Уларына нимә ҡалған тағы?
– Наркомандар эҙләйбеҙ, – тип аңлатма бирҙе башлыҡ эргәһенә тиҙ генә килеп еткән капитан. – Бынау “Джип” водителенең наркотиктар йөрөтөүе хаҡында сигнал алынды, шуны ҡарауыллайбыҙ.
Ҡазый Яфаевичтың эсенә йылы йүгерҙе. Наркомандар булһа, йөрөп ятһындар әйҙә, уларҙың бер ҡурҡынысы юҡ, миллион артынан ғына йөрөмәһендәр!
Шул саҡ өй ишегенән йүгерә-атлай Хәйернас Баттал улы менән унан да ҡалыныраҡ кәүҙәле әҙәм килеп сыҡты. Икеһенең дә ҡобараһы осҡан.
– Хәйернас Батталович, ҡайҙа йүгерәһең, тороп тор! – тип күҙенә аҡ-ҡара күренмәй ихатанан сығып барған өй хужаһын туҡтатырға маташты Ҡазый Яфаевич.
– Һинең ҡайғың юҡ әле! – Хәйернас ҡулын ғына һелтәне лә, был шаҡ ҡатҡыс хәлгә “геү” итеп ҡалған халыҡҡа иғтибар ҙа итмәй, күрше Хәбилә ҡарсыҡтың ҡапҡаһына боролдо.
Район башлығы итеп һайланғаны бирле Ҡазый Яфаевичты был тиклем дә мыҫҡыл иткәндәре юҡ ине. Бөтә халыҡ алдында ласҡылдатып төкөрҙөләр. Уның бите берсә ҡыҙарҙы, берсә ағарҙы. Ул биш-алты ҡатлы итеп һүгенергә тип ауыҙын асты ла… кире япты. Миллионер кешегә ни ҡылһа ла килешә инде, үҙе беләлер, ә ул кем, ябай ғына район башлығы. Ҡазый Яфаевич саҡ ҡына уйланып торҙо ла йыуаш ҡына ҡиәфәттә Хәйернас менән теге әҙәм артынан Хәбилә әбейҙең йортона барып инде. Аптырашта ҡалған халыҡ иһә бер аҙҙан йорт эсендә ҡупҡан дауылға, берсә иламһыраған, берсә шашынып ҡысҡырған тауыштарға таң ҡалып, тамаша ҡылып тик торҙо

***

Ҡарлы ауыл халҡын тыныслыҡтан яҙҙырған ошо хәлдәрҙән һуң күп тә үтмәй район гәзитендә бер-бер артлы шундай яңылыҡтар донъя күрҙе:
“Район полицияһы хеҙмәткәрҙәре наркотиктар ташыу, уны һатыу менән шөғөлләнгән енәйәтсел төркөмдөң эҙенә төштө. Төркөмдөң етәксеһенең машинаһында ун грамм гашиш табылды.
– Район башлығының аҡыллы күрһәтмәләрен теүәл үтәү, көндө төнгә ялғап эшләү үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе, – тип эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша полиция капитаны Сәлим Ғәлимов. – Беҙгә хәҙер тағы ла тырышыбыраҡ эшләп, ваххабиттарҙы табаһы ҡалды, етәкселек беҙҙән шуны талап итә”.
“Эшмәкәрлегендә етди етешһеҙлектәргә юл ҡуйғаны, халыҡ ышанысын аҡламағаны өсөн Ҡарлы ауыл хакимиәте башлығы Хәйернас Вәлинуров вазифаһынан бушатылды. Район хакимиәте башлығының ҡарары менән был вазифаға фермер Ғиззәт Рәмиев тәғәйенләнде”.
“Район полицияһы сафтарында убырҙар (оборотни) барлығы асыҡланды. Ике полиция лейтенанты, вазифаларынан файҙаланып, депутат һәм танылған эшҡыуар Джон Барминдың машинаһына наркотиктар ташлай.
– Район башлығының аҡыллы күрһәтмәләрен теүәл үтәү, көндө төнгә ялғап эшләү үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе, – тип эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша полиция капитаны Сәлим Ғәлимов. – Инде ваххабиттарҙы ла тапһаҡ, бүлекте өлгө итеп ҡуйырға мөмкин”.
– Районыбыҙ көнө-төнө алға бара, әй, тыйып тоторлоҡ көс юҡ, – тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтеп ҡуйҙы магазин алдындағы эскәмйәлә гәзит уҡып ултырған Тәлғәт. Шунан эргәһендә йоҡомһорап ултырған әшнәһенә төрттө:
– Бына һинең бөтә ҡайғың – берәй ярты табыу ҙа туңҡайып ятҡансы эсеү. Ә етәкселәребеҙ төндә лә йоҡламай, һин арыу йәшәһен тип тырыша.
– Үҙеңде бел, – тип мығырҙаны әшнәһе. – Ҡырҡ йәшкә етеп берәй ерҙә эшләгәнең булдымы?
– Бәй, эшләмәй, быйыл ауыл көтөүен аҙна буйы көттөм. – Тәлғәт ҡыҙып китте. – Айыу килеп сығып, ашай яҙғайны, шунан ташланым, как будты белмәйһең?
– Һе, айыу һине ашаһа берәй аҙна иҫерек йөрөр ине ул, әй, – әшнәһе ауыҙын ҡыйшайтты. – Шунан похмелгә миңә килер инеме икән, хе-хе-хе.
– Юҡҡа ауыҙ йырма, – тип асыуланып урынынан тороп китте Тәлғәт.
– Кисә Хәйернас биргән йөҙлөктө давай, магазинға кереп бер “бәләкәй”ҙе алам!
– Һай, ҡыҙыҡһың да инде. – Әшнәһе бот сапты. – Кисә биргән аҡса бөгөнгә ҡала тиме ни! Тағы шул иҫәр Хәйернасҡа барып ер ҡаҙабыҙ инде.
…Ҡояш Мағаш тауы артына инеп йәшеренгәс, Ҡарлы ауылы халҡы ла көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынды, бер аҙҙан өйҙәрҙә берәм-һәрәм электр уты ҡабына башланы. Тик Хәбилә әбейҙең ихатаһында көрәк менән ҡоралланған өс ир ҡыҙыу ғына ниҙер соҡоуҙарын дауам итте. Дөрөҫөрәге, йыуан кәүҙәлеһе күрһәтеп тора, ә икәүһе ҡаҙа. Ел иҫкән ыңғайға урыҡ-һурыҡ: “хазина”, “әбей йәшергән”, “минән бер ярты”, “ожмах утрауы” тигән һүҙҙәр генә ишетелеп ҡала. Кем белә, бәлки, табырҙар ҙа, ер ҡуйыны тулы хазина бит ул!
Читайте нас: