Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмәүер
10 Февраль 2020, 22:09

Аҙашҡан ҡан (мажаралы повесть)

– Булһа ни! Беләһеңме, ҡайҙа барып сыҡҡан Кинйә Арыҫланов?– Ҡайҙа? – Тауышым ҡалтырап китте. Айға түгелдер бит инде? Ниндәйҙер ҡот осҡос хәбәр көтөп, йәки, киреһенсә, ғәжәйеп мөғжизә көҫәп кенә кеше шулай йөрәкһеп ҡалалыр.– Ҡайҙа? Наил Вәлиәхмәтович та тынды, унан үҙ һүҙенә үҙе ышанмаған кеүек, әйтә ҡалды:– Америкаға! Ҡәбере лә шунда...– Китсәле...– Миңә Канаданан хат килде... Дауамы:

Иртәнге хәбәр
Эшкә килеп компьютерҙы ҡабыҙып та өлгөрмәнем, телефон һайрай башланы. Наил Вәлиәхмәтович шылтырата, республиканың Берләштерелгән архивтар начальнигы. Минең күптәнге дуҫ, заманында Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында бер төркөмдә уҡығайныҡ.
– Кинйә тураһында нимәләр беләһең? – Хәл-әхүәл дә һорашып торманы, үтә сәйер һорау биреп өлгөрҙө. Баҙап ҡалдым, яңыраҡ ҡына был тема буйынса “Ағиҙел” журналына ҙур ғына мәҡәлә яҙып биргәйнем. Тимәк, нимәһендер оҡшатмаған, моғайын, берәй етди хата киткәндер? Улай тиһәң, мәҡәлә баҫылғанға аҙна-ун көн булып китте, шикелле. Дәғүәһе булһа, күптән шылтыратыр ине. Тикшереүҙә ҡулланған күпселек мөһим документтарҙы ла уның аша алғайным.
– Нимәләр беләйем? Шул, кеше белгәнде беләм инде... Салауат Юлаевтың көрәштәше, Бүгәс батшаның бригада генералы... – Имтиханға самалы әҙерләнгән студент һымаҡ өҙөк-мөҙөк яуапланым. Теге яҡ яңынан ярһып телгә килде. Наил Вәлиәхмәтович тәбиғәте менән бик сабыр кеше, ә бөгөн ни булған һуң үҙенә? Нимә тулҡынландырҙы минең дуҫты? Сәйер, бик сәйер.
– Юҡ, һин әйт: восстаниенан һуң ул ҡайҙа булған? Ҡайҙа юғалған? Һин ҡаҙаҡ араһына киткән тип яҙғанһың!
– Нәҡ шулай!
– Түгел!
– Нисек түгел? Уларҙа, ҡаҙаҡтарҙа, Истәк батыр тураһында легенда бар. Минең фекер...
– Булһа ни! Беләһеңме, ҡайҙа барып сыҡҡан Кинйә Арыҫланов?
– Ҡайҙа? – Тауышым ҡалтырап китте. Айға түгелдер бит инде? Ниндәйҙер ҡот осҡос хәбәр көтөп, йәки, киреһенсә, ғәжәйеп мөғжизә көҫәп кенә кеше шулай йөрәкһеп ҡалалыр.
– Ҡайҙа?
Наил Вәлиәхмәтович та тынды, унан үҙ һүҙенә үҙе ышанмаған кеүек, әйтә ҡалды:
– Америкаға!
– ?!
– Ҡәбере лә шунда...
– Китсәле...
– Миңә Канаданан хат килде...
Йәнә ярты сәғәттән Наил Вәлиәхмәт улының яландай киң эш бүлмәһендә ултыра инем инде.
Канаданан килгән сәйер хат
Наил Вәлиәхмәтович, үҙе әйтмешләй, “иллене ашаҡлап теге яҡҡа аяҡ баҫҡан” ир-уҙаман, ҡулыма хат тотторҙо. Был электрон почтаға килгән яҙманың күсермәһе ине.
– Уҡы, һин инглиз телен беләһең бит. Миңә тәржемә иттеләр инде.
Бына ул хат. Канаданың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Саскачеван провинцияһы архивы хеҙмәткәре, тарихсы Джошуа Кумански тигән әфәнде яҙа. Йәғни Наил Вәлиәхмәт улының коллегаһы. Ҡайһы бер һүҙҙәрен белеп бөтмәнем, әммә йөкмәткеһе ярайһы уҡ яҡшы аңлашылды. Хөрмәтле Нэйл Валлиахметовичҡа (исемен мәҙәк боҙоп яҙғандар) мөрәжәғәт ҡылып шуларҙы бәйән итәләр. Яңыраҡ архивта бер яҙма тапҡандар. Имеш, ошо дала провинцияһында йәшәгән дакота индеецтары араһында ниндәйҙер бер тоҡом бар (уны Кумански әфәнде “band”, йәғни “клан, ырыу-араһы” тип атай), улар “башҡурти” тигән Рәсәй халыҡтарының береһенән сыҡҡан булыуы бик ихтимал... Ана шул кешеләрҙе бында “Кин Йэ Арыслау” тигән ҙур башлыҡтары килтергән. Бынан ике быуат ярым элек, Рәсәйҙәге ҙур яуҙан һуң...
– Оһо! Ну, блин...
Ышанып етмәнем был хәбәргә. Сөнки ышанырлыҡ түгел ине. Кинйә, имеш, ер аяғы-ер башы булған Америкаға сығып китә була!? Әкиәт! Ғөмүмән, ишеткәне булдымы икән уның Америка тигән йәһәннәм төпкөлөндәге ил тураһында?
– Әкиәт! Моғайын, Йыһанур Солтанғолов ағайыбыҙ яҙып биргәндер! Тарихи сенсациялар оҫтаһы!
– Һин үҙең әкиәт! Ә мин ышанам!
Дөрөҫөн әйткәндә, күңелдең ҡайһылыр мөйөшөндә үҙемдең дә ниндәйҙер шикләнеү, юҡ, дөрөҫөрәге, һиҙенеү ғәләмәте йәшәп килә ине. Был тойғо күптән яралған. Сәбәбе бар. 1774 йылдың сентябрендә ғәйеп булған Кинйә Арыҫлановтың эҙҙәрен юллап архив материалдарында соҡонғанда бәғзе бер үтә лә сәйер мәғлүмәттәргә, дөрөҫөрәге, хәбәр остоҡтарына юлыҡҡайным... Тик уларҙы һис ҡасан да етди ҡабул итмәнем, сөнки һүҙ барыбер (был шикһеҙ!) икенсе кеше тураһында бара ине...
Наил Вәлиәхмәт улы, әлбиттә, шаярта. Студент саҡтағылай. Үҙе әтмәләгәндер, моғайын, баяғы хатты, сөнки минең был темаға мөкиббән китеп тотонғанымды белә бит. Хәтерләйем, дыуамал студент саҡта, Алдаҡсы көн ине был, йәғни беренсе апрель, “дәрес булмай, уҡытыусы кәләш алып йөрөй” тип беҙҙең курсты “пара”нан ҡайтарып ебәрә яҙғайны. Ләкин бөгөн Алдаҡсы көн түгел! Таң менән шаяртып ултырырға Республика архивтары хужаһы малай-шалаймы ни? Өҫтәүенә, сәғәт ярымдан Аҡ йортта рәсми сара башлана, минең дуҫҡа сығыш яһарға әҙерләнеү кәрәк... Аптыраҡ, бер һүҙ менән әйткәндә.
– Туған, бына шулай эштәр. Мистер Куманскиға Кинйә Арыҫланов тураһында ул һораған архив мәғлүмәттәрен бөгөн үк ебәрербеҙ, электрон почта аша. Лариса Фәритовнаға әйткәнмен, уны беләһең, хәҙер минең урынбаҫар, һине ҡабул итеү бүлмәһендә көтә.
– Аңлап етмәнем?
– Аңлатам! Һин иң ҡулайлы кеше был хәлде тикшереү һәм артабан өйрәнеү өсөн. Тарих фәндәре кандидаты, университет доценты, XVIII быуат ихтилалдары буйынса белгес... Лариса тейешле ҡағыҙ-ҡоғоҙҙарыңды рәтләп йыйнаштырыр.
– Туҡта-туҡта, ниндәй ҡағыҙ-ҡоғоҙҙарымды?
– Ну, виза-миза... самолетҡа билеттар, ҡунаҡханаға бронь, тәүлек аҡсаһы... Әйткәндәй, визаны эшләү оҙаҡ ваҡыт алмаясаҡ, хатта яҙған бит теге мистер – министр, сиратһыҙ тиҙ арала эшләтеү әмәлебеҙ бар тип. Уларҙа ла, туған, Аллаға шөкөр, шул уҡ коррупция, һа-һа-һа...
– Туҡтап тор...
– Туҡтамайым! Канадаға осаһың, киләһе аҙнала! Бараһың, күрәһең, тикшерәһең! Етәкселегең менән үҙем һөйләшәм!
– Уй, шәп булыр ине! Рәхмәт, дуҫ! Тик... тик, миңә конференцияла сығыш яһарға кәрәк. Унан Астанаға барам, унан университетта эштәр бар... Әле бер нисек тә булмай, ә бына өс айҙан була! Йәки ике айҙан.
Шулайтып, ҡырҡа баш тарттым. Килеп сыҡмай! Рәхмәт, әммә бер нисек тә килеп сыҡмай. Ваҡыт юҡ, лекциялар яна...Унан ремонт, унан остеохондроз, унан ғаилә, унан студенттар, унан университет етәкселеге ебәрмәй...
Эйе-эйе, бер нисек тә булмай. Булмай! Ә бына ике-өс айҙан була!
Теләк сәбәптән көслөрәк. Йәнә ун көндән Мәскәүгә килдем, шул уҡ төндә “Норт уинд” компанияһы самолетында Канадаға оса инем инде.
Кинйә шәүләһе йөрөй архив шырлыҡтарында
Кинйә шәүләһе йөрөй быуаттар туҙаны баҫҡан архив мәмерйәләрендә. Халыҡ араһында таралған имеш-мимеш-риүәйәттәр бөйөк башҡорт исеменә бәйле буталсыҡты тағы ла көсәйтеп ебәрә.
Бынан алты-ете йыл элек Рәсәй үҙәк тарих архивында эшләгәндә, Павел Потемкин тигән генералдың (ә ул фетнәселәрҙең эше менән шөғөлләнгән Секретный комиссияның етәксеһе була) батша дворына яҙған донесениеһына юлыҡтым. Унда ихтилал башлыҡтарының ҡылған “яуызлыҡтары” бәйән ителә. Башҡорт батыры хаҡында бер-ике ауыҙ һүҙ бар:
– Төп боласыларҙың береһе Кинйә Арыҫланов уландары һәм әшнәләре менән Яйыҡ ҡаласығы янында... (ошо урында сыйылған ниңәлер. – Авт.) сик аша сығып ҡырғыҙ иленә китте. Ошо йылдың (1774 йыл тураһында һүҙ бара. – Авт.) 24 сентябрендә киренән Һеҙҙең, императрица... (юйылған. – Авт.) ...тәренең мәрхәмәтле ҡулы аҫтына күскән казактар отрядын туҙҙырып (пограничный. – Авт.) линияны киҫеп үтте. Баш фетнәсе Емель... (юйылған. – Авт.) Пугачевтың ҡаҙнаһын яуызлыҡ менән тартып алып, үҙе менән алып китте...
Был – документтың күсермәһе, ә төп нөсхәһе юғалған. Күпселек ғалимдар уны бигүк танып бармай, ялған яҙма тип иҫәпләүселәр ҙә бар. Тарихта ундай хәлдәр осраштырғылай. Генерал Потемкиндың һүҙ барған мәлдә Рәсәй илселеге менән Швецияла йөрөүен һәм ихтилал дауам иткән төбәктә бер нисек тә була алмауын төп сәбәп итеп ҡуялар... Шайтан белһен! Ни тиһәң дә, тарих ул һәр саҡ баш ватҡыс. Уй-хыял етмәҫлек серле табышмаҡ.
Бына ҡаҙаҡтың Кесе йөҙөнә (ханлығына) ҡараусы Теләү ырыуы легендаһы. Уны мин Аҡтүбә өлкәһенең Уйыл районы Ҡанды Ағаш ауылында яҙып алғайным. Нисек һөйләнеләр, шулай бәйән ҡыламын:
– Ой-бай, Истәк батыр өте ҡайратлы адам болған ғой, сиз истәктең ардаҡлысы ғой!
– Ҡасандыр борон төньяҡ далаларҙан, башҡорттоң ҡыпсаҡ түбәһенән килгән ул, халҡы менән. Исеме Кенже булған, ул урыҫ батшаһының төп сардары, ханы икән. Яу сығып теге батшаны икенсе урыҫ батшаһы әсир алған. Әсир алған да ат ҡойроғона тағып далаға сығарып ебәргән. Өркәк тай тегенән ҡурҡып, торған һайын шәберәк саба икән. Шулайтып ыҙалатып, көнө буйына һөйрәтеп йөрөп үлтерткән, ти.
Был хәлдән һуң Истәк батыр алты уланын һәм яугирҙәрен эйәртеп дала табындары араһына, ҡоҙалары йәшәгән Ҡобда ярҙарына киткән. Ҡаҙаҡ менән әүәлдән ҡатнашып йәшәгән икән, ҡыҙ алып, ҡыҙ бирешеп. Уны бында яҡшы белгәндәр. Шуға ла яҡшы ҡаршы алғандар. Ҡыуып әпкилгән малы ла күп булғас, истәктәр яңы ерҙә бирешмәгән, тиҙ өйрәнеп киткәндәр. Кенже бик уҡымышлы кеше булған, мулла булған. Шуға ла ҡаҙаҡ араһында уны яҡшы күргәндәр (яратҡандар. – Авт.).
Кенже бик көслө булған, бер ҡулы менән айғырҙың ҡойроғонан эләктерә тартып ергә ултырта алған. Эйе, бик ғәйрәтле булған истәк баһадиры. Әммә был яҡта ла һирәкләп дошмандары осрай тора икән. Орынбар (Ырымбур. – Авт.) сауҙагәре Зәйнәғәпүр (күрәһең, Зәйнәғәфүрҙер. – Авт.) бер мәл әйтә икән табында. Ул үҙе ҡаҙаҡтарға тауар килтереп унлата арттырып һата икән. Былай, ти, икән:
– Эй һин, истәк ҡасҡыны! Эй меҫкен! Кейергә алмаш ыштаның, йылы сапаның да юҡ! Һин ниндәй хан булаһың?
Истәк батыр бик асыуланған, тегене ултырған еренән тартып торғоҙған, унан эләктереп алып ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған. Теле оҙон булһа ла, буйға бик бәләкәй икән Зәйнәғәпүр. Тышҡа сыҡҡан, сыҡҡан да усаҡтан торомбаш алып Зәйнәғәпүрҙең тауар тейәлгән арбаһына ташлаған. Шулай итеп күҙ асып йомған арала сауҙагәр байҙан ярлыға әүерелгән. Истәк батыр тегене ергә төшөргән дә әйткән:
– Әле генә бай инең, хәҙер һин дә фәҡир! Бына шулай, һәммәбеҙ ҙә тигеҙ Хоҙай алдында.
Зәйнәғәпүр Истәк батырҙың ҡайҙа ятыуын батшаға ҡайтып һөйләгән. Күп ғәскәр башында үҙе беҙҙең ауылдарға килгән, байтаҡ халыҡты ҡырған. Ул, баҡһаң, батшаның далалағы шәйләге икән. Истәк батыр дошмандар менән арыҫландай алышҡан, унан сүллеккә, көньяҡҡа киткән. Илдә тыныслыҡ урынлашҡан. Бүтән был яҡҡа килмәгәндәр, ҡаҙаҡ илен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға теләмәгәндәрҙер. Кемдер әйтә, башҡорт батыры диңгеҙ аша сығып Ҡаф тауҙарына киткән, унан йылдар үткәс, үҙ иленә әйләнеп ҡайтҡан тип. Кемдер әйтә, истәктәр һарт[1] ҡалаларында төпләнгән тип. Истәк батыр үлгәс, уны йәшереп кенә алып ҡайтып, тыуған илендә тау һыртлауында ҡуйғандар тип һөйләүселәр ҙә бар.
Бына тағы ла бер имеш-мимеш. Биш-алты йыл элек ҡәйнештең туйында урындарыбыҙ Стәрлетамаҡтан килгән ирле-ҡатынлы берәүҙәр менән тап килде. Ире бик дәртле кеше булып сыҡты: мәжлес дауамында бер туҡтауһыҙ бейене лә йырланы. Был изге ғамәлдәрҙән арып хәл йыйған мәлендә баш етмәҫлек мәғәнәле, семәрле-семәрле тостар әйтте.
Ҡатыны ла хәбәргә әүәҫ икән. Бик ябай, илгәҙәк ханым. “Уф, мынау ямғыр ҡасан туҡтар икән? Дачам ағып китерме инде, яр буйында ғына ултыра”, – тип башлаған һүҙе яйлап ҡына һаулыҡ-сәләмәтлек хәлдәренә төшөп китте. Уң ҡулым ыҙалата, күтәрелмәй ҙә ҡуя, тип дауам итте был ҡатынҡай.
– Ана кесе ҡыҙыбыҙ Америкала уҡыны, аҡса түләп уҡыттыҡ! Үҙе лә эшләне уҡығанында, официантка булып. Хәҙер кейәүгә сығып ҡалды инде шунда. Кейәүебеҙ хохол. Шул ҡыҙ саҡыра, әсәй, кил, ти, шул йүнәлмәҫ ҡулың булды инде, ти. Бында бер ай дауаланаһың да, ти, энә менән дауалайҙар, ти, өр-яңы тыуғандай ҡулыңды һелтәй-һелтәй ҡайтаһың да китәһең, ти. Мәйтәм, мин нисек йөрөйөм Америка һынлы Америкала, тим. Мин бит сит ерҙә түгел, хатта бында, Өфөлә аҙашам, тим. Телде белмәйем. Үҙем ҡайтып алып китәм, ти. Унан, ти, бында, Америкала, башҡорттар ҙа бар, ти. Эйе-эйе, – ҡатын күҙҙәрен ҙурайтты. – Бер ауыл башҡорт бар тейсе унда, индейҙәр менән бергә йәшәп яталар, ти...
– Нисек индейҙәр менән? – Был хәбәр сәйер тойолдо.
– Шулай! Индейҙәр менән, теге индеецтар менән...
– Джимми, джимми,
Ача, ача!
Шулар менәнме?
– Шулар менән! Индейҙар менән! Ат көтәләр, ти...
Был яңылыҡ ҡыҙыҡ тойолдо. Һиндостан халҡының йылҡы тотоуына ышанып етмәнем. Бәлки, беҙҙең һымаҡ уҡ “атлы халыҡ” – индеецтар менән йәшәйҙәр ул серле башҡорттар?
– Улар үҙ телен белмәй, ти. Бик борон килгәндәр, ти. Башлыҡтары бик булдыҡлы, бик уҡымышлы кеше булған, ти, баяғыларҙың. Үҙҙәре шулай тип һөйләй, ти, баяғылар! Ну ҡурай тартҡан бер ҡарттары бар, ти, әлегә. Ҡыҙым уларҙы үҙе күрмәгән, уға бергә уҡыған татар малайы һөйләгән, Яр Саллыныҡы.
– Бәлки, индустар түгел, ә индеецтарҙыр? Резервация һымаҡ ерҙә йәшәйҙәрҙер?
– Уныһы ни тағы?
– Резервация ул Американың төп халҡы үҙ йола-ғәҙәтен тотоп йәшәһен өсөн айырым бүленгән ерҙәр. Заповедник, ҡурсаулыҡ һымаҡ...
– Әлләсе, ул хәтлеһен белмәйем, ну сәстәре оҙон, ти, инде ирҙәренең дә, бисәләренең дә... Улар Американың үҙендә түгел, Америка һымағыраҡ икенсе илдә, Ка-ка-ка....
– Канадаламы?
– Эйе, шунда йәшәйҙәр, ти. Америкаға яҡын урында... Ну ҡышын һыуығыраҡ, ти, ул ерҙә! Ну башҡорттар, ти, үҙҙәре. Ә былай индей һаналалар икән.
Рәсәй үҙәк архивынан табылған бер-ике хәбәр остоғо. Береһе Рогервик төрмәһенән. Айырым һүҙҙәр генә һаҡланған, ҡағыҙ бите йыртылып бөткән:
– Салава... һөжүм ителде... Яуыздарҙың ун икеһе үлтерелде... Һаҡ команд...
Йәнә бер мәғлүмәт остоғо. Уныһы иһә алдараҡ булған ваҡиғаларҙың шаңдауы:
– Ҡырғыҙ-ҡайсаҡ ҡышлауында... Кинйә Ар... Фетнәселәрҙең ҙур өлөшө тар-мар ителде... 1776 йылдың йәйендә... (ҡалғанын уҡып булмай. – Авт.).
Рәсәй, Ҡаҙағстан, Урта Азия архивтарында башҡаса хәбәр юҡ. Ә АҠШ һәм уның күршеһе Канада менән нисек? Бәлки, ысынлап та, Кинйә абыҙҙың серле эҙҙәрен ете диңгеҙ аръяғынан эҙләргәлер? Мистер Кумански етди ғалим, баяғы мәғлүмәттәрҙе һауанан алмағандыр?
Тулҡынланып инглиз телендә “башкурти дакота” һүҙҙәрен яҙып “Google” эҙләү системаһына индерәм. Экранда йомғаҡ хасил була, етеҙ генә әйләнергә тотона.
Ете һылтанма пәйҙә була. Беренсеһе Википедиянан: “Башҡурти дакоталар (бына улар, ниһайәт, рәсми төҫ ала башланылар! – Авт.) Канаданың урта өлөшөндә, Саскачеван провинцияһында йәшәүсе ырыу-араһы. 2009 йылда Канаданың төп халҡы тигән рәсми статусҡа эйә булдылар. Шул осорҙан башлап аҫаба халыҡтарҙы яҡлауға йүнәлтелгән федераль программаға ярашлы түләмдәр һәм пособиелар ала башланылар. Сиу-дакота ҡәбиләһенең хункпапа ырыуына ҡарайҙар. Барлығы йөҙҙән ашыу кеше, метистар (буталған ҡанлы кешеләр. – Авт.) менән өс йөҙ самаһы. Резервация хакимиәте башлығы – мистер Джон Ихазапа Кин Йэ. 2017 йылда резервация биләмәһендә “Алтын Бөркөт” исемле казино төҙөү башланды, ҡомарлы уйын бизнесынан алынасаҡ табыш яҡын киләсәктә ырыу иҡтисадының нигеҙен тәшкил итәсәк тип көтөлә. Бөгөн йылҡысылыҡ – тоҡомло аттар сығарыу һәм һатыу, бер аҙ иген сәсеү менән шөғөлләнәләр. Башланғыс мәктәп, дауахана, ғибәҙәтхана, ҙур булмаған ит продукттары етештереү заводы, сувенирҙар магазины бар”.
Йәнә ике хәбәр ошо уҡ мәғлүмәттәрҙе төрлөсә ҡабатлай. Дүртенсе һылтанмала башҡурти дакоталарҙың рәсми статус яулау өсөн барған көрәше тасуирлана. Улар илдең баш ҡалаһы Оттавала пикеттар, митингылар ойошторған. Аҫаба халыҡ тип танылмаған башҡа индеец ҡәбиләләре лә был сараларҙа ҡатнашҡан. Шуныһын да әйтеп үтеү кәрәк. Канаданың төп халҡы (first nation) рәүешендә танылмаған ырыуҙар ғәмәлдә ун туғыҙынсы быуаттағы һуғыштар осоронда АҠШ биләмәһенән күсенеп ултырғандар.
Фотолар бирелә, уларҙа башҡорт ҡиәфәтле бәғзе бер кешеләр һүрәтләнгән. Барыһы ла түгел, әммә һуйып ҡаплаған Хәйбулла, Баймаҡ, Арғаяш “башҡорттары” ла йөрөй араларында!
Бына был мәҡәләлә 1973 йылдың яҙында АҠШ-тың Көньяҡ Дакота штатында булған хәлдәр тасуирлана. Ике йөҙ илле – өс йөҙләп ҡораллы индеец Вундед Ни тигән ҡасабаны баҫып ала. 71 көн дауам итә ихтилал. Баш күтәреүселәр аҫаба халыҡтың ҡот осҡос бөлгөнлөктә һәм хоҡуҡһыҙлыҡта йәшәүенә ҡаршы сыҡҡан ҡыйыу кешеләр икән. Билдәле, армия һәм полиция ҡасабаны ҡамап ала, быларҙы аслыҡтан интектереп ҡыуып сығарыу була маҡсаттары. Ошо мәлдә Стив Шудегача Кин Йэ тигән егет бер моторлы самолетта Вундед Ни аша осоп үтә. Һәм байтаҡ аҙыҡ-түлек ташлап китә... Был егет Канаданан килгән башҡурти дакота аймағы вәкиле, Вьетнам һуғышы ҡаһарманы икән. Аҙаҡ төрмәлә ултырып сыға. Мәҡәлә уның тотҡонлоҡтан сығыуына бағышлап яҙылған, “Индиан кантри тудэй” тигән аҫаба халыҡтың милли гәзитендә урынлаштырылған. Уң ҡулын йоҙроҡлап сөйгән был кеше беҙҙең данлыҡлы бейеүсе Риф Ғәбитовҡа оҡшап тора.
Бына провинция губернаторының грантына төбәп яҙылған инша. Баҡһаң, Канадала ла беҙҙәге кеүек үк, ижади конкурстар ойошторолоп тора, улар милләтте берләштереү маҡсатында үткәрелә килә икән. Англо-сакстар, шведтар, корейҙар, урыҫтар, поляктар – бында яңы ватан тапҡан милләт вәкилдәре үҙҙәренең шәжәрәһен бәйән итә. Төп халыҡ – индеецтар ҙа нәҫел ептәрен барлай, бигерәк тә уҡыусылар һәм студенттар. Бына Ричард Шунктокеча Кин Йэ тигән малайҙың яҙмаһы. Шунда уҡ фото урынлаштырылған, һүрәттә олпат ҡына бер әфәнде оҙон сәсле үҫмергә сертификат тапшырып тора. Тимәк, грантты тәки эләктергән йәш башҡурти! Инша нисек бар, үҙгәртмәҫтән шул килеш бирәм: “Беҙҙең ата-балалар был ергә бик борон, бик алыҫтан килгән. Ләкин беҙ төп халыҡ, дакота индеецтары. Башҡуртиҙар тәүҙә Оло Тоҙло Һыу буйында (диңгеҙ ярындалыр, күрәһең. – Авт.) көн иткән. Был алыҫ көньяҡта. Унда бик эҫе, ямғыр күп яуа. Улар хужаларынан ҡасҡан ҡара тәнле ҡолдарҙы тотоп испандарға һатыу менән шөғөлләнгән. Семинолдар һәм команчи индеецтары кеүек. Ҡайһы бер ҡарттар әйтә, беҙ Оло Тоҙло Һыу аръяғынан килгәнбеҙ тип. Уныһына мин ышанмайым, сөнки дакоталар аҡ тәнлеләр кеүек ситтән килмәгән. Беҙ был ерҙә гел йәшәгәнбеҙ.
Беҙҙең ата-бабалар – башҡуртиҙар. Уларҙың башлығы Кин Йэ Арыслау исемле булған. Уның музейы бар минең мәктәптә. Фотоһы юҡ, сөнки ул күптән үлгән. Ҡаялы Тауҙар[2] итәгендә (Rocky Mountains slope) Кин Йэ бабабыҙҙың ҡәбере бар. Ул гранит стела рәүешендә, бик матур һәйкәл, мин уны күрҙем! Фотоһо булмағас, һүрәтен бер ағай эшләне, ололар һүҙенә ҡарап.
Бөгөн беҙҙең резервацияла өс фамилия – Шудегача, Шунктокеча һәм Ихазапа, тик уларға ғәҙәттә Кин Йэ тип өҫтәп ҡуялар. Был башҡурти тигәнде аңлата, был Кин Йэ бабабыҙға ихтирам билдәһе. Элек ата-бабаларыбыҙҙың йәшерен исемдәре лә булған. Ул исемдәрҙе сит кешегә әйтмәгәндәр. Минең бер олатай Маһамет, дакота араһында Уакан Шонка булып йөрөгән. Нишләп улай булғандыр инде? Белмәйем...
Кин Йэ төрлө һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Бик-бик көслө кеше булған, ҡыйыу, аҡыллы, ғәйрәтле, шәфҡәтле булған. Шул юлбашсы беҙҙең аймаҡты йәшәү өсөн ҡулайлы Канадаға, буш ятҡан ерҙәргә алып килгән. Уның төшөнә изге ҡарт ингән, ул юл күрһәткән, сөнки ул беҙҙең халыҡтың һаҡлаусыһы. Ата-бабалар йылҡы үрсетергә тотонған, бизондарға һунар иткән. Кин Йэ ҡарттың улы Шэриф дакота ҡәбиләһенең данлыҡлы бер аҡһаҡалының ҡыҙы Монгшоншаға өйләнгән. Уның тағы ла ике саф башҡурти ҡатыны булған. Салауата, Төлкисура, Шунктокеча, Шудегача тигән уландары тыуған. Башҡалар ҙа дакота, кри, кайна, сарси ырыуы ҡыҙҙарын алғандар. Беҙҙекеләр бик татыу, үтә дәррәү, үтә һуғышсан булыуҙары менән дан тота. Ҡыҙғаныс, күпселек резервацияларҙа эскелек ныҡ таралған. Ләкин башҡуртиҙар эсмәй. Сөнки Кин Йэ атабыҙ шулай ҡушҡан!
Башҡуртиҙарҙың ете быуыны бар, ҡалғанын белеп булмай. Беҙ сиу-дакота халҡының бер өлөшө. Ләкин ата-бабалар үҙ телендә лә (original language тип бирелә яҙмала. – Авт.) һөйләшә алған. Ул телде әҙерәк белгән Эдвард Шудегача ҡарт былтыр үлде. Ул йөҙ йәшкә етә яҙҙы. Ул Европалағы оло һуғышта ҡатнашҡан, наградаһы күкрәк тулы ине, ветеран ине. Хәҙер боронғо телде белгән кеше юҡ. Бәлки, берәйһе саҡ ҡына беләлер. Күрше Альберта провинцияһында ете башҡурти ғаиләһе йәшәй. Шулар, бәлки, беләлер, улар яңыраҡ ислам диненә күсте. Беҙҙең ата-бабаларҙың бер өлөшө (ни өсөн бер өлөшө генә? Күрәһең башҡуртиҙар үҙ араһына байтаҡ сит ҡәүемдәрҙе йыйған, ҡан ныҡ буталған. – Авт.) бик борон шул диндә булған. Ләкин беҙ террорсы түгел))). Минең атайым һөйләгән ине. Канадаға күсеп ултырғас, беҙҙең ерҙәрҙә күпләп католик сиркәү миссионерҙары пәйҙә булған. Улар дакоталарҙы көсләп үҙ диненә күсергән. АҠШ-та һәм Канадала аҫаба балаларҙы тыуған йорттарынан айырып интернат-мәктәптәргә биргәндәр. Улары иһә төрмә һымаҡ булған. Уҡыусыларға үҙ телендә һөйләшергә ярамаған. Уларҙы туҡмап тотҡандар, аслыҡтан интектергәндәр. Сәстәрен ҡыҫҡартып ҡырҡҡандар. Ә был иһә беҙҙең өсөн ҙур зыян. Халыҡты христиан диненә күсереп бөткәндәр. Шулай итеп, индеецтар үҙ телен дә, динен дә юғалта яҙған. Беҙҙең ауылда сиркәү һалғандар. Бөгөн дакоталар киренән мәжүсилек диненә, ә ҡайһы бер башҡуртиҙар ислам диненә күсә, бигерәк тә Ираҡта һәм Афғанстанда булған һалдаттар. Бының яҡшымы-насармы икәнен мин әйтә алмайым.
Ана шул Альберта провинцияһында беҙҙән айырым йәшәгән башҡуртиҙарҙың береһе боронғо флейтала уйнай. Тик ул флейтаны һөйәктән дә, кедр ағасынан да түгел, ә тау битләүендә үҫкән үлән көпшәнән эшләйҙәр икән. Мин уны бер мәртәбә генә күрҙем, дөйөм пау-вау байрамында (“роw-wow” беҙҙең һабантуй кеүегерәк байрам. – Авт.) Ҡыҙыҡ, баяғы бабай шул үҫемлектә уйнай, йырлап та ебәрә. Тик уны бер кем дә аңламай))).
Эйе, беҙ дакота булһаҡ та, айырым халыҡ. Мин үҙем, мәҫәлән, башҡалар һымаҡ “дэдди” тимәйем, “атай” тием. “Мамми”ҙы “әсәй” тип әйтәм. Башҡалар минән көлә, ләкин беҙҙе атай-әсәй шулай өйрәтте...”
Бына ошо урында АҠШ ғәскәренең хәрби ялан табибы, лейтенант Смит Аткинсондың иҫтәлегенән өҙөк бирәйек. Ул индеецтар менән һуғыш осоронда Дакота далаларында хеҙмәт үткән. 1902 йылда “Мин йондоҙло байраҡ аҫтында һуғыштым” тигән хәтирәләр китабы сығарған. Урындағы индеецтарҙы резервацияларға ябыу менән шөғөлләнгән яманатлы кавалерия полкының тарихы, яу ваҡиғалары тураһында бик ентекле мәғлүмәттәр килтерә. Берләшкән дакота һәм шайен ҡәбиләләренең аҡ тәнлеләргә ҡарата ҡылған күп һанлы “этлектәрен” тасуир итә. Шул яҙмала мине һиҫкәндергән йәнә бер мәғлүмәт: “Былай ҙа яуыз, мәкерле, шәфҡәт белмәҫ дакоталарҙың башҡурти тигән үтә лә ҡәбәхәт, үтә лә әшәке бер тоҡомо бар. Улар утлы ҡорал менән һуғыша, ләкин уҡ-һаҙаҡ менән дә ғәжәп етеҙ эш итәләр. Бер минут эсендә әллә егермеләп, әллә утыҙлап уҡ осороп өлгөрәләр. Ул ҡәбәхәттәрҙең һөжүмен әсе сәрелдәүҙәренән белеп була. Ҡырағайҙар сәрелдәшергә (һүҙ яу ораны һалыу тураһында баралыр, күрәһең. – Авт.) бисәләренән өйрәнә, ти, оло фронтирсылар (йәғни сик һаҡсылары. – Авт.). Уларҙың ҡатын-ҡыҙҙары сәрелдәгәндә аҡ тәнле кеше һушын юғалтып йығыла, ҡото осоп. Бына нисек яман аҡырыша был ҡырағай бәндәләр! Баяғы башҡуртиҙар хас маврҙар, сарациндар (мосолмандарҙы Европала элек шулай атап йөрөткәндәр. – Авт.) кеүек яуға барғанда “Алла-ла-ла!” – тип ҡысҡыралар. Был бик ғәжәп... Ҡайһы саҡ “тук-суу-ба-а-а-а! “ (“Туҡсаба”, ҡыпсаҡ ырыуы ораны. – Авт.) – тип һөрәнләйҙәр”.
Смит Аткинсондың дакоталарҙы яратырға сәбәбе юҡ, уларҙы фәҡәт яманлап ҡына яҙа. Был тәбиғи, сөнки хәрби табиптың бер туған энекәше Литл Бигхорн тигән ерҙә индеецтар ҡулынан һәләк була. Башта шуныһын әйтергә кәрәк: ҡыҙыл тәнле һуғышсылар дошмандарының скальпын ҡырҡып алыуҙы оло мәртәбә тип һанай. Скальп һыҙырыу – сәсе менән бергә баш тиреһен ҡырҡып алыу тигән һүҙ. Был “улъя”ны (трофейҙы) тал сыбығынан яһалған ҡуласаға бәйләп тарттырып ҡуялар. Кипкәс типи (тирмә һымаҡ күсермәле өй, тик ҡыуыш рәүешендә ҡорола) башына эләләр. Кемдең скальптары күберәк, шул батырыраҡ һанала.
– Бер дакота башҡуртиһы атта йән-фарман сабып барған килеш бысағын сығарҙы ла Джекты сәсенән эләктерҙе. Унан баш тиреһен маңлай өҫтөнәнерәк телеп ебәреп, шундуҡ һыҙыра тартып алды...
Бына шундай ҡот осҡос ваҡиғаларҙы бәйән итә хәрби табип. Тик аҫаба халыҡтың үҙ ере өсөн һуғышыуы, йөҙәр меңләгән ғәйепһеҙ кешенең йәлләүһеҙ юҡ ителеүе хаҡында ғына ләм-мим.
Бына башҡуртиҙарҙы бик ҡыҫҡа ғына һүрәтләгән, XVIII быуат аҙағына ҡараған яҙма. Уны Гудзон тире компанияһы (Hudson Fur Company) трапперы, йәғни һунарсыһы Франсуа де Коль теркәп ҡалдырған. Был компания индеецтарҙан йәнлек тиреләре һатып алыу менән шөғөлләнгән:
– Дакота һаналһалар ҙа, башҡуртиҙар уларҙан айырыла. Биттәрендә һаҡал-мыйыҡ ҡуйыраҡ үҫә, тәндәре ағыраҡ. Һорғолт йәки йәшкелт күҙлеләре лә осрай. Береһе һары сәсле. Минеңсә, был аҡ тәнлеләр менән ҡатышыу һөҙөмтәһелер. Ләкин Жорж әйтә, был мөмкин түгел, ти, сөнки улар, башҡуртиҙар, бер кем менән дә ҡан бутарға теләмәй. Улар, ғәҙәттә, үҙ-ара өйләнешә, ҡатын-ҡыҙҙарын ситкә бирмәй. Жорж уларҙы күптән белә, ул бит компанияның ветераны. Бәғзеһе ваҡыт улар үҙен хас мосолман һымаҡ тота, ти. Был бик сәйер...
Ҡыҙғаныс, әммә башҡуртиҙарҙың үҙен “мосолман һымаҡ тотоуы” нимәгә ҡайтып ҡалды икән? Яуап юҡ. Бик үкенесле, асылмаған сер ине быныһы.
1885 йылда резервацияға килгән антрополог ҡатын Сьюзен Адамс йәнә бер ҡиммәтле мәғлүмәт бирә:
– Башҡуртиҙар саф дакота түгел. Улар, күрәһең, заманында (бәлки, XVII быуат аҙағындалыр, һәр хәлдә XVIII быуат уртаһына тиклем) испандар тарафынан Яңы Донъяға (йәғни Америкаға. – Авт.) сығарылған маврҙар йәки төрөктәр. Телдәрен мотлаҡ төркиәтсе, тәү сиратта лингвист өйрәнергә тейеш. Тиҙ арала! Сөнки башҡуртиҙар үҙ телен онотоп бара. Яңғырашы буйынса ул төрөк теленә тарта, миңә йырҙарын да ишеттерҙеләр. Моңло йыр. Флейтала уйнап күрһәттеләр. Минең фекерем буйынса, башҡуртиҙар – хәрби сословие, улар испандарға ла, индеецтарға ла яҡшы һуғышсылар булараҡ хеҙмәттә торған булырға тейеш.
Бына шундай хәлдәр! Әммә беҙҙең өсөн иң мөһиме – Кинйәнең ғәжәйеп хәтәр мажаралар һәм һынауҙар аша үтеп Америкаға килеп сығыуы. Ҡасҡын башҡорттарҙың ошо бәрәкәтле тупраҡта тамыр ебәреүе. Уларҙың Яңы Донъяла төпләнеүе инде шик тыуҙырмай!
Остоҡ-мостоҡ мәғлүмәттәрҙе йыйып һалғанда былай килеп сыға.
Бүгәс яуы баҫтырылғас, Кинйә Арыҫланов бер төркөм яҡындары менән нисектер (нисек?) Америкаға!, эйе-эйе, Америкаға барып юлыҡҡан. Һәм алып киткән халҡын юғалтмайынса тиерлек, Канадала барып төпләнгән. Бөгөн дакота индеецтары булып иҫәпләнәләр... Мәгәр архив материалдары һәм рәсми белешмәләр аша уларҙың һуңғы осорҙағы тарихы аҙмы-күпме билдәле булһа, 18 быуат аҙағынан башлап 1870 йылдарғаса хәл-тороштары тураһында ҡағыҙға төшкән мәғлүмәттәр үтә лә тоҡос, үтә лә наҡыҫ.
Ләкин ваҡыт туҙаны ҡаплаған әлеге тарихта өмөт усаҡтары быҫҡый башлағайны.
Быуаттарҙа шаңдай яу-оран
Ҡылған ҡаплаған киң далала ер һелкетеп һыбайлылар саба. Уларҙың арҡаларында уҡ-һаҙаҡ, ҡулдарында оҙон һөңгөләр. Улар тыуған ерҙәрен ҡурсалап яу сабыусы ир-азаматтары. Улар бик күп, улар байыуға ыңғайлаған ҡояшҡа эйәреп, офоҡҡа ҡарап саба ла саба. Тора-бара яугирҙәр һаны кәмей төштө, ниһәйәт һуңғы һыбайлы ҡыҙғылт-һары төҫтәргә буялған Мәңгелек томанына инеп юғалды. Быуаттар аша яңғыраған яу ауаздары, данлы ғамәлдәре тураһында урыҡ-һурыҡ иҫтәлектәр генә тороп ҡалды.
Мистер Кумански
Торонто ҡалаһының халыҡ-ара аэропортында мине мистер Кумански, оло ғына пеләш кеше, ҡаршы алды. Ләкин рухы – йәштәрсә. Футболка кейгән, тетккеләнеп, йыртылып бөткән “модалы” джинсыларҙа. Уң ҡолағында алтын алҡа. Беләктәрендә татуировка. Арҡаһында юл тоҡсайы. Күҙлеге түбәһенә менгән. Ҡулына ҡатырға киҫәге тотҡан, унда рус телендә минең исем-шәрифтәр яҙылған. “Добро пожаловать в Канаду!” тиелгән. Унан шикләнә төшөп, “на Канаду!” тип төҙәткән. Һис ғәйепһеҙ “в” хәрефе, морфологик хата ҡорбаны, арҡыс-торҡос һыҙып ырғытылған. Унан “на” тигәне йәнә сыйылған. Иң һуңғы һөҙөмтәлә ил исеме бөтөнләй юғалған, плакат тоҡос ҡына ”Добро пожаловать!” булып ҡалған.
Мистер Кумански бик хәрәкәтсән, ихлас кеше булып сыҡты. Бер үк ваҡытта ғауғасыл да, өтөп кенә алып бара. Сәләм бирештек.
– How do you do, sir? Are you ok?
– Ok! Thank you! And you?
– I am fine!
Байтаҡ ваҡыт түбәһенә менеп атланған күҙлеген эҙләп бер булды.
– Ҡайҙа минең күҙлек? Ҡайҙа иттем?
Һүҙгә үтә әүәҫ. Ул украин милләтенән. Урыҫса, әммә хохол һүҙҙәрен ҡушып һөйләшә:
– Юҡ-юҡ-юҡ-юҡ! Мин бандерасы түгел, Хоҙай һаҡлаһын! Минең ата-бабалар илдән революциянан һуң сығып киткән! Беҙҙекеләр – контрреволюционер, һа-һа-һа! Һәйбәт йәшәбеҙ Канадала, тик телде онотабыҙ! Яҙа белмәйбеҙ! Шуға мин бөгөн аптырап ҡалдым, аэропортта плакатты әтмәләгәндә. Мин телевизор ҡарайым, эйе-эйе-эйе, сэр! Рәсәйҙе ҡарайым! Урыҫтар үҙҙәре лә нисек әйтергә белмәй – “в Украине” буламы, әллә “на Украине” буламы, шайтан белһен...
Тиҙҙән такси тотоп ҡунаҡханаға юлландыҡ, миңә бүлмә алдан алынғайны.
– Кинйэ! Арысланов! Бына ул революционер! Батшаға ҡаршы барған! Мин ул периодты ныҡлап өйрәндем! Пугачев – ҡасҡын казак! Ул контрреволюционер! Сөнки ул ярлы, сөнки ул – хәйерсе! Сөнки ул үҙе батша булырға теләгән! Салауат Юлаев – революционер! Ул үҙ ерен яҡлаған! Ул ярлы түгел! Ул старшина улы!
Номерым хәтәр бейек йорттоң ун етенсе ҡатында урынлашҡайны. Әйберҙәремде шунда ҡалдырҙыҡ та тышҡа ашыҡтыҡ. Эргәләге француз ресторанында тамаҡ ялғап алдыҡ. Мистер Кумански тауыҡ итенә заказ биргәйне, ҡоштоң ҡанаттарына ҡеүәтле тештәрен батырҙы, бер үк мәлдә ағартыу-мәғрифәтселек эшен дауам итте:
– Мин бәжнәктәр, йәғни печенегтар тоҡомо! Уларҙы элек Европала ҡуман тип йөрөткәндәр! Кумански! Джошуа Кумански! Беҙ, хохолдар, төрки халыҡтарҙан торабыҙ! Шулай, беҙҙең ҡанда төркиҙәр ҡаны аға! Тик барыһында ла түгел, әлбиттә! Төньяҡтар – славяндар! Көньяҡ украиндар – ҡумандар! Йәғни төркиҙәр! Тимәк, Һеҙ минең ҡустым килеп сығаһығыҙ! Һа-һа-һа!
Ҡунаҡхана бүлмәһенә әйләнеп ҡайттыҡ. Яңы танышыма бар булмышын тултырған уй-хистәрен сығарып бөтөү кәрәк ине. Шуға ла кис дауамында мин тыңлаусы фиғелендә ҡалдым.
Һөйләгән хәбәре ғәжәйеп теүәл булһа ла, тәбиғәте менән алабарман, тарҡауыраҡ кеше булып сыҡты ул. Бер мәл күҙ менән ҡаш, юҡ, дөрөҫөрәге пеләш баш менән йөнтәҫ ҡаш араһында ғәйеп булған күҙлеген иҫенә төшөрҙө. Иҫенә төшөрҙө лә ҡорт саҡҡандай сәбәләнә башланы:
– Күҙлек-күҙлек-күҙлек! Ҡайҙа минең күҙлек?
Аҡһыл тулы йөҙө яҡлауһыҙ, йәлләнес төҫкә ингәйне.
– Күҙлек-күҙлек-күҙлек?!
Нишләптер телевизор пультына йәбеште. Тәтәй күргән сабый һымаҡ ҡыҙығып, аптырап ҡарап торҙо. Йәл, әлбиттә, әммә пульт булыу сәбәпле, был тәтәй бер нисек тә күҙлек була алмай ине. Йәнә бүлмә буйлап юртып китте.
– Күҙлек-күҙлек!
Ниһайәт, минең өҫтәлгә сисеп һалған күҙлегем уның осло танауына ҡунаҡланы. Көслө быялалар үҙгәртеп ебәргән донъяға ғәжәпләнеп торҙо. Күкһел түңәрәк күҙҙәре өкөнөкө һымаҡ ялп-йолп килде. Унан йәнә ҡарһалана башланы:
– Түгел-түгел-түгел!
Йәнәһе, был уныҡы түгел. Түбәһенә менеп ҡасҡан күҙлекте алып биргәс, пеләшенә шап иттереп берҙе сәпәне лә, әйтерһең дә, пеләш ғәйепле, ҡулымды эләктереп ҡаты итеп ҡыҫты:
– Р-р-рәхмәт!
Сират Саскачеванда тороп ҡалған “башҡурти” ырыуына һәм уларҙың серле ата-бабаһына килеп еткәйне.
“Башҡурти” нәҫеле хаҡында хикәйәт
– Был хәлгә мин осраҡлы рәүештә килеп юлыҡтым! – Кумански тантаналы кисәлә телмәр тотҡандай күтәренке тауыш менән башланы. Сәғәт ун икегә яҡынлаша ине. Беҙ юл тотасаҡ Саскатун ҡалаһына, ул Саскачеван провинцияһының баш ҡалаһы, рейс таң алдынан. Шуға тиклем байтаҡ ваҡыт бар. Йоҡо килмәй, самолетта ун бер сәғәтлек осош дауамында серем итеп алғайным. Минең яңы танышҡа килгәндә иһә, ул бөтөнләй йоҡламай кеүек, һәр саҡ әүҙем, һәр саҡ хәрәкәт итә, хәбәр һөйләй. Бына минең бүлмәләге ҡәнәфигә сүгәләне, тиҙҙән йылан саҡҡандай тороп китте, иҙәнгә ултырҙы, йәнә тороп китте. Сикһеҙ тулҡынланғайны: – Эйе, 1924 йылдың 23 апрелендә сыҡҡан провинция гәзитен ҡарап ултыра инем. Шунда полиция яҙыуы бар. Имеш, шул йылдың нисәнселер апрелендә бер төркөм башҡурти аймағы индеецтары аҡ тәнле фермерҙарҙың йылҡыһын ҡыуып алып киткән. Уларҙы баҫтыра төшкән полицейскийҙар менән атышҡандар. Бер кеше үлтерелгән. Ат ҡараҡтарының башлығын тотоп төрмәгә япҡандар, тик уныһы бығауын нисектер сисеп, ҡасып киткән. Хәҙер төньяҡ урмандарында йәшеренә икән. Шул хәтәр кешене эҙләп пыр туҙалар, иғлан аҫтында фотоһо бирелгән. Артабан мәғлүмәттәр юҡ. Бик боласыл тоҡомдан был әҙәм тип яҙғандар. Ырыу атаһы Кин Йэ тигән юлбашсы булған. Ул аймаҡ ҡайҙандыр көньяҡтан килгән, Канада еренә лә АҠШ-тан күсеп ултырған, индеецтар ойошторған барлыҡ яуҙарҙа ҡатнашҡан. Үҙҙәрен ысын сиу (дакота) халҡынан айырымыраҡ торған ҡәүем тип иҫәпләйҙәр икән. Нәҡ ана шуныһы минең иғтибарҙы йәлеп итте. Бер ҡараһаң, индеец та, икенсе яҡтан, бигүк индеец та түгелдәр. Йә шулай буламы инде, әйтегеҙ миңә?
Ошо урында мистер Кумански тоҡсайынан теге гәзиттең күсермәһен сығарып күрһәтте. Фотола оҙон сәсле, үткер ҡарашлы, бар булмышына мин юлбаҫар тип яҙып ҡуйылған башҡорт егете төшөрөлгәйне. Кумански телгә килде:
– Унан йәнә бер хәбәргә юлыҡтым. Имеш, 1978 йылда теге башҡуртиҙар резервацияла рөхсәтһеҙ баҡыр мәғдәнен сығарып маташҡан ике старателде атып үлтергән, берәүһен яралаған. Меҫкендәрҙең скальпын ҡырҡып алып машиналарына тағып йөрөгәндәр, имеш. Бына ниндәй уҫал, холо ҡһоҙ кешеләр! Бәлки, был фәҡәт уйҙырмалыр, беҙҙең гәзиттәр әкиәт баҫырға ярата!
Шул мәғлүмәтте уҡығас, Канаданың Атлы полицияһына (Mounted Police тип әйтте минең таныш) тынғылыҡ бирмәгән башҡурти уғрылары менән ҡыҙыҡһына башланым. Һәм ысынлап та баш китерлек мәғлүмәттәргә юлыҡтым...
Кем һеҙ, серле башкуртиҙар?
Самолет тигеҙ далалар, ҡуйы урмандар өҫтөнән оса. Ҡып-ҡыҙыл төҫтәргә буялған сағандар ниндәйҙер һағыш өҫтәй. Беҙҙең Уралдағы кеүек үк, бында ла алтын көҙ хөкөмлөк итә. Тәбиғәттең иң матур, иң моңһоу мәле. Аҫта көҙгөләй ялтырап күлдәр күренә, тулы һыулы йылғалар таҫмаһы тартыла. Кумански, ниһайәт, тымды, өнһөҙ генә иллюминатор аша ҡарап бара. Кинйә тоҡомо һаҡланып ҡалған, тамырҙарында башҡорт ҡаны тирткән ҡәрҙәштәрем көн иткән Саскачеван провинцияһына йәнә ике сәғәт самаһы осаһы әле. Бер көн ял, унан машинала башҡурти аймағы резервацияһына юл аласаҡбыҙ.
Минең сикһеҙ ярһыған, тамам йонсоған мейелә һорауҙар ҡойоно уйнай. Кем һеҙ, серле башҡуртиҙар? Мәгәр ысынлап та Кинйә затынан булһағыҙ, бында нисек хасил булдығыҙ, ниндәй яҙмыш елдәре, ниндәй тәҡдир килтерҙе һеҙҙе ер шарының икенсе битләүенә?
“Боинг” тигеҙ геүләп оса ла оса. Аҫта, сикһеҙ далалар киңлегендә, һаман да шул ғәжәйеп матур тәбиғәт күренештәре. Ҡасандыр индеец лагерҙарында, бәлки, башҡорт тирмәләре лә торғандыр. Беҙҙең туғандар аттарҙа елдергәндер, хәс ун һигеҙ мең саҡрымдан ашыу алыҫлыҡта ҡалған элекке ватандарындағы кеүек. Ҡайҙалыр көнбайышта, Ҡаялы тауҙар итәгендә бөйөк батыр Кинйә Арыҫландың ҡәбер ташы ҡалҡыналыр. Был ят ерҙәр ҡыйғыр башҡорт яугирҙары тураһында мәңгелек иҫтәлектәр һаҡлайҙыр.
Тиҙҙән йоҡомһорап китәм. Һәм бихисап һорауҙарыма яуап бирерҙәй сәйер төш күрәм, имеш...
Кинйәнең билдәһеҙ яҙмышы
Ҡараса айы ахырында, тәүге ҡар бөртөктәре алтын дала өҫтөндә өйөрөлә башлаған бер мәлдә, Истәк батыр оҙон юлға ҡуҙғалды.
Истәк батыр тигәнебеҙ башҡорттоң аҫыл заты – Кинйә абыҙ Арыҫланов ине. Бына дүртенсе йыл инде ҡаҙаҡтың Кесе урҙаһында, Жетиру (ете ырыу) йәйләүҙәрендә “тоғро” башҡорттарҙан һәм батша шымсыларынан ҡасып ята. Армия күптән уның менән булышмай, сөнки башҡаса зыян килтерергә һәләтһеҙ тип таптылар, шикелле, ни тиһәң дә бөгөн ул ғәскәрһеҙ сардар. “Ялған батша” Бүгәсте Мәскәүҙә ҡояшта ҡаҡларға “элеп” ҡуйҙылар, Салауат һәм башҡа “бурҙар” Рогервикта, ә бүтән ихтилал етәкселәре күптән гүр эйәһе. Башҡортостан тынысландырылған. Инородецтарҙың йәнә бер яһил ҡәүеме – ҡаҙаҡтар бөгөн борсомай тиерлек, улар сик һыҙығына үтә яҡынаймаҫҡа тырыша. Бөтә ерҙә нығытылған ҡәлғәләр һәм ҡаласыҡтар, заставалар, редуттар. Йәй көнө бер нисә язалау отряды Яйыҡ (хәҙер инде Урал тип атала башлағайны) аша сығып Кесе Урҙа ауылдарын туҙҙырып ҡайтты. Казактарҙан ғына торған ҡырғын частарының ҡанлы ғамәлдәре “воинский поиск” тип йөрөтөлә ине. Ҡаҙаҡ илендә йәшеренеп ятҡан 27 башҡорт боласыһын ҡулға төшөрөп улар сик аша кирегә, Рәсәйгә, үтте. Әммә Кинйәне эләктерә алманылар. Ҡаҙаҡтар араһында йән дуҫтары күп ине, уларҙың ярҙамы менән әжәл тырнаҡтарынан һәр даим ҡотолоп ҡала ине. Был юлы ла шулай килеп сыҡты.
Теләү ырыуы ҡышҡа ҡарай Сырдаръяға, ҡайнар сүллек һулышы бәреп торған йылы туғайҙарға күсенә ине. Кинйә үҙенең уландарын һәм дуҫтарын алып тағы ла алыҫыраҡ китте. Ниәте батша шымсыларынан йырағыраҡ тороу һәм Арал диңгеҙенең көньяғында төпләнгән истәк-ҡарағалпаҡтар менән осрашыу. Төркөмдә ун ике йәш ҡатын да бар ине. Улар яугирҙарҙың хәләл ефеттәре, әлегә бала-сағалары юҡ. Кемдәр алыҫ юлға әҙер түгел йәки илгә ҡайтырға теләй – баштан уҡ айырылып ҡалдылар. Кинйәнең тәүге ҡатынынан булған улы Һеләүһен ҡалыусыларҙы Рәсәй сигенә алып китте. Күптән иғлан ителгән амнистияға ине өмөттәре. Кинйә улы һәм тороп ҡалған туғандары менән мәңгелеккә хушлашыуын һиҙемләй ине. Ауыр айырылыштылар...
Ҡарағалпаҡ истәктәренең тарихы бик ҡыҙыҡ. Борон, Морат батыр яуы мәлендә, 300 тирмәле башҡорт ғаиләһе Рәсәй подданныйлығынан баш тартып, алыҫ сүллектәргә сығып киткән. Улар хәҙер Ҡайыпназар, Манҡанай, Ҡара Теренши, Ҡалмуртайлы истәктәре (башҡорттары) тигән ырыуҙар булып һин дә мин йәшәп яталар икән[3].
Ҡарағалпаҡ иленең йөрәге ине ярҙарын ҡуйы ҡамыш баҫҡан йылы диңгеҙ буйҙары. Алыҫтан килеүсе юлсылар Нөкөс, Муйнаҡ тигән ҡаласыҡтар аша үтте.
Ниһайәт, маҡсат иткән ергә килеп еттеләр. Башҡорт ҡышлағы самандан һалынған ялпаҡ түбәле аҡ йорттарҙан ғибәрәт ине. Урамдарында тирәктәр үҫә, тоноҡ ҡына һыулы йылға ағып ята. Кинйә Арыҫландың егеттәрен Теренши халҡы ҡыуанып ҡаршыланы. Әлеге башҡорттарҙың сүллеккә килеп төпләнеүенә бер быуаттан ашыу ваҡыт үткәйне. Үҙҙәрен үҫәргәндән сыҡҡан ҡәүем тип иҫәпләйҙәр. Бер аҙ түңгәүерҙәр, ҡыпсаҡтар һәм юрматылар бар. Әйткәндәй, үҫәргән ырыуының иң әүәлге ата-бабаһы Мөйтән бей ҡарағалпаҡтарҙың да тоҡом башы һанала ине. Шуға ла улар төньяҡтан күсенеп килгән үҫәргәндәрҙе үҙ туғанындай ҡабул итте.
Телдәре һаман да саф башҡортса ине. Оҙон елән, осло түбәле ҡолаҡсын кейгән урта йәштәрҙәге ир һыбай килеш быларға ҡаршы сыҡты. Нуретдин тигән батыр ине ул:
- Хуш киләһегеҙ, ағай-эне! Әссәләмәғәләйкүм, башҡорт туғандарыбыҙ!
Гөжләтеп ҡурай тартып ебәрҙеләр. Кемдер шул мәл оло ғорурлыҡ менән әйтә ҡалды:
– Ҡурай барҙа – башҡорт бар!
Сит илдә, сит мөхиттә күпме ваҡыт йәшәп тә үҙ фиғелен юғалтмаған кеше ауыҙынан яңғыраған үтә лә ҡиммәтле һүҙ булды был. Ҡымыҙ килтерҙеләр, бишбармаҡ ҡуйҙылар.
Ваҡыт томаны ҡаплаған серле лә, ымһындырғыс та, сәйер ҙә тойолған элекке ватандары тураһында иҫтәлектәр юйылмаған, әммә яңылыҡтарға һыуһап йәшәйҙәр ине. Хәбәр бында һуңлап ҡына килеп етә, шуға ла шималдан, йәғни төньяҡтан пәйҙә булған һәр бауырҙаш оло ҡунаҡ булараҡ ҡабул ителә ине. Үҙҙәре лә элекке мәҡәмдәре тураһында изге хәтирәләр һаҡлай булып сыҡты. Табында шул уҡ башҡорт ҡурайы, башҡорт думбыраһы моңланды. Бер сәсән ғәжәйеп көслө тауыш менән дастан әйтә башланы. Алыҫ Уралда арыҫландай алышҡан ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын данлаусы “Ил барыҫ” тигән дастан ине был.
Теренши ауылында бер аҙна ял иттеләр. Унан ҡунаҡсыл ҡәрҙәштәре менән хушлашып артабан ҡуҙғалдылар. Иҫәптәре изге Рамаҙан айында Төркөстан тигән ҡаҙаҡ ҡалаһындағы әруахтар кәшәнәһенә кесе хаж ҡылыу, намаҙға баҫып теләктәр әйтеү ине. Унан Теләү ырыуына әйләнеп ҡайтыу һәм яҙ (бында көктәм тиҙәр) етеү менән кире Рәсәй сигенә күсенеү. Әммә туған илдәренә сик аша ғына булһа ла күҙ һалыу бәхете һис ҡасан эләкмәҫен баштарына ла килтермәйҙәр ине.
Әүлиә һүҙен тотоп
Изге ҡала Төркөстанда ғәжәйеп төш күрҙе батыр. Тылсымлы төш ине был. Имеш, алмасыбар атында өҫтәлдәй тигеҙ дала буйлап китеп бара. Ҡайҙа барғанын үҙе лә белмәй. Бик йыраҡта ниндәйҙер күлме-диңгеҙме, әммә ғәйәт оло һыу күрә. Алдында кинәт ап-аҡ кейемдәге ҡарт пәйҙә булды, пәйҙә булды ла былай тине:
– Һине Салауат көтә. Һин уны барып ҡотҡарырға тейешһең...
– Олатай, ә ҡайҙан табып, нисек ҡотҡарырға һуң уны? – Кинйә абыҙ өҙлөгөп ҡысҡыра.
– Карап менән! Төркиә аша! Тағы ла шуны хәтереңдә тот! Уның зинданына кергән мәлдә бына ошо доғаны уҡы!
Кинйә бик матур көйлө доға ишетте. “Әл-фатиха” сүрәһе ине. Уҡып бөттө лә бабай юҡҡа сыҡты. Кинйә йөрәкһенеп уянды. Йөрәге дөп-дөп ҡаҡты. Эйе, ҡыуанып уянды ул. Ниһайәт, уның ҡасҡын тормошонда ап-асыҡ изге маҡсат хасил булғайны. Ул хәҙер нимә эшләргә белә. Ул Салауатты ҡотҡарырға тейеш! Был хаҡта ул күптән хыяллана, кәрәк икән, йәнен фиҙа ҡылырға ла әҙер.
Бер мәл, яу баҫтырылған йылы, Салауатты Рогервикка алып барған конвойға ла һөжүм итеп ҡарағайнылар. Өфө төрмәһендәге һаҡсыны һатып алғайнылар, шул кеше хәбәр еткерҙе: имеш, бер аҙнанан тотҡондо Минзәлә аша Ҡаҙанға, унан иһә Мәскәүҙән дә ары, һыуыҡ диңгеҙ ярында ултырған ҡәлғәгә ебәрәсәктәр. Ваҡытын да, ҡайһы юлдан барасаҡтарын да теүәл әйткәйне. Ике йөҙ алтын тәңкәгә һатылған муҡшы ине ул. Кинйә уландары менән Башҡортостанда ине, тиҙ арала тау шырлыҡтарында ҡасып ятҡан егеттәрен дә йыйып алды.
Һәм бына Миңзәлә трактында утыҙ һыбайлы ылаусыларға ташланды. Мылтыҡтар сарт-сорт килде, уҡтар һыҙғырышты, аттар кешнәне. Ике драгун эйәрҙән ауып төштө, бүтәндәре баҙап ҡалды. Салауатты алып китеп барған көймәле арбаның ишеген шар асып ебәрҙе Кинйә. Унда ике тотҡон ултыра ине. Ҡыуаныслы ҡысҡырышып тышҡа, иреккә ташландылар. Ҡул-аяҡтарында бығау сынйырҙары шылтыраны. Тик араларында Салауат юҡ ине... Төп башҡорт боласыһын көсәйтелгән һаҡ аҫтында икенсе этап менән алып киткәндәр икән. Муҡшының мәйетен йәнә бер аҙнанан төрмә ихатаһында таптылар.
Кинйәнең ҡотҡарыу төркөмө, барлығы утыҙ кеше, бынан тыш ун ике ҡатын-ҡыҙ, ҡышҡы әсе ел иҫә башлаған мәлдә йәһүд сауҙагәрҙәренең елкәнле ҙур кәмәһендә Каспий диңгеҙе аша сыҡты. Саҡ-саҡ батманылар, әммә Хоҙай араланы үҙҙәрен. Көньяҡ Ҡаф тауҙарын артылып, әзери төрөктәренә барып еттеләр. Унан Истамбулға килделәр. Һәммәһе лә ыңғай барҙы, сөнки изге ҡарттың фатихаһы барлыҡ кәртә-ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итә ине.
Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр. Бер мәсеттә, уны джами тип йөрөтәләр, Төркиәлә күптән йәшәгән хәлле ноғай менән таныштылар, исеме Досымбәт ине. Ул урындағы телде һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яҡшы белә, бында таныш-тоноштары ла бихисап. Баштараҡ уның өйөндә йәшәнеләр, аҙаҡ таҙа ғына бер ҡаруанһарайға күсенделәр.
“Карап менән”! Хәҙер уларға Рогервикка имен барып әйләнерҙәй һәйбәт карап һәм тәжрибәле диңгеҙселәр тубы кәрәк. Аҡсалары етерлек ине. Пугачевтың “батша ҡаҙнаһы”, йәғни илле өс меңдән ашыу алтын тәңкә, ҡасҡындар ҡулында ине. Яйыҡ казактары Бүгәсте ҡулға алыуын ишеткәс тә Кинйә үҙенең башҡорттары менән казначейҙы барып баҫып, ҡаҙнаның төп өлөшөн тартып алып киткәйне.
Досымбәттең ихлас ярҙамында Истамбул портында торған “Осман бей” шхунаһын ялланылар. Хужаһы билдәле сауҙәгәр Осман Али паша Төркиәнең иң абруйлы инсандарынан ине. Ябай сауҙа карабы һаналһа ла, “Осман бей” һигеҙ мортир менән тәьмин ителгәйне, команда иһә диңгеҙ тоҙо електәренәсә һеңгән тәжрибәле матростарҙан тора ине.
Шулай итеп, 1779 йылдың мартында карап оҙон юлға ҡуҙғалды. Тәүге өс көн башҡорттар каюталарынан сығыша алмай сирләп, иҙәндә лыпын ятты. “Диңгеҙ ауырыуы” тигән зәхмәт ине был. Унан яйлап күнектеләр һәм үҙҙәрен уратып алған ғәжәйеп матурлыҡҡа – зәңгәр диңгеҙгә, сайылдашып осҡан аҡсарлаҡтарға, һыҙыҡ ҡына булып күренгән ер ситләүҙәренә ҡарап һоҡландылар. Йәшерәктәре матростарға ярҙам итә башланы. Кинйә Арыҫландың уландары бик отҡор, һәр эшкә лә өлгөр, тиҙҙән уларҙы башҡа “диңгеҙ бүреләре”нән айырып алып та булмай ине.
“Иртән уңмаҫ кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ”. Испан ярҙарына еттек тигәндә генә офоҡ һыҙығынан хәтәр өйөрөлөп килгән ҡойон бағанаһын шәйләнеләр. Тиҙҙән ҡойон карапты ситләтеп шаулап үтеп китте, әммә ҡот осҡос шторм башланды. Тәүге дауылдарҙа ярайһы уҡ ҡаҡшаған “Осман бей”ҙең грот-мачтаһын йәнә емерә һуҡты. Тау-тау булып килгән, ахыр сиккә етеп ҡоторонған тулҡындар карапты тамам һәләкәт хәленә килтереп терәне. Оҙаҡ та үтмәне, судно бата башланы. Ике ҙур шлюпканы ла төшөрҙөләр, улар һәр береһе иллеләп кешене һыйҙыра ине, тик тәүгеһе шундуҡ һыу аҫтына китте. Кинйәнең егеттәре, ун ике ҡатын һәм биш төрөк матросы ултырғаны иһә төнө буйына тулҡындарҙа бәүелеп йөрөнө. Карап ҡараңғы мәхшәрҙә юғалды, батты, күрәһең.
Таң атыуға шторм тынды, ҡояш күренде. Йәнә аҙна самаһы һыуһыҙ-ризыҡһыҙ диңгеҙ ағымында бәүелеп көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай ағып бара торғас, ниндәйҙер утрауға килеп туҡтанылар.
Кеше заты ла, йыртҡыс хайуандар ҙа күренмәй. Тамам хәлдән тайғайнылар, ҡояшта янған тиреләре һыҙат-һыҙат булып айырылып төшә ине. Тау-таш араһынан ағып сыҡҡан йылғаға ятып һыуһын ҡандырҙылар. Унан ағас күләгәһенә ятып йоҡлап киттеләр.
– Каррамба! Абау!
– Буэнос диас! Хәйерле көн! Тороғоҙ, сеньорҙар!
Шул һөрәнгә уянып китте Кинйә. Янында мылтыҡ тоҫҡап ниндәйҙер эшләпәле кешеләр тора. Күмәк инеләр, быларҙы һә тигәнсе бәйләп ташланылар. Яр буйында шлюпкалар бәүелә, зәңгәрһыу-зөбәржәт тулҡындар ярға ҡаҡлыға, алыҫта елкәнле ҙур карап. Ҡолдар артынан һунар итеүсе испан пираттары ине. Кәсептәре шул – Африканан негрҙар аулап Америка плантаторҙарына килтереп һаталар ине. Ә был утрау, уны Санта Крус, йәғни Изге Тәре утрауы тип йөрөтәләр, “һунарсыларҙың” эсәр һыу һәм аҙыҡ запасын тулыландырыу өсөн тәғәйенләнгән базаһы ине.
Тиҙҙән ҡулдарын ысҡындырҙылар, тамаҡтарын туйҙырҙылар. Кинйә бер аҙ немец телен белә ине, Европала бола ойошторған пруссактарға ҡаршы башҡорт полктары ла ебәрелгәйне заманында. Шунда һупаларға өйрәнгәйне. Был уға хөрмәт өҫтәне, тиҙҙән уның егеттәренән айырым бер команда төҙөнөләр. Сөнки әле яңы ғына негрҙар баш күтәреп маташҡандар икән.
– Ун бишен һыуға ташлап киттек, эй акулалар рәхәтләнде! Йәнә алтауын елләтергә мачтаға элеп ҡуйҙыҡ! Муйындарынан!
Йәнә 21 көндән ҡара тәнле ҡолдар шыплап тейәлгән карапта Флорида ярым утрауына килеп еттеләр. Ап-аҡ ҡомло яр буйында ике һарай тора ине. Шунда тултырҙылар. Тирә-яҡта ҡотороноп таныш булмаған үҫемлектәр үҫә, пальмалар ҡалҡына.
Был ваҡытҡа Кинйәнең төркөмөнән егерме ете ир-ат һәм ун ҡатын-ҡыҙ тороп ҡалды. Негрҙарҙан айырмалы рәүештә, “төрөктәрҙе” (уларҙы шулай тип йөрөттөләр) һаман айырымыраҡ тоттолар. Ҡарауылға ҡуя башланылар. Тәүлек әйләнәһенә байҡау өсөн һаҡсылары етешмәй ине. Ә былар сарацин, мосолман булһалар ҙа, барыбер ҡара тәнле кешеләр түгелдәр... Башлыҡтары ла бик ыңғай әҙәм күренә. Унан, ҡайҙа ҡасһындар, улар бит ят ерҙә. Эргәлә генә кеше ашаусы индеец ҡәбиләләре йәшәй... Бер испанды ҡарауылда торғанында көпә-көндөҙ алып ҡастылар. Һөңгөгә эленгән башын иртәгеһенә килтереп ташлап киттеләр.
Негрҙарҙы ике тәүлек ял иттереп, әҙәм төҫөнә индереп (отошло хаҡҡа һатыр кәрәк бит!) бынан 85 саҡрым алыҫлыҡтағы хәрби фортҡа ҡыуаланылар. Һәм шул әлһерәткес юлға сығыу менән, тәүге төндә үк, Кинйә төркөмө һәм тере ҡалған ике төрөк матросы джунгли шырлығына ҡасты.
Ҡаранайҙы ҡырағай кешеләр урланы
Серле донъя ине был. Ниндәйҙер сәйер тауыштар ишетелә, сәйер үҫемектәр үҫә, сәйер еҫтәр танауға бәрелә... Боламыҡ һыуҙа бүрәнәләй һуҙылып ятҡан, ҡот осҡос имәнес, бихисап тешле крокодилды тәүләп күргән башҡорттар ине улар...
Ниндәйҙер йылға буйлап төньяҡҡа киттеләр. Бер урында муског ҡәбиләһе индеецтарына тап булдылар. Улар ярайһы уҡ тыныс холоҡло, үтә ярлы кешеләр ине, төньяҡтағы ялан ерҙәргә юл өйрәтеп ебәрҙеләр. Әҙәм ите ашаусы ырыуҙар бында ла бар икән, уларға тарымаҫ өсөн бик һаҡ барырға, һәр саҡ аң булырға кәңәш иттеләр. Ым һәм ишара менән аралашалар ине.
Йәнә ике көндән йылғаға һыу алырға төшкән Ҡаранайҙы ҡырағайҙар алып китте. 17 йәшлек егет ҡуйы ҡыуаҡтар янында туҡталып теге яҡ ярҙы күҙәтеп тора ине. Арттан шым баҫып шәүлә килеп сыҡты, муйынынан эләктереп һыға башланы. Егет аңын юғалтҡас, яурынына күтәреп һалды. Әсе сәрелдәшеп бер өйөр әҙәм ашаусылар пәйҙә булды, яҡында торған кәмәләренә ташландылар. Етеҙ-етеҙ ишеп күҙ асып йомған арала юҡҡа сыҡтылар.
Шомло төн.
– Дөмп-дөмп-дөмп!
Ҡырағайҙар дөңгөр ҡаға. Ай, бахыр, ҡурҡышынан ағарынып ерҙәге тамашаға тексәйгән.
– Һеү-һеү-һеү!
Усаҡ тирәләй ен-пәрейҙәр бейей. Улар яланғас, баштарында ҡаурыйҙар, тәндәре төрлө төҫтәргә буялған. Бәғзеләре ҡором һөртөп алған. Йөҙҙәрен сәйер һүрәттәр – шаҡмаҡтар, түңәрәктәр, уҡтар менән биҙәгәндәр.
– Хий-йя-хий-йя-хий-йя!
Ике яугир Ҡаранайҙы елтерәтеп килтереп усаҡ янына баҫтырҙы. Тәүлек буйына ҡайнар ҡояш аҫтында ситлектә ултырҙы ул. Хәҙер, хәҙер уның йәне ҡыйыласаҡ. Күкрәген ярып ебәрәсәктәр. Йөрәген сейләй ашаған бәндә уның көс-ғәйрәтенә, йәшәү ҡотона эйә буласаҡ... Унан тәнен усаҡҡа ташлаясаҡтар. Кисә төн быларҙы яҡшы күрҙе Ҡаранай. Сит ырыуҙан әсир төшкән ике меҫкенде ҡорбан килтерҙеләр. Бөгөн уның сираты. Йәл, үтә лә йәл... Салауат батыр менән Ырымбурҙы ҡамауҙа ҡатнашты, Табын ҡасабаһын алды, күпме ҡан ҡойғос алыштарҙан имен сыҡты. Һәм бына бөгөн килеп, сит илдә, сит тупраҡта мәжүсиҙәр ҡулынан үлемеңде тап инде...
Бағымсы, шаман, ул бында иң ҡәҙерле кеше, туҡтауһыҙ бейеп Ҡаранай алдында туҡтаны. Ҡулында тимер бысаҡ ялтырап китте.
Шул саҡ бик көслө тауыш менән кемдер көйләп ебәрҙе:
– Әғүҙи билләһи минәш шайтан ражи-им! Бисмиллаһи ррахман рахи-и-им!
Ҡайҙандыр һауанан, эре йондоҙҙар балҡыған күк мөнбәренән сыҡҡандай ине был илаһи моң. Сай-сой килгән ауаздар кинәт тымды, усаҡ тирәләй бейегән вәхшиҙәр тораташ булып ҡатты. Ҡараңғылыҡ томанын ярып сығып, уртала аҡ кейемле аҡһаҡал пәйҙә булды. Мөһабәт кәүҙәле, саллана башлаған һаҡаллы алтмыш йәштәрҙәге кеше ине. Доғаһын уҡый-уҡый әсир янына килде, ҡулынан алды. Кинйә ине. Ашыҡмайса ғына был икәү төн эсенә инеп юғалдылар. Сихырланған төҫлө ауыҙҙарын асып, шаҡ ҡатып тороп ҡалды ҡырағайҙар!
Кем булды был? Һауанан төшкән Оло Аҡ Атабыҙмы? Флорида шырлыҡтарында йәшәүсе индеецтар араһында ҡасандыр күктән төшкән ҡанбабалар хаҡында изге риүәйәттәр һаҡлана ине. Имеш, улар осоп килгәндә ғәжәйеп матур, ҡөҙрәтле моң яңғырап торасаҡ.
Ниһайәт, һаҙлыҡлы ҡарурмандарҙы үтеп киң далаға сыҡтылар. Бында ер һелкетеп сапҡан, ҡиәфәте менән эре үгеҙгә оҡшаған ҡырағай мал көтөүҙәренә юлыҡтылар. Америка прерияларында йәшәүсе бизондар ине улар. Хәҙер ҡайҙа барырға, аҡ тәнле кешеләрҙең ауыл-ҡалаларын нисек табырға? Нисек әйләнеп ҡайтырға һуң ватанға? Хәйер, уларҙың ысын ватандарына, ата мәҡәмдәре булған Башҡорт иленә ҡайтыу юлдары киҫелгәйне... Мәгәр әйләнеп ҡайтһалар, илдә йәнә ғәйепһеҙгә ҡан ҡойоласаҡ. Туған-тыумасаларына көн бөтәсәк... Быны теләмәй ине Кинйә. Улар, күрәһең, ситтә йәшәргә, ситтә гүр эйәһе булырға дусар ителгән.
Төшөндә әүлиә ҡарттан кәңәш һорағайны. Ул әйтте:
– Ҡояшҡа эйәреп бар, улым! Бер мәл Урал тауҙарына оҡшаған илгә барып сығырһығыҙ. Шунда тороп ҡалырһығыҙ, тыныслыҡ табырһығыҙ! Шунда тоҡом ишәйтеп, түл йыйырһығыҙ... Ул һеҙҙең яңы ватанығыҙ!
– Ә Салауат? Ул нишләр? Халҡыбыҙ...
– Борсолма! Салауат үлмәйәсәк, халҡың бөтмәйәсәк!
Ҡояшҡа эйәреп
Прерияла һәм көньяҡ-көнбайыш тарафтарға һуҙылған сүллектәрҙә испан, француз, инглиз йоғонтоһо әлегә бик йомшаҡ ине. Бында тәүтормош дәүерендә тороп ҡалған ҡәбиләләр көн итә. Улар бер-береһе менән даими дошманлыҡта инеләр. Испандар Европанан алып килгән аттар, хужаларынан ҡасып, киң далаларға таралды. Был ҡырағайланған йылҡы мустанг тип атала. Индеецтар башта уларҙан бик ҡурҡа инеләр, аҙаҡ файҙаһын төшөнгәс, ҡулға эйәләштереү менән шөғөлләнә башланылар. Бығаса күрмәгән хайуандарҙы улар “мышы-эт” тип атанылар. Әйткәндәй, мустангыларҙы өйрәтеп алғансы, күсмәселәр еңелерәк йөк-ҡаралтыһын эттәргә бәйләп ташый ине.
Башҡорт менән ҡаҙаҡ ҡулланған һөйрәткеләр прерия индеецтарында киң таралғайны. Ике һайғау алына, уларҙың өҫкө осо эйәргә бәйләнә, аҫҡы яғына йөк беркетеп ҡуялар. Бала-сағаны, ололарҙы, яралыларҙы ла шунда ултырталар. Һөйрәткеләр уңайлы ла, еңел дә йөк ташыу әмәле. Тәгәрмәсте лә, арба-сананы ла ҡырағайҙар белмәй ине әле.
Индеецтар бер-береһенең йылҡы өйөрҙәрен ҡыуып алып китеүҙе ғәҙәт итеп алғайны. Шулай уҡ Рио-Гранде тигән һыу аша сығып Мексикалағы испан асиендаларына ла һөжүм итеп торалар. Аттарын ғына түгел,ҡыҙҙарҙы һәм йәш ҡатындарҙы ла алып китәләр ине.
Бер мәл Команч ырыуы яугирҙары испандарҙың өс йөҙ башлап йылҡыһын ҡыуып алып китте. Алды-артты ҡарамай дүрт көн тоҡайып сапҡандан һуң, ҡыуғынсылар тороп ҡалды. Былар йәтеш кенә тарлауыҡта ялға туҡтанылар. Таш башына һаҡсы ҡуйҙылар ҙа арлы-бирле тамаҡ ашап йоҡоға талдылар. Төндә яңынан оҙон юл көтә ине.
...Сурағол көньяҡ ситләүҙән яҡынланы. Был яҡҡа ҡараһа ла һаҡсының күҙҙәре ҡояшҡа сағыла ине. Таштар араһынан шыуыша-шыуыша Сурағол яҡын уҡ араға килеп етте. Һәрмәп алып таш ырғытты, тегеһе бер миҙгелгә генә иғтибарын юйғайны, егет суҡмарын һелтәп ебәрҙе. Даңҡ! Яугир тын ғына шыуып төштө. Команчиҙар ул-былды аңғарғансы, башҡорттар аттарҙы тарлауҙан сығарып ер һелкетеп саба ине. Тиҙҙән өйөрҙөң бер өлөшө таралды. Шулай ҙа йөҙҙән ашыу атты икенсе бер ҡәбиләгә алып барып киптерелгән бизон ите – пемикканға һәм мылтыҡтарға алыштырып алдылар.
Был ырыу юлбашсылары менән башҡорттар нисектер уртаҡ телде тиҙ тапты. Чероки тигән халыҡ ине, улар аҡ тәнлеләр менән ҡатнашып йәшәгән, хатта ер эшкәртеп, иген сәсеп маташҡан, инглиздәр әйтмешләй, “алдынғы ҡарашлы цивилизациялы” ҡәбилә ине. Улар аҡ тәнлеләргә ярарға теләп, ултыраҡ тормош алып баралар, таш һәм балсыҡ йортта торалар. Сауҙаға әүәҫ булғас, ярайһы уҡ бай һаналалар. Хатта бер мәл? XIX быуат башында? “Чероки финикс” тигән гәзит сығарҙылар, Секвойя исемле бер уҡымышлы заттары чероки әлифбаһын уйлап тапты, милләттәштәрен грамотаға өйрәтте. Тик аҙағыраҡ был “алдынғы ҡарашлы” индеецтарҙы ла ерҙәренән ҡыуып ебәрҙеләр.
Башҡорттар ары китте. Хәҙер уларға индеец әсирлегенән азат ителгән бер мексикан һәм ике аҡ тәнле ҡатын да ҡушылды. Уларҙы һанамағанда, барлығы егерме дүрт башҡорт ире һәм ун йәш башҡорт ҡатыны. Яугирҙарҙың кәләштәренә оҙайлы сәфәр үтә лә михнәтле булды, бәғзеләренең ауыры төштө, бәғзеһе ят сирҙәрҙән вафат булды. Юлда ике сабый тыуҙы.
Бөгөн Небраска тип атап йөрөтөлөүсе штат биләмәһендә ҡурҡыныс мажараға тап булдылар. Ҡаялы Тауҙарға яҡынайып баралар ине. Бер яҙғы төндә ҡот осҡос үкереү яңғыраны:
– Уу-уй-йу-у-у! Ях-ях!
Ғүмерҙә лә ишетмәгән, һис ниндәй януарҙың да тауышына тартмағайны был. Башҡорттар ҡарағайҙар үҫкән тау битләүендә, эре-эре тумалаҡ таштар ышығында лагерь ҡорғайнылар. Аттары һиҫкәнде, ҡолаҡтарын ҡайсылап тынғыһыҙлана башланы. Кинйә егеттәрен йыйып алды, усаҡтан йыраҡ китмәҫкә ҡушты. Ниндәй зат булһа ла бергәләшеп ҡаршы торорға тура киләсәк... Төн тынғыһыҙ үтте, теге януар усаҡтың теге яғына ла, был яғына ла килеп үкереп йөрөнө. Тик айыу ҙа, шайтан да түгел, ә, бәлки, бик ҙур әҙәми зат ине! Кинйә уны күрә биреп ҡалды.
Таң атҡас теге китте, шикелле. Һәр хәлдә башҡаса борсоманы. Яҡында тау йылғаһы ағып төшә ине, ваҡ ҡырсында быйма табанындай эре эҙҙәре ятып ҡалғайны.
Бер сынйырға теҙелгән һыбайлылар үтеп киткәс, тау ҡаяһына менеп баҫты сасквач, ҡар кешеһе. Ҡарап торҙо-торҙо ла, биләмәһенә һорауһыҙ ингән сит бәндәләргә ҡарап йәнә ҡаты итеп үкереп ебәрҙе.
– Уй-уй-уй-ау-ау! Ях!
Башҡорттар ҡая түбәһендә ҡояшты ҡаплап торған хәтәр әҙәмгә боролоп ҡарай-ҡарай байтаҡ һүҙһеҙ барҙылар.
Тиҙҙән һөҙәк тауҙар һәм шарлап аҡҡан йылғалар аша сығып понкаларға, унан Дакота иленә килделәр. Сал ҡылғандар һәм түмәләс түбәле тауҙар иле ине ул. Ҡояш та ныҡ ҡыҙҙырмай бында, талғын ғына ел иҫә, урманда ҡайын, саған, ҡарағай үҫә. Барыһы ла уларҙың элекке ватанын хәтерләтә.
Башҡорттарҙың яңы ватаны
Тиҙҙән уба башында тын ғына торған һыбайлыларҙы абайлап ҡалдылар. Дала индеецтары булып сыҡты тегеләр. Оҙон буйлы, ҡарсыға танаулы, ҡарағусҡыл сибәр кешеләр ине. Улар үҙен дакота тип йөрөтә, йәғни “бер йоҙроҡҡа тупланған халыҡ”.
Бер һыбайлы төркөмдән айырылып мосафирҙарға ҡаршы сыҡты. Урта тәңгәлдә туҡтап ҡалды. Кинйә уға ҡарай сапты. Ирҙәр аттарынан төштөләр, бер-береһенең ҡаршыһына килеп баҫтылар.
– Һаумы!
Кинйә беренсе булып өндәште. Индеецтың ҡара күҙҙәрендә ғәжәпләнеү сатҡылары балҡып китте.
– Һау, кола! (Һаумы, дуҫ! – дакота телендә)
Индеец ҡуйынынан тирегә уралған төрөпкә сығарҙы. Фәҡәт дуҫтар менән генә тартылыусы тәмәке төтөнөн Кинйәгә ҡарай өрҙө. Унан башҡорт батыры төрөпкәне ҡабул итеп алды. Дакота юлбашсыһы мосафирҙарға дуҫлыҡ тәҡдим итте. Тик уларҙың был илдә мәңгелеккә ҡаласағын икеһе лә белмәй ине әле.
Кинйә төркөмө, улар йәмғеһе утыҙ дүрт кеше ҡалғайнылар, ҡырағай хәлдә йәшәгән ҡыҙыл тәнлеләргә бик күп файҙалы нәмәләр өйрәтте. Мылтыҡтан атыуҙы ла тәү башлап күрһәттеләр. Бүгәс яуы барышында фетнәселәр ҡулланған хәйлә-ысулдарҙы ла тиҙ үҙләштерҙе дакоталар, тора-бара бик оҫта файҙалана башланылар. Тик шуныһы – ҡырағай яугирҙар, ни ҡәҙәре батыр булһалар ҙа, тәртип тигән төшөнсәне белмәй ине. Һуғыш ҡыҙған мәлдә генә уларҙың тамаҡ ялғарға ултырыуы йәки бөтөнләй ҡайтып китеүе ихтимал. Дөйөм бойороҡҡа буйһоноп бармайҙар, һәр береһе үҙ белдеге менән эш итә, һәр кем үҙен батыр итеп күрһәтергә тырыша. Кинйә һәм уның абруйлы уландары дакоталарҙы армия ысулдары менән яу тоторға өйрәтте. Тиҙҙән яңы дуҫтары боронғо дошмандарын – тирә-яҡ ҡәбиләләрҙе ҡыйрата башланы.
– Беҙҙә ҡалығыҙ! Туғандарыбыҙ булырһығыҙ! – тинеләр бер мәл дакоталарҙың дөйөм бер йыйынында. Йәй башында үткән ҙур байрамға иң арҙаҡлы аҡһаҡалдар, яу башлыҡтары, батырҙар килгәйне.
Бизондарға, уларҙы башҡорттар “ҡыр үгеҙе” тип атаны, һунар итеүе бигүк еңел эш түгел. Башта шәйләктәр уларҙың көтөүҙәрен байҡап ҡайта. Унан ир-аттар һыбай килеш хайуандарға ябырыла. Элек аттар булмағанда көтөүҙе өс яҡлап ҡыҫтап, шау-шыу ҡуптарып, текә ярҙан упҡынға ҡыуып төшөргәндәр. Берәй кеше бизон быҙауының тиреһен бөркәнеп, әсәһен саҡырған булып баҡыра-баҡыра, көтөүҙе баяғы упҡынға әйҙәгән. Инә бизондар “быҙау”ға эйәреп бөтә көтөүҙе һәләкәткә алып барған.
Көндәрҙең бер көнө башҡорттар ҙа бизон һунарына барҙы. Ҙур көтөү дала буйлап таралды. Оло туҙан бағанаһы зәңгәр күккә олғашты. Айытҡужа тигән егет иң беренселәрҙән булып ер һелкетеп сапҡан хайуандар араһына барып инде. Биш уҡ осорҙо, ике бизон тәгәрәп ятып ҡалды. Егет һаман көтөү уртаһында килә ине. Ҡапыл аты һөрлөктө, тояғы йомран ояһына эләккән икән. Башҡорт баштүбән осоп китте, әммә йәйәһен ҡулынан ысҡындырманы.
...Ҡот осҡос тиҙлектә сабып килгән ҙур үгеҙ егетте тапап үтеп китте. Йөнтәҫ ғифриттың бәләкәй күҙҙәренә ҡан һауғайны. Мөгөҙҙәрен һөңгөләй тарбайтып алға олаҡты. Башҡалары, бәхетенә, урап үттеләр. Был бик хәтәр, ҡурҡыныс һунар ине. Айытҡужа шунан бирле һул аяҡҡа аҡһап ҡалды.
Дала индеецтары хайуандарҙың эсәк-ҡарынынан тултырма кеүек аҙыҡ әҙерләйҙәр. Уныһы башҡорт ризығынан артыҡ айырылмай ине.
Ҡатын-ҡыҙҙар тәүге осорҙа бейә бәйләй, ҡымыҙ бешә ине. Дакоталар был эсемлекте үҙ итмәне, индеецтар өсөн ул “әсе һыу” булып ҡына ҡалды. Өсөнсө быуында ҡымыҙ бешеү онотолдо, ә киптерелгән ҡоротто башҡурдиҙар йыраҡ юлға алып йөрөй башланы.
Тыуған Уралдарын, ғәзиз туғандарын һағынған башҡуртиҙар Ҡаялы Тауҙар итәгендә йыйын йыйып, бәйге үткәреп, аҙағынан табын ҡорор булды.
“Ҡурай барҙа – башҡорт бар!” Әйткәндәй, бындағы тау итәгендә үҫкән ҡурай үҫемлеге тыуған ерҙәгенән айырылмай ине. Ҡорманбай тигән сәсән “Яңы мәҡәм[4] – яңы Уралтау” тигән дастан сығарҙы, тик ул беҙҙең көндәргә өлөшләтә генә килеп етте. Сикһеҙ һағыш тулы ине был йырҙа.
Ҡаялы Тау ташы бигерәк текә,
Сал бөркөттәр оя ҡоралмай.
Сит ерҙәрҙә тороп ҡалдыҡ инде,
Ата мәҡәменә, ай, ҡайталмай.
Ҡыйлып-ҡыйылып оса күктә бер ҡош
Яғалбаймы икән, шонҡармы?
Тыуған илем инһә төштәремә,
Күңел әрнеүкәйе туҡтармы?
Ер һелкетеп саба ҡыр үгеҙе,
Атҡынайым ҡыуып еталмай...
(ошо урында дастан өҙөлә – Авт.)[5]
Башҡорт йәйәһен кем сәлдерҙе?
Бер мәл Кинйәнең кесе улы Мөхәммәтшаһ мөгөҙҙән ҡыҫҡа йәйә яһап Мато Нажин, йәғни “Үрә баҫҡан айыу” исемле абруйлы ырыу башына бүләк итте. Юғиһә индеецтарҙың яндары бары ағастан эшләнелә һәм бик оҙон. Башҡорт ҡоралы алыҫыраҡ ата ине.
Алғараҡ китеп шуны әйтәйек, Мөхәммәтшаһ яһап биргән йәйә 1820 йылда АҠШ этнографы Ричард Найтхард ҡулына килеп эләкте. Ул прерияла йәшәүсе төп халыҡтың ауыҙ-тел ижадын өйрәнә ине. Шунда йәше йөҙгә етеп барған Кинйәне күреп әңгәмәләште. Уның тормош тарихын яҙып алды. Батырҙың исеме инглизсә “Кэн йа”(“Kan Ya”) ә улдарындарынҡы “Маһамет Шаһ” (“Мahamet Shah”) һәм “Маһамет Шэриф” (“Mahamet Shariff“) тип алынғайны. Оҙайлы йылдар был иҫтәлектәр[6] юғалған һаналды, әммә 1996 йылдың авгусында осраҡлы рәүештә архивта соҡсонған бер ғалимдың ҡулына барып эләкте. Был хаҡта мистер Куманскиға ла еткерҙеләр...
Баяғы башҡорт ҡоралына әйләнеп ҡайтҡанда, Найтхард уға ҡарап хайран ҡалды. Сөнки мөгөҙҙән яһалған хәрби йәйәне тәү башлап күреүе ине, был Америка ырыуҙарына хас булмаған яңылыҡ булды. Найтхард табышын илдең данлыҡлы Смитсониан музейына күргәҙмәгә ҡуйҙы, әммә ул экспонат бер мәл 1976-сы йылда ғәжәп шарттарҙа юҡҡа сыҡты. Дакота легендаһы буйынса, аҫаба халыҡтың ҡан дошманы – генерал Кастерҙың башына нәҡ ошо мөгөҙ йәйәнән осоролған уҡ еткән[7]... Ҡомартҡыны дакоталар сәлдергән тигән имеш-мимештәр йөрөнө. Нисек кенә булмаһын,музей үҙенең төп экспонаттарының береһенән ҡолаҡ ҡаҡты.
Эйе, бында, ирәүән прерияларҙа, барыһы ла башҡорт илен хәтерләтә ине. Киң дала, тауҙар, тирмә кеүегерәк күсермәле өй – “типи”(улар бизон тиреһе менән ҡапланыла), һыбайлы яугирҙәр. Әммә иң ғәжәпләндергәне ике халыҡтың телендәге оҡшашлыҡтар ине. Мәҫәлән, ”инәй” – “иннәкү”, “атай” – “атэ”.
Бер мәл Кинйә атын эҙләп йөрөй ине, дакота малайы тап булды. Ағас араһына күрһәтеп былай тине:
– Шонка бакан уттай! (йәғни “ат (эт-мышы) уттап йөрөй”).
Башҡа байтаҡ оҡшашлыҡтар килеп сыға, һәм был бик сәйер[8].
Бындағы аҫабаларҙың яҙмышы башҡорттоҡонан айырылмай ине. Улар ҙа тәбиғәт балалары, улар ҙа атлы халыҡ, күсенеп йөрөй, улар ҙа үҙ ирке һәм ерҙәре өсөн көрәшә. Улар ҙа аҡ батша (президенттар) менән килешеүҙәр төҙөгән, улар ҙа шул килешеүҙәренең боҙолоуы сәбәпле яу саба...
Кинйә абыҙ тирәләй ойошҡан башҡорт ҡасҡындары дакота индеецтары араһында мәңгелеккә ҡалды. АҠШ армияһының 7-се кавалерия часын тулыһынса ҡыйратҡандан һуң фетнәсе дакоталарға ҡаршы бик күп ғәскәр ебәрелде. Ситтинг Булл тигән абруйлы юлбашсы етәкселегендә индеецтар сиктәш ятҡан Канадаға ҡасты. Бында, сит илдә, уларҙы эҙәрлекләй алманылар. Башҡорт аймағы ла ошо ҡасҡындар араһында ине. Яңы ҡәрҙәштәре менән бизондарға һәм боландарға һунар иттеләр. Күрше ырыуҙарға – сарси һәм пиегандарға ат урларға йөрөнөләр. Америка һалдаттары һәм аҡ тәнле канадалылар менән булған күпселек алыштарҙа ҡатнаштылар. Оло батырлыҡтар ҡылып, лайыҡлы хөрмәт һәм абруй ҡаҙандылар. Өйләнделәр, һәр береһенең икешәр-өсәр ҡатыны булды, сөнки хәлле яугир һаналдылар. Алыш алдынан “бисмилла”рын әйтеп доға уҡыйҙар ине. Тоҡомдары ишәйҙе, уларҙың тормошо хәҙер нәҡ ошо бәрәкәтле ергә бәйләнгәйне. Башҡорттоң бөйөк батыры Кинйә 103 йәшкә етеп “мәңгелек һунар иленә”, йәғни баҡыйлыҡҡа күсенгәс, уны үҙ теләгенә ярашлы, Уралтауға оҡшап торған Ҡаялы Тауҙар (Rocky Mountains) итәгендә ҡуйҙылар. Ваҡыт үтә-тора башҡа саф башҡортар ҙа яйлап уның янына күсенде. Башҡорттарҙы Кинйәнән һуң Мөхәммәтшаһ, аҙаҡ уның улы Джордж Шудегача Кин Йэ етәкләне. Юҡ, тоҡомдары ҡороманы.
Ситтинг Буллдың күпселек кешеләре, кисәге боласылар, амнистия сыҡҡас кире Штаттарға ҡайтып китһә лә, сиу-дакота ырыуының хункпапа тармағына ҡараусы башҡурдиҙар бында тороп ҡалды. Бөгөн дә Канаданың АҠШ сигенә терәлеп торған ус аяһындай ғына индеец резервацияһында (Plain bashkurtee Dakotas band) “башҡурти дакота” тигән бәләкәй генә ырыу араһы йәшәп ята. Улар Кинйә Арыҫланов тоҡомдары,барлығы йөҙ утыҙлап кеше.
Быуаттар аша осрашыу
1945 йыл. 4 май. Эльба йылғаһында Кинйә Абыҙ ауылы егете өлкән лейтенант Нурғәле Арыҫланов бер төркөм союздаштарҙы – Америка һалдаттарын һыйлап ултыра ине. Тегеләргә урыҫ “водка”һы оҡшап ҡалды. Телдәре асылды, бер-береһен йүнләп аңламаһалар ҙа әңгәмә ым-ишара ярҙамында бик ҡыҙыу барҙы. Васильев тигән старшина ут-һыу аша үткән “полевой” гармунын алып килде. Йырлашып алдылар. Унан Нурғәле өс йыл буйына янында йөрөткән еҙ ҡурайын сығарҙы. “Азамат”ты тарта бирҙе лә, көслө бәрхәт тауышы менән һуҙып ебәрҙе:
– Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән дә ат башы...
Шул саҡ ҡарасман ғына бер американ һалдаты ағарынып китте:
– Oh, no! It*s impossible! It is really my grandfather*s song! (Уй, юҡ! Булмаҫ...Был бит минең ҡартатайымдың йыры! Ысын-ысын!)
– Нурғәле аптырап тегегә ҡарап баҡты. Был һалдат башҡортҡа оҡшап тора ине. Йәйеңкерәк ҡара тут йөҙлө... Ҡуңыр күҙҙәр. Шырт ҡара сәс. Көмөрөрәк танау. Кинәт йөрәге иләҫләнеп китте. Әллә башҡортмо?
– Нимә һөйләй ул? Иптәш капитан!
– Ситтәрәк стаканға араҡы ҡойоп ултырған капитан, штаб тәржемәсеһе, тегегә инглизсә һорауҙар бирҙе. Йөҙөнә ғәжәпләнеү ғәләмәте сыҡты:
– Был йырҙы минең ҡартатайым йырлай торғайны ти.
– Ләкин был бит башҡорт йыры?
– Юҡ-юҡ, ошо йыр, ти. Мин уны беләм, ти! Әйтмәксе, был бөркөт Канада индеецы, американ түгел. Канада диңгеҙ пехотинецы. Барыбер шул союзник инде.
– Теге сәйер һалдат ап-асыҡ итеп, әммә һүҙҙәрҙе боҙа биреп ҡабатланы:
– Алыҫ-ар-ҫан ағрап ай кьюренә
Ирәндектай тауҫың ак таш-ши...
Был һалдат сикһеҙ аптырашта ҡалған Нурғәлегә шулай уҡ сәйерһенеү менән текәлде. Нисек инде улай? Ҡара, һуң бит улар бер туғандай оҡшаштар?!
– Ул әйтә, ата-бабалары ҡайҙандыр алыҫтан килгән... Әммә эмигрант түгелдәр. Уларҙың араһы – башҡурти дакота...
– Тик артығын һөйләшеп өлгөрмәнеләр, команда булды һәм американдар танкыларына һәм машиналарына ултырып китеп барҙылар. Теге индеец кузовта тороп Нурғәлегә ҡарап барҙы. Бара торғас ҡул болғаны. Һәм серле ваҡиғалар, баш етмәҫлек хәлдәр тулы фани донъялыҡтың ҡуйы томанына инеп юғалды. Беренсе класс рядовойы Эдвард Шудегача Кэнйа башҡорт батыры Кинйә Арыҫландың алыҫ Канада далаларында тороп ҡалған бүләһе ине.
Һаумыһығыҙ, туғандар!
Бына ул башҡурти дакота аймағы төпләнгән ҙур булмаған ауыл. Ауыл тигәс тә егермеләп йорт. Канадала уны “резерват”, йәғни “резервация” тип йөрөтәләр. Бында аҫаба халыҡ артыҡ һис кемгә лә буйһонмайынса, мөстәҡил тиерлек йәшәй. Хатта үҙҙәренең хөкүмәттәре һәм конституциялары бар. Ниндәйҙер тәпәш биналар, һыу башняһы, сиркәүме-нимәлер күренә, анау торғаны мәктәп булһа кәрәк, йыйнаҡ ҡына коттедждар. Бынамын тигән асфальт юл. Тик ауылда бер кем күҙгә салынмай, эргәнән бары ике-өс машина ғына үтеп китте. Руль артында кем ултырыуын да абайлап өлгөрмәнем. Бәлки, башҡурдиҙарҙыр... Мистер Кумански йәнә телгә килде:
– Сиу-дакоталарҙың төп өлөшө АҠШ-та көн итә, бында тик баш бирмәгән, ихтилалдарҙан һуң ҡорал һалырға теләмәгән ырыу-аралары ғына тороп ҡалған. Әйтеүҙәренсә, аҡ тәнле кешеләр килгәнсе үк, был ерҙәр уларҙыҡы булған. Даими йәшәмәһәләр ҙә, бында килеп һунар иткәндәр. Хәҙер Канадала йәшәүсе дакоталар, ә улар биш-алты мең самаһы кеше, суд аша үҙҙәрен аҫаба халыҡ тип танытыуға, рәсми статус алыуға өлгәште. Хөкүмәт уларға ай һайын арыу ғына аҡса бүлеп тора. Башҡурди аймағы менән дә шул уҡ хәл. Бер һүҙ менән әйткәндә, ыҙалап йәшәмәйҙәр. Тик телдәрен дә, ғөрөф-ғәҙәттәренең ҙур өлөшөн дә онотҡандар. Улар тик инглизсә генә һөйләшә. Бәлки, яңылышамдыр... Үҙегеҙ самалап ҡарарһығыҙ.
Беҙҙең “понтиак” автомобиле ырыу хакимиәте (tribal goverment)) урынлашҡан бина янында туҡтай. Унда бер төркөм халыҡ йыйылған. Бына улар, минең туғандар, башҡурти дакоталар. Тик танырҙармы мине, ҡабул итерҙәрме? Йөрәгем дарҫлап тибә.
Минең бер ҡулымда башҡорт ҡурайы, икенсеһендә Урал тупрағы һалынған пластик төйөнсөк.
Беҙҙең килеү тураһында улар күптән хәбәрҙәр, алдан иҫкәртелгәндәр. Улар көтәләр. Юлдашым, мистер Кумански, сикһеҙ йөрәкһенеп өндәшә:
– Улар һеҙҙе көтә, дуҫҡай! Ике быуаттан ашыу көтә!
Мин машинанан сығам һәм ике быуаттан ашыу мине, башҡорт туғандарын көтөүсе серле лә, сәйер ҙә, бөйөк тә ҡәрҙәштәремә ҡарай атлайым. Мин уларҙың йөҙөн күрмәйем, улар өймәләшеп бинаның күләгәһендә ҡараңғыла тора.
Ҡапыл халыҡ араһынан кемдер гөжләтеп ҡурай тартып ебәрә. “Ҡурай барҙа – башҡорт бар”... Бәлки, ҡолаҡҡа ишетелә, шулай тойола ғына торғандыр? Бәлки, был дала еленең шаярыуы ғыналыр? Бәлки, был төштөр?
Алға ҡарай атлайым, ике быуат ярым ваҡыт айырған сал тарих шырлығына ҡарай. Уң ҡулымды күтәреп сәләм бирәм:
-Һаумыһығыҙ, туғандар!
Ҡараңғы күләгәнән миңә ҡарай ике быуат ярым элек айырылышҡан ҡәрҙәштәрем ҡуҙғала...
Бар тәбиғәт ҡояш нурына сумған ғәжәйеп, сыуаҡ көҙгө көн ине...
[1] “Һарт” тип ғамәлдә сауҙа менән шөғөлләнеүсе төрки ҡәүемдәрҙе, тәү сиратта үзбәктәрҙе атағандар.
[2] Ҡаялы Тауҙар (Скалистые Горы) – АҠШ һәм Канада биләмәләрендәге бейек тауҙар теҙмәһе. Был тауҙар көнсығыштағы киң далаларҙы (прерияларҙы) һәм урманлы көнбайыш платоны айырып тора. Йәнлектәр һәм үҫемлектәр донъяһы буйынса Урал төбәгенә яҡын.
[3] Зәки Вәлиди ХХ быуат баштарында Ҡарағалпаҡстанда төпләнгән башҡорттарға барып китә, ошо хаҡта ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә. (Әхмәтзәки Вәлиди Туған, “Хәтирәләр”, Өфө, “Китап” нәшриәте, 1998 йыл, 29-30-сы биттәр)
[4] Мәҡәм – тыуған ер, тыуған ил.
[5] Был дастан өлөшләтә Канада архивариусы һәм ғалимы Джошуа Куманскиҙа һаҡлана. Уны 19 быуат аҙаҡтарында хункпапа ырыуы резервацияһында яҙып алғандар. Авторы билдәһеҙ.
[6] “Дакота илендәге бәғзе бер күҙәтеүҙәр. Сәйәхәтсе һуҡмаҡтары”, авторы Р.Найхард, 1855 йылда Вашингтон университеты баҫмаханаһында 150 данала донъя күргән.
[7] 1876 йылда Литл Бигхорн тигән урында сиу (дакота) ырыуы яугирҙәре данлыҡлы АҠШ генералы Кастерҙың армияһын тар-мар итә. Генерал яу ҡырында һәләк була. Ихтилалсы индеецтар Канадала китеп унда ун йылдан ашыу йәшәй. АҠШ хөкүмәте уларға ҡайтырға рөхсәт бирә, Ситтинг Булл халҡын кирегә алып сыға. Үҙе йәнә ун йылдан һуң сираттағы бола мәлендә үлтерелә.
[8] Абрар Кәримуллин тигән татар ғалимы төрки-дакота телдәренең оҡшашлығы тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр килтерә. Ҡабул ителгән теория буйынса,протоиндеецтарҙың тәүге тыуған иле – көньяҡ Алтай (Себер), унда шул уҡ осорҙа башҡорттарҙың да ата-бабалары йәшәп киткән.
Читайте нас: